Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Сентябрь 2020, 15:08

"Әсә ҡуйынындағы бала" Иҙрис Ноғоманов

"...Күп тә үтмәҫтән, ирҙәрҙең береһе быуылып илаған сабыйҙы ҡулына алды. Сабыйға бер ни ҙә булмаған. Ҡар ҡатламы аҫтында ул һыуыҡҡа бирешмәгән. Ә әсәһе. Сөйөмбикәнең аяҡ-ҡулы боҙ булып ҡатҡан, ә ҡуйыны әле йылы килеш. Ғәжәп! Әсә тәненең бар йылыһы, сабый ғүмерен ҡурсалап ҡалыр өсөн, бер урынға - уның ҡуйынына йыйылғанмы әллә? Әсәй үҙе өшөп һәләк булһа ла, уның йөрәге, аңы аҡтыҡ һулышына ҡәҙәр бала ғүмере өсөн көрәшкән. Көрәшкән һәм еңеп сыҡҡан: ун айлыҡ ҡыҙ мөғжизә менән тере ҡалған..."(булған хәл)#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Хикәйәләр#Әҙәбиәт

(Булған хәл).
Иртән торғандан Сөйөмбикәнең килке-килке йөрәге сығып аптыратасы. Әллә көн боҙоғо шулай баҫа, әллә күңеле бер-бер хәл һиҙә. "Көн яманы үтә лә китә, бына әҙәм яманы үҙәккә үткәрә", - тине ҡәйнәһе Нәҡиә бер көн. Өҙөп кенә әйтмәһә лә, Сөйөмбикә уның тел төбөн һиҙҙе: бер нисә йыл элек гүр эйәһе булған ҡайныһы, күрәһең, алтын затынан булмаған. Юғиһә, егерме йылдан ашыу бергә ғүмер кисергән ирен шул тиклем рәнйеп иҫкә алмаҫ ине.
Алма ағасынан алыҫ төшмәй, Сөйөмбикәнең матур киләсәккә өмөтләнеп, хыялланып сыҡҡан Сәмиғуллаһы ла үлтереп маҡтар зат түгел. Шул уҡ ваҡытта уны яман әҙәм, тип тә әйтеп булмай. Аңламаҫһың: көйө килгәндә, ҡәҙимге кеше, еңмеш яғы әйләнеп, бер тиҫкәреләндеме...
- Килен! Өйҙәһеңме, килен? - Көтмәгәндә ишетелгән тауыш урындыҡ ситендә ултырған Сөйөмбикәнең ауыр уйҙарын бүлде. Ул хатта һиҫкәнеп, тертләп китте. Әллә йөрәге лә боҙолоп бара инде?
- Әйҙә, үт, ҡәйнәм, үт, - ҡәйнәһенең тауышын танып, килене уға ҡаршы атланы, - һыуға сығырға тора инем.
- Йомошом ҙур түгел, килен, - тине Сөйөмбикәнең һүҙҙәрен үҙенсә аңлаған ҡәйнә. - Күп ваҡытыңды алмам. Хатип ҡайнағаң киске ашҡа әйткәйне, шул сәләмде еткерергә тип ингәйнем.
Тумалаҡ кәүҙәле, һәләк сос, хәрәкәтсән Нәҡиә апай хәбәрҙе ярып һалып торһа ла, бәғзе бер иләк ауыҙҙар ише, алағайымға ләстит һатып, ғәйбәт һөйләп йөрөмәҫ. Айырыуса килененә ҡарата кешелекле, кеселекле ул. Туғанлашыуҙың тәүге көндәренән уны үҙ балаһы һымаҡ күрҙе, алдында һауаланып йөрөмәне. Киреһенсә, Сөйөмбикәнең итәғәтлегенә ҡыуанып бөтә алмай. Баҫҡан ерендә ут сығара тип, тап Нәҡиә һымаҡтар хаҡында әйтелгәндер ул. Өҫтәүенә, ҡулынан килмәгән кәсеп юҡ. Килен ҡәйнә буҫағаһынан: Сөйөмбикә лә, ҡәйнәһенә оҡшап, мәшәҡәттәрҙән һис ҡурҡып тормай. Уның, эшем юҡ, тип ҡул ҡаушырып ултырғаны булмаҫ. Бөткәнме ни ауыл ерендә эш! Намыҫы юҡтарҙың, тере ялҡауҙарҙың ғына эше юҡ. Уларҙың донъяһы һәр саҡ теүәл. Донъялары емерелеп ятһа ла.
Өс бала әсәһе булыуға ҡарамаҫтан, сибәрлеген ташламаған, киреһенсә, сабыйҙарын яҡты донъяға килтергән һайын һылыулана, ымһындырғысыраҡ була барған аҡ йөҙлө, асыҡ-зәңгәр күҙле, ҡыйғас ҡара ҡашлы илгәҙәк Сөйөмбикә ҡәйнәһенең өҙөлөп тороу сәбәбен ҡайсаҡ үҙенсә гөман итә: тимәк, ҡәйнә кеше улының бәйелһеҙ холҡонан уңайһыҙланып, килененә еңеллек теләй, уның алдында өнһөҙ генә ғәфү үтенә. Тик был турала Нәҡиә бер ваҡытта ла ауыҙынан сығарып һүҙ әйткәне юҡ. Сөйөмбикә лә үҙ сиратында ҡәйнәһен, балаларының яратҡан өләсәһен, бар хәленсә хөрмәт итергә, уға ҡарата ижтиһад ҡылырға, һәр ипле килен шикелле, ҡәйнәһенә ярарға тырыша. Шөкөр, күпме бергә йәшәп тә, әле бер тапҡыр ҙа һүҙгә килешкәндәре, бер-береһен яманлап йөрөгәндәре юҡ, иншалла.
Шулай ҙа ҡайнағаһы ни уйлап бынауы сасҡау һыуыҡта, өҫтәүенә, буран сығырға торғанда ҡунаҡ йыйырға булып китте икән? Күрәһең, башҡа уңай мәлен тапмағандыр. Ул да бит, баш инженер булараҡ, эш тип көнө-төнө саба. Бараһы ер алыҫ түгел түгеллеген, урта хәл атҡа бер сәғәтлек юл. Шулай ҙа ялан ерҙең бураны шөбһәләндерә. Бер тапҡыр булһа ла юлда ҡалып, үҙ елкәһендә татып ҡарағандар ғына белә уны.
- Үҙебеҙ нисек тә итер инек, ҡәйнәм, балалар бар бит әле. Улар менән ҡышҡы юлға сығыуы. - Сөйөмбикә баҙнатһыҙ ғына баш тартмаҡсы итте. -Танаҡайҙың да көнө еткән.
- Ер аяғы ер башына китеп бармайбыҙ әле, килен. Йылыраҡ итеп кейенербеҙ, толоп алырбыҙ. Ә сабыйың өсөн борсолма, - Нәҡиә сәңгелдәктә ятҡан балаға эйәк атты. - Бирешмәҫ. Әсә ҡуйынында бала үлмәй ул. Бармаһаҡ, ҡайнағаңдың хәтере ҡалыр.
- Әллә инде...
"Әллә инде, ҡәйнәм, Сәмиғулланың ауыҙына хәмер эләкһә, холҡон үҙең беләһең", тип әйтмәксе ине Сөйөмбикә. Әйтә алманы, эскерһеҙ ҡәйнәһенең күңелен уйланы.
Эшкә егәрле, дәү кәүҙәле бөтмөр Сәмиғулла былай насар кеше түгел. Насар кеше тип әйтергә тел әйләнмәй. Айныҡ сағында унан да йыуаш, унан да күндәм ир юҡ. Уның һымаҡтар хаҡында, ғәҙәттә, "быҙау" тиҙәр. Ана шул быҙау аҙ ғына араҡы ҡабып, ҡаны ҡыҙып алдымы, күҙ алдында ер сапсып, ажғырып торған бүгәй үгеҙгә әйләнә лә ҡуя. Аптырарһың, бер-ике йотом шыйыҡса шул тиклем дә үҙгәртә алыр икән әҙәмде. Бер туйҙа ҡоҙасалары йығылып ятып үпкәләй-үпкәләй ҡыҫтағастары, уларҙың һүҙен йыҡмайым тип, иблескә әүерелдерер аҫтыртын эсемлекте Сөйөмбикә лә үҙ ғүмерендә тәү тапҡыр татып ҡараны. Эсте лә, ут ише көмөшкә шунда уҡ тын юлын бөрөп, тамағын ҡурып алыуҙан сәсәп үлә яҙҙы. Шунан һуң уны эсеү түгел, тотоп та ҡарамай. Ныҡ биҙҙе. Бер уртлам һаҫыҡ көмөшкә хаҡына йәнен бирергә риза ир заттарына ҡарап хайран ҡалып аптырай: ни йәмен, ни тәмен табаларҙыр шул шайтан һыуының? Ә балалар өлөшөнә инеп, шул сәрхүштәрҙең һуңғы тиненә ҡәҙәр һыпырып алып ултырған "кәпәстәр" ни уйлайҙыр? Нисек намыҫтары етеп, кеше күҙенә ҡарайҙарҙыр?
...Хужа менән хужабикә ҡунаҡтарын яҡты сырай, йылы һүҙ менән ҡаршы алды, аяғөҫтө тороп һыйланы. Уйын-көлкөһө лә, һый-хөрмәте лә мул ине. Бер аҙға ғына булһа ла ығы-зығылы донъя мәшәҡәттәренән арынып, күңел асып ултырҙылар. Сөйөмбикәнең борсолоп икеләнеүҙәре юш килде: ауыҙына араҡы тейгән Сәмиғулланың теле көрмәлеп, һөйләгәндәре торған һайын мәғәнәһеҙерәк була барҙы. Эт тә ашамаҫлыҡ һүҙҙәр йышыраҡ ишетелде. Ире өсөн йөҙө ҡыҙарып ултырған Сөйөмбикә түҙмәне:
- Ҡәйнәм, Сәмиғҡа әйт әле, ныҡлап иҫереп китмәҫ элек ҡайтайыҡ инде, - тип ялбарғандай итте.
Шыбырлап тигәндәй әйтелгән һүҙҙәрҙе ҡолаҡ сите менән ишетеп ҡалған Сәмиғулла янъял ҡуптарҙы.
- Көт, хәҙер алып ҡайтырмын! - Ул ултырған еренән һауыт-һаба шалтыратып, өҫтәлгә һуҡты. - Кәк мин ағайыма килһәм, тиҙерәк апҡайтыу яғын ҡайыраһың! Үҙеңә етмәгән, әсәйҙе ҡотортоп ултыраһың.
- Һуң, Сәмиғ, Алаҡай беренсегә быҙауларға ҡалды, буран да көсәйергә...
- Бар, үҙең ҡайт, инәңде... - Сәмиғулла енләнеп китте. - Минең туғандар һинең өсөн кеше түгел, үҙ туғаның ғына туған! Ғүмерең буйы минең ағай-энене яратманың!
- Ҡуй, улым, юҡты һөйләмә, - Нәҡиә сикһеҙ ярһып киткән улын тынысландырырға маташып ҡараны. - Килен, шөкөр, һәйбәт. Уға һүҙ тейҙерәһе булма.
Ә ағаһы менән ҡәйенеңгәһе әйткәнде Сәмиғулла ишетергә лә теләмәне.
- Һәйбәт булғас, ана бара юлы! - Ул сәбәләнеп, ҡулын һелтәне. - Уйнашы көтәлер, шәт! - тип, нахаҡ ғәйеп тағып, бар асыуына ҡысҡырына башланы.
- Сәмиғ, ни һөйләйһең, яҙыҡтан ҡурҡ! - Бындайҙы көтмәгән Сөйөмбикә, асырғанып, ике усы менән битен ҡапланы ла, ситке өйгә йүгереп сығып китте.
Мәжлестең йәме ҡасты.
- Эй, Хоҙайым, бер ҡунаҡта кеше һымаҡ ултырырға насип булырмы икән? - тип һыҡтаны Сөйөмбикә. - Ҡайнаға, егеп бир атты. Малайҙар ҡалыр, ҡыҙым менән мин ҡайтайыҡ. Үпкәләмә, риза булып ҡал. Хөрмәтең өсөн рәхмәт.
- Бар, бар! Суҡынып кит, миңә тиһә. Һин тиҫкәрене берәү ҙә еңә алмаҫ. Артыңды бирһәң, бирерһең, һүҙеңде бирмәҫһең, - тамам тилергән "бүгәй" торған һайын оятһыҙлана барҙы.
Инде шөйлә көсәйергә өлгөргән ел сымдарҙы бәүелдереп, бағана баштарында геүләй, кәртә-ҡура араһында нимәнелер шаҡылдатып уйнай, мөрйә эсенә инеп олоп сығырға ла ваҡытын таба. Күптән түгел генә салт аяҙ торған күк йөҙөндә, бер-береһен уҙырға тырышып, хәтәр дауыл хәбәрселәре - шыйыҡ, ялбыр болоттар ҡайҙалыр ашыға. Уларына ҡаршы,төнгө донъяны үҙ ҡарамағына алыуҙан ҡәнәғәт ҡалған, тулы ай йөҙә. "Төн ҡараңғы түгел, нисек тә ҡайтып етермен әле. - Һалҡындан тынысланырға өлгөргән Сөйөмбикәнең, ер юлдашына ҡарап, эсенә йылы йүгерҙе, атты ҡабаландыра төштө. - Эт урынына таланып ултырғансы. Иртәнгегә элекке хәленә ҡайта торған әле..."
Ауыл осона сығыуға, ҡаршы ел бермә-бер көсәйҙе. Бая килгәндә тап-таҡыр булып ятҡан юлды, урыны-урыны менән һырынты һалып, ҡар ҡаплай ҙа башлаған. Күп тә бармай, юл бөтөнләй юғалды: әйтерһең, ул бөтөнләй булмаған, ҡар менән һыланып тигеҙләнеп бөткән. Туры ат ҡаты ерҙе тояҡтары менән генә тойоп бара. Хәлһеҙләнеп, арып ҡуймаһа, һиҙгер хайуан юлдан яҙлыҡмаҫ та ул, ел ыңғайына башы һуҡҡан яҡҡа сығып китмәҫ. Ошоно яҡшы белгән Сөйөмбикә тыныс ҡына йоҡомһорап килә. Толобоноң яғаһын ҡайыра, ынтыла биреп алға ҡарамаҡсы итә, сикәләрен кинәт өтөп алған әсе елдән, күҙҙәренә һибелгән ҡарлы боҙ бөртөксәләренән ҡасып, толоп эсенә йәһәт кенә кире боҫорға мәжбүр була. Шулай ыжғыр бит ул ялан еле. Сөйөмбикә атты үҙ яйына ҡуйҙы. "Ялҡау ат та ҡайтыу яғына етеҙ була", тип, иҙерәп, йәнһеҙ йоҡлаған балаһын ҡуйынына ҡыҫа биреп, сана төбөнә ятты. Тәүге тапҡыр түгел бит, элек тә ошолай ҡайтҡаны бар. Ана, юл күрһәтеп торған һалдаттар кеүек, электр бағаналары теҙелеп киткән. Шуларҙан күҙ яҙлыҡтырмағанда.
Күп тә үтмәне, буран күҙ асҡыһыҙ дауылға әйләнде. Киҫкен һауа тулҡындары ажарланып, ҡарҙы саң-туҙан урынына уйнатып, һауаға сойорғотто, соҡор, уйпат урындарға илтеп тултырҙы, сананы әйләндереп ташларҙай булып ҡыланды. Бына ул ысын ялан бураны! "Йә, Раббым! Үҙеңдән - ярҙам! Балаҡайҙарым хаҡына имен-аман ғына ҡайтып етергә яҙһын", - тип ялбарҙы Сөйөмбикә. Ҡуйынындағы йылы йомғаҡты күкрәгенә нығыраҡ ҡыҫты. Бер аҙ барғас, толопто ҡалҡыта биреп, юл ситендәге бағаналарҙы эҙләне. Әммә улар күренмәй ине: аҡ ғәрәсәт йоттомо ни, сымдары геүләй, үҙҙәре юҡ. Юлһыҙ ерҙән барған ат аҙымдарын һиҙелерлек аҡрынайтты. Бер-ике тапҡыр туҡталып, башын сайҡай-сайҡай ушылдап, тын алып торҙо. Башта Сөйөмбикә Турыны ҡыуып ашыҡтырманы. Ә инде уныһы өсөнсөгә туҡтап, был юлы оҙаҡ ҡына ҡуҙғалмағас, түҙмәне:
- На, Турыҡай! Әйҙә, малҡай, әйҙә, йәнем, - тип инәлә биреп, дилбегә ҡаҡты. - Тиҙерәк алып ҡайтып еткерә күр, аҡыллым.
Ҡарт алаша, сбруй ҡайыштарын шығырлатып, йылдам ғына ҡуҙғалып китеүгә ҡарамаҫтан, оҙаҡ бара алманы, йәнә туҡталып ҡалды. Ҡорһағына етеп ятҡан тығыҙ ҡарҙы йырып йөҙөп барыуы еңел түгел уға. Ат тигәс тә.
Сөйөмбикәнең йөрәген өшөтөп, күңеленә беренсе шом йүгерҙе: Турыҡай арып ҡуймағайы. Ошо ҡурҡыныс уйҙан ул һикереп тора һалды. Тәүҙә атына инәлеп-ялбарып өндәште, аҙаҡ, бар асыуына дилбегә осо менән һуҡҡыслап ҡараны, әммә хәлдән тайған мал ҡуҙғалырға теләмәне лә. Артына боролоп, кисер, хужабикәм, атлар әмәл ҡалманы тигәндәй, тик торҙо ла ҡуйҙы. Юғалып ҡалып, төшөңкөлөккә бирелә башлаған ҡатын күҙ йәштәренә ирек бирҙе - сеңләп илап ебәрҙе. Ошо мәл, уның аяныслы хәлен аңлағандай, Туры кинәт ырғылып, алға һикерҙе. Унан тағы, тағы. Абайламай ултырған Сөйөмбикә сананан саҡ осоп ҡалманы, ярай әле, терәккә тотоноп өлгөрҙө. Шулай ҙа, ҡар менән яртылаш күмелгән ауыр сананы һөйрәп, ат ыратып китә алманы, тағы шып туҡтаны. Сөйөмбикәнең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте: үҙе, ярай, нисек тә итер, бына сабыйы.
Ҡатын, ҡулы менән битен ышыҡлап, алға ҡараны. Һырынтыға сумған атының һырты ғына күренә. Ул, ахыры, абайламай, яҙғыһын йылға үҙәненән сығып йыуған йырынға килеп тарыған. Яҙмышына буйһонғандай, ул хәҙер тыпырсынмай ҙа, алға ынтылырға ла тырышмай. Әле өмөтөн өҙмәгән Сөйөмбикә, бар ихтыяр көсөн туплап, сананан төштө, бата-сума ҡар кисеп барып, теҙгенгә йәбеште, атының муйынынан ҡосаҡлап һыҡтаны, уны алға әйҙәп ҡараны. Турыҡай ҡаҡшаған ҡеүәтен йыйып, алға ырғылмаҡсы итте лә, хәле мөшкөлләнеүҙән ҡабырғаһына ауа башланы. Ауған ыңғайға ҡамыт ҡапталы муйынын бөрөп алыуҙан һығылып, хырылдарға тотондо. Бындай осраҡта ни эшләргә белгән Сөйөмбикә, һәрмәнеп, тамаҡбауҙың осон эҙләп тапты, уны сисеп ебәрҙе. Хәлһеҙләнгән ат иркенләп тын алды. Ҡото алынған ҡатын, быуындары бушап, сана терәгенә ултырҙы. Атын ҡотҡарҙы ла ул.
- Әйҙә инде, Турыҡайым, аҡыллым, һәләк итә күрмә беҙҙе. Бар өмөт һиндә генә! - тип сеңләне ҡото алынған ҡатын. Күҙ йәштәренә быуыла-быуыла тамаҡ бауҙы яңынан тартып бәйләп ҡуйҙы. - Әйҙә, күп тә ҡалмағандыр инде ҡайтып етеүгә. Ат урынынан ҡуҙғалманы. Ниндәй хәлгә тарыуын әле килеп асыҡ аңлаған Сөйөмбикәнең йөрәге ярыла яҙҙы. Шулай уҡ бөтәһе лә бөттөмө икән уның өсөн? Ошо ҡәһәрле йырын эсенә килеп үлер өсөн йәшәнеме ул? Балаҡайҙарын-ғәзиздәрен йәшәй ҙә башламаҫ элек етем итер өсөн таптымы? Ниндәй гонаһтарым өсөн ебәрҙең был язаңды, уф, Аллам!
Сөйөмбикә ҡулдарын ауыҙына ҡуйып ҡысҡырып ҡараны, әммә тәнде генә түгел, йәнде өшөткөс үкереү уның мөсһөҙ тауышын шунда уҡ йотоп та ҡуйҙы. Үҙ тауышы үҙенә өҙөк-йыртыҡ ишетелеп ҡалған һымаҡ булды. Алышыныр сиккә еткән ҡатын күпме генә ҡолаҡ һалып ултырһа ла, дауыл геүләүенән башҡа ауаз ишетә алманы. Ахыры, өмөмтһөҙлөктән тамам ҡаушап сикһеҙлеккә бирелеүҙән, сабырһыҙланып шыңшый башлаған сабыйы янына йомарланды.
- Ни булды, бәпкәм? Өшөйһөңмө әллә? - Әсә балаһын тыны менән һурып алырҙай булып өҙгөләнде. - Бирешмә, ҡыҙым. Ҡыҙҙың йәне ҡырҡ, хәҙер ҡайтып еткәс, мейес тоҡандырып ебәрербеҙ, танаҡайҙы тәрбиәләрбеҙ.
Сөйөмбикә балаһын да, үҙен дә йыуатҡандай, шулай һөйләнде лә һөйләнде, ә күҙ йәштәре субырлап аҡты. Зирәк ҡатын һиҙә: тештәрен ыржайтып, әжәл яҡынлаша. Ана, инде уның һалҡын һулышы ла һиҙелә. Ғазапламай ғына алһаң ине йәнемде. - Хәҙер, бәпесем, хәҙер, аҙға ғына түҙһәң. - Сөйөмбикә ярһып иларға тотонған ҡыҙының арҡаһынан ҡағып тынысландырырға тырыша. Шунан, һуңғы иҫен туплап, өҫтөндәге пальтоһын систе, сабыйын шуға төрҙө лә, үҙе күлдәксән килеш толопҡа бөркәнеп, балаға һыйынды, ҡалтыранған ҡулдары менән уның ауыҙына имсәк ҡаптырҙы.
- Бына, матурым, һиңә инде йылы, ә мин нисек тә түҙермен. Әсә ҡуйынында бала үлмәй, ти бит өләсәйең, оло кеше белмәй әйтмәҫ, - Сөйөмбикә буҫлығыуҙан тыйыла алмай, ҡыҙын ҡосаҡланы. - Исмаһам, һин йәшәһәң ине, балаҡайғынам.
...Күпмелер ваҡыттан Сөйөмбикә күҙҙәрен асты. Һи-и, буран тынған бит! Бар ғәләмде шомло тынлыҡ баҫып алған. Ҡатып ҡалған зәп-зәңгәр һауала ҡояш ялтлап тора. Тик ул нишләптер һис йылытмайсы. Сөйөмбикә әкрен генә ҡалҡынды, ҡарҙы шығырлата баҫып, ҡайҙалыр, билдәһеҙлеккә атланы. Уға ҡаршы ҡыҙы йүгерә. Ни арала шулай үҫеп, буй еткергән тиһең! Йүргәктә ятыуына әле генә һымаҡ, ә инде еткән ҡыҙ булған. Ҡыҙы артынан тағы кемдәрҙер эйәргән. Бәй, әсәһе, ҡәйнәһе, Сәмиғ. Эй, Сәмиғулла эсмәгән сағыңда һәләк матур кешеһең дә һуң.
Ана, ҡарлы тауҙар артындағы офоҡ ситенән ҙур аҡ йондоҙ күтәрелде. Көпә-көндөҙ яҡтырып торған ниндәй йондоҙҙор ул? Күтәрелде лә, әкрен генә уларға яҡынлаша башланы. Яҡынлашҡан һайын сағыулана, нығыраҡ ҡыҙҙыра. Сәйер, йондоҙ ҡояштың үҙен ҡаплай бара. Уның янында ҡояш һүнә, тоноҡлана. Бына бер мәл йондоҙҙоң ҡайнар һулышы сикәләрҙе өтөп алды, аяҡ-ҡулдарға ҡағылып үтте. Сөйөмбикәгә рәхәт. Ул инде йылынды, бар донъяһын онотоп, иҙерәп йоҡлап бара.
* * *
Буран таңға кинәт тынды. Әйтерһең дә, ул бөтөнләй булмаған: бүре булып олоп, йорт-ҡаралтыны теткесләп ҡоторонмаған, ҡарҙы борхолдатып, асыҡ урындарҙан ышыҡҡа күсереп һалмаған. Ә, һалған икән. Ана, ҡойма тиңлек көрттәр, урамда урыны-урыны менән әҙәм бейеклеге булып ятҡан һырынтылар был тирәнән күптән түгел дауыллы ғәрәсәт үтеүе хаҡында һөйләй. Әле килеп шылт иткән дә тауыш юҡ.
Ошо шомло тынлыҡты тыңлап ята торғас, Нәҡиә апайҙың күңелен аңлайышһыҙ һағыш баҫып алды, тиктомалға яман эсе бошоп китте. Бошоноу сәбәбен ул шундуҡ аңланы: ай-вайҙарына ҡарамай, сабыйын алып, килене төнгә ҡаршы ҡайтып киткәйне. Нисек кенә барып еттеләр икән? Етә алдылармы?.. Ҡурҡыныс уйҙан Нәҡиәнең тәне буйлап һалҡын ағым үтеп китте, фажиғә һиҙеп, йөрәге сәнсеп ҡуйҙы.
- Сәмиғулла, балам, тора һал. - Нәҡиә, асырғанып, бер ни белмәй иҙәндә йоҡлап ятҡан улын уятты. - Килен бит юлға сыҡҡайны. Ҡайтып еттеме? Нисек ҡайтып етте икән?
Сәмиғулла шешенгән күҙҙәрен ыуа-ыуа тороп ултырҙы, мәғәнәһеҙ ҡарашын әсәһенә төбәне.
- Нишләп ҡайтарҙығыҙ һуң? - тип, ғәйепте башҡаларҙан эҙләмәксе итте.
- Аһ, аһ, үҙең ҡайтып кит, тинең бит. Эттән алып, эткә һалып һүктең, - әсәһе үпкә белдереп иламһыраны. - Эсеп алһаң, холҡоң бармы...
Сәмиғулла инде үкереп торған бүгәй түгел. Бөгөн ул аяҡланырға ла өлгөрмәгән быҙау. Уға хәҙер ни әйтһәң дә бата. Барыһын да күтәрәсәк. Ир өндәшмәне, иҙерәшеп йоҡлап ятҡан малайҙарына ҡарап, иҫәңгерәп торҙо.
Иҫерек баш менән ниндәй ахмаҡлыҡ ҡылғанын әле килеп аңлаған Сәмиғулла, үкенесенән алйыр сиккә етеп, йәйәүләп, йүгерә-атлай ҡайтырға сыҡты. Юлда ул тирә-яҡты ҡарашы менән ентекләп байҡай барҙы. Ауылға етәрәк һаҙ буйында ҡарайып күренгән сәйер нөктәгә текләп торғандан һуң, ул-был һиҙелмәгәс, тыныслана төштө. Шулай ҙа йөрәк түренә инеп ояларға өлгөргән шом тулыһынса таралып бөтмәне, килке-килке һулҡылдап, бәғерен өйкәп тик торҙо.
Юлһыҙ ерҙән тәрән ҡар йырып, ныҡ ҡабаланып килеп манма тиргә батҡан Сәмиғулла ихатаһында моңһоҙ ғына бесән кертелдәтеп торған Турыһын күрергә өмөтләнеп, ҡапҡаны асты... Әммә ат юҡ ине. Ихата эсендәге келән ҡар өҫтөнән хатта сысҡан да юрғалап уҙырға өлгөрмәгән. Ҡураһы әллә ҡасандан кеше йәшәмәгән ташландыҡ донъяға оҡшап тора. Сәмиғулланың йөрәге жыу итеп ҡалды. Йүгереп тигәндәй, мал ояһына барып инде. Үлем ғазабынан күҙҙәре шар булып асылып, теле һәленеп төшкән йәнһеҙ тананы күреп, уның ҡото осто. Ир бәлтерәп төштө.
Бөтөнләй ебеп-ҡаушап ҡалһа ла, кәнсәләргә барып, хәлде һөйләп бирерлек көс таба алды Сәмиғулла. Бригадир шунда уҡ кешеләрҙе күтәрҙе, милицияға хәбәр итте. Күп тә үтмәҫтән, ҙур булмаған ауыл умарта ише ҡайнарға тотондо. Яҫы саңғылар таҡҡан өс һунарсы өҫтәренә барып сыҡҡанда ҡорһағына ятҡан туры алашаның һырынты аҫтынан башы ғына күренеп тора ине. Ауылға етергә ярты саҡрым ер ҡалған булған! Ә сана ҡайҙа? Сөйөмбикә егеүле атта сығып киткән тигәйнеләр бит. Ни уйларға, эште ниҙән башларға белмәй, аптырашып торғанда, һунарсылар ҡолағына, ер аҫтынан ишетелгәндәй, бала илаған тауыш салынып ҡалды. Ирҙәр, һиҫкәнеп, бер-береһенә ҡарашты, барыһын да һүҙһеҙ аңлап, ҡайһыһы саңғы осо, ҡайһыһы ҡулы менән һылашып ҡатҡан ҡарҙы аҡтарырға тотондо. Күп тә үтмәҫтән, ирҙәрҙең береһе быуылып илаған сабыйҙы ҡулына алды. Сабыйға бер ни ҙә булмаған. Ҡар ҡатламы аҫтында ул һыуыҡҡа бирешмәгән. Ә әсәһе. Сөйөмбикәнең аяҡ-ҡулы боҙ булып ҡатҡан, ә ҡуйыны әле йылы килеш. Ғәжәп! Әсә тәненең бар йылыһы, сабый ғүмерен ҡурсалап ҡалыр өсөн, бер урынға - уның ҡуйынына йыйылғанмы әллә? Әсәй үҙе өшөп һәләк булһа ла, уның йөрәге, аңы аҡтыҡ һулышына ҡәҙәр бала ғүмере өсөн көрәшкән. Көрәшкән һәм еңеп сыҡҡан: ун айлыҡ ҡыҙ мөғжизә менән тере ҡалған.
Сөйөмбикәнең шаҡырайып туңған кәүҙәһен һунарсылар артынса ауылдан килеп еткән трактор санаһына һалып алып ҡайттылар. Атай ҡулын һиҙеп, тынысланырға өлгөргән ҡыҙын ҡосаҡлаған Сәмиғулла, аңҡы-тиңке булып, алышыныр хәлгә ҡалып, кабинала ултыра. Соҡорло урында ҡапыл һелкенеүҙән уның кәпәсе осоп төштө. Тракторсы аптырауҙан ауыҙын асып, Сәмиғуллаға текәлде. Ирҙең кисә генә дегет ише йылҡылдап торған ҡара сәстәре әле килеп ап-аҡ ине. Сөйөмбикәнең ғүмерен ҡыйған ҡырау Сәмиғулланың башына ғына ҡағылып уҙҙы.
Читайте нас в