Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Сентябрь 2020, 15:00

"Дошмандар" Миңзифа ҠАШҠАРОВА

"...Ғәфүр килде Шәһиҙәләргә, Илүзәнең ҡулын һорап.- Имгәкте нимә итәһең? Башҡа бисә тапманыңмы?! Нимә ысмала кеүек беҙгә йәбештең...Зәғиф ҡатынды алған Ғәфүргә аптыраусылар ҙа йәлләүселәр ҙә күп ине ауылда. Ләкин, ул кеше һүҙен тыңламаны.Ҡасандыр тәүге мөхәббәте булған, өҙөлөп яратҡан Илүзәһе менән ҡауышыуына яҙмышына рәхмәтле ине.Илүзә ҡул һелтәһә лә, ире ҡул һелтәп ҡуйманы.Больницанан больницаға йөрөттө ҡатынын.Бәпәйҙе Гөлйыһан ҡараны.Операция өҫтөнә операция эшләттеләр.Бик күп больница тупһаларын тапай торғас, Илүзә һауыҡты.Илгизәнән булып ҡалған ҡыҙҙары Нәргизәгә дүрт йәш тулыуға, Илүзәгә лә әсәлек бәхетен татыу насип булды.Бөгөн уны сығаралар. Иртә менән тороп төйнәнеп бөттө инде.Хәҙер иренең килеп етеүен көтә ул.Тәҙрә төбөнән китмәгән ҡатындар, шау- гөр килделәр,-Илүзә , ана бер машина килде, һинекеләрҙер моғайын.Илүзә тәҙрәгә ҡапланды, эйе лә баһа, күмәкләп килгәндәр шул.Ана бит, ҡайныһы ла атаһы ла килгән,Нәргизәне етәкләгән Ғәфүр сәскәләр ҡосаҡлаған, үҙенең ауыҙы ҡолағына еткәнсе йырылған.Ҡыуанмаҫлыҡмы һуң, улы тыуҙы бит! Ҡәйнәһе менән ҡултыҡлашып тороусы әсәһен күргәс, Илүзәнең биттәрен ҡайнар күҙ йәштәре бешерҙе.Шатлыҡ йәштәре ине улар..."Дауамы сайтта#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Хикәйә#СәсмәӘҫәрҙәр#МиңзифаҠашҡарова

Дошмандар.

Илүзә быйыл Өфө ҡалаһының Финанс- Экономика колледжында дүртенсе курсты тамамлап ҡулына диплом алыу бәхетенә иреште.
Әлегә эш тапмаған әле. Йәйҙе ял итеп, әсәһенә ярҙам итеп үткәрергә уйланы ул.
- Эшләргә өлгөрөрһөң, янымда бул әҙерәк- ти әсәһе лә.
Каникул булғас , студенттар бөтәһе лә тиерлек ауылда. Кис клубта дискотека була.
Инде егерме йәшен тултырған ҡыҙ, бала - саға араһында йәм тапмаһа ла ,ҡайһы саҡта сығып урай.
Дүрт йыл башҡалала уҡыған ҡыҙ , ауылда үҙенә йәм дә таба алмай ине.Уны яратам тип, артынан бер тотам ҡалмай йөрөүсе татар егете Артур Өфөлә ҡалды. Ҡыҙҙың үҙе ауылда булһа , күңеле ҡала яғына тартыла биреп ҡуя ла , тағы һүрелә.
Артур оҡшауын оҡшай ҙа, тик ҡыҙҙың йөрәген ашҡындырыусы икенсе берәү ауылда бар.
Күптән инде Ғәфүр ҙә Илүзәне яратып йөрөй.Бер береһенә битараф булмаған йәш йөрәктәрҙең юлына кәртәне Илүзәнең әсәһе ҡуйҙы.
Әсәһенең һүҙенә ҡаршы төшә алмай ине шул Илүзә,егетте урап үтергә тырышты .Ғәфүр ҡыҙҙан еңел генә баш тартырға теләмәне. Урамға сығыр әмәле юҡ ине ҡыҙҙың, егет уны эҙәрләне. Ҡыҙ ыңғайламағас, өйҙәренә үк килеп инде.
Атаһы бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Әсәһе генә егетте ҡәһәрләп, әрләп ҡыуып сығарҙы. Инде ни өсөн ҡыҙҙың үҙенә ҡарамауына төшөнгән Ғәфүр , һүҙһеҙ генә сығып китергә мәжбүр булды.
Башын эйеп сығып киткән Ғәфүрҙең артынан йәлләп ҡарап ҡалды Илүзә.
Йәл ине егет, йәл. Әммә, Илүзә ни ҡыла алһын?
Гөлйыһан менән Шәһиҙә күрше йәшәнеләр. Беренсе класҡа етәкләшеп бергә барҙылар, мәктәпте бөткәнсе бер партала ултырҙылар.Айырылмаҫ әхирәттәр ине улар.
Мәктәпте тамалағас икәүләп педучилищеға уҡырға инделәр.Студент саҡта ашау ғына түгел , хатта кейемдәре лә уртаҡ булды.Бер күлдәкте бер көн Гөлйыһан, икенсе көн Шәһиҙә кейеп сығыр ине.
Уҡып бөтөп диплом алғас, эшкә лә бер ауылға барҙылар. Бер әбейгә фатирға инеп, мәктәпкә эшкә лә гел ҡултыҡлашып ҡына йөрөнөләр.Эштән дә бер береһен көтөп ҡайтырҙар ине.
Айырылмаҫ әхирәттәр икеһе бер ауылға килен булып төштөләр.
Ҡапма - ҡаршы өйҙәрҙә йәшәүсе ике дуҫ, Хәлим менән Йыһанур исемле егеттәр өйләнде ике матур ҡыҙға.
Күршеләр бер- береһенән уҙҙырырға теләгәндәй, ярышып донья көтөргә тотондолар.
Ҡатышып, саҡырышып , йомош- юлға бер- беренә йөрөшөп йәшәүсе ут күршеләр кешеләрҙе көнләштереп йәшәй бирҙеләр.Ике әхирәт эшкә лә бергә барҙы, бергә ҡайтты.
Һуғым, өмәләр һәм башҡа эштәрҙе бергәләп эшләнеләр.Бер көн береһе саҡырһа, икенсе көн икенсеһе саҡырыр ине.
Ике ғаиләлә лә, йәш атай-әсәйҙәрҙе һөйөндөрөп улдар тыуҙы.
Бер осорҙа бәпәйләгән кәләштәре больницала саҡта, Хәлим менән Йыһанур малайҙарҙың тояҡтарын үкенгеһеҙ "йыуҙылар".
Тормош үҙ яйына тәгәрләне лә тәгәрләне.
Гөлйыһан менән Хәлимдең өй эсе тулы малайҙар, Шәһиҙә менән Йыһанурҙың бер малай ҙа, ҡалғандары гел ҡыҙҙар булды.
Балалар ҙа бергә уйнап үҫтеләр.Бигерәк тә Ғәфүр менән Илгизәр дуҫ булдылар. Бергә уйнап,йәйгеһен кәртә башында бергә йоҡлауҙар, атайҙарының матайын урлап ,күрше ауылға йөрөүҙәр, ҡыш көнө саңғы шыуыуҙар, бөтәһе лә булды. Атайҙарының эшкә, мәжлескә тип ҡойған балын тәмләп ҡарап,иҫереп йөрөгәндәре лә булды.Икеһе бер ҡыҙҙы оҡшатып, талашып , ҡанға туҙып һуғышҡандарын оноторлоҡмо ни?
Мәңге шулай дауам итер төҫлө ине...
Ғәфүр һыу буйында ултырҙы ла,ултырҙы. Тәмәке артынан тәмәке тартты.Шәһиҙә апайҙың һүҙҙәре ҡолағында сыңлап тик торҙо. Егет башын ҡулдары менән услап тотоп,күҙҙәрен йомдо, тештәрен шығырлатты.
Нишләргә? Нишләргә? - тигән уйҙар мейеһен туҡтауһыҙ бырауланы.
***
Ғәфүр менән Илгизәр йылға арьяғындағы тауҙа уйнарға яраттылар.
Бейек Ҡаятауҙан йәйен, ҡышын ҡайтмаҫтар ине ике дуҫ.
Йәй көндәре күңелле, ҡая башынан тороп, аҫта ағып ятҡан Һаҡмарға таш сәпләйҙәр ине, кем күберәк һәм етеҙерәк.
Тау башында йөрөүсе ҡаяның хужалары, кәзәләрҙе баҫтырып тотоп, атланып йөрөгәндәрендә,Асия инәйҙең ҙур кәзәһе , сабып килеп,Ғәфүрҙе тәкмәстерә төкөгәйне.
Шунан һуң, малайҙар кәзә, һарыҡ малы менән шаярыуҙы ҡуйҙылар.
Ҡаяташтың иң бейек ерендә, ташҡа соҡоп," Ғәфүр + Илгизәр= мәңгелек дуҫтар" тип яҙылған яҙыу әле лә һаҡлана.
Йәйҙең йәме үҙенсә, ҡыш мәле бигерәк тә күңелле.
Саңғы, сана шыуыуҙар һәм башҡа үҙҙәре уйлап тапҡан уйындар һәр баланың яратҡан шөғөлөлер.
Март урталары ине. Ғәфүр менән Илгизәр Ҡаяташта хәлдән тайып, арманһыҙ булғанса уйнанылар.
Малайҙарға ун дүрт йәш тулып үткәйне.
Яңынан - яңы ҡыҙыҡ эҙләп табырға яратыусы шаяндар, был юлы , кем ҡаяның иң үренә үрмәләй ала, тип ярыш ойошторҙо.
Ни сыҡһа Ғәфүрҙән сыға ине, Ғәфүрҙең һүҙен әйтеп бөтөп өлгөрмәй,Илгизәр эшләп тә ҡуя.
Был юлы ла шулай булды.Ғәфүр һөйләнеп торғансы, етеҙ һәм кәүҙәгә еңел Илгизәр ҡаяның яртыһына еткән ине инде.
Ҡапыл аяғы тайҙымы, Ғәфүр абайламайҙа ҡалды, дуҫы аҫҡа ҡарай осто.Артынса , ҡая башынан ҙур ҡар өйөмө, Илгизәрҙең өҫтөнә шаурап ҡойолдо.
Күҙ асып йомған арала булған хәлдән Ғәфүрҙең аңы томаланды.
Малай аҡылын юйған кешеләй, ауыл яғына тәнтерәкләне. Өйөнә инергә лә ҡурҡты, һыуыҡ мунсаға инеп, дер-дер ҡалтырап ултыра бирҙе. Ҡараңғы төшкәс кенә,өйгә инеп үҙ бүлмәһенә бикләнде.
Малайҙарҙың ярты төнгә тиклем ҡайтмай йөрөүенә өйрәнеп бөткән Шәһиҙә, киске аштан һуң өҫтәлде йыймай ине.Илгизәр ҡайтһа , өҫтәлдә ризыҡ ултырһа ғына ашай. Йыйһаң эҙләп ашарға йыбана ине.
Шәһиҙә үҙҙәре ашаған һауыт- һабаны йыйып йыуҙы ла,ҡалған ризыҡ өҫтөнә аҡ таҫтамалын ябып, үҙ бүлмәһенә инде.
Арыған булһа ла , ятманы, уҡыусыларҙың дәфтәрҙәрен тикшерәһе бар әле.
Иншаларҙы тикшереп бөтөп, сәғәткә күҙ һалғанда дүртенсе ярты булып килә ине.Ярар, иртәгә ял ,тип үҙен йыуатты ул.
Илгизәренең һаман ҡайтмауына аптыранған Шәһиҙә , ятһа ла йоҡлай алманы.Улай әйләнеп, былай әйләнеп ята бирҙе лә тороп китте.
Балаларын ял көнө иртә уятмай Шәһиҙә, йоҡолары туйғанса йоҡлайҙар.
Йөрәге ниңәлер сығырынан сығып килгән Шәһиҙә, сыҙаманы, йәлләһә лә Илүзәһен уятты,
- Бар әле, балам,Ғәфүрҙәргә барып кил.Ағайың ҡайтманысы,унда йоҡлап ҡалмағандыр ул.
Илүзә ингәндә Гөлйыһан апай менән Хәлим ағай икәүһе генә сәй эсеп ултыралар ине.
Теләр- теләмәҫ кенә килеп сыҡҡан улына ата-әсәһе аптыраңҡырап ҡараны. Әллә илағанмы, күҙҙәре ҡыҙарған, йөҙө ап- аҡ. Илүзәнең һорауына ла теләр- теләмәҫ , күҙҙәрен йәшереп белмәйем тип яуапланы.
Айырылмаҫ дуҫы Ғәфүр ҙә белмәгәс,Шәһиҙә тамам аптырауға ҡалды. Йөрәге ярһып тулап китте.
Тәүҙә Йыһануры, Илүзәһе менән өсәүләп бар ауылды йөрөп, һорашып сыҡтылар.
Был ваҡытта ,Хәлим улы Ғәфүрҙән һорау ала ине инде.Улының нимәнелер әйтеп еткермәүен һиҙенгән атай, Ғәфүрҙе ҡайыш менән ярҙы.
Ҡурҡыуы көслө инеме, әллә аңһыҙлыҡ көслөмө, Ғәфүр дуҫы менән булған фажиғәне бер кемгә лә нишләп өндәшмәүен үҙе лә аңламай.
Хәлфетдин бабай атын егеп, эңерләтеп кенә ҡайтып килгәнендә , ике малайҙың Ҡаяташта йөрөүен күргәнен әйткәс , Шәһиҙә Гөлйыһандарға китте.
Сәсрәп инеп килеүсе әхирәтен күреүгә, Гөлйыһан илап ебәрҙе.
Ғәфүрҙән һөйләтеп алғас, был ҡот осорлоҡ хәбәрҙе нисек алып барып еткерергә белмәй, өйҙә талаш бара ине.
Дүрт ҡыҙ араһындағы, күҙ терәп торған бер бөртөк улдарынан яҙған ата- әсәнең хәлен, яҙып та һөйләп тә аңлатырлыҡ түгелдер.
Йыһанур башын баҫып тик ултырҙы, эстән бөтөрҙө. Шәһиҙә сарға нәмә, сыҙай алманы, шар ҙа шор иланы.
Уға ҡарап бар ауыл иланы.
Бала ҡайғыларынан да ауыр ҡайғы юҡтыр ул, Шәһиҙә бер төн эсендә бөтөрөндө.
Әхирәтенең ҡайғыһын уртаҡлашырға килгән Гөлйыһанды , Шәһиҙә барлыҡ ғәм алдында ҡыуып сығарҙы.
- Ҡабат ғүмерҙә лә тупһама баҫаһы булмағыҙ! Дошман, һин миңә дошман!
Балаһының үлемендә Ғәфүрҙе ғәйепләгән Шәһиҙә, улар ғаиләһенә ҡарғыш яуҙырҙы.
Ирҙәр дошманлашмаһалар ҙа, һаумы, һаубыҙ тиеүҙән ары үтмәнеләр.Арала боҙ һалҡынлығындай, күҙгә күренмәҫ кәртә барлыҡҡа килде.
Гөлйыһан үҙен ғәйепле тойҙо.Ғәфү үтенеп,һыуынған араларҙы ҡабат ялғарға тырышып ҡарауы ла бушҡа ғына булды.
Шәһиҙәнең күңеле иремәне.
Ике әхирәт урамдың ике яғынан йөрөнө, һаулыҡ та һорашманылар бер- береһенән.
Балаларға ла бергә уйнау тыйылды.
Йылдар үтте. Ғәфүр армия сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтты.
Үҙе ҡайтыуға ҙурайып, матурайып торған Илүзәгә күңелен һалды. Илүзә лә уға битараф түгел ине.
Әммә, Шәһиҙә апайҙың күңелендәге асыу, дошманлыҡты йылдар юймағанын аңланы Ғәфүр.
Әсәһенең әйтеүе дөрөҫкә сыҡты, Шәһиҙә ризалығын бирмәҫ ул.
- Минең һүҙемде ашаҡлаһаң, әсәң юҡ һинең, тупһама аяҡ баҫма, тип ҡыҙын киҫәтеп ҡуйған әсәһенә ҡаршы бара алманы Илүзә.
Шәһиҙә ҡыҙын тиҙерәк кейәүгә биреп ебәрергә әҙер ине. Теләһә кем булһын, тик Ғәфүр булмаһын.
Көҙгә Артурҙың ата- әсәһе, Илүзәне һоратып килделәр. Йыһанур ыңғарлаһа ла, Шәһиҙә баш- көллө риза булды ла ҡуйҙы.
Илүзә менән һөйләшкән кеше лә булманы. Арлы - бирле бата уҡыттылар ҙа , мал кеүек биреп тә ебәрҙеләр.
Туйҙы аҙаҡ , йәйгә тип һөйләштеләр.
Ләкин, туй үткәрергә насип булманы Шәһиҙә менән Йыһанурға.
***
Илгизә ут кеүек ҡыҙ. Эшен эшләп йөрөр, хәбәрен һөйләп торор.Шәһиҙәнең үҙенә оҡшап шар ҙа мар холоҡло.
Илүзәһе генә атаһына оҡшап тыныс һәм баҫалҡы булып үҫте.
Еткән ҡыҙҙар рәтенә инеп, танауы еҫ һиҙә башлаған Илгизә ,Ғәфүргә баш - көллө ғашиҡ булды бит.
Ҡасандыр апаһы менән яратышып йөрөүҙәрен белә ҡыҙ, тик йөрәккә бойороп буламы ни?
Егетте уйлап, янып-көйөп , илап ултырманы Илгизә.Үҙе йүгерҙе Ғәфүрҙең артынан. Һәр саҡ юлына ҡаршы сығып, артынан ҡалмаған ҡыҙға егет яйлап эҫенеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
Ихлас , йөҙөнән йылмайыу китмәүсе, хәбәр һөйләп , артынса шыңғырлатып көлөүсе Илгизәгә битараф ҡала алманы Ғәфүр.
Илүзә яйлап артҡы планға күсте, уға булған хистәр һүрелгәндәй тойолдо.
Үҙенә яратып баҡҡан хәйләһеҙ Илгизәгә Ғәфүрҙең күңелендә ниндәйҙер хистәр ярала биреп ҡуйҙы.
Апалы - һеңлеле ике ҡыҙ игеҙәктәр кеүек оҡшаш булһалар ҙа, холоҡтары менән икеһе ике төрлө ине.
Ғәфүр менән Илгизәнең өйләнешергә уйлауын белгәс , Шәһиҙә Илүзәһенә әйткән һүҙҙәрен Илгизәһенә лә ҡабатланы.
Әммә, еңмеш ҡыҙ үҙ һүҙен бирмәне, әсәһен еңдермәне.Барам тигәс,барам. Шәһиҙә иланы , иланы ла, булған асыу, үпкәләрен эсенә йотоп туйға әҙерләнде.
Әҙерләнеүе генә көс, туй ни шаулап- гөрләп үтте лә китте.
Ике дуҫ, Хәлим менән Йыһанур ҡоҙалашыуҙарына ҡыуанышып , ҡосаҡлашып ултырҙылар. Гөлйыһан да ҡыуана ине, ни алып ни бирергә белмәй өлтөрәп йөрөнө.
Шәһиҙә генә бик асылманы, үҙен һалҡын тотто.
Туйҙан һуң, элекке рәүешенә кире ҡайтты Шәһиҙә. Ҡоҙағыйы менән ҡатышманы,саҡырһалар төрлө һылтау табып бармаҫҡа тырыша ине.Урамда осрашһалар ҙа баш һелкеп кенә уҙҙы.
Ҡыҙына үпкәһе ҙур ине уның. Дошмандарына баш эйергә мәжбүр иткән ҡыҙына рәнйене.
Ҡыҙы менән кейәүе тупһаһына аяҡ та баҫманы Шәһиҙә.
Бер бөртөк улынан яҙҙырған кешене кейәү тип әйтергә теләге юҡ уның.
Алыҫ башҡорт районынан төшкән киленгә иренең туғандары араһына һыйып китеүе еңел булманы.
Ҡәйнәһе лә уҫал ғына ине. Артуры ла әсәһенең ауыҙына ғына ҡарап торҙо.Йәйгә тип һөйләшелгән туй төрлө сәбәптәр арҡаһында шылдырып киленә торғас бөтөнләй булманы.
Инде арыу ғына ваҡыт үтеүенә ҡарамаҫтан , Илүзә бәпәйгә уҙманы.
Һаман бала тапмаған киленгә һүҙ күп тейҙе. Ауыл ҡатындарының ғәйбәтен ишетеп ҡайтҡан һайын, ҡәйнәһе өйҙә ызғыш талаш ойошторҙо.
Өфөгә йөрөп эшләүсе Илүзә, өйҙәге ығы- зығынан арый ине.
Башҡа сығырға Артур риза булманы, ҡәйнәһе лә бер- бөртөк улын әллә ҡайҙа ебәрмәйәсәген әйтеп ҡуйғайны инде.
Иң үҙәккә үткәреүҙәре ҡайныһы ла , ҡәйнәһе лә әҙерәк һуҡмалаштырырға яраталар.Кис һайын арығанды яҙырға тип бер ярты йәки пиво өҫтәлгә ҡуйыла ине.Артурҙы ла эсерәләр, Илүзәне лә эсергә ҡыҫтайҙар ине. Эсмәһә әрләү, ҡарғау башлана.
Эштән ҡайтырға сыҡҡан ҡатын,уйланып килеп һиҙмәй ҡалды, ҡапыл күккә осто... Һәм әкренләп ҡараңғы соҡорға осҡандай тойҙо үҙен.
Машина аҫтында ҡалған Илүзә, больница койкаһында иҫенә килде.
Күҙ ҡамашырлыҡ сибәр, зифа буйлы ҡатынының зәғифләнеп ҡалыуын күргәс, Артурҙың ҡото осто.
Юҡ, юҡ! Баһадир кәүҙәле , типһә тимер өҙөрлөк ир ғәрләнде зәғиф ҡатын менән артабан йәшәргә.
Айырылышыуҙы Илүзә тыныс ҡабул итте.Шәһиҙә ҡыҙын барып алып ҡайтты.
Ә Илүзәне алып ҡайтҡанға тиклем, доньяның аҫты- өҫкә килгән ине инде.Илүзә больницала оҙаҡ ятты,уның күңелен уйлап булған хәлде уға әйтмәй торғайнылар.
Ғәфүр менән Илгизә бик аҙ ғына йәшәп ҡалдылар.
Бик оҙаҡ ыҙаланы Илгизә, көсәнеп хәлдән тайған ҡатынды операцияға алып киттеләр. Наркоздан һуң бөтөнләйгә күҙҙәрен асманы Илгизә.
Сибек кенә ҡыҙ бала имсәк һорап, башын борғолап ,доньяға яр һалды.
Тик әсәһе ишетмәне сабыйҙы...
Был ауыр ҡайғыларынан күҙҙәре асылып өлгөрмәне, Илүзәләре ҡазаға осраны. Кейәүе баш тартҡас, Шәһиҙәгә ҡыҙын барып алып ҡайтыуҙан башҡа сара юҡ ине.
Ауылда һүҙ йәшен тиҙлегендә тарала шул, Илүзәнең хәле лә тиҙ арала ауыл буйлап китте. Берәүҙәр йәлләне, икенселәр битараф ҡалды.
Ғәфүр килде Шәһиҙәләргә, Илүзәнең ҡулын һорап.
- Имгәкте нимә итәһең? Башҡа бисә тапманыңмы?! Нимә ысмала кеүек беҙгә йәбештең...
Зәғиф ҡатынды алған Ғәфүргә аптыраусылар ҙа йәлләүселәр ҙә күп ине ауылда. Ләкин, ул кеше һүҙен тыңламаны.
Ҡасандыр тәүге мөхәббәте булған, өҙөлөп яратҡан Илүзәһе менән ҡауышыуына яҙмышына рәхмәтле ине.
Илүзә ҡул һелтәһә лә, ире ҡул һелтәп ҡуйманы.Больницанан больницаға йөрөттө ҡатынын.Бәпәйҙе Гөлйыһан ҡараны.
Операция өҫтөнә операция эшләттеләр.Бик күп больница тупһаларын тапай торғас, Илүзә һауыҡты.
Илгизәнән булып ҡалған ҡыҙҙары Нәргизәгә дүрт йәш тулыуға, Илүзәгә лә әсәлек бәхетен татыу насип булды.
Бөгөн уны сығаралар. Иртә менән тороп төйнәнеп бөттө инде.
Хәҙер иренең килеп етеүен көтә ул.
Тәҙрә төбөнән китмәгән ҡатындар, шау- гөр килделәр,
-Илүзә , ана бер машина килде, һинекеләрҙер моғайын.
Илүзә тәҙрәгә ҡапланды, эйе лә баһа, күмәкләп килгәндәр шул.Ана бит, ҡайныһы ла атаһы ла килгән,Нәргизәне етәкләгән Ғәфүр сәскәләр ҡосаҡлаған, үҙенең ауыҙы ҡолағына еткәнсе йырылған.
Ҡыуанмаҫлыҡмы һуң, улы тыуҙы бит! Ҡәйнәһе менән ҡултыҡлашып тороусы әсәһен күргәс, Илүзәнең биттәрен ҡайнар күҙ йәштәре бешерҙе.
Шатлыҡ йәштәре ине улар...
Читайте нас: