Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Август 2020, 14:51

«ҠАУРЫЙ ТӨШӨР, ҠАУРЫЙ ҒЫНА ТӨШӨР...» Иҫтәлектәр

#Ағиҙелжурналы

Йәнем!

Күктә ике күҙем,

Ниндәй йәм табаһың бер үҙең?

Осҡас-осҡас парлы булыр кәрәк,

Яңғыҙ бөркөт ҡанат киреүҙең

Һауалы ла бәҫе бармы әллә,

Боларыуың шулмы үҙеңсә?

Мине ыҙа сиктереүҙәреңме,

Яҙмышыма хаким көйөнсә?..

Мин бер нисә тапҡыр ғашиҡ булдым...

Шуларҙың береһе педучилищеның дүртенсе курсында уҡығанда арбаны мине...

Ай-һай шәп егеткә ғашиҡ булдым мин! Быға тиклем дә ғишыҡ-мишыҡтың нимә икәнен кисергәнем бар ине инде. Ауылыбыҙҙың иң аҫыл егете менән дуҫлашҡайным. Гармунсы. Өфөлә Нефть институтында уҡый. Уның менән хат алышыуҙарым, йәйҙәрен төнө буйы урам, Наҡаҫ буйын ҡыҙырыуҙарыбыҙ әле лә күңелемдә яҡты иҫтәлек булып һаҡлана. Ул - Өфөлә, мин Салауатта йәшәүем сәбәпле, йәшлек хыялы, мөхәббәт кисерештәренә талпыныусы күңелебеҙҙең әлегә нығынып та бөтмәүе арҡаһындалыр инде, мин дүртенсе курсҡа еткәс, араларыбыҙ һыуынды. Уның беҙҙең ауылға Күмертауҙан ҡайтып йөрөгән бик һылыу ҡала ҡыҙы менән буталыуы асыҡланды. Ныҡ ғәрләндерҙе. Бөтә ауыл белә ине бит беҙҙең мөнәсәбәттәрҙе. Бик йәтеш пар тип иҫәпләп, мәңгелеккә бергә булырыбыҙға шикләнмәнеләр. Йәш саҡта ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа мөхәббәт уйынын әүҙем уйнай. Берәү берәү менән йөрөй-йөрөй ҙә икенсене оҙата башлай, уның ташлаған ҡыҙына ла егет табыла. Ә беҙ «особый» статуста. Байтаҡ ваҡыт гел бергә генәбеҙ. Ҡаты тәртип һағында уяу тороусы атайымдар кистәрен минең өйҙә генә ултырыуым яғында.Ә миңә мотлаҡ сығырға кәрәк, минһеҙ, гармунсы ла киске уйынға йөрөмәй, килһә лә, ҡайтып китә йә шартын ҡуя: алып сығығыҙ һуң Тамараны, табығыҙ юлын! Иң яҡын әхирәтем Ғәрифәгә йөкмәтәләр был йомошто. Уны беҙҙекеләр ярата. Тәртипле, йыйнаҡ ҡыҙыҡай.Егәрле. Ғәрифә килә лә ишекте шаҡый:

- Әминә еңгә, Тамара йоҡлайҙыр инде...

- Йоҡламай ни! Ә һин нишләп йөрөйһөң был заманда? - Мин иһә ҡолаҡты ҡарпайтып, йоҡлаған булып ятам.

- Ней бит, Әминә еңгә... Булат еҙнәм сығарып ебәрҙе. Токка иген килгән, шуны келәттәргә ташыр өсөн кеше йыйып йөрөйөм.

Ғәрифәнең еҙнәһе Булат абзый - завток. Иген эше беҙҙекеләр өсөн изге шөғөл! Шарттар яҡшы ваҡытта йыйып ҡалыу зарур игенде. Тимәк, бәхәсләшеү йәки баш тартыу хаҡында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Мин йәһәт кенә кейенәм дә, Ғәрифә янына сығам. Ул ҡолаҡҡа шыбырлай:«Теге таптыра бит һине, гармун уйнамайым, тип ҡурҡыта!» Китәбеҙ икәүләшеп Наҡаҫ буйына. Ә унда ҙур итеп усаҡ яғылған, ҡыҙҙар саң туҙҙырып дөбөрләтеп бейешә. Гармунсы, мин күренгәс, ҡарышмай, һыҙҙыра ла һыҙҙыра...

Шулай ҙа аралар һыуынып китте. Хәҙер аңлайым, йондоҙнамә буйынса Сысҡан-Саян ниндәй булһын инде? Ул, әлбиттә, ловелас, йәғни йөрөмтәл уға мөхәббәт ҡаһарманлыҡтары, еңеүҙәр кәрәк. Әммә алданыраҡ төшөп булһа ла әйтәйем: уның штукатур-маляр һөнәрле кәләш алып ҡайтыуын мин бер ҡасан да аңлай алманым. Штукатур-малярҙы кәмһетеп әйтеүем түгел, юғары белемле, башлы егеттең уның менән ниндәй уртаҡ тел табыуы мөмкин һуң?

Ә дүртенсе курстағы ғашиҡлығым – утҡа, ҡояштың үҙенә, зәңгеллеге менән көйҙөрөрлөк ташҡынға, ат башындай алтын табыуға, атҡа атланыуға, йәшен һуғыуға һәм үҙеңдең кемлегеңде онотоп, тотошлайы менән мөхәббәт ҡолона әүерелеүгә оҡшаш ине. Күҙгә аҡ-ҡара күренмәҫлек яртаҡыллыҡ халәте лә бар ине минең был кисерештәремдә. Шул ғишҡым һәм мөхәббәтемдән һуң бүтән бер тапҡыр ҙа кисермәнем шундай алйот та, ләззәтле лә тойғоларҙы; ҡасандыр бал тәмләп тә, һуңынан бер тапҡыр ҙа уны таба алмаған кеше кеүек, хәтерем, йөрәгем төпкөлөнә уйылған был кисерештәрҙе йәнә лә бер башымдан үткәреү хыялынан да мин ҡартлығымда ғына арындым. Дөрөҫөрәге, ул тойғоларға аҡылым ревизия яһай башланы. Ә аҡылдың мөхәббәт менән һис уртаҡлығы булмауы сәбәпле, уларҙы айыҡ зиһен менән баһалау һәләте лә килде. Әммә аҡылдың бөтөнләй ҡыҫылышы булмаған хистәрҙең экстаз юғарылығындағы иҫтәлеге тотош юғалды, тип әле лә әйтмәҫ инем.

...Кисләтеберәк ятаҡҡа ҡайтып килһәм, хәрби кейемдәге берәү өндәште:

- Һылыу, фәләнсә бүлмәлә йәшәгән Сажидәне саҡырып сығара алмаҫһыңмы икән?Исемең кем әле?..Һин шиғыр яҙаһың, ибет?..

- Саҡырырмын һуң.Шиғырҙымы?.. Яҙғылайым...

Беренсе курста конкурс бүләген тапшырғанда, үҙен өлкәнгә һанаған булып, миңә текәрәк, көлөмһөрәп ҡараған ағай ине ул. Мин уны, дүртенсе курс студентын, күреп йөрөнөм. Ҡайҙа инде уға күҙ төшөрөргә баҙнат итеү!

Ниндәйҙер Роза исемле сибәр ҡала ҡыҙының артынан йөрөй тиҙәр ине. Уныһы быны бик мөрхәтһенмәгән, шикелле. Йылдар үткәс аңланым: Роза хистәрен ауыҙлыҡлай белгән рациональ фекерле ҡыҙыҡай булғандыр. 99 процент ҡыҙҙарҙан ғына торған училищела уға ғашиҡ булмаған берәй кеше бар инеме икән? Хатта тиҫтә йылдар үткәс тә уның мине һайлауына ризаһыҙлығын белдергән ханымдар осраны. Шуларҙың берәүһенә, йәнем көйөп: “Тынысланырға ваҡыттыр бит, ана эҙләп ал да, муйыныңа тағып ҡуй, йәме”, - тип әйтергә мәжбүр ҙә булғайным әле. Мин дә, әлбиттә, уның матурлығына иғтибар иттем, әммә, берҙән, ауылдағы теге егетем булыу сәбәпле, икенсенән, өмөтөмдөң бөтөнләй юҡлығын төшөнөүем арҡаһында, өсөнсөнән, волейбол һуҡҡанда (мин баш бармағымдың быуынын сығарғанға тиклем волейбол фанаты булдым, бармағым быуыны сыҡҡан көйө уңалды. Ауыл кешеһенең сабырлығы! Больницаға барыу ҙа юҡ), миңә барыбер бала-саға итеп ҡарауын белеүемдән, уны күңелем орбитаһына индереү хаҡында уйларға ла ҡурҡа инем. Минең кеүек холоҡло кешене урыҫтар “үҙбаһаһы түбән” тип баһалай. Күптәр мине иҫ киткес ҡыйыу, монстр, уҫал бәндә тиҙәр. Әммә эске ҡыйыуһыҙлығымдың үлсәмен үҙем генә беләм...

- Апай, һине ағайым сәй эсергә саҡырырға ҡушты. - Беренсе курс ҡыҙыҡайы Сажидә бүлмәбеҙгә килеп шулай өндәшкәс, тертләберәк киттем. Шулай ҙа, юғары курс студенты ла инде мин хәҙер, теге саҡтағы кеүек үк мәшәү түгелмен. Ҡыҙыҡһыныу ҙа бар. Ниндәй йомош менән йөрөй икән, ауылдашы Сажидәне күрәм тип кенә әллә ҡайҙан килеп төшмәгәндер ҙә баһа?

Ағай үҙен иркен тота. Ни тиһәң дә, минән дә алты йәшкә олораҡ бит әле ул. Өфөлә хәрби хеҙмәттә икән, Эске эштәр министрлығы ғәскәрҙәренең полит бүлегендә комсорг, ятаҡта йәшәй, БДУ-ның тарих факультетының киске бүлегендә уҡый. Беҙҙең ятаҡта, һин хатта бында уҡып киткән кеше булһаң да, оҙаҡларға ярамай. Хушлаша башланыҡ. Ағай баҫҡыстан төшөп китер алдынан миңә өндәшәһе итте:

- Мин Салауат ҡалаһында ике көн булам әле. Иртәгә киноға барайыҡ, нисәлә уңайлы була?

...Төнө буйы керпек тә ҡаҡманым. Әллә нишләнем. Донъям түңкәрелде, мин инде үҙем түгел, халәтем дә зиһенемә буйһонмаҫ хәлдә. «Ысынмы был? Мөмкин түгел! Ысын булһа, нисек былай килеп сыҡты? Киноғабарыбыҙ ҙа ул, Өфөгә китһә, мин бында ҡалып һарғайырмынмы?..»

Киноһын хәтерләмәйем. Унан һуң беҙ урамдар гиҙҙек. Ағай ҡапыл атлап барған еремдән туҡтатты ла, күҙемә етди текәлеп:

- Хәҙер нисек ҡайтып китергә миңә Өфөгә? Ҡайҙан килеп осраның әле һин? Матур булып үҫкәнһең дә ҡуйғанһың бит! - тигән һүҙҙәр әйтте лә һалды.

- Шаяртаһығыҙмы?..

- Шаярмайым...

Беҙ йәнә һүҙһеҙ генә атлап киттек. Әле генә көлөшә-көлөшә таныштарҙы, волейбол һуҡҡандағы ҡыҙыҡтарҙы хәтерләүсе икәү нәҡ ана шул минуттан, йыһандың ихтыяры һәм ҡөҙрәте менән, йәнә биш йылдан бүтән бер ваҡытта ла, бер ваҡытта ла күрешмәҫ, әммә бер-береһен һис ҡасан да онотмаҫ өсөн, тиҙҙән тәҡәтһеҙ ялҡын тигән упҡынға инәсәктәре алдындағы яҡты һәм һағышлы увертюра ипкененә бирелгәйне.

- Мин һиңә көн һайын шылтыратасаҡмын. Көн һайын, фәлән сәғәттә ятаҡ телефоны эргәһендә бул, йәме. - Ана шулай тип әйтте ул миңә хушлашҡанда. Китте. Бығаса гөрләп торған йәшлек ҡалаһы бушап ҡалғандай тойолдо. Бәхетле, бик бәхетле булып тыуғанмын икән дә!

... - Һин мине яратаһыңмы? - Телефондан һөйләшеү көн һайын шул һорауҙан башлана. Мин өндәшмәйем. - Әйт инде?.. - Өндәшмәйем. - Улайһа, мин әйтәм: һине үлеп яраттым да ҡуйҙым!

МВД-ның Өфөләге полкының Салауаттағы батальонында эш табылып тора полк комсоргына. Ай һайын тиерлек командировкаға килеү мөмкинлеге бар яратҡан кешемдең. Үҙе һорағанда яуап бирергә баҙнат итмәһәм дә, беләм: ул һүҙҙәрҙе берәүҙең дә әйткәне булмағанлыҡтан, башымды юғалтҡайным инде мин. Әллә ниндәй тынғылыҡ, үҙ-үҙемә ышаныс барлыҡҡа килде бәләкәйҙән, бик бәләкәйҙән хәүеф оялаған күңелемдә. Белмәйем, атайлы-әсәйле, кәмһетелеүһеҙ, ярайһы туҡ яҙмышым өсөн һис сәбәбе булмаған ул хәүеф һәм икеләнеүҙәр тойғоһо күңелемә ни рәүешле тамыр йәйгәндер, шуны ғына тәҡрарлап әйтә алам: нишләптер, оптимист була алманым мин. Әллә ҡурҡаҡ инемме? Бәлки, шулайҙыр ҙа. Ә ҡурҡаҡлыҡтың үҙенең дә тәбиғи нигеҙе, тәрән сәбәптәре барҙыр бит инде!? Ниндәйҙер аңлауға, ҡабул ителеүгә мохтажлыҡ, ярлыҡауға, наҙға сарсау, эстән, бүтәндәргә тыштан белдермәҫкә тырышыу битлеге артына йәшереп булһа ла, ҡолдарса хеҙмәт һәм тоғролоҡ аша үҙемә ҡарата ихлас мөнәсәбәт, аңлау яуларға ынтылыу - ғүмеремдең бер ваҡытта ла бойомға ашмаҫ ерлекһеҙ хыялына әүереләсәк. Мин яратҡан, эсемде аҡтарып һалып изгелек иткән кешеләр, мин күрһәткән яҡшылыҡтың хаҡын баһалай, аңлай алмаясаҡ, түләнгән һайын хаҡты күтәреп, яңынан-яңы бурыстар йөкмәтәсәк һәм, уларҙы атҡарып сығырлыҡ көсөм юҡлығын белдергәндә, күңелдәре ҡайтып, минән һыуынасаҡ. Әйтерһең дә, теге йәки был ярҙамды мин шундай еңел, Тамара Ғәниева булғаным өсөн генә эшләгәнмен дә ҡуйғанмын; әйтерһең дә, Тамара Ғәниева тигән вазифа бар һәм уның алдында бөтә ҡапҡалар ҙа шығырламай ғына асыла ла ҡуя!..

Ә ул... Ул миңә бер ниндәй дәғүәләрһеҙ ғашиҡ инеме икән? Әлләсе... Әммә минең аңлауға, үҙ күңелемдең түрендә бөрөләнгән йән талабым һәм изгелекле ихласлыҡҡа табыныусы хәсиәтем уның «яратам» тигәненән былайыраҡ, үҙемдең мөхәббәткә булған ихтыяжым юғарылығының ҡоло ине ул саҡ. Яратамылыр ул мине, уның яратыуы минең киләсәк яҙмышымды ойошторорлоҡ сараларға әҙерме, уныһын аңларлыҡ, ул турала фекер йөрөтөрлөк, юғары пландар ҡорорлоҡ баш юҡ ине әле миндә. Тик бер нәмә генә албырғата, тыуғандан бирле бер тапҡыр ҙа ишетмәгән һүҙҙе телдән әйттеләр миңә: «Яратам!» Дөрөҫ, ниндәйҙер наҙ ғәләмәтен татыманым түгел, татыным инде 17 йәш ғүмерем эсендә. Әнейем яратты. Ауылыбыҙҙың иң шәп гармунсыһы, минән дә матурыраҡ ҡыҙҙар араһынан һайлап, яҡшы мөнәсәбәт күрһәтте, киске уйындарҙа минең дә булыуым өсөн ниндәйҙер хәйләләргә лә барҙы, әммә... шул беҙ Наҡаҫ буйын таңғаса ҡыҙырғанда ла, һуңынан ҡырҡ йыл буйы миңә ҡарата ниндәйҙер мөнәсәбәт ғәләмәте белдереп йәшәү дәүерендә лә, «мин һине яратам» тигәне булманы. Мин «һине яратам» тигән кешемде юғалтыуҙан олоғайып, ниндәйҙер ҡыйыулыҡ ғәләмәтенә тарыған бер мәлемдә, былай ғына, алйотлоҡҡа һалышып, һорай ҡуйғайным: «Яратаһыңмы мине?» Үсегеп китте был. «Ҡатын-ҡыҙ ундай һорауҙы бирергә тейеш түгел. Ваҡыты етер, үҙем әйтермен...» Харап икән! Ҡалай ҡыйын! Ә ни өсөн һуң улайһа?.. Я раббы! Ир-ат серҙәрен улар үҙҙәре лә, Аллаһ ҡына аңлата алалыр ул.

...Ә был... Урыҫтар әйткән «роковая любовь» тигән ғәләмәткә тарытты мине яҙмыш.

Асылда, аҡыл ҡатнашлығынан тыш ғүмер кисереү мөмкин булмаған, хатта рөхсәт ителмәгән минең заманым өсөн, был аҡылһыҙ, тик йөрәк халәтенә генә буйһонған тойғоларҙың ғүмеремде түңкәрә һуғып, яҙмышымды тотош ғазапҡа, һыҙланыуҙарға тарытырын белмәй инем әле.Заманалар үтеп, башыма аҡыл инеп, күңелем ҡатырлыҡ хәлдәргә тарыясаҡмын мин ғүмер барышында, күп нәмәләргә, үҙем инанған, хәҡиҡәт тип ышанған идеалдарға ҡарата ҡарашым үҙгәреүҙән төшөнкөлөккә бирелеп, бүтән бер ҡасан да дауаланмаҫ үкенес сиренә тарыясаҡмын, ҡай саҡта сараһыҙлыҡтан, өңөндә яраларын ялай-ялай олоған бүре кеүек, кемдәрҙелер, дөрөҫөрәге, аҡыллыларҙы һиҫкәндереп олоясаҡмын, минән бер кем дә ҡайһы ерең ауырта, тип һорамаясаҡ, ә мин йән һыҙлауҙарыма йүгән табырға тырыша-тырыша, тешемде шығырлата ҡыҫыр урынға, ялтырата йылмайып, донъя буйлап еңеүсе сифатында атлаясаҡмын һәм, алйот ғәмһеҙлек, иҫәр битлек кейеүҙе хуп күреүем арҡаһында, ҡайһы бер тар күңелле, тар уйлы бәндәләрҙең генә түгел, иң яҡын, ныҡ, ныҡ яҡын кешеләремдең дә сәменә, зитына тейеү «бәхетенә» өлгәшәсәкмен.Сөнки икмәктең тәмен, уттың ҡыҙыулығын, боҙҙоң һалҡынлығын тотоп, кисереп ҡараған кеше генә белә ул. Асылда, икмәктең ҡиәфәтендә бик ҙур эстетика юҡ. Ә ут... ут, әлбиттә, ситтән ҡарап тороусыны илаһи бейеклеккә һәм романтикаға ылыҡтырыуға һәләтле. Боҙ... Боҙҙоң художестволы мөмкинлектәренә шаһит булыусылар ҙа етерлек. Яңы йыл алдынан ҙур ҡалаларҙың майҙандарында боҙҙан ырылған биҙәк йәки фигураларҙан хайран булғаныбыҙ юҡтыр шул?!.. Ә йоғонһаң?.. Икмәкте әйтмәйем, әммә ки, билдәле, икмәкте бер тәмләп ҡараған кеше, унан ғүмере буйы айырыла алмай; ә утты, боҙҙо әйтәм, уларҙың арбағыс сифаты һеҙҙе йәнә һәм йәнә ҡулығыҙҙы, тәнегеҙҙе эҫенән йә һыуыҡтан өтөлөү теләгенә саҡырырмы? Хәйер, йәнә дөрөҫ вә аныҡ һораманым...Ут ҡыҙыл һәм ҡыҙыу, боҙ ялтырауыҡ зәңгәр булғаны өсөн генә һеҙ улар икеһе лә эстетик зауыҡ юғарылығы тип баһаларға йөрьәт итерһегеҙме? Тышҡының эскеһе барлығын иҫкәртерлек ишараны әйтәм... Ҡайҙа ул? УНЫ, беҙҙе яралтыусыны бик ҡөҙрәтле тиҙәр ҙә баһа? Тәүбә,тәүбә!... Әйттем иһә, ҡайттым!...

Ә мин... утҡа,һыуға, боҙға, әсегә, сөсөгә, инстинкт кисерештәре ҡоллоғона үҙем теләп буйһоноуым сәбәбенән һәм шуларҙың селпәрәмә килеүенән оҙаҡ ыҙаланғандан һуң, ниндәйҙер шайтан алғыры көс миңә бүтән йөрәк ҡанундарына буйһонорға ҡушмаясаҡ, ә аҡылым иһә бүтән бер кемдең дә ихтыярына, тимәк, улар, гәрсә, ихлас булһалар ҙа, нескә тойғоларға буйһонорға рөхсәт итмәйәсәк.Ундай тойғоларҙың, билдәле бит инде, тән талабы менән уртаҡлығы юҡ...

Яҙмышыма аҡыл ҡатнашмаған ул саҡта мин бәхетле инем. Юҡ,һуңыраҡ, йылдар үткәс, «аҡыл - бәлә ул» тип шиғыр яҙғанымдан аҡыл-зиһенгә дәғүә белдереүҙе аңларға кәрәкмәй, был бары инстинктив тойғолар көсөнә һоҡланыу һәм, хатта ки, бәлки, көнләшеү ғәләмәте генә, шикелле...

...Өйләнештек. Балабыҙ тыуҙы. Донъя көтмөш - хәйерселек менән көрәштән ғибәрәт ине. Ҡулымдан энә төшмәне. Әнейем аялап, иләп ебәргән дебеттән шәлдәр бәйләп маташтым. Шиғыр ҡайғыһы китте. Кем инде ул педучилище тамамлаған уҡытыусы ишараты? Эш хаҡы ла ташҡа үлсәйем. Мин сабыр; ҡул, елкә көсө менән донъя көтөп була тигән инанысҡа әнейем тарафынан күндерелгәнмен бит инде. Тик... Бәхетле булыу өсөн бер генә кешенең тырышлығы ла, сабырлығы ла аҙ икән ул. Донъябыҙ түңкәрелде беҙҙең бер көн килеп. Бик күп ҡыҙҙарҙың ғына түгел, педучилищеның уҡытыусыларын да хайран иткән беҙҙең тандем селпәрәмә килгәс, һуңынан, бик күп йылдар үткәс, асыҡланыуынса, күптәр өсөн күңел йыуанысына әүерелгән: нисек булһын ул был никахтың аҙағы, бигерәк матур егет шундай йәмһеҙ ҡыҙыҡайға өйләнеп, нисек бәхетле булһын, ти, йәнәһе.

Ә беҙ ғаиләбеҙ тормошон Өфөлә башлап ебәрҙек. Барса башҡорт кеүек үк, кеше тупһаларын тапаныҡ. Мин Өфөнөң 5-се һанлы мәктәбендә пионервожатый, башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләнем (ә һеҙҙең башҡорт педучилищеһын тамамлап та, башҡала мәктәбендә рус класы уҡытыусыһы булған тағы ла бер кешене беләһегеҙме?), Туҡай урамында үҙ йорттары булған ире эскесе Фәриҙә апайҙарҙа фатирҙа тороп, аҙаҡ шырпы арҡаһында ҡыуылып сығып, Лесная урамындағы берәүҙәрҙең һалҡын төкәтмәһендә өшөп-туңып буйға уҙҙым. Шырпы тигәндән. 1969 йылда Өфөнөң шырпы фабрикаһы ни сәбәптәндер шырпыға дефицит ойошторҙо. Әлеге Аҡ йорттан алыҫ булмаған ерҙә өй һалып, үтә матди көрсөк кисергән кешеләрҙә фатирҙа торғаныбыҙҙа, МВД-ның Филармония ҡаршыһындағы полк штабында политотдел комсоргы булып эшләүсе һәм тәмәке тартыусы ирем, йәнәһе лә, фатир хужаларының кухняһында ятҡан шырпыны алып сығып киткән. Тәүлеккә һуҙылыусы хәрби дежурлыҡ вазифаһын башҡарыусы ирем эштә ине. Ә мине, 18 йәшлек «бисәкәйҙе», хужалар ҡыҙған табала бейетә: шырпы ҡайҙа? Тап! Төн уртаһында өйҙән ҡыуҙылар ҙа сығарҙылар! Киттем МВД-ның Гоголь урамындағы 6520 һанлы хәрби часын эҙләп. Ғәрлек ине бындай түбәнһетелеүҙәр икебеҙ өсөн дә. Ғорур инек бит беҙ, һылыу инек, яратыша инек. Икебеҙ ҙә атай-әсәй ғаиләһендә бахырлыҡ кисермәгән тәртипле, өмөт бағланған балалар инек.

Иремде Салауат ҡалаһындағы ротаның комсоргы итеп күсергәс, беҙ, хәрбиҙәрсә буйһонғанлыҡ менән, ғәзиз, мөхәббәтебеҙ бөрөләнгән ҡалаға күсенеп ҡайтырға мәжбүр булдыҡ. Иң ымһындырғаны – торлаҡ вәғәҙә итеүҙәре ине. Һәм мин Салауат ҡалаһындағы интернат-мәктәптә тәрбиәсе сифатында эш башланым.

Мәғәнәһеҙ мөнәсәбәттәр хөкөм һөрә ине унда. Белоконь тигән директор, Сафронов фамилиялы завуч, Валентина Кузминична атлы ултырған ҡыҙ, парторг диктатураһы сәскә ата ине мәктәптә. Уларҙың тоғро ҡоло сатан Клавдия Яковлевна исемле бер ханым менән беҙ 8-се кластың етәкселәре булдыҡ. Валентина Яковлевна класс етәксеһе, мин – тәрбиәсе.Ныҡ йәмһеҙ, йыуан, текә был мәрйәнең ире башҡорт ине. Ире йүнһеҙ булып сығыуҙандырмы, башҡорттарҙы әлеге сатан бисәкәй күрә алманы.

Был тормоштоң ғәмһеҙ һәм йүнһеҙ ҡылыҡтарын күп кисерҙем, әммә Салауат интернат-мәктәбендәге кеүек казарма режимын бүтән күрмәнем.

«Башҡортса һөйләшмәгеҙ, - тигән талап ҡуйыла ине беҙгә Белоконь тарафынан. – Теләһәгеҙ, мөйөш артында ғына һөйләшә алаһығыҙ».

Ә мәктәптә ауылдарҙан йыйылған башҡорт балалары уҡый. Эйе, мин урта педагогик белемле бәләкәй кеше инем ул саҡ. Әммә унда юғары белемле өлкән тәрбиәсе вазифаһындағы Оморҙаҡ ағай бар ине бит әле!

Ул башҡорттарҙы йыйып алып һөйләшеү уҙғарҙы һәм беҙ, был түҙеп торғоһоҙ экспансияға мөнәсәбәтебеҙҙе белдереп, БАССР Мәғариф министрлығына хат ебәрҙек... Ҡыҙыҡ ул... Министрлыҡтан тикшереүсе килде.

Директорға бармаҡ янаны ла, китте. Һуңынан иһә ялыуға ҡултамға ҡуйыусыларҙың береһе, үҙ мәнфәғәттәре хаҡына, исемлекте Белоконға һатты.

Ә беҙ, шулай ҙа бирешмәнек.Эйе, Оморҙаҡ ағай төшөнкөлөккә бирелде бирелеүен. Бисәһе лә уның инаныстарын аңларлыҡ ханым түгел ине, шикелле. Балаларын да уға ҡаршы ҡотортто, буғай. Оморҙаҡ ағай, милләтебеҙ һағында тороусы сөсөләнә белмәгән бер фанатик, ғүмерен ғаиләһеҙ тамамлаған, тип ишеттем аҙаҡ.

Их, минең һигеҙенсе класта шәп балаларым бар ине.

Шуларҙың икәүһен һаман да онотмайым.

Айрат менән Гөлсәсәкте.

Гөлсәсәк отличница ине. Ә Айрат... Һарыраҡ төҫлө ул малайым отличник түгел ине лә ул...

Мин уларҙы донъяға сығарып ебәрҙем дә, Стәрлетамаҡ пединститутына уҡырға индем һәм тамаҡ ялына йәкшәмбе көн тәрбиәсеһе вазифаһына күстем.

Көндәрҙән бер көндө миңә Айраттың ҡәһәр һуҡҡыр Афған һуғышында һәләк булыуы, ә Гөлсәсәктең, шуны күтәрә алмай, поезд аҫтына ташланып, ике аяҡһыҙ ҡалыуы мәғлүм булды! Түңкәрелеп төштөм мин! Улармы? Икеһе ике төрлө кеүек инеләр бит! Айрат менән Гөлсәсәкме?

Бер-береһенә оҡшамағайнылар ҙа баһа! Шулай шул, аңлап, баһалап ҡара мөхәббәт тигәндәрен! Ул икәүҙе уйлап эсем өҙөлөүҙе үҙем генә беләм. Тереме Гөлсәсәк? Ни рәүешле ғүмер кисерә, ҡайҙа икән ул?..

... Ә беҙ ирем менән айырылыштыҡ... Рәсми итеп, судлашып түгел. Яҙмыш көлөүе буйынса.

Бүтән бер ҡасан да күрештермәйәсәк, бүтән бер кемде лә ундай тәҡәтһеҙлек менән яраттырмаясаҡ ҡауышыу һәм айырылышыу ине ул, минең яҙмышымды ғазапҡа, һағышҡа әйләндерәсәк, холҡомдо үҙгәртәсәк,буйһоноулы хәсиәтемдән индивидум яһаясаҡ фажиғәле айырылышыу ине... Эйе, тере йәндә тере рух, яраларым бер сама уңалғас, йәнә ғашиҡ булып һаташасаҡмын әле мин.

Ә бөгөн һуң? Нишләргә миңә, 22 йәшлек урта белемле, ҡулында сәләмәтһеҙ балаһы булған, Ер менән Күк ихтыярына, сараһыҙлыҡ хөкөмөнә тарыған бахыр бер бисәкәйгә?

Әрпеш, ялҡау, мәнһеҙ, еңел холоҡло бисә инемме мин? Иремдең хәләл көсө менән тапҡан малын тәләфләп, юҡҡа-барға сарыф итеүсе бисә инемме әллә? Ә бит төн йоҡламай дебет шәлдәр бәйләнем. Уларҙы һатырға һәләтем юҡлыҡтан осһоҙға ла «осороп», ғаиләмде етеш йәшәтергә маташтым. Ғөмүмән, шул бәйләм бәйләү, ҡулымдан энә төшөрмәй йәшәүем мине һуңынан аллергикка әүерелдерҙе. Йөн еҫе килгән һәр бер нәмәнән йүткерер,сөскөрөр булдым да баһа! Әле бына өҙлөкһөҙ сысҡандар йүгереп йөрөгән беренсе ҡаттағы фатирымда көн күргәнемдә бесәй тотҡом килә, мин баласаҡ донъяһында күнегеүем сәбәпле, бесәй яратам, әммә аҫрай алмайым – аллергия!.. Кәзә, һарыҡ йөнөнә ғарҡ булыуым сәбәбенәндер, күрәһең. Иң ҡыҙығы шунда: бесәй тотҡан ҡайһы ғына өйгә барып инмәйем, бесәй мотлаҡ минең итәгемә килеп ҡунаҡлай, сөнки белә, минең тотош булмышымдан уға ҡарата ихтирам һәм мөхәббәт аңҡып тора.

Беҙҙең өйҙә был йән эйәһенә мөнәсәбәт йылы ине.Әнейемдең вафатынан һуң, атайым, әнейемдең тере сағын иҫләткән бесәйҙе улы – мырҙам, киленем, уларҙың балаларынан да яҡыныраҡ күрҙе. Атайымдың вафатына 40 көн тулған көндө шул бесәй, ашауҙан яҙып, үлеп ятты... Был да тетрәндерҙе мине. Тоғролоҡҡа, ашатҡан-эсергән кешегә рәхмәтле булырға хайуандарҙан өйрәнергәме икән әллә беҙгә?..

...Һүҙем үҙем тураһында ине. Рухи инаныстарымдың көрсөккә терәлеүенең сәбәбен, нигеҙҙәрен эҙләүҙә ине. Үҙемде аҡларға теләүҙән түгел, халҡыбыҙҙың менталитетын тәшкил итеүсе ир-ҡатын мөнәсәбәттәренең селпәрәмә килерлек сәбәптәрен аңларға яҫҡыныу теләгенән. Нишләп ҡыйралды минең донъям? Ғүмер буйы күңел һәм донъяуи ҡыйралыштарҙың нигеҙен үҙеңдән эҙләргә күндерелгән мине (әйткәйнем инде, ғаилә принциптарының асылы: үҙең асығауыҙ, үҙең тырыш түгел), ғаилә тарҡалышы түңкәрә һуҡты. Бисәлек вазифаһын үтәр өсөн ниндәй булырға бурыслы инем мин?..

... Бер ҡайтҡанымда атайым менән әнейем ауылыбыҙҙың бер егетенә бата никахын уҡып ҡайтҡайны. Икенсе юлы атайымдан һорайһы иттем:

- Төшөргән килендәре арыумы, теге юлы бата уҡыған кешеләрегеҙҙең?

- Харап егәрле килен булып сыҡты, - тип ҡыуанды атайым. – Бер көнө, ҡарап торам, ат еккән, шатырлап утындан ҡайтып килә!

Был, үкенескә күрә, атайымдың ғына түгел, ауылыбыҙ ирҙәренең, тотош милләтебеҙҙең – идеалы! Ҡатын-ҡыҙ эше нимә ул!? Ирҙәр эшен дә башҡара белһен ул бисәң...

Сигенеберәк һүҙ йөрөткәндә, башҡорт ғаиләһендәге «домострой» мөнәсәбәттәренең үҙенсәлеге лә уйландыра.

Ир-аттың ғаилә башлығы тип аталыуы беҙҙә бәхәсһеҙ. Шул уҡ ваҡытта ғаиләләге өлкән ҡатындың гөбөрнаторлығы ла (губернатор) бәхәсһеҙ. Беҙҙә лә ҡәрсәйем гөбөрнатор ине. Шундай ҡыҙыҡ хәл хәтеремә уйылған. Ҙур, мыҡты кәүҙәле, берәүгә лә баш бирмәҫ, мораль һәм физик яҡтан көслө атайыма 60 йәш ине инде. Әммә ул бирешерлек түгел, эшләп йөрөй, үҙенең ғаилә башлығы икәнен һәммәбеҙҙең дә иҫенә төшөрөп кенә тора. Юҡ, йоҙроҡ төйнәп түгел, үҙен тотошо, диктаторлыҡ сифаттары менән. Атайым алкоголик түгел ине. Әммә ул заман ауылдарҙа был сир сәскә ата ғына. Кешеләргә ҡул аҡсаһы ла эләгә башлаған. Ир-ат эсеүҙе йышайтты. Атайым да һирәкләп ныҡ ҡына һалып ҡуя. Эскән сағында ул үтә мыжыҡ. Ятып ҡына китмәй, һөйләнә лә һөйләнә, әнейемә бәйләнә. Хәбәре теңкәгә тейгес һәм бер үк темаға ҡайтып ҡала.

- Һин, Әминә Аллабирҙовна, коммунист булараҡ, Сталинградты алыуҙа ҡатнаштыңмы? Һин бит коммунист, нишләп артиллерист булманың? Мин булырға, вояка булырға һиңә далека! Коммунист...Һиңә комбат булырға әле! Һ.б..

Әнейем усаҡ араһында булыша. Өндәшмәй. Беҙ ҙә шымып киткәнбеҙ. Айыу хәтлем атайым менән һүҙ көрәштерергә кем баҙнат итһен? Ҡәрсәйем урындыҡ түрендә ултыра. Ул ара-тирә:

- Етте! Етер,тим! – тип өндәшеп ҡуя. Ә атайымдың бер көйгә һалған пластинкаһы әйләнә лә әйләнә. Бер саҡ ҡәрсәйем түҙмәне, урындыҡтан шыуып төштө лә, урындыҡ ситенә терәтеп ҡуйған таяғын атайымдың баш осонда уйната башланы:

- Мин әле һине!.. Яра һуғам да ҡуям башыңды!.. Юҡ так, юҡ!.. Тыяһыңмы телеңде, юҡмы?! – Атайым урынынан һикереп тороп унан ҡаса башланы. Ҡәрсәйем өҫтәл әйләндереп алтмышты уҙған улын ҡыуалай. Шунан атайым йылп итеп тышҡа сығып һыпыртты. Һикһәнгә еткән әсәйҙең балаһына баш була белеүе – башҡорт ғаиләһенең ҡәҙимге ҡағиҙәһе.Өлкән кешенең һүҙен йығыу, Аллам һаҡлаһын, туҙға яҙмаған тәртипһеҙлек.Асыуы килгәндә улына таяҡ күтәргән ҡәрсәйем, атайым берәй колхоз эшендә булып һуңлабыраҡ китһә, тәҙрәнәнтәҙрәгә йөрөп уны түҙемһеҙләнеп көтә:

-Теге бала һуңланы...

Әлеге лә баяғы олоғайып бөткән атайымдың кемгәлер һаман бала булыуы беҙгә ҡыҙыҡ күренә.

Ғаилә мөнәсәбәттәре... Ирҙең ир, ҡатындың ҡатынлыҡ, ҡәрсәйҙәрҙең роле, атай менән әсәйҙең бер ниндәй икеләнеүҙәргә юл ҡуймаҫлыҡ абруйы – минең бала сағымдың инаныстары шундай. Ҡалала йәшәй башлағас, ҡайһы бер ғаиләләрҙәге балаларҙың ата-әсәһенә тызырайыуын, атай-әсәйҙең балаһының ыңғайына һыпырып, уның көйөн көйләүен күреү ныҡ ғәжәп күренгәйне. Диктаторлыҡ, феодаль мөнәсәбәттәр яҡлы икән был ханым, тип уйлар был юлдарҙы уҡыған ҡайһы берәүҙәр. Әммә Америка тәғлимәтселәре ауыҙ-һыуын ҡоротоп пропагандалаған демократия, кеше азатлығы тигән төшөнсәләрҙең дә ҡанундарға, ҡалыптарға һыйышлы булыуы яғында мин барыбер. Бер-береңә хөрмәт, олоно оло итә белеү – кешенең әхлаҡи бейеклегенең төп күрһәткесе түгелдер шул.

...Ә минең ғаилә тарҡалды...

Нишләп былай килеп сыҡты һуң?

Нимәне дөрөҫ үтәй белмәнем икән?

Дөрөҫ, урмандан утын ташыманым. Әммә... Өй һалдым да баһа! Салауат тиклем ҡалала фатир юллап ала алған бисә, урмандан утын ташыған бисәнән хөртөрәкме ни? Һәр хәлдә, беҙҙең ауыл бисәләренә өй һалыу бурысы йөкмәтелмәй, ярҙамсы булыу, эйе, уныһы бер хәл, әммә беҙҙә өйҙө, шулай ҙа ирҙәр һала. Ә мин? Мин һуң теге утын ташыу, турау, бесән сабыу, өйөү, мал тиҙәген таҙартыу, һыйыр һауыу, сөгөлдөр утау, шул арала йөн иләү, дебет бәйләү кеүек бурыстарҙан да бейегерәген үтәмәнемме ни? Өй «һалдым» да баһа? Тағы ла нимә кәрәк ине һуң?Бүтән берваҡытта ла яратмаҫлыҡ, мөхәббәт – ғазап тигән халәткә тарытты. Миңә ул саҡ 22 йәш ине...

Нишләргә һуң миңә бынан кире?

Нишләргә?..

Хәйер, нисек инде нишләргә?

Минең йәнә бер мөхәббәтем бар ҙа инде: Балам!

О, ул ҡарыныңда бәпләгән балаңды ҡулыңа алыу тойғоһо!

Ҡыҙым ете айлыҡ булып донъяға килде. Сибек, сәләмәтһеҙ ине. Әллә был, бала яратыусы, ата-әсә ғаиләһендәге баш бала булыуы сәбәпле, кесе туғандарын ҡарап үҫтереүгә дусар ителгән бәндәнең, мәңгелекте өҙөлөп яратыуы, үҙ булмышы, шәхсиәте баҡыйлығын тәьмин итергә яҫҡыныу теләгенең үтә көслө (инстинкт кимәлендә, тим) булыуы арҡаһындағы хисапһыҙлығы өсөн һынау инеме?

Уның сәләмәтлеге өсөн көрәш минең байтаҡ ғүмеремдең мәғәнәһен тәшкил итәсәк. Сәләмәт балаларын да кеше итә алмаған бәндәләргә мин аптырап ҡараясаҡмын һәм, үҙемдең эскерһеҙ, бисәлек инстинкты минән айҡаша-айҡаша, ҡайсаҡта төшөнкөлөк соҡорона төшөп китеп, инә бүре кеүек, олоясаҡмын.

Хәйер, мөхәббәттең ҡасан бәхетле булғаны бар?..

Ә был мөхәббәтем минең эскерһеҙ ине. Иң ғазаплыһы ла ине. Уның иң һыҙланыулы, төн йоҡоларынан ҡастырырлыҡ хәлдәргә тарытыу нескәлектәрен яңынан һүрәтләрлек көсөм юҡ минең. Улары үҙем менән бергә ҡәбергә китәсәк.

Читайте нас: