"Нишләнең һин, Гөлфиәм?!" Ап асыҡ итеп үҙенә төбәп өндәшкән һүҙҙәрҙән тертләп уянып китте Гөлфиә. Ҡыҙыл эңерҙә күҙгә эленгән йоҡо шулай һаташтырып ҡуйҙы уны. Хәйер, һаташырһың да! Инде күпме ваҡыт бер койкала хәрәкәтһеҙ ята ул. Ап аҡ түшәм стеналы палатаның дүрт мөйөшөнән башҡа, асыҡ күк йөҙөн, бер ике генә ағас ботағы осон күрерлек шәрә тәҙрәнән башҡа бер ни ҙә юҡ. Төштәге тауыш ысын булып, бына бына ире бүлмәгә килеп инер кеүек. Берсә ишек яҡтауына яуырынын терәп , берсә яланғас тәҙрә тышынан бөҙрә сәстәрен елберләтеп, йылмайып ҡарап торор тип көттө. Тик Сәлимде башҡа бер ҡасан да күрмәҫенә ышана алмай Гөлфиә. Ауыр юл фажиғәһенән һуң аҙна тирәһе иҫһеҙ ятҡандан аҙаҡ, тән яраларынан да көслө һыҙландырып, ни тиклем хаталаныуын, яҙа юлдан барыуы бер ғәйепһеҙ иренең Сәлимдең үлеменә алып килеүенә көндән көн тәрәнерәк һыҡранды. Сәлимдең йәнһеҙ тәнен ҡәбергә һалғанды үҙ күҙҙәре менән күреп хушлашһа, бәлким былай һаташып көн дә тиерлек көтмәҫ тә ине. Ире намыҫын аяғы аҫтына һалып тапап хыянатҡа ашыҡҡанда ошолайтып ятырымын да, балаларым етем ҡалыр тип һис уйламағайны ла бит. Ер емереп эшләп йөрөгән аталарын, иркәләнеп туя алмаҫтай мәлдәрендә әсәләрен бер кистә үк юғалтҡан улыҡайҙары һыуынып ҡына бөттөләр инде. Әле кескәйҙәр, үҫә төшкәс ,"атай ҡайҙа? ",тиһәләр нимә тип аңлатыр? Ил ауыҙына иләк ҡаплап булмаҫ, кемдер берәйһе һүҙ еткерһә, күҙемә төбәп дөрөҫлөк һораһа улдарының береһе, ни тиер?
Ауыр гирҙәргә аҫып ҡуйылған аяҡтарын ҡасан да булһа ергә терәп атлап китер көндө көтөп, үҙен төрлө һорауҙар менән "кимереп " хатта төн менән көндө бутап ҡуя. Йәйҙең ҡыҙыу ғына эш мәлендә ошо тынйыу бүлмә эсендә үлем менән көрәшеп, яғалашып еңеп, инде миңрәү генә булып кеше көнлө ятыуына бер кемде лә түгел, тик үҙен ғәйепләп, фажиғәлә Сәлим түгел, Гөлфиә үҙе үлһә бәлки дөрөҫөрәк булыр ине тип тә ҡуя. Ә еңел генә үлемгә хаҡлымы һуң Гөлфиә үҙе? Ҡылғанының бар әсеһен үҙ йөрәгенән үткәреп, күрер көндәре алда булған икән әле. Оҙаҡ ятыуҙан ойоп һыҙлаған янбаш, арҡа буйҙары иҫ юйып, мамыҡ тултырылған тоҡсай шикелде ҡалды. Ҡыйғас ҡаштарҙың береһе урталай емерелеп, яйһыҙ "тоташтырылыуҙан " һынған ҡанат һынындай төпкә батҡан ҡара күҙҙәрҙе һаҡлап ҡатҡан. Йылмайыуҙан соҡорланып торған бит алмаһын да эҙ ҡалдырып ниҙер умырып үткән. Үҙ үҙенән ҡурҡып көҙгөгә ҡарауҙан ҡасһа ла, ҡулдары менән ҡапшап ҡына ла төҫмөрләй йөҙөн Гөлфиә. Исмаһам билде тотоп ултырып, бынау тәҙрә аша булһа ла урамға ҡарау хаҡында хыяллана башланы. Тымыҡ көндә һалынып, елдә елберләп, ә төндәрен ҡала фонаре яҡтыһында серле тойолған тирәк япрағын һәр көн күҙәтеп үҙенә иптәш кеүек күрҙе Гөлфиә. Онотҡанда бер килеп киткән туғандары ла һалҡын кеүек, шулай булмай ни! Күпме хәсрәт, мәшәҡәт, ә иң ауыры оят яҡтым мин улар йөҙөнә. Бер бер артлы ғына тапҡан улдары ла игеҙәктәй генә үҫеп килә ине, йөҙҙәрен төҫмөрләп йылмайтып күҙ алдына баҫтырып ҡараһа ла, гел генә киреһе, илап ярһыған саҡтары ғына иҫкә төшөп тик тора. Нишләйҙәр икән бәләкәстәре? Моғайын да йоҙаҡҡа бикле өй тирәһен көнөнә бер булһа ла ҡайтып урап, көтөп өмөтләнеп кенә, кире өләсәләренә китәләрҙер...
Тәҙрә төптәрендәге гөлдәрен таратып алмаһалар, һыуһыҙ ҡороп ҡына шиңделәр инде. Ҡоролоҡҡа сыҙам "бәхет гөлө "тип бүләк иткән апайының үрмә гөлө лә ни хәлдә икән? Бер ботағы кейәү, икенсеһе һин, тиеп, бер берегеҙҙән айырылмай үрелешеп үҫегеҙ тип тороп кинәйәләп биргәйне бит әле өйҙәренә күскәндә...
Ике оя тауыҡ баҫырға ултырғайны, себештәре сығып бөтөп, инде күрше күләнгә таралып та бөткәндер инде...
Һәр көн иртәле кис һауған Миләше, быҙауын ҡушып иреккә сығарып ебәргәнгә хушһынып, туя алмай үлән уртлай уртлай, ҡырағайлашып ҡына бөтә инде...
Күрше күлән, тыуған тыумаса, дуҫы дошманы тел осонан төшөрмәй көн һайын төрләндереп һөйләп сәйнәп ялҡып ҡуйҙы микән?
Эҫеле һыуыҡлы булып китте тәне.
Төнгә тәгәрәһә лә ваҡыт, күҙҙәренә тамсы ла йоҡо эленмәне.
...Етенсе кластан алып бер береһе өсөн йән атҡан Гөлфиә менән Сәлимдең гөрләтеп туй үткәреп йәшәп китеүҙәренә ауылдаштары һоҡланып туя алманы. Күҙ ҙә ҡаш һылыу Гөлфиәгә пар Сәлим гүйә силәгенә күрә ҡапҡас ҡына шул. Эшләһә һәр икеһенең эше, хөкүмәт биргән өр яңы өйҙәре бар. Бәхетле парға бәхет өҫтәп бер бер артлы ике улдары тыуып ҡыуандырҙы. Атай булған Сәлим тағы ла ҡанатланып ҡына башкөллө эшкә сумды. Төнләтеп ҡайтып, Гөлфиәне уятмай ғына ашанып, иртән тағы ла үҙе генә йыйынып урман юлында булыуҙы ғәҙәтләнде. Ҡәҙерлеһенең бар теләгәнен алдына һалырға теләп, ҡиммәтле тун, затлы йөҙөккә лә өлөш сығарҙы эш хаҡынан, заманса мебель менән өйҙө шыплап тултырып, тағылмалы матайҙы ишек алдына ултыртҡас та, тағы ла олораҡ хыялдар менән янып эшкә атлыҡты Сәлим.
Көндәр буйы балалары менән генә булған Гөлфиә, өй тирәһендәге эш көштө бөтөрөп телевизорға төбәлеүҙе ғәҙәтләнде. Серле сериалдар артынан сериалдар, мөхәббәтле йәрҙәр осрашыуҙары күренештәре, моңло сихри көйҙәр... Гөлфиә күңеленә кергән уйҙарҙан ғына ла ләззәтләнеп, һыуға һыуһаған гөлдәй тойоп ҡуйҙы үҙен. Ҡаш һикертеп -күҙ ҡыҫып, күптән магазин тирәһенә сыҡҡанын һағалап ҡына торған Рәүилгә тыйылалмай яуап йылмайыу бүләк итте. Шуны ғына көткән ир йораты шул уҡ көндө үҙ теләктәрен тормошҡа ашырҙы...
Тыйылған емеш татлы тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер, йәшертен осрашыуҙарҙы һағынып һәр икәү тилмерҙе. Һуңлап эштән ҡайтыр Сәлимдең ғәҙәтенән кинънгән икәү, шашып хатта көндөҙҙәрен дә аулаҡҡа ашҡынды. Бер ни һиҙмәне шикелле Сәлим, Гөлфиә шулай уйланы ғына...
Күл буйына осрашырға матайҙа сапҡан икәүҙе, был юлы Сәлимдең үҙ күҙҙәре (арманһыҙ күҙҙәре) оҙатып ҡалды. Кеше хәбәренә ишетһә лә ышанмаҫ Сәлим, арыуҙарын һыпырып эш костюмы менән гүйә тупһаға быраҡтырҙы ла, матайына үрелде. Әле буяу еҫе лә китмәгән "Планета", хужаһының ҡаты баҫыуына ҡабаланып ер емерерҙәй үкереп алға атлыҡты. Ҡыуып етеп, юлдарына арҡыры ултыра алманы шулай ҙа. Күл ситендә ҡосаҡлашып, ниндәйҙер әкәмәт табып ихахайлап бер береһенә ҡарап көлөшөүҙәрен күреп, үрте ҡайнап, ерҙән түгел, гүйә күктән ашыҡты. Йәнен бирергә әҙер Гөлфиәһенә бер ҡасан да ҡул күтәреү түгел, ауыр һүҙ ҙә әйтергә ҡыймаған Сәлим, тамаҡ ҡырып ҡына ҡосаҡты айырҙы."Нишләүең был Гөлфиә? Әйҙә, ҡайттыҡ!" Уҫал ғына ҡаш аҫтынан бөркөлгән ҡараш Рәүилгә ҡасан да булһа осрашып аңлашыуҙы ишараланы. Ни тиклем тәкәббер, уҫал итеп әйтергә тырышмаһын, башҡаса һүҙ тапманы Сәлим Гөлфиәгә. Яр башындағы мыҫҡыллы йылмайыуҙа "планета "ла елгәндәргә ҡул болғап ҡалған булды...
Бар зәһәрен юлға төшөргәндәй, елдән дә етеҙ баҫҡан Сәлимде һәм уның артына сытырайып күҙен йомоп йәбешкән Гөлфиәне артмаҡлаған матай, үҙ юлын ҡаршы һыҙатҡа бороп, ҡаршы килгән машинаға йөҙмә йөҙ төкөштө. Бер нисә секунд... Машина эсенә башы менән йәнселгән Сәлим... һәм кабина аша ҡаҡ асфалтҡа осҡан Гөлфиә...
Күҙҙәрен асҡанда янындағы аҡ халатлыларҙы күреп, хәл айышына төшөнә алмай аҙапланды Гөлфиә. Укол артынан укол, система ҡаҙауҙары һыҙлауҙарҙы баҫыр төймәләр... Яйлап иҫкә килгән аҙна элекке ваҡиғалар... Илаулап шешенеп аяғы осонда ултырған әсәһен йыуатыр һүҙ ҙә, ҡосағына алыр әмәл дә тапмай түшәктә түшәлеп тик ятты. Күҙҙәренән тамсы йәш тә сыҡмай, ә түшендә көс еткеһеҙ таш ятҡандай тойҙо үҙен Гөлфиә. Һыуһауҙан кипкән ауыҙын сылатыр өсөн дә, аҫтына ярау һауыты ҡуйыр өсөн дә ярҙам кәрәк. Сәлим юҡ. Гүйә Гөлфиә юл буйына һындырып һелтәп киткән гөлдәй . Бер йотом һыуға зар булып тилмер инде! Кемдер һындырманы, үҙен үҙе юлға ташлап, ире ғүмерен генә ҡыйҙы Гөлфиә. Үҙ уйҙары менән үҙен сәнскеләп яфалап ятҡанында палатаға ауылдашы Әминә инергә рөхсәт һоратты. Әхирәттәр түгелдәр ҙә, хатта аралашҡандары ла булманы шикелле, нишләп килде икән? Шула ҙа "мөмкин" белдереп баш һелкте. Бала саҡтан ҡул суҡтары зәғиф Әминә, йөҙгә лә һаран ғына һылыу. Йылмайып ҡараған ауылдаш тиҫтер ҡарт ҡыҙ йөҙөнән ялтанып стена яғына боролоп ҡуйҙы. Зәғифләнеп ятыуына ҡыуанып, мин генә түгел, һин дә хәҙер минең ише, ти кеүек күренде. Тик Әминә ундай уйҙа түгел икән шул. Ҡырын боролоп ятҡанға һыртынан булһа ла һүҙен әйтте:
— Гөлфиә, беләм, хәлең ауыр, тик һин бирешмә, йәме? Мин дә оҙаҡ ҡына больницала ята торғайным элек, ваҡыт үткәреүе бында ҡыйын, һинең осраҡта һыҙланып, етмәһә тора ла алмауың бигерәк ҡыйындыр инде... Мин ваҡытты китап уҡып үткәрер инем, ҡулдар йүләп эшкинмәгәс яҙа бәйләй ҙә алмайым бит инде, үҙең беләһең...бына, матур ғына китап әпкилдем, бәлким уҡырһың...
Әминә Гөлфиәнең ҡулы ҡырына ҡалын ғына китап терәтте, үҙе лә һиҙмәҫтән Гөлфиә йөҙөн бороп көсләп булһа ла йылмайыу йүгертте йөҙөнә.
— Балнис тамағы ла ялҡытып китә, үҙм бешереп бәлеш әпкилдем ,сәй эсерһең Гөлфиә...
Гөлфиәнең күҙ алдына мәктәп йылдарынан бер күренеш килеп баҫты. Хеҙмәт дәресендә ҡамыр төрҙәрен өйрәнеп кухняла ҡамыр әүәләйҙәр. Әминәнең дәрестә юҡлығынан файҙалаып Гөлфиә, зәғиф ҡулдар нисек икмәк баҫҡанын ҡыланып күрһәтеп класташ ҡыҙҙарының һынын ҡатырғансы көлдөргәйне. Ә ул бит был мәлдә больницала ятҡан икән...
— Гөлфиә, босолма, малайҙарың ауырымай, өләсәләрендә алмаш тилмәш ҡуна ҡалып уйнайҙар ти, малыңды Фәхри күршең үҙе ҡарайым тип әйткән, гөлдәреңде киленең алған үҙенә, ҡайһыларын таратҡылаған, бигерәк күп бит!...
Әминә бар уҙарын уҡығандай тыныс ҡына хәбәрен һүтеп хәленә еңеллек үргәндәй итте. Йомшаҡ ҡына баҫып ишеккә сығыуға йүнәлгәс хатта, оҙағыраҡ янында ҡалдырғыһы килде. Ҡырҡыу еҫле больица палаты эсендә Әминә күстәнәсенең еҫе танауҙы ҡытыҡланы...
Йәйҙә ҡазаланған Гөлфиә сабыр ғына көҙҙө лә еткерҙе. Яралар йөй ҡалдырып уңалды, тик юғалтыу һыҙлауҙары көндән көн артып тик барҙы. Көнө мн көнө оҡшаш, айына айы иш булғанға, Гөлфиә көҙ етеүен елперләгән япраҡ иптәшенең һарғайыуынан ғына һиҙемләне. Быҫҡаҡ ямғырҙар яуғанда тәҙрә буйлап аҡҡан һалҡын ямғыр тамсыларына ҡойонғандай, күҙҙәренән ҡайнар йәш түкте. Болот араһынан көләс әбейҙәр сыуағына сумартланған ҡояшҡа теләктәшлеккә генә йылмайып яуаплай алманы. Биле тотоп ултыра ла башланы. Әминә ҡалдырған китап һәр һүҙе юлы менән ҡат ҡат уҡылып сыҡты."Ғүмер бер генә " китаптың исеменән үк йотлоғоп яратып, Әминәгә яттан рәхмәттәр яуҙырҙы.
Быуындары йомшарып ер ҡатыһын онотҡан аяҡтар иҙәнгә терәлеп көн дә гимнастика яһап арыны, инвалид терәүҙәрендә тәүге һуҡмаҡтарға әҙерләнде. Хәленең арыуланыуына ҡыуанған Гөлфиәне ҡыуандырып туғандары улдарын алып килделәр осрашыуға. Һуйып ҡаплаған Сәлим ме ни улғыналары! Нисек элек иғтибар итмәгән?!...
Гөлфиәнең тағын берәү килеп хәлен белер тигән уйы аҫылынып тороп ҡалды һауала. Рәүилдең эше лә, уйы ла булманы Гөлфиә хаҡында.. .
Һалҡын ноябрь аҙаҡтарында больница тупһаһын коляскала булһала ашаҡларға яҙыр көн етте. Һалҡын ел больница тирәһендәге ағастарҙы яланғасландырып ҡына ҡайыҙлап һыҙырамы ни?! Тик иң бейектәге япраҡтар ғына бирешмәй, ана өҙөләм, бына өҙөләм, тигәндәй елферләй. Биш ай буйына аунаған палата ишеген ҡайтмаҫҡа тип ҡаты ябып, ишеккә йүнәлделәр. Ҡырҡыу һалҡын һауа, йәйҙән бикләнгән Гөлфиәнең тыныуын ҡурып танау тамаҡ юлдарын ҡурыштырҙы. Һаран ямғырҙарҙан һуң шаҡырайтып туңдырған һыуыҡ, ҡарһыҙ ер өҫтөндә ҡул яҫылығы һыймалы ярыҡтар яһап һырлаған. "Ер тишеге... ғәрлегемдән ер тишегенә инерҙәй булдым тигән һүҙ бар. Ошо ер еге хаҡындамы икән? мине йотор ер сикәнеп сигендеме әллә?" Гөлфиә һаман үҙ ғәйебенә яза эҙләне. Көҙҙөң ҡаты һыуыҡтарынаса бирешмәй ағастың иң түрендә бер бисараға иптәш булған япраҡ остоғо буш палатаға текләүҙән фәтеүә тапмай, тилмереп ҡараған Гөлфиәгә зар булып аҫҡа осто. Аяҡтарын урап ултырған одеял өҫтөнә килеп төшкән ҙур ғына ҡоро япраҡты Гөлфиә таныманы. Һалҡын ғына алып асфальтҡа һелтәне.
Ә Гөлфиәнең "Бәхет гөлө " сит ҡулдарҙа ирәйеп китә алманы. Мөхите уңайлы булһа ла, нишләптер пары кибеп ҡороғас, яңғыҙ һабаҡ үрмәләнер үр табалмай, япраҡһыҙ ғына (сәскәләнеү хаҡында һүҙ ҙә юҡ) ғүмер һуҙҙы. Шөҡәтһеҙ генә урын биләп ултырған гөлгә бер көн килеп хужабикә үҙ хөкөмөн сығарҙы —ҡайсы менән төптән шартлатып ҡырҡып ҡуйҙы.