Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Июнь 2020, 13:19

Әбүбәкер. Хикәйә

Берәүҙәр уны төптө алйотҡа һанай, икенселәр "алла бәндәһе", ти. Әммә рәнйетергә, кәмһетергә баҙнат итмәйҙәр. Мин үҙем уға аныҡ ҡына баһа бирә алмайым, тик йыш ҡына хайран ҡалам. #Ағиҙелжурналы

Берәүҙәр уны төптө алйотҡа һанай, икенселәр "алла бәндәһе", ти. Әммә рәнйетергә, кәмһетергә баҙнат итмәйҙәр. Мин үҙем уға аныҡ ҡына баһа бирә алмайым, тик йыш ҡына хайран ҡалам.
1950 йылдың йәйен мин ғаиләм менән сихри Өргөн күле буйындағы ауылда уҙғарҙым. Ул төбәктең теге саҡтағы хозурлығы һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел ине. Заманында, ҡулыма ҡәләм алып, ошо яҡтың илаһи матурлығын, шул матурлыҡтың тылсымлы ҡеүәтен тасуир итергә тырышып ҡараным. Һәләтем етмәне. Кире һүрелдем. Ул мөһабәт тамашаны тик күрергә, тыңларға, тойорға ғына мөмкин.
Килеүебеҙгә бер-ике көн уҙғандырмы, үҙебеҙ йәшәгән өйҙән сығып, күл яғына йүнәлдем. Урам тын. Кеше заты күренмәй. Халыҡтың күбеһе бала-сағаһы менән урман яғында бесән эшләй. Төҙөк кенә йорттоң ҡапҡа төбөндә терәүҙәре ергә ҡағылған эскәмйәлә ултырған кешегә тап булдым. Сәйерерәк тойолдо был әҙәм. Бер ҡараһаң, ул 15–16 йәшлек үҫмергә оҡшаған. Бер ҡараһаң, 25-тәр тирәһендәге ир затына тартым. Иң тәүҙә уның арыҡлығы күҙгә ташланды. Туҡталмай ғына сәләм бирҙем:
– Һаумыһығыҙ!
– Һаубыҙ әле, — тине, башын саҡ ҡына миңә табан бора биреп, – аяҡтарың талһа, ултыра һалып кит, абзый, – ул бер яҡҡа шыла төштө. Эскәмйәнең бушаған өлөшөн ус төбө менән һыпырып алды. Аяҡтарым талмаһа ла, саҡырыусының һүҙен кире ҡаҡманым.
– Ашығыс сәфәрем юҡ, – тинем.
– Ишеткәнһеңдер, моғайын, мин Әбүбәкер булам.
– Беләм, – тинем, ысынын әйттем. Минең хужабикәм Ҡобра апай ниндәй уңай менәндер уны телгә алғайны.
– Был минең өйөм түгел, – ул башы менән ишара яһаны, – комбайнсы Ғайсаныҡы. Минеке күлдең анау ерендә, ярҙың итәк осонда ғына ултыра.
Мин, йәнәһе, һиҙҙермәй генә тегене баштан-аяҡ күҙем менән ҡапшап сыҡтым. Өҫ-башы таҙа ғына. Кепканың козырегы бер аҙ ҡалтая төшкән.
– Был шау яланаяҡ йөрөй икән тип уйлама тағы. Көндәр ҡоро саҡта ғына шулай йөрөйөм мин. Итек табаны туҙа, аяҡ табаны йөрөгән һайын нығый ғына. Бысраҡта ла, һалҡында ла өҫтөрәргә кирза итегем бар. Кепканы айыусы Яппар һыйлағайны. Мөгөҙө элек үк шундай кәкре ине.
Тәү тапҡыр ул миңә күтәрелеп ҡараны ла һорай һалды:
– Төнөн нисек йоҡланың?
– Былай һәйбәт.
– Юғиһә, яңы ерҙә йоҡо төрләнеүсән була. Илтабандағы апайымдарға барһам, төнө буйы йөрөп сығам. Йоҡо алмай.
– Һин дә һораманың, мин дә әйтмәнем. Үҙем менән таныштырманым бит әле.
– Беләбеҙ. Төнәге Вәзир тигән малай мәктәп дәреслегенә төшөрөлгән һүрәтеңде кешеләргә күрһәтеп йөрөнө. Унда һине табаҡ бит, ябалаҡ баш итеп яһағандар. Ирендәрең дә, быйма олтаны ише, яман ҡалын. Былай үҙең хатта әҙәмсә икәнһең.
– Нимә эшләп яңғыҙың сит ҡапҡа төбөндә ултыраһың?
– Күл эргәһендә бигерәк аулаҡ. Эс боша. Һыуҙағы балыҡтар менән һөйләшеп булмай бит инде. Бында, исмаһам, һирәк-мирәк булһа ла, кеше уҙа.
Тап ошо ваҡыт ҡаршылағы ихатала, нескә сағыу тауыш сығарып, тауыҡ ҡытҡылдарға кереште.
– Әлифә ҡарсыҡтың себеш тауығы йомортҡа һалып төштө. Ҡалай маҡтанып хәбәр тарата, әйтерһең, йоҙроҡ дәүмәле алтын тапҡан. Йомортҡаһы уның әстрхан сәтләүегенән ашмаған. Төнәге Әлифә әбей тәүге йомортҡаһын миңә һыйланы. "Хәйер итеп түгел, һөйөнсө итеп бирәм", – тине. Мин үҙем саҙаҡа алмайым. Мулла түгелменсе. Ғәрип-ғөрәбә лә түгелмен. Хәйер алып ҡына йәшәп булмай. Беҙ олатайым менән дуға бөгөп, сана яһап, мал табабыҙ. Ҡайын туҙынан төрлө һауыт-һаба әтмәләйбеҙ. Йәнә балыҡ тотабыҙ. Һөнәрһеҙ түгелбеҙ былай. Тик армияға ғына эләгеп булманы.
– Нишләп улай?
– Төнәге, үҙемдең тиҫтерҙәремә эйәреп, Учалыға һалдатҡа ҡаралырға барғайным. Саҡырылмай килһәм дә, сисендереп ҡаранылар, ауыҙыма тимер ҡалаҡ һабы тығып, телемде ҡапшанылар. Арҡама, күкрәгемә түңәрәк башлы торба терәп, тынымды тикшерҙеләр. Үлсәүгә баҫтырып ауырлығымды үлсәнеләр. “Йәшең дә еткән, буй-һының да килешкән, тик үтә сибекһең, ауырлығың етешмәй. Ауыр мылтыҡ яурыныңды баҫыр”, — тип алмай ҡайтарҙылар. Йәнә төнәге...
Мин ирекһеҙҙән уның һүҙен бүлдерҙем.
– Нишләп ул бөтә нәмәгә "төнәге" лә "төнәге" тиһең?..
– "Төнәге" ул – үткән ғүмер. Бер көн әүәлме, бер йыл әүәлме – барыбер төнәге. Үткән дә киткән...
Утын арбаһына ала ат еккән бер әҙәм беҙ әңгәмәләшкән арала, кордон яғынан сығып, арғы урамға уҙҙы. Ул үрәсәгә аяҡтарын һәлендереп ултырған. Башы бер эйелә, бер ҡалҡына. Бушаҡ дилбегәһен ҡулына урап тотҡан. Аты ҡабаланмай ҙа, үшәнләмәй ҙә, бер көй атлай бирә.
– Урман ҡараусы Фәсхетдин был, – тип хәбәр һалды Әбүбәкер, – кордондағы әшнәһе Ягурҙан ҡайтып килә. Ярайһы бәлтерәгән. Йөҙөмбикәһенә эләгә икән бөгөн.
– Башҡорттоң йүнһеҙе саҡ ҡына эсеп алһа, бисә туҡмай. Ниңә туҡмағанын үҙе лә белмәй, – тигән булдым. Йәнәһе, тәрән һығымта яһаным.
– Юҡ, Фәсхетдин йүнһеҙ түгел. Ғәҙел әҙәм. Ысын урмансы, ниңә туҡмағанын да яҡшы белә. Сәбәбе бар...
Тегенең тел төбөндәген асыҡларға тырышып, мин ныҡышҡан булдым:
– Әҙәм рәнйетеү өсөн күп кәрәкмәй, имеш-мимеш, буш ғәйбәт етә.
– Ғәйбәт йөрөтөү булыр тип һөйләмәҫкә ине лә, һиңә әйтмәй булмай... Төнәге... Өсөнсө йылда... Бығаса остоҡ та яманаты сыҡмаған Йөҙөмбикә мәсхәрәгә ҡалды. Анау куних Алтынов... Уның фамилияһы ғына Алтынов. Үҙе өс тин баҡырға ла торорлоҡ бәндә түгел. Арғы тау яғындағы кәбән артында Ҡуян Сәлим Йөҙөмбикә менән Алтыновтың өҫтәренә барып сыҡҡан, имеш. (Көртмәле ваҡыты ине). Ул Сәлимдең ҡушаматы – алап ауыҙ. Алап ауыҙҙан таралды ана шул ҡулһыҙ-аяҡһыҙ хәбәр. Йөҙөмбикә иренән танмаған: “Аҙғынлыҡтан да, яратыуҙан да түгел был ҡылған ҡылығым, тик бары бүтән ирҙе һынамаҡтан булды”, – тип әйткән. Хәҙер икенсе йыл инде ире ныҡ ҡына эсеп алһа, ҡатынын һынамаҡлай. Ҡатыны һынатмай. Илгә сығып, һөрән һалмай.
– Йыш туҡмаймы?
– Ю-ю-юҡ... Йыш түгел. Эсһә лә, йылына өс-дүрт тапҡыр ғына эсәлер. Айыҡ саҡта бисәһен маҡтап туя алмай. “Һин алтыным”, “һин көмөшөм”, “һин ҡарлуғасым”, “һин һандуғасым”, “һин бешкән алмам” тип һайрай. Ярамһаҡланып әйтмәй, ихлас әйтә. Кешеләр шулай һөйләй. Алмаһы бешеүен бешкән дә, саҡ ҡына ҡорт тишкән. Быныһын мин әйтәм.
– Йөҙөмбикә тиһеңме әле, ул һуң туҡмалыуға нисек түҙә?
– Түҙә инде. Бер рәхәттең бер ҡыйыны була ул. Рәхәтен күргәс, ҡыйынына сыҙамай ни сара? Сыҙай инде. Ирәмәл ҡоралайы ише үҙе, шундай һомғол... “Ирем ҡулы тейгән ерем тамуҡта янмаҫ, – тип әйтә, ти. – Ҡулым һынһа, еңемә йәшерәм, башым тишелһә, яулығым менән ҡаплайым”, — тип әйтә, ти. Мин уларҙың икеһен дә йәлләйем. Бер рәхәт арҡаһында күпме ыҙа сигәләр...
Был кеше мине торған һайын үҙенә ылыҡтыра, күңелде арбай. Кем ул? Хоҙайҙың үҙе менән туранан-тура аңлашыусы илаһи затмы, әллә бөтә күргәнен, ишеткәнен тейәп йөрөгән ошаҡ ҡапсығымы? Теләгәндә сәсә, теләмәгәндә ҡуҙғатмай. Башын ситкә боробораҡ, ул шымып ҡалды. Ултырабыҙ. Мин уның “балыҡ тотабыҙ” тигән һүҙен иҫкә төшөрҙөм. Үҙем дә был эшкә ифрат әүәҫмен. Әммә күл эсенә инер өсөн кәмә лә, иптәш тә кәрәк. Күл ситенән бында ваҡ бала-саға ғына балыҡ ҡармаҡлай.
– Балыҡҡа йыш йөрөйһөңмө?
– Һил көндә төшәм. Тулҡын ҡупһа, шөрләйем. Мин бит йөҙә белмәйем. Йөҙөп ҡарағаным да юҡ. Тән тартмай. Күл эйәһе минең кеүектәрҙе аңдып ҡына тора икән.
Ҡапты йотто булыр. Кем ул “минең кеүектәр”? – уныһын аңлатманы. Ул тағы бер талай шымып торҙо ла, ҡапыл миңә боролоп, тәү тапҡыр күҙҙәремә ҡараны:
– Дуҫ бар, дошман бар, һөйләшкән һүҙ ике арала ғына ҡалһын. Һиңә сер һыялыр, моғайын. Шундай кешегә оҡшағанһың. Һинең менән дуҫ та булып булыр ине.
– Ниңә, булайыҡ.
– Үтә ҡапыл әйтеп һалдың. Бындай һүҙҙе уйлап һөйләү тейешле. Уйлап әйттеңме? Ихласмы?
– Ихлас. Ир һүҙе. Күрәһең, ул үҙенең “иҫәүән” тигән мөһөрөнә ышанған йәки күнеккән. Шуға күрә үҙенә ҡарата етди мөнәсәбәтте шикләнеп ҡабул итә булыр. Бүтәндәр уны йә шаярта, йә һанға һуҡмай. Йәнәһе, диуана нимә күрмәҫ тә нимә һөйләмәҫ.
Ваҡ-ваҡ баҫып, күбәләктәй генә кәүҙәле бер йәш ҡатын беҙҙең эргәнән уҙып китте. Аҡ яулығын артҡа тартып бәйләгән. Балитәкле алһыу күлдәгенең салғый осо резинка кәлүше ҡунысына тейә яҙып, тейә яҙып ҡала.
– Һинән оялып ҡына өндәшмәй үтте ул, үҙе былай алсаҡ ҡатын, – тип төшөндөрҙө Әбүбәкер. – Мине үҙ күрә. Исеме уның Ғәшиә. Зәңгәр күлдәк уның үҙенеке түгел, әхирәте Шәмсинурҙыҡы. Учалыға барып ҡайтҡансы ғына алып торғандыр. Әле шунан ҡайтып килә. Атаһыҙ тыуған балаһы өсөн аҡсаға барғандыр бөгөн – көнө шул. "Атайһыҙ" тип ни, атаһы бар ҙа, теге нәмәкәй ата ҡаҙ булып сыҡты. Ауылдың арғы осонда ике өйҙә тағы ике балаһы бар. Алды ла айырҙы, алды ла айырҙы кәләште. “Мин – ҡан ҡойған фронтовик. Имею право!” – ти. Ҡан ҡойған, ә тәнендә яраның эҙе лә юҡ. Мөхитдин исемле шул берәҙәк хәҙер Белорет яғында йөрөй. Мәрйә бисәгә йортҡа кергән, ти. Оҙаҡ тотмаҫ мәрйәһе, тиҙ ҡыуып сығарыр ул аҙғынды. Әйтерһең, бер ул ғына һуғышҡан. “Имею право...”
Үҙе һөйләй, үҙе уң аяғының баш бармағы менән ер соҡой. Уйы кинәт нимәгәлер башҡаға күсте, ахырыһы. Ул яй ғына урынынан торҙо.
– Ғәйепкә алма, дуҫ, мин китәм инде. Олатайым урмандан ҡайтыуға аш бешереп ҡуйырға кәрәк, беҙ уның менән икәү генә донъя көтәбеҙ. Атайым һуғыштан ҡайтманы. Инәйем төнәге йылды, яңы иренә эйәреп, Ташкент яғына сығып китте. Етеп килгән һылыуымды ла үҙе менән алды. Инәйемдән былай һылыуымды һағынам, йәлләйем. Инәйемдең эргәһендә ире бар, ә һылыуымдың берҙән-бер ағаһы ана ҡайҙа тороп ҡалды...
Ул үҙ юлына китте, мин ҡайтыр яҡҡа ыңғайланым. Күл яғына ла, тау яғына ла нишләптер аяғым тартманы.
Иртә уяндым. Тауыш-тынһыҙ ғына көтөү китте. Көтөү ҡайтҡан саҡта ғына ул, ауыл осона инеү менән, һарыҡтар мәэлдәргә, һыйырҙар мөңрәргә керешә. Йәнәһе: “Ишетегеҙ, күрегеҙ – беҙ ҡайттыҡ”. Тик алдан килеүсе кәзәләр генә, дәрәжә һаҡлап, тыныс атлай. Хайуандарҙың холоҡтары Келәштә лә, Өргөндә лә бер ул.
Йыуынырға тип күтәрмәгә сыҡтым. Өҫкө баҫҡыс ситендә өҫтө дегәнәк япрағы менән ябылған туҙ туҫтаҡ күҙгә салынды. Шул арала көтөүен ҡыуып Ҡобра инәй ҡапҡанан инде, "Ана, бая һинең дуҫың Әбүбәкер урман күстәнәсе килтерҙе, – тип әлеге туҫтаҡҡа ымланы, – “Дуҫтың үҙ ҡулына тапшыр, әле генә тиреп төштөм”, – тине, һауытты алып миңә һондо. – Бына, тапшырҙым”, — тине. Һауыттың өҫтөн астым. Унда һайлап ҡына йыйылған ҡып-ҡыҙыл тау еләге сүмәкәй өйөлгәйне.
Ул көндө лә, иртәгәһен дә урманға сығып йөрөнөм, күл буйлап уҙҙым, Бирге тау яғына һуғылдым. Әммә Әбүбәкерҙе осрата алманым. Кешенән һорашыу нишләптер уйға килмәне. Өсөнсө көндө төштән һуң үҙе пәйҙә булды. Иҫәнләшеп-нитеп тормай ғына туры ғәмәлгә күсте:
– Дуҫ, ел баҫылды, балыҡҡа төшһәк тә була, – тине, – кәмәне, ҡармаҡтарҙы төнәге үк әҙерләп ҡуйғанмын.
Был хәбәрҙе мин күптән көткәйнем.
– Күстәнәсең өсөн рәхмәт, дуҫ, – тинем, – рәхәтләнеп ашаныҡ.
– Аҡса емеше түгел, баҡса емеше. Эйел дә өҙ.
– Рауза! – тип ҡысҡырҙым өйҙәге ҡатыныма, – Әбүбәкерҙең буш туҫтағын сығарсы, – тинем. Яуап булманы. Ишетмәне, ахырыһы.
– Ҡуй, дуҫ, үҙем яһаған сеүәтә ул, хәтирәгә ҡалһын. Еләген ашаның, бөттө, онотолдо. Ә сеүәтәне ашап булмай. Тора ул шунда.
54 йылға алға уҙып әйтәм. Әбүбәкерҙең ошо туҙ сеүәтәһе, ғаиләбеҙ ҡомартҡыһы булып, һаман үҙ урынында тора.
...Бына беҙ улаҡ ише генә кәмәлә күл уртаһында ултырабыҙ. Һыу өҫтө тып-тын. Шулай ҙа саҡ ҡына ҡыймылдар хәл юҡ, “карабыбыҙ” ҡырынайырға ғына тора. Был хәл, күрәм, иптәшемә борсоу һала. Ләкин һиҙҙермәй. Мин һағыраҡ ҡуҙғалырға тырышам. Әбүбәкерҙең ҡалҡыуысы әленән-әле батып ҡалҡа. Минеке ойоп тик тора. Сирткән һайын, ул йә эре генә алабуға, йә сабаҡ һөйрәп сығара. “Ҡунағым ҡото был... – ти ул үҙ-үҙенә. – Анау йәмшек танау Ғаяз менән бер төшкәйнек, балыҡ әллә ҡайҙа ҡасып-боҫоп бөттө. Махмурҙан һуң ине теге нәмә. Балыҡтар шуның еҫенә сыҙаманы булыр. Мин үҙем дә саҡ-саҡ түҙеп ултырҙым. Һүҙ тыңлап ҡына эйәрткәйнем инде”.
Миңә бәләкәс кенә сабаҡ эләкһә, Әбүбәкер ихлас ҡыуана. “Ана ниндәй тосто эләктерҙе, – ти. – Бер эйәләшеп алһалар, һауып ҡына торорһоң әле".
Әйтергә кәрәк, тәүге көндә лә, унан һуң да балыҡ көтөүе миңә ябырылманы. Ҡотом да, оһолом да самалыраҡ, ахырыһы. Өҫтәүенә, кәмәне сайҡалдырмайым тип, бөршәйеп ултырам. Был хаҡта Әбүбәкер иҫкәрткеләп тора.
Ҡояш ныҡ түбәнәйгәс, бер талай балыҡ бөтөнләй сиртеүҙән туҡтаны. Минең юлдашым күл ситендәге тәпәш өйгә күрһәтте. “Ана, анау бер тәҙрәһе былай ҡараған беҙҙең йорт. Бик иҫкерҙе. Быйыл һипләргә ҡул теймәне. Йәренгә һүтеп һалырға тура киллер”.
Тирә-яҡта йәнә балыҡ уйнай башланы. Беҙ ҡармаҡтарыбыҙға тотондоҡ. Мин тағы кинәтерәк ҡуҙғалдым, шикелле. Кәмәбеҙ ныҡ ҡына сайҡалып алды. Үҙем дә ҡурҡып киттем. “Дуҫ, – тине Әбүбәкер тыныс ҡына, – май баҫҡан арт һаныңды самалабыраҡ, үлсәберәк ҡуҙғат, Ғайса йорто янындағы эскәмйәлә ултырмайһың, йәнең дә, тәнең дә тәрән һыу өҫтөндә. Әҙәм һыуға батһа, тәнен һөйрәп сығаралар, йәне тегендә тороп ҡала, сыҡмай. Йәне һыуға батҡан әҙәм ожмахҡа инмәй, ти”.
Бына ошондай дәлилдәр менән аңлатты ул беҙгә ниндәй ҡурҡыныс, ниндәй һәләкәт янауын.
Эңер алдынан ғына ярға сыҡтыҡ. Тотҡан балығыбыҙҙы Әбүбәкер, эреһе-вағы менән аралаштырып, ике тигеҙ өйөмгә бүлде:
– Күңелеңә оҡшағанын ал, дуҫ, – тине. Мин ҡаршы төштөм:
– Былай ғәҙел килеп сыҡмай, дуҫ. Мин ни бары ыбыр-сыбыр менән ҡалдым, һин һыҙырып һалдың. – Мин был һүҙҙәрҙе ихлас әйттем, әммә асылда уңайһыҙлыҡ та һиҙҙем.
– Ә нисек ғәҙел килеп сыға?
– Миңә әҙерәк, үҙеңә күберәк ҡуй.
– Һин күберәк тотһаң, шулай итер инеңме ни, дуҫ? Юҡ инде, дуҫ, һин мине гонаһҡа ҡотортма. Тиң дуҫтарҙың табышы ла, ҡазаһы ла тигеҙ бүленергә тейешле.
Бына ниндәй һабаҡ бирҙе миңә "иҫәр" Әбүбәкер. Оялыуҙан сәс төптәренән тир бәреп сыҡты. Мин дә, әлбиттә, тигеҙ бүлер инем. Эш ундамы ни? Был хәлдән тиҙерәк ҡотолоу өсөн бер өйөмдө тиҙ генә һауытыма күсерҙем.
Яр буйлап ҡайтып киләбеҙ. Беребеҙ ҙә өндәшмәй. Һүҙгә лә килешмәнек, тик һүҙһеҙ ҡалдыҡ. Байтаҡ атлағас, Әбүбәкер башлап өндәште:
– Дуҫ, – тине, – "һимеҙ арт һан" тураһында ла, һинең табыш бүлеү бизмәнең хаҡында ла хәбәрҙе ситкә сығармайыҡ. Был донъяла дуҫ бар, дошман бар...
Бынан һуң күп тапҡырҙар балыҡҡа төштөк. Ҡотло көнө лә, ҡотһоҙо ла булды. Әммә татыулығыбыҙға туҙан да ҡунманы.
Мине сәйергә ҡалдырып, бер ваҡыт был бөтөнләй күҙҙән юғалды. Һуңыраҡ шуны белдем: уның ер менән күк араһында талпынып торған йәне ҙур һынауға дусар булған. Егеттең яланғас йөрәген аяуһыҙ мөхәббәт ҡошо суҡый башлаған. Колхоз идараһында хисапсы булып ауылда бер сибәр Мәрйәм эшләй. Әбүбәкер иртәнсәк Мәрйәм менән бер ваҡытта идараға килә лә көн буйы ҡыҙға ҡарап тик ултыра икән. Күҙенә лә кереп бармай, эргәһенә лә ылыҡмай, бер мөйөштә ултыра бирә. Тәүҙәрәк унан рәйес Ярмөхәмәт тә, бүтәндәр ҙә: “Ни йомош, Әбүбәкер?” — тиһәләр: “Йомошом һиндә түгел. Уны үҙем генә беләм”, – тип яуаплай. Берәү ҙә уны ҡыумай, ҡыйырһытмай. Әйҙә, ултыра бирһен “алла бәндәһе”. Шулай ҙа теге ара-тирә моңһоу ҡараш ташлаһа, Мәрйәмдең күңеленә борсоу, хатта шом һала. Диуананың дәртен ҡуҙғатҡан өсөн ҡыҙыҡай үҙен нисектер ғәйепле һанай башлай, бер саҡ килеп уның ғазапланыуынан, рәнйеүенән ҡурҡа. Аулағыраҡ ҡалған бер арала Мәрйәм былай ти икән:
– Һин бик һәйбәт егетһең, Әбүбәкер. Тик минең вәғәҙәләшкән кешем бар. Вәғәҙә боҙоу ҙур яҙыҡ бит.
Әбүбәкер өндәшмәй, кискә тиклем ултыра бирә. Был һүҙҙәрҙе ишеткәндән һуң ул ғәйеп булып тора. Миңә лә килмәй, күл өҫтөндә лә күренмәй. Ҡобра инәй генә Бирге тау яғында быҙау эҙләп йөрөгәндә бер тапҡыр уны осратҡан. Башын эйеп тау битләүендә таш өҫтөндә ултыра икән.
Иртә таңдан тәҙрә ҡағып, Әбүбәкер мине тышҡа саҡырып сығарҙы. Ҡураға сыҡтым. Өҫтөндә бының ҡалын ғына һырма, аяғында кирза итек, башында таушала төшкән фетр эшләпә. Осрашҡанда һаулыҡ һорашып тора торған ғәҙәте юҡ уның. Күрә бит: кеше имен-аман, ниңә уны төпсөнөп маташырға. Был юлы ла ул туп-тура кәрәкле һүҙен башланы:
– Дуҫ, – тине ул моңһоу ғына итеп, – һинең менән миңә айырылышып торорға тура килер. Бының өҫ-башына ҡарап, ғәжәпкә ҡалдым, иртә салт аяҙ, йылы.
– Ҡайҙа китәһең?
– Алыҫ йәйләүгә. Прсидәтел үҙе инәлеп һораны. “Унда йыш йөрөргә үҙемдең ваҡыт етмәй. Һинән дә ышаныслыраҡ кеше юҡ, – ти. – Минең өсөн һауынсыларға, көтөүселәргә күҙ-ҡолаҡ булырһың, аттарҙы ҡарарһың, уңған кешегә эш бөтмәй ул”, – ти. Ил башының һүҙен нисек йығаһың инде. Яҡшы заттың һүҙен йыҡҡансы, менгән атым абынып ҡолаһын.
– Китеп һәйбәт эшләйһең, – тим. – Ил белгәнде мин дә беләм, Әбүбәкер дуҫ. Мәрйәмдән дә һыуына төшөрһөң, ихтимал. Был һүҙҙәрҙе мин дуҫың булған өсөн генә әйтәм.
– Уныһы инде, дуҫ, минең үҙ иркемдә түгел, йөрәгем иркендә. Мәрйәм хаҡында, тим...
– Мәрйәмдең бит йәрәшкән егете бар.
– Булһа ни... уның маңлайына бит "мин Жәүәттеке" тип яҙылмаған. Яҙылһа ла, уны сыйып ташлап, "мин Әбүбәкерҙеке" тип яҙҙырасаҡбыҙ. Ул беренсе ҡат ҡуш ҡулын миңә һондо:
– Ҡул ҡыҫышып хушлашайыҡ әле, дуҫ. Йәнә күрешергә насип булһын. Мин һине яраттым, яратмаһам, дуҫ та күрмәҫ инем. Һинән башҡа минең хатта әшнәм дә юҡ.
– Мин дә һине яраттым, Әбүбәкер, – бөтә йәнем-тәнемде шом ҡатыш һағыш биләп алды. Үҙем дә һиҙмәҫтән, уҡталып, уны ҡосағыма ҡыҫтым.
– Ҡуй, дуҫ, быныһы ирҙәрсә килеп сыҡмай, – тине лә ҡосағымдан ысҡынды. Бер талай тик кенә баҫып торҙоҡ. Юлына ҡуҙғалыр алдынан ул былай тине:
– Һин миңә хат яҙма. Үҙем уҡый белмәйем, кешенән уҡытып, сер асыу ярамаҫ. Дуҫ бар, дошман бар...
Оло итектәре менән дөп-дөп баҫып, ҡапҡаға ыңғайланы. Әйләнеп тә ҡарамай, урамға сығып юғалды. Аҙымдары киң, һәлмәк ине. Колхоз рәйесе Ярмөхәмәт – игелекле кеше. Күрәһең, Әбүбәкерҙе ғишыҡ утынан, ә Мәрйәмде уңайһыҙ хәлдән ҡотҡарыу өсөн ошо ҡылыҡты ҡылғандыр.
Бер йылдан һуң тағы Өргөнгә килдек. Ҡобра инәй беҙҙе был юлы ла ихлас ҡаршыланы, ҡыуанып ҡабул итте. Хужабикәбеҙгә күңел өсөн генә булһа ла ваҡ-төйәк бүләктәр, ҡала күстәнәстәре, Әбүбәкергә бер пар һары ботинка, ваҡ буйлы зәңгәр салбар, көрән сатин күлдәк килтерҙем. Бүләктәремде тиҙерәк тапшырайым тип Әбүбәкер тураһында һораштым. Ҡобра инәй, эсенән ут бөркөгәндәй, тәрән көрһөнөп ҡуйҙы.
– Әбүбәкеребеҙ юҡ инде. Әле март аҙағында уҡ янып үлде.
Ул ошо фажиғәне һөйләне: “Комбайнсы Ғайсаның ҡапҡа төбөндә ултырырға ярата ине, бисараң. Шунда килеп ултырыуы була, өй эсендә ялҡын күтәрелә. Диуана тиһәң дә, һиҙгер йән ине. Эстә ут сыҡҡанын тиҙ үк шәйләй. Ишеккә йүгереп килә. Ишектә йоҙаҡ. Ғайсаның ҡатыны, балаларын тыштан бикләп, ҡайҙалыр киткән. Был кире урам яҡҡа ташлана. Тап шул мәл, түр тәҙрәнең өҫкө өлгөһөн ҡыйратып, ҡаҙ осоп сыға. Уның артынан уҡ ялҡын ҡатыш төтөн бөркөлә. Сарбайлап илаған бала тауышы ишетелә. Әбүбәкер, тәҙрә рамын емереп, эскә бәреп инә. Сәңгелдәктәге баланы алып тышҡа ҡар өҫтөнә ташлай. Ғайсаның алты йәшлек өлкән улы карауат аҫтына инеп ҡасҡан була. Быуылып йүтәлләгәнен ишетеп, уныһын да таба, тәҙрәнән тышҡа ырғыта. Ул арала Әбүбәкерҙең үҙен башынан аяғына тиклем ялҡын ялмай. Көс-хәл менән бахырың тышҡа ташлана. Әммә ныҡ янып өлгөрә. Янғын һүндерергә йыйылған халыҡ уны ҡарҙа аунатып ҡарай. Һуң булып сыға. Ҡыу ҡурай кеүек кенә кәүҙәгә күп кәрәкме ни? Үтәнән-үтә янып сыҡҡан. Больницаға илткән булдылар. Таңғаса ла сыҙамаған, йән биргән. Йыназаһына бөтә ауыл йыйылды. Үкереп иламаһалар ҙа, күптәр уны һыҡтап оҙатты. Шулай итеп, Әбүбәкерһеҙ тороп ҡалдыҡ. Донъябыҙҙың бер сите кителде, бер биҙәге юйылды, моңо тоноҡланды..." 
* * *
Әбүбәкергә тәғәйенләнгән бүләктәрҙе нимә эшләтәбеҙ инде? – тип һораным Ҡобра инәйҙән. Ул бик һәйбәт кәңәш бирҙе:
– Олатаһына илтеп тапшыр.
Иртәгәһен үк башҡарҙым был эште. Инде ныҡ йонсоған ҡарт, артыҡ хистәргә бирелмәй генә:
– Игелекле кеше икәнһең, рәхмәт, балаҡай, – тине. 
* * *
Янғындың сығыуы шунан булған. Ғайсаның алты йәшлек улы элегерәк өлкән малайҙарҙың ырҙын артында һалам яғып, көлдә йомортҡа бешергәнен күргән икән. Шул бала өйҙәрендә йомортҡа өҫтөндә ултырған ҡаҙҙың оянан төшкәнен аңдып торған да, ундағы һаламға ут төрткән. Йәнәһе, йомортҡа бешерә... Ғайса өйөнөң урам яғы ғына янып өлгөргән, эскеһен һүндергәндәр. Әбүбәкер генә иһә бөтөнләй янды. Һыуҙан ҡурҡа ине, утта үртәлде. Йәне ожмахталыр инде.
15 июль, 2004 йыл.
Фото: https://stihi.ru/
Читайте нас: