Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Август 2020, 14:30

Ауылға Аллаһ килә... Йәки туҡтаған ваҡыт

#Ағиҙелжурналы

(хикәйә)

Быуат та юҡ, йыл да, сәғәт тә юҡ,
Ваҡытһыҙлыҡ итә тантана.
Ваҡытһыҙлыҡ ҡоло – иманһыҙлыҡ
Ҡара дегет сәпәй ҡапҡаға.

Мостай КӘРИМ.

Яңы бесәнен тамамлаған Бәрей Әхәт аҙна башында, таң алдынан хәтәр төш күрҙе. Аллаһтың, эйе, Хоҙайҙың үҙен күрҙе. Кешегә һөйләһәң, ышанмаҫ! Хаҡ Тәғәлә – илаһи зат үҙе – ауылдың ғәмһеҙ һәм бошонмаҫ Бәрейенә әҙәм тауышы менән өндәшһенсе әле! Ап-аҡ мендәрҙәргә, әллә ап-аҡ ҡабарып торған болоттарғамы шунда, аяғын бөкләп ултырған да, бейектән, түр башынан ғына аҫҡа, Ергә бағып китеп бара ине. Быҫҡаҡ ямғыр яуып торған көйһөҙ көндә бесән сабып йөрөгән Әхәт ҡапыл донъяның яҡтырып китеүен шәйләп, тирләгән устарын маңлайына терәп, күккә баҡҡайны, эйе, шул мәл Уны күреп ҡалды. Ҡыҙыҡ ҡына тойолдо тәүҙә, илаһи заттың бөкләнгән аяҡтары менән көлөп торған нурлы ҙур һаҡаллы йөҙө генә күренде уға. Ә бына кәүҙәһе юҡ ине, томан эсендә ҡалған инеме инде. Үҙ ғүмере эсендә бер тапҡыр ҙа күрмәһә лә, Уның Аллаһ икәнен Әхәт хәйләһеҙ, шул тиклем арбағыс, сабыйҙарса ҡарашынан, балҡып торған йөҙөнән һәм оҙон һаҡалынан шунда уҡ таныны. Ул үҙе лә һиҙмәҫтән ерҙән күккә:
– Эй, Алла баба-ай, тө-өш әле-е бынд-а-а! – тип ҡысҡырҙы. Илаһи зат семәрләп эшләнгән, башына ғына ҡояш һүрәте төшөрөлгән, ике яҡ осона алтындан ҡыңғырауҙар таҡҡан таяғын алға һондо ла былай тип яуапланы:
– Эшем бөтмәгән әле, бер аҙ тын алғас, йома көнө ауылығыҙға килермен, туҡал һыйырыңды һуйып көтөп тор, йәме, Әхәт ҡолом.
Тауышы ҡалын һәм ышаныслы ине. Әхәткә уның кешесә һөйләшкәненән бигерәк Аллаһ һынлы Аллаһтың башҡортса белеүе оҡшаны. Тағы ла, уны исемләп Әхәт тип өндәшеүе бөтөнләй аҡылдан яҙҙыра яҙҙы. Ул һөйөнөсөнән үлән араһынан саба икән. Эй йүгерә, эй йүгерә. Ә күктә Аллаһ йөҙөп бара. Эй, рәхә-әт.
Шулай күпме йүгерер ине икән? Бер мәл ҡаҡ иҙәнгә ҡолап килеп төштө лә уянды. Уянды ла өҫкә ҡарап тын ғына ята бирҙе. Донъя һил ине, яңы таң атып килә. Бер йән эйәһе генә, үрмәксе ауына эләккән себенме инде, нимәгәлер ҡәнәғәтһеҙлек белдереп киҫкен генә тауышланып ала ла тынып ҡала. Тағы зыр-зыр килә, тағы тына. Тауыш тынған арала Әхәт күҙен йомған килеш төшөн күҙ алдына килтереп ятты. Ирекһеҙҙән ирендәре үҙенән-үҙе йылмайҙы. Шунан тағы ла зыр-зырҙы тыңланы. “Ҡарасәле, шундай ҙа төш булыр икән, гонаһ шомлоғо. Был, ысынлап та, Аллаһтың үҙе булды түгелме?” – тип тағы түбәгә ҡарап төшөн иҫләп ятты. “Йома көнө, тине”.
– Ә бөгөн ниндәй көн әле, Шәрифә? – тип ҡаҡ иҙәндән һикереп килеп торҙо үҙе.
– Иртә әле, ят, балаларҙы уятаһың, – тип мығырҙаны йоҡо аралаш йыуан бисәһе.
Ятманы ир. Ихатаға сыҡты. Һарғайып таң атып килә. Тынлыҡ. Кисә һарай башына килеп ятҡан яңы бесән еҫе танауҙы ҡытыҡлай. Әхәт үрелеп кенә бер ус бесәнде йолҡоп алды ла танауына килтерҙе. Бер аҙ күҙен йомоп торҙо: ҡалай кинәнес! “Үлән түгел, витамин был”. Уға рәхәт ине.
Бәрей тигән ҡушамат уға ауылдаштарынан артыҡ тырыш һәм үҙен генә ҡайғыртыусан, саманан тыш үҙ һүҙле булғаны өсөн тағылған. Йыйылыш, йыназаларға йөрөмәй ул. Ауыл буйынса өмә-фәлән ойошторһалар ҙа бармай. “Кеше араһында йүнем юҡ” тип түгел, ә “унда миңә ни ҡалған” тип. Бисәһен дә бик йөрөтмәй. Барғанында ла, етешһеҙлек күреп, йә берәй хужа кеше менән һүҙ көрәштереп, бәхәсләшеп ҡайтып инә. Бәрейең ҡотортҡандыр, ниңә хужа менән талашаһың, тип ҡаршы ала бисәһе. Ә үҙенең ихата тирәһе гөлт итеп тора. Ҡышҡыһын уның урамы эсендә бер бөртөк ҡар ҙа булмай, йыбанмай Әхәт, көрәп тә, кәритәгә һалып та, бәрәңге баҡсаһына сығарып тау итеп өйөп ҡуя. Июль тыуыр-тыумаҫтан, башҡаларҙы ҡотортоп, үлән етешер-етешмәҫтән бесәнгә төшөп киткән була. Өлгөрмәҫмен тип ҡурҡамы. “Кешегә быҡмаған бәндә, фу, беҙҙең заттан түгел был, бәрейҙер ул”, – тигән кемдер. Шунан киткән дә инде Бәрей тигән ҡушамат.
“Туҡал һыйырыңды һуйып көтөп тор, йәме...” “Ә беҙҙең өс һыйыр араһында, ысынлап та, туҡалы бармы һуң әле?” Ялан кәртә эсенә күҙ һалды. Ике оло һыйырҙың мөгөҙҙәрен тарбайтып “һағыҙ сәйнәп” ятыуҙары. Ә быныһы, йәш һыйыры һуң? Торғас та “шап та шоп” килеп “ҡоймаҡ ҡойоп” торған малына, тәү күргәндәй, оҙаҡ ҡына бағып торҙо хужа. Ҡарасәле, ошоғаса иғтибар итмәгән, быныһы туҡал икән дәһә. Мөгөҙҙәре юҡ, улар урынында ҡалҡыр нәмә ҡалҡалмайса туҡтап ҡалған. Ҡалай, Аллаһтың белмәгәне юҡ икән дә! Хәл юҡ, йома көнө һине ҡорбан итергә лә тура килер, – тип ул һыйырының муйынын һыйпап алды. – Һәр мал да Аллаһ һынлы Аллаһ хөрмәтенә ҡорбан булыу бәхетенә ирешмәй.
Төшө лә, хыялы ла, күҙ алдына килтергән табыны ла татлы ине Әхәттең. Табынды Мәндем буйында ҡорор. Аҡ таштар өҫтөнән сылтырап ҡына аҡҡан ерен тоҫмаллап. Хозур урын тейешле булыр оло ҡунаҡҡа. Аллаһ көн һайын киләме? Ҡорбан минән буласаҡ. Мансур мулланан салдырған булырмынмы инде? Табында ит-һөт, икмәктән башҡа затлы ризыҡтар ҙа урын алыр, тик... Дуҫтар-туғандарға әйтеп ҡуйырға кәрәк, әсе-сөсөһөн алып килеп оятҡа ҡалдырып ҡуймаһындар тағы. Тәңре ундай нәмәне бик тә мөрхәтһенмәй, тиҙәр бит. Аллаһ янында кем урын алыр икән? Силсәүит Барый менән Мансур мулламы инде? Ә мин? Минең төшкә инде лә һуң Ул, тимәк, Аллаһтың бер яғында тучны минең урын. Хаҡ тәғәлә уны үҙе лә белә инде. Һей, беҙҙең түрәләргә ышанһаң, Уның һүҙенә лә иғтибар бирмәй, һөмһөҙләнеп менеп ултырырҙар әле түргә. Бына күрерһең, алдан аңғартып ҡуймаһаң... Телмәр тоторға ҡушһалар, сығыш-фәлән дә әҙерләп ҡуйырға кәрәк булыр. Ыҡ-мыҡ килеп тороп, Хоҙай алдында ла, халыҡ алдында ла оятҡа ҡалыуың бар. Һуңынан, аҙаҡ инде, үлгәс, һөйләгәнең оҡшаманы теге ваҡыт, ожмахҡа һиңә юл ябыҡ, тип әйтерлек булмаһын Аллаһ. Берәй оҙон ғына көйҙө лә һуҙып ебәргәндә. Аллаһҡа оҡшарға тейеш ул. Башҡорт халыҡ йырҙарының доғалар кеүек шифалы икәнен беләме икән Тәңребеҙ?! “Уралым”ды һуҙырмы? Ожмахтың үҙе ул Урал”, – тип өҫтәгәндә... Улай тиһәң, теге донъялағы ожмахты кәмһеткән һымаҡ булмаҫмы икән? Һе, теге донъялағы ожмахты күргән булмағас, беҙгә Урал ожмах инде, тиермен, тегеһен дә күрергә өлгөрөрбөҙ әле, тип тә ебәрермен...
Хыял өҙөлдө, биҙрәләрен шалтыр-шолтор килтереп йыуан Шәрифәһе килеп сыҡты. Һәр ваҡытағыса, бер күҙе асыҡ, икенсеһе әүен баҙарынан ҡайтып етмәгән икән әле. Оҙон итәкле күлдәктең бер салғыйы өҫтәрәк ҡыҫылып ҡалған. Бер күҙе асылмаһа ла ирен күрә әле үҙе, ауыҙын асып иҫнәй-иҫнәй:
– Нимә артыңа урын таба алмай, таң менән йөрөйһөң? Ҡояш һинһеҙ ҙә ҡалҡа ул, Алла түгелһеңдер бит, – тип мығырҙаны. Бая уятып көн тураһында һорау оҡшамағанмы, әллә һул яғы менән торғанмы.
“Алла түгелһеңдер, имеш. Белмәй әле иренең ниндәй шәп төш күргәнен, албаҫты. Иртәнге сәй артында әйтер”.

* * *

Һыйыр-һарыҡтарын көтөүгә ҡыуып, бит-ҡулын сайҡатҡас, ҡаймаҡ урлап ашаған бесәй кеүек мут ҡына йылмайып килеп ултырҙы ул өҫтәл артына. Эстән баяғы төш һаман йылыта ине уны. Бисәһе менән уртаҡлашҡыһы килде. Һүҙҙе ситләтеп башланы:
– Шәрифә, бөгөн иғтибар итә ҡуйҙым әле. Баҡһаң, беҙҙең бер һыйыр туҡал икән дә.
Ҡайнар сәй бисәһенең кәйефен бер сама күтәргән ахыры, ихлас яуапланы:
– Таң менән мөгөҙ һынап йөрөнөңме ни? Ниндәй туҡал булһын, хужаһына оҡшап һөҙөшкәк бер нәмә. Бер мөгөҙөн үткән яҙ, көтөүҙең башында уҡ һындырып ҡайтҡанын иҫләмәйһеңме ни? Иҫләмәйһеңдер шул, Люксембургта инең бит әле.
“Люксембургҡа китеү” тип аҙналар буйы туҡтамай эсеүҙе әйтәләр беҙҙең яҡта. Ҡасандыр Бәрейҙең олатаһы Бөйөк Ватан һуғышында шундай ил барлығын ишетеп ҡайтҡанмы инде, нисек кенә булмаһын, бының эсеүенән ялҡҡан бисәһе, Бәрейҙең өләсәһе, ирен борослап-тоҙлап әрләй башлаһа, яугир ир, юҡ, бында йәшәп булмай, Люксембургҡа китәм, тип томана наҙан бисәһен ҡурҡыта икән. Тегеһе йомшара, китмәһен тип, киреһенсә һыйлай икән, ир бирмәк – йән бирмәк бит. Шунан “Люксембург”тан арып-талып ҡайтып төшә ҡарт. Һуңынан ташланы был ғәҙәтен, ә бына лаҡап һүҙе ҡалды. Һүҙе генә түгел, ғәҙәте, нәҫелдән төшмәй, ейәненә лә килеп етте. Әхәттең дә “Люксембург”ты үҙ иткән саҡтары булып ала. Йылына ике-өс тапҡыр олатаһын да уҙҙырып барып ҡайта инде ул был “илгә”. Тик оло эштәр бөткәс, йә яҙғы сәсеү тамамланғас, йә етерлек бесән әҙерләгәс, йә баҫыу эштәре теүәлләнгәс. Шәрифәһе белеп бөткән. Ире “Люксембургҡа китте” икән, аҙнаһыҙ барыбер ҡайтмаясаҡ. Шуға ауыҙ һүҙен ҡоротоп ҡысҡырмай ҙа, сығынламай ҙа, киреһенсә, ашҡаҙаны янып ҡуймаһын тип өҫтәлен бешкән аштан, башҡаһынан өҙмәҫкә тырыша.
– Ә икенсеһе? – мөгөҙ тураһында һүҙе Әхәттең.
– Икенсеһен үткән көҙ колхоз баҫыуына ингән өсөн бләүәт* Исмәғил һындырҙы лаһа.
– Үәт, ысвулыч, нисек кеше малына ҡулын күтәргән тиң, ә?
– Дөрөҫ эшләгән.
– Нисек?
– Ул һыйыр түгел, ул ләғәнәт хайуан бына. Йә колхоз баҫыуына сыға, йә кеше баҡсаһына инә.
Өмөттәре аҡланманы Әхәттең. Ҡапыл ғына бисәһенә төшөн һөйләгеһе килмәне ирҙең. Юҡ, ниндәйҙер полевод Исмәғилде яҡлаған өсөн түгел, ә иҫәпкә-иҫәп, төштөң бигүк юшҡа килмәгәне өсөн. Берҙән, һыйыр туҡал түгел. Быныһына түҙергә булыр ине әле. Шулай ҙа Аллаһтың яңылышып китеүе сәйер. Әллә өҫтән генә ҡарағас, туҡал булып күрендеме икән? Мөгөҙҙәре булмағас, шулай тип уйлауы ла бар. Тик бына холоҡһоҙ, гонаһлы һыйырҙы нисек Аллаһ табынына ҡорбан итмәк кәрәк? Ҡапыл да шул өркөттө Бәрейҙе. Икенсе яҡтан уйлаһаң... ҡотолорға ине ул малдан.
– Улай холоҡһоҙ булғас, һуйырға кәрәк үҙен. Ошо йома уҡ.
– Һин нимә? – Ҡатын тауышын күтәрҙе. – Йәй уртаһында һин дә мин һауҙырып торған һыйырҙы һуйырға ни?! Ит ашағың килһә, ана, бер көтөү һарыҡ.
Башҡаса өндәшмәне Әхәт. Көндәлек тормоштан арына алмаған бисә менән Аллаһ тураһында һөйләшеп ултырып булмай инде. Һауҙырған һыйыр, имеш. Үҙе һуң? Бәрейҙең үҙенә лә йәл мал, тик күктән һоранылар ҙа баһа.
Үҙе лә шул көндәлек тормош менән йәшәмәйме Әхәт? Эй, ҡояш ҡалҡып батҡансы юҡ-бар эш табып урамынан инмәгән була, донъя көтөү шулай тип уйлай әҙәм. Малы туҡ, йорт-ҡураһы имен, балаларының тамағы һыйлы, өҫтө бөтөн – тағы ни кәрәк инде. Ә кәртәнең теге яғында ниҙәр бар икән – уныһы Әхәткә һәр саҡ хәжәтһеҙ, беләккә лә элмәгән донъя. Хатта ҡаршыла йәшәгән, ғүмер буйы яңғыҙ ғүмер иткән Әсмә ҡарсыҡтың да көнитмеше менән ҡыҙыҡһынғаны юҡ, ярай әле бисәһе инеп йөрөй. Юҡ, һаулыҡ һорашып, йомошо булһа, йомошлап китә ул. Ғәҙәт, йола буйынса. Ә бына ысын күңелдән хәлен белеү юҡ. Сөнки күңеле уға өйрәтелмәгән Әхәттең. Һәр кем үҙенсә белеп йәшәргә тейеш. Кешелә кешенең эше юҡ. Улай тиһәң... төштө уртаҡлашырға ла кеше кәрәк икән ул.
Бесән хәстәрҙәре тамам. Нишләргә белмәне хужа. Һарай тирәһендә ҡойолған бесән ҡалдыҡтарын йыйыштырып алған булды. Инеп бер аҙ ятып та ҡараны. Күңеленә тынғылыҡ тапманы. Бындай төштөң бер ғилләһе булырға тейештер ул тип уйланы. Тик кем менән кәңәшләшергә лә, кемгә төш тоҡсайын бүҫеп һалырға һуң? Һәр кемдең дә төшөнә Аллаһ инмәй бит. Мулла абзыйға барғанда? Юл ыңғайы хакимиәткә лә инеп сығыр.
Таҙа күлдәген, йылына бер тапҡыр колхоз йыйылышына кейгән костюм салбарын кейеп, урамға сыҡты Бәрей. Ҡапыл ғына ҡайҙа китергә белмәй, ҡапҡаһы төбөндә бер аҙ тапанып торҙо. Бисәһенең кәртә аша: “Люксембургтың ҡапҡаның ҡайһы яҡтан асылғанын ҡарап тормайһыңдыр?”, – тип өндәшкәненә лә иғтибар бирмәне.
– Әхәт улым, белмәйһеңме, ваҡыт туҡтаманымы икән ул? – бына был һорауға ҡолаҡ һалды, хатта тертләп киткәндәй булды. Ҡаршы йорт алдында, ағас эскәмйәлә аҡ яулығын ябынып Әсмә ҡарсыҡ ултыра ине. Ҡояшлы көндә уның урыны һәр саҡ тиерлек шунда инде. Сыға ла донъя ағышын ана шулай йорто алдынан ғына күҙәтә ул.
– Ниңә улай тиһең, Әсмә әбей, ваҡыттың туҡтап торорға ваҡыты юҡ таһа? – Ир күршеһенә яҡыныраҡ килде.
– Аптырайым, һуң, ваҡыт туҡтамаһа, Ғирфан бығаса ҡайтырға тейеш түгелме икән ни? Шигем бар, туҡтағандыр ул ваҡыт тигәндәре.
Аңланы хәлде Әхәт, тағы ҡуҙғалған Әсмә ҡарсыҡтың мейеһе. Һуғыш тамамланыуға хәҙер илле йыл, ә ул һаман ирен көтә. Йүләрлек инде, торғаны менән. Һуғышта юғалған ире менән ике ай ғына йәшәп ҡалғанмы шул. Башҡа кейәүгә лә сыҡмаған, балалары ла юҡ, тик һаман көтә үҙен. Аңлы кешенең эше, ҡылығы түгел инде был. Донъя көтәм тиһәң, үлгән ирҙе көтөп ятып булмай. Ярай, бер йыл көт, ну, биш йыл да булһын ти, аҡылы теүәл кеше барыбер кейәүгә сығып балалар үҫтерергә тейеш. Ә уны, Әсмә ҡарсыҡты, тоғролоҡтоң өлгөһө, тип маҡтайҙар, 8 мартта ла, 9 майҙа ла түргә ултырталар. Киреһенсә, балалар үҫтергәндәрҙе данларға кәрәк, тип уйлай Әхәт.
Уйлап торҙо ла нимәлер әйтергә кәрәк икәнен аңланы Бәрей, шуға ҡарсыҡтың күңелен ҡырмай ғына былай тип өндәште:
– Белмәйем шул бер ҙә, бәлки Ғирфан бабай йөрөгән яҡтарҙа ваҡыт туҡтаһа туҡтағандыр ҙа. – Үҙе эстән, һинең ҡайғымы миндә, әбекәй, мулла өйҙә булһа ғына ярар ине, тип борсолдо.
Хәлгә инеүе оло кешене йәнләндереп кенә ебәрҙе:
– Әйтәм дә, шик юҡҡа ғына яралмай ул, тип. Ваҡыт арбаһы туҡтаған да, шуның ҡуҙғалғанын көтөп тора инде Ғирфаным. Тәгәрмәстәре тәгәрләй башлағас та, тыуған яҡтарыма ҡайтайым, әсәм биргән ғүмеремде дауам итәйем әле, Әсмәм менән донъя көтәйем, тип уйланыр әле бына.
– Улайһа, ваҡыттың ҡуҙғалғанын көт инде, Әсмә әбей, ә мин йөрөштөрөп киләйем, – тип Әхәт түбән осҡа атланы.

* * *

Ихата эсендә тынлыҡ. Тибенеп йөрөгән әтәс менән ике-өс тауыҡты иҫәпкә алмаһаң, тере йән эйәһе лә күренмәй. Яңғыҙ ғына йәшәгән мулла йорто ихатаһын үлән баҫып киткән. Әбейенең үлеүенә өс-дүрт йыл инде хәҙер. Балалары ситтә.
Әхәт аптырап солан ишеген шаҡыны:
– Хужа өйҙәме?
“Ҡайҙа китһен, өйҙә, өйҙә”, – тип һарай эсенән ҡомғанын тотоп килеп сыҡты тилбер Мансур. Ултырып бисмилла тотоп алдылар. Дин менән бик дуҫлығы ла булмаған Әхәт усын йөҙөнә терәп тигәндәй, ирендәрен ҡыймылдатып килештереп ултырған булды. Үҙе ипләп кенә хәҙрәткә ҡарап алғыланы, йөҙ ташламай әле ҡарт, йәш ирҙәр кеүек, тип уйланы. Беҙҙең һымаҡ ауыр эш күргәнме ни, колхоз баҫыуы ҡапҡаһының ҡайһы яҡҡа асылғанын да белмәй ул, мәктәптә тарих уҡытам тип әкиәттәр, ауыл ғәйбәттәрен һөйләп ултыра торғайны. Хәҙер генә иманлыға әйләнде. Ул саҡта беҙҙең мейегә ышанмағыҙ, Алла юҡ ул, тип һеңдерҙе. Хәҙер башҡаса һөйләй. Бер ғүмере эсендә нисек бер нисә сүрәткә инеп өлгөрә кеше. Аптырарһың. Ә үҙеңдең ғүмерең үтеп бара, ҡибланың ҡайҙа икәнен дә белмәйһең, тип фекер йөрөттө ир.
– Шунан, ни ҡыйратып йөрөйһөң, Әхәтулла?
– Бик сетерекле мәсьәләм бар. Бөгөн таң һыҙатында төшөмә Аллаһ килеп инде.
– Китсәле, шунан, шунан? – тип ебәргән булды мулла.
– Йома көнө ауылығыҙға киләм, әҙерләнеп тороғоҙ тей. Аллаһ һынлы Аллаһ юҡҡа ғына иҫкәртмәҫ, тип һиңә кәңәшкә килгәйнем, хәҙрәт.
Мансур мулла һаҡалын һыйпап, ултыра бирҙе.
– Ысын маҡтауҙар бер Аллаһы Тәғәләгә генә хас. Беҙ уны маҡтайбыҙ, уны төштә күреп ваҡларға, кеше сүрәтенә һалып һанламаҫҡа тейеш түгелбеҙ, – мулла йәшел үләнгә намаҙлығын йәйеп, ҡиблаға ҡарап ғибәҙәт ҡылырға тотондо. Иренен ҡыймылдата-ҡыймылдата әллә ниҙәр уҡыны. Әхәт нишләргә белмәй ҡулдарын ыуғылап торҙо ла, мулла эргәһенә, намаҙлыҡтың бушыраҡ урынына барып тубыҡланды:
– Ә мин уны яманламаным даһа. Үҙен төштә күрергә лә ярамаймы ни? – тип ипләп кенә өндәште.
Мулла үҙ шөғөлөндә булды:
– Ярамай. Унан ярҙам һорайбыҙ һәм гонаһтарыбыҙҙы ғәфү итеүен үтенәбеҙ. Күңелебеҙҙә булған яуызлыҡтан, ғәмәлдәребеҙҙә булған насарлыҡтарҙан Аллаһы Тәғәләгә һыйынабыҙ.
Асыуы килеп китте Бәрейҙең, нисек ярамаһын, төш уның ихтыярынан тыш килеп инә ләһә. Миңә ингән өсөн эсе көтөрҙәй тегенең, тип уйланы. Бәрейлеге үҙенекен эшләне, мулла эргәһендә намаҙлыҡ остоғонда ултырам тип тә уйламаны, теле күңелендәген тышҡа сығарып түкте:
– Һеҙҙең нәҫелегеҙҙең ғүмере һоранып үтте, уныһына шик юҡ. Гонаһығыҙ ҙа байтаҡтыр, ҡараҡ Моратша ейәне нисек мулла булып киткәнен беләбеҙ. Әйҙә, ғәфү итеүен үтенегеҙ, үтенегеҙ.
– Иманһыҙ әҙәм икәнһең, Әхәтулла. Аллаһы Тәғәлә тура юлға күндерһә, уны аҙаштырыусы булмаҫ. Берәү көфөрлөккә төшөп, юлдарында аҙашһа, ул кешене тура юлға күндереүсе булмаҫ, тей изге китап. Кит, сыҡ ихатанан, көфөр нәмә, – мулла амин тоторға ла онотоп, Әхәттең аҫтынан намаҙлығын тартып алды. Тегенең ҡуҙғалырға ла уйламағанын белгәс: – Шишәмбе көн күргән төш ысынға булмай ул, тыныслан, – тине.
Бирешмәне Әхәт:
– Һин минең төшкә ышанмайһыңмы, әллә Аллағамы, ниңәлер аңлап етмәнем һине, мулла абзый.
– Кит, көфөр, Аллаһҡа ышанмай булабыҙмы һуң? Һинең төшөңдөң төшө юҡ, йома көнө бер кем дә килмәй, барыһы ла ерунда.
Ир һаман үҙенекен тыҡыны:
– Нисек ерунда? Аллаға ышанғас һуң, уның һүҙенә лә ышанырға кәрәктер бит инде, мулла Мансур абзый, ә?
Мулла тертләп китте:
– Башты ҡатырма әле, зинһар, бисмилла-а, бисмилла-а. Аллаһҡа ышанһам да, һинең төшөң миңә буш ҡыуыҡ.
– Аллаға ышанмаһаң да, изге йомала өйлә намаҙына халыҡты йыйырһың инде, мулла ҡарт, – тине лә китергә генә булғайны, мунса ишегенән Сәғирәнең башы күренде. Беләүәт Исмәғилдең ҡатыны. Класташтар улар. Бергә мәктәпкә барып, бергә тамамланылар. Үтә шуҡ, үтә сибәр булды йәш сағында.
– Ништәп йөрөйһөң, Сәғирә-шағирә? – заманында уның шундай ҡушаматы ла булды. Шиғырҙар яҙҙы ул, бала саҡтан, Өфө гәзиттәрендә лә баҫылды, буғай. Әрмегә, Исмәғилгә, хаттарын шиғыр юлдары менән генә яҙған тип тә һөйләйҙәр. Тик мәктәптән һуң уҡырға инә алмай ауылға ҡайтты ла, шунда ҡалды инде. Клуб тирәһендә, фермалағы ҡыҙыл мөйөштә эшләп алды, тик бара-бара шағирәлеге һүнде, күңеле һүрелде. Яратып сыҡҡан Исмәғиленән ней балаһы булманы, ней бөтөр-бөтмәҫ колхозда йүнле эш юҡ хәҙер. Шуға кеше тупһаһын һепереп көн күрәме?
– Күрмәйһеңме ни, мунса яғып йөрөйөм, – тауышы көр сыҡты ҡатындың. Алһыуланып торған йөҙөнә, күкрәгенә төшөп торған толомона иғтибар итеп, һылыулығы ташламаған әле үҙен, тип уйлап алды ир.
– Үҙегеҙҙең мунсағыҙҙың мейесе емерелгәнме ни? – ни әйтергә белмәй, шулай тигән булды Әхәт. Сәғирәнең ирен әҙәмгә һанламай тегеләй-былайыраҡ йөрөштөргөләгәнен ишетә биргеләп ҡуйғайны ул. – Мулла мунсаһының еҫе башыңа бәреп ҡуймаһын, йәме, класташ.
– Бәрей, юлыңда бул! – әйткән хәбәр эсенә тейҙе, ҡулына иҫке миндек алды. – Алланы төшөндә күргән тип тормам, бынау һепертке менән арт һаныңды уҡытырмын, – мунсала шым ғына хәбәрҙе тыңлап йөрөгән үҙе. – Аллаң килһә әйт: ерҙә мөхәббәт үлде, ҡатындар Баба Ягаға, Мескәй әбейгә әйләнде! – Ысынлап та оятты онотҡан икән был бисә, итәген күтәреп, бот араһына миндекте ҡыҫтырҙы ла Әхәткә табан килә башланы. – Иҫән саҡта һыпырт бынан, Бәрей.
– Һыпыртам, һыпыртам. Тик һин дә кеше тупһаһында йөрөмә.
– Эскесе ир менән талашып ятҡансы, ҡарт мулла тирәһендә уралыуың лутсы.
Әхәт хәлде аңланы, муллаға аҡайып ҡараны:
– Йәш бисә алдыңмы ни, ғәли йәнәптәре мулла ҡарт? Төкөрәйем уҡыған доғаларыңа, эсеңдә иман булмағас. Йома көнө Аллаһ алдында яуап бирерһең, – башына иҫке миндек килеп тейҙе. – Килер язаны, ҡазаны ла миндек менән генә өркөтөп булмай ул.
Мулла таяғына үрелде, уны башы осонда һелтәп уйнатып та алды:
– Эй иманһыҙ әҙәмһең, Әхәтулла. Иблис затынан икәнһең.
– Дөрөҫлөктө ҡысҡыра башлаһаң, иблис итеп күрә башлайҙар шу-ул, – Әхәт тиҙерәк китеү яғын ҡараны.
Ихатанан сыҡҡас, мулланың: “Нишләүең был, Сәғирәкәй, тәүбә, тәүбә”, – тигән һүҙҙәре ҡолағына салынды.

* * *

Ауыл хакимиәте бинаһына килеп ингәндә, башлыҡ кабинетында ҡаты ғына тауыштар сыға ине. Йомош менән килгән бер нисә кеше баҙнатһыҙ ғына алғы бүлмәлә тынып ҡалған. Әхәт, ҙур эшем бар, тип сиратһыҙ-рөхсәтһеҙ хужаның бүлмәһенә үтеп китте. Уның инеүенә иғтибар итеүсе лә булманы. Өҫтәл артына ҡапма-ҡаршы ултырып, ауыл хакимиәте башлығы менән урындағы колхоз рәйесе ҡысҡырып-ҡысҡырып бер-береһенә ниҙер иҫбатлай ине.
Теҙелеп киткән ултырғыстарҙың иң ситтәгеһенә ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына артын терәне Әхәт. Былай ултырыуҙы килештермәй бер нисә тапҡыр тамаҡ та ҡырып ҡараны. Тегеләр иғтибар итмәгәс, ҡысҡырып өндәште:
– Ауылға Аллаһ килә.
Тегеләр ҡапыл Әхәткә ҡараны. Башлыҡ Барый үҙе лә һиҫмәҫтән:
– Ҡасан? – тип һорай ҡуйҙы.
– Йома, тине.
– Кем тиң?
– Алла.
– Ниндәй Алла?
– Ғәләмдәр тәрбиәсеһе, хисап көнөнөң батшаһы... Ну, беҙ белгән Аллаһ инде, – ҡапыл да ни тип аңлатырға, ни әйтергә белмәне Әхәт.
– Йә Хоҙай, йә Хоҙай... эсеүең еткәндер, ҡустым, – бәләкәй кәүҙәле колхоз рәйесе Зәкир етеҙ генә тороп ирҙең башын тотоп ҡараны. Рәйестең был ҡылығы сәменә тейҙеме, тегеһе ҡылтым ғына күтәрелеп икенсе ултырғысҡа барып ултырҙы.
– Юҡ, мин бесән осоронда ауыҙыма – ни грамма.
– Арыуың еткәндер, улайһа.
– Уныһы барҙыр... Тик барыбер ҙә лайыҡлы ғына ҡаршылағанда һәйбәт булыр ине. Төшөмдә аныҡ ҡына, йома көнө киләм, көтөгөҙ, тине. Мин үҙем туҡал һыйырымды ҡорбан итермен тип торам...
– Йома тиһеңме? Йома көнө әрмәндәр килә ауылға. Анна, Зәкир Хәмитович колхоздың бар ерҙәрен уларға бирәм тей.
– Нишләп бирә тей инде, өс йылға ҡуртымға алып торалар. Бөткән хужалыҡты, бәлки, улар күтәрә алыр тигән уй менән инде… – шулай тип ҡуйҙы рәйес, аҡланғандай.
Ишеткәйне был турала Әхәт. Бөтөп барған колхозды бар ҡаралты-ерҙәре менән ситтән килгән кешеләргә һаталар тип һөйләйҙәр ине шул гаражда. Егеттәр был хәбәргә риза, байып китәсәкбеҙ тип һөйөнәләр ине. Әхәт тә шулай уйлай. Ҡасандыр бөтә республикаға данлы колхоз дүрт-биш йыл эсендә юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Эшләп алған иген-шәкәр келәт-соланға һыймай ине ул саҡ. Ә хәҙер эш хаҡы ла, бөртөк шәкәре лә, ашлығы ла юҡ. Ысынлап та, бәлки һәйбәттер был аҙым.
– Дөрөҫөн әйткәндә, Барый ағай, һатһаҡ дөрөҫ булыр ул. Үҙебеҙҙең ҡулдан килмәгәс, – тип Әхәт тә үҙенең фекерен белдерергә баҙнат итте.
Был һүҙ ауыл өсөн янып йәшәгән, ил ниндәй генә боролоштар кисергәндә лә ғүмер буйы ауыл хужаһы (халыҡ шулай тип йөрөтә үҙен) булған бәһлеүән кәүҙәле Барыйҙы сығырынан сығарҙы. Әхәткә ҡара ҡуйы ҡаштары аҫтынан таҫырайып ҡарап, ҡалҡынды ла:
– Аҡыл өйрәтмә, Алла беләме, әллә селсәүитме? Кемгә килеп төртөлмә, үҙҙәрен Алла урынына күреп аҡыл өйрәтергә торалар, – тип өндәште.
– Аллаһ аҡыл өйрәтмәй. Аллаһ үҙе аҡыл, аңлаған кешегә, – бындай аҡыллы һүҙ минең ауыҙҙан сыҡтымы тигәндәй, Әхәт тирә-яҡҡа ҡаранып алды.
– Йома көнө күрербеҙ, ниндәй аҡыл менән йыйылышҡа килерһегеҙ икән, – хужа ауыр тын алып өҫтәле артына барып ултырҙы.
Сығып барған Әхәт тағы боролдо, ҡара янып ауыр һулап ултырған башлыҡ уға йәл булып китте. Шулай ҙа тағы бер ҡат һорамайынса булдыра алманы:
– Шулай ҙа, Барый ағай, йома Алла килһә, ҡаршы алырбыҙмы?
Уға мөлдөрәп ҡараған ҡарашты тойоп, килеүсенең күңелен һүрелдергеһе килмәне күпте күргән башлыҡтың:
– Килһә, алырбыҙ, – тине.
– Рәхмәт, Алла ярҙамынан ташламаһын үҙегеҙҙе, – тип йылмайып хушлашты Бәрей.
Уға рәхәт ине. Аңланылар, хәленә инделәр. Һөйөнөп ҡайтты ул йортона. Хәҙер Шәрифәһенә һөйләһә лә булыр төшөн.

* * *

Әсмә ҡарсыҡ өйөнә инмәгәйне, һаман ҡапҡаһы төбөндә донъя ағышын күҙәтеүе. Әхәт, был юлы уның янына барманы, шулай ҙа түҙмәне, алыҫтан хәбәрен һөрәнләне:
– Был йома ауылға Алла бабай килә, Әсмә әбей.
– Йома көнө генә түгел, көн һайын, сәғәт-минут һайын килһен ине ул. Ана ул саҡта донъябыҙ был тиклем бысраҡҡа батмаҫ ине, – ишетте ҡарсыҡ.
Ихатаһына инәм тип ҡапҡа бауына ғына үрелгәйне, үрге остан оҙон, ҡаҡса Исмәғилдең баҫалҡы ғына атлап килгәне күренде. Класташы уның. Көтөргә булды Әхәт. Күрешкәс тә:
– Һин һыйырҙың мөгөҙөн һындырғанһың икән, – тип һүҙ башланы.
– Ҡасан?
– Этем белһен ҡасан икәнен, колхоз баҫыуында инде.
– Булыуы ихтимал. Мин һындырған мөгөҙҙәрҙе һанаһаң ... ишеү Сәғирә бүләк иткәнде лә ҡушһаң, һандығың тулыр, – кәйефе шәп ине гадугының. Ауыҙынан сыҡҡан еҫ тә Мәндем һыуыныҡы түгел ине.
– Сәғирәң Мансур мунсаһында йөрөй ине, нимә ҡалған уға унда?
– Минең иҫке бисә мулланың йәш бисәһе хәҙер.
– Нисек?
– Бөтәһе лә ябай, ҡасып-боҫоп типтерәләр ине, баштарына гонаһ алып, икеһенә лә ирек ҡуйҙым. Тик, Мансур мулла, мәйтәм, ауыл осондағы әрәмәлектәге сабынлығың минеке. Ыҡ-мыҡ килде лә ризалашты. Әле шунан килеүем, бесән үҫкән, ат дуғаһын ҡапларлыҡ.
– Бер сабынлыҡҡа тере бисәңде алыштыңмы?
– Ғәфү, үлеһе юҡ ине бит. Кеше араһында оят, хыянатын бөтә донъя белә ине, бәлки, иманға ултырыр, – үҙе тешһеҙ ауыҙын ҡаплап көлгән булды. – Ә ер, сабынлыҡ тере кешегә һәр саҡ кәрәк. Бисәне яңыны алып була, бына ер – мәңгелек, беҙгә атай-олатайҙан ҡалған. Әрмәндәр алып бөтмәҫ борон, мәйтәм...
– Уныһы дөрөҫ, үлгәс бер дилбегә уратырлыҡ ер етә. Ә йән аҫырарға гектары ла аҙ.
Икеһе лә тынып ҡалдылар. Бер аҙ өнһөҙ ултырғас, Әхәт тыныс ҡына әйтеп ҡуйҙы:
– Был йома ауылға Алла бабай килә, – шул тиклем тыныс әйтте, әйтерһең ябай бер хәбәр.
– Алла бабай?.. Һин уны ҡайҙан беләһең?
– Төштә күрҙем. Болотта йөҙөп бара ине. Асыҡтан-асыҡ миңә исемләп өндәште. Йома ауылығыҙға киләм, туҡал һыйырыңды бысаҡла, тине.
– Китсәле, аптыраттың һин мине, – Аллаһты төштә күргән әҙәмдең генә түгел, ете ҡат ер аҫтында йыландың нисек тын алғанын белгән хәйләкәр Исмәғил балыҡтың ҡайҙа ҡапҡанын һәм нисегерәк килешле итеп ҡармаҡты һалырға икәнен аңлап алғайны инде. – Ә бөгөн ниндәй көн әле?
– Шишәмбе.
– Һей, ваҡыт бар икән әле. Ике көн эсеп, кесе йома баш төҙәтеп, мунса инеп, йома застуйын ҡаршы алырға була.
– Ысынлап та, был идея! Ә һин уның килеренә ышанаһыңмы һуң?
– Как ышанмай, Алла һынлы Алла алдамаҫ бит инде. Ул да алдаһа, нимә тип йәшәмәк кәрәк был донъяла. Ул бит бисә затынан түгел.
– Уныһы шулай.
Икеһе лә кәртәгә һөйәлеп сиҙәмгә ултырҙы. Тәмәке ҡабыҙып тынып ҡалдылар.
– Һин нисек уйлайһың, Исмәғил, нишләп мотлаҡ минең төшкә инде икән һуң ул?
Исмәғил оҙаҡ уйланып ултырған кеше булды. Һаламды ҡайһы яҡтан ҡыҫтырырға икән, һалпы яғын бер тапһаң, барыбер Шәрифәһенән бер шешә сәмәй алып сығасаҡ бит инде ул, тип уйланы үҙе. Үҙе лә эсәсәк, Алланың ҡашҡаһы түгел.
– Мин уйлайым, Бәр... – ҡушаматы менән өндәшергә булғайны ла, йомшағыраҡ булыр тип, башҡаса һалдырҙы. – Әхәт тиңдәш, донъяла төш күрмәгән кеше юҡ инде ул. Тик бына уның һәр береһе Алланы күрә башлаһа, Алланың ҡәҙере, донъяның һаны китер ине. Шуға Алла бабай бик, би-и-к һайлап алып ҡына ҡайһы бер әҙәмдәрҙең күҙенә күренәлер тим.
– Мин дә шулай тип уйлайым шул.
– Уйлап ҡара әле, тиңдәш, беҙҙең ауылда Алланы күргән берәй кеше бармы?
– Юҡ. Мин дә әле төштә генә күрҙем.
– Так шту һин изге кеше.
– Һин уны ҡайҙан беләһең?
– Мин данлыҡлы Мөхәмәтша мулла бүләһе лә һуң.
– Ә-ә... Ә нишләп үҙең мулла түгелһең?
– Атҡа бесән кем һала һуң? Беҙгә тинтәк Мансур ҙа еткән.
– Ул бит ҡараҡ ейәне, ә һин хажға барған хәҙрәт нәҫеленән.
– Аптырағанһың икән... ә һин улайһа төшөңдә илаһи заттың үҙен күргәнһең, гелән генә булма-ай был хә-әл. Йыуырға кәрәк.
– Идея шәп, тик... Алланан өркөтә бит әле.
– Өркөтөү генә түгел, ҡурҡыта хатта. Үҙең бит ундай төш миңә генә инде тип һөйләнәһең. Мин шуға ғына.
– Уныһы шулай. Хәсрәт айы үтте, бесән дә етте, әҙерәк быуындарҙы йомшартып алғанды, моғайын, Алла ғәфү итер. Тик әҙ генә, йәме, гадук.
Әҙ генә буламы һуң? Аллаһ ауылға килгәндә, Әхәт Тәңребеҙҙе һанламай “Люксембургта йөрөй” ине. Айныҡҡанда, ниндәй көн икәне буталғайны. Уның төштәрендә генә түгел, өҫтәлендә лә шайтандар йүгергеләп йөрөй ине. Изге заттар өркөп ҡасҡайны.

* * *

Бер аҙ айнығып, аяғына баҫыр хәлгә килгәс, Әхәт урамға сыҡты. Бисәһе эшкә киткәйне.
Һәр ваҡыттағыса ҡаршы йорттоң алдындағы эскәмйәлә Әсмә ҡарсыҡ ултыра. Әхәт уның янына килде.
– Бөгөн ниндәй көн икән, Әсмә әбей?
– Мин бит көндө белмәйем. Туҡтаған ваҡытҡа көн дә, төн дә кәрәкмәй.
Урамдан үтеп барыусы кемдер, шәмбе бөгөн, тип иҫәнлек-һаулыҡ та һорашмай, тауыш биреп китте.
– Шәмбе... Бына һиңә! Кисә ауылға Алла килмәнеме икән, Әсмә әбей, хәбәр-хәтер булманымы?
– Килһә килгәндер, хәҙер Аллаһтың ҡәҙере юҡ бит. Бына Президент килһә, белер инем, бөтәһе йүгерешә башлай торған. Әй, онотҡанмын, халыҡ йүгереште, сит бауырҙар килеп ерҙе ала тип. Юҡ, күктәге Алла ергә төшмәгәндер әле. Ваҡыт ҡуҙғала биргән булыр ине лә. Мин һаман Ғирфан менән анау яландарҙа сәскә йыям, бесән сабам.
– Аллаға шөкөр, килмәгән икән Алла, бындай хәлдә мине күрһә-ә... – икеһе лә бер аҙ шымып ҡалды. Әхәт уйланып ултыра биргәс өҫтәп ҡуйҙы. – Әсмә әбей, һин дөрөҫ әйтмәйһең, ваҡыт туҡтамаған ул, киреһенсә, уның һикереп уҙған саҡтары була, кисә шишәмбе ине, ә бөгөн – шәмбе.
– Һәр кемдең үҙ сәғәте, үҙ ғәҙәте... Мин генә һаман йәш, һаман да анау яландарҙа Ғирфан менән сәскә йыям, бесән сабам... Аллаһ килһә, әйт, үҙе менән әжәл ҡустыһын да алып килһен, Ғирфан янына уның арбаһына ғына ултырып барып булыр, тинеләр... – тағы ла икеһе лә тынып ҡалды. Ултыра биргәс, Әсмә ҡарсыҡ өйөнә инергә булдымы, таяғына таянып торҙо ла, ҡапҡа бауына үрелде. Шунан Әхәттең күҙенә ҡараны. – Иблис еҫе килә үҙеңдән. Аллаһ урынына ергә иблис саҡырып ятаһың.
– Үҙемдән түгел, ауыҙҙандыр.
– Үҙеңдән шул. Ата-бабаларҙан ҡалған ваҡыт тәгәрмәсен беҙ көсөбөҙҙән килгәнсе тирмән ташы кеүек әйләндерҙек әле, ә һеҙ ваҡыт арбаһын ташлап ҡастығыҙ. Шуға туҡтаған ул. Туҡтатмаҫҡа ине һеҙгә. Сит бауырҙар ерҙе баҫып алған, ә һеҙ эсеп йоҡлайһығыҙ. Анау яландарҙа Ғирфан менән сәскә йыя, бесән саба торғайным да... Унда сит кешеләр йөрөй хәҙер. Оҙаҡламай Ваҡыт ҡына түгел, Ер ҙә әйләнеүенән туҡтар әле.
– Һинең аҡылың менән йәшәһәң, туҡтамай, туҡтар шул, – тип мығырҙаны Бәрей.
Әбей туҡ-туҡ килеп өйөнә инеп китте. Әхәт, йәйге ҡояш йылыһында иҙрәп, тирә-яғына ҡаранып, донъя йәшәй әле, туҡтатырһың ваҡытты, юҡты ғына һөйләйһең, күрше әбекәй, тип, ултыра бирҙе.

* * *

Эңерҙә өс һыйырын, мөгөҙһөҙөн дә, һауғас, ғәҙәттәгесә, бер сеүәтә йылы һөт алып ингән Шәрифә һәр саҡ аяғөҫтө ҡаршы алған Әсмә ҡарсыҡты аҡ биләү өҫтөндә, ҡулын ипле генә күкрәгенә ҡуйған килеш ятҡанында күрҙе. Уҙғайны, бер нисә сәғәт элек кәрәкле арбаға ултырып Ғирфаны янына юлланғайны ҡарсыҡ. Осрашҡандарҙыр инде. Сәскәне ожмах баҡсаһында өҙәләрҙер.
Был хәбәрҙе ишеткәс Әхәттең быуындары ҡалтырап китте, ауыҙынан аңлайышһыҙ һүҙ сыҡты:
– Яңғыҙы килмәгән икә-ән был... Әжәл ҡустыһы ла эйәргән. Аллаһтан алда елдергән хәшәрәт...
Күршеһе Әсмә ҡарсыҡтың йыназаһына, бисәһенең ай-вайына ҡарамай, Әхәт йәй уртаһында, малдың инде һөтлө сағында, “туҡал” һыйырын һуйҙы. Мансур мулла йыназа уҡыны, ауыл хужаһы Барый Әсмә ҡарсыҡты маҡтап сығыш яһаны.
Читайте нас: