Түбәнге урам осонда ғүмер баҡый яңғыҙы көн иткән туған-тыумасаһыҙ Әлмәғиҙә ҡарсыҡ көтмәгәндә аяҡтан яҙып сирләп киткән икән. Көтмәгәндә сир-сәрпәтләмәй инде ул әҙәм балаһы, бәлә бит ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй. Өләсәйем менән әсәйемдең, яттар ишетеп ҡалыуҙан һипһенеп, йәй көндәрендә ябылыу белмәгән ишегебеҙҙе ҡыҫып ҡуйып, ҡаға-һуға әңгәмәләшеүҙәренән төшөндөм, уға ҡылтамаҡ, тигән алама сир йоҡ-ҡан, йәнәһе лә. Тамаҡ ауыртыу артыҡ бәлә түгел, бөгөн ауыртып бимазалаһа ни, иртәге-һенә үтер. Ҡышын һырғалаҡ шыуғанда боҙбармаҡ ялаған, йәйгеһен тән күгәргәнсе Һаҡ-марҙа һыу ингән һәр балаға яҡшы таныш ул тамаҡ шешеү, тауыш ултырыу.
Йома намаҙын намаҙлығын урындыҡ түренә йәйеп ебәреп, өй мөйөшөнә текәлеп уҡығ-ан өләсәйем изге ғәмәлен тамамлап хуш ҡылып битен һыпырғандан һуң, ап-аҡ сәстәрен яҙып ябынған, ситтәренә ҡалҡыу биҙәк төшкән аҡ кәшәмир яулығының эсенә тартып йә-шерҙе, шунан урындыҡтан төшөп аяҡтарына ситек тышынан кейә торған ыҡсым галош-ын ҡатты ла оҙон итәкле аҡтан-аҡ күлдәгенең итәген ҡыу бармаҡтары менән семтеп төҙәт-ештергәс урта тауышланып, өй эсендә икәүҙән-икәү генә булһаҡ та бер кемгә лә аныҡ тәғ-әйенләнмәгән хәбәрен һалды:
- Әлмәғиҙәнең хәлен барып беләйем, бумаһа! Элекке көн сулала уға Фәтхиә һуғылырға тейеш ине, кисә Вазифа, бөгөн минең сират, иртәгә - Гөлйыһандыҡы. Шулай итмәһәк кем ҡарар уны, ауырыу хәлен һау белмәй тигәндәй, сырхау килеш кемгә хәжәте бар? Мынау мейе ҡайнап торған йәйге селләлә сарсап, ауыҙы кибеп яталыр, бахыр, ыумасҡа сөсө ҡатыҡ туғып илтәйем, йөрәгенә ял алыр, исмаһам.
Уның өндәшеүенең төрлөлөгөнә өйрәнеп, күнеп бөткәнмен күптән: шыбырлап әйтһә икеләнә тимәк, уртасаһы - ҡылаһы эшенә тәүәкәллеген белдерә, сағыуырағы - ҡәтғи кире ҡағыуға ауаздаш, һуңғыһын ишетәһең икән, уға яҡынлауҙан, нимәлер хаҡында үтенеүҙән фәтеүә самалы. Шулай ҙа ғауғасыл, сарға кеше түгел өләсәйем, ул урта тауышлы. Ауылд-ың берҙән-бер кендек әбейе, алыштырғыһыҙ имсеһе шулай булырға тейештер ҙә.
Урындыҡ мөйөшөнә йылы һирпелеп өндәшеүенә ҡарағанда, иртәнән алып ҡара киск-әсә ураҡта йөрөгән әсәйемдең өйҙә юҡлығын иҫәпкә алып ейәнен, йәғни мине, эйәртергә иткәндер, күрәһең. Өйҙә яңғыҙ үҙемде ҡалдырып китеү ике осло, ай күрҙе, ҡояш алды, юғалырға, мөстән малдай аҙып сығып китергә генә торам. Шунан уйнап туя белмәгән ми-не эңер төшкәнсе ауыл буйлап ҡыҙырып йөрөп эҙләп йә әсәйем, йә өләсәйем табып ала, үҙ иркем менән ҡайтып инә белмәйем.
Өләсәйем бөгөнгө көн башҡарыр уй-ниәтен шулай тумбытты ла тиҙ арала өй ҡырлау-ындағы йәйге мейескә ҡоро-һары ырғытып ҡаҙанға һыу ҡойоп ут тоҡандырып ебәргәс, арыш онона йомортҡа һытып, самалап тоҙ һалып ҡамыр баҫырға кереште, шунан туҡмас таяғы менән йәйеп тигеҙләгән йәймәне ваҡ ҡырсынташ дәүмәленә килгәнсе устарында ыуып ҡуштабаҡҡа төшөрә башланы. Әҙерләгәнен урғып ҡайнаған һыуға ашыҡмай ғына таратып һибә, өҙлөкһөҙ болғай, һапыра. Оҫта бешерә ул ыумасты, яраштырғанына ҡайм-аҡ йә һыҙлыҡ та өҫтәп ебәрһә, телеңде йоторлоҡ була. Ашын әҙерләп бөткәс, кибеткә йө-рөткән ашаулыҡтай ҙур ҡытай яулығына тағы уныһын-быныһын өҫтәп һалырға тотондо. Йыйынып бөткәс киттек, арауыҡ ҡалдырып, тағылып. Элгәре, итек ҡуңысынан саҡ ҡына ҡалҡыуыраҡ сағымда камзул кеҫәһенә йәбешеп йәнәш юрғалай инем, хәҙер өсөнсө клас-ты бөтөргәс, ғүмерендә мәктәп тупһаһын ашатлап үтмәгән, әлепте таяҡтан айырмаған, ҡасандыр мәҙрәсәлә абыстайҙан ғәрәп һабағын алған, ҡултамғаһын сатай-ботай итеп лат-инса сыймаҡлай белгән өләсәйемде тиңһенеп етмәй артҡа ҡалыңҡырап, ығышып барам. Мәгәр уның бер үҙен ер аяғы ер башындағы икенсе осҡа йөкмәндереп ебәреп ултырыу тө-птө белекһеҙлек, әйҙүкләмәгән хәлдә лә эйәрер инем, ыумас һалынған, ҡоромло ҡолаҡта-рына сым тотҡа беркетелгән сүлмәкте, яулыҡҡа төрөлгән тос төйөнсәкте күтәрешеп бар-ырға ла ҙурҙан бер кеше кәрәк бит әле.
Яттарҙың күҙенә артыҡлап бәрелмәй ҡырлауҙаныраҡ барһа ла өләсәйем сафлыҡ, пак-лыҡ менән тотош урамды тултырып, аҡ күлдәгенән, аҡ яулығынан, аҡ сәстәренән бар ти-рә-яҡҡа нур, яҡтылыҡ сәсеп атлай төҫлө. Башҡалар алдындағы бейеклеген һаҡлап, әлеге мәлдә яуланған дәрәжәһен тотоп, ханбикәләй башын ғорур сөйөп, ашыҡмай ғына баҫып, абруйлы атлай. Төптәнерәк уйлап ҡараһаң зиһенлегә нимәгә хәҙерге еңел-елпе белем, ул былай ҙа зирәк, былай ҙа аҡыллы, отҡор, күпте кисергәс күпте белә, баштарына сур, бәлә, ҡайғы төшкәндәрҙең ауырлыҡтарын яҡшылыҡ, игелек, миһырбанлыҡ аша еңеләйтер дау-аһы, име, әмәле бар. Дауа, тигәндәй, дауаханала файҙаһы тейә һалып бармаған дарыуҙ-ар, уколдар менән ыҙалаталар ауырыуҙарҙы, өләсәйем иһә миҙгеленә тап килтереп һайл-ап йыйып киптергән төрлө үләндәр менән сихәтләндерә сирле сырхауҙы. Һылауға ла ҡу-лы үтә килешә, иретелгән ҡаҙ майы менән майлап ебәрһә бил-арҡаларынан сыҙамағанда-рҙың һынығыуы йомшара, ҡатыуы ҡаса, эстәре төшкәндәрҙең ҡорһаҡтары юғары күтәр-елә, биҙәүҙәр бер ни тиклем ваҡыттан йөклөгә ҡала. Бына ниндәй һәләткә эйә минең өлә-сәйем.
Ҡаршыбыҙға осрағандар беҙҙең менән йылы, ихтирамлы, түбәнселекле иҫәнләшәләр ҙә ҡыҙыҡһыныуҙарын еңә алмай ҡайҙа китеп барыуыбыҙҙы белешергә итәләр. Өләсәйем кинәйәләп, уратып яуап бирә: “Түбәнге оста ине әлеге йомошобоҙ, башҡа урындарға ла һуғылырға иҫәп...” Беҙҙең ауылда шундай ырым бар, әгәр ауырыуға барыуыңды, уға инеп-сығыуыңды ят күҙҙәрҙән, һаҡ ҡолаҡтарҙан, иләк ауыҙҙарҙан йәшерһәң, сирҙең зәһәре ба-ҫыла, көс-ҡеүәте кәмей, мәкере аймыла.
Гелән өтә баҫып, сымыры атлап йөрөүгә, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ донъя мәшәҡәттәрен йүгермәләп хәстәрләп урын-еренә еткереүгә күнеккән еңел һөйәкле Әлмәғиҙә был юлы түрҙәге урындығына арҡыры йәйелгән түшәккә ятып ҡаршы алды. Бәләкәй генә өйҙәге тынсыу һауаға екһендергес әсе дарыуҙар еҫе өҫтәлгән. Шулай ҙа тәҙрәләренә, ишек яңаҡт-арына, түшәм тапҡырынан мейес уратаһына, урындыҡ буйына тартылған, күркәм биҙәк һалынған селтәрле ҡорғандар торлаҡҡа үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ йәм, ҡот биреп торал-ар. Бигерәк оҫта шул Әлмәғиҙә ҡарсыҡ, теген мәшәҡәттәрен һуяһынан, һыпыра, тотҡар-лыҡһыҙ башҡарып тотош ауылдың оло-кесеһен бер үҙе кейендерә, тиһәң дә һис кенә лә арттырыу булмаҫ.
Ҡарсыҡтың тар маңлайлы, ас яңаҡлы былай ҙа йоҡа йөҙө һарғылт балауыҙ төҫөн алып ныҡ һурылып киткән, ошоғаса барыһына ҡыҙыҡһыныусан ҡараған теремек күҙҙәренең осҡоно ҡайтҡан, улар тирә-йүнгә йонсоу, битараф ҡарайҙар, ай-һай, бының ниндәйҙер йәшерен ғилләһе бар, тамағы ғына тиһә лә, сире үтә лә етдиҙер, күрәһең. Улай тиһәң, ошоғаса участка дауаханаһында ятҡан кешене ни сәбәптәндер тотҡарламай йортона ҡай-тарғандар бит, ә унан тамам нығындырып һауыҡтырмай тороп сығара һалып бармайҙар.
Өләсәйем урындыҡ ситенә һаҡты, ә мин селтәрләп сигелгән япма түшәлгән мейес көлд-өксәһенә ултырышымды терәнем дә торлаҡтың берҙән-бер йән эйәһе бесәйҙең ҡолаҡ һы-ртын тырнап, арҡаһынан һыйпарға керештем. Ҡупшыҡай бесәйҙең исеме. Ошоғаса Әлм-әғиҙә ҡайҙа барһа ла эт шикелле уның артынан ҡалмай эйәрә торғайны. Әле ҙур йәшкелт күҙҙәрен моңһоу ҡыҫа төшөп мейес ҡырлауында тормаҫтан һуйҙайып ята, иркәләү-наҙл-ауға ла мырылдап яуап бирмәне. Һиҙгер йән хужабикәһенең мөшкөл хәл-торошон һиҙә, төшөнә шикелле. Һөйләшеүҙәрен уйын-көлкөгә бормай ғына биниһая ваҡыт һәүетемсә көңгөр-ҡаңғыр килеп, әүәлгене иҫтәренә төшөрөп, тормош хәлдәрен теүәлләп теҙеп, ауы-лдың һуңғы яңылыҡтарын яңыртһалар ҙа алама сир тураһында бөтөнләй һүҙ сыҡманы, һөйләшеүҙең ибен, яйын, рәтен белгән өләсәйем ҡыҙыҡһынманы, ҡорҙай кәүҙәһен ҡаҙ мамығы тултырылған күпмәһенә һеңдергән ауырыу иһә ыҙалатып хәлен алған, миктәтк-ән сырхауын ситләтеп, урап үтергә тырышты. Саманан ашырып маҙаһыҙлап оҙаҡ ултыр-ырға теләмәгән өләсәйем ҡайтырға тип ҡуҙғалырҙан элек ауырыуҙы хәстәрләне:
– Суйын сүлмәктәге аш тиҙ арала һыуына һалып бармай торған, шулай ҙа оҙаҡҡа
һуҙмай ихлас ҡына итеп тәғәмләнеп ал. Иртән генә мейестән алынған күмәскә ҡушып, әле генә бешелгән май ҙа төргәнмен төргәккә. Һауытты ни, икенсе килгәндә алырмын әле, ҡапылдан кәрәгеп китһә бәлән берәрен йүгертермен. - Берәре, тигәне кем булһын, шул, арыу- талыу белмәгән, ҡайыш табан мин инде.
Әлмәғиҙә кипкән ирендәрен ялай биреп ҡуйҙы, үрелеп тәҙрә ҡашағаһына ҡуйылған ҡырлы стаканды алып һыу уртланы:
– Яңы ғына, һеҙ күренер алдынан ғына, эсем һыртыма сыҡҡансы һыйланып алдым.
Нимә ейгәне, нимә ҡапҡаны билдәһеҙ, түрбаштағы ҡашығаяҡ түңкәреүле, янындағы ар-тһыҙ ултырғыста ваҡ ҡына киҫәктәргә бүлгеләнгән ҡаты ҡорот ҡына күренә бары, өҫтәүе-нә бәләкәй өй эсенән бешкән аш еҫе лә сыҡмай. Хәйләләшә Әлмәғиҙә, күңеле аш һөймәү-ен, тамаҡтан ҡала барыуын башҡаларҙан нисек тә йәшерергә тырыша.
– Ярай, әләйһә, һәр ризыҡтың үҙ урыны, улай уҡ ныҡ һыйланғасың, быныһы кискелегеңә. - Өләсәйем әйтелгәнде ыңғайы бер йөпләй һалды. - Шулай ҙа йәнең ни теләй, Әл-мәғиҙә, әйт кенә. Хәҙер ҡайтам да етештерә һалып берәрен кире йүгертәм! - Исемем мен-ән өндәшһәсе, юҡ бит, өйҙә саҡта миңә балам, йә улым, ти, башҡа ерҙә иһә, сит-ят берәү-гә әүереләм. Бының да үҙенә күрә серле әтнәкәһе барҙыр, һис шикһеҙ барҙыр. Шулай бу-лмаһа урамға сыҡҡанда муйыныма мулла олатай яҙып, төйнәп биргән бетеүҙе тағып, әй-ләндереп-тулғандырып өшкөрөп сығармаҫ ине. Осоҡ маҙарҙан ҡасырыуылыр, ен-пәрей-ҙән ҡурсалауылыр. Семтем дә май әҫәре ҡунмаған йоҡа тәнем, ҡарайып ҡояшта янған, ба-лта һабылай оҙон муйынлы, таҡыр башлы, ҡарпыш ҡолаҡлы, бирән ҡорһаҡлы, ҡаҡ сира-ҡлы үҙем дә шайтандан артыҡ булмаһам һис тә кәм түгелмен, “аяғы ептәй, ҡорһағы көп-тәй”, тигән һүҙҙәр фәҡәт миңә тәғәйенләп әйтелгәндәр һымаҡ.
– Мәшәҡәтләнмәгеҙ, бар һый-ниғмәтем алдымда.
– Алдыңдағынан тәмлерәкте, ашаулығыңдағынан татлыраҡты ҡабаһы килә ҡайһы
саҡ. Һонтор Миңлебайҙың Хәҙисәһе иренән лимун таптырып ҡыр быуынына төштө бит ауырлы сағында. Ҡыш уртаһында уны һиңә ҡайҙан табайым, тип киреләнә тегеһе. Үҙем дә ныҡ торҙом, сәләмәт бәпес һөйәһең килһә, миңә тимәһә ҡаф тауы артынан табып апҡ-айт, тинем. Өфөнөң баҙарынан килтерҙеләр. “Күрҙем, күңелем булды, туйҙым!” ти лим-унды ҡабып та ҡарамаған Хәҙисә. Шуны онотма, әхирәт, көҫәгән, йәнең таптырған ризыҡ шифалы дауаға әүерелә сырхаған сағыңда.
– Ҡарбуҙҙан ауыҙ итергә ине... Хәҙер уның иң өлгөргән сағы. Һалҡын ғына ҡарбуҙ киҫәген ҡапҡым килә үҙәккә үтеп.
– Һин таптырған ауылдағы ризыҡ түгел икән, хәйерһеҙ...
– Әйтәм бит, борсолмағыҙ, минең мыжыуым бөтмәҫ. Бөгөн ашағым килгәне иртәгә таң атыуға үтә ул...
– Улай тимә, табырбыҙ ҡарбуҙын да. Баҙар көнө күрше Фазылйән бригадир район үҙәгенә йыйына ине, ишетеп-белеүемсә, үтенесемде кирегә һапламаҫ, шунан алдырырм-ын.
– Хәстәрегеҙ былай ҙа баштан ашҡан, көнө ҡоро түгел, сабыулап килә һалып етәһегеҙ, тупһама саң ҡундырмайығыҙ. Миңә ҡалһа, ҡайҙа ҡабаланырға, ҡайҙа өтәләнеп йүгер-ергә, ятырмын әле көтөп... - Әлмәғиҙә өләсәйем йөҙөндә килеп-китеп йөрөгән бар әхирәт-тәренә бер юлы рәхмәтен белдерҙе.
– Әүәлгеләй уныһын-быныһын етештереп, бесеп-тегеп, йүгермәләп йөрөр саҡтарың алда әле. Ҡулың алтын бит һинең, әхирәт, күлдәктәрҙе тәнгә һылаштырып ҡойоп, кәрти-нкәләй матур итеп ҡайып, һыбайлы атынан төшөп, йәйәүле ятып ҡарарлыҡ килештереп тегәһең!
– Бигерәк телгә бөткәнһең инде, Ҡыҙбикә, телеңдән шәрбәт, бал тама. - Әлмәғиҙә һүрәнке йылмайҙы. - Ҡуй, артыҡлап маҡтама, йә ышандырып ҡуйырһың!
– Маҡтамайым, нисек бар шулай әйтәм, ауылдың ҡыҙ-ҡырҡыны, бисә-сәсәһе һинең ҡулыңа ғына ҡарап тора бит. Тиҙҙән үктәбер байрамы, сәләмәтләнереңде көтөп кенә йөр-өйҙәрҙер әле.
– Көтәләр микән? - Ауырыуҙың күҙҙәре дәртле янып киттеләр. - Әүәле ни шәм яҡтыһында кистән иртәнгәсә бер күлдәкте тып иттереп әҙерләй инем. Арымағанымды әйт... Үктәбер, тиһең, уға саҡлы ла әллә күпме ваҡыт бар әле, ураҡ тамамланмаған, мал ҡураға инмәгән.
– Түҙгәнгә - түш ите, шул көндәрҙең килеренә өмөт итәйек, иншалла! - Өләсәйем йоҡа ирендәрен йыбырлатып ауыҙы эсенән аят уҡырға тотоноп китте. Әлмәғиҙә ауырлыҡ менән тороп ултырып, ә мин сүкәйгән килеш ҡулдарыбыҙҙы алға һоноп тынып ҡалдыҡ. Ниһайәт өләсәйем биттәрен һыпырып әпәр итте. - Бына ошо сәләмәтләнеү доғаһы үтә лә килешә ул, сир-зәхмәтте ситкә ҡыуа, тәнгә сихәт өҫтәй. Һин дә әхирәт уны ҡайта-ҡайта ҡа-батлап ят.
– Бөгөн таңда үҙенә ясин сыҡтым әле... - Тиҙ арала күҙ нурҙары һиҙелеп тоноҡланған Әлмәғиҙә талсыҡҡандай кире түшәгенә бөршәйеп ятып йөҙөн стена яғына борҙо.
Тышҡа сыҡтыҡ. Артыбыҙҙан Ҡупшыҡай күренде лә тотҡарланыр инегеҙ аҙыраҡ, тигән-дәй аяҡтарыма килеп һырпаланды. Ошоғаса ирәбе ҡараған өләсәйемдең йөҙө төмһәрҙе, саҡ ишетелерлек итеп шыбырланы:
– Им-том килешмәҫ, үткәндә килтергән өшкөртөлгән тоҙҙан рәт сыҡмаҫ, моғайын...
Тормаҫтан ятып тамаҡ һайлай башлаған, әләйгәс эштәре шәптән түгел. Өҫтәүенә үҙемә-үҙем ясин сыҡтым, ти бит әле. - Бесәйгә өндәште. - Донъя хәлдәре төрләнеп, ул-был була ҡалһа кемдең генә ҡулына ҡарап ҡалаһың инде, бисара? Сит-яттар һине хужабикәң һым-аҡ әпәүләп ҡарамаҫ, ҡәҙерләмәҫ шул... - Әлмәғиҙә ҡарсыҡтың аяҡҡа баҫып китеренә ныҡ икеләнә, шикләнә, тимәк.
Йортобоҙ янына еткәс, өләсәйем ишек алдына үтте, ә мин урам яҡтағы баҡса ултырғы-сына барып һаҡтым. Селлә етһә өй эсендә яғылған мунсалай тынсыу була ғәҙәттә, ә бын-да, муйыл ҡыуағының күләгәһендә еләҫ, рәхәт. Күршелә йәшәгән Батырйән дуҫым ҡайт-ып күренеремде тәҙрәләренән күҙәтеп торғандыр, тиҙ арала яныма килә һалып етеп усы менән асыуһыҙ ғына таҡыр маңлайымды сәпелдәтте, мин еңелсә, ауырттырмай ғына уның ҡорһағын төйөрҙөм. Беҙҙең сәләмләшеүебеҙ шулайыраҡ.
– Ниндәй хыялый уйға баттың, мулла бесәйе? - Ул миңә ҡушаматым менән өндәште.
- Һимеҙ эсеңде ҡояшта ҡыҙҙырып ултырғасың, моғайын да яңы айыртылған ҡаймаҡты ялағанһыңдыр?
Йәнемә тейгән ҡушамат шунан килә, беҙҙән өй аша ғына мулла олатай ҡарсығы менән йәшәй. Торлаҡтары сыйырсыҡ ояһылай ыҡсым, яҫы таш тупһалы, бура соланлы, балсыҡ һылап аҡбалсыҡ менән аҡланған дүрт мөйөшлө йорт. Өй ҡыйығы ла транса менән ябыл-ған. Әйткәндәй, ундай таҡта ҡыйыҡлылар силсәүит рәйесендә, колхоз хужаһында, йәнә мәктәп директорында, ҡалғандары арыш һаламынан, йә йүкә ҡабығынан бөтөрөлгән, ба-лсыҡтан ҡойоп баштарында билсән, әрем ярпылдап ауылды йәмһеҙләгәндәр ҙә юҡ түг-ел. Эстә, һулаҡайҙа, ян-тирәһе, ишеге быялалап ҡулдан эшләнгән һауыт-һаба шкафы, ҡа-ршы яҡта урындыҡ. Һуғылған балаҫ түшәлгән урындыҡтың уң яғында маҡбаллы һандыҡ, уның өҫтөнә тәңкләп түшәнер-яҫтаныр өйөлгән. Шкаф янындағы стенаға өс буй итеп асыҡ зәңгәр төҫкә буялған таҡталар беркетелгән, унда дин китаптарынан тыш әҙәби, тарихи ки-таптар теҙелгән. Шунда уҡ төҫлө карталар йыйылмаһы ла бар. Уны ҡулыма алып ҡыҙыҡ-һынып, ер шары илдәре буйлап сәйәхәт ҡылғандай асҡылап ултырғаным да бар. Тирә-яҡ-та киң билдәле дин әһеленең бар мөлкәте ошо тәфсирләп иҫәпләгәндәрҙән ғибәрәт. Мин хәҙрәткә йоҡом болара башлаһа, әсәйем әҙерләгән саҙаҡаны алып ылғый өшкөртөлөүгә йөрөйөм. Саҙаҡаны ғәҙәттә төрлөләп, аҙыҡлата илтәм: баш бармаҡтан ҙурыраҡ таҡта сәй, туҫтаҡ самаһы бойҙай, көрөшкә менән иртәнге һауылған һөт, йә яңы бешелгән бер йомарлам май, унан ҡалһа ярты тиҫтә тауыҡ йомортҡаһы. Мулла олатайҙы бик йыш ҡу-наҡҡа, йә аят ашына саҡыралар. Шул хаҡта ишетеп ҡалыу менән баҡса ултырғысына сығ-ып ултырам да тегенең әбейен эйәртеп кире боролоуын көтә башлайым. Сысҡан аулаған бесәйҙәй һиҙгер аңдыйым. Бына улар оҙаҡ көттөргәндән һуң күҙ күреме ерҙә пәйҙә була-лар. Ныҡ, ҡыҫтап-ҡыҫтап һыйлағандарҙыр, күрәһең, көтөүҙән аушаңлата баҫып, туйып ҡайтып килгән һыйыр ише үтә лә яй, ығыш, теләр-теләмәҫ ҡымғырлайҙар былар. Ни хәл ҡылмаҡ, сабыр иткән, мораҙына еткән, тиҙәр бит, сыҙамлыҡ күрһәтергә кәрәк, уларҙы кө-ткәнлегемде һиҙҙермәҫкә тырышам, йәнәһе лә былай ғына, һауа һулар өсөн генә сығып һаҡҡанмын ултырғысҡа. Олатай миңә иғтибар ҙа итмәгәндәй, күрмәгәндәй, имән таяғына таянып, йөҙөн күккә сөйөп, төҙ атлап, тура ҡарап үтеп китә, ә тәбәнәк буйлы, йыбырлаҡ аҙымлы Зөләйха абыстай туҡтала, сөнки миңә биреләһе күстәнәс унда. Ул яныма сүгә, бө-рләнтин күлдәгенең иҙеүенә ҡулын тығып ебәреп ҡырҡынды тауарҙан ҡоршап тегелгән булыр-булмаҫ һөлгөләй ҙур түшелдереген килтереп сығара ла инселәнгән күсәнәсте алд-ыма бушатырға тотона. Нимә генә алмаған ул: тумалаҡ манпасый, нәҙек билле баллы пе-рәник, өрөк, май-шәкәргә әүәләп йомарланған ҡыҙыл эремсек, хәлеүә, кетерҙәк печенье, бер һүҙ менән әйткәндә күҙ менән ҡаш араһында күктән йомарт Раббы төшөргән затлы хан һыйына күмеләм, әйҙә, һайлап, тәмләп ҡабып рәхәтләнеп һыйлан. Ҡыҫмыр, һаран түгелмен, саманан арттырмай ғына Батырйәнгә лә өлөш эләгә, әммә оҡшамағандары, тә-ме-таты күңелемә ятмағандары. Һыйымдың муллығын, табынымдың байманлығын күрг-ән дуҫымдың талағы таша, шуға көнләшеүенә сыҙаша алмай бик йыш ҡына, кәйефе кил-мәгәндә мулла бесәйе, монтағай малы, тип үсекләргә әүәҫ. Шыпа ла үпкәләмәйем, бик йыш асыуыма, зитыма тейһә лә һәйбәт кеше ул Батырйән: эскерһеҙ, ярҙамсыл, иң мөһи-ме дуҫлыҡҡа тоғро.
– Өләсәй менән мәшәҡәт артынан йөрөп әйләндек тә һауа һулап кинәнәм, ыңғайы бер уйҙарға ла бирелеп кителә. - Һынамсыл ҡарап алдым. - Күрәм, кәйефең киткән, балт-аң һыуға төшкән?
– Баҙар көндө атай-әсәй Йылайыр баҙарына барырға йыйыналар. Үҙҙәре менән мине алғылары килмәй нишләптер, шуға ҡыуанайыммы тағы? - Батырйән илтифатһыҙ ҡул һе-лтәне. - Бер баш һәйбәт, икәү тағы ла яҡшыраҡ, тигәндәй, бәлки миңә лә ишеттерерһең уйыңды? - Әйтеренә гелән фекер, мәғәнә һалырға яратҡан, ҡыҙыҡһыныусан холоҡло Бат-ырйән ҡыҫҡа итеп һөйләй белмәй, был юлы ла һыу буйы итеп теҙҙе.
– Оҙаҡҡа һуҙмай ғына ҡарбуҙ тәмләп ҡарағы килә.
– Бына һиңә, мә, мулла олатай, абыстай инәй ташығандарына мөрхәтһенмәйһеңме? Мал-тыуар бер ашай ҙа көйөшкә туҡтала, ә бына талымһыҙ әҙәм балаһын күпме генә тығ-ындырһаң да туя белмәй. Уй тигәнең, ҡомағай теләк тә баһа. Мулла малайы гел шулай тамаҡ ҡайғырта инде ул, уға һурпалы аш, майлы ҡоймаҡ менән ҡаймаҡлы сәй кәрәк. Яр-ай оҙаҡҡа һуҙмай ғына, тиһәң дә атайымдан таптырырмын, ул баҙарға эйәртмәүҙең таш-ламаһы итеп моғайын да үтенесемде кире ҡаҡмаҫ.
– Оҙон-оҙаҡ көтә алмайым шу, миңә тиҙ арала ауыҙ итергә ине.
– Оҙаҡҡа һуҙмай, тиһең инде?
– Иртәгә иртәнсәктән дә ҡалмай.
– Нәпсеңде кеҫәңә йәшереп тор, йәме, аҙна аҙағы тигәс аҙна аҙағы! Ярай, пока, миңә танабыҙҙың быҙауын эҙләп апҡайтырға кәрәк! - Ус яңынан түбәмә сәпелдәне. - Мин кит-тем!
Әжәл дарыуылай таптырмаҫ булды ла баһа был ҡарбуҙ, тигәнең. Күңелһеҙләнеп тә өлгөрмәнем Батырйән ҡабаттан яныма килеп ҡунды:
– Асыҡҡандан ҡаныҡҡан яман, ти минең ҡартәсәй. Асығып ултыраһыңмы, әллә ҡанығыпмы?
– Ыслушай, һинең кипкән асмәйел тамағыңды тиҙ арала, оҙаҡҡа һуҙмай ғына сылатып була ул, бик тырышһаң !
– Нисегерәк итеп? - Ҡыҙыҡһына төштөм.
– Уның өсөн башты эшләтергә кәрәк, дәдәңдеке һымаҡ аҡыллы башты! - Батырйән ҡайсы менән ентекләп мөнтәлгән йомро башын ыуҙы. - Әгәр юлдарын өйрәтһәм, шул эштә туранан-тура ҡатнашһам, әжеренә ни бирерһең?
– Уныһын икенсе берәүҙән һора.
– Мулла нәҫеле шулай ҡыҫмыр була шул, гел үҙ яғына тарта, ҡайыра, ә бирә белмәй, был - бирәнләнеү билдәһе!
– Ҡарбуҙ минең бирән ҡорһаҡҡа кәрәкмәй.
Батырйән уйланғандай итте:
– Бер аҙ аңлашылды һымаҡ. Тик бер генә нимә башыма барып етмәй, ҡартәсәйем үткәндә аштан уҙған ул, тигәйне лә, бер аяғы түрҙә, икенсеһе гүрҙә, тип тә өҫтәгәйне.
– Әле генә унан килеп ултырам. Бер ҙә бирешмәгән, сәләмәтләнер, ти өләсәйем, ә һин аштан уҙған тигән булаһың, уның үткәндәге аштан уҙған тамағы бөгөн ҡарбуҙ тапт-ыра, шулай булғас йәшәр әле!
– Шулай шул, бар юлыңда бул, түрә малайы!
– Янмай тор әле, давай, былай итәбеҙ...
– Һаҡмарҙың теге яҡ ярында, ике йыл инде Михайловка урыҫы баҡса тота. Абайлағаның барҙыр?
– Сәүелле туғайға еләккә барғанда асыҡ күренеп тора бит.
– Башҡа йәшелсәләрҙән тыш, ҡарбуҙ ҙа үҫтерә теге.
– Баҡсала нимә үҫкәнен ҡайҙан беләһең?
– Был донъяла мин белмәгән берәй нимә бармы икән? Ер аҫтында йылан көйшәгәнен һиҙә ул, абзыйың!
– Ул бушлай тоттороп ебәрмәйәсәк, һатып алырға, билдәле, аҡса кәрәк.
– Ә нишләп һатып алырға, аҡса тәҡдим итергә, уның һыналған үтә лә ябай әмәле бар.
– Улайтып тәүфиҡле ҡарама миңә, ҡараңғы төшөү менән барабыҙ ҙа сәлдерәбеҙ!
– Урларға, тимәк? Мин ҡараҡ түгел!
– Мин дә! Ҡарайым да, - Батырйән ҡылыйыраҡ ҡараған уң күҙен турайтып мине тәү тапҡыр осратҡан кешеләй баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе, - тағы ла бер ҡарап ҡуям, аҡыллы-ға тиңләп яңылышҡанмын, баҡтиһәң һин шыр тиле икәнһең дә баһа. Урлау ул иң әүәл насар ниәттән эшләнә.
– Ә беҙҙең ниәт ниндәйерәк һуң?
– Яңы ғына әйттең дә баһа, ҡарбуҙҙы үҙебеҙгә түгел, ауырыу өсөн алабыҙ. Изге уй менән һорауһыҙ ҡылынған ғәмәл сәлдереүгә инә, ул эште Хоҙай Тәғәлә күреп торһа ла кисерә һәм ғәфү итә! - Батырйән шулай тине лә, ғәҙәтенә ярашлы әйткәндәрен раҫлап, һуҡ бармағын юғарыға сәнсте.
– Юҡ-бар лыбырҙап башты бутама, йәме? Урлау, сәлдереү, айыу майы һөртөү һәммәһе лә уғрылыҡ хисабында.
– Ярай, һинеңсә булһын, сәлдерәмме, урлайыммы, йыпырам, йомаммы, йәшерәмме уныһы минең эш. Ә һин миңә, мулланың бохар бесәйе, уңыштар телә. Пока, иртәгә осра-шҡанға тиклем!
Апаруҡ ара киткән Батырйәнде ҡыуып етеп еңенән тарттым:
– Туҡта әле, ней, мин риза, тик бер генә шартым бар.
– Һаҡмарҙың теге яҡ ярында йөрөп ҡайтҡандан һуң һин минән мулла бесәйе ҡушаматын алып ташлайһың.
– Нишләп уны алып ырғытырға, мулланың изге малы иҫәбендә йөрөү шәп тә баһа. Ҡушамат - һыпырып ташлап булмай торған нәмә ул. Бына мине күп бытылдағас Бытбы-лдыҡ, тиҙәр. Тиһендәр, иҫем дә китеп бармай әле!
– Шулайын шулай, әммә мулла малы бурлыҡ менән шөғөлләнмәй.
– Әҙерҙе хәҙер, бушлай йыпыра, тимәксеһеңме, ярай, һинеңсә булһын! Улайһа мин барып әйләнермен теге баҡсаға, ә һин ситтән күҙәтеп кенә торорһоң.
– Юҡ инде, бергә булғас бергә!
– Риза. Айыу балаһын да бейергә өйрәтәләр, иртәгәнән ҡушаматыңды үҙгәртәм, әгәр матур итеп урлаһаң!
– Матур урлау нисегерәк була инде?
– Ҡомағайланмай, нәпсеңде ауыҙлыҡлап тейешен генә алыу сибәр ҡараҡлыҡҡа инә.
– Килештек! Бер бөртөк кенә ҡарбуҙҙы алабыҙ, шунан да артыҡ түгел.
– Улайһа Баланлы Үҙәк тапҡырына кил, эңер төшөүгә. Ҡултығыңа киндер тоҡ ҡыҫтырырға ла онотма!
Кис, көтөү ҡаршылағандан һуң, Мөҙәристәрҙең лапаҫ башында ҡоролған ҡыуышында йоҡлайым, иртә таң менән ҡайтырмын, тип алдашып өйҙән сығып китеп, Аҡташ аҡланы-на барып ер аҫтынан сусайып сыҡҡан аҡ ташҡа барып һаҡтым да ҡояш байыуын түҙемһ-еҙләнеп көтә башланым. Ә аҡлан ситендәге суҡ ҡайын осона эленгән ҡояш байымай ҙа байымай, көтә торғас, тәҡәтем ҡалманы, барып ҡайынды һелкетеп ҡояшты офоҡҡа тәгәр-ләтер хәлдәмен, тик ул тау ҡырластарына бәрелеп йәнселер бит, шуныһы ғына тота. Бына яйлап-яйлап көн яҡтылығы һүрәнләнде, ер өҫтөнә шыйыҡ эңер шәүләһе ятты, төн яҡын-лашыуын белдереп эргәләге Ҡоҙоҡ Бите уйпатында төн ҡошо Саҡ үҙәләнеп ҡысҡырҙы, Суғы әлегә өндәшмәй, уныһы сәхәрҙә тауыш бирә торған. Бергә, парлашып йөрөһәләр ни булған, юҡ бит, береһе икенсеһен эҙләп ғүмерҙәре заяға уҙа, табыша алмайҙар. Гелән му-йынымда йөрөткән бетеүҙе өйҙә ҡалдырып сыҡҡайным, хәҙер үҙемде ҡото киткән, фарты ҡасҡан бер зат итеп тойҙом. Барыбер дөрөҫ эшләнем, ни булһа ла булыр, юғиһә муйынға изге яҙыу тағып урлыҡта йөрөп булмай бит, яҡшыны ямандан айырмаған иманһыҙҙар ғына ҡара эшен аҡ тип иҫбатлап хилафлыҡҡа бара, намыҫтарын һатҡан иблестәр генә ҡылған гөнаһтарын игелек тип тәҡрарларға хирес.
Килешелгән урынға барғанда тау битләүендә ҡәлғәләй ҡалҡҡан ер дүмһәйҙә япрайып үҫкән тубылғы ҡыуағы артына боҫҡан Батырйән мине алыҫтан абайлап йәшенгән еренән сыҡты:
– Оҙаҡ көттөрҙөң, аҡшам намаҙын уҡып ҡыялмағанһыңдыр ҙа?
– Үҙең ҡараңғы төшкәс, тинең дә баһа, мыжыҡ!
Шуның менән һөйләшеү бөттө, башҡарыр эшебеҙ алдан билдәле булғанға һүҙ сыбалт-май ҡуҙғалдыҡ. Эңер ҡарағусҡыллығы ҡунған күк йөҙө аяҙлы-болотло. Әлмәғиҙә ҡарсыҡтың еҙ батмусы ҙурлыҡ тулған ай һыуҙай аҡ йөҙөн өйкөмләнгән болот менән япты, шу-ға сауҡалыҡтар араһында биленә һуҡҡан йыландай бормаланып ятҡан урман һуҡмағын тоҫмаллауы еңелдән түгел. Беҙгә тура түгел, һулғараҡ тартып Борам кисеүенең аҫҡы яғы-ндағы Муйыллы Туғай буйына бараһы, Михайловка урыҫының баҡсаһы ҡаршы яҡ ярҙан күтәрелгәс арыраҡ, һөҙәк асыҡлыҡта урынлашҡан. Көндөҙ Ҡарағайлы ҡаяһынан йәшел балдаҡтай түңәрәкләнеп асыҡ күренә, хәҙер ул тарафты шыйыҡ ҡараңғылыҡ шаршауы япҡан. Урман һыҙатын ҡырлатып бара биргәс тау түбәненә төшә башланыҡ. Балаҡтарға уҡмашып бөрмәкәйҙәр йәбешеп бөттө, сәнскеле һәрпенделәр балтыр буйын әсеттереп һыҙыра, ҡайһы ерҙә абынып, ҡайһы ерҙә йығылып китәбеҙ. Эргәбеҙҙәге сауҡалыҡ араһ-ына ҡунып боҫҡан өкө тауышлана: “Уфф...уфф...ухх...уххх....” Үҙе күренмәй, баҙлауыҡтай янған хәтәр күҙҙәре генә ялт та йолт килә.
– Бытбылдыҡ, әйҙә кире боролайыҡ? - Шомланып өндәшәм.
– Нимәнән шөр ебәрҙең тағы, әйкәйем?
– Һупайҙы аңдыған, йомортҡа урлап яманаты сыҡҡан бурҙар ҡорондағы һайыҫҡан оҙата барған юл уңмай, тиҙәр.
– Ә һин кемдең ҡорондаһың?
– Кемдекендә булһын, һинекендә инде...
– Ә мин суфый түгелмен! Һин дә ас сәүектәй шыңшыма! - Сәркәш холоҡло Батырйән бойороулы бышылданы.
– Шыңшымайым да. - Ныҡлығымды белдерергә теләп түбән һалынған сатин ыштанымды өҫкә тарттым. - Алыҫламаҫ элек, уғрылыҡҡа ҡул һелтәп, төкөрөп тә бирмәй ҡайтайыҡ та китәйекме әллә, мин аҙна аҙағына саҡлы көтөргә риза.
– Тик кенә бар. Риза имеш, как будты ҡарбуҙҙы һин ашайһың, башта Әлмәғиҙә ҡарсыҡты ҡайғыртыр инең, белекһеҙ!
“Хаҡ һүҙгә яуап юҡ!” Эләгә-йығыла, резинкаһы бушаған ыштанымды күтәрә-күтәрә ары юрғалайым.
Ҡуйырҙан-ҡуймай ҙа баһа артыбыҙҙан эйәрә төшкән теге өкө. Был юлы ул сәфәребеҙҙе киренән һаплап бәддоға уҡығандай, беҙҙе мыҫҡыл иткәндәй, урман яңғыратып көлөп ебә-рҙе: “Уфф... Ха-ха-ха...”
– Был өкө тигәнең беҙҙе кире ҡайырырға самалай, ахры, был тикмәгә түгел.
– Иғтибар итмә: өкө, ҡарға, һайыҫҡан, ҡоҙғон барыһы ла иблес ҡоштары!
– Нимә? - Батырйән һорауымды аңламағандай туҡталды. - Бытбылдыҡ ул философ, аҡыл, фекер эйәһе бик беләһең килһә! - Абайламай ҡалдым, ҡараңғы юҡта күрмәнем, ошо һүҙҙәрҙе раҫлап Батырйән тағы ла һуҡ бармағын юғарыға сәнсеп алды, шикелле
– Бытбылдыҡ ни ҡойроҡһоҙ, сыбар, ҡарап тороуға ҡойто ғына ҡош инде, ә бына өкөнөң зирәклеге хаҡында ишеткән бар.
– Шым, телеңде тый, Һаҡмарға яҡынлайбыҙ, ә тау үренән ишетелгән тауыш әллә ҡайҙарға тарала!
Һәрмәнеп, шыуып тигәндәй текә үрҙән төшә башланыҡ. Ошоғаса салғыйҙан тартып йөҙәткән селек-тубылғылар ярҙамға килде, улар йәбешеп түбәнләүе бик тә ҡулай. Бына беҙ тигеҙлеккә сығып, Һаҡмар ярына килеп терәлдек.
– Оло юлда ятҡан кисеү өҫтәрәк. - Батырйән торған урыныбыҙҙы үҙенсә тоҫмалланы.
Әгәр шул яҡҡа барып һайыраҡ урындан сығабыҙ тиһәк, теге ярҙа был яҡҡа ҡарай тағы бер текә үрләсте аша төшөргә кәрәк. Уныһы үҙе бер ыҙа. Шулай булғас ошонан маташтырайыҡ, туранан тартайыҡ.
– Ә һуңынан әйберҙәреңде нисек тапмаҡсыһың? Ошо килеш керәбеҙ һыуға. Кейем менән йылыраҡ та булыр әле.
– Ә мин матурлыҡҡа сыҡҡандағын кейгәйнем бит әле. Сандалийҙарым да мәктәптеке. Мәтегә болғанғы килмәй.
– Юлбаҫарҙарҙың ҡасан ҡупшы кейенеп юл баҫырға сыҡҡандарын күргәнең бар? Хәйер, һин гөнаһтың ни икәнен белмәгән мулла нәҫеленән бит әле, онота ла ебәрәм, улайт-ып тәтәйҙәй ҡуҫтарланып алғас, моғайын да урлыҡҡа барыуҙы кәләш кейәүләү йолаһы менән бутағанһыңдыр.
– Бытбылдыҡ, бигерәк күп бытылдайһың. Улайһа мин алдан. - Шулай тип шыбырҙаным да балаҡтарымды төрә башланым.
– Юҡ инде. Мин. Һин был һуҡмаҡты белмәйһең, ә миңә таныш. Хәҙер сығып, теге яҡ ярға күтәрелгәс шыуышып илле-алтмыш аҙым ара барырға кәрәк. Ары рәшәткәле кә-ртә булыр. Был яҡ буйҙағы бер рәшәткәнең ҡаҙауы һурылған. Шуны ҡайырып инәһең дә...
– Йылан көйшәгәнен һиҙеүҙән тыш, күрәм, уғрылыҡ шөғөлө лә һиңә ят түгел икән!
– Улайһа бур-бытбылдыҡ булып сығаһың түгелме?
– Һин дә гөнаһлы, элекке көн сәлдереп апҡайтҡан өгөрсәне маҡтай-маҡтай ашай инең әле.
– Өләсәйем, әгәр харам ризыҡты һиңә мәжбүр итеп ашаталар икән, уның гөнаһы мәжбүр иткәнгә төшә, тип яҙылған ҡөрьәндә, ти.
– Мин мәжбүр иттемме? Үҙең теләнселәнең!
– Өгөрсәнең ниндәй юлдар менән килгәнен мин ҡайҙан белгән тиһең?!
– Етте, күп лыбырҙайһың бигерәк, киттек. Был тирәлә һыуҙың тәрәнлеге күкрәк тәңгәленән юғары ҡалҡмай. Тоҡто юғалтып ҡуйма, тешләп алып сыҡ, юғиһә майғул була торғанһың.
– Ә мин әлегә йөҙә белмәйем...
– Эттәрсә лә белмәйһеңме?
Батырйән елкәһен тырнап алды:
– Әйтәм бит тәрән түгел. Әгәр бик ҡурҡһаң минең күлдәк яғаһына йәбешеп бар. Вапше-то тиҙәк һыуҙа батмай!
– Тиҙәк, имеш, һин үҙең һыйыр ҡоймағы, бик тә беләһең килһә!
– Бында һунарға килдеңме, әллә кәсекләшер өсөнмө? Эйәр миңә!
Йәйге селлә ҡыҙҙырғандан һуң яңы һауылған һөттәй йылы тулҡындар табанды наҙлы иркәләне. Ни тиһәң дә өҫ кейеменән бигерәк сандалийҙар йәл: сейә ҡыҙыл төҫтә, ялтыр ҡаптырмалы инеләр. Эшлектән сығарҙым былай булғас күркәмлеккә тотонғанды.
Беҙҙең барыр тарафты яҡтыртырға теләгәндәй, болот араһына боҫҡан ай күренде, ти-рә-яҡ көмөшкә ҡойонғандай балҡып китте.
– Нимәгә кәрәк булды әле был?! Хәйерсегә ел ҡаршы, бөтә ер ус төбөндәгеләй асыҡ күренә хәҙер! - Батырйән ризаһыҙлыҡ белдерҙе. - Башҡаса сара юҡ, тәүәккәлләргә кәрәк, беҙгә кире ҡайтаһы ла бар бит әле, һуңға ҡалырға ярамай.
Бына һыу тубыҡҡа етте, бил тапҡырынан булды, күкрәкте күмде. Бер нисә урында аяҡ-тар аҫтындағы таштарға абынып, соҡорға сумып һыу йотоуымды иҫәпкә алмағанда имен-аман сыҡтыҡ теге яҡҡа. Текә ярҙан артылған Батырйән ергә һылашып ятты ла йыландай уҫал ыҫылданы:
– Инде ауыҙыңа һыу уртла, өнөң тығылһын, баҡсанан сығып кире теге яҡ ярға аяҡ баҫҡансы һөйләшеү, аралашыу бөттө, тапҡан табышың өсөн, имен-аманлығың өсөн бары үҙең яуаплы.
– Әгәр берәй нимә миңә срушны талап ителһә?
– Беҙ әлеге мәлдә бер генә нәмәгә килгәнбеҙ - ҡарбуҙға, бары шул ғына. Рәшәткә егенән ингәс уң яҡ ҡулда ҡарбуҙ, һулаҡай яҡта өгөрсә түтәлдәре, тура тартһаң - кишер һуға-ндар...
– Тәжрибәле бурға оҡшағанһың.
– Ярай фәрештә булып ҡыланма, һыуға бер тапҡыр төшкән кеше икенсе тапҡыр еүешләнеүҙән ҡурҡмай!
– Мин бөгөн килдем һәм башҡаса йөрөмәйем. Ҡарбуҙҙы ла бер бөртөк кенә алам. Артығы кәрәкмәй.
– Үҙең ҡара, ызначит мин һулаҡайға, һин уңға... Эшебеҙҙе ослағас теге ерҙә осрашабыҙ!
Шыуышып 20-25 аҙым ара үттек, алға һуҙып һәрмәнгән ҡулыма әсеттереп сәнске ҡаҙ-алды, ауырттырып тубыҡ ташҡа бәрелде. Батырйән ҡорбанына боҫоп яҡынлаған һеләүһ-ен ише йылғыр, тауышһыҙ шыуыша. Кәртә янына еткәс ул тоҫмаллап табып ҡаҙауы һур-ылған рәшәткәне бер яҡҡа ҡайырғайны, теге ваҡытһыҙ бимазалауға ризаһыҙлыҡ белдер-еп мыжығандай сыйнай биреп ҡуйҙы. Алыҫта, күҙ күреме ерҙә ҡарайып ҡалҡҡан, берҙән-бер тәҙрәһендә ут йызлаған будка яғынан йыбанып ҡына эт өрөүе ишетелде. Ишетелде лә тымды. Тынлыҡ. Тәбиғәттә лә ундай һиллек була икән дә баһа, ҡолаҡ тондорғос тынлыҡ, хатта артыбыҙҙа ятҡан Һаҡмарҙың ағышы ла ишетелмәй. Батырйән эскә үтте лә ҡомға һе-ңгән тамсылай юҡҡа сыҡты. Ә мин икеләнеп ҡалдым; алдымда кәртә, был яҡта яҡшылыҡ, теге яҡта яманлыҡ, әлегә мин гөнаһһыҙ, бер аҙҙан шул кәртәне аша сығып ят кешенең би-ләмәһенә инһәм, сикте үтһәм ҡараҡҡа әүереләм. Ни эшләргә? Баштан уҡ ризалашмаҫҡа кәрәккән, хәҙер һуң инде... Күҙ алдыма кинәт ҡаҡ һөйәккә ҡалып түшәгендә ятҡан Әлмә-ғиҙә ҡарсыҡ килеп баҫты, уның хәлһеҙ тауышы ҡолағымда яңғырағандай итте: “Һалҡын ғына ҡарбуҙҙан ауыҙ иткем килә үҙәгемә үтеп...” Бәлки ул, ошо әжәл дарыуылай ризыҡт-ан ауыҙ итһә шәбәйеп китер, кем белә. Кәрәк тирәкте йыҡтыра, юҡ, кире сигергә ярамай!
“Ҡарбуҙҙы апҡайтам да тештәрҙе ҡамаштырырлыҡ һалҡын һыулы биҙрәгә һалам... Ул сағында боҙҙай ҡарбуҙ кетерҙәп кенә торасаҡ! - Емеш шәрбәтен ауыҙымда тойғандай ҡы-лҡылдатып шайығымды йотоп ҡуйҙым. – Тфү, биғәләш, мин ятам тау башындағы ҡуянға һы йылытып!..” Икеле-микеле уйҙарға бирелеп тишеккә яйһыҙ тығылғайным, салбарым сөйгә эләкте бит ҡәһәрең, бөгөлгән тутыҡ ҡаҙау ҡармаҡтай эләктереп алды, еңел генә ҡо-толормон тимә! Ысҡынмаҡ булып балаҡтан нығыраҡ тартҡайным, кәртә һелкенгәндәй итте лә баһыу буйына тимер сымдарға тағылған буш кәнсирҙәр дөңгөр ҡаҡҡандай даңғыр ҙа доңғор килә башланылар. Бая йоҡомһораған эт ҡабаттан яр һалып өрөргә тотондо, һүрән яҡтылыҡ бөркөп будка ишеге шар асылып китте. Кинәт ҡалҡып миңә ҡарай йүгер-гән ҡарасҡы яйын табып, тимер сымдар араһына йылғыр тығылып баһыу аша һикерҙе, шул мәлдә будка яғынан мылтыҡ атҡан тауыш ишетелде. Гөрһөлдәү ҡолаҡты тондороп тирә-яҡҡа таралды ла беҙ килгән тау яғына барып ҡаҡлыҡҡас ҡайтауазға әүерелеп кире ҡайырылды, шунан тулҡын-тулҡын булып тирә-яҡҡа таралды.Ҡурҡҡанға ҡуш күренә бит инде ул, бындай шартлауҙы тәүләп ишетәм һымаҡ. Ергә һылаштым. Эт бәйен өҙөрҙәй булып быуылып өрөүен дауам итте. Ҡарасҡы сумған тарафтан тауыш-тын ишетелмәй. Тимәк ҡарауылсы уға тоҫҡап атҡан. Тура, йән еренә тейҙергәндер, юғиһә теге терелеген нисек тә белдерер ине.
Бер мәл ҡабырға яҡтан ҡыштырҙаған аяҡ тауыштары ишетелде, былай булғас эш хар-ап, бөттө баш, сикәләремде ҡулдарым менән ҡоршап тынып ҡалдым. Ергә тамсы булып һеңге, тупраҡты селәүсен һымаҡ соҡоп инеп йәшеренге килә лә, ҡайҙа инде!
Елкәмә мылтыҡ көбәгенең һалҡын тимере терәлде:
– А-а-а, зайчик, попался?
Быуындар тотмағанға һенағастай ҡатып ята бирәм. Арҡам буйынан һалҡын зымбырҙау йүгереп үтте, тыным быуылғандай итте.
– Но что ты спину греешь как на пляже, поднимайся, коль пришел!
Теләкһеҙ генә туңҡаңлап ҡалҡтым да, өҫ-башымды ҡаҡҡылағас бирелгәнлегемде белге-ртеп ике ҡулымды күтәрҙем.
– Значит, сдался! А ты ведешь себя как фриц под Москвой, пошли, арестант! - Ҡарасҡы көбәкте арҡама терәп торлағы яғына ҡарай этте.
Будка янындағы ояһы ауыҙына сынйырға бәйләнгән эт ике аяҡтарына баҫып абалай ғына, бәйҙән ысҡынһа өҙгөсләп ташламаҫ, тимә
– Успокойся, Барс, фу! Замолчи же наконец, поймал я шпиона, поймал, теперь буду его допрашивать!
Торлаҡтың эсендә бөләңгерт яҡтылыҡ, һәр нәмә шәүләләй тоноҡ күренә. Майҙандың ҡап яртыһын биләгән, ҡулдан һумалтыр әтмәләнгән ағас өҫтәл өҫтөндә һауынсылар фер-маға йөрөткән, тимер сым менән ҡоршалған фонарь ҡуйылған. Һулаҡай ҡулда тимер ба-шлы, йыртыҡ матрац түшәлгән, өлбөрәгән одеял, кәпрәнһеҙ бысраҡ яҫтыҡ ятҡан карауат. Танауға янған кәрәсин төтөнөнөң, тағы ла йыуынмаған тәндең ауыр еҫе бәрелде. Арттағы көбәк өҫтәл янындағы берҙән-бер ултырғысҡа ултырырға ҡушып этәрҙе. Буйһонмай сара юҡ. Ҡарасҡы үҙе үтеп, әсе сыйнатып карауатҡа гөрһөлдәне. Уға һынамсыл ҡарашымды аттым.
Айыуҙай уҫлаптай кәүҙәле, тулы бит-йөҙөн һарғылт шырт мыйыҡ-һаҡал ҡаплаған, ялб-ыр ҡашлы, ташбыҡ күҙҙәре соҡорҙарына тәрән батҡан урта йәштәрҙәге ир икән. Ыңғайы бер шуға иғтибар иттем, күҙҙәр уҫал, яһил түгелдәр, хатта ҡайһылыр кимәлдә йыуаш ҡа-райҙар. Күҙҙәр күңелдең көҙгөһө, тиҙәр бит, мәрхәмәтле әҙәмгә оҡшаған. Шулай ҙа сатр-аш биҙәкле бумазый күлдәк, бысрана барып төҫөн юғалтҡан спорт салбары, аяҡтарҙағы резинанан ҡойолған итектәр йәмһеҙләй алмай тулы, йыуантыҡ кәүҙәне. Уң ҡулдың мус-кулдары ҡабарып ишелгән, көс-ҡеүәте бар, тимәк. Һулаҡай ҡул төбөнән юҡтыр, күлдәкт-ең буш еңе салбар ҡайышына тартып ҡыҫтырған.
Ир ҡушкөбәк мылтығын карауаты ҡырына һөйәне лә янтая төшөп кеҫәһенән тышы кер-ләнә барып йышылып бөткән тәмәке кисете килтереп сығарып унан бер семтем ваҡланғ-ан япраҡҡа тартым нәмә алды, шуны өҫтәл ҡырындағы дүрткә бөкләнеп билдәле ҙурлыҡ-та йыртып әҙерләнгән гәзиткә таратып һипкәс өйрәнелгән хәрәкәттәр менән кәзә тояғы төрөргә керешеп китте. Ҡулындағының ян-тирәһен теле менән еүешләп нығытҡас барм-аҡ оҙонлоҡ тәмәкеһенә фонарь ҡулайламаһын күтәреп милтәнән ут ҡабыҙҙы. Тәрән итеп һурып ашыҡмай ғына тарта башланы. Былай ҙа тынсыу һауаға ҡырҡыу самосад төтөнө өҫтәлде. Ундай сәсеп үҫтерелгән, ир-аттың һөйләүенә ҡарағанда һурһаң эс-бауырҙы өҙө-рлөк ҡырҡыу тәмәкене беҙгә ситтән килеп ялланып һарыҡ көтөүен көткән Александр ғы-на тарта. Уны, класташым Зиннур ҡайҙандыр темеҫкенеп йөрөп табып килтергәнде, беҙ ҙә картуфлыҡ осондағы кесерткән араһына боҫоп тәмләп ҡарарға иттек бер тапҡыр. Сәс-әп йығылдыҡ та ундай зәһәр нәмәгә башҡаса оронмаҫлыҡ булдыҡ.
Бер ҡул менән дә шулай етеҙ, оҫта эш итеп булғанлыҡҡа аптыраңҡырап ҡарап ултыра инем ир талапсан тексәйеп һораны:
– Что ты так, глазами зыркая меня изучаешь, пацан?
– Нит, - тәүге тапҡыр телгә килдем, - ни сматрю...
Ҡарашымды һепермәгән, бысраҡ иҙән таҡтаһына ҡаҙаным башта, шунан, бер аҙҙан, мәрхәмәт һорап инәлдем:
– Атпусти меня, дәдә, ә, бульше не буҙу.
– Ты же гаваришь пацан, знашит, пацан.
– Не хочешь называть свое имя? Вообще-то можешь остаться неизвестным, не это главное, откуда пришел? И это без слов понятно. - Эйәге менән беҙҙең ауыл яғына ҡарай ымланы.
Бер ни ҙә өндәшмәй башымды түбән эйҙем.
– Видимо, вас было двое. Второй оказался подлым трусом, бросив тебя васвояси убежал, да?
– Ты же стрелял, он нәвирне, совсем мертвый стал.
– Я стрелял в воздух, чтоб напугать вас, а вы полные штаны наложили!
– Штан у миня сухой, сәпсим сухой.
– У твоего товарища как, не интересовался?
– Нит, кагда страшно, он тоже не писает в штан!
Ирҙең йөҙөнән бер аҙға ғына, болот араһынан күренеп ҡалған ҡояштай һаран йылмайыу йүгереп үтте.
– Я сдись! - Ишек ауыҙында Батырйән күренде.
– Вот и второй объявился! Не бросил, значит! Весьма похвально! - Ирҙең ошоғаса төмһәргән ҡарашы бер аҙ яҡтырғандай итте.
– Ни мог я бросить сваего таварища!
– Скажи, друга! - тип төҙәтмә индерҙе ир. - А ты рядом с ним постой, у меня второго стула нет.
Батырйән яныма баҫты ла, үҙенең именлеген белдерергә теләгәндәй усын түбәмә баҫып алды, ә мин бирешмәгәнлекте аңлатып терһәк менән ҡорһаҡҡа ҡағылдым.
– И так, цель вашего визита известна, а вот чьи вы дети, товарищи воры, хотя, пост- ойте, - ир Батырйән яғына ҡарап тексәйҙе, - ты же сын...
- Я тебя ни знай! - Батырйән уны тәүләп күреүен аңлатырға теләгәндәй ҡарашын ситкә йүнәлтте.
- Вспомнил! Ты же сын бригадира?
– Ни знай никакой бригадир.
– Не мути воду, не упирайся, прошлый раз я видел тебя с твоим отцом Фазыльяном.
Сын уважаемого человека опустился так низко. Стыдно!
– Он ни минауат. Он са мной прусты ходил, я шел суда варават. - Хәҙер эш ҙурға китһә Фазылйән ағайға һүҙ тейәсәк, уның абруйы төшәсәк, ә миңә нимә, ярты етемгә ике до-нъя бер мөрйә, уға ниндәй ғәйеп, яла яҡһаң да йоға, һылаша һалып бара, һылаша, әммә бысратмай. Ғәйепте өҫтөмә алып Батырйәнде яҡларға иттем.
– Вот и второй заступник нашелся.
– Нет, не преступники, мелькие воришки вы! Вам овощей захотелось?
– Нит! - Икебеҙ бер тауыштан баш тарттыҡ.
– Мне арбуз наҙы! Тульке один штук. Один. Панимаете? - Һуҡ бармағымды күрһәтеп урынымдан ҡалҡтым.
– Сядь, егоза! Понимаю. Для кого?
– Старушка? Говори яснее! Она твоя бабушка?
– Нит. Сәпсим чужой, далукий чужой. Его бог радил кагда-то белый свит, вот и живет один. Сәпсим один.
– И она вдруг захотела арбуза попробовать!
– Болит он сильне. Гаварит тульке арбуз хачу. Тульке один раз. Силне хучет - Беҙҙең әңгәмәгә Батырйән ҡушылды.
– Нит. Отпустили на сәпсим! - Быныһын инде мин өҫтәнем.
– Вон оно что... - тип ниҙер төшөнгәндәй һуҙҙы ир. Ҡулында күптән һүнгән тәмәке төпсөгөн өҫтәл ҡырына һалды ла урынынан ҡалҡты. - Значит так, товарищи осенние пе-тухи, ваши мокрые вещи сушить не получится, нет возможности, но горячим чаем вас уг-ощу! - Бер яҡ мөйөштәрәк торған керогазы янына килеп унда ҡуйылған ҡоромло сәйнүк-тең эсенә күҙ атты ла һыу барлығын күргәс миңә эйәге менән ымланы. - Мальчик, подой-ди сюда, немного подсоби, подкачай керосин, потом зажги спичкой!
Бер ни тиклем ваҡыттан Батырйән менән мине карауатына ултыртып ҡуйған ир аҙыҡ-түлеген карауаты аҫтынан сығарып өҫтәлгә теҙә башланы, алюминий көрөшкәләргә сәй-нүктән гөбөрҙәтеп сәй ағыҙҙы. Будка эсенә мәтрүшкә, тағы әллә ниндәй үләндәрҙең хуш еҫе тулды.
– Как моя заварка? - тип ҡәнәғәт төҫтә ҡыҙыҡһынды ир.
– Хараша! – тип маҡтаныҡ бер тауыштан.
– То-то! Одиннадцать видов трав пропускаю через мясорубку, потом сушу на тенечке вот и получаю такой аромат! Все болезни, хвори, холод махом выгоняет!
Беҙ, саҡырылмаған ҡунаҡтар, ваҡ киҫәктәргә бүлгеләнгән салоны ҡабып, ҡара икмәкте умраһынан тешләп, кетерҙәтеп шәкәр кимереп сәй һөрпөлдәтә башланыҡ. Батырйәнде белмәйем, әммә үҙем ирҙең беҙгә ҡарата мөнәсәбәтенең кинәт кенә үҙгәреп китеүен аңл-ап тмәй аңҡы-тиңке килеп ултырам.
Батырйән танауын мыршылдатып тартып ҡуйҙы.
– Если сопли потекли, значит, холод уходит. Вот и славно! - Ир сәй эсеү урынына ҡабаттан тәмәке төрә башланы ла әүәләгәнен ауыҙына ҡабып тоҡандырып ебәргәс бер күҙен ҡыҫа төшөп дауам итте. - Знаете, ребята, вы чем меня удивили с самого начала? Друга од-ного не оставили в беде, не стали выдавать, значит с вами смело можно ходить в разведку! Теперь вот случай с этой больной бабкой. Пришел к выводу, что вам смело можно поло-житься в трудную минуту. Сын у меня занимается садоводством, а я однорукий, помогаю чем могу, охраняю круглые сутки его сад от насекомых и вредителей. - Шелтәләгәндәй беҙҙең тарафҡа һирпелеп алды.
Беҙ ғәйебебеҙҙе танып баштарыбыҙҙы түбән эйҙек.
- Не дает спать, ноет, зараза, наверное - к дождю! - Ир йөҙөн ризаһыҙ йыйырып яу-рынын ҡапшаны. - Теперь спросите, где моя левая рука?! – Үҙе үк ҡояш байышы яғына һелтәп яуабын бирҙе. – Оставил там, в белорусских лесах! – Ҡайғыһын яңыртҡандай ауы-ҙынан танау тишектәренән ҡуйы төтөн борхотто.
Ир сәләмәт ҡулы менән тубығына терһәкләнеп, һорау билдәһеләй бөгөлөп тынып ҡа-лды. Беҙ ҙә ашауыбыҙҙы ҡуйып шымтайыштыҡ.
– Ребята, вы меня до конца поймете, если расскажу свою жизненную историю? С этой историей жил, живу, и буду жить, - тип ҡыҙыҡһынды ир.
– Мы знаем русский язык, прәме да карня! – тип ышаныслы әйтте Батырйән.
– Какуй корень, да аснавания! - тип шаштырып өҫтәнем мин. - К нам вид знакумы шасто ходят из Васильевки! Па русскому у маего друга, тройка, - үҙемде өҫтөн итергә бу-лып киттем, - а у меня каменная четверка!
– Очень хорошо, когда один человек понимет другого! Твоя твердая четверка говорит о том, что ты основательно знаешь язык. Итак, послушайте одну из страниц моей жи-зни!
Ауыҙҙан сыҡҡан әсе төтөнгә ҡушылып хикәйә ағылды:
– Отец, который всю жизнь проработал бригадиром полеводства, забрали на фронт в самом начале войны, в разгар уборочной кампании. От него получили только одно пи-сьмо из действующей, вернее, отступающей армии, а поздней осенью получили похоро-нку, извещение о том, что он пропал без вести под Москвой. Так он и остался неизвестн-ым солдатом. Не знаю где именно он погиб, где похоронен, место его последней останов-ки нигде не нашел. Мне всегда кажется, что его могила на Красной площади, у Кремлев-ской стены. После войны несколько раз ездил в столицу, возлагать цветы на могилу неиз-вестного солдата. Было многолюдно. Значит, не только я, но и многие люди из Союза счи-тали, что его дед, отец, брат, мать, сестра похоронены именно там, где горить вечный ог-онь. Меня призвали в начале 1943 года. Фронт в то время находился и на передовой, и в глубоком тылу. Разницы почти не было. Работали круглые сутки под лозунгом: “Все для фронта, все для Победы!” Не хватало мужских рук, транспорта, скудные запасы продукт-ов выдавали строго по карточкам. Многие от нехватки еды опухли от голода. Провожала меня поседевшая мать, своего единственного сына. Ей оказывается было тогда чуть более сорока лет, а она выглядела как пожилая старушка. Как сегодня помню, она вышла на кр-ай деревни, стояла долго на пригорке, на возвышенности, как одинокая береза терзаемая пронизывающим холодным ветром. Мать потухшим взглядом провожала повозку с при-зывниками. Так она стояла и стояла, потом превратилась в маленькую точку, вскоре совс-ем исчезла, растворилась на горизонте. Нутром почувствовал, что эта наша последняя вс-треча. Спустя полгода получил письмо от соседки, она сообщила о том, что мама моя ум-ерла, отравилась зерном, собранном на поле весной. Вот так и бывает иногда, где смерть сторожить каждый день, каждый час, каждую минуту, остаешься в живых, а в глубоком тылу можно умереть от нескольких колосьев недоброкачественного зерна. Воевал с самого начала в разведроте. Много раз незаметно проходили передовые линии через колючие проволки, навешанные пустыми консервными банками, еще немцы без остановки осве-щали местность ракетницами. Ходить в разведку, и вернуться обратно, считался обычном, повседневным делом. Были, конечно, отдельные потери, но всегда выполняли задание, по-ставленное командованием. Однажды нас забросили в немецкий тыл на самолете. Было поручено особо важное задание, добыть секретные документы во чтобы-то не стало. В ре-зультате внезапного нападения захватили штаб, подожги, забрав карты, бумаги. Когда наша группа из десяти человек стала возвращаться обратно, при переходе водной прегр-ады нас заметили, именно тут поджидали, устроили хорошо организованную засаду, пот-ому что нас нельзя было упускать из виду с этими очень ценными штабными документа-ми. На берегу реки завязалась ожесточенная схватка. За короткий промежуток времени восьмерых не стало. Погиб и командир группы, старший лейтенант. Остались только мы двое - казах Тимербай и я. Как старший по воинскому званию, остался за старшего. Во вр-емя боя меня ранили в левую руку, осколок мины глубоко сел в плечо, кстати, он до сих пор находится там, не дает покоя в пасмурные дни. Отстреляв все патроны, израсходав все боеприпасы, отошли краем реки в болотистое место, два дня сидели по горло в грязи, в камышах. Немцы окружили болото со всех сторон, но испугались, не стали лезть. Сверху печет солнце, роем кружатся комары, жарко, снизу тянет трясина, про еду даже не дума-ем, но страшно хочется пить. Настоящий ад, ад на земле. Сидели молча, не подавая приз-наки присутствия. Через день, решив что нас уже нет в живых, немцы сняли оцепление, ушли, предварительно заминировав местность. Могли подорваться, но Тимербай хорошо знал саперное дело, благодаря ему сумели ускользнуть. Стали ползком идти к своим. На третий день от сильного кровотечения я совсем ослаб, не мог самостоятельно двигаться, стал иногда впадать в беспамятство, начал бредить. Когда пришел в себя говорю Тимер-баю: “Брось меня к черту! Забери документы, иди один! - Из гимнастерки вынимаю пла-ншет. - Вот это, ценнее золота, страшнее бомбы. Береги. Передай кому следует. У меня есть последняя граната, пистолет с одним патроном на всякий случай, этого вполне дост-аточно. Если нас заметят еще раз, я их задержу!” Нет, он не оставил, не бросил. К своим шли, не шли а ползли, Тимербай нес меня на спине, еще три дня. Рана стала гноить, она стала какая-то синяя, мне кажется, началась гангрена. Дошли. Когда стали спускаться на наши окопы, сзади немецкий снайпер выстрелил Тимербаю прямо в голову! Меня он сп-ас, а сам погиб от случайного выстрела. Вообще-то на войне не бывает случайных выстрел-ов, они всегда предназначены для кого-то. Меня отправили в тыл, сначала в Москву, пот-ом в Тулу, дальше в Самару, спасли с трудом, а вот руку отрезали. За ту разведку меня и погибших ребят наградили орденами Боевого Красного Знамени, а командира группы представили к званию Героя. Демобилизовался только в начале 1947 года, пролежав во многих госпиталях. Приезжаю. Никого. Как говорится ни кола ни двора. В родной дерев-ни была полная разруха. Меня, калеку, постаавили бригадиром полеводства, так по волю судьбы, продолжил незаконченное дело отца. Постепенно хозяйство встало на ноги, в на-чале 60-х колхоз стал миллионером, в этом, наверное есть и капелька моего скромного труда, кстати меня тоже наградили тогда орденом Ленина. Вышел на пенсию по-инвалид-ности. Не могу я лежать без труда, вот и помогаю сыну чем могу. Вот такая история... - Ир уйҙарына бирелеп ултыра бирҙе лә, ниһайәт, ысынбарлыҡҡа ҡайтты. - Вот что, ребята, когда арбуз требуется, надо подходить днем, ясно излагать ситуацию, а то вы тут ходите как... - Башлағанын әйтеп бөтөрмәй ҡулын ғына һелтәне бары.
– Кагда тимно, удобны вид. - Батырйән ҡыйыулана төштө.
– Согласен, темные дела делаются ночью. А вы добрые ваши намерения, испортили, испоганили! - Ир урынынан ҡалҡты. - Пошли искать спелый арбуз. Щас отыщим, найд-ем! - Фонарҙе ҡулына алып, юғары күтәреп тышҡа сыҡты ла беҙҙе эйәртеп алдан төштө. Ошоғаса ярһып абалаған эт нишләптер ҡапыл йыуашайып, тынып ҡалғайны, беҙҙе абай-лағас ҡойроғон да болғап ҡуйҙы хатта.
– Ну что Барс, и ты успокоился? Правильно сделал. Я выяснил, они нормальные ребята! - Ир фонарҙе ергә ҡуйып этенең башынан һыйпаны.
Киндер тоҡҡа ҙурҙан берәү, бәләкәсерәктән ике ҡарбуҙ төшөп ятты.
– Большой арбуз для бабки. Более мелкие, для вас, как награда за смелость. Вы честные мальчики, только попрошу вас, больше не воруйте. Честность, порядочность и воров-ство - они несовместимые понятия. - Ҡарауылсы баяғыса фонарен күтәрә биреп яр ҡыры-на килде. - Дороги домой найдете?
– Найдем кәнишне, мертвыми глазами найдем! - тинем йылмайып.
– Теперь осторожно выходите на тот берег, и берите под правую руку, там дорога. А ты, - ир Батырйәнгә ҡайырылды, - не рассказывай своему отцу, то, что сегодня случилось. Я сам объясню ему. Потом. Передай привет и поклон от меня, скажи от Ивана, Ивана Тр-убникова. Хороший человек твой родитель, опытный бригадир, знает полеводство доско-нально, как когда-то мой отец, и ты будь достоин имени его.
Һыуҙы сығып теге яҡ үргә күтәрелгәс әле, артыма әйләнеп ҡараным. Унда төн ҡараңғ-ылығында өмөт сатҡыһылай ут нөктәһе йызлай ине. Иван ағай һәйбәт кеше икән: ҡый-ыу, ярҙамсыл, миһырбанлы. Ундайҙарға таянырға, ундайҙар менән разведкаға ышаныслы барып була, урлыҡҡа түгел, һәр хәлдә!