Ул – тормош тәғлимәте – һәр кемдә лә барҙыр, моғайын. Утыҙ йәшен тултырған Владыкин да уйлап тапты уны үҙе өсөн. Ниндәй тәғлимәт уйлап сығарҙы һуң ул?..
– Ә бына… – Тәмәке һөрөмөнә батҡан һыраханала тәбәнәк буйлы, мыҡты кәүҙәле, һәр ваҡыт ғәжәпләнгән күҙле уҙағы Васька Черноскутовты ярһый-ярһый ышандырырға тырышты ошо тәғлимәткә Владыкин.
Улар шәхси гаражда бергә эшләй. Ҙур гаражда. Владыкин “КамАЗ” баранкаһын әйләндерә, слесарь Васька Черноскутов Владыкин сырхаулағанда йәки “ваҡыты булмағанда” йыш ҡына уны алмаштыра.
“Ваҡыты булмағанда” Владыкин диванда ята, һөмһөрөн ҡойоп телевизор ҡарай. Никахһыҙ бисәһе – Бесән баҙарында рюмкалап араҡы һатыусы үткер, сәсен аҡҡа буяған, йыуан Клавка – телевизорҙы ярты сәғәт һайын үҙһүҙлеләнеп һүндерә тора. Уның “муйынһыҙлығы” хаҡындағы ғәҙел шелтәләренә Владыкиндың әллә ни иҫе китмәй, яңынан “йәшник”те тоҡандыра ла ҡуя.
Бындай мәлдәрҙә “бушҡа йәшәгән йылдар өсөн” Владыкиндың тамағына әсе төйөр ултыра. Клавканың ятаҡтағы бүлмәһенән әллә ҡасан сығып китер ине, ләкин ҡайҙа? Улар араһында мөхәббәт тигәне булманы, ә ситтән яңыһын эҙләргә нисектер тәүәккәлләмәне. Клавдияла иһә барыһы ла талғын, аңлайышлы һәм – нимәһен йәшерергә – хатта уңайлы. Хатта Клавканың йыш ҡына уның кеҫәләрен аҡтарыуына ҡарамаҫтан. Балалары булманы. Владыкиндың: “Ә ниңә ашығырға?” – тигән һорауына өйҙәшенән бер аҙ йәшерәк Клавка ризалашып баш ҡаға: йәнәһе, ниңә хәйерселәр үрсетергә?
– Ә бына, – Владыкин, ҡабаланып, бысраҡ өҫтәлдә аңлайышһыҙ һыҙыҡтар һыҙғыланы, – һин Евклид геометрияһын беләһеңме?
– Ю-юҡ, – Васька үҙе лә аңғармаҫтан ауыр һуланы, – һин генә ул автодорожныйҙы тамамлағанһың, ә мин... Бәлки, мәктәптә нимәлер белгәнмендер ҙә, ләкин онотолған. Һинең Евклидовың миңә ни бысағыма?
– Евклидов түгел, ә Евклид... Боронғо Грецияла шундай математик булған... Ә хәҙер ҡолаҡтарыңды торғоҙ ҙа тыңла, – “Жигули” һыраһын мул ғына уртлап, Владыкин фекерен дауам итте. – Параллель һыҙыҡтар бер ерҙә лә һәм бер ниндәй нөктәлә лә бер ваҡытта ла тоташмай, тигән Евклид. Һин хет маңлайыңды бәр!
– Шул... Һәр кемдә яҙмышының үҙ һыҙығы, үҙ курсы. Бына, ҡара, – үтә матур булмаған ҡаҡса кәүҙәһенә тап килмәгән киң усын ул уҙағының танау төбөнә һуҙҙы. Фамилияһын үҙгәртеп, яҡын күреп, уны гаражда Попович тип йөрөтәләр, улай әйтергә лә анһатыраҡ.
– Моторҙы һүндер! Мине лә бимазалама, – Васька Черноскутов бәләкәй, ҡыҫҡа бармаҡлы ҡабарынҡы усын иғтибар менән ҡарарға тотондо.
– Бына бында – яҙмыш һыҙыҡтары, – тип бышылданы Владыкин, – ә унда минең ғүмер буйы меҫкен шофер буласағым, Канарҙарҙа ял итмәйәсәгем, үҙемдең иномаркам, ҡала ситендә коттеджым булмаҫҡа тейешлеге яҙылған. Ғөмүмән – яҙмыш...
– Нимә? Миндә лә яҙылғанмы? – Васька Черноскутов аптырағандай һораны, хатта усын еҫкәгәндәй итте.
– Эйе... Һиңә ғүмер буйы слесарь булырға, минтайҙан тәмлерәкте ашамаҫҡа, бына ошо “Жигули” һыраһынан да ҡиммәтерәкте эсмәҫкә, тип яҙылған. Баста! Етмәһә, ғүмер буйы получкаға тиклем ҡалтыранырға – тиндәрең етәме-юҡмы?..
– Ә тегеләр? Йәғни буржуйҙар? Уларҙыҡында шунда уҡ бүтән төрлө яҙыламы?
– Ә уларҙың үҙ яҙмыш һыҙығы. Аша – ғарҡҡансы, айма – алйығансы. Тормоштары – бал да майҙа, ә намыҫ – юҡ, оялмайҙар ҙа! Иң мөһиме, тыңла, беҙҙең тормош һыҙыҡтары уларҙыҡы менән бер ва-ҡыт-та ла тоташмай. Беҙ параллель донъяларҙа йәшәйбеҙ. Улар менән беҙ – тимер юл рельстары һымаҡ...
– Һм... Ҡыҙғаныс. Аҡыл һатаһың һин...
– Бында аҡыл һатаһы ла түгел...
– Эйе... Һин бына техникум бөткәнһең, баранканан юғарыраҡ ниҙер аңлайһың, ә мин...
– Бына бер миңрәү! – ҡапыл Владыкиндың асыуы ҡабарҙы, ул күҙҙәрен ғәйепле ҡыҫҡылаған Васькаға ҡысҡыра башланы. – Осҡоноң һүндеме? Бөгөн, яҙмыштың ике һыҙығы кеүек, ике донъя – ярлылар һәм байҙар донъяһы – бар! Беҙҙеке һәм уларҙыҡы! Евклид буйынса, был һыҙыҡтар тормошта бер ҡасан да һәм бер ерҙә лә тоташмай! Лобачевский, йыһанда тоташа, ти. Ләкин беҙ йыһанда йәшәмәйбеҙ! Улар үҙ донъяһында йәшәй, ә беҙ үҙебеҙҙекендә йәшәп үләсәкбеҙ! Аңланыңмы, юҡмы? Иҫәүән!
– Һин үҙең!.. – Васька ҡаршы телләште, ләкин аҙаҡ дуҫының хәленә инде. – Их, бөгөнгө штраф йәнеңә тейҙе... Машинаны “һулға” ҡыуғаныңды хужаға ҡарауылсылар ошаҡлағандыр...
– Эйе! Таныш ҡатынға мебель алып барҙым! Ябайҙы түгел, ә испандарҙыҡын. Мин ғүмер буйы эшләп тә ундайға аҡса еткерә алмаясаҡмын! Эйе! Хужаның рөхсәтенән башҡа уның техникаһын билдәләнгән ваҡыттан оҙағыраҡ йөрөтә алмайым, етмәһә, файҙа алыу маҡсатында. Сөнки беҙҙең хужа – фәрештә!
– Булмағанды, – хәҙер Васька ла үҙен тыйып тота алманы, – ул ысын бандит! Дуҫтары ла бандиттар...
– Дуҫтары кемдәр һуң, ә? Барыһын да телевизорҙан күрһәтәләр, улар хаҡында гәзиттәргә яҙалар. Йәнәһе, халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләп, төн йоҡламайҙар! Чиновниктар, депутаттар – бөтә власть дуҫтарға һәм туғандарға!
– Һин теге... Әйләнеште кәмет, – көтмәгәндә Васька, яурындарын шөрләп ҡалҡытып, тирә-яҡҡа ҡаранды.
– Йә, ярай! Эт өрә, әммә сылбыр ҡыҫҡа, – Владыкин ҡулын һелтәп ҡуйҙы, күбекле көрөшкәгә эйелде. – Ә һин хаҡлы, бөгөн мине нимәлер өтөп алды, йәнем көйҙө.
– Ни булды һуң, Петрух, һин һөйлә, еңелерәк булып ҡалыр, – Васька, уҙағына тоҙло ваҡ керәндилле тәрилкәне шылдырып, ыуарама килде.
Владыкин бер керәндилде алып, ни өсөндөр кеҫәһенә һалды.
– Клавкаға. Әҙ генә күстәнәс... Ә бына нимә булды... Һорағас – тыңла. Бөгөн мебель фирмаһы янынан үтеп барғанда ҡараһам – юл ситендә көмөштәй аҡ “Тойота” тора, ә эргәһендә бер туташ ҡул күтәргән. Хәтәр инде! Бөтә ҡиәфәте, беҙ – тормош хужаһы, тип ҡысҡыра! Затлы... Һул ҡулында – мобила. Мин һиңә әйтәйем – ханым! Телеңде йоторлоҡ...
– Һм, – Васька башын борғоланы.
– Ниңә туҡтамаҫҡа әле, тип уйлайым... Бәлки, ярҙам иткән өсөн һаранланмаҫ – изге эш! Машинанан сығам, ә ул миңә ҡаршы йүгерә, бытылдай. Беләһеңме, ул кемгә оҡшаған? Лариса Долинаға. Исеме лә Лариса...
– Бәйләнмә, артабан тыңла... Үҙемдең йөк машинаһын көтәм дә көтәм – ә ул юҡ, һеҙ минең мебелде илтеп бирә алмаҫһығыҙмы икән, ти. Ә мин уға һуштан яҙып ҡарайым... Таныным мин уны... Ларисаны... Их! Беҙ уның менән ҡасандыр нисек ғишыҡ тотошҡайныҡ… Мин уға ҡала советы алдындағы түтәлдән күпме сәскә ташыным! Ул да мине яратты – факт. Мин шулай уйлайым... “Һаумы, Лариса Батьковна, был – мин бит”, – тим. Ә ул кинәт ҡатып ҡалып ағарынды... Яурыныма матҡып йәбешеп, миңә тултырып ҡарай. Ә уның күҙҙәре – зәп-зәңгәр... Ҡарале, ә ниңә ҡайһы берҙә ҡыҙҙы үпкәндә ул күҙҙәрен йома икән? Быныһы мөһим түгел... Ә Лариса күҙҙәрен йоммай торғайны, күк сәскәләре менән мине өтә...
– Күк сәскә, ы-ы иҫәүән, йәғни зәңгәр күҙҙәре менән – шундай сағыштырыу...
– Шул саҡ ул, бер һүҙ ҙә өндәшмәй, башымды ике ҡулына ҡыҫып, бер тында әйтте: “Йә, һаумы, Петруша... Белә инем осрашасағыбыҙҙы...” Бәхеткә тейендем мин... Яныбыҙҙа машиналар геүләй, мин бер нәмә лә ишетмәйем, барыһы ла күҙ алдымда бөтөрөлә, әйләнә... Их, Лариса, Лариса... Берҙән-бер мөхәббәтем минең...
– Мин элеккене әйтәм... Ниңә ҡауышманығыҙ?..
– Сәбәбе ябай. Әрменән һуң сумдыҡ беҙ уның менән мөхәббәт өйөрмәһенә... Эшкә урынлашырға ла ваҡыт... Туйға аҡса эшләргә тип, Себергә сығып киттем... Уның атаһы үҙ шоферы менән ҡара “Волга”ла йөрөнө – райком секретары, һалбыр иренле... Лариса мине киноға йәки башҡа урынға саҡырһа, аҡсаны үҙе түләй, ә минең кеҫәлә елдәр уйнай. Әсәйем сирле, атайым юҡ... Ни, оят ине миңә... Ах, оят ине... Шуға күрә түҙмәнем дә – ҡапыл сыҡтым да киттем! Себерҙә буровойҙа өс йыл эшләнем. Хат алыштыҡ. Ә һуңынан – шалт! – хат алам, ә унда Ларисаның туйға саҡырыуы. Бер ай эстем... Бер тол ҡатында һушыма килдем... Уның менән фотоға төшөп, Ларисаға һалдым – йәнәһе, ғаилә сәләмдәре юллайым... Ә бер айҙан Себергә гуд бай! Өйгә ҡайттым...
– Тимәк, боксҡа ҡыҫырыҡлаған ул һине, буржуй балаһы...
– Нисек әйтергә инде... Күрәһең, маңлайға шулай яҙылғандыр. Органдар атаһын ниндәйҙер махинация өсөн – ниндәй икәне аңлашылмай – ҡулға алған. Унда ни эшләгәндер – аҡса менән мутлашҡанмы әллә кемдәргәлер ярамағанмы... Шунда минең Ларисаға ҙур прокурорҙың улы ғашиҡ булған. Бер сыбыҡтан ҡыуылғандар... Үҙ кешеләр... Тегеләй-былай, Лариса, атаһын ҡотҡарам тип, уға кейәүгә сыҡҡан. Ҡул ҡулды йыуа... Ғөмүмән, ул миңә шулай һөйләне... Әле яратмаған ирем сит илдә, ти. Бында уның фирмаһын Лариса тотош үҙенә алған. Мине бер ваҡытта ла онотманым, ти...
– Аҫыл ҡош икән! – Васька һыҙғырып ебәрҙе. – Ә һин ниңә батынҡырап ятаһың?
– Мин ни... Күпме ваҡыт уҙған... – Владыкин сәғәткә ҡараны. – Ах! Ун бер тулып киткән... Ҡараңғы төшкәнен дә һиҙмәй ҡалғанмын... Ә иртәгә – рейсҡа...
– Дөрөҫ... Һин һүҙеңде тамамлап ҡуй инде, – Васька ялтас башын һелкте.
– Бәй, мебелде тейәнек тә уға юлландыҡ. Яңғыҙы йәшәй. Улым, ти, атаһы менән Германияла, текә пансионатта. Уның биш бүлмәле фатирына индек, ә үҙе ҡаланан ситтәге йортонда, ҡабул ителгәнсә, тәбиғәткә яҡын йәшәй, күрәһең... Унда индем, һиҙҙермәҫкә тырышһам да ҡатып ҡалдым. Минең ундай фатирҙарҙа булғаным да юҡ ине, Васька. Валлаһи, Санта-Барбаралағы һымаҡ. Ә миндә – майға ҡатҡан шофер тужуркаһы. Кейемем ярай инде... Күңелемә ауыр. Ул табын әҙерләне, барыһы ла фырт, ялтырап ҡына тора! Үҙе тураһында һөйләй, ә мин үҙем хаҡында саҡ ҡына. Йылындыҡ, ахырыһы. Брудершафтҡа эстек.
– Ни, терһәк аша рюмкаларҙы сәкәштереп үбештек. Ә ул күҙҙәрен йоммай, теге саҡтағы кеүек, мине өтә... Ҡалтырай башланым, һыуыҡтан түгел... Үҙемдә бер нәмәнең дә үлмәгәнен тоям, уны элеккесә яратам, бәлки, көслөрәктер ҙә!
– Бәхетле булығыҙ! – Васька һемһемләне.
– Йә, ярай... Күңелде зарыҡтырма...
– Ә унан ултырабыҙ, ҡапҡылап алабыҙ, гәпләшәбеҙ... Нимә хаҡында? Тормош тураһында инде. Беҙҙә бит, икәү осраша ҡалһа, шунда уҡ өс фирҡә төҙөлә. Хатта пенсионерҙарға ташламалар, ярлыларға ярҙам хаҡында ла һүҙ ҡуйырттыҡ... Ә ул гел бер нәмәне тылҡый: халыҡ ялҡау, эсә, бер нәмә лә эшләргә теләмәй, ә улар, йәнәһе, йоҡлар йоҡоһон йоҡламай, ашар ризығын ашамай, шул иҫәр халыҡ өсөн өйөрөлә... Уларға бер кем ярҙам итмәй, үҙҙәре тырыша ла үҙҙәре... Бик ныҡ үртәләндем... Йөҙө лә, ҡулдары ла, ирене лә – барыһы ла үҙ, ә һүҙҙәре – ят... Ә үҙе һаман миңә һырыға... Хәҙер мин һине ебәрмәйем, ти. Ә мин, Хоҙай һаҡлаһын, аҫрауға алынып, уға кем – шофер-хеҙмәтсе буламмы ни, тип уйлайым. Юҡ инде, миңә “КамАЗ”ым һөйкөмлөрәк... Ишетәһеңме? Уның балыҡ тураһындағы ҡиссаһы тамам сығырҙан сығарҙы... Йәнәһе, кешеләргә балыҡ бирергә ярамай, улар уны ашай ҙа ҡуя, ә уларҙы был балыҡты тоторға өйрәтергә кәрәк, ҡулдарына ҡармаҡ тотторорға... Тормош, йәнәһе, шунда уҡ яҡшыра... Шунда түҙмәнем. “Ә һеҙ үҙегеҙҙең балыҡты – был муллыҡ-байлыҡты – нимә менән тоттоғоҙ? – тип һораным. – Ҡармаҡ менәнме? Юҡ, һеҙ уны шаңғытып алғанһығыҙ, динамит менән шаңғытҡанһығыҙ ҙа йыйғанһығыҙ ҙа йыйғанһығыҙ...” Әңгәмәбеҙҙең ебе өҙөлдө. Йәнә ҡарайым, тағы күрәм: буй-һыны үҙ, ә күңеле – үҙ түгел... Беҙ үҙебеҙ ҙә – яттар, төрлө донъяларҙағылар... Әҙерәк ултырҙым да инглиздәрсә сығып киттем, ни, хушлашмай... Ул ҡәһүә бешерергә сыҡҡайны, күрмәй ҡалды. Машинаға ултырҙым да газға баҫтым. Улар барыһы ла алҡымдан ашҡансы тығына, ризыҡтары ҡолаҡтарынан бүҫелә – юҡ бит, уларға һаман да етмәй! Шунда һин осраның... Хәҙер һуштан яҙғансы эсергә ине, тик иртәгә – рейсҡа. Тимәк, булмай...
– Әйләнеп ҡайтҡас, дауам итербеҙ, – тине ышаныс менән Васька.
– Ҡасан ҡайтырымды белмәйем, – тине битараф ҡына Владыкин, – ҡайтырмынмы икән?..
– Ҡайҙа китәһең инде һин?
– Күрәһең, маңлайға шулай яҙылған... Параллель донъялар һәм тормош һыҙыҡтары тураһында әйтәм...
– Иҫең китмәһен – иртәгә икенсеһе туҡтатыр... – Васька ҡулын һелтәне. – Бына шулай...
– Үҙеңдең Евклидың менән йәһәннәмгә олаҡ та... – Владыкин ауыр ҡуҙғалып урынынан торҙо ла ишеккә йүнәлде. Васька уның артынан аптырап ҡараны ла Владыкиндың һыраһына үрелде – әрәм-шәрәм итергә ярамай...
...Клавка Владыкинды ҡулына уҡлау тотоп ҡаршыланы. Башындағы сепрәк бигудиҙарын һелкетеп – ҡот осҡос! – ҡысҡырынған ҡатынды ир ишетмәне. Лутсы парикмахерскийға барһын ине. Ләкин унда сәсте бөҙрәләтеү үтә ҡиммәт, ти. Бисәһенең иҫке халатына вайымһыҙ ҡараш ташлап, Владыкин бүлмәгә үтте лә, сисенмәй, диванға ятты, йоҡлап китер алдынан мығырланы:
– Будильникты алтыға ҡуй. Иртәгә – рейсҡа.
Иҫке дивандың һығылған пружиналары ипһеҙ шығырланы, Владыкин йоҡоға талды. Төшөнә үҙҙәренең ҡалаһында ла, Рәсәйҙә лә булмаған таш юлдар инде. Туралар, соҡор-саҡырһыҙ, матурҙар – беҙҙекеләр түгел, бәлки, ожмахтағыларҙыр.
Ә ҡаланың икенсе осонда ҡупшы, әммә ҡыҙарған күҙле ханым әхирәтенә шылтыратып зарланды:
– Натали, мин шундай бәхетһеҙ...
Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.