Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
1 Июнь 2020, 16:52

Уңған ҡатын

#Ағиҙелжурналы

«Тормош шулай ҡоролған: йәмәғәтеңдән йә уңаһың, йә туңаһың» –ти торғайны Мәнҙирең атаһы. Әсәһе: «Төҫө барҙан төңөлмә» –тип өҫтәр ине. Төҫкә сибәр, бик тә телдәр Мәүзирәне тәүләп күргәс тә ата-әсәһе өгөт-нәсихәттәрен күңеленә һеңдергән егеттең йөрәге елкенде лә «кәләшлеккә күндер» тигән әмер бирҙе.
Күрештеләр, һөйләштеләр. Ике-өс ай үткәс, туй тураһында килештеләр.
Егеттең буйтым боло бар – Себер яҡтарында вахта ысулы менән эшләй.
– Туйыбыҙҙы дан итеп ресторанда үткәрербеҙ. «Кемдең туйы? Мәнзир менән Мәүзирәнең туйы!» – тип таң ҡалһындар. Иҫтә оҙаҡ һаҡланһын, һағынып һөйләрлек булһын! – тине сәмле Мәнзир, дәртләнеп.
– Ул тиклем мулыҡма! Ресторандарҙа эшләнем, ризыҡтарҙы нисек әҙерләүҙәрен күреп, өйрәнеп йөрөнөм. Туйҙы фәҡәт өйҙә үткәрәрбеҙ, – тине Мәүзирә. Ныҡ әйтте – һүҙ көрәштерерлек түгел ине. Донъя көтөүҙе бәхәстән башларға теләмәгән күндәм Мәнзирҙе тиҙ үк күндерҙе.
…Туй ифрат матур башланды. Өҫтәлдәр һыйҙан һығылғанда, төрлө-төрлө шешәләр йылтырашып ултыра.
Һәр ҡунаҡ, йәштәргә теләктәрен ихлас әйтеп, ҡиммәтле бүләктәр, конверттар һондо.
Күп тә үтмәне, шешәләрҙең йәшерен ҡеүәттәренә бирешкәндәр, зыҡ ҡубып, бейергә төштө, бәғзеләр тәмәке көйрәтергә балконға йүнәлде.
Мәүзирә лә күбәләк кеүек өйөрөлә-сөйөрөлә: ап-аҡ, ҡабарынҡы, оҙон күлдәге, оҙон фатаһы үҙенә һәләк килешә. Мәнзир сибәр кәләшенән күҙҙәрен алмай. Әммә кәләштең кинәт үҙгәреүе – етди ҡиәфәтле, өҫтәл тирәһенән китмәүе – ғәжәпләндерҙе. Әле генә ҡояштан былайыраҡ балҡый ине лә… Ни булған? Бер-нисә секундҡа кейәүҙең күҙҙәре ситкә йүнәлде. Әйләнеп ҡараһа, кәләш юҡ. Күңелһеҙләнгән кейәү тирә-йүнде күҙәтте. Бәй, Мәүзирәһе, мут йылмайып, аш-һыу бүлмәһенән сығып килә! Йөҙө нурланған. Ул йәнә өҫтәлдәр тирәһендә бейене-бейене лә кинәт кенә тағы юғалды. Шундай хәл өс-дүрт мәртәбә ҡабатланды.
Ҡунаҡтар табынға ултырҙы. Осло күҙҙәр, зирәк зиһенлеләр шешәләрҙең бермә-бер кәмеүен күрҙе, әммә өндәшмәне. Кәләштең киң, оҙон фатаһына ике-өс шешәне йәтеш кенә йәшереп, аш-һыу бүлмәһенә йүнәлеүен бер кем дә шәйләмәгәйне. «Шешәләр кәмегән… Тағы ҡуйырҙар, рүмкәләрҙе тултырып ҡойорҙар, ғолҡолдатып йоторбоҙ» – тип уйланылар. Бәй, шулай шул: иҫермәгәс-илермәгәс, туй буламы ни?
Әммә өмөттәр өҙөлдө: шешәләр өҫтәлмәне. Ҡунаҡтар шым ғына таралышты.
Иртәнсәк Мәнзир аш-һыу бүлмәһенең төпкөлөндәге һыуытҡысты асҡас, шаҡ ҡатты: һалдаттар һымаҡ теҙелешеп шешәләр тора ине. Улар буш түгел – барыһы ла тулы, береһенең дә бөкөһө асылмаған.
– Мыны нисек аңларға? – Мәнзирҙең тауышы ҡарлыҡты.
– Мыны, аҡыллым, шулай аңла: ҡунаҡтар араҡы-шараптарҙы вис эсеп, ризыҡтарҙы вис ашап, таңға саҡлы ҡайтмаҫ ине. Анһат ҡотолдоҡ.
– Аҙаҡ һөҙөмтәһе насар булыр – беҙгә ҡырын ҡарарҙар. – Мәнзир ифрат ҡаушағайны.
– Һөҙөмтәһе һәйбәт булыр – туғыҙ айҙан күрерһең… – Мәүзирә ихлас хихылданы.
– Кешегә күрһәтмәйенсә нисек ташының? – Быныһы һаман аптыраны.
– Бер ҡыйынлығы ла юҡ: фата менән ҡаплаған «йылтырҙаҡтарҙы» ҡосаҡлап, бейей-бейей ишеккә табан юрғалайһың да алып сығаһың, алдан бушатып ҡуйған һыуытҡысҡа тултыраһың.
– Берәйһе күрһә? Ояты ни тора… – Мәнзир тәрән көрһөндө.
– Ике күҙеңде минән алмай күҙәттең, күрҙеңме? – Мәүзирә кинәнеп көлдө.
Өйләнешкәс тә ирен Себергә ебәрмәне ул: «Айҙар буйы яңғыҙ ултырырға иргә сыҡманым. Аҡсаны мында ла арыу эшләрбеҙ. Минең уйҙарым бойомға ашыр һымаҡ. Ашнаҡсы булып, кафе-ресторандарҙа алған белемем етерлек. Эйе, тәжрибәм ярҙам итер», – тине йәш ҡатын.
… Туғыҙ айҙан малайҙары тыуғас, «һәйбәт һөҙөмтә» не күрҙе Мәнзир – туй табынынан кухняға «күскән» йылтырҙар бәпес тәпәйен йыуырға яраны, хатта артып ҡалды.
Шунан «арыу аҡса һуғырға» әүәҫләнде Мәүзирә. Бөтә тәжрибәһенә таянып, ҡунаҡ саҡырырға тотондо. Тәүҙә ул, ҡунаҡтарын өс төркөмгә бүлеп, исемлек төҙөй. Тәүге төркөмдө кәрәк саҡта ярҙамдары тейерлек бик-бик хәлле, икенсеһендә урта хәллеләр, өсөнсөһөндә «ҡалған ризыҡ әрәм булмаһын» тигән ниәт менән саҡырылған хәл-әхүәлдәре хөртөркәтәр теркәлә.
Беренсе төркөмдәге ҡәҙерле ҡунаҡтарға әҙерләнгән өҫтәл һыйҙан һығылып тора.
Икенсе көндө хужабикә бай ҡунаҡтарҙан салаттарҙы тигеҙләй, матурлай ҙа майонез һөртә. «Уртасалар» салаттарҙың «ялғанған» булыуын аңламай.
Был төркөмдән һуң ризыҡ, әлбиттә, аҙ ҡала. Мәүзирә ҡалдыҡ-боҫтоҡтарҙы ҡушып бутай, өҫтөнә буйтым майонез һылай ҙа түңәрәкләп теленгән тоҙло ҡыярҙы теҙеп сыға. Ҡалған ашын йылыта. Өсөнсө төркөмгә маҡтап-маҡтап, ҡыҫтап-ҡыҫтап ашата, графиндарға тултырылған ҡалдыҡ араҡы-шараптарҙы эсерә.
Ҡуштан ҡатын ҡунаҡтарҙың бүләктәрен, аҡса һалынған конверттарын йәһәт кенә кеҫәләренә оҙата.
Аҙаҡ төшөмдө иркенләп һанай, теркәй. Бер әҙерләнгән ризыҡты өс көнгә еткергән Мәүзирә, килемдең сығымдан ете мәртәбә күп икәнен күреп, кинәнә. Был йылда байрамдарҙы ла байтаҡ арттырҙы: Мәнзире менән зифаф, төнөн, үҙенең, иренең, балаларының, эт һәм бесәйҙәренең тыуған көндәрен, бәпестәренең тәүге тештәре сығыуын, беренсе мәртәбә «мәмәй» тип әйтеүҙәрен, Яңы йыл, 23 февраль, 8 Март, 1 апрель һәм бихисап башҡа байрамдарға арнап, ауырһынмай саҡыра ул ҡунаҡтарын.
Мәнзир хәҙер бушамай: ҡатынына ҡунаҡ саҡырырға ярҙамлаша. Себерен ташлағанына шатлана. Себерҙә һеперелеп эшләүгә ҡарағанда, былай аҡса күберәк керә. Һалым да һалмайҙар.
Ир менән ҡатын тормоштарынан һәләк ҡәнәғәт ине: машина алырға, фатирҙы иркенәйтергә, ҡиммәтле йыһаздарға тейенергә тип, бол төйнәнеләр.
Кәсептәре һаман көйлө барыр һымаҡ ине… Әммә… Әммә көтөлмәгән, һис кенә лә иҫ итмәгән бәлә бәкәлдәренә бәрҙе. Ҡунаҡ саҡырғайнылар – «өсөнсө төркөм»дәге ете кеше лә дауаханаға эләкте. «Сифатһыҙ ризыҡты ҡайҙа ашанығыҙ? Кафеламы, ресторандамы, ашханаламы? Адрес кәрәк!» – тип төпсөшкән табиптар. Ете сырхау ҙа бер үк адресты әйткән. Хәҙер бушлай дауалау юҡ. Ауырыуҙарҙы дауаларға Мәүзирә менән Мәнзирҙән аҡса дауайлағандар. Хөкөм ҡаранына ҡарышып булмай – дарыуҙар өсөн ир менән ҡатынға йыйнаҡтарын йылдам ғына сығарырға тура килгән.
Ҡылған ҡылығыңдан оялмаһаң, барыбер Аллаһы Тәғәлә язаһына тарыйһың икән.
Читайте нас: