Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Май 2020, 18:40

ТӘҮГЕ ҺӘМ ҺУҢҒЫ РОМАН. Мәҙәк хикәйә

#Ағиҙелжурналы

Әйтегеҙ әле, шул да булдымы тормош?! Таң һарыһынан тор, кухняла ҡулға эләккәнде быуар йылан һымаҡ ҡапҡыла ла, күҙгә аҡты ҡараны элмәй туҡталышҡа сап. Быларына ғына күнегелгән... Көнө буйы эштә мөдирең менән аралашмаһаң икән! Уның менән һөйләшеү генә түгел, маҡтап, гәзиттә сыҡҡан фотоһүрәтен күреү ҙә бит организм өсөн зарарлы. Рәссамдарҙың, йә булмаһа яҙыусыларҙың... тормош – башҡа! Теләгән мәлдә йоҡоңдан уянаһың, дәртең булғанда әҙиптәр йортона бараһың, кофе һемерәһең, дуҫ-иштәрең менән ижади пландарыңды уртаҡлашаһың. Кәйефең шәп, өҫ-башың арыу, тамағың да туҡ.
...Үҙем былай һүрәт төшөрөү яғынан мәктәптә үк әллә ни алдыра алмағайным, ә яҙырға, тиһәң, мине генә ҡуш инде. Фантазиям да етерлек. Бына хәҙер ҙә квартал отчеттарын шундай итеп тултырам, аҙаҡ үҙемә уҡып ишеттерегеҙ – бөртөк тә ышанмаҫмын. Конторала яҙғандарымды бергә туплаһаң, һис буш түгел, «Һуғыш һәм солох»ҡа биргеһеҙ буласаҡ. Почеркым һуң! Машинисткалар ҙа, ана: «Һеҙҙең яҙғандарҙы баҫыу – үҙе бер ләззәт!?» – тип күңелде үҫтереп ебәрә.
Тимәк, яҙырға! Шиғырҙар, тәбиғи, һиммәтлерәк. Ҡыҙҙар халҡы ла шағирға тиҙ ғашиҡ булыусан, ти. Тик уйҙарыңды рифмаға һалырға һәләт кәрәк бит әле. «Һәр кем йырлай алмай инде ул», – тип әйткәнме бер шағир.
Прозаға туҡталырға булдым. Тейешле кәрәк-яраҡ таптым. Эштән фин ҡағыҙы, немец авторучкалары алып ҡайттым. Мебель фабрикаһына «конторка» эшләргә заказ бирҙем. Ҡайҙалыр уҡығайным: Хэмингуэй ҙә конторкаһы артына баҫып яҙышҡан бит.
Әҙәби ижад серҙәре менән ҡыҙыҡһынырға керештем. Хәҙер был хаҡта күп сәйнәйҙәр. Шуны белдем: Артур Хейли тәүҙә буласаҡ геройҙарының биографияларын тәфсирләп өйрәнгән, был яҙмаларын айырым-айырым конвертҡа һалғас ҡына романға егелгән.
Үҙ эшемә рационализация индереү әмәлен таптым. Йыйып алдым туған-тыумасаны, һалдым хәбәрҙең еллеһен. Мәйтәм, ҙур мәшәҡәттәр көтә, сираттағы отпускымда роман яҙырға ултырам. Кем дә кем үҙенең булмышын быуаттар буйы телдән төшмәҫлек итеп һүрәтләткеһе килә, минең ҡулыма ентекле генә биографияһын тапшырһын. Ике данала баҫылған, һ.б. стандарт талабына яуап бирерҙәйен генә ҡабул итәсәкмен, тип өҫтәнем. Китте тәгәрмәс әйләнеп! Ошоғаса зат-ырыуымдың былай уҡ ишле икәнеп белмәй ҙә йөрөгәнмен, эй! Яҡындан да, алыҫтанда бандеролдәр яуа ғына. Бәй, мәйтәм, кире образдар ҙа кәрәк бит әле. Шунһыҙ ярамай. Бер атаҡлы әҙиптең телевизорҙан: роман ул –изгелектең яуызлыҡ менән алышы, тип сығыш яһағаны хәтерҙә ҡалған. Хәләл ефетем менән материалдарҙы барлап ятҡан көнөбөҙ.
– Фотя ағайға документтарын кире ебәр! – ҡатынымдың талабы ҡәтғи. – Беренсенән, бигерәк шаштырған, икенсенән, юбилейында беҙҙе ҡайҙа ултыртты... Балыҡ ыуылдырығы яғылған бутербродтарға буй етмәне ләһә.
Бик ентекләп һайланғас, яҙыласаҡ әҫәргә ҡәйнәмде, уның ике һеңлеһен, ҡатынымды, аңлайһығыҙҙыр инде – уның начальнигын, йәнә бер кире типты – Магаданда йәшәүсе ике туған ағайымды ҡулай тип таптым. Ул беҙҙе юбилейы-фәләненә саҡырып, оятҡа ҡалманы, үҙен дә осратҡан юҡ, бер тапҡыр фотоһын ғына күреп ҡалдыҡ: әллә ете, әллә һигеҙ айлыҡ сағында кейенмәйерәк төшкән.
Тотондом ижадҡа. Шуныһы бәкәлгә һуға – бер ҙә генә баш баҫып ултырыу ғәҙәткә инмәгән. Замандаштары хәтерләүен иҫләһәң, Бальзак үҙен-үҙе эшкә бик йәтеш еккән: ярты башындағы сәсеп ҡырҙырған, квартираһын эстән бикләгән дә асҡысын тәҙрәнән ырғытҡан.
Сәсемде Бальзак һымаҡ ҡайсылаттым, өс йоҙаҡҡа бикләндем, ҡаты кофе бешерҙем, автобиографиялы конверттарҙы йәйеп һалдым...
Образдарым бигерәк һәүетемсә лә баһа: үҙ мәлендә тыуған (ауырлығы 4 кг-дан тосораҡ!), отлично уҡыған, үкенмәҫлек итеп өйләнгән, культуралы көн итә... Ә ҡайҙа һуң көрәш, ығы-зығы, алыш-тартыш ҡайҙа?! Шунһыҙ әҫәр буламы һуң?! Отпуск көндәре бер-бер артлы оса ғына, ә роман яҙыу уғата ҡыйын бара. Дөрөҫөн әйткәндә, бөтөнләй бармай. Әллә ҡала атмосфераһының бысраныуы ижадымды тотҡарлай микән? (Бәй, бөтә классиктар ҙа тиерлек ауылда-фәләндә ижад иткән дәһә). Билет һатып алдым да елдерҙем Алтай өлкәһенә. Феня апайымдарға барҙым күҙ төбәп. Тере яҙыусы килгән, имеш, тигән хәбәр таралмаһынмы бер заман. Унда саҡыралар, бында әйҙәйҙәр, төрлө кимәлдә ижад кисәләре – теңкәгә генә тейҙе. Саҡ ҡотолдом үҙҙәренән. Ҡастым. Төнгө поезға ултырып...
Эшкә арманһыҙ булып сығылды. Яҙыусылыҡ ҡамыты мине ете килограмға ябыҡтырҙы. Һай, үҙебеҙҙең контора! Бер отчетты икенесеһенә генә күсереп яҙаһың, тик датаһын ғына теүәл ҡуй. Машинисткалар маҡтап бөтә алмай үҙемде. Гәзиттә сыҡҡан фотоһүрәттәренә күҙ һалғылайым үҙебеҙҙең мөдир ҙә ҡарамаҡҡа һөйкөмлө генәсе.
Бөгөн генә бер газетала уҡыным әле: Сименон Жорж журналистарға интервью бирә. Йәнәһе, ҡабат бер генә юл да яҙмаясаҡ. Бөтөнләй ташлаған!
Мэтр абзыйҙың өлгөһөнә эйәрергә булдым, ни тиһәң дә, хөрмәт итәм мин уны. Ташлайым әле яҙыусылыҡ һөнәрен.
Быныһын инде ғауға ҡуптармай ғына, интервьюлар бирмәй генә эшләнем.
Читайте нас: