Сәғәтебеҙҙең сәғәт һайын яҙҙы иҫкә төшөрөүсе кәкүгенең тамағы ҡарлыҡты. Һуға башланымы, туҡтауһыҙ ”ғы-ғыҡ! ғы-ғыҡ! ” тип, әллә тағы егерме тапҡыр ғыҡылдай. Күп йылдар буйына яҙын-көҙөн, йәйен-ҡышын тигәндәй, гелән кәкүк моңон тыңлап өйрәнгән кешегә күңелһеҙ булып ҡалды. Ҡатын да әйткәс, бер көндө сәғәтте ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырҙым да сәғәтсегә киттем. Мөйөштән боролғанда, берәү еңемдән тартып:
- Әй, Илмырҙа, туҡта! – тине.
- Ебәр, мин Илмырҙа түгел, – тим.
- Барыбер ҙә ул... Нимә, сәғәт һатаһыңмы әллә?
- Юҡ, төҙәтергә илтәм. Кәкүге һаҡауланды.
- Әһә! Ҙур ҡаза түгел. Ҡайҙа, күрәйем әле!
Сәғәтте алды был. Ҡолаҡтарына яҡынайтып, улай-былай ҡыландырҙы. Күрәм, ҡулдары уңай ҡыймылдай. Ҡапҡасын асты, башын сайҡап, оҙаҡ ҡына һыҙғырҙы.
- Эше күп бының, мырҙам. Кәкүктең тамағы ҡарлыҡҡан, уныһы дөрөҫ, ләкин ҡанаттары ла ҡайырылған бахырҙың. Төҙәтәм.
- Әртилгәме? – тине был. – Илтмә. Унда кәкүгеңде йә һайыҫҡанға алмаштырырҙар. Ха-ха-ха! Кәкүк ул, исмаһам, ғүмереңде һанап оҙата, ә һайыҫҡан ғәйбәт һатып сүкерләй. Төҙәтәм үҙем. Йә, килештекме? Күкү-кү-кү!
- Ә һин күпме алаһың һуң? – тип һораным мин.
- Алдан уҡ бирһәң – ике һум, төҙәткәс бирһәң – өс.
- Бәй, ни эшләп ике төрлө хаҡ?
– Һауалағы кәкүктән ҡулдағы сәпсек артыҡ булғанға күрә, – ти был, ауыҙын ҙур асып йылмайып. – Килештекме, яҡташ? Иртәгә үк өлгөртәм. Кәкүгең май айындағы кеүек саҡырып ҡаршы алыр үҙеңде сәғәтеңде алырға килгән саҡта. Кү-кү!
Килештек. Сәғәтте, өҫтәп ике һум аҡсаны бирҙем. Сәғәтсе адресын, аҡса алғанына расписка яҙып бирҙе.
- Хуп, хуп! – тине был, ҡулымды ҡыҫып. –Был аҡсаға саҡ ҡына башты төҙәтәйем, унан – һинең сәғәтте! Хәҙергә хуш! Кү-кү!
Уның күрһәткән адресы буйынса иртәнсәк сәғәтте эҙләп барҙым.
–Ни йомош? – тине миңә ишек асҡан һары сәсле кеше. –Сәғәтсе кәрәкме әллә?
– Эйе. Кәкүкле сәғәтемде төҙәтергә алғайны.
– Күптән бында тормай ул.