Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Октябрь 2020, 19:56

"Тыума" Миләүшә Ҡаһарманова.

Ҡурҡыу, асырғаныу, сараһыҙлыҡ бергә солғанып, тәрән ғазап булып уҡмашҡайны был ҡарашта. Унан инде, күҙ алмаларындағы бөтөн был сағылыштарҙы ҡайнар йәш даръяһы йыуып алып китте.— Әсә-әй! Әсәй, ғәфү ит мине!Фәриҙә лә тубыҡ быуындары һынып, сүгәләп төштө лә, үҙенә итектәре, сумкаһы аша иңгәкләп ынтылған ҡыҙын ҡосаҡлап алды:— Илама, ҡыҙым, илама… Бының менән генә донъя бөтмәгән әле, бөтмәгән… Илама, балам, берәй йүне булыр… булыр… Тулы варианты сайтта #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелЖурналыХикәйә#СәсмәӘҫәрҙәр#Хикәйә

Тыума (Миләүшә Ҡаһарманова) (башы)
Көтөлмәгән хәбәр Фәриҙәнең аңына барып етмәне. Ҙур асылған аптыраулы ҡараштарын ул Рәйлә Рәвилевнаға төбәп тора бирҙе. Насар хәбәр еткереүҙе үҙ өҫтөнә алыусы, ахырҙа, әйткәндәрен шымыраҡ итеп тағы ла бер ҡабатларға мәжбүр булды. «Нимә тиһегеҙ?! Нимә һөйләйһегеҙ шул һеҙ?!» -тип класс яңғыратып ҡысҡырғыһы, уҡытыусының ҡулдарынан тотоп елтерәтеп яуап талап иткеһе килде Фәриҙәнең, әммә ниндәйҙер хәрәкәт эшләү түгел, суйын ише ауырайып аңҡауына йәбешкән телен дә ҡыбырлата алманы. Шул килеш класс бүлмәһенең ярты стенаһын биләп торған ҙур ҡара таҡта алыҫайып барып бер нөктәгә әйләнде лә, яҡты тәҙрәләр ямғыр йыуған һүрәт шикелле иреп, салшайып төштө…
… Иҫенә килгәндә Фәриҙәне ни ғиллә менәндер уҡытыусылар бүлмәһендәге диванға индереп һалғандар, Рәйлә Рәвилевна менән аҡ халатлы йәш ҡыҙ уның янында текәлешеп ултыралар ине. Тамам аңы асылған ауырыу тора һалырға ынтылды һәм «ята бир» тигәнде аңлатып йомшаҡ ҡына яурынына баҫҡан шәфҡәт туташының ҡулын ҡырҡыу ғына ситкә этте лә, урынынан аяҡтарын төшөрөп, сәсен ипләне. Аҡ халатлы быға бер ҙә үпкәләмәне, киреһенсә, нимәләлер үҙен ғәйепле тойғандай, ипле итеп:
— Һеҙгә укол ҡаҙаным, бына ошо ике таблетканы саҡ ҡына торараҡ эсерһегеҙ… Йөрөмәҫкә, ятып торорға кәңәш итәм. Өйҙә хәлегеҙ насарайғандай булһа, зинһар, табип саҡырығыҙ, - тине һәм инде уҡытыусыға боролоп, - Мин китәйем инде, Рәйлә Рәвилевна, - тип йыйына башланы.
— Эйе, эйе, рәхмәт һеҙгә, Ләлә һылыу, китегеҙ.
Соңҡаһына йоморолатып өйөп ҡуйған сәстәренә юлаҡ-юлаҡ сал йүгергән, ирен, күҙ ситтәрен ваҡ һырҙар селтәре япҡан ҡалыныраҡ кәүҙәле олораҡ ҡатын, йәшерәгенең йәнәшәһенә терәлде лә, йылы устарына тегенең туңып барған ҡулын алып, аңлаған аҡыллы ҡараштары менән йәшәү мәғәнәһен юғалтҡан күҙҙәргә төбәлде. Иң дауалы, иң шифалы ғына һүҙҙәр кәрәк ине был мәлдә һәм тәжрибәле уҡытыусы, күңеле төпкөлөнән һүҙ-мәрйендәрен һайлап алып ҡына епкә теҙҙе:
— Фәриҙә туғаным,.. был донъя ахыры түгел… Сабыр булырға, барыһын да тик ныҡлы уйлап, үлсәп кенә хәл итергә кәрәк. Һин тормош күргән, бешеккән ҡатын нисек ҡабул итәһең, ә ул бала ни хәлдә, аңлайһыңмы?
Ниһайәт, әллә күпме ваҡыттан һуң, Фәриҙә лә телгә килде, тауышы ҡарлығып, тамаҡ төбөнән сыҡты:
— Йүнһеҙ ҡыҙ, аҫып ҡына ҡуяһы…
— Улай тимә, Фәриҙә, аҫыу-киҫеүгә күп аҡыл кәрәкмәй. Һин бит әсәй кеше, ул - үҙ балаң, ошондай хәлдә ситкә типһәң, башын элмәккә тығыуға былай ҙа аптырамаҫ…
— Нишләргә һуң, Рәйлә апай, кеше күҙенә нисек күренермен, атаһына ни тип әйтермен инде хәҙер, хет үҙең аҫылын, - тип ыңғырашты, һыҡраны Фәриҙә.
— Сабыр ит, сабыр ит… Фәниә бит насар ҡыҙ түгел, насар ғаиләлә үҫмәгән, яңылышҡан, тимәк, дүрт аяҡлы ат та һөрөнә, ти, халыҡ, ун алты йәшлек балаға ни әйтерһең… Егетен күреп һөйләшеп ҡарарға кәрәк, төҫө сибәр, холҡо матур ҡыҙыңдың, ундай кәләштән кем баш тартһын. Әйҙә, иң беренсе, һин тыныс ҡына итеп Фәниә менән эште асыҡлап ал, унан егетенә барырһың, бындай хәлдә өйләнешкәндәр аҙмы ни…
— Оят бит әле оят, Рәйлә апай… Ул аҙғыны кем икән һуң? Егете барлығын һиҙҙермәй ҙә бит әле йүнһеҙ ҡыҙ. Артыҡ сығып йөрөгәнен дә аңғарманым, кистәрен шул имтихандарға әҙерләнәбеҙ тип китә инде.
— Тимәк, туғаным, бында һинең дә ғәйебең юҡ түгел. Ир-егеттең күҙе төшөрлөк еткән ҡыҙың була тороп, ни йөрәк менән өйөңдә тыныс ҡына йоҡлап ятаһың?
— Нишләйем һуң, эйәреп йөрөйөммө?
— Эйәреп үк йөрөмәһәң дә, балаңдың уй-хыялдарын, кисерештәрен тойорлоҡ яҡын була белергә кәрәк. Шул ваҡытта ул да һиңә кемгәлер ғашиҡ икәнлеген әйтер, һөйләр, кәңәшләшер ине.
— Эш тә өй, эш тә өй бит үҙемдең дә, аталары ҡырҙа булғас, донъя ла бер елкәлә, тигәндәй…
— Әсәнең төп бурысы бала икәнде онотабыҙ шул беҙ шулайтып… Ярай, инде булаһы булған, хәҙер һинең бар эшең ошо ҡатмарлы хәлдә Фәниәне һаҡлап, ҡурсалап ҡалыу һәм… баланы.
«Бала» һүҙенән Фәриҙә һөйләшеүҙең мәғәнәһен яңы ғына аңлағандай тертләп китте:
— Бала булмаҫ инде ул, Рәйлә апай, тапмаҫ, алдырыр… Срогы ниндәй икән әле?
— Минең аңлауымса, өс ай тирәһе бар.
— Ы-ыһ…
— Уныһын үҙегеҙ хәл итерһегеҙ, алдырһағыҙ ҙа, ҡалдырһағыҙ ҙа, һин, туғаным, әсәй икәнеңде онотма.
Эңер ҡуйыра барған ҡасаба урамы буйлап һауа етмәгәндәй тәрән һулыш ала-ала яй ғына атланы Фәриҙә. Юлда осраған, һаулашып үткән кешеләр уның мәсхәрәһен беләлер, тәүбә итәлер йәки аҫтыртын көләлер кеүек тойолдо. Эсендә дөрләп тамуҡ уты янды. Тышҡа бөркөп ебәрһә, ер-һыу көйрәрҙәй. Өйөнә ҡайтып етте лә солан ишеген асып инергә ҡыйманы. Юҡ, бөгөн ул һәр көндәгесә ғәҙәти була алмай, шул уҡ ваҡытта ҡыҙының йөҙөнә ҡарарлыҡ та, төпсөшөрлөк тә көсө ҡалмаған. Үҙ-үҙен ҡулға ала алырына, ҡурҡыныс хәлдәр эшләп ташламаҫына ышанысы ла юҡ. Инмәҫкә, инмәҫкә, нисек тә был ерҙән ҡырғараҡ китергә кәрәк уға. Китергә… әлегә…
Ҡатын артҡы ҡапҡанан сыҡты ла, ҡасаба ҡырлап аҡҡан йылға буйына төшөп китте. Тәнтерәкләй биреп, әкрен генә барған һынды ҡараңғылыҡ менән яҙғы һыу шауы йотто.
Мәктәп тупһаһын да ашатламаған, ун ете йәше лә тулмаған ҡыҙы ауырға ҡалған. Ҡалайтһын, нишләһен, нимә уйлаһын әсәй кеше?! Уҡытыусыһы саҡыртып әйткәнгәсә, белмәй ҙә йөрөгән! Башта шаңҡыны, унан көйҙө, ярһыны, ҡайғыһынан һығылды, янды, тора-бара ҡурҡты, өмөттәре өҙөлдө, йәшәүҙәрҙән ваз кисте ул, әммә ниндәй генә кисерештәр эсендә көйрәгәндә лә, хәсрәттәргә баҫылып өлпөлдәп кенә типкән әсә йөрәгендә балаһына ҡарата күрәлмау, ҡарғыш хисе яралманы. Зыңҡылдап торған ҡылдай нәҙек, ыуыҙ япраҡтай үтә күренмәле йоҡа, өрһәң осоп китер ҡаҙ мамығылай еңел булған ҡатын-ҡыҙ күңеле тағы ла бер тапҡыр ер йөҙөндә үҙенә көстә, ныҡлыҡта, ҡатылыҡта һәм бөйөклөктә тиңе булмаған әсәлек ҡөҙрәтен дәлилләне. Ғаиләләрендә тәүге бала булып донъяға килгән ҡыҙына үҙенең нисек йөклө йөрөгәнен, тыуҙырғас, ниндәй татлы хыялдар диңгеҙендә йөҙөүен, сабыйының тәүге тапҡыр күкрәгенә морон төртөүен, тәпәй баҫыуын, һөйләшеүен, көлөүен кисә генә булған кеүек күҙ алдынан үткәрҙе ҡатын. Алма сикәле, йондоҙ күҙле ҡыҙсығының әле яңы күлдәктә көҙгө алдында ырғанлауын, әле мәктәп тормошонда ҡайнап йөрөүен, әле айырым бүлмә кәрәк тип өйҙөң бер мөйөшөн бүлдереп алыуын, әле битемә һытҡы сыҡҡан, тип борсолоуын иҫләне. Ҡай арала үҫеп еткән һуң балаһы, һиҙелмәй ҙә ҡалған икән. Унан ҡыҙының һуңғы ваҡыттарҙа үтә лә шымып, бер ҡайҙа ла атлыҡмай, йүгермәй, осонмай башлауын, һүнеп, бөтөп китеүен хәтерләне. Етеп килгән сығарылыш имтихандарына көйәләнәлер, тип уйлағайны бит. Бына нимәлә булған икән ғиллә. Ниндәй уйҙар, ниндәй михнәттәр кисереп кенә йөрөнө икән? Нисек күтәрҙе икән бер үҙе? Быға тиклем әллә ни мәүеш булмаған ҡыҙҙың ҡустылары менән саҡ ҡына тиргәшкәндә лә илай һалып барыуын, сәй артында бер нөктәгә текәлеп оло ҡайғыһы булғандай онтолоп китеүен, ҡай саҡтарҙа шундай хәсрәт тулы күҙҙәр менән бағып ебәреүен, алһыу йөҙөнөң һурығып, ағарып китеүен аңлай хәҙер әсә, аңлай… Бөтә ошо уйҙарынан ҡатын ғүмерҙә булмағанса тетрәнде, хатта йән кисереше тышҡа бәреп сығып, бөтөн кәүҙәһе менән биҙгәк тотҡандағылай ҡалтыранып китте һәм ошо яңы тойғоноң дауыллап тулап китеүенән уның йөрәгендә табанын имеп ойоп ятҡан инә айыу ажғырып килеп уянды. Ҡурҡыныс ине был йәнлек, уҫал ине. Ул һырт йөндәрен ҡабартып, тырнаҡтарын тырпайтып, аҙау тештәрен ыржайтып бәләгә ҡалған балаһын яҡлауға тороп баҫҡайны. Инә айыу алышҡа әҙерләнде. Ул балаһын йәмғиәттән, кешеләрҙән, күҙ-ҡараштарҙан, йәшлек хистәренән, яҙмышынан, хатта үҙ атаһынан яҡларға, һаҡларға тейеш ине.
* * *
Фәниә йоҡонан көскә торҙо. Көндән - көн таңдан тороп китеү ауырлаша уға. Мәктәп формаһын кейеп, сәсен үргәндә лә яртылаш йоҡлап ултыра әле. Үҙен көсләп ҡулъйыуғыс эргәһенә алып барҙы ла, күҙен йомған килеш йыуынырға кереште. Күҙен асһа – уҡшыясаҡ, йыуынған ерҙә һәр нәмә күңелен болғандырғандай. Бөгөн был ысул ғына ҡотҡарманы уны, теш щеткаһын ауыҙында йөрөткәндән йөрәге уйнап, өҙлөгөп-өҙлөгөп ашҡаҙанындағы әсе һары шыйыҡсаны уҡшып сығарҙы ла, хәле бөтөп, һалҡын һыу менән битен сайҡаны.
Был ваҡытта Фәриҙә, барыһын да ишетеп-күреп, мейескә тотонған килеш күҙҙәрен сытырлатып йомоп, баҫып тора ине. Әйтерһең дә, үҙе шул хәлдә, үҙе уҡшый, үҙе хәлһеҙ. Хәҙер инде белгәс, ҡыҙының һәр ым-хәрәкәтен аңлай, тоя. Һуҡыр булғандыр ул быға саҡлы.
Малайҙар ашыҡ-бошоҡ ашап, даһыр-доһор йыйындылар ҙа, этешә-төртөшә мәктәпкә йүгерҙеләр, бары ҡыҙ ғына өҫтәл артына ултырырға ашыҡманы. Ҡараһа, сығырға ла кейенеп йөрөй икән. Гел иртәнсәк ашамай киттеме икән? Фәриҙә ҡыҙы янына ишек төбөнә килде:
— Сәй эсмәйһеңме ни?
— Эскем килмәй. – Итеген кейергә эйелгән Фәниәнең тауышы ишетелер-ишетелмәҫ кенә сыҡты.
Фәриҙә тыныс булырға тырышты:
— Бәлки, берәй нәмә ашағың киләлер?
— Юҡ… - ҡыҙ шулай ҙа аптырай биреп әсәһенә башын күтәреп ҡарап алды.
— Ашарға кәрәк, ҡыҙым, һинең хәлеңдә ашамай йөрөргә ярамай.
Һыңар аяғында тороп, икенсеһенә итек кейеп маташҡан ҡыҙ «лып» итеп иҙәнгә ултыра төштө, ҡалтыранған ҡулдарында аяҡ кейемен тотҡан килеш, шар асылған күҙҙәрен өҫкә төбәне. Ҡурҡыу, асырғаныу, сараһыҙлыҡ бергә солғанып, тәрән ғазап булып уҡмашҡайны был ҡарашта. Унан инде, күҙ алмаларындағы бөтөн был сағылыштарҙы ҡайнар йәш даръяһы йыуып алып китте.
— Әсә-әй! Әсәй, ғәфү ит мине!
Фәриҙә лә тубыҡ быуындары һынып, сүгәләп төштө лә, үҙенә итектәре, сумкаһы аша иңгәкләп ынтылған ҡыҙын ҡосаҡлап алды:
— Илама, ҡыҙым, илама… Бының менән генә донъя бөтмәгән әле, бөтмәгән… Илама, балам, берәй йүне булыр… булыр…
* * *
Фәниәнең һулҡылдау ҡатыш өҙөк-йортоҡ һөйләгәндәренән, егеттең совхозда практика үткән ҡала егете икәнлеген аңлағайны Фәриҙә. Эштән һуң, тағы ла эңергә ҡала биреп, ҡасабаға ситтән килеп урынлашыусылар өсөн ятаҡ итеп тотолған йортҡа юлланды. Ике ҡатлы йорттоң яҡтылыҡ һирпкән тәҙрәләренә ҡарай биреп торғас, подъезд алдында эскәмйәлә шаулашҡан бер төркөм йәштәр янына килде. Кемдәрҙер уны танып, баҙлатып торған тәмәкеһен йәшерҙе, кемдәрҙер һикереп торҙо, тик ҡатындың ҡайғыһы уларҙа түгел ине.
— Һаумыһығыҙ.
— Һаумыһығыҙ! – Йәштәр хор менән тигәндәй, күңелле яуапланы.
«Быларға рәхәт, моңдары юҡ», - тип уйлап алды ҡатын.
— Мин ошо йорттан Артур исемле егетте эҙләй инем, совхозда практика үтә булырға тейеш.
Бер аҙға тынлыҡ урынлашты. Унан, ултырыусылар араһынан ашыҡмай ғына бер егет тороп баҫты:
— Мин – Артур. Һеҙ миңәме?
— Шулайҙыр. – Фәриҙә тауышындағы ҡалтырауҙы баҫыуға тәрән итеп бер һулыш алды ла, - Әйҙә әле, егет кеше, бүлмәңә инеп һөйләшәйек, - тине.
Бар байлығы бер карауат та, бер өҫтәлдән торған бүлмәгә инеп баҫтылар. Тәҙрәләрҙә уңып бөткән ҡорғандар һәлпелдәй, иҙәнде күптән йыуған кеше юҡ, күрәһең. Шулай ҙа йылы.
Егет бер бөртөк артлы ултырғыстың өҫтөн нимә менәндер һөртөп, иҙән уртаһына ултыртты ла, курткаһын сисеп элгәс, ҡаршылағы карауатҡа терәлде. Тимер карауат ауыр кәүҙә аҫтында ризаһыҙ сыйылдап ебәрҙе. Был тауыш Фәриҙәнең мейеһен сыйҙы. «Оятһыҙ!» - тип, тешен ҡыҫып эстән ыҫылданы ҡатын һәм бөтөн ошо асыуын ҡарашатарында сағылдырып егеткә текәлеп торҙо. Ҡаршыла ултырыусы был ҡарашты тыныс күтәрҙе.
— Йә, һөйлә инде… «батырлығыңды». Ҡарап тороуға әллә ни йәш тә түгелһең, ә бер балаға ҡул һуҙғанһың, - Фәриҙә ярһымаҫҡа тырышты.
Артур ҙа тулҡынланыуын һиҙҙермәҫкә булып көсәнеп йылмайҙы:
— Һеҙ Фәниәнең әсәһеме?
— Ә нимә, тағы ла берәйһенең әсәһе килергә мөмкинме?
— Юҡ та, унан әйтмәйем. Былай ғына, оҡшағанһығыҙ.
— Оҡшағанбыҙҙыр, балам бит, - ҡатын тыныслана төштө. – Нимә өсөн килгәнемде беләһеңдер, әллә аңлатып тороу кәрәкме?
— Юҡ. Беләм. – Егеттең башы аҫҡа эйелде.
— Белгәс, ни эшләп эскәмйәлә ҡыҙҙар ҡосаҡлап ултыраһың, әллә ауырлы ҡорһаҡ үҙенән үҙе юҡҡа сығырға мөмкин, тейһеңме?
— Ә нимә тәҡдим итәһегеҙ?
— Әлеге ваҡытта мин һиңә, тәтәй егет, һин ауырға ҡалдырған ҡыҙымды ғына тәҡдим итә алам! – Ҡатындың тауышы саңҡып китте, күҙҙәренән зәһәр осҡондар сәселде. – Был ғына аҙ булһа, өҫтәп милицияға ғариза ла яҙып һала алам.
Артур бындай хәлдең, һөйләшеүҙең булырын көткән, күрәһең, әллә ни бәлтерәп төшмәне:
— Мин бит Фәниәнән баш тартмайым, баланан да…
— Шулай булғас, Фәниә менән балаңдан башҡа тағы кемде көсләп таҡмаҡсымын һуң һиңә?
— Тик ни бит әле, апай, - егет ус һырты менән маңлайын ыуаланы, - мин өйләнгәнмен, ғаиләм, балам бар.
— Нимә-ә?! Нимә тинең?! – Фәриҙә үҙе лә һиҙмәҫтән ҡысҡырып ебәрҙе.
Егеттең башы тағы ла нығыраҡ эйелде:
— Өйләнгәнмен, тинем. Фәниә белде, беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ, тик мин ғаиләмде ташлай алмайым…
Фәриҙә егеткә һөйләп бөтөргә ирек бирмәне, ярһыуынан һикереп тороп, үҙ-үҙен белештермәйсә, ҡулына беренсе эләккән әйбер менән (уныһы бая Артур ултырғыс һөртөп ташлаған таҫтамал булып сыҡты) тегене уңлы-һуллы һелтәргә кереште.
— Оятһыҙ! Битһеҙ! Аҙғын! Баламдың башын ашап! Мә һиңә! Мә! Йәнеңде алам хәҙер! Битһеҙ!!!
Тегеһе ҡаршылашманы ла, һаҡланманы ла, башына, яурынына бысраҡ таҫтамал сарт-сорт эләккән һайын борҡоп киткән саң дүңгәләктәрен ҡарап, бөршәйә биреп тик ултырҙы. Унан асыуҙан, артыҡ көйөүҙән һәм ҡыҙып «һуғышыуҙан» хәле бөтөп тантып ҡолап барған ҡатынды «Ебәр! Тотонаһы булма миңә!» тип сәбәләнеүенә ҡарамаҫтан, беләгенән ҡармап тотоп ултырғысҡа ултыртты ла, стакан менән һыу алып килде. Аһылдап һығылып төшкән ҡатын тәҡдим ителгән һыуҙы бер тында эсте. Күпмелер ваҡыт икеһе ике нөктәгә төбәлгән килеш тауыш-тынһыҙ ултырҙылар. Унан күңеле генә түгел, бөтөн донъяһы ҡапыл бушап, миңрәүләнеп ҡалғандай булған Фәриҙә, тарҡау хәрәкәттәр менән ҡалҡынып өҫ-башын, сәсен рәтләне лә, сығыуға ыңғайланы. Артур ҙа торҙо, йыуаш ҡиәфәттә ҡатын артынан ишеккә тиклем эйәреп килде һәм сығыр алдынан әйләнеп ҡараған үтә лә таныш, яҡын, әммә бер ни тиклем башҡараҡ булған йөҙгә ҡарап:
— Ғәфү итегеҙ… - тип бышылданы, тағы ла ниҙер әйткәйне лә буғай, һуңғы һүҙҙәре үҙенә генә ишетелеп, сыйылдап ябылған ишеккә ҡыҫылып ҡалды.
* * *
Фәриҙәнең йәшәү рәүеше өйрәнелгән ыҙанын юғалтты, ашы аш, йоҡоһо йоҡо булманы. Бөтөн уйы, хәсрәттәре, эш-хәрәкәте ҡыҙының ҡорһағындағы шул нәмәгә барып тоташты. Эйе, «нәмә»гә. Ҡатын уны «бала» тип ҡабул итә, итә генә түгел, уйлай ҙа алмай. Тәүге көндән алып «Ҡыҙым унан ҡотолорға, арынырға тейеш» тигән ниәт менән йән-тәсмән йөрөһә, ҡыҙын ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына еткәләп алып барып ҡайтҡандан һуң, был өмөтөн үҙ ҡулдары менән быуып үлтерергә мәжбүр булды. Күҙ алмалары туңған боҙ киҫәген хәтерләткән гинеколог, ҡар һалҡыны бөркөлөп торған тауыш менән: «Абортҡа һуң. Тәүге ауырҙы бындай ҙур срок менән киҫергә беҙ мал һуйыусымы әллә? Быға тиклем нимә уйланығыҙ?», - тине тикшергәс. Унан, әсәнең ыуаланып, ҡыҙының мыршылдап илап алып китеүенә битараф уҡ булып күренмәү йөҙөнәнме: «Бик теләһәгеҙ, егерме дүрт-егерме һигеҙ аҙнала яһалма тыуҙырыу бар, тик был операция үҙәк дауаханала ғына һәм түләүле үтә», - тип өҫтәне.
«Әйтеүе генә еңел – егерме һигеҙ аҙна… Егерме һигеҙ аҙна алты ай тигән һүҙ. Тал сыбығындай ҡыҙҙың алты айлыҡ ауырын һуҡыр менән шыр алйот та аңғарыр…»
Күрер күҙҙәргә күрһәтмәй генә ауырҙан ҡотолоу юлы быуылып ҡалғас, аҙна тирәһендәй ваҡыты үҙ-үҙен күндереүгә, тынысландырыуға китте Фәриҙәнең. Инде бер аҙ йөрәге урынына ултырғас, ҡәйнәһенә хәбәр итергә булды. Ул бит оло кеше, донъяла оҙағыраҡ йәшәгән, күберәк күргән, моғайын да аҙ ғына булһа ла йәнде баҫыр һүҙ әйтер, тип уйланы.
Ҙурыраҡ ауылдарҙа, ҡасабаларҙа хәҙер ишектәрҙе генә түгел, урам ҡапҡаларын да бикләп йөрөйҙәр. Элекке ише ишек-ҡапҡалар ғына түгел, күңелдәрҙең шар асыҡ булыуы ла һирәк күренеш. Фәриҙә тауыҡтары төнәү менән йоҙаҡтарын да элеп инергә ғәҙәтләнгән ҡәйнәһенең ҡапҡаһын гөрһөлдәтте, ҡойма аръяғынан сәүек ҡурҡып уянды ла сәңкелдәп ебәрҙе. Бына ҡәйнәһе солан ишегенән башын сығарып: «Кем бар унда?»- тип өндәште. Фәриҙә күктәрҙән көс-ҡөҙрәт һорағандай өҫкә ҡарап ҡоймаға арҡаһы менән һөйәнде: «Мин, ҡәйнәм, ҡурҡма! Ас!»
Асия ҡарсыҡ ҡатаһын шипылдатып һөйрәп килеп салтыратып элмәкте ысҡындырып ебәрҙе лә, ҡараңғыла күрмәгән күҙҙәрен секерәйтеп килененә төбәлде:
— Нимә булды, килен, ҡалай ҡурҡыттың?
— Булманы… Хәл белергә килдем. Һаумыһың.
— Аһ, әбешне ял көндәре килгәсегеҙ ней, әллә Заһирыма, балларға бер-бер хәл булдымы тейем әле. Һаумыһың, килен, һаумыһың. Әйҙә-әйҙә, инә һалайыҡ, - әбей йылдам ғына боролоп алдан төштө.
Инделәр. Ҡәйнәһенең ике яҡлы ҙур булмаған өйө йылы, йәмле, бында егәрле, бөтмөр кеше йәшәгәнлеген белдереп, сағыу әрмәкле урындыҡтан башлап, стенеларҙағы кәртешкәләргә тиклем ҡот, нур бөркөп тора.
Ҡәйнә газына сәй ултыртып ебәрҙе, «Эштән тура киләңдер бит» тип соландан кескәй кәстрүл менән ашын индереп йылытырға ҡуйҙы. Урындығына ашъяулығын йәйеп, икмәк-шәкәрен теҙҙе лә, үҙе «өҫтәл»енең мөйөшөнә бер тубығын бөкләп, икенсеһен күтәреп итәге менән ҡаплап, ултырып алды.
— Йә, килен, шыл быяҡҡа, нимәһен ҡурҡҡан шикелле ултыраһың.
— Ултырам инде, ҡәйнәм, хәлем шулай…
— Хәлеңде ней, күреп торам. Бушҡа һуңғы ваҡыт төшөм болармайҙыр тейем шул. Әй, баҡшы* бит үҙем шул яҡҡа. Йә, нимә булды?
Фәриҙә әйтәһен нисек башларға белмәне:
— Булды инде, ҡәйнәм, булды… - күҙ йәштәре һүҙен быуҙы.
— Ни нәмә, килен, иреңдән юҡ-бар хәбәр килтерҙеләрме әллә? Шундайға йәш түгеп илап ултырма тип күпме өйрәтәм һине, ир заты тупһа ашатлаһа – буйҙаҡ. Аларҙың асылы, фиғеле шулай. Үҙеңә ипте булғас, балларҙы ҡарашҡас, аҡса эшләп йөрөгәс шөкөр тиң дә ҡуйсәле…
— Ул түгел әле бында… Аның ҡайғыһы төштән кире. Фәниә эштәр бешерҙе бит, ҡәйнәм.
— Фәниә?.. Ал балаға ней булған?
— Ауырға ҡалған. Алдырырҙан үткән инде. Егете өйләнгәндәй түгел. Ҡалайтабыҙ?
Асия әбей нисек ҡабул иткәндер был хәбәрҙе, һәр хәлдә эсендәгеһен тышҡа сығарманы, әйткәнде ишетмәгәндәй тора һалып ҡапҡасын бейетеп алып киткән баҡырсаһын уттан алып сәй бешерҙе, тәрилкә менән туҡмас алып килде лә, урынына менеп ҡунаҡланы. Унан уйлана биреп кенә:
— Тоҡомда тыума тапҡандар юҡ ине әле… - тип ҡуйҙы.
Фәриҙә аңлай алмай сабырһыҙланды:
— Нимә тейең шул, кем тейең?
— Тыума тейем, тыума. Никахһыҙ, ирһеҙ көйө йөрөп тапҡан баланы шулай тейҙәр ине элек.
— Ыста… тәүгә ишетәм.
— Тыуманы тыумаҫ борон быу, тигән булырҙар, тыума бала ятҡан сәңгелдәккә никахлы балларҙы һалдырмаҫтар ине. Эй Алла, хәҙер килеп тыуманың да ояты үтте, ана бит кем, нимә икәнен дә белмәйһегеҙ.
— Ҡуй әле, ҡәйнәм, әллә ниндәй ҡурҡыныс нәмәләр һөйләп ултырма, былай ҙа эсемдә ут. Атаһына ҡалайтып ҡына әйтермен икән?
— Әйтәһең инде, йәшереп ҡуйыр эш түгел. Ана шул айырым сыҡмағыҙ тип тә күпме әйттем һеҙгә, килен, тыңламанығыҙ. Йәштәр әбей-бабайҙан арынырға ғына тора шул. Өйөгөҙҙә күҙ булып ултырһам да белә-күрә инем, үҙегеҙ көнө-төнө эштә бит инде. Ҡыҙ баланы ҡырҡ ерҙән тый, тип нимәгә әйткәндәр тейһең? Борон ҡыҙҙы ҡытаҡлай башлау менән кейәүгә биреп дөрөҫ иткәндәр ул.
— Әллә… балаһын балниста ҡалдыртайыҡ та ҡуяйыҡмы… Уф! Аптырағандан әйтәм инде…
— Ҡа-ай, быныһы бер гонаһ булһа, уныһы мең гонаһ булыр, килен. Ул хәҙәрем рисауай булмайыҡ. Ярай. Беҙ һыҡтағандан эш үҙгәрмәй. Мирҙа булмаған хәл түгел. Үҙегеҙ ҙә йәшһегеҙ әле, яңы ҡырҡҡа баҫаһығыҙ, тағы бер баланы ней, күтәрерһегеҙ. Фәниә - алмалай ҡыҙ, яҙған булһа, кейәүе лә булыр, яҙмышы ла яйланыр.
Ҡәйнәһенән күпкә тынысланып, бәләһен күтәрешерҙәй таяныс, бысраҡҡа ҡолап уҡ китмәҫтәй терәк табып, саҡ ҡына булһа ла йәне йыуанып сыҡты Фәриҙәнең. Салт аяҙ күктә баҙырашҡан йондоҙҙарға ҡарап: «Ҡалай ғына булһа ла ҡәйнәм аҡыллы шул»,- тип уйланы.
Ә теге баланы нимә тине һуң әле? «Тыума» тинеме? Бына инде, нимә тип атарға белмәгән нәмәгә лә исем табылды. Тыума. Ҡалай хәтәр, ҡурҡыныс атама. Тыума… Бахыр йәнде ризалыҡһыҙ, рөхсәтһеҙ яралғаны өсөн яҡты донъяға сығармау өсөн «тыума», йәғни ҡарында уҡ үлһен, төңөлһөн, юғалһын тип шулай мөһөрләгәндәрҙер. Ҡалай яңылышҡан, хаталанған әҙәмдәргә, хатта тыумағандарына ла ҡанундар ҡаты булған икән. Ә уйлап ҡараһаң, ул йәнде Хоҙай Тәғәлә үҙе яралтҡан түгелме, шулай булғас, ябай әҙәмдәр нисек уға «Тыума!» тип бойороҡ бирә, юлын быуа ала? Юҡ, ҡалай ғына екһенһә лә, нисек кенә ҡабул итә алмаһа ла, Фәриҙә уға «тыума» тип әйтә алмай, әлегә «тыу» тиергә лә теле әйләнмәй, әммә «тыума» тип һис шикһеҙ әйтмәйәсәк ул.
* * *
Бер нисә көндән иренә шылтыратҡайны. Башта хәл-әүәл һораштылар, ул-был яңылыҡтарҙы һөйләштеләр, унан Фәриҙә бар көсөн йыйып әйтәһен әйтте. Ире бер һүҙ ҙә өндәшмәне, бары трубканан бер туҡтауһыҙ «Ҡһым… ҡыһым…» тип тамаҡ ҡырғаны ғына ишетелде. Шулай бер минуттай торҙо-торҙо ла әллә һөйләшергә теләмәй, әллә һөйләшә алмай элемтәне өҙҙө. Ҡатын тағы ла бер бәйләнешкә инеп ҡарағайны – алманы. «Ярай… ярай, - тип тынысландырҙы үҙен Фәриҙә, - бер аҙ үҙенә килһә шылтыратыр.» Әммә шылтырау бер айҙан да булмағас, ул ғына ла түгел, ире вахта араһындағы ялына ла ҡайтмайса эшендә ҡалғас, ҡатын тамам хайран булды. Тик борсолоуын өйҙә белдермәне. Быға үҙ сәбәптәре бар: беренсенән, әлеге лә ҡыҙы үҙен тағы ла бер бәләгә ғәйепле тойоп йәш ҡоясаҡ, икенсенән, был хәлде малайҙары аңламаясаҡ. Шуға ла ҡәйнәһенең «Ҡай бер бисә күтәргәндәй ҡайғыны ирҙәр күтәрә алмай шул. Ярар. Сабыр итегеҙ. Ҡайтыр, үҙ балаһы бит, минең ҡәйнәм-бахыр «Бала хаҡына батҡаҡ ашарһың» тигән була торғайны әле», - тип йыуатыуына күнеп, яҙмышына баш эйҙе.
Малайҙарға ла был эште аңлатыу әллә ни еңел булманы. Һуңғы ваҡытта улар өйҙә ниндәйҙер сер йәшәүен аңғарғайнылар инде, апайҙарына ла ҙурыраҡ икәүһе әленән-әле аптыраулы ҡараштарын төбәп-төбәп алыр булып китте. Ҡыҙҙағы үҙгәрештәрҙе улар ҙа күрә йөрөнө, ләкин эштең тап нимәлә икәнлеген генә төшөнөрлөк түгелдәр ине.
Фәриҙә сәй артында аңлашып алырға булды. Ҡыҙынан тыш барыһы ла өҫтәл янына йыйылғас, ябай ғына итеп әйтте:
— Малайҙар, тиҙҙән беҙҙең өйҙә бәпәй буласаҡ.
Балалар кемеһе ҡалағын һуҙған, кемеһе сынаяғын күтәргән килеш ҡатып ҡалды, күҙҙәр серт-серт итеп әсәйгә төбәлде. Фәниәгә етә килгән өлкән улы Фәһим асыҡламаҡсы булды:
— Ҡайҙан?
Фәриҙә тауышына трагик тон сығармаҫҡа тырышты:
— Бәпәйҙең ҡайҙан килгәнен белмәйһегеҙме ни?
Һүҙгә икенсе улы Заһир ҡушылды:
— Беләбеҙ ҙә ул… Һин алаһыңмы… бәпесте?
— Юҡ, мин түгел, Фәниә апайығыҙ аласаҡ.
Быныһына инде малайҙар бөтөнләй телһеҙ ҡалды. Ахырҙа бәләкәйе Закир бер аҙ һушына килеп:
— Апай кейәүгә сығамы әллә? – тип һорай алды.
— Юҡ, - тине әсә, - кейәүгә сыҡмайса ғына бәпес ала.
— Улай буламы ни, - тип аптыраны улы.
— Була икән, улым, була…
Фәһиме бурҙаттай ҡыҙарҙы:
— Кем ул, әсәй?! Мин уны тотоп…
Әсә өҙә һуҡты:
— Берәүҙе лә тотмайһың, Фәһим, ул әҙәм юҡ инде бында, киткән, юҡ.
Буйсанланып егет ҡорона инеп барған, танау аҫтына ҡара һыҙыҡ йүгереп, тауышы ҡалынайып киткән өлкән малайы ғәрлегенән, асыуынан, тетрәнеүенән тышҡа атылып сыҡҡан йәштәрен ҡул һыртына йәшерҙе:
— Вот апай дура!
— Бына нимә, малайҙар, - әсәнең тауышында тимер сыңы сыңлап китте, - дурамы-түгелме ул һеҙҙең апайығыҙ һәм уға бөгөн һеҙгә ҡарағанда бишләтә-унлата ауырыраҡ. Беҙ иң яҡын кешеләре лә баш борһаҡ – нимә ҡала? Шулай йәнһеҙме ни һеҙ? Апайығыҙҙан яңылышҡаны өсөн генә баш тарта алаһығыҙмы? Әллә һеҙгә ғорурлыҡ ҡәҙерлерәкме?!
Был эштең асылын тулыһынса төшөнөп етә алмаған ҡустылары «Нимә әйтербеҙ?» тигәндәй ағайға ҡараны. Ағай кеше хас та ысын ирҙәрсә, ағыр йәштәрен эскә йотоп, ситкә ҡарап тупаҫ ҡына итеп:
— Кем улай тей? – тине лә, һуҡ бармағы менән ебеп киткән танауын шырылдатып һыпырғас, - Апайға берәй нәмә әйтеп ҡараһындар… - тип билдәһеҙ кешеләргә ҡаты янап ҡуйҙы.
* * *
Фәриҙә һуң ғына ҡыҙының бүлмәһенә инде. Тегеһе сәскәле яҫтыҡҡа ҡара ебәк сәстәрен һирпеп ебәреп, ҡупшы беләктәрен баш аҫтына яҫтап, иҫһеҙ йоҡлай. Өҫтәл өҫтөндәге төнгө лампаның тоноҡ нуры тимгел-тимгел тутлана башлаған мәрмәрҙәй аҡ йөҙөн, ситтәренә һоро күләгә ултырып киткән йомоҡ күҙҙәрен, бер аҙ төҫөн юғалта биргән алһыу ирендәрен аса. Йылмайғандай ҙа инде әллә? Йылмая шул. «Әйҙә, баламдың исмаһам төштәре ҡыуаныслы булһын»,- тип уйлап ҡарап торҙо Фәриҙә.
Ул әлегә белмәй ине. Әлбиттә, белә лә, уйлай ҙа, күҙ алдына килтерә лә алмай ине. Бер нисә айҙан ошо бүлмәлә сабый тауышы ишетелеүгә барыһының да ҡыуанасағын, ҡыҙының бәпесе менән бергә терелә, күтәрелә, күркәмләнә барасағын, иренең аңлаясағын, ғәфү итәсәген, күпмелер ваҡыттан шул баланың барыһының да күҙен, күңелен йәмләр, яратып туйғыһыҙ ғәзиз, ҡәҙерле йән буласағын һәм уның бер ваҡытта ла үҙе менән бергә тыуған «тыума» атамаһын ишетмәйәсәген ул белмәй ине. Әлегә…
Баҡшы* - күрәҙәсе, алдан һиҙеүсе, тойоусы мәғәнһендә
Читайте нас: