Һай, донъяның матурлығы! Ҡояш йылыһы менән иркәләй, болон өҫтөнән еләҫ ел иҫеп үтә, йәшелгә сумған ағастар араһында ҡоштар сутылдаша. Белә Мортаза: оҙаҡламай, 22 июнь уҙғас, иң оҙон көн, иң ҡыҫҡа төн үткәс, ҡоштар һайрауҙан туҡтай. Шуны самалаптыр, моғайын, кемуҙарҙан моңдарын түгеп ҡалырға тырыша улар. Бының шулай икәнлеген Мортаза үҙе күҙәткәне юҡ-юҡлығын. Атаһы Ғөбәйҙулла әйтә. Атаһы белмәй һөйләмәҫ.
Мортаза ошолай хозурланып йәйге ялан юлынан килә ине, ғыршлатып бесән сапҡан тауышҡа шып туҡтаны. Ҡараһа, алыҫ та түгел, юлдан егермеләп аҙым урман яғында берәү бесән саба. Ридуан арбаға* егелгән аты ла шунда үлән утлай. Мортаза аптырап ҡарап торҙо. Был ниткән эш ти инде? Бесән өҫтө етмәгән, ә был кирелеп һелтәп саба. Өҫтәүенә ялан ситенән дә түгел, уртаһынан тотонған. Ни ғорлом үләнде әрәм итә. Кем икән был? Әлбиттә, үҙҙәренең ауылынан түгел. Үҙҙәренекеләр ошолай бесән тәләфләй буламы? Ридуандың тәпәшлегенә, бесәнсенең күлдәген билбау менән быуғанлығына ҡарап, Алмалыныҡы, тип һығымталаны. Шунда уҡ урыҫсалап ҡысҡырҙы:
Ҡысҡырғанға теге тертләп китте. Шулай ҙа:
– Күрмәйһеңме ни, сабам, – тине.
– Ни эшләп сабаһың? Кем рөхсәт итте? Был бит Алмалы ере түгел, Сәңкемдеке.
– Башҡорттоң ере күп, мин сапҡандан ғына бөтөп китмәҫ.
– Бөтмәҫ нәмә булмай ул. Туҡта! Кит беҙҙең ерҙән!
Бесәнсе, ысынлап та, туҡтаны, Мортазаға һынамсыл ҡарап торҙо. Уның янында – танау төбөндә йөнө лә сығып бөтмәгән малай. Һуңғы арала һонтор буйлы булып үҫеп киткәйне-китеүен, ләкин ҡаршыһындағы ир менән сағыштырырлыҡ түгел инде. Теге бер Мортазаға, бер салғыға ҡарап алды, егет арбала ятҡан һәнәккә күҙ төшөрҙө. Салғысы йән көсөнә аҡырып ебәрҙе:
– Кит бынан! Хәҙер салғы менән эсеңде ярам!
Әммә Мортаза етеҙерәк булып сыҡты, күҙ асып йомған арала арбалағы һәнәкте эләктерҙе һәм ҡаршыһындағы бәндәнең салғыһына һуҡты, уныһы ҡулынан ысҡынып, һәнәк сатаһы араһында ҡалды. Теге бәндә арбаға ырғып менде һәм аҡырып ебәрҙе:
Ат ауыл яғына елдерҙе. Мортаза салғы менән һәнәк тотоп, тегенең артынан ҡарап ҡалды. Хужаһы ҡасты тип эш ҡоралын ташлап китеп булмай бит, егет уларҙы күтәреп Алмалыға барып инде. Урам буйлап күп тә уҙманы, ҡаршыһына класташтары Ваня менән Сергей килеп сыҡты. Мортазаны Алмалыға уҡырға килтергәс тә атаһы Ғөбәйҙулла ошо Ваня йәшәгән өйгә фатирға урынлаштырҙы. Беренсе күрешкән саҡта Ваняның атаһы ике малайҙы йәнәш баҫтырып:
– Был егет һинең тиҫтерең, һабаҡташың була, бер класта уҡыясаҡһығыҙ. Беҙҙең ауыл уның өсөн ят. Үҙ кеше булып киткәнсе, Мортазаны ҡарап йөрө, теге-был ҡулсыр бәндәләр ынтылып ҡуймаһын, һағауыл булырһың, – ти әйтеп ҡуйҙы. Уны Ваня тәүҙә бәләкәй туғаны кеүек ҡараны, аҙаҡтан типә-тиң иптәш, дуҫ булып киттеләр. Ваня киң күңелле, йор һүҙле, шаян да ине. Әле лә Мортазаның ҡиәфәте быға ауыҙ йырырға етә ҡалды:
– Мортаза, һине Варвара көтәм ти ине, ышанмағайным, дөрөҫөн һайраған икән, – Ваня хәйләкәр йылмайҙы.
Варвара ла – быларҙың класташы. Малайҙар шаярып уны Мортазаға ҡушып һөйләгән була.
– Мортаза мине әйттерергә килә, ти ине. Ана бит, кейәү рәүешендә бик матур кейенгәнһең. Класты бөттөң, танытма кеҫәлә тиһәң дә була. Варвараны алаһың да ҡайтаһың инде. Тик уны салғыға ултыртып, һәнәк менән ҡыуып алып ҡайтмаҡсы булаһыңмы ни? Шуныһын ғына аңламайым.
Бының һүҙенә Сергей шарҡылдап көлә башланы. Уның хахылдауы Мортазаның да күңелен күтәреп ебәрҙе. Ваняға ҡарап:
– Тыңла! Аҙаҡтан, ишетмәнем, тип йөрөмә, – тине. – Ҡаты ҡолаҡтар өсөн айырым әйтәм: был ҡорал салғы тип атала, ул үлән менән ҡуша ҡайһы бер оҙон телдәрҙе лә саба. Ә икенсе ҡорал – һәнәк. Ул сабылған нәмәләрҙе сәнсеп алып, бер урынға өйөү өсөн яраҡлаштырылған. Бармы бында оҙон телдәр?
– Юҡ, юҡ, Мортаза ағаҡайым. Оҙондар ҡыҫҡарып бөттө.
Ул арала урамда бер малай һөрәнләне:
– Әйҙәгеҙ, тиҙерәк! Башлана бит!..
Ваня менән Сергей аҙымын йышайтты. Мортаза бер үҙе торҙо ла ҡалды. Бының ҡуҙғалмағанын күргән Сергей ҡысҡырҙы.
– Әйҙә, һин бармайһыңмы ни?
– Барам да ул, тик быларҙы ҡайҙа ҡуяйым? – Ҡулындағы эш ҡоралдарына ишараланы.
Мортаза яланда ни булғанын һөйләп бирҙе.
– Ә-ә, Харитон булған инде. Башҡорт – контра ул, борон-борондан ере күп булған, тип ул һөйләнеп йөрөй торған. Унан башҡа берәү ҙә түгел.
– Ҡайҙа тора һуң ул? Салғы менән һәнәген илтеп бирергә кәрәк бит.
– Давай, былай итәбеҙ... – Ваня хәйләкәр йылмайҙы. – Анауында, кәртәләү артына һалып торабыҙ. Берәү ҙә теймәҫ. Йыйылыштан һуң ҡыҙыҡ яһарбыҙ...
Мәктәптә ҙур йыйылыш булды, балалар ғына түгел, атай-әсәйҙәр ҙә йыйылғайны. Сираттағы класты тамамлағандарға танытма тапшырҙылар. Директор беренсе итеп сәхнәгә Мортазаны саҡырҙы.
– Беҙҙең мәктәптә был егет бер генә йыл уҡыны. Башҡорт ауылынан урыҫса бер ауыҙ һүҙ белмәй килгән малай бындағы иң алдынғы уҡыусыға әүерелде. Булғас, бына ошолай булһын ул егет кеше!
Ваня янында ултырған Варвараның бөйөрөнә төрттө:
– Кит, нишләп минеке булһын ул! Уның ҡыҙы үҙенең ауылында тора.
– Шаяртам инде, әллә белмәй тиһеңме?
Егеттәр, ҡыҙҙар танытма алғас, бер-береһе менән хушлашты. Мортаза алты саҡрымды йәйәүләп ауылына ҡайтып китте.
Салғы менән һәнәк тураһында онотҡайны инде ул. Мортаза танытма алған көндөң кисендә Алмалының колхоз рәйесе Ғөбәйҙулланың ҡапҡаһы төбөндә атын туҡтатты.
– Өйҙә. Әйҙә, ин. – Үҙе шул арала ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе, – Ғөбәй түгел, Ғөбәйҙулла. Әйттем бит мин һиңә: исем беҙҙә үҙгәрмәй ҙә, ҡыҫҡармай ҙа, тип. Һеҙҙә үҙгәрһә лә, мин һиңә Саша тимәй, Александр тим бит. Александр олпатыраҡ.
– Ярар инде, Ғөбәйҙулла. Беҙҙең тел тупаҫыраҡ шул. Һеҙҙеке һымаҡ яғымлы ла, быуынлы ла түгел.
– Әйҙә, – тип саҡырҙы Ғөбәйҙулла. – Ҡапҡа аша ҡысҡырышып тормайыҡ. Түрҙән уҙ. – Үҙе өй яғына боролоп өндәште. – Әсәһе, сәйеңде йүнәт. Ҡунаҡ бар.
– Сәйләп тормаҫҡа ине бит әле. – Александр ашыҡҡанын белдерҙе. – Бер йомош бар.
– Әйҙә, сәй янында әйтерһең. Көнө буйы ас йөрөгәнһеңдер әле.
– Ҡайҙан белеп тораһың, әллә әүлиәме һин?
– Эйе, әүлиә, ти. Ана, атыңа ҡара. Бөтөнләй әлһерәгән бит. Көнө буйы ялһыҙ йөрөткәнһең.
– Эйе шул. Уныһын уйламай ҙа торам. Районға барғайным, әле бер, әле икенсе конторҙа йөрөп, шунан ауылдарға һуғылып үтте көн. Юл ыңғайы булмаһа ла, һиңә лә һуғылдым.
Тамаҡ ялғап алғас, Александр төп һүҙгә күсте:
– Ғөбәйҙулла, мин һиңә яусы рәүешендә килдем бит әле.
– Кемде кемгә һоратаһың инде?
– Һинең малайыңды беҙҙең колхозға.
– Мортазаң беҙҙең мәктәптә бик яҡшы уҡыны. Кисә сираттағы класты тамамлау тураһында танытма алды. Гел “дүртле” лә “бишле”. Һин малайыңды беҙҙең мәктәптән алып, икенсе ергә бирергә ниәтләйһең икән тип һөйләйҙәр. Мортаза беҙҙә уҡып, етене бөтөрһөн. Теймә һин уға. Бөгөн райкомда мәктәпте тамамлағандарҙы артабан уҡытып, ауылға кадрҙар әҙерләү тураһында әйттеләр. Техникумға, училищеға ебәрергә уйлайҙар. Үҙең беләһең, мәктәпкә һигеҙенсегә барһа, уҡыу түләүле. Ә беҙҙең йүнәлтмә менән китһә, бушлай уҡый, өҫтәүенә аҙмы-күпме стипендия түләйҙәр. Биш-алты балалы беҙҙең ғаиләләр өсөн был бик мөһим. Әлбиттә, Мортазаны һин үҙегеҙҙең колхоздан да ебәрә алаһың. Бигерәк тә һинең бай хужалығыңа был бер ни ҙә тормай. Тик үҙегеҙҙән уҡырға китһә, Рәхимов ана үҙ балаһын колхоз иҫәбенә уҡыта, тиәсәктәр күҙеңә бәреп.
– М-дә... Дөрөҫ әйтәһең, ҡорҙаш. Малайҙың яҙмышы тураһында уйларға кәрәк. Әлегә өҙөп бер нәмә лә әйтә алмам, үҙемдекеләр менән һөйләшәйем.
– Һөйләш, ә һинең малайҙан рәт сығасаҡ ул.
– Бәй, үҙең дә белмәйһеңме ни? – Александр кисә Алмалыла Мортаза менән булған хәлде һөйләп бирҙе. – Күрәһеңме, колхоз милкен хәстәрләп йөрөгән ир үҫә һинең ғаиләлә?
Александрҙың әйткәне Ғөбәйҙулланың күңеленә май булып ятты, йөҙө яҡтырып китте. Иптәше быны маһайыу тип ҡабул итмәһен өсөн башын ситкә борҙо ла:
– Салғы менән һәнәкте ташлап киткәнме? – тигән булды.
– Уныһы бер әңгәмә әле ул, – Александр көлөп ебәрҙе. – Мортаза ҡайтып киткәс, Ваня менән Сергей Харитонды эҙләп тапҡан. “Салғы менән һәнәк һатабыҙ, – ти икән былар. – Хаҡы – бер шешә сәмиғулла.”
Харитон һорағандарын биргән. Өсәүләп эскәндәр. Етмәгән. Шунан Ваня:
– Һин, Харитон, тағы бер шешә ҡуй инде. Мортазаға бирербеҙ, – ти икән. – Бер аҙ майламаһаҡ булмаҫ, юҡһа районға милицияға барам, тип йөрөй. Харитондың колхоз бесәнен урлап сапҡаны аҙ, өҫтәүенә миңә салғы менән киҙәнде, тип әйтә, ти.
Ҡайҙа барһын Харитон, йәнә бер шешә сығарған. Шулайтып, шуҡ малайҙар ныҡ ҡына һемәйткән тауыҡ башты. Был турала Мортаза үҙе белмәйҙер ҙә әле?
Шул турала һорамаҡ булып, Ғөбәйҙулла Мортазаны саҡыртып алды.
– Көнө буйына күренмәнең, бөгөн дә Алмалыға барҙыңмы?
– Юҡ. Танытма алдым бит, унда бүтән йомошом ҡалманы. Бөгөн Ҡашҡарға барҙым.
– Мәктәпкә индем, уҡырға алалармы икән тип белештем.
– Алабыҙ, тинеләр. Тик китап, дәфтәр күп кәрәк, улары – түләүле. Йәйгелеккә эшкә төшһәм, бер аҙ аҡса эшләй алмаммы икән, тип һинең менән һөйләшәйем, тигәйнем.
– Ҡайҙан табырһың икән ундай эште? Колхозда трудденгә йөрөһәң, бер нисә тинлек эшләйһең инде. Яҡын-тирәлә ҡала-маҙар ҙа юҡ бит.
– Күмертауға барып ҡараһам. Иң яҡыны шул инде.
– Күмертауҙа ла эш табыуы анһат булмаҫ шул. Уларға махсус белемле кешеләр кәрәк. Ә ҡара эшкә алмаҫтар, һинең бит рәсми хеҙмәткә йәшең етмәгән.
– Һы... Ҡайһылайтып ҡарарға икән һуң?
– Ярар, улым, уйлашырбыҙ. – Ғөбәйҙулла ҡапыл ғына бер өҙөп әйтә алмаһа ла, улының үҙ яҙмышын ҡорорға тырышып йөрөүе оҡшаны. Дөрөҫ әйтә бит Александр, был малайҙан рәт сығасаҡ. Әлегә Алмалы рәйесенең тәҡдиме тураһында ла өндәшмәй торорға булды.
Мортаза иртәгәһенә үк колхозға сыҡты. Сыҡты тип инде, бригадир нимә ҡуша, шуны үтәйһең, төбәп кенә башҡара торған эше лә юҡ. Бер көн киске аш мәлендә Мортаза:
– Атай, мин иртәгә Күмертауға барып, эш эҙләп ҡарайым әле? – тине.
Күмертауға Сәңкемдән ике яҡтан йөрөйҙәр: район үҙәге Йомағужа юлынан Воскресенск ауылына барып, оло юлда берәр атҡа эләгеп китергә тырышаһың, йә булмаһа, туранан Ҡаҙарма аша бараһың. Тик бында баштан аҙағынаса тәпәнләйһең, ҡырҡ саҡрым тирәһе.
Мортаза Ҡаҙарма аша китергә булды. Ворошилов ауылына барыусы еләк һатыусылар менән биш-алты саҡрымды үтте, артабан үҙе генә. Ҡараңғы төшөр алдынан Күмертауға етеп, атаһының бер танышында ҡунып сыҡты. Шунан эш эҙләргә тотондо. Атаһы белгән кеүек дөрөҫөн әйткән икән. Ҡайҙа барһаң да, йә махсус белем, йә тулы 16 йәш һорайҙар. Мортазала тегенеһе лә, быныһы ла юҡ. Шахтаның кадрҙар бүлегенә инеп ҡарарға булды. Оҙон барактың бер бүлмәһенә инде. Дүрт кеше ултыра. Ике ир, ике ҡатын. Тәҙрә янындағы ҙур өҫтәл артындағы кеше мөдирҙер, тип шуның алдынараҡ бармаҡ булғайны, ишек төбөндәге өҫтәл янында баҫып торған ир өндәште:
– Берәр эш булмаҫмы тип килгәйнем.
Теге ир ҡағыҙҙарҙы ҡарап сыҡты ла башҡортсалап өндәште:
– Белемең тураһында таныҡлыҡты күрһәт, ә ҡайҙа йәшәгәнлегең хаҡында ҡағыҙҙы йәшер, бер урында ла уның барлығын әйтмә.
– Ауыл кешеһенең паспорты булмаһа, йәшәгән урындан сығып китергә ярамай икәнлеген һин белмәйһеңдер, ахыры.
– Бынан һуң ул ҡағыҙыңды күрһәтмә, төрмәгә ултыртып ҡуйырҙар: ауылдан ҡасҡан, тип. Мәктәптә уҡып йөрөүең тураһындағы ҡағыҙ һиңә ситкә сығырға хоҡуҡ бирә. Шуның менән йөрөй бир. – Унан урыҫсалап өндәште, – бына һиңә иғлан, оҡшаһа, шунда уҡырға ин. – Ир кеше бер бит ҡағыҙ тотторҙо. Күмертау ойошмаларында эшләү шарты менән техникумға ҡабул итеү тураһында иғлан ине был. Мортаза уҡып сыҡты ла өндәшмәй генә ултыра ине, теге кеше:
– Оҡшамаймы? Улайһа, быныһын ҡара, – тип икенсе иғлан тотторҙо. Быныһы нефть техникумы тураһында ине.
Мортазаның күҙҙәре уйнап китте. Мәктәптә нефтселәр тураһында әллә күпме һөйләнеләр бит. Иң алдынғы, маҡтаулы эш, ти торғайнылар. Баяғы ир Мортазалағы үҙгәреште шунда уҡ күрҙе.
– Нефть эше оҡшаймы? Һәйбәт һөнәр. Тик техникумдың ҡайҙа икәнлегенә иғтибар иттеңме һуң? Өфөлә. Ә күмерселәрҙең техникумы бында – Күмертауҙа. Әллә ҡайҙа ятҡан ергә бараһы түгел.
– Ярар, – тине Мортаза. – Ҡайтып, өйҙә һөйләшәм әле.
Ҡырҡ саҡрымды кире үткәнсе Мортаза техникум тураһында ғына уйланы һәм үҙе өсөн ҡарар сығарып бөттө. Ул ғына ла түгел, ҡайтҡас та техникумға яҙасаҡ хатының йөкмәткеһен дә төҫмөрләп ҡуйғайны инде. Шуға өйҙә был турала атаһы менән тәфсирләп һөйләшеп торманы.
– Үҙеңә шул техникум оҡшай икән, тәүәккәллә, – тине атаһы. Тик яҡын ара түгел, ҡайтып-китеп йөрөүҙәре ҡыйын буласаҡ.
Мортаза шул уҡ көндә техникумға хат яҙҙы, йәнә ике аҙнанан яуап килде. “Техникумға инеү имтихандарын яҡшы тапшырып, конкурста еңһәң, дөйөм ятаҡтан урын бирелә, стипендия түләнәсәк. Быйылдан башлап стипендия күләме арттырылды. Мәктәптең етенсе класын тамалағас, беҙгә килерһең”.
Беҙҙең халыҡта, өйҙәге иҫәпте баҙар боҙа, тигән һүҙ бар. Һин бер төрлө уйлап, шуны эшләргә ниәтләп кенә бөткәс, донъяның бүтән ғәмәлдәре килеп сыға ла, уйлағаныңдың бер остоғо ла ҡалмай. Мортаза, көҙгә Ҡашҡарҙа уҡый башлармын, шуны тамамлармын да Өфөгә техникумға китермен, тип уй нығытып ҡына йөрөй ине. Бер көн атаһы, һәр ваҡыттағыса кискә ҡалмайынса, өйгә ҡайтты. Ҡатыны Ғәлимә, уландары Гәрәй, Мортаза, Рафиҡ сәй табынына ултырышып, ашап алғас, Ғөбәйҙулла тамаҡ ҡырҙы:
– Әсәһе, балалар, мине бүтән эшкә күсерәләр. Беҙгә Йомағужаға барып йәшәргә тура килә.
Табын шып-шым булып ҡалды. Шунан Мортаза һораны:
– Воскресенканан аша китәһең, шул Йомағужамы?
– Уны бик ҙур ауыл тиҙәр.
– Ҙур ауыл булғас, мәктәбе лә барҙыр?
– Юҡ. Урыҫ. Йомағужаға яҡын ғына ауылда башҡортса уҡыталар, ти.
– Мин шунда уҡыйыммы? – Гәрәй һораны.
– Мин урыҫ класына барам. – Быныһын Мортаза ҡыҫтырҙы.
– Нишләп? Башҡортса уҡымайһыңмы инде?
–Әллә. Алмалыла урыҫса уҡыным да инде. Һуңынан техникумда барыбер урыҫса уҡырға тура киләсәк. Бер телдән икенсеһенә күсеп йөрөгәнсе.
Бүтәндәр фекер төйнәгәнсе, был малай үҙенекен хәл итеп тә ҡуйҙы, тип уйланы Ғөбәйҙулла.
– Гәрәй, ә һин ни эшләп өндәшмәйһең? Һин дә Мортаза менән бер мәктәптә уҡыйһыңмы?
– Ул мәктәптә башҡорт кластары юҡ.
– Урыҫ мәктәбендә бер класҡа кире төшөп уҡырғамы?
– Шулай була инде. Мортаза менән бер класта.
– Кит әле. Мырҙам менән бер класта уҡып йөрөргә ни. Улайтып әҙәм көлдөрөп йөрөгәнсе, уҡымағаның мең артыҡ.
Ярар, тип уйланы Ғөбәйҙулла, быныһы яйлап көйгә килер әле.
– Әсәһе, ә һин ни эшләп өндәшмәйһең?
– Өндәшеп тә нимә генә тип әйтәйем инде, атаһы. Һин хәл итеп бөткәнһең бит инде. Минең һүҙемдән барыбер бер ни ҙә үҙгәрмәй. Шулай булғас, һеҙҙән айырылып, ҡайҙа барайым инде. Рафиҡ менән яйлап өйрәнербеҙ инде Йомағужаға ла.
Ҡатынының һүҙе аҙыраҡ хәтерен ҡалдырҙы Ғөбәйҙулланың. Ҡаты ғына өндәшмәксе лә булғайны, кире ҡайтты. Һуғышҡа киткәндә ни хәлдә ҡалдырып китте бит ғаиләһен. Уғаса “Иртөбәк” промартелендә эшләй ине. Ғаиләһе янында, тик торор урындары ғына юҡ. Промартелгә килгәс тә, әлегә ошонда тороп тороғоҙ, тип бер йәйге аласыҡҡа индергәйнеләр. Йәй үтте, ҡара көҙ етте, Рәхимовтарға йәшәр торлаҡ ҡына табылманы. Ғөбәйҙулла райсовет рәйесенә әйләнгән һайын шуны иҫләтте, тик файҙаһы теймәне. Ноябрь айында үҙен һуғышҡа алып киттеләр, ә Ғәлимә ҡулындағы ике бала менән һыуыҡ аласыҡта тороп ҡалды. Улайтһаң да, былайтһаң да, туғандарыңа һыйынаһың, тигән кеүек, ярар Ғөбәйҙулланың ғаиләһен уның туғандары онотманы. Мозафар ағаһы килеп, Тәүәкәнгә (Сәңкемгә) күсереп алып ҡайтты. Тупраҡ ныҡлап туңғансы ерҙән өй әтмәләп индерҙе. Һуғыш бөткәнсе шунда көн күрҙеләр...
Шуға үпкәләгәндәй була Ғәлимә. Ни хәл итәһең, үпкәләһә лә, урыны бар. Борон тәүҙә кеше тураһында түгел, производство хаҡында ҡайғырталар ине бит.
Көтөү ҡайтыр алдынан Мортаза мал ҡаршыларға тип өй алдына сығып ултырғайны, янына Гәрәй килеп сүгәләне.
– Урыҫҡа әйләнәһең инде һин былай булғас, – тине ул Мортазаға тура ҡарамайынса ғына.
– Нишләп улай тиһең? – Мортазаның тауышында аптырау ишетелде.
– Алмалыла уҡығаныңда урыҫ һүҙҙәрен ҡыҫтырып һөйләшергә өйрәнгәйнең, хәҙер ни башҡортса бөтөнләй онотоп бөтөрһөң инде.
– Онотмам. Бына һинең менән башҡортса һөйләшеп ултырам да баһа, ә Ваня менән – урыҫса. Береһен дә бутамайым.
– Түбәнге сыуашта – сыуашса тип тә ебәр.
– Юҡ, сыуашса белмәйем. Ана ҡаҙарманыҡылар сыуашса тап-таҙа һөйләшә. Шулар кеүек булһаң, килешер ине.
– Эйе, анау ваҡытта Кумертауға барғанда Ҡаҙарманың бер кешеһе менән сыуаштың һөйләшкәнен тыңлап торҙом. Сутырлығын сыға, башҡорт тип уйламаҫһың да.
– Әйттем бит, урыҫ һүҙен ҡыҫтыраһың тип.
– Кумертау – башҡорт һүҙе ул.
– Башҡорттоҡо – Күмертау. Күмер һүҙенән. Белгең килһә, уның беренсе исеме – Бабай.
– Ҡыҙыҡ икән. Бабай исемле кеше булғанмы?
– Юҡ, Бабай тигән йылға бар унда, шуның буйына килеп ултырған Күмертауҙың беренсе кешеләре. Шуға Бабай ауылы тигәндәр. Ауыл ҙурайған, ҡасаба булған, шунан уны Күмертау ҡалаһы тип атағандар.
– Ҡайһылай күп беләһең һин.
–Мин үҙебеҙҙең ауыл тирәһендәге исемдәрҙе лә беләм.
– Күнйәп, Наҡаҫ, Сәүкә, Сыбартау, Ҡойо башы, Кәзә төбәге... – Гәрәйҙең тағы ла теҙергә иҫәбе бар ине, мырҙаһы туҡтатты.
– Һе, уларҙы мин дә беләм.
– Ә Кешеҡырылғанды белмәйһең. Урыҫ үткәүе менән Шаһи һаҙын, Талаҡланды ла белмәйһең. – Гәрәйҙең тауышында еңеү тантанаһы ишетелеп ҡалды.
–Ә һин ҡайҙан беләһең быларҙы?
– Һин урыҫ араһында йөрөгәндә, Мозафар бабайым менән урман-ҡырҙа булам бит. Ул һөйләй. Бабайым әйтмешләй, ишеткәнемде мыйыҡҡа урап барам.
– Маладис. Һин минең авзыйым ғына түгел, ағайым да булдың...
Ул арала көтөү күренде, малайҙар мал ҡаршыларға йүгерҙе.
Был һөйләшеүҙең дауамы байтаҡ ваҡыт үткәс булды. Ғөбәйҙулла ҡатыны менән балаларын Йомағужаға күсереп килтергәйне инде. Бер көн Ғәлимә ауылға хат яҙырға булып китте. Яҙҙы, һуғыш ваҡытындағы кеүек өсмөйөшләп, һыуынған картуф менән елемләп йәбештерҙе. Шунан Мортазаға тотторҙо.
–Мә тышына әҙрисен яҙ. Урыҫса кәрәк бит.
Мортаза яҙа башланы. Деревня Тауаканово тип яҙғайны, әсәһе ҡысҡырып ебәрҙе:
– Ауылға тинем дә инде! Һин әллә нимә яҙып ултыраһың...
– Һуң ауылға яҙып ултырам да инде. Бына “Деревня Тауаканово” тинем.
– Ниндәй Тауаканово булһын? Ауылыңдың Сәңкем икәнлеген оноттоңмо әллә?
– Урыҫса – Тауаканово, башҡортса Сәңкем була, – тине Мортаза белдекле ҡиәфәт менән.
Шым ғына тыңлап ултырған Гәрәйгә ҡыҫылырға тура килде.
– Беҙҙең ауылды башлап ебәргән кешенең исеме Тәүәкән булған. Шуға әле лә рәсми рәүештә Тәүәкән тиҙәр. Сәңкем ҡыпсаҡ башҡорттары йәшәгәнгә, кеше араһында Сәңкем ти ҙә ҡуялар.
Ғәлимә менән Мортаза белдекле кешенең һүҙенә, ҡайтарып әйтергә дәлилдәре булмағас, өндәшмәүҙе хуп күрҙе.
Шул йылда Йомағужала ҡышланылар. Кеше өҫтөндә йәшәү тормошмо ни инде, ялҡҡайнылар. Уҡыу йылы бөтөү менән үҙҙәренең ауылына ҡайтып йәйҙе үткәрербеҙ тип йөрөйҙәр ине, икенсе әмәл сыҡты. Ғөбәйҙулланы эшкә үҙҙәренең ауылына – Тәүәкәнгә ебәрергә булдылар. Иң ҡыуанғаны малайҙар һәм Ғәлимә булды. Гәрәй менән Мортаза иҙән уртаһына төшөп ырғаңланы хатта, Ғәлимә өндәшмәй генә йылмайҙы. Быларҙы ҡарап ултырған Ғөбәйҙулла:
– Ни эшләп ҡыуанышҡан булаһығыҙ? Мортаза, бигерәк тә һин. Унда мәктәп өйөңә терәлеп тормай, Ҡашҡарға тиклем тәпәй туратта йөрөргә тура киләсәк.
Әле генә ауыҙҙарын йыйып ала алмай көлөшкән малайҙар шым булды.
– Әй, миңә барыбер. Бында Бикҡужаға йөрөнөм, унда – Теләүембәткә. Икеһенең араһы бер тиерлек.
Гәрәй Йомағужала урыҫ мәктәбенә барыбер барманы, Бикҡужала уҡыны.
– Ҡашҡар алыҫ бит әле ул. Көн һайын егерме саҡрымды ике яҡҡа үтеүҙәре... – Мортазаның күңеле төштө.
Был мәсьәләне Гәрәй үҙенсә хәл итте:
– Ҡайғырма, башҡорт телен онотоп бөтмәгәнһеңдер әле. Теләүембәттә башҡортса уҡырһың.
Мортазаның ауырһыныуын Хоҙай бабай ишеткәндер, күрәһең. Шул йылда Теләүембәттә урыҫ телле туғыҙынсы класс астылар һәм малайҙар шул мәктәпкә китте.
Унынсыны бөткәс, артабан ни эшләргә, тип торманы Мортаза. Был һорауға яуапты ул әллә ҡасан әҙерләп ҡуйғайны инде.
– Атай, мин уҡырға Өфөгә нефть техникумына китәм, – тине ул бер көн кис Ғөбәйҙуллаға.
– Йәне теләгән йылан ите ашаған, ти. Шул техникум тип хыялландың, барһаң, бар. Паспорт юллашып бирермен. Бер аҙ аҡса ла табышырмын. Ҡалғаны – үҙеңдән. Имтихандарҙы яҡшылап бирерһең, техникумыңа ингәс, стипендияғаса ауыҙыңды күккә элеп тормаҫ өсөн үҙең аҡса йүнләрһең, бер миңә генә өмөтләнеп ултыра алмаҫһың.
– Имтихандар башланырға бер ун биш көн элек барырға, баш-күҙ алырға, ундағы ваҡиғаларға өйрәнергә кәрәк.
Ул заманда ауылдан сығып уҡырға урынлашҡан кеше бик һирәк була торғайны. Мәктәпте бөткәс, артабан уҡый торған йорт уҙа барһа техникум тип белделәр. Унынсыны тамамлағас, тура институтта уҡый алыу уйы ни эшләптер башҡа кермәй торғайны. Унды бөтөү, шунан техникум, тик һуңынан ғына институт. Тәүәкәндә генә түгел, тирә-яҡта ла ошо фекер таралғайны. Мортаза техникумға документтарын тапшырып, еңел һулап тупһала тора ине, берәү килеп:
– Документы где принимают, здесь? – тип һораны.
– Да, – тине Мортаза. Үҙе, башҡортса әйтһә лә, аңлар инем инде, тип уйланы. Теге кешене көтәүелләп алды шулай ҙа. Ишек төбөндә был пәйҙә булғас:
– Башҡорт икәнлегең әллә ҡайҙан беленеп тора, нишләп башҡортса өндәшмәнең? – тип бәйләнде. Гәрәй ағаһының башҡортто туҡтауһыҙ күтәреүе эҙһеҙ үтмәгән инде.
– Бәй, һин дә башҡортмы ни? Белмәнем, – булды яуап.
– Әйҙә, танышайыҡ, мин – Мортаза, Тәүәкән тигән ауылдан, Йомағужа районынан.
– Сәңкемдән тип әйт. Мин Әхмәт булам, Ҡаҙарманан – Көйөргәҙе районынан.
– О-о! Ҡаҙарманан булғас, Сәңкемде беләһең инде. Һаумы, күрше!
Яҡташтар ошолай күреште һәм бер бүлмәгә урынлашты. Әхмәт мәктәпте Күмертауҙа бөткән. Атаһы һуғышта һәләк булған, өйҙә әсәһе менән һеңлеһе бар. Мортазаның ярҙам итерлек атаһы булһа, Әхмәттең бер кеме лә юҡ. Етмәһә, өйҙәгеләре уға күҙ төбәп тора. Шуға иң алда уның аҡсаһы ҡалмауы ғәжәп түгел. Бер көн Мортаза дәрестән һуңлабыраҡ ҡайтҡайны, Әхмәт мөжөрләп йөрөй:
– Әллә ҡайҙа ғәйеп булдың. Мин бында эш һөйләшеп, һине көтәм.
– Тимер юл станцияһында вагон бушатырға.
Эш ауыр ине. Иллешәр килолыҡ тоҡтарҙы йөкмәп, вагондан келәткә ташырға кәрәк. Ярар әле иңгә кәлепләп һалына торған нәмә бар, юҡһа өҫтөңдәге кейем таушалып бөтөр ине. Былай ҙа Әхмәттең күлдәге яҡа аҫтынан бүҫелеп сыҡты. Ни хәл итәһең, ултырып илап булмай. Ярар әле эш хаҡын яҡшы ғына бирҙеләр, баҙарҙа тотонолған бер күлдәк һатып алдылар.
– Бер һылтауҙан ике һылтау, – тип көлдө Мортаза. – Бына күлдәкле булдың, юҡһа йөрөр инең әле иҫкелә. Хәҙер вагон бушатырға тотона торған әҙер күлмәгең булды.
Күрҙе инде Мортаза менән Әхмәт вагондарҙы, һәр төрлөһөн бушаттылар. Эшкә кейер өсөн әрһеҙ кейем дә йүнләп алдылар. Техникумды тамамлағансы улар бушатҡан вагондарҙы бергә теҙһәң, әллә нисәмә состав булыр ине. Шуның арҡаһында улар ас йөрөмәне, өҫтәре лә бөтөн ине, кино-фәләнгә лә барыштырҙылар. Уның ҡарауы, аяҡтарына, беләктәренә ит ултырҙы, кәүҙәләре ҡалын ирҙәрҙекеләй булып китте. Тик вагон бушатҡандан ғына түгел инде: Мортаза алыҫ араларға йүгерергә, саңғыла йөрөргә яратты, Әхмәт бокс менән мауыҡты. Кәрәк булһа, береһе гармун тартып, икенсеһе бейеп тә ебәрә торғайны.
Өлкән курста саҡта быларҙы заводҡа практикаға йөрөтә башланылар. Оператор дәрәжәһендә һөнәрмән булып сығырға тейешһегеҙ, тинеләр. Нефть ҡыуыу заводы ҡыҙыҡ ҡына бит ул. Тимер, баҡыр иреткәндәр һымаҡ ҙур-ҙур йорттарҙан, домналарҙан тормай, ә йыуанлы-нәҙекле һанһыҙ торба һәм шыйыҡса һаҡлай торған ғәләмәт ҙур һауыттар. Нефть һәм бүтән нәмәләр, газдар шуларҙың эсендә ҡайнай, күҙгә күренмәй, шуға бында ниндәйҙер эш, хәрәкәт бармай ҙа һымаҡ.
Уҡыу ваҡыты тамамланғас, егеттәргә диплом тапшырҙылар ҙа:
– Рәхим итегеҙ пролетариат сафына, – тинеләр. Яҡташтар Өфө нефть эшкәртеү заводының төп көсөн арттырҙы – операторҙар рәтенә баҫты.
Ике йылдан Әхмәт менән Мортаза үҙҙәре эшләгән ҡоролманы биш бармағындай белә ине. Күҙҙәрен бәйләп, ниндәйҙер эш ҡуш, шундуҡ башҡарып сығырҙар. Уларҙы яҡшы белгән өлкән оператор Сергей Николаевич бер көн Мортазаның оло мейесте көйләгәнен ҡарап торҙо ла:
– Мортаза, һин был ҡоролманы автомат кеүек эшләтәһең. Бер генә секундҡа ла, бер генә миллиметрға ла тайшанмайһың, бик яҡшы. Мин оҙаҡламай пенсияға китәм, һине үҙемдең урынға тәҡдим итәсәкмен. Тик бер шарт менән, – тине.
– Әгәр ситтән тороп институтҡа уҡырға инһәң.
– Нимәгә ул миңә? Мин былай ҙа эшләй алам.
– Алаһың, һүҙ ҙә юҡ. Әммә юғары белем алырға һәм заводтың төп инженер кадры булырға тейешһең. Һинең оҫталыҡ, һинең фекерләүең, һинең мәғлүмәт менән кәмендә баш инженер йә завод директоры!
– Дә, Сергей Николаевич, өлкән оператор ғына түгел, ана ҡайҙа тоҫҡайһың бит һин.
– Бөгөнгө көн менән генә йәшәү дөрөҫ түгел, ҡустым, киләсәк донъяны күҙ алдында тоторға кәрәк.
– Ә Әхмәт тураһында ни әйтерһең һуң?
– Әхмәт хәҙер беҙҙең сменала түгел бит. Уны үҙҙәренекеләр хәстәрләһен.
Аптыраны Мортаза, ни эшләп уның дуҫы тураһында бик дорфа ғына өндәште һуң әле ветеран?
Мортаза шул уҡ көндә Әхмәтте күреп китергә булды. Бығаса дуҫы ялда булды, бөгөн тәүге көн эшкә сыға. Күрешмәгәндәренә лә арыу уҡ булып киткәйне.
Үҙ сменаһын тапшырғас, Әхмәттең эш урынына инде Мортаза. Тәүҙә дуҫын танымай торҙо, шул тиклем ныҡ ябыҡҡайны.
– Ни булды, Әхмәт? – тип барып ҡосаҡланы Мортаза уны. Тегенеһе иланы ла ебәрҙе.
– Рак тиҙәр. Мин үлермен инде...
Ни эшләргә лә белмәне Мортаза. Дуҫына үҙенең бауырын киҫеп бирергә лә әҙер ине. Өс айға ла барманы Әхмәт, әллә күпме кешене илатып, ҡаланың ситендә ҡоролған мәңгелек йортҡа инеп ятты. Мортаза шаңҡыны. Ул йылда институт тураһында ла уйламаны. Сираты еткәнгә күрә фатир биргәйнеләр, шунда күсте. Тик бында ла йәм таба алманы. Әмәлгә ҡалғандай, Луиза исемле ҡыҙ менән танышты, һәм ул ғына Мортазаны хәсрәт донъяһынан алып сыға алды. Яйлап Әхмәт тураһында һирәгерәк уйлай башланы, зиһенен бүтән нәмәләр солғаны. Шунан – институт. Хәҙер инде уның һуҡмағы бер һәм таҡыр тигән кеүеккә әйләнде. Иртән тора ла эшкә йүгерә, ҡайта ла институтҡа ашыға, унан – өйгә, кәләше янына. Йылына бер тапҡыр ғына – ун-ун биш көнгә ошо юлды ҡабатламай торҙо. Йыллыҡ ял осоронда ауылға Тәүәкәнгә ҡайта, аталарына бесән, утын әҙерләшә, туған-тыумасаһы менән күрешә һәм киренән Өфөгә. Ҡайһы бер йылда Луиза менән шифаханаға барғылай торғайны. Тик бер генә ерҙә уның юлы ҡабатланманы. Быныһы – вазифалары. Техникумды тамамлағандан бирле завод, тик эшмәкәрлек урындары төрлө. Операторҙан алып завод директорына тиклем.
1987 йылда Башҡортостанда ҡырҡа үҙгәреш булды. Республикаға 18 йыл етәкселек иткән Миҙхәт Шакировты авторитар етәкселектә, демократияны быуыуҙа ғәйепләп, үҙ теләге менән тип вазифаһынан бушаттылар. Айға яҡын ваҡыт Шакировты эй һүктеләр, әрләнеләр, ҡарғанылар ҙа бер ғәйепһеҙ бәрәс рәүешендә башынан һыйпап тиерлек пенсияға оҙаттылар. Был хәл һағайтты Мортаза Рәхимовты. Ауыҙы ни һөйләгәнде ҡолаҡтары ишетмәне лә, ҡулы ни яҙғанды күҙҙәре күрмәнеме икән ни? Ошо мәлдән ул “үҙгәртеп ҡороу” тигән өндәмәгә ышанмаҫ булды. Әгәр республиканың башында 20 йылға яҡын тороп, уның үҫеше өсөн хәтһеҙ көс түккән, ер шарының алтынан бер өлөшө самаһы ерҙе биләп торған илдең иң юғары даирәләрендә ҡайнаған кешене ошо рәүешле баһалайҙар, дөрөҫөрәге, бер төрлө лә баһаламайҙар икән, бүтәндәргә ни һан, тип аптыраны. Миҙхәт Шакировтың өлгәшкән уңыштары булған икән, шуларҙы асыҡтан-асыҡ әйт, ниндәйҙер хаталары, халыҡ алдында ғәйептәре булһа, быларын да күрһәт һәм бына шуның өсөн эшенән алына, тиң. Ни эшләп йәшерәһегеҙ, ни эшләп аҡты – аҡ, ҡараны ҡара тимәйһегеҙ? Юҡһа, аҡһыл-ҡара, көрәнһыу-йәшел, тип маташалар бит. Был бер ҙә генә лә үҙгәртеп ҡороуға оҡшамаған, тип уйланып йөрөй ине, шуның шауҡымы үҙ башына төшә яҙҙы.
Бер көн эштә ултырһа, телефон шылтыраны, ҡабул итеү бүлмәһендәге ҡыҙ:
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, ҡаланың һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире шылтырата, – тине.
Бәй, тип ғәжәпләнде Рәхимов. Һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдиренә минең ни ҡатнашым булыуы бар? Бер ваҡытта ла шылтыратмай, бер ваҡытта ла минең менән эш итмәй торғайны бындай кимәлдәге кешеләр. Шулай ҙа трубканы алды.
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, һеҙҙең дауахана комплексында төҙөлөп бөтөп барған бинаның майҙаны, хаҡы һәм сафҡа индереү ваҡыты ҡасан? – тип һораны һаулыҡ һаҡлау мөдире.
– Ул тиклем ентекләп төпсөнөү нилектән килеп сыҡты әле?
– Беҙ өс айлыҡ отчет төҙөйбөҙ һәм ошо бинаны үҙебеҙҙең отчетҡа индереп ҡуяйыҡ тигәйнек.
– Бәй, беҙҙең объектты һеҙ нисек үҙегеҙҙең отчетҡа индерәһегеҙ?
– Ҡала советы башҡарма комитетының күрһәтмәһе буйынса.
– Ниндәй күрһәтмә? Ни эшләп ул турала миңә әйтмәгәндәр?
– Һеҙ белмәйһегеҙме ни? Бына минең ҡулда ул күрһәтмә.
– Нимә тип яҙылған? Уҡығыҙ әле.
– Ҡала советы башҡарма комитетының һаулыҡ һаҡлау бүлегенә ХХII партия съезы исемендәге нефть эшкәртеү заводы төҙөгән дауахана бинаһын ҡала башҡармаһының балансына индереү өсөн әҙерлек эштәрен башҡарырға кәрәк, тиелгән.
– Ҡул да ҡуйылған, мисәте лә бармы был документтың?
– Юҡ. Был ҡарар түгел. Тик ҡала етәксеһе янында үткән кәңәшмәнең стенограммаһы ғына.
– Шулаймы? Ә һеҙ уны миңә бирә алаһығыҙмы? Стенограмманы булмаһа, беҙгә ҡағылған өлөшөнөң күсермәһен генә.
– Бирә алам. Был бит йәшерен документ түгел.
– Рәхмәт, һеңлем. Беҙҙең хеҙмәткәр һеҙҙең янға инеп сығыр.
Документты алып уҡығас, Рәхимов ҡала советы башҡарма комитетының рәйесенә шылтыратты.
– Әйтегеҙ әле, ниндәй нигеҙҙә һеҙ беҙҙең дауахана корпусын ҡала башҡармаһының балансына индерергә күрһәтмә бирҙегеҙ?
– Берҙән, күрһәтмә түгел, ә әҙерлек эше генә был. Икенсенән, был күрһәтмәне беҙгә партия өлкә комитетының икенсе секретары Крюков ҡушты.
– Сәнәғәт предприятиеларына етәкселек иткән секретарь булараҡ, ХХII партия съезы исемендәге нефть эшкәртеү заводы төҙөгән дауахана корпусын ҡала башҡармаһының балансына индерергә һәм унда завод эшселәрен генә түгел, Өфөнөң бүтән кешеләрен дә ҡабул итеүҙе ойошторорға кәрәк, тине Крюков. Мин, завод милкен беҙ үҙебеҙгә ала алмайбыҙ, тигәйнем дә, Крюков үҙемде һүгеп ташланы. “Нефть заводы айырым дәүләтме әллә? Ул совет иле эсендә түгелме? Завод директоры партияның өлкә комитетына буйһонмаймы?” – тип әрләндем...
Рәхимов артабан ирәгәләшеүҙе килештермәне, хушлашып, трубканы һалып ҡуйҙы. Әммә дауахана корпусын да еңел генә биреп ебәргеһе килмәне. Уны төҙөүҙе лә үҙе башлағайны. Заводтың үҙ дауаханаһы күптән бар ине. Предприятие ҙурайҙы, бында эшләгәндәр артты, ә медицина учреждениеһы бынан утыҙ йылдар элек нисек булһа, шул көйө ҡала килде. Иҙәне, ишектәре генә түгел, стеналары, түбәһе лә туҙҙы. Профсоз ойошмаһы, партком, ремонт яһайыҡ, тип йөрөй башланы. Тик Рәхимов икенсе фекер белдерҙе: тәүҙә дауаханаға яңы бина һалайыҡ, шунан иҫкеһен яңыртырбыҙ. Профком менән партком хатта аптырабыраҡ ҡалды. Элек завод директорҙары производствонан тыш сығымдарҙы бармаҡ араһынан сыҡҡан тамсы рәүешендә генә бирә торғайны, ә был аҡса муҡсаһын өҫтәлгә ташлай: күпме кәрәк – алығыҙ. Әлбиттә, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре шатланышты, рәхмәт әйтергә тотондо. Ашыҡмағыҙ рәхмәтләргә, тине Рәхимов, тәүҙә төҙөйөк, шунан әйтерһегеҙ. Бина өсөн ҡаланан ер алыу, проектты килештереү, һыу, газ үткәреү, юл һалыу мәсьәләләре менән үҙе йөрөнө. Былар бөтөүгә аҡса тәьминәтен көйләп ҡуйғайны инде. Өс йыл тигәндә төҙөлөш аҙағына етеп кенә килә ине, мә һиңә, йортто тартып алырға йөрөйҙәр.
Директор тәүҙә шаңҡып ҡалды, шунан өлкә комитет секретарының ҡарарын юҡҡа сығартыу тураһында уйлай башланы. Ҡайһылайтырға? Икенсе секретарҙың үҙе менән һөйләшеп ҡарарға кәрәктер, моғайын. Бәлки, уйын үҙгәртер? Килеп сыҡмаһа, беренсе секретарь менән һөйләшергә. Әллә Мәскәүгә үҙҙәренең главкаһына яҙып ҡарарға микән?
Шул уйҙар менән Рәхимов партия өлкә комитетының тау башындағы йортона китте. Машинаны байтаҡ ситкә ҡалдырҙы ла ишеккә табан китте. Гранит таштан һалынған ҡоймалар артында аҡ мәрмәр менән көпләнгән мөһабәт бина ултыра. Тирә-яҡ юлдар асфальт. Үҙенең хужалыҡ етәксеһе ғәҙәте буйынса, йорттоң арҡырыһы-буйына, бейеклегенә күҙ һалды һәм быларҙы аҡсаға самалап, һай, быға күп сығым һалғандар икән, тип уйланы. Аҡ йорт етмешенсе йылдар уртаһында һалынып бөткәйне. Өфөнөң йәме булып тауҙың иң бейек ерендә урынлашҡан. Ҡалаға көньяҡтан ингәндә поездан да, автомашинанан да мөһабәт булып, әллә ҡайҙан күренеп ултыра. Рәхимов үткән-һүткән һайын уны ҡарап йөрөй, тик яҡындан ентекләп күргәне юҡ, сөнки бында кәңәшмә-маҙарға йүгереп килә, йүгереп сығып китә тигәндәй ине. Бөгөн үҙ ирке менән былай атлай, шуға иркенләберәк күҙ һалырға форсаты бар.
Ниәте – икенсе секретарь янына инеү. Заводта йомошо булған һәр кем Рәхимов янына инә лә китә. Ә бында нисек икән һуң тәртип? Секретарҙарға алдан яҙылып, көнөн, ваҡытын билдәләп киләһең, тип тә һөйләгеләй торғайнылар, шулай булһа, уға ишектең асылмауы ла бар. Аҫҡы ҡаттағы поста уны милиционер ҡаршыланы.
– Һеҙ кем? Ҡайҙа киләһегеҙ?
Мортаза партбилтен сығарып күрһәтте.
– Крюков секретарға киләм.
Милиционер партбилетты ҡараны ла кире бирҙе:
– Рәхим итегеҙ. Алты йөҙ икенсе бүлмә. Лифт эшләй.
Мортаза лифтҡа түгел, баҫҡысҡа ҡарай атланы, йәйәүләп менергә булды. Өсөнсө ҡатҡа күтәрелгәйне, берәү менән төкөшә яҙҙы. Икеһе лә шып туҡтаны.
– Бәй, Мортаза Ғөбәйҙуллович, һинме был?
– Мин. – Ҡаршыһындағы кешегә һынамсыл ҡарап торҙо. – Ә, яҡташ. Бакиров. Бында эшләйем тигәйнең бит әле.
– Эйе, ошо ҡатта минең бүлмә. Әйҙә, инеп күреп кит.
Мортаза был осрашыуға шатланып та ҡуйҙы хатта.
Оҙон солан, ике яҡтан ишектәр теҙелгән, ишектәрҙә фамилиялар яҙылған ҡағыҙ йәбештерелгән. Бакиров У.Н., Габриелов С.И. тип яҙылған ишекте асты хужа. Бында ике кеше ултырамы икән ни, тип уйлап алды Мортаза. Юҡ икән. Беренсе ишек ҡабул итеү бүлмәһенеке ине. Унда бер ҡатын машинкала нимәлер яҙа. Бакиров бүлмәнең һул ҡабырғаһындағы ишекте асты. Оҙон өҫтәл, ике яғында ултырғыстар. Иң башта ла ҙур өҫтәл бар, уныһына бәләкәйе терәтелгән. Шуның янындағы ултырғыстан урын тәҡдим итте бүлмә хужаһы, үҙе ҡунаҡҡа ҡаршы урынға терәлде.
– Һинең исемең Урал бит әле, – тине Мортаза. – Бына атайыңдың исемен онотҡанмын.
– Эйе. Хоҙайбирҙин ауылынан.
– Онотмағанмын әле. Юҡһа, минең хәтер исемдәргә һай. Нимә нисек булғанын иҫләйем, исемдәрҙе онотам да ҡуям.
– Күп йылдар начальник булып, секретарҙың кемдең кем икәнлеген әйтеп торғанға шулай ул. Баш бит иҫәр түгел. Кемдер берәү шыбырлап әйтеп торғас, ни эшләп хәтерҙә ҡалдырһын ул.
– Һин философия фәндәре кандидаты бит әле?
– Эйе. – Хәҙер Бакиров аптыраны. – Ҡайҙан беләһең? Мин һиңә быны әйткәнем юҡ ине һымаҡ.
– Философтарса һығымта яһайһың, шунан әйтәм.
Икәүләшеп рәхәтләнеп йылмайыштылар.
– Ниндәй эштәр менән йөрөйһөң, Мортаза Ғөбәйҙуллович?
Рәхимов бөтөнөһөн дә энәһенән ебенә тиклем һөйләне лә бирҙе. Үҙенә еңел булып ҡалды. Күңел кисерештәрен тышҡа сығара алмай йөрөгән икән.
Бакиров һис бүлдермәй тыңланы ла, һүҙ бөткәс, бер аҙ шым ултырҙы. Шунан:
– Сетерекле генә икән хәлең, – тине. – Крюковҡа инеп, мәсьәләңде хәл итә алырыңа ышанып бөтмәйем.
– Аңлай ул, тик һыр бирмәҫ. Мәскәү кешеһе бит. Үҙәк комитетта эшләгән. Улар әйткән һүҙ һис шикһеҙ үтәләсәк, тип өйрәнгән. Шуға һинең хәлеңде аңларға мөмкин, тик алдан әйткән һүҙенән ҡайтмаҫ. Өлкә комитет секретары, бигерәк тә Үҙәк комитеттан килгән секретарь нисек инде яңылышһын, тип уйлай ул.
– Һы, ҡайһылайтып ҡарарға һуң? Эшселәргә тип һалдырған бинаны әллә кемдәргә тоттороп ҡуйырғамы инде?
– Бынан сығыу юлы бар хәҙер.
– Партияның Үҙәк комитеты үҙгәртеп ҡороуға, демократияға йөҙ борорға ҡушты бит. Шуны эшләргә кәрәк.
– Дауахана бинаһын тартып аласаҡтарын хеҙмәт коллективына еткерергә кәрәк. Нимә әйтер эшселәр?
– Әлбиттә, етәкселәрҙе әрләйәсәктәр. Нисәмә йыл көтөп алған объект сит ҡулдарға китһен әле. Өҫтәүенә эшселәрҙең хеҙмәт хаҡы иҫәбенә һалынған бит ул. Асыҡтан-асыҡ аҡса ҡырҡылмаған, әлбиттә. Әммә төҙөлөш алып барылмаһа, шул сумманы эш хаҡын арттырыуға тотонорға булыр ине.
– Ана шул мәсьәләләрҙе хеҙмәт коллективы йыйылышына сығарырға кәрәк. Әгәр йыйылыш риза булһа, бинаны алһындар әйҙә. Булмаһа... Ҡайһылайтаһың, завод хужаһы – хеҙмәт коллективы, улар нимә әйтә, шул була.
– Эшселәр үҙҙәренең сығыштарында директорҙың мәмәй ауыҙ икәнлеген, дауахана бинаһын һаҡлап ҡалыу өсөн бер нәмә лә эшләмәүен тәнҡитләп тә ебәрһәләр...
– Быныһын улар, Урал Насирович, беҙҙән башҡа ла булдырыр.
– Хеҙмәтсәндәрҙең йыйылышына Өлкә комитет секретары Крюковты саҡырһағыҙ, бик килешер ине. Хеҙмәт коллективын тыңлағас, үҙенең теге саҡта әйткән фекерен үҙгәртеүе бик мөмкин.
Ошо һөйләшеүҙән һуң Рәхимов Өлкә комитет секретары янына инеү тураһында уйлап та ҡараманы, заводҡа ҡайтты ла профком рәйесен саҡыртып алды һәм дауахана бинаһын тартып алыуҙары ихтималлығын әйтте. Бүтән һүҙҙең кәрәге лә булманы, ҡалғанын профком үҙе эшләне. Цех һайын коллективтарҙың йыйылышы уҙҙы, бинаны биреү йә һаҡлау мәсьәләһен ҡаранылар, дөйөм завод йыйылышына делегаттар һайланылар, ҙур йыйылыштың көнөн билдәләнеләр һәм уға өлкә профсоюз комитетынан вәкилдәр саҡырҙылар. Профком, быға өҫтәп, Өфө ҡалаһы Советына, партияның ҡала комитетына һәм Өлкә комитеттың беренсе, икенсе секретарҙарына йыйылышҡа саҡырыу ҡағыҙҙары ебәрҙе.
Йыйылыш үткәндең иртәгәһенә Рәхимов Бакировҡа әйтмәк булып, Өлкә комитетҡа шылтыратты.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы Урал Насировичты телефонға саҡыра алмайым, – тине ҡатын-ҡыҙ тауышы.
– Урал Насирович Өлкә комитетта эшләмәй.
– Белмәйем. Теләһәгеҙ, өйөнә шылтыратығыҙ.
Бакиров, телефон шылтырағанын көтөп кенә ултырған кеүек, трубканы шунда уҡ алды.
– Урал Насирович, һин нишләп эштән киттең?
– Үҙгәртеп ҡороу бара бит. Ҡайһы берәүҙәр быны элекке кадрҙарҙы ҡыуыуҙан башларға булды. Шуның беренсе ҡорбаны мин.
– Иҫәрҙәр, – тип быға үҙ баһаһын ҡуйҙы Рәхимов. – Һинең кеүек кадрҙы ҡыуғас, нимәне һәм нисек үҙгәртеп ҡорорҙар икән һуң?
– Әллә инде. Күҙ күрер. Ә мин һеҙҙе ҡотлайым.
– Крюковты еңеүегеҙ менән.
– Республика радиоһы һөйләне.
– Хеҙмәт коллективы завод төҙөгән бинаны үҙҙәрендә һаҡлап ҡалырға ҡарар сығарҙы. Был милек эшсе коллективтыҡы, уға берәүҙең дә ҡул һуҙырға хаҡы юҡ, тинеләр. Йыйылышта ҡатнашҡан Өлкә комитет секретарҙары Хәбибуллин менән Крюков халыҡ демократияһын хуплап сығыш яһаған икән.
– Эйе, ул икәү йыйылышҡа, халыҡ беҙҙең һүҙҙе дөрөҫ аңламаған, тип бик туҙынып килгәйне лә, эшселәр туп-тураһын бәреп әйтә башлағайны, кикиректәре шиңде, – тине Рәхимов.
– Ә һиңә рәхмәт әйттеләрме һуң?
– Көтөрһөң. Мине биргеләнеләр генә, ҡайһы ерең ҡысый.
– Уныһына түҙеп булыр. Иң мөһиме – эш эшләнгән.
Ошонан һуң Рәхимов оҙаҡ уйланып йөрөнө. Нимә һуң ул социалистик милек? Ғөмүмән, нимә һуң ул социализм һәм коммунизм? Үҙемде белә-белгәне бирле ошо ҡоролоштоң өҫтөнлөгө тураһында һөйләнеләр, беҙ шуға ышандыҡ. Тик ниңә торған һайын аламараҡ йәшәйбеҙ һуң? Ҡайһы ғына магазинға инмә – сират, ә кәштәләр буш тиерлек. Ни эшләп шулай?
Владимир Ленин яҙғанса, социалистик революция айырым бер илдә еңеүе ихтимал. Тимәк, уның айырым бер предприятиела, айырым колхозда, совхозда ла булыуы мөмкин. Әгәр шулай икән, республиканың партия ойошмаһы башлығы ни эшләп беҙҙең завод үҙенә тип һалған бинаны тартып алырға яҫҡына һуң? Имеш, социаль ғәҙеллек булырға тейеш. Бер коллектив үтә ныҡ яҡшы, икенселәр алама йәшәргә тейеш түгел. Тигеҙлек талап ителә. Ә ул булһын өсөн берәү тырышып эшләп алған килемен ялҡауҙар менән бүлешергә бурыслымы? Ошомо, имеш, социаль ғәҙеллек? Бындай “ғәҙеллек” ялҡауҙар йәмғиәтен тыуҙыра. Әҙәм бит шундай йән эйәһе, ул һәр ваҡыт аҙыраҡ эшләп, күберәк алырға теләй. Башҡорттар бындай күренеште, нәфсеңде тыя белмәү, тип атай. Ә нәфсе кеше мейеһенә тыумыштан һалына, һәм унан берәү ҙә ҡотола алмай. Дөрөҫ, тик Ҡөрьән генә нәфсене ауыҙлыҡларға саҡыра. Бүтән бер генә дин дә уны тыйыу тураһында өндәшмәй.
Коммунизм тәғлимәтен уйлап сығарғандар “коммунизм – ул һәр кемдән хәленән килгәнсе хеҙмәт, һәр кем күпме теләй – шул тиклем байлыҡ тотона алған йәмғиәт” тип белдерә. Тимәк, бая әйткән ялҡауҙар йәмғиәтенең тап үҙе инде. Кешене ялҡаулыҡҡа өйрәтеп тораһы юҡ, үҙе өйрәнә. Нәфсе йәмғиәтте талай ғына. Ә бөтөн ялҡауға ла нимә кәрәк шуны булдырырлыҡ байлыҡты кем барлыҡҡа килтерер икән һуң?
Ай-һай, коммунистик йәмғиәт тигәне лә, социализмы ла утопия түгелме?..
Рәхимов бығаса социализм, коммунизм кеүек төшөнсәләр тураһында бик уйланманы. Бөтөн фекере, уйлау һәм табыу һәләте заводты көйлө эшләтеүгә, коллективтың торған һайын яҡшыраҡ хеҙмәт итеүен һәм йәшәүен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән ине. Ә оло йәмғиәт донъяһы нисектер ситтәрәк ҡала килде. Әммә уны урап уҙыу мөмкин түгел икән шул. Йәмғиәттә йәшәп, унан ситтә тороп булмай.
Беҙҙең бурыс – кеше менән эшләү, уның аҡылын ғына түгел, күңелен дә үҙеңә, заводҡа бороу, тип әйтә килде Рәхимов һәм үҙе шунан тайпылманы. Был бигерәк тә кадрҙар менән эштә күренде. Әлбиттә, бары менән байрам тигән һымаҡ та йөрөргә була. Әммә тотонғанды эш итәм, заводты күтәрәм ти икәнһең, донъяның тотҡаһы булырҙай кадрҙар табырға, үҫтерергә, тәрбиәләргә кәрәк. Рәхимов иң алда Өфө дәүләт нефть институтынан сыҡҡан, бөгөн илдең төрлө тарафтарында йөрөгән кешеләрҙе, мөмкин булһа, ҡайтарырға кәрәк, тине. Бының өсөн тәүҙә ситтә йәшәгән кешеләр тураһында мәғлүмәт әҙерләнеләр. Ҡараһалар, Өфөнән сыҡҡан ҙур дәрәжәле кешеләр ҙә байтаҡ икән.
Яҡташлыҡты файҙаланырға ынтылған бер ул ғына түгел ине. Рәхимов Өфө нефть эшкәртеү заводының баш инженеры булып эшләгән саҡта уҡ уны тыуған яғы Күгәрсен районынан килеп таптылар. Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән танышырға заводҡа ул саҡта партияның Күгәрсен райкомы беренсе секретары Исмәғил Ғәбитов “Ҡыҙыл Байраҡ” колхозы рәйесе Рамаҙан Әбдрәхимов менән килде. Күрештеләр, һөйләштеләр. Исмәғил уны иленә ҡайтып йөрөргә саҡырҙы. Ә үҙҙәре тәүҙә Рәхимовтың туғандарын барып күргән, йәшәйештәре менән танышҡан, мохтажлыҡтарын белешкән. Ауылда ниндәй ярҙам көтһөндәр инде, беренсе сиратта бесән, утын әҙерләргә ярҙамлашһалар – шул етә. Элек был эште Мортаза Рәхимов үҙе башҡара торғайны. Был юлы ул хеҙмәтте Тәүәкәндә “Ҡыҙыл Байраҡ” колхозы үтәгән. Әйткәндәй, бер Тәүәкәндә генә түгел, райондың һәр ауылында ошондай ярҙамды ойоштортҡайны Ғәбитов.
Мортаза Ғөбәйҙулла улының ҡайтасағы билдәле булды. Исмәғил уны райондың ситендә ҡаршыланы. Быны күреп, Рәхимовтың да күңеле күтәрелде. Ошоғаса ундай иғтибар теймәй торғайны бит. Ауылға ҡайтһа, унда бесән менән һалам килтерелгән, яғыр утын да әҙер.
– Инде әйт, минән ни кәрәк? – тине Рәхимов.
– Кәрәкмәй. Был хәстәрлек яҡташтарға беҙҙең ихтирам билдәһе генә.
– Ярар. Ярҙам кәрәкһә, килерһең. Бензин, солярка, битум шунда...
Ауыл ере өсөн быларының кәрәге сикһеҙ. Юл төҙөлөшө өсөн Күгәрсен районы әллә күпме битум алды. Алды тип, Рәхимов уны махсус автомашиналарға тейәп оҙаттырҙы. Шунан ҡыҙыуланды ла инде юл төҙөлөшө. Ауылдар араһына, урамдарға асфальт түшәү башланды.
Күгәрсен районы етәкселәре менән тығыҙ аралашыу Рәхимовтың ауыл иҡтисадына ҡыҙыҡһыныуын арттырҙы. Уҙған быуаттың 80-се, 90-сы йылдарында ауыл хужалығындағы дөйөм хәл ҡатмарлы һәм көсөргәнешле ине. Был иң алдан эре мәсьәләләрҙең хәл ителмәүе менән бәйле булды.
Аграр секторҙы тамырынан үҙгәртеү сәнәғәт менән ауыл хужалығындағы иҡтисад мөнәсәбәтенә тулыһынса бәйләнгән. Ауылда хеҙмәт шарттары, уға түләү һәм тормош үҙе, айырып алғанда, социаль-мәҙәни объекттар менән тәьмин итеү ҡаланыҡынан ныҡ түбән булып ҡалды. Башҡортостанда, мәҫәлән, торлаҡтың ни бары алты проценты – йылы һыу, 18-е — канализация, 36-һы — һыу үткәргес, 40-ы үҙәктән йылытыу менән тәьмин ителгән. Өҫтәүенә һуңғы йылдарҙа ер аҫты һыуҙарының нефть һәм химия предприятиелары тарафынан бысратылыуы сәбәпле производство, көнкүреш өсөн эсәр һыу проблемаһы барлыҡҡа килде. Республиканың 14 районында ҙур һыу үткәргестәр төҙөү мәсьәләһе алға баҫты.
Социаль ғәҙелһеҙлектең башы иҡтисадтың аграр секторы менән бүтән өлкәләр араһында яраҡһыҙ алмашыуҙа ятты. Ул һәр ерҙә күренә ине: планлаштырыуҙа, хаҡтар сәйәсәтендә, техниканың, төҙөлөш материалдары менән ашламаларҙың ҡиммәтлегендә, матди-техник тәьминәттә.
Ашлыҡҡа дәүләт заказы була торғайны. РСФСР Министрҙар Советы билдәләгән күләмдә иген әҙерләү өсөн гектарынан кәмендә 26 центнер уңыш йыйырға кәрәк ине, бындай кимәлгә ауыл хужалыҡтары бер ваҡытта ла сыҡҡаны булманы. Ни эшләргә һуң? Ысынбарлыҡтан сығып эш итергә кәрәк ине. Белгестәр иҫәпләүенсә, ауыл хужалығын комплекслы алып барыу өсөн Башҡотостанда игенгә дәүләт заказы күп тигәндә 1 миллион 600 мең тонна булырға тейеш. Күренеүенсә, бөтәһе тарафынан да әрләнгән дәүләт заказын көслөк менән билдәләү республикалағы иген хужалығын бик ауыр иҡтисад хәленә ҡалдыра торҙо.
СССР-ҙың Хаҡтар буйынса дәүләт комитеты, өлкә һәм крайҙарҙың тәҡдимдәрен, үтенестәрен иҫәпкә алмайынса, төп ауыл хужалығы продукттарына яңы хаҡтар индерергә булып китте. Башҡортостан өсөнсө зонала ине, ә күрше Пермь, Свердловск өлкәләре, Удмурт АССР-ы – бишенселә. Икенсе төрлө әйткәндә, Татарстан һәм Ырымбур, Силәбе өлкәләре менән сиктәш хужалыҡтарҙа республика эсендәге бүлем буйынса икенсе зона хаҡтары, ҡара түгел тупраҡлы зонаға ҡараған 22 районға дүртенсе зона хаҡтары тейәсәк. Һөҙөмтәлә Башҡортостан хужалыҡтарының 75 проценты алдан уҡ зыянлы эшкә, былай ҙа үтә ҡыйын финанс хәлде бөтөнләй бөлгөнлөккә төшөрөүҙе күҙаллау килеп сыға ине.
Бында мәсьәләнең сәйәси яғы мөһим. Социаль һәм иҡтисади хәлдәрҙең насарлығы сәбәпле республиканың төп милләт кешеләре күпләп күрше өлкәләргә китте. Был демографик хәлде һәм милли мөнәсәбәтте ҡатмарландырҙы.
Ауыл хужалығы менән сәнәғәтен ышаныслы хаҡ индексы менән бәйләр кәрәк ине. Шуның нигеҙендә сәнәғәт тауарҙарына хаҡ үҙгәрә ҡалһа, агросәнәғәт продукцияһына ла хаҡтарҙың үҙгәреүенә килтерер ине. Был ауыл хужалығы продукцияһына хаҡтарҙы системаһыҙ һәм грамотаһыҙ үҙгәреүҙән ҡотҡарыр ине.
Дәүләттең ауыл хужалығына ғәҙелһеҙ мөнәсәбәте капиталь һалыуҙар һәм матди-техник тәьминәттә айырыуса асыҡ күренде. Ауыл хужалығы бер ваҡытта ла үҙе етештергән продукция күләменә ярашлы аҡса һәм ресурс алманы. Әгәр ниндәйҙер аҡса бүленгән булһа, улар колхоз-совхоз производствоһында крәҫтиән үҙе, ә башҡа берәү ҙә түгел, эҙләп алған аҡса ине.
Ошо шарттарҙа республика етәксе органдарының агросәнәғәт комплексына күрһәтергә теләгән урыҡ-һурыҡ ярҙамы һуңға ҡалған хәйергә тиң булды. Был, әлбиттә, оҙаҡ йылдар дауам иткән административ-команда системаһының эҙемтәһе. Бығаса республикаға арзан ит һәм һөт сығанағы итеп кенә ҡаранылар, ә уның агросәнәғәт комплексының матди-техник базаһын нығытыу тураһында тейешле хәстәрлек булманы.
Халыҡтың социаль мәнфәғәтен ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән техника, төҙөлөш материалдары һәм ҡорамал эшләү насарая бара. Бер генә миҫал. Ҡаҙандағы “Оргсинтез” берекмәһе халыҡ йәшәгән урындарҙы газландырыу өсөн полиэтилен торбалар ебәреүҙе бер мең тоннаға ҡыҫҡарта, ә алдағы йылға килешеү төҙөүҙән бөтөнләй баш тарта.
Килешеүҙә яҙылған йөкләмәләрҙе үтәмәү ғәҙәти хәлгә әүерелә бара. Предприятиеларҙың шәхси мәнфәғәтен ҡәнәғәтләндереү ауылдағы йөҙәрләгән, меңәрләгән хеҙмәт коллективын бик ауыр хәлгә ҡалдыра.
Эйе, оҙайлы йылдар буйы административ-команда системаһы хөкөм һөргән саҡта, үҙәктә беҙҙең республикалағы һымаҡ ауыл хужалығы өлкәләрен фонд менән тәьмин итеү һәм энергия биреү хаҡында уйлау түгел, бынан күберәк үҙҙәренә ит, һөт һәм башҡаһын алып китеү хәстәрен генә күрҙеләр, ауылдың матди-техник базаһын нығытыу Мәскәү чиновниктарының төштәренә лә инмәне. Һөҙөмтәлә республикала етештергән итте һәм ҡайһы бер ашамлыҡтарҙы Мәскәү, Ленинград ҡалаларына барып, сираттарҙа тороп, хәйерселәнеп алып ҡайта торғайнылар.
Ул заманда күҙ йәше ҡатыш көлөү менән һөйләнгән бер көләмәс тә бар ине. Имеш, Брежнев менән Шакиров Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙандан килә. Ҡаршы осраған һәр кеше тиерлек, баш кейемен сисеп: “Һаумыһығыҙ, Миҙхәт Закирович! Һаумыһығыҙ, Миҙхәт Закирович”, – ти икән. Брежнев ғәжәпләнеп: “Ниңә мәскәүҙәр һине белә, мине белмәй һуң?”– тип һорай. “Аптырамағыҙ, Леонид Ильич. Мәскәүҙәр түгел бит былар, Өфө халҡы. Мәскәүгә ит алырға килгәндәр”, – тип яуаплаған Шакиров.
“Башагропромсоюз” рәйесе И. Ғәбитов ауыл хужалығындағы был яманаты һатылған асыҡтан-асыҡ талау системаһын нигеҙҙән үҙгәртеү, Башҡортостандың үҙенең аграр сәйәсәтен эшләү, ауыл хужалығының матди-техник базаһын нығытыуҙың төрлө юлдарын эҙләргә ныҡлап тотондо. Тап ошо йүнәлештә эре сәнәғәт предприятиелары менән ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү предприятиелары араһында хужалыҡ бәйләнештәре барлыҡҡа килтерелде. Ул йылдарҙа Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов етәкселек иткән XXII партсъезд исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводы менән уның ауыл хужалығы продукттарын етештереү буйынса шефлыҡҡа алған предприятиелары – Өфө ит комбинаты, Өфө һөт заводы араһында эшмәкәрлек урынлаштырыла. Бындай дуҫлыҡтың ике яҡ өсөн дә файҙаһын һәм перспективаһын күреп, завод етәкселәре эшкәртеү предприятиеһына хәҙерге заман технологияһын ҡуйыу, яңы цехтар, линиялар асыу өсөн аҡсаны, техниканы йәлләмәй. Был алым һәйбәт үҫеш алып, ҡала эргәһендә заманса ҡоролған “Алексеевка”, “Йоматау” совхоздары, “Башптицепром” берекмәһе кеүек комплекстар һәм фабрикалар, эре махсус хужалыҡтар барлыҡҡа килә.
1989 йыл. Ноябрь аҙаҡтары ине. Исмәғил Ғәбитов, ғәҙәттәгесә, райондарҙан килгән етәкселәрҙе ҡабул итеп эштә ултыра: кемдең ниндәй генә һорауы юҡ. Берәүҙәргә өҫтәмә фонд, техника, ашлама кәрәк, икенселәр яңы етештереү өсөн смета документтары күтәреп, техник ҡорамалдар һорап йөрөй. Алыҫ-алыҫ райондарҙан килгәндәр, уларҙы кире бороп сығарырға ярамай. Ниһайәт, ҡабул итеү секретары ҡайнар сәй индерҙе: тимәк, бөгөнгә башҡа уның янына инергә теләүсе юҡ тигән һүҙ. Ә иртәгә тәгәрмәс яңынан әйләнә башлай, унан тағы, тағы...
Инде хәҙер, ололар әйтмешләй, эт ҡайышына әйләнгән Исмәғил тороп, бүлмәһе буйлап йөрөп алды, оҙаҡ ултырыуҙан ойоған быуындарын яҙып, бер аҙ һыуына башлаған сәйенә үрелгәйне генә, телефон шылтыраны:
– Исмәғил Әхмәҙуллович, Күгәрсен районының беренсе секретары Аҙнағолов һәм райсовет рәйесе Шәрипов килгән. Улар менән бергә тағы хужалыҡ етәкселәре бар: “Ҡыҙыл Байраҡ” колхозы рәйесе Рамаҙан Йомағужа улы Әбдрәхимов, “Исем” совхозы директоры Василий Александрович Бражников, Урман хужалығы директоры Александр Дмитриевич Касьянов. Нишләргә?
– Индерегеҙ, – тине Ғәбитов.
Әлбиттә, Күгәрсен районыныҡылар уның яҡташтары түгел икәнлеген секретары белә. Әммә был төбәктә биш йыл тиерлек бергә ҡайнаған ирҙәр – Исмәғил урынында ҡалған Венир Ғәлимйән улы Аҙнағолов менән альтернатив һайлауҙарҙа уның уҙаҡсыһы булған район Советы башҡарма комитеты рәйесе Мөхтәр Ғилман улы Шәрипов үҙҙәрен яҡташ итеп һанай. Ә ғәмәлдә Исмәғилгә улар бер туғанынан да яҡыныраҡ. Ошо кешеләр районға барып эш башлағас, уға таяныс та, кәңәшсе лә, күҙ-ҡолаҡ та, һаҡсы ла булды. Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын, тип тиккә генә әйтмәгәндәр. Берәүҙең дә йөҙ дуҫы булмайҙыр. Аҙнағолов һәм Шәрипов һымаҡ егеттәрҙән унауы ла еткән.
Бәрәкәтле һәм йомарт Оло Эйек, Ағиҙел буйы үҙенең Хоҙай Тәғәлә биргән тәбиғи матурлығы менән генә түгел, ошо төбәктә үҫкән һәләтле егеттәре, ҡыҙҙары, бөгөн бөтөн республикаға билдәле абруйлы ғалимдары, фән эшмәкәрҙәре, бына тигән шәхестәре менән иҫ киткес бай район. Ҡайһы ғына өлкәне алһаң да, Күгәрсендән сыҡҡан аҫыл ир-егеттәрҙе, гүзәл ҡатын-ҡыҙҙы осратырға мөмкин. Шуларҙың араһынан күренекле дәүләт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙин ауылында бер ғаиләлә үҫкән Ғәлейән, Юнир, Венир Ғәлимйән улдары Аҙнағоловтарҙы кемдәр генә белмәй. Ғәлейән Аҙнағолов – бар ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә, Үзбәкстанда, унан Өфө ҡалаһының 97-се мәктәбендә математика уҡытыуға арнаған шәхес. Уның ҡустыһы Юнир Ғәлимйән улы – партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. Хәҙер ул Мәләүездә “Башкельме” йәмғиәтенең директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре тигән исемдәре уның кемлеген күрһәтеп тора. Венир Ғәлимйән улы Аҙнағолов – кесе мырҙалары. Урта мәктәпте тамамлағас, хеҙмәт юлын ауылда колхозсы булып ҡына башлап ебәргән егет фәҡәт үҙенең тырышлығы һәм ынтылышы менән КПСС-тың Күгәрсен район комитеты беренсе секретары вазифаһына саҡлы күтәрелде. Уғаса Венир Ғәлимйән улы үҙенең ауылында Хоҙайбирҙин исемендәге колхозда баш агроном да, партком секретары ла була. Исмәғил Ғәбитов Күгәрсен районына партия ойошмаһының беренсе секретары булып килгәндә, ул икенсе секретарь вазифаһында эшләп йөрөй ине, ул Хәйбуллаға күсерелгәс, райкомдың беренсе секретары булып тороп ҡалды.
...Күгәрсен егеттәренең ни өсөн килгәнен Исмәғил самаланы. Венир Аҙнағолов ҙур сәскә гөлләмәһе һәм ҡотлау открыткаһы, Мөхтәр Шәрипов ниндәйҙер ҡумта тотоп алған. Йөҙҙәрендә йылмайыу нуры балҡый. Былар Ғәбитовты илле йәше менән ҡотларға килгән. Исмәғил ул хаҡта бер кемгә лә әйтмәгәйне.
– Былай булғас, кис – беҙҙеке. Әйҙәгеҙ, йомшағынан ауыҙ итеп алайыҡ, һыуһап килгәнһегеҙҙер, – тип Исмәғил һыуытҡысынан шампан, кәнфит сығарып ҡуйҙы ла шешәне шартлатып асып, фужерҙарға ҡойҙо.
– Рәхмәт, егеттәр, онотмаған өсөн. Әйҙәгеҙ, бергәләп йәшәү өсөн. Үҙегеҙгә лә һаулыҡ-сәләмәтлек, уңыштар теләйем, – тип Исмәғил һауыттағын яртылаш эсте лә ултыртты. Шунан һуң ҡунаҡтарҙы өйөнә саҡырҙы. Тамараның һыйынан ауыҙ итер алдынан:
– Йә, Венир Ғәлимйән улы, Күгәрсендәге тосыңды әйтеп ебәр инде, – тип һүҙ бирҙе.
– Нимә тип әйтергә... – Венир Аҙнағолов тамаҡ ҡырып алды. – Беҙҙең халыҡ һеҙҙе онотмай, һаман һағынып иҫкә ала. Барыһы ла айырым-айырым сәләм әйтте. Беҙ күптән килгән булыр инек, үҙегеҙ өйҙә булманығыҙ бит. Һау-сәләмәт, имәндәй бешек, һүҙегеҙ сәпкә атҡан мәргән уҡ һымаҡ, бирешмәҫ Бөрйән сәтләүеге булығыҙ. Быныһында шик юҡ. Элек, Күгәрсендә эшләгән сағында, Исмәғил Әхмәҙуллович, Бөрйәнгә ҡайтырға булһа, ике аҙна элек йыйына башлай торғайны. Ике “УАЗ” машинаһы әҙерләй, балта, трос, көрәк, махсус кейем тейәй. Береһе батһа юлда, тартып сығарырға икенсе машина кәрәк була. Икенсеһе лә батһа, балта, көрәк менән үҙе ярҙамға килә. Шуға бешеккән Бөрйән сәтләүеге ул беҙҙең Ғәбитов, – тип Венир образлы һүҙҙәр табыуына тамаҡ төбөнән мыңғырлап көлөп ебәргән булды. Уға Мөхтәр Шәрипов та ҡушылды.
Халыҡ араһында шундай мәҙәк бар: шарапты йәиһә хәмерҙе тост әйтеп эсһәң, эскелек булмай, имеш. Әммә кем менән ҡайҙа һәм ниндәй маҡсатта эсәһең бит. Шулай ҙа Исмәғилдең бөгөн дә йәйелеп ултырырға иҫәбе юҡ. Ғөмүмән, иҫерткес эсемлекте үҙ итмәй. Әммә бөтөнләй тотмай ҙа түгел. Яҡын дуҫтары менән серләшеп, эш хаҡында гәпләшеп ултыра форсаты килгәндә. Улай ҙа булмай Мөхтәр Шәрипов, ниҙер әйтергә теләгәнен аңғартып, һауытын күтәрҙе.
– Рәхим ит, Мөхтәр Ғилманович!
– Беҙ Күгәрсендә эшләгәндә, һеҙ бер ҡайҙа ла китмәгеҙ әле, Исмәғил Әхмәҙуллович. Ошо урында ныҡлап ултырығыҙ. Ни тиһәң дә, үҙебеҙҙеке бит. Ҡайһы берҙә аҡмаһа ла тамып ҡуя, тигәндәй. Бирһен Хоҙай һеҙгә һаулыҡ, түҙемлек, ғаиләгеҙгә – бәхет! – тип Шәрипов фужерын бушатып ҡуйҙы ла Аҙнағоловҡа текләне. – Теге мәсьәләне ҡасан?
– Ниндәй мәсьәлә тағы? – Исмәғил эләктереп алды.
– Беҙҙең мөһим кәңәш бар, – тип башланы Аҙнағолов. – Иртәгә Күгәрсен районында Башҡорт АССР-ы Юғары Советына һайлау буйынса депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеү башлана. Ниңә әле районға ҡулынан килгән тиклем һәр төрлө ярҙам күрһәтергә тырышып торған Мортаза Рәхимовты Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайламаҫҡа?
Аҙнағолов менән Шәриповтың фекерен Ғәбитов та күтәреп алды. Әлбиттә, Мортаза ағайҙары: “Мине СССР Юғары Советы депутаты итеп һайланығыҙ бит инде, тағы ла һеҙгә ни кәрәк”, – тип баш тартасаҡ. Шуға күрә яҡташтар Исмәғил янына килгәйне. Ә ул, Күгәрсенгә барып эшләй башлағас та, сит тарафтарҙа йөрөгән арҙаҡлы яҡташтары, күренекле шәхестәре менән һәйбәт бәйләнеш урынлаштырып бөтөргәйне. Шулар араһында Мортаза Рәхимов та бар ине. Яҡташтарҙың район өсөн күңел ярҙамы ғына түгел (йәштәрҙе шундай шәхестәребеҙ бар беҙҙең тип тәрбиәләргә лә кәрәк тә баһа), матди ярҙамы ла тейеп ҡуя торғайны. Был йәһәттән Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов бигерәк тә иғтибарлы булды: районға битум, техника, торбалар ебәрһенме, ҡайһы берҙә кешеләрҙе уҡытыу, эшкә урынлаштырыу, үрләтеү мәсьәләләрендә Исмәғил Ғәбитов уға мөрәжәғәт итә торғайны. Мортаза Рәхимов 1986 йылда республикабыҙҙың иң эре һәм ҡеүәтле гиганты булған ошо заводтың баш инженерынан директор итеп ҡуйылғас, районға ярҙам тағы ла ҙурайҙы: һәр төрлө ҡорамалдар, асфальт заводы, картуф сәсеү һәм йыйыу техникаһына тиклем алып биреште.
Мортаза Ғөбәйҙулла улы һүҙ биреп кенә ҡалмай, вәғәҙәһен һис шикһеҙ үтәй торғайны. Исмәғил Ғәбитов дәүләт агросәнәғәтенә етәксе булғас, улар араһында дуҫлыҡ тағы ла нығыны. Ул, завод директоры булараҡ, Күгәрсен районының “Ҡыҙыл Байраҡ”, Илеш районының “Сөн” колхоздарын шефлыҡҡа алды, сусҡа фермалары асыуҙа ярҙам итте. Республикала шәкәр сөгөлдөрө сәсеү һәм йыйыу технологияһы менән ауыр хәл ине. Уларҙы үҙебеҙҙә эшләүҙә, республикала тоҡомсолоҡ хужалығын йәйелдереүҙә, һыйырҙарҙың лимузин тоҡомон һатып алырға, хатта Венгриянан күп ит бирә торған ҡаҙҙар килтереп, шуларҙы үрсетеүгә лә аҡса табышып бирҙе. Ауыл эшсәндәре иһә завод хеҙмәткәрҙәрен аҙыҡ-түлек менән тәьмин итте. Ике яҡлы бәйләнеш сәнәғәт предприятиеларына ла, ауыл хужалығы тармағына ла өҫтәмә ярҙам булды.
Әле Күгәрсен районынан килгәндәр менән гәпләшеп, пландар ҡороп ултырғанда, Исмәғилдең башында йәшен тиҙлегендә бер ғәжәп фекер ялағай уты һымаҡ тоҡанып китте. Аҙнағолов менән Шәриповҡа Мортаза Ғөбәйҙулла улын үҙ депутаттары итеү, уға арҡаланыу, райондың һәр төрлө проблемаларын хәл итеүҙә файҙаланыу өсөн кәрәк. Егеттәр, уныһын да алдан уйлап, тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға йөрөй. Ауыл хужалығы етәксеһе Исмәғил Ғәбитовҡа был маҡсат инде үтелгән эш кеүек тойолдо, уның башында хәтәр бер ҡыйыу уй ҡайнаны. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты Башҡорт АССР-ы Юғары Советы рәйесе итеп һайлағанда нисек була һуң? Илдә генә түгел, республикала ла ваҡиғалар хәтәр боролош ала, тормошто үҙгәртеп ҡороу һәм демократик хоҡуҡтар, реформалар өсөн халыҡ хәрәкәте башланды, ул көндән-көн үҫә бара, тиҙҙән әллә ниндәй хәлдәр булыуы ихтимал. Ошондай хәүефле заманда халҡыбыҙҙың яҙмышына етәкселек итеүҙе элекке арҙаҡлы шәхестәребеҙ Әхмәтзәки Вәлиди, Шәһит Хоҙайбирҙин, Муса Мортазин һымаҡ ир-егеттәр үҙ ҡулына алырға тейеш бит. Республиканың сәйәси, иҡтисади һәм социаль үҙаллылығын яңы шарттарҙа Мәскәү баҫымынан һаҡлау өсөн ысынлап та абруйлы шәхестәр, халҡы өсөн янған кешеләр кәрәк. Мортаза Ғөбәйҙулла улы – хужалыҡ эшмәкәре, абруйлы шәхес, әлбиттә, технарь, әлегә профессиональ сәйәсмән түгел. Әммә ундағы аң даирәһе, һиҙгерлек, кешеләрҙе таный һәм күрә белеү, сабырлыҡ, тотанаҡлыҡ, һалҡын ҡанлылыҡ, уйлап эш итеү үҙҙәрен сәйәсмән тип һанаған күп кешеләргә етешмәй әле. Берәү ҙә был донъяға сәйәсмән булып тыумай, өйрәнер, шымарыр. Ошо тәүәккәл уй менән Исмәғил Ғәбитов, өҫтәл артынан тороп, Мортаза Ғөбәйҙулла улына шылтыратты. Ул Рәхимовтың әле заводта ултырғанын күңеле менән һиҙә ине, яңылышманы, әле эштә ине.
Исмәғил Күгәрсендән егеттәр килеүен һәм уны ашығыс күрергә теләүен әйткәс, Мортаза Ғөбәйҙулла улы, хәл белешеп:
– Ҡайһы ресторандан шылтыратаһығыҙ? – тине, шаяртып.
– Минең өйҙән... Егеттәр ҡайтырға ашыға, янығыҙға барайыҡ инде, – тип үтенгәс, теге ризалығын бирҙе.
– Киттек, егеттәр, заводҡа йәһәтерәк.
Кис көндәре заводтың береһенән-береһе хикмәтле торбалар, резервуарҙар менән тоташтырылған биналары әллә ҡайҙан ялт итеп күренеп тора. Теләһә кемде бындағы тимер ҡапҡалар аша индереп тә бармайҙар. Исмәғил, ниндәй йомош менән килеүен әйтеп, танытмаларын һонғас та баштан-аяҡ тигәндәй ҡоралланған ике ҡарауылсы тәүҙә документтарҙы диҡҡәт менән ҡараны ла ҡайҙалыр шылтыратты. Унан ғына эскә үткәрергә фарман килде.
– Ҡайҙа барырға беләһегеҙме?
– Элекке урында булһа, беләбеҙ. Өсөнсө ҡатҡа күтәреләбеҙ ҙә, коридорҙың теге яҡ башында.
Бүлмәгә ингәс тә һомғол буйлы Мортаза Рәхимов өҫтәл янынан күтәрелде. Ирҙәр менән берәмләп күрешкәс:
– Ай-һай, бигерәк күмәкләп килгәнһегеҙ. Район башлыҡтары ғына түгел, колхоз, совхоздыҡылар ҙа эйәргән икән. Был тиклем итеп йөрөгәс, тиккә генә түгелдер. Әйҙәгеҙ, мин сәй әҙерләттем, шунда һөйләшербеҙ. Ә хәҙер, Исмәғил, һине 50 йәшең менән ҡотлайым, – тип гәлсәр вазаға ҡуйылған ҙур гөлләмә тотторҙо. Исмәғил шаңҡыуынан һүҙ ҙә өндәшә алманы. Тыуған көн тураһында Мортаза Ғөбәйҙулла улына өндәшмәгәйнеләр ҙә баһа. Ҡайҙан белгән дә, ҡайҙан төн йөҙөндә ошондай сәскә тапҡан тиң? Уңарса булмай Рәхимов:
– Әйҙәгеҙ! – тип ишеккә ыңғайланы.
Эшселәр ашханаһының бер бүлмәһендә генераль директор матур ғына табын әҙерләткәйне.
– Кәрәкмәҫ ине, Мортаза Ғөбәйҙуллович. Беҙ әле генә...
– Нимә тиҙәр әле беҙҙең яҡта. Кешелә ашаған тупһанан сыҡҡансы ғына, тиҙәрме әле? Әйҙәгеҙ, ултырышығыҙ. Минең һеҙҙең менән оҙаҡлап ултырырға ваҡыт юҡ. Мәскәүҙән шылтыратырға тейештәр, – тип, шешәне асып, егеттәргә ҡоя ла башланы. Уның ашығыуы һиҙелеп тора ине. – Нимә тиҙәр әле? Баш ҡыҙмайынса арт ҡыҙмай, тиҙәрме? – Мортаза Рәхимов мәрәкәләп һөйләшеүе менән йәһәт кенә кешеләрҙе үҙенә йәлеп итә лә ҡуя.
– Йә, һөйләгеҙ, телефондан әйтеп булмаған ниндәй сер алып килдегеҙ бында?
Бүре башын кем тота тигән һымаҡ, егеттәр бер-береһенә ҡарашып ҡуйҙы. Үҙен ҡыйыуыраҡ һәм хужа ҡиәфәтендәрәк тотҡан Исмәғил Ғәбитов башланы һүҙҙе:
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, бына егеттәр һеҙҙе республика Юғары Советына депутат итеп һайларға уйлай. Ҡыҫҡаһы, һеҙҙең ризалыҡ ҡына кәрәк, ҡалғанын улар үҙҙәре эшләр.
– Бәй, мине СССР Юғары Советы депутаты итеп һайланығыҙ бит инде. Быныһы тағы нимәгә кәрәк булды? – тип ғәжәпләнеүен белдерҙе Рәхимов.
– Мортаза ағай, бының сәйәси әһәмиәте бар.
– Ниндәй сәйәси әһәмиәте? Миңә заводта эшләргәме, әллә депутат булып хәбәр һөйләп йөрөргәме?
– Мортаза ағай, һеҙ яҡташтарығыҙҙы тыңлап бөтөгөҙ инде, – Исмәғил тыя төштө. Әммә Рәхимов:
– Ҡуй, егеттәр, юҡ менән йөрөмәгеҙ. Бар ҡайтығыҙ ҙа үҙегеҙ булығыҙ депутат, – тип яндырайланды Аҙнағоловҡа. – Һин былай ҙа депутат буласаҡһың. Бик тә квотаң артыҡ булһа, бына Шәриповты һайлат. Беренсе була алманы, депутат яһап булһа ла, егет алдында бурысыңды үтәп ҡуй, – тип Мортаза ихлас көлөп ебәрҙе.
Әммә тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡан Исмәғилдә көлкө ҡайғыһы юҡ ине. Ул, бөтөн ихтыярын туплап, рюмкаларҙы тултырҙы ла генераль директорға ялбарып тигәндәй ҡараны:
– Мортаза ағай, егеттәр бик тә етди мәсьәлә менән килгән. Улар һеҙҙе, алдағыһын уйлап, депутат итергә теләй бит. Беҙ һеҙҙе һайлауҙан һуң Башҡорт АССР-ының Юғары Советы рәйесе итеп күрергә теләйбеҙ.
Иғтибар менән тыңлай башлаған Мортаза Рәхимовтың ҡыҫынҡы күҙҙәре шар асылды:
– Солтанов Фәйзулла Вәлиевич урынынамы? Һуң мин бит технарь кеше. Йортом, эшем фәҡәт ошо тимер-томор, торбалар араһында булырға тейешлеген аңламайһығыҙмы ни?! – Мортаза башын ҡырыныраҡ һалып, ҡулдарын һелтәй-һелтәй үҙ фекерен йәнә тылҡыны. – Һуң ҡоро энтузиазм менән генә булмай бит. Илгә, кешеләргә нефть химияһы, бензин, мазут, солярка, шурт-шураман кәрәк. Шулай булғас, ниңә мине үҙ атымдан төшөрөп, алашаға мендерергә уйлайһығыҙ. Һуң минме ни закондар сығарып ултыра торған кеше?
Бындағылар араһында үҙһүҙлелеге менән айырылып торған Исмәғил Ғәбитов һаман бирешмәне:
– Мортаза ағай, эштең ҡайҙа барғанын һиҙәһегеҙҙер. Алдағы йылда илдә Президент системаһы индереләсәк. Рәсәйҙә лә, беҙҙең республикала ла шулай буласаҡ. Ошонан сығып, беҙ Һеҙҙе нимәгә тырыштырғанды аңлайһығыҙҙыр. Ризалашығыҙ, юғиһә бер ҡайҙа ла китмәйбеҙ.
– Президент власы индерелгәс күрһәтерһегеҙ, – тине Рәхимов урынынан тороп һәм эш урынына йүнәлде. Егеттәр, өҫтәлдәге аш- һыуын онотоп, уның артынан эйәрҙе, бүлмәһенә барып инде.
– Ну, һеҙ, егеттәр, еңмеш тә икәнһегеҙ, – тине Мортаза, һәр береһенә асыулы ҡарап.
– Беҙ ризалығығыҙҙы алмайынса сыҡмайбыҙ, – тип Исмәғил йәнә оҙон өҫтәл янына ултырҙы.
– Ағай, һеҙҙән күп кәрәкмәй, телеграмма ғына бирегеҙ иртәгә үк, беҙ үҙебеҙ ҡалғанын эшләрбеҙ, – тине Шәрипов, үтенгән һымаҡ.
– Ярар, депутат булдым, ти. Һуңынан нисек? – Мортаза Рәхимов, быларҙан ҡотолоп булмаҫ тигән һымаҡ, йомшара төштө.
– Уныһы инде – беҙҙең эш. Штаб төҙөйбөҙ, башҡа егеттәрҙе эшкә ҡушабыҙ. Ситуацияны ҡулға аласаҡбыҙ, – тине Ғәбитов, үҙенекен тылҡып...
Шулай итеп, ныҡыша торғас, заводтың генераль директоры Мортаза Ғөбәйҙулла улының ризалығын алып сығып киттеләр. Икенсе көн районда һайлау алды йыйылышы булды һәм яҡташтары районда күптәр бик яҡшы белгән шәхес М.Ғ. Рәхимовты Башҡорт АССР-ы Юғары Советына депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтте.
Унан һуң ун-ун биш көн үттеме икән, Мортазаға телеграмма тотторҙолар. Бик ҡыҫҡа ине тексы. “Иртәнән һуң һайлаусылар йыйылышы. Һеҙҙең менән осрашыу буласаҡ. Килеп етегеҙ”. Һаман да уйын кеүек кенә ҡараны быға Мортаза. Әммә яҡташтарының, туған-тыумасаларының күңелен йыҡмаҫ өсөн барып ҡайтмаҡ булды. “Һайланыу ғәләмәте килеп сыҡмай икән, үкенес түгел, – тип фараз итте ул. – Исмаһам, ауылдаштарҙы күреп әйләнермен. Тыуған яҡта булмағанға ла әллә күпме ваҡыт үтте”.
Ауыл осонда машинанан төштө. “Урам буйлап йәйәү уҙайым әле”. Ай-һай, ауыл үҙгәргән икән. Яңы өйҙәр күп һалынған, бына тигән клуб, магазин төҙөп ҡуйғандар. “Эш килә лә баһа был Рамаҙандың ҡулынан”, – тип һөйөндө, колхоз рәйесе тураһында уйлап. Магазин алдында торған көплө бер йөк машинаһы янында кешеләр өйкөлөшкәнен күреп, шунда боролдо.
– Нимә һаталар? – тип ҡыҙыҡһынды ул. Сираттың иң аҙағында торған ҡатын Мортазаға ялт боролоп ҡараны ла, ауыл кешеһе түгел икәнлеген күргәс, кире әйләнде, шулай ҙа һорауҙы яуапһыҙ ҡалдырманы.
– Сәй. Грузин сәйе, эсе ҡыҙыл ҡурғаш ҡағыҙлы.
Бик ҡыҙыҡ тойолдо яуап, шуға төпсөнөргә булды Мортаза:
– Балаларға буяу ҡәләме. Үткән юлы әйтеп ебәргәйнек, апкилгәндәр, рәхмәт төшкөрҙәре.
– Ҡәләм менән сәй үҙегеҙҙең магазинда юҡмы ни?
Ҡатын йәнә әйләнеп ҡараны. Күктән төштөңмө әллә һин, тигәнде аңлата ине ҡарашы.
– Бәй, магазинда булһа, ошонда торабыҙмы ни? Ярар әле ырымбурҙар бар, сәйенән дә, балығынан да өҙмәйҙәр. Икенсе юлайы куфайкы килтерәбеҙ тигәндәр. Өҙгөләнеп бөттөк бит. – Ҡатын, ышанмаһаң бына күр тигәндәй, өҫтөндәге кейеменең ямауына ымланы.
Мортаза тағы бер аҙ тапанып торҙо ла колхоз идараһына ыңғайланы. Рамаҙан ҡолас йәйеп ҡаршыланы уны.
– Килә ул, килә, тип торам. Шикләнгән була ине Аҙнағолов. Туҡта әле, шылтыратып әйтәйем. Бүтән урындарҙа йыйылыштарҙы ҡыҙыулатһын.
Мортаза “эйе” лә, “юҡ” та тимәне. Магазин янында күргәндәренән һаман айныға алмай ине әле. Һайлаусылар йыйылышы башланғас та шул турала уйланып ултырҙы. Ә бындағылар һүҙҙе бөтөнләй икенсе юҫыҡтан башланы. Депутатлыҡҡа кандидат тип Рәхимовты атағас та бер ир һикереп торҙо.
– Бик дөрөҫ иткәнһең, Рамаҙан мырҙа, Мортаза ағайыңды депутатлыҡҡа этеп. Мына тигән үҙебеҙҙең кеше, анау хәтлек завод директоры. Булһын беҙҙең депутат. Тәнзилә һылыуҙы депутат итеп йөрөтөүҙән ни фәтүә? Үпкәләмә, һылыу, һинең һүҙең ауылдан да сыҡмай, ә тегендә, Өфөлә, кеше күҙенә күренергә лә оялып тик ултыраһыңдыр. Лутсы һыйырҙарыңды һау. Һин Өфөгә китһәң, кемдән һауҙыртырбыҙ икән тип баштары ҡата әтеү. Мортаза мырҙаның беҙгә файҙаһы теймәй ҡалмаҫ, минең, ана, мотоцикл да туҙҙы. – Сығыш яһаусы һуңғы һүҙҙәрен тауышын баҫыбыраҡ әйтте. Үҙ яғына ҡайырғанды бөтәһе лә шәйләмәһә ярар ине, тип уйланы инде. Һуңғы һүҙен әйтмәйенсә лә булдыра алманы. Рәхимов, ысынлап та, һайланһа, ул йүгереп барасаҡ бит. “Хәтереңдәме, мырҙа, депутат иттерәм тип иң беренсе мин сыҡтым. Мотоцикл тураһында ла әйткәйнем, йә, ярҙам ит”, – тиәсәк.
Мортаза Рәхимовтың тыуған яғында кешеләр бик зиһенле, бик көләмәс һәм үтә үткер телле. Ошонан сығып ул: “Хәҙер әлеге ирҙе мотоцикл өсөн йөҙөн йырталар инде”, – тип уйлап ҡуйҙы ла мыйыҡ аҫтынан ғына көлдө. Аптырауға ҡаршы, сығыш яһаусының һүҙен берәү ҙә көлкөгә һабыштырманы, сатырлатып әрләп тә ташламаны. Киреһенсә, Мортаза, беҙ һине депутат итеп һайлайбыҙ, ә һин беҙгә тегенеһен алып бир, быныһын килтерт, тиергә тотондолар. Туғанлыҡ яғына һуҡтырыусылар ҙа байтаҡ булды.
Мортазаны депутатлыҡҡа кандидат итеү өсөн тауыш бирәһе генә ҡалып бара ине инде. Шунда берәүҙең иҫенә төштө.
– Бәй, беҙ Мортазаның үҙен һөйләтмәнек тә баһа. Уны һайлауын һайларбыҙ ҙа ул. Ә шулай ҙа теге нимәһен әле? Программаһын һөйләһен.
Был юлы Мортаза баҙап ҡалды. Бөтөн күҙ үҙенә текәлгәс, баҫты, ни тиергә белмәй торҙо.
– Программа тип, әллә ниндәй программа әҙерләмәгәнмен мин, ағай-эне, туғандар, – шулай тип асығын әйтте. Ысынлап та, был турала уйламағайны, депутатлыҡҡа күрһәтелеүҙе һуңғы сиккә ҡәҙәр уйынға һананы, шуға ниндәйҙер сығыш тураһында башына ла килтермәне.
– Мына рас, – тип ҡысҡырып ебәрҙе ҡатындарҙан берәү. – Ауылға килгәс, браграммаһыҙ ҙа ярар тинеңме? Өфөңдә булһа, сатырлап торор инең әле.
Был һүҙ Мортазаның зитына тейҙе, асыуы таша башланы.
– Берәү ҙә һеҙҙе кәмһетергә йыйынмай, еңгәме, киленме анда, кем?
– Һей, анау биғәләш. Кешенең битенән ала.
– Тауыш, тауыш! – Рамаҙан һикереп торҙо. – Дауам итегеҙ, Мортаза Ғөбәйҙуллович.
Мортаза үҙен ҡулға алып өлгөрҙө, талғын тауыш менән һөйләп китте:
– Бөгөн магазин янында Ырымбур машинаһынан кәрәк-яраҡ алғанығыҙҙы ҡарап торҙом. Минең яҡташтар шул ырымбурҙарҙан хөрт эшләйме, игенде насар үҫтерәме, мал һимертә белмәйме, тип уйлап. Юҡ, эше насар түгел яҡташтарҙың, уныһын беләм. Ә ни эшләп, улай булғас, шул машинаға ҡарап, элмәңләп торалар һуң, бер һөйәккә тилмергән, эсе үткәшкән эт һымаҡ? Сөнки беҙҙе Рәсәй, Мәскәү шул хәлгә ҡуйған. Башҡортостандың байлығын һуңғы һуҡыр тиненә тиклем алып сығып китәләр ҙә шуның менән бүтән өлкәләрҙе туйындыралар, ә беҙ йөрөйбөҙ үҙебеҙ ит етештереп, баяғы һөйәккә тилмергән эт хәлендә. Мәскәүҙе, күршеләрҙе һимертәбеҙ, улар туйып, ҡарҡ кикерә лә өҫтәлдәге ҡалдыҡ-боҫтоғон беҙгә ырғыта: “Ашағыҙ!” Ә беҙ ҡыуана-ҡыуана алабыҙ, рәхмәт әйтәбеҙ: “Әлдә ырымбурҙар бар, улар булмаһа, сәйһеҙ, буяу ҡәләмһеҙ ултырыр инек”, – тибеҙ. Мотоцикл тураһында ла әйтәм. Мин депутат булып һайланаммы-юҡмы, һиңә, абзый, мотоцикл табып бирермен. Уға ғына минең көс етә. Тик бөгөн-иртәгә бында әйтелгән һорауҙарҙың бөтәһен дә ҡәнәғәтләндерә алмам, сөнки һеҙҙең кеүектәр йөҙәр, меңәрләгән. Ә уларҙың бөтәһенең һорағанын алырға хоҡуғы бар. Бөтәбеҙҙең дә үтенесен тик Башҡортостандың үҙаллылығына өлгәшеп кенә үтәргә мөмкин. Кем эшләмәй – шул ашамай, тиҙәр. Киреһенсә әйтһәң, кем эшләй – шул ашай, булырға тейеш. Башҡортостан эшләй, ләкин ашамай. Минең программам, ниәтем – әлеге әйткәндең киреһенә өлгәшеү. Байлыҡ тыуҙыра икән республика, ул байлыҡҡа үҙе хужа булһын. Шул саҡта сәй ҙә, буяу ҡәләме лә, мотоцикл да, өйҙәрҙә газ да, яҡшы юл да, бүтәне лә булыр.
Мортаза һөйләп бөттө, кешеләр шаулатып ҡул сапты. Йыйылышты ябыу менән халыҡтың таралып бөтөрөн дә көтмәй, Рамаҙан Мортазаны ҡосаҡлап алды.
– Рәхмәт, абзый. Үҙәктәргә үткәрерлек итеп әйттең. Ырымбур машинаһы килгән һайын оялышымдан, үҙ магазиндарыбыҙға шул тауарҙарҙы ла килтерә алмағандан ер тишегенә инерҙәй булып, тегеләр әлеге нәмәләрҙе үҙҙәренән арттырып беҙгә лә һатырлыҡ итеп ҡайҙан ала тип аптырай ҙа йөрөй торғайным. Күҙҙе астың, абзый.
– Мортаза Ғөбәйҙуллович, һеҙҙең сығыш депутатлыҡҡа кандидаттыҡы ғына түгел, Юғары Совет рәйеслегенә кандидаттыҡы булды, – Аҙнағолов килеп ҡул ҡыҫты. Ул йыйылыш башланғас килгән дә артта тыңлап торған икән.
Мортаза Рәхимов был юлы тыуған яғында әллә биш, әллә алты йыйылышта булды. Уны кандидат итеп күрһәтеү генә түгел, борондан ҡалған ғәҙәт буйынса, наказ да биреп бөтөрҙөләр. Һайлау алды эшен Рәхимов теләр-теләмәҫ кенә башлағайны, йыйылыштан-йыйылышҡа, кешеләр менән осрашыуҙан-осрашыуға депутатлыҡ өсөн көрәшкә нығыраҡ тартылғанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Әллә нисәмә урында кандидат итеп күрһәтелгәс, кире уйлап, баш тартыу ғына түгел, еңмәй ҡалыу оят ине. Мортаза һайлау алды мәхшәренә ныҡлап тотондо. Ауылдан ауылға йөрөнө, ҡайһы берҙәрендә хатта икешәр ҡат булды. Һайлау һөҙөмтәһе лә шуға торошло ине. Бер нисә кандидат араһынан уға бирелгән тауыш айырмаһы ер менән күк араһы кеүек килеп сыҡты. Вәғәҙә – иман тигәндәй, депутат итеп үткәреүҙә лә Мортазаны, Юғары Совет рәйесе итеп һайлатыуҙа ла иң алдан ең һыҙғанып Рамаҙан Әбдрәхимов менән Венир Аҙнағолов һәм Исмәғил Ғәбитов йөрөнө.
1990 йылдың мартында РСФСР Юғары Советына һәм Башҡорт АССР-ы Юғары Советына һайлау уҙҙы. Исмәғил Ғәбитов – Күмертау һайлау округы буйынса РСФСР Юғары Советына, ә Мортаза Рәхимов Күгәрсен районынан Башҡорт АССР-ы Юғары Советына депутат итеп һайланды.
Кеше фараз итә, Хоҙай ҡарар итә тигән һымаҡ, һайлау үтеп, инде хәҙер завод ашханаһындағы бирелгән вәғәҙәне нисек итеп бойомға ашырыуҙы уйлап, тирә-йүнгә күҙ һалғайны Исмәғил, башҡа ағай-эне лә йоҡлап ятмаған икән. Республика власы тирәһендә йөрөгәндәр төркөмләнеп, һәр ҡайһыһы ҡулайлы кешеләрен иң юғарыға, республика власына ултыртырға тырыша. Нисәмә йылдар буйы ултырғас, Фәйзулла Вәли улы Солтановтың урыны йылылыр тип уйлайҙарҙыр инде. Фәйзулла Солтанов һәр төрлөһөн күрҙе, ауыр ҙа, еңел саҡтар ҙа эләкте уның яҙмышына. Был поста ул үҙенең тырышлығы, һиҙгерлеге, йор һүҙлелеге, ябай кешеләрҙең күңелен иретә алырлыҡ итеп һөйләгән һүҙ оҫтаһы булыуы менән һаҡланып килде. Әле лә үҙ урынында ҡалыр ине лә, олоғайыбыраҡ китте.
Төрлө даирәләрҙән был посҡа дәғүә иткән һигеҙ кандидатура йөрөп ята. Аҡ йортта, партияның Стәрлетамаҡ ҡала комитеты беренсе секретары Марат Резбаевты һайлайбыҙ, тип геү киләләр. Бына кем Мортаза Ғөбәйҙулла улына уҙаҡсы булыуы ихтимал. Ни тиһәң дә, урындарҙа партия ойошмаларының йоғонтоһо көслө, улар ваҡиғаларҙы нисек теләй, шулай бороп ебәреүе ихтимал. Икенселәр Башҡорт дәүләт университеты ректоры Рәғиб Ғимаевты, өсөнсөләр – Ауырғазынан Миңлерәйес Ишморатовты, дүртенселәр – “Башхлебопродукт” берекмәһе етәксеһе Дамир Ҡыуатовты, бишенселәр Матди-техник тәьминәт комитеты рәйесе Леонид Сафроновты Юғары Совет рәйесе итмәк була. Партияның Өфө ҡала комитеты секретары Риф Гәрәев тә етәксе булырға самалай. Хәйбуллала Исмәғил урынына ҡалған Марс Шаһиев та рәйеслеккә дәғүә итә икән. Шуны белеп, Исмәғил уның менән һөйләшеп ҡараны, Рәхимов яғына өгөтләне. Теге ризалашманы. Миңә үҙемде күрһәтергә кәрәк, ти ҙә ҡуя.
Нимә эшләргә? Ниндәй саралар күрергә?
Исмәғил иң алдан был турала КПСС Өлкә комитетының беренсе секретары Ревмир Хәбибуллин менән һөйләшергә булды, ул депутат булып Хәйбулла районынан һайланғайны.
– Юғары Совет рәйеслегенә Мортаза Рәхимовты тәҡдим итәсәкбеҙ, – тигәс, Хәбибуллин урынында ултырып түҙмәй борғоланды.
– Юҡ, Өлкә комитет исеменән был посҡа Марат Резбаевты сығарасаҡбыҙ. Коммунист һәм комитет ағзаһы булараҡ, һеҙ ҙә шул ҡарарҙы үтәргә тейешһегеҙ.
– Ревмир Хәсәнович, партия органы исеменән үҙ фекереңде бүтәндәргә көсләп тағыу заманы уҙҙы. Һәр кеше, коммунисмы ул, түгелме, айырым фекергә хоҡуҡлы. Мин һәм тағы байтаҡ депутат, шул иҫәптән партия ағзалары, Мортаза Рәхимов өсөн тауыш бирәсәк, уның өсөн агитация алып барасаҡ. Белеп тороғоҙ, – тип ҡырҡа киҫте Ғәбитов.
Ошо хаҡта икенсе һөйләшкән кешеһе Фәйзулла Солтанов булды. Элекке Президиум рәйесе тәҡдимде бик ризалашып ҡабул итте.
– Дөрөҫ уйлайһығыҙ, Рәхимов – эре етәксе, хужа, сәнәғәт даирәһендә абруйлы кеше. Беҙҙең мәнфәғәттәрҙе бөтә урында ла яҡлай аласаҡ. Рәхимов өсөн генә тауыш бирегеҙ. Мин дә хәл ҡәҙәремсә ярҙам итермен, – тине Фәйзулла Вәли улы.
Республика етәкселәренән был турала Исмәғил әңгәмәләшкән өсөнсө кеше Министрҙар Советы рәйесе Марат Мирғәзәмов ине. Мирғәзәмов әйтелгән кандидатураның исемен ишетеү менән йөҙөн ситкә борҙо, йоҡа ирендәрен ҡымтыны.
– Мин ул кешене күптән беләм. Заводта бергә эшләнек, һыйышманыҡ. Бында килһә, иң тәүҙә ул мине урындан аласаҡ. Кәрәкмәй Рәхимов.
Өс кеше – ике фекер. Өҫтәүенә шуларҙың икеһенең ҡулында әле реаль власть бар. Уларҙың етәкселәр һәм депутаттар араһында абруйы етәрлек, һүҙе үтә. Уларҙы еңер өсөн бик ныҡ эшләргә кәрәк. Сәмләнеп тотондо Ғәбитов.
Республиканың юғары закон сығарыу власы рәйесен һайлау хәҙер Исмәғил Ғәбитовтың көндәлек эшенә әүерелде. Ул төрлө кешеләрҙең ҡылын тартып, кәңәшләшеп ҡараны. Күптәре Марат Резбаевтың кандидатураһын ҡеүәтләй: имеш, ҙур индустриаль ҡала Стәрлетамаҡҡа етәкселек иткән, киң ҡоласлы кеше, партия-совет эшен дә, төҙөлөшөн дә яҡшы белә, кешеләр күңеленә үтеп тә инә алған сәйәси эшмәкәр. Теге ваҡыт кис буйы Мортаза Ғөбәйҙулла улын тиккә генә өгөтләп ултырҙылармы икән ни? Юҡ, ятып ҡалғансы, атып ҡал, тиҙәр. Фекерҙәштәр менән кәңәшләшеп алырға кәрәк һис кисекмәҫтән.
Исмәғил, бик һаҡлыҡ күрһәтеп, үҙенең бүлмәһенә Фәүзи Ғарипов, Рәзил Мусин, Милләт Хәкимов, Альфрет Түрйәнов, Анатолий Барсуков, Алексей Харлов һымаҡ яҡын кешеләрен саҡырып кәңәшләшкәс, Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың кандидатураһын яҡлау буйынса штаб төҙөргә булдылар.
Партияның өлкә, район комитеттарында ойоштороу менән күп шөғөлләнеүҙә йыйылған тәжрибә штаб эшендә бик яраны. Штаб тип унда йөрөгән кешеләр үҙҙәре атаны уны. Рәсми яҡтан ҡараһаң, ул юҡ ине. Демократик һайлауҙар яңы ғына башланған осорҙа штабтар, йә булмаһа бүтән ойошмалар төҙөү хоҡуҡ институттары тарафынан билдәләнмәгәйне. Тәүҙә улар ғәмәлдә барлыҡҡа килде, шунан рәсмиләштерелде. М. Рәхимовты республиканың Юғары Советы рәйесе итеп һайлау өсөн Исмәғил Ғәбитов төҙөгән штабҡа “Башинформсвязь” ойошмаһы етәксеһе Салауат Ғайсин, “Башпотребсоюз” идараһы рәйесе Фәүзи Ғарипов, “Башавтотранс” берекмәһе начальнигы Александр Барсуков, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Наил Әминев, һаулыҡ һаҡлау министры Алфрет Түрйәнов, “Башхлебопродукт” берекмәһе етәксеһе Дамир Ҡыуатов, төҙөлөш трестары башлыҡтары Рәшит Мәмлиев менән Михаил Старцев, Дүртөйлөлә партия райкомының беренсе секретары Рәзил Мусин, элек Тәтешлелә беренсе секретарь булып эшләгән, әлеге көндә Госагропром рәйесе, Ғәбитовтың урынбаҫары Рәдил Мөхәмәтдинов инде.
Штаб иң алдан һайланған депутаттарҙың кемлеген билдәләне, һәм кемдең штаб тәҡдим иткән кандидатты яҡлаясағы төҫмөрләнде. Юғары Советҡа 264 депутат үткәйне. Шуларҙың араһынан ҡала һәм район Советы башҡарма комитеттары рәйестәре булып эшләп йөрөгәндәрҙән 45 кеше, агросәнәғәт системаһынан – 41, сәнәғәттән — 48, төҙөлөштән 10 депутат Рәхимов өсөн тауыш бирерҙәй тип табылды. Партия органдары етәкселәренән 58 кеше депутатлыҡҡа үткән. Уларҙың күбеһе Мортаза Рәхимовты белмәй һәм уның өсөн тауыш бирмәйәсәк тә. Шулар араһынан Р.С. Мусин, В.И. Лебедьков, Р.Ҡ. Мөхәмәтдинов, Р.Х. Вахитов, Р.А. Сырлыбаев, Р.А. Хәмзин, Р.А. Әбдрәшитов, П.И. Никитин, В.Х. Камалетдинов, В.Ғ. Аҙнағоловтар ғына Ғәбитов штабын яҡлаясаҡ. Әммә был һандар тик фараз ғына. Ғәмәлдә кемдең ни уйлағанын ҡайҙан беләһең? Депутаттар менән бүтән кандидат өсөн эшләгән төркөмдәрҙән һөйләшмәгәндәр тиһеңме?
Штаб ағзалары депутаттарҙы “бүлешеп” алды. Кем ниндәй тармаҡта эшләй, шунан үткән депутаттарҙы үҙ яғына әйләндерергә тейеш. Әйтәйек, Ғәбитов менән Харловҡа ҡала, район Советтары башҡарма комитеттары рәйестәре менән һөйләшеү фарыз, сөнки улар әле – Министрҙар Советы рәйесенең урынбаҫарҙары. Тегеләргә был икәүҙең һүҙе үтә. Ауыл хужалығынан сыҡҡан депутаттарҙың тауышы өсөн дә Исмәғил яуаплы. Ул бит республикала агросәнәғәткә етәкселек итә.
Ошо рәүешле һәр депутатҡа үҙ кураторы билдәләнде. Кемде Мортаза Рәхимов яғына ауҙарырлыҡ түгел, барыбер һөйләшер кәрәк. Бәлки, ул шуның һөҙөмтәһендә фекерен үҙгәртер.
Ике аҙна эсендә штаб көн һайын иртәле-кисле йыйылды. Кем көн һәм төн дауамында ни эшләгән – тәүҙә шул турала һөйләштеләр, унан яңы ярты тәүлеккә бурыс билдәләнеләр. Телефондан ғына һөйләшеү һөҙөмтә бирмәҫтәй тойолһа, ҡайһы бер депутат янына елдереп барып та килделәр. Ҡыҫҡаһы, тәүлек әйләнәһенә һәр депутат тауышы өсөн көрәш барҙы.
Штаб ағзалары, әлбиттә, бушҡа ғына тир түкмәне. Көнбайыш илдәрендә һайлау кампанияһында ойоштороу эштәрен алып барыусы теге йә был дәғүәсенең командаһы кешеләре, уларҙың кандидаты еңһә, киләсәктә власть органдарында кемдең ниндәй пост аласағын билдәләп ҡуя. Йәғни, эшенә ҡарап, ашы тәғәйенләнә. Бында портфелдәрҙе алдан бүлешмәнеләр. Әммә һәр кем үҙ мәнфәғәтен күҙ уңында тотто, шунан сығып эш итте. Исмәғил Ғәбитов Марат Мирғәзәмов менән тағы ла һөйләште. Марат Парисович, депутаттарға һеҙҙең һүҙ үтә, Мортаза Рәхимовты яҡлау кәрәклеген әйтештерһәгеҙ ине, тигәнерәк мәғәнәлә өндәште. Тегеһе йоҡа ирендәрен ҡымтып, ул Юғары Советы рәйесе була ҡалһа, мине Министрҙар Советы рәйесе итеп раҫлатмай бит, тип асығын әйтте. Уға ҡаршы Исмәғил, хәлде штабта һөйләшеүҙәрен һәм Рәхимов үтһә, Мирғәзәмовты әлеге посында раҫлатасаҡ, тип вәғәҙәһен алыуҙарын белдерҙе. Килеште Мирғәзәмов. Рәхимов өсөн өгөтләп ултырмаһа ла, ҡаршы эшләмәйәсәген белдерҙе.
1990 йылдың 4 апреле етте. Юғары Советтың беренсе ултырышы ошо көнгә билдәләнгәйне. Бөгөн советтың рәйесе, уның урынбаҫарҙары, Министрҙар Советы һәм Халыҡ контроле комитеты рәйестәре һайланырға тейеш. Көн тәртибендә шулай билдәләнде. Һайлау туранан-тура һәм йәшерен тауыш биреү юлы менән барасаҡ.
Юғары Совет рәйеслегенә кандидаттар күрһәтеү башланды. Һигеҙ
кандидат. Уларҙың кемдәр икәнлеген бая һанағайныҡ инде. Күрһәтелгән кандидаттарҙың бөтәһе лә, Юғары Совет рәйесе булып һайланған хәлдә, нимә эшләйәсәктәре тураһында программалары менән сығыш яһаны. Шунан һуң һигеҙ кандидаттың икәүһе теркәлеүҙән баш тартты. Дамир Ҡыуатов үҙе өсөн тауыш бирергә теләүселәрҙе Мортаза Рәхимовты һайларға саҡырҙы. Леонид Сафронов, Башҡортостан – ул башҡорттарҙың төп төйәге, Юғары власть башында ла ошо милләт вәкиле булырға тейеш, ә мин – урыҫ кешеһе, шуға башҡорт кандидаты файҙаһына үҙемде исемлектән алам, тип белдерҙе. Һайланған 264 депутаттың 259-ы тауыш бирәсәк. Ҡалғандары ултырышҡа килмәгән. Кандидаттар яҙылған бюллетендәр һайлау урнаһына төшөрөлдө һәм хисап комиссияһы тауыштарҙы һанарға тотондо. Иң тулҡынландырғыс мәл. Һәр кем һөҙөмтә көтә. Бына ул тауыш биреү протоколынан алынған мәғлүмәт:
Риф Гәрәев өсөн ыңғай тауыш – 32, ҡаршы — 227;
Рәғиб Ғимаев өсөн ыңғай — 19, ҡаршы — 240;
Миңлерәйес Ишморатов өсөн ыңғай — 6, ҡаршы — 253;
Мортаза Рәхимов өсөн ыңғай — 125, ҡаршы — 134;
Марат Резбаев өсөн ыңғай — 59, ҡаршы — 208;
Марс Шаһиев өсөн ыңғай — 21, ҡаршы — 238.
Юғары Совет рәйесе булыр өсөн кәмендә депутаттарҙың яртыһының тауышын алырға кәрәк. Был һайлау һөҙөмтәһендә берәү ҙә шуға өлгәшә алманы. Тимәк, һайлау артабан дауам итәсәк. Хәҙер инде уҙышҡа иң күп ыңғай тауыш алған икәү сыға: Мортаза Рәхимов һәм Марат Резбаев. Икеһе – ике ҡараш, ике идеология, ике йүнәлеш вәкилдәре. Рәхимов илдәге яңылыҡты, демократия һәм реформаларҙы кәүҙәләндерһә, Резбаев, партия номенклатураһы кешеһе булараҡ, иҫке идеологияны һөрә ине. Шуға һайлау ике кеше, ике депутат араһында ғына түгел, илдең иртәгәһенә ике төрлө ҡараш көрәше лә булды.
Бюллетендәр яңынан тултырылды, яңынан тауыш бирелде, хисап комиссияһы тағы ла үҙ эшен башҡарҙы һәм уның рәйесе һайлау һөҙөмтәләрен иғлан итте:
Мортаза Рәхимов өсөн ыңғай тауыш – 134, ҡаршы — 123;
Марат Резбаев өсөн ыңғай тауыш — 106, ҡаршы — 151.
Еңде! Яңылыҡҡа, илде үҙгәртеп ҡороуға ынтылыш еңде, Мортаза Рәхимовтың эш программаһы, Исмәғил Ғәбитовтың штабы еңде. Ошо көндән башлап Башҡортостан бүтәнсә йәшәүгә йөҙ борҙо.
4 апрель көнө бөттө, көн тәртибендә билдәләнгән мәсьәләләр ҡаралып бөтмәне. Шуға ултырышты иртәгә дауам итергә булдылар. 5 апрелдә Юғары Совет рәйесе урынбаҫарҙары итеп Юрий Демин менән Рәзил Мусин һайланды. Исмәғил биргән вәғәҙә лә үтәлде: республиканың Министрҙар Советы рәйесе итеп Марат Мирғәзәмов ҡуйылды. Халыҡ контроле комитеты рәйесе Г. Жданов үҙ урынында ҡалды – ул элек тә шунда эшләй ине.
Юғары Совет депутаттары беренсе ултырышты тамамланы. Кемдәрҙер унан башын сөйөп, икенселәр эйеп сыҡты. Исмәғил Ғәбитовтың фекерҙәштәре, республиканы яңы үҫеш юлына баҫтырырға теләүселәр иң оло еңеү хисе кисерҙе. Әммә улар яңы юлда кәртәләрҙең, ҡаршылыҡтарҙың ҡыйралып бөтмәгәнен, алда күп һынау, көрәш, айҡаш торасағын белә ине.