Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Август 2020, 16:02

ТӘҢРЕ ӨРӨК ҠАПҠАНДА

#Ағиҙелжурналы

Бог слепил Человека из глины и остался у него неиспользованный кусок.

– Что еще слепить тебе? – спросил Бог.

– Слепи мне счастье, – попросил Человек.

Ничего не ответил Бог. Только положил Человеку в ладонь оставшийся кусочек глины.

Фәйрүзә һуңғы мәлдә бөтөнләй хәлдән тайҙы. Ашҡаҙан, тағы ла әлеге ашҡаҙан. Әсәһен дә, олатаһын да, иң оло ағаһын да алып киткән ашҡаҙан. Әсәһе алтмыш һигеҙҙә хушлашҡайны яҡты донъя менән, ә уға ни бары алтмыш дүрт кенә. Әсәһе йәшенә етергә әле ярты тиҫтә ғүмер бар. Иртәрәк йәбеште түгелме был яман шеш. Врачтар ҡалай ғына йәшерергә тырышһа ла, үҙе лә һиҙенгәйне шул. Айҙан ашыу район дауаханаһында ятыуы бушҡа тиһеңме? Ашауын ашаған да кеүек, тик телең осо нимә ҡапҡанды ла тоймағас һуң? Шаулап ултырған имән әле һин, йәшен дә алмай, һыуыҡҡа ла бирешерлек түгелһең, тип таныш врачы тынысландырған була ла, тик күңеле тәненән алда һүнмәһен тип өмөтләндереүе генәлер шу-ул. Ысынын әйткән әҙәм ҡатындарҙы имәнгә тиңләр инеме, һантый, ғәҙәттә нескә билле талға оҡшаталар, йә ҡайындай ҡупшыһың, тиҙәр бит. Холҡо менән имәндәй ҡаты, ныҡ, һыҙланыуҙарына түҙер был, тиеүелер. Аңлай, барыһын да аңлай Фәйрүзә. Үҙе түҙер ул, сыҙар, ҡапыл ғына һынмаҫ. Ә бына Мәргәне, Мәргәне һуң? Унһыҙ бер көн дә тора алмаясаҡ бит ул. Кендеге менән йәбешкән ул Фәйрүзәгә. Әле ауылдан дауаханаға килеп йөрөгәнендә лә, балауыҙ һығып уҡ ултырмаһа ла, күҙе тулы һағыш ине, тиҙерәк ҡайт инде, һыйырың да һағынған, тәҙрә төптәрендә гөл-сәскәләрең баш ҡалҡыта алмай илай, самауырың телһеҙ ҡалды бөтөнләй, тип һамаҡлағаны бына һаман ҡолаҡ төбөндә. Тик үҙе һере, мин дә һағындым, тип әйтергә теле әйләнмәй. Белә уны Фәйрүзә, яғымлы һүҙ әйткеһе килһә, балалар һымаҡ ҡулы менән башын һыйпай башлай. Әле лә шулай, оҙаҡ үҙ башын үҙе һыйпап ултырҙы. Тик йөрәккә шифа булырҙай һүҙен генә ҡыҙғанды. Юҡ ҡыҙғанманы ул, ирҙең теленән сығыр татлы тойғоһо күҙҙәрендәге моңло ҡарашы аша Фәйрүзәнең йөрәгенә киреһенсә ауыр уй булып ятты: «Минән ҡалһа, нишләр был бахырҡай?»
Уй, өйөн һағынып ҡайтты Фәйрүзә. Һәр нәмә һағындырған кеүек булһа ла, тәүҙә өй эсе һыуыҡ һымаҡ, түбәләге лампочкалар һүрән янған кеүек тойолдо. Мәргән мейес тултырып ут яғып ебәрһә лә, берауыҡ һаман йылына алмай бер булды. Күңелендәге шик-шөбһәһе бар тәнен дерелдәтә ине, буғай. Самауыры ҡайнап сыҡҡансы тәүҙә яйлап ҡына гөлдәренә һыу һибеп сыҡты. Уларҙың хәлен белеште, эй ғүмеркәйҙә-әре тип, һарғайған япраҡтарҙы ҡайсы менән ипләп кенә ҡырҡты. Өйҙәге тынлыҡты Мәргәндең ғыжылдап йүткергән тауышы ғына боҙғоланы. «Мин юҡта үҙен йүнләп ҡарамағандыр ҙа, ана, тамағына ла бәргән, ней тәмәкеһен ташламай, йүләр,» – тип эстән генә һуҡранып та ҡуйҙы.
Сәйҙе тәүҙә тауыш-тынһыҙ ғына эстеләр. Мәргәндең сабыйҙарса балҡып торған күҙҙәре генә табынға йәм өҫтәгәндәй булды. «Минең ҡайтыуыма һөйөнгән булып ултырыуылыр инде, ғәрипкәйемдең, оҙаҡламай яңғыҙы ҡаласаҡ, уй, ниндәй һынауҙар көтәсәген белмәй әле бахырым», – тип уйлап ултырҙы Фәйрүзә. Икенсе сынаяғын эсеп бөткәс, тирләп китеп, иңендәге шәлен һалды. Йөҙө алһыуланды, күҙенә нур ингәндәй булды уның. Уңарса булмай, ҡатынының уйсан йөҙөнә беленер-беленмәҫ кенә яҡтылыҡ-йылылыҡ ятҡанын күреп, Мәргән дә телгә килде:
– Ҡалай сәй килеште, һин юҡта тәме лә, өҫтәлдең йәме лә юҡ ине, ай бөгөн килеште, эсеп туйып булмай ҙаһа. Йүткереү ҙә томаланғандай булды. Ҡушҡайын яланынан йыйып алып ҡайтҡан мәтрүшкә-фәләнде бешергәйнем, тояһыңмы тәмен?
Фәйрүзә тәү ҡапҡандай, сәйен әҙләп-әҙләп кенә йотҡолап ҡараны, үәт ҡыҙыҡ, уйҙарына бирелеп сәйенең тәмен дә тоймай ултырһынсы әле. Эйе шул, мәтрүшкә тәме ләһә, ауыҙы тәм тоя бит, тоя бит былай булғас! Ҡушҡайын мәтрүшкәһен дә тоймаһа инде.
– Ҡушҡайын яланыныҡын һалғайныңмы? – тип ихлас йылмайҙы хужабикә. – Әйтәм тыным иркенәйеп, күңелем бөтәйеп китте шул.
– Иртәгә Ҡушҡайын миндеге менән тәнеңде иҙрәткәнсе, йәнеңде иңрәткәнсе сабып та алһам, бөтөнләй кеше булып китерһең әле.
«Шулай булһа икән дә бит, их белмәйһең әле һин, Мәргән. Ҡушҡайын миндеге лә, мәтрүшкәһе лә ярҙам итмәҫ инде хәҙер Фәйрүзәңә. Хәләлеңдең үлем яланына табан юл алғанын һиҙенмәйһеңме ни әҙерәк...» – яманһыу уйҙарынан Фәйрүзәнең илағыһы килде. Ауыҙы, теле тойған мәтрүшкә тәмен тоҙло йәш тәме менән бутағыһы килмәне. Түҙҙе.
– Үҙеңде сабырға кәрәк, бигерәк ныҡ һыуыҡ алдырғанһың, – тигән булды, күҙен йәшереп.
Йоҡларға ятҡас, ҡатын иренең уға ғына хас еҫен еҫкәп, тәне йылыһын тойоп берсә кинәнеп, һыйынып, берсә үҙенең балнис еҫе һеңгән тәненән тартынып ятты. Мәргән дәртенең теҙгенен бер аҙ ысҡындырып ебәргәйне лә, ҡатынының, мунса ингәс, тигән иркә, ләкин ҡәтғи тауышын ишеткәс, хис-тойғоһон тышаулап ҡуйҙы. Яҙһа, мунсала ысҡындырыр тышауын.
* * *
Фәйрүзәне йоҡо алманы. Үҙенән бигерәк Мәргәнен уйланы. Мин инде үлермен дә ҡотолормон, ә ул һуң нисек йәшәр минһеҙ, тигән уй бауырына төштө. Күркәм бит әле ул, бик күркәм, йәшәйһе ғүмере алда әле, теге осҡа тиклем бараһы ла әле бараһы. Сәсе генә ағарҙы ла, бер аҙ йөҙөн сырыштар баҫты инде. Сырайы йәштәрсә, тоҡанырҙай һаман да. Ә йәш сағында ниндәй ине! Ул бөҙрә сәс, ул бәһлеүән кәүҙә. Әле шулай ине тип һөйләһәң ышанмаҫтар. Уҡаһы әле лә ҡойолмаған иренең, кисеттә дарыһы ла етерлек, улай тиһәң. Торғаны менән кәртинкә бит, тип көнләшеп тә, һоҡланып та әйтер ине әхирәттәре.
Димләп ҡауыштырғайнылар уларҙы. Ул саҡта Фәйрүзә егерме бишен артылырға тора ине. Райүҙәктә уҡытыусы булып эшләй. Уҡытыусы булыу ул саҡта бигерәк маҡтаулы, һәр кем был һөнәр эйәләрен алла урынына күрә ине. Егерме биш йәш. Ниндәй генә абруйлы әҙәм булмағайы, заманында ултырып ҡалған ҡыҙҙар иҫәбендә ине бит Фәйрүзә. Төҫкә-башҡа бик күркәм булмағандыр үҙе лә. Артыҡ ныҡ һипкелле булды, шуның арҡаһында иң гүзәл мәлде – яҙҙы яратманы. Был миҙгелдә ул себен ярауҙары (кемдәрҙер уларҙы ҡояш ҡыҙсыҡтары тигән була, ысын исеме ана шулай ул һипкелдәрҙең) бигерәк шашып китеп, битте ҡаплау ғына түгел, ҡолаҡ япраҡтарына үрләй торғайнылар. Яҙҙан ҡасып, өйөнә, үҙенә бикләнә Фәйрүзә. Ә мөхәббәт яҙҙа шыта, яҙҙа бөрөләнә, яҙҙа сәскә ата. Өй ҡыйығынан тамған тамсыларҙың яра-там-там тип тамғанын ишетә, кесерткәндең дә сәскәләй күренгәнен һиҙенә барыбер ҡыҙ йөрәге. Тик...
Һипкеленән бигерәк Фәйрүзә ирҙәрҙеке кеүек яҫы устарынан ояла торғайны. Был етешһеҙлек бала сағынан эшкә әрһеҙлегенән килдеме, әллә нәҫелдәнме инде. Ят кеше менән һөйләшкәндә ике ҡулын ҡайҙа ҡуйырға белмәй, йә кеҫәһенә тыға, йә артына йәшереп бер була торғайны. Был үҙ артынса ҡатын-ҡыҙҙарға хас булмағаныраҡ хәрәкәттәр яһарға мәжбүр итер ине. Һуңынан ҡәйнәһе, урушка-дәфтәр генә тотоп эшләгән бисәнең эшкә эрәте лә, әрһеҙлеге лә булмаҫ тип борсолоуын борсолғайным да, иллә мәгәр ошо көршәк ҡапҡасындай устарыңды күреп үҙ иттем мин һине, килен, тип ихлас арҡаһынан һөйөр булды.
Йәмһеҙлеге арҡаһында институтта уҡығанда ла, эшләгән осоронда ла яҙмыш уны егеттәрҙең йылы ҡарашынан да, башҡаһынан да мәхрүм итте, яратам, мөхәббәтем тигән татлы һүҙҙәр менән дә иркәләмәне. Һөйөү илендә ул бөкрө-ғәрип ҡыҙ булды. Яҙмышына шулай күнеп тә бара ине. Кемгә димләһәләр ҙә риза ине буғай ул саҡта. Аҡйылға ауылындағы колхоз бухгалтерынан яусы булып килгәстәре, уҡыған әҙәмгә уҡыған кешене генә димләүҙәре инде, күрәһең мөхәббәт тигән юлдаштарына арбаларында урын булмағандыр, йәшәгәндә тиң күрмәҫ барыбер, тип бик уйланғайны. Тик артҡа ла юл юҡ ине. Яңғыҙың ғүмер кисереп, яңғыҙың ҡартайып ултыраһыңмы ни. Буласаҡ иренең ғәрип икәнен белгәс, үҙенең ысынлап та үтемһеҙ тауар икәнен аңланы. Әле ризалыҡ бирһә лә, бирмәһә лә, бәхетһеҙ яҙмыш көтәсәк барыбер, тип юраны. Бәхеткә күрә, юрағаны юш булманы, бәғерле булды яҙмышы. Ә инде сибәр Мәргәнде күргәс, үҙен ниңәлер йолҡош үрҙәккә оҡшатты. Тиң түгел ине улар һөйөү илендә: береһе – аҡҡош, икенсеһе – йолҡош... Тик аҡҡош сатан ине. Ә осар ҡошҡа аяҡ нимәгә, ҡанаты имен булһын. Кәмһенде, бик кәмһенде тәүҙә Фәйрүзә. Һуңғараҡ аҡҡошо осоп китер тип ҡурҡты. Тик аҡҡошо йолҡошона тоғро ҡалды.
– Ҡарасҡы кеүек йәмһеҙ кәләште нимә тип алдың икән һин, Мәргән? – был һорауҙы йыш бирә торғайны ҡатыны иренә.
– Йәмһеҙ ине күрә белмәгәндәргә. Йәмһеҙ, ләкин һөймәлекле ине. Ә һөймәлекле һөйәк тамаҡҡа тормай ул, – тип ҡысҡырып көлөп ебәрә Мәргән. Иҫләһәң, ваҡытында, мәргәнлегең ҡайҙа булған, Мәргән, атҡан уғың һаҙ баҡаһына барып ҡапҡан түгелме, тип уның йәнен үртәүселәр булмаған тиһеңме?
Ул саҡта киреһенсә, бөтә ағзалары теүәл, юғары белемле мөләйем ҡыҙ алдында Мәргәндең үҙен нисек кәмһенеп, оялсан тотоуын Фәйрүзә белмәне лә. Юҡ, ире тыумыштан зәғиф түгел ине. Әрме хеҙмәтендә ҡаза күреп бер аяғын өҙҙөрөп ҡайтҡайны ул. Госпиталдә ятҡанда һөйгән ҡыҙының үҙен ташлауын ишетте. Ғәрип ир миңә кәрәкмәй, тип әйткән имеш... Аяғын ғына түгел, рухын ҡаҡшатып, тормошҡа, ҡыҙҙарға булған ышанысын юғалтып ҡайтҡайны ул саҡта Мәргән. Бер йығылһаң, ҡалҡыныуҙары ауыр икән шул. Яҡындары Мәргән алдында, кәләш, ҡатын кәрәк, тип һүҙ ҡуҙғатырға ҡурҡыр булдылар. Был һүҙҙәр уны сығырынан сығарҙы. Ул мәңге үҙемә тиң тапмам, мин Квазимодо, тип һәм шуға ныҡлы ышанған бер иҫәргә әйләнгәйне, шикелле.
Бара-бара ваҡыт үҙенекен иттеме, йөрәктәге яралар бер аҙ бөтәштеме инде, үҙендә көс тапты кисәге һалдат, тәүҙә бухгалтерлыҡҡа уҡып сыҡты, шунан ныҡлап эшенә сумып, үҙ эшенең оҫтаһына әйләнде. Колхоз рәйесе, райүҙәктән ултырып ҡалған бер уҡытыусыны димләйек әле үҙеңә, ҡустым, тигәс, һис көтмәгәндә, маташтырып ҡарағыҙ һуң, тип ҡапыл риза булды ла ҡуйҙы. Уның сәбәбе ябай ине. Әйтелгән һөйләмдә, юҡ, юҡ, тәҡдимдә түгел, әйтелгән һүҙҙәр теҙмәһендә Мәргән өсөн үтә лә ҡәҙерле һүҙ бар ине. Уҡытыусы булыуы ла, димләүҙәре лә әүрәтмәне уны. «Ултырып ҡалған» – уның хәленә инерҙәй иң татлы һүҙ ошо ине. Утыҙын ҡыуған егеткә, тимәк, ул ғына тиң булырға мөмкин. Ниңәлер Тәңре уға шулай тип әшкәртте, шуға инандырҙы ла ҡуйҙы. Ә Фәйрүзәнең үҙен күргәс, йоҡлар йоҡоһон, ашар ашының тәмен юғалтты ҡарт егет. Күрер күҙгә ғашиҡ итерҙәй һылыулығы булмаһа ла, ҡарашындағы тоғролоҡмо, артыҡ баҫалҡылыҡмы, әллә уның да яңғыҙлыҡтан арып, тик һиңә генә мохтажмын, тигән ҡатын-ҡыҙға ғына хас йәлләткес, ымһындырғыс сихырмы – белмәҫһең, бер тылсым көсө бар ине ҡарт ҡыҙҙа. Тәү күреүҙән үк уға тартылды Мәргән, уны юғалтыуҙан ҡурҡты. Алма ныҡ бешкән, өҙөлөп төшөр ҙә, сереп юҡҡа сығасаҡ. Юҡ, кемдер ауыҙына ҡабасаҡ түгел, ә серейәсәк бына. Уның һымаҡ... Райүҙәккә барып танышып ҡайтҡас та, ата-әсәһен аптыратып, иртәгә үк яусы ебәреүҙәрен, ҡыҙ риза булһа, никахты тиҙләтеүҙәрен һораны. Алма бешкән сағында тәмле була...
* * *
– Йәш саҡты уйлап ятам, Мәргән, – Фәйрүзә иренә еңелсә генә ҡағылып алды.– Бигерәк йәмһеҙ инем бит ул мин. Нимә тип мине алырға булғанһыңдыр. Ултырып ҡалыр был Мәскәй, тип йәлләнеңме икән, ә?
– Йәмһеҙ булһаң да, тәмлеһең шул... иртәгә мунсала... – тип мығырҙаны йоҡо аралаш ире.
Тәүге никах төнөн уйлаһа, Фәйрүзәнең тәне әле лә земберләп китә. Еңелсә ойошторолған табындан һуң аулаҡ өйгә алып барҙылар. Барҙылар тигәс тә, күршеһенең таҫма таҡһаң да талымланмаҫ бейәһен еккән булып, йүкә ҡабыҡлы йөк арбаһында шығыр-шығыр килеп дүрт өй аша үттеләр инде. Көнө буйы йәштәрҙе оҙатып йөрөгән ҡояш арығайны, офоҡҡа килеп һыйынды ла күҙен йомам-йомам тип кенә тора ине был саҡ.
Бер-береһен икенсе тапҡыр ғына күргән ике йүләр, хәҙер шулай тигән булаһың инде, нишләргә белмәй тәүҙә ҡулдарын тотошоп киң һикелә тын ғына ултырҙылар. Үҙҙәренсә яҙмыштарына күнеп ултырыуҙары шул булғандыр. Үҙҙәрен, хәлдәрен аңларға тырыштылармы, әллә ваҡытты тойоуҙары булдымы. Ваҡыт менән үлсәшмәҫкә улар был мәлдә бәхет тәмен ныҡлы ғына татып та өлгөрмәгәндәр ине әле. Бәхетлеләр генә уның менән бик иҫәпләшеп бармай торған. Тынлыҡта тек-тек килгән сылбыр баулы сәғәт тауышы ҡолағын ауырттырғайны шул саҡ Фәйрүзәнең. Һуңынан был йортҡа килгән һайын сәғәттең сылбырын тартырға яратты, ваҡыттың һис кенә лә туҡтамауын теләне, һил генә текелдәүенән күңеленә ятышлы моң да тапты.
Ултыра биргәс, ҡыйыулығы етепме, әллә ниҙер әйтергә тейешмендер тип уйлапмы:
– Хәҙер беҙ бер-беребеҙгә хәләл инде, Хоҙай ҡаршында ла, кеше алдында ла, – Мәргән уны ҡосағына алды. – Тиң күрһәң, башҡаларҙан кәм булып йәшәмәбеҙ.
Берауыҡ тағы ла тын ултырғас ҡалҡынды ла:
– Тәүге төнөбөҙҙө бөгөн үткәрергә яҙған инде, хәләлем... Һуң булып китте, һин ята тор, мин хәҙер, – тип тәмәке тартырға сыҡҡан булды.
Фәйрүзә яңғыҙы ҡалғас, нишләргә белмәй тубыҡтарын ҡосаҡлап ултыра бирҙе. «Тиң күрһәң, ти. Тау янында тау булып баҫырмын, дала янында дала булып ятырмын да ул. Ә һин?..» Шунан ҡапыл ҡалҡынды, ҡолаҡты ярып алып барған сәғәттең сылбырын талғын ғына тартып ҡуйҙы: «Беҙҙең ваҡыт башланды, уртаҡ ваҡыт», – тип шыбырҙаны. Егет менән ҡыҙға тип әҙерләнгән ап-аҡ түшәккә оҙаҡ ҡарап торҙо ла, байрам күлдәген һалып, тартынып-тартынып ҡына атлас юрған аҫтына инеп ятты. Ирен көттө. Һыуыҡ булмаһа ла ҡалтыранырға тотондо. Юрғанды мыҡтып-мыҡтып уранды, иренең ятыр урынын устары менән йылытты. Ниндәйҙер мөғжизә көттө.
Тәмәке еҫе менән бергә ҡыуара башлаған үләндәрҙә йәй еҫен алып ингәйне өйгә ире. Ҡулында – бер таяҡ әрем менән бергә таждары ҡойолам-ҡойолам тип торған сәскәле ике һабаҡ үлән. Ҡараңғыла һәрмәнеп табыуын әйт әле.
– Яныңа сәскә менән индем әле, Фәйрүзәкәй, – тигәйне ихлас йылмайып ире. Эй, ҡыҙ саҡ, һантый саҡ, әллә иғтибар эсенә килешмәнеме, әллә үҙенең ҡиммәтен белеүе булдымы, Фәйрүзә:
– Сәскә тигәнең әрем түгелме? – тип, баллы кискә бер семтем тоҙон өҫтәп ҡуйҙы.
– Әремдең дә үҙ йәме, үҙ тәме, – тине лә һаҡ ҡына мендәренә һалды. Ана бит иҫкә төштө, бына шул әрем еҫе, башты әйләндерер үҙенә генә хас еҫ бөгөн күңелде елкендереп, берсә һағышҡа һалып, танау осон ҡытыҡлап тора бит. Тәүге никах төнөн хәтерләтеп.
Мәргән уттарҙы һүндереп, туҡ-туҡ килеп буласаҡ ҡатыны ятҡан һике ситенә килеп ултырҙы ла сисенә башланы. Тын алырға ла ҡурҡып ятҡан ҡыҙ тағы ла нығыраҡ ҡалтыранырға тотондо. Шаҡ итеп иҙәнгә төшкән тимер киҫәге тауышына ул ғына түгел, Мәргән дә һиҫкәнеп китте шикелле. « Уй, Алла, тимер аяҡ та тыңлашмаған була», – тип ҡуйҙы. Иренең тауышы нисектер ҡалтыранып сыҡҡан төҫлө тойолдо Фәйрүзәгә. Әллә үҙе өшөгәнгә... Ауған протезын һикегә һөйәп ҡуйғас, ҡыйыуһыҙ ғына юрған аҫтына инде Мәргән. «Өшөп тә өлгөргәнһең инде әллә, ҡәҙерлем», –тип хәләлен үҙенә ҡыҫты. Битен, сәстәрен һыйпаны. Ҡулының ҡытыршылары тәүҙә ҡыҙҙың битен еңелсә әсеттереп сыйған кеүек булһа ла, бара-бара ҡытыҡлап, әле бығаса тоймаған рәхәтлек бирҙе. Иренең ирендәре маңлайына, күҙенә тейгәс, Фәйрүзә тәне буйлап, ҡалтыраныуҙы ҡыуа-ҡыуа, тулҡын-тулҡын йылылыҡ йүгергәнен тойҙо. Мәргәндең ҡайнар тыны үҙенең ирененә ҡағылғас, күҙҙәрен йомдо, күбәләк булып, елпенеп-елпенеп осҡоһо килде... Осҡоһо килде, ә үҙе нығыраҡ иренә һыйынды...
«Ой! А-ай! Юҡ! юҡ? Ҡурҡыны-ыс...» Ике донъя бер бөтөнгә генә әйләнә, бар тәне, бар күҙәнәге менән Мәргәнгә һыйынған ғына мәлдә, Фәйрүзә ҡапыл иренең һул аяғы урынында аҫ яҡтан бушлыҡты тойоп, нисек һикереп торғанын да һиҙмәне. Ай яҡтыһында ҡыҙҙың шарҙай асылған күҙҙәрен, ап-аҡ булған йөҙөн күреп, бер ни аңламаған Мәргән үҙенсә көйәләнде:
– Тәүҙә ҡурҡыта ул, ҡурҡыта, Фәйрүзә, ҡыҙҙан ҡатын булыуы еңел эш түгел бит, – бар йыуатыуы ошо ине. Вә-әт, тәжрибәле ир-егет ни! Эй, һуңынан, нисә йылдар йәшәгәндән һуң, Мәргәндең, еңел эш түгел ул, тигән һүҙен, мәҙәккә алып, бер лаҡапҡа әйләндергәйнеләр.
Фәйрүзә тыныслана алманы ул төндө.
– Яҡын килмә, Мәргән, яҡын килмә, үҙеңдән түгел, аяғыңдан, эйе, эйе, бушлыҡтан, буш аяғыңдан ҡурҡам, – тип икенсе урынға барып ултырҙы.
Мәргән бер һүҙ ҙә ҡатманы, ныҡышманы ла, урынынан да ҡуҙғалманы. Нисек тороп ултырған шул килеш ҡалды. Хатта тәмәке тартырға ла сыҡманы был төндө. Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисереп ултырғандыр ир заты. Шулай икеһе ике урында ултырып тәүге таңдарын аттырғайны улар.
Аҙнанан ашыу ҡыҙ менән егет булып йөрөнөләр әле. Бер-береһенә һыйыныр, бер-береһенән йылыныр әмәлен дә тапманылар, сараһын да белмәнеләр, баҙнаттары ла етмәне. Шулай ҙа ғәйрәтле, тәүәккәл тоҡомдан ине шул Мәргән. Тәүге никах төнөнән һуң аҙна тирәһе үткәс, ер-һыу күреп киләйек әле, тип атын екте. Ҡушҡайын яланына, сабынлыҡтарына алып китте. Һарысай урталары булһа ла, йәй йылыһы, йәй наҙы китмәгәйне әле. Килеп еткәс тә, бесән мәлендә ҡалған ҡыуышты рәткә килтерҙе, тышҡы яҡты япраҡлы ағас сыбыҡтары менән бөтәштерҙе, эсенә кипкән йәшел бесән, үндек түшәне, арбалағы кәрәк-ярағын индереп ҡуйҙы ир кеше. Ҡыуышты уратып дилбәгә, йүгән, ҡамыт-ыңғырсағын һалды. Уңарсы булмай тағанға аҫҡан сәйнүктә сәй ҙә ҡайнап сыҡты. Мәргән ҡырағай сейә, ҡарағат япраҡтары өҙҙө, мәтрүшкә яңынан сығырға тейеш, тип уны эҙләп бер булды. Фәйрүзә үҙе бөтнөк, тәлгәш-тәлгәш балан, кипкән муйыл табып өлгөргәйне инде. Тирә-яҡҡа кипкән бесән еҫе менән бергә урманда ғына була торған, усаҡ еҫе менән үләнле сәй еҫе таралды. Бермә-бер кәйефтәр күтәрелде, көрөшкәләге эҫе сәйҙе уртлағас та йөҙҙәргә йәйге миләш төҫөндәге алһыулыҡ яғылды. Тирә-яҡҡа һоҡланып ултырҙылар, ҡыҫыр-ҡыҫыр ғына тауыш биргән ҡоштарға ҡолаҡ һалған булдылар, тынлыҡҡа сумған ағастарҙың буй-һынын күҙләнеләр...
– Гүзәл бит был тормо-ош, ай, күркә-әм, – тип Мәргән кәләшенең күҙенә баҡты. Һөйгәненең күҙҙәрендәге ҡәнәғәтлек осҡондарын, был тормошҡа Фәйрүзәгә генә хас бер яғымлы наҙ менән бағыуын күреп, берсә һикереп тороп бейегеһе, берсә хәләлен ҡулына алып әйләнгеһе килде. Дәртен йүгәнләр, дарманын тышап ҡуйыр хәлдә түгел ине ир заты. Ул ҡапыл Фәйрүзәһен киң ҡосағына алды ла шашып-шашып үбергә тотондо. Көттө был мәлде, түҙемһеҙләнеп көттө кәләше лә, тартынманы ла, ҡаршылашманы ла, иренең ихтыярына бирелде. Мәргән һөйөп туйғыһыҙ кәләшенең ыҡҡа килеүен тойоп, килбәтһеҙ генә ҡалҡынды, шунан уны ҡулына алды ла бер яҡҡа ҡыйшая биреп һултанлай-һултанлай ҡыуышҡа инде...
Икеһе лә шыр тиргә батып уянды. Күңелдәрендә әйтеп бөтөргөһеҙ ләззәт биреүсе бер мәғәнәле наҙ уйнай ине. Бер-береһенә ни тиклем яҡын, ни тиклем ҡәҙерле икәндәрен белгертеүсе бер тойғо бөрөләнгәнен тойоп уянды ысыҡлы был таңда ике йәш йөрәк.
– Ҡыуышта ла ожмах тигәндәре ошо микән ни, Фәйрүзәкәй, –тип шыбырҙағайны һөйгәне. Йылы түшәк булған, хан һарайындағы ебәк-мамыҡтарға ла алыштырғыһыҙ урман бесәне еҫе, уларҙы оло донъя ығы-зығыһынан ҡурсалаған сыбыҡ япраҡтарының төндә күргән татлы мөхәббәт уйыны хаҡында әҙәп һаҡлап ҡына шыбырҙашыуҙары, ҡыуыш артындағы донъяның ниндәйҙер бөйөк эш көткәндәй саф та, моңло ла ысыҡҡа батып тынып ҡалыуы – бөтәһе лә оло мөхәббәткә фатиха кеүек тойолдо Мәргәнгә лә, Фәйрүзәгә лә.
«Тор-ройыҡ! Тор-ройыҡ...» Ҡапыл ишетелгән ымһындырғыс тауышҡа һиҫкәнеп китте икеһе лә. Мәргән тора һалып ҡыуыш ауыҙынан тышҡа баҡты. «Торналар!» – күҙҙәрендә осҡон уйнатып, тышҡа атылды. Йөрәге дөп-дөп типкән Фәйрүзә лә ҡалҡынды.
– Э-һе-һей, торналар, яҙын миңә ул алып ҡайтығыҙ, ишетәһегеҙме, беҙгә ул кәрәк, – тип ҡоштар артынан һултанлап йүгергән иренең артынан ҡарап, ҡатын йылмайҙы. «Ҡалай тиҙ генә малайлы булмаҡсы был. Ыштаныңды күтәр тәүҙә. Үҙеңә торналарҙан аяҡ та һораһаңсы, ғәрипкәйем,» – тип ҡыҙғанып торғанын иҫләй әле Фәйрүзә. Мөғжизә артынан сапҡан малайҙай Мәргән үҙен аямай, һикерәнләп торналар артынан йүгерҙе лә йүгерҙе, нимәгәлер эләгеп йығылып та китте, тороп тағы баҫты, йыраҡлашып өлгөргән ҡоштарға оҙаҡ ҡул болғап торҙо. Торналарҙан бигерәк, иренән күҙен алмаған ҡәҙерлеһе: «Ярай, хәҙер үҙ ирем, ниндәй генә ғәрип булһа ла екһенмәм, бауырыма баҫырмын... Йүгерһен, торналар артынан да сапһын әйҙә, арғымағым минең «, – тип ҡуйғайны.
* * *
Ә торналар Мәргәнгә тоғро ҡалдылар. Киләһе йәй башына ысынлап та малай, ә һуңғараҡ, тағы ла бер улдары булып, әле икеһе лә ҡул аҫтына инә башлағас, аяҡтар ҙа алып ҡайтты.
Ат арбаһында икәүһе яй ғына келтер-келтер әлеге шул Ҡушҡайын яланына бесәнгә китеп барыуҙары. Баш бухгалтер булып эшләгән сатан Мәргәнгә колхоз хан заманынан ҡалған бейәне бөтөнләйгә биреп ҡуйғайны. Ул осорҙа хужалыҡта шәбе булмағандыр ҙа инде. Хрущев, ил дилбегәһен үҙ ҡулына алғас, быуаттарҙан-быуаттарға ил генә түгел, донъя йөгөн һөйрәп килгән йылҡы малына әллә ниңә ҡаныҡты бит, ауыл кешеһенең ҡулынан дилбегәһен тартып алды. Йәнәһе, бөтәһен дә техника атҡара, ат – тәүтормош ҡалдығы ул. Атҡара, атҡармай ни атаң башы. Түлле тупраҡ өҫтөндә ат дағаһы эҙен күрмәһә, ергә береккән әҙәмдең ашлығы уңмаҫ та, уңышы булмаҫ, һыбай йә арба-санала бер елеп үтмәһә, дәрте ҡуҙғалып күңеле лә елкенмәҫ. Атһыҙ башҡорт сатан да, арҡаһыҙ ҙа.
Бер аҙым баҫҡансы икенсе тояғын эт ашар ялҡау бейәгә ихлас һөйөндө Мәргән. Йәйен дә, ҡышын да йыбанманы, егеп сығып китер ине. Ҡыуыуға ла, әүрәтеүгә лә бармаған, сыбыртҡы телен дә аңламаған мәхлүкте һәр саҡ үҙ яйына ҡуйып, барыбер барыр еренә етеп, эшләр эшен атҡарып өлгөрә үҙе. Йөрөп ҡайтҡас, сыбыртҡы һабы менән протезына һуғып, бейәм булмаһа, был ағас саптар менән нисек өлгөрмәк кәрәк, тип ярҙамсыһына һоло һалырға ла онотмай. Ауыл кешеһе бейәһен йомош-фәләнгә һораһа, ихлас биреп торор ине. «Ипләңкерәп тотон инде, артыҡ шәп сапһа, осоп ҡала күрмә», – тип «инструкция» ла бирергә онотмай. Бейәһе ҡуҙғалып киткәс, шөкөр, башҡаларға ла кәрәге булғас, кәре бөтмәгән, көнө бөтмәгән әле, тип йылмайып ҡуя Мәргән.
Бына әле келтер-келтер бесәнгә китеп барыуҙары.
– Барыуҙары яй булһа ла, баҫыуҙары яғымлы бейәмдең, шулай бит, Фәйрүзә, – ойоп барған ҡатын иренең тауышына уянып китте.
– Әйтәһе лә түгел, артыҡ яғымлы, барып еткәнсе ҡояш байып ҡуймаһа ярар ине, – Фәйрүзә иренеңме, әллә бейәнеңме баҡсаһына таш ташламай булдыра алманы. Ни тиһәң дә, йәйге сыуаҡ көндөң һәр сәғәте ҡәҙерле. – Шәп барһа, ана малайҙарың ултырып алған булыр ине.
Ысынлап та, береһе уны, икенсеһе һигеҙе менән барған ике улдары алдан оло юлдың саңын борхотоп юртып бара. Бейә тиҙлеге уларҙың күңелендә ятҡан эйәрле-йүгәнле аҡбуҙаттыҡы менән бер түгел шул. Ҡаҡ арбала эсәк-бауырҙы һелкетеп барғансы, табанда ер йылыһын тойоп, саң борхотоп барыуы шәберәк тә.
«Тпру» тигән тауышҡа Фәйрүзә тағы һиҫкәнеп китте. Мәргән ҡапыл атын туҡтатты. Арбанан төштө лә, оло юлға тубыҡланып ултырҙы:
– Фәйрүзәм, ҡара, Фәйрүзәм, – тип юлға күрһәтте. Бер ни аңламаған ҡатын аяҡтарын яҙып алды ла, иренә баҡты. Саңды услап алып, шашып-шашып башына ҡойған, битен ыуған Мәргән һаман һөйләнеүен белде:
– Ана, ана, китеп бара... баралар...
– Нимә китеп бара? Нимә булды һиңә, Мәргән? – Фәйрүзә хәүефләнә төштө.
– Китеп бара, минең аяҡтарым китеп бара... Икеһе лә иҫән, икеһе лә теүәлдәр!..
Юлға баҡҡайны, Фәйрүзә лә тып туҡтап ҡалды. Оло юлдың саңында улдарының йәтеш кенә аяҡ эҙҙәре һырланып, йылылыҡ, камиллыҡ бөркөп ята ине.
Саңға ятып тулаған, аҡылдан яҙырлыҡ хәлгә еткән Мәргәндең керпектәре, бите ап-аҡ ине. Ә күҙҙәре яратҡан уйынсығын тапҡан сабыйҙыҡы кеүек шундай нурлы, һөймәлекле. Шул саҡта Фәйрүзә саңдың аҡ төҫтә икәнен белде. Бығаса ул ер-тупраҡ, саң-мәтене ҡара йә һоро төҫтә генә тип күрә ине. Саң һыу менән ҡауышһа ғына ҡара төҫкә инә икән. Ана бит Мәргәндең битенән ике ҡара бормалы һуҡмаҡ төшкән. Шатлыҡтан ул. Ҡояшта нисек ялтырайҙар! Нурҙан ҡойолғандармы ни?!
Уңарсы булмай малайҙар, ни булды, күсәр һындымы әллә, тип арба янына йүгереп килделәр. Аталары уларҙы ҡосаҡлап алды:
– Арба күсәре нимә, ер күсәре ныҡ булһын, балаҡайҙарым.
Ҡуҙғалып киткәс тә, тулышҡан хистәренән тыныслана алманы Мәргән:
– Ой, Фәйрүзә, ҡалай һантый мин, үҙемде сатан, ғәрип тип йөрөйөм тағы, мин бит аяҡлы ғына түгел, ҡанатлы ла хәҙер. Әйҙә, Катерина, елдәй еләйек әле, – тип ныҡ итеп дилбегәһен тартты.
– Күңелең зәғиф түгел, күңелең бөтөн бит һинең, иҫәрем, – тип Фәйрүзә иренә һыйынып ултырғайны шул саҡ.
* * *
Малын ҡарағас, Мәргән ҡоро ғына имән утындарҙы һайлап алды. Уларҙы ҡул санаһына ипле генә теҙеп һалғас, бау менән нығытып бәйләне лә көрт яра-яра бәрәңге баҡсаһының артҡы ыҙанында урынлашҡан мунсаһына килде. Айҙан ашыу яғылғаны юҡ инде. Бисәһе балниста саҡта яңғыҙының мәшәҡәтләнгеһе килмәне, күршеләренең яҡҡан мунсаһының тандырында йыуынып йөрөнө. Ишек алдын ярайһы уҡ көрт баҫҡайны, шуны көрәне. Мунса эргәһендәге ҡоҙоғона юл ярҙы. Күп йүткереүҙән хәле бөттө, ғүмерҙә булмағанса ултырып-ултырып хәл алғыланы. Тирләп-бешһә лә эшенән туҡтап, кейемемде алыштырайым, сәй эсәйем бер юлы тип, өйөнә ыңғайламаны. Тышауын ысҡындырыу дәртеме, мунса инһә бисәһе элекке хәленә ҡайтыр тигән ышанысмы, уға киреһенсә көс бирҙе. Шулай ҙа мунсаһын тоҡандырып ебәреп, соландағы ширлеккә тәмәке тартырға ултырғанда аяҡ быуындарының ҡалтыраныуын тойҙо. Күңелендә, ҡартаям ахыры, кәрем кәмей бара, тигән шик тыуҙы.
Ултыра биргәс, ҡапыл ғына мунсаны өйөнән йырағыраҡ ултыртҡанына үкенде. Элек йолаһы шулай ине. Мунса башҡа йорт-ҡуранан айырылып торҙо. Ҡояш байығас, ул шайтан-пәрейҙәр ояһына әйләнә, өйгә яҡын булмауы хәйерле тип, ата-олатайҙар ситкәрәк күтәреп ҡуйҙылар. Хәҙер халыҡ ундай им-томдарға ышанмағас, өйөнә терәтеп үк ҡуя. Мәргән дә ышанмай, ләкин ул мунсаға артыҡ нескә ҡарашлы булды. Уны таҙарыныу, керҙән, арығанлыҡтан арыныу урыны ғына тип түгел, ә бөлгәндең күҙен астырыр, бөгөлгәнде аяҡҡа баҫтырыр йорт тип ҡабул итте. Унан тағы мөхәббәт уйыны өсөн аулаҡ төйәк тә бит ул. Көндәлек мәшәҡәт дөрләгән ерҙән мунса ситтәрәк булһа йәтеш ине уға һәр саҡ. Тормоштан арыныу, тормоштан ял итеү, тормоштоң үҙе менән ҡалыу утрауы булырға тейеш мунса. Һин мунсала саҡта бер кем дә ҡамасау итмәһен.
Был урынды үҙе һайланы ир кеше. Ыҙанда ултырған зәғиф кенә бер имән дә үҙенә тартҡандыр, бәлки. Йыл да һөрөлөп килгән баҡсаһы артын бер нисә йыл ял иттереп, үлән сәстереп, сиҙәм ер эшләтте. Ошо урынға килтереп күтәрә башлағас, йыраҡ булмаҫмы, тип Фәйрүзә шик белдереп ҡуйғас, Мәргән:
– Мунса ғына түгел, был беҙҙең мөхәббәт йортобоҙ ҙа. Сит күҙҙәрҙән йыраҡ булғаны һәйбәт, – тигәйне, мут йылмайып.
– Кит, иҫәр, мунсамы һуң мөхәббәт йорто? Ен-пәрейҙәрҙең туй урыны тиһәң бер хәл?
– Һөйөү ҡайнар булһа, шайтандар түҙмәй ҡасып бөтәсәк, – тип ҡысҡырып көлдө Мәргән ул саҡ.
Мунсаның эргәһенә сиртмәле ҡоҙоҡ та йүнләп ҡуйғас, йәйге көндәрҙә бигерәк тә, сәхрәлә йөрөгән кеүек була торғайны. Ҡоҙоҡтоң һыуы тутланмаһын тип тәүҙә мунсаны йышыраҡ яҡтылар.
– Ҡоҙоҡтан һыуҙы ни тиклем йыш алһаң, ул шул тиклем таҙараҡ була. Һыуға ихтыяж кәмеһә, ул ҡорой, яйлап үлә, ҡоҙоҡ мүкләнә, – тип аңлата ла Мәргән Фәйрүзәгә, тағы мунса яғырға тотона. Бисәһе, бөгөнгә кәрәкмәҫме әллә, тип ҡаршы төшә башлаһа, мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып өҫтәп тә ҡуя:
– Кеше лә шулай, мөхәббәт тә! Ихтыяж кәмеһә, ҡорой...
Аҙаҡтан шул тирәлә йәшелсә-емеш тә үҫтерә башлағас, һыу менән бигерәк кинәнделәр. Бара-бара мунса тирәһе ныҡлап ял урынына әүерелде лә ҡуйҙы шулай. Зәғиф имән дә, донъя ҡотон тойоп, тармаҡланып-йәйелеп үҫте лә китте.
Ваҡытында һәр шәмбе ауыл халҡын аптыратып улар мөхәббәт көнөн дә үткәрҙеләр инде. Өс-дүрт сәғәт инәләр ине мунсаны, рәхәте, кинәнесе ни генә! Ауылдаштары көлөп, шунда һыйыр быҙаулатаһығыҙмы әллә тип мәрәкәләй ҙә торғайнылар. Хәҙер улай уҡ шашып булмай, йәш менән бергә самаға ла өйрәнелә. Башың әйләнерлек тә, әллә ниҙәрең һелкенерлек әле иҫләһәң. Дәртле лә, дарманлы ла ине Мәргән. «Донъя рәхәте икәү инде: мунсала ла, ике бот араһында,» – тигән ҡанатлы һүҙҙәр уның ауыҙынан ел ыңғайына ғына осоп килеп төшмәгән инде ул. Белгән кеше әйткән уны.
Әле килеп Мәргән мунсаһының өйөнән йырағыраҡ урынлашҡанына үкенде. Тирләп-бешеп сыҡҡандан һуң ҡар кисә-кисә ауырыу бисәһе нисек ҡайтыр? Хәлдәре бөтөнләй мөшкөлләнеп китһә, үҙен өйгә ҡәҙәр күтәреп барғансы йәнең сығар. Сыҡмаҫ! Шулай тине лә Мәргән насар уйҙарын ҡыуҙы. Уны алда татлы мөхәббәт уйыны көтә әле. Бигерәк һағынды ул бисәһен.
Артыҡ эҫе һалмай эләүкәлә оҙаҡ ҡына ултырҙылар тәүҙә. Бисәһе бер ҡат керен йыуып төшөргәс, әҙерәк ишекте асып торҙо. Тик Мәргәнде иҙәнгә төшөрмәне, һыуыҡ ныҡ тейгән, эләүкәнән төшмә тип иҫкәртте. Миндекте, эҫе ташта тотҡас, еҫкәп, үҙҙәрен урман-сәхрәлә кеүек хис иттеләр.
Бәлки, ашҡаҙаның бөтөнләй ауыртмайҙыр, ә бары эсең генә төшкәндер тип, Мәргән миндек менән бисәһенең бүҫерен имләне. Уныһы үҙ артынса, иренең арҡаларын, түштәрен бал менән ыуып ултырҙы. «Бал һыуыҡтарыңды тир менән һығып-һығып сығарһын», тип миндеген дә елпене. Рәхәт ине уларға. Хатта Мәргән «тышауын» да онотто. Бер-береһенә нимә кәрәк, нисек яйлы – улар ымдан, хәрәкәттән белә шул. Бисәһе башын йыуған арала Мәргән ташҡа шыжлатып эҫе һала-һала ныҡлап сабынып алды. Бер-береһенең арҡаларын йыуыштылар. Артыҡ керле булыуына уңайһыҙланған Фәйрүзә, арҡаһын ышҡытҡанда:
– Әллә бар балнистың керен йыйып алып ҡайтҡанмын инде,– тигәс, Мәргән һыу һибә-һибә:
– Күңелдә кер булмаһын, тән кере нимә инде, һыу менән аға ла китә, иң глаунайы, әбекәй, тәнең таралып төшмәһен дә, йәнең ташлап китмәһен, – тип шаяртҡайны, Фәйрүзә тағы ауыр уйға ҡалды. «Әллә ул да минең әжәлемде һиҙенә микән? Ғүмерҙә әйтмәгәнсә, әбекәй тип ебәрҙе тағы».
Хәл йыя-йыя кейенеп алғас, Мәргән шәмде өрөп һүндерҙе, мунса ишеген ныҡлап япты. Өйгә табан етәкләшеп атланы ир менән ҡатын. Көрт-бурандарҙы бергә тотоношоп барғанда ғына еңеп була. Былай күпкә еңелерәк тә. Усында ҡатынының ҡул йылыһын тойоп килгән ир, берсә үҙҙәрен балалар баҡсаһынан ҡайтып килгән малай менән ҡыҙ итеп күҙ алдына килтерҙе, берсә ҡамауҙан сығып килгән, ниндәй генә хәлдә ҡалһалар ҙа бер-береһен ташламаған шат, ҡәнәғәт яугир менән санитарка итеп күрҙе. Тик малай-яугир сатан, ҡыҙ-санитарка ауырыу ине.
* * *
Дауахананан сыҡҡанын белгәс, Фәйрүзәнең хәлен белергә тип әхирәттәре килгеләне, күрше-күлән инеп сыҡты.
– Йөҙөң генә бер аҙ тартылғандай, алай ҙа күҙеңдән нур китмәгән әле, – тип һөйләнеүселәр ҙә,
– Әсәйең артынан ҡыумаһаң тағы, ул да ашҡаҙан сире менән ҡуҙғалғайны түгелме? – тип сама белмәй хәлгә инеүселәр ҙә, яраға тоҙ һалыусылар ҙа табылды. Күршеһе Зөләйха бахыр ғына уның йөрәгенә май булып ятырҙай һүҙен таба белде:
– Урамыбыҙҙың бер күркеһең инде, апай, үҙең булмағас һүнгәндәй булды шау-гөр килгән төбәгебеҙ. Бына хәҙер тағы йәм ҡайтты.
Һәр килгән әхирәте менән ихлас һөйләшеп ултырған иренә ҡарап, үҙем үлмәҫ борон уға берәйһен табырға кәрәк, яңғыҙы харап буласаҡ, тип бер туҡтауһыҙ уйланды Фәйрүзә. Килгән һәр кемде, һәр бисә-сәсәне тигәндәй, күҙҙән үткәреп, күңел иләгенән елгәреп ултырҙы ауырыу. Ниңәлер ирлеһен дә, ирһеҙен дә Мәргәне янына ҡуйып ҡараны. Береһе лә уның иренән баш тартмаҫ ине, моғайын. «Эсмәгән, үҙен ҡарай алған бабайҙар урамда тәгәрәп ятмай хәҙер. Булғаны ла, булыр-булмаҫтайы ла бармаҡ менән генә һанарлыҡ былай ҙа. Һуғыштан һуңғы йылдарҙан хужы. Йәбешеп киләсәктәр, биттәрен яулыҡ осо менән ҡапларға ла онотоп йүгереп киләсәктәр. Тик хәләле генә уларҙы тиң күрер ине микән һуң? Йәш саҡтағылай мәүешлеге уҙҙы инде былай, тиң күрһә, һората алырҙай батырлығы бар хәҙер. Ә ҡеүәт тигән аты тимер ҡапҡаларҙы емереп сығырҙай ҙа... Емермәгәйе лә, тик әҙәп тигәне (ҡоралайы) тупһаһын да аша атлап сыға алмаҫ шул. Шуға үҙем иҫән саҡта фатиха биреп, үҙемә йүнләңкерәп ҡуйырға кәрәк. Минһеҙ йә әбей ҙә ала алмай йөрөр». Фәйрүзәнең үҙ уйҙарынан үҙенең көлкөһө килеп китте. «Көлкө тиһәң дә, Мәргәне уның үҙенә ысынлап та шул тиклем ныҡ өйрәнгән бит ул, һалышҡан инде прәме, һыңар быймаһын да киптерергә үҙе мейес башына һалмаҫ, еңенә йә кеҫәһенә ҡулъяулыҡ тыҡмаһаң, танауын да һөртмәҫ. Ә йорт-хужалыҡ эштәренә бисәһенең ҡулын тығылдырмаҫ зат инде үҙе. Әле ана ҡалай кинәнеп китеп ултырған була, өйөм, донъям ҡәҙимге хәленә ҡайтты тип һөйөнөүе инде сатанымдың. Ә минең баш осомда ғына әжәл өйөрөлгәнен күрмәй, юҫыҡ ҡына ғүмерем ҡалғанын аңламай ҙа, һиҙмәй ҙә».
Килгән-киткән, күңеле менән шөйлә таныған әхирәттәре араһынан ҡапыл ғына Мәргәнгә барырҙай, дөрөҫөрәге, уны аңларҙай, кәрәк кенә саҡта һалпы яғына ҡыҫтырырҙай йылы һүҙен таба, артыҡ самаһыҙлыҡ йә сабырһыҙлыҡ күрһәтә башлаһа, ҡәтғи генә тыйырҙай зирәклек күрһәтә белгәндәр юҡ кеүек тойолдо. Һәр кеменең артыҡ үҙ тауышы, үҙ йөҙө бар икән шул. Ҡарасәле, элек иғтибар бирмәйерәк йөрөгән дә: һәр береһе күкрәк киреп йөрөгән күркәме ни? Мәргән тыныс-тымыҡ ҡына булһа ла, күркәләрҙе яратмай. Уға тауыҡтар оҡшай, себештәрен дә ҡараған, күрше ихаталарҙың бар икәнен дә белмәгән. Ә үҙ ихатаһын яратҡан тауыҡ, ни генә тимә, тоғро ла, моңло ла була – үҙ баһаһын белгән аҡыллы әтәс ундайҙарҙың да ҡәҙерен белә. «Ҡалай ҡыҙыҡ, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, ипләп кенә ул да, мин дә баһабыҙҙы күтәреп йәшәгәнбеҙ түгелме? Шуға араға әсе ғәйбәт елдәре үтә алмағандыр ҙа әле. Мәргәнгә ипле өй тауығы кәрәк». Фәйрүзә, Хоҙайҙан хәбәр-хәтер килеү-килмәүен ныҡлап тоймайса тороп, бөгөнгө хәл-торошо, яҙмышы менән килеште лә ҡуйҙы, шикелле.
Ә Зөләй, Зөләйха һуң? Мәргән менән бер урам балалары. Йәш айырмаһы ла бик ҙур түгел – ҡул бармаҡтары һанына ла етмәй. Ҡартайған көндә ул сама айырма, төкөрәйем, ҡулыңда эш уйнап, тамағыңа аш бара икән, бөтөнләй пүстәк, юҡ ара ул. Ғүмер буйы эскән ир менән бәхет күрмәне. Һуңлап булһа ла ир бәхете татыр ине исмаһам, Мәргән нисек бәхетле итергә белер ине. Эш-фәләнгә әрһеҙ бисә, ире ҡаралған да булыр ине.
Фәйрүзә байрамға ғына кейә торған кейемдәрен кейеп алды. Балалары алтмыш йәшенә бүләк иткән ҡупшы күлдәк өҫтөнә уҡытыусы булып эшләгәндә бирелгән миҙал-билдәләре тағылған пинжәген дә иңенә һалды. Күптән был кейемен ҡулына ла алғаны юҡ ине. Бөгөн затлыраҡ, күркәмерәк күренгеһе килде, унан бигерәк ниәте ышаныслы икәнен, уйнап йөрөмәгәнлеген белдерергә тейешле өҫтөндәге кейеме.
– Ҡайҙа юлланды икән минең әбекәй? Кейәүгә сығырға йыйынмайҙыр бит, мине йәтим ҡалдырып, – тип шаяртып ҡалды Мәргәне. Был һүҙҙәрҙән ҡапыл ғына албырғап ҡалған хужабикә, ишекте асҡан еренән артына боролоп, ниҙер әйтергә кәрәк тип тапты:
– Күрше Зөләйхаға инеп сығам, үтә оло йомошом бар. Һин һүҙеңә әүрәмә, күмер төшкәндә күмер һүндереп ҡал. Йәйен самауыр ҡайнатырға йәтеш була торған.
Күк тәңреһе күҙен ҡыҫып һаҡ ҡына аҫҡа баҡһа, ҡәҙимге башҡорт ауылы урамынан, ябай йорттар араһынан аҡ шәл ябынған ябай ғына ауыл ҡатынының әкрен генә атлап барыуын күрер ине. Уның күңел урамына ингәс, оло йөрәкле зат икәнен аңлар ине Тәңре. Тере килеш үҙенә көндәш, үҙ хәләленә, ғүмер кисергән иң яҡын кешеһенә, яратҡан иренә, (ул теләһә) уға тупраҡ булырға ла риза булған йәндәшенә үҙ өҫтөнән әбей әйттерергә китеп барғанын белһә, һоҡланыуынан күк тәңреһе ергә ҡолап төшөр ине. Тәңре фатихаһын еткергән булыр: ҡапыл яуырға тотонған эре-эре ҡар бөртөктәре аҡ инәйҙе аҡҡа төрөргә тотондо – тәүҙә аҡ шәлгә һыйынып ятты, бишмәткә һырыны, битте, керпектәрҙе үбеп бер булды. Ҡар яуыуын изгегә юраны Фәйрүзә, болот яумай, бойороҡ яуа – юлым уңыр, иншалла, тип эстән үҙе белгән доғаларын уҡыны.
– Алла бабай тирмәнен эшкә екте, бәрәкәт яуҙыра ғына, – тип һөйләнеп килеп инде өйгә.
– Уның эш башҡа, аллаларса, ә беҙҙеке һаман да балаларса. Әйҙә үт, апай, – Зөләйха күршеһен әйҙүкләп ҡаршы алды. Кейемен сисешергә булышҡас, ҡарын ҡағып төшөрҙө. Ишек төбөндәге һикегә ултырып, амин тотоп алдылар. Хужабикә самауырына йәбешкән булды. Өҫтәленә ни ҡуйырға белмәне. Күршеһенең кейгән кейеменә иғтибар иткәс тә һиҙенде ҡатын: ниҙер булған, йә буласаҡ. Юҡҡа ғына уҡытыусы Фәйрүзә улай ҡупшыланып килеп ултырмаҫ, тип уйланы.
– Сәйеңде ҡуйып тор, Зөләйха, ғүмер ҡасмаһа, ул ҡасмаҫ. Эсергә өлгөрөрбөҙ, – тип яғымлы ғына өндәште Фәйрүзә. – Оло йомош менән килеүем. Балағым юҡ, бөкләп ингән булыр инем.
Нимә тураһында һүҙ булырын аңланы Зөләйха. Димләргә килгән. Тик кемгә? Иренең үлеүенә ни ғүмер, димләү түгел, был турала ике һүҙҙе ҡушып әйткәне юҡ ине ләһә Фәйрүзәнең. Балниста берәйһен тап итте микән? Юҡ инде, яңғыҙым – тыныс йөрәгем. Эсеп ҡайтыр ҙа туҡмар, тип кемделер көтөп ултырыр көнөм үтте инде. Йүнле ир бармы урамда? Эленәһе тиреләр тоҙлап эленгән инде.
– Бер тырмаға ике тапҡыр баҫаһым юҡ. Ул тарафтарға көл һипкәнмен инде. Һуңланың, апаҡайым.
– Ҡабаланма, аслан. Ҡарт көнөңдә яңғыҙ барыуҙары ҡыйын ул. Арҡа терәйем тиһәң дә йылы тән кәрәк.
– Төңөлгәнмен мин уларҙан. Көндөҙ сыра яҡтыртып эҙләһәң дә йүнле ир табылмаҫ хәҙер.
– Улай тимә. Ә Мәргән ағайың һуң?
– Мәргән ағай башҡараҡ. Бойҙайҙы арыш менән бутама һин.
Был һүҙҙәрҙән Фәйрүзәнең күңеленә йылы инеп китте.
– Мәргәнде һиңә димләргә тип килдем.
– Алтынды буҡҡа буяп ултырма әле, апай, – Зөләйха оторо асыуланып китте.– Шул да булдымы шаярыу.
– Шаярмайым.
– Шаярмайым? Улайһа толдар яҙмышынан әсе көләһең икән.
Фәйрүзә дилбегәне үҙ ҡулына алырға булды. Телендә лә, йөҙөндә лә наҙлылыҡ юҡҡа сыҡты:
– Көлмәйем дә, шаярмайым да. Бындай мәсьәләлә уйнап эш итмәйҙәр. Һин дә, Мәргән дә миңә юҡ кеше түгел, быны һәйбәт аңлайһың. Тик икенсе нәмәне аңламайһың, кеше ғүмере сикһеҙ түгел.
Зөләйха тертләп китте:
– Нимә әйтмәксеһең?
– Һүнеп барғанымды күрмәйһеңме ни әҙерәк? Әжәл килеп, санаһына ултыртып алып китмәксе мине.
– Юҡты һөйләмәле, апай. Кем әйтте, киреһенсә, дауахананан яҡтырып, таҙарып ҡайттың әле.
– Врачтар белмәй әйтмәҫ, – һөйләгәне дәлиллерәк булһын өсөн алдап та ебәрҙе Фәйрүзә. – Яман шеш тиҙәр. Ҡоро ергә аяҡ баҫып буламы, юҡмы? Мәргәнем яңғыҙ ҡалһа бөлөр, тим. Ышаныслы ҡулдарға ҡалдырғым килә. Һине тиң итеп күрҙем уға. Бәхет тәмен татыр инең...
– Туҡтап тор әле, башҡа һыймаҫ әллә нәмәләр һөйләп бөттөң. Сәйнәп йотайым исмаһам, туҡтап тор, зинһар, – Зөләйха тышта бурап-бурап яуған ҡарға тәҙрәнән тауыш-тынһыҙ ғына ҡарап торҙо. Оҙаҡ торҙо.
Шунан ҡарашын тәҙрәнән алмай ғына һүҙ башланы:
– Өләсәйем һөйләп ултырыр ине. Кеше яҙмыштары ете ҡат ғаләмдә, күк өҫтөндә хәл ителә тип. Тәңре үҙе һәр йән эйәһенең ғүмерен танып, яҙмыш мөһөрөн һала икән. Бер бәхетлегә бер бәхетһеҙ, бер бәхетһеҙгә бер бәхетле тип. Ауыҙына өрөк ҡапҡан сағындамы, бер бәхетлегә бер бәхетле, йә бер бәхетһеҙгә бер бәхетһеҙ тип яңылышып та китә ти. Бына Мәргән ағай менән һинең яҙмышыңды мөһөрләгәндә, апай, бәхетлегә бәхетле тура килһен, тип дөрөҫ яңылышҡандар. Кеше нуры күктән килә бит ул. Үҙеңә тейешле бәхетте бүләк итеп тә, мираҫ итеп тә ҡалдырып булмай. Минең бәхетһеҙ яҙмышымды һинең әжәлең дә, һинең Мәргәнең дә бәхетле итә алмаҫ. Маңлайыңа шундай мөһөр һуғылғас... – тыныс ҡына тыңлап ултырған Фәйрүзәгә ҡараны. – Димләмә миңә Мәргән ағайҙы.
Фәйрүзә ни әйтергә белмәне.
– Үҙ яҙмышыңды, үҙ бәхетеңде, алығыҙ, тип кеше тупһаһына ҡалдырып китеүе лә еңел түгел ул, Зөләйха. Изге теләктәр, аҡ уйҙар менән йөрөүем ине. Аңларһың, хәлемә инерһең тип йыуанып ултырыр йәштән уҙғанмын, шуға тураһын әйттем, һине лә, үҙемде лә ҡыҙғанманым.
– Онотайыҡ был турала, йәшәргә лә йәшәргә әле беҙгә, – төҫһөҙ итеп йылмайған булды Зөләйха.
– Шулай ҙа бер нәмәне йөрәгеңә һалып ҡуй әле, Зөләйха. Минең менән ул-был хәл булһа, Мәргән ағайыңдың аяҡтан йығылғанын көтөп ултырма, мин һиңә генә фатихамды бирәм. Башҡалар буталып ҡан боҙоп йөрөмәһен ине.
Зөләйха бер ни өндәшмәне.
Өҫтәл артында ултырғанда иҫкәртеүҙе кәрәк тип тапты килеп тә йомошон йомошлай алмаған күршеһе:
– Һөйләшеү үҙ-ара ҡалһын. Ошо арала баш ҡалаға барып балаларымдың хәлен белеп киләйем тим. Тағы ла әллә барып була, әллә юҡ. Йорт-һарай тирәһенә күҙ-ҡолаҡ булып торорһоң әле. Мәргән бик ҡаты йүткереп, сырхап торғандай, – тине. Бәлки, шунда һүҙҙәре берегер, ни тиһәң дә күңеленә орлоҡ һалынды инде. Ҡайтҡас Мәргәнде лә ҡытыҡлап ҡуяйым, тип уйланы үҙе.
Юлға ҡапыл ғына сығып китә алманы әле Фәйрүзә. Тоҡсайҙарҙы төйнәгәнсе, күңеле менән әҙерләнгәнсе тәүҙә бер-ике аҙна үтеп китте, аҙаҡ, аҡман-тоҡмандар башланып, юлдар ҡапланды. Ул осорҙа үҙе һаулығына бик зарланманы ла, табиптар ҡушҡан күрһәтмәләрҙе еренә еткереп үтәне, урындағы фельдшер аҙнаһына ике тапҡыр үтә ауырттырғыс укол ҡаҙап киткеләне. Тик бына Мәргән генә ҡапыл бирешеп китте, быуып-быуып йүткереүе үткәйне, тыны ҡыҫа башланы. Мал-фәлән ҡарап ингәнсе ҡара тиргә батты. Үҙе һаман, түшен ышҡып-ышҡып булһа ла тәмәке тартыуын белде. Бисәһенең, һинең йәштәге ҡарттар һөнәреме күккә төтөн осороп ултырыу, тип шелтәләүенә:
– Дуҫым да, дошманым да ошо бармаҡ буйлы тәмәке, мин – уға, ул миңә тоғро, унан ҡотолаһы юҡ, – тип мейес алдында, көлсәгә төтөн өрөп, ғыжылдап һүҙгә әүрәтеп ултырыуында булды. Үпкәңә төшмәһен сирең, духтырға барып күрен, тигәнгә ҡул ғына һелтәне, ә фельдшер ҡалдырып киткән төймәләргә әйләнеп тә ҡараманы. Көндәр асылып, ҡояш ҡыҙҙыра башлағас, тыны асылғандай булды. Ай, һыуыҡ ныҡ тейгән булған, үтте буғай, тип тынысланды Фәйрүзә. Бер ниәтләгәс балаларына барып ҡайтыуҙы башҡа кисектермәне. Иртәгә юлға тигәндә тағы Зөләйхаға инеп, йорт тирәһен ҡараштырғылап торорһоң инде тип һораны. Уныһы риза булды булыр: «Ҡараштырырмын, тик күрше хаҡына ғына...»
Кискеһен Мәргәненең ҡолағына ла, мин юҡта Зөләйха ингеләп үҙеңде, донъяны ҡараштырғылап торор, юҡҡа мыйығыңды тырпайтып, ҡырыҫ ҡараш ташлап ултырма, йәме, тип тишеп тә ҡуйғайны, тегенеһенең әле үк йөнө ҡабарҙы ла китте:
– Юҡ, кәрәкмәй, һин балниста саҡта үҙ йүнемде үҙем күрҙем, берәүгә лә ауырлыҡ та булманым. Халыҡ әллә ни һөйләр тағы...
– Ай, гонаһ шомлоғо, шуға йүткереп, бөтөрөнөп киткәнһең дә. Зөләйха ят көйәнтә түгел, елкәңә сей яра һалмаҫ.
Баш ҡалала аҙнанан ашыу ятты Фәйрүзә. Балаларының яҡты йөҙөн, бөхтә, затлы донъяларын күреп, әсә кеше, бындай бәхет кемгә эләгә әле, тип һөйөндө. Үҙенең зарын да белдермәне, ниндәй уй-тойғолар менән йәшәүен дә һиҙҙертмәне. Ауылда типһә тимер өҙөрҙәй ирем көтә, нимә тип үлеп ятмаҡ кәрәк тип уйланды. Әгәр ҙә... үлмәһәм. Мәргән... Зөләйха... тип шикләнде. Врачтар өҙә генә әйтмәне ләһә. Ашҡаҙаны ауыртмай башланы, ауыҙы тәм тоя, ингәне ҡыйынлыҡ күрһәткәне юҡ – сығыр юлын яҡшы белә. Хәл бөтөп бармай хәҙер. Әгәр ҙә үлмәһәм... Тегеләр бер-береһенә эҫенешеп китһәләр? Ир бирмәк йән бирмәк бит әле.
Йөрөй торғас, ҡапыл күңел тыныслығын юғалтты ҡатын. Йоҡолары боҙолдо, юҡ-бар төштәр былай ҙа эстә һимеҙ ҡортҡа әйләнә барған шикте көсәйтте генә. Тәүҙә баҡса артындағы мунсала яланғас Мәргәнде шәрә ҡыҙҙар, ихахайлап-ихахайлап, тасҡа һыу һалалар ҙа ҡойондоралар икән тип күрҙе. Килеп тороп һыуҙары болғансыҡ. Бысраҡ һыу, яланғас кеше ауырыуға тиҙәр, сирем ҡотолғоһоҙҙор, тәңре шулай иҫкәртә торғандыр, тип үҙен йәлләп, тынысландырырға тырышып ятты уянғас Фәйрүзә. Шәрә ҡыҙҙар шулай ҙа күңел төбөндә ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына ятҡан икеләнеүҙе ҡуҙғатҡылап-ҡуҙғатҡылап ҡуйҙы. Бәлки теге икәү уртаҡ тел тапһа... Икенсеһендә Мәргән менән бейек тауға менәләр ҙә менәләр. Хәлдәре бөтөп, бер ағас төбөнә ултырғайнылар ире ниндәйҙер шөкәтһеҙ ҡоштарға эйәреп күккә осто ла китте. Фәйрүзә эй тегеләр артынан йүгерә лә йүгерә. Үҙенең шундай йәш сағы, арымай ҙа. Мәргән аҫҡа ҡарай, уға ынтылғандай ҙа була, үҙе шундай ҡарт. Йәмһеҙ ҡоштар бер мәл торналарға оҡшай башлағандай булды, бара торғас ат булып болоттар араһынан сабырға тотондолар. Бер мәл йәш саҡтарындағы теге бейәләре – Катерина килеп сыҡты. Мәргән ҡапыл уға атланды ла икеһе лә юҡ булдылар ҙа ҡуйҙылар. Фәйрүзә уларҙы эй эҙләй, ә улар юҡ. «Мәргән» тип ҡысҡырырға әйтә икән дә, тауышы сыҡмай...
Баҫлығып уянып китте ҡатын. Ҡайта һалайым, ысынлап та Мәргәнемде бөтөнләй юғалтып ҡуйһам, тип уйланы, йөрәге өшөп китте. Ул Катерина нимә тип төшкә килеп инде тағы. Үлеүенә генә утыҙҙан ашыу йыл бар ҙаһа. Өндә ике аҙымын үлсәп баҫҡан мәхлүк төштә ҡалай шәп саба. Мәргән бигерәк үҙ күрҙе инде үҙен. Күрмәҫлек тә түгел ине шул. Ошо көнгәсә ат тотоуҙары ана уға бәйләнгән. Һарайҙа торған ҡола бейә Катеринаның нисәнселер быуыны инде. Бик егеп бармаһа ла, ат – мал ҡото, кәртә эсендә тороуы ғына бер ҡот-ырыҫ бит, тип Мәргән ихлас ҡарай үҙен. Башҡаларға бер һыйырҙан артыҡ эре мал тоторға рөхсәт булмағанда, совет власы аяҡһыҙ Мәргәнгә ат ҡото менән йәшәргә ирек ҡуйҙы. Әрменән аяҡһыҙ ҡайтыуының берҙән-бер файҙаһы шул булды бахырының.
Ҡайтырға кәрәк. Мәргәнен дә һағынды, ауыл һауаһын, унан бигерәк самауыр сәйен һағынды. Балалары нисек кенә, әсәй, тип өҙөлөп тормаһын, барыбер ҙә үҙ йортоң, үҙ мөйөшөң, әйтәһе лә түгел, хатта үҙ түшәгең үҙеңә танһыҡ икән ул. Түшәк тигәс, күҙ алдына тағы Мәргән менән Зөләйха килеп баҫты. «Артыҡ ирек биреп китмәнем микән? Ҡайтыуыма «кети-кети» уйнап ултырмаһындар тағы. Әле үлмәгәнмен дә. Миңә тип килгән әжәл анау буранда аҙашып, бәлки, бөтөнләй икенсе тарафтарға башын борғандыр».
Түҙмәне Фәйрүзә, балаларының аҙна аҙағында үҙебеҙ алып барырбыҙ тигәненә лә, унан бигерәк ейәндәренең, тағы ла бер аҙға беҙҙең янда ҡалсы, өләсәй, тип ялбарыуҙарына ла ҡарамай, таң менән юлға сыҡты. Автобусҡа ултырғас, күңелендә әсе бушлыҡ тойҙо, әллә үҙеңде артыҡ бәхетле тойоу, әллә шул бәхетте юғалтыуҙан ҡурҡыу хасил иттеме ул вакуумды, аңламаны. Шул бушлыҡтан ауыҙына хатта әсе тәм килде. Ниңәлер ҡапыл Мәргәненә ышаныс юғалып киткәндәй тойолдо. Фәйрүзә үҙе ҡорған ауға эләгеп, яңылыш... эйе уға хыянат итеп ҡуйһа. Былай бит бөтә йәшәлгән ғүмерҙе юҡҡа сығарырға мөмкин дәһә. Әлеге алдағы бәхет тиҫкәрегә әйләнеп бәхетһеҙлеккә әйләнергә мөмкин түгелме? Фәйрүзә сәп иткәнсе яҫы устары менән биттәренә һуғып алды. Уян, насар уйҙарыңдан уян! Түшәк кенә түгел, ҡабыр ҡабымын да һинең менән бүлешкән кеше тураһында нисек боҙоҡ уйҙар уйлай алаһың, ғүмерҙә булмағанса, тип әрләне. Тик шик ҡурҡыныс ҡортҡа әйләнгәйне инде.
Ауылға үҙе самалап ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтып төштө. Көн битендә ҡайтһа, берәйһе юлда осрар ҙа, Мәргән менән Зөләйха бергә донъя көтәләр, һин ҡайҙа аҙашып йөрөйһөң, тигән ҡурҡыныс хәбәр һалыр кеүек ине уға. Ә былай шул хәбәрҙең дөрөҫмө-юҡмы икәнен үҙ күҙе менән күргеһе килде. Ҡапҡа сылбырын һаҡ ҡына асып инде. Ихатала мал күренмәй, тимәк, һарайға ябылған. Тәртип. Залда ут тоҡандырылмаған, тәҙрәнән унда күҙ һалды, бер ниндәй хәрәкәт тә шәйләнмәгәс, бәләкәй баҡса яғына күҙ ташланы. Кухняла яҡтылыҡ бар. Тимәк, шундалар, сөкөрҙәшеп сәй эсәләр. Бәләкәй баҡсаның ҡыштан бирле кеше ҡулы теймәгән ҡапҡаһын көскә күтәреп асты ҡатын, тәҙрәгә барып еткәнсе, көн үҙәгендә ҡарҙан әрселгән көҙөн ҡаҙып ҡалдырылған түтәлдәрҙә батҡаҡҡа батып бөттө. Шулай ҙа тәҙрәгә килеп етте, һаҡ ҡына эскә күҙ һалды. Мейескә ут яғып йөрөгән Зөләйханы күреп быуындары йомшарҙы. Ҡарасәле, бөтөнләй хужабикә булып алған. Эңерҙә Мәргән һәр саҡ үҙе генә өй йылытыр өсөн көлсәгә ут яға торғайны. Фәйрүзә тотонһа, ҡояш байығас һыуға барма ла, ут менән шаярма, тип әрләшер ине. Был шаталағы егәрлелек, хәстәрлек күрһәтте булды инде?.. Ут менән шаярҙым, уйындан мөгөҙ сығарҙым былай булғас. Юҡ үҙ донъям, Мәргәнем минеке, тип ярһыны. Ҡара батҡаҡ менән нисек өйгә йүгереп ингәнен дә һиҙмәй ҡалды Фәйрүзә. Ингәс тә, ирен күргеһе килде, нисек күҙенә бағыр икән?
– Мәргән, Мәргән! – тауышҡа кухнянан килеп сыҡҡан Зөләйха, төҫө ҡасҡан, батҡаҡҡа бысранып бөткән Фәйрүзәне күреп албырғап ҡалды. – Ҡайҙа Мәргән?
– Ишеттеңме ни?
– Ишеттем, ишеттем. Уйнаш ҡылып ятаһығыҙ икән бында. Минең үлгәнемде көтһәгеҙ ни була?
Бер ни аңламаған Зөләйха лып ултыра төштө:
– Нимә һөйләйһең һин, Фәйрүзә апай?– йәшле күҙҙәрен яулығы менән ҡапланы.
– Мәргән! Мәргән тим, – яуап ишетмәгәс тағы Зөләйхаға төбәлде. – Мәргән ҡайҙа?
– Мәргән ағайҙы ат типте... бесән һалғанда...
Был һүҙҙәрҙән ҡапыл башы әйләнеп киткән Фәйрүзә дөбөр-шатыр иҙәнгә ауҙы. Зөләйха тиҙ генә һыуыҡ һыу килтерә һалып, апаһының битен, ирендәрен сылатты, һыулы усы менән еңелсә генә сәстәрен һыйпаны.
– Төшөмә юҡҡа инмәгән икән, ҡоро-оғо-р. – Ҡаҡ иҙәнгә башын ороп-ороп иланы иҫенә килгән ҡатын.
– Ныҡ бөтөрөнмә, апай, скорый машинаһына үҙ аяғы менән сығып ятты. Район үҙәгенә алып киттеләр. Балнистан шылтыратҡандар, хәле бик ҡурҡыныс түгел. Тик һыуыҡ ныҡ үткән үҙенә, тигәндәр, – Зөләйха Фәйрүзәне арҡаһынан ҡосаҡлап уның янына сүгәләне. Мәргән ағаһының тыны ныҡ ҡыҫылғас, унан ярты сынаяҡ ҡына сәмәй һорап эскәнен, бесән һалғанда, әллә шул ят еҫте үҙһенмәй, бейәнең тибеп ебәргәнен, һарайҙан Мәргәндең үҙе атлап сыҡҡанын, уға килеп табип саҡыртырға һорауын һөйләне. Үҙе уларға һыйыр һауырға ғына йөрөгәнен, өйҙәренә ул юҡта инеп тә ҡарамағанын өҫтәне. Әле өйгә балнисҡа китер алдынан Мәргәндең, өйҙө ҡарап тор, тигән һүҙен йыҡмаҫтан ғына инеүен әйтте.
Шәле менән битен, күҙҙәрен һөртә-һөртә Фәйрүзә ҡалҡынып ултырҙы. Ултыра биргәс, Зөләйхаға боролоп ҡараны ла, уны ҡосаҡлап тағы үкһеп ебәрҙе.
– Ай, аллам, ғәфү ит гонаһлы ҡолоңдо-о. Ҡарт көнөмдә әллә ниңә насар уйҙар инде бит башыма-а. Мөхәббәт менән көнсөллөк ҡултыҡлашып йөрөй тигәндәре дөрөҫ икән. А-ай, Зөләйха-а-а...
Зөләйха үҙен тиҙ үк ҡулға алды. Кешене йәлләр, йыуатыр урынға, тәбиғи ҡырыҫлығы өҫкә ҡалҡып сыҡты:
– Этем ҡуштымы ни, Өфө тип артың ҡысып йөрөргә, улай бик көнләшкәс.
Шунан тороп шәп-шәп кейенә башланы, аңғармаҫтан ҡара батҡаҡҡа баҫты. Бысранған нәскийен сисеп кеҫәһенә һалды ла итеген кейҙе.
– Ҡара уйыңды тышҡа ҡалдырып инер инең исмаһам. Батҡаҡтарың менән бергә! – тине лә, ишекте шап итеп ябып сығып китте.
* * *
Машина яллап, таң һарыһынан тигәндәй барып етте дауаханаға Фәйрүзә. Был таныш ике ҡатлы аҡ йорттан сығыуына ай ярым ғына ваҡыт үткән. Ул саҡта сир-сырхау белмәгән Мәргәне янына килермен тип һис тә уйламағандыр әле бына.
«Сирләйем, үләм тип йөрөй инең, Мәргәнеңә ауыр саҡта үл бына хәҙер, үлмәй ни!? Юҡ инде, Әжәл бабаҡай, өркөтә алмаҫһың, үҙ бабайымды аяҡҡа баҫтырмай тороп, һинең арбаңа ултырып, һинең ҡоҙғондар йырыңды йырлайһым юҡ. Ирем хаҡына йәшәйәсәкмен әле,» – тип уйланып, ныҡ торорға кәрәк, бирешергә ярамай, тип үҙенә һүҙ биреп килеп инде палатаға.
Уяу ятҡан ире, Фәйрүзә ишектән күренеү менән, урынынан тормай ғына ҡулын болғаны, мин бында, йәнәһе. Көткән, тимәк, тип уйлап өлгөрҙө хәләле.
– Шунан, хәлдәрең? – бер ҡулы менән үҙенең күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, икенсе ҡулы менән иренең битен һыйпаны Фәйрүзә. – Ҡайҙан ғына шул Өфө тип сығып киттем дә...
– Түҙерлек. Ат мөгөҙө үгеҙҙекеләй түгел, бейәм үҙемдеке, үҙ күреп кенә һыйпаны. Балалар нисек? – Мәргән уң яҡ ҡабырғаларын тотоп һаҡ ҡына йүткереп маташты.
– Балаларға хәбәр итмәгәнмен әле. Кисә эңерҙә генә ҡайттым.
– Хәбәр итмәй тор, эштәренән айырып. Ике көндән аяҡҡа баҫам мин. Бейә үҙемдеке, минән ҡотолам тип түгел, ҡотороп ҡына һелтәнде. Сәмәй еҫенә башы әйләнеп кенә, – ғыж-ғыж көлгән булды ҡарт. Нисек кенә булһа ла, бейәһенә һүҙ тейеүҙән ҡурҡты ул. Бисәһе, асыуы ҡайнап, бысаҡлатып ҡуймаһын тип, изге малының рәнйешенән, тормош иптәшенең гонаһ алыуынан ҡурҡты. – Бейәгә асыу тотма, йөрөһен ҡурала. Ҡолон һалыр мәле етә, шуға наҙлы ҡылана.
– Бейә һөйләй, әле ҡайһы ерең ауырта?
– Уң яҡтан үпкә ҡыҫҡандай, йүткереүе ҡыйын...
«Ике ҡабырғаһы ғына һынған, үпкәһен ҡыҫа биргән шикелле, – тыныс ҡына яуап биргән табипҡа асыуы ҡабарҙы Фәйрүзәнең. Әйтерһең, бер ни булмағандай ҡылана. – Уныһы ғына туйға ҡәҙәр йүнәлер. Ә бына үпкәһен ныҡлап тикшерергә кәрәк».
– Ниндәй туй?– Фәйрүзә аңламай ҡалды тәүҙә.
– До свадьбы доживет, тиҙәр бит урыҫтар.
– Ә-ә-ә, – тигән булды ҡарсыҡ уңайһыҙланып, кисәге хәлдәрен дә иҫкә төшөрөп.
Ике көндән дә, ике аҙнанан да хәле бик яҡшырманы әле Мәргәндең. Айҙан ашып китте бында килгәненә, бар донъя йәшеллеккә күмелде. Донъяның иң гүзәл мәлендә ят инде балнис саңын эсеп. Биргән анализдары табиптарҙа шик уятты, улар бер килке төплө генә фекергә килә алмай бер булды. Шуға уны сығарырға ашыҡманылар. Өлкән улы ла бик үтенеп һорағас, киреһенсә, йүнәлтмә менән Өфөгә ебәрҙеләр.
Аҙна һайын ире янына барып йөрөгән, хәҙер бар донъяны яңғыҙы үҙ иңендә алып барған, һаман иренең шәбәйеп китә алмауында урындағы табиптарҙан ғәйеп табыр сиккә еткән Фәйрүзә, баш ҡала ни тиһәң дә баш ҡала булыр әле, тип һөйөнөп ҡабул иткәйне лә был яңылыҡты. Эш күп булһа ла, үҙе бик арыманы, ауырыраҡ эштәр Зөләйха елкәһенә төштө. Теге хәлдән һуң ике ҡатын бер-береһенә тағы ла яҡынайып киткәндәй булды. Фәйрүзә эш араһында үҙенең ауырыуҙарын да онотто. Укол һалырға килгән фельдшерҙы, һәйбәтләндем инде, тип кире борҙо.
Тик... Мәргәнде ҡотҡарыусы фәрештә Өфөлә лә булмай сыҡты. Киреһенсә, заманса сит ил ҡорамалдары ҡот осҡос мөһөр сығарҙы: үпкәләге яман шеш ҡыҙылүңәскә йәбешкән. Улдары анализ ҡағыҙҙарын ҙур-ҙур табиптарға ла күрһәтеп ҡараны, сара ҡалмағас ҡайһы берҙәренә тәүәккәлләп аҡса ла тәҡдим иттеләр, тик ... поезд киткән, өмөт тә һүнгән ине. «Исмаһам, бер йыл алданыраҡ килтерһәгеҙ, ниҙер эшләргә булыр ине лә, һуңланылған» – бар яуап ошо ине. Өлкән генә бер табип хатта:
– Атайығыҙҙың ике-өс ай ғына ғүмере ҡалған, табиптарға йөрөтөп ыҙалатмағыҙ, үҙ өйөндә, әсәйегеҙ янында ҡалған ғүмерен кешесә үткәрһен, – тип ауылға ҡайтарырға тәҡдим итте. Улдары был әсе хәҡиҡәтте ҡабул итмәне, Хоҙай ебәргән тәҡдирҙең хаҡлығына шик белдерҙе. Табиптар бер нисә айға булһа ла ғүмерен оҙайтыр өсөн химиотерапия, унан үңәс урынына ашҡаҙанға тура көпшә ҡуйырға тәҡдим итте. Тик ул саҡта телдән яҙыу ихтималлығын да әйтеп үтте. Улдары хәлде аңғартып, әсәләре менән кәңәшләшергә булды: дауалауҙы дауам итергәме, әллә өйгә алып ҡайтырғамы, ни тиһәң дә, иң һуңынан өмөт үлә. Ә бәлки?..
Был һуңғы ай эсендә килендәре аша эштең айышына, хәлдең ҡайҙа барғанына бер аҙ төшөнә башлағайны Фәйрүзә. Улдары ҡайтып ҡурҡа -ҡурҡа ғына һүҙ башлағанда уҡ әйтеп ҡуйҙы:
– Әйтер хәбәрегеҙҙе бар булмышым менән ҡабул итмәһәм дә, бөтә йөрәгем, күңелем менән аңлайым барыһын да. Тик улай уҡ тиҙ булырға тейеш түгел ине. Бер нимә лә йәшермәгеҙ, дөрөҫөн әйтегеҙ, – тине.
Улдарының һүҙен тыңлағас, йөрәгенән һығып бер генә һүҙ сығарҙы:
– Әжәлде алдамағыҙ, атағыҙҙы апҡайтығыҙ...
Ә ауырыу үҙ хәлен үҙе белмәй ине. Балнистан сығарғанда ла әле:
– Әжәл урап үтте шикелле, башҡаса тәмәкене ауыҙыма ла аласағым юҡ, уй, ғүмер менән шаярырға ярамай, – тип һөйләнде.
Ауылына ҡайтыуына сабыйҙарса һөйөндө. Урамдан инмәй оҙаҡ-оҙаҡ саф һауала ултырҙы, ишек алдына ыҡсым ғына яңы эскәмйә эшләп ҡуйҙы. Эргәһендә ҡолоно уйнап йөрөгән бейәһенә ҡарап туя алманы, күҙем генә тейеп ҡуймаһын инде, тип төкөрөнөргә лә онотманы. Тәүге аҙна үҙе яйлап йөрөп мунса ла яғып ебәрҙе. Иртәгә-бөгөн төҙәлеп китәм, кисәге Мәргән хәленә ҡайтам, тигән уйы дәрт кенә өҫтәне. Тик көндән-көн әҙерәк ашаны. Ҡатыраҡ ризыҡтарҙы бөтөнләй йота алмай башланы. Һыйырҙың ағынан айырмаһын инде, тигән булып табын артында ултырҙы. Аҙна һайын ҡайтҡан балаларына ҡарап, бик йышланылар, артыҡ иғтибарлы була башланылар, юҡҡа түгелдер, тип уйланып киткән саҡтары ла йышайҙы. Унан бигерәк, нимәлер иҫләп ауыҙ асып өлгөрмәйһең, Фәйрүзәһенең күҙен һөртөргә тотоноуы аптырата. Әллә берәй төрлө сиргә юлыҡтымы?
– Ауырыйһыңмы әллә, Фәйрүзәм? Күҙеңдән йәш китмәй ҙәһә, – тип бер өндәшкәйне, әбейе үкһеп үк илап ебәрҙе. Бер ни аңламаған Мәргән ҡурҡа төштө. – Ауыр уйҙарың булһа, ҡотол, миңә һөйлә, эсең бүҫкәрер.
Нимә тип әйтһен инде Фәйрүзә?
– Һинең менән үткән бәхетле көндәремде һағынып илайым, – тигән булды.
– Һағынып иларлыҡтары булғас һәйбәт, әләйгәс, – тип йылмайҙы ҡарт.
Йәй аҙаҡтарында ныҡлы түшәккә ятҡас ҡына аңланы хәлен Мәргән.
– Көҙҙән алып йәнде ашай был йүткереү. Тамаҡ төбөнә бер нәмә килеп тығылды ла, үтмәй ҙә, сыҡмай ҙа. Юҡҡа булмаған икә-ән.
«Юҡ шул, Мәргән, төйөр түгел ул, әжәл шулай үҙенең орлоғон һалып киткән, үҙең дә белмәгәнһең, беҙ ҙә, исмаһам, һиҙмәгәнбеҙ. Миңә тигән орлоҡто яҙмыш һинең тамағыңа килтереп тыҡҡан бит, ҡәһәрең», – тип уйланы Фәйрүзә.
* * *
Үлеренә бер аҙна тигәндә, һиҙенгәндәй, Мәргән Фәйрүзәһенә оло йомош ҡушты.
– Фәйрүзә, бер кешене күргем килә, үкенескә ҡалмаһын, күрше ауылдан Сәбилә исемле ҡатынды ғына саҡырт әле.
– Имсе-фәлән түгелдер?
– Ҡасандыр күңелде имләр зат ине лә, хәҙер белмәйем, ситтә йөрөнө, ҡайтҡан тиҙәр, – шулай тине лә Мәргән, күҙен йомдо. Шулай ята торғас, ойоп та китте, шикелле. Янында Фәйрүзә, һыҙланыуҙарынан аҙға ғына булһа ла арынып серемгә киткән иренә ҡарап, нишләргә белмәй шым ғына ултырҙы ла, Зөләйхаға юлланды. Унан да уңай йомошсо табылмаҫ.
– Туңйылға ауылынан Сәбиләне беләһеңме? – тип һораны тәүҙә. Зөләйха иҫләй алманы, бәләкәй генә ауылдың һәр өйөн тигәндәй бармағын бөкләп барлап ултырҙы. Тик хәтеренә төшөрмәне.
– Юҡ ул ундай ҡатын. Нимәгә кәрәк шулай, имсе-фәлән түгелдер?
– Юҡ, шикелле. Буталды микән ни? Мәргән саҡырттыра, күргем килә, тей ҙә.
– Мәргән ағай саҡырта-а? Сәбилә-ә...-не? – Зөләйха асҡан ауыҙын яба алмай торҙо. – Беләм, беләм. Ҡалай иҫкә төшмәй торған. Биш йыл элекме, Ҡаҙағстандан ҡайтты.
– Туған-ҡәрҙәшеме әллә? Әллә... тиңдәштәрме?
– Сыбыҡ осо ла туған түгел, – киҫкен әйтте быны Зөләйха. – Үә-әт, Мәргән ағай му-ут, онотмаған тегене, онотмаған тәки.
– Кем һуң ул? Нимә күңелемә шул тиклем шом һалаһың? Былай ҙа бөткән йөрәгемде теткеләп... – Фәйрүзә, ер тетрәү көткәндәй, Зөләйхаға ҡараны.
– Иреңдең йәшлек мөхәббәте! Ташлап киткән Сәбилә, аяҡһыҙ Мәргәнде тиң күрмәгән казашка, бер килмешәк.
Иҫләне Фәйрүзә лә. Килен булып төшкән мәлдәрәк, ире тураһында, йәнен бирерҙәй булып яратҡан ҡыҙы ташлағас, шуны онота алмай өйләнмәй йөрөнө, тип ҡолағына тишеп ҡуйғайнылар шул. Ә Мәргән һуң? Ҡалай сабыр, бер ҙә генә теленә лә алманы бит әле, ауыҙын күтәреп исмаһам бер тапҡыр исемен атаһасы.
– Шуны саҡырып килә алмаҫһың микән? – тауышы зәғиф кенә сыҡты Фәйрүзәнең.
Бер аҙ тынып ултырғас, Зөләйха:
– Юҡ, бармайым. Бармайым да, саҡырмайым да. Кәрәк булһа, ирең үҙе торһон да барһын, – тип киреләнеп алды ла китте. Фәйрүзә әкрен генә ҡалҡынды:
– Улайһа, үҙем барам инде.
– Аҡылыңа кил, еңгә, – еңгәнән һалдырып, хужабикә ишеккә арҡыры торҙо. – Шул хыянатсыға бәхил һүҙен әйттермәксеһеңме ни? Ғорурлыҡ бармы ул һиндә, юҡмы?
Яңынан баяғы урындарына барып ултырҙылар.
– Үә-әт, әй, үҙе – үлем түшәгендә, ә уйында – мөхәббәт. Ирҙәрҙән дә аҙғын мал бармы ни ул донъяла? Ит изгелек, көт яуызлыҡ, – Зөләйха ярһыны. Аҡайып Фәйрүзәгә ҡараны. – Ә һин, үлеп-фәлән китһәм, Мәргәнем нишләр, нисек кенә донъя көтөр, тип өҙгөләнеп йөрөгән булдың. Зөләйха, йәтим итмәҫһең инде иремде, имеш. Төкөрҙө ул һиңә, тиҙ үк табыр ине үҙенә кәрәк йәрен.
Туҡтатманы уны Фәйрүзә. Зөләйханы ла аңлай ул, Мәргәнде лә. Эскесе ире арҡаһында мәңге бәхет күрмәгән берәүһе бөтә ирҙәрҙе күрә алмаһа, ҡатыны янында үҙен һәр саҡ бәхетле тойған икенсеһе үлер алдынан булһа ла, яратҡан кешеһенең күҙенә баҡҡыһы киләлер. Ғәҙәттә үҙен бәхетле тойған кеше һәм фани донъя менән осто-осҡа ялғар әҙәм үҙенә барыһы ла мөмкин тип уйлай бит. Мәргән дә шулай уйлай ала икән, тимәк насар түгел. Һуңғы тапҡыр йәне теләгән кеше менән осрашҡыһы килеүе гонаһмы ни? Ярай, ғүмер буйы һине көттөм, һине яраттым, тип тә әйтһен тей уға... Ә уйлаһаң, ул бит миңә ғүмер эсендә бер тапҡыр ҙа яратам тип әйткәне лә булманы. Тик үҙенең яратмағанын да белдермәне, ҡул күтәрмәне, йөрәк ҡыйғыс һүҙ әйтмәне. Күрәһең, «яраттым», «көттөм» һүҙҙәре телгә йөрәк ҡушыуы, күңел саҡырыуы менән киләлер. Тик ошо мәлдә нимә эшләргә һуң Фәйрүзәгә?
Тынып ҡалған Зөләйханың ике ҡулын Фәйрүзә киң устары менән ҡапланы ла тыныс ҡына һүҙен әйтте, аңлайышлы итеп, ҡәтғи әйтте:
– Барып ҡайт Туңйылғаға. Мәргән үлем түшәгендә ята, һине күргеһе килә тип кенә әйт. Килеү-килмәүе уның ихтыярында. Зинһар, ярһып артыҡ бер нәмә лә ысҡындырма. Саҡырмаһаҡ, Мәргән мәңге бәхиллеген бирмәҫ. Бирмәҫ, – урынынан ҡалҡынды ла. – Сит кеше түгел бит, бергә ғүмер кисергән кеше-е... – тип өҫтәне.
Ишектән килеп ингәс тә, ул икәнен таныны Фәйрүзә. Күҙ алдына килтереүе буйынса, шулай сибәр булырға тейеш ине ул. Сөм ҡара күҙ, килешле йөҙ. Һис тә шаталаҡҡа оҡшамаған. Уйсан ҡараш, тыйнаҡ йылмайыу. Тормош эшкәрткәнме, тыумыштан шулаймы? Уны күргәс, нисә көн түҙеп йөрөгән Фәйрүзәнең ҡапыл илағыһы килде. Бына ул ғына Мәргәнде әжәл тырнағынан тартып алыр тигән өмөтмө, мин үҙем быны булдыра алмайым тигән көсһөҙлөкмө, әллә шундайын сибәрлек алдында ҡаушап ҡалыуымы – барыһы бергә тамағына төйөр булып килеп тығылды. Үҙен тиҙерәк ҡулға алырға тырышты хужабикә.
– Сисенеп үтегеҙ, алғы яҡта – Мәргән. Әйтер һүҙе бармы, һеҙҙе күргеһе килде, – тип һөйләнде. Йоҡа бишмәтен һалғас, ҡунаҡ оҙон ҡуйы сәстәрен тағатып, бер урынға төйнәп йыйып ҡуйҙы ла, яулығын рәтләп бәйләне. Юл ыңғайы стеналағы көҙгөгә күҙ ташлап, маңлайын, битен һыпырып ҡуйҙы. Ипле ҡыланып, һәлмәк кенә баҫып алғы бүлмәгә уҙҙы.
– Мәргән, һин саҡырған, – «ҡунағың» тип әйтергә уҡталғайны ла, тик теле улай әйләнмәне ҡатынының, – кешең килде.
Үҙе иренең арҡаһын рәтләп япты, мендәрен ҡалҡыта биреп ҡуйҙы. «Һөймәлекле, хәстәрлекле икән ҡатыны. Тауышы ҡалай яғымлы, – тип уйланы Сәбилә. – Донъялары иркен, таҙа. Бәхетле булғандыр Мәргән. Күңелеңдә нур-гармония булмаһа, былай шағараҡ ҡороп донъя көтөп буламы ни!»
Мәргән күҙен асмай ята бирҙе. Шул килеш кенә ҡатынына өндәште:
– Фәйрүзәм, ултырғысты яҡыныраҡ ҡуй әле, Сәбилә ултырһын.
«Тауышы шул килеш. Ҡәтғи ҙә, моңло ла, һис үҙгәрмәгән. Ошо тауышты бер тапҡыр ғына булһа ла ишетергә ине тип күпме зар-интизар булып йәшәлде. Ҡалай ҡатынына йомшаҡ өндәшә».
Ҡунаҡ ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына Мәргән янына килде.
– Һаумы, Мәргән.
«Үҙгәргән. Ҡартайған, ҡалай. Мөһабәтлеге бөтһә лә, йөҙөндәге илаһилығы бөтмәгән. Күҙҙәре һаман зәңгәр микән?»
Мәргән күҙен асмай яуапһыҙ ята бирҙе. Аптырап тынлыҡты Фәйрүзә боҙорға мәжбүр булды:
– Ат типкәйне. Үпкәһендә электән үк сире булған, шуны ҡуҙғатҡан теге бейә тояғы, – тип аңлайышһыҙ һүҙ һөйләне.
Шул саҡ Мәргән юрған аҫтынан һаҡ ҡына уң ҡулын сығарҙы ла, күҙен асмай ғына, һәрмәнеп Сәбиләнең ҡулын эҙләп тапты. Һаҡ ҡына һыйпаны.
– Эйе, Сәбиләнең ҡулдары... – өҙөк-өҙөк кенә сыҡҡан тауышта тиҫтә йылдар аҙашып йөрөгән моң да, хәҡиҡәт тә, әрнеш тә, зар ҙа бар ине. – Аяҡ өҫтө ҡаршы алып булманы, ғәфү ит.
Ҡулды оҙаҡ һыйпаны Мәргән. Сәбиләнең тып-тып тамған күҙ йәштәренә лә иғтибар итмәй, һыйпаны ла һыйпаны. Был тетрәндергес мөхәббәт тамашаһын ситтән күҙәтеүсе, ул тамашала үҙенә урын юҡ икәнен бөтә йөрәге, булмышы менән тойған Фәйрүзәнең күңелен иңрәткес тойғо биләне: «Ни ғүмер йәшәп, минең ҡулды шулай наҙлы ғына итеп һыйпағаны юҡ бит, юҡ бит».
Мәргән күҙен асты. Сәбиләнең йәшле күҙҙәренә мөлдөрәп ҡарап торҙо.
– Һин сати булманың! – ҡырыҫ тауыш ҡапыл һауаны ярҙы. Тынын тигеҙләгәс өҫтәп ҡуйҙы. – Килгәнең өсөн рәхмәт, Сәбилә. Башҡа һүҙем юҡ, бәхил бул. – Ир кеше күҙен йомоп, башын ситкә борҙо. Ҡулын үҙенә тартты, ләкин ике ҡулы менән йәбешеп өлгөргән ҡатын уны ебәрмәне.
– Һине уйлап, һине һағынып, һине юҡһынып, мең янып, мең терелдем мин, Мәргән. Ҡаты бәғерле булма, ҡаты хөкөм сығарма улай.
Мәргән өндәшмәне. Исмаһам, тороп, үҙен ҡосаҡлап йыуатыр ҙа хәлем юҡ бит, тип уйлап ятты. Фәйрүзә табын әҙерләргә тотондо. Ҡатҡан һәйкәл төҫлө Сәбилә бер ни өндәшмәй оҙаҡ ҡына ултырҙы.
«Бик ҡартаймаған, шулай ҙа аҡылды юйырҙай матурлығы ҡалмаған, уҡаһы ҡойола башлаған. Яҙмыш йөгө ныҡ баҫҡан микән, күҙҙәре бигерәк эскә батҡан. Тик ирене ситенән генә шул тиклем ымһындырғыс итеп йылмайыуы, шунан хасил булған ымһындырғыс серлелеге китмәгән. Бөгөн йылмайып баҡманы ла түгелме һуң? Ҡайҙан сағылды ул йылмайыу? – Мәргән ҡапыл Сәбиләгә боролоп ҡарап алды. Уныһы ҡымшанмайса ултырыуында булды.– Ә ирендәре янындағы соҡорҙары бит, ҡалай һаман да, йәш саҡтағыса, нур сәсеп тора. Шул йылмайыуы заманында әсир итте бит. Тыйнаҡ ҡына йоҡаҡ ирененән һурып үпкеһе килә торғайны бит егеттең. Тик егетлеге генә бығаулы, тәүәккәллеге кисеп сығырҙай һай ине шул. Был татлы иренде башҡа берәү үпкән, был ымһындырғыс иренгә башҡа берәүҙең генә буйы еткән. Ни тиклем ғүмер үткән, ә ымһындырғыс серлелек үтмәгән, – тип уйлап ятты Мәргән. Эскә батҡан күҙҙәрен күҙ алдына килтергәс, йәл булып китте Сәбилә уға. – Ҡатыраҡ ҡағылдым, буғай. Үҙемдең уны уйламаған көнөм, юҡһынмаған төнөм әҙ булдымы ни? Ҡыҙғанырға кәрәк булғандыр, бәлки. Улайға китһә, ҡасан да булһа ҡылғандар өсөн яуап бирергә кәрәк тәһә. Мөхәббәт ул татлы хис, һөйөш кенә түгел, бер-берең яҙмышы алдында яуаплылыҡ та, бер-береңә тоғролоҡ та ул. Шул яуаплылыҡты тоймаһаҡ, тоғролоҡ булмаһа, Фәйрүзә менән ошо көнгәсә ҡулға-ҡул тотоношоп етә алыр инекме?.. « Ҡатыны иҫенә төшкәс Мәргән:
– Фәйрүзәм, сәй ҡайнатып, ҡунаҡты һыйлаһаңсы, – тип көскә тауыш бирҙе. Был ваҡытта Сәбилә ҡуҙғалғайны инде.
Мәргәндең ауырыуы көсәйгәндән-көсәйҙе. Тамағына бөтөнләй бер нимә лә барманы. Көслө уколдар ваҡытлыса һыҙланыуын баҫһа, ҡан тамырҙарына ҡуйылған система туҡландырҙы ла, бер аҙ хәл дә алып инде. Башын мендәренә генә ҡалҡытып һалырға булышҡанда ла көсөргәнешлектән Мәргәндең хәле бөтә ине. Ярау итеүҙән бөтөнләй туҡтаны. Тик хәтере лә, аңы ла яңылышманы, бының менән ул үҙе лә, аңлы тормошонда һәр саҡ янында килгән ҡатыны ла бик бәхетле ине. Фәйрүзә уның янынан китмәне, ирендәрен һыулы мамыҡ менән сылатып ҡына торҙо.
Һуңғы сәфәренә ҡуҙғалыр төндө бахырың фанилыҡта һуңғы балҡыш кисерҙе. Әжәлен тойомлауы булдымы, һыҙланыуҙарын ҡотолорон һиҙемләнеме, был көндө ул мыжыманы, хас та тормоштан ҡәнәғәт йылмайып торған кеше кеүек күренде.
– Ни гонаһтарым өсөн язалай икән мине Хоҙай, Фәйрүзәм? – тип өндәште тәүҙә. Әйткәндәре аңлайышһыҙыраҡ ишетелһә лә, аңлай ине уның телен ҡатыны.
– Ни гонаһтарың булһын, ти, һинең. Сабый сафлығы менән йәшәнең, шул сауаптарың менән китерһең дә инде, – Фәйрүзә күҙ йәшен һөрттө. – Минең әжәлемде үҙеңә алдың бит, Мәргән. Мин үлергә тейеш инем. Был һинең әжәлең түгел... Түгел...
– Кем әйтте?
– Врач әйтте. Әйтмәне, күңелем шулай тине.
– Ҡабаланма! Үлергә. Һинең өсөн мин... – әйтеп бөтә алмай йылмайырға тырышты Мәргән.
– Иҫәр һин, үҙеңде генә уйлайһың. Мин һинһеҙ нишләргә тейеш?
– Бәхетем бар, үҙ ҡулдарым менән һине ер ҡуйынына һалмайым. Һин дә бәхетле, – ауырыуҙың тағы хәле бөттө.
– Нисек?
– Мине ер ҡуйынына һала алыуың менән... Мин нығыраҡ бәхетлерәк.
Фәйрүзә иренең әйткәндәрен аңламаны:
– Хәлең бөтә, тыныслан,– тип уның маңлайындағы тирен һөрттө. Иртәгә һуң булыр тип уйланымы, Сәбилә килеп ҡайтҡандан бирле борсоған һорауын бирмәй түҙмәне үҙе:
– Һин мине әҙ генә булһа ла яраттың микән, Мәргән?
Был һүҙҙәрҙән Мәргәндең илағыһы килде. «Мин бер тапҡыр булһа ла уға, яратам, үлеп яратам, тип әйттем микән? – тип уйлай алды. – Исмаһам, иларлыҡ та хәлем юҡ бит. Ә ул һүҙҙе әйтерҙәй көсөм бармы?» Бөтөнләй тынып ҡала алмағанын да аңлай ине үлеп барған аҡыл:
– Мин яңынан тыуһам, тик һинең менән генә йәшәр инем, Фәйрү-үзә-әм!
Таңда Мәргән һөйгәненең ҡулында йән бирҙе.
* * *
Мәргәнде ҡәбергә генә төшөргәйнеләр, донъя яңғыратып, ҡапыл «Тор-ройыҡ», «Тор-ройыҡ» тигән асыҡ ҡына тауыш ишетелде. Былай ҙа ярылыр сиккә еткән йөрәк өҙөлөр һәм өҙлөгөрҙәй булып һыҙылып-һыҙылып типте. Мәрхүм менән хушлашырға килгән бөтә ауыл, үҙе лә һиҙмәҫтән, күккә баҡты. Ҡанаттарын талғын ғына ҡаға-ҡаға, хушлаша-хушлаша сылбыр булып торналар китә ине. Ҡәбергә төшөп, изге һәм ҡәҙерле кешеһенең кәүҙәһен ләхеткә һалып торған оло улы түҙмәне, торналар сылбырына йәбешеп атай ҙа ҡуҙғалды, тип, ауыр итеп көрһөнөп ҡуйҙы.
Ә Фәйрүзә бөтөнләй хәлһеҙләнеп ергә сүкте. Һығылып илағыһы килде. Ҡысҡырғыһы, үкергеһе килде. Тамаҡ төбөндәге төйөр генә быуаға йырылып китергә ирек бирмәне. Берсә башын ергә эйҙе. Ҡәбер тупрағын усына ныҡ итеп ҡыҫып, ҡатып ҡалды. Ҡара тупраҡ, әсе ҡайғыға түҙмәй, бармаҡ араларынан һығылып килеп сыҡты. Берсә ҡалҡынып күккә баҡты ҡатын. Йәш аша күренгән торналар йыраҡлашҡандан йыраҡлашты. «Мәргәнемде ҡалдырығыҙ, уны алып китмәгеҙ минән, торналар...» – йөрәк төбөнән килгән ауаз тышҡа сығып етмәне, бары хәлһеҙләнгән ирендәр генә ҡалтыранып һелкенеп ҡуйҙы.
* * *
Мәргәнде һуңғы сәфәренә оҙатҡас, Фәйрүзә көн менән төндө, ҡайнар менән һыуыҡты бутап бер булды. Тәүге айҙарҙа, балалары янында булған саҡта, тормош йылғаһы ҡәҙимге улағынан аҡҡан кеүек ине лә. Уларға ла шөкөр, эш тип донъя тирмәненә баш-аяҡ инә һалып китмәнеләр. Яйын табып, ваҡытты тышаулап, әсәләренең хәлдәренә инделәр, аталарының рухтарына ихтирам күрһәттеләр. Мәргәндең ҡырҡына хәтлем ата йортоноң мөрйәһенән төтөн сығарҙылар, аҙға ғына булһа ла әсәнең күңелен йылыттылар. Балалар янында үҙен ныҡ тоторға тырышты әсә кеше, Мәргәнен нисек кенә юҡһынһа ла, көндөҙҙәрен балауыҙ һығып ултырманы, ваҡ-төйәк эш менән алданы ла, алданды ла. Ул-ейәндәре изге кешеләрен һағынып һүҙ ҡатһалар, артыҡ хистәргә бирелмәй йә әйткәндәренә һаран ғына ҡушылды, йә бөтөнләй өндәшмәүҙе хуп күрҙе. Китер саҡта балалары үҙҙәре менән бик димләһәләр ҙә, күнмәне, Мәргән йылыһын, ире йәнен һаҡлаған өйөн ҡалдырып китеү хыянатҡа тиң кеүек ине уға.
Бына өй бушағас инде... башланды. Баяғы төйөр әсе һағышҡа түҙмәне, ирене лә быуаны йырып ебәрҙе. Фәйрүзә, балаларын автобусҡа ултыртып, ҡайтып ҡапҡа бауына ғына үрелгәйне, быуындары ҡалтырап, сүкәйә төштө. Унда мине берәү ҙә көтмәй, тигән үҙәккә үткес хәҡиҡәт алҡымынан алды. Ҡапҡа бағанаһына һөйәлеп, битен яулығы менән ҡаплап оҙаҡ торҙо ул. Ғүмере эсендә беренсе тапҡыр ихатаһына үткеһе килмәне. Шар асыҡ ҡапҡа уны етем һәм буш донъяһына саҡырҙы. Ҡапҡаны эстән һаҡ ҡына япҡас, башын, сикәләрен тотоп, Мәргәненең йөҙөн күҙ алдына баҫтырып ҡараны. Һултанлай-һултанлай йүгереп килеп сығыр ирен ҡапыл ғына хыялында ла терелтә алманы бисара. Тормош ҡайнағанын аңлатҡан ауыл урамының шауы ихатаға үтеп инә алманы, тын ҡурырлыҡ тынлыҡ көслө булып сыҡты. Быны бар булмышы, бар йөрәге менән тойған ҡатын ҡапыл болдор күтәрмәһенә йүгереп менде лә, нишләргә белмәй һикереп-һикереп бейергә тотондо. Башынан яулығы һыпырылып төшкән бисара, сәстәрен туҙҙырып, шашып-шашып бейене, тыны ҡыҫылды. Үҙенең әҙәпһеҙ шашыуынан башы әйләнде. Ҡарлыҡҡан тауышы менән ниндәйҙер таҡмаҡ та көйләп маташты:
«Әжәлгә дарыу бар тиҙәр,
Мөхәббәткә бар микән?..»
Быуындары ҡамырға әйләнеп, бөтөнләй хәлдән тайғас, солан тупһаһына арҡыры һуҙылып ятты. Йыш-йыш тын алып, әжәлгә лә юҡ, мөхәббәткә лә – шиш, дарыу юҡ, чертым да, тип, күҙен йомоп ята бирҙе. Тынлыҡты ара-тирә берсә үкһегән, берсә үкергән тауыш ҡына боҙҙо. Бахырҡайҙың сикәһе буйлап, туҙған сәс бөртөктәрен еүешләтеп, бормалы ике улаҡ туҡтамай аҡты ла аҡты. Айҙар буйы иреккә сыға алмай ятҡан түҙгеһеҙ ҡайғы кисерештәре лә, аңлата алмаҫлыҡ яңғыҙлыҡ хәсрәте лә иҙәнгә тоҙло күҙ йәштәре булып йәйелеп китеп, байып барған ҡояш нурҙарында ялтырай ине.
* * *
Тамағына аш барманы, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне ҡатын. Хәлен белергә ингәндәргә лә ихласлыҡ күрһәтмәне. Өҫтәленән төшмәгән, һәр саҡ тереклек белдереп боҫон болғап, йырлап ултырған самауыры мейес янында, кеше ҡулы теймәгәс, саңланып, һарғайып, түңкәрелгән килеш тынып ҡалды. Уның урынын өҫтәлдә, етемлек төҫөн биреп, электр сәйнүге алды. Уныһы ла, хужабикәһенең бөтөнләй тамаҡтан яҙмағанын иҫбатлап, онотҡанда бер генә тауыш биреп торҙо.
Сәйнүгенә һыу һалып торғанда келт кенә мунса янындағы ҡоҙоҡ иҫенә килеп төштө хужабикәнең. Донъяның йәмен юғалтҡан Фәйрүзә, үҙенә бер сер асҡандай, тиҙ генә кейенде лә баҡса артына йүгерҙе. Шәп йүгерҙе, әйтерһең уны берәйһе көтә. Ҡабаланып, ҡоҙоҡтоң ҡапҡасын аса алмай бер булды. Асҡас тутыҡ ултырған сылбырлы биҙрәне алабарманланып шаптыр-шоптор түбәнгә – ҡоҙоҡ төбөнә төшөрөп ебәрҙе. Күнәге артынан эйелгәнсе башынан яулығы һыпырылып төшөп китте. Ҡолғаға беркетелгән сылбырҙы тартҡан һайын тыны ҡыҫылып: «Һыу ғына ҡоромаһын, әтеү мөхәббәт тә һулый, ҡоҙоҡ ҡына мүкләнмәһен, әтеү кеше лә мүкләнә», – тип аңлайышһыҙ һүҙҙәрҙе тәҡрарланы. Биҙрә өҫкә килеп сыҡҡас, уны һаҡ ҡына ергә ҡуйҙы. Берауыҡ биҙрәне ҡосаҡлап ултырҙы. Ундағы һыуҙы бер усы менән генә алып, биттәрен, тағатылған сәстәрен һыпырҙы: «Ҡоромаған! Мәргәнем ҡоҙоғо ҡоромаған», – тине, һаран ғына йылмайып. Биҙрәне үҙенә табан ҡыйшайтып, уға иренен терәне: «Фу, һаҙ тәме ингән түгелме? Әллә ауыҙым тағы тәм тоймаймы?» – ҡапыл һауыттан ауыҙын тартып алды. Яңынан тәмләне. Тороп ҡоҙоҡ ауыҙынан эйелеп эскә ҡараны. Алған һыуын имән төбөнә алып барып түкте лә, етеҙ генә биҙрәһен шаптыр-шоптор тағы ҡоҙоҡ төбөнә төшөрҙө. «Юҡ, юҡ! Мүкләнергә ирек бирмәйем. Мөхәббәткә лә, һиңә лә! Мин тере әле...» – хәлдән тайғансы һыу ташыны имән төбөнә бисара. Ағастың тирә-яғы иҙелеп, батҡаҡланып китте. Ҡуҙғалмаҫлыҡ хәлгә килгәс, биҙрәһе алдына тубыҡланып, тағы ла һыу эсте. Бигерәк һыуыҡ, тамағым шешеп кенә китмәһә ярар ине, тип борсолдо эстән. Бер аҙ хәл алғас, сәйгә һыу алайым әле тип, биҙрәһен тағы сылбырға таҡты.
Ошонан алып бәрәңге баҡсаһының ыҙанындағы, мунса янындағы ҡоҙоҡтан сәйлек кенә һыу алыу Фәйрүзәгә көндәлек бер татлы хәстәргә әйләнде.
Тик бауырға ятҡан юҡһыныуҙы Мәргән ҡоҙоғо һыуы ғына баҫа алманы. Киреһенсә, тотонған һәр әйбер, күҙгә ташланған һәр нәмә, Мәргән тураһындағы хәтирәне яңыртып, үҙәккә үтте. Мәргәне тураһында, уның изге кеше булыуы хаҡында, күңелендәгеһен уртаға һалып, кем менәндер һөйләшкеһе килде. Тик ул кеше юҡ – бына иң ҡыйыны шул ине Фәйрүзәгә. Бер нисә тапҡыр Зөләйхаға инеп тә ҡараны. Ғүмер буйы иренән туҡмалып, кәмһенеп йәшәгән күршеһе менән был турала һүҙ суйырғытыу бөтөнләй мәғәнәһеҙ ҙә кеүек тойолдо. Шуға һүҙҙәре ауыл хәбәрҙәренән ары китмәне лә.
Күңеле болоҡһоғас, йөрәге һағышҡа түҙмәгәс, ул Туңйылғаға юлланды. Иренең йәшлек мөхәббәте менән осрашһа, бәлки әҙерәк булһа ла йөрәге тынысланыр. Икеһе бер ир ҡуйынында ятмаһалар ҙа, йәндәре бер күңелгә тартылған бит. Мәргәндең йөрәгендә икеһенә лә урын да табылған шикелле. Тик кемдеке түрҙәрәк булды икән? Мөхәббәттең әллә бизмәне юҡмы? Улай тиһәң, Фәйрүзә урыны түбәндәрәк булһа ла үкенмәҫ ине, ни тиһәң дә, Мәргәндең мөхәббәтен ғүмере һуҙымында уята ла, һаҡлай ҙа алды. Ә Сәбиләнең урыны? Ул бит Фәйрүзәнән күпкә, бик күпкә сибәрерәк, ымһындырғысыраҡ. Мәргән ғүмере буйы Сәбиләне юҡһынып, һағынып йәшәгәндер, тик миңә генә белдермәгәндер, Мәжнүн бахыр. Ҡулын тотоп Сәбиләгә, сати түгелһең, тине. Уныһы ни тигәне булды икән? Ә бер йөрәккә ике мөхәббәт һыямы һуң? Тилертә бит был һағыш, ай тилертә...
Ошондай уйҙар менән килеп инде Сәбилә йортона Фәйрүзә. Хужабикә ултырған урынынан тороп ҡаршы алһа ла, йөҙөнә борсолоу ҙа, шатланыу ҙа ишараты сығарманы. Бөтөнләй көтөлмәгән кеше килде тип хәүефкә лә батманы шикелле, артыҡ ихласлыҡ та күрһәтмәне. Амин тотҡас, өҫтәлгә ҡайнап торған самауырын ҡуйҙы, саҡырылмаған ҡунағын табынға саҡырҙы:
– Маҡтап йөрөйһөң, самауырым ҡайнап ҡына тора.
– Маҡтарлыҡ та, маҡтанырлыҡ та хәлем юҡ, ҡайғыға батып йөрөүем.
– Ишеттем. Урыны йәннәттә булһын, – башҡа йыуатыр һүҙ тапманы Сәбилә.
Өндәшмәй генә сәй эстеләр. Өйҙә тынлыҡ урынлашты. Тағы йәнде өтөп барған тынлыҡ. Бер себен генә безелдәп-безелдәй. Үрмәксе ауына эләккәндер мәхлүгең. Фәйрүзә үҙен шул себенгә оҡшатты. Ней уйҙарынан ҡотола алмай, ней донъянан йәм тапмай. Осоп китһәң ине ул берәй яҡҡа. Ирекле булып. Ултыра торғас ул Сәбиләнең йөҙөнә баҡты. Күҙҙәре бигерәк бойоҡ, уға ла еңел түгелдер.
– Һағына торғайныңмы Мәргәнде? – тип тыныс ҡына һорап ҡуйҙы Фәйрүзә.
– Һағындым, – ҡырыҫыраҡ яуап бирҙе хужабикә. Өйҙә тағы тынлыҡ хөкөм һөрә башланы. Баяғы себен тауышына самауыр йыры ҡушылды. Уғаса булмай сәғәттең тек-тек килеүе ҡолаҡты ярырға тотондо. «Ҡасан шулай Фәйрүзәнең сәғәт тауышына ҡолағы тонғайны әле? Эйе шул, тәүге никах төнөндә бит. Беҙҙең уртаҡ ваҡытыбыҙ башланды, тип сәғәт сылбырын тартҡайны. Ә хәҙер... уртаҡ ваҡыт туҡтаны микән?»
– Һуңынан оноттом, – тынлыҡты Сәбиләнең бойоҡ ҡына әйтелгән һүҙе боҙҙо.
– Ғәрип тип онотҡанһыңдыр, – Фәйрүзә асыуланмай ғына әйтте.
– Ю-у-уҡ, – тип һуҙҙы Сәбилә. Бер аҙ һүҙһеҙ ултырғас өҫтәп ҡуйҙы. – Һәр саҡ тиң күрҙем... Яҙмышыма буйһоноуым булғандыр.
Ысынлап та шулай ине шул. Их, мөхәббәттәре һуң! Бигерәк һоҡланғыс ине лә! Мәргән менән икеһен һинд киноһы геройҙарына оҡшатыуҙары ла юҡҡа булмағандыр. Шул ваҡытта Сәбилә һиҙә-тоя йөрөнө бит, кинолағы мөхәббәт тарихтары һәр саҡ тиерлек бәхетһеҙ тамамлана, беҙҙең менән дә бер-бер хәл булып ҡуймағайы, тип һәр саҡ ниҙәндер ҡурҡты, һуңынан, Мәргәндең әрменән килгән хаттарын ҡулына алған һайын, насар хәбәр булмағайы, тип ҡалтыранып төштө.
Әрмегә оҙатҡан саҡта, барса халыҡ алдында оҙаҡ бер-береһенең ҡулдарын тотошоп торғайнылар.
– Артыҡ ҡыҙыл да тиҙ уңа, тиҙәр. Һин шуға ышанаһыңмы, Мәргән? – тигәйне Сәбилә.
– Мин уңдырмам, һин генә көт, йәме, – тип ышандырғайны ауылдың беренсе егете.
– Янырмын, туңырмын, көйөрмөн, тик барыбер көтөрмөн, – тип шыбырҙаны һөйгәне. – Тик һин генә һау килеш әйләнеп ҡайт.
– Һуғыш ваҡыты түгел дәһә... – Ҡайҙан килгән ул уй тиерһең, ҡапыл шул саҡ Мәргән әйтеп һалмаһынмы. – Ә мин үлһәм, һин сати булырһыңмы, Сәбилә?
Ул заман кешеләре һинд киноһы аша «сати»ҙың ни аңлатҡанын беләләр ине. Тоғро, артыҡ тоғро ҡатындарҙы шулай атайҙар. Ирҙәре үлһә, мөхәббәттәренә тоғролоҡ билдәһе итеп, һөйгән йәрҙәре үҙҙәрен-үҙҙәре яндыра икән. Мәргәненең ни әйтергә теләгәнен һәйбәт төшөнһә лә, Сәбилә тәүҙә ни әйтергә белмәне.
– Мин сати булырмын да ул, тик һин иҫән ҡайт, йәме, – күҙенән йәштәр тамды ҡыҙҙың.
– Утҡа, һыуға инергә әҙер беҙ мөхәббәтебеҙ хаҡына, шулай бит, Сәбилә, – Мәргән уны күкрәгенә ҡыҫты. – Илама, һин утта янмаһын өсөн, мин үлмәйәсәкмен, ҡәҙерлем, – һуңғы һүҙе шул булды Мәргәндең.
Ә тормоштоң үҙ ҡанундары, үҙ дарыуҙары, үҙ ағыуҙары. Сәбилә Мәргәнде көтә алманы, көтә торған юлын да табалманы. Мәргәндең ҡазаланыу хәбәрен ишеткәс, аҡылдан яҙа яҙҙы ҡыҙ бала. Ашын, эшен онотто. Мин уның янына барам, ул үлһә, мин дә үләм, тип тәгәрәп илаған балаһын күреп, ниндәй ата-әсәнең йөрәге түҙһен. Ни ҙә булһа ҡылырға кәрәк. Һуғышты, утты күргән атаһы, ҡыҙына бәхет теләүе булдымы, уны, ай-вайына ҡарамай, ситтә йәшәгән һеңлеләренә оҙатты. Яҙмышына күнмәйсә булдыра алманы ҡыҙ бала, ниҙер ҡылырға тәүәккәллеге лә етмәне, ҡайғынан аңлы тормошто аңламаған, ҡайҙа барырға белмәгән аҙашҡан болан балаһы хәлендә ине. Юлдары уны ҡаҙаҡ далаларына алды ла китте. Алып ҡына китмәне, юлын да, яҙмышын да шунда аҙаштырҙы... Тыуған ерҙәренә ныҡлы әйләнеп ҡайтыуына ла бына нисә йыл ғына бит әле.
Үткәндәре иҫкә төшөп киткән Сәбилә тағы бер аҙ ултырғас:
– Бик онотмағанмын да икән, – тип ҡуйҙы.
– Нисек инде?
– Теге көн, Мәргәндән йомошсо килеп киткәс, быуындырым йомшарҙы, юҡҡа-барға хәлем бөттө. Бармайым микән, күпме йылдар үткән, күпме һыуҙар аҡҡан тип икеләнеү ҙә булғайны. Тик күргем килде, – ҡатын ярһып китте. – Күргем килде. Бик күргем килде. Мәңге күрмәһәм дә риза кеүек төңөлөп бара инем инде бер мәл. Ә ул көн күргем килде. Үлеп китер ҙә, йәндәй яҡын кешемде мәңге күрмәм, тигән тойғо алҡымымдан алды. Һуңғы тапҡыр йәнемде усыма ҡыҫып уның янына йүгерҙем...
Бүлдермәне уны Фәйрүзә. Тынған арала һүҙ ҙә ҡыҫтырманы. «Беҙҙең ваҡыт туҡтанымы икән?» – тигән һорау төйөр булып тамағына түгел, бауырына ятты уның. Шуға яуап эҙләне.
Сәбилә, тағы бер аҙ ултырғас, үҙ-үҙенә һөйләгән кеүек, хистәрен бушата торҙо:
– Онотмағанмын икән, ҡулының йылыһы шул килеш кенә ине. Бармаҡ остарымдан йөрәк ҡылдарына тиклем йылы нур кеүек үтте. Әле лә тоям шул йылылыҡты...
Был һүҙҙәрҙән һуң Фәйрүзәнең ҡапыл йәне ҡабарҙы:
– Ҡулы йылы, имеш. Мин йылыттым, мин һаҡланым уны. Йылы ҡулды тойғоң килһә, сати булырға ине һиңә, – был һүҙҙең ни аңлатҡанын белмәһә лә, үҙенсә Сәбиләнең ауыртҡан еренә тейгеһе килде. Сәбиләнең дә шеше һытылды булыр, сымылдыҡҡа инер төндә ултырған оялсан ҡыҙҙар кеүек, ҡарашын иҙәндән алмаған баҫалҡы ҡатын, ҡапыл Фәйрүзәгә тишерҙәй итеп ҡараны:
– Һиңә бында нимә кәрәк һуң ул?
– Бер нәмә лә кәрәкмәй! Мәргәнде һағындым, үлеп һағындым... Шул! – Фәйрүзә, әкрен генә ҡалҡынды ла, яулыҡ осо менән күҙҙәрен һөртә-һөртә, ишеккә йүнәлде. Сәбилә, устары менән битен ҡаплап, башын эйеп, ҡымшанмайса ултырып ҡалды.
* * *
Ике аҙнанан Фәйрүзә лә мәрхүмә булды. Юҡ, ашҡаҙан сиренән түгел ине үлеме. Һары һағышҡа батҡан ҡатындың ҡапыл йөрәге туҡтаған, тинеләр. Эстән янып, эстән дөрләгән икән бахырҡай. Са-ти...
Ул йылы ҡыш хәтәр килде. Яҙын баҡса артындағы, етемһерәп ҡалған мунса янындағы имән ниңәлер япраҡ ярырға ашыҡманы. Тамырына һыуыҡ теймәһә ярар ине... Ә йәй уртаһында, барыһын аптыратып, унда-бында ҡытыршы йәшел япраҡтары күренә башланы.
Сентябрь, 2007– март 2008. (03.10. 07.­ – 16.03.2008.)
Иҫке Күл – Өфө.
Читайте нас: