Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Август 2020, 15:05

ЯҘМЫШЫМ БУЛМАНЫҢ

#Ағиҙелжурналы

Айтуған
Айтуған күҙҙәрен асыу менән ҡорт күселәй тынғыһыҙ уйҙар ябырылды.
– Нимә эшләргә? Артабан нисек йәшәргә? – Ошо уйҙар менән ҡайнағанына күпме ваҡыт үтеп китте. Ниндәй йәшәү инде был? Пенсионер әсәһенең елкәһендә түбә таҡтаға төкөрөп ятырға ҡалдымы, былай булғас? Бәләкәй саҡта үҫергә ашҡынаһың. Эшкә яраҡлы кеше булып, ике беләгеңә көс ултырғас, тамам аптырауға ҡалаһың икән.
Урта мәктәпте бөткән көҙҙә армияға алдылар. Көнсығышта хеҙмәт итеү, һалдат бутҡаһы ашау еңелдән булмаһа ла, барыбер рәхәт булған. Ашау әҙер, кейем бирәләр, әллә ни баш эшләтергә лә кәрәкмәй. Һинең өсөн уйлайҙар, хәл итәләр, һин – башҡарыусы ғына. Ауыл балаһы эшкә әрһеҙ, ҡурҡаҡ та түгел – тиҙ үк яраҡлашты ла китте. Әллә һөйкөмлө һөйәге булды, әллә әсәһе өйрәтеп ебәргән ҡайһы бер доғалар ярҙам итте, “бабай”ҙарҙан да ул тиклем яфа күрмәне. Алһыҙ-ялһыҙ геүләгән ел-дауыл үҙәгенә үтте-үтеүен. Йәнә лә һағыныу. Тыуған илде һағынып юҡһыныу иң ауыры ине. Илгә ҡайтып инһәм, бер ҡайҙа ла китәсәгем юҡ, тип ант итте.
Ләкин ҡайтҡас, аптырап, ике ҡулы һәленде. Ҙур ҡалалар күреп ҡайтҡанғамы, ауыл сүккән кеүек. Колхоз ул киткәндә үк бөтөп бара ине, хәҙер бар нәмә тар-мар ителгән. Гараж тулып ултырған техниканы ялмауыҙ ялағанмы ни? Армияға тиклем алған тракторист, водитель һөнәрҙәренең кәрәге лә ҡалмаған. Аптырағас, Өфөгә китте. Бар ерҙә лә тәжрибәле водитель һорайҙар. Шулай ҙа бер төҙөлөшкә ҡарауылсы итеп алдылар. Уйын түгел: әллә күпме төҙөлөш кәрәк-ярағы тупланған урында керпек тә ҡаҡмай төн сығаһың. Эштән ҡайтҡас үҙеңә тамаҡ әҙерләгән булаһың, үлеп йоҡлайһың, шунан тағы эшкә. Тапҡандың ҡап яртыһын фатирға түләү йәнгә тейә. Ҡалала йәшәгәс, әҙме-күпме үҙе кеүек йәштәр менән танышты. Бәлки, уҡырға инермен тигән өмөттә йөрөй ине. Унан да күңеле ҡайтты. Тарих, юридик факультет бөткән егеттәр төҙөлөштә йөрөй. Иҡтисадсы, педагог ҡыҙҙар магазиндарҙа һатыусы булып эшләй. Юғары урындарҙа эшләгән туғандары булмаған йәштәр һөнәре буйынса эш тапмай ҙа ҡуя. Үлеп-талып ата-әсәһенең һуңғы тиндәренә уҡып сыҡҡан йәштәр бит улар. Бөтәһе лә эшҡыуар булып китә алмай. Һин дә мулла, мин дә мулла – атҡа бесән кем һала тигән кеүек, бөтәһе лә түрә була алмай. Кемдер эшсе, төҙөүсе, игенсе лә булырға тейеш.
Эше ҡарауылсы ғына булһа ла, тыныслыҡ юҡ. Табыла төрлө әтрәгәләм. Һуңғы ваҡыт ботона сәнсеп ҡастылар. Кеҫә телефоны булмаһа, ярты сәғәттән ҡан ағыуҙан йән бирә ине. Ҡарауыл хеҙмәте башлығы Айтуғанды был эштә ҡалдырғыһы килмәне. “Бер ҡаныҡһалар, ҡанығалар ул”, – тине. Беләлер инде. Әсәһенә был хаҡта әйтеп торманы. “Һалҡын алдырып больницала ятып сыҡтым”, – тине.
Йәнә ауылға ҡайтты. Күрше ауылда бер ир төҙөлөшкә кешеләр йыя икән. Үҙе Себергә барып эшләп, мул төшөм менән ҡайтҡан. Уға күп кенә эшселәр табып килтерергә ҡушҡандар икән. Екатеринбургка тиклем үҙ аҡсаң менән бараһың. Бер нисә көнлөк аҙыҡ-түлек, алмаш кейем алырға. Эш кейемдәре биреләсәк. Юл өсөн аҡсаһы бар-барын. Айына 60-70 меңгә тиклем эшләп була, тигәс, егет дәртләнде. Шулай итеп, яңынан сит-ят ерҙәргә юл төштө. Әсәһе яңынан өлтөрәп йөрөп улын сәфәргә әҙерләй, күҙ йәштәрен тыйырға тырыша, тик килеп сыҡмай.
– Эй, балам, – Ишбикә апайҙың тауышы ҡалтырай, – бер ҙә генә ебәргем килмәй. Үҙебеҙҙә картуф ултыртып, мал ҡарап йәшәр инек әле. Илдә сәпсек үлмәй.
– Үлеүен-үлмәй, сәпсек кенә булып йәшәргә ҡала шул. Бөркөт йә иһә ҡарсыға ла түгел.
Уларҙы йыйып алып китеүсе Илсур район үҙәгенән Өфө-Екатеринбург автобусы менән алып китте. Төн ҡунырға ятаҡ бар икән. Барыһы ла уйланылған. Сбербанкка барып карточка эшләттеләр. Егеттәрҙең эстәренә йылы инде: “Бөтәһе лә серьезно”, – тип һөйләшеп алдылар. Артабан – Сорғот. Унда оҙаҡ йыбанмай, вертолет менән алып киттеләр. Аҫта икһеҙ-сикһеҙ тайга. Шомло булып китә. Бар яҡтан да тигеҙ урман уратҡан һаҙлыҡһыҙыраҡ урын. Уларҙы вагончиктарға урынлаштырҙылар. Ятаҡтан бер яғы менән дә айырылмай. “Быларҙы бында нисек килтергәндәр икән?” – Ауыл малайҙары аптырай. Вагончик тимә, йәшәр өсөн уңайлы. Йыуынырға душы ла бар. Медпункт урынлашҡан вагончик айырымыраҡ тора. Төҙөлөш инженеры, прорабтар урыны бар. Прораб һәр береһенең һөнәрен һорашып, документтарын ҡарап бригадаларға бүлә башланы. Айтуғанды, тәжрибәң юҡ, тип йәнә тракторға ултыртманылар. Ул төрлө эштәрҙә йөрөргә тейеш. Шулай итеп, үҙе әйтмешләй, егеттең эш одиссеяһы башланды. Төрлө яҡҡа ҡыуалайҙар. Бер нисә көн бетонсылар менән котлован ҡойоуҙа эшләгәйне, шунан төҙөлөш майҙанында сүп-сар йыйылған тип, шунда ҡуштылар. Техника заманы булһа ла, ҡул көсө һаман кәрәк әле. Шунан йәнә бетонсылар менән. Өйрәнеп йөрөп был һөнәргә төшөнөп тә бөттө инде. Егет үҙенең ауылса аҡылы менән бер нәмәгә һөйөнә: егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. Бында эшләү дәүерендә күп нәмәгә өйрәнәсәк тәһә. Төҙөлөш һөнәренә ҡул көсө генә түгел, күҙ, ҡул теүәллеге, таһыллыҡ та кәрәк. Был сифаттар унда Аллаға шөкөр. Эйе, Айтуған йәш кеше, үҙ донъяһын булдырыр, Алла бирһә. Шул саҡта инде өйрәнгән һөнәрҙәре кәрәгер.
Ашау өсөн көн дә 500–600 һум аҡса бирәләр. Вагон-ашханаға барып, үҙең теләгәнсә туҡланырға була. Айтуған төшкө ашҡа ғына йөрөргә булды. Ятаҡта бынан алда йәшәүселәрҙән сәйнүк, кәстрүл, көрөшкә, таба ише әйберҙәр ҡалған. Йәмшәйеп, туҙып бөтһәләр ҙә эшкинерлектәр. Иртән – йомортҡа, майлы икмәк, сәй. Төшкөһөн – ашханала, ауыр эш итле аҙыҡ һорай. Кисен – йә бутҡа, йә өйрә, йә ҡатыҡ. Арзанлы балыҡ та алып ҡуралар. Уға яҡташы Илмир ҡушылды. Икәүләп тамаҡ ялғауы күңеллерәк тә, алмаш-тилмәш әҙерләйҙәр. Илмир аш-һыуға оҫтараҡ булып сыҡты, ғаиләле егет. Иң яҡшыһы, аҡса тота белә. Айтуған быға тиклем ҡулына ингәнде тәләф итә лә ҡуя ине. Өфөлә ҡарауылда эшләгәндә иптәше ҡотҡоһона бирелеп, ресторанда бер ултырыуҙа 6-шар мең тотҡаны булды. Ҡалай йүләр булынған. Шунда әҙ-мәҙ ынзы йыйһа ни булған.
Ике ай үтте, ҡайтыуҙың осо күренмәй. Улар һалған бина күтәрелде, түбә, ҡыйыҡтары ябыла. Айтуған зирәк аҡылы менән үҙләштерә бара, көн үтәһенгә йөрөмәй. Ул белмәгән материалдар ҡулланыла. Хәҙер разнорабочий түгел инде ул. Тәүҙә оҫта ташсы Борисҡа кирбес алып биреп тора ине. Аңлы кеше башҡаның нисек эшләгәнен күреп тора, өйрәнә бит. Хәҙер үҙе лә кирбес һала ала. Насар сыҡмай. Тик ярҙамсы икән, ярҙамсы, күп ваҡыт алып биреп тороу менән ҡәнәғәт була. Борис яҡшы кеше, һөнәренең серҙәрен ҡыҙғанмай, өйрәтә. Ҡоралдарын ҡәҙерләп тота. Эш бөткәс, таҙартып сумкаһына ғына һалып йөрөтә. Был да бер аҡыл. Һәйбәт кеше менән көн дә тиҙ үткән төҫлө.
Эштең осо-ҡырыйы күренмәне. Прораб тағы ла ике ай эшләйәсәктәрен хәбәр итте. Төҙөлгән йорттар быға тиклем күргәндәренә оҡшамаған. Ҡарағай, ҡарағас төркөмдәре араһында һалынған йорттар гүзәл һарайҙарҙы, ҡайһы берҙәре бәләкәйерәк замоктарҙы хәтерләтә. Уларҙың һәр береһе төҙөлөш шедевры тиһәң, арттырыу булмаҫ. Иң ябай тигәне лә ҡурсаҡ өйө кеүек ҡарап туймаҫлыҡ матур коттедж. Бөтәһендә лә тәрән бункерҙар. Улар үҙҙәре бер һарай кеүек. Унда ла сауна, бассейн, йәшәү өсөн бөтөн ҡулайламалар буласағы һиҙелә. Ҡыҫҡаһы, ер аҫты һарайҙары.
– Был иң бай олигархтар ҡасабаһылыр, – ти бер йәш егет.
– Бындай төҙөлөштәрҙә булған бар, – ти Борис.– Төҙөлөштө алып барған ойошмалар төп эш хаҡын эләктерәсәктәр.
– Олигархтар ауыҙҙарын асһа, үпкәләре күренгәндәрҙе талайҙармы ни?
– Араларында арыуҙары бар ул, – ти Борис. – Уларҙың үҙҙәрен дә тишек кәмәгә ултыртырға оҫтарғандар быуа быуырлыҡ.
Эшселәр көйөнөп, һүгенеп алыуҙан артығын ҡыра алмай. Күбеһе яҡшы эш хаҡына һаман өмөтләнә әле. Ваҡыт үтә генә бирә: оҙаҡҡа һуҙылған эш көнө, ашау, йоҡлау. Айтуған үҙен эш атына оҡшата. Тағы ни ҡылырға була бында? Бар эш һинең әсе тиреңде һығыуға ҡоролған, хатта телевизор юҡ. Һин тормоштан айырылған каторга хеҙмәтендә. Күңелең тартҡан шөғөл, тәбиғәттең гүзәл мөйөштәренә сәйәхәт итеү, сәнғәттән ләззәт алыуҙан мәхрүмһең. Бында йөрөгән ир-аттарҙың күпселеге йылдың-йылы шулай ҡол хәлендә эшләп йәшәй. Ҡайһы берәүе һөйгән ҡатынынан, бала-сағаһынан биҙеп ҡуя, икенсегә ҡарай, йә ҡатыны иренән һыуынып бүтәнде оҡшата башлай. Был – заман фажиғәһе. Егет күңелен шундай уйҙар биләй.
Ҡайтып инеүенә өс көн инде Айтуғандың. Әсәһе ни алып, ни һалырын белмәй тигәндәй. Йомортҡа һалып йөрөгән тауығын салырға ла йәлләмәй, ҡоймағын да ҡоя, туҡмасын киҫә. Улын өй аштары менән һыйлай. Улы алып ҡайта алған 40 мең һум аҡса уға бик күп тойола. 4 ай эшләп ҡайтҡан улы тағы 250 мең тирәһе эш хаҡы күсерергә тейештәр, тип аптырата. Улыҡайы, бәлки, кәләш әйттереп ебәрер тип тә өмөтләнә әсәй кеше. Май айы бөтөп июнь башланыуға карточкаға аҡса күсәсәк тип ышандырғайнылар. Егет район үҙәгенә йөрөй башланы. Ике-өс барҙы. Һеҙҙең счетта аҡса юҡ, тип сығып тик тора. Шул ваҡыт юлдашы Бористың бойоҡлоғо иҫенә төштө. Сорғот-Ульяновск поезында икеһе бергә килделәр. Алсаҡ Борис күңелһеҙ ине, йүнләп һөйләшмәне, “отстань” тип кенә ҡуйҙы. Себер яҡтарына әллә нисә йыл йөрөп эшләгән кеше берәй нәмә һиҙенгәндер инде. Егет: ”Тағы бер барайым әле”, – тип барғайны, һаман шул уҡ яуап. Һис ҡыланмағанды үҙенсә бик әсе итеп һүгенеп ебәрҙе. Еңеллек килмәне, әлбиттә. Әллә тәгәрәгәнсе эсергә инде? “Эйе, иҫерермен, онотолормон, тик ғүмер буйы эсеп ятып булмай бит инде. Йә, һин иҫәргә бер аҡыл булһын. Әкиәттәге һымаҡ килеп сыға: аҡса алмаһа ла, күпме һөнәр алды бит әле. Эшләмәгән эше ҡалманы. Их, ниндәй ил һин, Рәсәй? Ике йыл сиктәреңде һаҡланым. Үҙ илемдә үгәй баламы мин? Рәнйеһәң дә, илаһаң да файҙа юҡ”.
Үҙҙәре яҡҡа ҡайта торған автобусҡа инеп ултырҙы. Ҡуҙғалырға шаҡтай ваҡыт бар. Тәрән уйға сумды, күҙенә бер кем дә күренмәне.
“Етер үгәй бала кеүек хәйерселәргә. Үҙ еремдә берәй нәмә ҡыйратырға тырышайым, булмаһа!” Шулай хыялый кеүек ултырып үҙенең туҡталышын үтеп китә яҙған. Бында төшөүселәр булмай тиерлек, шоферға кинәтерәк тормоз һалырға тура килде. Сөйлөгөп киткән пассажирҙар геүләп тиргәшеп алды.
– Нимә, йәш башың менән иҫең китеп ултыраһың! – тип сәрелдәне бер ҡатын.
– Алдан әйтә килһәң, булмаймы? – тип водитель дә асыуланды. Тик Айтуған уларҙы ишетмәй ине. Уның ҡарашы йәйрәп ятҡан бушлыҡҡа төбәлде: баҫыу етемһерәп ята. Күҙ күреме ерҙәргә һуҙылған яҫы таулыҡ. Элекке колхоз ерҙәре. Биш саҡрым алыҫлыҡта Мунсик тауҙары теҙелгән. Бер-бер артлы өс тау. Баҫыу аша ырҙын табағы ҡоролмалары. Бер әҙәми зат йөрөмәй. Ҡасандыр кеше, техника ҡайнап торған ерҙәр үгәйһетелеп буш ята. Баш осонда һабантурғай һайрай. Уның ябай, дәртле йыры ниңәлер моңһоу тойолдо.
– Әй, егет, кил бында, хужа бул! Эшкәрт мине, етем итмә, – тигәндәй уға элекке игенлек.
Айтуған тертләп китте. Ишетеләме уға был тауыш? Эйе, үҙенең күңел ҡушыуы бит. Шул саҡ уның күҙ алдында бер күренеш пәйҙә булды. Баҫыу уртаһындағы ҡыуаҡлыҡ ситендә ике ҡатлы ыҡсым йорт. Уны емеш ҡыуаҡтары, сәскәлек уратҡан. Унан арыраҡ мал һарайҙары төҫмөрләнә. Мини-ферма.
Бигерәк ап-асыҡ күренде уға был күренеш. Күңелендә фотоға төшөргәндәй тороп ҡалды. Күптәнге маҡсаты, әллә ҡасан уйында йөрөткән хыялы һымаҡ тойолдо. Их, был теләкте тормошҡа ашырыр өсөн әлеге лә баяғы бер нәмәгә килеп төртөләһең. Айтуғандың башы етеҙ эшләп китте. Йорто әлегә тороп торһон. Ата-әсәһенең пай ерҙәре бар бит. Ошо пайҙарҙы хосусусилаштырыу артынан йөрөр кәрәк. Булмаған нәмәне өмөт итеп күпме көтөргә була? Шундай елкендергес хыялдар менән өйөнә ҡайтып етте.
Әсәһе улының юлы уңмағанын һиҙҙе, ләкин ниндәйҙер үҙгәрештәр бар. Өндәшмәй генә ҡыҙҙырылған картуфты ашап ултырһа ла, башы ниндәйҙер уйҙар менән тулы һымаҡ. Әсә кеше сабырлыҡ менән көттө. Бына улы яһалған сәйҙе эсеп ҡуйҙы ла әсәһенә ҡараны.
– Инәй, һинең менән кәңәш итмәй булмай. Донъяны минән күберәк беләһең. – Ишбикә апай иғтибар үҙәгенә әйләнде. Улы дауам итте.
– Үҙең һиҙеп тораһың, был юлы ла буш ҡайттым. Ҡышым, яҙым бушҡа үтте. Ҡыҫҡаһы, бүтән бер ҡайҙа ла бармайым.
Әсә талпынды, күптән көткән һүҙен ишеткәндәй булды.
– Эй, балам, үкенмә. Маңлайыңа яҙылғанды күрмәй булмай. Һәр үтмеш юлың үҙе бер аҡыл. Күптән шулай кәрәк. Ауылда кеше асҡа үлмәй, баҡса ҙур, һыйыр һөтлө.
– Инәй, тамаҡ өсөн генә йәшәргә мин мал түгел. Башҡа кәрәк нәмәләр ҙә бар. Иртәгәнән башлап пай ерҙәрен теркәтергә йөрөй башлайым. Унан ары күҙ күрер. Ҡыйын булһа ла, быйыл үгеҙҙе һуғым итеп булмаҫ. Уны һатып ике баш йәш мал алайыҡ, тиһәм?
Әсә уны ярты һүҙҙән аңлап тора ине.
– Риза, балам. Әле май айы ғына бит әле. Күп итеп себеш алайым. Тауыҡ менән ҡыш сығырбыҙ. Бер нисә бәрән дә бар.
– Инәй, мин төштән һуң ауыл хакимиәтенә барып килермен.
Ауыл хакимиәте башлығы Әсҡәт Сәйфиевич уны алсаҡ ҡабул итте. Айтуғандың пландарын иғтибар менән тыңланы.
– Әгәр фермер хужалығы булдырырға теләһәң, ауыл хужалығы белемең булырға тейеш. Ниңә күрше генә ятҡан Дыуан техникумына инмәҫкә? – тип кәңәш итеп ебәрҙе ул.
Айтуған үҙенең тәжрибәһеҙлеген танып ултыра.
– Хәҙер техникум ауыр осор кисерә, студенттар йыя алмай, – үҙе ҡара күҙҙәрен ҡыҫып егеткә һынап ҡараны. Аттестатыңда билдәләрең нисек?
– Насар түгел.
-Улай булһа, һине ситтән тороп имтиханһыҙ аласаҡтар. Ә ер теркәүҙе тиҙләтергә була, үҙем ярҙам итермен.
Әхәт Сәйфиевич эстән шат ине. Башҡа биләмәләрҙә бер нисә фермер гөрләтеп эшләп ята. Ә бына үҙ ауылында – юҡ. Был егет яҡшы ғына эшләп китә алһа, хакимиәт башлығына яҡшы күрһәткес буласаҡ.
Айтуған үҙен осор ҡоштай хис итеп ҡайтып китте. Шулай итеп, йәш кешенең осһоҙ-ҡырыйһыҙ мәшәҡәттәре башланды. Һәр бер ауыл кешеһе һымаҡ, ул да төрлө учреждениеларға йөрөргә яратмай. Ни хәл итмәк кәрәк, шунһыҙ булмай. Регпалатала ултырған тәкәббер ханым уны әле ер үлсәүселәргә, әле банкка йүгертте. Сиратта кеше күп, чиновник ҡатын уларҙан самаһыҙ ялҡыуын, күрә алмауын йәшермәй. Йорт-ерҙәрен теркәтеп йөрөгән ҡарсыҡтар бер ни аңламай сығып, коридорҙа ҡаңғырышып ултыра. Яңынан инеү мөмкин дә түгел. Әбекәйҙәргә аңлатып бирә торғас, Айтуған күп кенә нәмәләрҙе үҙе лә төшөнөп бөттө. Егет ерен үлсәтергә аҡса түләне, ер үлсәүселәр бер айҙан киләбеҙ, тип тороп ҡалдылар.
Егет район хакимиәтенең ауыл хужалығы буйынса урынбаҫарына инергә булды. Уға тағы алдан яҙылыу тейеш. Кабинетына инеп барған урынбаҫар, изгелеге баҫыпмы, егетте үҙе менән алып инеп китте. Түрә үҙен ихлас тотто. Күп кенә нәмә аңлатты Фрат Камалович тигән ағай. (Егет уның исеменән эстән генә көлөп ултырҙы: була бит исемдәр) Ер үлсәүҙе тиҙләтергә булышлыҡ итергә булды.
– Хужалығың күпме килем бирәсәк, шул турала ҡағыҙың булһа, яҡшы булыр. Бизнес-план төҙө. Ни менән шөғөлләнергә итәһең, налог ойошмаһына ғариза яҙ. Ул Өфөнән урап килергә тейеш.
Эйе, әлегә көтөргә, көтөргә. Һәр ҡағыҙ өсөн аҡса түләргә. Быларға яуап килгәнсе, егет Дыуанға ауыл хужалығы техникумына барып урап та ҡайтты. Уны бында аңлаған төҫлө булдылар, аттестатына ҡарап, егетте ҡат-ҡат йөрөтмәй, ветеринария бүлегенә алдылар. Ҡышҡы оҙон төндәрҙә Айтуғанға бер эш буласаҡ. Юҡһа төнө буйы телевизор пультын баҫҡыслап ятыр ине. Ауыл егеттәре шулай ни эшләргә белмәй эскегә һалышып бөтәләрҙер ул.
Эште ойоштороу мәсьәләләре бер аҙ артта ҡала, буғай. Бәхетәнән, эштәр бер тотҡарлыҡһыҙ бара. Үлсәү эштәре лә оҙаҡҡа һуҙылманы. Шулай итеп, ул – ер хужаһы. Ун алты гектар ере бар. Бер уйлаһаң, байтаҡ мөлкәт. Быйылға ошо ерҙең бесәнен сабып алһаң да ҙур эш. Техникаһы булмаған кешегә әйтеүе генә анһат. Ә пландар хайран күп. Ҡышлағанды һатып өс быҙау алһа, үҙҙәренең һыйыры быҙауы менән. Йәмғеһе биш баш. Бесән был малдарҙан арта. Уны һатыу. Унан ары үҙ ерендә ваҡытлыса торлаҡ һалыу. Әйләнгән һайын ауылға ҡайтып булмай ҙаһа. Айтуғандың йорто, мал һарайҙары үҙ ерендә булырға тейеш. Тау аҫтында ғына урынлашҡан Тимеркәй ауылында ферма түгел, йорт һалып булмаясаҡ, эргәләге йылға ҡыҫып килтерә. Егет йортоноң ҡайҙа буласағын ҡарап ҡуйған. Муйыл, балан, тал ағастарынан торған ҙур ҡыуаҡлыҡ уның өйөн төньяҡтан иҫкән елдәрҙән һаҡлар. Тау башы булһа ла гел болон үләндәре үҫә, ағас төптәре бер ҡасан да кипшенеп китмәй. Ер аҫты һыуҙары ул тиклем алыҫ түгел, тимәк. Ошонда торба төшөрөп, насос менән һыу сығарыу бер ни тормай. Иртәгәнән башлап торлаҡ хәстәрен күрә башларға кәрәк. Әсәй менән кәңәшләшмәй булмаҫ. Ана, тәмле аш еҫтәре сығарып көтөп тора. Айтуған уға һәр ваҡыттағыса ҡорған пландарын һөйләй, һуңынан әсәһе үҙ фекерен әйтә.
– Ҡыҙыу эш сағында туҡтауһыҙ ҡайтып йөрөй алмаҫһың шул. Аласыҡ ҡына рәтләү кәрәкмәҫ. Төрлө кеше бар. Берәй йүнһеҙе төртөп ауҙармаҫ тимә. Һине ҡыуандырыр хәбәр ҙә бар. Түбән остағы Йәғәфәр район үҙәгендәге улына мунса бураған. Бура ҙур – өскә алты. Ике бүлмәле булһын өсөн. Ә улы Ришаттың ҡатыны ҡала ҡыҙы. Өләсәһе үлгәс, ейәнсәренә ике бүлмәле фатиры ҡалған. Йәш ҡатын ҡалаға күсенәйек, тип өтөп алып бара, ти. Алыусы булһа, ҡиммәт һорамаҫ инек, тип әйтәләр.
– Түбә, иҙәне лә бармы икән?– тип ҡыҙыҡһынды Айтуған.
Әсәһе көлдө:
– И, балаҡай, үҙ йортоңда күҙеңде асып йөрө. “Эшсемдең бер күҙе юҡ, улымдың ике күҙе юҡ“, – тигән, ти, бер бай.
Лапаҫ аҫтында иҫке шифр, түл менән ябылған өйөмдәр тора бит, Айтуған шуны иҫенә төшөрөп көлөп ебәрҙе. Ниңә ҡарамай йөрөй әле ул шуларҙы?
– Атайың мәрхүмдең йыйынсаҡтары улар. “Улыбыҙ бар, кәрәге тейер”, – тип йыйып торҙо. Бына тигән иҙәнлек таҡта, шифер күҙеңә лә күренмәйме ни?
– Их, инәй, баш бөтөнләй буталған. Бура күпме тора икән?
– Бында бер аҙ һатыулашмай ҙа булмаҫ, ултырып серер инде, тип көйөп торған кешеләр өсөн.
– Иртәгә үк һөйләшергә кәрәк. Тик бына аҡса?..
– Һин һалдатта саҡта пенсиямды бик әҙ тотондом. Бар инде буралыҡ ҡына.
– Их, инәй, һин – алтын!
Ишбикә апай шаяртмай түҙмәй:
– Аҡсам булмаһа, тишекле баҡырмы?
– Улай тимәйем дә инде, инәй.
– Йә, ярай, иртәгә үк барам.
Айтуғандың бәхете баҫты. Бура өсөн ҡиммәт һораманылар, уйламаған ерҙән алыусы булғас, шатланып киттеләр. Унан килеп Йәғәфәрҙең “Беларусь” тракторы бар: “Улым киткәс, миңә кәрәкмәй ҙә. Малды кәметәбеҙ, олоғайғас яңғыҙ әллә ни ҡыйратып та булмаҫ. Хаҡын бер ҡышлыҡ бесәнләтә алырбыҙ”, – ти икән. Егет күккә һикерерҙәй булды. Үҙ транспортың булыу – ҙур уңыш. Үҙенең бәхетле йондоҙ аҫтында тыуыуына ышана биреп ҡуйҙы. Эйе, уның йондоҙо тап ошонда, тыуған тупрағы өҫтөндә балҡый, ә ҡайҙалыр сит-ят ерҙә түгел. Ә Себер йөрөп һөнәр өйрәнеп ҡайтыу бер мәктәп булған.
Кискә уны тағы бер яңылыҡ көтөп тора ине: уның балалыҡ дуҫы, күршеһе, һабаҡташы Таһир. Шаҡтай таушалған: өҫтөндә керле ветровка менән ялтырап ҡайышланған спорт салбары. Егеттәр йылы күрешһә лә, улар араһы ер менән күк кеүек. Айтуған ҡәҙерле бала. Ата-әсә ҡулында үҫеп яҡшы тәрбиә алған. Уҡыуы ла арыу ғына барҙы. Ә Таһирҙың әсәһе бәләкәстән белекһеҙ, ҡолаҡһыҙ булып, ун биш йәшендә үҙенән өлкән егеттән алданып, ун алтыла тапты. Эскесе генә олатай менән өләсәй ҡулында үҫте малай. Олатаһы үҙ ғүмерендә тракторҙа эшләне. Иҫереклек менән аяғы гусеница аҫтында ҡалды. Шулай ғына булһа ла һауынсы булып эшләгән ҡатынына, ейәненә баш булып ултыра ине. Ғаилә башҡалар кеүек үк йәшәй: малын ҡарай, баҡса ултырта. Гел һыҙланып ултырған олатай ауыртыуын араҡы менән баҫа ине. Ир кешенең һуңғы йылдарҙа бауыры ныҡ ауыртып йәшәне. Шулай бер ныҡ ҡына эсеп алғас, яҡты донъя менән хушлашып ҡуйҙы. Олатаһы үлгәс, Таһир ҡулдан ысҡынды. Әрмегә Тажикстанға алынды. Өләсәһе: “Таһирым, Таһирым”, – тип теленән төшөрмәй ейәнен көттө. Ейәне әрмелә эш боҙоп штрафбатҡа эләгеп, икеләтә хеҙмәт итеп ҡайтты. Зифа ҡарсыҡ зарығып көткән ейән ҡайтҡас, әлбиттә, бер көн рәхәт күрһәтмәне. Бындай тормошҡа сыҙамай, өләсәй донъянан китте. Ә Таһир күнегелгән тормошонда йәшәй бирҙе. Һауыт-һаба, таба-кәстрүл, ҡалаҡ, мунса ҡаҙаны, мейес торбаһы – бөтәһе лә иҫке тимер-томор йыйыусыға осто. Өләсәһе менән олатаһы ғүмер буйы йыйған мөлкәт ҡороно. Иман ҡасыу ошо булалыр инде.
Бына шул Таһир – Айтуған ҡаршыһында. Элекке туп-тулы, аҡ шалҡандай йөҙө шиңеп, бит һөйәгенә йәбешкән, күҙе һүнгән.
– Хәлдәр нисек?
– Күреп тораһың.
– Быға тиклем ҡайҙа инең, күҙгә-башҡа күренмәнең?
-“Магнит” мазинында грузчик булып йөрөнөм. Унан ҡыуҙылар. Шунан “Вега”ла. Тағы ла шул.
– Эйе, байҙар айнымай эсеүсене тотмаҫ.
– Дуҫ, үләм, ҡотҡар.
– Булмай. Эт ҡойроғона бер һум эләгеп йөрөһә, тартып алыр инем әле. Әйҙә, ашап сыҡ. Үләһең бит.
– Бармай. Бер ҡабым йота алмайым.
-Ана, мунса ин. Еңеләйерһең.
– Юҡ, тиһеңме?
– Юҡ.
Таһир мунсаға өҫтөрәлде. Оҙаҡ сыҡмай торғас, Айтуған уны барып ҡарарға китте. Тандыр ғына мунсала синыфташы үлеп йоҡлап ята ине. Тәненән шыбаҡшып тир ағып ләүкәгә йәйелгән. Егет өйҙән алмаш кейем алып килде. Таһирға бер аҙ ҡарап торғас, сүмесләп һыу һибеп ебәрҙе. Тегеһе мығырҙап һикереп торҙо:
– Һин нимә, ҡотто алдың бит!
Айтуған тасҡа һыу ҡойоп, хәлһеҙ иптәшен йыуындырырға кереште. Уның тәненең бысраҡлығына иҫе китте.
– Сусҡа һинән таҙараҡтыр ул.
– Әй, кит тә, – Таһир йыуғысты тартып алып, үҙе ышҡына башланы.
Мунса килеште. Таһир бүтән эсергә һораманы, аш ашаны, сәй эсте. Асҡаҡ йөҙөнә ҡыҙыллыҡ ҡунды. Йылы, бөхтә йорттан һис тә сығып киткеһе килмәне.
– Әйҙә, йоҡлап ҡал. Иртәгә һөйләшербеҙ.
Тегеһе ҡундырыуҙы көтөп ултыра ине, шатланып риза булды. Үҙенә иптәш кәрәген Айтуған күптән тойоп йөрөй. Ауылда таянысы юҡлығы эсен бошора. Йыйып ҡуйған капиталың булмағас, кем һиңә бушҡа эшләп йөрөһөн. Таһир – бер көн эскеһеҙ тора алмаған алкоголик. Ләкин ашамай, кейенмәй ҙә йәшәй алмай. Өҫтәүенә, торлаҡһыҙ ҙа бит әле. Күрше ауылда йәшәгән апаһы йорттарын бер эшҡыуарға һатып ебәргәйне. Заманында ҡарағай бүрәнәләрҙән һалынған алты мөйөшлө ыҡсым йорт ни бары ун биш меңгә осто, мунса бураһы йөҙ мең һум торған заманда. Иртәнге сәйҙе эскәндә Айтуған иптәшенә ҡыҫҡаса үҙенең планын аңлатты. Эйе, ул эш башларға иҫәп тота. Ер алған. Шунда бер бәләкәй йорт ҡорорға уйлай. Әгәр Таһир был эштә ярҙам итһә, яҡшы булыр ине. Барып һыйыныр ере, ҡуныр торлағы юҡ. Әлегә йәшәү, ашау-эсеү бында булыр. Ә Таһирҙың үҙ туҡһаны – туҡһан, этлеккә башы шәп эшләй.
– Малай, мин һиңә бушҡа пахать итәйемме ни?
– Район үҙәгенең магазиндарында бер буханка икмәк, бер банка консерва, бер шешә һыра өсөн йөрөмәнеңме ни? Һиңә көн дә итле аш, бәлеш, ҡоймаҡ эләгеп торҙомо? Йылы, йомшаҡ урында йоҡланыңмы? Өйҙәге кеүек урын-ер, аш-һыу өсөн ҡалала ҡунаҡханала бер төн ҡунған өсөн күпме түләгәндәрен беләһеңме? Китһәң, кит әйҙә. Мин һине тотмайым. Ләкин эшләгәндә эсеп йөрөүҙе лә өнәмәйем.
Таһир ыҡ-мыҡ итте. Нисәмә ай ҡаҡ ерҙә йә йәйелгән ҡағыҙ өҫтөндә йоҡлап йөрөгән тәне йорт рәхәтлегенән айырылып китергә теләмәй ине. Тик эске һорап баянан бирле ҡытҡылдаған тамаҡ аңын томаларға тырыша. Бәлки, “буш” та итмәҫ, тигән яуыз нәфсе урынына һеңергә мәжбүр итә.
– Шунан, хәл иттеңме? Бөгөн Ҡаҡсы инеше башына барып ҡом-таш аҡтарабыҙ. Нигеҙ өсөн. Мин һине ирекһеҙләмәйем, теләһәң генә.
– Ярар, барып ҡарайыҡ, булмаһа.
Уның кейемдәрен Ишбикә апай мунсанан ҡалған һыу менән йыуып, киптереп ҡуйғайны инде. Таҙа кейемдәрен ҡыуанып кейеп алды Таһир. Арба тағылған “Белорусь”кә ултырып ҡуҙғалып киттеләр. Инеш ауылға алты саҡрым тирәһе йыраҡлыҡта ята, киң тәрән йырындан сыға. Ҡашлаҡтар ҡайынлыҡ менән ҡапланған, ә йылғасыҡтың сите таллыҡ һәм муйыллыҡ. Бында ҡомташ ҡатлы-ҡатлы булып ята. Ауыл кешеләре йорт һалырға таш алғылаһалар ҙа, һис кәмемәгән төҫлө. Егеттәр тәүҙә тик аҡтарыу менән булды. Бер йөйөнә төшөп, берәүһен тартып алһаң, бер ҙә ҡыйын түгел. Кемдер матур ғына итеп ҡат-ҡат теҙгән дә теҙгән кеүек. Көс етмәҫлек эре лә түгел үҙҙәре, бер генә сама. Таһир эшкә таһыллы шул. Тотоноуы матур, килешле. Айтуған уға һоҡланып ҡарай, дөрөҫ, үҙе лә ҡалышмай. “Ниндәй егет үҙен тәләф итеп йөрөй”, – тип уйлай Айтуған әсенеп. Төшкә тиклем хәтһеҙ эшләп ташланылар. Асыға башлағас, сәй ҡайнатып эстеләр. Инеш буйында ҡарағат ҡыуаҡтары ла бар. Әҙерәк төтөн бәргән, ҡарағат япрағы йөҙөп йөрөгән сәй кеүек тәмле эсемлек бармы икән?! Бер тиҫтә йомортҡа, яңы ҡаймаҡ уларға йәнә көс индереп ебәрҙе.
– Их, көндөң йәмлелеге, – ти Таһир хискә бирелеп. – Шунда рәхәтләнеп йәшәп тик ят ине.
– Ә һине шулай йәшәүҙән кем тыя?
Таһир өндәшмәй.
– Инде берәй йөк тейәп ҡарайыҡ, – тип һүҙҙе икенсегә бора һала.
– Шулай итәйек.
Шаҡтай арытып ебәргән. Таш эше еңел түгел шул. Йәнә эшләй башлағас, тағы ҡыҙып киттеләр. Нигеҙ өсөн ҡаҙылған урынға бушаттылар.
– Әле иртә бит. Ҡалғанын да алып ҡайтайыҡ.
– Һинең бәләкәй генә өйөңә күп кәрәкме?
– Артығы эсте тишмәҫ.
Ике йөк таш арытты. Ҡайтыуға тағы мунсаһы, ашы әҙер. Мунсанан һуң Таһир эсергә һорармы, тип Айтуған һағайғайны. Уныһы ятып торған еренән бүтәнсә ҡуҙғалманы, иҙерәп йоҡлап китте. Иртә йоҡлаған Айтуған иртә торҙо. Кәрәкле ҡоралды тейәне. Ауыл ситендәге тауҙан ҡыҙыл балсыҡ алып китергә кәрәк ине. Ул балсыҡ цементыңа биргеһеҙ: кемдер тейешле нисбәттә ҡомон, балсығын ҡушып әҙерләп ҡуйған тиерһең. Таһир ҙа торҙо. Ашап-эскәс, көтөү менән ҡуҙғалдылар.
Икеһе лә эш рәтен белгәс, эш тиҙ барҙы. Таһир һүҙ ҡуҙғатмай ғына эшләп йөрөй. Тәртипле йәшәү, ваҡытында ашау уны кеше төҫөнә индерҙе. Биттәре тулыланып, мускулдары биртеп, элекке Таһирға әйләнде. Үҙендә көс-хәл артҡанын һиҙеп йөрөй. Бесән айы башланыуға бына тигән йорт әҙер ине инде. Көлөп кенә торған ҡурсаҡ өйөләй йорт. Ишек алдын төҙөлөш сүп-сарынан таҙартып алдылар. Йорт эргәһен ҡалған таҡта-тоҡта менән бер аҙ ҡоймаларға ла кәрәк, тип уйлап йөрөгән Айтуғандың уй ағышын Таһирҙың ярайһы тупаҫ тауышы боҙҙо.
– Һин шулай иҫәпләшмәҫкә итәһеңме?
– Мин кейем менән иҫәпләшермен. Ыштаның да юҡ тиерлек. Көҙ килер, бер ҡат тирең менән ҡыш сығырға итәһеңме? Мин бит һине йәйге, көҙгө, ҡышҡы әберҙәр менән баштан-аяҡ кейендерәсәкмен.
Айтуған юҡты һөйләмәй, кейем-һалым байтаҡ йыйылған. Армияла саҡта апалары, әсәһе ҡайтыуына алып ҡуйғандар. Ә Өфөлә эшләгәндә үҙе, моданан ҡалышмаҫҡа тырышып, салбар, свитер, куртка кеүек нәмәләрҙе байтаҡ алған. Элек Таһир кәүҙәгә шаҡтай ҡалын ине, хәҙер икеһе лә бер размер. Кәүҙәһенә һылашып торған яңы кейемдәр кейгәс, Таһир һылыу егеткә әйләнде. Көҙгөнән ҡәнәғәт ҡарашын айыра алмай торған егет тағы үҙ һорауын ҡуйҙы:
– Һин нимә, бер тин дә бирмәҫкә итәһеңме ни?
-Ҡулыңа аҡса тейһә, аҙағы ни менән бөтәсәген үҙең дә беләһең. Юҡҡа сығасаҡһың, шул булыр.
– Юғалмам да ул, – Таһир эре генә яуаплай. Яҡшы кейемдә үҙен егет солтаны итеп тойоп ебәрҙе.
Ул киске ашты ла ашап тормай ғәйеп булды. Шул кисте дискотекала эсеп иҫереп, һуғышып йөрөгән. Артабан ҡайҙа киткәндер, Айтуған уны юллап йөрөй алмай инде. Бесән башланды. Яллап саптырырға, рулонға һалырға тура киләсәк. Әлегә үҙенең кәрәкле ҡорамалдары юҡ. Айтуғандың иҫәбе әҙме-күпме килем булһа, иң беренсе сиратта шуларҙы булдырыу. Бесән урынлаштырырға лапаҫы ла кәрәк бит әле. Бесән алыу иҫәбенә ике ир лапаҫ төҙөргә ярҙам итте. Йәй башы ямғырлы булғас, үлән ярайһы уңғайны. Быныһы яҡшы. Шулай ҙа бесәнлеккә көҙгө ямғырҙар башланыр алдынан үлән орлоҡтары һибергә кәрәк булыр. Был ысулды уға әсәһе кәңәш итте. Яҙға берәй алты гектар иген дә сәсер кәрәк. Әле был эштәр тик сығым ғына һорай. Быйылға мал башын алтауға еткерһә, бизнес-план төҙөп биреп, субсидия юллар. Субсидия алғас мини-фермаһын төҙөй башлар. Һуңғы ваҡыт кеше икәнен дә онотто, буғай. Бер туҡтауһыҙ уйлай, уйын һис кисектермәй тормошҡа ашыра. Хәрәкәт, хәрәкәт… Ул шунһыҙ тора алмай, йәшәй алмай. Эшләгән эшенән тәм таба, теләп башҡара. Хатта арымай ҙа кеүек. Ферма төҙөү, тоҡомло мал булдырыу, уларға еткелек бесән, фуражлыҡ иген сәсеү. Киләсәктә ерен дә киңәйтер. Ана буш ятҡан ер күпме. Аҙаҡ инде заманса йорт һалып инер, уныһы ла бына ошонда, үҙенең утарында. Эйе, барыһы ла булыр. Әлегә ул хәҙергеһенән тәм таба, алға бара. Әсәһе уны дәртләндереүсе, ярҙамсыһы. Улар янында өсөнсө яҡын кеше лә булыр. Киләсәктә.
Читайте нас: