“Салаттар ғына ла кәм тигәндә 5-6 төрлө булырға тейеш бит әле ул...” – Камила айҙан ашыу инде ҡунаҡтар исемлеген ҡат-ҡат ҡарай, өҫтәмә-төҙәтмәләр индерә, әле бер, әле икенсе ризыҡ-тәғәм иҫенә төшөп, уныһын икенсе дәфтәргә теркәй. “Ҡайнар аш икәү булһын. Былау бешерергәме икән? Бәлеш – һурпа һорай торған ризыҡ...Һурпаһыҙ ярамаҫ. Әллә былау урынына өлөш әҙерләргәме?”
Төрлөсә уйлай ҙа асыуы ла килгеләй. Кемгә ҡарама, артыҡ ауырлыҡ менән көрәшә. Таныш-тонош ҡатын ҡыҙҙың да, ир-аттың да иң ҡурҡҡаны – хәҙер һимереү, ә берәр тантаналы табынға барып инһәң, өҫтәлдә нимә генә юҡ! Аҙналар буйы калорияһы юғары аштан тыйылып йәшәгән халыҡ, астан ҡаҡланып бәйҙән ысҡынған эт һымаҡ, өҫтәлдә нимә бар, шуны йыпырырға тотона. “Бынау блюдо миңә әллә ни ярамай ҙа ул, – тип һөйләнәләр, етмәһә – бигерәк тәмле бит, тыйылып булмай. Ярар, иртәгәнән кефирҙа ғына ултырырмын инде.” Һәм шулай итәләр ҙә.
Арыҫландың ҡырҡ биш йәшен “ғаилә советында” өйҙә үткәрергә ҡарар иттеләр. Камила, өҫтәл әҙерләү тик үҙ иңенә төшәһен белгәнгә, ресторанмы, кафемы яғын ҡайырып ҡарағайны ла.
– Юҡсы, – бейеме ҡаршы төштө. – Өй ризығына етә буламы? Хәҙер ресторанда еҫләнгән балыҡты, еҫләнгән итте химикатлап, майонезға сумырып бирәләр, ти. Ана, телевизорҙан нисәмә һөйләйҙәр. Өйҙә генә уйнап-көлөп ултырайыҡ. Арзанға ла төшөр. Хәҙер ни, өҫтәл әҙерләүҙең ниндәй ҡыйынлығы бар, магазиндарҙан, баҙарҙан йәнең теләгәнен йый ҙа ал.
– Ризыҡ булыр ҙа... Әҙерләүе мәшәҡәтле. Ресторан хужаларының да башы ике түгел, кешене күрәләтә ағыуламаҫтар.
Ҡәйнә кешенең олоғайғанда ла һылыулығын ташламаған йөҙө һытылды.
– Әлләсе, – тине ул ғәҙәтенсә тәккәберерәк ҡиәфәт менән, – беҙҙең заманда, әлеге кеүек, етешлек тә юҡ ине. Исмәғил Ибраһимовичҡа мин өй ризығы ғына ашаттым. Шуға ла һаман егеттәр кеүек. Балаларым да сәләмәт, кәүҙәләре лә ҡалынаймай. Йыбанманым да. Һеҙ инде...
Бейеме Камилаға төрттөрөбөрәк ҡуйҙы ла артабан һүҙ ҡуйыртманы. “Үҙегеҙ беләһегеҙ, мине тыңлайһығыҙмы ни һеҙ...” – тип үпкәләгәндәй итте.
Иренең әсәһе һүҙенән сыҡмаҫын белгән Камила Арыҫлан менән кәңәшләшеп торманы. Мәшәҡәттәр эсенә сумды, уның кафедраһында эшләгән Шәйхуловтың ҡатыны Разыя менән ҡат-ҡат һөйләшеп алды, сөнки Шәйхуловтар ярты йыл элек кенә шундай уҡ юбилей уҙғарҙылар, институттың ашханаһында. Разыя менюны барыбер үҙе төҙөп, һәммәһенә лә күҙ-ҡолаҡ булды. Матур ултырҙылар. Профессорҙар, доценттар ҡатындары менән йыйылышҡайны. Бүтән ерҙә эшләгән дуҫтары ла байтаҡ ине. “Уф-ф, мәшәҡәте күп булды, ҡотолдом,” – тип йөрөнө аҙаҡ Разыя. Ә Камилаға Разыянан да ауыр буласаҡ бит әле. Бейеменең ярҙамын көтәһе түгел, үҙе әллә ҡасандан ярҙамсы яллап донъя көтә. Эшләгәнен килештерһә әле.
Үҙҙәренең бүлеге хеҙмәткәре Мәрйәмгә әйтер. Булышыр ул. Етеҙ. Ҡулы тилбер. Өлгөрөрҙәр. Улар энциклопедия нәшриәтендә бергә эшләй. Камила сит телдәр факультетын тамамланы, уны-быны инглизсәгә тәржемә итә. Иренә кандидатлыҡ, докторлыҡ диссертацияларын яҙышты, булышты, академияла уҡып йөрөгән улына, ҡайны-ҡәйнәһенә булыша. Фән менән шөғөлләнмәксе ине, ҡул һелтәне. Ғаиләлә төп карьераны бер кеше генә эшләһә лә еткән.
...Профессор Алсынбаевтың улы Арыҫлан менән улар студент саҡтарында уҡ өйләнештеләр. Арыҫландың әсәһе башта Камиланы өнәп бөтмәне. Ябай ғаилә балаһы тигәндер. Ә Арыҫлан аспирантурала уҡығанда уға сит телдәге материалдарҙы тәржемә итешкәнен күреп, бер ни тиклем күнгәндәй булды: Камиланың кемлеген, үҙҙәренең кемлеген төбәп кенә әйтмәһә лә, һауалыраҡ ҡыланыштарын ташламаны.
Улдары Рафаэль тыуҙы. Уны әпәүләп кенә үҫтерҙеләр. Арыҫлан иһә фән тауҙарына ныҡыш үрләне. Камилаға ире маҡтаныс, ғаиләһенән уңыуына эсенән ғорурлана ине. Аҡыллы. Белемле. Талантлы ғалим.
Ана бит... Ғүмер үтеп кенә тора. Арыҫланға ла 45 йәш...Нисектер етдиләнеп, сәсенә сал төшөп йәнә лә һылыуланып китте лә. Йәш сағында гитарала уйнап, йырлап, ҡыҙҙарҙың һушын алған ваҡыттағынан кәм түгел. Буйсанлығы ла шул көйө. Ә Камила бер аҙ ҡалынайҙы. Плитә янынан китә алғаны юҡ шул. Ике ир затына ярарға кәрәк. Ғөмүмән, өйҙөң ҡото – тәмле ризыҡ тип тә уйлай ул. Юбилей табынын да ҡунаҡтар маҡтарлыҡ итеп ҡорасаҡ!
Табын һәйбәт үтте. Арыҫланды ҙурлап бер булдылар. Коллегалары, дуҫ-иштәре Камиланы ла онотманы. “Матур, уңған, тоғро”, – ярай инде, яҡшы һүҙ – йән аҙығы.
Ә артабан? Тормош байрамдарҙан, уны ойоштороу мәшәҡәттәренән генә тормай бит. Өйҙәре йәнә тынғылыҡҡа сумды. Ире эштән бушаманы, өйҙә лә кабинетына инеп юғалыр булды. Рафаэлдең иһә – үҙенең йәшлек иле. Дуҫтары, әхирәттәренән айырыла алмай. Ә Камила эштә һөйләшеп бөтмәгән һүҙҙәрен Мәрйәм менән телефондан гәпләшә лә – вәссәләм. Аръяғына – кухня, телевизор, бәйләм. Йәй айҙарында Мәрйәм дә бушамай. Баҡсаһында мәж килә. Үҫтергән сәскәләре, емеш-еләге хаҡында кинәнеп-кинәнеп һупайып та ала. Йәйгеһен Камила бер-нисә тапҡыр уның баҡсаһына барып әйләнде. Унда һәйбәт, һауаһы саф, мунса инеп, сабынып, кис буйы терассала емеш-еләкте эшкәртеп, эсе бушағандай булып ҡайтып ингәйне.
– Миңә лә баҡса кәрәктер ул, Мәрйәм, – тип ҡуйҙы бер саҡ Камила.
– Ҡуй, булма юҡ менән. Мин быны ирем Фәрхәттең төҫө тип кенә ташлағым килмәй. Фәрхәттең ҡулы оҫта ине. Үҙ ҡулы менән төҙөнө, күңелен һалып эшләгән булыр ине, мәрхүм. Ауылдарындағы өйгә ҡайта алмай башлағайныҡ. Унда мырҙаһы йәшәй. Кеше ғаиләһенә, туғаның булһа ла, атай-әсәйеңә ҡайтҡан кеүек иркенләп барып инеп булмай. Беҙ – ауыл кешеләре. Ерһеҙ ҡыйын, ер тартып тик тора. Ә һинең Арыҫланың – ҡаланыҡы. Ер эшенә барымы юҡ, үҙеңә генә ауыр булыр.
– Мин дә ергә эйлеп эшләп үҫкәнмен. Рафаэль, исмаһам, ел һуғарып йөрөмәҫ. Үҙең әйтәһең дә инде, улымды ошонда ер ҡаҙҙырып, тир түктереп кенә гормондары уйнаған осоронан аралап ҡалдым, тип.
– Бөгөн ер алып, өй һалыуы ай-һай! Һәммәһе лә ҡыйбат: ере лә, төҙөлөш материалдары ла. Ныҡ ҡиммәт тормаған әҙер баҡса табылмаҫмы? Эҙләйек һуң, улай дәрт иткәс? – Мәрйәм теләр-теләмәҫ кенә ризалашҡандай булды.
Иғландар ҡараштырҙылар. Мәрйәмдең баҡсаһы тирәһенәнерәк табылһа, арыу булыр ине. Берҙән, алыҫ түгел, икенсенән, юлы ярайһы яҡшы, һыуы эсерлек. Кәңәш-төңәшкә лә Мәрйәм йәтеш, тәжрибәле.
Камиланың теләгенә Арыҫлан бигүк ризалашманы. Миңә кәрәкмәй, ваҡытыңды ҡайҙа ҡуйырға белмәһәң, үҙең ҡара, ашарға эҙләнеп йөрөлөк булмаһа, теләһәң нишлә, тип кенә ҡуйҙы. Күңелен төшөрмәне Камила. Ҡаланан ситтәге хозурлыҡты күҙе күрһә, ҡыҙығып китмәҫме, тип тә өмөтләнде. Ял һайын бикләнеп эсеп ятҡансы, физик эш менән булашыр. Юғиһә һуңғы осор эсеүен йышайтты.
Элегерәк иптәштәре менән төшөрөп ҡайтыр булһа, тора-бара өйҙә яңғыҙы ғына байрам итеүгә күсте. Шунан ауырый. Йөрөй Камила тирәһендә мулла бесәйе кеүек. Камила өйрәнеп алды инде: һурпа, үлән төнәтмәләре, поливитаминдар эсерә. Валерианка йә корвалолы ла ҡул осонда. Ҡай саҡта таныш медсестраны саҡырып, система ҡуйҙырып, ҡанын таҙарта. Өтәләнә. Похмель тигәндәре яман нәмә тиҙәр бит, ҡапыл ғына үлеп ҡалған кешеләр хаҡында ишеткәне бар. Бәләһенән баш-аяҡ. Инфаркттан, инсульттан, тигән булалар. Улары тик торғандан нишләп килтереп бәрһен, ти. Ҡурҡа Камила һәм эшенә ирен кеше рәтенә индереп сығарып ебәрә.
Мәрйәмдәрҙән алыҫ булмаған баҡса апрелдә табылды. Яҙ иртә килеү сәбәпле, ҡар ирегән, юлдар кипкән йәмле ваҡыт ине. Ағастар бөрөгә тулыша, ҡышҡы һыуыҡтарҙы ер аҫтына сумып уҙғарған үләндәр, һаҡ-һаҡ ҡына башын ҡалҡытып, ҡояшты күҙләй, сибек кенә, әммә шундай нәфис ҡыяҡтарын көн битенә сығара.
Баҡса шәптән түгел. Ҡаралмаған. Ремонт кәрәк. Ере лә йәтимһерәгән. Былтырғы ҡый-ҡаулан үләндәре һерәйешеп ултыра. Бер ир һата. Ҡатыным сирле, дауалау өсөн аҡса кәрәк, баҡсаға бер нисә йыл рәтләп йөрөп булманы, тип аңлата. Өйҙө, мунсаны үҙем һалдым, емеш ағастарын да үҙебеҙ ултырттыҡ. Эҫенгәнмен, әммә бүтән сара юҡ, тип, болоҡһоуын да йәшермәй. Хаҡын килештеләр. ”Ремонтлап алырһың инде...” – тине Мәрйәм дә.
Ремонтҡа тарыма, тарыһаң арыма. Үзбәктәрҙе яллағайны. Улар әллә ҡалай ығыш әҙәмдәр булып сыҡты. Сәғәт, сәғәт ярым мыштырлайҙар ҙа сәй эсергә тотоналар. Үҙҙәренсә “кәмпәреп”, сәйҙе кәсәләренең төбөнә генә ҡойоп, оҙон-оҙаҡ йәйрәйҙәр ҙә китәләр. Баштараҡ Камила, әҙәм балалары бит, ғәҙәттәре шулай булғас нишләтәһең, тиеберәк уйлай ине лә, торараҡ асыуы килә башланы. Етмәһә, таған рәтләп усаҡ яғалар ҙа былау бешерергә тотоналар, шешлек ҡыҙҙыралар, мунсаға тип һатып алған утынды иркен тотоналар, саҡ-саҡ тамырланған кишерҙе йолҡалар. Иҫәпһеҙҙең ҡуйы теүәл улар өсөн. Мәрйәм түҙмәне, быларҙы ҡыҙҙырып алды, шунан ғына ҡыймырлап алып киттеләр.
Тамамланмай торған эш булмай. Өйҙөң эсе-тышы, мунсаның эсе-тышы матурланды. Веранданы ҡутарып ташлап, яңы таҡтанан яһап ҡуйҙылар. Буяуын Рафаэль менән икәүләп буянылар. Һары, зәңгәр төҫтәр үҙ-ара ярышып, яҡты, яҡшы кәйеф тыуҙыра ине.
Яңы мәшәҡәттәре лә бар булып сыҡты. Элекке хужаларҙың йыһазында йәшәгеһе килмәне Камиланың. Уларҙыҡын, машина яллап, сығарып түгергә тура килде. Үҙҙәренең ҡала фатирындағы йыһазын күптән алыштырырға уйлап йөрөй ине. Иҫкеһен ҡайҙа ҡуйырға? Урын табылды. Үҙеңдеке-үҙеңдеке инде, дачаға күсерҙе һәм ҡала фатирына яңы ҡаралтылар алырға тура килде. Ҡайҙан тарыным был мәшәҡәттәргә, тип, ҡаңғырыбыраҡ киткән саҡтары аҙ булманы, әммә күңелендә ҡәнәғәтлек, ҡаланан ситтәге донъяһы эсендә илаһи рәхәтлек тә кисерә ине.
Дачаны ҡотлау көнө яҡын. Эстән генә ғорурлана ине Камила. Бына күрһендәр инде ҡала интеллигенттары, уларҙыҡына оҡшамаған хозурлыҡ та бар ул.
Ҡәйнәһе дачаны ентекләп ҡарап йөрөнө. Сөй эҙләгәндер. Аҡтан да ҡаранан да бер һүҙ ҙә әйтмәне. Табында ғына:
– Кемгә нимә бит, Арыҫлан Исмәғилович тынғыһыҙ ғалим... Баҡса мәшәҡәте мәшәҡәт булмаһа ярай ҙа.
“Уны кем ҡыҫтай, теләмәһә ни... ултыра ғына бирһен йәй эҫеһендә ҡала фатирында”, – тип әйткеһе килгәйне лә Камиланың, өндәшмәүең хәйерле тип, тыйылды.
Рафаэлы бар әле. Баштараҡ бик риза түгел ине лә, еректе. Машина менән алып килә, килеп ала. Дуҫтары менән мунса инеп, ҡояшта ҡыҙынырға, һыу һибергә лә әүәҫләнде. Камила, Арыҫлан мыжырламаһын тип, ашарына әҙерләп китә. Йылытып ашау ҡыйынмы ни? Ҡайтыуына һауыт-һабаһын раковинаға өйөп ҡуя, әлбиттә.
Алмағастарының сәскә атҡан сағын ярата Камила. Шул осор һандуғастар ҙа үтә моңло була. Сутылдығын сығалар. Ул көнө буйы тир түгеп эшләүҙе лә, кискелеккә мунса инеп, сәй эсеп ултырыуҙарҙы ла әллә ни күрә. Йондоҙҙар төнөн бигерәк сағыу. Ай ҙа йомартланып балҡый. Мунса мөрйәһе тирәһендә эленеп торған кеүек. Камилаға ғына ҡарап торғандай күренә.
Бер көндө баҡсаға элекке хужа килеп инде.
– Ғәфү итегеҙ, баҡсаны күргем килеп китте, рөхсәтме? – тип сәләмләне ул ҡыйыуһыҙ ғына. – Хәйерле көн!
– Әйҙә, әйҙә, рәхим итегеҙ! – Камила сәй ҡуйып, ризыҡтарын теҙҙе.
– Танырлыҡ та түгел баҡсаны, ирегеҙ оҫта ҡуллы икән! – тип һоҡланды Фәтих. Мунсаға, өй эсенә күҙ йүгертеп сыҡты. – Эс бошто ла, сығып киттем...
– Китеп барҙы. Ҡалдырып китте мине. Яңғыҙмын. Улыбыҙ ситтә. Яманһыу ҡай саҡ...
Йәлләп ҡуйҙы Камила Фәтихты. Яңғыҙ ирҙәр бирешә лә ҡуя торған. Ҡатын-ҡыҙ ғына ирҙәр эшен дә, ҡатын-ҡыҙҙыҡын да үҙе һөйрәп ала ла китә. Мәрйәмде генә ал. Ике донъяһы ла ал да гөл... Ҡунаҡ ашыҡманы. Камила ла, әҙәп һаҡлап, уның хәбәрҙәрен тыңлай бирҙе. Йәшереп ҡуйған араҡыһын иҫенә төшөрөп тәҡдим иткәйне, теге баш тартты.
– Юҡ, Камила ханым, ул нәмәнән алыҫ тороуың хәйерле.
Юҡ икән юҡ. Үҙе белгәндәр араһында бөтөнләй эсмәгән ир-ат юҡлығын иҫенә төшөрөп, аптырайһы итте. Ҡатыны рәхәттә йәшәгәндер. Ә бит барыбер иртәрәк киткән... Сәйер был донъяның ҡағиҙәләре.
Байтаҡ йырҙарҙың авторы икән Фәтих. Бәғзеләре Камилаға таныш. Табындарҙа йырлағандары бар. Шиғырын кем яҙған икән тип уйлағаны ғына юҡ. Еңел ятлана, музыкаһы ла еңелсә. Тиҙ генә отаһың да алаһың. Уға ниндәйҙер хөрмәт менән ҡарай башланы. Өҫтө-башы, ҡиәфәте таушалғаныраҡ, тик эш тышҡы сүрәттә генәме ни, күңеле саф, тимәк, был кешенең. Телсән. Илтифатлы һөйләшә. Бер нисә шиғырын уҡып алды. Килешле. Юғиһә, ҡайһы бер шағирҙарҙы ҡапыл-ғара төшөнөп тә булмай, фәлсәфәгә төшөп китәләр. Ябайыраҡ, ошо Фәтих кеүек яҙһалар була бит инде.
– Минең китаптарым юҡ, – тип ҡуйҙы Фәтих. – Художество кимәле һай, тигән булалар. Ә халыҡ оҡшата. Йырҙарымды яратҡан спонсор ярҙамында сығарған китабымды, концерттар алдынан, Филармонияла һатып торғайным, автограф яҙҙырып, елтерәтеп алып бөттөләр ҙә ҡуйҙылар. Спонсор тапһам, йәнә сығарырмын әле. Һеҙгә мотлаҡ бүләк итермен, Камила ханым. Һиҙеп торам, күңелегеҙ нескә, шиғриәтле. Минең китаптар, ҡайһы берәүҙәрҙеке кеүек, китап магазины кәштәләрендә ятҡаны юҡ.
Фәтих Камилаға комплименттар, рәхмәттәр әйтеп, ғәфү үтенә-үтенә теләр-теләмәҫ кенә ҡайтырға сыҡты.
Кис буйы хисләнеп йөрөнө Камила. “Талантлы кешеләр бик үк бәхетле булмай, күрәһең. Мәрйәм менән таныштырһам...” – тип уйланды.
Уйланы ла, яйы сыҡманы. Тиҙҙән яңы мәшәҡәттәр ҡамауында ҡалды. Рафаэль сит илдә уҡырға теләүен белдерҙе. Һис айырылғыһы килмәне улынан Камиланың. Тотош ғаилә эсендәге берҙән-бер йыуанысы һәм таянысы бит Рафаэлы. Атаһы кеүек түгел, үҙенә оҡшап алсаҡ. Берсә көлдөрөп, берсә борсолдороп, һәммәһен дә үҙе тирәләй өйрөлтә лә сөйрөлтә. Яратып та, яратылып та танһығы ҡанмаған ҡатындың шатлығы һәм өмөтө. Ул да сығып китһә, Арыҫлан менән икәү-ара ғына нишләрҙәр? Арыҫлан шөғөл табыр. Ә Камила?
Тыя алманылар малайҙарын. Көҙ көнө Норвегияға олаҡты.
Осло ҡалаһының Король Фредерик исемен йөрөткән университетына документтарын ебәргән булған икән. Саҡырыу килде. Рафаэль инглиз телен яҡшы белә. Улар әсәһе менән икәү-ара инглизса серләшеп тә алғылай ине.
– Миңә ҡаршы заговор ҡора шикелле былар, – тиер ине Арыҫлан.
– Видеокамераның ниндәйе шәберәк икән тип һөйләшәбеҙ.
– Нихаҡ тора һуң “серегеҙ”?
...Рафаэль киткәс, өй эсе бушап ҡалғандай булды. Дөрөҫ, Арыҫландың аспиранткаһы килеп йөрөй. Рафаэль йәшендә. Һылыу, оялсан ғына ҡыҙыҡай. Мәрйәмдең апаһының ҡыҙы. Камила уны ихлас ҡаршылай. “Их, һинең кеүек кенә ҡыҙыбыҙ юҡ бит,“ – тип арҡаһынан һөйөп тә ҡуя. Ашатып, ҡунаҡ итеп оҙата.
Рафаэль менән инртернет аша аралашып торалар. Ул бик риза. Яңылыҡтары хаҡында һөйләй. Торараҡ һағыныуын да белдерә башланы. Интернет интернет инде. Үҙен бер тотоп ярат ине лә бит.
Ҡыш оҙон. Йыш ҡына эсе боша Камиланың. Арыҫландың һалмыш сағы йышайҙы. Бер шулай бейеменә барып, ҡайһы бер йорт эштәрен эшләшеп, Арыҫланға зарланып, яҡлау тапмай ҡайтып килһә, урамда мәктәптә бергә уҡыған класташы осраны. Ай-вайына ҡуймай өйөнә саҡырҙы. Һис үҙгәрмәгән. Һаман шул көйө. Хәтирәләрен барлап, һөйләшеп бер булдылар. Фитнес-клубы бар икән Әҡлимәнең. Ул мәктәптә уҡығанда уҡ спорт менән шөғөлләнә ине. Камиланы ла үҙенең клубына йөрөргә өндәне. Камила, спорт менән бик үк дуҫ түгеллеген белдереп, баш тартып ҡарағайны, Әҡлимә иһә өҙмәне лә ҡуйманы: “Һин тәүҙә килеп күр, шунан баш тартырһың!” – тип ныҡышты. Осрашырға һүҙ ҡуйыштылар.
Хисләнеп кенә баҫҡыстан төшөп барһа, ҡаршыһына Фәтих осраны.
– Һаумыһығыҙ, Фәтих, бында йәшәһегеҙме ни? – Камила уны осратыуына шатланып китте.
– Ә-ә...Һаумыһығыҙ... – Фәтих нисектер уңайһыҙланып киткәндәй булды. – Мин бында йәшәйем шул... Ә һеҙ кемгә килгәйнегеҙ?
– Әҡлимәгә... Класташым менән урамда осраштыҡ та... Әллә сирләйһегеҙме?
– Бирешмәгеҙ, Фәтих. Берәр ярҙам кәрәкмәйме һуң?
– Юҡ... Үтер ул... Ҡунаҡҡа саҡырмайым инде, буйҙаҡ донъяһы...
– Юҡсы... Былай ҙа оҙаҡ ултырылды.
Фәтих ишегенә асҡыс тығып ҡалды, Камила түбәнгә төшөп китте. Урамға сыҡҡас ҡына иҫенә төштө: “ Бәй, көҙ көнө генә уның адресын белмәүенә үкенеп ҡуйғайны. Баҡса өйөнөң ҡыйығында “Көндәлектәр” тип яҙылған дәфтәр тапҡайны. Ҡатын-ҡыҙ ҡулы менән яҙылған. Уҡыманы. Берәүҙең эс-серелер, Фәтих килеп сыҡһа тапшырырмын уға, моғайын, ҡатынының иҫтәлеге ҡәҙерле булыр, тип һалып ҡуйҙы. Эсендә фотолар ҙа бар. Фәтих күренмәне. Бына бит, әле осрап тора. Шул хаҡта әйтергә Камила кире боролдо. Ишекте Фәтих асты.
Бүлмәләге ауыр еҫ Камиланың танауына бәрелде. Күҙ ташлаһа, ен ояһы кеүек бүлмә эсе Камиланың һушын ала яҙҙы. Бында байтаҡтан бирле ремонт яһалмағандыр. Нух заманғы ҡағыҙ обойҙар унан-бынан йыртылып бөткән. Иҙән таҡталары кибеп араланған, буяуы ҡупҡан, күптән йыуылмағанға ла оҡшай. Былайтып йәшәгән кешеләр ҙә бар икән дә... Фәтих бая ғына подъезда осрағандағы юғалыбыраҡ ҡалған кешегә оҡшамаған. Йылмайып баҫып тора. Сәсе туҙыулы. Өҫтө лә ҡарағыһыҙ.
– Ғәжәпләнмәгеҙ! Ҡатын-ҡыҙ ҡулы булмағас, өй бола. Инегеҙ, әйҙә! – Фәтих, Камилаға яҡын килеп, ҡулын уның яурынына һалырға маташты. Үҙенән яңы ғына эскән араҡы еҫе килә.
– Ә һеҙ нишләп боролоп индегеҙ һуң? Әйҙәгеҙ, бары менән байрам. Ултырып алайыҡ. Бер үҙем генә эсеү күңелһеҙ ине әле... Хәйер, мин яңғыҙлыҡҡа өйрәнеп киләм. Һеҙҙең кеүек һөйкөмлө ханымдарға минең кеүек егеттәр кәрәкмәй... Хи-хи-хи... Йырлайыммы? Камила лау һылыу, эй, аппағым, тип?
– Ә мин бит!.. Ижад кешеһе!.. Шағир күңелен бөтә кеше лә аңлап бөтә алмай ул!.. Һеҙ, бына, Камила ханым, аңлар инегеҙ!..
Камила әйтәһе йомошон да әйтмәй, ҡарасҡы кеүек йөҙөн уға яҡынайта-яҡынайта барған Фәтихты этә бирҙе лә, йүгереп сығып ысҡынды.
Вәт әй... Ниндәй донъя был? Профессор ир эскелеккә бирелә лә китә. Ҡараулы, шуға ғына Фәтихтың көнөнә үк төшөп етмәй, һин дә мин йөрөп ята кеше араһында. Ә бының Фәтихы?.. Камила уны, хискә бирелмәгән иренән айырмалы, нескәрәк күңелле булғаны өсөн хөрмәт итә ине бит. Дөрөҫ, китаптары сыҡҡан яҙыусыларҙың уның хаҡында шағирлығы самалы, тигәнен ишеткәне бар ине.
Кәйефе ҡырылып ҡайтып инде Камила. Аспирантка Зарема менән Арыҫлан сәй эсеп ултыралар. Һы-ы...
– Арыҫлан Исмәғилевич ауырып тора икән, сәй әҙерләнем дә... – Зарема уңайһыҙланғандай итте.
– Һәйбәт булған. Оҙаҡлабыраҡ киттем шул. Эштәр барамы, Зарема? Диссертация яҙыламы?
– Бара... Арыҫлан Исмәғилевич ярҙам итә. Уның белмәгәне юҡ..
...Оҙаҡ йоҡлай алманы Камила.”Былай йәшәү етте, – тигән фекергә килде. – Үҙем тураһында ла уйларға ваҡыт.” Гел ғаилә мәшәҡәттәре менән йәшәне. Уның үҙенән, исмаһам, берәрһе һораһа:“ Берәр хыялың бармы, ярҙам кәрәкмәйме?” – тиһә! Ә бит уның да күңеле бар, уға ла ғаилә тотҡаһы булыр өсөн ниндәйҙер стимул, елкенеү кәрәк. Былай ни... Хеҙмәтсе тик хеҙмәтсе... Әҡлимәнең фитнес-клубына йөрөй башларға кәрәк. Ә ниңә? Кухня, эш, телевизор, ҡайныһы менән бейеменә ярарға тырышыу. Килгән-киткәнгә ал да гөл булып тор. Ашат, оҙат, йылмай. Етте... Ғүмер үтеп бара ла баһа! Үҙенә лә тиҙҙән 45 тула.
...Фитнес-клуб ҡыҙыҡ урын икән дә. Бассейны, саунаһы бар. Массаж кабинеты, спортзал, тренажерҙар залы. Баштараҡ физик көсөргәнештән тәне һыҙлап бер булды. Торараҡ ҡыҙыға барҙы. Бындағы ҡатын-ҡыҙҙар ҙа икенсе төрлө. Уның эш урынындағы гүзәл зат башын ҡағыҙҙан айыра алмай. Быларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары ла күп яҡлы. Күбеһе бизнес менән булаша, машина йөрөтә. Камиланы ла өндәргә тотондолар: ”Улың сит илдә. Иреңә инәлмәҫһең, тәүәккәллә! Машина – азатлыҡ ул! Ултырҙың-киттең. Әллә күпме йомошоңдо мәшәҡәтһеҙ үтәп була!” Дөрөҫө лә шул шул. Йәйгеһен баҡсаға йөрөргә тура киләсәк. Рафаэль юҡ. Арыҫланды тыңлатыуы икеле.
Иртәрәк тороп зарядка яһауға һалышып алды Камила. Шулай итһәң, оҙон көн буйы өйөрөлөп-сөйөрөлөргә лә, редакцияла ҡаҙалып ултырыуға ла көс етә. Арыҫландың үҙен йәлләтә-йәлләтә сирләп ыҙаланыуҙарынан да хәҙер бик ҡурҡмай. Йәшәгеһе килһә, үҙе менән үҙе айҡашһын. Күпме әпәүләргә була. Бөйөк тигәс тә... Маңлайына яҙылған яҙмышын, үҙе һайлағанын Камилаға арҡаланып үтергә тейешме ни? Хәйер, һуңғы арала клубтан ҡайтыуына йыуылған күлдәктәрен үтекләп, берәр төрлө ризыҡ әҙерләп ҡуя әле ул. Әллә ни мыжымай ҙа.
Фитнесҡа йөрөүенә ике ай тигәндә Камила ыҡсымланып, тартылып китте. Һуңғы йылдарҙа эйәләшкән арыу тойғоһо ла бөттө.
Яҙға табан Рафаэль йәйгелеккә ҡайта алмаясағын белдерҙе. Нисек инде? Күҙ ҙә ҡаш көтә бит Камила улын! “Әсәй, мин дә һине һағындым, үҙең кил!” – ти башланы Рафаэль.
– Нисек киләйем, баҡса эштәре башланырға тора.
– Шул баҡсаң булманы... Сәсә торғандарыңды сәс тә, улар шытып сыҡҡанға тиклем кил инде, әсәй!
– Әлләсе... Сит илгә сыҡҡан да юҡ. Уйлармын һуң...
Камила сит ил паспортын юлларға тотондо. Ысынлап та, июнь баштарында юлға сығыр. Арыҫланға ла, әйҙә, икәүләп, тип ҡарағайны, ризалашманы. Ҡаҙағстанда ғилми конференцияла ҡатнашыу өсөн доклад әҙерләйһе бар, йәнәһе.
Рафаэль Ослола эшкә урынлашҡан. Дөрөҫ инде, бында ҡайтып нишләһен? Арыу хаҡлы эш-көш табаһы юҡ. Халыҡ, ана, хаҡтарҙың аяуһыҙ күтәрелеүенән, эшһеҙлектән зар-интизар.
Ослоға Камила Мәскәү аша осто. Бейеме бер аҙ ҡаршы тора ине, Арыҫлан ыңғай булғас, артыҡ сурытманы.
Сит ҡаланың еҫе лә икенсе төрлө була икән! Осло Рәсәй ҡалаларына оҡшамаған. Ренесанс стилендәге Европа ҡалаһы. Рафаэлдең башы күккә тейҙе. Ир ҡиәфәте инеп, етдиләнеп киткән. Берәүҙәрҙең йорто янындағы флигелдә йәшәй. Хужалары итәғәтле кешеләр. Бер аҙ инглизсә һуҡалайҙар. Рафаэль иһә норвег телен үҙләштереп алған. Камила улын да, фатир хужаларын да бишбармаҡ, бауырһаҡ менән һыйланы. Һалмаһын өйҙә үк ҡырҡып килтергәйне. Бында башлыса һарыҡ ите ашайҙар икән. Уны башҡорттар ҙа ярата бит инде. Тик иттәренең тәме барыбер ятыраҡ. Башҡортостан үләнен ашаған малға етәме ни! Бишбармаҡты норвегтар ҡыҙыҡ күрҙе, бауырһаҡты ла яраттылар. Уларҙы оҙатҡас Рафаэль көлөмһөрәп ҡуйҙы:
– Ит бында, әсәй, дефицит. Байрамдарҙа ғына бешерәләр. Унда ла һурпа итеп түгел, кәбеҫтә, бүтән йәшелсә менән быҡтыралар йә ҡуралар.
– Балыҡ! Уны төрлөсә әҙерләйҙәр. Аштары ла балыҡлы. Үҙҙәрен “Ысын норвег аҙнаһына 21 тапҡыр селедка ашай!” тип шаярталар.
– Әлбиттә! Балыҡҡа өйрәнеү ҡыйынмы ни?!
Рафаэль әсәһен университетҡа әйҙәне.
– Был университетты тамамлаусылар араһында дүрт Нобель премияһы лауреаты бар, – тип ғорурланып ҡуйҙы.
– Һин дә ҙур кеше булырһың, Алла бирһә!
– Үҙең белмәгән нимә бар, әсәй, беҙҙең илдә бит кешенең ҡәҙере юҡ. Ил ни, бары айырым патриоттар, энтузиастар арҡаһында ғына йөҙөн юғалтмай йәшәп килә.
– Улай тимә. Ана атайың...
– Атайыммы? Фән докторы була тороп, сит ил ғалимдарының ғилми хеҙмәттәре менән хәбәрҙармы ул?
– Рафаэль! Атайҙың – аты оло. Атайҙар менән балалар бәрелеше һиңә ҡағылмаҫҡа тейеш. Уның арҡаһында ошонда уҡып йөрөйһөң!
Рафаэлдың кафедра етәксеһе доктор Андерс Якобсон илле йәштәр тирәһендәге алсаҡ кеше булып сыҡты. Бер аҙ русса белә. Инглизсә иркен һөйләшә. Башҡортостан хаҡында Рафаэль күп һөйләгән уға. Ҡыҙыҡһына. Салауат батыр яҙмышы менән айырыуса.
– Шәп милләт икәнһегеҙ! – Камиланы уңайһыҙландырып, хатта комплимент әйтеп ҡуйҙы. Рафаэль да әсәһенең йәшәреп китеүенә ҡыуанып бөтә алмағайны. Әле Андерс әфәнденең һүҙенән һуң да күҙе яҡтырып китте.
– Осло менән таныштығыҙмы әле?
– Өлгөрмәнем. Рафаэлдың ялын көтәбеҙ.
– Теләһәгеҙ, мин һеҙгә гид була алам! – Андерстың ихласлығынан Камила ҡаушай биреп ҡуйҙы:
– Һеҙҙе мәшәҡәтләргә ни... Рафаэль өсөн дә рәхмәт!
– Мин ысын әйтәм, ваҡытым да бар.
– Килештек! Осло һеҙгә оҡшаясаҡ.
... Ҡаланың үҙәк урамы Карл-Юхан тип атала икән. Мәскәүҙең Арбаты кеүек, башлыса, йәйәү йөрөмәле. Панель блоктарҙан һалынған ҡотһоҙ өйҙәрҙең әҫәре лә юҡ. Һәммә ерҙә таҙалыҡ. Сүп-сар ғәләмәтен күрмәҫһең. Андерс, ысынлап та, бынамын тигән гид. Заманында боронғо викингтарҙың сит дәүләттәр менән сауҙа итеүе, пиратлыҡ менән мал табыуы хаҡында мауыҡтырғыс сурыта. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Норвегия тотош ҡыйралған булған. Уны яңынан төҙөп алғандар. Скандинавия илдәре, Евросоюз менән тығыҙ бәйләнештә ғүмер итә, НАТО ағзаһы. Төп килем сығанағы, беҙҙәге кеүек, нефть.
Акель Брюге, викинг караптары музейы, шхуналар тупланған “Фрам”, һалдарҙан торған “Кан-Тики” музейҙары ла ҡыҙыҡ булды Камила өсөн. Андерс Камила менән әллә нисә көн йөрөнө лә йөрөнө. Үҙе шундай ҡәнәғәт. Тыуған ҡалаһы менән ғорурланыуын йәшермәй. Халыҡ музейын, Вигелант паркын да күрһәткеһе килә.
Бөтә нәмә лә яңы, тәьҫораттары кисерешле ине Камиланың. Иң хайран иткәне Вигелант паркы булғандыр. Тәүбәкәй!... Эсе тулы ғәжәйеп скульптура. “Улар, – тип аңлатты Андерс, – айырым-айырым эшләнмәгән, ә бер бөтөн монолит таштан юнылған”. Һындарҙың һәммәһе лә шыр яланғас. Кешеләр төрлө-төрлө позала, бер-береһен ҡабатламай. Йөҙҙәрендәге мимика, кисерештәр сағылышы ла төрлөсә. “Быларҙы, – ти Андерс, – рәссамдар кеше ҡылыҡтарын күҙәтеп тотоп алған. Уйлап сығарылған образ юҡ бында.” Ир-ат, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға...Кеме генә юҡ был донъяның, ниндәй генә сүрәткә инмәй кеше ғүмере эсендә! Ә бит, ысынында ла, кешеләр бер-береһенә оҡшамай. Һәр кем торғаны бер үҙенсәлекле донъя. Бынау ҡатындың йөҙө нилектән ул тиклем сытырайҙы икән? Ә бынау ирҙең төҫөндәге асыу һуң? Һындар күп. 500 икән...Балалар йыбырлашып имгәкләгән кеүек. Уларында ла – характерҙар.
Бығаса өйөнә бәйле, донъя күрмәгән ҡатын булыуын доктор Андерсҡа белдермәҫкә тырышты Камила. Ә үҙ тәне, йәнен ҡоршаған ниндәйҙер дилбегәнең хәсиәтенән һүтелә-һүтелә барыуын абайлай ине.
Осло...Мең йыл яҙмышлы ҡала. Ашыҡмай, өтәләнмәй генә йәшәүсе кешеләр...
Көндәрҙең береһендә Андерс Камиланы ресторанға алып инде. Готика стилендәге ресторанда һил генә музыка ишетелә. Өҫтәл артындағыларҙың өҫ-башы ла заманса, зауыҡлы. Ҡатын-ҡыҙ, Өфөләге кеүек, ҡупырынҡы кейемдә түгел. Ниндәйҙер сабыр һәм ыҫпай атмосфера. Иң аптыратҡаны шул булды: өҫтәлгә ҡаймаҡ һалынған һоло бутҡаһы һәм ҡамырға төрөп фритюрҙа ҡыҙҙырылған балыҡ килде. Ашауға, күрәһең, әллә ни әһәмиәт бирмәй норвегтар. Камиланың иренең юбилейына әҙерләгән өҫтәлен күрһәләр, нимә тиерҙәр ине икән? Ашауға бигерәк күп көс һалабыҙ икән беҙ. Ҡунаҡсыл милләт даны нимәгәлер ул тиклем?
Барыбер күңелле. Йәнгә илаһилыҡ килеп тулған.
Башын күтәреберәк ҡараһа, Андерс уны иғтибарлап күҙәтә. Ҡарашы йылы, аҡыллы, йөҙө лә алсаҡ.
– Башҡорт ҡыҙҙары бөтәһе лә матурҙыр инде...
– Һеҙҙең ҡыҙҙар ҙа һылыу бит...
– Хөрт тимәйем, әммә һинең кеүек сағыуҙары юҡ.
Камила өндәшмәне. “Эйе шул...” – тиһенме ни. Ҡатын-ҡыҙҙар төҫһөҙөрәк шул асылда. Өфөлә бит ҡатын-ҡыҙҙың кемеһенә күҙ һалһаң, шул сибәр.
Андерстан ирлек, көс һәм ҡыйыулыҡ ҡушылған тәмле һәм албырғатҡыс еҫ аңҡый. Ниндәйҙер ҡәлғәме, таяныс тойғоһомо бөркөлә. Яҡлауһыҙ, бәләкәй булғыһы килеүен шәйләне Камила.
– Камила...Ә нимә аңлата һинең исемең?
– Камил...Совершенство...perfection* ...Уңайһыҙ хатта ...
– Атай-әсәйегеҙ, тимәк, ниндәй булаһығыҙҙы алдан белгән. Бәлки, һин тип һөйләшербеҙ?
– Ә һин, ысынлап та камиллыҡтың үҙе!
Һе...Уға бындай баһа биргәндәре юҡ ине әле. Бирешмәҫкә, иреп төшмәҫкә кәрәк. Ә баштың әйләнә биреүе ниҙән һуң? “Бордо” шарабынан, әлбиттә.
– Ә иртәгә төшкө ашҡа өйөмә саҡырам. Ҡаланан ситтәрәк йәшәйем.
Андерстың ике ҡатлы өйө лә, үҙе кеүек, тәртипле һәм йыйнаҡ. Китаптары күп. Беренсе ҡатта – кухня, зал, икенсеһендә – йоҡо бүлмәһе. Өй тирәләй сәскәләр үҫеп ултыра. Камиланың баҡсаһының ере хәтлек тә ере юҡ. Бәләкәй генә шәхси биләмә. Гаражы өйгә төкәмәләп һалынған.
Матур ғына табын ҡоролған. Әлеге лә баяғы ят балыҡ. Ул ҡурылған һәм янына төйөлгән кәртүф һалынған. Кәртүге тәмле былай. Дөрөҫ, бала сағында ашап үҫкән кеүек түгел. Хәйер, Башҡортостанда ла элекке кәртүг аҙ бит хәҙер. Израилдән, Ғәрәбстандан килтерәләр. Голланд сортлыһының да тәме икенсе. Колорадо ҡортонан ҡурҡып, сорттарын алыштырып бөттөләр.
Һәр икеһе үҙ иле, халҡының йолалары, тарихы хаҡында гәпләшеп ултырҙылар. Андерс Рафаэлды маҡтаны: тырыш егет, ҡыҙыҡһыныусан, егәрле. Бынамын тигән ғалим сығасаҡ унан, тип тә ебәрҙе.
Музыка ҡуйылды. Вальсҡа төштөләр. Аңғармаҫтан улар бер-береһенә һарылдылар ҙа ҡуйҙылар. Андерс ҡапыл Камиланы бала кеүек күтәрҙе лә... музыка ыңғайына бәүелтә башланы. Ҡарашы ҡабынып киткәндәй, ипкене, осҡондары күңелдең әллә ҡайһы төпкөлдәрен айҡай. Камила, үҙе лә һиҙмәҫтән, уны муйынынан ҡосаҡлап, башын яурынына һалды. Яурыны ышыҡ, ышаныслы...
Икенсе ҡатҡа күтәрелгәндәрен, бер-береһенең ҡуйынына ингәндәрен, шунда күктең етенсе ҡатына олағыуын Камила һиҙмәй ҙә ҡалды тиерлек. Былай ҙа була икән... Кисерештәрен Камила, затлы йәдкәр кеүек, күңел һандығының иң төбөнә бикләне... Иртәгәһенә күңеле менән хәтерен орошоп та бер булды: ”Онот тием, онот!”
...Ҡайтыр ваҡыт, ел тиҙлеге менән килеп тә етте. Иртәгә ҡайтаһы кисте улар улы менән икәүләп Карл-Юхен урамын йәйәү ҡыҙырҙылар. Самолетҡа Камиланы Рафаэль оҙатты.
– Минең машинала “Ҡара урман”, “Урал”, “Буранбай” һәм башҡа көйҙәр яҙылған кассета йырлап ҡына тора. Өфөлә саҡта радио башҡортса һөйләй, йырлай, ә мин уларҙы өйөбөҙҙөң ниндәйҙер фоны кеүек кенә ҡабул итә инем.
Бында иһә халҡыбыҙ моңдары илһамландыра. Башҡортостан нисек кенә ҡәҙерле булмаһын, карьераны сит илдә яһармын. Күрҙең бит, шарттар бында икенсе. Осрашып тороу мөмкинлеге ауыр түгел. Һеҙҙең кеүек йәшәгем килмәй. Һинең менән ныҡ рәхәт булды, әсәй. Әл дә килдең! Рәхмәт!
Хушлашыу залына Андерс килеп инде. Терминалда теркәлергә бер сәғәт бар әле. Уны-быны һөйләшеп торҙолар. Андерс Камиланы ситкәрәк алып китте.
– Башҡорт ҡыҙы! – доктор Якобсон уға вата-емерә башҡортса өндәшкәс, Камила тертләй яҙҙы. Шунан инглизсәгә күсте. – Ҡайтып китәһең. Һин бәхетлелер. Өйҙә һине яраталарҙыр.
– Ә мине өйҙә бер кем дә көтмәй. Улыбыҙ Америкаға сығып һыҙҙы, аҙаҡ беҙҙе лә шунда күсенергә өгөтләй башланы: килегеҙ! Ә мин Норвегияны яратам. Ҡатыным улыбыҙ янына тайҙы. Ә мин бында. Рафаэль һине Ослоға күсенергә саҡырмаймы? Һиңә бит эш табыласаҡ. Рус, башҡорт, инглиз телдәрен яҡшы беләһең.
– Ул турала һүҙ булманы...
– Был мөмкин түгел. Минең ирем бар.
– Аңлайым. Тик бел: һинең кеүек ҡатынды осратҡаным юҡ әле. Кил, тип әйтергә хаҡым юҡ. Барыбер әйтәм: мин һинең йәнә килереңде көтәсәкмен. Аңланым: һинең кеүек ҡатын кәрәк миңә.
– Мин быларҙы һиңә әйтергә тейеш инем.
...Арҡырыны буй һалып өйрәнмәгән Арыҫлан донъяларын һин дә мин көткән. Күлдәктәре йыуып үтекләнгән. Һауыт-һаба таҙа, урындарына теҙелгән. Гөлдәр ҙә һуғарыулы. Тимәк, Арыҫланға үҙаллылыҡ етешмәй. Камила, тимәк, уны ҡурсалап ҡына боҙоп бөткән. Белмәһәң бел иреңде.
– Вәт маладис, Арыҫлан! Йыйнаҡ өйгә ҡайтып инеү ҙә күңелле. Әйтерһең, мин бөгөн иртәнсәк кенә сығып киткәнмен. Өй тап-таҙа!
– А как же! – тип кенә ҡуйҙы ире.
Ниндәйҙер сәйер һыҙаттар ҙа бар кеүек иренең ҡарашында. Камила уға һирпелеп кенә ҡарап ҡуйҙы. Икеһе лә бер-береһенә текләргә ҡурҡҡан кеүек инеләр. Камиланың, билдәле инде, үҙен ғәйепле тойорға сәбәбе бар.
Һәммәһе лә яңынан урынына ултырҙы. Камиланың күңел төбөндәге сере тәрәнгә боҫҡандан боҫа барҙы. Үҙе шулай теләне. Интернет бәйләнешкә сыҡҡан Андерсҡа ла яуап бирмәне. Оноторға, оноторға һәм –вәссәләм!
Фитнес-клубҡа автомәктәпкә йөрөү мәшәҡәте өҫтәлде. Арыҫланды үпкәләтеп ҡуймайым тип, өй эштәренә айырым иғтибар бүлде.
Арыҫлан университеттың икенсе ҡалалағы филиалына лекциялар уҡырға китекәйне, клубтан ҡайтышлай Мәрйәмдәргә һуғылырға булды Камила. Бәлки уны клубҡа бергәләп йөрөргә күндереп булыр.
Ишекте асҡан Мәрйәм уның иҫкәртмәй килеп инеүенә риза булмаған кеүегерәк ҡаршыланы. Кәйефе юҡтыр, була торған хәл, тип уйланы Камила. Мәрйәм сәйнүгенә тотондо. Ул ҡайнап сыҡҡансы, Камиланы тарҡау ғына тыңланы. Сәй ҙә ҡайнап сыҡты.
–- Зарема беҙҙең менән сәй эсмәйме ни? Зарема! – тип саҡырҙы Камила.
– Нимә булды? Зарема! – Камила йәһәт кенә ҡуҙғалып, төпкө бүлмәгә, Зарема янына барып инде. – Әйҙә, бергәләп сәй эсәйек, Зарема! Һине күптән күргән дә юҡ. Бәй... Эсең беленә... Кейәүгә барҙыңмы? Әйтмәйҙәр ҙә бит әле! – Зарема өндәшмәне, ҡыҙарып китте. – Ҡотлайым! Кейәүең кем?
– Кейәү юҡ әле ул ... – Зарема урынына Камила артынан килеп еткән Мәрйәм яуап бирҙе.
– Баланың атаһы билдәлелер бит?..
– Өйләнергә теләмәйме? Һөйләшәйек һуң. Ниндәй сәбәп таба? Һинең кеүек ҡыҙҙан да баш тарта тиме башы булған кеше?
– Серме? Ярар, теләмәһәгеҙ һөйләмәгеҙ. Ә иң мөһиме – бәпес. Хәйерлегә булһын! Бәлки һәммәһе лә яйланыр. Йәш саҡта егеттәр вайымһыҙыраҡ була ул. Бала тыуыу барыбер шатлыҡ бит ул, ҡыҙҙар!
Мәрйәмдәр үҙҙәрен сәйерерәк тотһа ла, Камила уларҙан күтәренке күңел менән сыҡты. Мәрйәм фитнес-клуб яғына ыңғайламаны. Ә бына Зареманың әсәй булырға йөрөүе күңелен күтәрҙе. Аҡыллы, матур ҡыҙыҡай, һәммәһе лә яйланыр, Алла бирһә.
Арыҫлан командировканан, ғәҙәтенсә, һалмыш ҡайтып инде. Йыуынды. Өҫтәл артына ултырҙы.
– Ниндәй яңылыҡтар бар, Арыҫлан?
– Ниндәй яңылыҡ булһын... Лекциялар...
– Ә миндә яңылыҡ. Заремабыҙҙың буйында бар. Баланың атаһының исемен әйтмәгән булалар. Һин белә инеңме?
– Ҡайҙан беләйем?! Хәбәр йыйып йөрөйөммө ни? – Арыҫландың кәйефһеҙ сағы бер бөгөнмө ни, Камила ла бүтән һүҙ ҡуйыртманы.
...Осло ...Утты һүндереп юрғаны аҫтына сумғас, Камила, нисек кенә оноторға теләмәһен, барыбер, Норвегия хәтирәләренә сумды. Андерс... Аэропорттағы аңлашыу. Әкиәт булдымы был? Ысын ине бит. Уны тағы ла бер тапҡыр осрата алырмы икән?
Мәрйәм менән эштә күрешеп йөрөнөләр. Ул үҙен һаман сәйерерәк тота. Элекке кеүек, ашаған-эскәнгә тиклем серләшеп бармайҙар. Яҙылыр әле, тип уйлай Камила. Зареманың туйһыҙ бәпес табырға йөрөүенә борсолалыр. Нисә йыл дуҫ булып, ерле юҡтан Камилаға үсегеп йөрөмәйҙер.
Клубтағы яңы дуҫтары алсаҡ. Улар менән аралашҡанда мотлаҡ ниндәй ҙә булһа яңы фекерҙәр, ыңғай тойғоларға юлығаһың. Бер шулай ул да түҙмәне, эсенә һыймаған Осло ваҡиғаларын Әҡлимәгә һөйләне лә ҡуйҙы.
– Кит әй, – тип ҡыҙығып китте уныһы. – Теге... ниме?.. Булдымы арағыҙҙа?
Мин ни, Арыҫланаадан башҡа ир күрмәгәс, ир шулай була икән, тинем дә йәшәнем. Ә был... һиңә әйтәйем... Мине ҡабып йоторҙай булып яратты ла ҡуйҙы. Бисәһе нишләп ташлағандыр, аптыраҡ! – Әхирәттәр икәүләшеп көлөшөп алдылар. – Вәт һин бәхетле, Камила. Кил, тип ҡалған, етмәһә. Бер генә йәшәйбеҙ ҙә инде, бәлки китерһең дә барырһың?
– Ә Арыҫлан? Уны ҡайҙа ҡуяйым? Минһеҙ ҡулъяулығын да таба алмай бит ул. Сабый ни ҙә Арыҫлан ни.
– Үҙең өйрәткәнһең. Беҙ һәр эште, алдан төшөп, ирҙәребеҙҙең ҡулынан тартып алып эшләп өйрәнгәнбеҙ ҙә... Шуға ла ир-аттың күбеһе мәшәү. Үҙҙәре ҡупырыҡ. Ана, беҙҙең подъезда бер ҡатын, эй тырыш ине, бахырҡай, серәшеп донъяһын көттө. Ире йөрөгән булды эсеп, әллә кем булған булып. Ҡайтһа – әҙер, китһә – әҙер. Өҫ-баш ҡараулы. Вафат булды ла ҡуйҙы ҡатыны. Рак ауыры нервынан, тиҙәр бит. Белдермәһә лә, эсенән һыҙған инде. Бисәһенең вафатынан һуң был ирекәй бөтөнләй шамтырап ҡалды. Үҙе лә үлеп ятҡан. Еҫ килә тип ишеген ҡайырып инһәләр, тәүбә-әстәғәфирулла, иҙәне тулы техник спирт пузыректары, ти. Шиғыр яҙған була ине әле ул.
– Уның баҡсаһын алғайным бит...
Кәйефе ҡырылды Камиланың. Кешеләр былай ҙа мәшәҡәтле, ҡыҫҡа ғүмерҙең ҡәҙерен белмәүгә һалышты, эй... Мәсеткә барып хәйер бирер әле шулай ҙа. Белгән кеше бит. Әллә Ҡөрьән сығарыусы булған, әллә юҡ. Әҙәм балаһы лаһа.
Мәрйәм шылтыратҡанда сәғәт киске туғыҙҙар ине булһа кәрәк.
– Камила, үҙең аңғарғанһыңдыр тип көттөм. Әллә юрый белмәмеш булдың. Арыҫланыңа әйт, Зареманың ҡыҙы бар. Арыҫландан! Балаһын роддомдан үҙе барып алһын. Ир булып ҡыланған бит, күтәрһен иңе менән!
Мәрйәм телефонды һалып та ҡуйҙы. Камила нишләптер ҡойолоп төшмәне. Ҡатып ҡалды. Асылда... Ул үҙе лә гонаһлы буғайны бит. Тимәк, бер нәмә лә эҙһеҙ үтмәй... Бумеранг...
Мәрйәмдең үтенесен Камила Арыҫланға иртәнге аш ваҡытында ғына еткерҙе. Арыҫлан тәүҙә өндәшмәне. Бер аҙҙан ғына:
– Яратам, тине... Ҡуй тимәне... – тип әйтеп ҡуйҙы.
– Һин шулай ҙа балаңды роддомдан барып ал, Арыҫлан... Бала бер кешенең яратыуынан ғына тыумай бит.
Бүтән һүҙ ҡуйыртманылар. Барҙымы Арыҫлан бала табыу йортона, юҡмы, уныһын Камила берәүҙән дә һорашманы. Мәрйәмгә күренмәй генә ғариза биреп, эшенән китте. Арыҫлан көн һайын һалмыш ҡайтып, кабинетына инеп сумыр булды. Мыжыманы.
“Арыҫлан, Рафаэль өсөн рәхмәт! Бәхет теләйем!” Арыҫлан айнығып, кухня өҫтәлендә ятҡан ошо яҙыуҙы секерәйеп уҡығанда, Камила “Мәскәү – Осло” самолетында күтәрелгәйне.