Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Сентябрь 2020, 13:03

“РУС ҺӘМ БАШҠОРТ – ЮЛДА ҺӘР САҠ ЮЛДАШ…” Мәхмүт ХУЖИН. 

Иглин районы ауылдары элекке Мең, Ҡыбау, Бүләкәй-Көҙәй һәм УрманКөҙәй олоҫтары аҫаба башҡорттары биләгән ерҙәрҙе төйәк иткән. 1864 йылға саҡлы ҡан-туғанлыҡ мөнәсәбәттәре нигеҙендә бүленеп йөрөтөлгән административ берәмектәргә ҡарата территориаль принциптар ҡулланылып, ауылдарАртабан сайтта#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#МәхмүтХужин#Перепись2020#ПереписьНаселения

“Рус һәм башҡорт – юлда һәр саҡ юлдаш…”
Иглин районы ауылдары элекке Мең, Ҡыбау, Бүләкәй-Көҙәй һәм Урман-Көҙәй олоҫтары аҫаба башҡорттары биләгән ерҙәрҙе төйәк иткән. 1864 йылға саҡлы ҡан-туғанлыҡ мөнәсәбәттәре нигеҙендә бүленеп йөрөтөлгән административ берәмектәргә ҡарата территориаль принциптар ҡулланылып, ауылдар Иглин (үҙәге – Иглин ауылы), Оло Тәләк (шул исемдәге ҡасаба һәм станция), Петровск (Охлебинин ауылы) һәм Бүләкәй-Көҙәй (Ҡыҙыл Яр) олоҫтарына айырыла. Мең олоҫона Ҡарашиҙе, Меңйетәр һәм Һарт-Лабау ауылдары буйһонған. Аҫабалар ерендә шулай уҡ башҡорт ебәрелмештәре лә донъя көткән.
Ошо һәм артабан да килтереләсәк мәғлүмәттәр тарих фәндәре кандидаты Ә.З. Әсфәндиәровтың “История сел и деревень Башкортостана и близлежащих регионов” тип аталған китабынан алынды. Мең ҡәбиләһе башҡорттары нигеҙ һалған ауылдарға Иҫке Ҡарашиҙе, Иҫке һәм Яңы Ҡыбау, Субаҡай (Субаҡай-Ҡыбау), Меңъетәр (Меңатйетәр, Иҫке Мең), Таутөмән, Һарт-Лабау ҡарай. Ҡаҙаяҡ-Ҡотош, Ҡаҙаяҡ-Хөснулла, Оло Ҡарамалы, Түбәнге Ләмәҙ, Тау (Урта Ләмәҙ, Кәмбрек), Ташлыйылға, Тәкәй, Оло Тәләк ауылдарына башлап Көҙөй ҡәбиләһе башҡорттары ултырған.
Был төбәктә титуллы милләт вәкилдәре донъя көткән ауылдар күп түгел – өс тиҫтәгә лә тулмай. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа 15,8 мең башҡорт теркәлеп, улар күплеге буйынса урыҫтарҙан (18,4 мең) байтаҡҡа ҡалыша. Ҡарашиҙе йылғаһын һыулаған шул исемдәге ауыл тәү тапҡыр 1744 йылда телгә алына. XVIII быуат ахырында уҙғарылған халыҡ иҫәбен алыуҙа ауылдың 12 хужалыҡтан тороп, уларҙа 48 башҡорт көн иткән. V рәүиз (1795 йыл) алдынан аҫабалар үҙ биләмәһенә “ҡырғыҙ типтәрҙәре”н, йәғни ҡаҙаҡтарҙы индерә. 1816 йылда улар – 16, 1834 йылда 25 ир енесе иҫәпләнгән. Ер хужалары иһә тиңдәшле рәүештә – 23 һәм 32. 1895 йылда 116 башҡорт йәшәгән Ҡарашиҙе халҡы 1920 йылда 112 кешенән артмай. Үктәй ауыл советына ҡараған башҡорт ауылы 1989 йылда 87 татар көн иткән төйәк булып теркәлә һәм 2002 йылда элекке статусына ҡайтарылып, унда 160 титуллы милләт вәкиле иҫәпкә алына.
VII рәүиздә (1816 йыл) Иҫке Ҡарашиҙе ауылында Мөҡсин Дәүләтов (улы Мифтахетдин), аҙансы Хәмит Дәүләтов (Исмәғил), Һағынбай Сөйөнчәлин (Абдулғазы, Абдулғафар һәм Абдулнасир), Динислам Янтинов (ҡустыһы Исламғол), Рафиҡ Дәүләтов (Рәхмәтулла, Хәйбулла һәм уның улы Ғиззәтулла) теркәлгән. 1843 йылда 59 башҡорт 104 бот ужым, 296 бот яҙғы иген сәскән, 24 бот картуф ултыртҡан. 12 хужалыҡтың 52 аты, 71 һыйыры, 51 һарығы һәм 40 кәзәһе булған. Типтәрҙәрҙең 5 хужалығында 18 ат, 23 һыйыр, 12 һарыҡ һәм 9 кәзә аҫралған. Башҡорттарҙың 56 умартаһы, 5 солоғо һәм тирмәне булған.
Меңйетәр ауылында 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 511 башҡортто теркәй. 1989 йылғы менән сағыштырғанда, 45 кешегә күберәк. Ауылға ҡасан нигеҙ һалынғаны билдәһеҙ, V рәүиз унда 133 аҫабаны теркәһә, 1870 йылғы мәғлүмәттәргә ярашлы, ул 620 башҡорт ғүмер иткән уртаса ауыл. Уның тәүге атамаһы Атйетәр булып, артабан “Мең Атйетәре” атала башлай. “Меңнәр” атамаһын йөрөткән ваҡыттары ла була. Поход старшинаһы Зәйнулла Атйетәров 1832 йылда ошо ауылда йәшәгән. 1816 йылғы иҫәптә бер нисә ҡатын менән донъя көткән ирҙәр ҙә байтаҡ булған.
Поход старшинаһы Ҡаранай Искәндәров 1812 йылғы Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн Изге Георгий тәреһе менән бүләкләнә. 1843 йылғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Меңъетәр ауылында 163 аҫаба 160 бот ужым һәм 880 бот яҙғы иген сәскән, 109 ат, 68 һыйыр, 28 һарыҡ һәм 13 кәзә аҫраған, 105 умарта һәм 83 солоҡ булған. XIX быуат аҙағында запас икмәк магазины һәм ике бакалея лавкаһы иҫәпкә ингән.
Лабау йылғаһы буйын төйәк иткән Һарт (Һарт-Лабау) ауылына нигеҙ 1744 йылда Һөйөндөк Әмиров һәм уның туғандары тарафынан һалына. Буласаҡ ауылға ерҙе ҡаҙнаға яһаҡ түләүҙә ҡатнашыуҙы шарт итеп Атйетәр ауылы аҫабалары Иҫән Әҡсәнов, Сөйөш һәм Йосоп Копландиевтар, Ғаяз Яҡупов, Марат Камаевтар бирә. Ошонда уҡ Уразай ауылынан да өс ғаилә төйәкләнә. 1759 йылдың 11 февралендә ошо турала килешеү төҙөлә. Әмировтың ата-бабалары – башҡорт еренә Бохара тарафтарынан килеп ултырған һарттарҙан. Артабан уларҙың бер өлөшө башҡорт ҡатламына күсерелә.
1795 йылғы иҫәптә Һарт-Лабау ауылында 174 башҡорт күренә. 1859 йылда 136 аҫаба менән бергә 173 типтәр теркәлә. 1917 йылғы иҫәп 387 башҡорт менән 11 мишәрҙе теркәй. Артабанғы иҫәптәрҙә ауылда аҫабалар ғына күренеп, 2002 йылда унда 424 титуллы милләт вәкиле теркәлә. 1989 йылғы иҫәп менән сағыштырғанда, үҫеш бар – 21 кеше.
Ҡыбау олоҫо Мең олоҫоноң бер өлөшөн тәшкил итеп, һуңынан был общинанан бүленеп сыға. Уға Таутөмән, Мерәҫ (Мерәй), Иҫке һәм Яңы Ҡыбау ауылдары ҡараған. Таутөмән тәү тапҡыр XVIII быуат ахырындағы рәүиздә теркәлеп, унда алты хужалыҡ алып барған 32 аҫабаны күрһәтә. VI рәүиздә бында отставкалағы йорт старшинаһы Әлмөхәмәт Нурышев (76 йәш), 59 йәшлек поход старшинаһы Шоңҡар Уразаев теркәлә. 1770 йылда Әхмөхәмәт һәм Шоңҡарҙың ҡустыһы Сәлим Ҡыбау ауылы кешеләре булараҡ иҫәпкә ингән, ти Ә.З. Әсфәндиәров. Тимәк, Таутөмән – Ҡыбау ауылының утары.
1859 йылғы йән иҫәбен алыу 194 башҡортто теркәгән. 1895 йылда ауылда һәм шул исемдәге станцияла 359 кеше донъя көтә. 1920 йылғы иҫәпкә ярашлы Таутөмән ауылында – 550 башҡорт, унан 10 саҡрымда урынлашҡан ҡасабала – 216 һәм станцияла 176 урыҫ күренә. 1959 һәм 1979 йылғы СССР халыҡтары иҫәбен алыуҙа Таутөмәндә титуллы милләт вәкилдәре бөтөнләй күренмәй, урыҫтар ғына теркәлә. 1989 йылғы мәғлүмәттә иһә 1968 урыҫ һәм башҡорт бергә аталып, 2002 йылда башҡорттар айырым иҫәпкә алына – 294 кеше.
Мәләгәҫ йылғаһын һыулаған Ҡыбау – аҫабаларҙың төп ауылы. Атамаһы кеше исеменән алынған. 1706 йылғы тарихи сығанаҡта ошо ауылдан Сура Ҡураев, Ҡаныҡай Эткүстин, Бюстрет Туҡбирҙин, Байыш Айбашевтарҙың Жуковтан бурысҡа 120 һум алыуы хаҡында әйтелә. 1770 йылдың 24 майында Ҡыбау ауылынан ике тиҫтәләп кешенең завод хужалары И.Б. Твердышев менән И.С. Мясниковҡа 560 һумға ер һатҡаны билдәле. Ошо туралағы документта Ҡатау, Ағиҙел, Йүрүҙән, Березники йылғалары, Егәлге, Ямантау, Ирәмәл тауҙары ла аталып, китап авторы хәҙерге Белорет районының төньяғы элек Мең башҡорттары биләмәләре булған, тигән һығымтаға килә. Ошо уҡ кешеләр 1773 йылда 25 хужалыҡтан торған сыуаштарға ла ер биреп, XIX быуат башындағы ыҙан бүлеү Ҡыбау аҫабаларының ни бары 3,3 мең дисәтинә ере ҡалғанын асыҡлай.
1795 йылғы рәүиздә Ҡыбауҙа 87 ир һәм 91 ҡатын-ҡыҙ теркәлә. VII рәүиздә (1834 йыл) 153 хужалыҡта 307 аҫаба донъя көтә. Совет власы тарафынан уҙғарылған йән иҫәбе алыу (1920 йыл) бында 765 башҡортто асыҡлай. Артабан ауылда халыҡ иҫәбе кәмей, 2002 йылда ни бары 205, йәғни 1989 йылғы менән сағыштырғанда 233 кешегә аҙыраҡ теркәлә.
Яңы Ҡыбау – XX быуат башында нигеҙ һалынған ауылдарҙан. 1989 йылда унда 285 кеше ғүмер итһә, 2002 йылғы иҫәптә иһә 261 генә. Был ауылда башҡорт халыҡ артисы йырсы Мәғәфүр Хисмәтуллин тыуған. Уның шәжәрәһе лә билдәле: Тәкәйҙән башланып, артабан Әбдрәшит, Ҡәнзәфәр, Фазулла, Зөбәйҙулла, Хисмәтулла, Мәғәфүр. Әбдрәшит Тәкәев Өфө өйәҙенең 7-се кантоны начальнигы булып хеҙмәт ҡыла. Ҡәнзәфәр иһә – поход яһауылы.
XIX быуат башында 160 мең дисәтинә ер биләгән Урман-Көҙәй олоҫона Тәкәй, Түбәнге, Урта һәм Үрге Ләмәз, Ҡаҙаяҡ-Ҡотош, Ҡаҙаяҡ-Хөснулла ауылдары ҡараған. Тәкәй ауылына нигеҙ 1743 йылда һалына. XIX быуаттың 30-сы йылдарында 7-се кантон башлығы Ғәббәс Тәкәев та ошонда йәшәй. V рәүиз был ауылдағы 41 йортта 236 аҫаба көн иткәнен асыҡлай. Уларҙың барыһы ла Төркмән аймағына ҡараған, ти китап авторы. 1870 йылғы иҫәптә 555 аҫаба менән урыҫ теркәлһә, 1917 йылда һуңғыларының иҫәбе лә сағылыш таба – 36 кеше. 1979 йылғы СССР халыҡтары иҫәбен алыуҙа бер ҡасан да татарҙар көн итмәгән Тәкәй татар ауылдары исемлегенән урын ала. 2002 йылда башҡорт ауылы булып теркәлгән был ауылда 141 титуллы милләт вәкиле иҫәпкә ингән.
1795 йылғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Урта Ләмәз ауылы Яңы Ләмәз аталып, ни бары ете хужалыҡтан торған. Шул уҡ рәүиздә Түбәнге Ләмәздә 304 аҫаба күренә. Артабан ауыл йылдам үҫеш алып, Х рәүиздә (1870 йыл) унда 1645 башҡорт иҫәпкә алына. Оло Тәләк олоҫо үҙәге булған был ауылда 1917 йылғы йән иҫәбе 1480 башҡорт менән 167 урыҫты ла сағылдырған. Барлыҡ иҫәптәрҙә лә башҡорт төйәге булараҡ теркәлгән Түбәнге Ләмәз 1979 йылда урыҫ ауылдары исемлегенә индерелә. 2002 йылғы мәғлүмәт был ауылда 673 титуллы милләт вәкилен теркәй, был 1989 йылға ҡарағанда 21-гә күберәк. Урта Ләмәз (Кәмбәрке) ауылында V рәүиз 30 аҫабаны теркәһә, 1920 йылда унда көн итеүселәр 429-ға етә. Үрге Ләмәз (Төркмән) ауылында XVIII ахырындағы иҫәп 57 аҫабаны сағылдырһа, советтар дәүерендәге тәүге иҫәп 515 кешене теркәй.
Төркмән аймағына шулай уҡ Ҡаҙаяҡ ауылдары ла ҡараған. 1795 йылда Ҡаҙаяҡ-Ҡотош ауылында 123 аҫаба иҫәпкә алына. VIII рәүиздә (1859 йыл) бында 176 башҡорт теркәлһә, 1920 йылда 484 кешегә етә. 1989 йылда 52 урыҫ, 2002 йылда 54 башҡорт иҫәпкә алынған был төйәк, күренеүенсә, ер йөҙөнән юйылыуға табан бара. XVIII йөҙ ахырындағы йән иҫәбе Ҡаҙаяҡ-Туйышта 117 башҡортто теркәй. Артабан ауыл тотороҡло үҫеш юлына баҫып, 1920 йылда унда 374 башҡорт иҫәпкә инә. Ә бына 1979 йылғы СССР халыҡтары иҫәбен алыуҙан һуң Ҡаҙаяҡ-Туйыш бөтөнләй күренмәй. Ҡаҙаяҡ-Хөснулла тәү башлап 1920 йылғы иҫәптә сағылыш табып, унда 213 башҡорт йәшәгән. 1959 йылда 266 титуллы милләт вәкиле ғүмер иткән ауылда 2002 йыл 37 кеше иҫәпкә алына.
Хужалыҡ итеү алымдарына килгәндә, Ҡаҙаяҡ-Ҡотошта 217 башҡорт – 104, Ҡаҙаяҡ-Туйышта 200 бот яҙғы иген сәскән, сөнки ужым культураһын белмәгәндәр. Тәүгеһендә 22 хужалыҡта 50 ат, 60 һыйыр, 50 һарыҡ һәм 20 кәзә аҫраһалар, икенсеһендә 35 йортҡа 55 ат, 100 һыйыр, 300 һарыҡ һәм 15 кәзә тура килгән. Умартасылыҡ менән дә шөғөлләнгәндәр.
1895 йылда алынған халыҡ иҫәбе буйынса, Әмит ауылында 355 башҡорт күренә. Совет власы үткәргән тәүге иҫәптә унда 65 хужалыҡта 562 кеше донъя көткән. Ләкин 50-се йылдар аҙағында ауылдан китеүселәр күбәйә барып, 1989 йылда Әмиттә – 74… татар һәм 2002 йылда 47 башҡорт иҫәпкә инә. Субаҡай (Сәүәз ҡасабаһы) ауылына нигеҙ 1921 – 1924 йылдарҙа, Болан Торғанға 1925 йылда һалына. Һуңғыһында 2002 йылда 57 титуллы милләт вәкиле көн иткән.
Яңы быуат башында алынған иҫәпкә ярашлы 13 башҡорт күренгән Шүктей, Тау, Ташлыйылға, Олоялан (22 башҡорт), Оло Ҡарамалы (162 кеше) уҙған быуаттың 20-се йылдары урталарында нигеҙләнә.
Типтәр-татарҙар төйәкләнгән ауылдарҙан Бибахты 1736 йылда барлыҡҡа килә. Аҫабалар менән килешеүгә ярашлы, унда Өфө алпауыты И.Н. Рожков 15 йылға мари типтәрҙәрен урынлаштыра. 1834 йылғы рәүиздә бында 135 типтәр һәм татар күренһә, 1920 йылда татарҙар ғына теркәлгән был ауыл 2002 йылда иҫәптән төшөп ҡала. Келәшкә нигеҙ 1759 йылда һалынып, унда Ҡарашиҙе ауылы аҫабалары Теләш ауылы типтәрҙәрен индерә. XVIII быуат ахырындағы йән иҫәбе унда 68 типтәрҙе теркәй, 1917 йылда ауылда 528 типтәр менән 13 башҡорт та күренә. 1989 йылғы иҫәптә 172 татар йәшәгән Келәш 2002 йылғы иҫәптә сағылыш тапмаған.
Шул исемдәге күл буйында ултырған Үктәй ауылына типтәрҙәр Мең олоҫо аҫабалары менән 1739 йылғы килешеү буйынса нигеҙ һала. 1794 йылда ла күсеп ултырыусылар күҙәтелгән. VII рәүизгә ярашлы 230 типтәр донъя көткән ауыл артабанғы иҫәптәрҙә лә типтәр теркәлеп, 1959 йылда – татар һәм 2002 йылғы иҫәптә 346 башҡорт йәшәгән ауыл. XVIII быуат аҙағында урыҫ крәҫтиәндәре башлап ултырған Резвов ауылында 1920 йылда 376 урыҫ иҫәпкә алынһа, артабан ул аҡрынлап татар ауылына әйләнә. Типтәрҙәр төйәге Орондо халҡы шул исемдәге йылғаны һыулай. XIX быуат башындағы ыҙан бүлеүҙә 662 дисәтинә ер алған типтәрҙәр 1920 йылғы иҫәптә 542 кешегә етә.
Әмир ауылына хәҙерге Ауырғазы районы Күҙәк ауылынан сыҡҡан Миңлеғәли Әмиров башланғысында типтәрҙәр нигеҙ һала. Советтар дәүерендәге тәүге иҫәп бында 195 мишәрҙе теркәй. 1834 йылда 280 типтәр ғүмер иткән Ҡарамалы ауылының сығышы билдәһеҙ, 1920 йылда ул Петровск олоҫона ҡараған. 2002 йылғы иҫәптә 778 башҡорт теркәлгән Аҡбирҙегә нигеҙҙе типтәрҙәр ҡороп, 1870 йылда унда 397 йән күренә. XIX йөҙҙөң 50-се йылдары аҙағында барлыҡҡа килгән Иҫке Юрмаш ауылында Х рәүиздә (1870 йыл) 529 типтәр иҫәпкә алына. Советтар осорондағы иҫәптәрҙә татар ауылы булып теркәлгән был ауыл да 2002 йылғы иҫәптә сағылыш тапмаған.
Хәҙерге көндә Май ауыл советына ҡараған Рәсмәкәй XX быуат башында ике ауыл булып, береһендә типтәрҙәр, икенсеһендә (Төлкөтүбә) мишәрҙәр донъя көткән. 1917 йылда бер Рәсмәкәй күренеп, унда – 167, 1920 йылда 655 башҡорт теркәлһә, артабан ул татар ауылдары исемлегенә индерелеп, 2002 йылда унда 114 титуллы милләт вәкиле күренә.
Яңы быуат башындағы иҫәп алыу Иглин районында 2,2 мең сыуашты теркәй. Тәү башлап нигеҙ һалынған сыуаш ауылдарынан Ҡыбау аҙаҡ Сыуаш-Ҡыбау булып китә. 1773 йылдың 4 июлендәге яҙмаға ярашлы бында Нуғай даруғаһы Өфө өйәҙенең Гунан ауылынан яңы суҡындырылған сыуаштар Никита Игнатьев, Гаврила һәм Михаил Ивановтар, Михаил һәм Федор Леонтьевтар – барлығы 25 хужалыҡ төпләнә. Икенсе тарихи сығанаҡта Ҡыбау ауылына мариҙар 1715 йылда нигеҙ һала. 1811 йылда 100 йортта 440 сыуаш иҫәпкә алына.
VI рәүиздә Ҡыбау ауылы ике: Лабау йылғаһы буйында – Сыуаш-Ҡыбау, ундағы 67 йортта 498 кеше көн итә. 64 хужалыҡты берләштергән Ҡыбауҙа 524 кеше иҫәпкә алына. Ҡалған сыуаш ауылдарына нигеҙҙе Сыуаш-Ҡыбауҙан бүленеп сығыусылар ҡора. 1885 йылда шул юл менән Иван-Казанка ауылы барлыҡҡа килә. 1920 йылда 132 урыҫ донъя көткән Преображенский утары ла артабан сыуаш ауылына әүерелә. 1925 йылдан һуң Авангард ауылы ҡалҡып сыға. XX йөҙҙә барлыҡҡа килгән мари aуылы Ҡыҙыл Ярҙа совет власы иҫәпселәре 108 кешене теркәй. Шул уҡ йылда рәсми документтарҙа күренгән Әшә ҡасабаһында 19 хужалыҡта 117 мари крәҫтиәне иҫәпкә инә. Черный Ключ ҡасабаһында иһә 10 йортлоҡ урыҫ хужалығы теркәлә.
Районда белорус ауылдары ла байтаҡ булып, 2010 йылда 4 меңдән ашыу кеше үҙен ошо халыҡ вәкиле итеп таный. Тәүгеләрҙән булып Урман-Көҙәй олоҫо аҫабалары биләмәһендә Вятка губернаһынан сыҡҡан крәҫтиәндәр Богдановка ауылына нигеҙ һала. Бөгөн унда белорустар күпселек. Ғөмүмән, Вятка губернаһы крәҫтиәндәре башлап ултырған ауылдар күп кенә: Вознесенка, Кальтовка, Загорское, Куршаки… 1895 йылғы тарихи сығанаҡта Балтика колонияһы 30 хужалыҡта 94 ир һәм 111 ҡатын-ҡыҙҙы берләштерә. 1920 йылда иһә бында көн иткән 655 кеше үҙен белорус тип таныған. Балтика ауылында билдәле фармацевт И.Я. Янсон (1895 – 1985) донъяға килгән.
XX быуат аҙағында теркәлгән Вознесенкала 1920 йылда 384 урыҫ һәм украин крәҫтиәне донъя көтһә, хәҙер унда башлыса белорустар йәшәй. Петрово-Федоровка ауылы тарихы 1925 йылдан башлана. Ленинск, Калиновка, Пушкин, Фрунзе, Чкалов, Буденовка һ.б. Утар-ауылдар 1928 – 1930 йылдарҙағы колхозлашыу осоронда үҫеп сыға. Латыш ауылы Ауструмға нигеҙ 1878 йылда һалынып, 1895 йылғы иҫәптә унда 494 латыш теркәлә. Тағы ла бер латыш төйәгенә – Балажиға Лифляндиянан килгән крәҫтиәндәр 1886 йылда 800 дисәтинә ер алып нигеҙ ҡора. 1895 йылғы иҫәптә унда 70 латыш теркәлһә, йәш совет власы иҫәбе 60 йортта көн иткән 445 кешене күрһәтә. Восток 1924 йылда урыҫ утары булараҡ нигеҙләнә, артабан латыштар төйәгенә әйләнә.
Күп милләт вәкилдәрен берләштергән Иглин төбәгендә урыҫтар күпселек. Ирекһеҙҙән башҡорт халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Россиянмын” поэмаһындағы “рус һәм башҡорт – юлда һәр саҡ юлдаш, табындаштар оло байрамда, яуҙа – яуҙаш, дандаш һәм ҡәберҙәш изге һуғыш үткән майҙанда” тигән юлдары иҫкә төшә. “История сел и деревень…” китабында 60-тан ашыу урыҫ ауылы аталып, уларҙың тиҫтә ярымы уҙған быуаттың 20-се йылдарында үҫеп сыға. Был ҡасандыр башҡорттар ғына көн иткән бихисап киңлектәрҙең башҡа халыҡтар тарафынан сикһеҙ дәрәжәлә колонизацияланыуына ишаралай. Шуны ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай: был процесҡа аҫаба ерҙәрҙе самаһыҙ рәүештә ҡуртымға биреү ҙә көс һәм етеҙлек өҫтәгән.
Урыҫ ауылдарынан иң элек Белегес йылғаһын һыулаған Архангельск ауылына XVIII быуаттың 80-се йылдары башында нигеҙ һалына. 1786 йылда Ҡыбау олоҫо аҫабалары Хәмзә Яхин, Байыш Абдуллин, Рафиҡ Ҡорманғолов, Ильяс Ибрашев һәм Байыш Мөстәҡимов секунд-майор Сергей Иглинға 80 һумға ер биләмәһен һата. VII рәүиздә Иглин ауылында 93 ир һәм 109 ҡатын-ҡыҙ иҫәпкә алына. Һуңыраҡ Архангельск менән Иглин ҡушылып, 434 дәүләт крәҫтиәне теркәлә. 1895 йылда олоҫ үҙәге статусы бирелгән Иглин ауылында 1158 кеше иҫәпкә алына. Административ үҙәктә дауахана, почта станцияһы, запас икмәк магазины, ир балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар мәктәбе, китапхана һ.б. эшләй. Һамар – Златоуст тимер юлы станцияһында 34 кеше, 192 хужалыҡтан торған ауылда 1353 кеше көн итә. 1920 йылғы йән иҫәбе Иглинда 1824 урыҫты теркәй.
1871 йылда нигеҙҙә Вятка губернаһы крәҫтиәндәре Яңы Троицк һәм Песчано-Лабау ауылдарын нигеҙләй. Эске Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған урыҫ крәҫтиәндәре 1872 йылда Слутка ауылын хасил итә. 1895 йылда Покровка һәм Спасский ауылдары барлыҡҡа килә. Шиповкаға Ҡазан губернаһынан сыҡҡан крәҫтиәндәр 1887 йылда нигеҙ ҡора, 1920 йылғы иҫәп унда 531 урыҫты теркәй. Эске Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән сыҡҡан урыҫтар Петровский, Алатор, Ҡалтыман, Яңы Березовка ауылдарында нигеҙ ҡора. Витебск ауылын 1895 йылда шул исемдәге губернанан йыйылған крәҫтиәндәр нигеҙләй. 1900-1901 йылдарҙа үҫеп сыҡҡан Бабенский – Чернигов губернаһынан килгән крәҫтиндәр ауылы. Подольскиға шул исемдәге губернаның Хмельницкий өйәҙенән килгән украин крәҫтиәндәре ултыра. Көҙөй ауылының тарихы 1909 йылдан башлана.
Тимәк, уҙған быуаттың һуңғы егерме йылы хәҙерге Иглин районы ерҙәрендә балта, бысҡы тауыштарына күмелеп, өй һәм башҡа ҡаралтылар тергеҙеү өсөн бихисап урман ҡырҡыу менән оҙатылып барған.
Йомарт аҫабалар – ҡатнаш ауылдар
Нуриман районында 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу бер тиҫтәнән ашыу ҡатнаш ауылды асыҡлаған. Башлыса улар титуллы милләт вәкилдәре – башҡорттар менән татарҙар бергә көн иткән төйәктәр: Әтнәш, Байгилде, Бикмырҙа, Оло Теңкәш, Үкәрле, Иҫке һәм Яңы Бүрес һ.б. Шул уҡ ваҡытта 1959 йылдан башлап татар ауылы исемлегенә индерелгән Байгилделә XVIII быуат ахырынан типтәрҙәр, 1870 һәм 1920 йылдарҙағы йән иҫәбе алыуҙа башҡорттар күренә. 1989 йылда татар ауылы булып теркәлгән Бикмырҙала бер ҡасан да был халыҡ вәкилдәре йәшәмәгән. 1795 йылғы иҫәп Иҫке Бүрестә – 34, 1859 йылғыһы 74 аҫабаны теркәй, татарҙар күренмәй.
Элек был район биләмәләре Бүләкәй-Көҙөй һәм Мең олоҫтары аҫабаларының ере булып, Көҙөй Табын ҡәбиләләре берләшмәһенә ҡараған. Башҡорт йәмғиәте ҙурая килә, Көҙөй ҡәбиләһе дүрт ырыуға – Урман-Көҙөй, Шайтан-Көҙөй, Ҡыр-Көҙөй һәм Бүләкәй-Көҙөйгә бүленә, тип яҙа Ә.З. Әсфәндиәров үрҙә аталған китабында. Аҫаба ерҙәрҙе генераль ыҙанлауҙан һуң Бүләкәй-Көҙөйгә – 17,8 мең, Урман-Көҙөйгә – 16 мең, Ҡыр-Көҙөйгә – 9,1 мең, Шайтан-Көҙөйгә 11,4 мең дисәтинә ер эләгә. VII мәғлүмәттәренә ярашлы, Бүләкәй-Көҙөйҙә – 949, Урман-Көҙөйҙә – 488, Ҡыр-Көҙөйҙә – 159 һәм Шайтан-Көҙөйҙә 198 аҫаба башҡорт ғүмер иткән. Бүләкәй-Көҙөйҙә был иҫәпкә 112 типтәр ҙә өҫтәлә. Олоҫ аҫабалары Яңы һәм Иҫке Күл (Иҫке Мәсетле), Шиҙе, Иҫтерек, Сураш, Исай ауылдарында донъя көткән. Өфө ҡалаһы барлыҡҡа килеү менән Көҙөй олоҫо – Өфө өйәҙенә, артабан – Өфө провинцияһына, 1744 йылдан – Ырымбур, 1871 йылдан Өфө губерналарына буйһона.
Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу Нуриман районында ике тиҫтәнән ашыу ауылда көн иткән 7,7 мең башҡортто асыҡлай. Шиҙе – шул исемдәге йылғаны һыулаған ауыл. Бер үк атамалы мари ауылынан айырыу өсөн уны “Башҡорт Шиҙеһе” тип тә йөрөтәләр. Мариҙар төйәкләнгән ауыл иһә “Оло Шиҙе” атала. 1745 йылда аҫабалар “ҡырғыҙ” (ҡаҙаҡ) кешеләрен үҙ биләмәһенә индерә һәм күскенселәр артабан типтәр ҡатламына яҙыла. 1816 йылғы иҫәптә ҡырғыҙҙар – 14, 1834 йылғыһында 22 ир кеше теркәлә.
Башҡорт Шиҙеһенә килешеү төҙөмәй генә Мерәҫем ауылы башҡорттары ла (1816 йылда – 8 кеше) килеп ултыра. 1793 йылғы килешеү буйынса Урман-Көҙөй һәм Ҡыр-Көҙөй олоҫтары башҡорттары ла төйәкләнеп, артабан аҫаба титулы ҡабул итә. 1816 йылда улар 14 кеше булһа, 1838 йылда – ике тапҡыр күберәк. Шиҙенең үҙ кешеләренә килгәндә, 1795 йылғы иҫәптә – 126, 1816 йылда – 300, 1895 – 425 һәм тәүге совет иҫәбендә 970 кеше күренә. Артабан ауыл халҡы аҡрынлап кәмей: 1959 йылғы иҫәптә – 457, 2002 йылғыһында иһә 272 кеше теркәлә.
1834 һәм 1850 йылдарҙа Башҡорт Шиҙеһендә отставкалағы зауряд-йөҙ башы Рәхмәтулла Ҡолмөхәмәтов, указлы мулла Бикбулат Әбләев, урядник Әбдрәхим Сәлихов, отставкалағы зауряд-хорунжий Абдулҡадир Зәйнәғәбдинов йәшәгән.
Иҫке һәм Яңы Күл ауылдары тарихи сығанаҡтарҙа “Күл” тип аталып йөрөтөлә, ти Әсфәндиәров. Иҫкеһен “Мәсетле” тип тә атағандар. 1795 йылғы иҫәптә Күл (Яңы Күл) ауылында – 488, Мәсетлелә 248 башҡорт күренә. Артабан ауылдар ярайһы ҙурайып, 1920 йылғы иҫәптә тәүгеһендә – 2095, икенсеһендә 1775 башҡорт күренә. Башҡорт ебәрелмештәре аҫабаларҙан айырып йөрөтөлә: V рәүиздә Иҫке Күлдә – 27, яңыһында 60 ебәрелмеш иҫәпкә алына. Уларҙың хәл иткес өлөшө – Һалйот, бер ни тиклеме Урман-Көҙөй олоҫонан була.
1735 йылда бер тиҫтә самаһы Күл аҫабаһы яһаҡ түләү шартын ҡуйып, үҙ биләмәһенә яһаҡ татары Йосоп Юнысовты индерә. 1777 йылда аҫабалар тағы ла типтәрҙәр төркөмөн ҡабул итеп, һуңғылары Яңы Мең утарын нигеҙләй. VII рәүиздә унда 14 йән теркәлә. 1813 йылда был тарафтарға Троицк өйәҙенең Ғүмәр ауылынан һигеҙ ғаилә килеп ултыра. 2002 йылғы иҫәп Иҫке Күлдә – 735, яңыһында 1398 башҡортто теркәй. Был ауылдар барлыҡ иҫәптәрҙә лә – титуллы милләт исемлегендәге тотороҡлолоғон һаҡлаған.
Һатлыҡ ауылына Яңы Күлдән бүленеп сыҡҡан аҫабалар нигеҙ ҡора. 1905 йылда ундағы биш хужалыҡта 40 башҡорт көн иткәне билдәле. 1812 йылғы Ватан һуғышында Яңы Күлдән Миндекәй Сауколов һәм Бикташ Баязитовтар ҡатнаша. 1816 йылғы рәүиздә Яңы Күлдең Көҙөй олоҫо үҙәге булыуы асыҡлана. 1843 йылда унда ике мәсет, тирмән, ете бакалея лавкаһы, Иҫке Мәсетлелә ике мәсет, дүрт лавка һәм запас икмәк магазины күренә. Ике ауылда ла малсылыҡ һәм умартасылыҡ менән әүҙем шөғөлләнгәндәр.
Аҡҡужа күле буйын төйәк иткән Иҫтерек ауылы тәү тапҡыр 1778 йылда бурысҡа алыу менән бәйле документта телгә алына. 1795 йылғы иҫәп буйынса, бында 35 йортта 123 аҫаба һәм 11 хужалыҡта 41 ебәрелмеш йәшәгән. Һуңғылары 1794 йылғы килешеүгә ярашлы ҡабул ителеп, артабан типтәр ҡатламына күсә. Улар араһында Мәләкәс ауылы татарҙары ла була. 1816 йылда типтәрҙәр – 25, 1834 йылда 37 йән булып, Әйле олоҫоноң Сураш ауылында йәшәгән. 1834 йылда Иҫтерек һәм Сурашта 339 аҫаба һәм ебәрелмеш иҫәпкә алына. Совет власының тәүге йылдары был ауылдарҙа 559 башҡортто теркәй.
Сураш ауылы XVIII быуаттың икенсе яртыһында нигеҙләнә. V рәүиздә ауыл 11 йорттан тороп, 10-нда – 51 аҫаба һәм бер хужалыҡта биш ебәрелмеш донъя көткән. Сураш артабан да аҡрын үҫә: 1895 йылда унда – 137, 1920 йылда 278 кеше иҫәпкә алына. Был төйәктә донъя көтөүселәрҙең 42 дисәтинә һөрөнтө, 35 сабынлығы булып, ҡураларҙа 61 ат, 50 һыйыр, 67 һарыҡ һәм 20 кәзә аҫралған. Яңы быуат башында уҙғарылған иҫәп Байгилде ауыл советына ҡараған был ауылда 173 башҡорт көн иткәнен асыҡлаған.
Атамаһы кеше исеменән алынған Исайҙа XIX быуаттың тәүге яртыһында уҙғарылған рәүиздәрҙән Исайҙың улдары һәм ейәндәре күренә: Әбдрәшит, Ибраһим, Мөьмин Исаевтар. Мөьминдең улдары – Ҡунаҡҡол, Мөхәмәтдин һәм Абдулманнан. Улдары йәшенән сығып, Исайҙың 1730 – 1790 йылдарҙа йәшәгәнен асыҡларға мөмкин. Тимәк, ауылға ул XVIII быуаттың 50-се йылдарында нигеҙ ҡорған. 1795 йылғы иҫәп Исайҙа 60 аҫабаны теркәһә, 1895 йылда ул 616 башҡорт донъя көткән ауыл. Тәүге совет йән иҫәбе бында 937 кешене теркәгән.
ХХ йөҙ башында Яңы Исайға нигеҙ һалына. 1920 йылғы иҫәп унда 40 хужалыҡта донъя көткән 193 башҡортто асыҡлай. Артабанғы иҫәптәрҙә Яңы Субай ауыл советына ҡараған был ауыл халҡы ҡотолғоһоҙ кәмей: 1989 йылғы иҫәп 18 башҡортто теркәһә, 2002 йылда иһә ни бары – һигеҙ кеше.
1894 йылда Бүләкәй-Көҙәй олоҫо аҫабалары “буш ятҡан” башҡорт биләмәләрен ҡаҙна ҡарамағына алыуға көслө ҡаршылыҡ күрһәтә. Исай, Иҫке һәм Яңы Күл, Ишморат, Башшиҙе ауылдары ирҙәре, мылтыҡтар менән ҡоралланып, ер бүлергә килгән власть әһелдәрен ҡыуып ебәрә. Урмандағы биләмәләрҙе бүлеүгә урыҫ ирҙәре йәлеп ителгәс, башҡорттар уларҙы ла һөрә. Ҡораллы полиция көсө менән был күтәрелеш баҫтырыла.
Башшиҙе ауылы аҫабалары нигеҙ һалған Биәз ауылы халҡы шул исемдәге йылғаны һыулай. XIX быуат аҙағында унда 72 ир һәм 53 ҡатын-ҡыҙ енесе теркәлә. Советтар үткәргән тәүге йән иҫәбе алыу Биәздә 63 йортта донъя көткән 354 башҡортто теркәй. Яңы Субай ауыл советына ингән Иҫке Биәз ауылында 1989 йылғы иҫәптә – 96, 2002 йылғыһында 102 башҡорт күренә. XIX йөҙҙөң 70-се йылдарында барлыҡҡа килгән Ишморат ауылында 1895 йылғы иҫәптә 60 хужалыҡ сағылыш табып, уларҙа 340 башҡорт донъя көтә. 1920 йылда йорттар иҫәбе 107-гә, ә халыҡ 585-кә етә. Артабан ауыл халҡы аҡрынлап кәмей: 1959 йылда – 474, 1989 – 249, яңы быуат башында 223 башҡорт иҫәпкә алына.
Йәлдәк олоҫоноң аҫаба ерендә урынлашҡан Бүрес ауылында, ҡайһы бер сығанаҡтарға ҡарағанда, аҫабалар менән ебәрелмештәр бергә, икенселәрендә ебәрелмештәр генә донъя көткән. 1711 йылда Йәлдәк аҫабалары үҙ биләмәһенә Һалйот башҡорттарын индерә, һәм һуңғылары типтәр ҡатламына яҙыла. Был турала 1804 йылда Кәлимулла Түләковтың һөйләгәндәре яҙма рәүештә һаҡланған. 1731 йылда бүрестәр үҙ еренә Себер даруғаһының Ибормас һәм Ҡыҙыл Яр ауылдарынан яһаҡ татарҙарын ҡабул итә. 1773 йылда ошонда уҡ мишәр муллаһы Әхмәт Килмәмәтов та төйәкләнә.
1795 йылғы иҫәптә Иҫке Бүрестә 34 башҡорт һәм 45 типтәр сағылыш тапҡан. 1859 йылда Бүрес атамалы ауылдар ике: Иҫкеһендә – 318, Яңыһында 339 ебәрелмеш иҫәпкә алынған. 1917 йылда Яңы Бүрес типтәр ауылы булараҡ теркәлеп, 1959 йылда татар ауылы булып китә, 2002 йылда иһә 252 башҡорт һәм татарҙы һыйындырған ҡатнаш ауылға әүерелә.
Яңы Күл ауыл советына ҡараған Уянкүлдә 2002 йылғы иҫәп 30 башҡортто теркәй. 1989 йылғы менән сағыштырғанда, ауыл биш кешегә артҡан кеүек. Ә бит теүәл 100 йыл элек унда 29 хужалыҡ булып, 173 кеше донъя көткән. 1924 йылдан һуң барлыҡҡа килгән Нур ауылында 1989 йылда – 163, 2002 йылда 107 башҡорт иҫәпкә ингән. Әтнәш ҡасабаһы – ҡатнаш ауыл, яңы быуат башындағы иҫәп унда 666 башҡорт, татар һәм урыҫты теркәгән. Салдыбаштамаҡ ауылында башҡорттар һәм мариҙар бергә көн итеп, 2002 йылда улар 79 кеше күренә.
Бүләкәй-Көҙөй аҫабалары биләмәләрендә Байгилде, Үкәрле, Теңкәш, Нимесләр, Бәләкәй Шиҙе, Яңы Бүрес кеүек типтәр ауылдары ла ҡалҡып сыға. 1651 йылда башҡорт типтәрҙәре батша Алексей Михайловичтан бүләккә ер алыу тураһында грамота ала һәм 1763 йылда Оло Күл буйында Байгилде ауылын нигеҙләй. 1858 йылда Минзәлә өйәҙенең Изминков ауылынан 23 хужалыҡ та ошонда төпләнә. VI рәүиздә Байгилде 164 типтәр донъя көткән ауыл булараҡ теркәлһә, 1920 йылда унда 1273 башҡорт иҫәпкә алына. 1989 йылда татар ауылы булып теркәлгән был ауыл да 2002 йылда 429 башҡорт һәм татар донъя көткән төйәк булып иҫәпкә инә.
Ошо ауылдан Хәлил Шәрипов 1845 йылда Ҡазан университетын тамамлап, дипломлы табип сифатында эш башлай. Күп йылдар Башҡорт-мишәр ғәскәрендә хеҙмәт ҡыла. 1-се типтәр полкы йөҙ башы Ғәҙелша Абзалов 1812 йылғы Ватан һуғышында күрһәткән өлгөһө өсөн прапорщик дәрәжәһенә лайыҡ була. Уның улдары Мөхәммәт һәм Әбделвәли 1824 йылда Ырымбур губернаһы дворяндары китабына индерелә. 1843 йылда 298 типтәргә 143 ат, 163 һыйыр, 60 һарыҡ һәм 101 кәзә, 72 умарта, 11 солоҡ тура килгән. Икешәр бакалея һәм мануфактура лавкалары эшләгән.
Үкәрле ауылы атамаһы ла – кеше исеменән. Был шәхестең улы Илекәй Үкәрлин, ейәндәре Атачик һәм Аиттер (Атйетәр) Илекәевтәр. Тәү башлап 1688 йылда телгә алынған был ауыл Мең олоҫо биләмәһендә барлыҡҡа килә тигән хәбәр ысынбарлыҡты сағылдырмай, тиелә “История сел и деревень…” китабында. Үкәрле ауылына нигеҙ Көҙөй олоҫо ерендә һалына. 1858 йылда бында Минзәлә өйәҙенән 15 ғаилә төйәкләнә. 1859 йылғы рәүиздә 272 типтәр теркәлгән ауылда 1920 йылда 569 башҡорт иҫәпкә инә. 1843 йылда Үкәрле атамалы ике ауыл күренеп, аралары биш саҡрым күрһәтелә. Береһендә – 102, икенсеһендә 233 типтәр көн иткән. Һуңғы дәүерҙә халҡы етеш тормошто ситтән эҙләгән төйәктәр иҫәбенә Үкәрле лә инә: 1989 йылда 234 башҡорт һәм татар көн иткән ауылда 2002 йылда 193 кеше иҫәпкә алына.
Мәзит-Күл һәм Теңкәш-Күл буйҙарын төйәк иткән Теңкәш ауылы 1694 йылғы килешеүгә ярашлы Мең олоҫо аҫабалары ерендә ҡорола. Уның да атамаһы – кеше исеменән. VI рәүиздә 150 типтәр иҫәпкә ингән ауылда 1859 йылда 434 кеше теркәлә, сөнки бер йыл элек бында Минзәлә өйәҙенең Изминков ауылынан 20 ғаилә урынлаша. Йәш совет власы үткәргән иҫәптә Бәләкәй Теңкәш ауылы ла күренеп, ундағы 82 йортта 923 кеше ғүмер иткән. Оло Теңкәш ауылы 1920 йылғы иҫәптә – башҡорт, 1959 йылда татар ауылы булараҡ теркәлеп, 2002 йылда 326 татар һәм башҡорт йәшәгән ҡатнаш ауыл.
Мең олоҫо аҫабалары биләмәһендә үҫеп сыҡҡан Бикмырҙа (Иҫке Ҡарға) ауылына 1651 йылғы килешеү нигеҙендә артабан типтәр ҡатламына күскән яһаҡ татарҙары ултырған. Бикмырҙа күле буйындағы ауылды Ябалаҡ тип тә атар булғандар. Шул уҡ ваҡытта Ҡарға күле тирәһендә Ҡарға ауылы ла булған. 1816 йылғы иҫәптә Бикмырҙала 60 типтәр күренһә, 1870 йылда 198 башҡорт иҫәпкә алына. Артабанғы ике иҫәптә ул – типтәр, 1959 йылда тағы ла башҡорт ауылы булып теркәлеп, 2002 йылғы иҫәптә ҡатнаш ауылға әйләнә.
Мәсет-Күл һәм Таулы-Күл буйындағы Нимесләр ауылы атамаһы ла кеше исеменән: Нимес, Нимесбай. XVIII быуат ахырындағы иҫәп был ауылда 11 башҡорт менән 171 типтәрҙе теркәй. Был ҡатлам кешеләре ауылға Иҫтерек аҫабалары менән 1742 йылғы килешеү буйына төйәкләнә. 1858 йылда ошонда уҡ Байбулат ауылынан – 47 хужалыҡ (276 кеше) һәм Минзәлә өйәҙенең Бикбул ауылынан 19 ғаилә килеп урынлаша. 1895 йылғы иҫәп буйынса Нимесләрҙә 1429 типтәр күренһә, 1917 йылда 61 башҡорт һәм 61 урыҫ иҫәпкә алына.
XIX быуат аҙағында Нимесләр ауылында ике мәсет, дүрт лавка, тимерлек эшләй, шаршамбы баҙарҙары, 8 ноябрҙә бер аҙналыҡ йәрминкәләр ойошторола. 1920 йылда ошо ауылда РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Брест ҡәлғәһен һаҡлауҙа ҡатнашҡан Ришат Исмәғилев тыуған. Ул 40 йыл дауамында Байгилде урта мәктәбенә етәкселек итеп, бөтә Башҡортостанда танылыу яулай. Бер нисә тапҡыр уҡытыусылар съезы делегаты булып һайлана. Исмәғилевтең улдары Флүр, Зенфир, Рафаэль һәм ҡыҙы Флүрә – төрлө өлкәләрҙә фән докторҙары. Салауат – РСФСР халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Байгилде лицейы директоры.
Яңы Бүрес һәм Бәләкәй Шиҙе Бүләкәй-Көҙөй олоҫо аҫабалары ерендә барлыҡҡа килгән. Тәүгеләре Сураш ауылынан күсенгән. XVIII йөҙ ахырындағы иҫәптә 60 типтәр теркәлгән Яңы Бүрестә 1870 йылғы иҫәп 305 башҡортто сағылдыра. Артабанғы йән иҫәбе алыуҙарҙа “типтәр” яҙылған ауыл 1959 йылда – татар һәм 2002 йылда – татар менән башҡорт йәшәгән ҡатнаш ауыл.
Бәләкәй Шиҙелә мари типтәрҙәре урынлашып, 1834 йылғы иҫәп 42 ир енесен сағылдыра. 1858 йылда бында Ҡыҙыл Яр ауылынан һәм Минзәлә өйәҙенең Бикбул, Иҫке Әлим, Түке һәм Иҫәнсуктан 238 типтәр ер ала. 1895 йылғы иҫәптә 355 кеше күренһә, 1920 йылда 564 типтәр теркәлә. Тора-бара ауылдың милли составы үҙгәрә, бөгөн унда башлыса татарҙар ғүмер итә.
Район үҙәге Ҡыҙыл Ярҙа 1859 йылда 140 типтәр йәшәгән. 1895 йылда – 349 йортта – 1783, совет власының тәүге йылдарында 3193 кеше ғүмер иткән ҙур ауыл. XX быуат башында бында ике мәсет эшләй, өс бакалея, ике мануфактура лавкаһы, өс класлы училище, сәйхана һәм ашхана, ике тимерлек, ике кондитер лавкаһы пароходтар туҡталышы булған. Шулай уҡ Ҡыҙыл Ярҙа баҙарҙар һәм йәрминкәләр уҙғарылған. 2002 йылғы иҫәпкә ярашлы, район үҙәгендә 1352 башҡорт, 2131 татар, 282 урыҫ һәм 305 башҡа милләт вәкилдәре йәшәй.
1905 йылда нигеҙ һалынған Сандар ҡасабаһында 1920 йылғы иҫәп бер урамлы урыҫ төйәген (13 кеше) теркәй. 1925 йылда бында ете хужалыҡ булып, хәҙер татар һәм урыҫтар ғүмер итә. Типтәр ауылы Ғиззәт 1906 йылдан һуң мишәр ауылына әүерелә. Яңы Субай ауылына типтәрҙәр нигеҙ һала, 1920 йылда унда 418 кеше көн итһә, 1989 йылда 358 башҡорт һәм татар йәшәгән ҡатнаш ауыл. Типтәр ауылдарынан күсенгәндәр Ҡыҙыл Бәрйәү, Имәнтау, Ҡушкүл, Ратуш, Беренсе Май, Просвет ауылдарына нигеҙ һалған.
2010 йылғы иҫәпкә ярашлы, районда 2,1 меңдән ашыу мари теркәлеп, улар нигеҙләгән ауылдарҙың тәүгеһе – Оло Шиҙе. Был урынға 1726 йылда төйәкләнгән мари крәҫтиәндәре 1740 йылда үҙҙәре файҙаланған ерҙәрҙе һатып ала. 1834 йылда Оло Шиҙелә 314 мари иҫәпкә инһә, 1920 йылда улар – 932 кеше. 1834 йылғы тарихи сығанаҡтарҙа ике Шиҙе (аралары өс саҡрым) сағылыш тапҡан. Шиҙе һәм Салдыбаш йылғаларын һыулаған Шиҙелә 374 мари типтәре, Ратуш буйындағыһында 314 яһаҡ марийы иҫәпкә алынған.
Мең аҫабалары биләмәһендә ҡоролған Иҫке Бәҙәй ҙә – мариҙар төйәге. Ул тәү тапҡыр 1706 йылда бурысҡа аҡса алыу менән бәйле документта телгә алына. VII рәүиздә – 238, һигеҙенсеһендә (1834 йыл) 348 мари типтәре теркәлеп, йәш совет власы алған иҫәптә 847 мари күренә. XIX быуат аҙағында Яңы Бәҙәйҙә лә күренеп, унда 180 мари донъя көткән. 20-се йылдарҙа теркәлмәгән мари ауылдары Юрмаш, Байшах түбә, Гоголь быуалары һуңыраҡ барлыҡҡа килә.
Урыҫ ауылдарынан иң элек Ҡарғаға нигеҙ (шул исемдәге йылға буйында) 1795 йылда Көҙәй аҫабалары менән удел крәҫтиәндәр араһындағы килешеү буйынса һалына. 1834 йылда был ауылда 202 урыҫ иҫәпкә алынһа, 1920 йылда уларҙың иҫәбе 471-гә етә. 1843 йылда 202 урыҫ 89 ат, 72 һыйыр, 220 һарыҡ һәм 10 кәзә аҫраған. 1868 йылда Ҡазан һәм Вятка губерналары крәҫтиәндәре аҫаба башҡорттарҙан ер алып, Салдыбаш йылғаһы буйында Никольск ауылына нигеҙ ҡора. XX быуат аҙағында 104 йорттан торған ауыл 1920 йылда меңдән ашыу урыҫ ғүмер иткән төйәккә әүерелә. Сиркәү, мәктәп, училище, ике лавка, дүрт тимерлек, тире иләү оҫтаханаһы һ.б. эшләй.
Вятка губернаһы крәҫтиәндәре 1872 йылда Вознесенка ауылына ла нигеҙ һала. Советтар уҙғарған тәүге иҫәптә 51 хужалыҡтан торған ауылда 363 урыҫ теркәлә. Ошо уҡ губерна кешеләре Саруа йылғаһын һыулаған Тирәкле ауылына ла нигеҙ ҡорған. 1920 йылда был ауылда 244 кеше йәшәгән. Ильинка (элек – Елпаевск) ауылы 1877 йылда барлыҡҡа килә. Яманйылға, Ҡыҙыл Шишмә, Пчелка, Ҡыҙыл Аҡлан, Саруа, Яманйорт, Үрге Киров, Павловка… 2010 йылғы иҫәп Нуриман районында 4,7 мең урыҫты теркәгән. Барыһы ла – аҫаба башҡорт биләмәләренә Эске Рәсәйҙән бәхет эҙләп килгән мосафирҙарҙың вариҫтары.
Мәхмүт ХУЖИН.
Читайте нас: