Һәр кемдең үҙе яратып кейә торған кейеме була. Ул уның туҙыуына ла, моданан сығыуына ла ҡарамай, кейеп йөрөй бирә. Кәлимулланың иһә айырылмаҫ кейеме – эшләпә. Йылдың бер миҙгелендә лә башынан төшөрмәй ул уны. Ҡыш иһә, эсенә кейеҙ кейҙереп ҡуя. Йәйге селләләрҙә бер-ике урындан тишек яһай. Хәйер, уның эшләпәһендә тишектәр былай ҙа етерлек. Ярай әле тимерсе Тимерхан ҡорҙашынан яматып ала. Ә ниңә тимерсенән? Бының үҙенә күрә хикмәте бар.
Эш шунда: Кәлимулла ағайҙың эшләпәһе ябай түгел, ҡалайҙан эшләнгән. Магазиндарҙа ундай баш кейеме һатмайҙар, һатһалар ҙа, Кәлимулла ағай уның өсөн, ай-һай, аҡса әрәм итер инеме икән? Икеле. Ғөмүмән, магазиндың ҡайһы урамда икәнен беләме икән әле ул? Белеүен, бәлки, беләлер ҙә, әммә ул тирәгә яҡын барғанын ауылдаштары бик һирәк хәтерләй. Сәй-шәкәрһеҙ, ҡаты-ҡотоһоҙ нисек тора, тиһегеҙме? Шәкәр урынына бал ашай (үҙ умартаһы бар), сәй урынына мәтрүшкә ҡайнатып эсә, тәмәке тартмай, хәмер менән дуҫ түгел. Йәш сағындараҡ дуҫлашып та ҡарағайны, теге суҡынсыҡ аҡсаны күмәртәләп һура башлағас, ташланы. Кейем яғына килгәндә инде, быйманы үҙе баҫа. Ҡышҡылыҡ менән йәйгелеккә – кейеҙ ҡата, яҙғылыҡ менән көҙгөлөккә – ҡатҡан кейеҙ. Һыу үтмәй торған. Баш кейеме тураһында әйткәйнем инде. Бәй, һүҙҙе лә шунан башланым түгелме һуң әле? Тап бына шул ҡалай эшләпә хаҡында һөйләргә йыйынғайным бит мин.
Бәлки, Кәлимулла ағай шул ҡалай эшләпәһен үлгәнсе кейеп йөрөгән булыр ине. Көтмәгәндә ваҡиға икенсерәккә үҙгәреп китте. Уның күршеһенә хужалыҡ, йәш белгестәргә, тип, яңы йорт һалдыртты. Йортто әле яңыраҡ ҡына ғаилә ҡорған агроном егеткә бирҙеләр. Егет бик теремек булып сыҡты, тиҙ арала өй йыһаздарын да булдырҙы, мал-тыуарын да тергеҙҙе. Һыйыр алды, һарыҡтар аҫрай башланы. Бер көндө туғандары ғәләмәт ҙур кәзә тәкәһе килтереп китте. Ошо кәзә тәкәһе Кәлимулла ағайға ҡаныҡты ғына бит, әй! Күреп ҡалыуы була, башын эйеп, Кәлимулла ағайға табан килә башлай. Һөҙөргә самалай. Әллә ҡатҡан кейемен оҡшатмай инде? Шулайҙыр, элекке хужаһында ла баҡсалағы ҡарасҡыға тынғылыҡ бирмәгән, тиҙәр. Һөҙгән дә йыҡҡан, тиҙәр. Бер саҡ шулай Кәлимулла ағай шәйләмәйерәк ҡалды, ахырыһы, теге кәзә тәкәһе арттан шым ғына, яй ғына килеп, тегене һөҙөп йыҡмаһынмы! Кәлимулла ағай үҙе бер яҡҡа тәгәрәне, ҡалай эшләпәһе икенсе яҡҡа сәсрәне. Әмәлгә ҡалғандай, «Жигули» ҙа агроном эштән ҡайтып килә ине. Ҡалай эшләпә, тәгәрмәс аҫтына эләгеп, йәймәгә әйләнде. Кәлимулла ағай шундуҡ һикереп торҙо, башын ҡапшап ҡараны – эшләпәһе юҡ ине! Йәймәгә әйләнгән ҡалай эшләпәһен күргәс, башта, иң яҡын кешеһен әле генә ерләгәндәй, бер мәлгә аптырап торҙо, унан, икегә бөкләнгән ҡалайҙы күкрәгенә ҡыҫып, үкһеп илап ебәрҙе...
Эшләпәне ремонтлауҙан Тимерхан ҡорҙашы баш тартты. Ул ремонтларлыҡ хәлдән уҙғайны. Нишләһен Кәлимулла ағай? Магазиндан яңы эшләпә һатып алһынмы ни? Бер ҙә юҡҡа аҡса түкһенме ни?
Кәлимулла ағай, эшләпәһен, дөрөҫөрәге унан тороп ҡалған ҡалай киҫәген тотоп, судҡа китте. «Бына һеҙгә вищиственный дәкәзәтелстүә!» – тине. Кәзә тәкәһен судҡа биреп булмай, шуға уның хужаһын хөкөмгә тарттырып, штраф түләтмәксе булды. Ләкин судта уның «эшен» ҡабул итмәнеләр. Килгән зыян бик бәләкәй, ҙур суммалы зыян күрһәгеҙ, икенсе хәл, тинеләр.
Инде нишләргә? Кәлимулла ағай, кире ауылға ҡайтып, теге кәзә тәкәһенең һыртын һуғып һындырҙы. Уның фекеренсә, күршеһе, үс итеп, Кәлимулла ағайға ҙур суммалыҡ зыян килтерерҙәй этлек эшләргә тейеш ине. Әммә был номер барып сыҡманы. Күршеһе, Кәлимулла ағайға рәхмәт әйтеп, кәзәне һуйып, итен баҙарға илтеп һатты. Үҙе лә биҙеп бөткәйне инде ул был һөҙгәктән.
Ялан баш йөрөп булмай, нимә булһа ла уйларға кәрәк, тик нимә ҡылырға? Юғиһә, йәймәгә әйләнгән эшләпәңдән дә ҡолаҡ ҡағыуың бар. Ана бит кисә ейәне, шилма малай, металломға тапшырырға тип алып сығып бара ине уның эшләпәһен. Эшләпә ҡалдығын һандыҡҡа бикләп ҡуйҙы шунан һуң Кәлимулла ағай.
Инде Мәскәүгә ялыу яҙырға йыйынып йөрөгәндә, ул агроном күршеһенең ҡойма буйында элекке ҡалай эшләпәһенә оҡшаш нәмә күреп ҡалды. Эйе шул, элеккеһенән дә һәйбәтерәк! Тишек-тошоғо юҡ, эмалле, ялтырап тора. Етмәһә, тотҡаһы ла бар. Тотоп кейергә бигерәк йәтеш.
Бер нисә көндән һуң эсе кейеҙ менән йылытылған яңы ҡалай эшләпә Кәлимулла ағайҙың башында ине инде.
Күрше ҡатын ғына башта ҡойма буйында нимәлер эҙләп йөрөнө йөрөүен. Унан ул да, ярай, малайыбыҙ үҫте бит, был һауыттың кәрәге булмаҫ, тип, тынысланды буғай.