Ағиҙел
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
8 Сентябрь 2020, 20:34

Асылмаған хаттар...

-Әйҙәгеҙ аңлашайыҡ, зинһар өсөн, тыңлағыҙ мине. Беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ бит! Атаһы танау алдынан ғына ишекте шарт ябып инеп китте. Шәриф солан ишеген күпме төйһә лә, асыусы булманы.

Асылмаған хаттар.

1 сентябрь - Белем көнө байрамынан һуң беренсе дәрес - класс сәғәте булғас, бер-береһен һағынышҡан унынсылар шаяра-көлә гөрләшеп кабинеттарына кереп ултырҙы. Йәй көнө улар ҡояшта янып, һомғолланып үҫеп, етдиләнеп киткәндәр ине.
-Кемде класс етәксеһе итеп билдәләрҙәр икән, тантаналы линейкала директор янында баҫып торған быйыл институт бөтөрөп килгән йәш кенә ҡыҙҙы ҡуйырҙармы? - тип борсолдолар улар.
- Мин олоғайҙым, замана йәштәре менән йәш коллегаларым эшләһен, - тип әйтә килде элекке хөрмәтле класс етәкселәре.
-Берәй мәҙәк эшләп, ҡыҙыҡ итергә ине, - тине Закир. Тап шул саҡ мәктәп директоры менән әлеге уҡытыусы ҡыҙ тыҡылдата баҫып класҡа килеп инде. Балалар һикереп тороп, сәләмләнеләр.
-Таныш булығыҙ, Әлфиә Авзаловна. Талантлы, йәш уҡытыусы. Ул һеҙҙең класс етәксегеҙ ҙә була, рус теле һәм әҙәбиәтенән дә уҡытасаҡ. Үҙҙәренән саҡ ҡына олораҡ күренгән Әлфиәне унынсылар бер ҙә етди ҡабул итергә әҙер түгелдәр ине. Артҡы партала ултырған Закир Шәрифтең ҡулдарына һуғып алды.
- Иртәгәнән илай башлаясаҡ... Әлфиә үҙе менән ҡыҫҡаса таныштырҙы ла, бит остарын соҡорлатып, йылмайып ебәрҙе. Ҡапыл ҡара болот араһынан ҡояш сыҡтымы ни, бөтә класс нурға сумды. Шундай һөйкөмлө, нәзәкәтле Әлфиәнән бөхтәлек, сафлыҡ бөркөлә ине. Ап-аҡ сигеүле яҡалы йәшел күлдәгенән урман сафлығы, сәскәләр еҫе сыҡҡандай булды, ә тауышы сылтырап ҡына аҡҡан шишмә тауышын хәтерләтә. Алдарында баҫып торған зифа буйлы, ике яҡлап матур ҡыҫтырғыс менән килешле генә эләктереп, йылҡылдап торған сөм ҡара сәсен биленә тиклем төшөргән, йомро битле, күгелйем йәшел күҙле, ҡыйғас ҡашлы, тура танаулы, бешкән сейәләй һутлы ҡыҙыл иренле, аҡҡош муйынлы ҡыҙҙы күҙҙән үткәреп, шымып ҡалдылар.
-Һөйкөмлө һөйәге бар, - тип әйтәләр ауылдарында. Ҡыҙҙар үҙҙәренең өҫ-башына, бер-береһенә ихтибарлап ҡаранылар, танауҙарына еҫ инә башлаған малайҙар эстән генә алдарында уҡытыусы ғына түгел, ә сибәр ҡыҙ торғанын билдәләнеләр. Дәресте яғымлы тауышы менән алып барған, күңелде иретерлек мөләйем ҡарап өндәшкән уҡытыусыны ихлас тыңланылар уҡыусылары. Тегеләй - былай борғаланып "ҡыҙыҡ" эҙләп ултырған Закир ҙа дипломатына һалып килтергән сысҡанды сығарырға бер нисек тә яйын тапманы, шуға асыуы килде. Кластан сығып киткән уҡытыусы артынан уҡ ҡысҡырҙы:
-Кем өй эшен эшләп килә, ҡарағыҙ уны! Байкот! Белһен әле беҙҙең класты! Бығаса Шәрифтән башҡа малайҙарҙы ҡурҡытып, ҡыҙҙарҙы илатып килгән Закирҙың һүҙе закон ине класында. Өндәшмәнеләр. Шул саҡ Шәриф:
-Етте һиңә, һаман бала-саға һымаҡ ҡыланаһың, - тип асыу менән Закирҙың дипломатын тартып алды һәм сысҡанды иҙән ярығына төшөрөп ебәрҙе. Дуҫынан быны көтмәгән Закир сикһеҙ ғәжәпләнеп һыҙғырып уҡ ебәрҙе, ә Шәрифтең иптәштәре алдында бермә-бер абруйы артып китте. Иртәгәһенә дәрескә бөтә ҡыҙҙар, Әлфиәгә оҡшарға тырышып, сәстәрен ике яҡлап ҡыҫтырып тағатып, ниндәйҙер хушбый һөртөп, ҡыйыуыҡтары, хатта килешһеҙ итеп иннек тә һөртөп килгәндәр, ә малайҙары, һөйләшеп ҡуйғандай, костюмда инеләр. Был үҫмерҙәрҙең Әлфиәне ҡатын- ҡыҙ итеп таныуҙары, матурлыҡҡа ынтылыуҙары ине. -Уҡытыусы итеп ҡабул итерҙәрме?- тип хафаланды ҡыҙ. Парталар буйлап өй эштәрен ҡарап йөрөгән Әлфиә, Шәрифтән башҡалары әҙерләнмәй килгәндәрен күрҙе лә, үҙен һынағандарын аңланы.
- Ярар, әле беҙ ҡабатлау күнегеүҙәре эшләйбеҙ. Тимәк, бөгөн тағы таҡтала бергәләп эшләп, үткәндәрҙе иҫкә төшөрөрбөҙ. Ә быныһы - һеҙҙең бурыс, иртәгә старостаға дәфтәрҙәрегеҙҙе йыйып бирерһегеҙ, тине тыныс, ләкин ҡәтғи тауыш менән. Ҡарайып киткән күҙҙәре генә уның нисек борсолғанын күрһәтә ине.
-Бер Аманов ҡына ниңә эшләне икән, - тип уйланы ул, ләкин күрмәмеш булды. Уҡытыусының шартлап китеп ҡысҡырыуынмы, йә илаулап директорға йүгереүенме көткән балалар, баштарын баҫып, шым ғына эшкә керештеләр.
-Балаларҙың йөрәгенә нисек юл табырға икән, тип уйланды төплө ҡыҙ. Төрлө алымдар ҡулланып дәресте йәнле итеп алып барған уҡытыусыны, кирелегенә барып, бер нәмә эшләмәй тик ултырған Закир ҙа тыңламай булдыра алманы. Рус әҙәбиәтен үҙе мөккибән китеп яратҡан, бөтә шиғырҙарҙы яттан тасуири һөйләгән, әҫәрҙәрҙәрҙе дөрөҫ анализларға, үҙ фекерең менән иншалар яҙырға өйрәткән Әлфиә Авзаловна мәктәптә ҙур абруй яуланы. Һәр бер нәмәне еренә еткереп эшләтеп тикшергән уҡытыусыға сәбәпһеҙ өй эшен эшләмәй, дәрескә әҙерләнмәй килеү мөмкин түгел ине.
-Нисек һиңә йылмайып, яғымлы тауышы менән өндәшкән ғәҙел апайҙы тыңламайһың инде?! 22 йәшенә етеп мөхәббәттең нимә икәнен белмәгән ҡыҙ, Шәриф менән күҙ ҡараштары осрашҡас, йәне ҡылтырап ҡуйҙы. -Бына уның нисәмә йылдар күңеле көткән, күҙе һөйгән кешеһе! Кластағы башҡа балаларҙан етдилеге, үҙ фекере булыуы менән айырылып тора ул. Бер нисә спорт төрө менән шөғөлләнгән, атаһы янында йөрөп техника менән дуҫ малайҙы иптәштәре лә хөрмәт итәләр. Бер нисә тапҡыр дәресте өҙөргә ынтылған Закирҙы Шәриф "ирҙәрсә һөйләшеү"гә саҡырып дуҫын урынына ултыртырға ла тура килде. Шунан һуң тура һүҙле, ғәҙел, баҫалҡы, яҡшы ла уҡыған Шәрифте класташтары староста итеп һайлап ҡуйҙылар ҙа бөтә көстәрен белем алыуға ташланылар. Торараҡ ғәрсел Закир ҙа, дуҫына ҡарап сәмләнеп уҡый башланы, хатта гитарала ла апаруҡ һәйбәт уйнарға өйрәнеп алды. Әлфиә Авзаловна уҡыусылары өсөн төрлө яҡлап үрнәк булырға тырышты. Класс сәғәттәрендә ыҫпай, бөхтә һәм зауыҡ менән кейенергә, косметиканы һаҡ ҡулланырға, шифалы үләндәрҙән төнәтмәләр эшләп бит-ҡулды, сәсте дөрөҫ тәрбиәләргә лә өйрәтте ул. Уҡытыусылар көнөнә Шәрифтең район үҙәгенә барып, бер букет сәскә алып ҡайтып бүләк итеүе мәктәп тарихында бығаса булмаған хәл ине.
-Ҙур рәхмәт, уҡыусыларым! Бигерәк тә матурҙар, әйҙә әле класты йәмләп ултырһын, тип вазаға ҡуйып өҫтәлгә ултыртты аҡыллы ҡыҙ. Көндән-көн нығыраҡ хөрмәт яулаған итәғәтле Әлфиә Авзаловна өсөн һәр уҡыусы ниндәйҙер яҡшылыҡ эшләргә тырышып ҡына торҙо. Ә Шәриф Әлфиә йәшәгән яңғыҙ әбейҙең утынын ярып-керетеп, ҡышын иртән иртүк ҡарын таҙартып китергә лә ваҡыт тапты. Егет Яңы йыл, 8 март байрамдарына иртән иртүк тере сәскәләрҙе ҡапҡаға ҡыҫтырып китеп, бөтә ауылды хайран ҡалдырҙы.
-Ғәйбәт, күмер кеүек, көйҙөрмәһә лә буяй, мөхәббәтең асылы икәү бәхетле булыуҙа бит, улай бөтә донъяға хистәреңде фашлама, улым,- тип атаһы төплө кәңәш бирҙе. Тик был юлы ауыл халҡы үтә намыҫлы йәш егеттең саф хистәрен аяны: сетерекле хәлдең нисек бөтөрөн ситтән генә күҙәтте. Үҙен белгәндән бирле Шәриф тип йән атҡан класташы Ләйсән генә көлөп, мыҫҡыллап ҡараһа ла, башҡалар, киреһенсә, егетте нығыраҡ хөрмәт итә башланы. Ә Әлфиәнең Шәрифте күреү менән йөрәге ярылырҙай булып типһә лә, тыштан бер нисек тә һиҙҙермәне, шул уҡ мөләйем, тыныс тауыш менән мөғәлләмә итеп килде. Ауыл егеттәре лә, мәктәптең физика уҡытыусыһы ла ҡалаҡҡа һалып йоторҙай ҡыҙға ғашиҡ булыуҙарын, тәҡдим яһап, йөрәктәрен асһа ла, Әлфиә ипле генә кире ҡағып килде. Ул үҙе лә белмәй ине: нәмә көтә, ләкин яратмаған кеше менән донъя ҡора алмаҫын яҡшы аңлай ине.
- Эх, әсәй-атайым һымаҡ бер-берең өсөн үлеп торһаң, һөйөп-һөйөлөп йәшәһәң, ғүмер буйы мөхәббәтле булһаң ине ул. Шулай итеп, ике йыл да уҙып китте. Уның ун беренселәре шундай көслө, дуҫ класс булып ойошто: мәктәп гөрләп торҙо, кластан тыш бөтә сараларҙы тик улар ғына алып барҙы. Хатта клубтағы кисәләрҙә лә Шәриф моңло итеп йырлаһа, Закир яңы сыҡҡан йырҙарҙы гитарала уйнап ишеттерһә, Ләйсән төрлө матур бейеүҙәре менән һөйөндөрҙө. Шулай уҡ төрлө фәндәрҙән үткән район олимпиадаларында ла уҡыусылары юғары урын биләне, ә Шәриф рус теленән хатта республика кимәлендә еңеү алып ҡайтыуға иреште.
Әлеф йотҡан хур булмаҫ, -ти ине күпте күргән өләсәһе, шуға ла класының һәр балаһына ла үҙҙәре теләгән төрлө уҡыу йорттарына уҡырға керер өсөн төплө кәңәштәрен бирҙе Әлфиә.
-Күҙ генә теймәһен инде, үҙ дәүеребеҙҙә бындай класты күргәнебеҙ юҡ ине, орлоғона күрә уңышы инде, тинеләр оло йәштәге уҡытыусылар. Аттестат алған Һуңғы оҙатыу кисәһендә Шәриф, ниһәйәт, һүҙ алды.
-Иң оло хөрмәтебеҙ беҙҙең класс етәксебеҙ Әлфиә Авзаловнаға. Ул беҙгә уҡытыусы ғына түгел, ә оло тормош юлына оҙатыусы дуҫ та, кәңәшсе лә була белде. Беҙ уның алдында баш эйәбеҙ.
-Ә хәҙер, рөхсәт итегеҙ, - тип вальсҡа саҡырҙы ул. Әлфиә көтөлмәгән тәҡдимдән ҡаушаны, шулай ҙа үҙен ҡулға алып, бергә әйләнә башлағас, бөтәһе лә аһ итте: шул тиклем һоҡланғыс пар ине улар. Киң яурынлы, мыҡты кәүҙәле, бөҙрәләнеп торған сәсле Шәриф менән һығылмалы буйына килешле оҙон шау сәскә шифон күлдәкле Әлфиә был ваҡытта күптән көткән бик бәхетле минуттарын кисерәләр ине. Уларҙың бер-береһенә төбәлгән мөлдөрәмә тулы наҙлы ҡараштары ике йыл буйына йыйылып килгән эскерһеҙ мөхәббәттәрен асыҡ һөйләй ине. Башҡа уҡыусылар ҙа парлап бейергә тейеш булһа ла, бындай сихри бейеүҙе бер кем дә бүлдерергә ҡыйманы: был ике кеше бер-береһе өсөн яратылған. Һаман өмөтөн өҙмәгән Ләйсән, быны күреп, ҡара янып сыҡты.
-Барыбер минеке буласаҡ ул. Һиңә бирер өсөн нисәмә йылдар буйы береһен дә яҡын юллатмай йөрөмәнем бит... Көҙгә Әлфиә Авзаловнаның уҡыусылары төрлө ҡалаларға таралышты, ә Шәриф менән Ләйсән Мәскәү студенттары уҡ булып киттеләр. ...Күптән ҡауышыу сәғәтен көткән Шәриф ситтән тороп уҡырға күсте лә бер үк көндө үҙенең егерме йәшен дә, никах туйын да үткәрергә, тип ноябрь башында ауылға ҡайтты. Ялы булмаһа ла, Ләйсән дә унан ҡалманы: -Әсәйемдәрҙе күреп киләйем әле, һағындырҙы. Ауылдың йолаһы буйынса дуҫ егеттәре килеп "ҡамыт кейҙереп" Шәрифте ғаилә башлығы булыуы менән ихлас ҡотланылар. Ата- әсәһе, үҙ ҡыҙҙары һымаҡ күргән ут күрше Ләйсән дә ингәс, йәштәрҙең үҙҙәрен генә аласыҡта ҡалдырҙылар.
-Ярай, бер аҙ ултырһындар әле, тинеләр, зыҡ ҡупҡан йәштәргә ҡарап. -Эх, ни сығасак икәнен белһәләр: бәлә ҡыңғырау тағып килмәй шул! Егеттәр ҡайтып киткәс, Ләйсән һауыт- һаба йыйыштырып тороп ҡалды. Бер арала сәй яһап, мул итеп кенә йоҡо дарыуын тондороп өлгөрҙө ул. -Бер ниндәй иҫерткес эсемлек эсмәйенсә дөрөҫ эшләнең, дуҫҡай, әйҙә тәмләп кенә сәй эсеп алайыҡ та, мин ҡайтайым. Көнө буйы нихаҡҡа әҙерләнеп сабыулап йөрөгән Шәриф диванда ултырған килеш йоҡлап та китте. Шуны ғына көткән Ләйсән егетте диванға һуҙып һалды ла, икеһенең дә кейемдәрен сисеп, утты һүндерҙе. Иртән иртүк тороп сыҡҡан ата- әсә иҫе китеп ҡарап торҙо.
-Был ни ғәләмәт ул? Ни ҡыйланыуығыҙ Шәриф, Ләйсән?! Тауышҡа уянған егет һикереп торҙо. Үҙенең ҡиәфәтенә шаҡ ҡатты, башы ла, тубал һымаҡ, зәңкеп ауырта. Ләйсән "оялып", башын аҫҡа эйҙе.
- Һин нишләп бында, Ләйсән? Ниңә ҡайтманың?
-Бәй, кисә үҙең бит мин һиңә өйләнәм, Әлфиә балалыҡ мауығыуым ғына булған икән, тип инәлеп ҡалдырҙың да баһа! Шәриф был күрәләтә нахаҡтан яралы айыу һымаҡ ажғырып нәмә әйтергә белмәй тегеләй-былай йөрөп әйләнде. Шунан диванға ултырып ата- әсәһенә мөлдөрәп ҡараны.
-Атай, әсәй, беҙҙең арала бер ни ҙә булманы. Мин үҙ ғүмеремдә һеҙҙе алдағаным юҡ, беләһегеҙ бит. Был фарс! Шәриф ҡыҙға нәфрәт менән төбәлде.
-Әйт, буласаҡ доктор, форсаттан файҙаланып, кисә нәмә ашаттың, нәмә эсерҙең?! Ләйсән шайылдап "илап ебәрҙе".
-Мин бит һине ысынлап яратам, шуға кисәге һүҙҙәреңә ышандым. Уй, ҡалай оят! Хәҙер мин ни эшләйем инде? Был ғауғаға Ләйсәндең ата- әсәһе лә килеп инде.
- Эх, ҡыҙым, кешесә булһа ярамаҫ инеме ни? Һөймәгәнгә һөйкәлмә лә бит, ләкин берҙән-бер ҡыҙымды хур итәһе башым юҡ. Төшкә беҙгә керәһегеҙ, никах уҡытабыҙ, тип әсәһе илалаулап сығып та китте. Бындай боролошто көтмәгән егет, аңҡы-тиңке булып торҙо ла, кейенеп сыҡты ла китте. Ул шул тиклем нахаҡтан, ғәҙелһеҙлектән йөрәге әрнеп һигеҙ саҡрымды нисек ярһып йүгерә-атлай барып еткәнен дә һиҙмәне. Әлфиәләрҙең ишеген шар асып инде лә, ҡаушап ҡалған ҡыҙҙың алдына ахылдап килеп теҙләнде.
-Һөйөклөм, саф һөйөүем бүләге итеп ал һин ошо балдаҡты! Әлфиә ҡалтыранған ҡулдары менән йөҙөктө бер алды, бер кире бирҙе.
-Әйҙә, икәүләп сығып китәйек! Бер хәбәргә лә ышанма! Бөтәһе лә ялған! Ҡапыл Әлфиә ниндәйҙер ҡот осҡос хәл булғанын аңланы.
-Ә никах? Йәнем, әйт, ни булды?
-Ләйсән... Мин уның менән төн уҙғарғанмын. Ышан, беҙҙең арала бер нәмә лә булманы. Алдай ул! Әйҙә, бергә китәйек. Әлфиәм, ышан миңә! Бына бар йөрәгемдән әйтәм. Шәриф ҡыҙға инәлеп ҡараны. Әлфиә ишеткәндәренән шаңҡыны, ни уйларға, ни ҡылырға белмәй, егеткә аптырап та, ҡурҡып та ғазап тулы күҙҙәрен баҡты. Өҫтәл әҙерләп йөрөгән өй тулы туғандары ла иҫәнгерәп һынташтай тора бирҙе. Шунда
был аяныслы хәл атаһының башына барып етте.
-Молокосос! Вооон! Минең ҡыҙымды мыҫҡыл итәһеңме? Һаман иҙәндә Әлфиәгә мөлдөрәп ҡарап ултырған Шәрифте елкәһенән эләктереп алды ла тышҡа һөйрәп сығарҙы.
-Әйҙәгеҙ аңлашайыҡ, зинһар өсөн, тыңлағыҙ мине. Беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ бит! Атаһы танау алдынан ғына ишекте шарт ябып инеп китте. Шәриф солан ишеген күпме төйһә лә, асыусы булманы.
-Дөрөҫлөк бер өҫкә сығыр әле, тип әсе күҙ йәштәрен һөрттө егет. Шул сығып китеүҙән өйөнә кире ҡайтманы ул, район үҙәгендәге военкоматҡа барҙы ла, үҙ теләге менән армияға китте лә барҙы. Бер айҙан Әлфиәгә хәрби часть номеры ғына яҙылған хат килде. Яралары һаман ҡанһыраған ҡыҙ ҡалтыранған ҡулдары менән алды ла иҙәнгә атып бәрҙе, аяҡтары менән тапап-тапап алды.
-Оятһыҙ! Хыянатсы! Нисек намыҫы еткән?! Минең саф һөйөүемдән көлдө... Шул көндән алып көн дә һалдат хаттары килде лә килде. Әлфиә уларҙы асып та уҡыманы, яуап та яҙманы, шулай ҙа йыйып барҙы. Ғүмер аҡҡан һыу кеүек, бына Шәрифтең ҡайтырына ла күп ҡалманы. ...Бөгөн иртәнән ауыл гөж килде:
-Шәриф Аманов Чечняла хәрби бойороҡ үтәгәндә батырҙарса һәләк булған икән... Һалдаттар иртәгә уны ябыҡ табутта алып ҡайтып, хәрбиҙәрсә ерләйҙәр, ти. ...Йәйге ялын, бер ҡайҙа сыҡмай, ауылында уҙғарған Әлфиәгә был ауыр хәбәрҙе әйтергә бер кем дә йөрьәт итмәне. -Эй, Хоҙайым, сабырлыҡтар бир балаҡайыма, ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай инде, тип ҡараштарын йәшереп, шым ғына йөрөнө ата-әсәһе. Кисәнән бирле йөрәгенең әсеттереп һыҙлағанына үҙенә урын тапмаған ҡыҙ баҡсаға сыҡты. Сәскәләренә һыу һибеп йөрөһә, йүгерә-атлай Ләйсән килеп керҙе лә Әлфиәне ҡосаҡлап алып һулҡылдап илай-илай: - Мин генә ғәйепле... Яраттым бит уны. Бәләкәйҙән яраттым. Ә ул... һине яратты. Бер ни аңламаған Әлфиә, тормошон селпәрәмә килтергән, оятһыҙ Ләйсәнде үҙенән саҡ-саҡ айырып алды ла этәп ебәрҙе.
-Шәриф... юҡ бит... Һәләк булған. Иртәгә... күмәләр . Ҡыҙҙың һамаҡлап илап әйткән һүҙҙәре Әлфиәнең аңына барып етмәне.
-Нисек уның Шәрифе һәләк булһын?! Нишләп? Үлергә хаҡы юҡ! Мин бит көтәм! Әлфиә ап-аҡ булды, йөрәген ҡушуслап тотоп кәртәгә һөйәлде, тыны ҡыҫылды, эсендә нәмәлер өҙөлдө лә, бөгөлөп төштө.
-Һин уны, барыбер, минең һымаҡ яратманың, аңламаның, - тип йөрәген һаман ҡанһыратып ҡайыҙлаған Ләйсәнгә аяҡтарын саҡ һөйрәп барып өндәшмәй генә ҡапҡаны асып ҡуйҙы.
- Һин, һин... Яҡлаумы, йәлләүме, әллә ҡайғы уртаҡлашыуынмы көткән ҡыҙ төҫө ҡасҡан Әлфиәгә ғәжәпләнеп ҡарап торҙо ла, ҡапыл илауҙан туҡтап, башын күтәреп еңеүсе һымаҡ сығып китте. Әлфиә аңына килә алмай тәнтерәкләп өйгә инде лә, Шәрифтең бер тартма хаттарын тартып сығарып әле береһен, әле икенсеһен уҡый башланы. Егеттең һәр хатынан моң, һағыш, эскерһеҙ мөхәббәте бөркөлөп тора ине.
-Йәнем, юғалтаһым килмәй һине, бер үк ҡанаттарымды һындырма, өмөтөмдө һүндермә, көт мине! Иҫләйһеңме, бергәләп Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа барғайныҡ, музейҙарҙарҙы ҡарағайныҡ. Йәйге кистәрен йылға буйында усаҡ яғып таң ҡаршылағанды һағындым. Ә һинең дәрестәрҙе нисек көтөп ала
инем!
- Әлфиәм, "Көтәм", тигән бер һүҙ генә яҙһаңсы! -Һинһеҙ мин йәшәй алмаҫмын, Һин - минең бәхетем. Ғүмеремә еткән рәхмәтем, Һин һүнмәҫ мөхәббәтем.
-Их, ҡайтҡас, бөтә районға гөрләтеп туй үткәрербеҙ! Әлфиәнең боҙ булып туңған күңеле, ташҡа әйләнгән йәне, яҙғы ярһыу ташҡын һымаҡ, ирене лә күҙ йәштәре булып аҡты ла аҡты..
Авторы: Гөлназ Нафикова-Ғәбитова
Читайте нас в