Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Июнь 2020, 15:10

УС ЭСЕНДӘ – УСАҠ – 2. Хикәйә

#Ағиҙелжурналы

Бер көндө ишек шаҡынылар. Барып асыуға алдында яңаҡтары эскә батҡан, ҡураныс ҡына кәүҙәле, алама кейемдә бер апай баҫып тора ине. Ҡапыл-ҡара кемлеген таныманы. Текләштеләр, шунан Сәрбиямал тертләне. Был апаһы ине. Сәрбиназ ҡулдарын уға табан һуҙҙы.
– Һылыуым!..
Сәрбиямал артҡа сигенде.
– Һылыуым, мине танымайһыңмы әллә!
Уға һөҙөп ҡараған һылыуы артҡа сигенә бирҙе.
– Мин ҡайттым. Ҡайтарҙылар. Һине алырға тип килдем, – тине апаһы йәлләнес йылмайып.
“Алырға! Ҡайҙа алырға?” Ысынлап та, ҡайҙа ала алһын уны төрмәнән саҡ ҡотолған апаһы? Улар өйһөҙ. Баш терәр урындары юҡ.
– Һылыуым, нишләп улай ҡарап киттең? Кил, бер ҡосаҡлап һөйәйем үҙеңде.
Сәрбиямал иҫенә килде. Әләм-һәләм кейгән апаһынан сирҡаныу ҙа бар ине.
– Юҡ, – тине ул, – Юҡ…
Тауышы сыҡманы, ирене генә бышылданы. Аңланы апаһы. Күҙҙәре йәш тулған килеш ҡатып ҡалды. Апаһы уға икенсе тапҡыр һуҙылһа, Сәрбиямал ишекте асып, мотлаҡ өйгә инеп ҡасасаҡ. Шул саҡ ишек үҙе шар асылды ла, Зәриә апаһы атылып килеп сыҡты.
– Ай-һай-һай! Нимә, хәҙер, һылыуыңды үлемдән алып ҡалғас, тормош яҡшыра төшкәс, килеп таптыңмы беҙҙе? Һин нимә бирә алаһың был балаға! Торорға үҙеңә урын тап башта!
Ике ут уртаһында ҡалған Сәрбиямал нишләргә белмәне.
– Апай, миңә бында һәйбәт. Апай… – тине ул Сәрбиназға иламһырап ҡарап.
Сәрбиямал, кит, тип әйтмәне. Ләкин ҡарашынан апаһы барыһын да аңланы. Айнанайына икенсе мәртәбә һуҙылған ҡулдар һәленеп төштө. Сәрбиямал ишек тотҡаһын һәрмәне. Сәрбиназ, әйҙә, Зәриә апаһы яуҙырған һорауҙарға яуап бирһен. Ә уның апаһына бер генә лә һорауы юҡ! Ҡыҙыҡай өйгә инде лә яҫтыҡҡа ҡапланып иларға кереште. Юҡ, апаһын ярата ул. Бөтмәгән яратыуы. Тик Сәрбиназ бер ҡасан да Сәрбиямалды һаҡлай, яҡлай алмаясаҡ. Яратыу ғына аҙ! Улар берәҙәк. Эйе, апаһының ҡулынан эләктереү менән ул да берәҙәккә әйләнәсәк. Сәрбиямал ул көндө тышҡа күҙ һалманы. Срогынан алда сығарғандар апаһын. Уныһы яҡшы, тик… Ҡайҙа барып һуғылыр, кемгә генә барып баш эйер икән?
Тағы ла бер йыл үтеп китте. Сәрбиямал синыфташтары менән үҙенең тыуған ауылы Рафатҡа концерт алып барырға булып киттеләр. Тулҡынланып, дәртләнеп, хисләнеп барҙы ул, ауылдаштарына үҙенең насар кеше түгеллеген, юҡҡа сыҡмағанын бик тә белгерткеһе килде. Ауылына үпкәһе юҡ. Матур хәтирәләр йәшәй күңелдә. Ләкин һыҙланыу аша.
Концерт бөткәс, ҡыҙҙы Сәрбиназ менән бергә төрмәгә киткән Рәүфә исемле апай килеп ҡосаҡлап алды.
– Бына бит ҡалай ҙурайып киткәнһең, айнанайым! Мин Рәүфә апайың, онотмаһаң… Гел һине иҫкә төшөрәм, ә һин таныйһыңмы мине?
Сәрбиямал йылмайҙы. Нимә тип кенә яуап бирһен инде? Апайҙарҙы алып киткәндәрендә ул ун йәшлек бала ине, хәҙер үҙе ун дүрт менән бара. Төрмәгә киткәндәрендә унан йәш ярымға ҙурыраҡ булғандар. Тик, нисектер, Сәрбиямал уларҙы өлкән кешеләр һымаҡ күрә торғайны. Һис кенә лә өлкән булмағандар икән шул… Сәрбиямалдың ҡотон алып, Рәүфә быуылып йүтәлләргә кереште.
– Апай, нимә булды!
– Эй, һылыу. Төрмә касафаты… – Ул ҡулъяулығы менән ауыҙ-моронон һөрткәс, йәнә һорашырға кереште. – Апайың гурытта тип ишеткәйнем. Килеп йөрөймө? Күрешеп тораһығыҙҙыр бит?
Ҡалала эш тапты уның апаһы. Ә килеү-китеү… Нимә тип яуап бирергә һуң? Рәүфә яуап көтмәне лә, үҙ хәбәрен теҙҙе.
– Һылыу, әйтә торған һүҙем бар. Эйе, һиңә генә. Үҙеңә. Күргәс, ҡаушаным да ҡуйҙым. Һин ҙур хәҙер, дөрөҫөн белергә тейешһең. Апайыңды нахаҡҡа ултырттылар бит.
– Әлләсе… Күрешкәндә ул турала бер нәмә лә әйтмәне…
– Кем арҡаһында икәнен белмәгәс ни! Минең арҡала, һылыу. Эйе. Бойҙайҙы мин алғайным. Икебеҙгә бер моҡсай ине бит. Апайыңдың моҡсайы етмәһә. Минеке түгел, алманым, тиһә лә, ул бахырсыҡҡа кем ҡолаҡ һалһын? Мин, ни, өндәшергә ҡурҡтым… Бергә алып киттеләр…. Шуның ҡәһәре төшкәндер, бына бит ауырыйым.
Сәрбиямал Рәүфәгә ҡараны ла ҡатты. Тел осона бер һүҙ ҙә килмәне.
– Ә бит эләктерерҙәр тигән уй башҡа ла инеп сыҡманы, һылыу!.. Тотолорҙан бер көн элек Зәриә апай беҙгә килеп киткәйне. “Астан үлеп бараһығыҙ ҙа баһа, нишләп әҙерәк үҙегеҙҙе уйламайһығыҙ? Алып ҡайтығыҙ ҡурмаслыҡ булһа ла, эт тә һиҙмәҫ”, – тине. Персиҙәтелдең һеңлеһе шулай тип торғас, һис бер насарлыҡ уйламаным. Апайыңды ҡотортҡайным, ул тыңламаны. Ә мин… Мин алдым.
Сәрбиямалдың эсе өҙөлдө.
– Апайым… – уның ирене дерелдәне. – Минең бахыр апаҡайым…
Рәүфә үкенес тулы ҡарашын унан алманы.
– Һин бит Шәрип ҡартты яҡшы беләһең. Бригадир ине, хәҙер аяғын саҡ һөйрәп йөрөһә лә. Мин төрмәнән ҡайтҡас, килде хәл белешергә. Зәриә апайға асыуы ныҡ уның. “Үҙем шаһит, ағаһына килеп ошаҡлағанда кәнсәлә инем”, – тине. Бер нәмә эшләй алмағанына үкенде...
– Нимәне ошаҡлағанда?
– Һуң… Калхуз персиҙәтеле беҙҙе бит… – Рәүфә тотлоҡто. – Мине үҙе тотто.
– Зәриә апай уға барып ошаҡлағанмы? – яңғылыш ишетмәнемме тигәндәй, Сәрбиямал ҡабатлап һораны. Рәүфәнән, эйе, тигәнде ишеткәс, хайран ҡалып, бары тик баш ҡына сайҡай алды.
– Мына шулай булды. Апайың ни хәлдә? Килеп йөрөйҙөр бит? Сәләм әйт. Рәүфә бик үкенә, тип әйт, йәме, – Рәүфә ауыр һуланы.
Сәрбиямал уны ишетмәгән төҫлө ҡайҙалыр алыҫҡа төбәлгән килеш тора бирҙе. Баҡтиһәң, ул дүрт йылға яҡын Сәрбиназ апаһына нахаҡ ғәйеп яҡҡан кеше менән йәшәгән икән... Уның иҙәнен, уның керен йыуған. Шул әҙәм аҡтығына рәхмәтле булып, нисек тә ярарға тырышты, тамаҡ ҡәҙерлерәк ине. Йылынан, уңайлыҡтан мәхрүм булғыһы килмәне! Хатта шуның арҡаһында апаһы менән араны өҙҙө. Туҡта! Ә һуң улай булғас, нишләп Сәрбиназ ул мәскәйгә көмөш балдағын бирҙе икән? Ни өсөн Зәриәгә һеңлеһен ташламаҫҡа, бағырға ҡушҡан?
“Апайымды табырға кәрәк, юҡҡа ҡаты ҡыландым. Бахырсыҡҡынам былай ҙа ыҙаны күп күрҙе. Ә минең ни хаҡым бар? Тиктән тик йөрәгемдә таш йөрөтәм түгелме? Әстәғәфирулла…” Сәрбиназдың адресын белмәүенә йәне көйҙө. Зәриә апайҙан һорарға кәрәк! Юҡ-юҡ, ярамай. Нимә өсөн ҡыҙыҡһынғанын белһә, тағы берәй этлек эшләр. Шулай ҙа Рәүфәне күргәнен, унан ишеткәндәрен хужабикәгә белгертмәҫкә тырышты.
– Апай, Сәрбиназ апайымдың әҙрисе ҡайҙа икән?
– Нимәгә ул һиңә? – тине Зәриә йәмһеҙ тауыш менән.
– Аһ, һуң, ул бит минең апайым.
– Һы, апайым, имеш. Килеп бер хәлеңде белдеме?
– Килде лә һуң!
– Һы, теге, төрмәнән ҡайтҡанын әйтәһеңме! Ашарға, торорға урын булмағас, килеп китте инде. Берәҙәк! Күрҙе, онотто.
– Ул бит ҡалала эшләп йөрөй.
– Телләшмә! Эш тапҡан, имеш! Уғрының ҡулы ҡайҙа ла оҙон!
“Мин бит бөтә дөрөҫөн беләм, алдаҡсы!” Сәрбиямал саҡ тыйылып ҡалды. Тамағына төйөр тығылғандай булды, ныҡ ҡына йүтәлләп алды.
– Исемен әйтәһе булма шул бурҙың!.. Әҙәм мәсхәрәһе итте. Һине генә түгел, бөтөн затығыҙҙы. Һыйыр хаҡы, имеш! Уның хаҡын күптән ашаның!
– Улай әйткәнем юҡ бит, апай!
– Бүтәндәр әйтә. Һинең арҡала нахаҡ һүҙ ишетәм гел!
Бындай әр һүҙҙәрен күп тыңланы Сәрбиямал, әле лә иғтибар итмәҫкә тырышты. Рәүфә менән һөйләшкәндән һуң, эстәге юшҡын юйылып, ниндәйҙер бер һиллек килгәйне уға.
Зәриә апаһы өйҙә юҡ саҡта һәр ваҡыт йоҙаҡлы торған һандығын ҡаҙау менән асты. Ундағы аҡсаны күргәс, иҫе китте. Ҡайҙан был тиклем аҡса йыйған да, уны нимә эшләтергә йыйына икән был апай?
Шунан күрше ҡатын менән Зәриә апайҙың ыҙғышҡанын иҫенә төшөрҙө. “Апаһы аҡса ебәреп тора, нишләп йүнләп ҡарамайһың?” “Нимә, мине килеп тикшереп йөрөнөңмө?” “Кеше белмәй әйтмәй!” “Эйе, тыңла шуларҙы! Мин ҡарамаһам, был бала күптән ер аҫтында ятҡан булыр ине. Ана, үҙенән һора, мине нисек яратҡанын үҙе әйтер. Fәйбәт тоҡсайҙары! Көнләшәһегеҙ минән!”
Ай-һай, күрше апай бөтөнләй үк ғәйбәтсе түгелдер. Сәрбиназ апаһы ебәргән аҡса ла ошонда, иш янына ҡуш булып, яталыр… Тик адрес һымаҡ нәмәне тапманы, ахыр, әләм-һәләм һалынған сарлаҡ башына менеп китте. Бында тын алғыһыҙ саң. Ҡутарына торғас, бәләкәс кенә төргәк килтереп сығарҙы. Хаттар? Сәрбиназ апаһының уға яҙған хаттары ла баһа. Сәрбиямалдың ҡулына береһе лә килеп эләкмәне! Ни өсөн яуыз бисә уға береһен дә күрһәтмәгән?
Төнө буйы керпек ҡаҡманы Сәрбиямал. Эңер беленер-беленмәҫтән ауылдан йәйәүләп сығып китте. Һандыҡтан әҙ булһа ла аҡса ала алмауына ғына эсе бошто. Үҙенең аңралығына йәне көйөп, мышҡылданы. Алһа ни була, апаһының хаҡы бар ҙа баһа! Йәйәүләп тә, ылауға һағып та ҡыҙыҡай апаһы йәшәгән ҡалаға килеп етте. Күҙ бәйләнгән мәлдә ҡыҙ ятаҡ ишеген асты. Уға “34” һаны ҡуйылған бүлмәгә үтергә ҡуштылар.
– Апай! – тип кенә әйтергә өлгөрҙө, Сәрбиназ апаһы шундуҡ туғанын ҡосағына ҡыҫты.
– Һылыуым! Кит ана-а-ан! Ҡалай ҙурайғанһың!
– Һин дә матурайғанһың!
– Ҡуй инде! – Апаһы ҡысҡырып көлдө. Был яғымлы көлөүҙе ишеткән Сәрбиямалдың эсе йылылыҡ, рәхәтлек менән тулышты.
– Асыуланмайһыңмы миңә, апай?
– Нимә өсөн?
– Апай, мин һиңә ҡаты булдым.
– И-и-и, һылыуым! Ниндәй ҡатылыҡ? Бына бит иҫәнһең, шунан да ҙурыраҡ бәхет бармы ни?
– Тегендә һиңә бик ауыр булғандыр…
Сәрбиназ баш сайҡаны.
– Юҡ. Беләһеңме ни өсөн ауыр булманы? Мин бит һине усымда ғына йөрөттөм.
– Нисек?!
– Һине усымда тип хис итәм… Уй, өшөгәндер, тием дә йылы тын өрәм. Шунан шул тиклем рәхәт булып китә ине. Эйе, уста һин ултыраһың тип, күҙ алдына килтерәм. Хоҙайға доға ҡылам: “Берүк туңдырма, берүк өшөтмә, кинйәкәйебеҙҙе!” Усымдағы йылылыҡты тойһам, тынысланам. Һин усаҡ булдың бит, һылыуым.
Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне апай менән һеңленең. Рәүфәнең сәләмен еткергәс кенә, Сәрбиназ аҫҡа ҡарап, байтаҡ ваҡыт һүҙһеҙ ултырҙы.
– Йәнең ныҡ көйәлер инде, апай.
Сәрбиназ башын ҡалҡытты.
– Һылыу, минең дә гонаһым бар. Рәүфә ҡотортҡас, мин дә бер ус бойҙай алғайным. Ошолайтып усыма йомғайным. Ҡайтышлай юлда туҡтаттылар, шундуҡ һиҙҙек бит инде нимәгә икәнен, мин йәһәт кенә усымды яҙҙым, бөртөктәр ҡар өңөнә төшөп китте, берәү ҙә күрмәне. Шунан гел уйлап йөрөй торғайным: “Их, һылыуыма әйтеп өлгөрмәнем, шул һибелеп ҡалған бер ус бойҙайҙы йыйып алыр ҙа, ҡурмас ҡыҙҙырып ашар ине”, тип… – Сәрбиназ төкөрөгөн йотто. – Мин хатта Зәриә апайға ла асыу тотмайым.
– Ә балдағың нисек уға килеп эләкте? Ысынлап та, һыйырыбыҙҙы алырға ҡушҡайныңмы? Һин бит уға бер һорап килгәнендә бирмәгәйнең!
– Эйе, яҡшы хәтерләйһең, Зәриә апай Алаҡайыбыҙҙы һорап килгәндә, ризалашмағайным. Тик тотолғандан һуң, һыйырһыҙ ҡаласағыбыҙҙы белдем. Беҙ Рәүфә менән бикле ултырғанда үҙе килеп күрҙе, ни өсөн килгәндер, уныһы миңә ҡараңғы. Күңелдә шом булды, әммә мин бер нәмә аңламаған кеше булып: “Һеңлемде ҡара инде, һиңә генә ышанам, апай. Һыйырҙы ул яңғыҙы ҡарай алмаҫ, һөтө бөтөнөгөҙгә лә етер, тинем. Бурыслы булһам, ҡалған хаҡын аҙаҡ түләрмен”, – тинем.
– Ә балдаҡ?
– Бәй, балдағымды тотторҙом, шунһыҙ һин, кирене, күндереп булмаҫ ине! Һиңә бирергә ҡуштым. Ул бит әсәй иҫтәлеге! – Сәрбиназ апаһы һылыуының сәсенән һыпырҙы. – Һыйырҙы тартып алырҙар ҙа, һин хәйерселәп сығып китерһең, астан үлерһең, тип ҡурҡтым.
– Бурысыңды ошо көнгә тиклем түләп торҙоңмо, апай?
Апаһы яуап ҡайтарманы.
– Арығанһыңдыр, ятайыҡ, – тине.
– Апай...
– Хоҙай доғаларымды ишетте, һине Үҙе минең янға ебәрҙе, – тип йылмайҙы апаһы.
Сәрбиназ торған ятаҡ ҡараңғы ла, еүеш тә. Тар ғына тимер карауатҡа икәүләп һыйҙылар. Барыбер күҙгә йоҡо эленмәне.
– Сәрбиямал, миңә Шәрип олатай сәләм ебәргән. Ҡайт, балам, тигән. Беҙҙең өй буш тора икән. Унда йәшәгән кешеләр икенсе ауылға күсеп киткән, – тине Сәрбиназ.
Сәрбиямал шат тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе:
– Эйе шул, апай! Үҙебеҙгә ҡайтайыҡ. Үҙебеҙҙең өйгә!
– Һин шулай тип уйлайһыңмы?
– Эйе! Беҙҙең атай йорто ла баһа!
– Уныһы шулай. Тик еңел булырмы икән беҙгә?
– Нишләп?
– Өй инде нисә йыл ҡаралмаған. Яңынан күтәрергә кәрәктер... Хәлдән килерме?
Шул саҡ Сәрбиямалдың күҙ алдына Зәриәнең аҡса тулы һандығы килеп баҫмаһынмы!
– Апай, Зәриә апайҙың аҡсаһы – донъя!.. – тип әйткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. – Бер һандыҡты тултыра яҙған. Fүмер буйы йыйҙымы икән?
– Сәрбиямал, – тине апаһы шөбһәле тауыш менән. – Һылыу! Һин ул аҡсаларға теймәгәнһеңдер бит?
Ҡараңғыға күҙ өйрәнгәйне. Сәрбиямал апаһының күҙҙәренә тултырып ҡарап яуап бирҙе.
– Юҡ, апай.
Апаһы йылмайҙы. Уның аҡ тештәре емелдәне.
– Яҡшы! Аҡыллыһың шул! Мин Зәриә апайға ҡалай ҙа рәхмәт кенә әйтәм. Аҡса алған һайын ебәреп торҙом, теләһә нимә эшләтһен. Һин иҫән-һау. Янымдаһың. Хаттарымды ғына бирмәй насар эшләгән. Уның ҡарауы, минең Зәриәгә бурысым юҡ.
Шул мәл Сәрбиямалдың “һандыҡтан аҡса ала алманым” тигән эсен ҡыҫып тотҡан үкенесе һыпырып алғандай юҡ булды. Үҙе лә һиҙмәҫтән иркен тын алды.
– Беҙ аслыҡты, ауырлыҡты еңдек. Иҫәнбеҙ. Был шатлыҡ. Бының өсөн бер нәмә лә йәл түгел, – тине Сәрбиназ уның кисерештәрен аңлағандай, уйсан тауыш менән. – Уның бер нәмәһе лә беҙгә кәрәкмәй.
Ҡапыл Сәрбиямал мышҡылданы.
– Алдым, апай!..
Сәрбиназ урынынан ҡалҡына бирҙе.
– Нимә тинең?
– Алдым шул!
Тынлыҡ урынлашты.
– Әсәйемдең балдағы уға ҡалырға тейеш түгел ине! Йәшергән урынынан эҙләп таптым да, алдым.
– Туҡта, ул һиңә тапшырманымы ни балдаҡты?
– Бирҙе, шунан кире тартып алды. Әгәр ҙә мин балдаҡты тапмаһам, унан китмәгән дә булыр инем. – Сәрбиямал муйынына еп менән таҡҡан балдаҡты килтереп сығарҙы. – Ул беҙҙеке!
– Беҙҙеке, һылыуым!
Шул саҡ икеһе лә ҡысҡырып көлөргә керештеләр. Үҙҙәре лә аңламайынса, көлдөләр ҙә көлдөләр.
– Мин усыңдағы усаҡ булһам, ә һин, апай, йөрәктәге усаҡ булдың!
Иртән иртүк торҙолар, йәһәт кенә йыйындылар ҙа ата-бабалары төйәк иткән боронғо матур ауылдарына ҡайтып киттеләр. Шул ерҙә уларҙың атаһы киләсәккә өмөт бағып йорт һалған. Әсәһе килен булып төшкән. Был ауыл тик уларҙыҡы ине, шуға ла тыуған төйәктә ата-әсәләренең эшен дауам итер, ырыу-заттарының данын ҙурлап, ҡәҙерләп йәшәр өсөн атлыҡты улар. Ике көн йәйәү атланылар. Тыуған райондарына етәрәк, ылау осраны. Күрше урыҫ ауылына инеп, белештәрендә йоҡланылар. Таң һарыһында күҙ тырнап астылар ҙа, йәнә юлға сыҡтылар.
Бына улар тау башында баҫып тора. Аҫта, туғайҙа – ауылдары. Үрҙән өйҙәр бәләкәс кенә күренә, тас апаһының муйынындағы мәрйендәр һымаҡ ҡына. Бер мәл ҡаршы яҡ тауҙан ҡояш йылмайҙы. Ул йылмайғас, ауыл да терелде, нурланды. Быны ике ҡыҙ ҙа тойҙо. Тойҙо ғына түгел, ә ап-асыҡ күрҙеләр. Күрҙе генә түгел, был мәлдә улар үҙҙәре лә нур ине. Олоһо кесеһенә йылмайҙы, кесеһе – олоһона ҡарап. Шунан Сәрбиназ уң ҡулын алға һуҙҙы ла ашыҡмай ғына усын яҙҙы. “Ус төбөндәге усаҡ…” Ҡояштымы, ауылдымы усына һалды, әйтеүе ҡыйын, ләкин Сәрбиямал устың иң төбөндә үҙе ятҡанын асыҡ белә ине. Апайҙың ҡытыршы уң ҡулы алға йүнәлтелгән, ә усында тик үҙе генә күргән усаҡ… Сәрбиямал иһә ҡәҙерле кешеһенең һул ҡулын ҡуш ҡуллап эләктереп алды. Ныҡ итеп ҡыҫып тотто. Ныҡ итеп. Хәҙер Сәрбиямал бер нәмәне асыҡ белә – етәкләшкән ошо ҡулдарҙы бынан ары берәү ҙә инде айыра алмаясаҡ.
Фото: http://alexlib.ru/
Читайте нас: