Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Октябрь 2020, 19:06

"Президент Рәхимов" Ғәлим Хисамов (икенсе өлөш)

Романдың беренсе өлөшө: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/Prezident-R-himov--lim-Hisamov-516002/ #Ағиҙел#АиҙелЖурналы#АғиҙелЖурналыХикәйә#ПрезидентРәхимов#ҒәлимХисамов

Юғары Совет рәйесе
1.
Рәхимов заводтың диспетчерына шылтыратты:
– Машина ебәрегеҙ әле, эшкә сығам.
Нисәмә йылдар буйына күнеккән ғәҙәт буйынса, сәй эсеп алғас, Мортаза тәҙрәнән тышҡа күҙ һалды. Аҡ “Волга” йорт янында ултыра ине. Өй хужаһы ҡатынына:
– Мин эшкә киттем, – тине лә тышҡа сыҡты.
Шофер ҡапыл машинанан сыҡты, йүгереп килеп хужа ултыра торған ишекте асты.
– Рәхим итегеҙ, Мортаза Ғөбәйҙуллович!
– Һин нимә ҡыланаһың, Миша? – тине Рәхимов. Ауыҙы ҡолағына еткән шоферға ҡарап, үҙе лә көлдө.
– Юғары Совет рәйесенә шулай итәләр түгелме һуң?
– Рәйесе өҫтәлһә лә, Мортаза Рәхимов тигәне шул көйө ҡала бит. Шуға ҡыланмаһаң да була.
– Бирһен Хоҙай.
Машина еңел генә ҡуҙғалып завод яғына китте.
Рәхимов кәңәшмәләр бүлмәһенең ишеген асыуы булды, ундағы кешеләр аяғөҫтө баҫып ҡул сабырға тотондо. Рәхимовтың урынбаҫары:
– Ҡотлайбыҙ, Мортаза Ғөбәйҙуллович, Башҡортостандың Юғары Советы рәйесе булып һайланыуығыҙ менән! – тип йылмайҙы.
Ҡул сабыуҙар йәнә гөрләргә тотонғайны, Рәхимов ҡулын күтәреп туҡтатты.
– Рәхмәт ҡотлауығыҙға. Эшләп булырмы унда, нимә, нисек эшләргә – бер нәмә лә белмәйем әле.
– Булыр, – ти һалды урынбаҫары. – Рәхимов яулай алмаған бейеклек булмай!
– Мин бөгөн һеҙҙең менән кәңәшмә үткәреп тормам инде. Уны урынбаҫарым башҡарыр. Ә мин һеҙҙең менән хушлашырға килдем. Оҙаҡ йылдар бергә уңышлы эшләгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, уңыштар теләйем!
Кеше тулы зал ҡапыл шып-шым булып ҡалды. Ҡатындарҙан кемдер һыңҡылдап иланы ла ебәрҙе. Боролоп ҡараш менән уны эҙләмәнеләр, сөнки ирҙәрҙең дә, ҡатын-ҡыҙҙың да күҙендә йәш ине.
– Үҙеңә уңыштар юлдаш булһын!
Рәхимов тиҙ генә сығып китергә кәрәклеген аңланы. “Еүеш” күренеште артабан да дауам итеүҙең кәрәге юҡ.
Рәхимов Черниковка аша, Октябрь проспекты буйлап Өфөнөң рәсми үҙәгенә барып еткәнсе тиерлек үҙен илап оҙатҡан кешеләр тураһында уйлап барҙы. Нисәмә тиҫтә йылдар буйы улар менән эшләне бит заводта. Уларҙан айырылып китеүе, ысынлап та, яманһыу шул.
Юғары Совет йорто йәшелгә буялғайны. Шуға уны “Йәшел йорт” ти ҙә ҡуялар. КПСС-тың Өлкә комитеты менән Министрҙар Советы урынлашҡанын “Аҡ йорт” тиҙәр. Быныһы аҡ мәрмәр менән көпләнгәйне.
Рәхимов “ҡабул итеү бүлмәһе” тигәндең ишеген асты. Иркен генә бүлмә ине. Унда бер ир менән бер ҡатын бар.
– Һаумыһығыҙ, мин Рәхимов булам.
– Һаумыһығыҙ, Мортаза Ғөбәйҙуллович. Рәхим итегеҙ. Мин Юғары Совет секретариатының башлығы Вилләр Дауытов.
– Мин секретарь Ләлә.
Рәхимов менән Дауытов төпкө бүлмәгә үтте. Шул арала Мортаза ишектәге яҙыуға иғтибар итте, үҙенең фамилияһын күреп, өлгөргәндәр, тип һығымталаны.
Рәйес бүлмәһе һәр рәсми ойошмалағы кеүек ине: ҙур яҙыу өҫтәле, икенсе мөйөштәрәк оҙон өҫтәл һәм ултырғыстар – кәңәшмәләр шунда уҙа инде. Стенала – тәбиғәтте һынландырған һүрәт һәм китап шкафы. Бер эшмәкәрҙең дә портретын элмәгәндәр. Бүлмәнең буласаҡ хужаһы кемде яҡын күргәнен ҡайҙан беләһең?
– Әйҙә, рәхим итегеҙ. Бына һеҙҙең урын, – Дауытов өҫтәл артына ишараланы.
Рәхимов ҡаты ултырғысҡа ултырҙы, бармаҡтарын өҫтәлдә бейетеп алды.
– Нимәнән башлайбыҙ инде, Вилләр Йомағолович? Мин бындағы тәртиптәрҙе белмәйем.
– Бында ла тәртип һәр ерҙәге кеүек. Танышыуҙан башлайыҡ. Хәҙер Президиум аппаратында эшләүселәрҙе йыям.
– Шулай итәйек.
Был иҫке Президиум аппараты ине. Элек Юғары Совет Президиумы ғына махсус аппарат тотто. Юғары Совет рәйесе лә, уның урынбаҫарҙары һәм башҡа депутаттарҙың бүтән төп эше бар ине, ә Совет эшен улар түләүһеҙ башланғыста башҡарҙы. Президиумдың документтар менән эшендә аппарат хеҙмәткәрҙәре ярҙам итте. Улар күп түгел, йәмғеһе ун кеше тирәһе. Әле уларҙың исем-фамилияһы, биләгән вазифаһын әйтеп таныштырҙы Дауытов. Күбеһенең өлкән кеше икәнлегенә ҡарап, былар аппарат хеҙмәтенең әсеһен дә, сөсөһөн дә татыған кешеләр, һин генә бер нәмә лә белмәйһең, тип һығымталаны Рәхимов үҙе тураһында.
Аппарат киләсәктәге эшкә яраҡлымы-юҡмы – быныһын ул да, бүтән берәү ҙә белмәй ине. Һуңғы сессияла депутаттар Юғары Совет Президиумына, элеккенән айырмалы, бик күп яңы эш йөкмәтте, әммә уны башҡарыусыларҙың һаны һәм сифаты тураһында һүҙ булманы. Элеккесә, Юғары Совет менән Президиум ике рәйескә беркетелмәне, ә берәүгә генә ҡалдырылды һәм ул республикала иң юғары вазифа тиелде. Хәҙер ул республика менән етәкселек итергә бурыслы. Шуны уйлап ултырған Рәхимов Дауытовҡа, залдағы кешеләргә ишаралап:
– Улар яңыса эшкә әҙерме? – тине.
– Тәнәфес иғлан итһәгеҙ, шунан һөйләрмен, – тине тегенеһе.
Рәхимов ялт итеп ҡарап алды Дауытовҡа. Ул ниндәй әҙәпһеҙлек, тиелгәйне ҡарашында, хужа ҡуша икән, үтә. Ә был тәнәфес иғлан итеүҙе таптыра. Шулай ҙа ултырышты туҡтатты. Кешеләр сығып киткәс:
– Ғәфү итегеҙ, – тине Дауытов. – Артабан һүҙ ошо кешеләрҙең киләсәге тураһында барасаҡ бит, шуға уларҙың алдында һөйләшеүҙе килештермәнем.
– Һеҙҙең серҙәрҙе ҡайҙан беләһең, – тип турһайҙы Рәхимов. – Беҙ ни заводта бер-беребеҙҙән бер нәмә лә йәшермәйбеҙ.
Дауытовтың тәҡдимдәрен ҡарап сыҡтылар, ҡабул итерлек нәмә күп ине бында. Шуға:
– Ярар, – тине Рәхимов. – Юғары Советтың иң яратҡан һүҙе менән әйткәндә, “нигеҙгә ҡабул итәйек”. Ҡалғанын киләсәк күрһәтер.
Әлеге тәҡдимдәрҙең ярап бөтмәгәне шунда уҡ күренде.
Иртәнән ҡара кискә тиклем ат һымаҡ эшләп өйрәнгән Рәхимов бер мәсьәләне һүтеү менән еңел һулаған Дауытовҡа текәлде:
– Артабан ни эшләйбеҙ?
Тегенеһе яурынын ғына һикертте. Рәйестең ни һорағанын ҡайҙан ғына беләйем, йәнәһе. Рәхимов саҡ ҡына уйланып ултырҙы ла телефон төймәләренә баҫты.
– Алло, Исмәғил Әхмәҙуллович, һинең ҡотҡоға эйәреп, әллә ниндәй һаҙлыҡҡа килеп баттым да нимә эшләргә белмәй ултырам. Килеп өйрәтеп китер инең, исмаһам.
– Хәҙер барам.
Унлап минут үттеме-юҡмы, Рәхимовтың бүлмәһенә Ғәбитов килеп инде.
– Һеҙҙең янда бына тигән ярҙамсы бар бит – Дауытов. Ул барыһын да аңлатыр тигәйнем, – тип күреште.
– Дауытов өйрәтә лә ул, тик эште аҙ ҡуша.
Быларҙы тыңлап торған Дауытов:
– Һеҙ тәнәфес яһап, сәй эсеп алһын, тигәйнем, – тип аҡланды. – Солтанов ағай шулайта торғайны.
– Солтанов сәй эскәндер ҙә ул, Рәхимов эсмәй шул. Белеп ҡуй. Йә, ниндәй эштәр әҙерләнең рәйескә?
– Юғары Советтың киләһе сессияһына көн тәртибен төҙөргә, материалдарын әҙерләргә кәрәк.
– О-о! Был эш бөгөн генә бөтәсәк түгел. – Ирҙәр өсәүләп өҫтәл тирәләй ултырҙы.
– Минеңсә, алдағы сессияла төп мәсьәлә булып суверенитет тураһындағыһы сығырға тейеш, – тине Рәхимов.
– Эш рәтен белмәйем тигән була, ә ниндәй еллеһен килтереп сығарҙы үҙе. – Ғәбитов Дауытовҡа шыбырланы.
– Былай булғас, был беҙҙе сыбыртҡылап эшләтә икән.
– Нимә шыбырлашаһығыҙ унда бисәләр кеүек. Бөтөн кеше ишетерлек итеп һөйләшегеҙ.
– Былай ғына һүҙ ул, – тигән булды Ғәбитов.
– Тәүҙә мин һармаҡҡа суверенитет тигәндең нимә аңлатыуын төшөндөрөгөҙ. – Рәхимов нимә уйлай, шуны ярып әйтте.
– Һин беләһең инде быны, Вилләр Йомағолович, һин журналист һәм сәйәсмән бит.
– Беҙҙең телгә әйләндергәндә, суверенитет – бойондороҡһоҙ тигән һүҙ. Рәсәй Федерацияһының Юғары Советы, мәҫәлән, үҙе ҡабул итергә йөрөгән декларацияла Рәсәйҙең сит илдәр һәм союздаш республикалар араһында үҙен тулыһынса бойондороҡһоҙ тип иғлан итмәксе була.
– Ә беҙ ниндәй суверенитет тураһында һүҙ алып бармаҡсыбыҙ һуң? Беҙ ҙә Башҡортостан сит илдәр һәм совет республикалары араһында бойондороҡһоҙ тип белдерәбеҙме? Австралия, Америка Ҡушма Штаттары өсөн беҙҙең суверенитет булды ни ҙә, булманы ни түгелме һуң?
– Дөрөҫ, шуға күрә беҙгә Ер шарындағы суверенитеттан бигерәк союздаш республикалар, Рәсәй Федерацияһы эсендәге суверенитет ҡәҙерлерәк бит.
– Вилләр Йомағолович, аппаратта ошо эштең бөтөн нескәлектәрен белгән юристар бармы?
– Юристар, әлбиттә, бар. Тик уларҙың беҙҙең рәүешле фекер йөрөтәме-юҡмы икәнлеген белмәйем.
– Ҡушығыҙ. Башҡортостандың суверенитеты тураһында декларацияның проектын яҙһындар. Шунан һуң нимәлер хаҡында аныҡ фекер йөрөтә башларбыҙ. Әлегә башта ҡайнаған бутҡанан башҡа бер ни ҙә юҡ.
– Ярар.
Һүҙгә Ғәбитов ҡушылды:
– Башҡорттарҙың “Урал” үҙәге әллә ҡасандан бирле суверенитет тураһында һөйләй бит. Уларҙың декларация яҙмауы мөмкин түгел. Шуны ҡарарға кәрәк.
– Яҡшы фекер.
– “Урал” үҙәгендәге төп шәхестәрҙең береһе Зөфәр Йәнекәйевкә ҡушырға кәрәк декларация яҙыуҙы. Был эште уға Хоҙай үҙе тапшырған.
– Дөрөҫ әйтәһең, Исмәғил Әхмәҙуллович, был эшкә депутаттарҙы ныҡ йәлеп итергә кәрәк. Сессияла ҡул күтәреп кенә ултырмаһындар, документтарҙы эшләүҙә ең һыҙғанып йөрөһөндәр. Шул саҡта уларҙы тикшереү ҙә эшлекле булыр. Шулаймы, Вилләр Йомағолович? – Рәхимов Дауытовҡа текәлде.
– Дөп-дөрөҫ.
– Дөрөҫ булһа, Йәнекәйевте саҡырығыҙ минең янға. Үҙем һөйләшәм. Бер юлы танышырбыҙ ҙа.
Йәнекәйевты ул көндө генә таба алманылар, Баймаҡҡа киткән, тинеләр. Иртәгә ҡайтып етергә тейеш. Ысынлап та, иртәгәһенә Зөфәр килеп етте.
– Оҙаҡ йоҡлайһың икән, – тип ҡаршыланы уны Рәхимов. – Ваҡыт төштән һуң, ә һин яңы торғанһың.
– Юҡ. Мин юлдан яңы ҡайттым.
– Шулаймы? – Рәхимов ирен ситтәре менән генә йылмайҙы. – Баймаҡтар нисек йәшәй унда? Сәләм әйтәләрме?
– Сәләмде ныҡ әйтәләр. Рәхимовҡа еткер, тормошто ул ғына рәтләмәһә, бүтәндәргә ышаныс ҡалманы, тиҙәр.
– Ҡаты талап ҡуйғандар. Тик нисек рәтләргә һуң тормошто?
– ...
– Ярар, бер аҙҙан үҙем барып күрешермен әле баймаҡтар менән. Ә хәҙер һин миңә әйт әле: нимә була ул суверенитет?
Йәнекәйев тәүҙә юғалып ҡалды. Юғары Совет рәйесе унан имтихан алыр тип уйламағайны бит. Шулай ҙа:
– Суверенитет – ул, француз философы Баден бынан 400 йыл ашыу элек билдәләгәнсә, сәйәси йәмғиәттә граждандар өҫтөнән урынлаштырылған иң юғары һәм сикһеҙ власть.
– Һин миңә лекция уҡыма, студенттарыңа уҡырһың. Һин миңә бөгөн суверенитет нимә аңлатҡанын әйт.
– Ул берәүҙең икенсеһен буйһондороу, уның өҫтөнән власть тип атала. Әйтәйек, Франция үҙенең ерендә унан да юғары берәү ҙә юҡ, ти һәм барыһы ла тик уға ғына буйһонорға тейеш, тип белдерә.
– Ташла әле шул француздарыңды. Рәсәйҙә, СССР-ҙа нимә ул суверенитет? Бына шуны әйт.
– Рәсәйҙә әллә нисәмә быуат элек бөйөк кенәз үҙенең власын бүтәндәрҙән өҫтөн тип иғлан иткән. Артабан батшалар үҙҙәрен иң бөйөк хаким итеп белдергән һәм бүтәндәрҙе уға буйһонасаҡтарына ант иттергән. Был һәр ваҡыт батшаға таж кейҙереү ғәләмәте менән ҡуша алып барылған. Һәр ошо ваҡиғала ла башҡорттарҙан вәкилдәр баш ҡалаға барған һәм таж кейҙерешеп ант иткән. Революциянан һуң большевиктар үҙҙәренең сәйәсәтен башҡаларҙыҡынан өҫтөн тип иғлан итеп, винтовка һәм ҡылыс менән ошо өҫтөнлөктө урынлаштырған. Йәғни, үҙенең суверенитетын халыҡ-ара кимәлдә һәм үҙ граждандарына танытҡан. Бөгөн Мәскәү СССР-ҙағы бөтөн республикалар, өлкә һәм тармаҡтар өҫтөнән үҙенең юғарылығын раҫлаған шарттарҙа йәшәйбеҙ. Рәсәйҙә Ельцин һәм уның командаһы ана шул өҫтөнлөктө алып ташлап, ил эсендә үҙен иң юғары власть итеп танытмаҡсы була. Бына ошо инде суверенитет, йәғни берәүҙең икенсеһенән өҫтөнлөгө.
– Вәт, рәхмәт. Берәү ҙә ошо рәүешле ябай һәм ентекле итеп аңлатмағайны. Хәҙер һин миңә шуны әйт: халыҡ та, беҙ ҙә – депутаттар – суверенитет талап итәбеҙ. Кемдән өҫтөн булырға итәбеҙ һуң беҙ? Кәрәкме беҙгә өҫтөнлөк?
– Беҙ бит өҫтөнлөк талап итмәйбеҙ. Беҙ тиңлек талап итәбеҙ. СССР эсендә союздаш республикалар дәрәжәһенә күтәрелмәк булабыҙ. Беҙ Үзбәкстан, Төркмәнстан, Азербайжандан кәмме ни? Еребеҙҙең ҙурлығы, иҡтисадтың үҫеше, кешеләрҙең белеме, әҙерлеге һәм башҡа яҡтан күп кенә союздаш республикаларҙан юғары. Ә беҙгә, һеҙгә автономия еткән, тиҙәр. Йәғни, ҡыҫҡартылған хоҡуҡҡа ғына эйәбеҙ. Союздаш була алмайбыҙ, сөнки беҙ Рәсәй эсендә ятабыҙ. Йәғни, дәүләт эсендә дәүләт була алмай, тиҙәр.
– Башҡортостан менән Татарстандың союздаш республика була алмауы тураһында Сталин ысынлап та әйткәнме?
– Эйе, әйткән. Хәҙер Сталинды ҡәһәрләйҙәр, әммә нисәмә тиҫтә йылдар элек шуға йәбешеп яталар. Сөнки был күптәрҙең уй-фекеренә, өҫтөн булырға тырышыуына тап килә.
– Әйт әле, Зөфәр, беҙгә сәйәси суверенитет кәрәкме ул? Әллә иҡтисад суверенитеты етәме?
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, был ике суверенитет шул тиклем бер береһе менән бәйле, уларҙы айырып алып булмай. Иҡтисад суверенитеты сәйәсиһеҙ һәм киреһенсә мөмкин түгел. Ә шулай ҙа иҡтисадтыҡы мөһимерәк. Унһыҙ бер нәмә лә булмай, ашар ризыҡ та, эсәр һыу ҙа һәм суверенитет та.
– Быныһы шулай. Зөфәр, һин миңә һөйләгәнеңде, йәғни Башҡортостандың суверенитеты тураһында яҙ әле, шунан һөйләшербеҙ.
– Ярар.
– Һинең тирәлә үҙең кеүек егеттәр бармы?
– Минең кеүек фән менән шөғөлләнеүселәрме?
– Эйе.
– Бар. Хәлил Барлыбаев тигән шәп егет бар. Иҡтисадсы. Фән кандидаты. Рәшит Шәкүр, кандидат. Марат Ҡолшәрипов – тарихсы, кандидат.
– Һин миңә шул егеттәрҙе ебәр әле. Күрешеп һөйләшәйем. Беҙгә бында аппаратта эшләргә кешеләр кәрәк. Ғөмүмән, таянырҙай егеттәрһеҙ бер ни ҙә ҡылып булмай бит. Ә үҙең бында эшләр инеңме?
– Әллә. Ниндәй эш, ниндәй шарттар бит.
Рәхимов телефондан шылтыратты.
– Вилләр Йомағолович, һиңә хәҙер Йәнекәйев инер. Уны аппаратҡа алыу-алмау тураһында һөйләш әле.
Ошо көндән башлап Башҡортостандың суверенитеты тураһында декларация проектын эшләү ҡыҙҙы. Рәхимов үҙенең фекерен әйтә йөрөнө, шул уҡ ваҡытта бүтәндәрҙең дә был турала нимә уйлағанын белергә тырышты. Бер көн уның янына Министрҙар Советы рәйесе Мирғәзәмов инде. Бының йомоштарын йомошлап бөткәс, Рәхимов:
– Һин суверенитет хаҡында нимә уйлайһың? Һеҙҙең тирәлә уның тураһында ниндәй фекерҙәр йөрөй? – тине.
– Беҙ бит, Мортаза Ғөбәйҙуллович, башҡарма орган. Һеҙ нимә ҡушаһығыҙ, шуны үтәйбеҙ.
– Ярар, бахырланма. Сәйәсәт менән бик ныҡ булғанығыҙҙы ла беләбеҙ. Шунан сығып тәҡдим: суверенитет тураһында декларация проекты эшләгеҙ, шунан дөйөм берәүҙе яһарбыҙ. Һеҙҙә яҡшы яҙа торған кеше бар бит?
– Бар. Әйүпов.
– Һинең урынбаҫарыңмы?
– Эйе.
– Бығаса ҡайҙа, гәзиттә эшләгәнме әле ул?
– Эйе, “Совет Башҡортостаны”ның баш мәхәррире ине.
– Яҡшы. Бик әҙерлекле егет тиҙәр уны. Әйҙә, яҙһын декларация проектын.
Юғары Совет Президиумы ултырышында ла ошо хаҡта һүҙ сыҡты. Дөрөҫөрәге, Рәхимов үҙе ҡуптарҙы.
– Суверенитет буйынса кемдә ниндәй фекер бар? – тип башланы ул, был мәсьәлә ултырыштың көн тәртибендә булмаһа ла. – Мин белеүемсә, проектты беҙ, Министрҙар Советынан башҡа байтаҡ йәмәғәт ойошмаһы ла әҙерләй икән. “Отечество” гәзите тирәһендә ойошоусылар, ТОЦ, “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге әҙерләй һәм улар үҙ проекттарын депутаттарҙың сессияһына сығарырға йыйына, ти.
– Улай булһа, сессия түгел, баҙар була инде, – Демин үҙ фекерен белдерҙе.
– Дөрөҫ, әле әйткән биш проект, тағы ла бер нисәү сығарылһа, уларҙы тикшереү бер генә түгел, әллә нисә көнгә һуҙылырға мөмкин. – Быныһын Мусин әйтте.
– Нимә тәҡдим итәһегеҙ?
– Проекттарҙы тәүҙә гәзиттәрҙә баҫтырайыҡ. – Дауытовтың күҙҙәре янып китте. – Шунан теләгән һәр кеше үҙ фекерен редакцияға яҙып ебәрһен. Тегенеһе, фекерҙе лайыҡ тип тапһа, гәзиттә баҫып сығарыр.
– Яҡшы тәҡдим. Яңы демократия талаптарына тап килә. Ә сессияла беҙ төп тәҡдимдәрҙе тикшерербеҙ.
– Ул сағында проекттар буйынса махсус комиссия төҙөйөк, ул проекттарҙы гәзиттәрҙә баҫып сығарырға әҙерләһен.
– Юҡ. Мин комиссия төҙөүгә ҡаршы. Сөнки уны проекттарҙы тәүҙә төҙәтеп, шунан гәзиттәргә биреүҙә ғәйепләйәсәктәр. Иң яҡшыһы – проект нисек яҙылған, шул көйө редакцияларға бирелһен. Ә тегеләр, өтөрөн дә үҙгәртмәйенсә, баҫып сығарһын.
– Дөрөҫ.
Оҙаҡламай республика гәзиттәрендә Декларация проекттары баҫыла башланы. Тәүҙә айырым кешеләр тәҡдим иткәндәре булды. Әйтәйек, тарихсы Билал Юлдашбаев, Башҡортостанда йәшәгән күп милләтле халыҡ суверенитетҡа эйә, ә башҡорт халҡының суверенитеты территория менән сикләнмәй, тип белдерҙе.
М. Сальников һәм бүтән юристар үҙ вариантында, нигеҙҙә, шул уҡ фекерҙе һөрҙө.
Өфө халыҡ депутаттары алғы планға иҡтисадты сығарыу менән бергә Башҡортостандың РСФСР-ҙан айырылыу, Рәсәй гражданлығынан баш тартыу, республикала уның закондарының бүтәндәрҙән өҫтөнлөгөн, башҡорт телен дәүләт теле итеп таныу, үҙ таможняһын, аҡса системаһын булдырыу кеүек мәсьәләрҙе референдум аша хәл итеү фекерен сығарҙы, һәм улар күпселек халыҡ фекере менән тап килмәй ине.
А. Аринин Башҡортостандың суверенитет иғлан итеүенә бөтөнләй ҡаршы сыҡты. Ул, бер дәүләттә – Рәсәйҙә ике суверенитеттың булыуы мөмкин түгел, тип белдерҙе.
“Урал” халыҡ үҙәге, Башҡортостандың суверенитеты нигеҙендә башҡорт халҡының суверенитеты ятырға тейеш, тигән фекер үткәрҙе.
Татар халыҡ үҙәге үҙ проектын тәҡдим итмәһә лә, ҡабул ителәсәк Декларацияла башҡорт теле менән бер рәттән татар теле лә дәүләт теле тип танылһын, тип барҙы.
1990 йылдың яҙ аҙағында ҡупҡан суверенитет фекере торған һайын күперҙе, торған һайын күберәк кешенең күңелен биләне, ул турала һөйләмәгән бер генә йорт та, бер генә ғаилә лә ҡалманы тиһәң, арттырыу булмаҫ.
“Урал” халыҡ үҙәге, Башҡортостандың суверенитеты иғлан ителергә тейеш һәм уны Юғары Совет үҙ сессияһында ҡабул итһен, тип талап ҡуйҙы һәм ошо фекерҙе яҡлаусыларҙың ҡултамғаларын йыйыуҙы ойошторҙо. Ҡултамға йыйыуҙың ике мөһим яғы бар ине. Берҙән, ул халыҡ демократияһының бер формаһы булһа, икенсенән, тиҫтә-тиҫтә йылдар буйы ауыҙына һыу уртлаған кеүек өндәшмәй ятҡан халыҡты ҡужғытты. Һәр кеше ҡул ҡуйыр алдынан нимә өсөн ҡул ҡуясағын уйланы һәм үҙенең, йәшәгән төбәгенең, республиканың хәлен баһаларға мәжбүр булды, йәғни кешеләрҙең гражданлыҡ әүҙемлеге уянды.
Юғары Совет адресына тоҡлап-тоҡлап хат килде. Дүрт йөҙ меңгә яҡын ҡултамға йыйылған, тинеләр. Ул саҡта Башҡортостанда йәшәгән һәр икенсе башҡорт тиерлек ҡул ҡуйған булып сыға. Халыҡтың был тиклем әүҙем булғаны юҡ ине әле. Әлбиттә, Юғары Совет был хәлде иҫәпкә алырға мәжбүр булды.
2.
Төш ваҡыты етеп килә ине, Дауытов рәйестең бүлмәһенә инде лә ишек төбөндә туҡтаны. Яҙышып ултырған Рәхимов башын күтәрҙе.
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, ашарға бараһығыҙмы?
Мортаза стеналағы сәғәткә күҙ ташланы ла:
– Бер булып та килә икән, әйҙә, барайыҡ һуң, – тип урынынан ҡуҙғалды.
Юғары Совет Президиумының бәләкәй генә ашханаһы бар. Министрҙар Советындағы ҙур ашханала бешереп, бында килтереп туҡландыралар бәләкәй коллективты.
Бүтән көндә өҫтәлдә меню ята торғайны, бөгөн күренмәй. Мортаза тирә-яғына ҡаранды ла өндәшмәне. Ашнаҡсы төшлөк ризыҡты батмусҡа ҡуйып килтерҙе.
– Былар бөгөн меню-фәлән яһап тормаған икән, – тип Рәхимов ҡалаҡҡа үрелде.
– Бөгөн ашау наҡыҫ булыр инде, – Дауытов һүҙ башланы.
– Нишләп?
– Ашарға алырға ашнаҡсы үҙ аҡсаһын тотонған. Уның аҡса ғынаһы инде, үҙегеҙ беләһегеҙ.
– Ә ни эшләп үҙ аҡсаһын? Нимә, беҙҙең ризыҡ өсөн түләргә рәтебеҙ юҡмы ни?
– Элек ашханаға килә торған ашамлыҡ өсөн дәүләт бюджетынан аҡса бүленә торғайны. Шул аҡсаға ризыҡ алына, бешереү-төшөрөүселәргә түләй торғайныҡ. Аҙаҡтан ошо сумманы бюджетҡа һәр кем ашағаны өсөн түләп, кире ҡайтара ине. Был бюджет көнэлгәре раҫлана, шул нигеҙҙә финанс министрлығы Министрҙар Советы аппаратына бүлә, ә тегенеһе ашауҙы ойоштороуға тотона торғайны. Юғары Совет Президиумының элекке рәйесе Фәйзулла Вәлиевич Солтанов ошо бюджетты раҫлау ҡарарына ҡул ҡуймаған булып сыҡты. Ығы-зығыла онотолоп ҡалғандыр, моғайын. Хәҙер Министрҙар Советы рәйесе Мирғәзәмов, бюджет раҫланмаған, тип аҡса бүлеүҙе тыйған һәм бөгөн ашханалар эшләй алмай.
– Мирғәзәмов үҙе лә ашамаймы?
– Өйөнән килтерә, ти.
– Бюджет документтарын раҫлатырға ни эшләп миңә индермәйһегеҙ?
– Ярамай. Ул саҡта Солтанов эшләгән һәм тик уның ҡулы ғына дөрөҫ.
– Өйөнә барығыҙ һуң.
– Барҙым инде. Өйҙә юҡ. Бер аҙнаһыҙ ҡайтмай.
– Хәҙер аҙна буйына ас ултырабыҙмы?
– Әллә инде. Мирғәзәмов һымаҡ өйҙән ташып ашамаһаҡ.
Рәхимов тотҡан ҡалағын ташланы ла сығып китте. Бүлмәһенә инеп, телефон һандарын йыйыҙы.
– Марат Парисович, һаумыһың? Һин беҙҙе асҡа ҡаҡларға булдыңмы?
– Мин ни эшләтәйем? Бюджет раҫланмаған. Уны Министрҙар Советы түгел, Юғары Совет эшләй.
– Тимәк, Юғары Совет асҡа ҡаҡлай?
– Шулай булып сыға инде.
– Солтанов ҡайтҡансы рөхсәт итеп тор. Шунан ул ҡул ҡуйыр.
– Мин шулай итергә тигәйнем дә, минфиндың ҡыҙҙары аҡса ебәрмәй.
Рәхимов телефон трубкаһын шап һалып ҡуйҙы ла финанс министрына шылтыратты. Тегенеһе трубканы алманы. Төш ваҡыты бит, урынында юҡтыр. Рәхимов бюрократияны һүгә-һүгә, ишекле-түрле йөрөп, сәғәт ике тулғанын көтөп алды. Шунан шылтыратты. Трубкала ир кеше тауышы сыҡты.
– Һаумыһың. Кем әле был?
– Хәсәнов, финанс министры.
– Рәхимов был. Һин тиҙ генә минең янға килеп ет әле.
Хәсәнов ышылдап, йыш-йыш тын алып килеп керҙе. Йүгергән, күрәһең.
– Тыңлайым.
– Бер нисә көнгә минең яуаплылыҡта бюджет аҡсаһын тотоноп тора алаһыңмы?
– Белмәйем. Күпме аҡса һәм ниндәй маҡсатта бит.
– Ашханаларҙы эшләтергә етәрлек күләмдә.
– Ә-ә. – Хәсәнов был турала белеүен ишараланы. – Була торғандыр, моғайын. Тик минең исемгә хат яҙырға кәрәк. Хәҙер. – Был секретарь янына сығып китте һәм бер аҙҙан ҡағыҙ тотоп инде:
– Бына, ошоға ҡул ҡуйһағыҙ, аҡсаны тотонорға рөхсәт була.
Рәхимов ҡул ҡуйҙы.
– Ошо мөмкинлекте Мирғәзәмов белмәй инеме ни?
– Белә, әлбиттә.
– Һиңә ул турала өндәшмәнеме?
– Юҡ.
Аптыраны Рәхимов. Нисек инде республика һынлы республиканың иң яуаплы кешеһе кәрәкле бер бәләкәй генә мәсьәләне хәл итмәй ултыра. Ә эре мәсьәләгә ҡағылһаң ни булыр?
Хәсәнов китеп, бер аҙ үткәс, батмусҡа сәйгүн менән сәй, бер нисә бөртөк печенье һалынған һауыт ултыртып, секретарь Ләлә инде:
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, сәй эсеп алығыҙ.
Ҡыҙ кире сыҡҡанда ябылып бөтмәгән ишектән Дауытовтың тауышы ишетелде.
– Уның янына береһен дә индермәй тор. Сәй булһа ла эсеп алһын. Төшкөлөгөн ашамаған ул.
3.
Башҡортостандың суверенитеты тураһында Декларация проекты әҙер булғас, тағы ла бер мәртәбә ҡарап сығырға тип Рәхимовҡа индерҙеләр. Мортаза уны ентекләп уҡып сыҡты ла ҡулына ручка алды, республикала дәүләт телдәре тигән һөйләмде яңынан уҡыны. Башҡортостан Республикаһында башҡорт һәм рус телдәре дәүләт телдәре булып тора, тиелгәйне. Рәхимов башҡорт һәм рус һүҙҙәрен урындары менән алмаштырҙы. Ошолай дөрөҫөрәк булыр. Рәсәй Декларацияһында бер дәүләт теле ҡаралған, әммә унда милли республикаларҙа дәүләт теле тип бүтән тел дә булыуы ихтимал, тиелгән. Тимәк, бүтән тел рус теленән һуң икенсе урында. Беҙҙә лә шулай булһын.
Ошо төҙәтмәнән һуң да ручкаһын һалманы әле Рәхимов. Кисәге хәл тынғы бирмәйенсә, күңелен тырнап тик тора бит. Эштән ҡайтып, ғәҙәттәгесә, йыуынып, кейем алмаштырғас, аш бүлмәһенә инде лә, һәр саҡтағыса, үҙ урынына ултырҙы. Шул саҡта ғына ҡатынының турһайып йөрөгәненә иғтибар итте.
– Ни булды? Ниндәй себен тешләне? Нишләп иренең ослайған? – тине ир.
– Булманы.
Шул мәлдә шалтыр итеп ҡалаҡ төшөп китте. Ҡатынының ғәҙәтен белеп бөткән Мортаза, бында себен-серәкәй генә түгел, ҙурырағы ҡатнашҡанға оҡшай, тип уйланы.
– Ҡайтып кергәс, хатта һаулашмайһың да. Беҙҙең кеүек татар бисәһен бар тип тә белмәй инде.
– Һаулашманыммы ни, ғәфү ит. Күпме ғүмер кисереп, бер-беребеҙҙе татарға йә башҡортҡа бүлмәй торғайның, хәҙер нимәгә кәрәк булды инде?
– Мин түгел, һин бүләһең бит. Имеш, Башҡортостанда башҡорт теле генә дәүләт теле булырға тейеш, татарҙыҡы – юҡ.
– Ҡайҙан алып һөйләйһең һин быны?
– Ана, Мәскәү радиоһы таҡылдап тора. Ул ғына аҙ тойолһа, урамға ҡара: халыҡ татар теленә дәүләт статусы һорай.
Мортаза тышҡа күҙ һалды. Бер нисә кеше “Татар теленә – дәүләт статусы” тип яҙылған бер плакат тотҡайны. Бында үҙенең ҡатынының да ҡатнашы бар икәнен шәйләне Рәхимов. Юҡһа, кешеләр уның йәшәгән ерен ҡайҙан белһен? Ул бит республика чиновниктары һымаҡ ҡаланың үҙәгендә тормай. Черниковканың бер осонда, эшсе халыҡ араһында. Ә эшселәрҙә әле тел ҡайғыһы түгел, уларға тәү сиратта ашарға кәрәк. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, берәү ҙә ашарға һорап, плакат тотоп, уның тәҙрәһе төбөндә тормай.
Рәхимов тәҙрәнән китеп, ҡатыны алдына килеп баҫты:
– Беләһеңме нимә, Луиза. Һин сәйәсәт менән шөғөлләнеүеңде ташла. Өйҙә берәү сәйәсәтсе булған да етәр. Сәйәсәт – ул бик аяуһыҙ нәмә, уның аҙағы ҡапма-ҡаршы тороусыларҙың береһенең һис шикһеҙ дөмөгөүе менән бөтә. Минең өйҙә ҡорбан кәрәкмәй.
Кисә ошондай һөйләшеү булғайны. Шуға тел мәсьәләһенең республикала бик киҫкен тороу ихтималлығын самаланы. Ике телле ғаиләләр бик күп, телдәрҙе бүлһәң, был ғаиләләрҙе бүлгеләүгә килтермәҫме?
Рәхимов йәнә ручкаһын ҡулға алып, телдәр тураһындағы һөйләмде һыҙып ташламаҡсы булғайны ла, тыйылды. Торһон әле, тип уйланы. Бәлки, ул яңылыша торғандыр. Өҫтәүенә был декларация проект ҡына бит. Ашыҡмайыҡ.
4.
Кешенең күңел торошо, һауа торошо һымаҡ, төрлөсә була. Һис сәбәпһеҙгә генә көйәләнеп китә, ҡайһы берҙә бәләкәс кенә шатлыҡ ишаратын ҙур итеп ҡабул итә һәм ҡыуанысының сиге булмай. Бөгөн Рәхимовтың нишләптер театрға барғыһы килде. Юҡ, театр, концерт, йә бүтән күңел асыу саралары тип йығылып барған кеше түгел ул. Тура килгәнендә ҡарай уларҙы, юҡ икән, йөрөй бирә. Ә бөгөн ни эшләптер театрға барғыһы килде. Ҡатыны ла бер көн, күптән театр күргән юҡ, тип һөйләнә ине. Барғыһы, йөрөгөһө киләлер инде. Театр ҡарауҙан бигерәк кеше араһында ҡайнау һағыныуын баҫалыр. Бөгөн ниндәй спектакль икән, билет алырға берәйһен ебәрергәме? Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына, тиҙәрме әле. Шуның кеүек булды. Секретарь Ләлә:
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, Опера һәм балет театры директоры Радик Гәрәев шылтырата, – тине.
– Алло. Мортаза Ғөбәйҙуллович, бөгөн яҡшы опера, Заһир Исмәғиловтың “Салауат”ы. Киләһегеҙме әллә?
Рәхимов театр тураһында уйлағанда, Башҡорт драмаһын күҙ уңында тотҡайны ла бит. Быныһы ла ярай инде. “Салауат” ти бит.
– Рәхмәт иҫкә төшөрөп саҡырыуыңа. Барырбыҙ еңгәң менән. Нисәлә башлана?
– Етелә. Ләкин һеҙ иртәрәк килегеҙ.
– Ярар.
Рәхимов өйөнә шылтыратты:
– Луиза, бөгөн театрға барабыҙ. Операға. “Салауат”ты йырлайҙар. Сәғәт алтыға машина ебәрәм. Сығырһың.
– Алты иртә булмаймы ул?
– Тап-таман була. Егерме минут беҙҙең өйҙән бында тиклем. Шунан йәйәүләп кенә барырбыҙ, әҙерәк һауа алмаштырып.
Ун биш минут
етенселә Рәхимов бүлмәһенән сыҡты ла ишекте үҙ асҡысы менән бикләне һәм ҡаршыһында аптырабыраҡ торған Работяевҡа:
– Театрға барабыҙ, оперныйға, – тине.
Тегенеһе өтәләнергә тотондо.
– Алданыраҡ әйтһәгеҙ булманымы, Мортаза Ғөбәйҙуллович. Беҙгә бит маршрутты асыҡларға кәрәк.
– Нимәһен асыҡлайһың уның? Эргәлә генә торған театрға ни.
– Шулай ҙа ул.Әммә...
Мортаза ҡаты ғына итеп әймәксе булды ла тыйылды. Әллә нимә тип шул ҡарауылды таҡтылар бит. “Нимәгә һаҡларға инде? Кемгә кәрәк мин?” – тип уйланы.
Работяев шунда уҡ аҫҡа йүгерҙе. Рәхимов тышҡы ишеккә килеп еткәндә, ҡарауылдың ике кешеһе театрға табан йүгерә ине. Тап шул ваҡытта машина килеп туҡтаны, һәм унан Луиза төштө.
– Теп-теүәл мин әйткәнсә килдең. Әйҙә.
Луиза ирен ҡултыҡлап алды.
Радик Гәрәев ҡунаҡтарын ишек төбөндә ҡаршыланы. Ҡул биреп күрешкәс, үҙенең бүлмәһе яғына әйҙәне.
– Теге саҡта һеҙ ҡушҡанды үтәнек, Мортаза Ғөбәйҙуллович. Опера тыңлауҙан бигерәк шуны күрһәтергә саҡырҙым. – Директор бүлмәләрҙе асты. – Аҡсаны ике бүлмәгә тип бирҙергәйнегеҙ, мин өсәүгә еткерҙем. Бына, ишек ҡуйҙырҙым. Төпкө бүлмә һеҙҙеке буласаҡ. Сисенеп, кейенеп, тәнәфестәрҙә ял итеп алыр өсөн.
Ҡунаҡтар күрһәтелгән урынға өҫ кейемдәрен сисеп элде. Ситтәрәк торған Радик:
– Эй, Мортаза Ғөбәйҙуллович, тағы шул шырышып бөткән һоро костюмыңды кейеп килгән икәнһең. Мин һиңә әйттем бит, театрға быны кейәһе булма тип. Театрға йөрөй торған бик яҡшы костюмың булырға тейеш. Бына ошонда элеүле торорға тейеш ул. Бигерәк некультурныйһың да инде.
Шул ыңғай Радик, аяғы нимәгәлер эләгеп, йығылып китте.
– Кейен, – тип яндырайланды Рәхимов ҡатынына. – Ҡайтабыҙ. Бындай иҫерек кәзәнең спектаклен ҡарап йөрөргә ни! – Шарт та шорт кейенделәр ҙә сығып та киттеләр. Бындайҙы көтмәгән театр хеҙмәткәрҙәре асҡан ауыҙҙарын да яба алмай тороп ҡалды.
Рәхимовтар, урам аша сығып, автобус туҡталышына баҫты. Ул арала автобус та килеп етте, ир менән ҡатын алғы ишектән инде, Работяев артҡыһынан саҡ кереп өлгөрҙө.
* * *
23 августа иртәнге 11 сәғәт 50 минутта Өфөләге Синтезспирт заводында көслө шартлау булды.
Был туралағы хәбәрҙе алғас та Рәхимов һикереп торҙо:
– Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының барлыҡ хеҙмәттәрен, янғын һүндереүселәрҙе, беренсе сиратта заводҡа яҡын бүтән предприятиеларҙың янғын һәм химик хеҙмәттәрен Синтезспиртҡа ярҙамға юллағыҙ, заводтың шартлау менән бәйле бөтөн цех һәм ҡоролмаларын туҡтатығыҙ! Миңә машина әҙерләгеҙ! Үҙем унда барам. – Рәхимов сығып бара ине инде, өлкән һаҡсы Работяев юлына арҡыры төштө.
– Мортаза Ғөбәйҙуллович! Һеҙгә әлегә унда барырға ярамай. Беренсе сиратта ғәҙәттән тыш хәлдәр министры, бүтән хеҙмәттәр, кәрәк була ҡалһа, һеҙҙең урынбаҫарығыҙҙың берәйһе барһын. Ә һеҙгә ярамай! – тине ҡәтғи, әммә Рәхимовтан башҡа кеше ишетмәҫлек итеп.
– Нишләп?
– Беҙгә бирелгән инструкция ошоно талап итә.
– Инструкция бит һиңә бирелгән, миңә түгел!
– Мортаза Ғөбәйҙуллович! Мин һеҙҙе бер ергә лә ебәрмәйем. Сыҡһағыҙ, кәүҙәмде ашатлап ҡына китә алаһығыҙ!
Рәхимов ҡырт боролоп кире бүлмәгә инде һәм тәҙрә янына барып баҫты, ике ҡулының бармаҡтары тупһаны тыпырлатты. Аңлай ул, аңлай. Хәҙер завод директоры түгел, бик юғары дәрәжәләге кеше икәнлеген, уға хәҙер беренсе булып утҡа ырғырға ярамағанлығын да аңлай. Ләкин унда дөрләп завод янған саҡта, бында тыныс ҡына ултыра ла алмай бит инде.
– Работяев, ин әле бында.
Тегенеһе үҙ артынан ишекте ябыу менән:
– КГБ-ла махсус бәйләнеш өсөн телефон бар, тиҙәр. Шул дөрөҫмө? – тип һораны.
– Дөрөҫ.
– Ул тимер сымдарһыҙ ҙа эшләйме?
– Юҡ. КГБ-лағы махсус телефон һеҙҙә лә бар. Уны “хөкүмәттеке” тип атайһығыҙ. Ана ултыра бит. Телефондың түңәрәгенә герб төшөрөлгән.
– Бүтән төрлө бәйләнеш юҡмы?
– Юҡ.
Рәхимов уйланып торҙо ла Ләләгә өндәште:
– Миңә Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары Шакировты табығыҙ!
Шунда уҡ тиерлек Шакиров шылтыратты.
– Миҙхәт!
– Эйе, тыңлайым, Мортаза Ғөбәйҙуллович.
– Синтезспирттан яңылыҡтар бармы һиндә?
– Юҡ әле, Мортаза Ғөбәйҙуллович. Беҙҙең кешеләр яңыраҡ китте унда.
– Бына нәмә: хәҙер үк унда үҙең бар! Мин хәҙер указға ҡул ҡуям. Оператив штаб барлыҡҡа килтерәм. Һин уның етәксеһе буласаҡһың. Заводтағы хәлдәрҙе үҙ күҙең менән күр, нимәнең нисек икәнлеген бел һәм миңә әйтеп тор. Нимә кәрәк, күпме кәрәк – барыһын да. Шунда уҡ табырбыҙ. Оператив штабҡа үҙеңдән, МЧС-тан, янғынсыларҙан һәм завод директорынан тыш тағы кемдәр кәрәк? Һиңә бик күп яуаплылыҡ һәм эш ирке бирелә. Әгәр кемделер яуапҡа тарттырырға, кемделер ҡулға алырға, кемгәлер орден, миҙал бирергә кәрәк – һиңә ошо хоҡуҡтар ҙа бирелә. Тик шартлау эҙемтәләрен олоға ебәрмә һәм халыҡҡа зарар килерлек булмаһын! Әйҙә, хәйерлегә.
Рәхимов Шакиров менән һөйләшеп бөттө лә Дауытовты саҡырҙы:
– Вилләр Йомағолович, һин хәҙер минең исемдән Указ әҙерлә.
– Указ? Ундай нәмә булмай торғайны ла инде.
– Булмаһа, булыр. Синтезспирт заводындағы шартлау сәбәпле оператив штаб барлыҡҡа килтереү тураһында.
Оҙаҡламай Рәхимов беренсе һанлы Указға ҡул ҡуйҙы.
Бик тиҙ саралар күреү арҡаһында Синтезспирт заводының бер цехындағы һәләкәтте шунда сикләй алдылар, әммә авария шауҡымы ҡалаға таралды: Өфөләге йорттарға һыу биреүҙе туҡтаттылар. Был һыу селтәрен ағыулы матдәләр төшөүҙән ҡурсалау өсөн эшләнде. Халыҡ быны үҙенсә аңланы. Һыуға йәнә фенол ҡушылған! Китте шау-шыу. Кешеләр магазиндарға ташланды. Газлы һәм газһыҙ, ҙур һәм бәләкәй һауытлы һыуҙы “һә” тигәнсе һыпырып алдылар. Кемгә етмәгән – былары күнәк, феләктәрен тотоп ҡаланың эсендәге шишмәләргә ташланды. Фенол фажиғәһенән кешеләр һабаҡ алғайны инде, шуға күрә нимә эшләргә икәнлеген уларға өйрәтеп торорға кәрәк булманы. Беренсе сиратта бәләнән балаларҙы ҡурсаларға тырыштылар. Кемдең ауылда туған-тыумасаһы бар, бәләкәйҙәрҙе шунда оҙаттылар. Ярай әле йәйге ваҡыт, балалар каникулда.
Шул уҡ ваҡытта власть та тик ятманы. Ҡала Советы етәксеһе телевидениеға сыҡты: ҡурҡмағыҙ, эсәр һыуға ағыулы матдәләр төшмәне. Фенол аҡҡан тигән һүҙ ялған. Шартлау булған ҡоролмала фенол бөтөнләй тотонолмай. Төрлө уйҙырма, ғәйбәткә ышанмағыҙ. Быныһы – бер. Икенсенән, кешеләр пионер лагерҙарының эшен яңыртыуҙы һәм балаларҙы шунда илтеүҙе һорай. Был йәһәттән сара күрҙек, иртәгәнән балаларҙы лагерҙарға оҙатырға мөмкин. Автобустар иртәнге унда ҡала мәктәптәре янында буласаҡ. Һәр мәктәпкә айырым лагерь беркетелгән.
Тағы бер иғлан: 1 сентябрҙән өлкән класс балалары ғына уҡый башлаясаҡ, ҡалғандарға уҡыу йылы 10 сентябрҙә башлана.
Быларҙың һәммәһен дә власть халыҡҡа яҡшы булһын тип эшләне. Әммә уны дөрөҫ аңламағандар етерлек булды. Эсәр һыу ағыуланмаған тип алдайҙар. Ағыуланмаған булһа, ни эшләп балаларҙы лагерға ҡыуалар? Ни эшләп уҡыу йылы башын кисектерәләр? Тиҙ һәм аныҡ сара күрәһе урынға, беҙҙе алдайҙар. Был власть менән артабан йәшәп булмай. Синтезспирт башлыҡтары һәм ҡала етәкселәре урындарын бушатһын!
Халыҡтың ҡырҡыу талабын “йәшелдәр” күтәреп алып, кешеләрҙе урамдарға әйҙәне. Сығабыҙ майҙандарға һәм үҙебеҙҙең талаптарҙы ҡуябыҙ. Фенол ғәрәсәте ваҡытында, кешеләргә әйтмәйенсә, өс көн крандан фенол ағыҙҙылар. Хәҙер шулай түгел тип кем әйтә ала? Эсәр һыу таҙа тип алдай улар. Өфө халҡы! Сығығыҙ урамдарға, йоҡлап ятмағыҙ! Үҙебеҙҙе үҙебеҙ хәстәрләмәһәк, беҙ кемгә кәрәк?
Сыҡты халыҡ урамға. “Йәшелдәр”ҙең үҙенсәлеге буйынса кешеләрҙең колоннаһы Черниковка биҫтәһенән ҡуҙғалды һәм үҙәккә табан атланы. Күп булһа йөҙ тирәһе кеше ине башта, метр һайын тиерлек улар артты, ҡала Советына барып еткәндә меңдән ашыу булып китте. Ғәҙәттә, 7 ноябрь, 1 май тантаналары уҙғарыла торған майҙанға еткәс, ағым туҡтаны һәм республика етәкселәре менеп һүҙ һөйләй торған таш трибунаға күтәрелеп, тауыш көсәйткестәрҙе көйләп, үҙҙәренең талаптарын яңғыраттылар. Беренсенән, Синтезспирт заводын ябырға! Икенсенән, республикалағы кешеләрҙең һаулығына һәм ғүмеренә зыян яһарҙай, тәбиғәткә бысраҡ сәсеү менән янаған бөтөн предприятиеларҙы ла тикшерергә! Краснокама районындағы атом электр станцияһы төҙөлөшөн туҡтатырға!
Рәсми байрамдарҙағы һымаҡ ораторҙар күп һөйләмәне, үҙҙәренең талаптарын яңғыраттылар ҙа төштөләр. Талаптар тиҙ үк әйтелеп бөттө, ә күңел күтәренкелеге баҫылманы. Шуға берәү:
– Был талаптарҙы ҡала власына әйтеү менән генә сикләнергә ярамай, Мортазаға еткерергә кәрәк! – тип ҡысҡырғайны, икенсеһе күтәреп алды.
– Әйҙәгеҙ, Совет майҙанына! Мортазаның үҙен халыҡ янына талап итәбеҙ. Сыҡһын, әйтһен һүҙен! Әйҙәгеҙ!
Меңдән ашыу кеше, берҙәм атлап, Өфөнөң үҙәгенә табан китте. Ҡала Советынан Совет майҙанына тиклем алыҫ ҡына, кәмендә биш саҡрым булыр. Арығандар, һаулығы насарыраҡтар, ҡарттар яйлап артта ҡалды, бер аҙҙан туҡтап уҡ ҡуйҙы. Совет майҙанына бик аҙҙар ғына барып етте.
Былар проспект буйлап атлағанда, “йәшелдәр”ҙең талаптары тураһында Рәхимов белә ине инде. Үҙен майҙанға талап итеүҙәре тураһында ишеткәс, сығыу яғына ыңғайланы. Работяев йәнә арҡыры төштө. Рәхимов һауаны ярҙы:
– Кит! Күпме ҡасып ятырға була!
Мортаза урамға сыҡты ла майҙанға табан китте. Оҙон аяҡтарын һуҙып тиҙ-тиҙ атлаған ир артынан Работяев йүгергеләне. Оҙаҡламай тағы биш-алты кеше ҡыуып етте. Рәхимов йыйылған халыҡты йыра-йыра таш трибунаға менде һәм нимәлер һөйләп торған берәүҙең ҡулынан тартып тиерлек тауыш көсәйткесте алды.
– Һеҙ майҙанға сығыуымды талап иттегеҙме? Бына ул мин – Рәхимов – ҡаршығыҙҙа торам. Нимә талап итәһегеҙ? Күҙемә ҡарап әйтегеҙ!
Рәхимовтың ҡыйыулығынан баҙап ҡалған “йәшелдәр” башлығы телгә килде.
– Эсәр һыу ағыуланмаған, тип беҙҙе ниңә алдайһығыҙ?
- Мин алдайыммы? Ышанмаһағыҙ, бер нисә кеше, әйҙәгеҙ, минең арттан!
Митингты алып барыусы, БДУ профессоры һәм шунда торған бер кеше Рәхимовтың артынан эйәрҙе. Мортаза трибунанан төштө лә эргәләге ашханаға инеп китте. Унда аш-һыу әҙерләү яғына барып һыу кранын асты һәм:
– Бирегеҙ әле стакан, – тип һауыт һорап алды. Уға крандан һыу тултырып, төп күтәрә эсте. Ҡарап тороусылар өндәшмәгәс, тағымы, тип һораны. – Ярар. – Йәнә һыу тултырҙы һәм ғолҡолдатып эсте. – Йә, ышандығыҙмы инде?
– Эйе. – “Йәшел”дең тауышы һүлпән генә сыҡты.
Рәхимов кранды асып һыу тултырҙы ла тулы стаканды тотҡан килеш кире тышҡа сыҡты. Буш ҡулы менән тауыш көсәйткесте алып:
– Ҡарағыҙ, крандан аҡҡан һыуҙың өсөнсө стаканын эсәм, – тип төп күтәрә һуҡты. – Әгәр селтәрҙәге һыу ағыулы булһа, иң тәүҙә мин үлергә тейешмен. Көтөгөҙ! – тине. – Ә хәҙер әйткәнемде тыңлағыҙ! Һеҙҙең кеүек ошо республикала, ошо Өфөлә йәшәйем. Миңә лә саф һауа, таҙа һыу, көлөп торған ҡояш кәрәк. Кәрәкмәй миңә ғүмеремде өҙөү ҡурҡынысы менән янаған атом электр станцияһы. Уның хәүефһеҙлегенә ышанып бөтмәйем. Үҙем ышанмағас, һеҙҙе нисек уға ышандырырға тырышайым. Шуға һеҙҙән атом электр станцияһы төҙөлөшөн туҡтатырға тауыш биреүегеҙҙе һорайым. Төҙөлөштө туҡтатырға, бөтөн объекттарҙы, ҡорамалдарҙы консервацияларға кәрәк. Әгәр киләсәктә хәүефһеҙ технология табыла икән, төҙөлөштө яңыртыу, табылмаһа, бөтөнләй ябыу мәсьәләһен ҡарабыҙ.
Рәхимов тауыш көсәйткесте “йәшел”дәрҙең етәксеһенә тотторҙо ла майҙандан китмәсе булды.
Тегенеһе, аппаратты алып, халыҡҡа ҡысҡырҙы:
– Йәмәғәт! Мортаза Рәхимовҡа ышанабыҙмы?
– Ышанабыҙ! Ышанабыҙ!
– Мортаза Ғөбәйҙуллович! Рәхмәт һеҙгә беҙҙең йыйылышҡа килгәнегеҙ һәм үҙегеҙҙең халыҡ менән бер булыуығыҙҙы күрһәткән өсөн! – Ул Рәхимовтың ҡулын ҡыҫты.
Ошо хәлдән һуң бер нисә көн үткәс, республиканың Юғары Советы сираттан тыш сессияға йыйылды, унда Рәхимов сығыш яһаны.
– Халыҡтың ни өсөн Башҡортостан атом электр станцияһы төҙөлөшөн туҡтатырға теләүен аңлау ҡыйын түгел. Халыҡ, бер кеше кеүек үк, беренсе сиратта үҙен уйлай һәм дөрөҫ эшләй. Кешенең хәлен бит уның үҙенән дә яҡшыраҡ берәү ҙә белмәй һәм үҙ теле менән әйтеп, шул турала белдерергә тырыша. Бөгөн Башҡортостан халҡы өҫтөнә төшкән тауҙай ауырлыҡтан, һөйәктәре һынып барыуҙан ыңғыраша. Башҡортостанға бик күп нефть эшкәртеү, химия, нефть химияһы, биохимия предприятиелары тулған. Улар бөгөн ауыҙынан ут сәсеп торған аждаһа кеүек. Кеше тағы ла саҡ ҡына яҡын килһә, ут менән ҡойондорасаҡ. Шул уҡ ваҡытта ул йәшәгән ергә йәнә бер ғифритте – атом электр станцияһын көсләп тығалар. Ә уныһының теге аждаһанан да яманыраҡ, ҡурҡынысыраҡ икәнен барыбыҙ ҙа белә. Чернобыль станцияһындағы фажиғә бының ни икәнлеген асыҡ күрһәтте. Күпме кеше һәләк булды, ә һәләкәт эҙемтәләре алда бит әле, һәм уның ағыуы тиҫтәләгән йылдар буйы урғылып торасаҡ. Шуны белә тороп, атом станцияһы төҙөтөү – үҙ башыңа үҙең күҫәк менән киҙәнеүгә тиң.
Тағы ла бер хәлде иҫәпкә алмаған Башҡортостанда атом станцияһы төҙөтөргә ҡарар сығарыусылар. Уларса, станцияны ҡайҙа төҙөүе еңелерәк, уңайлыраҡ – шунда ултыртыу яҡшы. Әлбиттә, Башҡортостан – ҙур төҙөлөш өсөн ҡулайлы урын. Тимер юлы, һыу юлы, автомобиль юлы – бөтөнөһө лә үҫешкән, яҡшы әҙерлекле белгес кадрҙар етерлек, төҙөлөш өсөн кәрәкле ҡом, таш, ағас, уларҙы эшкәртерлек предприятиелар – барыһы ла ҡул аҫтында. Өҫтәүенә төҙөлөш өсөн иң кәрәкле нәмә – энергия сығанағы – Ҡарман ГРЭС-ы терәлеп кенә тора. Шуға ошонда төҙөргә уйлағандар ҙа инде атом станцияһын.
Әммә республикабыҙҙа электр етештереүсе станциялар (бында мин һыу, йылылыҡ станцияларының барыһын да бергә күҙҙә тотам) бик күп энергия сығара. Уларҙың дөйөм ҡеүәте беҙҙәге ныҡ алға киткән сәнәғәтте лә артығы менән тәьмин итә, беҙгә өҫтәмә энергия сығанағы кәрәкмәй. Ҡайҙа энергия етешмәй, шунда төҙөү кәрәктер атом станцияһын, моғайын.
Тағы бер мөһим иҫкәрмәне күҙҙән ысҡындырырға ярамай. Әгәр Башҡортостан атом станцияһында Чернобылдәге һымаҡ бер-бер хәл була ҡалһа, сәнәғәт ойошмалары, бигерәк тә нефть һәм химия предприятиеләре тыңҡыслап тултырылған Башҡортостандан нимә ҡалыуы ихтимал һуң? Көл һәм күмерҙән башҡа бер нәмә лә ҡалмауы бар бит.
Ошо дәлилдәрҙең бөтөнөһөн дә бергә һалып уйлағандан һуң, әлбиттә, берҙән-бер ҡарарға киләһең, беҙҙең республикала атом станцияһын төҙөргә ярамай. Был кешелеклелек йәһәтенән дә, экологик хәүефһеҙлек яғынан да дөрөҫ булыр тип уйлайым һәм Башҡортостан АЭС-ы төҙөлөшөн туҡтатырға тәҡдим итәм.
Рәхимовтан һуң ундан ашыу депутат һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре сығыш яһаны. Улар барыһы ла Юғары Совет рәйесенең тәҡдимен хупланы.
Бер генә кеше:
– Сығыш яһаусыларҙың бөтөнөһө лә станция төҙөлөшөн туҡтатырға саҡыра. Был, бәлки, дөрөҫтөр ҙә. Әммә ул ҡарар ныҡ һуңлаған буласаҡ. Был һүҙҙе бер нисә йыл элек әйтергә кәрәк ине. Ни хәл итәһең, уҙған йылдарҙы кире ҡайтарып та, Ағиҙел ҡалаһын һүтеп ташлап та булмай. Әммә беҙгә уны артабан нимә эшләтеү тураһында бик ентекләп уйлашырға кәрәк. Ҡола яланда ҡала барлыҡҡа килде, унда тиҫтәләгән мең кеше йәшәй һәм уларҙың һәммәһе лә төҙөлөп ятҡан станцияла эшләргә килгәйне. Нимә көтә хәҙер уларҙы? Эштәре, тимәк, аштары ла булмаясаҡ. Ҡала һынлы ҡаланы асҡа ҡаҡлатабыҙмы? Бөгөн АЭС төҙөүҙән баш тартып, шуның эҙемтәһе буласаҡ икенсе һорауға яуап бирмәһәк, ҙур хата яһаясаҡбыҙ.
Төҙөлөш тураһындағы мәсьәлә буйынса тауыш бирерҙән алда Рәхимов яңынан һүҙ алды.
– Бик дөрөҫ әйтә Ағиҙел ҡалаһының яҙмышын хәл итергә саҡырған депутат. Ул әйткән икенсе һорауға яуап булырға тейеш. Әммә ул бөгөнгә юҡ. Шуға күрә мин бөгөн ике ҡарар сығарырға тәҡдим итәм. Беренсеһе төҙөлөштө туҡтатыу тураһында. Икенсеһе – Министрҙар Советына Ағиҙел ҡалаһының киләсәге буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә һәм яҡын арала ул мәсьәләне Юғары Совет сессияһына сығарырға кәрәк буласаҡ.
Рәхимовтың ике тәҡдиме лә хупланды.
Һуңынан Ағиҙел ҡалаһы халҡына эш табып биреү буйынса төрлө-төрлө тәҡдимдәр булды, уларҙың ҡайһы береһен тормошҡа ашырып ҡаранылар, икенселәрен тамырынан киҫтеләр. Нисек кенә булмаһын, бөтөн халыҡты ла ҡәнәғәтләндерерлек шөғөл табылманы. Шул рәүешле йәш ҡала Ағиҙел тыумыштан ғәрип булды һәм, тиҫтәләрсә йыл үтһә лә, ыңғай үҙгәреш уға яҙманы.
Ельцин килде
Сәй эсеп бөтөүгә ишектә бер ир күренде.
– Мин Аҡ йорттан. Өлкә комитеттың ойоштороу бүлеге мөдиремен, – тип таныштырҙы үҙе менән. – Элекке ғәҙәт буйынса, республика етәксеһенә тәғәйен ҡағыҙҙар һаман беҙгә килә. Бынауһы бик ашығысҡа оҡшаған, шуға килтерҙем, – тип бер бит ҡағыҙ һондо.
Рәхимов алды ла ҡысҡырып уҡыны:
– Фәлән көндә Рәсәй Юғары Советы рәйесе Борис Николаевич Ельцин Өфөгә барасаҡ. Уны ҡаршылау һәм халыҡ менән осраштырыу сараларын күрегеҙ. Унда булыу программаһын бер көндән беҙгә ебәрегеҙ. Юғары Советтың ойоштороу комитеты етәксеһе Иванов... Улай икән, – тип һуҙҙы Рәхимов. – Бындай осраҡта нимә эшләргә тейешбеҙ инде? – Ул бүлмәләге кешегә текләне.
– Элек бындай ваҡытта КГБ-ның Өфөләге етәксеһе үҙе килеп етә торғайны. Шунан бюро ағзалары менән ҡуша программа төҙөлә ине.
– Хәҙер тегенеһе лә, быныһы ла юҡ. Ярар, рәхмәт һеҙгә, – тип ҡунаҡ менән хушлашырға ҡулын һондо Рәхимов.
Теге лә ҡулын бирҙе, шул арала:
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, – тине, – нишләп һеҙ йүнле бәйләнештәре лә булмаған ошо бәләкәй генә бүлмәлә ултыраһығыҙ. Юғары Совет өсөн махсус һалынған урын бар ҙа инде.
– Ҡайҙа?
– Аҡ йортта.
– Белмәй инем. Ярар.
Рәхимов шунда уҡ Дауытовты саҡыртты.
– Юғары Совет өсөн төҙөлгән махсус йорт бармы ни?
– Әлләсе.
– Асыҡларһың. Ә хәҙер бына был хәбәр буйынса ашығыс эшләргә кәрәктер бит. Ельцин үҙе килер булғас, йөҙгә ҡыҙыллыҡ төшмәҫлек итеп эшләү мотлаҡ.
– Беҙҙең Юғары Советҡа бер ваҡытта ла ундай ҙур ҡунаҡтар килмәне. Уларҙы Өлкә комитет ҡаршылай торғайны. Фәйзулла Вәлиевич уларҙа ҡатнаша ғына ине.
– Йәғни, һин ҡунаҡ ҡаршылау тәртибен белмәйһең.
– Юҡ.
– Белгән кешене табығыҙ һәм ярты сәғәттән Президиум ағзаларын саҡырығыҙ бында.
– Ярар. Шул арала һеҙ, Мортаза Ғөбәйҙуллович, Мәскәүгә Юғары Советтың ойоштороу комитетына шылтыратығыҙ әле. Ельцинды ҡаршылау буйынса уларҙың махсус тәҡдимдәре булыуы бар.
– Дөрөҫ. – Рәхимов телефон китабын аса ла башланы. – Ельцин, Ельцин...
– Ельцинды ҡаршылау һәм бында йөрөтөү буйынса махсус күрһәтмәләр бар, – тип һөйләп китте Рәхимов. – Ул хәҙер бик ныҡ демократ булып кикән. “Волга”ла йөрөмәй, халыҡ алдында ҙур һарайҙарҙа осрашмай. Уға урам, ҡала майҙандары кәрәк, сәскә-мәскәне яҡын да йөрөттөрмәй икән. Күп эсермәҫкә тырышығыҙ тип тә әйттеләр. Осрашыуға халыҡты һайлап алаһығыҙмы, кем килә – шуның менән ҡәнәғәтләнәһегеҙме – уныһы һеҙҙең эш, тине Мәскәү командаһы. Кемдә ниндәй тәҡдим булыр?
Тәҡдимдәр арыу уҡ яңғыраны. Шуларҙың иң мөһимдәренән бер нисәһен алырға булдылар. Халыҡ менән осрашыуҙарҙы баш ҡаланан түгел, икенсе ҙур ҡала Стәрлетамаҡтан башларға кәрәк. Был – демократтарса. Ельциндың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе шулай ҙа КГБ-ға ҡушырға кәрәк. Уларҙың тәжрибәһе ҙур.
Билдәләнгән көндә тәғәйен ваҡыттан бер сәғәткә һуңыраҡ килеп төштө Ельциндың самолеты. “Мәскәүҙән бер сәғәткә һуңлап сыҡҡандар, – тине Өфө аэропортының командиры Ғәлләмов, Рәхимов менән шунда күрешкәс. – Ағай һуңлап килгән, ти”. “Ағай” тип Ельцинды әйтә инде. Башҡорт йолаһы буйынса, түрә булған һәр кешегә ололап өндәшеү хас.
Самолетҡа трап ҡуйғас та беренсе булып Ельцин сыҡты, ҡул болғарға тотондо. Аэропорт бинаһы тирәһенә халыҡ йыйылғайны. Ғәлләмов тырышҡан, хеҙмәткәрҙәрен сығарып теҙҙергән.
Ҡул биреп күрешкәс, Рәхимов:
– Борис Николаевич, Өфөлә тамаҡ ялғап алғас, йөҙ ҙә етмеш мең кеше йәшәгән Стәрлетамаҡ тигән ҡалаға барып, халыҡ менән осрашайыҡ, тигән тәҡдим бар, – тине.
– Ярар.
– Ике төрлө машина килтерткәнбеҙ. “Волга”лар бар һәм үҙешмәкәр артистар ауыл араһында йөрөй торған иҫкерәк бер автобус. Ҡайһыһына ултырабыҙ?
– Эшсе халыҡ ҡайһыһында йөрөй?
– Автобуста инде.
– Тимәк, беҙ ҙә автобусҡа ултырабыҙ.
Инделәр автобусҡа. Машина яҡшылап йыуылған, иҙәненә яңы ленолиум түшәлгән, бер нисә ҡаҡ ултырғыс йомшаҡтарына алмаштырылған.
– Ултырығыҙ ошонда, – Рәхимов урын күрһәтте. Ельцин өндәшмәй генә ултырҙы.
Машина ҡуҙғалып китте һәм кәлтер-көлтөр юлдың соҡор-саҡырын юрый һанаған кеүек алға ынтылды. Ярар ултырған урын йомшаҡ. Бер аҙҙан Ельцин:
– Оҙаҡ барабыҙмы? – тип һораны.
– Егерме саҡрымлап юл. Был машина ни ярты сәғәт тирәһе бара инде.
– Оҙаҡ икән. Ул саҡта, ҡой.
– Нимә эсәһегеҙ, Борис Николаевич? Газлы һыумы? Газһыҙмы?
– Араҡың бармы? Коньякмы?
– Икеһе лә бар.
– Молодец. Коньяк ҡой.
Рәхимовҡа махсус эшләнгән ултырғысты асып шешә, стакан, ҡапҡыларға нәмә сығарырға тура килде. Ярты стакан самаһы эсемлек ҡойоп биргәйне, тегенеһе ике генә уртланы ла ҡуйҙы.
– Рәхмәт. Юҡһа минең һәүрәктәр юл буйы эсермәне, ә баш зәңкей.
Элекке Өлкә комитет дачаһына барып еткәнсе, Ельцин тағы бер ҡойҙороп алды. Төшкө аш мәлендә тағы өс рюмка өҫтәне, ә ҡапҡылауы ҡойто ғына булды.
Кире автобусҡа инеп ултырғас, Ельцин:
– Проблемаларығыҙ күп инде һеҙҙең, Мортаза, – тип башланы. – Эш хаҡы ваҡытында түләнмәй, магазиндарҙа һатып алырға бер нәмә лә юҡ тиерлек. Юлдар насар, яңы автомашиналар юҡҡа тиң, алыр инең, аҡса юҡ. Шулаймы?
– Тап шулай, Борис Николаевич. Хәл бөтөн илдәге һымаҡ.
– Һин, Мортаза, бығаса сәйәсәт менән шөғөлләнмәнең, әммә иҡтисад менән хужалыҡ даирәһенең ни икәнен яҡшы беләһең.
Нимәгә шаҡара икән был тип, ҡапылғара яуап биргеһе килмәһә лә:
– Эйе, – тине Рәхимов.
– Урыҫ ғаиләһендә йөҙәр йыл буйы үҙгәрешһеҙ килгән бер йола бар. Башҡорттарҙа ла шулайҙыр тип уйлайым. Атай, әсәй һәм балаларҙан торған ғаиләлә бер хужа була. Күбеһенсә ул – атай. Шулаймы?
– Эйе.
– Әгәр хужа булмаһа, йә йомшаҡ булһа, өйҙә тәртип ҡалмай. Кем нимә теләй, шуны эшләй һәм ғаиләнең рәте булмай.
– Эйе.
– Тәртип ғаиләгә генә түгел, илгә лә кәрәк. Тәртип булмаһа, ил ҡыйрала. Дөрөҫмө?
– Дөрөҫ.
– Дөрөҫ булғас, һин – Рәсәй тигән илдең бер ағзаһы – ни эшләп тәртипте боҙаһың? Ни эшләп дөйөм тәртипкә буйһонмайһың?
– Борис Николаевич, асығыраҡ итеп әйтеп булмаймы?
– Була. Ни эшләп булмаһын. Рәсәй Федерацияһының закондарында – йәғни өйҙөң тәртибендә – федерация берәмектәре законда билдәләнгән күләмдә һалымдарҙы һәм башҡа йыйымдарҙы федерация үҙәгенә күсерергә тейеш тип яҙылған. Быныһын һин беләһеңдер тип уйлайым.
– Беләм.
– Белгәс, ни эшләп тейешле аҡсаны федерация үҙәгенә бирмәйһең?
– Аҡса юҡ бит, булмағандың нимәһен бирәһең?
– Аҡсағыҙ бар саҡта ла түләмәйһегеҙ икән шул. Һеҙ, Татарстан, Чечня, тағы бер нисәү башбаштаҡланып, аҡса түләүҙән баш тартып ята, тиҙәр миңә финансистар.
– Беҙгә тейеш аҡсаны беҙ ҙә үҙәктән ала алмайбыҙ.
– Мин сәсһеҙ булһам, ә һин – таҙ, тиһең инде.
Ельцин, тәҙрәгә боролоп, өндәшмәй барҙы. Шунан ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе, хатта шофер тертләп китте.
– Ҡой, ни эшләп ултыраһың, аҡса бирмәгәнгә күрә араҡыңды йәлләмә!
Ҡайһы бер кеше эсһә күп һөйләй, теле сиселә, тиҙәр. Ә бының киреһенсә ине, һәр һауыт араҡы телен нығыраҡ бәйләй барҙы. Стәрлетамаҡҡа етәрәк Ельцин бөтөнләй бәлтерәйҙе, шешәләге эсемлек тә бөттө. Быны күргән Рәхимов, халыҡ алдында сығыш яһай алмай инде былай булғас, оятҡа ҡалабыҙ, тип уйланы. Әммә киреһе булды. Автобус киң майҙанға килеп туҡтауы булды, Ельцин ишекте үҙе асып, ергә ырғыны ла трибунаға табан шәп-шәп атлап китте лә барҙы, Рәхимов бының артынан саҡ өлгөрҙө. Трибунаға йүгереп тигәндәй менде лә Ельцин:
– Здравствуйте, россияне! – тип микрофонға ҡысҡырып та ебәрҙе.
– Мин һеҙҙең менән күҙмә-күҙ осрашырға, хәлегеҙҙе белешергә килдем. Нисек йәшәйһегеҙ?
Халыҡ геүләп ҡул сабырға тотондо. “Бына һиңә иҫерек, – тип уйланы Рәхимов. – Ихтыяр көсө хәтәр икән”. Ельцин дауам итте:
– Насар йәшәйһегеҙме? Беләм насар икәнлеген. Һеҙҙең Юғары Совет рәйесе Рәхимов менән юл буйына шул турала, тормошто нисек рәтләргә кәрәклеге тураһында һөйләштек. Рәтләрбеҙ донъяны. Һеҙ үҙегеҙ ҙә ошо хаҡта әйтерһегеҙ тип ышанам. Кәрәкмәй беҙгә тормошто үҙгәртеп ҡороу. Шулай бит? Беҙгә үҙ торошобоҙҙо реформаларға кәрәк. Быныһы хаҡ. Әммә үҙгәртеп ҡороу кәрәкмәй, беҙҙе бығаса бығаулап килгән коммунистик догмаларҙан ҡотолорға, ысын демократия урынлаштырырға, кешеләрҙе үҙ донъяһына үҙен хужа итергә кәрәк. Дөрөҫмө?
Халыҡ дәррәү ҡул саба.
– Дөрөҫ булһа, бына шул турала үҙегеҙ һөйләгеҙ, ә мин тыңлайым. Кем һөйләй?
Әллә нисә ҡул күтәрелде.
– Бына һин, әйҙә.
Трибунаға бер ир күтәрелде, уның артынан ҡатын кеше, йәнә өс-дүрте һүҙ алды. Бөтәһе лә Ельцинға рәхмәт әйтте, совет иленә һауа кеүек етмәгән демократияны алып килгән өсөн маҡтаны.
Бер аҙҙан Ельциндың аяҡтары бәлтерәй башланы, был янындағы Рәхимовҡа боролдо:
– Етәр, туҡтатырға кәрәк был балаганды, минең хәл хөртәйҙе, арыным.
Рәхимов икенсе яҡлап янында торған ҡала Советы рәйесе Әхмәтовҡа өндәште:
– Борис Николаевичҡа сит илгә шылтыратырға кәрәк. Беҙ китәбеҙ, һин дауам ит.
– Ә сәй һуң? Ҡапҡыларға әҙер бит.
– Әйҙә, алып бар. Митингты урынбаҫарың дауам итһен.
Урынбаҫар бик аңлаусан һәм сос кеше булып сыҡты. Ил башлығының бик ашығыс эше барлығына һылтанып, йәһәннәм тишегендә ятҡан Стәрлетамаҡ һынлы ергә килеп, халыҡ менән осрашырға форсат тапҡаны өсөн бик кеселекле баш эйеп, рәхмәт әйттерҙе кешеләрҙән.
Артабанғы ваҡиғалар өсөн алдан төҙөлгән сценарий кәрәкмәй ине. Стәрлетамаҡ табынынан һуң Өфөгә киттеләр, унда бик мул киске аш булды, шунан һуң ғына иртәнге тамаҡ һәм Өфөләге Хөкүмәт йортона яҡын ғына урынлашҡан майҙанда халыҡ менән осрашыу.
“Урал” башҡорт халыҡ үҙәгендә был күрешеүгә ныҡлап әҙерләнделәр. Рәшит Шәкүр менән Марат Ҡолшәрипов бер төркөм егетте исемләп һайланы, уларға Ельциндан йыраҡ булмаған ерҙән урын алырға, тегене бөтөн яҡтан да уратырға кәрәк булды. Ике кешене сығыш яһау өсөн әҙерләнеләр, әгәр сығыш яһау форсаты теймәһә, һорау булһа ла бирергә кәрәк тип, уныһын да алдан йәтешләнеләр.
Митинг Стәрлетамаҡтағы һымаҡ башланды, Ельцин халыҡты сәләмләне, демократияны көсәйтергә кәрәклеген һөйләне һәм әйтергә теләгәнен әйтеп тә бөтөрә алманы, уға яҡын ғына торған берәү һөрәнләне:
– Борис Николаевич, бер һорау бирһәм яраймы?
– Һора һуң.
– Һеҙ демократияны нығытырға кәрәк тип, тап беҙ уйлағанды әйттегеҙ, рәхмәт. Рәсәй Федерацияһы, Рәсәй эсендәге ҡайһы бер республикалар демократияға таянып, үҙҙәренең суверенитетын иғлан итте. Башҡортостанда ошоға әҙерлек эштәре бара. Һеҙ нисек ҡарайһығыҙ быға? Ыңғаймы, киреме?
– Дөрөҫ, суверенитет – ул демократияның иң юғары нөктәһе. Шуға күрә, әгәр теләһәгеҙ, алығыҙ суверенитетты, күпме йота алаһығыҙ, шул тиклем алығыҙ.
Митинг “шартланы”, ҡул сабыуҙар, хуплап ҡысҡырыуҙар гөжләп торҙо. Осрашыуҙы ошо урында тамамлаһаң да була ине. Сөнки Ельцин үҙенә кәрәкте – үҙен иң демократик ил башлығы итеп күрһәтте, халыҡ үҙен борсоған төп һорауға ыңғай яуап алды. Әммә митинг дауам итте. Төрлө сығыштар, төрлө тәҡдимдәр яңғыраны. Шул мәлдәрҙең береһендә кешеләрҙе этә-төртә бер ханым трибуна янына уҡталды, барып еткәс, Борис Николаевичты үбеп алды һәм сәскә гөлләмәһе һуҙҙы:
– Был сәскәләрҙе иң ҡыйыу иргә бирермен тип үҫтергәйнем. Ул кеше – һеҙ, – тип төшөп китте. Уның артынан әллә күпме кеше Ельцинды сәскәгә күмде.
Ельциндың да күңеле булды. Митингтан киткән ваҡытта Рәхимовҡа:
– Һеҙҙә халыҡ ихлас, – тип үҙ һүҙен әйтте.
Ҡайһы юлдан барырға?
Үҙенең ни эшләп Башҡортостанға килеп йөрөгәнен Ельцин аныҡ ҡына итеп өндәшмәне. Шуға һәр кеше тиерлек быны үҙенсә фаразланы. Берәүҙәр, үҙен күрһәтергә сыҡҡан, тине. Икенселәр Рәсәйҙә борондан батшаларҙың илде ҡарап-тикшереп үтергә тейешлеге менән бәйләне. Өсөнсөләр, ҡайҙа һәрмәрлек йә ҡармарлыҡ байлыҡ барлығын үҙ күҙе менән күрергә теләгәндер, тине.
Фаразсыларҙың һәммәһендә лә дөрөҫлөк бар ине. Бөтөнөһөн дә күҙ уңында тотоп, ярандары ҡыуып тиерлек сығарҙы уны сәфәргә. Бауыр аҫтына ел үткәреп йөрөп ҡайтһын, бында ғына хәмер һемереп ятмаһын тигән ниәттән ине уларҙың уйлағаны. Ельцин тыумышы менән Свердловск өлкәһенән. Шуға Уралдағы тормошто аҙмы-күпме белә. Урал кешеләренең бик күп һыҙаттарын үҙенә йыйығайны ул. Яҡшыһын да, яманын да. Имәндәй яҡшы һаулыҡ, ян-яғындағы хәл-ваҡиғаны тиҙ генә баһалай белеү һәм шунан сығып дөрөҫ юл һайлау, кешеләрҙең кемлеген бер һирпелеп ҡарауҙан самалау, тормоштоң төрлө яғын сағылдырған фәндәрҙе еңел үҙләштереү – ошолар уға карьера баҫҡыстары буйлап еңел күтәрелергә ирек бирҙе. Әммә Уралдың эшсе синыфында кире һыҙаттар ҙа етерлек булды, һәм быларын да Ельцин үҙенә алғайны. Үҙ мәнфәғәтеңде бүтәндәрҙекенән алға ҡуйып, шуға өлгәшеү өсөн алдашыу, ҡул осона эләккән әйберҙе сәлдереүҙән баш тартмау, дөрөҫлөктө белеп бөтөрмәҫ борон кеше тураһында һығымта яһау, ә араҡы һемереү сәй эсеү менән бер үк кимәлдәге ҡылыҡ һаналды. Быларын да Ельцин баш көлләйе менән үҙенә йыйғайны.
Уралда тағы ла бер үк күренешкә ике ҡараш йәшәне, һәм күп кеше уның ҡайһыһы үҙенә файҙалы, шуны тормошта файҙаланды. Был бигерәк тә тарих фәнендә күренде. Урал армыттары бер нисә мең йыл буйы башҡорттарҙың тыуған иле булғанлыҡтан, хәҙер бында йәшәгән бөтөн милләттәрҙең дә тормошонда башҡорттарға мөнәсәбәт булмай ҡалманы. Башҡорттар үҙенең аҫаба милкен һаҡлар өсөн йөҙәр йыл буйына бүтән милләт вәкилдәренән төҙөлгән ғәскәргә ҡаршы һуғышты. Урыҫтар, мишәрҙәр, сыуаштар, татарҙар һәм башҡалар башҡортто дошман тип белде, көндәлек тормошта ла уларға мөнәсәбәтен ошо ҡараштан сығып ҡорҙо. Башҡорт нимә генә эшләһә лә, дошманлыҡ ҡыла, тип баһаланды. Дөрөҫ, башҡорт үҙ ерен баҫып алғандарға ҡаршы бик күп – 350 йыл эсендә 90 тапҡыр – һуғышҡа күтәрелгән. Бүтән халыҡ уларҙың ни өсөн һуғышырға мәжбүр икәнлеген уйлап ҡарамайынса, дошман, ере күп алпауыт, бүтәндәрҙең ҡанын эсеүсе тип нарыҡлаған. Ғәмәлдә башҡорт үҙ донъяһын һаҡлар өсөн һуғыша бит. Быныһын берәү ҙә уйлап ҡарамай. Шул иҫәптән мәктәптәрҙә уҡытылған тарих фәне лә.
Ельцин да шул уҡ тарихты уҡыған һәм башҡортҡа ҡарашы шул фән, бала сағында уҡ ҡолағына һеңгән хәбәрҙәрҙән барлыҡҡа килгән бит. Стәрлетамаҡҡа барышлай Рәхимовҡа Рәсәй ҡаҙнаһына аҡса бирмәүе тураһындағы ғәйепте лә боронғо мөнәсәбәттән сығып бирҙе. Мортаза, башҡорт булғанға күрә, Мәскәүгә аҡса биреүҙән баш тарта, уның урынында бүтән бер халыҡ балаһы булһа, улай итмәҫ ине, йәнәһе.
Мәскәүгә осор алдынан аэропортта хушлашҡан саҡта Ельцин:
– Аҡса тураһында әйткәнде онотма, – тине.
– Ярар, – тине Рәхимов. Бүтән ни тиһен, самолет трапы янында оҙон-оҙаҡ аңлатмаға төшөп китһенме ни? Ә тегеһенең башында, үҙһүҙлеләнмә баш бирмәҫ башҡорт, барыбер минең алда баш эйерһең, тигән фекер ята ине.
Самолет, күкте ярып, көнбайыш тарафҡа китте, үҙ уйҙарына күмелеп, Рәхимов ерҙә ҡалды.
Эш урынына килгәс, Рәхимов Президиум ағзаларын йыйып һөйләшеү тураһында уйламағайны ла, үҙенән-үҙе шулай килеп сыҡты. Улар әллә алдан һөйләшкән, әллә һөйләшмәһә лә, берәмләп-икешәрләп йыйылып китте. Оҙон өҫтәл тирәләй ултырырға урын етмәгәс, кем ҡайҙа – шунда ултырҙы.
– Урын етмәй ҙә баһа, Мортаза Ғөбәйҙуллович, Президиумдың функциялары ныҡ артты, ә урыны тар көйө ҡалды, – тип һөйләнде Демин. – Ә партияның эше хәҙер юҡҡа тиң. Шулай ҙа элекке аппартаменттарҙа ултыра бирә...
– Беҙгә Өлкә комитеттың урыны кәрәкмәй, үҙ урыныбыҙ бар бит, шунда күсенергә кәрәк, – Дауытов һүҙҙе күтәреп алды.
– Ҡайҙа ул урын?
– Аҡ йорттоң Туҡай урамына ҡараған яғында бик иркен урын ҡалдырылған. Ул әлегә буш.
– Ни эшләп күсенмәйбеҙ һуң шунда?
– Мөлкәт Министрҙар Советы исемендә. Шуны алырға кәрәк һәм күсенергә була.
– Министрҙар Советынан уны кем алырға мөмкин?
– Юғары Советтың Президиумы ҡарар сығарһа, шул еткән.
– Ни эшләп ултырабыҙ һуң ҡарарҙы сығармай? Президиум тулыһынса тиерлек йыйылған, ике кеше генә етмәй. – Шулай тине Рәхимов йылмая-көлә. – Кем дә кем Президиум аппаратын әле әйткән урынға күсерергә, ти, ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ. Вилләр Йомағолович, бына һеҙгә ҡарар, күсенеүҙе ойоштороғоҙ.
Ә беҙ икенсе мәсьәләне ҡарауға күсәбеҙ. Рәсәйҙең Юғары Советы рәйесе Борис Николаевич Ельцин Башҡортостанға, суверенитетты күпме йота алаһығыҙ, шул тиклем алығыҙ, тине. Күпме “йота” алабыҙ, шуны билдәләргә кәрәк. Бығаса мин, беҙгә суверенитеттың иҡтисад өлөшө булһа, республиканы алға алып китер өсөн шул етә, тигән уйҙа инем. Ике көн Ельцин менән йөрөгәндән һуң, күрәләтә үҙебеҙҙе сикләгәнмен икән, тигән уйға килдем. Бында ултырған һәр кеше лә Совет власының тәүге көндәрендә үк Башҡортостандың милли мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә башҡа халыҡтарға өлгө булып торғанлығын белә. Автономия беҙгә яҡшы сәнәғәт, ауыл хужалығы, социаль-мәҙәни өлкә барлыҡҡа килтерергә мөмкинлек бирҙе. Әммә артабанғы союз һәм республика, бында мин РСФСР-ҙы күҙ уңында тотам, диктаты беҙҙе тик бер яҡлы ғына барырға, химия, нефть химияһы, биохимия сәнәғәтен генә үҫтереүгә килтерҙе. Уларҙың һәммәһе лә (дөрөҫөрәге, 97 процент) союз һәм республика милке булғанға, етештереүҙән алынған аҡса тулыһынса Мәскәүгә китте, беҙгә ҡоромо менән һөрөмө ҡалды. Шул сәбәпле социаль-мәҙәни, мәғариф өлкәһендә, һаулыҡ һаҡлауҙа бик ҙур проблемалар барлыҡҡа килде. Торлаҡ төҙөлөшө, дауаханаларҙағы урындар һаны, мәктәп, балалар баҡсалары, яслиҙар, ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы элемтә менән тәьмин итеү буйынса беҙҙең республика Рәсәй субъекттары (73 республика, край һәм өлкә) араһында иң артта тиһәң дә була. Беҙҙә кино, театр биналары, фәнни үҙәктәр бик алама хәлдә.
Шуға күрә тап суверенитет ҡына яңы иҡтисади мөнәсәбәттәр ҡора һәм уны законлы нигеҙгә күтәрә ала тип иҫәпләйем.
Беҙ Советтар Союзын һаҡларға тейешбеҙ тип һанайбыҙ. Союз яңы иҡтисад шарттарында яңы сәйәсәт нигеҙенә ҡоролорға тейеш. СССР-ҙа союздаш, автономиялы республикаларға, автономиялы өлкә, крайҙарға, өлкәләргә бүлгеләүҙе бөтөрөп, бер тигеҙ кимәлдәге субъекттарҙы барлыҡҡа килтереү беҙҙең бурыс. Рәсәй Федерацияһының эсендә лә дәүләт ҡоролошо ошо уҡ юлдан барһын. Буласаҡ Федератив килешеүгә тап ошоно яҙырға кәрәк.
Башҡортостандың Юғары Советы Президиумы исеменән халыҡҡа мөрәжәғәт яһайыҡ, тимен. Республика кешеләре матбуғатта баҫылып сыҡҡан Суверенитет тураһында декларацияларҙы тикшереүгә бик әүҙем ҡатнашһын ине. Беҙ ҡабул итәсәк декларация ысын-ысынында халыҡ уй-фекеренән дөйөмләштерелгән документ булһын.
Был ваҡытта матбуғатта ете проект баҫылғайны инде. Уларҙың ҡайһы береһе икенселәренән ныҡ айырыла, өсөнсө-дүртенселәрендә айырма ҙур түгел ине. Юғары Совет Президиумы тәҡдим иткән проект Башҡортостан менән Рәсәйҙең тиң хоҡуҡлығын күҙ уңында тотто. Суверенитеттың эйәһе һәм властың хужаһы тип тик күп милләтле халыҡты таныу билдәләнгәйне. Дәүләт власын тулыһынса Юғары Советҡа бирергә тип әйтелде. Шул уҡ ваҡытта ер, ер аҫты байлыҡтары, урман, һыу хужаһы булып тик Башҡортостан халҡы иғлан ителһен, тиелде. Республикала уның, урындағы советтарҙың милке һәм элекке союз менән Рәсәй милкенең булыу ихтималлығы әйтелде. Башҡортостан үҙенең гражданлығына эйә, шул уҡ ваҡытта ул СССР-ҙан сығырға йыйынмай тип белдерелде.
Был проекттарҙы һәр коллективта, һәр ауылда һәм ҡалала, хатта һәр ғаиләлә тикшерҙеләр, үҙҙәренең мөнәсәбәттәрен белдерҙеләр. Ҡайҙа ғына барма, кем менән генә һөйләшмә, һуңғы сиктә һүҙ суверенитетҡа барып төртөлдө. Күк йөҙөндә лә шул һүҙ яҙылған кеүек күренә башланы. Был мәсьәләне тикшермәй, ниндәйҙер ҡарар ҡабул итмәйенсә артабан һуҙырға ярамағанлығын Рәхимов йәне һәм тәне менән тойҙо. Шуға күрә Президиумдың һуңғы ултырышында ул:
– Декларация проекттарын тикшереү өсөн күп ваҡыт бирелде, инде был мәсьәләне Юғары Совет сессияһына сығарырға ваҡыт етте тип һанайым. Кемдә ниндәй фекер бар? – тине.
Президиум ағзаларының бөтөнөһө лә Рәхимов хәлендә ине. Шуға тәҡдимгә бер күңелдән ҡушылдылар.
Декларация
Рәхимов бөгөн бүтән көндәгегә ҡарағанда ла иртәрәк уянды. Бала саҡтан уҡ шулай иртә торорға ғәҙәтләнде. Ауыл ерендә ни кеше оҙаҡлап йоҡлап ятмай. Мортаза ла шуға өйрәнгәйне. Ҡалаға күскәненә инде күпме йылдар, әммә элекке ғәҙәтен ташламаны. Бөгөн уянғас та тороп китмәйенсә, уйланып ятты бер аҙ. Нисек булыр көн? Һуңғы йылда уға һынауҙар күп булды, бөгөн шуларҙың береһеме, әллә иң олоһомы? Юғары Советтың бөгөнгө сессияһы бик күп нәмәне хәл итә. Башҡортостандың киләсәге, бәлки, уныҡы ғына түгел, уның менән бәйле күп илдәрҙең, халыҡтарҙың, миллионлаған кешенең яҙмышын билдәләйәсәк ул. Мортаза теләгәнсә барып сыҡһа, бер төрлө буласаҡ яҙмыш, килеп сыҡмаһа, бүтәнсә.
Йә, ярар, күп фәйләсүфләнеп ятҡансы, тормош ағышына ҡаршы атлау хәйерлерәктер, тип тороп, йыуынырға китте.
Ер йөҙөндәге халыҡтарҙың һәр ҡайһының үҙенсәлеге бар. Ана шул береһен икенсеһенән айыра ла инде. Үҙенсәлек кешеләрҙең физиологияһында ла, күбеһенсә холоҡ, ғәҙәтендә сағыла. Мәҫәлән, башҡорт менән урыҫты бутау мөмкин түгел. Тышҡы ҡиәфәте буйынса ла, теле, холҡо йәһәтенән дә, фекер итеү яғынан да ныҡ айырыла улар. Әйтергә кәрәк, был үҙенсәлектәр халыҡтарҙа күп быуаттар һуҙымында барлыҡҡа килгән һәм улар нисек кенә үҙ-ара ҡатнашып, хатта бер ғаилә булып йәшәмәһен, барыбер шул үҙенсәлек һаҡлана һәм кешенең ғүмере буйына аҙым һайын үҙен белдерә тора.
Урыҫтарҙың йәшәү рәүеше нигеҙҙә ултыраҡ халыҡ булараҡ барлыҡҡа килгән. Уларҙың фекер итеүе лә ошо рәүешкә бәйле. Мәҫәлән, яҙ килеүе – ер эшкәртеүгә әҙерлек, йәй – шул ваҡыттағы баҫыу үҫемлектәрен үҫтереү, көҙ үҫкән уңышты йыйып алыуға бәйле. Уңышты бураларға һалып бөткәс, тормош көйөнән ситкә лә китергә, бүтән нәмәне уйларға, ял итергә, күңел асырға мөмкин. Шуға тап ҡара көҙ мәлендә урыҫтарҙа байрамдар, туйҙар күп була. Буш ваҡытты улар бүтәнгә, әйтәйек, йыйылыштарға, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе асыҡлауға, ауыл менән ауыл арһындағы килешмәүсәнлектәргә сарыф итергә мөмкин.
Башҡорттар, ҡаҙаҡтар, төркмәндәр, ҡырғыҙҙар, татарҙар – ғөмүмән, мал үрсетеү, мал бағыу менән шөғөлләнгән халыҡтарҙың үҙенсәлеге тап ошо шөғөл менән бәйле. Уларҙың ярты ғүмеренән күбеһе ат өҫтөндә үткән, кәүҙәләре лә шуға яраҡлашҡан: уртаса оҙонлоҡ, кәкрерәк аяҡтар, елдән һәм туҙандан һаҡланыуға яраҡлашҡан ҡыҫыҡ күҙҙәр, күҙ ҡыҫыҡлығы менән бәйле табаҡ бит. Улар ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән малды ҡырға, яңы үләнгә ҡыуа. Ул саҡта үлән мал ҡабып өҙөрлөк кенә, бүтәнгә ярамай. Шуға малсылар үҙҙәрен тәбиғәт көйһөҙлөгөнән һәм төнгө һыуыҡтан һаҡлар өсөн йә кейемгә (көнөн дә, төнөн дә уңайлы еңһеҙ һәм төймәһеҙ сәкмән. Тау кешеләре быны тик үҙҙәренең генә милли кейеме тип һанай. Бер уларҙыҡы ғына түгел), йә ҡыуышҡа ышыҡлана. Шуға күрә һәр ауыл тирәһендә “ҡабыҡ ҡыуыш” атамалы урындар бар, үлән булмағас, ҡыуышты ҡабыҡ менән ябаһың инде. Яҙҙан башлап ер туңғансы был халыҡтар малды яланда тота. Уларҙы кәртәгә индергәс кенә еңел һулай, ҡулдары бушай. Башҡорттар һәм башҡалар ҡунаҡҡа йөрөшә, туй, йыйындар уҙғара башлай. Йәғни, былар ҙа уй-фекерҙәрен, урыҫтар кеүек, бүтән тарафҡа йүнәлтергә форсат таба. Йәғни, Рәсәйҙең барлыҡ халҡы ла уйлау һәләтен эштән ситкә бора. Уйлай-фекерләй башланыңмы, беренсе сиратта үҙенең тормошон бүтәндәр менән сағыштырырға, көнитмешендәге етешһеҙлектәрҙәге ғәйеплеләрҙе табыуға барып етә. Ә бындайҙар, әлбиттә, власть башында тороусылар. Шуға күрә Рәсәйҙә сәйәси күтәрелештәр көҙгө айҙарҙа була. 1905, 1917 йылғы революцияларҙы ал, 1814, 1863 йылдарҙағы болалар – башҡорт болаларының күбеһенең башланышы ҡыр эштәре тамамланған мәлгә тура килә. Йәғни, был мәл – халыҡтарҙың тәбиғи күтәрелеш ваҡыты. Ошоно яҡшы төшөнгән ғалимдар менән сәйәсмәндәр ҙур сәйәси йыйындарҙы эштең тамамланыу осорона ҡуймаҫҡа ынтыла. Әйтәйек, һуңғы осорҙа урындағы һәм үҙәктәге власть органдарын һайлауҙы йә яҙға (эштең башланған мәле), йә иртә көҙгә (эштең тамамланмаған осоро) ҡуйырға тырыша. Мәҫәлән, сентябрҙең тәүге ял көнө – Рәсәйҙә берҙәм тауыш биреү көнө. Был ваҡытта халыҡтың сәйәси күтәрелеше булмай. Власҡа ошо ғына кәрәк.
Башҡортостандың Юғары Советы Президиумы Суверенитет тураһында декларацияны ҡабул итеү-итмәү мәсьәләһен 10 октябргә ҡуйҙы. Был халыҡтың иң күтәрелеш мәле. Президиум ағзалары, әлбиттә, халыҡтың ныҡ күтәрелә торған осоро көҙ икәнлеген самаламағайны. Был турала белмәнеләр ҙә, уларҙы өйрәтеүсе лә булманы.
10 октябрь Юғары Совет сессияһы буласағын иң алдан “Урал” башҡорт халыҡ үҙәгендә белделәр. Шунда уҡ үҙәктең етәкселәрен йыйып, бик тиҙ ҡарар сығарҙылар. Беренсенән, һәр ҡалала һәм районда “Урал” филиалдарының ағзалары халыҡ депутаттарын күреп һөйләшеп, суверенитет өсөн тауыш бирергә вәғәҙәһен алырға тейеш. Икенсенән, Өфөнән тыш, ҡала-райондарҙан сессия йортона килеп етер өсөн кешеләр билдәләргә, автобустар табырға кәрәк. Уларҙа килгән кешеләр сессия барасаҡ йортто уратып алырға, сессия эшен тыштан контролдә тоторға бурыслы. Өсөнсөнән, Башҡорт йәштәре иттифағы ағзалары һәм бүтән кешеләр сессия барған саҡта халыҡ араһында яҡшы тәртип булдырырға, ыҙғыш-талашҡа юл ҡуймаҫҡа тейеш. Әгәр провокациялар була ҡалһа, ундайҙарҙы милицияға тотоп бирергә кәрәк.
Татар халыҡ үҙәге лә йыйылды. Улар тик бер генә мәсьәлә ҡараны. Татар телен дәүләт теле иттереү өсөн саралар күрелергә тейеш. Беренсе сиратта сессия барған йорт янына ошо турала лозунгтар күтәреп сығыу мотлаҡ.
Бүтән милләттәрҙең йүнле-башлы ойошмалары юҡ ине, үҙҙәрен партия тип атаусылар, йә демократияны киңәйтеүҙе талап итеүселәр урамдарға сыҡмайынса, бүтән юлдар менән үҙ маҡсаттарына өлгәшеү сараларын күрергә булды.
Уға өлгәшер өсөн һәр ойошма үҙенең хәрәкәт ысулын эҙләне. Иң кәрәк һәм иң яҡшы ысул тип барыһы ла үҙҙәре эшләгәнде бөтөн халыҡҡа еткереүҙе һананы. Бының өсөн бер нисә юл бар. Береһе – республика һәм ҡала, район гәзиттәрендә теләгеңде баҫтырып сығарыу, икенсеһе – шуны уҡ радио һәм телевидение аша кешеләргә еткереү. Ошо юлда иң йоғонтолоһо тип Айҙар Хәлим үҙенең эшен һананы. Ул Өфөнөң Совет майҙанында аслыҡ иғлан итергә булды. Татар телен башҡорт теле менән бер ҡатарҙан дәүләт теле итеп иғлан иткәнгә ҡәҙәр ятасаҡмын, тине һәм Совет майҙанында палатка ҡороп, аслыҡ иғлан итте. Уның ниәте, күрәһең, фәрештәләрҙең “амин” тигән мәленә тура килмәгәндер инде. Көндәр китте һыуытып, төндә һыу туңа башланы, көндөҙ ҙә йылы түгел, әле ямғыр, әле ҡар яуа. Иғлан иткәс, Айҙар тәүлек әйләнәһенә шунда ятырға тейеш бит. Янында һыуҙан башҡа бер нәмә лә юҡ. Ярай әле төн урталары үткәс, теләктәштәре ипләп кенә йылы аш алып килеп, тамағын туйҙырып китте. Был турала белеп ҡалырҙар тип шыртланы инде Айҙар үҙе. Тик белгәндәре һиҙелмәне. Шулай ҙа бер нисә гәзит, Айҙар халыҡты алдап ята, төнөн ашай, тип яҙып сыҡты буғай.
10 октябрҙә лә көндөң рәте булманы. Тәүҙә һирәк-һаяҡ ҡына төшөп торған ҡар шәбәйә барҙы һәм оҙаҡламай бөтөн ерҙе ҡапланы. Иртүк махсус автобустарҙан төшкән, йә йәйәүләп килгән кешеләр Юғары Советтың сессияһы үтәсәк йортто ҡамап алды. Ҡулдарында – суверенитет талап иткән лозунгтар. Сессия башланырға ярты сәғәт самаһы ҡалғас, татар хәрәкәтенән бер нисә лозунг теҙмәнең иң ҡойроғонда ғына күренде. Яҡшы урындарҙы суверенитетсылар алып бөткәйне.
Сәғәт 10-сы яртыларҙа депутаттар килә башланы. Уларҙың һәр береһен манифестсылар ҡаршы алды, суверенитет буйынса нисек тауыш бирәсәген яҙып ала торҙо. Депутаттарҙың бер нисәһе генә суверенитет өсөн тауыш бирмәйәсәген белдерҙе.
Сессияны Юғары Совет рәйесе Мортаза Рәхимов асты һәм көн тәртибендә “Республиканың дәүләт суверенитеты тураһында декларация мәсьәләһе”н тикшерергә тәҡдим итте. Депутаттар уның менән ризалашты. Доклад өсөн һүҙҙе рәйестең үҙенә бирҙеләр.
Ул тәүҙә илдәге сәйәси, иҡтисади хәлде тасуирланы, һуңғы осорҙа тағы ла нығыраҡ насарайған хәл тураһында һөйләне, социаль һәм милләт-ара көсөргәнештең арта барыуына баҫым яһаны.
– Тормоштоң бөтөн яғын да ҡамап алған көрсөк шарттарында Башҡортостандың етәкселеге үҙ халҡының мәнфәғәттәрен яҡларға бурыслы, – тине М.Ғ. Рәхимов. – Ә был Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларацияны ҡабул итеү талабын ҡуя. Декларация – ул Башҡортостандың артабанғы сәйәси, социаль-иҡтисади, мәҙәни-рухи үҫеше нигеҙенә ятасаҡ сәйәсәт һәм хоҡуҡ документы. Был беҙҙең бик ҙур иҡтисади мөмкинлектәребеҙ халыҡ мәнфәғәтендә файҙаланылһын өсөн кәрәк.
Башҡортостандың автономиялы республика статусы беҙҙең үҫеш өсөн аяҡтарҙы бәйләп торған тышауға әүерелде, шуға төбәктең эске һәм тышҡы йөкмәткеһен үҙгәртеү талап ителә, – тине докладсы.
– Ҡайһы бер ҡала советтары һәм хеҙмәт коллективтарының, Башҡортостандың статусын үҙгәртеү өсөн бөтөн халыҡ референдумын уҙғарырға кәрәк, тигән талапҡа яуап итеп, былай тим: беренсенән, референдум тураһында закон юҡ. Икенсенән, әгәр мәсьәләне Юғары Совет хәл итә ала икән, референдум ойошторолмай, өсөнсөнән, союздаш республикаларҙың бөтөнөһө лә, автономияларҙың байтағы декларация ҡабул итеп бөттө, улар референдум яһап торманы, дүртенсенән, декларация – шул тиклем киң, тәрән мәсьәлә, уны ябай ғына “эйе” йә “юҡ” тип кенә хәл итергә ярамай.
М. Рәхимов декларацияның төп үҙенсәлектәренә аңлатма биреп, бер бик мөһим мәсьәләгә туҡталды. Декларация республиканың артабанғы дәүләт-хоҡуҡ акты буласаҡ, унһыҙ беҙҙе бүтән республикалар менән тиң хоҡуҡлы дәүләт тип иҫәпләмәйәсәктәр. Мәҫәлән, РСФСР Юғары Советы рәйесе Р.И. Хасбулатов 1990 йылдың 25 сентябрендә “Известия” гәзитендә, автономиялы республикалар – дәүләт түгел, тип яҙҙы.
Докладсы бик күп һан, миҫал нигеҙендә Башҡортостанға үҙаллылыҡ алыу кәрәклеген раҫланы һәм үҙаллылыҡтың тормош хәлдәрен яҡшыртыуға нисек итеп йоғонто яһаясағын күрһәтте. Ахырҙа докладсы, бойондороҡһоҙлоғо булмаған илде көнө-төнө хужаға хеҙмәт итеп, тамағы ашҡа туймаған, ятып йоҡларға урынды ишек төбөндә генә тапҡан хеҙмәтсе менән тиңләне. Бығаса Башҡортостан күпме генә тырышып эшләмәһен, социаль-иҡтисади хәл, торлаҡ, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт объекттары төҙөү йәһәтенән иң артта ҡалған төбәк булып ҡалды, тине.
– Үҙебеҙҙе үҙебеҙ хәстәрләмәһәк, беҙ берәүгә лә кәрәк булмаясаҡбыҙ. Шуға күрә республиканың дәүләт суверенитеты тураһында декларацияны ҡабул итеү – беҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ һәм яҙмыш бүләк иткән берҙән-бер мөмкинлегебеҙ. Шуны файҙаланмаһаҡ, тарих беҙҙе ғәфү итмәйәсәк, – тип тамамланы һүҙен Мортаза Рәхимов.
Дүрт йөҙгә яҡын кеше ултырған зал шып-шым булып ҡалды. Уның ҡарауы, лозунгтар тотоп, тышта өшөй-өшөй торған халыҡ ҡул сабыуҙар, “ура” ҡысҡырыуҙар менән тынлыҡты шартлатты. Сессия эше тышҡа тауыш көсәйткестәр аша тапшырыла, республика телевидениеһы һәм радиоһы аша тура эфирҙа тапшырыла ине. Сессияны алып барған Демин артабанғы һүҙҙе Министрҙар Советы рәйесе М.П. Мирғәзәмовҡа бирҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул декларация проектын йә яҡлап, йә кире ҡағып йүнле фекер әйтә алманы, бары тик, баҙар иҡтисады шарттарында СССР һәм РСФСР сараларында ҡатнашыу өсөн Башҡортостан үҙ юлын билдәләргә тейеш, тип кенә әйтте.
Сессияның эшен артабан алып барыу дилбегәһен Рәхимов үҙ ҡулына алды.
– Докладты тикшереү өсөн 40-тан ашыу кеше теләк белдергән, – тине ул. – Кемдәр уларҙың рәтенә яҙылып өлгөрмәгән, ҡағыҙҙарығыҙҙы ебәрегеҙ, әле һуң түгел. Хәҙер доклад буйынса фекер алышыу тәртибендә һүҙ депутат Кавардаковҡа бирелә.
Кавардаков Юғары Совет иғтибарына КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитетының V пленумы һәм Асҡын райкомының ҡарарҙарынан өҙөктәр уҡып ишеттереү менән сикләнде.
Артабан Рәхимов һүҙҙе бер-бер артлы Ғәлимовҡа, Уразбаевҡа, Аҙнағоловҡа, Ғимаевҡа бирҙе. Уларҙың дүртеһе лә докладты хупланы һәм үҙҙәре, һайлаусылары исеменән сессияға Башҡорт АССР-ның дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация проектын нигеҙ рәүешендә ҡабул итергә тәҡдим яһаны.
– Хөрмәтле депутаттар! – тине Рәхимов. – Сығыш яһаусыларҙың төп фекерендә әйтелгән тәҡдимде тауышҡа ҡуям. Кем дә кем улар менән риза, ыңғай тауыш биреүегеҙҙе һорайым.
Ҡулдар бер ыңғай күтәрелде.
– Кемдәр ҡаршы? Ҡаршылар юҡ. Кемдәр битараф? Бындайҙар ҙа күренмәй. Шулай итеп, декларация проекты нигеҙҙә ҡабул ителә. – Рәхимов еңел һуланы, йөҙө йылмайыу менән тулды һәм үҙе лә һиҙмәҫтән ҡул сабып ебәрҙе.
Залдағы һәм йорттоң тышындағы кешеләр гөрләтеп ҡул сабырға тотондо. Тыштағылар:
– Йәшәһен Башҡортостан!
– Йәшәһен суверенитет! – тип һөрәнләргә тотондо.
Әммә ҙур шатлыҡҡа иртәрәк ине әле. Шуға Рәхимов:
– Фекер алышыуҙарҙы артабан дауам итәбеҙ, – тине һәм һүҙҙе депутат Корольковҡа бирҙе.
Корольков Белорет ҡалаһынан ине. Белорет борон-борондан башҡорттар мәнфәғәтенә ҡаршы сыҡҡан завод эшселәре, дөрөҫөрәге, ситтән килтерелгән элекке крепостной крәҫтиәндәр ҡалаһы булды. Бая әйткән халыҡтар үҙенсәлеге бында ныҡ күренә торғайны. Граждандар һуғышы осоронда Белоретта бик күп башҡорттоң башына еттеләр, башҡорт ғәскәре менән ҡыҙылдар араһындағы аяуһыҙ һуғыштар ошо тирәлә булды. Был турала залдағы депутаттарҙың һәммәһе лә тиерлек белә ине. Шуға Корольковҡа һүҙ биргәс, зал һағайып, шымып ҡалды.
– Мин, – тине ул. – Белорет ҡала Советының өсөнсө сессияһы ҡарарына ярашлы, суверенитет мәсьәләһен тикшереү тик бөтөн халыҡ референдумынан һәм БАССР Конституцияһына кәрәкле үҙгәрештәр индергәс кенә булырға тейеш тип һанайым. Уғаса быны башҡарыу урынһыҙ тип иҫәпләйем.
Депутаттарҙың һағайыуы урынлы булды.
Артабанғы һүҙҙе Рәхимов депутат Иҙиәтуллинға бирҙе. Ул проекттың етешһеҙ тип тапҡан ҡайһы бер урындарын атап күрһәтте. Әйтәйек, “башҡорт милләтенең айырылғыһыҙ хоҡуғын тормошҡа ашыра барып” тигән һүҙҙәр урынына “бөтөн милләттәрҙең дә үҙ билдәләнешкә хоҡуғы”н тип яҙырға, ә республиканың исемен “Совет халыҡ Башҡортостан Республикаһы” итеп үҙгәртергә тәҡдим яһаны.
Артабан депутаттар Абайҙуллин, Жукова, Ҡадиров, Ғафуров, РСФСР халыҡ депутаттары Түрйәнов, Иҙелбаева, СССР депутаты Кашников проекттың тексын үҙгәртеү тәҡдимдәрен әйтте.
Проекттың тексын үҙгәртеү буйынса тәҡдимдәр күбәйгәс, Демин:
– Әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алыу һәм уртаҡ фекергә килеү өсөн комиссия кәрәк булыр, – тине Рәхимовҡа шыбырлап.
– Улайһа, һин шул комиссияны төҙө.
– Ярар. – Демин икенсе бүлмәгә сығып әйләнде. – Бына.
– Хөрмәтле депутаттар, беҙгә редакцион комиссия һайларға тура килер, сөнки текст буйынса тәҡдимдәр күп. Уларҙы ҡабул итеү йә итмәү күмәкләп хәл ителергә тейеш. Бына тәҡдим: комиссияға 27 кеше индерелә.
– Ярар.
– Булһын. – Тауыштар яңғыраны.
– Ошо тәҡдимде тауышҡа ҡуям. Бөтөнөһө лә риза. Артабанғы сығыш өсөн һүҙҙе депутат Катаевҡа бирәм.
Унан һуң Ғатауллин, Лукьянчикова, Шаһиев, Никитин, Скутин, Сәфәрғәлин, Юрин, Ғүмәровтар сығыш яһаны.
– Хөрмәтле депутаттар! – Рәхимов залға мөрәжәғәт итте. Юғары Совет Президиумының ҡарары нигеҙендә беҙ сессияға йәмәғәт ойошмаларынан вәкилдәр саҡырҙыҡ. Һеҙ ҡаршы килмәһәгеҙ, хәҙер уларҙың бер нисәһенә һүҙ бирәйек. Беренсе итеп экология буйынса ойошма рәйесе, яҙыусы Павловты трибунаға саҡырабыҙ.
Унан һуң КПСС Өлкә комитетының беренсе секретары Горбунов, Яҙыусылар берлегенең идара рәйесе Бүләков, “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе Шәкүров сығыш яһаны. Уның телмәрен депутаттар бик диҡҡәт менән тыңланы. Иғтибарға лайыҡ фекерҙәр бар ине унда.
– Бөгөн депутаттар республикалағы тел мәсьәләһен бер яҡлы ғына ҡарауға төшөп китте. Өсөнсө дәүләт теле тураһында күп һөйләнелә. Шул уҡ ваҡытта республикала башҡорт теле үлеп бара, уны ҡотҡарырға кәрәк. Мин һеҙҙең намыҫығыҙға мөрәжәғәт итәм һәм киләсәк сессияларҙа тап ошо мәсьәлә иғтибар үҙәгендә булыр тип ышанам, сөнки республикала башҡорттар ассимиляцияға дусар ителгән. Мин быны бик күп дәлил менән раҫлай алам. Бындай шарттарҙа башҡорт халҡының бойондороҡһоҙлоҡ һәм үҙбилдәләнешкә хоҡуҡтарына, шул иҫәптән ошо хоҡуҡтың бер өлөшө булған телгә дәүләт статусы алыу хоҡуғына бик иғтибарлы мөнәсәбәт күрһәтергә кәрәк тип һанайым.
Шәкүровтың һүҙҙәрен депутаттар ҙа, Рәхимов та тауыш-тынһыҙ ғына ҡабул итте. Әммә улар Рәхимовтың үҙәгенә үтте, залдағыларҙың күбеһе лә шундай кисерештә булғандыр, тип уйланы рәйес.
Сессия дауам итте. Демин Рәхимовҡа:
– Редакцион комиссия эшен тамамланы, – тине.
– Ярар, һүҙҙе хәҙер һеҙгә бирәм.
– Хөрмәтле депутаттар, – тип башланы Демин. – Беҙҙең комиссия һәр тәҡдимде ентекле өйрәнеп, декларация проектын яңынан эшләп сыҡты, яңы вариант һеҙгә бирелде. Комиссия исеменән уны нигеҙ итеп алырға тәҡдим итәм.
– Тәҡдимде тауышҡа ҡуям. Кемдәр риза? Кемдәр ҡаршы? Бындайҙар юҡ. Кемдәр битараф? Ике кеше. Тимәк, ҡарар ҡабул ителде.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һүҙ һорап әллә нисәмә ҡул күтәрелде. Депутат Андреев проекттың һәр пунктын яңынан ҡарап сығырға тәҡдим итте. Бигерәк тә беренсеһе күп һорау тыуҙыра ине. Унда “Ер, ер аҫты, тәбиғәт байлыҡтары һәм Башҡорт Совет Социалистик Республикаһындағы мөлкәт, шул иҫәптән иҡтисад һәм фәнни-техник мөмкинлектәр, – бөтөнөһө лә тик күп милләтле республика халҡының мөлкәте булып тора” тиелгәйне. Ул һорауҙарға депутат Әхмәтов:
– Республикалағы бөтөн байлыҡ та тик уныҡы ғына. СССР-ға, Рәсәй Федерацияһына уның ниндәйҙер бер өлөшө тик килешеү нигеҙендә генә бирелергә мөмкин, – тип аныҡ аңлатма бирҙе.
Шунан Рәхимов ошоно ҡабул итеүҙе тауышҡа ҡуйҙы. 13 кеше “ҡаршы”, ҡалғандар “риза”. Еңел һуланы рәйес. Декларацияның төп пункты ҡабул ителде.
Ваҡыт сәғәт бишенсе ине инде. Рәйес:
– Беҙҙең сессияла сығыш яһарға 80 кеше теләк белдерҙе. Яртыһы тиерлек һүҙен әйтте. Декларация проектының беренсе пунктын ҡабул итә алдыҡ. Көн тәртибендәге мәсьәләне ҡарап бөтөүгә яҡынламағанбыҙ ҙа әле. Шуға күрә сессияның эшен иртәгә дауам итергә кәрәк тип һанайым. Кемдәр риза, ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ.
Тәҡдим хупланды. Залдағылар ҙа, тыштағылар ҙа еңел һулап, иртәгә тиклем таралышты.
11 октябрҙә тышта ла, йорттоң эсендә лә күренеш шул көйө ине, тиһәң дә хата булмаҫ. Кисәге кеүек ҡар яуып тормай ҙа, Юғары Совет ултырған йорт алдында кеше кәмей төшкән, ләкин күп кенә әле. Кисәге лозунгтар һаҡланған тиһәң дә була, татар теле тураһындағылары күренмәй. Әйткәндәй, Совет майҙанында Айҙар Хәлим палаткаһы менән ҡуша юҡ булған. Асфальтта йыртыҡ пакет менән уның сүп-сарын ғына ел туҙҙырып йөрөтә.
Депутаттар төркөм-төркөм дә, берәмләп тә килде. Кисәге һымаҡ уларҙан һорау алыусы булманы, тик “Суверенитет!” тип ҡысҡырып ҡаршыланы һәм оҙатып ҡалды манифестанттар.
Тап сәғәт унда көсәйткес Рәхимов тауышы менән телгә килде:
– Хөрмәтле депутаттар, саҡырылған ҡунаҡтар! Башҡортостан Юғары Советының өсөнсө сессияһын дауам итәбеҙ. Эшебеҙҙе кисә туҡтаған урындан яңыртабыҙ. Декларация проектын тикшереү өсөн...
Әммә беренсе рәт тирәһенән берәү һүҙҙе бүлде.
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, ғәфү үтенәм. Дөйөм эш башланмаҫ борон бер генә һүҙ әйтәйем әле. Мин – Кулеша, РСФСР депутаты, Белореттан.
Рәхимов ризаһыҙ ғына:
– Әйтегеҙ һуң, – тине.
Кулеша трибунаға сыҡты:
– Кисә депутат Корольков, Белорет ҡалаһы халҡы һәм ҡала Советы суверенитет тураһында декларация ҡабул итеүгә ҡаршы, тине. Мин, РСФСР депутаты һәм Белорет кешеһе булараҡ, шуны белдерәм: Корольков һеҙгә ялған мәғлүмәт бирҙе. Белорет халҡы ла, ҡала Советы ла күпселектә суверенитетты яҡлай. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.
– Рәхмәт, – тине Рәхимов. Тамаҡта торған төйөн иреп китте. – Декларация проектын тикшереү буйынса һүҙ депутат Горбуновҡа бирелә.
Горбунов депутат булыу менән бергә КПСС Өлкә комитетының беренсе секретары ла ине. Декларация буйынса бөтөн мәсьәләне лә бер юлы хәл итергә тырышмаҫҡа кәрәк, тине ул. Тәүҙә суверенитет тураһында ентекле һөйләшергә ине, шунан – телдәр хаҡында. Ни өсөн тигәндә, киләсәктә республиканың Конституцияһын, телдәр тураһында махсус закон ҡабул итеү тора.
Шунан депутат Бугера трибунаға сыҡты. Декларацияны бер бөтөн рәүештә тикшермәйенсә, статьялар буйынса барырға, редакцион комиссияның һәм айырым депутаттарҙың иҫкәрмәләрен бер юлы тикшереү яҡшы булыр, тине ул. Рәхимов:
– Минеңсә, Бугера һәйбәт тәҡдим индерә. Кем уны хуплай, ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ. Күпселек. Артабан Демин иптәш статьяны уҡыр, комиссияға килгән төҙәтмәләр менән таныштырыр, шунан тикшереүгә күсербеҙ, – тине.
Әммә шыма барырға тейеш тип уйланған эш беренсе һөйләмдә тиерлек үк һөрлөктө. “Башҡорт милләтенең, республиканың бөтөн халыҡтарының да үҙбилдәләнешкә айырылғыһыҙ хоҡуғы” тигән һүҙбәйләнеш күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Елдең ҡайҙан иҫкәнлеген һиҙеп тора Рәхимов, ул ғына түгел, башҡорт милләтле бүтән депутаттар ҙа тойомлай: тегеләр башҡорт милләте тигәнде үҙһенмәй. Әммә күпселек шулай уйламаған булып сыҡты. Депутаттар Катаев, Вахитов, Андреев, Бугера, Абайҙуллин, Күзбәков, Рәжбаев, Машкин, Аверьянов һөйләмде шул көйө ҡалдырырға саҡырҙы.
Депутаттар Ғәфүров, Ситдиҡова, Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары Әйүпов әлеге һүҙбәйләнеште “Башҡорт милләтенең үҙбилдәләнешкә айырылғыһыҙ хоҡуғын тормошҡа ашырып һәм Башҡорт АССР-ының эсендә бөтөн милләттәрҙең дә тиң хоҡуҡлығын гарантиялап” менән алмаштырырға тәҡдим итте.
Депутаттар Кашников, Мәмләев, Лукьяничева, Белоглазов, Бигнов уларға ҡаршы сыҡты.
Эштең ныҡ ҡуйыра барғанын күргән Рәхимов хәлде ҡатмарландырмаҫҡа тырышты.
– Депутаттар! Бәхәсте тағы ла нығыраҡ ҡыҙҙырмаҫ өсөн был мәсьәләне тауышҡа ҡуйыу менән хәл итергә тәҡдим итәм. Кем дә кем, Әйүпов тәҡдим иткәнде алайыҡ, ти, шулар ыңғай тауыш бирһен. 138 кеше ыңғай, 86 ҡаршы. Тимәк, Әйүпов варианты үтә.
Рәхимовтың янындағы Демин шыбырланы:
– Был – декларацияның төп нигеҙенең береһе, шуға уны күпселек тауыш менән генә үткәреп булмай.
Рәхимов микрофонға:
– Бында әлегесә генә тауыш биреү дөрөҫ түгел, тиҙәр. Конституцион күпселек, йәғни сессияла ҡатнашыусыларҙың кәмендә өстән ике өлөшө ыңғай тауыш бирергә тейеш икән. Шуға әлеге һөҙөмтәне яраҡһыҙ тип иҫәпләйбеҙ һәм Әйүпов вариантын тикшереүҙе дауам итәбеҙ.
Байтаҡ ваҡыт депутаттар һуңғы һүҙбәйләнеште төрлөсә үҙгәртергә, йә шул көйө һаҡларға булып бәхәс ҡорҙо. Алтын ҡомдо бутағанда табылһа, дөрөҫлөк бәхәстә тыуа, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән. Фекерле кешеләр уйлағанын әйтеп, тик ултырғансы үҙемде күрһәтәйем тиеүселәрҙең тамағы ҡарлыҡҡас, зал шыма башланы. Рәхимов шунан файҙаланып:
– Баяғы тәҡдимде тауышҡа ҡуям, – тине. – Белеп тороғоҙ, беҙгә конституцион күпселек кәрәк, шуны йыйғансы бәхәсләшәбеҙ һәм тауыш бирәбеҙ.
Әллә рәйестең ошо һүҙе тәьҫир итте, әллә инде ысынлап та уртаҡ уйға килделәр: кәрәкле тауыш сыҡты, хатта өстән ике өлөштән күберәк тә ине.
Башҡорттар тормошона һиҙелерлек йоғонто яһауы ихтимал тағы бер мәсьәлә күтәрелде. Халыҡтың иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда 1989 йылда 863808 башҡорт йәшәгән, ә унан ситтә – 560000 кеше.
– Уларҙың ошолай бүлгеләнеүе кешеләрҙең күсенеүе сәбәпле түгел, ә тарихи факт булараҡ шулай килеп сыҡҡан, – тип аңлатма бирҙе Зөфәр Йәнекәйев. – 1919 йылда Башҡортостан республика булып барлыҡҡа килгән саҡта Ленин менән Сталин ҡул ҡуйған килешеүҙә киләсәктә Оло Башҡортостан төҙөләсәге тураһында әйтелә. Ул төҙөлә, әммә эсенә башҡорттар йәшәгән бик күп ер индерелмәй ҡала, ә ҡайһы берҙәре аҙаҡтан ҡырҡып, өлкәләргә бирелә. Әйтәйек, Силәбе, Ырымбур, Пермгә, Татарстанға. Шуға байтаҡ башҡорт бөгөн дә үҙ республикаһынан айырылған көйөнсә ҡала. Хәҙер беҙ тарихи ғәҙелһеҙлекте төҙәтә алмаҫбыҙ. Әммә туғандарыбыҙға уларҙың милли, мәҙәни, мәғарифҡа талаптарын ҡәнәғәтләндерергә ярҙам итергә тейешбеҙ. Ошоно декларацияла сағылдырырға кәрәк.
Был тәҡдим залда дауыл ҡуптарҙы. Ҡаршыларҙың төп һылтанмаһы финансҡа барып төртөлдө. Ситтә йәшәгән башҡорттарҙың үҙ хакимиәттәре бар, уларҙың мәнфәғәтен улар ҡайғыртһын. Беҙ күршеләр өсөн үҙ кеҫәбеҙҙән сығарып аҡса бирә алмайбыҙ. Рәхимов залға ҡарап, бына ул милләттәрҙең бәрелеше, тип уйлап ултырҙы. Аҡса тураһында ҡысҡырыша башлағас, бигерәк тә йәне көйҙө рәйестең. Ул баҫты ла:
– Мин һеҙгә үҙем шаһит булған бер хәлде һөйләйем. Тыуған ауылыма терәлеп кенә Алмалы тигән урыҫ ауылы ята. Беҙҙең бер башҡорт шунан мәрйә кәләш алды. Яҡшы йәшәнеләр, балалары тыуҙы, үҫтеләр. Ғаяз исемле береһе уҡырға төштө. Мәктәп башҡортса. Теге бала башҡортса уҡый, бик матур итеп һөйләшә. Бер көн тәнәфескә сыҡһаҡ, Алмалынан бер малай килгән. Ғаязды һорай. Сыҡты Ғаяз.
– Бына һиңә китаптар килтерҙем. Букварь, арифметика, уҡыу китабы, – ти. – Ошоларҙы уҡып, урыҫ телен өйрән. Һиндә урыҫ ҡаны бар бит. Онотма. Беҙ һиңә ярҙам итербеҙ.
Бына ошондай хәл булғайны. Алмалы кешеләре Ғаязға китапты Тәүәкән алып бирергә тейеш тип тә торманы, туғанлыҡтарын ябай ғына итеп аңлатты ла ҡуйҙы. Туғанлыҡ ана шулай була ул. Ә бында 560 мең кеше тураһында һүҙ бара. Уларға беҙ ҙә ярҙам итмәһәк, бүтән кемдәре бар? Шуға бында ҡысҡырыш та, бәхәс тә урынһыҙ, минеңсә. Йәнекәйевтең тәҡдимен декларацияға индерергә кәрәк.
– Тағы ла һүҙ әйтергә теләүселәр бармы?
Зал шып-шым булды.
– Һөйләргә теләүсе булмаһа, “Башҡорт Совет Социалистик Республикаһы үҙенә республиканан ситтә йәшәгән башҡорттарҙың милли-мәҙәни мәнфәғәттәрен ҡәнәғәтләндерергә ярҙамлашыу йөкләмәһен ала” тигән һөйләмде декларацияға индерергә теләүселәр ҡулдарын күтәрһен.
19 депутат “ҡаршы”, 18-е “битараф”, ҡалғандар “риза”. Шулай итеп, был һөйләм декларацияға индерелә.
Сессияның киске ултырышы башланды. Тышта халыҡ бик күп йыйылып киткән. Оҙаҡламай депутаттарҙың эшендә иң ҡыҙыу мәл булырын һиҙеп, шым ғына көтә ине улар.
Шуны раҫлағандай, радионан Рәхимовтың тауышы ишетелде.
– Хөрмәтле депутаттар! Ике көнгә һуҙылған эшебеҙҙең аҙағына яҡынлашабыҙ. Хәҙер декларация өсөн тауыш бирәбеҙ. Тауыш биреү исемләп буласаҡ. Декларацияны тулыһынса ҡабул итеү өсөн конституцион күпселек талап ителә. Рәхим итегеҙ, хисап комиссияһы үҙ эшен башлай.
Тауыш биреү исемләп булғас, байтаҡ ваҡытты алды. Хисап комиссияһы бюллетендәрҙе һанағансы, протоколдарҙы тултырғансы күп ваҡыт уҙҙы. Бына комиссия рәйесе тейешенсә тултырылған протоколдарҙы Рәхимовҡа һуҙҙы. Ул ҡағыҙҙың аҙағына ғына күҙ һалып алды.
– Депутаттар, ҡунаҡтар! Шау-шыуҙы бөтөрөүҙе һорайым. – Рәхимовтың тауышында шатлыҡ һиҙелә ине инде. Шуны ишеткән кешеләр яҡынса һөҙөмтәне белде. Әммә депутаттар яҡынса менән генә ризалашмайынса, урындарына ултырҙы. Һәр кем һуңғы һандарҙы белергә теләй ине.
– Хөрмәтле депутаттар! Хисап комиссияһы түбәндәге һөҙөмтәне асыҡланы. Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларацияны ҡабул итеүгә 1 депутат “ҡаршы”, 4 кеше “битараф” булған, ҡалғандар “риза”. Шулай итеп, декларация ҡабул ителде. Мин һеҙҙе шуның менән ҡотлайым!
Залда ла, тышта ла көслө ҡул сабыуҙар, “ура!”, “суверенитет!”тип ҡысҡырыуҙар яңғырап торҙо. Һәр кемдең дә күңеле тантаналы музыка көҫәй ине, әммә был ваҡытта Башҡортостандың үҙ гимны юҡ ине әле. Алҡыштар менән генә ҡәнәғәтләнергә тура килде.
Демин Рәхимовтың ҡулын ҡыҫты:
– Ҡотлайым!
– Мин дә ҡотлайым!
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, әйҙә, оло эште тамамлау айҡанлы бер сынаяҡ сәй эсеп алайыҡ.
– Сәй генәме?
– Бүтәне лә табылыр.
– Икәүләпме?
– Юҡ. Президиум өсөн бәләкәс кенә табын ҡорҙорғайным.
– Хуп.
Беренсе тосты Рәхимов әйтте:
– Беҙ ҡабул иткән декларация өсөн! Хәҙер беҙ СССР-ҙа ла, Рәсәй Федерацияһында ла бер кемдән дә кәм түгел!
Икенсе тосты рәйестең урынбаҫары Мусин әйтте:
– Мин был эсемлекте Юғары Совет рәйесе Мортаза Ғөбйҙуллович Рәхимов өсөн тәҡдим итәм. Беҙҙең етәксе күҙгә күренеп үҙгәрә. Рәйеслек эшен башлағанда технарь икәнлеге әллә ҡайҙан күренеп тора ине. Бөгөн һис кенә лә улай тип әйтә алмаҫһың. Ай үҫәһен көн үҫә беҙҙең рәйес. Кисә-бөгөн әллә ниндәй ҡырҡыу хәлдәрҙән дә бына тигән килеп сыҡты. Һаулыҡ һәм уңыштар насип итһен!
(дауамы бар)
Читайте нас: