Беҙҙең кластағы ике ҙур тәҙрә хәтерҙә. Шундай ҙурҙар – иҙәнгә йәйеп һал да рәхәтләнеп сәкән һуҡ. Береһенән Мағаш тауының ваҡ имәндәр менән ҡапланған бейек һырттары, икенсеһенән зәңгәр күк йөҙй һәм төрлө ҡиәфәткә инеүсе болоттар күренер ине. Шул тәҙрәләр мине дәрестән айырып, ваҡыт-ваҡыт үҙҙәренә текәлергә мәжбүр итә, мауыҡтыра, хыял донъяһына сумдыра. Уҡытыусы йыш ҡына, яҡы материалды аңламай ҡалаһың бит, тип иҫкәртә. Ғәйебемде танып башымды эйәм, насар ғәҙәтем өсөн үҙ-үҙемде әрләйем – уңайһыҙ. Тик аҙмы-күпме ваҡыт үтеүгә үҙем дә һиҙмәй яңынан тышҡа, оло донъяға бағам. Күк көмбәҙендә бер туҡтауһыҙ сабыусы ат-болоттар ҡапыл ғына уҡытыусыма оҡшап китә, унан колхоздың йәшелсә баҡсаһын минең ише малай-шалайҙан һаҡлаусы Басир бабай һынына әүерелә. Бабайҙың оҙон, яй хәрәкәтле кәүҙәһе йәмшәйә-кәкрәйә торғас, фил рәүешенә инеп, оҙон томшоғон һелкә-һелкә, төпһөүҙ зәңгәр киңлек буйлап сабырға тотона...
Икенсе тәҙрәнән күренгән Мағаш теҙмәләре ауылды яртылаш урап, мәктәп урамына тиерлек килеп төшә. Ҡыш көндәре ул беҙҙең иң яратҡан урын: саңғыла, санала шыуабыҙ. Был тауҙар көҙҙәрен ауылды әсе елдәрҙән, һалҡындан, бурандарҙан ышыҡлай, йәйге селләләрҙә дым бөркә. Яҙ килгәс, тауҙар түбәһенән ҡотороҡ ҡар өйөмдәре ишелә, гөрләүектәр аға.
Бөгөн, балалығ көндәренән нисәмә йылдар үткәс, малай саҡтарҙы иҫкә төшөрөп, ҡабат-ҡабат күк көмбәҙенә бағам: шул уҡ зәңгәрлек, шул уҡ аҡһыл-зәңгәр болоттар, тик ғәжәп, мин уларҙы хәҙер уҡытыусыма ла, уҫал Басир бабайға ла, филгә лә, бүтән хайуанға ла оҡшата алмайым. Болот – болот инде. Белмәҫһең, әллә болоттар алмашынып бөткән, әллә үҙем үҙгәргәнмен.
Иң тәүге шиғри юлдарҙы мин шул класта яҙҙым. Гөрләүек һымаҡ көтмәгәндә-уйламағанда бәреп сыҡты ул. Иң яратҡан миҙгелем яҙ ине. Дәрестә ултырабыҙ. Тәҙрә төбөндә генә тиерлек сыйырсыҡтар һайраша, турғайҙар сырҡылдай, мәктәпкә күрше йәшәгән Тимербикә әбейҙең кәзә бәрәстәре өй нигеҙе тупрағында айҡаша. Мәрәкә инде, хәс тә кинолағы кеүек. Зәңгәр күк йөҙөндәге аҡһыл болоттар, төрлө ҡиәфәткә инеп, хыял диңгеҙендә йөҙҙөрә – бер космонавт булып күккә осам, бер осо-ҡырыйы күренмәгән диңгеҙ киңлектәрендә йөҙәм. Ошондай көндө нисек итеп дәрес тыңлап ултыраһың инде?
Тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһынан бер аҙ шөрләй ҙә, шул уҡ ваҡытта ярата ла торғайныҡ. Класҡа ингәс, башын ҡағып ҡына иҫәнләшер, ҡулындағы журнал, дәфтәрҙәрен өҫтәлгә һалыр, бар бүлмәгә күҙ йүгертеп, урынына ултырыр ине. Үткән дәрес материалын ентекләп һорар, ҡабаланмай ғына йөрөп, яңы дәрес аңлатыр, ваҡыты-ваҡыты менән берәйһен баҡтырып һорап та алыр, ҡыҙыҡ яуап ишетһә, рәхәтләнеп көлөр. Унан өйгә эш бирер һєм ингәндәге һымаҡ баш ҡағып ҡына хушлашыр ҙа, бына, бөгөнгә тамам, тигәндәй, мөләйем йылмайып сығып китер. Дәрескә бөтөнләй әҙерләнмәй килгән кешене хәтерләмәйем. Булһа булғандыр, уҡыуға илке-һалҡы ғына йөрөгән малайҙар ҙа хатта иртәнсәк килеү менєн, бөгөн башҡорт теле йәки әҙәбиәте бармы ул, тип һорай торғайнылар. Улар өсөн математика ла, физика ла, бүтөн фөндөр ҙә әллә ни сетерекле түгел, ә бына тел йәки әҙәбиәт дәресе ярайһы уҡ ауыр ине. Уҡытыусыбыҙ әсә теленең матурлығын, уның үҙен мәҙәниәтле тип иҫәпләгән һәр кеше өсөн мөһим икәнлеген, тыуған ергә, Ватанға, халҡыңа һөйөү тойғолары шунан башланғанын аңлатырға, күңелдәргә һеңдерергә тырыша ине.
Бер саҡ ул минең тышҡа ҡарап ултырғанымды шәйләне лә:
– Тыңламағас, барыһын да беләһеңдер инде, әйҙә, бөгөн үткән теманы һөйләп бир, – тине.
Барлыҡ уйым-хыялым менән күктә йөрөгәс, ҡайҙан һөйләй алайым һуң? Ҡыҙарынып-бүртенеп, ыҡ-мыҡ иттем дә ярҙам эҙләп тирә-яғыма ҡарандым: эләктеме, тип шырҡ-шырҡ көлгән Айытбайҙан, арттан ҡәләме менән төрткөсләгән һонтор Юлайҙан нимә ишетәһең инде? Уҡытыусы сабыр ғына яуап көттө-көттө лә:
– Ултыр, тыңларға кәрәк. Бындай көндә күңелдәрегеҙ урамда икәнен аңлайым, тик түҙегеҙ саҡ ҡына, – тине.
Киҫәмәгәс киҫәмәйем бит – ошонан һуң да тәҙрәгә ҡарап ултырыуымды күреп, ул мине дәрес аҙағындараҡ кластан сығыуымды һораны. Ишек төбөнә еткәс, туҡтатты ла иртәгеһенә бөгөн үткән теманы һораясағын әйтте. Ә мин оялышымдан һәм ғәрлегемдән иртәгеһенә дәрескә бөтөнләй килмәнем дә ҡуйҙым. Тағы бер дәрес аша инша яҙасағыбыҙҙы иҫкәртеп ҡайтарған.
Ул класҡа инеп числоны һәм иншаның темаһын яҙҙырғандан һуң, барыһы ла сәмләнеп эшкә тотондо. Ә минең күҙҙәр һаман тышҡа тартыла. Үҙем ерле юҡтан ғына дәрес ҡалдырғаным өсөн уңайһыҙланам да, ҡурҡам да, нимә тураһында яҙырға һуң, тип аптырайым да. Күперелеп йөҙгән аҡ болоттарҙы күҙәтәм, хыялдарым менән Мағаш түбәһендә йөрөйөм, унан ағып төшкән тынғыһыҙ ҡар һыуы тауышын тыңлайым, әйтерһең, ҡолаҡ төбөмдә моңло бер йыр яңғырай.
– Яҙып та бөттөңмө ни? – тине уҡытыусы, ҡабаланмай ғына яныма килеп.
Мин, ҡот алынып, дәфтәргә эйелдем. Ҡайҙан бөтәйем ти инде, башлаған да юҡ бит әле.
Оҙаҡламай тапшырыусылар ҙа күренә башланы. Мин уларға кәнләшеп ҡарап ҡалам: шундай тиҙ һәм еңел генә яҙа алһаң ине ул! Бына, исмаһам, бәхетле кешеләр!
Тағы байтаҡ ҡына ваҡыт үтте. Класта кеше бөтөнләй аҙайҙы. Дәрес бөтөүен белдереп, ҡыңғырау шылтыраны. Үтә ҡыҫҡа тойолдо миңә был дәрес, әллә яңылышып алдан бирҙеләрме, тип тә уйлап ҡуйҙым.
Уҡытыусы, был урамдан ни йәм тапты икән, тигәндәй тышҡа ҡарап торҙо ла:
– Тапшыр! – тине һәм ҡапыл ғына боролоп сәсен артҡа һыпырып ҡуйҙы. Был уның түҙемһеҙләнә башлау билдәће ине. Мин, бынан да һуңға ҡалырға ярамағанлығын белеп, әллә ҡурҡышымдан, әллә күңелем тулышҡандан, ҡабалана-ҡабалана:
Ташып-ташып йөҙгән болот
Аҡбуҙатҡа оҡшаған.
Текә баҡып үрәпсенә,
Мағаш таумы тышаған?
Тышауҙарҙы һелкеп ташлар
Дауылдар ҡупмаҫ тимә!
Шуларға тиң көс-ғәйрәтте
Йөрәктә тапмаҫ тимә!
–тип яҙҙым да, дәфтәремде уҡытыусының өҫтәленә һалып, тышҡа атылдым. Урамда ғына бөгөнгө числоны ла, инша тип тә, иншаның исемен дә яҙмағанлығым хәтергә төштө. Хәйер, уны инша тип тә булмай инде.
Иртәгеһенә тышҡа ҡарап ултырыу теләгемдән ҡурҡып, дәрестең тиҙерәк башланып, тиҙерәк бөтөүен теләнем. Уҡытыусы, һәр ваҡыттағыса, ашыҡмай ғына инде, иҫәнләште, дәфтәрҙәрҙе өҫтәлгә һалды.
– Иншаларығыҙҙы ҡараным. Дөйөм алғанда, насар түгел, тик мин әйткән темаларға бик иғтибар итмәгәнһегеҙ. Ә инша яҙыуҙың бар маҡсаты ла шул ине бит. Барығыҙҙың да дәфтәренән яҙ һулышы бөркөлә, сыйырсыҡтар һайрай, йырғанаҡтар аға. Был – ике күҙегеҙҙең береһе тышта булыу һөҙөмтәһе. – Уҡытыусы еңелсә генә көлдө. Миңә төбәп әйткәне күренеп тора. – Уларҙы һеҙ яҡшы кәйеф, ихлас тойғолар менән бирергә тырышаһығыҙ. – Ул саҡ ҡына тынып торҙо ла бер нисә дәфтәрҙе ҡулына алды. – Тәүҙә иң яҡшыларҙы, унан дүртлеләрҙе исемләп әйтеп китәм.
Мин, әлбиттә, үҙемдең эште яҡшы билдәләр араһынан көтмәйем. Бына бишлеләр, унан дүртлеләр әйтелеп бөттө, минең исем ишетелмәне. Өслөләр араһында ла булмай сыҡты. Тимәк, икеле. Хәйер, уҡытыусы иншаларға бер ҡасан да насар билдә ҡуймай торғайны. Тикшереп-ҡарап та тормағандыр. Бер саҡ дәфтәрҙәр эйәләренә таратылып бөттө, минеке һаман юҡ.
– Хәҙер мин һеҙгә бер шиғыр уҡыйым, – тине уҡытыусы һәм ҡабаланмай ғына минең «инша»ны уҡып сыҡты. Минең бит-ҡолаҡтар янды, оялышымдан партаға һылаштым.
Класс шым ғына ултырған еренән ҡапыл геүләп китте.
– Кемдеке тип уйлайһығыҙ? – тип тағы бер ҡарап алды ла уҡытыусы ниндәйҙер күтәренке бер тауыш менән: – Уны Азамат яҙған! – тип һалды.
Баштар йәлп иттереп минең яҡҡа боролдо. Кемдер көлдө, хихылданы, күршем терҙәге менән төрттө, һонтор Юлай «шағир» тип ысҡындырҙы. Ниндәй хурлыҡ – инша яҙа белмәгәс, шиғыр яҙғанмын! Ана, бүтәндәр дүрткә, бишкә яҙған да ҡәнәғәт йылмайышып ултыра. Мин үҙемде өҙгөләп ташларҙай булдым...
Тауыш саҡ ҡына баҫылғас, уҡытыусы:
– Молодец, һин матур шиғыр яҙғанһың, Азамат, – тине. – Бында, әлбиттә, ике генә строфа, шулай ҙа поэтик сағыштырыу, образлылыҡ бар. Тәҙрәнән сығыҙай булып ултырыуың бушҡа түгел икән. – Ул ихлас итеп йылмайҙы ла арҡанан һөйөп китте.
Ул әйткән поэтик сағыштырыу, образлылыҡ минең өсөн бөтөнләй аңлашылмаған төшөнсәләр ине. Тағы шуныһына аптыраным, ниңә ул миңә билдә ҡуйманы икән? Бирелгән тема буйынса түгел, күңелеңдәген яҙһаң, әллә баһалауы ауырмы?
...Ошо «инша» һаман онотолмай. Уны уйлаған һайын, мөләйем, әммә ҡырыҫыраҡ ҡарашлы, сабыр уҡытыусым иҫкә төшә. Тик уның ярҙамында ғына мин туған тел байлығын, уның эске моңон, матурлығын аңланым. Уның дәрестәре, уның иншалары быуындары ла нығынып етмәгән бөгөнгө хикәйәләремә ҡанат ҡуйманымы икән?