Әбейенең мал-тыуарҙы тәрбиәләп инеп килгәнендә, ҡапыл Мансурҙың башына шундай уй килде:” Нишләп әле мин трактор һатып алмайым? Шөкөр, тимер-томор араһында йөрөгәс, рулен дә борғослай беләм. Йәйен ҡул һыҙлатып бесән сабыу, ҡышын арҡа һыҙлатып һыу ташыу йонсотто бит! Донъя рәхәте менән ҡулланмай әрәм булып йәшәү ялҡытты! Әбейем ныҡ йонсой...”
Ҡараңғы соланда самауырының төтөнөн борҡотоп сәсәп йөрөгән Рәлиәһен етәкләп тышҡа алып сыҡты ла, уйҙарын тиҙ арала уға ла тәфсилләне Мансур.
– Тормош еңеләйер, тип уйлайһыңмы? Әллә инде…
Гелән төптән уйлар Рәлиә ҡоромло устары менән яңағын һыпырып алды ла, тупһаға лап ултырҙы.
– Һуғымға тигән үгеҙҙе ыздавайт иткәндә, етерме? Ҡаҙҙарҙың унлапегермеләбен ҡушҡанда…
– Фермала курмы етмәй, халыҡтан бесән дә йыялар, тип яҙып ҡуйғандар. Үгеҙ китһә ней, бер күбә бесәнде лә ебәрә алабыҙ, – тип Мансур ҡатынының аңлауын күреп, дәртләнеп үк китте.
– Балалар аңлар әле, бер йыл һуғымһыҙ ҙа үлмәҫтәр. Ит ней хәҙер баҙар тулы, эшләгәндәре аҡса, һатып та алалар…
Сәй эсергә ултырғас та, Мансур ҡарттың һүҙҙәре һаман ошо юҫыҡтан ары китмәне. “ Трактор булһа, хатта малға бесәнде лә тракторҙың үҙенә һәнәк тоташтырып, ауҙарып ҡына ла һалып була. Бәрәнгене сәсеү, күмеү тиһеңме. Хатта ки, үҙебеҙҙең ихатала ҡоҙоҡ та ҡаҙырға була. Хәҙерге тракторҙа-а-ар! Әнә, күрше ауыл Мотаһар ҡайһылай рәхәтләнә. Минең кеүек пенсиәгә сығып алды ла, рәхәтләнеп тракторҙа ғына елдерә!”
Рәлиә ҡарсыҡ иһә, бер һүҙ өндәшмәй, ҡартының ауыҙына ғына ҡарап, баш һелкеп ултырҙы. Быға тиклем тик ҡул менән генә эшләп өйрәнгәс, тормоштарының үҙгәреп китәсәген ысынлап күҙ алдынан үткәреп шулай иттеме, әллә Мансурҙың ғүмер баҡый хыялдар менән йәшәүенә аптырапмы, яһап алған сәйен дә эсеп бөтмәй, ирен генә тыңланы.
– Малдарға һыу эсерҙем, аҫтарын таҙарттым, эт кеүек арыным. Ә трактор булһамы, был эштәрҙән һуң, тағы ҡалымға ла, әйтәйек, Зөмәйрә әбейҙең утынлығын ауҙарырға, Фазыл ҡартты ҡалаға ла алып барып килергә өлгөрөр инем. Әлбиттә, бушлай түгел. Яғыулыҡҡа етерлекте көн дә шулай табыр инем, эйе бит, ҡарсыҡ.
– Әллә инде… Зөмәйрә, тиһеңме. Белмәйем инде. Уларын тракторлы булғас күҙ күрер, әйҙә, ҡапҡа алдындағы ҡарҙы көрәп бөтөрәйек. Хәҙер тағы яуып өрә башлаһа, күмелер ҙә ҡалырбыҙ. Ялға балалар килһә, ҡапҡа асыла алмаҫ.
– Эй-й-й, ундай эштәрҙе хәҙер үҙебеҙ түгел, трактор башҡарасаҡ. Донъя алға бара, уның менән йәнәшә тын алырға кәрәк. Быға тиклем ыҙаланыҡ, етәр, әйҙә, ял итәйек. Трактор алыу менән ҡар ҙа көрәлер, күңел дә күтәрелер, – тип Мансур ҡарт ултырған ерендә аунап диванға ҡоланы ла, хырылдап йоҡлап та китте.
Нихәл итһен, Рәлиә әбей, трактор көрәгендәй уҫлаптай көрәкте ауыр күтәреп, елкәһенә еңел генә итеп һалды ла, урамға сыҡты…
Эңер төшә килә йәш ҡыҙҙар кеүек еңел аҙымдар менән йүгереп йөрөп һыйырҙарын һауып, ваҡ малдарҙы кәртәгә ҡыуып индерҙе ҡарсыҡ. Мансуры һаман сыҡмағас, эреләрен дә үҙе япты. Унан буш биҙрәләрен ялпылдатып, күршеләге Әминә әхирәтенең ҡоҙоғонан ике урап һыу килтерҙе. Ҡараңғы төшкәс кенә, арып-талып өйгә инде…
Был хәлдән һуң бер йыл үтте. Ләкин Мансур ҡарт урынынан ҡуҙғалманы. Баяғы диванға нисек ятҡан, шулай көндәр буйы ятыуын белде. Тороп ҡына ашай ҙа, кире аунай. Хатта һөйләгән һүҙҙәре лә йыл буйы: “Трактор алһам,”— тип башланып, шулай уҡ тамамлана ине. Ә Рәлиәһе, бер нигә ҡарамай, йәйен бесәнде яңғыҙы ҡул салғыһы менән сапты, балалары килеп йыйышты, күрше ауыл Мотаһар ҡайтарып бирҙе. Егәрле ҡарсыҡ:“Трактор ала ҡалһа,” – тип ҡаҙөйрәктәрҙе лә мул үрсетте, курмыһын да баяғы Мотаһар тракторы менән килтереп ҡалдырҙы. Малдарҙы ишәйтте. Ер һөрҙөртөп, үҙ ҡулдары менән ҡаҙып, бәрәнгене үҙе ултыртты. Ҡый үләндәрен туңҡайып йөрөп утаны, күмде, кире ҡаҙып алды...
Бына бөгөн дә, мал-тыуарҙы тәрбиәләп, ул-был донъя мәшәҡәттәрен яйлап, хәлдән тайып килеп ингәс, Мансур ҡарт ишектең “шарт” ябылыуына тертләп уянды. Рәлиәһенең арыған йөҙөн күреп, күҙен ыуалап алды ла:
– Быға тиклем ҡайҙа йөрөйһөң ул, ҡарсыҡ? Киске аш ваҡыты үтеп тә бара, – тип мыжыны.
– Урам буйлап саф һауа һулап йөрөнөм, өйҙә, эшһеҙлектән, унан ҡалһа, трактор еҫенән күңел болғана башлағас, сыҡҡайным, юлда күрше ауыл Мотаһар ҡарт осраны әле, – тип ҡартының шешенгән күҙҙәренә ҡараны. – Ҡарсығым үлгәнгә биш былтыр, яңғыҙыма күңелһеҙ, тей. Мин ней, уға күсенергә ризалаштым да ҡуйҙым… Етмәһә, уның ысын тракторы ла бар. Барыбер донъяның барлыҡ эшен уға йомошлайым… Балалар минең хәлде белеп тора, аңларҙар әле. Бында үҙең трактор урынына сабыу түгел инде. Хәҙер, улбыл әйберҙәрҙе генә йыям да…
Мансур үрелеп тәҙрә аша тышҡа ҡараны. Унда ялтырап торған трактор эсендә Мотаһар ҡарт сигналын бипелдәтеп ултыра ине.
– Ҡарсыҡ, туҡта, бына трактор ғына алһаҡ… – тип һүҙ башлағайны, Рәлиәһе уны ишетмәне. Ҡултығы аҫтына бер төйөнсөк кенә ҡыҫтырып, тракторлы Мотаһар ҡарт янына сығып йүгерҙе.