Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Август 2020, 14:04

Манара Айы. Хикәйә

#Ағиҙелжурналы

Иртәнсәк һыуға барған Хәҙисә еңгә, башы менән шишмәгә сумған Мөхәммәтғәлим ҡарттың өнһөҙ кәүҙәһен тап итеп, һөрән һалған. Шул тирәләге ир-ат йүгерешеп сығып, ат егә һалып, мәйетте өйөнә алып барғандар. Ике урам араһынан аҡҡан Атбатар йылғаһы яры ситендәге шишмәгә үткән төндәге яуында аҙашып барып юлыҡҡан булыр Мөхәммәтғәлим ҡарт. Йә инде, тайып ҡына йығылды ла тора алманымы икән? Ятып ҡына һыу эсергә маташмағандыр ҙа инде, тәүбә әстәғәфирулла! Ҡорҙашы Сабир менән, ғәҙәттәре буйынса, аҙ-маҙ төшөрөп ултырып төнгә ҡалғанмылыр, һәр хәлдә, оло йәштә булһа ла елпелдәп йөрөп ятҡан балта оҫтаһының былай ҡапыл вафат булып ҡалыуы, ауыл халҡын ғәжәпкә ҡалдырҙы.
Нисек кенә булһа ла үлем-китемде үҙ йолаһы менән атҡарыу хәйерле, бала-сағаһыҙ тиң ҡартайған Сәғиҙә әбей менән Мөхәммәтғәлим ҡарт өйөнә мәйет тәрбиәләр өсөн барса ауыл тиерлек йыйылышты. Килендәр көйәнтәләп һыу ташыны, йәшерәк ир-ат көрәк-кәйлә алып, әйтеүҙе-ниҙе көтмәй, зыяратҡа йүнәлде, олораҡтар кәүҙәһен йыуып, кәфенләп йыназаға әҙерләнде.
- Әрәм китеп барҙы Мөхәммәтғәлим күрше, йәшәрлеге бар ине әле, - тип уфтанды аяғы зәғиф булыу сәбәпле ҡәбер ҡаҙырға сыға алмаған, йыназа уҡыған ергә инергә ҡыймаған , шуға өй ишеге алдында йыйылғандар араһында буталып туҡтауһыҙ тәмәке көйрәтеүсе Ишбулды. – Кисә генә һөйләшеп торҙоҡ әле беҙ уның менән. Бейәм ҡолонлаһа, һиңә генә бирәм, Ишбулды, үҫтереп алһаң, мал була ла китә ул, малайҙарыңдан бесәнемде килтертеү хаҡына килешербеҙ , тигән булды.Миңә ат тоторға кем рөхсәт итһен? Аяҡ һыҙлағас та, мин бит фронтовик түгел. Фронтовиктарға ла бик көн күрһәтә һалып бармайҙар. Силсәүиткә саҡыртып ҡына торалар. Мөхәммәтғәлим күрше, мәрхүм, үҙе лә атын уҫаллығына барып ҡына тота килде. Йыл да штраф һалып йонсоттолар.Йәл китте, ҡарт, иртәрәк юлланды.
- Эскелек арҡаһында инде. Ҡарт баштары менән оялмай, аръяҡ Сабир ҡарт менән аҙ төшөрмәнеләр. Һин дә шуның көнөнә ҡалырһың әле, тип һүҙ ҡыҫтырҙы Ишбулдының йәмәғәте Мәрфуға еңгә. – Сәғиҙә еңгә ҡалай ғына итә инде, бахыр. Япа-яңғыҙы торҙо ла ҡалды. Ҡайҙан ғына барып сыҡҡан анау шишмәһенә. Аяҡ аҫтынан ары ла бит әле ул.
- Мәрхүм тураһында насар һөйләргә ярамай ҙа бит...Тел осонда торғанға ғына әйтәм. Алдырыр көн - яҙҙырыр,ти. Мөхәммәтғәлим мәрхүмдең гонаһы ҡаты булды шул донъялыҡта. Аллаһы Тәғәләнең бирмеш язаһы шул булғандыр. – Тиҫбе тартып ултырған Мәҙинә әбейҙең был һүҙен берәү ҙә килешттермәне.
- Аһа-һа! Нишләп улай тиһең, Мәҙинә инәй? Тыуым бар, үлем бар. Көнө еткәндер!- тиештеләр.- Ул тиклем ниндәй гонаһы булһын уның? Алдашманы, урлашманы. Тапҡан малғынаһы ла ташҡа үлсәйем. Ҡулынан балтаһы төшмәне. Ауылда өй беренсә Мөхәммәтғәлим оҫта яһаған тәҙрә рамдары.
- Һандыҡ-маҙарҙы, һауыт-һаба кәштәләрен килештереп яһай торғайны...Ҡыш буйы колхозға сана табаны бөктө. Яһаған санаһын Ырымбур яғынан да килеп алырҙар ине. Гонаһлы тип ни...Уныҡы хәтлем гонаһ кемебеҙҙә юҡ инде ул?...
Мәҙинә әбей шымып китте, тиҫбеһен тартып ултыра бирҙе. Мөхәммәтғәлим ҡарттың әрүәхын яҡлаусылар ҙа бер аҙ тынысланды. Һәр кем мәрхүмдең һәйбәт яҡтарын, кемдер уның менән булған Ырымбур баҙары мажараларын иҫкә төшөрҙө.
- Ырымбурға йүкә ҡаптар һата барғанбыҙ. Баҙар гөрләп тора. Ҡаптарҙың яртыһын һаттыҡ та ашап алырға булдыҡ. Ырымбур мәрйәләре элек баҙарға бешерелгән ризыҡ алып сығып һатып тора торғайны. Самауыр ҡайнатһындармы, ҡоймаҡ ҡойоп һатып торһондармы...Ә Ырымбур ҡаласы ниндәйерәк ине! Бынау күнәк беейеклек булыр, һис алдамайым. Мамыҡ кеүек кенә, йомшаҡ килеп тороп. Әбтерәшит мәрхүм менән Мөхәммәтғәлим ҡорҙаш билмән ҡайнаған ҡаҙан янында урала. “Әйҙәгеҙ, өсөбөҙгә илле билмән алып, тамаҡ ялғайыҡ”, - тип һөйләшәбеҙ. Аҡса йыйыштыҡ. Беребеҙ ҙә йүнләп русса белмәй, нисек кәрәк шулай теләгебеҙҙе белдерҙек. Һуғышҡа тиклем әле ул...
Балаҫыбыҙҙы йәйеп, ашъяулығыбыҙҙы түшәп билмәндең бешкәнен көтөп ултырабыҙ. Бер заман!..Һеҙгә әйтәйем!.. Алдыбыҙға бер табаҡ килтереп ултыртмаһындармы! Күҙҙәр шар булды. Ни булһа ла булыр,тип, тотондоҡ тегене һуғырға. Асыҡтырғайны ла шул. Ашап ҡына ла бөтөрмәле түгел. Ҡарын йыртыла яҙғансы тондороп, ҡалғанын тырыз һауытыбыҙға һалып алып, хужабикәгә аҡсаһын түләргә тип барһаҡ, мәрйә аҡсабыҙға риза түгел, туҙына:”Билмән заказал пятьсот, деньги за пятьдесят!” тигәнен генә сырамытабыҙ. Һатып бөтә алмаған сабатабыҙҙы, бер нисә йүкә септә биреп саҡ ҡотолдоҡ. Мөхәммәтғәлим ҡорҙаш ғәйеп, егеттәр миндә, яңлыш “пятьсот билмән” тигәнмен дә ҡуйғанмын, тип, үҙенең ике ҡабын бирҙе.
- Йомарт ине, мәрхүм, нәҙекләшеп йөрөмәне.Арбаһын егеп сыҡһа, бала-сағаны тейәп алыр ине. Малайҙарҙы һыбай йөрөргә өйрәтә торғайны. Йәне йәннәттә булыр, Аллаһы бирһә...
- Йома кис тә китеп барғас...
- Тамуҡ инде мәрхүмдең урыны. Аллаһ үҙе генә сабырлыҡтар әйләһен, -Мәҙинә әбейҙең ҡабат һүҙгә ҡыҫылыуы йыйылғандарҙың йәнен көйҙөрҙө.
- Ни юҡ һөйләнеп тик ултыра бынау ҡарсыҡ! Ғүмере ҡыланмағанды... – Кемдер әбейҙең ҡолаҡҡа ҡатыраҡ булыуынан файҙаланып ана шулай шелтәләп ҡуйҙы.
- Мәсет манараһын бысма, тип нисаҡлы инәлде ауыл ҡарттары мәрхүмгә... Шуны бысып ауҙарып, ағасын утын итеп яғып ҡуйҙы бит. Иблис ҡотҡоһо булғандыр ҙа ул... Әммә баш ни өсөн бирелгән һуң кешегә?
Мәсет манараһы тигәнде ишеткәс, олораҡтарҙың һәммәһе лә шымып китте.
Ауыл уртаһындағы мәсет шыңғырлап торған ҡарағайҙан буралған бигерәк күркәм бина ине. Революциянан һуң мәсеттә намаҙ уҡыуҙар тыйылды.Ҡарттар йәшенеп кенә бер береһенең, бер икенсеһенең өйөнә йыйылышып намаҙ уҡыр булып китте. Мәсет хөкүмәт ҡарамағына күсерелде. Унда мәктәп асып ебәрҙеләр. Китапханаһын тырым-тыраҡай таратып тәләфләп ҡуйҙылар. Ҡайһы бер китаптарын ғына михрапҡа тултырып, йоҙаҡ элделәр. Ҡараға буялған таҡта элеп, парталар әтмәләп балалар уҡыта башланылар. Халыҡтың күбеһенең был хәлгә эсе бошто. Йома көн ауылға йәм инер ине. Мәсете булмаған күрше ауыл ҡарттары йәйәүләп булһа ла килеп, намаҙ уҡып ҡайтыр, ауылдыҡылар уларҙы хөрмәт йөҙөнән, ҡулынан килгәнсә, сәй-фәлән генә булһа ла эсереп ҡалырға тырышып торор ине.Бала-саға ла йома көндәрен көтөп йөрөй. Инәйҙәрҙең, бабайҙарҙың кеҫәһенән берәр төрлө тәм-том сыҡмай ҡалмай. Тора-бара халыҡ йома намаҙҙарын онота башланы, балаларын уҡытыуға ризалашып, күнеп китте. Мәсет манараһы шул көйө тора бирҙе. Әллә ниндәй быуын-быуын йәшел-зәңгәр, һары төҫтәргә буялған. иң осона ялтырап торған ай ҡуйылған манара ине ул. Аҫтан йыуантаҡ, үргә табан осланыбыраҡ киткән. Алыҫтан, ауыл үҙе күренмәҫтән алда уҡ, ошо манара күренер, сағыу төҫтәре, ялтыр айы менән үҙенә арбар ине. Оҙаҡ торҙо манара мәктәп башында. Һуғыштан алда ла, һуғыш ваҡытында ла, ул тамамланғас та уға тейеүсе булманы. Шуныһы ғәжәп, ел-ямғыр ҙа әллә ни үҙгәртмәне төҫөн. Бик сифатлы буяу булғандыр. Оҫта кешенең ҡулы эшләгәндер.
- Әллә нишләп бысырға булдылар ҙа ҡуйҙылыр бит шул манараны,- тип уфтанып ҡуйҙы Мәрфуға еңгә. - Матур ине. Ауылды йәмләп ултыра ине. Янынан үткәндә иплерәк , итәк - еңде йыйыбыраҡ үтә торғайныҡ.Кемгә ҡамасау булғандыр...
- Мәсете булмағас, манараһының ни хәжәте булһын?- Ишбулды ағай ғәҙәтенсә ҡатынының һүҙен кире ҡағырға ашыҡты. – Иҫкелек ҡалдығы, тинеләр бит.
- Улайһа, нишләп китаптарҙа сиркәүҙәр хаҡында яман һҙ әйтмәйҙәр? Киноларҙа ҡыңғырауҙары заңҡылдап тора. Тарихи яҡтан ҡиммәтле мәҙәниәт, тип һөйләйҙәр?
- Ауылдың тарихи ҡомартҡыһы булып торһон ине шул. Әллә ниндәй оҫта, әллә ниндәй һыҙмалар яһап ҡороп ҡуйған булғандыр әле. Уны һалғанда халыҡтан нисаҡлы аҡса йыйыуҙары, өмәләр эшләүҙәре хаҡында әйтә биреп ҡуя торғайны әсәйемдәр..
- Ҡасан быстылар шул манараны?
- Әллә...
- Күп була инде.
- Хрущев килә, тигән йылды буғай...-
Йылын хәтерләй алмаһалар ҙа Хрущев фамилияһын ишеткәс, һәммәһе лә йәнләнеп китте.
- Ысынлап килдеме ни? – тип аптырап һорап ҡуйҙы йәш-елкенсәк.
- Нисек тә килеп ҡуймаһын!..
... Йәй урталарында ауыл Советы рәйесе Ефимов Иҙрис ауылы кешеләрен әлеге лә баяғы мәктәп вазифаһын да, клуб вазифаһын да үтәгән элекке мәсеткә йыйҙы.
- Республикаға, иптәштәр, КПСС-тың рәйесе Никита Сергеевич килергә йыйына, - тип башланы ул һүҙен. – “Правда” гәзитен уҡып бараһығыҙҙыр, Никита Сергеевич партияның ХХ съезындағы докладында иптәш Сталиндың шәхес культын фашланы. Һуңғы йылдарҙағы партия документтарында халыҡ хужалығын, шул иҫәптән ауыл хужалығын камиллаштырыу буйынса реформалар үткәреү мәсьәләләре ҡаралды. Партияның район комитеты фаразлауынса, партия етәксеһен Башҡортостандың партия ҡарарҙарын үтәү-үтәмәүе ҡыҙыҡһындыра. Тотош республиканы ҡарап йөрөп сығыуы ихтимал. Так что, Иҙрискә лә һуғылыуы бик мөмкин.
Йылышыусылар хайран ҡалды. “Булмаҫ, беҙҙең төпкөлгә район етәкселәре лә йылына бер ҙә килеп әйләнмәй, үҙе район үҙәгенән алыҫ, килеп тороп юлы насар. Бәләкәй ауыл тип әллә ни иғтибар биреүсе юҡ. Колхоз үҙәге Ивановкаға электр индергәндәренә биш былтыр, уның Иҙрискә етеренә ышаныс та юҡ. Килмәҫ ул. Килһә ни, килһен,әйҙә. Беҙҙең яҡта коммунизмдың нисек төҙөлгәнен күреп китер.Хужаларҙы ҡыҙҙырмаҫмы әле, улары Иҙрис яғына муйынын бормаҫмы?
- Юҡты һөйләмә, Иван, беҙгә киләһе юҡ Хрущевтың, - тип ҡысҡырҙы ат ҡараусы Хисмәтулла. – Сталин булһа, килер ине.
- Һин, Хисмәтулла, гәзит уҡымайһың икән!- тип ҡыҙып китте Ефимов. – Сталинды маҡтап тораһың. Әйтәләр бит һиңә, Сталин хөрт етәксе булған, тип. Фронтовик тип тормаҫтар, улай һөйләнһәң, беләһең, башыңдың ҡайҙа олағырын. Һин ипләберәк. Мин был хәбәреңде ишетмәнем, тип иҫәплә.
- Ә нисегерәк ҡунаҡ итербеҙ икән? Малығыҙҙы бөтөрөгөҙ, шәхси хужалыҡта мал булмаһын тип бара, түгелме? Берәрһенең өйөнә инеп сығам тиһә...Бармағыңды турап ашатырҙай булырһың...Килеп тороп он ҡара. Икмәккә кукуруз оно ҡушып бешереүселәр бар ти бит бүтән яҡтарҙа. Беҙҙең хут ҡара булһа ла икмәк бар, кәртүф... Май юҡ. Һөттө сдавать итеп торабыҙ.
- Артығын һөйләй башланығыҙ түгелме? – Ефимов, үҙе етеш йәшәгән кешеләй булып, быларҙың һөйләгәненә аптырағандай итте. – Минең Настя май тип аптырамай, кәртүф янына тоҙлаған кәбеҫтә сығарып ҡуя...
- Аныһын беҙ ҙә шулайтабыҙ ҙа ул... Ҡунаҡты кәбеҫтә менән генә ҡаршылау, башҡорт өсөн туҙға яҙмаған эш.
- Һеҙ инде...- Ефимов йомшара төштө. – Ҡаҙылыҡ ашамаһағыҙ күңелегеҙ булмай. Уныһы ла булыр. Коммунизмды төҙөп кенә алырбыҙ ҙа... Йәнегеҙ теләгәнде ашап, йәнегеҙ теләгәнде кейеп йәшәрһегеҙ, иптәштәр. Ә бөгөнгә эш былайыраҡ...Ауылды тотошлай тәртипкә килтерергә. Өйҙәрҙе һылап ағартырға. иҫке ҡыйыҡ баштарын һүтеп, яңыраҡ ҡабыҡ менән ябып сығырға.
- Һалабаш төшөрәһегеҙҙер бит.Кемдәрҙә ҡабыҡ бар?
- Ҡабыҡ бар ҙа ул...Игенгә алыштырырбыҙ тип йыйғайныҡ...
- Иген булыр. Погода ғына юғыраҡ...Мәктәп тирәләй сәсәкәләр сәсеп сығырға, кирбес менән уратып, кирбесен ағартырға. Кирбес бармы?
- Ҡайҙан? Былтыр һуғып алғанды район үҙәгенә ташып алып бөттөләр...
- Һуғырға тура килер... Һәр кем үҙ ихатаһын таҙалай, урамдарҙы һепереп, барса ҡый-ғыпырҙы сығарып түгергә кәрәк булыр. Өй эстәрен йыуып сығығыҙ.
- Өй йыумай йәшәгән кеше барҙыр шул беҙҙә...
- Йәнә...- Ефимов тына биреп, халыҡҡа ҡарап торҙо. – Йәнә иҫкелек ҡалдығы мәсет манараһын бысып төшөрөргә.
- Ә-ә-ә? ...- Халыҡ геү итеп ҡалды.- Кемгә зыяны тейгән ул манараның?
- Тынысландыҡ! Райондан шулай ҡуштылар. Комсомолдар бармы?
- Бер Мәфтуха инде..- Халыҡ башына гел ҡыҙыл яулыҡ ябынып йөрөгән Мәфтухаға табан бороло. Уныһы, сибек кенә күрше ауылда һигеҙенсе класта уҡып йөрөгән ҡыҙыҡай, яулығы кеүек ҡыҙарып китте.
- Минең...комсомол бурысым бар... Звеневой...
- Егеттәр юҡмы ни ҡыйыуыраҡ? – Ефимов бер аҙ көлөмһөрәгән кеүек тә булды һәм йыйылыусылар өҫтөнән күҙ йүгертә башланы.Һәммәһе лә, миңә ҡушып ҡуймаһын, тип башын түбән эйҙе, Ефимовтың ҡарашы менән осрашмаҫҡа тырышты.Бындай гонаһлы эшкә үҙе теләп кем баҙнат итһен инде.
- Мөхәммәтғәлим, ә һин?
- Әлләсе... Мин комсомол түгел ул...
- Булмаһаң, булырһың! Әйҙә, һиңә ҡушабыҙ был етди партия талабын!
- Ярар һуң...
Халыҡ шым ғына таралышты. Йорт-ҡураны ни, рәткә килтерергә тырышырҙар ҙа ул, колхоздың көн биреүе генә фарыз. Туғыҙтимер яғынан ҡаймаҡ кеүек кенә аҡбалсыҡ барып алдылар, уны өй беренсә күнәкләп бүлешеп алдылар.Һалдаткаларҙың иҫке һалам ҡыйыҡтары һүтелеп, ҡабыҡтар менән яңыртылды. Ауыл бер-ике аҙнала танымаҫлыҡ булып матурайҙы ла ҡуйҙы.Атбатар йылғаһы аша күпер һалынды. Шишмә- ҡойоларҙың бураһына тиклем алыштырҙылар. Мәктәп баҡсаһы өсөн ҡайтарылған сәскә орлоҡтары кешеләәрҙең өйҙәре тирәһенә сәсергә лә етте.
Манара ғына элеккесә маһайып, юғарынан ҡарап тороуын белде. Бәлки онотҡандарҙыр? Ә бәлки юғарыраҡтан тора бирһен, тигән фарман булғандыр?
Ҙур ҡунаҡтың Башҡортостанға килер көнө яҡынлашҡанда, Иҙрис, ҡурсаҡ өйө кеүек, ҡупшылынғайны инде. Ауылға райондан комиссия килеп төштө. Өй беренсә йөрөп сыҡтылар. Төш ауышҡасыраҡ ауыл өҫтөндә бысҡы тауышы яңғыраны. Халыҡ, ни уйларға ла белмәй, мәсет-мәктәп тирәһенә тартылды. Ҡыйыҡҡа атланып ултырған Мөхәммәтғәлим, күлдәген сисеп ташлап, манараны быса ине.
- Алла һуғыр тип ҡурҡмайһыңмы ни, Мөхәммәтғәлим? - тип ҡысҡырышты кешеләр. - Ҡуй, улайтма, Мөхәммәтғәлим, төш!
Мөхәммәтғәлим өндәшмәне. Шыж да быж бысыуын белде. Тиҙҙән мәсет манараһы, әллә илаған, әллә ыңғрашҡан тауыш сығарып, гөрҫ итеп ергә ауҙы. Ҡатын-ҡыҙ яулыҡ осо менән күҙен һөрттө, ир- аттар шымтайышып китте. Бала-сағаға тиклем ауыр кисерештәр эсендә ине.
Ауыл әллә ҡалай, күркәмлеген юғалтҡан туҡал тәкәгә оҡшап ҡалды. Оҙаҡ ятһынып йөрөнө кешеләр.Ҡарттар, йәнә йәшеренеп кенә, намаҙҙарын уҡып, тәүбәләрен Аллаһ хозурына төбәне.
Ваҡыт – аҡҡан һыу. Ваҡыт яраларҙы уңалта, хәтерҙе лә юя бара, яңылыҡтар, үҙәгәрештәр менән арбай. Иҙристәрҙең элекке мәсетенең ағастары ҡаҡшаны, нигеҙе лә серене, башланғыс мәктәп балалары ғына уҡып йөрөгән мәктәп йылы тотмай башланы һәм уны һүтеп, урынына кирбестән яңы мәктәп һалып ҡуйҙылар. Шул уҡ бинаның бер яғын клуб итеп ҡулайлаштырҙылар, бер тирәһен медпункт иттеләр. Күңеле булды иҙристәрҙең. Тормош та бер ни тиклем еңелләшә төштө. Күрше ауылда урта мәктәп эшләп китте. Ләкин шуныһы ғына эстәрен ҡырҙы: йәш-елкенсәк ауылды ташлап сығып китә башланы. Ҡалала уҡып берәр һөнәр үҙләштерәләр ҙә, шунда уҡ төпләнәләр. Тыуған ауылдарына тик ҡунаҡҡа ғына ҡайтып йөрөйҙәр.Ергә ереккәндәре, тыуған төйәктәрен әллә ниҙәй күреүселәре яйлап олоғая, ҡарттар, бигерәк тә фронтовиктар яҡты донъя менән хушлашып торҙо. Әле ана бит, һин дә мин йөрөп ятҡан Мөхәммәтғәлим ҡарт китеп барҙы. Ауырып ятһа бер хәл, аяғында йөрөй ине әле. Уның ауырып-фәлән дауаханала ятҡанын да хәтерләмәйҙәр.
... Бригадир Мәхмүт зыярат яғынан әйләнеп килде, ҡәберҙең әҙер булыуын белдерҙе. Тик бер мәсьәләлә генә икеләнеүҙәрен әйтә ҡуйҙы: фронтовик Мөхәммәтғәлим ҡарттың ҡәбер ташына йондоҙ ҡуйырғамы, аймы? Йондоҙҙо хәҙер бик үк өнәп бөтмәйҙәр. Халыҡ яйлап ҡына барыбер дингә, йолаларға ҡайтыу юлынан ҡыбырлай. Яйлап, әлбиттә. Шулай ҙа үҙгәреш һиҙелә. Ай ҡуйһаң инде... Мәсет манараһын үҙ ҡулы менән ауҙарған кеше...
- Бынауҙы ҡуймайһығыҙмы? –Халыҡтың бик төптәге хәтирәләрен туҙғытып, эсен һыҙландырып ебәргәндән һуң шымып киткән Мәҙинә ҡарсыҡ ҡулындағы сепрәк төргәген тағата башланы.Бөтәһе лә уның тамырҙары бүлтәйгән ҡулына текәлде. Сепрәктән ялтырап торған Ай килеп сыҡты.
- Әстәғәфирулла! Әллә алтын инде? – Барса мәйет оҙатырға йыйылыусылар “аһ!” итеп ҡалды һәм Мәҙинә ҡарсыҡтың итәгенә эйелде.
- Алтынға оҡшаған да ул...
- Ҡайҙан алдың быны, Мәҙинә инәй? – Мәхмүт Айҙы һаҡ ҡына ҡулына алып, ентекләп ҡарай башланы.
- Теге саҡ манара ҡолатылғас, Айын 12 йәшлек абызыйым, кеше аһ-ух иткән арала эләктерә һалып алып ҡасҡан. Уны септәгә төрөп өйөбөҙҙөң мөгәрәбендәге нигеҙ буйында тоттоҡ. Атайым да, абызыйым да гүр эйәләре булғас, ҡомартҡыны һаҡлау бурысы миңә тапшырылды. Оҙаҡ ятты нигеҙ буйында. Уға ла көн битенә сығырға ваҡыттыр бит. Ай бит ер аҫтында ятырға тейеш түгел, ҡарғап ятыуы бар. Ай күккә ҡарап, ҡояшҡа текләп торорға тейеш. Мөхәммәғәлимде , йәнен Аллаһ ҡабул итеп алһын өсөн, ошо ай аҫтына һалайыҡ. Бәлки ул, әйтмәһә лә, тотош ауылдың гонаһлы эшен бер үҙем күтәрҙем, тип рәнйеп йәшәгәндер.
- Һе...Мулла бабайҙан һорайыҡ һуң...
Айҙы муллаға күрһәттеләр. Ул да был яңылыҡҡа хайран булды.
- Мөхәммәтғәлимдең ҡулы оҫта ине бит, ул үҙ ҡәбере өҫтөнә ҡуя торған ташты үҙ ҡулы менән шымартып, ай сүрәтен соҡоп ҡуйған ул. Сәғиҙә еңгә шуны ҡуйырһығыҙ, тине. Мәрхүмдең үҙ аманаты...
- Ә был Айҙы нишләтәбеҙ?
- Уны, Мәхмүт, һин үҙеңдең сейфыңа һалып ҡуй. Иҙрис ғүмер буйы мәсетһеҙ йәшәмәҫ бит инде. Ваҡыты етер, халыҡтың зиһене яҡтырыр, анау буш торған өй урыны кем менән уртаҡ, күмәкләшеп тотонорҙар ҙа мәсет күтәрерҙәр. Ҡуҙғалайыҡ, йәмәғәт! Мәйеттең урынына барып ятыуы хәйерле.
Бисмиллаһи рәхман рәхим! Ясин!..
Ауыл өҫтөн тотош айҡап, яҡындағы урмандың ҡарт имәндәрен дә һағайтып ебәргән һәм мәсет манараһы кеүек булып күккә олғашҡан доға һәммәһенең дә күңелен йомшартып, донъяның фанилығы һәм баҡый ҡиммәттәр хаҡында иҫкәрткәндәй кеүек булды. Барса халыҡтың йөҙөндә ниндәйҙер яҡтылыҡ та сағылған кеүек ине. Күңелдәренә татлы ла, һыҙланыулы ла тойғолар эйәләгән дә төҫлөрәк.
Йә инде... Мөхәммәтғәлим ҡарттың вафаты ни рәүешле ваҡиғаларҙы иҫкә төшөртөп, мәйет оҙатыу хәсрәтен кистереп, һис уйламаған табыштарға ла алып барып терәтте.
Ә мәрхүмдең теге донъялағы күрәсәктәре бер Аллаһҡа ғына мәғлүмдер. Бәлки ярлыҡар. Үҙ ихтыяры менән эшләгән гонаһ түгел бит.
1996
Читайте нас: