Әнисә менән Дәриғәт буй еткереп килгән өс балалары менән Ташкенттан көтмәгәндә ҡайтып төштө.
Алыҫ йәшлектәрендә бар байлыҡтары бер-беренә оло мөхәббәт кенә булған ике йәш кешене ҡолас йәйеп ҡаршы алған үзбәк иле 90-сы йылдарҙа икенсе йөҙөн күрһәтте: белемдәре, тырышлыҡтары менән вертолет заводының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә әйләнгән был ике кешегә, башҡа ватандаштары кеүек үк, ҡала уртаһындағы өс бүлмәле фатирҙарын, гараж-баҡсаларын, хатта машиналарын да ҡалдырып, тиҙ арала ҡайтып китергә тәҡдим иттеләр. Нисә йылдар бергә балаларын үҫтерешеп йәшәгән дуҫтары ла өнһөҙ булды. Ярай әле береһе оло улы Ғайсаны үҙендә пропискаға индереп ҡалдырырға, донъялар тынысланғас, килеп сығырға, хатта белем алырға ла мөмкин буласағын әйтә алды. Шулай иттеләр ҙә.
Ҡайтып килеү менән дә бит, бында ла бөтәһе лә ал да гөл түгел шул. Аҡсаһыҙлыҡ, эшһеҙлек быуа, тиҙ генә эшкә инеү ҙә мөмкин түгел икән. Әнисәнең ауылдағы ҡарт әсәһе һәм атаһы бер таяныс та ул. Уларға ҡайтып йығылыу ҙа ике яҡлы. Балалығы етемлектә үтеп, үҙ көсө менән егет булған Дәриғәт кейәүҙәрен бик ярата ла улар. Тик улар йәшәгән Көйөргәҙе ерендәге данлыҡлы совхоз үҙәге лә хәҙер, хаттарҙа яҙыуҙарына ҡарағанда, тарҡалып, эшселәренә хеҙмәт хаҡы түләй алмай, таратылып, меңәр гектар ерҙәрен ташландыҡҡа әйләндереп, тиҫтәләгән фермаларын ҡоротоп ятҡан сағы. Унда ҡайтып тороу өсөн дә эш кәрәк, эше булмағас, ашы ла юҡ тигәндәй. Әле ярай йәй, ҡунаҡ булып йөрөйҙәр, ата-әсәләренең малы, ҡош-ҡорто ла күп, аты ла бар, бәрәңгене лә ҡутарғансы сәскәндәр. Өйҙәге эш, бесән әҙерләшеп, йәй үтеп тә бара. Ҡыҙҙары Альбинаны Өфөгә уҡырға еңел алдылар. Юғары уҡыу йортонда ҡасаҡтар өсөн булдырылған программаға эләгеп, йөҙөү буйынса Ташкентта ярыштарҙа яулаған грамоталары менән ул үҙе теләгән физкультура факультетына үҙе уҡыған курсҡа инеп китте. Бөгөн олаталары һарыҡ бәрәне салып, иртүк йүгергеләп, ейәнсәренең шатлығын ҙурларға әҙерләнеп йөрөй. Миңлегәрәй ҡарт менән ҡарсығы Мәстүрә уҡыу ҡәҙерен белә ул, тик, нисек кенә тырышмаһындар, үҙҙәренең дүрт балаһының тик береһе – ошо оло ҡыҙҙары Әнисә генә “ҙур уҡыу”ға инде. Өфөләге данлыҡлы башҡорт мәктәп-интернатын яҡшы тамамлап, инженерлыҡҡа уҡыта торған институтҡа инеп китте, шунда Дәриғәт кейәүҙәрен осратып, етәкләшеп ҡайтып килделәр. Бына хәҙер шуларҙың оло ҡыҙҙары уҡырға ингән бит!.. Ауылда, кеше араһында, кемдеке – уныҡы, бер һарыҡ һуйып ҙурларҙар. Дәриғәт кейәүҙәре тап үзбәксә былау бешерер, ит ҡурыр, урам тулып ҡунаҡ булырҙар. Йәй һайын ҡунаҡҡа килгәндә лә шулай итәләр ине: йылы яҡтан ҡайтҡан емеш-еләге, сәйе, ҡауыны ғына ни тора! Әле балаларҙың ҡыйын сағы, һарыҡ ни тағы бәрәсләр әле, Алла бойорһа!
– Ҡарт, ҡана мин зыйтлатып ҡына магазинға барып киләйем. Һин һарыҡ эсәген төшөргәнсе, тәм-том алып ҡайтып та етермен, – тине ҡарсығы.
– Ниндәй тәм-том, ҡатыһын ал, мыйыҡты майларға, хе-хе-хе, – тип көлдө Миңлегәрәй ҡарт, ҡарсығын йомшартырға теләп.
Сөнки уныһы шешә-мешәне енеләй күреп яратмай, ҡарттың “ҡара көнгә” тип алғандарын да ер тишегенә йыя. Уның йәшергәндәрен эҙләп, баҡсаны тулайым ҡаҙып сыҡҡаны ла бар ҡарттың. Ярай, бөгөн алмаһа, Әнисәнең малайҙарынан анау муйыл төбөн ҡаҙҙырыр әле, бер көн ҡарсығы шул тирәлә борос утаған булып маташа ине, теге өсөнсө көн алған яртыны шунда тыҡҡандыр...
Әбей күҙҙән юғалыу менән Миңлегәрәй ҡарт синнектең ишегенән башын тығып:
– Фәрхәт, Ғайса, подъем, тороғоҙ, эш бар! – тип һөрәнләне.
Йоҡоло күҙҙәрен ыуа-ыуа килеп сыҡҡан, егет ҡорона ингән ейәндәренә ҡарап, ҡартлас һөйөнөп ҡуйҙы: Әнисәләренә оҡшап, төҫкә үтә матурҙар, кейәүҙәренә оҡшап, урта бармаҡ кеүек таҙалар, мыҡты кәүҙәлеләр, күркәмдәр. Йәшлек дәрте менән янып, гел йылмайып башҡортса һөйләшергә тырышалар, ҡайҙалыр ашҡынып торалар. Беләләрме-юҡмы, һәр эшкә тиҙ тотоналар, хатта Фәрхәте матур итеп бесән сабырға өйрәнде. Әсәһен аптыратып, оло ҡара яланды һыпыртып сабып ҡуйҙы. Уныһы бигерәк көйәҙ шул. Батҡаҡлы урамға ла, клубҡа барыр булһа, ап-аҡ нәски кейеп ала. Ана, кәртә башын тултырып, тағы шуларҙы йыуып элгән.
– Көн һайын ниңә нәски йыуаһың, ана, ҡаранан алып кей, бысрағаны күренмәҫ, – тигәйне бер көн олатаһы, Фәрхәт:
– Их, улатайка, беләһеңме, клубта бөтәһенең дә ҡара нәски, ә минең бер үҙемдеке – аҡ! Миндә – авторитет! Фортуна минең яҡта! – тине көлөп.
– Фартуна, фартуна, исемеңде боҙоп ней, малай-шалай ҙа шулай тип ҡысҡыра бит!
– Ә миңә оҡшай, олатай, әйтһендәр!
– Юҡ, улым, Фәрхәт – ул үзбәк батырының исеме. Әсәйеңдең дуҫтары һиңә шул батыр исемен, уның кеүек булһын, тип ҡушҡандар бит инде. Исемеңде ярат, улым, – тине ҡарт. – Исемен үҙгәрткән кешенең яҙмышы ла үҙгәрә.
– Кит, юҡҡа юрап торма, – тине ҡарсығы йөрәкһеп. – Ана үҙеңде бер кем дә Миңлегәрәй тимәй, Сирек ти ҙә ҡуялар, ә һин бер ҙә үҙгәрмәйһең!
Ҡартына ауыл халҡы тарафынан тағылған был ҡушамат уның һәр эштән һуң: “Ҡана, юҡмы шунда берәй сирек нәҫтәң?” – тигән һорауына бәйләнгән. Йәшәй-йәшәй йәше һикһәнгә етеп килһә лә, шул “сиректәген” ҡабып алырға ярата шул ҡарт. Бына әле лә урамда ҡоролған күркәм табында уның күҙенә һимеҙ ит тә, кейәүе бешергән былау ҙа, күстәнәс тәм-том да салынманы. Фәрхәт улы ҡарсыҡ күмгән ерҙән табып алып биргән “ялтыр” күңелен күтәрә. Бер-икене һалып алғас:
– Фәрхәтте армияға ебәрмәйем! Үҙем ваҡытында ете йыл йөрөп ҡайттым, етәр! Военкоматҡа алдан барам, ебәрмәйем тигәс, ебәрмәйем! Ана, Ғайса барһын, ул абызый бит! – тип хәбәр һалды.
– Әле уға иртә, нимә ҡулыңдан килмәгәнде һөйләп ултыраһың! – тип сутырҙаны Мәстүрә ҡарсыҡ.
– Әтей, ниңә, Фәрхәт сәйәхәт итергә ярата ул, ил күреп ҡайтыр, барһын, ул үҙе лә теләй, – тине кейәүе.
– Эйе, улатай, мин барам армияға!
– Бармайһың, ана чечендар һуғыш асып ята. Бөтөн мосолман егеттәрен шунда оҙаталар, ебәрмәйем ут эсенә! – тип ныҡышты ҡарт, Фәрхәтте ҡосаҡлап алып. Әйтерһең, уны хәҙер үк алып китеп баралар!
– Улатай, мин бит Фортуна! Миңә бер ни ҙә булмай, мине Фортуна һаҡлай, – тине Фәрхәт көлөп.
Табын тағы күңелле төҫ алды. Әнисә малайына ҡарап әллә ниндәй тойғо кисерҙе: үлеп яратыуҙан бигерәк, ғорурлыҡ артты йөрәгендә:
– Атай, тыныслан, Фәрхәт тә уҡырға инәсәк, ул уҡып бөткәнсе, донъя тынысланыр, Алла бойорһа.
– Шулай тиң, әтеү ана Ғайсаң Ташкентҡа китергә йөрөй, малайҙарҙы юғалтып ҡуймағыҙ! – тип ярһыны олатай кеше.
– Ғайса, быныһы ни тигән һүҙ? – Дәриғәт ялт итеп оло улына ҡараны, уның һуңғы ваҡытта нисектер уйсан йөрөүен иҫенә төшөрҙө.
– Атай, әсәй, үҙегеҙ ишетеп тораһығыҙ бит, Чечняла һуғыш бара. Башҡортостандан алынған һәр өсөнсө һалдат шунда эләгә. Әгәр мин Үзбәкстандан саҡырылһам, шунда хеҙмәт итәсәкмен бит! Училищены тамамланым, тимәк, мине көҙгә саҡырасаҡтар. Шуға миңә Ташкентҡа китергә кәрәк! Мөмкин тиклем иртәрәк китергә кәрәк! Ә Фәрғәт бында юғары уҡыу йортона инер.
– Дөрөҫ, улым, бесәнде генә ташып алайыҡ та, кит Ташкентҡа. Атаң-әсәң мына тигән йәшәнеләр, һин дә юғалмаҫһың!
Табындағылар бер-береһенә ҡарашып, ҡарттың һүҙенән уйға ҡалды. Берсә йәшлектәре үткән, ғүмерҙәренең иң матур осорон кисергән ерҙәр, ундағы дуҫтары менән бәйләнештә булыу бәхете һөйөндөрҙө, икенсе яҡтан, йөрәк ярып сыҡҡан балаларын билдәһеҙлеккә оҙатыу бәғерҙе телде.
Альбинаның шатлыҡ кисен шулай берсә көлөп, берсә көйөп үткәрҙеләр.
Балалар клубҡа ҡуҙғалғас, тәмле аш табыны янына күршеләргә лә өндәштеләр. Үрге ауылдан өй хужаһының энеһе Карам ҡатыны менән килеп етте. Уҡытыусы килене илдәге болғансыҡтарҙың көндән-көн көсәйеүен, чечен һуғышы ҡорбандарының яҡын-тирә ауылдарҙан да ҡайтарылыуын һөйләп әсендерҙе. Киске табын һүрән генә батып барған ҡанһыраған ҡояш нурҙары кеүек таралды. Шунда уртаҡ уйға килеп, ысынлап та, Ғайсаны тиҙерәк Ташкентҡа ебәрергә ҡарар иттеләр.
Аҙна эсендә бесән эшен тамамлап, Ғайсаны юлға әҙерләнеләр. Ул арала Дәриғәттең элекке һабаҡташтары Өфө эргәһендә генә төҙөлөп бөтмәгән йорттар һатылыуын хәбәр итте. Альбина уҡырға китер алдынан Ғайсанан да яҡшы хәбәр килеп төштө: Ташкентҡа яҡын ғына урынлашҡан хәрби гарнизонға хеҙмәткә саҡырылғайны ул. Бөтәһе лә көйләнә башланы кеүек. Шишмә юлында ятҡан ауылда ғаилә үҙ ҡулдары менән өс бүлмәле фатирҙың бер бүлмәһен төҙөп бөтөп, ҡыш сығырлыҡ итте. Әнисә менән Дәриғәт, ауыл халҡын аптыратып, көнө-төнө төҙөлөш эшендә һалҡындарҙы еткереп, фатирҙарына инде. Ярай әле Фәрхәт егәрле, барыһын үҙе белеп башҡара, атаһынан күреп, кирбесте лә ҡупшы итеп һала, бысраҡ эш тип тормай. Улдарының күҙгә күренеп нығыныуына һөйөнһәләр ҙә, уның Ташкентта алған һөнәрселек училищеһы документы бында юғары уҡыу йортона инерлек булмауын асыҡлау шик тыуҙыра, уйландыра ине ата-әсәне. Таныш түгел ерҙә лә тиҙ генә дуҫтар табып, кистәрен клубҡа сығып киткән улдары өсөн берсә көйөндө, берсә һөйөндө улар. Иренә белдермәй генә Әнисә көнө-төнө Кавказ яҡтарына тыныслыҡ теләне, Хоҙайҙан һуғыш утын туҡтатыуҙы ялбарҙы, балаһын уйлап, төндәрен йоҡоһоҙ үткәрҙе, йөрәген әрнеткән шикте күҙ йәше менән ҡыуып ҡараны...
Фәрхәтте ауыл мәктәбенә ут яғыусы итеп эшкә алғас, бер аҙ тормоштары көйләнгәндәй булды. Ғайса ла яҙып тора, Альбина ла ялға ҡайта, уҡыуы уңышлы бара.
Йылы яҡтарҙан һуң бындағы һалҡын ҡышҡа ғына өйрәнеүе ҡыйын булды. Шулай ҙа ауылдағы төҙөлөшкә саҡырылғас, Дәриғәткә лә йән өргәндәй булды. Аталы-уллы эшкә китәләр, Фәрхәткә ҡарлы-буранлы ҡыш бик тә оҡшаны, уның ҡабатланмаҫ матурлығын, сафлығын тәүге мөхәббәте менән бәйләне. Ябалаҡлап ҡарҙар яуғанда бурандар эсенән бер сер кеүек килеп инде бит уға һөйөүе. Ҡуйы ҡара сәстәрен ҡупшы итеп төйнәп ҡуйған, оҙон керпекле мөләйем бер ҡыҙ уның тормошона мәғәнә өҫтәне, ҡәҙерле кешеһенә әйләнде.
Йәшлек мөхәббәте Фәрхәтте тағы ла күркәмерәк итте. Хәҙер инде армияға барыу уның өсөн намыҫ эше булып күренде. Һөйгән ҡыҙы алдында хәрби хеҙмәттә булып ҡайтыуҙы ирҙәр эше тип ҡабул итте һәм яҙын, тәүге тамсылар мәлендә, әсәһенең тыуған көнөндә саҡырыу ҡағыҙы алды. Армияға китәһе көнгә аҙна самаһы ҡалғас, Таймаҫҡа ҡайтып, олаталарын күреп китергә булды. Армияға китәсәген хәбәр иткәс, олатаһы менән өләсәһе бәләкәсәйеп ҡалғандай булды, тынып ҡалдылар. Ейәненең ҡупшы кәүҙәһенә һылашып торған кейеме, үҙенсә көйҙәлек менән ҡайтарылған күлдәк яғаһы, ышаныслы ҡарашы уның малайлыҡтан сығып, тормошҡа үҙаллы мөнәсәбәте барлығын күрһәтеп, үҙ һүҙле Миңлегәрәйҙе лә тынып ҡалырға мәжбүр итте.
– Олатай, һин мине уҡты тура атырға өйрәттең. Бына хәҙер шулар кәрәгә лә инде, – тине Фәрхәт, уларҙың күңелен күреп. Өләсәһе ҡарттарса түҙемһеҙләнеп:
– Алға сыҡма, башыңды баҫып ҡына йүгер, кешегә атма, алар бит дошман түгел, үҙебеҙҙекеләр… – тип үкһеп ебәрҙе.
– Өләс, тыныслан инде. Беләм, мин унда эләкмәм, Себер яғына ебәрерҙәр, бәлки. Тик унда һыуыҡ…
– Һыуыҡҡа түҙерһең, утҡа түҙеп булмай, улым, әллә ниндәй утлы осорға тура килде әрмең!
– Ничего, олатай, Чечняға эләкһәм, минең авторитет күтәреләсәк…
– Ай, шул холҡоңдо! – тип әсенде өләсәһе. – Һин йәшһең, бер ни белмәйһең! Афтаритит, имеш, – Мәстүрә әбей урынынан йәштәрсә ырғып торҙо ла йоҡо бүлмәһенә инеп китте, комодтан ниҙер алды, ҡайсы менән ниҙер ҡырҡты, унан ишеккә йүнәлде:
– Хәҙер бер нәмә бирәм. Һине һаҡлар ул, бәпкәм.
Тиҙҙән тыштан кескәй генә төйөнсөк тотоп килеп инде. Үҙе яратып ябынған һары-ҡыҙыл ерлекле яулығынан ҡырҡылған кескәй ҡульяулыҡҡа нимәлер төрөп алған.
– Мә, бәләкәсем, үҙең менән алып кит, тупһа янынан ғына алынған ер бында. Ул һине һаҡлар.
Фәрхәт тәүҙә көлдө, аҙаҡ ҡарттарҙың болоҡһоу йөҙөнән ни кисергәндәрен аңланы. Уларҙы ырғып тороп ҡосаҡлап алды, үҙенсә тынысландырҙы, ҡапыл күҙҙәренә йәш килде…
…Фәрхәттән тәүге айҙарҙа хаттар бик күп килде. Ул үҙенең тәбиғи бөхтәлеге менән барыһына ла яуап яҙырға ваҡыт тапты. Тоцкиҙан Чечняға эләккәс, үҙенең тиҙ арала снайпер мәктәбен үтеп, иң яҡшылар араһында Грозныйҙы азат итеүҙә ҡатнашасағын да ғорурланып еткерҙе: “Секретта ултырам. Ҡараһам, һыйыр килеп сыҡты. Атырғамы, юҡмы? Атһаң йәл, атмаһаң, минала шартлаясаҡ. Тиҙ генә етәкләп, егеттәр янына алып килдем. Егеттәргә – һөт, ә миңә-авторитет!” Икенсе хаты: “Секретта ултырһам, бер дух килә. Атырғамы, юҡмы? Атһам, кеше үлә, атмаһаң – хәрби ант боҙола! Күҙҙе йомдом да аттым. Күҙҙе асһам, дух та юҡ, мәйет тә юҡ. Мылтығы ғыны ятып ҡалған. Егеттәргә – мылтыҡ, миңә – авторитет! Бына нисек һуғышам мин, фортуна ярҙам итә. Хәҙер исемемде ҡыҫҡартып “Фора” тип йөрөтәләр. Миңә оҡшай, һеҙгә нисек?”
Олатаһының холҡон яҡшы белгәнгәлер, уға рухлы хаттар яҙҙы: “Олатай, ышан, ошо һуғыштан ҡайтҡас, үҙемдеке кеүек мылтыҡты табып, саңға әйләндергәнсе бысҡылайым, ә әле миңә уны ныҡ һаҡларға ҡуштылар. Ул һуңғы талаптарға яуап бирерлек итеп эшләнгән, дошман ҡулына төшөргән тейеш түгел”.
Үҙәк радио һәм телевидение октябрҙә иң ҡурҡыныслы алыштар барғанлығын һөйләп торҙо. Тап шул айҙан Фәрхәттән хаттар туҡтаны. Тәүҙә тыныс булырға тырышып көттөләр, аҙаҡ военкомат юлын тапай башланылар, ике ай үткәс, Дәриғәт ике туған ҡустыһы менән юлға сыҡты. Ҡот осҡос хәлгә әйләндерелгән Грозный буйлап айҙан ашыу эҙләнеләр: иҫәндәр араһында Фәрхәт юҡ ине. Бәлки пленға алынғандыр тигән өмөт йәшәне. Ләкин.. һуңғы сиктә уның полкы һуғыштың иң ҡыҙыу нөктәһенә эләккәне асыҡланды. Ярҙамға килгән йәш кенә лейтенант Фәрхәттең снайпер булғанлығын белгәс, өмөтһөҙ генә ҡул һелтәне.
Дәриғәт инде үҙе лә өмөтһөҙлөккә бирелә башлағайны. Һуңғы рефрежераторҙар, ундағы йөҙәрләгән йәш егет, балалар… Әллә ниндәй ирҙәрҙе лә күҙ йәшенә мансылдырыр күренештәр. Ҡәбер көтөп ятҡан изге йәндәр… Үлеләр араһында ла булмағас, Дәриғәт улым иҫәндер тип тынысланырға тырышты, инде ҡайтыр юлға ла йыйына башланылар. Тимер юл вокзалына килгәс, Әнисәгә хәбәр ебәрергә лә уйланы, ләкин билдәһеҙлек уны туҡтатты. Инде ҡайтыр юлға йыйынған поезға ултырырға торғанда, оҙатыусы хәрби кейемдәге майор Дәриғәткә:
– Вокзал ситендә һеҙҙең яҡҡа китергә тейешле рефрежераторҙы йыялар. Әле дүрт кенә вагон, унға тиклем йыялар, шунда барып кил, – тип кәңәш итте.
Дәриғәт әйберҙәрен ҡалдырып, еңелсә генә кейемдә шул яҡҡа табан йүгерҙе. Бындағы мәшхәрҙе ул, моғайын, бер ваҡытта ла онота алмаҫ! Һәләк булған балалар ҡот осҡос хәлдә ята. Уларҙы танырлыҡ та түгел. Әле бала һөтө лә кибеп етмәгән ирендәр… үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан күҙҙәр… емерелгән маңлайҙар… өҙөлгән ҡулдар, аяҡтар… Һәм бына инде һуңғы вагонда ҡапыл Дәриғәттең сикәһен көйҙөрөп, йөрәген һурып алып, бер таныш нәмә күҙгә салынды. Контракттағы һалдат кейемендә, маңлайына ҡара таҫма бәйләгән һалдаттың гимнастерка төймәһе ысҡынған һәм… унан һары ҡыҙыл кескәй генә тоҡсай күренә. Был бит Фәрхәттең амулеты! Ә кейеме ниңә һуң ундай? Йөҙө танырлыҡ түгел, ҡара янған. Иҫән ҡалған ҡуйы ҡара ҡаштар ғына уныҡы! Инде яраларының ҡаны кибеп ҡатҡан кәүҙәне Дәриғәт күкрәгенә ҡыҫты, нисәмә көндәр йөрәген бешереп торған күҙ йәштәре йөрәк өҙгөс аһ-зар менән иңрәп сыҡты:
– Ҡотҡарығыҙ! Ҡотҡарығыҙ минең улымды!!! – үҙе шунда улына ҡапланды.
Тауышҡа килеп еткән хәрбиҙәр Дәриғәтте тынысландырырға тырыша, носилка менән Фәрхәттең үле кәүҙәһен вагондан алып сыға башланылар. Шунда уҡ танылыу үткән һалдаттар өсөн әҙерләнгән цинк табутҡа һалып ябырға әҙерләнделәр. Үҙен ҡулға алып, Дәриғәт улын тағы бер ҡат ҡарап сыҡты: контрактниктар гимнастеркаһы кейгән егетте диагональ яһап пулялар тишкеләгән. Тимәк, дошмандар ҡулына эләккән. Нимә булған? Ниңә ул бындай кейемдә? Бында үткәргән ике ай ваҡыт эсендә Дәриғәт чечендарҙың ҡыҫҡа сроклы һалдаттарҙы атмай, пленға алыуын, ә контракттағыларҙы юҡ итеүҙәрен ишеткәйне инде. Фәрхәттең кем икәнлеген асыҡлағас, уның полкынан бер нисә егет килеп етте. Улар араһында Фораның дуҫы Саша ла бар ине. Ул хәлде атай кешегә йәшенә быуыла-быуыла һөйләп бирҙе:
– Фора бик мәргән снайпер ине, үҙен иң яуаплы урындарға ебәрҙеләр. Ул һәләк булған көндә лә беҙҙе, өс снайперҙы, яуаплы заданиеға оҙаттылар. Атака алдынан духтарҙың снайперҙарын алырға тейеш инек. Фора бик оҫта ине, бик яҡшы позиция табып, духтарҙы берәм-берәм сүпләне, беҙгә ун ике ҡатлы йортта нығынып ҡалған дошмандарҙы бәреп сығарырға юл әрсене. Атака башланғас, башҡалар менән ул да яуға ташланған саҡта дошман пуляһы һул яҡ сикәһенә тейгән. Беҙ яраһын бәйләп, тәүге ҡаттың баҫҡысы аҫтына йәшерҙек, алыш бөткәс сығырға ҡушып, бәрелешкә ташландыҡ. Фора тыныс ята буламы һуң! Ул йәшерелгән ерҙән сығып, снайпер мылтығына табан шыуышҡан. Хәрби антына тоғро ҡалып, ҡоралын дошман ҡулына эләкмәҫлек, үҙе шартларлыҡ итеп ҡуйған. Тап шул саҡ йәшенеп ҡалған дошмандар төркөмө уның янына килеп сыҡҡан һәм Фораны, контракттағы һалдат тип уйлап, бөтә кәүҙәһенә пуля яуҙырған… Беҙ ул төркөмдө тоттоҡ, Фора өсөн үс алдыҡ, тик ул юҡ шул… Ҡупшы кейенергә яратты. Шул һәләк итте уны. Кистән:
– Бындай яуаплы алышҡа иң матур кейемдә барырға кәрәк, – тип контрактта хеҙмәт итеүселәрҙән алған гимнастеркаһын кейеп алды, маңлайына ҡара таҫма бәйләп:
– Беҙҙең менән Фортуна! Беҙ еңербеҙ! – тип барыһын дәртләндереп йөрөнө…
Улының һуңғы минуттарын тағы-тағы күңеленән кисереп, Дәриғәт һуғышты ҡәһәрләне. Тик нисек итһен? Уға ла илгә тиҙ арала таралып өлгөргән “Груз-200” ҡаршыларға яҙған икән! Иң яратҡан улы цинк табутта! Был ҡайғыға Әнисә нисек түҙер, ҡарттар ни эшләр? Ҡарттың бер ҙә генә ебәргеһе килмәй ине бит. Бер төн ибәтәйһеҙ төш күреп уяныуын һөйләп: “Ҡасаҡтар өсөн закон бар, бар военкоматҡа, ебәрмәйек малайҙы”, – тип ялбарғайны. Иғтибар бирмәне, Әнисәгә лә һөйләмәне, ил өҫтөнә килгән ҡайғы тип ҡабул итте, һәр киткән һалдат ут эсенә эләгәме ни, тип үҙен-үҙе йыуатты. Ә ҡайныһы үпкәләне. Фәрхәт армияға киткәс, күҙ йәшһеҙ генә иланы, төшөндә ейәнен йотҡан Балыҡлыкүлгә балыҡҡа йөрөүҙән туҡтаны… Нисек ҡайтып инергә хәҙер?!.
Фәрхәтте оҙатырға ҡораллы алты һалдатты ебәрҙеләр. Хәрби машинаға ике яҡлап менеп ултырҙылар ҙа атай кешегә өнһөҙ генә ымланылар, йыуатманылар ҙа, һүҙ ҙә ҡушманылар. Күрәһең, йәш кенә булһалар ҙа, ҡайғыны күп күргәндәр, уны өнһөҙ, тештәрен ҡыҫып, сикә сәстәрен йолҡоп үткәреп өйрәнгәндәр… Ә бит уларҙың бесән сабып, ҡыҙҙар һөйөп кенә йөрөр сағы!
Юлда үткән өс көн сикһеҙ уйҙар сыуалсығы, йәшһеҙ генә иңрәү булды. Етмәһә, әсәһенең тыуған көнөнә тура килде улар ҡайтып төшкән көн. Әсә кеше нисек кенә ялбарһа ла, табутты асманылар. Военкоматтан килгән кеше ерләүҙе ойошторҙо. Иптәштәре теҙелеп ҡәбер янында залп бирҙе. Әйтерһең дә, тереләргә, бындағыларға дары еҫен татытырға теләнеләр. Илдең иң юғары наградаһы – “Рәсәй батыры” орденына лайыҡ булған дуҫтары ҡәберенән улар тағы ут эсенә ашыҡты, тиҙ арала машиналарына тейәлде. Әнисә бешергән юл аҙығын алдылар ҙа ҡуҙғалып та киттеләр.
Шунда әсә йөрәгенән сыҡҡан йән әрнеткес әсе һүҙҙәр яңғыраны:
– Беҙҙең уландарҙың ни гонаһы бар?
– Кешеләр, балаларҙы һаҡлайыҡ, улар йәшәргә тейеш бит!..
Ә ҡәбер һәйкәленән ун туғыҙ йәшлек сибәр егет ҡарай ине. Һәр һалдат конвертына үҙе төшөрөп ебәрә торған аҡһыл болот һүрәте эсенә “Фортуна” тип яҙылған. Аҡһыл болот булып ҡайтты Фәрхәт батыр! Йыназаға килгәндәр өҫтөнә ваҡ ҡына тәүге ямғыр тамсылары түгелде. Ҡапыл болот аҫтынан сағыу нур шәлкеме ялтырап китте: әйтерһең, Фәрхәт ап-аҡ тештәрен күрһәтеп бер йылмайҙы ла кешеләргә һуңғы бүләген һипте.