Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
24 Август 2020, 16:35

ӨСМӨЙӨШ ЙӘКИ ДИҢГЕҘҘӘГЕ ДАУЫЛ. Хикәйә

#Ағиҙелжурналы

Бына йыл ярым инде Бәхтиәр Салауат менән Өфө араһында йөрөй: аҙна аҙағында эштән һуң автовокзалдан автобусҡа, эше бөтмәй һуңыраҡ ҡуҙғалырға мәжбүр булһа, Матбуғат йорто туҡталышынан аэропорт боролошона тиклем 101, 106, 110 һанлы маршрут автобустарының береһенә эләгә лә ҡайтып китә. Йәкшәмбе кис Салауаттан кире китеүе лә еңел түгел, баш ҡалаға килеүсе кеше күп. Көн йылыла бер хәл, бына көҙгө елдә, ямғырҙа, бигерәк тә ҡышын ҡыйын. Ҡышын, әлбиттә, боролошта өшөп тормаҫ өсөн маршрут автобусына эләгергә тырыша. Шәхси машиналар бик алып бармай. Тормоштарындағы социаль тигеҙһеҙлекте бына ошонда күрә лә инде Бәхтиәр: хәллеләр, түрә-ҡара еңел машинала елдерә, аҡсаһыҙҙар ҡул күтәреп баҫып тора. Машина алыу тураһында уйлау ҡайҙа Бәхтиәргә?
Балалар һәм үҫмерҙәр журналы редакцияһында эшләй ул. Әҙәбиәт бүлеге мөдире. Мөдир тигәс тә, мөдир ҙә түгел инде дөрөҫөн әйткәндә, сөнки бүлектә ул бер үҙе, башҡа кеше юҡ. Эше оҡшай, ҙурҙан ҡупҡанда, әлеге лә баяғы, аҙна һайын ҡайтып-китеп йөрөүен иҫәпләмәгәндә, республика матбуғат баҫмаһына эләгә алыуын тормошондағы ҙур уңыш тип иҫәпләй. Салауаттағы ҡала йәки башҡа берәй район гәзитендә, берәй мәктәптә бөтөнләйгә “батыуы” ла ихтимал ине бит. Хәйер, уларында ла эшләп алды. Салауаттағы ике бүлмәле фатирын бында берәй бүлмәгә алыштыра алыр, бәлки, редакция аша әлегә нәшриәттең дөйөм ятағынан үҙенә айырым бүлмә юлларға ла була. Ул саҡта ғаиләһен күсереп алып килеп тә булыр ине. Ул вариантты юллап баш мөхәрриренә ғариза ла яҙған. Ай, элегерәк, бер ун йыл самаһы элегерәк уйларға кәрәк булған да бит Өфө тураһында! Башҡорт аҡылы төштән һуң. Кәңәш итеүсеһе лә табылмаған, исмаһам, ҡатыны тызыҡлаһа ла, моғайын, ҡуҙғалыр ине.
Нигеҙҙә, мәктәп балаларынан килгән яҙмаларҙы – нәҫер, хикәйә, инша, һүрәтләмә, мәктәптәрендә үткән төрлө саралар, яратҡан уҡытыусылары хаҡында мәғлүмәт – ҡарап, тикшереп, йүнәтеп журналдарына тәҡдим итерҙәйен төҙәтеп ултыра, бармаҫтайҙарын (улары һирәк, сөнки мәғлүмәт бар, ҡул тигеҙһәң барыбер ҙә эшкиндереп була) авторҙарына ҡайтарып яуап хаттары яҙа, бәйләнеште өҙмәҫкә, яҙышып торорға ҡуша. Командировкаларға ла сыға – баш мөхәррир айына бер республиканың берәй ҡала йәки районына барып мәктәп тормошонан репортаж, һүрәтләмә алып ҡайтыуҙы талап итә.
Йөрөп ялҡһа ла, һис үкенмәй Бәхтиәр Өфөгә килеүенә. Кеше булараҡ та, ижадын да бик ихтирам иткән бер өлкән шағир ағай уның 2 йыл элек сыҡҡан тәүге шиғырҙар китабын уҡыған да, һәр шиғырына тигәндәй ентекле анализ яһап, уға рецензия яҙғайны. “Әҙәбиәткә йәш шағир килә!” тип исемләнгән был рецензия республиканың төп гәзитендә баҫылып, ифрат ҙур яңғыраш алды һәм Бәхтиәрҙе һуңғы йылдарҙа башҡорт шиғриәтенә килгән иң талантлы йәш шағирҙар рәтенә ҡуйҙы. Шуның артынса үҙенә хат та яҙып һалды. “Бәхтиәр, милли батырыбыҙ исемен йөрөткән йәш ҡалала йәшәүең шәп, әммә унда әлегә әҙәби мөхит юҡ, артабан ныҡлап ижад итәм, ә һин ныҡлап ижадҡа тотонорҙай кеше, үҫәм, китаптар сығарам тиһәң, нисек тә Өфөгә килергә тырыш – әҙәбиәт баш ҡалала эшләнә”, – тигән. Әлбиттә, күңелендә ул уй бар ине, шиғыр ене ҡағылған курсташтарының бер нисәһе күптән инде баш ҡалалағы төрлө редакцияларҙа, нәшриәттә эшләп йөрөй, китаптар сығара, әҙәби кисәләрҙә ҡатнаша, исем-шәрифтәре тәнҡитселәрҙең мәҡәләләрендә күренә. Ишетеүенсә, уларҙың күбеһе, әлеге ошо ағай арҡаһында барып урынлашҡайны редакцияларға. Ошо хат икеле-микеле уйҙарына ҡанат ҡуйҙы ла “китәм!” тигән ҡәтғи ҡарарға килтерҙе. Ҡатынына өндәште, дөрөҫөрәге, тәүҙә теге гәзитте, унан ағайҙың хатын уҡытты, барайыҡ, ысынлап та, минең шул мөхиттә ҡайнағым килә, яҙған тиҫтерҙәремдең күбеһе шунда (ул исем-фамилияларҙы атаны, хәйер, ҡатыны былай ҙа уларҙың барыһын да белә ине), тине. Бәй, шиғырҙы яҙыу өсөн мотлаҡ Өфөгә барырға тимәгән, бында ла яҙа алаһың, ул үҙ аллы эш, бер китабың сыҡты бит, артабан да сығыр, тип яуапланы ҡатыны. Өҫтөнә һалҡын һыу ҡойҙомо ни! Тормошта практик кеше, киреһенсә баш ҡалаға ынтылырға тейеш ине, ә ул... Бәхтиәр аптырап ҡалды, яҙышыуына битарафлығын белә ине, ләкин бындай яуапты һис көтмәгәйне. Кеше бит гел камиллыҡҡа ынтылырға тейеш, һиңә лә эш табылыр – баш ҡала баш ҡала инде – күңеллерәк, рәхәтерәк, малайҙарға ла уҡырға инер өсөн еңелерәк буласаҡ, тип яуапланы. Ҡатыны өндәшмәне.
Шулай ҙа барҙы Бәхтиәр Өфөгә, разведкаға, йөрөп сыҡты, танышты, үҙен таныштырҙы, һорашты һәм әлеге журналдың баш мөхәрриренә ингәйне, юлы уңды ла ҡуйҙы. Һуңынан ишетеүенсә, уның ҡолағына әлеге шағир ағай төшөргән булған икән. Эш башлағас килде өлкән шағир, урынлашыуына бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы булмаған кеше кеүек аптырағандай итте, ҡотланы, “әҙәбиәтебеҙҙең киләсәге һинең ҡулда, ҡустым, һәр балаға иғтибарлы бул, өйрәт, аңлат, хаттар яҙ, саҡыр, йыбанма – һинең мәктәбеңде үтһәләр, ҡайһыларынан мотлаҡ шағир сығыр” – тине.
Ҡатынын да аңлай Бәхтиәр, тәүҙә хәбәренә аптыраһа ла, төшөнә. Урта мәктәптә рус теленән уҡытҡан ҡатыны – үҙ эшенең оҫтаһы, бала-саға ла, уҡытыусылар ҙа яратҡан педагог. Завуч итеп ҡуйырға ла самалайҙар икән. Етмәһә, мәктәбе лә эргәлә, юл аша ғына. Транспорт менән йөрөйһө юҡ – атлап бара, атлап ҡайта. Шул рәхәттәрҙе нисек ташлап китһен инде?
Редакцияла йыл ярым эшләп ташлағас ҡына, уны йәлләптер инде, йә яңғыҙлыҡтан, үҙенә ябырылған мәшәҡәттән йонсоп: “Фатирҙы нишләтәбеҙ, һатып китәйекме, әллә алыштырыу мөмкинселеген эҙләйһеңме?” – тип һораны бер ялға ҡайтҡанында. Бәхтиәргә был һорау оло еңеүгә бәрәбәр ине. Тимәк, риза! Яратҡан мәктәбен, эшен, коллективын ҡалдырырға риза! Тимәк, уйлап йөрөгән, үҙенең мәнфәғәтенән бигерәк Бәхтиәрҙең карьераһын (тап карьераһын, ижадын түгел) өҫтөн ҡуйған. Бында һатып, тегендә һатып алыу бик мәшәҡәтле буласаҡ, шуға, әлбиттә, алмаштырыу яғын ҡарайыҡ, тип яуапланы Бәхтиәр. Ике бүлмәгә, ике бүлмәне табып булмаясаҡ, берәү ҙә ризалашмаясаҡ. Өфөнән бында килеүсене табып та булмаҫ әле. Бер яйы сығыр, моғайын, мин тегендә иғлан бирермен, һин бында һораштыр, тип һөйләшеүгә йомғаҡ яһаны.
Ҡанатланып осто Бәхтиәр Өфөгә әлеге һөйләшеүҙән һуң. Быға тиклем дүшәмбенән йомаға тиклемге арауыҡты, дөрөҫөн әйткәндә, йә башкөлләй эшкә сумып, командировкаларға йөрөп ваҡыты ҡалмай, йә онота, ярар, иртәгә, иртәгә, тип күсерә килә, йома тыуғас ҡына, бигерәк тә киске яҡҡа, ҡайтырға юлға сығыр алдынан, иҫенә төшә лә, ярға ырғытылған балыҡ һымаҡ үҙ-үҙен әрләп тылпырарға тотона торғайны. Хәҙер редакциялағы эше лә яңы һулыш алды, күңелендә ҡанатлы шиғыр юлдары ла тыуа башланы. Ул гәзиттәргә, шул иҫәптән “Ҡулдан – ҡулға” реклама аҙналығына, ҡала гәзитенең башҡортсаһына ла, руссаһына ла иғландар яҙып бирҙе, Матбуғат йортонда бергә эшләгән, аралашҡан иптәштәренең, таныш-тоноштарының ҡолаҡтарына төшөрҙө. Һәм, ғәжәп, тәгәрмәс әйләнә башланы бит!
Ләкин ептең осо Бәхтиәр көткән яҡтан түгел, икенсе яҡтан күренде. Ҡатынына мәктәптә бергә эшләгән хеҙмәттәше, бер әхирәтем Переславль-Залесский тигән ҡалала йәшәй, ике йыл элек ире үлде, хәҙер мине бында бер нәмә лә бәйләмәй, бик тә ҡайтҡым килә тыуған яҡҡа, тип һөйләгән, имеш. Шылтыратып белешермен әле, тип тә вәғәҙәләгән. Сираттағы йома кис ҡайтҡанында ҡатыны уға ошо мәғлүмәтте һөйөнсөләне. Әлбиттә, был вариант ҡатмарлыраҡ, йәғни Салауаттан тура Өфөгә алмашыу түгел, унда барырға теләүсе Өфө кешеһен табырға кәрәк була. Ярар, был йүнәлештә лә шөғөлләнер. Үҙе таба алмауына бер аҙ күңеле ҡытыҡланһа ла Бәхтиәр был хәбәргә шат ине. Кем белә, бәлки урау вариант, өсмөйөш, килеп тә сығыр. Сыҡмаҫтай булһа, башҡаларын өйрәнерҙәр – биргән иғландарына халыҡ барыбер ҙә “ҡаба” бит.
Шул көндө үк теге адрес (ҡатынының мәктәптәге хеҙмәттәше шылтыратып белешкән, һөйләшкән, адресын алған) буйынса хат яҙып һалдылар. Шулай-шулай, беҙ Салауат ҡалаһында ике бүлмәле фатирҙа йәшәйбеҙ, майҙаны шунса, ҡала уртаһында тиерлек, эргәбеҙҙә генә магазин, баҙар, транспорт туҡталышы ла йыраҡ түгел, беҙҙең шуны Өфөгә алыштырғыбыҙ килә, ә Өфөнән һеҙҙең ҡалаға барырға теләүсене табырға тырышырбыҙ...
Икенсе аҙна аҙағына яуап хаты килде. Эйе, ундай ниәт бар шул. Теләк – Салауат йәки Стәрлетамаҡ ҡалаларына, уларҙа туғандарым йәшәй, һеҙҙең фатир беҙгә ҡулай күренә, бәлки, йәйге отпуск мәлендә һуғылырбыҙ ҙа, һеҙ үҙегеҙ ҙә килеп китә алаһығыҙ, үҙегеҙ әйтмешләй, “өсмөйөштөң” өсөнсө яғын үҙегеҙгә табырға тура килә инде...
Тәүҙә өсәүләп – үҙе, ҡатыны, 14 йәшлек өлкән улы – барырға уйлағайнылар. Киләһе аҙна ҡайтҡанында ҡатыны, яҡын ара түгел, аҡса түгеп ниңә өсәүләп йөрөйбөҙ, беҙ барасаҡ фатир түгел дә, үҙең генә барып күреп ҡайт, тине. Аҡыллы фекер ине был, Бәхтиәр үҙе лә шулай уйлай ине, тик ҡатынына әйтергә генә ҡыймай йөрөгәйне. Баш мөхәррирҙе, шундай-шундай мәсьәлә менән барам, юл хәлен белеп булмай, дүшәмбегә ҡайтып өлгөрмәһәм, юғалтмаҫһығыҙ әле, тип иҫкәртте лә йома төштән һуң, поезға ултырып Мәскәү тарафтарындағы теге ҡалаға китте барҙы. Мәскәү тарафы тиһә лә, баш ҡаланан 140 километр самаһы алыҫлыҡта ятҡан Ярославль өлкәһендәге боронғо ҡала икән. Мәскәүҙән автобус менән барырға тейеш була.
Купела бер ҡарт прапорщик, ике эшҡыуар тура килде. Ултырғандан эсә башланылар ҙа барып еткәнсе эстеләр, етмәһә, насар һүҙҙәр менән ил етәкселеген, системаны һүктеләр, йәнәһе лә, ябай кешегә йәшәргә һис ирек бирмәйҙәр: прапорщик эш хаҡы аҙ тип зарлана, йәшерәк сағында нисәмә тапҡыр хәрби училищеға барып та уҡырға инә алмауын, һөҙөмтәлә сәстәре ағарғансы прапор булып йөрөргә мәжбүр булыуын һөйләй, эшҡыуар әллә нисәмә төр һалымдар менән быуыуҙарына, тауарҙарын һата алмауҙарына, һәр ерҙә ришүәтселек сәскә атыуына, һөмһөҙ чиновниктарға аҡса төртмәйенсә бер эште лә алып барып сығара алмауҙарына ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Бәхтиәрҙән ҡат-ҡат һорағас, журнал редакцияһында эшләйем, тигәйне, тимәк, журналист, бына беҙҙең проблемаларҙы мотлаҡ яҙ, күрһәт, күтәр, халыҡ белһен, бәлки, хөкүмәттә ултырғандар ҙа ҡолаҡ һалыр, тип өгөтләргә тотондолар. Һөйләгәндәренең барыһын да яҙып ҡына хәл итеп булһа...
Бәхтиәр баш ҡаланың Ярославль вокзалында төштө лә буфет-магазиндан күстәнәстәр алып Загорск – Переславль-Залесский маршруты автобусына ултырып (Таңһылыуға шылтыратып нисегерәк барырға икәнен ныҡлап белешкәйне) китеп, шәмбелә төнгө сәғәт 12-ләрҙә йорттарын эҙләп тапты.
Ишекте шундуҡ тигәндәй, хатта кем, тип һорап та тормай, төҫкә сибәр, мөләйем йөҙлө, тулы кәүҙәле йәш ҡатын асты. Сөм ҡара оҙон сәстәре яурындарына һибелгән, күҙҙәре ҙур, асыҡ, билдәле кино актрисаһы Самойлованыҡына оҡшап, хәйер, йөҙө лә уға тартым, күҙ ситтәре өҫкәрәк тартылып тора. Ирендәре уймаҡ һәм ҡып-ҡыҙыл, әммә буялмаған, тимәк, тәбиғи төҫө шулай. Өҫтөндә ҡыҫҡа еңле халат. Уныһы ла үҙенә килешеп тора.
– Һаумыһығыҙ! Һеҙ Таңһылыумы? Мин дөрөҫ килдемме? – тип һораны Бәхтиәр башҡортсалап, ҡатынға бергилке һоҡланып ҡарап торғандан һуң.
– Бәхтиәр ағай булһағыҙ, дөрөҫ, – тип йылмайҙы ҡатын. – Көтәбеҙ, инегеҙ әйҙә.
Бәхтиәр һаҡ ҡына инде лә, пакеттағы күстәнәсен Таңһылыуға һондо, ишекте ябып, портфелен аяҡ кейемдәре янына ултыртып, артабан нишләргә һуң, тигәндәй аптырап ҡалды.
– Рәхмәт, күстәнәсһеҙ ҙә ярар ине. Аяғығыҙҙы һалығыҙ ҙа портфелегеҙҙе алып әйҙә, залға үтегеҙ, – тине Таңһылыу.
Бәхтиәр туфлиҙарын, курткаһын һалды, күлдәге менән салбарын тартҡылап үҙенсә рәтләне лә һаҡ ҡына, әйтерһең дә, быяла ватыҡтары өҫтөнән бара, ҡатын ишаралаған яҡҡа йүнәлде. Керһә, диванда кәүҙәгә ҡураныс ҡына 60 – 65 йәштәр тирәһендәге ҡатын ултыра. Таңһылыуҙың әсәһе, күрәһең. Бәхтиәр йәнә иҫәнләште.
– Һаумыһығыҙ, – тине мөләйем ҡатын, – Зөлхизә апайың булам, Таңһылыуҙың әсәһе, – был улыбыҙ – Радик. Йә, нисек юл мәшәҡәттәре? Өфө урынындамы?
– Арыу, рәхмәт. Баш ҡалабыҙ үҙ урынында.
– Арыу ҙа килеп еткәс, Өфөбөҙ ҙә үҙ урынында булғас бик яҡшы. Ҡыҙым, тәү сиратта ҡунаҡтың тамағын туйҙырайыҡ, юл оҙон, асыҡҡандыр. Поезда бит һелкеүестәге борсаҡ ише һелкенеп киләһең. Хәбәргә өлгөрөрбөҙ.
Таңһылыу етеҙ атлап кухняға сығып китте, уның артынан Зөлхизә апай ҙа ҡуҙғалды. Бәхтиәр диванға сүгәләне лә бүлмәгә күҙ йүгертте. Зал бөхтә йыйыштырылған, таҙа, һәр нәмә үҙ урынында. Уртала йомро өҫтәл, уға ап-аҡ селтәрле ашъяулыҡ йәйелгән, төрлө форма, төрлө ҙурлыҡтағы ҡашығаяҡ ултыртылған сервант, уның өҫкө кәштәһенә тығыҙ итеп китаптар теҙелгән, ҙур экранлы телевизор. Радик шул телевизорға текәлеп нимәлер ҡарай. Бер яҡ стенала – ҙурайтылған пейзаж фоторепродукциялары. Өсөһө лә рамлы, быяла аҫтында. Бәхтиәр уларҙың икеһен шундуҡ таныны: береһе Эрнст Сәйетовтың “Бесән өҫтө” офорты , икенсеһе Хатип Фазыловтың “Ҡышҡы этюд” ы. Таныны, танымайса, сөнки был ике рәссамдың юбилейҙары айҡанлы ижадтары тураһында ҙур мәҡәләләр яҙғайны. Уларҙың береһе әҙәби-нәфис журналда, икенсеһе ҙур гәзиттә баҫылды. Республиканан алыҫта башҡорт рәссамдарының эштәрен күреү уға ғәжәп, хатта көтөлмәгән бер хәл ине. Һүҙ ҙә юҡ, күркәм эштәр. Ҙурайтып рамға ҡуйһаң, ифрат матур күренәләр икән. Шуларҙы алып килеп элеп ҡуйыуҙарын әйт әле, һин! Тимәк, ностальгия, тимәк, тыуған яҡ быларҙы, ысынлап та, тарта. Ә бына өсөнсө картина Айвазовскийҙың “Волна” тигән картинаһы. Был маринист рәссам ижады тураһында Бәхтиәрҙең яҙғаны юҡ, әлбиттә, нигеҙҙә, диңгеҙ тематикаһына ижад иткән байтаҡ әҫәрҙәренең фоторепродукцияларын күргәне бар. Әйтәйек, “Бурное море”, “Черное море”, “Чесменский бой” тигәндәрен яҡшы белә. “Волна” башҡорт рәссамдарының тыныс һәм һил, уйсан эштәре йөкмәткеһенең тап киреһе: ажарланып ятҡан диңгеҙ стихияһы. Ҡарағусҡыл-зәңгәр тулҡындар, бында бер генә тулҡын түгел, ә бер нисә, хәйер, диңгеҙ үҙе ғәйәт бер ҙур тулҡынға әүерелгән, шашып-ҡотороп ырғый, үрһәләнә, ярһый, сайҡала, бына-бына ярҙарынан сығып, әгәр уның, ғөмүмән, яры булһа, бөтә донъяны баҫыр һымаҡ. Күпме көс, ғәйрәт, шом был тулҡындарҙа! Ҡарауы ла ҡурҡыныс әлеге дәһшәткә.
– Бәхтиәр ағай, әйҙәгеҙ ашап алайыҡ. Моғайын да, ҡоро-һары менән генә туҡланып килгәнһегеҙҙер, – Таңһылыуҙың иркә, хәстәрлекле тауышын ишетеп, Бәхтиәр тертләп китте. Бәй, тамам диңгеҙ стихияһына сумған, имеш, картинаға текәлеп ултырып. Уға балалар һымаҡ ҡылығы өсөн уңайһыҙ булып китте.
– Юҡ, әллә ни асыҡманымсы, ваҡ-төйәк алғайным, купела бергә килгән иптәштәр ҙә көсләп-өгөтләп ризыҡтарынан ҡапҡыларға мәжбүр итте, – тип аҡланды Бәхтиәр. – Журналист эше менән юл йөрөп өйрәнелгән инде. Эләккәндә дөйә һымаҡ бер ныҡ ҡына ашайһың да йөрөйһөң киләһенә тиклем. Ә киләһе ҡасан – Алла Тәғәлә ҡулында.
Көлөшөп алдылар. Өҫтәл бай ине, әҙерләнеп көткәндәре күренеп тора. Асығыуы булһа ла тартынып ҡына ашаны Бәхтиәр. Ҡунаҡҡа килмәгән, эш менән йөрөй. Өҫтәл артында күберәк хужабикәләр һөйләне, дөрөҫөрәге, һорашты. Өфө, республикалағы хәл-ваҡиғалар, яңылыҡтар. Бына нишләтә кешене тыуған илдән ситтә йәшәү, тип уйлап ултырҙы Бәхтиәр, быларҙың республикаға, уның кешеләренә, булған хәл-ваҡиғаларға ҡағылышлы һорауҙарына үҙе белгән тиклем яуап биргәндә. Үҙең унда йәшәгәс, күп нәмәне күрмәйһең, ҡыҙыҡһынмайһың, иғтибар итмәйһең, ситкә китһәң, һәммәһе лә ҡыҙыҡ, мөһим икән. Өфөнән булғас, ана бит яҡын туғандарын ҡаршы алған ише ҡаршыланылар.
Хәбәр яйлап фатир темаһына күсте, ғаилә хәлдәренә килеп ялғанды. Һөйләгәндәренән шуны белде Бәхтиәр, Зөлхизә апай Күгәрсен районынан булып сыҡты, кейәүе үлгәс, Таңһылыу бында саҡырып алған икән. Бөтөнләйгә күсмәнем, яҙ башынан ауылыма ҡайтып китәм, ҡышҡыһын бында, ти. Был фатир ведомственный, йәғни химзавод ҡарамағында, ә Таңһылыу ошо заводта склад мөдире булып эшләй. Ләкин оҙаҡламай үҙенә күсерергә тейештәр – тәғәйен нисәлер йыл заводта эшләгәс ведомственный мөһөрөн алалар икән. Тейешле документтарҙы йыйып биргәндәр, комиссияның раҫлау ҡағыҙын көтәләр. Ҡағыҙҙы алһалар алыштырырға мөмкин буласаҡ. Нисек был йыраҡ тарафҡа килеп сыҡтығыҙ һуң, тигәнгә Таңһылыу “оҙон тарих” тип кенә ҡуйҙы, һөйләгеһе килмәне. Үлгән ире менән бәйлелер, моғайын, сәбәбе, тип фаразланы Бәхтиәр һәм был һорауға кире ҡайтманы. Хәйер, уға ул тема кәрәкмәй ҙә.
Бәхтиәр үҙенең ҡайһы райондан икәнен, ҡайҙа эшләгәнен, ғаилә хәлен, Өфөгә күсеү ниәтен һөйләне, фатирҙары оҡшауын, Өфөнән бында бер нисә кеше теләк белдереүен, улар менән һөйләшкәндә был фатир хаҡында белеүе кәрәклеген һәм тап шул маҡсат менән килергә ҡарар итеүен әйтте. Теләүселәрҙең үҙҙәренең дә бында килеү ихтималлылығы бар, шуға күрә әҙер тороғоҙ...
Бәхтиәр менән Радикка залға урын йәйҙеләр. Ләкин Бәхтиәрҙең күҙенә һис йоҡо ҡунманы – әллә оҙон юл ярһытҡан, әллә сит ҡалаға, үҙенең башҡорттары булһа ла, әммә ят кешеләргә килгәндән тыуған тәьҫораттарҙа йөҙә. Улай тиһәң, журналист йомошо менән республиканың байтаҡ район, ҡалаларында булып ҡунаҡханаларҙа, таныш-тоношта, класташ-курсташтарында, йәки әлеге ише бөтөнләй сит кешеләрҙә йоҡлап йөрөп өйрәнгән инде. Күнегәһе түгел. Сәбәбе, быны әлегә үҙе лә аңлап-төшөнөп етмәй, хатта ул турала уйларға ла ҡурҡа, Таңһылыуҙы күреүҙән тыуған күңел елкенеүе ине. Матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнашырлыҡ сағыу сибәрлеге лә юҡ, әммә ғәжәп һөйкөмлө, асыҡ, эсендә ниндәйҙер ут янып, бар булмышын яҡтыртып торған һымаҡ. Күп һөйләмәй, артығы менән ҡыҙыҡһынмай, әңгәмәсене бүлдермәй, әйтһә урынлы ғына әйтеп ҡуя. Эшсе сифатында тиерлек эшләп йөрөгән кешелә ҡайҙан үҙ-үҙен шулай тота белеү маһирлығы, интеллигентлыҡ? Аристократтарса теүәл хәрәкәт, иплелек? Ҙур ҡара күҙҙәрендә ниндәйҙер төпһөҙ тәрәнлек бар, ҡараштары ихлас һәм эскерһеҙ. Бәхтиәр өҫтәл артында ошо ҡараш әсирлегендә булды, онотолоп та китте, бәйләнешһеҙ һүҙ ҙә ебәргеләне. Ҡара һин уны, бына тигән ҡатыны, үҫеп бөткән ике улы бар көйө тәүгә күргән ҡатынға һушы китте лә ҡуйҙы. Эйе, уға иғтибар итмәү мөмкин түгел, иғтибар итмәҫкә һуҡыр һәм һаңғырау булырға кәрәк. Ә Бәхтиәрҙең әлегә, Аллаға шөкөр, күреү, ишетеү ағзалары теүәл, тимәк, матурлыҡты күрә белеү, уға һоҡланыу, хатта ярата алыу тойғолары бар...
Төшөнә Айвазовскийҙың тулҡындары керҙе. Стеналағы диңгеҙ шашты-шашты ла ҡапыл түгелеп фатирҙы баҫты һәм өйөрөлөп йөрөп күҙ асып, күҙ йомған арала Бәхтиәрҙе картина эсенә һурып та алды. Ул тулҡындар араһында юнысҡы ише йөҙә, имеш: бер бата, бер ҡалҡа, карап мачталарына йәбешергә тырыша, әммә тотондом тигәндә ағым уны күккә сөйә, унан йәнә диңгеҙ төбөнә сумыра. Ул ярҙам һорап Таңһылыуға ҡысҡыра, әммә тауышы сыҡмай, ауыҙ-танауына һыу тула...
Йәкшәмбе көн булғас хужалар һуң торҙо. Хәйер, ятыр алдынан улар Бәхтиәрҙе был хаҡта иҫкәрткәйнеләр. Аяҡ остарына баҫып йөрөгәс, кухняла ҡашығаяҡ тауышы ишетелгәс, ә Бәхтиәр ғәҙәте буйынса иртә уянғайны, ул да урынынан ҡалҡынды ла раскладушкалағы Радикты уятмаҫҡа тырышып түшәген йыйҙы, кейенде, унан серванттағы китаптарҙы ҡарарға тотондо. Кешегә барһа, иң беренсе сиратта китап менән ҡыҙыҡһына торған ғәҙәте бар. Ғөмүмән, башҡорт ғаиләһендә китап менән ҡурай мотлаҡ булырға тейеш, тип иҫәпләй ул. Хужаларҙың әҙәбиәт менән дуҫ булыуы күренә. Аҡмулла, Бабич, Рәми Ғарипов, Рәмзилә Хисаметдинова, Рәшит Назаровтың шиғри йыйынтыҡтары бар, тарихҡа арналған китаптар ҙа, Переславль-Залесский ҡалаһы, уның үткәне һәм бөгөнгөһө хаҡындағыһы ла, артист халҡының фотоальбомдары ла байтаҡ. Тимәк, Таңһылыу ҡыҙыҡһына, уҡый, бигерәк тә шиғриәт менән дуҫ. Шиғыр уҡыған кешенең ғәҙәттә күңеле осошло, уй-хыялдары яҡты, ынтылышлы була.
Айвазовский картинаһы эленгән яҡҡа боролғайны, диңгеҙҙәге дауыл уны кисәге хәленә ҡайтарҙы ҡуйҙы: күңеле йәнә ярһып китте. Ул батҡан карап мачтаһына йәбешкән меҫкен матростар һымаҡ был ғәрәсәттән ҡасып ҡотолорға тырыша, әммә уҫал тулҡындар әсирлегенән һис ҡотола алмай: юнысҡы һымаҡ бер күтәрелеп, бер батып, уның әсирлегендә әйләнеүен белә.
Бер уйлаһаң, мөғжизәнең дә мөғжизәһе бит, хатта башҡа һыйҙырыуы ла ҡыйын: бер секунд эсендә төрлө рәүеш-һүрәткә ингән диңгеҙ тулҡындарын нисек шулай “тотоп” алырға, күҙгә “һыйҙырырға” мөмкин дә, нисек киндергә һалырға мөмкин? Күҙ-ҡараш бер мәлде, ғәйәт ҙур һыу массаһының уйылып аҫҡа, тәрәнлеккә төшөп киткәнен, бер аҙҙан шулай уҡ ғәйәт ҙур көс ярҙамында өҫкә атылғанын күрә. Ләкин был күренеш тиҙ арала юғала, диңгеҙ өҫтө бөтөнләй икенсе төҫкә алышына. Рәссам шул мәлде күҙенең хәтерендә ҡалдырырға ла шул хәтере буйынса киндергә төшөрөргә тейеш була... Эрнст Сәйетовтың, Хатип Фазыловтың картиналарындағы предметтар хәрәкәттә түгел, тын торошта, уны киндергә һалыуы еңел, ә бына диңгеҙҙәге дауылды “һалыуы”, ай, ҡыйындыр ул...
Иртәнге сәй мәлендә кистән һөйләшкәндәрҙе яңырттылар. Бер аҙҙан Таңһылыу Бәхтиәрҙе оҙата сыҡты. Автовокзалға тиклем генә барам, тиһә лә, Мәскәүгә, ВДНХ-ға ҡәҙәр барырға ниәтләне. Ара яҡын түгел, 140 саҡрым, өс сәғәтлек юл. Йөрөмәһә лә булыр ине. Юҡ, йөрөмә, тип ныҡышһа ла, миңә ҡыйын түгел, ял көнө бит , бармайса, тип ай-вайына ҡуйманы. Хәйер, күңеленең бер мөйөшөндә, әҙерәк оҙатһа яҡшы булыр ине, тигән йәшерен уйы бар ине. Был уйы Таңһылыу менән айырылышҡыһы килмәгәндән. Аңланы-төшөндө Бәхтиәр, битараф кеше былай йөрөй алмай, тимәк, уның да ылығыуы бар, уның да айырылғыһы килмәй.
Ҡаланы кисә төнөн йүнләп күрә алмағанлыҡтан, Бәхтиәр, автобусҡа ултырғас, ике яҡ тәҙрәнән дә ҡыҙыҡһынып ҡарап барҙы. Салауат һымағыраҡ әллә ни ҙур булмаған ыҡсым ғына ҡала икән. Әммә Салауаттан айырмалы, бик боронғо икәне шәйләнә: ап-аҡ тәнле һәм тәреле соборҙар, храмдар, сиркәүҙәр, өсәр, бишәр ҡатлы иҫке йорттар. Улар араһында дегәнәк, кесерткән, башҡа ҡый үләндәре солғанышында ниндәйҙер мөғжизә арҡаһында үҫеп ултырған сәскәләр кеүек ҡыҙыл, аҡ кирбестән һалынған бөгөнгө бейек йорттар ҙа бар. Урамдар тар һәм ҡыҫҡа.
Уның тышҡа мөкиббән ҡарап килеүен Таңһылыу шәйләне лә:
– Ҡала оҡшаймы, Бәхтиәр ағай? – тип һораны. – Бында булғанығыҙ юҡтыр? Өфө түгел инде, күпкә бәләкәй, әммә боронғо, бай тарихлы ҡала.
– Булғаным юҡ, ҡайҙан инде? Былай исеме таныш, ҡайҙалыр уҡығайным. Боронғолоғон да беләм. Шулай ҙа тарихы нисегерәк һуң?
– Ҡаланы 1152 йылда кенәз Юрий Долгорукий нигеҙләгән, тип яҙа тарихсылар. Боронғо Рустың төньяҡ-көнсығыш тарафында баш ҡала сифатында һалына, шул замандарҙа ул Киевҡа етә дәүләттең иң ҙур ҡалаһы була. Долгорукий үлгәс, баш ҡала статусын юғалта. Әйткәндәй, бында Александр Невский тыуған. Йәнә бер тарихи факт: Петр батша үҙенең беренсе хәрби флотын тап ошонда – Плещеев күлендә төҙөй, – Таңһылыу йорттар араһынан күренгән тигеҙлеккә ишараланы. – Күл әле туң, өҫтө ҡар, шуға ла абайларлыҡ түгел.
– Хәрби флот төҙөрлөк шундай ҙур күлме ни?
– Ҙур. Яйлап һайыға, тарая, ти урындағы оло кешеләр. Ул замандарҙа ифрат ҙур булған икән: карталарҙан, һүрәттәрҙән, фотоларҙан белеп була. Уға Трубеж тигән йылға ҡоя. Хәҙер унда – “Плещеев күле” тип аталған милли парк. Ҡаланы бер нисә тапҡыр татар-монголдар баҫып алып яндыра, 1608 йылда поляк-литва интервенттары туҙҙыра, XV – XVI быуаттарҙа ҡала Мәскәү кенәзлегенә буйһондорола. Йәнә бер ҡыҙыҡлы факт: ошо ваҡыттарҙан алып Мәскәү кенәзлеге дворын балыҡ менән тәьмин итеп торорға мәжбүр ителә. Сөнки ҡалала балыҡ менән кәсеп итеү төп шөғөлдәрҙең береһе була. Ряпушка тигән был балыҡ һүрәтенең ҡала гербына, флагка төшөрөлөүе шунан башлана һәм әле лә һаҡланып ҡалған. Был балыҡ ифрат тәмле, һәм ул тик Плещеев күлендә генә бар. Ул Ярославль өлкәһенең, шулай уҡ Рәсәйҙең ҡыҙыл китаптарына индерелгән.
– Ай, ниндәй тәмле балыҡты тәмләмәй ҙә ҡайтып барам, имеш! – Бәхтиәр көлдө.
– Киләһендә мотлаҡ ашатырмын, Бәхтиәр ағай, – уға ҡушылып Таңһылыу ҙа көлдө.
– Киләһе булырмы икән һуң?
– Нишләп булмаһын? Буласаҡ. Барыһы ла үҙебеҙҙән тора, – Таңһылыу бер аҙ өндәшмәй килде лә хәбәрен дауам итте. – Әйткәнемсә, Петр Беренсе Плещеев күлендә хәрби флотилия төҙөй һәм был рус флотилияһын барлыҡҡа килтереүҙең башы була... Хәҙер ҡала Ярославль өлкәһе Переславль районының административ үҙәге, “Золотое кольцо” тигән статусы бар. Ҡырҡ меңгә яҡын кеше йәшәй. Ҡаланан Мәскәүгә тиклем 140 cаҡрым.
– Таңһылыу, һин заводтағы төп эшеңдән тыш гид йәки экскурсовод булып йөрөмәйһеңдер ул? – Бәхтиәр Таңһылыуҙың ҡала тарихын төплө белеүенә ихлас һоҡланды, хатта аптыраны. – Бындай мәғлүмәттәрҙе ҡайҙан йыйҙың? Улар һиңә нимәгә кәрәк?
– Ҡайҙан, тип, ҡала тарихы тураһында китап, брошюралар, каталогтар күпләп сығарыла. Рәсәйҙән генә түгел, сит илдән дә туристар ағылып килә. Туризм көслө бында. Шуға ла уларға таратыр, һатыр өсөн әлеге материалдар бик күп кәрәк. Урыҫ үҙенең үткәненә бик иғтибарлы бит. Ә миңә, ошонда йәшәгән кешегә, быларҙы белеү мотлаҡ.
– Бында нисек килеп юлыҡҡаныңды тәки әйтмәнең?
– Оҙон тарих, форсат сыҡһа һөйләрмен, ваҡыты әле түгел.
– Тимәк, ул тарих менән танышыуҙы, ряпушка балығын ашауҙы киләһе осрашыуға ҡалдырабыҙ булып сыға инде.
– Эйе, киләһе юлға.
– Килештек, тик онотма!
Байтаҡ һүҙһеҙ килделәр. Шунан Таңһылыу телгә килде.
– Бер ҙә ҡайтарғы килмәй бит әле һеҙҙе, Бәхтиәр ағай, – тип асылды, үҙенең һүҙҙәренән үҙе оялды – йөҙө ҡыҙарҙы, ҡараштары моңһоуланды. – Ҡорғаҡһыған күңелемде тулҡынландырҙығыҙ ҙа ҡуйҙығыҙ. Миңә был турала әйтеү оят, тик нишләйем, был, ысынлап та, шулай, мин уны һеҙҙән йәшергем килмәй.
– Мин үҙем дә шундай хәлдә, Таңһылыу. Быға тиклем бындай ҙа мәжнүн булғаным юҡ ине. Фатир алыштырам тип килеп һине таптым, – Бәхтиәр ҡатынды ҡыйыуһыҙ ғына үҙенә тартты. – Хоҙай ниңә иртәрәк осраштырманы икән?
– Ҡатының, ике малайың, яратҡан эшең бар, һин бәхетле, тормошоң теүәл. Ә мин һыңар калош ише япа-яңғыҙмын.
– Һин яңғыҙ түгел, улың бар, әсәйең бар. Әгәр кеше үҙенең күңелендә яңғыҙлыҡ тоймаһа ул яңғыҙ булмай. Бына хәҙер мин дә һинең донъяңа килеп индем түгелме?
– Эйе, ҡаршы килмәһәң, мин һине ситтән тороп ҡына яратырмын, ағай. Ана шул яңғыҙлыҡты тоймаҫ өсөн. Миңә шул да еткән – үҙемде бәхетле тоясаҡмын.
Дауыл уйнай ине Бәхтиәрҙең эсендә. Үҙе лә аңлап етмәгән тойғолар, ләззәт тулҡындарында йөҙә, рәхәтлек кисерә һәм ошо кисереште һис өҙгөһө килмәй. Бындай көслө хистәрҙе бер ҡасан да кисергәне булманы, ахыры. Иртәгә, иртәнән һуң, унан алдағы көндәрҙә тормошо нисек дауам итерен ул күҙ алдына ла килтерә алмай. Шуныһы асыҡ – ул бөтөнләй икенсе тормош буласаҡ. Был ҡатлы-ҡатлы хистәр даръяһы менән бынан ары нисек йәшәр, көсө етерме? Ҡатынына нисек күренер? Белгертмәһә, алдаҡсы булып йөрөй, әйтһә, оло ғауға сыға һәм хуш Переславль-Залесский. “Фатирҙы алыштырыу хаҡында уйлама ла. Бөттө, күсмәйбеҙ, ошонда йәшәйбеҙ, ҡайт та бында берәй эшкә кер”, – тигән ҡәтғи талап ҡуясаҡ. Ә уның Өфөгә күскеһе, тиҫтерҙәре, курсташтары менән аралашып, сәмләшеп, ярышып ижад иткеһе, әҙәби мөхиттә ҡайнағыһы, әҙәби кисәләргә йөрөгөһө, китаптар сығараһы килә. Киләсәген башҡаса төҫмөрләй алмай ул. Олпат шағир ағай әйтмешләй, әҙәбиәт баш ҡалала эшләнә.
– Эшеңә шылтыратырмын, хат та яҙырмын, – тине Бәхтиәр, оҙаҡҡа һуҙылған паузаны өҙөп.
– Хәҙер телефондан ғына аралашабыҙмы инде? Бүтәнсә килмәйһеңме?
– Киләм, мотлаҡ киләм, ряпушка балығын ашайһым бар, үҙеңдең был урыҫ араһына нисек килеп юлығыуыңды ла һөйләмәнең, – Бәхтиәр көлдө. Килеп-китеү араһында телефон, хат бар, тимәксемен. Фатирҙарҙы алыштыра алһаҡ, бер-беребеҙгә яҡынаябыҙ. Салауат менән Өфө араһы – шулай уҡ өс сәғәтлек юл.
– Эйе, Алла бирһә. Артабан?
Был һорауға яуапты Бәхтиәр үҙе лә белмәй. Ул яуап эргәлә лә һымаҡ, барып етә алмаҫлыҡ алыҫ та. Эйе, бөгөн-иртәгәнән уның яңы тормошо башлана: яңы уй-хыялдар, ынтылыштар, редакциялағы эше лә барыр, фатирын да Өфөгә алыштыра алыр, бәлки, һәм бер көн, ысынлап та, ошо һорау бөтә ҡырҡыулығы менән алдына килеп баҫасаҡ. Артабан? Мәңге ике арала йөрөй алмаясаҡ бит инде, өсмөйөштөң береһе юғалырға тейеш. Салауатҡа, элекке фатирына барып йөрөй ҙә ала, ә артабан? Хәйер, улай алыҫҡа китмәҫкә кәрәктер, беренсегә генә күрешеүҙәре, дөрөҫөрәге, саҡ танышыуҙары, ваҡыт ғәлийәнәптәре бөтәһен дә үҙ урынына ултыртыр. Ул бөгөнгөһө менән бәхетле.
– Артабанмы? Артабан бына ошолай осрашып йөрөрбөҙ. Мин килермен, һин дә килерһең. Башланғыс бар, дауамы булыр, тип өмөтләнәйек. Таңһылыу, алға йүгермәй торайыҡ, бөгөн бер-беребеҙҙе табышыу шатлығынан рәхәтлек табайыҡ.
ВДНХ-ға килеп еттеләр. Бәхтиәр ошонан икенсе рейс автобусында Домодедово аэропортына китергә тейеш. Төштөләр ҙә туҡталышҡа атланылар. Ун минуттан килде автобус. Бәхтиәр уға иң аҙаҡҡы булып инде. Инер алдынан:
Килдем – күрҙем,
Индем – сыҡтым.
Ай күрҙе, ҡояш алды,
Йөрәгемдең яртылары
Переславлдә ҡалды, –
тип шул минутта экспромт рәүешендә тыуған шиғырын һөйләне. Шунан, шулай, ярты йөрәк менән ҡайтып китәм, яртыһын һиндә ҡалдырам, тип өҫтәне. Таңһылыуҙы ағайҙарса һаҡ ҡына ҡосаҡлап күкрәгенә ҡыҫты. Ингәс тышҡа ҡараны: ҡатын күңелһеҙ генә уға ҡул болғай ине. Шунан түҙмәй атылып кире сығып уны бар ҡайнарлығы менән ҡосаҡланы ла ирендәренән һурып үпте...
Переславль-Залесскийға барып ҡайтҡандан һуң Бәхтиәр тормошонда, ысынлап та, яңы осор башланды. Өфөнән әлеге ҡалаға барырға теләүселәрҙе эҙләне, уларға фатир тураһында һөйләне, аңлатты, төрлө ракурста төшөрөлгән фотоларҙы күрһәтте (был эш редакцияла йәки өйҙәренә барып башҡарылды), матбуғат баҫмаларына иғландар, белдереүҙәр биреүҙе дауам итте. Үҙенә лә шылтыратыуҙар йышайҙы. Ғәжәп, редакциялағы эше лә йәнләнде: материалдарҙы ваҡытында, ваҡытынан алда тапшырҙы, уларҙы журналға биреүҙең яңы формаларын тапты, баш мөхәрриргә, яуаплы сәркәтипкә яңы фекерҙәр, идеялар, темалар тәҡдим итте. Ҡыҫҡаһы, нимәгә тотонһа ла ҡулына алған эше уйнап ҡына тора. Планеркаларҙа баш мөхәррир уның әүҙемлеген маҡтап, бер нисә тапҡыр башҡаларға өлгө итеп тә ҡуйҙы...
Ә иң мөһиме, тынысһыҙ күңелендә мөхәббәт шиғырҙары бүртә башланы. Сөнки булмышы ҡайҙалыр күктә, иң ҡыйғыр ҡоштар ҙа менеп етмәҫлек зәңгәр болоттар араһында шыҡыя, диңгеҙҙең ажар тулҡындарында сайҡалып сөңгөлдәргә сума. Ул яҙғы ләйсән ямғыр, тәүге гөрләүектәр, тәүге ҡар бөртөктәре, күҙ асҡыһыҙ аҡман-тоҡман, көйҙөргөс селлә, көҙгө ыжғыр ел, һарғайған япраҡтар булып аҡ ҡағыҙ битенә төшә лә конверт эсенә һалынып Таңһылыуға оса...
Һине уйлап һағышланам
Тамсылар тамған саҡта.
Һәр бер тамсы – илһам-дауа
Ярһып һағынған саҡта.
Тик тамсылар, йыш тамһа ла,
Ҡояшта кибеп бөтә.
Ялтыр тамсы – һағыш төҫө,
Йөрәгем һине көтә.
Үҙемә урын тапмағас,
Ҡараш урамға төшә.
Мине үртәгәндәй, унда
Ҡыҙҙар ихлас көлөшә...
Ғәжәп, өйөнә лә нисектер ҡыуанып ҡайта. Малайҙары менән уйнап туймай, тегеләрҙе шәмбе көндөң икенсе яртыһында, йәки йәкшәмбе төшкә тиклем берәй ерҙә – кино, театр, конькиҙа, саңғыла шыуыу, футбол – йөрөтөп ҡыуандыра. Ҡатынына ла мөнәсәбәте йомшарғандай итте: аҙна буйы, ҡайҙа аҙна, хәҙер йыл ярым, өйҙә юҡ, ул ике малайҙы ҡарай, тәрбиәләй, ашата, уҡыуҙарын күҙәтеп бара, төрлө секция, түңәрәктәргә барыуҙарын хәстәрләй. Ә эше? Эше ифрат мәшәҡәтле, яуаплы – иртәнән көн оҙоно шунда. Өлгөрә, етешә алмай хатта, арып-талып саҡ ҡайтып йығыла...
Көн дә төшкө ял сәғәттәрендә эшенә шылтырата Таңһылыуҙың. Бер шәмбе-йәкшәмбелә Салауатҡа ҡайтмай, янына осоп барып та килде (ҡатынына, был аҙна ҡайта алмайым, ашығыс командировкаға ебәрәләр, тип аңлатты). Аҙна араһында хат та яҙҙы, хат та алды. Өсөнсө барғанында, ҡайтырға самолетҡа билет булмай, дүшәмбе көнө төшкә генә ҡайтып төштө. Баш мөхәррир әлегә күҙ йомдо, ваҡланманы, әммә үҙенә уңайлы бер мәлдә уның был ғәйебен “күрәсәген” Бәхтиәр самалай ине.
Оҙаҡламай был көн тыуҙы ла.
– Бәхтиәр, бухгалтер һинең телефоныңдан междугородныйҙан күп һөйләшәләр, ти бит әле. Бурысыбыҙ байтаҡ йыйылып киткән икән. Үҙең һөйләшәһеңме, әллә берәйһе киләме?
– Үҙем. Шул фатир алыштырыу мәсьәләһе буйынса шылтыратырға тура килә.
– Көн һайын, бер үк ваҡытта, – баш мөхәррир алдында йыландай һуҙылып ятҡан “портянка”ны ҡуҙғатты, ышанмаһаң, бына, ҡара, йәнәһе. – Ай-һай, бында что-то не то, брат. Ниңә иртәнсәк түгел, кис түгел? Тап төш мәлендә. Әллә шул ваҡытта ғына өйҙә булалармы? Бер үк номер. Давай, туҡтат, былай көн һайын кәрәк булғас, ана, переговорный пунктҡа бар. Бер юлы түләрбеҙ, тик тәүгеһе һәм һуңғыһы булһын. Тағы ҡабатланһа, эш хаҡыңдан тотоп ҡалырға тура килер. Үпкәләштән булмаһын.
Ғәйеп үҙендә булғас, өндәшә алманы Бәхтиәр, аҡланып, меҫкенләнеп маташманы. Баш мөхәррирҙе аңларға мөмкин, редакцияның ҡыҫынҡы ғына аҡсаһын шәхси мәнфәғәттә туҙҙырырға уның ни хаҡы бар? Ҙурҙан ҡупҡанда, мөхәррир менән нисек тә килешеп-аңлашып булыр, һөйләшеү суммаһын эш хаҡынан тотоп алып ҡалыуҙарын ҡабул итер, егет кеше. Бына өс мәртәбә ҡайтмағас, ҡатыны унан һорап-белешеп тә тормай редакцияға шылтыратҡан. Йәнә саҡыртты хужа.
– Килен шылтыратты бит әле, ҡустым. Нишләп улай ял көндәре Бәхтиәрҙе командировкаға йөрөтәһегеҙ, тип. Ғаиләле, етмәһә, икенсе ҡалала йәшәгән кешене йөрөтмәһәгеҙ булмаймы, тип допрос ойошторҙо. Юҡ, мәйтәм, ял көндәре бер кемде лә ебәргәнем юҡ. Бына Бәхтиәр өс мәртәбә, береһендә хатта ике аҙна рәттән ҡайтманы, ти. Нишләп ҡайтмағанын үҙенән һорағыҙ, мәйтәм, шәмбе, йәкшәмбе уның ял көндәре, уларына ҡыҫыла алмайым, тим. Һорағайным, командировкала йөрөнөм, ти. Ял көндәре ниндәй командировка тиһәм, номерға ашығыс материал кәрәк булды, ебәргәстәре киттем инде шул районға, ти. Мин, дөрөҫөн әйткәндә, тәүҙә төшөнөп етмәнем, аңлағас, эйе, тәүгеһендә барҙы шул, тинем, инде аптырағас. Ике тапҡыр ҡайтмағаныңды ҡайҙан беләйем. Бына шулай, ҡустым. Үҙең һығымта яһа.
– Фатир алыштырыу мәсьәләһе менән шунда барып йөрөнөм инде. Переславль-Залесскийҙан Салауатҡа ҡайта торған кеше бар, ә Өфөнән тегендә барыусыны табыуы ҡыйын.
– Ай–һай, унда фатир алыштырам тип кенә йөрөмәйһең, ахыры, һин, ҡатын алыштырырға тигән уйың юҡ микән? – баш мөхәррир рәхәтләнеп көлдө. – Килен белеп ҡалмаһын, ҡойроғоңдо йыйыбыраҡ йөрө, ҡустым. Юҡ, бер ҡайҙа ла күсмәйбеҙ, ошонда йәшәйбеҙ, ҡайт, тиһә нимә эшләйһең? Һөйләшеү тонына ҡарағанда ул бик агрессив холоҡло күренә. Әйт, башҡа ҡаңғыртмаһын, миңә һеҙҙең ғаилә хәлдәре менән генә шөғөлләнергә ҡалғайны. Ғүмергә онота алмаҫлыҡ утлы-боросло берәй һүҙ әйтеп ҡуйыуым бар. Булды? Булды, мин һине иҫкәрттем.
Ифрат кәйефе ҡырылып сыҡты Бәхтиәрҙең баш мөхәррир булмәһенән. Ҡатынының үҙенә әйтмәй, баш-баштаҡланып шылтыратыуына үртәлде. Хужа менән араларҙы боҙорға ярамағанлығын аңламаймы икән ни? Был редакцияла эшләүе-эшләмәүе тик унан тора бит. Ебәрә ҡалһа, ҡайҙа барып төртөлә, Салауатҡа кире ҡайтамы? Икенсе редакцияла урын табыуы ла еңел булмаясаҡ, ҡайҙа керһәң дә, ҡатынының ошо ҡылығы артынан һөйрәлеп йөрөйәсәк. Фатирҙарын алыштырып өлгөрһәләр ҡурҡмаҫҡа ла булыр ине. Өлгөрмәһәләр? Бына ике тапҡыр эләкте хужаға: тәүгеһе телефон менән (баш мөхәррир ҡатынына был турала әйтмәгәндер, тип уйларға кәрәк), ярар, уныһы тулыһынса Бәхтиәрҙең үҙенең ғәйебе, хәҙер ҡатынының ошағы арҡаһында. Өсөнсөгә берәй нәмә килеп сыҡһа, ғариза яҙ, проблемаларың күбәйҙе, тип әйтмәҫ, тип кем гарантия бирә ала? Хәйер, быныһы ла үҙенең ғәйебе инде. Яратышыуҙы ғәйеп тип атап булһа.
Өйөнә ҡайтҡас, етди һөйләшеү ойошторҙо. Хәйер, тыныс ҡына аңлатырмын ҡайтмаған ялдар тураһында, тип уйлағайны ла, ни тиһәң дә ғәйеп үҙендә, тик ҡатыны ул ишектән инеү менән, “был аҙнала ла командировкаға киткәнһеңдер, тип уйлағайным”, тип йөҙөнән алды. Тупһанан уҡ ҡыҙып китмәҫкә үҙендә көс тапты-табыуын, сисенеп, йыуынып, ашарға ултырғас, түҙмәне, үҙе һүҙ башларға мәжбүр булды.
– Редакторға ниңә шылтыраттың?
– Бәй, ҡайтмағас мин нимә уйларға тейеш?
– Тәүҙә үҙемдән һорарға кәрәк ине.
– Нимә тип һорайым? Бәхтиәргә шылтыратайыммы типме? Һин, ҡуй, тиәсәкһең. Ниңә ҡайтманың тип һораһам, йәнә командировкаға барҙым, тиң инде. Ҡайҙа йөрөгәнеңде ҡайҙан беләм. Әллә эш менән, әллә бисәләр менән. Вообще, ял көндәре һине ҡайҙалыр ебәрергә редакцияның хаҡы юҡ, конституция буйынса ял көндәрең. Ебәрә икән, йә өҫтәп түләргә, йә отгул бирергә тейеш.
– Редакцияла ашығыс эштәр һәр саҡ сығып тора. Номерға мотлаҡ бирә торған материалдар була. Нишләйһең, йүгерәһең инде.
– Етди ойошма бер ҡасан да аврал рәүешендә эшләмәй, тимәк, ай буйы кәләп һуғаһығыҙ ҙа тапшырыу көнө етә башлағас, йүгерә башлайһығыҙ. Ә нишләп гел һин?
– Гел мин түгел. Кемде ебәрә шул бара. Алмашлап. Белмәгәс, ҡыҫылма, мин һинең эшеңә ҡыҫылмайым бит.
– Шул ғына етмәгәйне. Мәктәп системаһында һин берәй нәмә аңлайһыңмы икән?
– Нишләп аңламай, эшләп алдым бит.
– Бөгөнгө мәктәп һин эшләгән ваҡыттағы мәктәп түгел.
– Булды. Ҡыҫҡаһы, бүтән шылтыратмайһың. Мине уңайһыҙ хәлгә ҡуйма. Командировкаға йөрөмәгән саҡта ҡайтам бит. Редактор менән мөнәсәбәтте боҙғом килмәй. Юҡһа, нисек барып ингәнмен, шулай сығып китеүем дә бар.
– Китһәң ни, эш бөтмәгән. Йүнле зарплатаһы булһа бер хәл. Уныһы ла юлыңа, ашарыңа бөтөп тора.
– Ҡайҙа, ниндәй эш? Минең редакцияла ғына эшләгем килә.
– Эшләгең килгәс, фатирҙы тиҙерәк алыштыр.
– Шөғөлләнәм бит, бер ҙә буш ултырғаным юҡ.
Шул рухта байтаҡ һүҙ-бәхәс булды араларында ул кисте. Ҡысҡырышыуға уҡ барып еттеләр. Ләкин Бәхтиәр ҡатынына, башҡа шылтыратма, мөхәррир алдында миңә оят, кәмһетәһең, мин һиңә малай-шалаймы, тип ҡат-ҡат аңлатып-төшөндөрөргә тырышһа ла ул үҙ фекерендә ҡалды, һүҙен бирмәне. Ҡара, етмәһә, эш хаҡың юҡ, ти. Эш хаҡы арыу. Яҙған өсөн гонорары, премиялары ла булғылап тора. Ну, нишләйһең, йөрөп эшләгәс, күпмелер аҡсаһы юлға китә инде, ашарға ла кәрәк, ятағы ла буш түгел. Хәйер, һөйләшеүҙәренең шулай һөҙөмтәһеҙ тамамланасағын Бәхтиәр белә ине – ҡатынының характер логикаһына күптән төшөнгән. Әммә алдағы көндәрҙә лә Таңһылыу янына барыуҙы кәртәләр өсөн был һөйләшеү уға кәрәк ине.
Ал ғына алған көнөм дә,
Гөл генә алған көнөм.
Һары һағыштарға күмә
Үҙеңә ҡалған көнөм.
Ал һибәм алдарыңа ла,
Гөл һибәм алдарыңа.
Ҡар яуһа ла, таш яуһа ла,
Барырмын яндарыңа.
Ал уйҙарым да һиндә,
Гөл уйҙарым да һиндә.
Мин бәхетле һинең менән
Бәхетле илдәремдә.
Өсөнсө тапҡырға ишек шаҡығанда Зөлхизә апай Бәхтиәрҙең тәүге килгәнен, хатта икенсе килгәнен дә фатир алыштырыу мәшәҡәте менән йөрөй, тип ҡабул итһә, был юлы, юҡ, башында икенсе уй, бында мин белмәгән, хәйер, һиҙенәм, сәбәп тә бар, тип уйлағанын уның тупһала аптырау, хатта хафалы ҡарашына сәнселгәс тә аңланы.
– Һаумыһығыҙ, Зөлхизә апай. Ни хәлдәһегеҙ? Ҡыш һаман бөтмәй, бөтмәгәс, һеҙ Күгәрсенгә ҡайта алмайһығыҙ инде? – тип һораны, үҙен һорау менән күммәҫ элек.
– Ҡапыл да арыу әле, Бәхтиәр. Һуҙылды шул ҡышы ла, – ул уфтанды. – Нисек килеп еттең һуң? Ғаиләң, малайҙарың имен-аманмы?
– Шөкөр, арыуҙар, рәхмәт!
Ғаиләһе, малайҙары тураһында юрамал һорай, тип уйланы Бәхтиәр, һорауына, һин бит ғаиләле кеше, ике улға атай, ҡатыныңа ир, тигән мәғәнә һалды. Һалды ла ҡыҙына ишеттерерлек итеп әйтте.
– Әйҙә, үт, үт, Таңһылыу хәҙер ҡайтып етер, бергә эшләгән әхирәтенә киткәйне, иртәгә шәмбе булһа ла ашығыс эштәре килеп сығып эшкә бармаҡсылар икән.
Ах, саҡ ҡына һуңыраҡ кермәгәнмен, өйҙә түгеллелеген ҡайҙан ғына беләһең, тип уфтанды. Нишләһен, кире сығып тышта көтөп тора алмай, күстәнәстәрен тотторҙо ла аяғын, курткаһын һалып залға үтергә мәжбүр булды. Радик ятмағайны әле, уның менән күреште һәм бүләк итеп килтергән башҡорт халыҡ әкиәттәренең русса ла, башҡортса ла китабын һондо. Малай һүрән генә йылмайғандай итте, китапты шундуҡ асҡылай ҙа башланы.
Залда бер аҙ һөйләшеп ултырғансы Таңһылыу ҡайтты. Әсәһе алдында шатлығын күрһәтмәҫкә тырышып тыныс ҡына иҫәнләште, сәй ҡуяйым, тип аш бүлмәһенә йүнәлде. Ашағас, Зөлхизә апай йоҡо бүлмәһенә, Радик залға сыҡты, Таңһылыу менән Бәхтиәр кухняла ултырып ҡалды. Бер аҙҙан Таңһылыу ҡашығаяҡ йыуырға керешеп китте. Бәхтиәр уны күҙәтеп, хәрәкәттәренә, нурлы йөҙөнә һоҡланып ултырҙы. Ҡыйыуланып китеп ҡулдарына ҡағылып алды. Нишләһен, хис-тойғолары ярҙарынан ашып бара шул. Таңһылыу уның бармаҡтарын үҙенең усына ҡыҫа, ара-тирә ишек яғына күҙ һала ла, бармағын ирендәренә терәй, йәнәһе, тыныслан, үҙеңде ҡулға ал.
Фатирҙарын ҡарарға Өфөнән өс кеше килгән, һөйләшеүҙәренә ҡарағанда, ыңғай булғандар. Фотоға төшөрөп, уйлашырбыҙ, хәбәр итербеҙ, тип киткәндәр. Хәбәр көтәләр. Беҙҙең мөнәсәбәтте әсәйем һиҙә, эште ҙурға ебәрмә, вәғәҙәләмә бер нәмә лә, ғаиләле ирҙең башын әйләндермә, ылыҡма, үҙен дә ылыҡтырма, тип әйтә, ти. Мин, юҡ, тип яуаплайым, ти. Юҡ, күрәм, үҙгәрҙең, ти икән, өсөнсөгә нимә тип килә, ул бит бында күсмәй, Өфөгә күсә, Өфөләге фатирын ҡараһын. Хаттар ҙа яҙа, етмәһә. Үҙең дә шулай уйлайһыңмы? Юҡ.
Ысынлап та, бында башҡа килмәҫкәлер. Нимә тип йөрөй инде? Осрашһалар ҙа өйҙәрендә түгел, икенсе ерҙә. Мәҫәлән, ҡунаҡханала.
Иртән тороп сәй эсте лә тәртәһен ҡайтыу яғына борҙо. Таңһылыу, оҙата барам, тип әллә ни ныҡышманы, сөнки шәмбе булһа ла эшенә барырға тейеш ине – төнөн килтергән ниндәйҙер тауарҙы ҡабул итергә кәрәк. Мәскәүгә бара торған автобус туҡталышында хушлаштылар ҙа Таңһылыу эшенә, Бәхтиәр аэропортҡа юлланды һәм ҡайтып еткәнсе эсе бошто.
Хат яҙ миңә
Барыр ерҙәренә етә ала
Һоло менән ҡыуған ат ҡына.
Йән дуҫ йөрәгенә үтә ала
Йылы ҡулдан яҙған хат ҡына.
Хат яҙ миңә, хат яҙ, бергә ҡушып,
Ҡул йылыһын, күңел йылыһын.
Сәләм хаттарыңды сарсап уҡып,
Туңған йөрәккенәм йылыһын...
Бүтәнсә шылтыратмам инде, тип үҙ-үҙенә һүҙ биреп ҡайтһа ла, түҙмәй телефон номерын йыя ла ҡуя. Сөнки уға Таңһылыуҙың тауышын ишетергә кәрәк, уның барлығын белмәһә, көнө көн түгел, эше эш түгел. Ут һалды, һил йөрәген тамам яндырҙы, дауыл ҡуптарҙы йәш ҡатын. Шылтыратып ҡына ҡалмай, көн дә хат яҙа. Хат эсенә кисә, бөгөн, йыш ҡына хат яҙған мәлдә тыуған шиғыр юлдарын да ҡуша. Ҡыҙы эштә саҡта Зөлхизә апайҙың конвертты асып хатын уҡыясағын белһә лә.
Эшендә күңелһеҙлектәр ҙә килеп сыға башланы. Шылтыратыуын туҡтатмағас, телефонына йәнә “көс төшкән”. Был юлы баш мөхәррир саҡыртып һорау алып торманы, иҫкәрттем, тип уйлағандыр, бухгалтер инде лә: “Аптырамағыҙ, эш хаҡының шунса-шунса һумын ҡала-ара телефондан һөйләшеүегеҙ өсөн тотоп ҡалдым, редактор шулай ҡушты”, – тине. Етмәһә, ҡала араһына сыға торған “8” номерын да алырға бойорған. Өфөгә шылтырата ала, ә Переславль-Залесскийға, республика ҡала һәм райондарына, шул иҫәптән, Салауатҡа ла, бынан ары шылтырата алмай булып сыға. Нишләһен, өндәшмәй генә ултырҙы ла ҡалды инде Бәхтиәр. Ҡасан да булһа был көндөң килеүен һиҙә ине. Һөҙөмтәлә аҡсаһы етмәй башланы. Переславль-Залесскийға барып йөрөүҙәр ҙә кеҫәһенә ныҡ һуҡты, ике мәртәбә телефон өсөн түләү ҙә һиҙелерлек булды. Әлбиттә, үҙендә лә, башҡа баҫмаларҙа ла гонорар эшләргә тырыша, юҡ-юҡта шиғырҙар шәлкеме сығып тора, тәржемә менән дә шөғөлләнә, ләкин һуңғы ваҡытта сығымдарын һис осон осҡа ялғай алмай.
Быны ҡатыны ла һиҙҙе һәм бер ҡайтыуына, һуңғы айҙарҙа аҡсаң бөтөнләй юҡ, тип йәнә оло тауыш сығарҙы. Бында ҡайтып аҡсалы эш тап, һинең шиғыр яҙыуыңдан беҙгә ниндәй файҙа, уны икмәккә һылап ашап булмай, малайҙарың атайһыҙ үҫә, уларға күҙ-ҡолаҡ кәрәк, яңғыҙыма ҡыйын, эшем күп, һинән бер ярҙам күрмәйем, йәшәүем ирһеҙ бисәләрҙеке кеүек. Эштә минән, йылдар буйы айырым нисек йәшәйһегеҙ ул, тип көләләр.
– Түҙ әҙерәк... – Бәхтиәр һүҙен әйтеп тә бөтмәне, ҡатыны йәнә сабып сыҡты.
– Ике йылға яҡын түҙәм. Һин киттең дә баттың. Берәйһенә фатирға керҙеңме? Икенсе бисә алдыңмы? Ай-һай, шулайҙыр. Редакцияңа шылтыратам, ятағыңа барам, ҡыуһындар, йә өйҙән бөтөнләй сығып кит. Түҙермен, күнермен, өйрәнермен, әлегенән дә ауыр булмаҫ.
– Әкиәт һөйләмә, тәрәнгә төшмә, бөтәһе лә ваҡытлыса. Алыштырырбыҙ. Быға тиклем йәшәнек бит, бер ҙә тауыш сығарманың. Әле килеп...
– Ғүмер бит үтеп бара. Ҡасан рәтле тормошта йәшәргә әйтәһең?
Ҡасан “рәтле тормошта” йәшәрен Бәхтиәр белһә икән. Ғөмүмән, рәтле тормош бармы һуң ул? Марина Цветаева әйтмешләй, был тормош тормош өсөн түгел бит. Проблема өҫтөнә проблема, ул проблемаларҙың кешенең үҙенән генә тормағандары күберәк. Әйтәйек, матбуғат министрлығы, дөрөҫөрәге, хөкүмәт гәзит-журнал редакцияһында, нәшриәт, радио-телевидениела эшләгән журналистар өсөн айырым йорт һала алмаймы ни? Ала. Теләк кенә кәрәк. Был турала уйлаусы, ҡайғыртыусы, артынан йөрөүсе кешеһе генә кәрәк. Күпме кешене, күпме ғаиләне фатирлы итерҙәр ине: бәләкәйерәктә йәшәгәндәре ҙурыраҡҡа, бөтөнләй йәшәү урыны булмағандары шунда күсерҙәр ине. Улар башҡа урында эшләй алмай, берҙән-бер эшләй ала торған урыны – гәзит-журнал, радио-телевидение, нәшриәт, йәғни был һөнәрҙе күңелендә матбуғат, ижад шауҡымы булған кеше генә һайлай, һәм улар штучный тауар...
Ә ул Таңһылыу менән тормош ҡорһа, йәшәй алыр инеме икән? Моғайын, алыр ине. Әлбиттә, уны әлегә Бәхтиәр әҙ белә, кеше характеры бит, ғәҙәттә, тормоштоң ниндәйҙер хәл-ваҡиғаларында асыла, әлегә улар араһында бер ниндәй ҙә ваҡиға булғаны юҡ, һөйләшеп-аралашып ҡына йөрөйҙәр. Уныһы ла көн дә түгел. Шулай ҙа ошо һирәк күрешеүҙәре буйынса фекер йөрөткәндә лә, килешерҙәр һымаҡ... Бәхтиәр уйҙарының ҡайҙа төшөп китеүенән үҙе лә аптырап китте. Хәйер, һуңғы көндәрҙә ул был хаҡта йыш уйлана...
Тик һине, һине уйлайым
Таңдарҙа уянғанда.
Ҡояш ҡалҡып, бөтә ғаләм
Нурҙарға буялғанда...
Алтын ҡояш Хоҙайымдың
Утлы йөрәге бит ул.
Нур нөктәһе Тәңребеҙҙең
Оло бүләге бит ул.
Яңғыҙ түгел беҙ был ерҙә,
Ауыр хәлдәргә ҡалһаҡ.
Йәнгә еңел булып китә
Алланы иҫкә алһаҡ.
Һыуһылыуҙай һағышланып
Ултырма яманһыулап.
Сабыр ит, барып етермен
Ҡояш нурҙары буйлап...
Бәхтиәр үҙенең яғынан нисек кенә тырышмаһын, өс яҡты ла ҡәнәғәтләндерерлек вариант һаман табылманы. Өфөнән Переславль-Залесскийға барырға теләүселәргә (өсмөйөштөң иң йомшаҡ мөйөшө тап ошо ине) әле береһе, әле икенсеһе оҡшаманы, ҡайһылары, ярар, уйлашырбыҙ, хәбәрләшербеҙ, тип китһә лә, бүтәнсә бәйләнешкә сыҡманы, өсөнсөләр ниндәйҙер бәләгә тарыған да кире уйлаған, йәки башҡа вариант тапҡан. Ҡатыны Өфөгә килеп өс фатирҙы ҡарап ҡайтты, әммә береһе лә күңеленә ятманы. Бер аҙнала Таңһылыу Салауатҡа килеп Бәхтиәрҙәрҙең фатирын ҡараны. Бәхтиәр, ҡатын Таңһылыу менән мөнәсәбәтте һиҙер, тип командировкаға китәм, ҡайта алмайым, үҙең генә күрһәт, тип ҡатынына шылтыратты ла Өфөлә ҡалды. Үҙе бында ҡаршы алып, Салауатҡа ултыртып, унан ҡаршы алып, Өфөлә самолетҡа оҙатып йөрөнө. Оҙаҡламай Бәхтиәр, табып булмаҫ та инде ул, ныҡлап Өфө менән Салауат вариантын ғына эҙләргә кәрәк, тигән уйға килде. Сөнки ваҡыт та үтә, ҡатыны ҡайтҡан һайын битәрләй. Һөҙөмтәлә башы һуҡҡан яҡҡа сығып китеү хәленә етеп бара. Бындай хәлдә йәшәүе үҙе бер яза, бер көн нервыларың йәки йөрәгең шартлап аяҡ һуҙыуың бар. Эшенән дә йәм тапмай, өйө лә тартмай хәҙер...
Ямғыр яуа, ямғыр яуа,
Туҡтармы, юҡмы икән?
Эсем яна, эскәйемдә
Ялҡынмы, утмы икән?
Йәнә барып төштө Бәхтиәр Переславль-Залесский ҡалаһына. Хәҙер бишенсе тапҡырға. Был юлы, хәйер, бынан алдағыһында ла, Таңһылыуҙың өйөндә түгел, ҡунаҡханала осрашырға тейештәр. Таңһылыу көнөн, сәғәтен билдәләп, ҡунаҡхана адресын, исемен, номерын атап хат яҙғайны. Номер ишеген шаҡып үҙенә тартҡайны, ул асылып та китте, һәм үҙенә ҡаршы килгән Таңһылыу пәйҙә булды. Бәхтиәр хатта аптырап ҡалды. Ҡосаҡлашып иҫәнләштеләр. Аяҡтарын, өҫтөн һалып, юл хәлдәрен, һауа торошон һөйләп алды, унан тынысланып диванға ултырғайнылар ғына, ишек шаҡынылар. Бәхтиәр Таңһылыуға, Таңһылыу Бәхтиәргә текәлде. Аптырашыуҙарының сиге юҡ ине.
– Кем булыуы мөмкин? Тағын берәйһен саҡырмағанһыңдыр бит?
– Һин нәмә? – Таңһылыуҙың йөҙөндәге ғәжәпләнеү өҫтөнә үпкәләү һыҙаттары ятты. – Мине кемгә хисаплайһың? Ишекте бикләп керҙеңме?– тине шунан һаҡ ҡына.
– Юҡ, бикләмәнем. Асҡыс ҡайҙа һуң? Һин алдан керҙең дә, асҡыс һиндә булырға тейеш.
– Бәлки йыйыштырыусылыр? – Таңһылыу ҡалҡынды ла ишеккә йүнәлде. Барып етеп тотҡосҡа үрелеүе булды, ишек ҡапыл асылып китте лә, тупһала ... Бәхтиәрҙең ҡатыны пәйҙә булды. Таңһылыу инерция буйынса башта ишек уйымынан сығып уҡ китте, әйтерһең дә, һауа ағымы уны тышҡа тартып алды, унан шул уҡ һауа ағымы уны артҡа этте. Бәхтиәр ултырған ерендә торалмай ҡатты ла ҡалды: ҡалҡыныр ҙа, һүҙ ҡатыр хәлдә түгел ине, әйтерһең дә, ауыҙын томалап диванға ҡаҙаҡлап ҡуйҙылар.
– Бына мин дә командировкаға килдем әле, һин генә йөрөргә тимәгән, – ҡатынының ҡарашында осҡондар уйнай, хәрәкәттәре ҡырҡыу, – һөйәркәңде беҙгә ебәреп, үҙең ҡайтмағас, аңлағайным инде шухыр-мухырығыҙҙы.
Йөҙө ап-аҡ булған Таңһылыу тәүге аҙымдар яһаған бала һымаҡ бәүелә-сайҡала пальтоһын шкафтан йолҡоп алды ла тышҡа атылды. Артынан шарт итеп ишек ябылыуы, унан ҡабалан аҙымдары, һыҡтаған тауышы ишетелде.
– Көтмәгәйнеңме? – ҡатынының йөҙөндә, бар хәрәкәтендә еңеү тантанаһы. – Мөхәббәт ошоноң менән тамам, шағир йораты. Бер ҡайҙа ла күсмәйбеҙ, ауыҙыңды ла асма. Эшеңдән китәһең дә, өйгә ҡайтаһың. Хәйер, мин һине керетәмме-юҡмы, тоже вопрос...
Бәхтиәрҙең башында диңгеҙ шауы. Тулҡындар уны юнысҡы урынына әле тегеләй, әле былай ташлай, ул батҡан караптың мачтаһына йәбешергә тырыша, ләкин һис яҡыная алмай – тотондом тигәндә тулҡын уны бейеккә сөйә лә ҡапыл аҫҡа һөйрәп төшөрә, йәнә ҡалҡынып, йәнә әллә ҡайҙа быраҡтыра...
Ул үҙенең һаҡһыҙлығы арҡаһында Таңһылыуҙың һуңғы хатын кеҫәһендә онотоп алып ҡайтыуын һәм ҡатынының уны алып уҡыуын башына ла килтерә алмай ине...
Читайте нас: