Минең наҙлы, аҡыллынан аҡыллы, эшсән, сибәр күңелле, сыҙамлы, сабырлы, тыйнаҡ, инсафлы өс әсәйем булғанлығы хаҡында әйткәнем дә, һөйләгәнем дә бар. Шул ныҡлы, нигеҙле өс таған ҡоршауында, уратаһында яратылып, һөйөлөп үҫтем.
Ә бына атайым хаҡында бер ҡасан да, бер тапҡыр ҙа асыҡлыҡ индереп, ентекләп яҙманым. Урынһыҙлыҡҡа, форсат сыҡмауға һылтанып сергә төрөлгән сетерекле һөйләшеүҙе кисектерә килдем, ситләтеп үттем, һүҙҙе икенсегә борҙом, ҡайырҙым, иртәгәге көнгә ҡалдырҙым. Сәбәбеме? Аныҡ, төйөрөм яуабым юҡ, мине әле лә ниндәйҙер эске тойғо тотҡарлай, тамағымдың төбөндәге түгел, күңелем түрендәге иҫке, йөйлө төйөр әйтеремде әйтергә, асылып китергә ирек бирмәй. Ҡусҡарҙай йомарланып ҡабырсағыңа боҫһаң да, үҙеңдән үҙең ҡасыу мөмкин түгел, ҡоролған мылтыҡ ҡасан да булһа донъя гөрһөлдәтә бит әле, йәнең төбөнә боҫҡан һүҙ ҙә, теләйһеңме быны, әллә юҡмы, иртәме-һуңмы, барыбер бер килеп тышҡа урғыла.
Атайым һәйбәт, тәрән фекерле, киң даирәле, ихтирамлы, абруйлы кеше ине, дөйөмләштереп ҡылыҡһырлаһаң – ил-йорт хәстәрен хәстәрләгән, ҡайғыртҡан арҙаҡлы уҙаман; һуғыш ветераны, башҡорт кавалерия дивизияһында эскадрон командиры, бихисап орден-миҙалдар кавалеры, һуғыштан ҡайтҡас, утты-һыуҙы кискән яугирҙы бер тауыштан колхоз рәйесе итеп һайлап ҡуйғандар, шунан оҙаҡ йылдар ауыл Советына етәкселек иткән. Ғәжәйеп осраҡ, белеме – башланғыс дүрт класс ҡына, ауырлыҡ менән хәреф танып, этеп-төртөп уҡый, әммә яҙыу-һыҙыуға килгәндә наҙандың наҙаны, томана, хәлбүки хужалығы бар күрһәткестәр буйынса ла районда алдынғынан иҫәпләнгән, күсмә ҡыҙыл байраҡ та күсмәҫлек итеп колхозға бирелгән, шуғалырмы, кәңәшмәләрҙәге урыны – тантаналы президиум түрендә, гелән өлгөгә ҡуйып маҡтайҙар үҙен, байрамдарҙа, эшкә йомғаҡ яһағанда билдәләмәй, бүләкләмәй ҡалдырмайҙар. Уҡыуға шыпа барымы булмаһа ла, йылдың йылы “Правда”ны алдырҙы, сығышында йыш ҡына шул гәзиттәге берәй ҙур түрәнең әйткәндәренә һылтанма яһай, әллә ижекләп үҙе уҡыған, әллә берәйһе уҡып ишеттергән, Хоҙай шаһит. Күрмәлекле, фартауай етәксе булараҡ, шәп ат егеп йөрөргә яратты: уйынсыҡтай итеп эшләнгән, асыҡ япмалы көймәгә тартым ыҡсым ҡырандас, ян-тирәһенә сәскәле буҫтау беркетелгән ләжәнкәле сана, дегет һеңгән көмбәҙле сбруй, ушҡырып тыбызыҡлаған өйөр айғыры, буяулы дуға инде зеңгер, йәғни уға көмөш ҡыңғырау тағылған, ишетегеҙ, көтөгөҙ, кәттә түрә килә ята! Үҙе һуң, үҙе, туйға ҡуҫтарланған кейәү егетенән һис тә кәм түгел, өҫтөндә күкрәк тапҡырына икенсе дәрәжә “Ватан һуғышы” ордены (ул саҡта был награда юбилей ҡалайы кимәлендә түгел ине әле, шуға оло батырлыҡ өлгөһө булып иҫәпләнде) тағылған, затлы буҫтауҙан тектерелгән погонһыҙ китель, билендә ике телле яҫы ҡайыш, ҡара геләфи салбар, аяҡтарында ҡуңыстары гармундай йыйырынҡы, баҫҡан һайын шығырҙап тауышланған хром итек. Йомро башындағы һарғылт сәстәре матур итеп алынған, йыйнаҡ итеп, ҡырын һалып тарап ҡуйылған, сәгер күҙҙәре осҡон сәсеп һәр нимәне үтә тишерҙәй итеп, һынап ҡарай. Кейеменә гелән үтемле иҫәпләнгән “Тройной” одеколонын мул итеп бөркөр ине. Тәртип, бөхтәлек яратҡан кеше булараҡ, һәр саҡ фуражкаһының, кәпәсенең эсендә энә менән еп йөрөттө; төймәһе төшһә, берәй ере сөй-фәләнгә эләкһә, башҡаларға бәләһен һалмай, үҙе ҡаҙай, ямай. Салғынан эшләнгән үткер бәке менән ентекләп ҡырынмайынса, йоҡа сикәләрен вазелин менән йомшартмайынса, төҫ-башын рәткә килтермәйенсә урамға, халыҡ араһына сығып күренмәй. Ҡиәфәте үҙ-үҙенән ҡәнәғәт, кәйефе һәр саҡ күтәренке, бит-йөҙө табала ирегән һары майҙай йылмайыуҙан йәйелгән ине уның, әллә донъяһы ысынлап та теүәл, әллә башҡалар алдында һыр бирмәй ҡыланды, белмәҫһең. Теүәллек, йыйнаҡлыҡ, тапҡырлыҡ талап иткән ауыл күрке, күргәҙмәгә ҡуйыр зат, борон йәшәһә бейек, семәрҙәренә алтын ялатылған һарайҙа батшалар янында ғына көн итер ине, билләһи! Уның маһир ойоштороусы, ялҡынлы оратор булыуы хаҡында әле лә һөйләйҙәр. Отчетты ла бер нимәгә күҙ һалмай, һәр һанды, фактты башында тотоп, сәғәттәр буйы һөйләгән, уны мауығып, мөкиббән китеп, онотолоп, ышанып тыңлағандар. Һуң доклад яҙыр, уны уҡыр рәте булмағас ҡайһылайтһын, үҙенсә тырыштырғандыр шунда. Мәжлестә инде моңло итеп йырлап та ебәрә, ойота баҫып бейергә лә төшөп китә, үҙе тәпәнсе, көрәгәсе, тик уның эсеп иҫергәнлеген, ҡыҙмаса йөрөп урынһыҙ хәбәр һатҡанын бер тапҡыр ҙа күрмәнем, ишетмәнем. Мәжлестә иң яратҡан, урын-еренә еткереп башҡарған һыйлау йолаһы – балыуанлыҡ, ихласлығын күрһәтергә теләп ҡунаҡтарына ҡулы менән итле һалма һоғондороуы. Саҡырылғандар ҙа бер минут та һуңға ҡалмай килеп етә, сәбәпһеҙ тотҡарландыңмы – бикләнгән ишек алдында тора ла ҡалаһың. Бына атайымдың тулы булмаған портреты, уның ҡылыҡ-фиғелен, холҡон белгәнсе үҙем һүрәтләнем, белмәгәнемде яҙа-йоҙа ишеткәндән өҫтәнем.
Пенсияға сыҡҡас, оло әсәйем менән күрше ауылда йәшәне, кәртә тултырып мал бағыуҙан, ер яптырып ҡош-ҡорт аҫрауҙан тыш, бал ҡорто тотто, таҡтанан эшләнгән, түмәрҙән өңөлгән бихисап умарталары картуфлығын ҡырлатып теҙелгәйне. Кәртә-ҡура тирәһе лә төҙөк, ҡараулы. Хаҡлы ялдағы тормошон ҡасандыр өлгө иҫәпләнгән хужалығы, биләмәһе кимәлендә тоторға ынтылғандыр, күрәһең. Күпме генә ҡырталашһаң да, бирешмәҫкә маташһаң да, ғүмер тигәнең бармаҡтар араһынан ҡойолған ҡом рәүешендә, ҡартайған көндә буш ҡалған ҡушусыңды елгә ҡуйып япа-яңғыҙың тора ла ҡалаһың. Өйөр айғыры мөсһөҙ, бахыр алаша хәлендә ҡалһа, уны оноталар, йүгәнен һыпырып, дағаларын ҡуптарып алып иреккә ебәрәләр, сөнки әлеге мәлдә бәйгелә икенселәр елдерә, икенселәр алдынғылыҡты бирмәй. Дан етәксене лә ваҡыт үтә килә оноттолар, тағы ла бер нисә йылдан бөтөнләй күҙ уңынан төшөрөп ҡалдырҙылар. Ул шулайтып үҙ донъяһына бикләнде, дүрт мөйөшөнә ҡарап ҡалды, һуңғы йылдарында урамға сығып күренмәне, йыйылыштарға барманы, ауылдаштары менән аралашманы. Дүрт мөйөш, билдәле дүрт тарафтан ҡыҫа, хәлде, ҡарыуҙы ала.
Ҡарт алаша, тигәндәй, аттар ҙа илай икән ул. Бер тапҡыр шундай күренеште күреп тетрәндем: ҡарт ат дерелдәп ялан кәртә уртаһына баҫҡан, мороно осонан йылтырап һеләгәйе һарҡа, эрен баҫҡан күҙҙәренән йәштәре субырҙай, тамағы төбөнән һыңҡылдауға тартым өн быуылып сыға. Аттар тәүлек әйләнәһенә ятмаҫ өсөн яратылған, ғүмер баҡый аяғөҫтө йәшәйҙәр ҙә көтмәгәндә гөрһөлдәп ауып йән дә бирәләр.
Хикәйәләүемдән ирекһеҙҙән тайпылам тағы. Беҙҙең ауылда атты иптәш, юлдаш, дуҫ итеп Ғәлимйән бабай йәшәне, Батисов ине уның фамилияһы, төҫө көңгөрт булғанлыҡтан, ҡыҫҡартып, Ҡара Батис тип кенә йөрөттөләр. Дөйөмләштереп шуны ғына әйтәм, тышы ҡара иҫәпләнһә лә, эсе аҡ, эшлекле, бөтмөр кеше ине ул. Ҡайҙа барһа ла, атын эйәртеп етәкләй, менә, йә егә. Миңә ҡалһа, Батис бабай шул аты менән ҡуша тыуған да, әле лә игеҙәгенән айырыла алмай йөрөп ята һымаҡ. Табип амбулаторияһында эшләгәндә ул миңә ҡабул итеүгә килде. Үпкәһендә йөрөткән йәҙрә ярсығы урынынан ҡуҙғалғанлыҡтан ныҡ бирешеп, бөтөрөнөп киткәйне, ҡаҡ һөйәккә ҡалғайны. Бында ла үҙе түгел, кесе улы етәкләп килтергән. Хәлен һорашҡайным, ҡара ҡомғандай йөҙөн йыйырып былай тине: “Аяҡтарымды көскә ҡымғырлатып ығышам әле шунда, энә йотҡан бурҙайҙай тертәңләйем, темеҫкенәм, барына ҡул һелтәп ятып ҡына ҡуйыр инем дә, башҡаса тора алмауҙан ҡурҡам!” Хәҙер уйлап ҡуям, минең атайым да егәрле аттан төшөп ҡарасҡылай ҡорсаңғы хәлендә ҡалғас, моғайын да, йәштәрен субырҙатып, ғорур, башбирмәҫ йән булараҡ аяғөҫтө йән биргәндер, күҙаллауымса, моғайын да, шулай иткәндер…
Эйе, ул минең атайым ине, ғәзиз, ҡәҙерлегә иҫәпләнер атайым… һәм асылда бер кем дә түгел. Таныш кимәлендәге ят кеше, сит ғаилә башлығы. Кем ғәйепле? Моғайын да, беҙҙең бала сағыбыҙҙы тартып алған, бәхетебеҙҙе урлаған ҡәһәрле һуғыштыр. Һуғыштан һуң ирҙәргә ҡытлыҡ килде, азаматтары яу яландарында ятып ҡалды, ҡайтҡандары ла аҡһаҡ, унан ҡалһа туҡһаҡ, ә ғаилә ҡорорға, бала табырға ымһынған ҡатын-ҡыҙҙар быуа быуырлыҡ, сиртеп һайлап ал…
Ғүмер бүләк иткән яҡыныма ғәйеп ташларға, рухын рәнйетергә йыйынмайым, сөнки йәнемә тап киләме-юҡмы, тәнемдә уның ҡанын йөрөтәм дәһә, йәнә һис ҡасан насарлыҡ, хаслыҡ ҡылмаған, һиңә яратып, танһыҡлап баҡҡан кешене нисек яманламаҡ?! Ҡан көҫәгән үсле бүреләй күктәге айға ҡарап олоноң ни ҙә оломаның ни, ә ул ҡараңғы төндө юл тоҫмаллатыр кимәлдә яҡтырта, әммә йылыһы ғына юҡ. Барыр һуҡмағыңды тоҫмаллайһың да бит, юлдашһыҙ сәфәргә сығыуы, юлда йөрөүе еңелдән түгел. Юлдашһыҙҙарҙың хәлен яңғыҙҙар ғына аҡлай, белә һәм тоя…
Атайым һирәк-һаяҡ беҙгә килә лә мине тубығына ултыртып алып ҡыҫып-ҡыҫып һөйә, таҡыр маңлайымдан һыпыра, арыҡ арҡамдан ҡаға. Ситкә тартылам, ятһынам, тәнемдән аңлайышһыҙ зымбырлау йүгереп үтә, сөнки беләм, бына ул бүләктәр, күстәнәстәр тотоп килгән, әле ирәйеп китеп йәйелеп ултыра, тик оло бәлә, кескәй бала өсөн фажиғә шунда: был ваҡытлы күренеш, яһалма ирәбелек, бер аҙҙан, аҡса түләп театр спектаклен, филармония концертын ҡарап күңел асырға килгән тамашасы ише ул беҙҙе ташлап үҙ ғаиләһенә ҡайтып китәсәк, билдәле мәлгә ҡәҙәр беҙҙе онотасаҡ, хәтеренән сығарасаҡ. Әле өйөбөҙ эсендә аңҡыған ир еҫе лә яйлап юҡҡа сығасаҡ. Еҫтәргә килгәндә, ҡатын-ҡыҙҙыҡы йортҡа йылылыҡ, нур килтерһә, ирҙеке – ныҡлыҡ, көс-ҡеүәт өҫтәй, ана шул әйткәндәрем бергә ҡушылып ғаилә ҡотон, ейгән аштың бәрәкәтен хасил, тәшкил итә.
Шулай ташландыҡҡа ҡалып, терәк-таянысһыҙ үҙемдең көскә, әрһеҙлеккә ышанып үҫтем. Ә әсәйемдең иңендә тотош хужалыҡ ауырлығы: иртәнән ҡара кискә ҡәҙәр эштә. Шулай булһа ла, тамағыбыҙҙы ас итмәне, етемлегебеҙҙе ете-яттарға күрһәтмәне, сыйырсыҡ ояһылай йортобоҙҙа гелән нур уйнаны, унда йылы һәм яҡты булды. Өҫтөбөҙҙө бөтәйтеү бер эш, ә бына йәнселгән күңелде ҡоршау күпкә ауырыраҡ. Ҡатын-ҡыҙ ни тиклем генә өлгөр, сымыры булмаһын, һис ҡасан ир-атты алмаштыра алмай, һыйырҙы эйәр йәмләмәй, гүзәл заттар ҡоронда була тороп яулыҡты кәпәскә алмаштырыу килешкән эш түгел.
Тиҫтер малайҙар менән эләгеп, талашып, көҙгө әтәстәрҙәй һуғышып китеү – бала саҡ өсөн ғәҙәти хәл. Еңелмәҫкә, иң мөһиме – иламаҫҡа, ҡанаған еремде күрһәтеп йәлләтмәҫкә тырышам, мөйөшкә ҡыҫырыҡлап сараһыҙланған сәүек көсөктәй тештәрҙе ыржайтып уҫал һуғышам, йоҙроҡтарҙы, аяҡтарҙы эшкә ҡушып хәрәкәткә ебәрәм, күҙемә нимә эләгә, шуны алып бәрәм, елгәрәм, ене ҡуҙғыған шайтандай ҡыланам. Ниһайәт, этеп алып барған баҫымдан еңелгән малай шыңшып мәрхәмәт һорай: “Атайыма-а-а әйтә-ә-әммм!..” Миңә шул ғына кәрәк тә, еңеүсе ҡиәфәтендә, бөйөрҙәремә таянып ебәреп, урам яңғыратып һөрәнләйем: “Бар, әйт! Ҡайтып ошаҡла ла, етәкләшеп килегеҙ, икегеҙҙең дә кәрәгегеҙҙе бирәм, һыу эскеһеҙ итәм!” Аллам һаҡлаһын, ололарға ҡул күтәреү, ҡырын һүҙ әйтеү ҡайҙа?! Йоҙроҡло ҡулым күтәрелгән хәлдә лә, ир көсөн еңә булам тағы, һөйләйем хәбәр, самаһыҙ лөғәт һатам, буш ҡыуыҡтай маҡтанам шунда. Атайыңды алып кил, тип талап итеүем атайлыларға көнләшеүҙән әйтелгәндер, күрәһең.
Көҙ етһә, етем балаларға кейем-һалым өләшәләр, кемгә итек, кемгә кәпәс, кемгә фуфайка, тигәндәй. Ярай әле, мәсхәрәгә ҡалдырып дөйөм линейкала тоттормайҙар, дәрес барышында берәмләп саҡыртып бирәләр. Ни тиһәң дә, танауға еҫ керә башлаған саҡ, ҡыҙҙар алдында оят. Шулай итеп, был хәйриә сараһына шәхесемде түбәнһетеү, мыҫҡыл итеү һымағыраҡ ҡараным. Бирелгән әйберҙе ер тишегенә инерҙәй булып теләкһеҙ генә ҡабул итәм дә йәшереп-боҫороп алып ҡайтып урындыҡ аҫтына ырғытам. Бер көн килеп сыҙамым һынды, ниһайәт, томолдороҡ кейергә теләмәй сығынлаған ҡонандай булмышым баш күтәрҙе, итектәрҙе уҡытыусылар бүлмәһенә ырғытып сығып киттем. Ике көн барышында класс етәксеһе ләм-мим, бер һүҙ өндәшмәне, төпсөнмәне лә, тыныслыҡта ҡалдырҙы. Өсөнсө көн һуңғы дәрес алдынан мине мәктәп директорына саҡырттылар. Әмәл юҡ, аяҡтарҙы көскә һөйрәп киттем, теләкһеҙ генә кабинет ишеген шаҡыным. Барып инһәм – өҫтәл түрендә теге кирза итектәр. Эйе, бер ырғытҡанды алдым ти алмай ҙа, үҙ төкөрөгөңдө ҡабаттан ялау егетлек түгел. Яңы ҡапҡаға инергә теләмәгән бәрәндәй ҡулдарымды ҡаушырып, аяҡтарымды киреп бойондороҡһоҙ ҡиәфәттә баҫтым. Директор Рауил ағай күҙлеге өҫтөнән ҡарап эргәһенән урын күрһәтте:
– Хәлдәрең нисек, якобинец? – тине ул оҙайлы тынлыҡтан һуң. – Тарих уҡытыусыһы булараҡ француз түңкәрелешен хәтергә төшөрөп ултырыуы.
– Иҫ китмәле шәп! Аяҡ кейемдәрем туҙмаған, тишелмәгән әлегә, иҫкерә ҡалһа, алып бирер кешем бар! – Әңгәмәнең ни хаҡында барасағын һүҙһеҙ ҙә төшөнөп, арҡыс-торҡос хәбәр һалдым. – Ә быны Йыһангир олатайға бирегеҙ, ҡыуаныр исмаһам, ә һеҙ үҙ сиратығыҙҙа сауаплы булырһығыҙ!
– Сауаплы, имеш, хөрмәтле мулла-монтағай, мәленән алда сыпраңламай тор, йәме?! – Директор йоҡа, тәбәнәк кәүҙәһен күркәләй ҡабартып уҫал бүлдерҙе лә тауышын йомшарта төшөп һораны. – Армияла һалдаттар нимә кейеп йөрөй әле?
– Хеҙмәт итергә һин дә әҙерләнәһеңдер, йыйынаһыңдыр, моғайын?
– Шулай булғас, был итектәрҙе хөкүмәт бүләге итеп ҡабул ит!
Кабинеттан сыҡҡансы дәрес башланғайны. Теманы аңлатҡан уҡытыусы ишек төбөндә торған миңә екһенеп ҡараны:
– Ҡайҙа йөрөйһөң бығаса һуңлап?!
– Ҡулсырһың, бәйелһеҙһең бигерәк, тәртип боҙғанһыңдыр тағы?
– Юҡ, Армияға барырға, һалдат булырға йыйынам. Бына, военкоматтан ебәргәндәр! – Оялмайынса ҡулымдағын юғары күтәрҙем.
Башҡалар кибеттән һатып алынған тимер сана, шәп саңғыла, ялтыр конькиҙарҙа шыуа, ә миңә һырғалаҡҡа алтын ҡуллы балта оҫтаһы Нуретдин еҙнәм сана-саңғыны, быймаларға ҡайыштар ярҙамында беркетмәле шыуғысты ағастан тәсәйҙәй күркәм итеп эшләп бирә, ҡулдан әтмәләнгәнде мөрхәтһенмәүемде күреп һалпы яҡҡа һалам да ҡыҫтыра: “Ни тиһәң дә, кибеттән алған сифатһыҙ, үҙеңдекенә етеү ҡайҙа?!” Буштан килгән бүләккә бүкмәйҙәр, ғәҙәттә, бүкһәң, һемәйеп ҡалыуың бар, шуға өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрәм. Ағас ҡорамалдарын үҙемсә ҡулайлап алам шулай ҙа, сана, саңғы, эйгес табандарына боҙ ҡатырам, шулай итһәң, башҡаларҙан һис тә ҡалышмайһың, хатта уҙып та киткеләйһең ҡайһы саҡ.
Ауылдың урта төшөндә бер ишле ғаилә йәшәне, шунда аралашырға барам йыш ҡына. Балалары арыу һымаҡ, ә бына атай кеше эш яратманы, ялҡау, елкәһе йоҡа булды, ҡатыны ла – силәгенә күрә ҡапҡасы – ауыл ғәйбәтен һағыҙҙай сәйнәй, ағыу телле. Бер көн уйын барышын ситтән күҙәтеп торған, йәнем ҡабул итмәгән, үҙ сиратында мине ек күргән теге хужабикә һәммәһенә ишеттереп йыландай саҡты: “Ас-яланғас етемәктәр ҙә булдымы кеше, улар бит бур, уҫал, алама, бетле…” Шул түбәнһетеүҙән һуң эргәмдәгеләр әллә ерәнеп, әллә бысраҡ йоғоп ҡуйыуҙан һипһенеп ситкә тартылды. Ғәрлегемдән һарай мөйөшөнә барып һыйынып сеңләгәнем хәтерҙә…
Бесән осоро етһә, үтмәҫ, көйләнмәгән салғы менән яңғыҙым бесән сабам, ботаҡ һаплы һәнәк менән бакуйҙы йыйып күбәгә ултыртам. Күбәләрҙе тарттырыу өсөн ат ҡайҙа, уны теләнселәп кемгәлер аҙна самаһы иртәнән алып ҡара кискәсә бил бөгөргә кәрәк. Ҡойолған кәбәнде лә ер аяғы ер башынан һайғау ташып кәртәләйһең, билдәле инде, көсәнеп һөйрәп, ярай әле ауыл ҡарты Йыһангир ярҙамға килә. Һантыйға хисаплаһалар ҙа, аҡылы теп-теүәл, зиһенле, эшсән, әҙәпле ине ул. Арығансы эшләйбеҙ ҙә, киндер ашаулыҡ йәйеп ебәреп, Тәңре ебәргәнен уртаға ҡуйып, баҡырсала сәй ҡайнатып табын хәстәрләйбеҙ. Хоҙай Тәғәлә, ғәҙәттә, ике йомортҡа, дүрт бөртөк мундир картуф, ярты йомғаҡ май, түтәрәм арыш икмәген юллай. Шуларҙы ғәҙел бүлешеп тәғәмләнәбеҙ. Ул икмәк валсыҡтарын сәсмәй, ауыҙ тирәһен өҙлөкһөҙ ҡулъяулығы менән һөртөп, ашыҡмай, ҡарһаланмай ғына ашай, һығылып торған табын артындағы зыялы ҡунаҡ тиерһең! Ысынбарлыҡта ул бит ауыл, мир ҡарамағында, кеше көнлө, тамағы ла аслы-туҡлы, мәгәр ошо хәлендә лә әҙәм сифатын һаҡлап, ысын кеше булып ҡала белә. Олатай бесән сабыуҙа ғына түгел, олоно менән һөйрәтеп килтерелгән, мәтегә ҡатып бөткән утынды бысырға, ярырға, өй ҡырлауына ташып өйөргә ярҙам итә, картуфты ла икәүләп ҡаҙып алабыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, алыштырғыһыҙ ярҙамсым, уң ҡулым. Унһыҙ ҡайһылай итер инем икән?!
Йыһангир олатай хаҡында һүҙемде дауам итеп, тағы ла бер бала саҡ хәтирәһен өҫтәмәксемен.
Бер саҡ малайҙар йыйылышып алып, ауыл осондағы ҡайын ҡыуышына оялаған ҙур һағыҙаҡ күсен туҙҙырҙыҡ. Ярһыған бөжәктәр беҙгә ташлана, беҙ инде үҙ сиратыбыҙҙа талсыбыҡтарҙы ҡылыстай болғап тегеләргә ынтылабыҙ. Сағылып-таланып бөттөк, иллә ҡуйыр рәт-самабыҙ юҡ. Шулай пыр туҙышып йөрөй инек, көтмәгәндә ҡапыл эргәбеҙҙә Йыһангир олатай пәйҙә булды. Ул тыныс ҡына атлап килде лә туҙырап ятҡан балауыҙҙарҙы берәмтәләп сүпләп йыйып кире ағас ҡыуышына тултыра башланы, үҙе күсте тынысландырырға теләгәндәй ауыҙ эсенән ниҙер төңрәнә. Малайҙар кемуҙарҙан шаулашырға тотондо: “Дүрәк! Алйот! Иҫкә ярым! Һантый! Ярты аҡыл!” Мин дә уны ҡайғыртып һөрәнләйем: “Олатай, боҫ, сағылаһың бит!” Ул ашыҡмай ғына эшен ослағас, эйәртенешеп урам буйлап киләбеҙ. Һүҙ башланым:
– Әйҙә, бөгөн беҙҙә ҡун! Түр яҡтағы иҙәнгә әсәйем урын йәйеп бирер, мин урындыҡ ҡырлауына ятырмын.
– Юҡ, хәҙер Зәйнуллаларға барам, иртәгә Латифҡа, шунан Әхтәригә, һеҙгә етергә апаруҡ көндәр бар әле.
– Әҙәпһеҙләнеп сиратты боҙһаң, ҡәҙер китә.
– Нишләп бая һиңә һағыҙаҡтар теймәнеләр у?
– Улар ҙа бит яҡшы менән яманды айыра. Һәр нимәнең йәне бар, зиһене лә. Кешелә ҡан аға, ағас олононан һут йүгерә, әҙәм бала таба, үҫемлектәр емеш бирә. Бына шулай ул тормош тигәнең, һәр нимә мәңгелек тәртипкә ҡоролған. – Ул кинәт нимәнәндер ҡыҙыҡ табып һыны ҡатып көлөп ебәрә лә ары дауам итә. – Тереклеккә хаслыҡ, тәбиғәткә насарлыҡ ҡылмағандар матур йәшәй ул… Һин бер ҡасан да кешегә ҡул күтәреп һуҡма, бер килеп туҡмағың үҙеңә кире әйләнеп килеп бәрер, шуны онотма!
Йыһангир ҡарт аҡыллы дәүерҙә һантыйға хисапланып йәшәне, бөгөн аҡылдан шашҡан көнитмештә аҡыллы булып йәшәй алыр инеме икән? Юҡтыр. Ә теге саҡ уның әҙәмгә ҡул күтәрмә тигән һүҙҙәре минең өсөн тормош ҡанунына әүерелде. Уртыңды сәйнәйһең дә сыҙайһың, маңлайыңа яҙылған яҙмышыңа яҫҡынһаң, үҙеңдең бер килеп эт типкеһендә ҡалыуыңды көт тә тор!
Сабынлығыма урман эсенән, яттар күҙенән ҡасырып берләмдән бүре һуҡмағын һалдым, сөнки оло юлдан велосепидлы, матайлы тиҫтерҙәр елдерә. Нишләп мин уларға һағырға тейеш әле, кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырлайһың да?!.
Шулайыраҡ үҫтем, әммә, шәхесем етем булһа ла, булмышым, күңелем бөтөн килеш ҡалды. Егет ҡорона ингәс әле бер көн әсәйем сулала һорай ҡуйҙы: “Улым, атайың бик билдәле кеше булды, әллә уның фамилияһына күсәһеңме? Теләй ҡалһаң, тиеүем дә…” “Юҡ, әсәй, мине бит һин тәрбиәләнең, ауыҙыңдағы һуңғы телемеңде өҙөп ҡабып әҙәм иттең, шулай булғас, үҙебеҙҙең фамилияла ҡалам. Шикләнмә, исемеңә, тоҡомобоҙға тап төшөрмәм!”
Һәм иң оло, Тәңре кисермәҫлек гонаһым – атайымды ерләшмәнем, ҡәберенә тупраҡ ырғытманым, сөнки уның вафатын һуңлап ҡына ишеттем. Хәҙер үҙемә үҙем ҡат-ҡат һорау бирәм дә аныҡ ҡына яуап ала алмайым: “Әгәр вафатын мәлендә ишетһәм, барыр инемме икән, әллә юҡмы?!” Атайымдың үлем хәбәре лә илатманы, ҡайғыға һалманы, күңелемде кем менәндер бәйләп тотҡан еп өҙөлгәндәй итте бары. Иламауым ҡатылыҡмы, бәғерһеҙлекме? Бәлки. Улай тиһәң, ауыл ҡарты Йыһангир үлгәндә күҙҙәрем йәшләнде, йәнем иңрәне. Олатайҙың үлеменә ышанманым, әле лә ышанмайым. Юҡҡа ғына уға Йыһангир тип исем ҡушмағандар бит, ул бары мәле еткәс асманға ашҡан да, киң, йондоҙло Йыһанды айҡап, гиҙеп бөгөн дә йөрөп ята һымаҡ. Урыҫтарҙа “Чтобы узнать человека, надо с ним пуд соли съесть” тигән мәҡәл бар, ә беҙ Йыһангир ҡарт менән күтән һурпаһын ғарҡ булғансы саманан ашырып һемергәйнек, шуға ла ул миңә яҡын, ҡәҙерле.
Атай, тигәндәй, өйләнгәс, ҡайным минең өсөн атайға әүерелде, бер юлы ике яуаплы, мәртәбәле дәрәжәне тотто. Ҡайҙа ғына барһаҡ та, ул эргәһенә мине ултырта, аҡыл өйрәтеүҙән алда иң әүәл ипле генә итеп кәңәш һорай. Ҡунаҡта саҡта төнө буйы минең менән көңгөр-ҡаңғыр килеп сыға, йорт тирәһендәге берәй эшен эшләһәм, йүгереп килеп икенсе остан йәбешә. Бер саҡ ул етди сирләп киткәс, алып килеп ҡала дауаханаһына урынлаштырҙым. Белгестәр ҡарап, тикшереп, анализдар әҙер булғас, дауалаған табибы еңемдән тартып бер яҡ ситкә алып китте:
– Готовтесь к худшему… Максимум три дня…
Ҡайным да һиҙенде буғай, эргәһенә барғайным, уратып һүҙ башланы:
– Кейәү, һин үлемдән ҡурҡаһыңмы ул?
– Тормош матур бит, йәшәйек әле, ҡайҙа ашығырға?
– Тимәк, ҡурҡмайһың… – Ул үҙенсә һығымта яһаны ла өҫтәп тәҡдим итте. – Әжәлдән ҡурҡмайым тигәс, әйҙә, минең янда ҡунып йөрө, ни тиһәң дә, яңғыҙ ҡалғы килмәй…
Ул өс төн оҙоно тормошон һөйләне, ә мин тыңланым… Дүртенсе көн иртәнсәк ҡарашы әллә күпмегә теремекләнгәйне, өмөтлө итеп былай тине:
– Мин үлемде кисектерергә, бирешмәҫкә, һинең һүҙеңде йыҡмаҫҡа булдым… Йәшәйек әле… Бар, ҡайт, арығанһыңдыр, ял ит, рәхмәт һиңә!
Ҡайным тағы ла өс йыл самаһы йәшәне.
Ошо хәлдән һуң үҙем өсөн һуңлаған хәҡиҡәтте астым: ир кеше ярҙамға ла, әпәүләүгә лә, күтәрмәләүгә лә мохтаж түгел, ауыр саҡта уға бары терәк һәм таяныс кәрәк!
Юбилей осоронда ижад кисәмде Сибай хакимиәте үтә лә ҙурлап, олонан ҡубып, филармония залына арҙаҡлы ҡунаҡтар саҡырып уҙғарҙы. Сара алдынан көндәлек мәшәҡәттәрҙе теүәлләп, ҡала буйлап килә инем, теге күп балалы апайҙы тап иттем, ул фоторәсемем төшөрөлгән афишаға ҡарап онотолоп тора ине, мине күреп сырамытҡас, йәнә кинәйәләп төрттөрҙө:
– Китсе, һин дә инсан булып киткәс!
Яуабым оҡшаманы булыр, үкенгәндәй, үртәлгәндәй ҡул һелтәне теге:
– Атайлы килеш тә минекеләр серек йомортҡалай эшкә ашманы, береһенән йүн дә, мәғәнә лә, рәт тә сыҡманы, ҡоромағыр, ә һин үҙ көсөң менән әҙәм булып киттең!
“Апай, йомортҡаларҙың сереккә әүерелеүендә әтәстән ғәйре тауыҡ ғәйепле, насар, еткелекле баҫмағанһығыҙҙыр, ә минең ас бетем башымда түгел, йөрәгемдә булғандыр ул!” тип саҡ әйтеп ысҡындырманым.
Ҡатынымдың ғәҙәте бар, улыбыҙ һорау бирә ҡалһа, гел бер нимәне ҡабатлай, тыҡый: “Атайыңдан һора иң тәүҙә, ул нимә тип әйтер!” Ә мин былайыраҡ тием: “Улым, һин бала түгел инде хәҙер, ауыртмаған яғыңа ят, үҙең нисек теләйһең, шулай хәл ит, әгәр мин һинең урыныңда булһам, ошо ерҙә былайыраҡ итер инем…” Шулайыраҡ ситләтеп, кинәйәләп теләгемде әйтәм. Беләм, уға иң әүәл минең фекерем, тормошҡа ҡарашым, ошо, әлеге аныҡ хәл-ваҡиғаға мөнәсәбәтем мөһим, минең әйткәндәрем ҡайһы саҡ уға терәктер ҙә.
Бер саҡ мәртәбәле йыйында мине түргә ҡуҡрайтып ултыртып ҡуйып, алған дәрәжәләремде, исемдәремде теҙеп атап, күккә ашырып ҙурлап ташланылар. Маҡтауға, ҡупыртыуға үтә лә һаҡсыл ҡараштамын, тейешен генә ишетәм, саманан аштырған фәстереүҙәрҙе ҡолағым һыртынан үткәрәм. Ҡайтып килгәндә улым үҙ баһаһын бирҙе: “Дәрәжәләрең, исемдәрең миңә нимәгә ул, һин бары миңә атай, яҡшы атай!” Ошо әйтелгәндәр теге күтәрмәләүҙәрҙән әллә күпмегә юғарыраҡ ине.
Атайым хаҡында бер кәлимә генә һүҙ әйтергә йыйынғайным да, көллөһө хаҡында теҙеп яҙып алдым да киттем: атайым, Йыһангир олатай, Нуретдин еҙнәй, Батис ҡарт, ҡайным һәм килеп үҙем. Шулай итеүем, бәлки, дөрөҫтөр ҙә, сөнки беҙ бит барыбыҙ ҙа – атайҙар. Төрлө фиғелле, буй-һынлы, һөнәрле ир-аттар. Уларҙан күп нимә талап та ителмәй, бары тәрән итеп, күкрәк тултырып алған һулыштай, туҡтауһыҙ ярһып типкән йөрәктәй өҙлөкһөҙ кәрәк булып балаларының эргәһендә булһындар, ҡалһындар, абынып китә күрмәһендәр, тип ҡурсалап, борсолоп, еңел булмаған, соҡор-саҡырлы тормош һуҡмағынан ғәзиздәрен етәкләп барһалар шул еткән, һәм илаһи нәҙер – һис ҡасан яҡындарына хыянат итә күрмәһендәр. Хыянат иң ауыр гонаһтарҙың береһе – ул ғәфү ҙә ителмәй, кисерелмәй ҙә.
Приют янынан үтешләй ете-һигеҙ йәштәр самаһындағы бер ир баланы күреп ҡалдым. Ул күккә өмөтләнеп төбәлгәйне. Бала күңеле әкиәттәргә, мөғжизәләргә ышаныусан, табыныусан, бәлки, малай, торна суҡышында бала түгел, атаһының, йә әсәһенең осоп килеүен көткәндер, кем белә...
Минең изге инаныуым – бер ғаилә, бер атай, бер әсәй һәм күп балалар. Әсә – күктәге ҡояш булһа, атай – ер үҙәге, ер күсәре. Ҡояш һәр ваҡытта ла йылыта, әммә ләкин ер күсәренән ысҡына ғына күрмәһен, ул саҡта йәшәйеш селпәрәмә килер! Һәм һуңғыһы – атай берәү генә була, ул бүленмәй, сит-башҡа сәселмәй, ваҡланмай торған изге төшөнсә!
Беҙҙең ауылда буран сыҡһа, бөтә булған көрттө урамға килтереп тултыра. Шуға күрә көн боҙолғанда эшкә бер сәғәт самаһы алдан сығам. Мәктәптән арыу уҡ йыраҡ йәшәгәс, көрт ярып барғансы ваҡыт үтә лә китә.
Урамға сығып, мәктәп яғына ыңғайлау менән башҡа өйҙәрҙән дә кешеләр сыға башлай. Мине генә көтөп торғандар тиерһең. Улар – минең уҡыусыларым. Ваҡ-ваҡ ҡына атлап, балаларҙың аҙымына самалап, юл ярып алдан төшәм, ә тегеләр, ҡаҙ бәпкәләре һымаҡ, минең арттан эйәрә. Боролоп-боролоп ҡарайым: минең артымдан уҡ эҙемде күмергә өлгөргән буранда яҙлыҡманылармы былар, арыманылар микән? Юҡ, мин ярған юлдан ғына киләләр…
Хәҙер ниндәй генә эшкә тотонһам да, ҡайҙа ғына барһам да, эшемде еренә еткереп эшләргә, һәр аҙымымды самалап, үлсәп баҫырға тырышам. Артыма боролоп ҡараһам, уҡыусыларым минең эҙҙәремә генә баҫып киләләр һымаҡ тойола.
Мәскәү метроһынан үткән саҡта бер яҡ ситкәрәк баҫҡан ялбыр сал сәсле скрипкасыны тап иттем. Ҡаҡса буйлы, ябай урам музыкантына шыпа ла оҡшамаған зыялы ҡиәфәтле ир ҡатмарлы классик әҫәрҙе еренә еткереп, оҫта итеп башҡарҙы. Йәмрәй йөҙлө, сиңерткә сиреүендәй ябырылышып, йыбырлашып унда-бында үткән-һүткәндәр уға ҡарамай, иғтибар ҙа итмәй ҡайҙалыр ашығалар, исмаһам, берәйһе бер аҙға ғына янында туҡталып уйнауға ҡолаҡ һалһасы, моңға тартылһасы. Юҡ! Аҙаҡтан метрола донъя кимәлендә бик билдәле скрипкасының сығыш яһауын ишеттем. Бәлки, теге саҡ күргән музыкантым ул булғандыр, кем белә...
Яңы йыл алдынан гитарасы егет көн ағышында, өс-дүрт сәғәт самаһы супермаркет алдында йырлап торҙо. Бында ла шул, Мәскәүҙәге хәл....
Күңелһеҙ һығымтаға килдем: ҡулланыусылар һәм аҡса ҡолдары менән тулған йәмғиәттә йәшәп ятабыҙ икән дә баһа. Һәммәһен тамаҡ туйҙырыу уйы ғына ҡыуа икән унда-бында, уларҙы матурлыҡ, нескәлек, моң йәлеп итмәй. Күҙ тоноп матди килемгә табыныуҙы, аңһыҙ хайуан ише өҙлөкһөҙ тамаҡ артынан сабыуҙы бер ниндәй ҙә әхлаҡ ҡалыптарына, рухи сиктәргә һыйҙырып булмай! Юғарыға, камиллыҡҡа ынтылыу, нәфислек тыуҙырыу, үҙенән аҙаҡ яҡты эҙ ҡалдырыу әҙәм балаһының төп тормош ҡануны түгелме ни?!.
Юлсырмын. Туҙанға батып, кейемдәремде сырыштырып, бысратып, бушаған ҡапсығымды болғап ҡайтып инәм дә бер аҙ ял иткәндән һуң тағы сәфәргә йыйына башлайым. Уңғансы кейем таҙартылған, үтекләнгән, ҡапсығым да ниғмәттәр менән нышып тултырылған. Күңел дә туҡ, кәйеф тә күтәренке. Әсәйем, ғәҙәтенсә, ауыл осона сығып оҙатып ҡала. Бер ни тиклем ара киткәс ҡайырылып ҡарайым, ул юл ситенә баҫҡан да башын эйеп тора… Хәҙер ҡайтһам, төйәгемдәге ҡайындар баштарын эйеп тәлгәштәрен болғап ҡалалар. Мәғрур ҡарағайҙар, Аҡ Таш сусағы ғына нисек бар шулай. Улар баш эйеү өсөн яратылмаған.
Бер ҡайтҡанында улым һорай ҡуйҙы:
– Атай, һеҙ мин юҡта нимә менән шөғөлләнәһегеҙ ул!
– Нимә менән тип, һәр ата-әсәнең йәшәүе билдәле, баланы ҡаршы ала, шунан оҙата, аҙаҡ көтә…
Тел төбөмдө, кинәйәмде аңламаны ғәмһеҙ, вайымһыҙ көлөп кенә ҡуйҙы.
Улымды тағы юлға оҙатырға сыҡтым. Йән һығылып күңел болоҡһоһа ла, тура баҫып тороп ҡалдым. Ҡаялар сыҙамлы, ҡарағайҙар баштарын эймәй. Һәр хәлдә, шуларға оҡшарға тырышам…
Ул акушер-гинеколог булды. Билдәле, оҫта, абруйлы акушер-гинеколог. Күренергә, тикшерелеү үтергә теләгән ҡатын-ҡыҙ уны эҙләп ер аяғы ер башынан килер ине, кабинеты ҡаршыһында гелән оҙон сират, тик ағайыбыҙҙың бер ҡырын яғын өҫтәп әйтмәү мөмкин түгел – ул ни гел һуҡмыш та ҡырын һалмыш. Эш мәлендә лә, башҡа ваҡытта ла. Солоҡтай дәү кәүҙәһен уҡлау йотҡандай тура тотоп, ҡыҙара бүртеп тик йөрөй, еҫе сыға тимәһәң, эскәнлеген һиҙмәҫһең дә. Баҫалҡы холоҡло, һәр саҡ кешенең ыңғайына йөрөгән баш табип алыштырғыһыҙ белгестең был хилаф ҡылығына бармаҡ аша ҡараны, күрмәмешкә һалышты.
Акушер-гинеколог мине тәү осрашҡандан, танышҡандан уҡ үҙ итте. Яҡын күреүен ул былайыраҡ аңлатты:
– Шуны айырып әйтер инем, мырҙа, һин – замечательный и не повторимый әңгәмәсе.
Ҡупыртыу йәнемә майҙай яғылһа ла, ҡаршылашып маташам:
– Бына һиңә яңылыҡ, тигәндәй, мин улай уҡ замечательный, өҫтәүенә неповторимый түгелмен һымаҡ.
– Яҡшы әңгәмәсе насарынан шул яғы менән айырыла, ул һөйләүсене урынһыҙ бүлдермәй, дәғүә белдермәй, түҙемле генә итеп өнһөҙ-һүҙһеҙ аҙаҡҡаса тыңлай белә.
– Тыңлай, түҙә һәм өнһөҙ-һүҙһеҙ үҙенсә генә һығымта ла яһай.
– Быныһы инде – уның шәхси эше!
Баш баҫып, кәрәк ерҙә эйәк ҡағып йөпләп, ҡыҙыҡ урындарҙа ҡаш сөйөп, ҡыҙғаныс күренештәрҙә маңлай сирылтып аптырай белгән “замечательный” тыңлаусы булһам, ул – алыштырғыһыҙ хикәйәсе. Хас та бер шаршаулы пьесаны яңғыҙы башҡарған актер! Мауығып китә, бирелә, онотола, башҡарған роленә мөкиббәндән инә. Ҡатыны менән Ер шарының күпселек илдәрендә булған, тәбиғәтен күргән, урындағы халыҡтың үҙенсәлекле йәшәүе менән ҡыҙыҡһынып танышҡан. Шул сәфәренән шаҡы-шоҡо, беҙҙең ҡарашҡа ят кейем-һалым алып ҡайтҡан да бик йыш ҡына шуларҙы эшкә кейеп килә, бер ҡараһаң, башында – Боливиянан алып ҡайтҡан киң тирәсле эшләпә, икенселәй күрһәң, өҫтөндә сыбар Таиланд күлдәге, ауыҙында баш бармаҡ йыуанлыҡ Бразилия сигараһы. Килештерә, шартына килтерә инде. Саҡ ҡына буш ваҡыты булдымы, “Ашығыс ярҙам” станцияһына килеп, күндәм тыңлаусыһын эҙләп табып, сәйәхәт мәлендә күргәндәрен тамшанып һөйләргә тотона. Ә мин, төпкөл ауыл балаһы, картуф баҡсаһынан ары китмәгән кеше булараҡ, мауығып китеп тыңлайым.
Яйын тап килтереп, ул мине өйөнә лә алып ҡайтты. Матур йәшәйҙәр, етеш, һәр нимә үҙ урынында. Ҡунаҡ аҙ ултыра, күп һынай, тиҙәр бит, мәгәр шул арала был өйҙән ниндәйҙер йәнде өшөткән һалҡынлыҡ килеүен тойҙом. Хужабикәнең йөҙөнә лә уңмаҫлыҡ дәрәжәлә һағыш һеңешкән. Хужа шул һалҡынлыҡты йылытырға теләпме, бер ярты араҡы, ҡырлы стакан сығарып өҫтәлгә ултыртты ла хәбәргә күсте. Ә мин өшөгән кешеләй ҡулдарымды ҡаушырып тынып ҡалдым.
Бер көн эштән сыҡтыҡ та ҡайтыу яғына йүнәлдек. Март аҙаҡтары. Көн салт аяҙ, ҡар шаулап ирей, тау битләүҙәренән гөрләүектәр йүгерә. Болот әҫәре ҡунмаған зәңгәр күк йөҙө, байыу яғына ыңғайлаған көләс ҡояш йәнде ашҡындыра, кәйефте күтәрә. Юлдашым ғына нишләптер эсенә йомолған да, ҡалын ирендәрен ҡымтып, һарғылт ҡаштарын йәмерәйтеп килә, көндәгесә һүҙсән дә түгел. Ике бала юл ҡырлауындағы япмаһы йоҡарып сыбарлана барған битләүҙә уйнап йөрөй. Бәләкәс ҡыҙыҡай ҡар тәгәрәтә, ә үҫмер йәшендәге малай шул йоморосайҙарҙың береһен икенсеһенә ҡуйып Ҡыш бабай әүәләп маташа. Һын ҡыш менән яҙ араһындағы сик бағанаһы һымаҡ та ҡабул ителә, сөнки миҙгелдең бер бите ҡояш, икенсеһе ай мәле, бына хәҙер ихласлап йылыта, эңер төшөү менән һәммәһен шыҡыйтып, шыҡырайтып туңдырып та ҡуйыр әле. Туҡталдыҡ. Балаларҙың самими мәшғүлләнеүҙәрен бер килке тамаша ҡылдыҡ.
Акушер-гинеколог, ниһайәт, телгә килде:
– Әгәр бөтәһе лә һәйбәт барһа, тыуасаҡ улым анау малай йәшендә булыр ине, моғайын, икенсе балам, ҡыҙым да ошо ҡыҙыҡай самаһында… Хәҙер күпме генә тырышһаҡ та, ни тиклем оҫта булһам да, үткәндәрҙе кире ҡайтарып булмай. Яҡты донъяға тыуырға ынтылып шытҡан яралғының ғүмерен ҡыйыу – үҙе үк оло гонаһтыр. Ә минең операция кабинеты аша көнөнә тиҫтәгә яҡын ҡатын-ҡыҙ үтә ине. Ҡатыныма үҙем аборт яһаным. Ике тапҡыр. Йәнәһе лә йәшбеҙ, беҙгә бала нимәгә әлегә, өлгөрөрбөҙ һуңғараҡ та. Бер нисә тапҡыр һөйләнем бит инде, тағы ҡабатлайым, өҙлөкһөҙ сәйәхәт ҡылдыҡ, донъя күрҙек. Ел ҡыуыу ҙа бер килеп ялҡыта икән ул. Үҙәгебеҙгә үтеп бала һөйгөбөҙ килде. Һуңлағанбыҙ, һуңлау ғына түгел, ошо ҡулдарым менән ғаиләбеҙ ағасының тамырына балта сапҡанмын. Бына шулай, мырҙа. Хәҙер араҡы менән ҡайғыны йыуырға итәм. Белеп, маңлайыңа киртеп ҡуй, гонаһ менән тапланған күңелде бер ниндәй шыйыҡса ла йыуып төшөрә алмай! Эскелектең нимә менән барып бөтөрө билдәле.
Һүҙһеҙ торҙоҡ. Ҡыҙ бала тау битләүенә күтәрелә лә көлә-көлә ҡар тәгәрәтә. Йоҙроҡтай йомарсыҡ төшөп еткәнсе ҙур түңәрәккә әүерелә.
Бәләкәй гонаһтар булмай шул, булмай, ул да бара тора, тәгәрәй килә тупраҡты, сүп-сарҙы үҙенә һеңдергән ҡар йомарсығы ише ҙур, өшәндергес, һипһендергес ҡазаға олғаша. Ә уны бер урынға өйҙө ниһәң, ҡырҡыныс ҡарасҡы хасил була…
Парад бара. Майҙандан колоннаға теҙелеп осо-ҡырыйы күренмәй ағылған техниканың ниндәйе генә юҡ: баллистик ракеталар, зенитка ҡоролмалары, танктар, баштарына пулемет урынлаштырылған бронетранспортерҙар, күкте ауыр бомбардировщиктар япҡан. Баш осондағы шул самолеттар ҡара ҡоҙғондай шыҡыйып бына-бына өҫтөңә ташланыр төҫлө. Диктор эргәһенән үткән Армия ҡоралының мөмкинлектәрен, ҡеүәтен ентекләп тасуирлай, маҡтай.
Ер шары бөгөн дары мискәһен хәтерләтә, яңылыш ҡабынған бәләкәй генә осҡон осмото барыһын күҙ менән ҡаш араһында пыран-заран килтереүе ихтимал. Шулай булғас, ахырызаманды, ҡиәмәт көнөн тәбиғәттән көтәһе түгел, уны яуыз уйлы ҡәбер ҡаҙыусылар үҙҙәре соҡой, яҡынайта.
Тирә-яҡта – байрамса кейенгән ғәмһеҙ халыҡ, улар ҙа һәммәһенә һоҡланып ҡарай, йәнәһе лә, көслөбөҙ һәм һаҡлаулыбыҙ. Асылда был замана “бысағы” кемде лә булһа үлтереү өсөн ҡайралған түгелме? Чеховтың әйткәндәре иҫкә килеп төштө: “Если в начале пьесы на стене висит ружье, то (к концу пьесы) оно должно выстрелить” Драматург бында сәхнәне күҙ уңында тотҡан, әлбиттә, тик тормош үҙе үк – ҙур сәхнә, ә беҙ – унда уйнаған актерҙар бары, үҙ ролебеҙҙе килештереп башҡарабыҙмы, әллә уйнап еткермәйбеҙме, быныһы инде – икенсе мәсьәлә. Йәшәйештә көн һайын башҡарылған комедиялар көлкөнө килтерә һалып бармай нишләптер. Драма, трагедияларға килгәндә, улары тетрәндергес. Антон Павловичтың күҙ уңында тотҡан мылтығы ябайҙың-ябайы, ә былар бит – атом, водород бомбалары, ер сигенә барып етеп халыҡты юҡҡа сығарырға һәләтле, тереклекте, тәбиғәтте тамырынан ҡоротмалы ядро ҡоралы!
Парад дауам итте, ә мин был тамашанан ниндәй ҙә булһа йәм һәм мәғәнә эҙләп ҡаршымдағы телевизорға ҡаҙалғанмын. Бына экран тултырып йәш ғаиләне күрһәттеләр: сибәр ҡатын һөйөп-яратып иренә төбәлеп һыйынған, ә тегеһенең елкәһенә менеп үк ҡунаҡлаған шуҡ малай тотош асманды ҡосорға теләгәндәй ҡоласын йәйеп ебәреп шарҡылдап көлә, уның донъяһы теүәл, түңәрәк, сөнки яҡындары эргәһендә. Бер аҙҙан сикһеҙ мөхәббәтте, нур-яҡтылыҡты, шатлыҡ-ҡыуанысты үҙҙәре менән эйәрткән бәхетле өсәү ҡояш сығышына ҡарай атланы…
Ҡорал һәм кеше. Береһе икенсеһенә тап килмәгән ике төшөнсә. Ни өсөн тап килмәйме? Суҡмарҙы иблистәр, шайтан ялсылары әҙерләй һәм йөрөтә, ә иманлы әҙәм балаһы донъяға ҡорал эшләү өсөн түгел, бала табып йәшәүҙе дауам итеү өсөн яратылған!
Ауыл осондағы яртылаш ергә һеңгән тәпәш өйҙә яңғыҙ әбей көн итә. Исеме Фатима булған, тиҙәр, хәҙер “Кәкүк әбей” ти ҙә ҡуялар. Әллә йәшләй генә ирҙән ҡалып, яңғыҙ ғүмер иткәнгәме, әллә бала-сағаһы булмағанғамы – шайтан белһен. Кәкүк булғас, кәкүк инде. Олоһо ла, кесеһе лә шулай өндәшкәс, инәйебеҙ ҙә үпкәләмәй.
Кәкүк әбей мал, ҡош-ҡорт аҫырамай. Хәйер, туғыҙынсы тиҫтәне ҡыуалаған яңғыҙ кешенең ҡулынан килер эшме. Хоҙай биргәненә шөкөр итеп көн күрә шунда. Ә Хоҙай Тәғәләнең ҡыйырһытҡаны юҡ уны, көндәлеген ауылдаштары ҡулы менән килтереп биреп тора.
Инәйебеҙ ҡош-ҡорт көтмәй, тиһәм дә, бигүк дөрөҫ булмаҫ. Көтә ул… Уның… һайыҫҡаны бар.
Таң һарыһынан кискә тиклем һайыҫҡан Кәкүктең ярым-яртылаш ығышҡан баһыуы буйында тибенә.
Әбей ҙә тәһәрәткә сыҡҡан һайын итәгенә бөрөп ҡаты-ҡото алып сыға ла тегенең тибененә илтә.
– Һәй, мәхлүк, килдеңме? – ти ул тешһеҙ ауыҙын саҡ-саҡ ҡыймылдатып, – бөгөн иртән олағып ҡайҙа йөрөнөң, һуңлағасың, өлөшөңдө күршенең Аҡҡолағы һыпырҙы.
Тегеһе лә өлөшөн ваҡытында ҡайтарып бирә. Кәкүккә ҡунаҡ килерен алдан хәбәр итә. Сарға ҡоштоң баһыуҙан-баһыуға ҡунып туҙына башлауы була, Кәкүк әбей самауырын терелтә, урындыҡҡа ашъяулығын йәйә.
Юҡ, ризыҡ, килем көтмәй ул, ауылдаштарын көтә, ҡунаҡ көтә. Моғайын, ғүмере буйы өҫтәле тулы һый булып та, уға килмәһәләр, хәлен белеп тормаһалар, был донъяла ул әллә булыр ине, әллә юҡ. Иң әүәл кешегә кеше йылыһы кәрәк, терәк кәрәк.
Юғалды бер көн һайыҫҡаны, һыуға батҡандай юҡҡа сыҡты. Бер көн көттө әбей, ике көн – ҡош күренмәне. Тамам хафаға ҡалды, тормошоноң бер сите кителгәндәй булды. Ауылдаштары тупһаһына туҙан төшөрмәй төшөрөүгә, тик барыбер улар килер алдынан шыҡырыҡлап сәләм әйтеп, йөрәкте елкендереп тороусы булмағас, кинәнес кинәнес түгел.
Шулай бошоноп йөрөгән көндәрҙең береһендә Кәкүкте арғы осҡа йома сәйенә саҡырҙылар. Тиң-тошо менән аяҡ һоноп ултырып, өс самауыр сәйҙе бушатҡан әбейебеҙ ҡайтыу яғына ыңғайланы, һәм… үҙҙәренән өй аша йәшәгән һунарсы Әүхәҙиҙең ихатаһына ҡарап ҡатты ла ҡалды. Иҫәңгерәрһең дә! Шифер менән бейек итеп ябылған һарай түбәһендәге ҡолғала атылған һайыҫҡан эленеп тора ине. Тәне бер эҫеле булды, бер һыуыҡлы булды инәйҙең, тәнтерәкләп ишек алдына инде, һарай янына килде, ҡулын маңлай өҫтөнә ҡуйып, төҫһөҙ күҙҙәрен елдә елберҙәгән емтеккә төбәне. “Үҙе, – тип бышылданы, – суҡышы ла, ҡойроғо ла уныҡы. Тик кәүҙәһе бер аҙ бөршәйә төшкән. Елдә ҡаҡланып торғас ни… Бахыр…”
Күҙҙәренән ике генә бөртөк йәш һығылып сыҡты ла ҡаҡ һөйәк тә сырыш тире генә булып ҡалған эйәгендә аҫылынып ҡалды…
Боролоп ҡараһа, тупһаға өй хужаһының ҡатыны сыҡҡан икән. Әбей сәләмде алманы. Тертәңләп килде лә йәш ҡатынға тексәйҙе:
– Һине күргәс тә сәйнүк тоҡандырҙым, әйҙүк, инәй! Әүхәҙи ҙә әле генә эштән ҡайтты.
– Әйт әле, килен, сыҡһын! – Кәкүк саҡырыуҙы ҡабул итмәүен белдереп, ҡуш услап таяғына аушайҙы.
Сәйер һөйләшкән әбейгә аптыраған ҡатын инеп китте һәм шунда уҡ ишектә мыҡты кәүҙәле ир күренде.
– Шөкөр әле. Әүхәҙи, анау һайыҫҡанды һин аттыңмы?
– Аттым шул. Оялағы йомортҡаны ҡуймай ине, эләктерҙем тәки.
– Ошоғаса Хоҙай биргәненә шөкөр итеп йәшәнек, әммә кеше әйберенә һорауһыҙ ҡағылғаныбыҙ булманы – Әбейҙең күҙҙәренән тағы ла ике бөртөк йәш һығылып сыҡты. – Рәнйеттең, балам…
– Инәй, туҡтәле, бер нәмә лә аңламайымсы. – Йорт хужаһы ҡайтырға ыңғайлаған әбейҙең артынан ҡысҡырҙы. Кәкүк туҡтаманы. Һарай түбәһендәге елдә елберҙәгән һайыҫҡанды күреүҙән, йәнә Әүхәҙигә ауыр һүҙҙәр әйтеп ташлауҙан ҡурҡты.
Бына өйө тапҡырына етте, ҡапҡаһына боролдо. Бәй, тибенендә һайыҫҡаны тибенеп йөрөй ҙә баһа. Һап-һау.
– Ҡайҙа йөрөнөң бығаса! – Ҡыуаныстан әбейҙең йөҙө балҡып китте. – Ил гиҙеп йөрөп йүнләп ашамағас, мөҙөрөп киткән булған…
Һайыҫҡан ғәфү үтенгәндәй шыҡырыҡлап ҡуйҙы.
– Кәкүк инәй… – Артынан Әүхәҙиҙең тауышы ишетелде. – Инергә яраймы?
Әбей ялт итеп инеүсегә боролдо.
– Әйҙүк, балам, әйҙүк! – Ул ихлас өндәште. – Бәхетленең ҡунағы бер юлы тигәндәй. – Унан баяғы “рәнйеттең” тигән һүҙҙәрен хәтерләп, хатаһын төҙәтергә ашыҡты. – Исмаһам, килен менән килеп хәлде лә белеп сыҡмай рәнйетәһегеҙ бит… Бар, балам, киленде лә алып кил, хәҙер самауырымды яңыртам, һыйым да өҫтәлдә.
Бая аяғын саҡ һөйрәп атлаған әбей еңел атлап инеп китте. Унан тәҙрәнән өҙлөкһөҙ шыҡырыҡлаған һайыҫҡанды ҡарай-ҡарай ҡунаҡтарын көтә башланы.
Ә тибендә һикрәңләгән ҡош әллә уныҡы булды, әллә түгел. Хәйер, барыбер түгелме ни, ул бит яңғыҙҙы яңғыҙлатмай, уға ҡунаҡтар саҡыра.
Колхоз осоронда башаҡ һуғырға йөрөй торғайныҡ. Бушап ҡалған баҫыуға барабыҙ ҙа сит-башҡа сәселгән, ҡамыл араһында ҡалған башаҡтарҙы йыябыҙ. Ҡыш бауыры оҙон, ҡош-ҡортҡа емлек. Төп ҡоралыбыҙ – иген һуғыу өсөн ҡулланылған турпыша, һәлмәк кенә таяҡ, биҙрә, шунан киндер тоҡ. Был эшкә төркөмләп, өмәгә барғандай дүрт-биш ҡатын бер юлы йөрөй. Кәрәк-яраҡты тоторға тип әсәйем мине лә эйәртә. Ҡайтыр мәл етһә, ҡатын-ҡыҙ берәй таҡыр ер таба ла ырҙын ойоштора. Әсәйем башҡаларға эйәреп килтергән балаҫын йәйеп һала ла биҙрәне юғары күтәреп игенде әкрен генә елгәреп ҡоя башлай. Бойҙайҙы кәбәгенән айырыу өсөн ел кәрәк, ел сығарыу өсөн һыҙғырырға кәрәк, һыҙғырыу өсөн, билдәле инде, мин кәрәк. Ауыҙымды остайтып һабан турғайылай төрлөләйем: ас ҡорһаҡҡа әсе, оҙон итеп һуҙам, кәйефле саҡта өҫтәп сутылдап та ебәрәм. Ыңғай, ырамлы барған эшебеҙҙе ҡарап торған бисә-сәсә, әллә ысын, әллә шаяртып миңә инәлергә тотона:
– Беҙгә лә сиратлап һыҙғыр әле!
– Эйе, шулайтмай ҙа, буштың атаһы күптән үлгән!
– Елдең хаҡы бик тә арзан: талғыны бер лампасый, уртасаһы – ике, көслөһө инде – өсәү…
Бөгөн шул минән ел һатып алған апайҙарҙы күргем килә. Игендәр яңынан һары диңгеҙҙәй тулҡынып үҫеүен саҡырып бушлай һыҙғырырға ла ризамын, әммә баҫыуҙар ташландыҡҡа ҡалған, теге апайҙар ҙа юҡ инде күптән…
Урам буйлап етәкләшеп ҡарсыҡ менән ҡыҙ бала атлай. Ауыл бәләкәй булғас, ишек алдарын, өй арттарын, баҡса буйҙарын кесерткән, әрем, шайтан таяғы, тағы ла шундайыраҡ ҡый үләндәре ябып бара.
Ҡыҙый юл ситенә төртөп күрһәтте:
– Был ниндәй үлән, өләсәй?
– Ағыулы шу. Ә шайтан таяғы – торғаны сәнске, кесерткән саға һалып бара.
Ҡағылмаһаң-теймәһәң, шыпа ла зыянһыҙҙар. Кешеләр араһында ла тар күңеллеләр, насар уйлылар етерлек. Ундайҙарға яҡынламауың хәйерле. Тейһәң, бәлә килеүен көт тә тор.
Ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһында эшләп йөрөгән саҡ. Бер ағай тамам аптыратты, хәйерһеҙ, аҙна һайын йә берәйһе менән һуғыша, талаша, йә ерле юҡта кешенең муйынынан ала, юҡ тигәндә, бисәһен туҡмап, балаларын тинтерәтеп ҡыуып сығара. Тегеләре өй беренсә урам ҡыҙыра, кешелә йоҡлай. Саҡыртып алып ҡаты ғына итеп һөйләшеп алырға тура килде:
– Ағай, ҡасан шул ҡаңғырып йөрөүеңде ҡуяһың? Ысынын ғына әйткәндә, ҡатыныңды йәйге оҙон көндә – ике, ҡышҡыһын бер тапҡыр ҡыйырһытаһың. Сара күрергә тура килер!
– Эй, ҡустым, – тине ул, – ни өсөн улайтып ҡаңғыра тиһең? Ауылда минең хаҡта онотоп ташламаһындар, иҫтән сығарып ебәрмәһендәр өсөн эшләйем бит быны!
Бөгөн мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге әрһеҙҙәр түрҙә йөрөй, төрлө юлдарын табып телевизор экранында, гәзит-журнал биттәрендә, сәхнәлә күренеп ҡалырға тырыша. Ни хәл итәһең, талантһыҙ булған хәлдә лә, шау-шыу ойоштороп, үҙеңде нисек тә танытырға кәрәк бит…
Яңы ғына өйләнешкән саҡ. Тәүге осорҙа әллә нишләп эш хаҡын еткереп булмай ҙа ҡуя, тормошобоҙҙо үҙебеҙсә, яңыса ҡороп маташҡас, өй эсенә уныһын-быныһын һатып алабыҙ, башҡалар алдында кәм-хур булғы килмәй ҡуҫтарланабыҙ ҙа. Нисек кенә һаҡсыл тотонорға тырышһаҡ та, икебеҙҙең мәктәп оклады, әсәйемдең алған пенсияһы айыныҡы айына бөтә. Хәйерселәй ҡайта-ҡайта кешенән теләнселәп йөрөү ҙә килешмәй, ни тиһәң дә, ауылдаштар араһында абруй ҙа бар һымаҡ, мәжлестә ултырған ер ҙә ишек төбөндә түгел. Үҙ ҡоромда биләгән урынымды әйтеүем. Һуңғы сиктә тағы ла көн әсәйемдең гүр саҙаҡаһына ҡала. Осто-осҡа ялғай алмай бөтөнләй өҙөлөп киткәндә, әйтеремде асыҡтан-асыҡ ярып һалмаһам да, туранан һалдырам:
– Әсәй, кеҫәбеҙ төбө таҡырайып китте бит әле, төйнәнгәнеңде тотонайыҡ мәллә?
Ә ул нимә хаҡында һүҙ барғанын шундуҡ тойомлап ала:
– Ҡапыл-ғара үлеп-нитеп китһәм, ҡайһылайтырһығыҙ икән?
– Буш һүҙ һөйләп күңелгә шом һалма әле, ауыҙыңдан ел алһын!
– Буш һүҙ тип, донъялыҡта була торған хәл. Юғарынан әшкәртеүҙе көтмәй алдан йыйына башлауың хәйерле…
– Бирәсәкле кеше үлмәй тиҙәр, һин дә хәйергә әҙерләгәнеңде тотоноп бурысҡа бат та йөҙгә еткәнсе йәшә!
– Ни хәл итәһең, һүҙегеҙҙе йығыу килешмәҫ, Хоҙай Тәғәләнән ахирәткә күсеүҙе бер аҙ кисектереүен үтенермен. Бәлки, ризалашыр, ҡабул ҡылыр… – Шулай ти ҙә тыҡшырған яулыҡ-таҫтамалдары араһын аҡтарырға тотона.
Тегене алабыҙ ҙа онотабыҙ, сөнки беләбеҙ, бер ни тиклем ваҡыттан саҙаҡа теүәл генә булып урынына барып ятасаҡ.
Бер ярты йылдан һөйләшеү тағы ҡабатлана...
Һуңынан матди яғыбыҙ яйға һалынды, хәлбүки әсәйем йомошҡа тип ингән-сыҡҡандарға һандығы төбөндәген биреп сығарыуҙы ғәҙәт итеп алды. Шулайтып әжәл алдында бирәсәкле булып, ғүмерен оҙайтып, һикһәнгә еткәнсе йәшәне. Бөгөн мөмкин булмағанды ялбарып ҡысҡырғым килә:
– Тәңре, үтенеп һорайым, әсәйемде кире ҡайтар. Уның алдында әллә күпме ҡайтарылмаған бурыстарым бар!..
Берәй нимәне шаштырып, йә “Алла бирһә” һүҙбәйләнешен ҡушмай һөйләп ташлаһам, әсәйем мине гел тыя килде:
Урта йәштәрҙәге ирҙе ерләүҙә ҡатнаштым. Зыяраттан сығыр саҡта бер йәш егет уйламаған иләмһеҙ һүҙ әйтеп белекһеҙлек күрһәтте:
– Инде кемде ерләрбеҙ икән? Сиратта йәше еткән Фәттәх ҡарт инде. Башҡа кеше юҡ!
Бер аҙна үттеме-юҡмы, аварияла һәләк булып ҡалған егетте ерләнек. Көфөр хәбәр һөйләгән теге егетте. Нисә йыл үтте, Фәттәх ҡарттың һаман да һин дә мин тереклек итеп ятҡан көнө, ары ла уға бына ошолай имен-аман ғына йәшәргә яҙһын. Иртәгә ни булырын беребеҙ ҙә әйтә алмайбыҙ. Хыялыбыҙҙа ҡом өйөмөнән хан һарайы төҙөйбөҙ ҙә ул, әммә уның теләһә ниндәй мәлдә ишелеп төшөп ҡабаттан ер менән тигеҙләнеү ихтималлығы ла бар бит әле. Иртәгәге көндө кем беҙгә вәғәҙәләй ала? Хоҙай Тәғәләнән башҡа бер кем дә!
Шуға әлеге мәлдең, әлеге минуттың, хатта күҙ асып йомған мәлдең ҡәҙерен беләйек, күктә балҡыған ҡояшҡа, иҫкән елгә, япраҡтарҙың ҡыштырҙауына, йәиһә ап-аҡ ҡарҙың яуыуына кинәнеп, ҡыуанып, барына шөкөр ҡылып йәшәйек Ә иртәгә? Әйҙәгеҙ, аша төшөп көфөр хәбәр һөйләмәй торайыҡ әле.