Ағиҙел
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
8 Апрель 2020, 18:37

Тирәгем-тирәккәйем. Хикәйә

Оҙаҡламай һуғыш башланды. Өлкәндәр быға ҡайғырһа, Шәмсетдин менән Сәйфетдиндең хафаланыуы үҙҙәренсә ине. Их, беҙ үҫеп өлгөрмәнек, фашистарҙы беҙҙән башҡа ғына туҡмарҙар инде, тип бошондо улар. Шулай булһа икән дә бит. Барыһының да ғүмерен өҙҙө ҡәһәр һуҡҡан һуғыш. 1941 йылдың июлендә үк фронтҡа алынған Кәрәмәт ағаһы декабрь айында Мәскәү өсөн барған һуғыштарҙа башын һалды. Фазлетдин ағаһы Курск дуғаһында танкыһында янып үлде. Шәмсетдин ағаһы Польша ерендә ятып ҡалды. 1945 йылдың башында һуғышҡа киткән Сәйфетдинде тындары менән тартып алырҙай булып көттөләр. “Берлинға етеп барабыҙ”, тигән һуңғы хатынан һуң күп тә үтмәй ҡара ҡағыҙы килде.

Тышта ҡапыл көслө ел сыҡты. Ул тора-бара көсәйгәндән-көсәйҙе, берсә һыҙғырғандай итте, берсә геүелдеген сығарҙы. Башын мендәргә терәп, ойоп ятҡан Рәсимә әбей урынынан йәштәрсә еңеллек менән ҡуҙғалып, бәләкәй баҡса яҡ тәҙрәгә ҡапланды.
– Үҙең һаҡлай күр, Хоҙайым! Эй, Рәшит, Рәшит, – тип борсолоп һөйләнеп алды ул. Хафалы ҡарашын төбәп бер аҙ торғас, башына шәлен ябынып, өҫтөнә йылы кофтаһын кейеп, аяғына галошын эләктерҙе лә тышҡа йүнәлде. Көҙгө көн шаяртмай ул, ҡарт һөйәккә күп кәрәкме ни, һыуыҡ тейгәнен һиҙмәй ҙә ҡалырһың.
Әбей урамға сыҡҡас та ҡаршыһына килеп баҫҡан әрһеҙ кәзәһенә, ризыҡ өмөт итеп ҡаңғылдашҡан ҡаҙҙарына күҙ һирпеп кенә алды ла баҡса яғына ыңғайланы. Күҙҙәре йорттан йыраҡ түгел үҫкән мөһабәт тирәктәрҙә ине уның. Көслө ел уларҙы тамырҙарынан йолҡоп алырҙай булып серәшә. Әммә тирәктәр ел иҫкән ыңғайға бәүелеп, зарланғандай шаулаһалар ҙа бирешергә уйҙары юҡ – тамырҙары ныҡ уларҙың. Йөҙйәшәр тирәктәрҙең дүртәүһе алыҫтараҡ, йылға ярында, ә бишенсеһе уларҙан бер талай ситтәрәк, Рәсимә әбейҙең йортона яҡыныраҡ. Бына ошо тирәк, дөрөҫөрәге уның сатнап, ана ауам, бына ауам тип торған ҙур ғына ботағы хәүефкә һала әбейҙе. Шул ботаҡ килеп төшөп, кеше-фәләнгә, мал-тыуарға зыян итеп ҡуймаһын тип хафалана ул. Исеме генә ботаҡ, йорт бүрәнәһеләй йыуан, өҫтәүенә шундай бейеклектән килеп төшһә... Йортона уҡ килеп етмәҫ тә, ә бына бәләкәй баҡсаның ҡоймаһына ос яғы килеп бәрелеүе мөмкин. Кейәүе һуңғы ҡайтҡанында, шул ботаҡты бысып ҡына төшөрәйем, мунсаға утын да булыр, тип ҡат-ҡат әйтте лә бит. Аҙаҡ ҡыҙы менән икәүләп тотондолар, тик әбей ныҡ торҙо. Мин үлгәс тә бысырһығыҙ, тип тауышын күтәрә биргәс кенә, башҡаса һүҙ ҡуҙғатманылар.
Әбей өшөй башланы, үҙәккә үтерлек һалҡын ел уйнатмай шул. Өйөнә кереп сәйнүген ҡайнатырға ҡуйҙы. Сәй эсеп йылынып алғас, сығып, кәзәһен һауып алды, ҡаңғылдашҡан ҡаҙҙарын аҙбар эсенә индереп япты. Шуның менән урамдағы киске мәшәҡәттәр ҙә тамам булды. Һыйыр аҫыраған саҡтағы биҙа түгел инде, бер кәзә лә, ун биш ҡаҙ менән ун тауыҡ малмы ни, яңғыҙ көнөңдә иптәш кенә. Бер аҙ һыуытыңҡырағас, ҡыҙы менән кейәүе ҡайтып ҡаҙҙарын да һуйышып китер, бәлки, тауыҡтарын да ҡышҡа ҡалдырмаҫ әле. Унан һуң инде кәзәһе менән яҙға тиклем икәүләшеп кенә ҡалырҙар инде. Эй, яңғыҙлыҡтың ҡыйынлығы! Уны башына төшмәгән кеше генә белмәй.
Әбей һаман баҫылмаған ел ыңғайына зарланып шығырлаған ҡапҡаһын бау менән бәйләне лә шаулаған тирәктәргә боролоп ҡарай-ҡарай йәнә өйөнә инеп китте.
Көҙгө эңер тиҙ төшә, әле генә яҡты ине, тирә-яҡты һиҙҙермәй генә ҡараңғылыҡ шәүләһе ҡаплай ҙа башланы. Тик әбей электр утын ҡабыҙырға ашыҡманы, баҡса яғындағы тәҙрә төбөнән тирәктәрҙе күҙәтеүен дауам итте.
Биш тирәк. Ауылдың бер йәме улар. Рәсимәгә иҫ кергәндә үк был тирәктәр мөһабәт ине. Бала кешегә ни күккә олғашҡан кеүек күренә торғайнылар. Ағайҙарына эйәреп ошо тирәктәр янында уйнаған бәхетле мәлдәре татлы төштәй генә булып хәтерҙә ҡалған. Малайҙар тирәк башына уҡ менеп китә, бер-береһен ҡыуыша. Юғары яҡтыҡылар тотош йыйылһа, был тирә һабантуйҙай гөрләп тора, “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Атлы ҡаҙаҡ” уйындары ҡалмай. Әлбиттә, өлкән ағаһы Кәрәмәттең уйнағанын хәтерләмәй, ағаһы бер ҡараңғынан икенсеһенә колхоз эшендә ине. Бер аҙҙан етенсе синыфты тамамлаған Фазлетдин ағаһын тракторсылар курсына ебәрҙеләр. Шәмсетдин, Сәйфетдин ағалары, ҡустыһы Рәшит менән ошо тирәктәрҙе бер итеп баҫтырышып уйнауҙары әле лә күҙ алдында ғына. Арала берҙән-бер ҡыҙ булғас, Рәсимәне иркәләтте ағалары. Үҙ-ара ыҙғышып, көрмәкләшеп китһәләр ҙә уға бармаҡ менән ҡағылыу түгел, һүҙ ҙә тигеҙмәнеләр. Сәйфетдин ағаһы бигерәк шаян ине, тирәктәргә исем биреүсе лә тап ул булды. Биш тирәктең иң мөһабәте Кәрәмәт исемен алды. Кәүҙәгә ҙур булмаһа ла төптән йыуан Фазлетдин, ҡолғалай оҙон Шәмсетдин дә үҙҙәренә тәғәйен тирәкле булды. Сәйфетдингә балта эҙҙәре күп һалынған ағас эләкте. Үҙенең дә төрлө яранан башы сыҡмай ине шул. Аяғына балта менән сапһынмы, ағастан осоп төшһөнмө. Бер яҡ ситтәрәк үҫкән бәләкәйерәк тирәк Рәшит исемен алды.
– Ағайыңдар эргәһендә торорға башың йәш әле, – тип аңлатты быны Сәйфетдин.
– Тирәктәргә тик малайҙар исеме бирелә бит, белмәй инеңме ни? Тирәкһеҙ ҡалғанына турһайған Рәсимәне лә ул йәһәт тынысландырҙы.
Оҙаҡламай һуғыш башланды. Өлкәндәр быға ҡайғырһа, Шәмсетдин менән Сәйфетдиндең хафаланыуы үҙҙәренсә ине. Их, беҙ үҫеп өлгөрмәнек, фашистарҙы беҙҙән башҡа ғына туҡмарҙар инде, тип бошондо улар. Шулай булһа икән дә бит. Барыһының да ғүмерен өҙҙө ҡәһәр һуҡҡан һуғыш. 1941 йылдың июлендә үк фронтҡа алынған Кәрәмәт ағаһы декабрь айында Мәскәү өсөн барған һуғыштарҙа башын һалды. Фазлетдин ағаһы Курск дуғаһында танкыһында янып үлде. Шәмсетдин ағаһы Польша ерендә ятып ҡалды. 1945 йылдың башында һуғышҡа киткән Сәйфетдинде тындары менән тартып алырҙай булып көттөләр. “Берлинға етеп барабыҙ”, тигән һуңғы хатынан һуң күп тә үтмәй ҡара ҡағыҙы килде. Әсәһенең йөрәге нисек шартламай түҙгәндер, шул яҙҙа атаһы ла һыуға батып үлгәйне. Элеваторҙан колхоз өсөн сәсергә орлоҡ алып ҡайтып килешләй кәмә менән ҡапланғайны. Былай-алай ғына инеме ни ул саҡта Еҙем, яҙҙарын диңгеҙҙәй йәйрәп, ажғырып аға ине бит.
Рәсимә әбей урынынан тороп электр утын ҡабыҙҙы ла стеналағы фотоһүрәттәргә текәлде. Ҡыҙы менән кейәүенә рәхмәт инде, ваҡыт үтеү менән һарғайып, уңып бөткән фотоһүрәттәрҙе үҙҙәре менән алып китеп, ҙур итеп эшләтеп алып ҡайттылар. Тик бына ағаларының айырым фотолары юҡ, ярай ҙа ғаилә менән күмәкләп төшкәне һаҡланып ҡалған. Сәйфетдин ағаһының ғына фронтҡа китер алдынан атҡа менеп төшкән һүрәте һаҡланған. Әбей ҡәҙерле йөҙҙәрҙе тәү ҡат күргәндәй һәр береһенә текемләп ҡарап торҙо. Рәшит ҡустыһының тирәктәр янында төшкән рәсеменә сират еткәс, күңеле тулып китте, урындыҡҡа сүкәйҙе.
– Исмаһам, һин ҡайтманың шул,йәш кенә көйөңә китеп барҙың, бер-беребеҙгә терәк булып йәшәрбеҙ, - тигәйнең дә. Әбей күҙҙәрен һөрткөләп алды, бер аҙ тын ғына ултырғас, тороп, тәҙрә ҡорғандарын ябып ҡуйҙы. Көҙгө эңер тиҙ төшә шул, бая ғына яҡты ине, хәҙер инде күҙгә төртһәң дә күреп булмаҫлыҡ ҡараңғы төштө. Ана, Рәшит менән тап ошондай мәлдә бүрегә тап булғайнылар бит. Әбей бынан алтмыш йылдар элек булған ваҡиғаны хәтерләп уфтанып ҡуйҙы.
Әлеге кеүек сентябрь аҙаҡтары ине. Һуғыш тамамланыуға ыңғайлаһа ла, тормош ауырлаша ғына бара, иң ҙур хыял – туйғансы икмәк ашау. Уҡырға иһә ике йылға аша кисеп, биш саҡрымдағы ауыл мәктәбенә йөрөйҙәр. Ҡышын ғына боҙҙан атлап сығаһың да китәһең, рәхәт, ә көҙөн аяҡтарҙы туңдыра-туңдыра һыуҙы кисеп сығырға тура килә. Тик иң хәтәре- ике йылға араһындағы шырлыҡ аша үтеү. Ул замандарҙа нишләптер бүреләр күбәйеп киткәйне. Йәнең ус төбөндә, бүре осрамаһа ғына ярар ине, тип ҡайтып еткәнсе ярты ҡартаяһың. Бер ҡараңғыла өйҙән сығып китһәң, дөм ҡараңғыла ҡайтып йығылаһың. Бер кисте тиҫтерҙәре әллә мәктәпкә килмәне, әллә ҡайтып киткәндәр, хәҙер хәтерләмәй инде, Рәшит менән икәүләп кенә ҡайтыу яғына ыңғайланылар. Рәсимәгә – 13, Рәшиткә 9 йәш самаһы булғандыр. Еҙемгә еткәндә эңер төшкәйне инде. Ҡустыһын йәлләп, Рәсимә ул көндө лә Рәшитте күтәреп сығарҙы. Һай урынды һайлап сыҡһаң да урыны менән билгә етә, унан бигерәк, һалҡынлығы менән тәнде ҡороштора. Еҙемде сығып, йылыныр өсөн йүгерә атлай барҙылар. Теше-тешкә теймәй ҡалтыранған Рәсимә ҡапыл юлдан ситтәрәк ҡара шәүләне абайланы. Башта, берәй ағас төпһәһелер, тип тынысланғайны, “төпһә” ҡыялатып уларға йәнәш ҡуҙғала башлағас, ҡото алынды. Бүре! Ҡапыл быуындары йомшарҙы, аҙымдары әкренәйҙе. ”Рәшит кенә күреп ҡалмаһын, ҡурҡыр”. Ошо уй ҡыҙға бер аҙ көс бирҙе. Бүре улар ыңғайына әкрен генә алға барыуын дауам итте. Яҡынаймай ҙа, алыҫҡа ла китмәй үҙе. Ҡустыһы иһә танауын мыш-мыш тартып шым ғына арттан килә. Ике йылға араһындағы бер саҡрымдай ара ул кистә шул тиклем оҙон тойолғайны. Ниһайәт, алда Мәндем шишмәһе күренде. Рәсимә өндәшмәй генә Рәшитте етәкләне лә аяғындағы сабатаһын да сисеп тормай һыуға атланы. Телдәр ҡустыһы ла был юлы бер һүҙ ҙә өндәшмәне, мыжымай-зарланмай ғына апаһы артынан шым ғына боҙҙай һалҡын һыуға төштө. Ярай ҙа тәрән түгел быныһы, тәрәнлеге тубыҡҡа ла етмәй. Шишмәне аша сыҡҡас етәкләшкән килеш ярҙан күтәрелделәр. Ниһайәт, тирәктәр тапҡырына еткәс, Рәсимә күҙ яҙҙырмай ҡарап килгән бүренең башҡаса күренмәүенә, Мәндем аръяғында тороп ҡалыуына ышанғас ҡына сеңләп илап ебәрҙе. Ҡурҡыуы, өшөүе үҙәгенә үтеп, түҙер тәҡәте ҡалмағайны уның. Рәшит тә мышҡылдап уға ҡушылды. Икеһе ике тирәккә һыйынып илаған балаларға ҡарап күктәге ай ҙа күҙ йәшен ҡоя кеүек ине. Уныһы ла, бүренән ҡурҡҡандай, бая йәшенеп торҙо. Эш үткәс, килеп сығып, тирә-яҡты яҡтыртып ебәргән була.
– Бүре арттан эйәреп килде бит, – тине Рәсимә бер аҙ тынысланғас.
– Һин дә уны күрҙеңме ни? – тип ғәжәпләнде ҡустыһы, танауын мыш-мыш тартып. –Һин ҡурҡып ҡысҡырырһың тип өндәшмәгәйнем бит.
– Ә һин ҡурҡманыңмы ни? – Рәсимә тәү ҡат күргәндәй ҡустыһына аптырап ҡараны.
– Бүренән ҡурҡып торорға ни, мин малай кеше лә инде? – тине Рәшит иҫе китмәгән ҡиәфәттә. Үҙе шулай ҙа бүре тороп ҡалған йылға яғына хәүеф менән ҡарап ҡуйҙы.
– Һай, батыр ҡустыҡайымды! – Рәсимә ҡысҡырып көлөп ебәрҙе лә Рәшитте ҡосаҡлап алды. – Әйҙә, йәһәтерәк өйгә керәйек, аяҡтар туңды әтеү.
Апай менән ҡусты етәкләшеп йорттарына йүгерҙе.
“Өйҙә лә өндәшеп торманыҡ шул бүренең осрауын, бот буйы балаларҙың әсә күңелен уйлауын әйт”. Рәсимә әбей көрһөнөп ҡуйҙы.
х х х
“Йөрөп ҡайтайым да, бер ҡайҙа ла китмәй ошонда, ауылыбыҙҙа, бер-беребеҙгә терәк булып йәшәрбеҙ”. Ун алтыһы яңы тулған Рәшитте ФЗО-ға алып киткәндә әйтте ҡустыһы ошо һүҙҙәрҙе. Рәсимә ул саҡта әллә ни ҡайғырмағайны ла айырылышыуҙарына. Һуғыш тамамланғайны инде, әҙме-күпме донъя күреп, берәй һөнәргә өйрәнер ҙә ҡайтыр тип уйлағайны. Әсәһе иһә кинйәһенең китеп барыуын үтә ауыр ҡабул итте. Мәңгелеккә айырылышыуҙарын күңеле һиҙгәндер, ахыры. Ун етеһе лә тулмай яҡты донъя менән хушлашты ҡустыһы. Урманда өҫтөнә ағас төшкән икән. Унан һуң әсәһе лә оҙаҡ торманы, илай-торғас һуҡырайҙы, ярты йылдан мәңгелеккә китеп барҙы. Йә инде, бала тауыштарынан шау-гөр килеп торған йортта Рәсимә яңғыҙы торҙо ла ҡалды. Үҙ ғаиләһен ҡорғайны ла бит, ҡартайған көнөндә йәнә яңғыҙ, бабайының ғүмере ҡыҫҡа булды, балалары ситтә.
Тыштағы ел һаман баҫылмай, берсә тыма төшә, берсә көсәйә. Ҡапыл йорт эргәһе яҡтырып, машина тауышы ишетелде лә яҡынайғандай булғас, тынды. Рәсимә әбей тәҙрәһенән күпме генә күрергә тырышһа ла бер нәмә лә шәйләмәне. Тышта һаман дөм ҡараңғы, ай яҡтыһы ла күренмәй. Уның йорто ауылдың иң ситендә булһа ла, төп юл ошонан булмағас, эргәләренән машиналар бик үтеп йөрөмәй. Шуға күрә лә әбейҙең аптырауы аңлашыла ине. Ҡыҙы менән кейәүенән башҡа бер кемдең дә машина менән килгәне юҡ уға, улары ла әле генә ҡуҙғалмаҫтар. Әбей аптырап тәҙрәнән-тәҙрәгә килде, унан утын яндырмай ғына соланына сығып тыңлап торҙо. Ел һыҙғырыуынан башҡа тауыш-тын юҡ. Әбей еңел һулап өйөнә керергә йыйынғас ҡына кемдеңдер ҡапҡаны асырға маташҡаны ишетелде, мөңгөр-мөңгөр һөйләшә башланылар. Әбей баҫҡан урынында ҡатып ҡалды. Бына саҡырылмаған ҡунаҡтар урамға килеп керҙе:
– Һин өй ишеген һаҡла, ә һеҙ икәү һарайға инеп сығығыҙ, йәһәт булығыҙ! – Шым, әммә ҡәтғи был тауышты әбей асыҡ ишетте. Гөнаһ шомлоғо! Ҡараҡтар, ике аяҡлы бүреләр бит былар! Йә инде, аҙбарыңды йоҙаҡлап йөрө тип ҡыҙы ҡайтҡан һайын әйтте лә бит, тыңламаны шул, үҙ йортомда ҡурҡып йәшәргә ни, тигән булды. Әбей ни эшләргә белмәй соланда ҡалтыранып тора бирҙе. Уңарсы булмай, асыҡ аҙбар эсендә ҡаҙҙары ҡаңғылдаша, тауыҡтары ҡытҡылдай башланы. Бер мәл кәзәһе яман итеп баҡырҙы ла тынды. Бәй, уның ҡарап торған кәзәһен алып китергә итәләр түгелме һуң ҡороғорҙар. Эйе шул, ана бит өҫтөрәйҙәр, асыҡ ишетелеп тора. Әбейҙең ҡапыл ҡурҡыуы үтте, үҙ-үҙен белештермәй ул солан ишегенә ташланды. Әммә ишеккә тыш яҡтан ниҙер терәлгәйне булһа кәрәк, аса алманы:
– Нишләйһегеҙ, йүнһеҙҙәр, ҡалдырығыҙ кәзәмде, тейәһе булмағыҙ, – әбей ике ҡуллап ишекте дөбөрләтергә тотондо. Тышта бер аҙға ығы-зығы тынды. Әбей ишекте асырға йәнә ынтылғайны, тыштан бик ҡаты итеп типтеләр. Ҡалтыранған әбей йәһәт кенә өйөнә инеп китте. Уңарсы булмай, кәзәһе йәнә яман итеп баҡырҙы. Ишеккә йәнә типтеләр. Әбей нимәгә тотонорға, ни ҡылырға белмәй бер талай аптырап торҙо. Уның ҡараштары ата-әсәһе, ағаларының фотоһүрәттәренә төштө:
– Кәрәмәт, Шәмсетдин, Фазлетдин, Сәйфетдин, Рәшит – нишләп ярҙам итмәйһегеҙ, өйҙө баҫалар бит, нишләп ҡарап тораһығыҙ? – тип йән асыуы менән, үҙ-үҙен белештермәйсә иламһырап ҡысҡырҙы әбей. – Сығып кәрәктәрен бирегеҙ шуларҙың, нишләп минең яңғыҙымды ҡалдыраһығыҙ, берҙән бер ҡыҙ баланы ниңә яңғыҙ ҡалдырҙығыҙ ул, ә?
Әбей хәлфеҙләнеп ултырғысҡа терәлде.
Тышта йәнә ниндәйҙер ығы-зығы ҡупты.
– Йәһәтерәк ҡыланығыҙ, өй тулы мужик бында, – тине берәүһе.
– Ваҡ-төйәк менән булашмағыҙ, кәзәне тейәгеҙ ҙә, – тине баяғы бойороулы тауыш.
Әбейҙең улар менән артабан алышырға хәле лә, теләге лә юҡ ине, яҡындарының һүрәттәренә алмаш-тилмәш текләп, һығылып илап тик ултырҙы. Тышта ҡапыл гөрһөлдәп ниҙер ауҙы, нимәлер шарт итте, кемдер ауыртынып ҡысҡырып ебәрҙе. Мәхшәр ҡупҡандай булды, оҙаҡ тауышландылар. Унан һуң машина тауышы ишетелде, ҡуҙғалып киттеләр, буғай. Әбей урынынан ҡуҙғалмай тауыш-тын баҫылғансы тик ултырҙы. Оҙаҡламай ел дә баҫыла төштө. Әбей көс-хәлгә урынынан ҡуҙғалып утты һүндерҙе лә тәҙрәгә күҙ һалды. Тышта ай яҡтыһы күренә, кеше-ҡара күҙгә салынмай. Бәй, баҡса янында ҙур булып нәмә ята һуң? Әбей ҡулына фонарь эләктерҙе лә тышҡа ынтылды. Солан ишеге бер нисә тапҡыр ҡаты итеп эткәс кенә асылды. Тыштан көрәк һөйәп ҡуйғандар икән. Әбей кәзәһен урамға сыҡҡас та шәйләне. Малҡай ауырлыҡ менән урынынан тороп хужаһы янына килде. Әбей уны уратып ҡарап сыҡты. Зыянлаған-фәлән ере күренмәй, ауыртынғандыр бахырың. Әбей фонарен тотоп шар асыҡ торған ҡапҡа аша сыҡты ла урам тултырып ятҡан ағасты күреп “аһ” итеп туҡтап ҡалды. Ул фонарен өҫкә, Рәшит тирәгенә йүнәлтте. Аҫылынып торған ҙур ботаҡ килеп төшкән шул. Тегеләрҙең машинаһына эләккән, ахыры. Тап ошо тирәлә туҡтап тора ине бит. Ана, быяла ватыҡтары, машинаның ниндәйҙер тимер-томорҙары күренә.
х х х
Ауыл күптән йоҡлай. Бары тик ситтәге йорттоң ғына яҡтыһы сыға. Фонарь тотоп алған әбей йорт янындағы тирәктәр янында йөрөй. Әле бер, әле икенсе ағасты ҡосаҡлап, ниҙер һөйләй, иламһырай, яланғасланған олондарҙы, ваҡыт үтеү менән ҡытыршыланып бөткән ҡайырҙарын һыйпай. Ел күптән баҫылыуға ҡарамаҫтан, тирәктәр ҙә шаулай, туҡтауһыҙ нимәлер шыбырҙайҙар, әбей менән ниҙер һөйләшәләр, уны йыуаталар кеүек.
Читайте нас в