Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Октябрь 2020, 19:22

"Президент Рәхимов" Ғәлим Хисамов (өсөнсө өлөш)

Ғәбитов Мәскәүҙә Рәсәй Юғары Советы сессияһында сығыш яһағас, Башҡортостан кешеләренең күбеһе, республиканың тормошонда ниндәйҙер үҙгәрештәр булыр инде, тип көттө. Бигерәк ҡыйыу һәм ҡырҡыу сығыш. Элегерәк бер биш йыл, биш түгел, хатта ике-өс йыл элек бындай һүҙҙәр яңғыраһа, донъяның аҫты өҫкә килер ине. Дөрөҫөрәге, ундай сығыш булмаҫ ине. Ул заманда бындай сығышты теге өс хәрефле контора яҡын да ебәрмәҫ ине. СССР депутаты булһынмы, Рәсәй, йә автономиялы республикаларҙыҡымы, өлкә, крайҙыҡымы – һәр буласаҡ сығыш Мәскәүгә бармаҫ борон уҡ уҡылып, тикшерелеп, кәрәгенсә төҙәтелеп, шунан ғына “авторы”на рөхсәт бирелә торғайны. Әгәр берәйһе яҙылмағанса һүҙ әйтһә, бахырҙың башы бөттө. Уны иң алдан депутатлыҡтан бушаталар, шунан эшенән алалар, артабан ғаиләһен, туған-тыумасаһын, дуҫ-ишен пыран-заран килтерәләр. Шулай булырын белә тороп, кем яҙылмағанса һүҙ әйтһен? Романдың беренсе өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov-516002/Романдың икенсе өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov-ikense-l-sh-517920/ #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелЖурналыХикәйә#ПрезидентРәхимов#ҒәлимХисамов

Иртәгәһенә
Яҙа атып, туры тигеҙҙе тигән һүҙ бар бит әле. Мусиндың һүҙе шуның кеүек булды. Ай үҫәһен көн үҫә, тигәйне Рәхимов тураһында, тап өҫтөнә баҫҡан булып сыҡты. Декларация ҡабул иткәндә 11 октябрҙе Башҡортостанда Республика көнө итеп иғлан иткәйнеләр. Тимәк, кисә байрам булған. Бөгөн һуңыраҡ торһам да ярай, тип кирелеп-һуҙылып ята ине Демин, телефон шылтыраны.
– Рәхимов һеҙҙе һорай, – тине секретарь Ләлә.
– Килеп тә еткәнме ни?
– Әллә ҡасан килгән инде ул. Президиум ултырышын ойошторорға кәрәк, ҡайҙа ағзалар, ти.
Демин тамағына ҡапҡылап та тормайынса йүгерҙе.
Юғары Совет яғына (ул Аҡ йортҡа күсенгәйне) инеүе булды, хеҙмәттәштәренең өтәләнеүен күреп, тынысланды. Һуңлаусылар бер мин генә түгел икән. Тура Рәхимовтың бүлмәһенә үтте. Инһә, президиум ағзаларының яртыһынан күберәге йыйылғайны.
– Бына урынбаҫарҙың береһе килеп тә етте. Икенсеһен көтөп алһаҡ, – тип үҙалдына һөйләнгәндәй әйтте Рәхимов.
– Мусин тиҙ генә булмаҫ ул, – Дауытов аңлатмаһын бирҙе. – Кисә Дүртөйлөгә ҡайтып киткәйне.
– Көн һайын ҡайтып йөрөймө ни?
– Көн һайын тиерлек. Фатиры юҡ бит әле. Бында ҡунаҡхананан бер бүлмә табып биргәйнек тә, ваҡытлыса, тип. Өйгә етәме ни инде. Шуға ҡайта.
– Ярар, ул сағында Мусинды көтөп тормайыҡ. Президиум ултырышын башлай торайыҡ. Ул, килеп еткәс, ҡушылыр.
Беләһегеҙҙер, моғайын, кисә Мәскәүҙең Беренсе каналы, үҙебеҙҙең телевидение һәм радио Башҡортостандың декларация ҡабул итеүе, республиканың союздаш республика статусына дәғүә итеүе тураһында мәғлүмәт бирҙе. Был хәбәр бөгөн гәзиттәрҙә баҫыласаҡ. Үҙебеҙ кисә был турала Мәскәүгә СССР һәм РСФСР Юғары Советтарына телеграммалар һуҡтыҡ. Декларацияның үҙе махсус почтанан ебәреләсәк, тинек.
Хәҙер Мәскәүҙең, уның ғына ла түгел, бүтән баш ҡалаларҙың ике күҙе беҙгә төбәлгән. Артабан былар ни эшләр, тип көтәләр. Декларация менән ҡотлаусы берәү генә булды. Ул да булһа, Шәймиев. Чечня телеграмма ебәргән. Сит илдәр беҙҙе иҫенә төшөрмәй. Уларға беҙ кәрәкмәй.
– Назарбаевтан телеграмма килде әле генә.
– Ярар. Бының менән мин, беҙ хәҙер күптәрҙең күҙ ҡараһы, йә күҙгә төшкән сүп булдыҡ, тиергә итәм. Шуға күрә һынатырға ярамай, элекккенән дә яҡшыраҡ һәм тиҙерәк эшләү талап ителә.
Минең уйымса, беҙ беренсе сиратта декларация ҡабул итеү айҡанлы үҙебеҙҙең халыҡҡа мөрәжәғәт яһарға тейешбеҙ. Унан һуң декларация айҡанлы дәүләт әһәмиәтендәге ниндәй документтар кәрәк буласаҡ, шуларҙы эшләй башларға кәрәк. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
– Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ, Мортаза Ғөбәйҙуллович, мөрәжәғәт һис һүҙһеҙ кәрәк. Мин хәҙер үк егеттәр менән шуны яҙырға ултырам.
– Декларация уңайынан беҙгә беренсе сиратта нимәләр эшләйәсәгебеҙ тураһында план ҡороп алыу бик мөһим. Киләсәктә шуның буйынса тормошто ҡорорбоҙ. Риза булһағыҙ, мин бүлектәргә ошо эште ҡушып сығам. – Дауытов урынынан ҡуҙғала ла башланы.
– Эйе, план кәрәк. Моғайын, бик тиҙ кәрәк булыр... – Рәхимов һүҙен өҙөп, бер нөктәгә ҡарап торҙо. – Беҙгә, моғайын, иртәгә Юғары Советтың сессияһын йыйырға кәрәктер.
– Сессия?
Бөтөнөһө лә аптырап ҡалды.
– Кисә генә сессияны яптыҡ та баһа.
– Эйе, кисә ҡабул итергә булған ул документтарҙы. Әйтәйек, шул уҡ мөрәжәғәтте һәм баяғы эш планын.
– Ә беҙ уларҙы Президиумда ғына ҡабул итһәк булмаймы ни?
– Булмай шул. Президиум Юғары Совет исеменән халыҡҡа мөрәжәғәт яһай алмай бит.
– Эйе шул.
– Тимәк, хәҙер үк сессияға саҡырып, депутаттарға телеграмма бирергә кәрәк.
– Ҡасанға саҡырабыҙ?
– Иртәгәгә.
Президиум ағзалары асҡан ауыҙҙарын ябырға ла онотоп торҙо бер аҙ.
– Ярар. – Иң алдан Дауытов һушына килде. – Ул саҡта, эшкә йүгерҙек.
– Эйе, йүгерештек.
Сессия тураһында телеграмма алған депутаттар ҙа аптырашта ҡалды. “Яңылыш килтергәндәрҙер телеграмманы. 13 урынына 10 тип яҙылырға тейеш булғандыр”. Күбеһе Президиум аппаратына шылтыратырға тотондо.
– Ни сыҡты шул тиклем ҡабалан?
– Президиум шулай ҡарар итте.
13 октябрҙә депутаттарҙың бөтөнөһө лә йыйылманы. Шулай ҙа сессия үткәрерлек кеше һаны бар ине. Көн тәртибенә Мөрәжәғәт, эш планы, яңы закон мәсьәләләре тәҡдим ителде.
Әйтергә кәрәк, Президиум һәм комиссиялар бер көн эсендә бик күп һәм бик яҡшы эш башҡарып өлгөрҙө. Әйтәйек, Мөрәжәғәт ул декларация ҡабул итеү айҡанлы ҡотлау һүҙҙәре генә түгел, бынан һуң кешеләр үҙҙәрен нисек тоторға, кем тип һанарға, ойошмалар, хужалыҡтар үҙҙәрен кем тип танырға тейешлектәренә тулы яуап та бар ине.
Юғары Совет үҙ үҙенә, дәүләт, йәмәғәт ойошмаларына, граждандарға яңы Башҡортостандың Конституцияһын эшләргә ҡушты. Шул уҡ ваҡытта декларация ҡабул итеүгә тиклем булған закондар һәм бүтән акттарҙы хәҙерге ғәмәлгә яраҡлаштырыу тураһында закон ҡабул ителде. Тағы ла бер бик мөһим эш башҡарҙы сессия: Союз килешеүен һәм РСФСР менән килешеү төҙөү буйынса Башҡорт ССР-ның тулы хоҡуҡлы комиссияһын барлыҡҡа килтерҙе.
Мәскәү сессияһы
1990 йылдың яҙында Исмәғил Ғәбитов Күмертау һайлау округы буйынса РСФСР Юғары Советына депутат итеп һайланды. Элегерәк үҙенең эшлекле сығыштары менән ҡайһы бер депутаттарҙың хәтерендә ҡалған Исмәғил Әхмәҙулла улының кандидатураһын РСФСР халыҡ депутаттарының беренсе съезында РСФСР Юғары Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары вазифаһына һайлау өсөн тәҡдим иттеләр. Уға көтөлмәгән яңылыҡ булды был. Әгәр ризалығын бирһә, ихтимал, үҙенең бөтөн ғүмерен һәм көсөн арнаған тыуған Башҡортостанынан, уның халҡынан, ауыл хужалығынан күпмелер ваҡытҡа, бәлки, бөтөнләйгә айырылған да булыр ине. Ризалашманы.
Мәскәүгә өсөнсө сессияға саҡырыу килгәс, Рәхимов янына инде Ғәбитов.
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, сессияға барырға кәрәк.
– Кәрәккәс, бараһың инде.
– Бер фекер бар. Шуны әйтәйем тип ингәйнем.
Рәхимов өндәшмәй генә күҙҙәрен әңгәмәсеһенә төбәне.
– Мәскәүҙә Федератив һәм Союз килешеүен төҙөү тураһында ашығыс рәүештә мәсьәлә ҡарамаҡсы булалар. Шунда мин сығыш яһаһам, нисек булыр икән?
– Исмәғил Әхмәҙуллович, һорап тораһың тағы, һис шикһеҙ, сығыш яһарға кәрәк. Беҙ ҡабул иткән декларацияла ошо килешеүҙәргә үҙебеҙҙең ҡараш асыҡ сағылған. Шулар тураһында ярып әйтергә кәрәк. Беҙҙең нимә уйлағанды белеп торһондар. – Шунан бер аҙ шым торғас, өҫтәп ҡуйҙы. – Һеҙ, егеттәр, миңә бөтөн ерҙә лә ярҙам күрһәтһәгеҙ ине. Бер үҙем бында ла, Мәскәүҙә лә өлгөрмәйем. Мәскәүгә барған сағыңда Павловҡа* инеп сыҡһаң ине, аҡса яғы бигерәк ҡыҫынҡы бит. Хәсәнов** һиңә һандарын бирер.
– Инермен.
Депутат Исмәғил Ғәбитов РСФСР халыҡ депутаттарының өсөнсө (сираттан тыш) съезында бына нәмә һөйләне. Һүҙ федератив, шулай уҡ Союз килешеүен төҙөшөүгә әҙерлек хаҡында бара. Исмәғил Ғәбитов милли республикаларыбыҙҙың суверенитет хаҡындағы декларацияны ҡабул итеүенә ҡаршы сыҡҡандарҙың сәйәсәтен фашлай.
— Хөрмәтле халыҡ депутаттары!— тип башланы ул.— Федератив һәм Союз килешеүҙәрен әҙерләү мәсьәләләре буйынса бер нисә фекер менән уртаҡлашырға рөхсәт итегеҙ. Белеүегеҙсә, Рәсәй Федерацияһы үҙе һәм 15 республика дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итте. Был декларацияларға мөнәсәбәт ошо залда ла, унан ситтә лә бер төрлө түгел. Телдән Рәсәйҙең берлеге һәм бүтән күп ыңғай нәмә тураһында һөйләүселәр беҙҙе үҙебеҙҙең тормош мәсьәләләрен үҙаллы хәл итергә теләгән өсөн теткеләй.
Беҙгә ҡаршы көрәшкә Собчак, Травкин һәм беҙҙең лидерҙарыбыҙҙың береһе — Руслан Имран улы Хасбулатов кеүек билдәле шәхестәр баҫты. Хасбулатов тәүҙә

*Павлов – СССР Министрҙар Советы рәйесе.
**Хәсәнов – Башҡортостандың финанс министры.
элекке автономиялы республикаларға ҡаршы сығышын суверенитет тураһында декларация ҡабул итә алмайбыҙ, сөнки беҙ дәүләт түгел, тип белдерҙе. Һуңынан ул беҙҙе үҙебеҙҙең суверенитеттар менән Рәсәйҙе өҙгөләүҙә ғәйепләне. Үҙенең докладында ул элекке ун йыллыҡтарҙа нығынған фекерҙәр, автономия тураһындағы Сталин билдәләмәләренән айырыла алмай тигән уй тыуа. Күп тиҫтә йылдар буйы беҙгә автономияның формаһы, беҙҙең республикаларҙың автономияһы урындағы үҙидаралыҡҡа һәм хужалыҡҡа юғарынан бүләк ителгән хоҡуҡ, тип тылҡый килделәр. Беҙ тап ошонан тайпылырға итәбеҙ. Һәм дәүләтселектең түбәнселекле аңлатмаһынан ҡотоласаҡбыҙ.
Беҙ Башҡортостан хоҡуҡтарының ҡайһы берәүҙәрен үҙ ирке менән үҙәккә биреүен, ә ҡалған юҫыҡта тулыһынса үҙаллы республика булыуын теләйбеҙ.
Федератив һәм Союз килешеүҙәренә килгәндә инде, Башҡорт ССР-ы уның төп идеяларын, анығыраҡ әйткәндә, республикалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе, шулай уҡ РСФСР һәм ССР Союзы менән килешеүҙәр нигеҙенә ҡороуға күсеү кәрәклеген яҡлай. Докладсы Хасбулатов иптәш менән бер нәмәлә — Федератив килешеүҙән тыш беҙҙең республикаларҙың РСФСР менән айырым килешеүҙәре булырға тейеш тигәне менән ризалашабыҙ. Был Башҡорт ССР-ның Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияға ла тап килә. Унда Башҡорт ССР-ы ССР Союзы, РСФСР, башҡа республикалар менән килешеү мөнәсәбәттәренә инеп, үҙ территорияларында, ССР Союзында, РСФСР-ҙа үҙ ирке менән тапшырған вәкәләттәренән тыш дәүләт власын тулыһынса үҙ территорияһында тормошҡа ашыра, тиелгән. Башҡортостан менән Рәсәйҙең килешеү аша ҡоролған мөнәсәбәттәрен таныу беҙҙең республиканың 1919 йылда уҡ билдәләнгән статусын кире ҡайтарыу ғына ул. Билдәле булыуынса, Башҡорт Республикаһы 1919 йылда Үҙәк Совет власы менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында төҙөлгән килешеү нигеҙендә барлыҡҡа килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул саҡта Рәсәй бик тиҙ, бер йылдан саҡ ҡына күберәк ваҡыт үтеү менән, беҙҙең мөнәсәбәттәрҙәге тиң хоҡуҡлылыҡтан баш тарта. Шуның эҙемтәһендә 1922 йылда ССР Союзын ойошторған республикалар иҫәбенә Башҡортостан бөтөнләй инмәй ҡала. Был тарихи тигеҙһеҙлекте тик бөгөн – демократлаштырыу, билдәлелек шарттарында, РСФСР-ҙың килешеү нигеҙендә төҙөлөүен һәм яңы союздаш килешеү кәрәклеге шарттарында ғына бөтөрөп була.
Бөгөн РСФСР күрше республикалар менән килешеүҙәрҙе бик теләп төҙөй. Рәсәйҙең эсенә лә ҡараш ташларға ваҡыт етте. Беҙ Рәсәй Федерацияһының етәкселеген РСФСР менән Башҡорт ССР-ы араһындағы килешеүҙе тиҙләтергә саҡырабыҙ. Үҙ яғыбыҙҙан беҙ быға әҙерләнәбеҙ.
Хәҙер 1990 йылдың 26 апрелендәге ССР Союзы һәм федерация субъекттары араһындағы хоҡуҡтарҙы билдәләү тураһындағы СССР Законы хаҡында бер нисә һүҙ әйтәм, – тип дауам итте Исмәғил Ғәбитов. – Ниндәй генә гонаһта ғәйепләмәнеләр уны. Йәнәһе, Конституцияға тура килмәй, “суверенитеттар парады”н асты, йәнәһе, Рәсәйҙе тарҡата. Беҙ бының менән төптө килешмәйбеҙ. Борис Николаевич һәм уның ҡайһы бер ярҙамсылары юҡҡа ғына һәммәһен дә шул заманға ауҙармай. Рәсәй Федерацияһы үҙе Башҡортостанға өлгө күрһәтте, декларациябыҙҙы ҡабул итеүгә этәргес булды. Тураһын әйтәйек, беҙ, үҙебеҙҙең беренсе съезда бер тауыштан РСФСР-ҙың суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеп, СССР-ҙың ғәмәлдәге Конституцияһын асыҡтан-асыҡ һанға һуҡманыҡ һәм ошоноң менән элекке автономиялы республикаларҙа декларацияларға юл астыҡ. Иң мөһиме – беҙҙең республиканың суверенитетын, РСФСР-ҙың суверенитеты кеүек үк, халыҡ теләп алды һәм ул илдә барған процестарҙың эҙмә-эҙлекле законлы һөҙөмтәһе. Шуға күрә уны 26 апрелдәге СССР Законына ғына япһарып ҡалдырыу етди түгел. Әгәр ҙә быны Мәскәү асфальтынан тыш бер ни ҙә күрмәгән, шуға халыҡтарҙың сәйәси һәм иҡтисади яҙмышын еңел генә хәл итергә ниәтләгән Сергей Михайлович Шахрай аңлы рәүештә төшөнөргә теләмәһә, был Рәсәй Федерацияһының Юғары Советы рәйесенә һис кенә лә килешмәй.
Борис Николаевич, һеҙҙең Башҡортостандағы митингтарҙа әйткән һүҙҙәрегеҙҙән баш тартыуығыҙ миңә һис кенә лә аңлашылмай. Һеҙ беҙгә үҙаллылыҡҡа ынтылышты яҡлау, килешеү нигеҙендә ҡайһы мәсьәләләрҙе үҙәккә тапшырырға йыйынһаҡ – шуның менән ризалашыуҙы вәғәҙә иттегеҙ. Был беҙҙең халыҡты дәртләндерҙе, алдыбыҙҙа ҙур перспективалар асты. Бөгөн Борис Николаевич үҙ һүҙен кире ала. Ниндәй көстәр йоғонтоһонда, Борис Николаевич, һеҙ бер нисә ай ғына элек биргән вәғәҙәгеҙҙән баш тартаһығыҙ? Беҙгә был аңлашылмай. Һәм һуңғыһы. 9 мартта матбуғатта баҫылған Союз килешеүе проектына ҡарата дөйөм ҡараш булдырыу ҙа беҙҙең өсөн бик мөһим.
Съезда рәйеслек итеүсе Борис Николаевич Ельцин:
– Һеҙҙең ваҡытығыҙ бөттө, – тип иҫкәртте Ғәбитовты.
Ғәбитов уны ишетмәгәндәй дауам итте:
– Унда Союз субъекттары тураһында мәсьәләнең хәл ителеүе менән беҙ тулыһынса ризабыҙ.
Борис Ельцин:
– Ваҡытығыҙ һеҙҙең бөттө!
Ғәбитов:
– Элекке автономиялы республикаларҙың Союз килешеүенә ҡул ҡуйыу мәсьәләһенә килгәндә, ул ихтыяр нигеҙендә хәл ителергә тейеш. Союз килешеүенә нисек ҡул ҡуйырға – үҙаллымы, әллә Рәсәй Федерацияһы эсендәме – республикаларҙың Юғары Советтары үҙҙәре хәл итер.
Ельцин:
– Ваҡыт бөттө!— тип аҡырҙы.
Ғәбитов:
– Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.
Шып-шым ултырған депутаттар Ғәбитовты ҡул сабыуҙарға күмде.
Съезд тамамланғас, Ғәбитов СССР Министрҙар Советы йортона китте. Әгәр халыҡ депутаты булмаһа, рәйескә түгел, был йорттоң тупһаһына ла яҡынлай алмаҫ ине, әле танытмаһын күрһәткәс, милиционер тура ҡатып, ишекте асып индерҙе. Танытманың көсө рәйестең кесе бүлмәһендә лә ныҡ булды. Ғәбитовты саҡ ҡына көттөрҙөләр ҙә индереп тә ебәрҙеләр.
– Аҡса өмөт итеп юҡҡа йөрөһөгөҙ, Исмәғил Әхмәҙуллович, – тине Павлов. – Юҡ ул хәҙер беҙҙә. Союздаш республикалар, автономиялар ҙа, үҙҙәренең декларацияларына һылтанып, беҙгә тейешле аҡсаһын бирмәй. Сит илдәр менән бәйләнеш, оборона, эске тәртип хеҙмәттәре өсөн булһа ла түләргә тейештәр ҙә бит, юҡ инде. Союз килешеүе булмағас, күпме түләргә тейешлегебеҙҙе белмәйбеҙ. Шуға әлегә түләмәйбеҙ, ти, мәҫәлән, Рәсәй Федерацияһының Хөкүмәте.
– Әгәр беҙҙәге союз предприятиелары өсөн планда ҡаралған аҡсаны бирмәйһегеҙ икән, уларҙың эшмәкәрлегенән алынған аҡсаны баяғы бурысты ҡаплауға тотонасаҡбыҙ, – тине Ғәбитов.
– Мәйелегеҙ. Хәҙер бит донъяға һеҙ хужа. Элек билдәләнгән тәртипте үтәмәгән өсөн һеҙҙе яуапҡа тарттырып булмай. Сөнки – демократия!
Ғәбитов аптырабыраҡ сығып китте. Өфөгә ҡайтҡас, Рәхимов янына ла шул уҡ кәйеф менән инде.
– Беҙҙә тәртип бар әле ул, Мортаза Ғөбәйҙуллович. Ҡала, район, предприятие, хужалыҡ етәкселәре лә Юғары Совет рәйесе әйтте, тиһәң, ҡушҡанды йүгерешеп йөрөп үтәй. Тегендә кемдең кем икәнен дә белеүсе юҡ.
– Аҡса бирмәйем ти инде Павлов?
– Ҡайҙан алып бирһен инде ул? Аппаратына эш хаҡы түләрлек тә рәте юҡ.
– Былай булғас, бынан һуң СССР-ҙың Финанс министрлығына ла, РСФСР-ҙыҡына ла бер тин дә бирмәйәсәкбеҙ. Беҙгә үҙебеҙҙең декларация ошо хоҡуҡты бирҙе.
– Шулайтырға тура килә инде. Мәскәү менән бер яманлашмайынса барыбер булмаҫ.
– Яман күрһәләр күрерҙәр, инде күпме Мәскәүҙе һимертергә була!
Милли банк
Мәскәүгә артабан бер тин дә бирмәйәсәкбеҙ тип әйтеүе еңел. Тик нисек итеп бирмәҫкә һуң уны? Башҡортостан да, Мәскәү ҙә кеше түгел бер-береһенә кеҫәһенән сығарып аҡса бирергә. Кеҫә лә юҡ, шылтырап торған аҡса ла юҡ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Рәхимов финанс системаһын белеп бөтмәй ине. Бығаса ул аҡса мәсьәләһендә үҙҙәре эшләп сығарған нефть продукттары өсөн Мәскәүҙә ойошторолған главктан аҡса банкка килә һәм шунда һаҡлана икәнен белә ине. Әлеге аҡсаны завод, кәрәкһә, ҡағыҙ аҡса, йә ҡағыҙға яҙылған һандар рәүешендә тотона ала торғайны. Банк уны Мәскәүгә ҡайһылайтып ебәрә, Мәскәүҙән бында ни рәүешле килә – быларын Мортаза төпсөнөп йөрөмәне.
Хәҙер килеп уйға ҡалды. Мәскәүгә ебәрмәйем тиһәң, нисек итеп тотҡарларға һуң уны? Быныһын ул белеп бөтөрмәй ине. Тимәк, кемдәндер һорашырға кәрәк. Ә кемдән? Әлбиттә, финанс министры Насибуллин белә ул турала. Тик унан һорашҡыһы килмәне. Хәҙер Рәхимов Мәскәүгә аҡса ебәреүҙе тыйырға йөрөй тигән һүҙ тараласаҡ. Көнэлгәре тауыш сыҡмауы хәйерле бит. Шул саҡ ҡылт итеп Сәғетдинов иҫенә төштө. Унан һорашырға кәрәк. Сәғетдинов бик күпте белгән, аҡыллы һәм бик үткер кешегә оҡшағайны. Уның менән Рәхимов бер-ике тапҡыр осрашҡайны, һөйләшеп торғайнылар. Тик ҡайҙа эшләй икән һуң ул? Өфө ҡалаһы хакимиәтенең финанс бүлегенә етәкселек итте, тик унан китте. Артабан ҡайҙа урынлашты икән? Рәхимов телефонды күтәрҙе.
– Вилләр Йомағолович, миңә Сәғетдинов тигән кешене табығыҙ әле. Финанс өлкәһендә эшләй ул. Исемеме? Исеме пәйғәмбәрҙеке. Эйе, Мөхәмәт. Пәйғәмбәр тип шаярта торғайным мин уны.
Ярты сәғәттән күберәк үткәс, секретарь Ләлә өндәште:
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, Сәғетдинов Мөхәмәт Шәмсетдинович шылтырата.
– Мөхәмәт, сәләм! Һин ҡайҙа эшләйһең хәҙер? Эт менән эҙләп табып булмай.
– Һаумыһығыҙ, Мортаза Ғөбәйҙуллович. Мин хәҙер “Башкирэнерго”ла. Директор урынбаҫары.
– Ғүмер буйы урынбаҫар булдың. Ҡасан ул урынды баҫарһың һуң?
– Беҙгә, финансистарға, тик икенсе урын ғына тейеш. Беренсе була алмай, беҙҙең һөнәрҙең яҙмышы шулай. Беренсе – эш, аҡса – икенсе.
– Философ та икәнһең.
– Донъя өйрәтә.
– Миңә лә ҡайһы бер нәмәгә өйрәнергә кәрәк ине. Килеп сыға алмаҫһыңмы?
– Ҡасан барайым?
– Үҙ мәйелеңә ҡара.
Сәғетдинов – утты-һыуҙы күп кискән кеше. Әллә нисәмә урында эшләне, ҡала башҡармаһынан башҡа урында гел урынбаҫар. Шуға етәксенең “мәйелеңә ҡара” тигәнен бик яҡшы белә. Тимәк, хәҙер үк кәрәк. “Башкирэнерго” Аҡ йорттан йыраҡ та түгел. Шуға ун-ун биш минут самаһы уҙыуға, Сәғетдинов Рәхимовтың ҡаршыһында ултыра ине инде.
– Ай-һай, – тип аптыраны Рәхимов. – Ен кеүек килеп тә еткәнһең.
– Машина шәп йөрөй бит, – тигән булды тегенеһе.
– Уйлап-уйлап ҡарайым да, һинеке кеүек фамилия бик һирәктер ул. Мин бүтән осратҡаным юҡ.
– Беҙҙең яҡта бөтөн нәмә лә берҙән-бер һәм бик һирәк осрай. Мин бит Стәрлебаш районының Айҙарәле ауылынан. Айҙарәле тигән исемде бүтән ерҙә осратҡаным юҡ. Олатайымдың исеме Сәғетдин булған. Ул да һирәк. Беҙҙең фамилия олатайымдан килә.
– Улай икән. Хәҙер әйт әле, Мөхәмәт, предприятие, учреждение араһында аҡса тип йөрөтөлгән һандар нимә ул һәм нисек барлыҡҡа килә?
– Былар – алтын аҡсаны алмаштырған шартлы билдәләр. Ер йөҙөндәге бөтөн нәмәнең дә хаҡын алтын менән сағыштырып билдәләйҙәр. Әйтәйек, бынау өҫтәл фәлән грамм алтынға тиң. Ә алтын үҙе фәлән һум тора. Бына ошолай хаҡлана бөтөн нәмә лә. Элекке һеҙҙең завод уҙған айҙа бер мең тонна бензин сығарҙы, ти. Бензиндың тоннаһы 250 һум тора. Бер меңең 250 мең һум була. Бына ошо хаҡ.
– Банк беҙҙең 250 мең һумды бер ҡағыҙға яҙып ҡуя ла шуны яйлап бирә бара инде.
– Тап шулай.
– Беҙҙең бензинға хаҡты кем ҡуя?
– СССР-ҙың хаҡтар буйынса комитеты.
– Ә беҙгә аҡсаны кем билдәләй?
– Һеҙҙең главк. Ул уҙған айҙа һеҙ сығарған бензин күләмен ҡуйылған хаҡҡа ҡабатлай ҙа күпме аҡса эшләгәнегеҙҙе иҫәпләй.
– Уларҙың ошо тиклем аҡсаһы бар тип банкка әйтә инде?
– Улай уҡ түгел. Һеҙҙең дөйөм күләмдән Мәскәүгә ебәрелергә тейеш һалым һәм башҡа аҡсаларҙы тотоп ҡала, шунан үҙегеҙ бензин етештереүгә тотонған нефть, газ һәм башҡа монаят хаҡын алып ташлай ҙа һеҙҙең үҙегеҙҙең аҡсаны һанап сығара. Шуны банкка әйтә, ул заводтың фәлән һум аҡсаһы бар, ти. Һеҙ шуны артабан эш хаҡына, производство сығымдарына тотонаһығыҙ.
– Тимәк, беҙҙең аҡса күләмен главк һанап бирә.
– Эйе.
– Главк Мәскәүҙә ултыра бит инде.
– Эйе.
– Аҡса һанауҙы һәм бүлеүҙе предприятие үҙе башҡара алмаймы ни?
– Ала инде.
– Ул саҡта главктың да, Мәскәүҙең дә кәрәге ҡалмай. Шулаймы?
– Бер уйлаһаң, шулай инде. Главк артыҡ бер звено. Министрлыҡтар, йәғни хөкүмәт үҙенә уңайлы булһын өсөн уйлап сығарған.
– Ә банк нимәгә кәрәк?
– Банк һеҙҙең (һеҙҙең генә түгел, әйтәйек, бөтөн Өфөнөң, Башҡортостандың) аҡса тип аталған шартлы билдәләрегеҙҙе бергә йыя һәм кәрәкле күләмдәге яҙма аҡсағыҙҙы ҡағыҙ аҡсаға әүерелдерә һәм һеҙ эш хаҡы итеп таратһын өсөн уны үҙегеҙгә бирә. Шулай уҡ көн һайын магазиндарға, ашханаларға, бүтән сауҙа нөктәләренә килгән ҡағыҙ аҡсаларҙы йыйып алып, үҙенең махсус урындарында һаҡлай.
– Республика банкы Мәскәүҙәге үҙәк банктың күрһәтмәләрен үтәй. Шулаймы?
– Тап шулай.
– Күрһәтмәләрҙе үтәмәҫкә мөмкинме?
– Ниндәйҙер дәрәжәлә мөмкин. Тик ҡағыҙ аҡса берәмектәре бөтөн союзға бер булғанға күрә, үҙәктең ошо йәһәттән күрһәтмәләренән баш тарта алмай.
– Мөхәмәт Шәмсетдинович, минең һиңә үтенесем бар: беҙ Башҡортостанда үҙебеҙҙең банкты барлыҡҡа килтерә алабыҙмы? Алһаҡ, ул ниндәйерәк булырға тейеш? Шуларҙы уйлап, һәр яҡлап үлсәп, самалап, проект эшләп ҡара әле. Унан миңә һөйләрһең.
– Ярар.
Сәғетдинов Рәхимовты аңланы. Фекерен әйтмәһә лә, аңланы. Тел төбөндә Мәскәүгә буйһонмаған банк системаһын барлыҡҡа килтереү икәнлегенә төшөндө. Маладис, тип һығымталаны. Бойондороҡһоҙлоҡ тураһында декларация ҡабул итеү – бер эш, уны тормошҡа ашырыу мең эш шул. Кем шунан ҡурҡмайынса аҙым-аҙымлап алға бара, шул еңә. Тик бының өсөн күп, Рәхимовтың үҙе кеүек фекерләгән, үҙе кеүек көнө-төнө эшләгән күп егет һәм ҡыҙ кәрәк. Рәхимов, күрәһең, Сәғетдиновтың үҙен ана шундайҙарҙың береһе булыуын теләй. Ышанысы бар икән, ни эшләп үҙеңде һынап ҡарамаҫҡа? Күп йылдар икенсе булып, һәр саҡ күләгәлә йөрөнө. Бәлки, беренсе булып ҡарарғалыр. Ниңә, беҙ булдыра алмайбыҙмы ни? Бүтәндәр эшләй ала бит, беҙ һәләтле түгелме әллә?
Сәғетдинов ошолай сәмләнеп һәм булыуы ихтимал банкты “милли банк” тип атап, шуның киләсәген барларға тотондо. Тәүҙә Өфөләге Дәүләт банкы бүлексәһенең төҙөлөшөн өйрәнде. Бында бер ваҡытта ла эшләргә тура килмәне уға. Әммә республиканың Финанс министрлығында саҡта банк менән эш итте. Шул дәүерҙе иҫенә алды, хәҙерге ойошманың төҙөлөшөн өйрәнде. Ярай әле банкта таныштары бар ине. Уларҙан һөйләтте. Нисәмә тиҫтә йыл үтһә лә, банктың ҡоролошо әллә ни үҙгәрмәгән булып сыҡты.
Бының менән генә мөрхәтһенмәйенсә, Мәскәүгә бер барғанында финанс институтына китте. Ер йөҙөндә ниндәй банктар бар һәм улар нисек эшләй – шуларҙы белгеһе килде. Институтта банк эшмәкәрлеге буйынса кафедрала бер профессор Сәғетдиновты тыңлап ултырҙы ла артындағы шкафтан бер китап алды:
– Бына ошоно ҡарап сығығыҙ, унда һеҙҙең һорауҙарығыҙға яуаптар бар шикелле.
Сәғетдинов аҙаҡтан ҡараһа, китапты профессор үҙе яҙған икән дәбаһа. Бик яҡшы һәм кәрәкле булып сыҡты был баҫма. Унда ер йөҙөндәге бөтөн банктарға ла тиерлек баһа бирелгән. Ҡайһыһы клиенттар өсөн ҡулай, ҡайҙа эшмәкәрлеге ныҡ сикләнгән – бөтөнөһө лә бар. Әле эшләп килгән Союз банктарын хурламай профессор, әммә маҡтамай ҙа. Шунан сығып, һөҙөмтәне үҙең яһайһың инде. Сәғетдинов китапты бик ентекле уҡыны һәм проект яҙырға тотондо. Тәүҙә уны “Башҡортостан банкы” тип атағайны ла, аҙағыраҡ “Милли банк” тип үҙгәртергә булды. Сөнки һәр ил, үҙаллы төбәк үҙ банкын тап шулай тип атай. Ә Башҡортостандыҡы тиһәң, ул ошо ерҙеке генә булып аңлашыла. Ә банк үҙ эсендә генә ҡайнай алмай, һис шикһеҙ, бүтән донъя менән бәйле булырға тейеш.
Сәғетдинов үҙенең проектын яҙып бөтөрҙө лә уйға ҡалды. Ярар, үҙебеҙҙең милли банкты ойошторҙоҡ, ти, ә уны кем һаҡлар һуң? Ошо һорауына яуап таба алмағас, Рәхимовҡа китте. Тегенеһе уны шунда уҡ ҡабул итте лә, иҫәнләшкәс, күҙҙәренә текәлде, йәнәһе, йә, ни әйтерһең.
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, мин үҙебеҙҙең банк проектын эшләп бөтөрҙөм тиерлек. Тик бер нәмәгә килеп төртөлдөм дә ары китә алмай аптырап ҡалдым.
– Нимәгә төртөлдөң?
– Банк – бик үҙенсәлекле ойошма, уға бик яҡшы һаҡ кәрәк. Берҙән, иң яҡшы һаҡлау ҡорамалы, шунан бик ышаныслы һаҡлау командаһы. Сөнки унда бик күп аҡса һәм башҡа байлыҡ һаҡлана. Уның именлеген тәьмин итергә кәрәк бит. Бығаса ул эште Рәсәй Эске эштәр министрлығының махсус хеҙмәтенә ҡараған һаҡсылар отряды башҡарҙы.
– Шулар артабан да һаҡлай алмаймы ни?
– Улар, хеҙмәт кешеһе булараҡ, әлбиттә, һаҡлай ала. Тейешле ҡоралдары, техникалары ла бар. Әммә улар Рәсәйҙеке. Тик федераль министрлыҡҡа ғына буйһона. Мәҫәлән, Башҡортостандың Юғары Советы рәйесе булһағыҙ ҙа, һеҙгә буйһонмай һәм һеҙ ҡушҡанды үтәмәйәсәк. Беҙ банкты һаҡлауҙы артабан да шуларға ҡушабыҙмы? Кәбеҫтәгә кәзәне ҡарауылсы иткән һымаҡ.
– М-м, да... – тип ултырҙы Рәхимов. – Кәзә һәм кәбеҫтә... Әле генә, Мөхәмәт Шәмсетдинович, һинең һорауыңа яуап бирергә мин әҙер түгел. Уйлармын. Шунан осрашырбыҙ.
Эске эштәр
Төрлө объекттарҙы һаҡлау ошоноң һымаҡ эшмәкәрлектең бер һәм ябай ғына төрө ине. Уның кеүектәрҙе хөкүмәт даирәһендә эске эштәр тип йөрөтәләр. Шулай аталһа ла, ул республиканың эсендә генә ҡалмайынса, унан ныҡ ситкә лә сыға ине. Эске эштәр министрлығына йәмғиәттә дөйөм тәртип булдырыу йөкмәтелгән. Билдәле булыуынса, тәртип бөтөн ерҙә лә кәрәк. Өйҙә уны өй хужаһы урынлаштыра, тупһа аша сыҡтыңмы, йәмәғәт ағзаһы булараҡ, йәмғиәт тәртиптәренә буйһона башлайһың. Кем генә булмаһын, урам һепереүсенән башлап Юғары Совет рәйесенә тиклем бер тәртипкә буйһонорға тейеш. Ә Эске эштәр министрлығы шул тәртиптең һағында тора. СССР-ҙа, шул иҫәптән Рәсәйҙә, бер төрлө йәмғиәт тәртибе урынлаштырылған. Эстондарҙың Таллинында – бер, Мәскәүҙә икенсе тәртип түгел. Яҡшымы был, әллә яманмы? Эстондар быны дөрөҫ түгел ти. Сөнки урыҫ йәмғиәтендә, мәҫәлән, ҡыҙмаса булып кеше күпләп йыйылған ергә барыу ғәҙәти күренеш, ә эстонда был бик ныҡ гонаһ һанала. Элегерәк башҡорттарҙа ла шулай ине. Улар һуңғы ваҡытта ғына, ҡайһы берәүгә эйәреп, һуҡмыш йөрөй башланы. Йәмғиәттең эске үҙенсәлектәрен иҫәпкә алмайынса, бөтөн ергә лә бер төрлө тәртип индереүҙең бик алама һөҙөмтәләргә килтереүе ихтимал. Мәҫәлән, төньяҡ халыҡтарының тән һәм һаулыҡ торошо тураһында уйлап тормайынса, урта Рәсәйҙәге кеүек итеп араҡы һатыу, эскелекте маҡтау – был халыҡтарҙы алкоголизмға этәрҙе. Хәҙер улар алкоголик һанала. Меңәр йыл буйына алкоголь ҡулланмаған мосолман халыҡтары ла шул дәрәжәгә төшөп бара. Ошоноң кеүек хәл булмаһын өсөн һәр төбәк, һәр халыҡ үҙенең эске эштәр идаралығын булдырырға һәм йәмғиәттә үҙ тәртибен урынлаштырырға бурыслы...
Рәхимов ошондай һығымталарға килде һәм, бәлки, мин яңылышамдыр, тип бүтәндәрҙең шул турала фекерен белеште. Был турала һүҙ Башҡортостандың эске эштәр министры Хәсәнов менән дә булды. Уның менән йыш ҡына күрешә ине. Аҙна һайын хоҡуҡ боҙоу ваҡиғалары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе Хәсәнов Рәхимовҡа үҙе алып килеп бирә башланы. Ул ҡағыҙҙы ни эшләп үҙегеҙ тотоп йөрөйһөгөҙ, курьер ғына ҡабул итеү бүлмәһенә ҡалдырһа булмаймы ни, тип һорағандары ла булды. Булмай шул. Юғары Совет рәйесендә мәғлүмәт йыш ҡына һорау уята, шуларға аңлатма бирергә кәрәк бит. Ә рәйескә аңлатманы министрҙың үҙе биргәне яҡшы.
Был дүшәмбелә Рәхимов Хәсәнов килтергән мәғлүмәтте ҡарап ултырҙы ла уйламаҫтан һорау бирҙе:
– Бына был кешеләр ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙа ғәйепләнә. Ә ағасты машиналарға тейәп күрше өлкәләргә, йә сит илгә сығарып һатыусылар һәм уны һатып алыусылар ғәйепле түгелме?
– Закон һатыусыларға бик бәләкәй генә яуаплылыҡ һала, ә һатып алыусыға яуаплылыҡ ҡаралмаған.
– Ғәмәлдә бит һатып алыусы булғанға күрә һатыусы бар, һатыусы булғанға күрә ҡырҡыусы бар. Тимәк, улар берҙәй үк яуаплы булырға тейеш. Шулаймы?
– Шулай, әлбиттә. Тик закон бүтәнде һөйләй.
– Йәғни баштүбән ҡуйылған. Беҙҙең күрше ауылда бер кеше өй һалырға була. Бының өсөн ағасты урмандан ташыу һәм ҡырҡыу өсөн өмә яһай. Бер көн эсендә өйлөк бүрәнә ишек алдына килеп ята. Был турала кемдер милицияға хәбәр иткән. Милиция урман ҡырҡыусыларҙы эҙләп табып, рәшәткә артына ултыртып ҡуйған. Был эштә ҡатнашҡан бүтәндәргә һүҙ әйтеүсе лә юҡ. Атайым колхоз рәйесе ине. Был ваҡиға уға ла билдәле була. Ағасҡа ҡыҫылышы юҡ та, кешеләр колхоздыҡы бит. Шуға араға төшмәксе була һәм ауыл ҡарттарын йыйылышҡа саҡыра. Кем ғәйепле был эштә? Табығыҙ. Тегеләр оҙаҡ һөйләшә. Ниһайәт, ҡарар сығаралар. Ғәйепле – өй һалырға йыйыныусы. Болғаҡтың башында ул торған. Атайым өй һалыусы менән һөйләшә. Тегеңә ағас ҡырҡырға рөхсәт алырға ҡуша.
– Ғөбәйҙулла, нисек алайым мин уны? Бигерәк тә тәүҙә ҡырҡып, шунан ҡағыҙ юллағанды белһәләр, башым төрмәлә серейәсәк.
Атайым уға закондың тиҫкәреһен һөйләп тормай, урманға билет алырға ярҙамлаша. Шунан өй һалыусы милицияға барып ҡағыҙын күрһәтә. Урман ҡырҡҡандарҙы сығаралар, хатта яңылыш ултыртҡандары өсөн ғәфү үтенәләр. Рөхсәт буйынса эшләгәндәр бит. Бына ошонда ике фәлсәфәнең үҙ-ара бәрелешен күрәбеҙ ҙә инде. Беренсеһе, закон буйынса, – ҡырҡыусылар ғәйепле. Икенсеһе, бик борондан килгән ауыл йолаһына ярашлы, ғәйеп – өй һалыусыла. Беҙгә ҡайһыһы кәрәк?
– Беҙ ауыл кешеләре менән эш итәбеҙ, шуға улар өйрәнгән дөрөҫлөк кәрәк.
– Тап өҫтөнә баҫтың, Хәсәнов, беҙҙең милиция, милиция ғына түгел, хоҡуҡ һағында торған бөтөн органдар ҙа – милиция, прокуратура, суд – беҙҙең халыҡ белгән һәм өйрәнгән тәғлимәт буйынса йәшәргә тейеш. Ошоно эшләй алһаҡ, халыҡҡа йәшәү уңайлы булыр ине, тип уйлайым.
– Һеҙҙең фекер дөрөҫтөр, моғайын, Мортаза Ғөбәйҙуллович.
– Ризалашһаң, ана шул фекерҙе нисек итеп тормошҡа ашырып булыуын уйларға кәрәк. Беҙҙең йәмғиәт беҙҙең ҡанундарға таянып торһон ине. Уйлашҡас, һүҙҙе артабан дауам итербеҙ.
Хәсәнов сыҡҡас та Рәхимов өҫтәлгә беркетелгән төймәгә баҫты.
– Тыңлайым, Мортаза Ғөбәйҙуллович, – Ләлә был юлы тауышын күтәрмәй генә диҡҡәт менән яуап бирҙе. Юҡһа, сәрелдәй ҙә ебәрә торғайны. Күрәһең, берәйһе әйткәндер ҡатынға.
– Вилләр Йомағоловичты саҡыр әле.
Шуны ғына көтөп ишек төбөндә торған һымаҡ, Дауытов килеп тә инде.
– Вилләр Йомағолович, республикала һинең белмәгән кешең, башҡармаған эшең юҡ.
– Ай-һай, Мортаза Ғөбәйҙуллович, улай уҡ түгел...
– Бүлдермә, фекерҙе тарҡатаһың.
– Ғәфү үтенәм.
– Бына шул, һин кешеләрҙе беләһең. Суверенитет декларацияһын артабан үтәү өсөн союз, Рәсәй һәм беҙҙең мөлкәтте көйләй торған бер дәүләт органы кәрәк тип һанайым. Уға кемдең етәкселек итеүе мөмкин? Шул кешене табырға кәрәк.
– Аңланым, эҙләрмен.
Рәхимов, һүҙҙең бөтмәгәненә ишаралағандай итеп, тәҙрәгә ҡарап тора бирҙе.
– Минең тел осонда ғына берәү бар ул. Тик тарта алырмы икән, тип шикләнеп тә ҡуям.
– Кем икән инде ул?
– Барлыбаев.
– Хәлилме ни?
– Эйе.
– Булдырыр ул егет.
– Һин тотҡан ерҙән һындырма. Тәүҙә уйла, һәр йәһәттән үлсә.
– Ярар. – Шулай тине Дауытов. Әммә ишеккә ыңғайламаны. Быны шәйләгән Рәхимов:
– Әлегә шул, – тине.
– Минең бер һүҙ бар, Мортаза Ғөбәйҙуллович.
– Булғас, әйт һуң.
– Һеҙгә кадрҙар менән махсус шөғөлләнә торған бер кеше кәрәк. Сөнки был мәсьәлә көндән-көн ҙурая, көндән-көн ентекле һәм шул уҡ ваҡытта тиҙ хәл итеүҙе талап итәсәк.
– Ә һин һуң? Һин ни өсөн? Мин бит үҙеңде бөтөн кешене лә белә тип йөрөйөм.
– Мин республика кешеләрен аҙмы-күпме беләм. Ләкин ныҡлап түгел. Өҫтәүенә, Юғары Советтың секретары булараҡ, бүтән эшем дә бихисап. Кадрҙарға тотонһам, тегеләре тороп ҡала. Ә береһен дә ҡалдырырға ярамай.
– Дөрөҫ һандырайһың шикелле һин. Кадрҙар менән кем эшләй алыр ине тиһең?
– Уйлап ҡарарға кәрәк.
– Һин уйлағанһың бит инде. Кире осраҡта, был һүҙҙе башлап та тормаҫ инең. – Рәхимов хәйләкәр йылмайҙы.
– Бер нисә тәҡдим бар ул.
– Йә, һуҙма.
– Мәҫәлән, Илештең беренсе секретары Илдар Шәйәхмәтов. Йәш, белемле, кешеләрҙе белә, тәүлегенә 24 сәғәт эшләрлек.
– Ярар, тағы кем?
– Әле мәҙәниәт министры булып эшләгән Салауат Әминев. Шулай уҡ йәш, республика кимәлендә эш итә. Һәр һүҙе өсөн ҙур яуаплылыҡ тоя.
– Шулай уҡмы? Мин мәҙәниәт тирәһен бик үк белеп бөтмәгәс, уға иғтибар иткәнем булманы. Ярар, саҡыр икеһен дә, һөйләшеп ҡарайыҡ.
Рәхимов әлеге егеттәрҙең (уларҙың “егет” тип әйтелерлек йәш саҡтары ине әле) икеһе менән дә һөйләшкәс:
– Ярар, алайыҡ Илештекен. Гел Баймаҡ яғы булып китмәһен әле, көнбайыштыҡылар менән дә болғатыу кәрәк, – тип ебәрҙе. Дауытов баш сайҡап ҡуйҙы хатта. Был кеше кадрҙар сәйәсәтен махсус өйрәнмәгән, ә төп талаптарҙы былай ҙа белә икән. – Әминев тә – бик яҡшы әҙерлекле кадр. Әлегә резервта тороп торһон.
– Нисек тороп торһон? Эшенән китепме ни?
– Юҡ. Мәҙәниәт министры булып эшләһен әлегә. Торараҡ күҙ күрер.
– Кадр менән эшләргә мөдир генә түгел, аппараты ла кәрәк буласаҡ бит инде.
– Мөдире эшләй башлағас, төҙөрһөгөҙ. Әйткәндәй, был мәсьәләне Президиумда тәстиҡларға кәрәк буласаҡ. Шуға тиклем бүлектең исемен уйларға.
– Ойоштороу һәм кадрҙар эше бүлеге инде уның исеме. Шул эш менән шөғөлләнәсәк бит.
– Ярар, әлегә шулай булһын. Күмәкләп уйлашҡанда, бәлки, үҙгәрер.
Башма баш
Ғәбитов Мәскәүҙә Рәсәй Юғары Советы сессияһында сығыш яһағас, Башҡортостан кешеләренең күбеһе, республиканың тормошонда ниндәйҙер үҙгәрештәр булыр инде, тип көттө. Бигерәк ҡыйыу һәм ҡырҡыу сығыш. Элегерәк бер биш йыл, биш түгел, хатта ике-өс йыл элек бындай һүҙҙәр яңғыраһа, донъяның аҫты өҫкә килер ине. Дөрөҫөрәге, ундай сығыш булмаҫ ине. Ул заманда бындай сығышты теге өс хәрефле контора яҡын да ебәрмәҫ ине. СССР депутаты булһынмы, Рәсәй, йә автономиялы республикаларҙыҡымы, өлкә, крайҙыҡымы – һәр буласаҡ сығыш Мәскәүгә бармаҫ борон уҡ уҡылып, тикшерелеп, кәрәгенсә төҙәтелеп, шунан ғына “авторы”на рөхсәт бирелә торғайны. Әгәр берәйһе яҙылмағанса һүҙ әйтһә, бахырҙың башы бөттө. Уны иң алдан депутатлыҡтан бушаталар, шунан эшенән алалар, артабан ғаиләһен, туған-тыумасаһын, дуҫ-ишен пыран-заран килтерәләр. Шулай булырын белә тороп, кем яҙылмағанса һүҙ әйтһен?
90-сы йылдарҙа был ҡурҡыныс ҡалмағайны инде. Демократия тип ғорла ярыу бушҡа уҙмағайны. Депутат ҡына түгел, бүтән кеше лә теләһә ниндәй трибунанан нимә уйлай, шуны һөйләй башлағайны. Шуға Ғәбитовҡа уйлағанын әйтеү ҡыйын булманы. Тик әйтелгәндең йоғонтоһо ла элеккесә түгел ине инде. Элек оло трибунанан ғына түгел, иң мөсһөҙ гәзиттә булһа ла баҫылған мәҡәлә лә көслө яңғыраш ала, һәм яҙылғанды тормошҡа ашырырҙай ғәмәлдәр күрелә торғайны. Ә хәҙер...
Мәскәү һынлы Мәскәү трибунаһынан Ғәбитовтың Рәсәй Юғары Советын теткеләгән сығышы яңғыраны. Нимә булды? Һөҙөмтәһеҙ ҡалды сығыш. Әйтерһең, ул булмаған, әйтерһең, уны Ғәбитов тәнҡитләнеүсе кешеләрҙең күҙенә ҡарап әйтмәгән. Шым-шырыҡ, шып-шыма.
Ошоға аптыраған Рәхимов менән Ғәбитов Рәсәй Юғары Советында әйткән фекерҙәрҙе туҡтауһыҙ, үҙҙәре талап иткән үҙгәрештәр булғансы, ҡабатларға кәрәк тип һананы. Декларация ҡабул иткәнгә ун көн самаһы уҙғас, СССР Юғары Советының сессияһы булды. Ул саҡта Рәхимов ошо советтың халыҡ депутаты ине. Мортаза Рәхимов ер шарының алтынан бер өлөшөн алып торған ил халҡы ишетерлек итеп, Башҡортостан үҙенең дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итте, һәм бөтөн илдәрҙең, халыҡтарҙың ошо турала белеп тороуын, беҙҙең бойондороҡһоҙлоҡто таныуын һорайбыҙ, тине. Беҙ Рәсәй менән 1919 йылда уҡ федерация ҡорғанбыҙ. Әгәр бөгөн килеп Рәсәй хөкүмәте беҙҙең тиң хоҡуҡты танымаһа, бик насар буласаҡ, тип йомғаҡланы ул үҙ сығышын.
Рәхимов бының менән бер Башҡортостандың ғына фекерен белдермәне, Рәсәй эсендәге барлыҡ автономиялы республикалар ҙа тиерлек дәүләт бойондороҡһоҙлоғо тураһында декларациялар ҡабул итеп бөткәйне инде. Тимәк, Рәхимов уларҙың да уйын яңғыратты.
Әммә Рәсәй хөкүмәте һәм уның Юғары Советы ул республикаларға мөнәсәбәтен бер төрлө лә белдермәне. Әйтерһең, бер нәмә лә булмаған, әйтерһең, ярты ил шауламай, гөжләмәй, әйтерһең, Рәсәй етәкселәренең ҡолағына ҡурғаш ҡойолған. Ябай халыҡ был өнһөҙлөктө үҙенсә аңланы. Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһы урамында ике кеше һөйләшә, ти. Береһе:
– Беҙҙең тимер юл сортировкаһында бер ҡыҙыҡ хәл булды. Яңы поезд ҡора инек. Юлға сығырға тейеш вагондар араһында Башҡортостанға барырға тигән өсәү бар, Алыҫ Көнсығыштан килә, балыҡ тейәлгән. Үҙемдең уҙаҡташ менән һөйләштек тә, тегеләрҙе тупиктың иң алыҫына илтеп тыҡтыҡ. Бынан әллә ҡасан сыға әле улар, бәлки, балығы сереп бөткәнсе ултырырҙар. Был турала бригадалағы егеттәргә әйткәйнек, көләләр. Ултырһындар, тиҙәр. Уларҙың хәҙер суверенитеты бар бит. Шуны ашаһындар.
Быны Рәхимовҡа Зөфәр Йәнекәйев һөйләне. 1919-1920 йылдарҙа Рәсәйҙең Үҙәк хөкүмәте менән килешеү төҙөгән Башҡортостан үҙаллы йәшәп алып китмәһен өсөн иң ҡырталашҡан төбәк Өфө губернаһы, Өфө губернаһында Златоуст өйәҙе була. Етмеш йыл ғүмер уҙһа ла, мөнәсәбәт шулай уҡ ҡала. Кешеләрҙең ҡанына һеңгәнме икән ни хаслыҡ?
Яманлыҡ менән яҡшылыҡтың кеше ҡанына һеңһен өсөн нисә йыл, бәлки, быуат кәрәктер – быныһын бер генә ғалим да тикшермәгән һәм раҫламаған, әммә уның бер күренешенә Рәхимов үҙе шаһит булды. Башҡортостандың Свердловск өлкәһе менән иң сиктәш районында йөрөгән саҡта шофер, заправканы күргәс, машинаға яғыулыҡ ҡойорға рөхсәт һораны.
– Алаһың инде, – тине Рәхимов. – Машинаны бит һыу ҡойоп йөрөтөп булмай.
Заправкала байтаҡ ҡына машина сиратҡа теҙелгәйне. Өфө автомобилен күреү менән сираттың башындағы тиҙ генә артҡа бирҙе һәм килеүсегә урын бушатты. Был ғына аҙ, шоферы тышҡа сығып, ҡулын болғап, баш эйеп урын күрһәтте. Рәхим итегеҙ, йәнәһе. Был ҙур етәксенең машинаһын таныны, шуға сиратһыҙ үткәрә, тип уйланы Рәхимов. Яғыулыҡ һалып, үҙ урынына ултырған шоферҙан һораны:
– Нимә, әллә машинаны танып урын бирәләрме?
– Юҡ. Сиратта тороусылар – Свердловск өлкәһенән килгән машиналар. Үҙҙәрендә заправкаларҙа яғыулыҡ булмағас, бында йөрөйҙәр икән. Беҙҙә лә бензин сикһеҙ түгел бит инде. Шуға күрә беҙҙекеләр тәртип ҡорған. Башҡортостандың өс машинаһынан һуң Свердловскиҙың бер автомобиле яғыулыҡ ала. Беҙҙекеләр һирәк килә, ти. Шуға яттар беҙҙекеләрҙе кинәнеп үткәрә, өҫтәүенә беҙ өсөнсө машина булғанбыҙ.
“Бына ошо була инде ғәмәлдәге суверенитет”, – тип уйланы Рәхимов. Яғыулыҡҡа ҡытлыҡ Башҡортостан машиналарына ҡағылмаһын өсөн ниндәйҙер ҡағиҙә уйлап табығыҙ, тип үҙе ҡушҡайны ул. Нишләйһең, барыһына ла ҡола булып булмай, кемгәлер – аҡ, кемгәлер ҡара булырға тура килә, шуның өсөн ойошторолған бит дәүләт һәм уның сиктәре. Өсәүҙең береһенә булһа ла яғыулыҡ ҡоялар әле, ә Златоуста бер вагонды ла ебәрмәгәндәр.
Шуны белгән һымаҡ, Рәхимов юлдан ҡайтып эш бүлмәһенә ингәйне генә, “хөкүмәт” (Мәскәү менән тура бәйләнеш телефонын үҙ-ара шулай тип йөрөтәләр) шылтырарға тотондо. Бүлмә хужаһы трубканы алды.
– Тыңлайым. Рәхимов.
– Хәҙер премьер-министр Гайдар һөйләшәсәк.
– Эйе, тыңлайым.
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, һаумыһығыҙ.
– Һаумыһығыҙ.
– Һеҙ Силәбе өлкәһенә бензин биреүҙе тыйған, тиҙәр, шул дөрөҫмө?
– Дөрөҫ.
– Өлкә һынлы өлкәнең тамырҙарын ҡанһыҙ ҡалдырыуға тиң түгелме һуң был, Мортаза Ғөбәйҙуллович?
– Һеҙҙе мин экономист тип кенә белә инем, яңылышҡанмын, медик та икәнһегеҙ. Шуға күрә беләһегеҙҙер, ҡан йөрөп китер өсөн уның булыуы шарт, булһын өсөн әҙәм яҡшы туҡланырға тейеш. Шулаймы?
“Медик” өндәшмәне.
– Өлкә организмы буйлап йүгерергә тейеш ҡан булһын өсөн аҡса кәрәк. Ә Силәбенеке юҡ. Аҡсаһыҙ беҙ уларға бензин бирәйекме? Бирегеҙ Рәсәй ҡаҙнаһынан Силәбегә аҡса, ә улар беҙгә түләһен. Булыр бензин да, кәрәсин дә, бүтәне лә.
Рәхимов трубканы атып бәрмәксе булғайны, унда тауыш сыҡҡанға, яңынан ҡолағына терәне.
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, туҡта, ҡыҙмағыҙ әле. Бер тәҡдим бар.
– Йә.
– Һеҙ бит Себер нефтендә эшләйһегеҙ.
– Эйе.
– Нефть өсөн түләйһегеҙме?
– Аҡса булһа, түләйбеҙ.
– Булмаһа?
– Ниндәй ҡыҙыҡ кеше булдығыҙ әле һеҙ? Әле медицина, хәҙер юҡ-бар фәлсәфә. Теләһә нимә һөйләшеп ултырырға ваҡытым юҡ минең.
– Ҡыҙмағыҙ, Мортаза Ғөбәйҙуллович. Мин һеҙгә нефтте арттырырға тәҡдим итәм.
– Уны алырға аҡса юҡ.
– Аҡсаһыҙ.
– Нисек?
– Һеҙ нефть алаһығыҙ ҙа, эшкәртеп, бензинын һәм башҡаһын беҙ күрһәткән урындарға ебәрәһегеҙ. Улар металл, ҡорамал һәм бүтәне менән хисаплашыр.
– Минең әсәй башма баш ти торғайны был ысулды.
– Нимә ти?
– Башма баш. Күршеһенән һөт ала ине. Беҙҙең һыйыр юҡ саҡта. Бының өсөн йомортҡа бирә торғайны. Беҙҙең тауыҡтар бар ине. Һөткә йомортҡа башма баш булды, ти ине. Бөгөн шул ысулды Рәсәй премьеры тәҡдим итәме?
– Бигерәк уҫалһығыҙ ҙа инде, Мортаза Ғөбәйҙуллович. Телегеҙ әсе. Йә, ярар. Күтәрермен. Мин күндәм кеше ул. Йә, нефткә ризалыҡ бирәһегеҙме?
– Уйлап ҡарарға кәрәк. Ҡапылғара ғына өҙөп әйтә алмам. Башма баштың да иҫәбе була бит. Һанағас, шылтыратырмын.
Шылтыратты Рәхимов. Уға тиклем иҡтисад министрының урынбаҫары Барлыбаев һанауын тотоп инеп сыҡҡайны.
– Министр Власов өйҙә юҡ, – тине ул. – Бына, нефткә бензин башма башын һанап, мин килтерҙем.
– Ҡайҙа, күпме сығарҙың?
– Бер тонна нефткә 300 кило бензин йә 400 кило солярка.
– Бигерәк ныҡ ҡыҫҡанһың түгелме һуң? Күберәк тә ебәрһәң булыр ине.
– Һуң бит үҙебеҙҙең сығымдар бик күп. Уларҙы ҡаплатырға, халыҡҡа эш хаҡы түләргә лә кәрәк.
– Йә, ярар. Уларҙан нимә алырға уйығыҙ? Әйтәйек, Силәбенән?
– Уларҙан алырға нәмә күп ул. Исемлеген төҙөнөк.
– Шулар эсенә автозаправкаларҙы ла индерегеҙ. Алығыҙ заправкаларын. Шунда бензин һатығыҙ. Бына һеҙгә ҡулаҡса.
– Эйе шул. Вәт, исмаһам, баш Рәхимовта.
Мортаза көлөп ебәрҙе.
– Ярар, телеңә һалышма. Бар һанауыңды бел. – Үҙе, был егеттән эш сығырға оҡшай, тип һығымталаны.
(дауамы бар)
Читайте нас: