Һуғыш йылдарында күптәр “Батырҙарса һәләк булды”, “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән “ҡара” хәбәрҙәр алды... Бындай һәр хат яҡындарҙың йөрәгенә ҡайғы уты һалды, уңалмаҫ яра яһаны, әммә икенсеһе йөрәктәрҙә барыбер ниндәйҙер өмөт ҡалдырҙы.
Бер ваҡыт әсәйем исеменә хат килде: “Ирегеҙ Мусаев Багомедтың, 1918 йылда тыуған, ҡәберен күргегеҙ килһә, килеүегеҙҙе һорайбыҙ”. Хат Белгород өлкәһе военкоматтарының береһенән яҙылғайны. Мин ҡатыным Патимат һәм бәләкәй ейәнем менән юлға сыҡтыҡ. Башҡа йомоштарым булмаһа, үҙем генә лә барыр инем. Унда өс балабыҙ эшләй: бер улым – табип, икенсеһе – ветеринар, ҡыҙым – рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Табиптар теләһә ҡайҙа эшләй ала, ә бына ҡыҙыбыҙ өсөн, дөрөҫөн әйткәндә, борсолдоҡ: “Ул сығышы менән мәрйә түгел, һөйләгәндә хата ебәреп, уҡыусылар, ата-әсәләр алдында абруйын төшөрһә? Өлкән кластарҙа уҡыта бит. Барып күрергә кәрәк уны”.
Пассажирҙар, ғәҙәттә, тәбиғәт матурлығына һоҡланып, поезд тәҙрәһенәнйәһәт күренеп ҡалған баҫыуҙар, урмандар, йылғаларҙы ҡарап бара. Мин дә тәҙрәгә күҙ һалам, ләкин бер нәмә лә күрмәйем, хатта поезд тәгәрмәстәренең шаҡылдауын да ишетмәйем. Күҙ алдымда йөрәгемде өҙгөләүсе күп башлы ғифриткә оҡшаш ҡот осҡос һуғыш ҡиәфәте тора; бер аҙ онотола төшкән атайым, һуғышта яратҡан ирен һәм улдарын юғалтҡан һөйөклө әсәйем – уның һәр аҙымы, һәр һулышы, төнгө күҙ йәштәре иҫкә төшә.
Шуларҙың барыһы ла бәғеремде телә, бәхетһеҙ ата-әсәйемдең яҙмышы хаҡында уйланып, тирә-йүндәге бер нәмәне лә абайламайым. Әле атайымдың ҡәберен күрергә китеп барғанда, күҙ алдыма ҡайғынан үлгән әсәйем килеп баҫа. Иренең һәләк булғанына ышанманы ул, бына-бына фронттан ҡайтып төшөр ҙә өйгә инер тип өмөтләнде. Әсәйемдең оҙон сибек кәүҙәһе кисерештәрҙән кипте, кеше һынынан бигерәк, таҡтаға оҡшап ҡалды. Бите, ҡулдары тәрән йыйырсыҡтарға һырғыланды, оҙон бармаҡтары сурайып, суҡ быуындары тиҫбе төймәләреләй ҡатҡыланды.
Эйе, һуғыш йылдарында тылдағы һәр кемдең ҡиәфәте шундай ине, сөнки туйғансы ашау эләкмәне. Ҡарынды тултырырға икмәк менән хинкалға төрлө үләндәр, бигерәк тә кесерткән, ҡуштылар. Етмәһә, әсәйемә элек ир-ат атҡарған барса эштәрҙе башҡарырға тура килде: ер һөрҙө, иген сәсте,ашлыҡ һуҡты, бесән сапты, иген ташыны, урманға утынға йөрөнө. Эйе, был әсәйҙең иңенә төшкән һуғыш яҙмышы ине! Әсәйем бынан ғына кипмәне. Уны ҡайғы өттө: иренең хәбәрһеҙ юғалыуы, ике улының фронтта һәләк булыуы тураһында бер-бер артлы өс хәбәр алды.
Төндә беҙ икебеҙ – мин һәм апайым – йоҡлағанда әсәйем шым ғына илай торғайны. Ҡайһы берҙә беҙ ҙә уянып, уның менән бергәләп илайбыҙ. Ул ваҡытта миңә тотош өйөбөҙ – бүлмәнең шәрә стеналары, һөрөмдән ҡарайған түшәм өрлөктәре, ундағы таҡталар илай һымаҡ тойола ине. Бындай ҡайғыны дошманыңа ла теләмәҫһең!
...Беҙ Н. ҡалаһы янындағы туғандар ҡәберлеген асыуға һуңланыҡ. Ләкин беҙҙе оҙатып йөрөгән военкомат вәкилдәре был урындарҙы фашистарҙан азат иткәндә батырҙарса һәләк булған яугирҙар хаҡында бик күп йылы һүҙҙәр һөйләне. Хәбәрһеҙ юғалған атайым тураһында байтаҡ йылдарҙан һуң ишеткән маҡтау һүҙҙәре йөрәгемде бер аҙ баҫты; уның өсөн ғорурлыҡ уянды, сөнки мәрмәргә уйылған исем-шәрифе, ғүмере һымаҡ уҡ, эҙһеҙ юғалманы.
– Атайымдың бында һәләк булғаны хаҡында ниңә элегерәк хәбәр итмәнегеҙ? – тип һораным военкомат хеҙмәткәренән.
– Беҙ егерме яугирҙың һөлдәләрен яңы таптыҡ. Кемдәрҙеңдер патроны табылманы (патронда яугирҙың фамилияһы һәм адресы күрһәтелә), беҙ уларҙың барыһының да исемдәрен һаман белмәйбеҙ.
...Ҡәберлеккә беҙҙең менән бергә балаларыбыҙ (беҙ уларҙа туҡталғайныҡ) барҙы. Быны белгәс, уларҙың дуҫтары ла килде. “Ерҙәребеҙҙе һаҡлап һәләк булған һәр кем – беҙгә атай ул. Һеҙҙең атайығыҙ хаҡында белгәс, балаларығыҙ һәм кейәүегеҙ беҙгә тағы ла яҡыныраҡ, ҡәҙерлерәк булып китте”, – тине улар. Был һүҙҙәр улдарыбыҙ һәм ҡыҙыбыҙ өсөн борсолоуҙан арындырҙы.“Бында ла балаларыбыҙ етем түгел”, – тип уйланым, сөнки һинең менән аралашмаһалар, һин етем генә түгел, ә бәхетһеҙ кеше лә.
Атай һәм педагог булараҡ, йөрәгемде башҡа хәл дә ҡыуандырҙы: бында, рустар араһында, эшләүсе ҡыҙым – урта мәктәп директоры урынбаҫары итеп ҡуйылған, “йыл уҡытыусыһы” булып танылған. Коллегаһы – рус уҡытыусыһы:
– Инде һикһән йәштәрен тултырған ата-әсәйем бар, – тине.
– Килгәнегеҙҙе белгәс, улар һеҙҙе балаларығыҙ менән бергә ҡунаҡҡа саҡырҙы.
– Рәхмәт! Мотлаҡ барырбыҙ! Уларға барырға йыйынғас, ҡыҙымдан һораным:
– Ниндәй бүләк алып барабыҙ? Буш ҡул менән йөрөү килешмәй.
– Ҡарттар йөҙөм шарабы ярата, бигерәк тә Дағстандыҡын. Алып килгәнһегеҙ бит, шуны алырбыҙ.
Уларҙың ҡапҡаһы алдында уҡытыусының биш-алты йәшлек ҡыҙы күренде. Ейәнебеҙ янына йүгереп килеп, уға ҡулын һуҙҙы:
– Мин – Верочка. Ейәнем өндәшмәне.
– Ҡул биреп күреш тә исемеңде әйт, – тинем ейәнемә.
Алты йәшлек ейәнем Верочканың ҡулын ҡаты ҡыҫып, үҙе менән дарғынса таныштырҙы:
– Наб Бяхяммадкади бикар*.
– Бяхямкади, – тип ҡабатланы Верочка.
– Наб Бяхямкади хебикар, Бяхяммадкади бикар**
Ҡыҙ исемде ижекләп бер нисә мәртәбә ҡабатлағас, уны үҙенсә дөрөҫ әйтергә өйрәнде.
– Бя-хям-ма-ка-ди, әйҙә уйнайбыҙ. – Ейәнемде ҡулынан етәкләп, уны ишек алдындағы ҡом өйөмөнә әйҙәне. Ҡомда ҙур ҡурсаҡ ята ине. Усындағы төрлө төҫтәге мәрйендәрҙе күрһәтеп, ҡурсаҡтың битенә ымлап, Верочка аңлатты:
– Бында күҙҙәр ҡуйырға кәрәк. Багомедкади Верочкаға иғтибар менән ҡарап, зәңгәр мәрйенде һайлағас, ҡурсаҡҡа күҙ ҡуйҙы. Верочка Багомедкадиға текәлде, ҡара мәрйенде алып, ҡурсаҡҡа тағы ла бер күҙ өҫтәне. Үҙҙәренең асыштарына ҡыуанып, улар ҡысҡырып көлөргә кереште.
– Хәҙер бармаҡтар ҙа кәрәк, – тине Верочка һәм Багомедкадиҙың ҡуңырҡулына ҡараны. Ул да Верочканың һалам төҫөндәге бармаҡтарын ныҡлап ҡарарға тотондо. Шунан икәүләп көлөшә-көлөшә ишек алдында нимәлер эҙләй башланылар. Ҡурсаҡтың ҡулдарына биш “бармаҡ” ҡуйырға ҡыҙ – нәҙек кенә сыбыҡтар, ә малай һалам килтерҙе...
Беҙ, өлкәндәр, уларға һөйөнөп туйманыҡ. Балалар төрлө телдә һөйләшһә лә, бер-береһен яҡшы аңлап, үҙ-ара ынтылыштарын теләп үтәне. Телдәрҙеңдә, милләттәрҙең төрлөлөгө лә уларға ҡамасауламаны. Илдә төрлө ҡаршылыҡтар хөкөм һөргәндә был фәһемле уйланыуҙар тыуҙырҙы: “Төрлө милләттәге өлкән кешеләр араһында ла ошондай дуҫтарса, саф мөнәсәбәт булһа, нисек һәйбәт булыр ине! Һуғыш беҙгә ябырылмаҫ, кеше ҡулдары менән тыуҙырылған байлыҡтар утта яндырылмаҫ ине. Әлегеләй атайҙарыбыҙҙың ҡәберҙәрен эҙләп йөрөмәҫ инек”.
Әҙерәк шарап уртлағас, һөйләшеп киттек. Мөғәллимәнең ире лә уҡытҡанлыҡтан, әңгәмәбеҙ нигеҙҙә мәктәп, педагогтарҙың хөрт матди хәле, балаларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләү тураһында барҙы. Һуңынан һүҙебеҙ икенсе юҫыҡҡа күсте. Өлкән йәштәге әсәләре Клавдия беҙгә үҙ ҡайғыһын һөйләне. Ул таштарҙа ҡояшлы яҡта үҫкән, ауыр тормош шарттарынан бөгөлгән имәнгә оҡшағайны.
– Ғәрип иремде (яңы таныштарыбыҙҙың атаһы инвалид, һул ҡулы йөрөмәй) һәм биш баланы ошо ҡулдарым ашатты, бөтә балаларым да юғары белем алды, – тине Клавдия, ҡарт ағас ботаҡтарына оҡшаш кәкре бармаҡтарын күрһәтеп.
– Матди хәлебеҙ яҡшыра төшкәс, аяҡҡа баҫҡайныҡ, яңы ҡайғы килде – үҙгәртеп ҡороу...
Ҡатындың ҡул эшенә оҫталығы хайран итте: ҡолаҡсынлы бүректәр, ҡатын-ҡыҙҙарға, ир-аттарға кейем тегә, сигә, еп иләп, мамыҡ башалтайҙар бәйләй. Хужабикәм уға орсоҡта йөндө нисек эрләүҙе күрһәтеү менән, шундауҡ отоп алды. Ҡораманан, туҙған кейем-һалымдан һуғылған буй балаҫтың ҡатыныма оҡшауын ишетеү менән, Клавдия шунда уҡ уға шундай балаҫ бүләк итте.
– Патимат, – өйгә ҡайтҡас, ҡатыныма өндәштем, – балаҫ һиңә шул тиклем оҡшағас, ниңә уны иҙәнгә түшәмәйһең?
– Ул миңә оҡшаны, үҙемдең дә ошондайҙы уҡ һуғырға өйрәнгем килде, – Патимат көлдө.
– “Бер ҡатындың хәйләһе ҡырҡ иргә етерлек”, тигәндәре хаҡ икән, – мин шаярттым.
– Ғаиләне бәрәкәтле итеү өсөн, – тине Патиматым, – ҡатындың һәр эшендә бәләкәй генә хәйлә булырға тейеш.
– Шулайҙыр, – ризалаштым.
Патимат менән ҡырҡ йылдан ашыу йәшәнем, бергәләп ете бала үҫтерҙем, шуға күрә уның һаҡсыллығын бик һәйбәт беләм. Патиматымдың ҡарсыҡҡа һорауҙары бөткәс, мин дә Клавдиянан ире хаҡында һораштым:
– Һуғыш инвалидылыр, моғайын? – ҡыҙыҡһындым: уның һул ҡулындағы бармаҡтары хәрәкәтһеҙ аҫылынып тора, бер нәмә лә тоторлоҡ түгел.
– Эйе, төшөрөп алғас, үҙенә иғтибар итеүҙәренә шатлана, – Клавдия көлөмһөрәне.
– Ҡартты ҡыуандырғығыҙ килһә, уға хәтирәләре менән уртаҡлашырға форсат бирегеҙ. Быны белгәс, мин һораша һалдым:
– Ниндәй фронтта һуғыштың? Ул уңайлабыраҡ ултырҙы:
– Был фронттың командующийы генерал Голиков хаҡында күп яҡшы нәмәләр ишеттем, – уның хәтирәләрен ҡеүәтләнем. Ҡарттың тоноҡланған күк күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары балҡыны.
– Мин хеҙмәт иткән Воронеж фронты, Рейтер командалыҡ иткән Брянск фронты 1943 йылдың ғинуар-февралендә Воронеж, Курск, Белгород һәм Харьков ҡалаларын фашистарҙан азат итте. Беҙҙең ғәскәрҙәр 200–300километрға алға үтеп, дошман көстәрен кире ҡаҡты. Хәҙер иһә, был еңеүҙе оноторға теләүселәрҙең һүҙҙәрен ишетһәм, йөрәгем телгеләнә!
– Ҡарт яугирҙың күҙҙәрендә ҡайғы йәштәре күренде. Мин уның әрнеүен йомшартырға тырыштым:
– Яугирҙарыбыҙҙың һәм барлыҡ совет халҡының батырлығын бер кем дә ерләй алмаҫ, ул кешеләрҙең йөрәгендә мәңге ҡалыр. Һеҙ ҙә, моғайын, алғы частарҙа һуғышҡанһығыҙҙыр?
– Эйе, һуғыштым. Снайпер булдым. – Ул тороп, икенсе бүлмәнән бәләкәй һандыҡ алып сыҡты, уны өҫтәлгә ҡуйҙы, ҡапҡасын асып, бер нисә орден һәм миҙал сығарҙы.
– Ҡара, – тине ҡарт ғорурлыҡ менән, – улар һиңә минең хәрби хеҙмәттәрем тураһында һөйләр. Быларҙы ҡарағанда, ҡарт һандыҡтан туҙып тишелеп бөткән аҡ мамыҡ бирсәткәләр сығарҙы.
– Мин был бирсәткәләрҙе 55 йыл һаҡлайым, – тине ҡарт, уларҙы ҡалтыранған ҡулы менән өҫтәлгә һалғас, – сөнки ҡышҡы ҡаты һыуыҡта, ғинуар-февралдә, улар ҡулдарымды йылыла тотто. Был бирсәткәләрҙең баш һәм һуҡ бармаҡтары айырым бәйләнгәнлектән, уларҙы сисмәйенсә атырға мөмкин ине. Һеҙ Дағстандан бит әле? Миңә уларҙы һеҙҙең яҡтан посылкала һалдылар. Был хәбәрҙән йөрәгем тертләп ҡуйҙы, тәнем сымырҙаны, бирсәткәләрҙе йәһәт кенә ҡулыма алдым.
– Уларҙағы яҙыуға иғтибар ит әле. – Ҡарт ҡарашын бирсәткәнең өҫкө өлөшөнә йүнәлтте. Унда ҡыҙыл еп менән яҙыу сигелгәйне:
Яҙыуҙы күргәс, ҡатып ҡалдым, хәлем бөтөп, ултырғыс һөйәнгесенә терәлдем. Барыһы ла миңә ташланды:
– Һеҙгә ни булды? Яуап бирерлек көсөм ҡалмағайны. Миңә һалҡын һыу килтерҙеләр.
– Был бирсәткәләрҙе әсәйем бәйләгәйне, – тип бышылданым.
– Яҙыуҙы күрәһегеҙме? “Д-н” – Дағстан; “М-ша” – Меусиша, беҙҙең ауыл; “З-нәб” –Зәйнәб, әсәйемдең исеме. Рустар һәм балаларым бирсәткәләрҙе ҡулдан-ҡулға йөрөтөп, уларҙы иғтибарлап, ҡыҙыҡһынып ҡараны.
– Ул саҡта, ҡырҡ өсөнсөлә, миңә һигеҙ йәш ине, – һушыма килеп һөйләй башланым, – икенсе класта уҡый инем. Был хәрефтәрҙе дүртенсе класта уҡыусы апайым ҡағыҙға яҙҙы, шунан әсәйем уларҙы бирсәткәләргә сикте. Ошондай уҡ бирсәткәләрҙе, еңһеҙ еләнде һәм киптерелгән сырҙы посылкаға һалып, фронтҡа оҙатты.
– Эйе, эйе, дөрөҫ, – ҡарт әңгәмәгә ҡушылды.
– Кейемде һәм тағы бер парбирсәткәне башҡаларға бирҙеләр, ә миңә ошоно тотторҙолар. Улар миңәҡаты һыуыҡта ағас ботаҡтары араһында ултырғанда бик күп фашистарҙы ҡыйратырға ярҙам итте. Ә теге ҡоро сырҙың тәмен әле булһа хәтерләйем. Ул сырҙы беҙ утыҙ киҫәккә бүлеп, һөжүмгә барыусы һалдаттарға араҡыға ҡабымлыҡҡа тараттыҡ. “Ниндәй шәп ҡабымлыҡ!” – тине барыһы ла, уны ебәреүсегә рәхмәт әйттеләр. Әсәйең иҫәнме әле? Әсәйемде иҫкә төшөргәс, тағы ла нығыраҡ әсендем, яуап бирә алмай, уның үлеүен аңлатып, башымды ғына сайҡаным. Бер талай тын торғас, уның хаҡында һөйләнем.
– Үҙе ғүмер баҡый ас йөрөһә лә, ул һәр ваҡыт беҙгә ашарға нәмә лә булһа табыр ине. Бик фәҡир йәшәһәк тә, фронтҡа бер нисә посылка һалды. Күҙ алдымда үлһә, был тиклем әрнемәҫ тә инем. Хәтеремдә: ул мине ҡалаға уҡырға ебәргәндә, башҡаса күрмәйәсәген һиҙенептер инде, үҙен ғәфү итеүемде һораны. Ниңә ғәфү итергә, аңламаным: беҙҙе, балаларын, тейешенсә ашата алмағаны өсөнмө? Әллә кеше күтәрә алмаҫлыҡ ауыр хеҙмәте менән аслыҡҡа беҙҙе быуырға мөмкинлек бирмәгәне өсөнмө?! Әллә минең баласаҡтағы шуҡлыҡтарым өсөн ҡасандыр әрләгәнгәме?! Әллә...
Уны башҡаса күрә алманым. Һуғыштан һуңғы тәүге йылдың һалҡын декабрендә, барыбер ҡайта алмаҫымды белеп (бәләкәй ауылға ғына түгел, хатта район үҙәгенә лә автомашиналар һирәк йөрөй ине), әсәйемдең үлеүен миңә хәбәр итмәгәндәр. Һуңғараҡ, ишеткәс кенә, ҡайттым; ҡәберенә барҙым, тыуған һәм үлгән йылдарын яҙып, таш ҡуйҙым. Әммә уның “Ғәфү ит, улыҡайым” тигән һуңғы һүҙҙәрен онота алманым, әле булһа уны ни өсөн ғәфү итергә тейеш икәнемде белмәйем... Бөтә донъялағы әсәйҙәрҙең ирҙәре һәм улдары ҡабат һуғыш тамуғына эләкмәһен өсөн бер нәмә лә эшләй алмауына шулай тип әйткәндер, бәлки?!
– Эйе-е, – тип һуҙҙы ҡарт, – донъялағы барлыҡ атайҙар ҙа, әсәйҙәр ҙә был мәсьәләне хәл итә алмай. Бәлки, ҡасан да булһа бындай ваҡыт тыуыр...
Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.