Ағиҙел
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Сентябрь 2020, 15:41

"Бала ҡәҙере" Гөлнара Мостафина.

"...Миңнур шаяртып ҡына: “Әгәр беҙҙең бәпәйебеҙ булһа, ни эшләр инең?” – тип һораһа, Хәмиттең йөҙҙәре үҙгәреп китер ине..." (тулы варианты сайтта)

Бала ҡәҙере (Хикәйә)
Миңнур төндә насар йоҡланы. Төшөндә әле Хәмитен, әле Алмаҡай менән Зөбәйләне күреп һаташты. Ыҙалап ятҡансы тип, таң һыҙыла башлау менән тороп ултырҙы. Иш янына ҡуш тигәндәй, машиналар тауышы маҙаһына тейә. Ҡайҙа шулай саба торғандарҙыр, хатта төндә лә туҡтап тормайҙар. Форточканы япһаң, шау-шыу баҫылғандай ҙа бит, әммә тынсыу. Һауа етмәй.
Миңнур балкон тәҙрәһен барып асты ла, юрғанына уранып, яңынан карауатына менеп ултырҙы. Бүлмәгә һалҡынса һауа тулҡыны таралды. Ҡатындың ҡулы өҫтәлдәге фотоһүрәткә үрелде. Бөҙрәләнеп торған һарыраҡ сәсле, зәңгәр, ҙур күҙле һөйкөмлө генә ҡыҙыҡай ҡарай унан. Айһылыу ул. Миңнурҙың шатлығы ла, ҡайғыһы ла. Күпме генә текәлеп ултырһа ла арымай ҙа, ялҡмай ҙа. Ул Айһылыуҙың тауышын ишеткәндәй. Шундай мәлдәрендә: “Иҫәрләнә башламаныммы?” – тип һиҫкәнеп ҡуя. Ҡәҙерләп кенә фотоһүрәтте күкрәгенә ҡыҫты. Хәҙер уға ун биш йәш тулыр ине... Миңнурҙың йөрәге сәнсеп-сәнсеп алды. Көрһөнөп, фотоны урынына ҡуйғандан һуң, йомшаҡ тапочкаларын эләктерҙе лә ауыр аҙымдар менән ишеккә атланы. Сәй ҡуйып ебәрергә кәрәк. Һөтләп тороп эсеп алһаң, ваҡыт уҙып ҡалғандай, унан, башҡорт кешеһе сәйһеҙ түҙәме ни?
Фатирҙары ҙур уларҙың. Балаларға йүгерергә иркен булыр тип, ошоно һайлағайнылар ҙа бит... Айһылыуҙың бүлмәһе бикле тора. Аҙнаһына ике тапҡыр туҙанын һөртөргә, ҡыҙыҡайҙың тыуған көнөндә һәм Миңнурҙы мәңгелеккә ташлап киткән көнөндә генә инә ул унда. Ә былай, күңел яраларын әленән-әле яңыртмаҫҡа була, ябып ҡуйған.
Залға ла һирәк, иҙән йыуғанда ғына инелә. Хәмит менән икеһенең бүлмәләре ҡаршылаш. Миңнур Хәмиттең ишеге янында туҡтап ҡалды. Ишекте һаҡ ҡына этеп асты. Тәҙрә төньяҡҡа арағанғамы, бүлмә гел ҡотһоҙ, һалҡын. Кем белә, бәлки, бында Хәмит йәшәгәнгә шулай тойолалыр Миңнурға. Ни өсөн тигәндә, ире менән бергә был бүлмәлә Миңнурҙың аһ-зарҙары, үкенестәре, ҡайғы-көйөнөстәре йәшәй. Шуға күрә үткәндәренән бик теләһә лә ҡотола алмай. Хәйер, Миңнур ҡасандыр булып уҙған ҡара көндәрен башынан сығарып ташларға үтә тырышмай ҙа. Ул ваҡытта иң ҡәҙерле хәтирәһен – Айһылыуын онотор төҫлө.
Карауат буш... Миңнурҙы аяҡтары эскә тартты. Хәмиттең дауаханала ятыуына аҙнанан ашты. Ғүмерҙәре ҡыҙыҡ үтеп бара уларҙың: сит кешеләр кеүек, икеһе ике бүлмәлә ғүмер уҙғара. Тормоштарын бушҡа ваҡыт үткәреү тип һанай ул. Нисәмә йыл бергә йәшәгән кешеһе ире лә, түгел дә кеүек. Хәмит эштән әҙ генә һуңлабыраҡ ҡайтһа ла, командировкаға китһә лә, үҙенә урын тапмай, көтә. Ҡайтып инһә, һөйләшер һүҙҙәре лә юҡ. Әммә Миңнур ошо яҙмышына ла риза, Хәмитһеҙ яңғыҙлыҡтан һарғайып үлер ине. Миңнурҙың ашарға бешермәгән, иренең кейемдәрен йыумаған сағы юҡ. Бөтөнөһө лә ғәҙәти ғаиләләрҙәге кеүек, әммә шул уҡ ваҡытта ғәҙәти лә түгел. Киске тәғәмдән һуң шунда уҡ Хәмит гәзит ҡараштырырға тотона, кроссворд сисеп ултыра, Миңнур өҫтәлен йыйыштырып ала, һауыт-һабаһын йыуа. Ул эшен бөткәс, икеһе ике бүлмәгә юллана, телевизорҙарын ҡабыҙып, һөйләшеп ҡуйғандай, бер үк тапшырыу ҡарарға ултыра. Ошолай бер-береһенең яҡынлығын тоя улар.
Хәмит айына ике тапҡыр аҡса алып ҡайта. Бишендә һәм егермеһендә. Эштән ҡайтҡас, сисенеп тә тормаҫтан кухняға үтә һәм аҡсаһын өҫтәлгә һала. Был көндәрҙә торт йә шоколад өҫтәл түрен биҙәй. Миңнур үҙе лә тәмле, танһыҡ әйберҙәр бешереп ҡуя. Аҡсаны һанамай ғына кеҫәһенә тыға ла өҫтәл әҙерләргә тотона.
Барыһына ла күнекте хәҙер Миңнур. Ҡайһы берҙә генә шул тиклем эсе бошоп китә, Хәмиткә һүҙ ҡушып, һөйләшкеһе, күңелен бушатҡыһы, ҡосағына һыйынып, онотолғоһо, һис юғы бер рәхәтләнеп талашҡыһы килә. Бер нисә тапҡыр хатта һүҙ ҡушырға уҡталып та ҡуйҙы. Тик... ҡыйманы, нимә тиергә белмәне. Үпкә-рәнйеүҙәре тотто күрәһең... Ошондай саҡтарында илай ҙа алмай, исмаһам, күҙ йәштәре кипкән. “Нимә өсөн йәшәйем мин был донъяла? Кемгә кәрәгем бар?!” – тип иңрәүҙән ары үтә алмай. Тиҙерәк Айһылыуым янына китергә ине, тип теләгән саҡтары ла йыш ине. Әммә шул мәлдә эске бер тауыш: “Алмаҡайға кәрәгең бар...” – тип, дыуамал уйҙарынан арындырҙы һәм Миңнур тынысланып, артабан ваҡыт уҙғарыуын дауам итте. Хис-тойғоларын йүгәнләргә өйрәнде инде ул. Хәмиттең дә нимәлер әйтергә теләүен тойғаны бар. Ундай мәлдә ҡарашында һорау ҙа сағылған кеүек, өмөт тә, билдәһеҙлек тә. Бәлки, ул да шул уҡ уйҙарҙы кисерәлер ҙә, әйтергә генә ҡыймайҙыр? Тәүге һүҙҙе Миңнурҙан көтәлер?
Ә бит тормоштары әлегеләй төҫһөҙ, бер төрлө генә булманы уларҙың. Бер-береһе өсөн өҙөлөп торған мәлдәре бына ғына кеүек бит. Дуҫтары күп ине. Яратҡан эше, юғары белеме. Хатта диссертацияға ла тотонғайны. Йөҙөнән йылмайыу китмәй торғайны, әле иһә ҡасан һуңғы тапҡыр ихлас ҡыуанғанын да иҫләмәй...
Миңнур карауатҡа ултырҙы. Һаҡ ҡына Хәмит ятҡан урынды һыйпаны, унан, башын һалып, яҫтыҡты ҡосаҡланы. Иренең еҫе танауына килеп бәрелде. Танһыҡ. Һағындырған. Миңнур тамағына килеп төйөлгән төйөрҙө йота алмай аҙапланды. Шул мәл уның ҡулы нимәгәлер тейеп алғандай булды. Шул ыңғай уны тартып та сығарҙы. Айһылыуҙың фотоһы! Ҡатын урынынан нисек һикереп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Ҡайҙан, нисек килеп сыҡҡан ул бында? Рамы ҡулдан эшләнгән. Үҙе әтмәләнеме икән? “Ниңә, Хәмит!?” – тип фотоны ҡосаҡланы ла карауатҡа яңынан һығылып төштө. Тимәк, йәшереп тотҡан, Айһылыуы мәңге янында булған! Миңнурҙың йөрәге дарҫлап тибергә кереште, осоп китерҙәй булып әллә ҡайҙа ашҡынды.
Был хәленән уны ишектәге ҡыңғырау тауышы сығарҙы. Сәғәт һигеҙ тулып киткән бит! Миңнур фотоны өҫтәлгә ҡуйҙы ла ишек асырға йүгерҙе.
– Алмаҡай ҡыҙым килгән бит! Әйҙә үтә һал, төн сыҡҡансы һағынып бөттөм бит инде үҙеңде!
– Өләсәй, мин дә һине һағындым! – Уныһы ла иркә, шунда уҡ Миңнурҙың муйынына һарылды. Алмаҡай менән бергә өй эсенә нур килеп инде.
– Миңнур апай, беҙ әле баҡсаға китеп барабыҙ, һуңға ҡалып киттек. – Зөбәйләнең күҙендә шатлыҡ сатҡылары һикерә, ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан. – Алмаҡайҙың алмаш кейемдәре һеҙҙә тороп ҡалған, шуны ғына алырға ингәйнек.
– Баҡсаға китеп барышың инде, ә, Алмаҡай?
– Әтеү! Унда уйынсыҡтар күп, ти әсәйем. Тәмлекәстәр ҙә күп ти.
– Күп, күп, – Миңнур йылмайҙы.
– Тағы шуны әйтәйем тигәйнем: Алмаҡайҙы дауаханаға килтерергә ҡушҡандарсы. Ни булды икән? Шуға хафаланам.
– Анализдар бирергәлер. Йә табиптарға күренеп бөтмәгәнһегеҙҙер. Уның нимәһенә хафаланырға?
– Ярай, Миңнур апай, беҙ йүгерҙек. Иртәгә килербеҙ, ҡыйын булмаһа, Алмаҡайҙы ҡалдырып китермен инде, төнгөлөккә эшкә.
– Ҡалдыр, ҡалдыр, һорап тораһың тағы...
Килеп ингән ҡотто Алмаҡай яңынан үҙе менән алып сығып китте. Күңелһеҙ булып ҡалды. Йәлләй уларҙы Миңнур. Зөбәйлә бәләкәй генә саҡта уҡ әсәһе үлеп ҡалған, атаһы икенсе ҡатынға өйләнеп, ҡайҙалыр сығып киткән дә шунан һуң хәбәре лә, хәтере лә юҡ. Зөбәйләне өләсәһе көтөп үҫтергән. Ул да мәрхүмә булып ҡалғас, ҡалаға сығып киткән. Паспорт буйынса исеме Зөбәйлә булһа ла Зина тиҙәр үҙен. Шул исемгә күнеккән дә инде. Ҡыҙына Аля тип исем ҡушҡан. Әммә Миңнур үҙебеҙсәләп Алмаҡай ти ҙә ҡуя.

***

Тәү танышҡан көндәре бөгөнгөләй күҙ алдында. Өйҙә тик ятҡансы тип, дарыухана иҙәнен йыуырға эшкә урынлашҡайны. Иртәнге 8-гә тиклем һәм төш мәлендә йыйыштыраһың. Уңайлы. Иртән эштән ҡайтып килешләй йорт мөйөшөндә сүкәйеп ултырған ҡыҙға күҙе төштө. Башын аҫҡа эйгән, сәстәре туҙған, яҡшы ғына кейемдә. Бер-бер хәлгә тарығанмы әллә тип, Миңнур уның янына килде.
– Һеңлем... – Яурынына ҡағылыуға ҡыҙ башын күтәрҙе, тоҙһоҙ күҙҙәре менән уға текәлде. Иҫерек! Айнып та бөтмәгән... Миңнур тәүҙә ытырғанды, үҙе лә һиҙмәҫтән ҡулдарын кейеменә һөртөп ҡуйҙы. Тиҙерәк китергә уҡталды ла, бер-ике аҙым яһағас, яңынан боролдо. Йәлләне. Кемдеңдер ғәзиз балаһы ҡайта алмай аҙаплана. Уңайһыҙҙыр. Йәш кенә бит. Милицияның да алып китеп барыуы бар. Ә өйҙә әсәһе көтә, ни уйларға белмәй өҙгөләнәлер...
– Нимә, ҡыҙыҡмы? – тип тешен ыржайтты уныһы. – Иҫерек кеше күргәнең юҡмы әллә?
Үҙе торорға итте, әммә, быуындары тотмай, артҡа салҡан барып төштө. Күптән тора алмай аҙаплана ахырыһы, джинса курткаһының арты бысранып бөткән. Бында ниҙер әйтеү, аҡыл өйрәтеү урынһыҙ икәнен аңлай Миңнур, шуға күрә ҡаты ғына итеп:
– Тор, өйөңә оҙатып ҡуям, оят! – тине лә, беләгенән эләктереп алды. Тәнтерәкләй-тәнтерәкләй ике ҡатлы баракка барып еттеләр. Ярай автобус менән барырға тура килмәне. Икенсе ҡатҡа менгәс, сумкаһынан асҡысын таба алмай аҙапланды. Ахырҙа стеналағы төймәгә баҫты. Көттөрөп кенә йоҡо күлдәгендәге оло йәштәрҙәге бер ҡатын ишек асты.
– Ҡайттыңмы, албаҫты? Балаң төнө буйына аҡырып сыҡты. Икенсе үҙең менән йөрөт! – тип сәрелдәне лә инеп китте.
– Үҙем беләм, миндә эшең булмаһын, ҡарт шайтан! – быныһы ла яуапһыҙ ҡалманы.
Миңнур был ҡыҙҙың ошонда фатирҙа тороуын аңланы. Ингәс тә туҙып ятҡан аяҡ кейемдәренә саҡ эләгеп ҡоламанылар. Тар ишек төбөн тағы ла нығыраҡ тарайтып, элгестә кейемдәр өйөлгән. Ҙур булмаған коридорҙа өс ишек күренә. Ваннала әллә нисә тас, кәритә күҙгә салына. Ҡайһы яҡҡа әйләнһәң дә әйберҙәр күп, ҡыҫыҡ, тын тарыға. Зөбәйлә урталағы ишеккә төртөлөүгә, шар асылып китте. Ә унда, иҙән уртаһында, бесәй шикелле бөгәрләнеп кенә бер бала йоҡлап ята! Миңнур үҙе лә һиҙмәҫтән “аһ” итте. Әсәй кешенең генә иҫе китмәне, сабыйына һөрлөгә яҙып ашатланы ла гөрһ итеп карауатҡа ауҙы. Тауышҡа ҡыҙсыҡ уянды, “әсәй!” тип иламһырап әсәһенә ынтылды. Тик тегеһе ишетер хәлдә түгел шул. Миңнур ни эшләргә белмәйенсә, ҡыҙсыҡ эргәһенә сүгәләне. Ыштанһыҙ бала кәкәйенә буялып бөткән, битенә маңҡаһы һыланып ҡатҡан. “Ярҙам ит, ҡалдырма яңғыҙымды!” – тигән кеүек, үҙе Миңнурға ялбарып ҡарай, үҙәкте өҙөп шыңшый. Бәләкәс кенә бүлмәлә карауат, өҫтәл һәм кейем шкафынан башҡа әйбер юҡ. Тәҙрә төбөнә гәзиттәр өйөлгән, шунда уҡ бер осо кителгән көҙгө һөйәүле. Буянғыстары туҙып ята. Буяу һауытында гөл ишараты үҫеп ултырған була. Өҫтәлдә ҡыҙының кейемдәре өйөлгән. Йыуған да, бөкләп һалырға өлгөрмәгән, ахырыһы. Иҙән уртаһына келәм кеүек нәмә түшәлгән.
Бер аҙ аптыранып ултырғандан һуң, Миңнур кухняға сыҡты, исмаһам, бахыр сабыйҙы ашатып китер. “Мәм-мәм, мәм-мәм” тип ҡыҙсыҡ та уның артынан эйәрҙе.
Уларҙың тауышын ишетеп, бүлмәһенән баяғы йыуан ҡатын күренде.
– Һеҙ кеме булаһығыҙ?
– Бер кеме лә түгел... Ҡайта алмай ултырғас, өйөнә оҙатып ҡуйҙым. Йәлкә бит.
– Йәлләрлеге ҡалмай башланы инде. Әкренләп аҙа бала. Йүнле генә күренгәнгә фатирға индергән булһам... Үкенә лә башланым. Төнө буйы әллә ҡайҙа типтерә лә таңға ҡайта шулай һөйрәлеп. Унан кискә саҡлы йоҡо һимертә. Бахыр бала көндөң көнө буйы ас...
Өйөндә көтөп ултырған кешеһе юҡ, Миңнур ҡыҙҙың уянғанын көтөргә булды. Алмаҡайҙы йыуындырҙы, кейендерҙе, магазинға сығып икмәк, һөт, тәмлекәстәр, ярма алып инде. Плитә тирәләй бутҡа бешкәнен көтөп йүгереп йөрөгән ҡыҙға ҡарап үҙәге өҙөлдө Миңнурҙың. Кеше балаһы ғына шулай ярҙамға мохтаж шул. Берәй хайуандыҡы булһа бирешмәҫ, үҙ йүнен үҙе күрер ине лә бит... Шуға иғтибар итте Миңнур: көндәр буйы яңғыҙ ултырғанғамы, тауышты күтәреберәк өндәшһәң, ҡулдарын итәгенә ҡуя ла, башын аҫҡа эйеп, шымып ҡала. Күҙҙәрен ҡурҡыу ялмай. Бер аҙҙан ипләп кенә тирә-яғына ҡаранып ала ла, хәүеф-хәтәр һиҙелмәһә, яңынан теремекләнеп китә... Үҙенә ике йәш тирәһелер, айырым һүҙҙәрҙе бергә ҡушып, һөйләм төҙөй алмай әле.

***

Хәйер, балалар йортонан алып ҡайтҡанда Айһылыу ҙа тап ошондай ине бит. Тәүҙә ҡырағай болан балаһылай ҡыланды: һәр нәмәнән шикләнеп, ҡурҡып ҡарай, әҙ генә ҡысҡырып әйтһәң дә иларға етешә. Ә үҙенең күҙҙәре шул тиклем һағышлы, моңһоу. Алдына ултыртып иркәләй башлаһа ла шым ғына шыңшый башлай. Ә аҙа-аҡ! Миңнурҙың итәгенән төшмәне. Ҡайҙа барһа ла хәбәрҙәрен теҙеп, артынан ҡалманы. Хәмит кенә ҡыҙыҡайҙы әллә ниңә үҙһенмәне. Ситкә лә типмәне, яҡын да ебәрмәне. Араларында һәр ваҡыт ниндәйҙер һалҡынлыҡ торҙо. Ишектән күренһә, бала “атай ҡайтты!” тип ҡаршы йүгереп бара, ә тегеһе уның шатлығын күрмәмеш тә белмәмеш, урап үтә. Аяғына һарылһа, һаҡ ҡына ситкә этә. Миңнурҙың: “Туң йөрәкһең һин!” – тип үпкәләүенә ҡоро ғына: “Минең балам түгел бит...” – ти ҙә ҡуя. Тәүҙә Миңнурға ҡыйын ине, аҙаҡ иғтибар итмәҫкә өйрәнде.
Өс йыл ғына бала һөйөп ҡалды Миңнур. Яҙғы ярһыу ташҡын сабыйғынаһын мәңгелеккә алып китте. Һәм Миңнурҙың йөрәген. Бөтөн тормошо селпәрәмә килде. Кәүҙәһен табып, ерләһәләр ҙә еңелерәк булыр ине.
Ошо ҡайғынан һуң Миңнур ваҡыт тураһында ғына түгел, ғөмүмән, ашарға, йоҡларға кәрәклеге тураһында ла онотто. Ауылға ҡәйнәләренә барғайнылар ул мәлдә. Ҡот осҡос хәбәрҙе ишеткәс, ҡыҙын алып киткән йылға буйлап үҙен үҙе белештермәйенсә йүгерҙе лә йүгерҙе. Күҙенә ажғырып ярға һуғылған ташҡындан башҡа бер ни күренмәне, ҡолағы йөрәгенең дөпөлдәүенән башҡа бер тауышты ла ишетмәне.
Аңына психиатрия дауаханаһында килде. Аҡылдан шашҡан тинеләр уның тураһында. Хәмит менән ҡәйнәһе килгән саҡта ла уның менән сәйер һөйләштеләр, нимәнелер әйтеп еткермәүҙәре күренеп тора ине. Ә Миңнур үҙе улай һанамай. Ул, кеше үлгәс, йәне күккә күтәрелә тигәнгә һәр ваҡыт ышана ине, ошо хәлдән һуң бөтөнләй инанды. Сөнки дауаханала ятҡанда Айһылыуы һәр ваҡыт уның баш осонда булды. Уға нисек яңғыҙ икәнен, өшөүен, өйгә ҡайтырға теләүен, һағыныуын һөйләне. Ташҡын ялмап алғанда тәүҙә нисек ҡурҡыуы, һыуыҡтың йәненә тиклем үтеүе, “Әсәй! Әсәй!” тип ҡысҡырыуы, тик береһенең дә ишетмәүе, аҙаҡ ҡапыл рәхәт, эҫе булып китеүе тураһында һөйләне ул Миңнурға. Миңнур тыңланы, ҡыҙын йыуатты, ҡулдарын һоноп янына барырға, ҡосағына алып йылытырға теләне, тик буйы етмәне. Ул үрелгән һайын Айһылыу өҫкәрәк күтәрелде. Шул мәлдәрҙә бер кем менән дә һөйләшмәне, бер кемгә лә иғтибар итмәне ҡатын, сөнки белә, берәй генә һүҙ ысҡындырһа ла Айһылыуын юғалтасаҡ, ҡыҙы йыраҡҡа-йыраҡҡа мәңгелеккә осоп китәсәк. Тик Миңнурға бер кем дә ышанманы. Аңламанылар уны. Миңнур үҙе лә береһенә лә ышанманы. Уны алдап ҡына йыуаталар төҫлө тойолдо. Айһылыуының күккә күтәрелеүендә ул ирен генә ғәйепләне. “Яратһа, Айһылыу китмәҫ ине”, – тип уйланы.
Миңнурҙы был хәленән Айһылыу тәрбиәләнгән балалар йорто директоры Риф Сәлимович сығарҙы. Ул ишектән күренеү менән ҡатын урынынан һикереп торҙо, ҡаршы йүгереп барып, күкрәгенә ҡапланды, илап ебәрҙе. Бына ул иң-иң яҡын кешеһе Миңнурҙың. Ул да Айһылыуҙы ярата бит...
– Ишеттем ҡайғыңды, ишеттем, – тип йыуатты уны директор. – Ул һәр ваҡыт беҙҙең яныбыҙҙа буласаҡ, йөрәгебеҙҙә йәшәйәсәк...
– Ә улар Айһылыу минең янымда булыуына ышанмай...
– Ышанмаһындар, һин уларға был турала хатта белдермә лә! Әйҙә был икебеҙҙең генә сер булһын. Һин бел дә, мин беләм...
Уның был һүҙҙәре Миңнурҙың күңелен күтәреп ебәрҙе. Яҡлаусыһы бар икәнен белгәнгә, үҙен ышаныслыраҡ тойҙо. Бынан һуң күңелендәген Риф Сәлимовичҡа ғына систе. Уға рәхмәтле Миңнур. Дауахананан сыҡҡансы ҡатындың хәлен белешеп торҙо. Тәмле бәлештәр килтереп, икәүләп кенә оҙон-оҙаҡ итеп сәй эстеләр. Ысынбарлыҡҡа тура ҡарарға, ауыр уйҙарынан ҡотолорға ярҙам итте был кеше. Уның аҡылына, түҙемлегенә әле лә һоҡлана Миңнур.
– Мин гел дә килә алмайым, эшем күп, әммә һин үҙең минең яныма килә алаһың, – тип алдаштырҙы ул гел Миңнурҙы. Шуның менән ҡатынды дауаланырға, сығыу өсөн көрәшергә күндерҙе. Тиҙҙән был маҡсат Миңнурҙың йәшәү мәғәнәһенә әйләнде.
Дауаханала ике йыллап ғүмерен уҙғарып ташланы ул. Шул мәл эсендә үҙ-үҙенә бикләнде, шатланырға, көлөргә була икәнен дә онотто, тимер ҡатынға әүерелде.
Ул һыуыҡ, ҡотһоҙ фатирға ҡайтып инде. Хәмите өйҙә, йыйылған сумаҙандар өҫтөндә ҡаршы алды.
– Миңнур, мин яңынан өйләндем, ғәфү ит, – тигәс, ҡыуанды хатта. Сөнки ире менән бер өйҙә йәшәү түҙеп торғоһоҙ буласағын аңлай ине. Бер ни әйтмәй, күндәм генә күҙ ҡарашы менән оҙатып ҡалды...
Өйҙә нисек булған, бер нәмә лә үҙгәрмәгән. Бер-ике көн ҡайҙа барып һуғылырға белмәй, иҫәнгерәп йөрөнө. Айһылыуҙың бүлмәһенә инһә, башы сатнап ауыртырға керешә, күҙ йәшенә быуыла. Яңынан аҡылдан шашыр сиккә етә. Артабан былай йәшәү мөмкин түгел ине, бер көн килеп Айһылыуҙың ишеген бикләп ҡуйҙы...
Уның ҡайтыуын ишетеп, бер-бер артлы әхирәттәре, таныштары килә башланы. Ҡайһыларын Миңнур хатта белмәй ҙә. Аңлай ул: хәл белешеүҙән дә бигерәк, иҫәр ҡатынды күрергә теләйҙәрҙер. Килгән кешегә ишек тә асмаҫ булды Миңнур. Был ҡот осмалы яңғыҙлыҡтан да Риф Сәлимович ҡотолдорҙо: үҙе эшләгән балалар йортона тәрбиәсе итеп эшкә саҡырҙы. Тәүҙә һәүетемсә генә эшләп йөрөнө. Көн үтә, йәшәргә аҡсаһы ла бар. Уйҙары быумаһын өсөн ҡарауылсы булып та ҡала башланы. Тик балалар менән оҙаҡ эшләй алманы ул. “Әсәй” тип ысҡындырһалар ҙа, берәйһе илаһа ла Миңнур “Айһылыу!” ти ҙә йүгереп бара, бөтөнләй икенсе баланы күреп, күңеле төшә, буштан-юҡҡа бер ғәйепһеҙ сабыйҙарҙы әрләй башлай, йәне көйөп һуҡҡылап та ала. Хеҙмәттәштәре менән дә йыш һүҙгә килде. Ахырҙа китергә мәжбүр булды Миңнур. Дарыуханаға эшкә урынлашты.
Шулай ҙа балалар йортон ташламаны ул – бәләкәстәргә ойоҡ, бейәләй, кофталар бәйләргә, күлдәктәр тегергә тотондо. Байрам һайын уларҙы күстәнәс менән һыйланы, уйынсыҡтар бүләк итте.
Бер йылдан бер сумаҙан әйберен йөкләп Хәмит ҡайтып инде. Миңнур эштән ҡайтҡайны инде. Һуңлап кем йөрөй тағын, тип һуҡрана-һуҡрана барып ишек асты, ә унда ире тора: ябыҡҡан, сәсе етеп киткән, битендәге һырҙары тәрәнәйгән.
– Һаумы, – тине лә башын эйҙе.
Миңнур ҡысҡырманы ла, ҡайҙа йөрөнөң, шунда кит тип ҡыуманы ла, бер аҙ ҡарап торғандан һуң, ишекте асыҡ ҡалдырып, бүлмәһенә инеп юғалды. Хәмит елп итеп сумаҙанын күтәрҙе лә уның артынан эйәрҙе. Миңнур уны ишек төбөндә көтөп алып, бармағы менән ҡаршы бүлмәгә төртөп күрһәтте. Аңланы Хәмит:
– Ярай, – тине лә, ауыр көрһөнөп, башын эйгән килеш әлеге йәшәп ятҡан бүлмәнең тупһаһын ашатланы.
Миңнур ашарға бешереп бөтөүгә Хәмит кухняға инде, ишек төбөндә торған ултырғысҡа ултырып, шым ғына ҡатынының һәр хәрәкәтен күҙәтеп ултыра башланы. Улар бер-береһенә яҡын да, түгел дә. Һөйләшер һүҙҙәре лә бар кеүек, әммә улар күңел төпкөлөнә бикләнгән... Миңнур Хәмиттән икенсе ҡатыны тураһында ҡыҙыҡһынманы, Хәмит тә бер ни өндәшмәне. Шуныһы, Миңнур ҡыуанды уның ҡайтып килеүенә. Сөнки йоҡоһоҙ төндәренең яртыһы Хәмитте уйлап үтте түгелме ни? Уны гел бала күтәреп, йылмайып атлаған килеш күреп һаташты, янында бәхетле әсә... “Ниңә мин генә ғазапланам? Ул, ана, икенсе ҡатынға өйләнде лә, балаһы бар, ә мин?..” – тип өҙгөләнде. Хәмиттән үлеп көнләште. Ире башын эйеп ҡайтып ингәс, еңел тын алғандай итте. ***
Бер уйлаһаң, әсәй булыу бәхетенән Миңнур үҙен үҙе мәхрүм итте. Үҙ теләге менән сабыйының ғүмерен өҙҙө. Һәм ғүмер буйы ошо гонаһының әсе емештәрен татып ғазаплана.
Табип әсәй буласағын әйткәс, ҡапыл ни уйларға ла, ни әйтергә лә белмәне. Сөнки был уның өсөн ысынлап та яңылыҡ ине. Хәмит тә, ул үҙе лә был һөйләшеүҙән гел ҡаса килделәр. Миңнур шаяртып ҡына: “Әгәр беҙҙең бәпәйебеҙ булһа, ни эшләр инең?” – тип һораһа, Хәмиттең йөҙҙәре үҙгәреп китер ине. Сөнки яңы эшкә урынлашып ҡына йөрөй, йәшәр урындары ла юҡ. Уның хыялы – тәүҙә ныҡлап аяҡҡа баҫыу, фатирлы булыу, машина алыу. Етмәһә, Миңнур ҙа диссертацияға тотонған. Уҡытып та, шул уҡ ваҡытта уҡып та йөрөүҙең ни тиклем ауырға төшөүен күрмәҫкә, Хәмит һуҡыр түгел дә баһа! Миңнурҙың үҙенең дә уҡып бөтмәйенсә ғаилә ығы-зығыһына бик күмелгеһе килмәй ине. Юҡҡа ғына мәктәпте миҙалға, университетты ҡыҙыл дипломға тамамланымы ни? Икенсе яҡтан уйлағанда, йәше китеп бара, тиҙерәк бала һөйгөһө лә килгән кеүек...
Был турала иренә нисек әйтергә белмәй ҡаңғырҙы. Ауыҙ асҡан еренән, ҡырыҫ йөҙөн күҙ алдына килтерә лә, туҡталып ҡала. Тәүҙә әсәһе менән кәңәшләшеп ҡарарға булды.
– Әсәй, бөгөн табипта булдым, ул, бәпесегеҙ була тине, һин шуға нисек ҡарайһың?
Әсә кешенең ҡарашы билдәле, шатлығынан ни иларға, ни көлөргә белмәне.
– Уй аллам, ҡалай һөйөнөс, ҡалай шатлыҡ! Нисек шул хәбәрҙе тыныс ҡына әйтеп тораһың? Ҡоҙағыйҙар беләме?
– Юҡ, әлегә берәү ҙә белмәй.
– Бәй, ниңә уны һаман әйтмәгәнһең? Хәҙер ҡоҙағыйҙан үҙем һөйөнсө һорайым! – тине лә, Миңнур ниҙер әйтергә өлгөргәнсе, трубканы һалып та ҡуйҙы.
Шул мәлдә бөтөнләй бер кемгә лә өндәшмәҫкә кәрәк булған Миңнурға. Ҡайҙа йығылырыңды алдан белеп булмай шул... Йөрөһөн ине бөтәһе лә үҙҙәре һиҙгәнсе. Әсәһе шунда уҡ Хәмиттең әсәләренә шылтыратҡан. Улары үҙ сиратында төн тип тормай, ауылдан килеп тә етте.
– Шулай икән... Бәпес көтәбеҙ тиһегеҙ инде? – Ҡәйнәһе һаулыҡ та һорашып тормаҫтан, ярһып килеп инде. Миңнур дәрестәргә әҙерләнеп ултыра ине. Йоҡларға ятҡан Хәмит тауышҡа килеп сыҡты.
– Нимә булды? Әсәй? Ниңә алдан хәбәр итмәнегеҙ?
– Аһ-аһ! Ыстағафирулла! Һорап торалар бит әле! Бына һеҙ нигә бер ни ҙә хәбәр итмәнегеҙ?
Миңнур, әлбиттә, һүҙҙең нимә тураһында барғанын шунда уҡ аңланы, шуға күрә бер нәмә лә өндәшмәне.
– Нимә тураһында? –Хәмит әле береһенә, әле икенсеһенә ҡарауын дауам итте.
– Бәпәй көтөүегеҙ тураһында! Ауыҙығыҙҙы асһағыҙ, үпкәгеҙ күренергә тора! Был турала нисәмә тапҡыр һөйләштек, юҡ, аңламайһығыҙ бер ҙә!
– Туҡта, әсәй, был ни хәбәр? Беҙ бер ниндәй ҙә бәпәй көтмәйбеҙсе. Миңнур? – Ир яҡлау эҙләп ҡатынына ҡараны. Ә ул ни тиһен?
– Ысын, Хәмит...
– Нисек? Ә мин ниңә бер ни ҙә белмәйем?
– Бына, күрҙеңме? Хатта һиңә лә өндәшмәгән! Аҫтыртын ғына бала табырға ята!.. Кем белә, бәлки, ул һинеке лә түгелдер әле...
– Һин ни һөйләйһең, ҡәйнәм?
– Атаҡ, шулай тимәй? Әҙ генә түҙә алманыңмы ни?
Әсәһенең “бәлки, һинеке түгелдер әле...” тигән һүҙҙәре ҡолағына һеңеп ҡалдымы, әллә икенсе берәй сәбәптәнме, Хәмиттең ошонан һуң бала тураһында ишеткеһе лә килмәне. Бер аҙна буйына төрлө яҡлап Миңнурҙың ҡолаҡ итен ашанылар. Әсәһе табырға, береһен дә тыңламаҫҡа өндәне, ҡәйнәһе менән ире алдырырға ҡушты. Хәмит айырылышыу менән янаны. Миңнур улай һуғылды, былай һуғылды, ахыр сиктә ирен тыңланы. “Бала ни... булыр әле, Хәмитһеҙ нисек йәшәрмен?” – тип уйланы. Хәҙер Хәмитте, кәрәк булһа, әллә нисә балаға алыштырырға әҙер ҙә бит... терһәк яҡын булһа ла, тешләп булмай шул.
Диссертацияһын үҙе теләгәнсә уңышлы ғына яҡланы. Университетҡа эшкә саҡырһалар ҙа, китергә ашыҡманы, өйрәнгән мәктәбен, балаларын ташлағыһы килмәне. Унан, тиҙҙән декретҡа сығырына ла ышанды. Әммә... күпме генә тырышмаһындар, Миңнур балаға уҙа алманы. Йәш ҡатын өсөн ошонан да ауыр ҡайғы юҡ ине ул саҡта. Етмәһә ире лә бер көн килеп: “Һин ҡыҫыр менән ғүмер үткәрерменме икән ни?” – тип әйтеп һалды. Миңнур үҙен шул мәлдәрҙә насар тойҙо: юҡ-барға тиҙ генә ҡыҙып барһынмы, уҡыусыларына ҡысҡырһынмы, өйҙә юҡтан ғына тауыш күтәрһенме... Үҙе башы ауыртыуға сыҙаманы. Күп ваҡыт дәрестәргә әҙерләнмәйенсә барҙы.
Миңнурҙың был хәле балалар йортонан Айһылыуҙы алып ҡайтҡанғаса дауам итте. Уның башына сит бала алыу уйы ике ятып бер төшөнә инеп сыҡмай ине.
– Кит инде, кит! Балаһыҙ тормош – тормош була тиме ни?! Ҡырҡҡа етәһегеҙ бит инде. Исмаһам, балалар йортонан алыр инегеҙ! Күпме бальнистан бальнисҡа йөрөргә була? – тип, ҡәйнәһе йүнәлеш бирҙе.
Миңнур ҡуш ҡуллап ризалашһа ла, Хәмит тәүҙә ҡаршылашып маташты. Әммә ҡәйнәһе ай-вайына ҡуйманы, үҙен ғәйепле лә һиҙгәндер.
– Теләйһеңме, теләмәйһеңме, иртәгә үк барабыҙ, ҡарайбыҙ. Оҡшаған ғынаһы тура килһә, алабыҙ ҙа ҡайтабыҙ!
Шулай иттеләр ҙә. Ҡәйнәһе директор менән алдан уҡ һөйләшеп, килешеп, хәстәрен күреп ҡуйғайны инде. Миңнур менән Хәмиткә һайлап алыу ғына тороп ҡалды.
Миңнурҙың ундағы балаларҙы күреп йөрәге өҙөлдө. Кемдер бик теләһә лә бала табыу бәхетенән мәхрүм, кемдер ташлап китә... Күҙҙәре һуң, күҙҙәре! Бәләкәс кенә булһалар ҙа, етем икәндәрен беләләр, бисаралар. Сибек кенә, бәләкәс кенә ҡыҙыҡай уның ҡарашын шунда уҡ үҙенә тартты. Тәҙрә төбөнә ултырған да, тышҡа ҡарап ҡатҡан. Бер кемде лә күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә. Өс йәшлек бала ла ҡайғыра, тәрән уйҙарға бирелә белә икән!
Ошонан һуң Миңнурҙың тормошо яйға һалынды, тынысланды, дауаханаға юл тапауҙан туҡтаны. Айһылыу уның бар тормош мәғәнәһенә әйләнде. Хәмит кенә һаман үҙенең балаһын яратырына өмөтөн өҙмәне. Ҡатынын түлһеҙлектә ғәйепләргә тырышты, әммә Миңнур уны тыңламаны.
Шулай ҙа Хоҙай яңғыҙ ҡалдырманы Миңнурҙы. Шулай булмаһа, Зөбәйлә менән осраштырыр инеме ни? Ә Алмаҡай һуң? Тас Айһылыуҙың һыңары бит!
Теге ваҡыт, Зөбәйлә айнып йоҡоһонан торғансы, бер-береһенә эҫенешеп тә өлгөрҙө улар. Күрше ҡатын:
– Барығыҙ, юҡҡа ваҡытығыҙҙы әрәм итмәгеҙ, улар бер бөгөн шулай йәшәмәй, – тип ҡараһа ла, сабыйҙы ташлап китергә йәлләне. Унан, Зөбәйлә менән дә һөйләшергә ниәтләне. Нисек кенә булмаһын, әсәй кеше лә баһа! Алмаҡай ҙа уйнап йөрөй-йөрөй ҙә, күрәһең, әсәһе иҫенә төшә, карауат янына йүгереп бара. Бер ни белмәй ташланып йоҡо һимерткән әсәһенә төртөп ҡарай, уныһы ыжламағас, йәнә уйынына тотона.
– Аля! – Зөбәйләнең тамаҡ ярып ҡысҡырыуына Миңнур ҙа, Алмаҡай ҙа терт итеп ҡалды.
– Ҡайҙа тағын сығып киттең? Күпме әйтергә була һиңә: бүлмәлә генә ултыр!
Кухняға сәсе-башы туҙып, биттәре шешенгән килеш килеп инде ул. Үҙен килтергән кешене танынымы, юҡмы, ҡыҙын йән көсөнә елтерәтеп етәкләп алды ла, бүлмәһенә инеп юғалды. Миңнур аптырап, ни тиергә лә белмәй ултырып ҡалды. Бер минут та үтмәй, Зөбәйлә яңынан ишектә күренде, ҡыҙын ҡалдырып сыҡҡайны.
– Йә, өйрәт аҡылыңды! Шуның өсөн килдеңме? – тип өндәште сәй ҡуйған ыңғайға, Миңнурға ҡарамай ғына.
– Өйрәтһәм дә хаҡлымын, һәм һин бер ни ҙә әйтә алмайһың! – Миңнур ҡаты һөйләшергә тырышты. Унда элекке уҡытыусы уянғайны.
– Әлбиттә, бер һүҙем дә юҡ, өйрәтергә һеҙ бөтәгеҙ ҙә оҫта! Тик бына ярҙам итергә тиһәң генә ни эшләптер янда бер кем дә булмай сыға. !!!– Һинең әлегә минән ярҙам һорағаның юҡ!
– Һәм һорамам да, ҡурҡма! Бер кемгә лә ышанмаҫҡа өйрәндем инде...
– Шулай ҙа, әлеге тормошоң бер ҙә генә лә дөрөҫ түгел... – Миңнур бер аҙ йомшарҙы.
– Унда һинең эшең булмаһын! Нисек теләйем – шулай йәшәйем. Ул минең генә тормошом. Бүтән бер кемгә лә ҡағылмай!
– Яңылышаһың, ҡағыла – ҡыҙыңа.
– Ха-ха! Әйттең хәбәр! Ул әле бәләкәй, бер нәмә лә аңламай. Ә миңә уны ашатырға, кейендерергә кәрәк. Аҡса ҡайҙан табайым?..
Башы ауыртып, ауыр уйҙар менән, аңҡы-тиңке булып килеп сыҡты Миңнур был өйҙән. Бер нисә көн күҙ алдынан ошо ике бала китмәне. Ярҙам итергә ине лә, тик нисек?
Ярҙамға Хоҙай үҙе килде. Айһылыуҙы алған балалар йортоноң яңы директорын күргәйне, тәрбиәселәр, төнгө ҡарауылсылар етмәүгә зарланып торҙо. Шунда Миңнурҙың башына ҡылт итеп бер уй килде: Зөбәйләне шунда урынлаштырғанда? Миңнур сабыйҙарға күпме ярҙам иткәндән һуң, моғайын үтенесен кире ҡаҡмаҫтар. Уйланған эш – эшләнгән.
Зөбәйлә был хәбәрҙе ишеткәс, аптырап китте.
– Тәрбиәсе? – тип башта ышанмай торҙо. Унан хахылдап көлөп ебәрҙе: – Тәрбиәсе? Мин – тәрбиәсе? !!!Унан ҡапыл ғына көлөүенән туҡтаны.
– Ҡуйығыҙ әле, апай, юҡ менән үҙегеҙҙең дә, минең дә башымды ҡатырмағыҙ! Ҡайҙан килеп бәйләндегеҙ... Ауыртмаған башҡа тимер таяҡ. Әллә мин иҫәрләнә башланым, әллә – һеҙ... !!!Шулай ҙа үҙенең күҙҙәре ялтырап китте. Быны шунда уҡ тойҙо Миңнур.
– Мин ысынлап әйтәм, Зөбәйлә, Айһылыуым хаҡына...
Айһылыу тураһындағы ваҡиғаны тыңлағандан һуң Зөбәйлә уйланды, унан риза булды.
Еңел булманы Миңнурға Зөбәйлә менән. Әҙ генә ҡыйынлыҡ килеп тыуҙымы, аҡсаһы бөттөмө, эшкә сыҡмай ҙа ҡуя. Баҡ тиһәң, элекке кәсебен иҫенә төшөргән булып сыға. Үҙенең аҡсаһына уҡырға индерҙе уны Миңнур. Тәүҙәрәк дәрестәргә лә йөрөмәй маташты. Ундай көндәрҙә дарыуҙар менән генә йәшәне Миңнур. Шулай ҙа Зөбәйләнең аҡылына килеренә бер ҙә генә лә шикләнмәне. Күңеле нескә ҡыҙҙың. Ә нескә күңел янына боҙоҡ уйҙар һыймай ул. Зөбәйләне лә аңларға мөмкин: белеме юҡ, булған хәлдә лә йәш баланы ташлап, эшкә сыға алмаҫ ине. Балалар баҡсаһынан урын алыуы ла ҡыйын бит. Ә йәшәргә кәрәк... Хәмит барыһын да күрә ине, эстән генә көйгәне лә һиҙелде, әммә бер ни өндәшмәне. Алмаҡай Миңнурға ныҡлап эҫенде, бер тотам да ҡалмай үҙенән. Йыш ҡына уларҙа ҡалды. Быны ла яратманы Хәмит. Алмаҡай килеп индеме, бүлмәһенә бикләнә лә, ашарға ла сыҡмай.
Бер көндө, сираттағы эш ҡалдырыуынан һуң, бик ҡаты һөйләшеү булды Зөбәйлә менән.
– Мин һинән эш һорап йөрөмәнем бит, кәрәк булһа, бар ҙа эшлә, – тиеүенә Миңнур түҙмәне, йөрәген өйкәп торған бөтә һүҙҙәрен теҙеп һалды. Ярһып-ярһып һөйләне ул. Күңелен дә бушатты, йөрәге лә тотто. Дауаханаға “Тиҙ ярҙам” менән алып киттеләр. Ошонан һуң Зөбәйлә ҡурҡтымы, аңланымы, ҡырҡа үҙгәрҙе. Дауаханаға көнөнә әллә нисә килеп урар ине. Миңнур был көндәр өсөн үкенмәй. Яңғыҙ зарыҡҡансы, ошондай мәшәҡәттәр менән янып йөрөүең, кемгәлер кәрәгең бар икәнен тойоп йәшәүең мең артыҡ.

***

– Ай әттәгенәһе! Бөгөн көнөмдө бушҡа үткәрҙем дә баһа! – Сәғәткә күҙ һалғандан һуң, Миңнур урынынан һикереп үк торҙо. Сәғәт 12 тулып киткән дә баһа! Эштәрен бөтөрә һалып, Хәмит янына барып ҡайтырға ниәтләгәйне кисә кис.
Һыуыҡ сәйҙе ҡоролай ғына һемерҙе лә һимеҙ генә тауығын бешерергә ҡуйҙы. Әллә Алмаҡайға әүрәп, Хәмит янына берҙе лә барманы шул. Ире үҙе лә көтә тиһеңме! Уға ҡатыны бар ни, юҡ ни... Шулай уйлай Миңнур. Туң йөрәк, тип эстән генә әрләп тә ала. “Олатай” тип йүгереп барған Алмаҡайҙың, исмаһам, бер генә тапҡыр арҡаһынан тупылдатып яратмаған кешегә ни әйтәһең?
Сәғәт дүрткә эштәрен бөтөрөп, һурпаһын бешереп, туҡталышҡа сығып баҫҡты. Әмәлгә ҡалғандай, троллейбусты оҙаҡ көтөргә тура килмәне.
Хәмиттең палатаһы икенсе ҡатта икән. Үҙе байтаҡ ғүмерен дауаханала үткәргәнгәме, шундағы еҫте яратмай Миңнур, йөрәге болғана башлай. Әле лә танауын баҫып, тын алыр-алмаҫ ҡына атлай. Ни эшләйһең, кеше ауырымай тормай...
Икенсе ҡатҡа менгәс, тәҙрә төбөндә торған Зөбәйләне күреп, һиҫкәнеп ҡуйҙы.
– Зөбәйлә, бер-бер хәл булдымы әллә? Алмаҡай ҡайҙа?
Таныш тауыш ишетеп, Зөбәйлә ялп итеп әйләнеп ҡараны. Бер килке Миңнурҙы танымағандай торҙо, үҙенең күҙендә йәш йылтырап киткән кеүек.
– Йә, ниңә өндәшмәйһең? – тип ныҡышҡас ҡына:
– Тссс... – тип һуҡ бармағын ирененә ҡуйып өндәшмәҫкә ишараланы ла, етәкләп, палаталар яғына атланы.
Миңнурҙың ҡапыл быуындары тотмаҫ булды. Алмаҡай менән бер-бер хәл булһа, ул ни эшләр? Дауаханаға юҡҡа ғына саҡырмағандар, ахырыһы. Был юлы йөрәге күтәрә алмаҫ...
Асыҡ палата ишегенә ымланы ла Зөбәйлә, серле генә йылмайып, ситкә китте.
– ...Олатай, ә был нимә?
Миңнурҙың ҡолағына Алмаҡайҙың тауышы килеп салынды.
– Һин витамин яратаһыңмы? – Быныһы Хәмиттең тауышы!
– Эйе...
– Мин дә яратам, миңә витаминды ошолай итеп бирәләр.
– Уй, олатай, унда бит энә тора! Ауыртмаймы? Миңә кәрәкмәй ундай витамин!
Миңнур Хәмит менән Алмаҡайҙың һөйләшеүен тыңлап, тын алырға ла онотоп ҡатып ҡалды. Битен көйҙөрөп күҙ йәштәре тәгәрәне. Еңелсә быуындары ҡалтыраны. Өнөммө, төшөммө? Һаҡ ҡына эскә күҙ һалды. Хәмит ята, уның янында Алмаҡай ултыра. Үҙе бәләкәс ҡулдары менән Хәмиттең туҙған сәсен һыпырып маташа. Ә Хәмиттең күҙҙәре һуң!? Бындай һөйөү тулы нурҙы Миңнурҙың үҙ ғүмерендә тәүләп күреүе.
– Олатай, ә һин ҡасан өйгә ҡайтаһың? Һин булмағас, күңелһеҙ...
“Эй, бала!.. Олатайың берәй тапҡыр йылы итеп өндәшкән булһа ла был һүҙҙәреңә аптырамаҫ инем...” – Миңнур күҙ йәштәре аша йылмайҙы. Хәмит оҙаҡ ҡына өндәшмәй торҙо. Тауышы, нисектер, ҡалтыранып сыҡты.
– Тиҙҙән, ҡыҙым, тиҙҙән! Ә һин мине өләсәйең менән ҡаршы алырһыңмы?..
–Алырмын, олатай! Мин бит һине ныҡ-ныҡ яратам...
– Мин дә, ҡыҙым!
Миңнур күҙ алдарының ҡараңғыланыуын тойҙо. Хәлһеҙ ҡулдары менән ишеккә тотондо.
– Ой, Миңнур апай! Кем бар унда, зинһар, ярҙам итегеҙ! - Ҡото осҡан Зөбәйлә бәхетле йылмайып әкрен генә иҙәнгә сүгәләгән апаһына ярҙамға ашыҡты...
Авторы: Гөлнара МОСТАФИНА
Читайте нас в