Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Август 2020, 14:57

ЯҘМЫШЫМ БУЛМАНЫҢ

#Ағиҙелжурналы

АЙНУР
Уҡыуҙан асығып ҡайтып ингән үҫмер асҡан ишеген кире япты. Түҙер әмәле ҡалманы бит инде. Һаман яғылмаған, аш-һыу еҫе сыҡмаған һаҫыҡ йорт эсе, иҫереп йығылған ата-әсәһенең хырылдауы биҙеүҙең аръяғына сығарҙы. Айнур асығыуҙан бөрөп, кәкрәйтеп алып барған эсен тотоп солан иҙәненә сүгәләне. “Бер кемгә лә кәрәкмәгәс, ниңә был донъяға яралттылар икән?! Түҙә алмайым, түҙә алмайым бүтән. Үлергә лә ҡотолорға!” Үҫмер ихатаға сыҡты, йөрәге дөп-дөп типте, быуындары ҡалтыраны. Ҡарға сумып, шунан тормай ятыр ине лә, был оҙаҡҡа һуҙылған ғазаплы үлем булыр һымаҡ. Күптән инде мал заты тормаған аҙбарға юл тотто, алан-йолан ҡаранып берәй бау киҫәге эҙләне. Бесән преслай торған ныҡлы бау үҙе үк ошонда эленеп тора ла баһа. Шуны үрелеп алам тигәндә генә ҡолағына яғымлы тауыш сағылды:
– Бәр-бәр-бәр, килегеҙ, матурҡастарым, – тасҡа тыҡылдашып туралған картуф киҫәктәре төшкәндәй тойолдо. – Талашмай ғына ашағыҙ, холоҡһоҙланмағыҙ, – шыуышып ҡына атлап киткән аяҡ тауыштары ишетелде.
“Мәрғүбә әбейем һарыҡтарына ашарға һалды”. Егет ихата ситләтеп барып әбейҙең ялан кәртәһенә күҙ һалды. Көр һарыҡтар картуф ҡатнашҡан кишерҙе рәхәтләнеп кертелдәтәләр. Айнур һирәк кенә итеп тотолған кәртә аша һикергәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Йәшен тиҙлегендә һарыҡтар янында ине. Үҫмер кишер ҡатнаштырылған картуфты куртка кеҫәһенә тултыра башланы.
Ҡайтып, мейескә яҡты, ул ҡыҙып күмерләнгәс, бешерергә ҡуйҙы. Картуф тиҙ үк бешеп сыҡты. Көтмәгәндә килеп ингән ризығын бешә-бешә һоғаланып ашап ҡуйҙы. Ҡаҡ иҙәндә салҡан төшөп ғырлаған әҙәм ишараты аҙыҡ еҫен һиҙеп ауыҙын сәпелдәтте, ләкин күҙен асырлыҡ та рәте булмағас, ыңғыраша-ыңғыраша йоҡлай бирҙе. Үҫмер бысраҡ матраста бот-сат килеп, йән дә белмәй ятҡан әсәһе өҫтөнә иҫке бер пальто ырғытты. Йән көйҙөрөп ятмаһын. Тамағы бер аҙ бөтәйгәс, өй ҙә йылынғас, ҡалҡынып һыуыҡҡа сығып киткеһе килмәне. “Былар йоҡлағанда дәрестәрҙе ҡарап алырға кәрәк”, – тип уйланы ул. Иҫке рюкзагынан китаптарын сығарып китабын уҡый башланы. Ни тиклем аяныс хәлдә йәшәһә лә, Айнурҙың уҡығыһы, мәктәпкә барғыһы килә. Мәктәп – мәктәп инде. Унда йылы, яҡты, кластар бөхтә итеп йыйыштырылған. Ул ҡояш төшөп кенә торған партала ултыра. Егет яҡшы уҡырға, дәрестәрҙә башҡаларҙан яҡшыраҡ яуап бирергә тырыша, уҡытыусы һорау бирһә, ҡул күтәрергә әҙер генә тора. Үҙенең тырышлығы, яҡшы уҡыуы арҡаһында ғына кеше араһына һыйып йөрөүен күптән аңлағайны инде. Булған ғына кейем-һалымын да ҡарап ҡына йөрөтә. Куртка, джинсы, күлдәк кеүек нәмәләрҙе йәйгеһен үҙе эшләп алғайны.
– Былай булмаҫ, – тип ҡысҡырып әйтеп ҡуйҙы ул ултыра торғас. – Быларға ҡарай башлаһаң, ысынлап та, йә үҙеңә ҡул һалырға, йә шулар менән бергә эсергә керешергә кәрәк.
Ул нисек тә өләсәһенең һуңғы васыятын үтәргә тейеш. Өләсәһе ҡулында үҫмәһә, уның кеүек уйларға өйрәнмәһә, күптән бәләкәс эскесегә әйләнгән булыр ине. “Алдыңа ҙур теләк – маҡсат ҡуй, балам. Көн үтһенгә генә йөрөмә. Эшләгән эшең киләсәгең өсөн файҙалы булһын. Файҙаһыҙ юлды, шөғөлдө ҡыума. Башлағаныңды аҙағына еткер. Ахмаҡтарға эйәрмә, йүнлеләргә эйәр! Ана, әсәң гел кәрәкмәгән артынан йөрөп ниндәй көнгә төшкән. – Ошо һүҙҙәр үҫмерҙең мейеһендә утлы хәрефтәр менән яҙылған кеүек янып, өтөп тора, насар юлдан һаҡлай ине. – Төңөлмә, тырышлығың һөҙөмтә бирер».
“ Их, өләсәй, әҙәм аҡтыҡтары башыңа етте бит, йөрәгең күтәрмәй, яҡты донъянан китеп барҙың. Улар менән көрәшә-көрәшә мине тәрбиәләнең, әҙәм итергә тырыша инең. Өҫтөм бөтөн, тамаҡ туҡ ине. Һиңә һис тынғы бирмәй пенсияңды йә урлап, йә талап алдылар. Хатта үлемтектәреңде урлап һатырға әмәлен табалар ине. Мин уларҙы төйөнсөккә төйнәп, әхирәтең Мәрғүбә әбейгә алып бармаһам, һатып бөтөрәсәктәр ине…” Уйҙары шул тәңгәлгә еткәс, үҫмер “терт” итеп ҡалды. Күрше әбей өләсәһенең иң яҡын әхирәте ине. “Минең менән бер-бер хәл булһа, әбейеңә бар”, – тигәйне бит өләсәһе. Нисек онотоп ебәргән һуң? Айнур һикереп торҙо. Курткаһын кейәйем тиһә, унда юлаҡ-юлаҡ крахмал эҙҙәре ярылып ята. Сепрәк табып, ашыға-ашыға кейемен таҙартты. Уй кинәт кенә тыуып күңелен елкендерҙе. Тиҙ генә хәл итмәһә, икеләнә башлар, аҙаҡ ҡыйыулығы етмәҫ кеүек тойолдо. Тыны бөтөп тигәндәй килеп инеүенә Мәрғүбә инәй аптырап китте. Киске сәй эсергә генә йөрөй ине, Айнурға ҡарап йылмайҙы.
– Улым, әллә эшең күпме? Ашығаһың кеүек.
– Юҡ, улай түгел.
– Улайһа, бер үҙемдең эс бошоп тора ине. Икәүләп сәй эсеп алайыҡ.
Үҫмер оялды, йөҙө уттай янды. Ләкин һинең һарыҡтарыңдың ризығын урлап алдым, тип әйтә алмай бит инде. Ярлы тәкәббер булып ҡыланыу уның хәлендә ахмаҡлыҡ һымаҡ. Өҫтөн һалып, ҡулын йыуҙы, оялып ҡына өҫтәл янына ултырҙы. Әбекәй ҡаймағын, дөгө бәлешен ҡуйҙы. Оло кеше тамаҡ һыйлап ҡына йәшәргә ярата инде. Тәмле кәнфит, әфлисун емештәре лә бар. Айнур һыйҙарға ташланмай, тәртипле генә итеп ашай. Бер генә сынаяҡтан туҡтарға уйлағайны, әбей ҡыҫтай-ҡыҫтай йәнә яһаны. “Ниндәй бер тигән баланы харап итәләр бит. Тыйнаҡһыҙ ҡулдарҙа ас-яланғас йәшәһә лә, ҡалай тәртипле, – тип уйлай ҡортҡа. – Ҡалай ғына булһа ла балаға ярҙам итеп ебәрергә кәрәк ине. Үҫеп етһә, бирешмәй, үҙ йүнен үҙе күрер”.
Ул арала Айнур ҡыйынһынып ҡына һүҙ башланы:
– Мәрғүбә әбей, һеҙ оло бит инде. Малың да бар. Ярҙам итергә кәрәкһә, миңә әйт. Иртән килеп һарыҡтарыңа ашарға һалырмын, ҡар ҙа көрәрмен, – шулай тигәс ҡапыл туҡтап ҡалды. “Мине көнөнә берәй тапҡыр ашатып тор” тип әйтә алмаясағын һиҙҙе.
– Йә, әйт, оялма. Мин һине көн дә мәктәпкә ашатып ебәрермен, шулаймы? Өләсәйеңдең китеүенә ике ай үтте, бар донъялары ҡыйралды.
Үҫмер сит кешеләр менән ныҡ аралашмағас, күрше әбейҙән ояла ине. Ләкин кинәт өләсәһе кеүек тойолоп, теле асылып китте.
– Мәрғүбә әбей, ниңә өләсәйем шул тиклем яҡшы ине, әсәйем уның киреһе?
– Балам, был үҙе оҙон бер тарих. Төпкә төшөп китергә тура килә. Тыңлайһыңмы?
– Бик белгем килә, өләсәй был хаҡта һөйләргә теләмәне.
Оло кеше һөйләй башлаһа, хәбәренең иге-сиге юҡ. Әбейҙең йөҙө яҡтырып, уйсанланып, хатта йәшәреп киткәндәй булды. Ысынлап та, ҡарсыҡ уйҙары менән алыҫтағы йәшлегенә ҡайтып киткәйне.
– Өләсәйең менән беҙ айырылмаҫ әхирәттәр инек, – әбей талғын ғына итеп һүҙ йомғағын һүтә башланы. – Беҙҙең заман геүләп торған колхоз заманы. Йәштәр ситкә бигүк сығып китмәй ине. Икебеҙ ҙә уҡып бөткән йылды ауылда ҡалып торорға булдыҡ. Йәнәһе, бер аҙ эшләп өҫ бөтәйтәбеҙ. Көҙөн ырҙын табағына иген таҙартырға йөрөй башланыҡ. Игенде күп сәсәләр, эшкәртеп бөтөрөрлөк тә түгел. Шул көҙҙө колхозға ярҙамға һалдаттар килеп төштө. Колхоздың һәр ауылына бүленделәр. Яңғыҙыраҡ кешеләргә фатирға төшөрҙөләр. Минең атай, ағайҙар бар, беҙгә индереп торманылар. Ә бына күрше Әсмә апайҙарға бер һалдат төшөрҙөләр. Урыҫ түгел ине ул. Прибалтиканан тинеләр. Оҙон буйлы, һалам сәсле, зәп-зәңгәр күҙле егет, исеме Айвар. Өләсәйең Зәйтүнә оҙон толомло, ҡарағат күҙле башҡорт һылыуы. Айвар шунда уҡ ғашиҡ булды. Ә минең ағайҙарым алдан уҡ ҡотто алып ҡуйғайны: ”Ҡара уны, йәнеңде алырбыҙ, берәй һалдатҡа күтәрелеп кенә ҡара”, – тип.
Ә Зәйтүнә? Әсәһенең яңғыҙ иркә ҡыҙы, Айварҙың ғишҡын кире ҡаҡманы. Икеһе лә бер ҡарауҙан бер-береһен үлә яҙып яраттылар ҙа ҡуйҙылар. Тыңлап ялҡманыңмы?
– Юҡ, әбей, бик ҡыҙыҡ. Һөйлә, һөйлә.
– Айвар Зәйтүнәне ихлас күңелдән яратты. Әллә ҡайҙағы башҡа ҡәүем кешеһе мосолманса никах уҡытырға ризалашты хатта. Өләсәң менән никахлы булып ай ярым йәшәп ҡалдылар. Командирҙары рөхсәте менән ЗАГС-ҡа ла барҙылар. Бөтәһе лә нисек тейеш, шулай булды. Тик һалдат – һалдат инде, үҙ теләге менән йәшәй алмай. Октябрь һуңдарында ташылаһы иген ташылып, колхоздың алынаһы картуфы, сөгөлдөрө алынып, хөкүмәткә тапшырылып бөткәс, һалдаттар китеп барҙы. Ғашиҡтар ауыр хушлашты. Тәүҙә хаттар бик йыш килде. Айварҙың хеҙмәте бөткәнсе өҙөлмәне. Үҙ иленә ҡайтыр алдынан һуңғы хаты килде лә туҡтап ҡалды. Бына шулай, улым. Егеттең ата-әсәһе ризалыҡ бирмәгәне аңлашыла инде. Ул ваҡытта әсәйең тыуғайны инде. Беҙҙең заманда өсәр йыл хеҙмәт итәләр ине бит. Зәйтүнә ирен бәпес менән ҡаршы аласағына бик һөйөнә ине. Хаттар туҡтағас, йәш ҡатын һары һағышҡа батып, ҡайғынан ябыҡты, һөйләшмәҫ булды. Аҙаҡ ҡыҙы хаҡына ғына бик әкренләп тернәкләнде. Балаға Айварҙың яратҡан исемен ҡушҡайны – Вия тип. Вия төҫкә, атаһына түгел, әсәһенә оҡшаны ла ҡуйҙы, тик күҙҙәре генә атаһыныҡы. Ә бына һин – ҡойоп ҡуйған Айвар. Олатаһына ике тамсы һыу кеүек оҡшаған бала булыр икән. Ниңә шулай һалам сәсле, зәңгәр күҙле булыуыңа төшөндөңмө инде. Башҡорттар араһында ла аҡ йөҙлөләр күп, ләкин һин бөтөнләй башҡа. Хатта исемең дә Айварҙыҡына яҡын – Айнур. Шулай, улым, тормош елдәре сит-ят орлоҡто өрөп килтерә һәм ул орлоҡ шытып емеш бирә. Эйе, шулай… Өләсәң бүтән кейәүгә сығырға уйламаны. Ә өмөт һалыусылар байтаҡ ине. “Береһе лә Айварға тиң булмаҫ”, – тине лә ҡуйҙы. Вияны самаһыҙ иркәләне. Үҙенә кейергә йүнле кейем алманы, ашарын ашаманы, бөтә тапҡан-таянғаны – ҡыҙына. Яңғыҙ ҡатынға тормош көтөүе еңел түгел, Зәйтүнә иһә бер кемдән ярҙам һораманы. Әсәң холоҡһоҙ, елбәҙәк булып үҫте. Ҡыҙын эшкә өйрәтмәне әхирәт. Аҙаҡ, үкенһә лә, һуң булды. Вия ун өс йәштән егеттәр менән йөрөй башланы, тырышып уҡыу тураһында уйлап та бирмәне, төшкә тиклем йоҡларға, тәмле ашарға ғына булһын.
Айнурға был хаҡта тыңлап ултыры ауыр була башланы.
– Мин сығайым, әбей, – тип урынынан торҙо.
– Эй, балаҡайым, үҙем дә артығын һөйләп ташланым шул. Йә, асыуланма. Ваҡыт та һуң булып китте. Йоҡлап ҡалһаң да, насар булмаҫ ине.
Үҫмер ҡунып ҡалырға оялды, хушлашып сығып китте. Кис аяҙ, һалҡын ине. Аяҙ күктә йондоҙҙар емелдәй. Йәш айҙың көмөш урағы саф матурлығы менән хайран итә. Айнур оҙаҡ ҡына күккә ҡарап торҙо. Донъяла илаһи бөтөнлөк, гүзәллек менән бысраҡлыҡ, шаҡшылыҡтың да бергә һыйынып йәшәүенә иҫе китә. Йәш аңы ошо ҡапма-ҡаршылыҡ менән һис килешә алмай ине. Ул, ауыр көрһөнөп, өй ишеген асты. Йорт шаҡтай һыуынған. Үгәй атаһы ҡатыны янына менеп ятҡан, өшөп бер-береһенә һыйынышҡандар. Һауыт төбөндә ҡалған сәмәй менән тамаҡ төбөн сылатҡандар, юҡһа был тиклем йоҡламаҫтар ине.
Айнур утын индереп тағы мейескә яҡты. Төнө буйы туңып ятҡыһы килмәне. Әлдә утын бар, тип шатланды ул, йәй көнө, үгәй атаһы айныҡ йөрөгән арала, икәүләп утын әҙерләгәйнеләр. Бала ғына көйгә ололар уйламағанды хәстәрләп йәшәргә тура килә. Айнур тартҡылашмаһа, иҫерек Фәнил утын хаҡында уйламай ҙа ине. Үҫмерҙең башында уйҙар ҡайнай. Йәшәргә, нисек тә йәшәргә, нисек тә тегеләр юлына төшмәҫкә. Киләсәктә үҙеңде ҡарарлыҡ һөнәр һайларға. Әлеге ваҡытта тырышып мәктәпте бөтөргә, тәүҙә ябайыраҡ, унан һуң юғары белем алырға. Шулай баш вата-вата мейесте бөтөрҙө үҫмер. Күмерҙәр уға күҙ ҡыҫа, ҡеүәтләй кеүек. Өй йылынды, йоҡларға була.
Мәрғүбә әбей менән һөйләшеп килешкәндән һуң Айнурҙың йәшәү рәүеше үҙгәрҙе. Үҫмер инәйҙең йомоштарын рәхәтләнеп үтәй, тәмле аш-һыуын ашай. Шулай ҙа, оялып, бүре ашҡаҙанын тыйырға тырыша. Әбей уның тартынғанын аңлай, ҡыҫтап өҫтәп һала. Айнурға бер аҙ төҫ инеп, көсө лә артып китте. Йәш тәнгә күп кәрәкме?
– Һин инеп йөрөгәс, тормошом йәнләнеп китте, – ти Мәрғүбә әбей, – үҙ балам кеүек күрәм үҙеңде, – быны ул ихластан әйтә. Ул киләсәктә лә асыҡмаҫ өсөн үҫмергә аҡыл өйрәтә. – Мин бәрәңгене ҡыш буйы, күп булһа, ун биш биҙрә тотонам. Баҡсамды аҙ ғына һөрҙөрәм. Яҙ еткәс күберәк итеп эшкәртер кәрәк. Бәрәңге, кишер, һуған, сөгөлдөр, кәбеҫтә ултыртырбыҙ. Тәрбиәләү һинең өҫтә. Уның ҡарауы, тамағың туҡ була.
Айнур риза инде, аслыҡ рәхәт түгел. Үҙе лә был хаҡта уйлай. Тик үҙҙәрендә йәшелсә менән шөғөлләнеп булмаҫ, шытыу менән ашарға тотонорҙар.
Айнурҙың әсәһе был арала ныҡ ябыҡты. Әллә ауырый инде. Ире менән эске эҙләп сығып китмәй башланы, күберәк ятып тора. Йәл дә һуң, ни эшләтергә инде? Ашамайса теләһә нәмә эсеп шул көнгә төштө. Ир шәрәмәтендә уның ҡайғыһы юҡ. Башҡа шешәләштәр табып, эсеүен дауам итә, өйгә һирәк ҡайта. Шулай ҙа Фәнил бер көн ҡайтып күренде, ҡатыны барлығы иҫенә төштө, буғай.
– Йә, бисәкәй, һаман ятаһыңмы? Тор, мин һиңә әжәл дарыуы алып ҡайттым. Эсеп ебәр, хәҙер шәбәйеп китерһең.
Кәкрәйеп кенә ятҡан Вия тороп ултырҙы. Ҡалтырап торған хәлһеҙ ҡулдары менән ире һонған бысраҡ стаканды тотто. Тик хәмер еҫе танауына бәрелеү менән уҡшый башланы. Һаман тырышып уртлап йоторға тырышһа ла, зәһәр шыйыҡса тамаҡтан үтмәй кире ҡойолдо. Организм ағыуҙан баш тарта ине.
– Һин нимә, зәм-зәм һыуын түгеп әрәм итеп ултыраһың? Һуғып осорормон, эсһәң эс тә.
Дәресен ҡарап ултырған Айнур ырғып тороп иҫерек ир ҡаршыһына барып баҫты. Күңелендә ҡайнаған нәфрәт уның көсөн арттырҙы.
– Етер һиңә әсәйемде ағыулау! Бынан ары эҙең булмаһын! Ҡайҙан килгәң, шунда кит! – тигән һүҙҙәр менән иҫерек ирҙе гөрөп сығарып ебәрҙе.
– Төкөрҙөм әсәйеңә, кәрәге бер тин. Әйҙә ятып ҡатһын. Оҙаҡламай үлә ул. Ялынмайым. Миңә бүтәндәр ҙә бөтмәгән, – ул һелкенеп торған ҡапҡаны тибеп асып, сығып китте.
Ә Айнурҙың әсәһе шул ятыуҙан ҡалҡына алмай ятты ла ятты. Һыу эсә лә ҡоҫа, һыу эсә лә ҡоҫа. Ни тиһәң дә, әсәй бит. Үҫмер ни эшләргә лә белмәне. Айнур ҡыйынһынып ҡына фельдшер Миңлегөл апайға әйтте.
– Һинең алкаш әсәйеңдән башҡа эшем былай ҙа күп. Запойҙан ауырыған көйгә оялмай медик саҡыралар, – тип ҡыҙҙы ул. – Шулай ҙа бала хаҡына барайым инде.
Вияның ҡорһағын, ҡабырға аҫтарын ҡапшап ҡараны, башын сайҡап ҡуйҙы:
– Әсәйеңдең бауыры таш кеүек, – тине ул. – Уға районға врачҡа барырға, анализ бирергә кәрәк. Бәлки, больницаға һалып дауаларҙар. Такси ялларға аҡсағыҙ юҡ инде. Ашығыс ярҙам йәш бәпестәр ауырыһа ғына килә. Миндә тәүге ярҙам дарыуҙары ғына бар. Әле ауыртыуға ҡаршы укол ҡаҙайым. Ҡалғанын үҙегеҙ ҡарағыҙ. – Фельдшер үҙ эшен эшләп, ҡотолғоһоҙ ҡарарын сығарып китеп барҙы. Уның эскесе ҡатындарҙы һанға һуҡмауы, артабан ни ҙә булһа эшләргә теләмәүе булмышына сыҡҡайны.
Бала кеше, тормош тәжрибәһе булмағанлыҡтан, талап итергә лә белмәй аптырап тороп ҡалды. Берҙән-бер таянысы Мәрғүбә әбей бар, әле лә күҙ йәштәрен тыя алмай, уға инде. Әбей уны иғтибар менән тыңланы ла:
– Иншалла, балам, Хоҙай ярҙамынан ташламаһа, төҙәлер, үләндәр менән дауалап ҡарайыҡ, – тине. – Иң тәүҙә энәтегә гөлйемеш ҡушып төнәтмә яһайым. Термоста бер-ике сәғәттән әҙер була ул. Бар, үҙ эштәрең менән бул. Дарыу әҙер булғас та индереп бирермен.
Был арала Айнур күтәренке кәйеф менән йөрөй. Бөтәһенә лә өлгөрә. Сөнки әсәһе ап-аруҡ йүнәлә башланы. Тәүҙә ун көн гөлйемеш эскәндән һуң еҙтөймә, меңъяпраҡ, һары мәтрүшкә үләндәренән торған төнәтмә ҡабул итә башланы. Һоло ярмаһы бутҡаһы, баллы сәй, тауыҡ һурпаһынан өҙмәйҙәр. Әбей уларҙың икеһенә лә хәстәрлекле әсәй кеүек хәҙер. Шулай бер ай көрәшә торғас, Вия әкренләп терелә башланы. Улы уҡыуҙан ҡайтыуға өй йыйыштыра, ябай ғына итеп ашарға әҙерләй. Хәйер, әллә нәмәләре юҡ та. Икеһе лә әбей ҡарамағында йәшәйҙәр. Вия элекке ғәҙәттәрен онотҡан һымаҡ, хатта иренең ҡайҙа киткәнен дә һорамай. Айнур ғына һис тыныслана алмай. Уның өсөн әсәһенән башҡа бер кем дә юҡ. Һуңғы дәрестә ҡыңғырауҙы түҙемһеҙлек менән көтә, ул зыңлау менән ишеккә ташлана ла аҡ-ҡараны күрмәй өйҙәренә йүгерә. Әсәһе тағы эсә башлаһа, йөрәге шартлап үлер һымаҡ. Уның өйҙә тыныс ҡына нимәлер эшләп йөрөгәнен йә ултырып торғанын күреп бер аҙ тыныслана. Уның ниҙән ҡурҡҡанын Мәрғүбә әбей аңлап тора. Көйлө генә тауышы менән баланы тынысландыра, йыуата.
– Улай гел ҡурҡып йәшәү файҙаға түгел. Нимәнән ҡурҡһаң, шул килә. Һин гел дә әсәңде айыҡ, аҡыллы итеп кенә күҙ алдына килтереп йәшә, – ти.
Шулай көн артынан көн үтеп, яҙ етте. Яҙғы көндәр күп мәшәҡәттәр килтерҙе. Тәүҙә ике ихатаны ҡышҡы сүп-сарҙан таҙарттылар, ул арала ер кипте. Баҡсаларҙы эшкәртергә, йәшелсә ултыртырға керештеләр. Айнурға IX класс имтихандарына ла әҙерләнергә кәрәк.
Әсәһе тәүҙә донъя эштәрен төшөнмәй маташты. Өләсәй тере саҡта йәшелсә ултыртыулы, баҡса ҡараулы ине шул. Айнур әсәһен өйрәтә, ә ҡатын тырышып эшләй башланы.
– Ҡырҡҡа етеп барғанда балаңдан эшкә өйрән, имеш, – тип мығырҙай әбей үҙ алдына.
Донъяуи эштәр менән шөғөлләнеү ҡатындың үҙенә лә оҡшай башланы. Айнур ҡаҙыған түтәлдәргә Мәрғүбә әбей менән байтаҡ йәшелсә ултырттылар.
– Көндәр йылына бирһен, ҡыяр ҙа сәсербеҙ, – тип һөйләнде әбей.
Вия хәҙер тороу менән баҡсаға сыға, үҫемлектәрҙең шытып сығыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Саф һауаны рәхәтләнеп һулай, ҡоштар һайрауын тыңлай, донъяның йәмлелегенә һоҡлана. Ошоға тиклем ниндәй мәғәнәһеҙ, мәхрүм тормош менән йәшәүенә аптырай. Улының мәктәптән ҡайтыуын көтә. Ниндәй матур, аҡыллы, эшмәкәр улы бар уның. Уға ҡараһа, эсе шатлыҡ менән тула, ҡыйынһынып ҡына уның мәктәптәге эштәре хаҡында һораша. Улы күп ваҡыт өндәшмәй. Һирәкләп асылып та ҡуя. Егет әкренләп шик-шөбһәләрҙән арына, буғай.
Уҡыу йылы һуңында рус әҙәбиәтенән практикантка ҡыҙ килде. Үҫмер ҡыҙҙарҙан нәзәкәтле өҫ-башы, үҙен нәфис итеп тотоуы менән генә айырыла. Ә һөйләшеүе?! Әйтеп килештергеһеҙ яғымлы, ихлас тауыш. Айнур уны күреү менән үҙенә аңлашылмаған хистәр кисерҙе. Ул хайран ҡалыу, иҫ-һуш китеү, һоҡланыу һымаҡ тойғолар эсендә гиҙҙе. Уҡытыусы ҡыҙ тәү тапҡыр күҙ һирпеп ҡарағас, түбәһенән табанына тиклем йәшен ярып үтеп киткәндәй тойолдо. Аңларлыҡ түгел, бер нисә секундҡа иҫтән яҙҙы. Йәне тәненән айырылып күккә ашты. Әле һаман шул кисерештәрҙән айный алмай аптырап йөрөй. Юҡ, бер ҡасан да айный алмаҫ. Ни эшләр ул, ни эшләр?
Һәр кемдең барыбер ҙә үҙ донъяһы, үҙ хәсрәте. Вияның был донъяға сат йәбешеп йәшәргә тырышып ятҡан көнө. Дөрөҫ, әллә ни көсө лә юҡ. Шулай ҙа үлмәҫкә кәрәк ине, тип уйлай. Йәшәү матур нәмә икән дәһә, тәбиғәт гүзәл, улым аҡыллы – шул нәмәләргә ҡәнәғәт булып ғүмер һөрөргә лә бит. Нисә йылдар һуҡыр булынған. Эйе, элекке тормошона ҡайтмаҫ ул. Йәшәү менән үлем араһында ятҡанда бик ҡаты тәүбә итте шул. Итмәҫ ереңдән итерһең, ҡурҡмаҫ ереңдән ҡурҡырһың. Һаташып ятҡанда уның янына ҡара плащ бөркәнгән ҡот осҡос зат килеп, ҡыпһыуыр һымаҡ ҡулы менән эләктереп алды ла ҡайҙалыр елтерәтеп алып китте. Тартҡылаша алмай, тере тәнеңде өҙөп алып барған ҡулдан ҡотолоу юҡ. Ҡыймылдар мөрхәт тә юҡ. Йәмһеҙ, төҫһөҙ яҡтылыҡ, ҡотһоҙ тирә-яҡ, был урынды көйҙөрөп янғын үткән һымаҡ. Көйгән ит, янған сәс еҫтәре таралған. Алда ҡанлы шәфәҡ, шул яҡҡа юл тоттолар. Яҡынлашҡан һайын эҫелек көсәйә. Аҫта ут ҡайнаған упҡын ситендә туҡтанылар. Упҡын эсенән йөрәк ярғыс иңрәү тауыштары ишетелә.
– Ана, урының шунда һинең, – ер аҫтынан гөбөрҙәп сыҡҡан һымаҡ йәмһеҙ тауыш ишетелә. – Ҡара, нығыраҡ ҡара. – Аҫта, упҡын төбөндә, әҙәм тәндәре сәбәләнә, улар геүләп яна, имеш.
– Улар шулай меңәр йылдар буйы янасаҡ. Аҫтан яңы ит үреп торор, өҫтән янып торор, – ти аяуһыҙ тауыш.– Һин шуға лайыҡ, иманһыҙ, тәүфиҡһыҙ әҙимисә.
Ул арала илашып икәү килеп етте. Күҙҙәре зәңгәр нур бөркөп торған ябыҡ ҡына үҫмер менән нурлы йөҙлө ҡарсыҡ.
– Ебәр, был юлы ебәреп тор, – тип илап Вияның икенсе ҡулына килеп тотондолар.
– Бала хаҡына ебәр,– ти ҡарсыҡ.
– Зинһар, әсәмде алмай тор, – тип иңрәй бала.
– Тәүбә итһен, – ҡурҡыныс тауыш үҙенекен тылҡый.
– Тәүбә ит, тим, мәлғүн, – ҡарсыҡ асыуланып китә. – Нимә ҡарап тораһың? Әйт тәүбәңде!
– Нисек тәүбә итергә белмәйем, – Вия өмөтһөҙлөккә төшкән.
– Үткән тормошома ҡайтмайым, тип әйт, – шулай тип балаһы өйрәтә.
– Лә Иләһи иллә Алла, Мөхәммәт рәсүлулла, – тип тәҡрарлай әбей.
– Ю-юҡ, элекке тормошома ҡайтмам, ант итәм! – Ҡото осҡан Вия һүҙ бирә.
– Лә Иләһи иллә Алла, – тигән һүҙҙәрҙе ҡабат-ҡабат нығытып, инанып әйтә. Шунан һуң ҡот осҡос Ғазраил да, ҡайнап ятҡан йәһәннәм дә юҡ булды. Ул күҙен шар асып ебәрҙе. Янында улы менән күрше әбей тора ине. Бына шул Вияның гел дә хәтерендә. Хатта икенсе төштәрендә лә Ғазраил уны тыныслыҡта ҡалдырмай, алыҫтан күҙәтә: ”Ҡара уны!”– тип алыҫтан бармаҡ янай.
Был ваҡытта Айнур үҙен бер упҡындан сығып, икенсеһенә төшкән һымаҡ йәшәй ине инде. “Уны” күргәндән бирле бер генә минутҡа ла иҫенән сығара алмай бер була, хатта төндәр буйы төшөндә күрә. Төшөндә уның менән гел бергә. Нескә кәүҙәле, нәфис ҡыҙҙы етәкләп тауҙарҙы, туғайҙарҙы гиҙә. Ул да Айнурға матур итеп ҡарай, йылмая, имеш. Аҡ тештәре, яҡты күҙҙәре бигерәк матур, ебәк сәстәре туҙырап егеттең йөҙөнә бәрелә. Бына шундай хыялый халәт үҫмерҙең тик әсәһен уйлап, уның өсөн генә тетрәп йәшәүен алыштырҙы. Йығылып ятып уҡыны, нисек уның алдында бер туңбаш булып күренмәк кәрәк. Барлы-юҡлы кейемдәрен гел йыуып, үтекләп кенә кейҙе. Шатлығына ҡаршы, Мәрғүбә әбей тыуған көнөнә зәп-зәңгәр күлдәк бүләк итте.
– Зәңгәр күҙҙәреңә төҫтәш булһын, – тине.– Күлдәгең сүплек башына, үҙең ҡыҙҙар ҡуйынына, – тип шаярҡан була, етмәһә. Егет кеше ғәйеп өҫтөндә тотолғандай ҡып-ҡыҙыл булды.
– Ярар, оялма, ваҡыты етеп килә, – тип шаяртҡан әбей янынан тиҙерәк ысҡыныу яғын ҡарай. Бүләк өсөн рәхмәт әйтергә лә онотто.
Практикантка ҡыҙҙы Мәрғүбә әбейгә фатирға индерҙеләр. Тәүҙә Айнур унан оялып, ҡып-ҡыҙыл булып китә ине. Артабан өйрәнә башланы. Йыш осрашып, аралашып тороу улар араһында дуҫлыҡ ептәре һуҙҙы, эске бер тартылыш барлыҡҡа килтерҙе. Бик тә нескә, өркәк тойғо ине был. “Уны” күрһә, барлығын белһә, шул еткән һымаҡ. Ғүмер буйы ғишҡын алыҫтан ғына күреп йәшәһә лә риза булыр кеүек.
Читайте нас: