Биртенеп өйҙә ултырам. Поликлиникаға барғайным, табип ыуынырға тип әллә ниндәй ҡырҡыу еҫле дарыуҙар яҙып ташланы, көндө ҡоро итмәй физкабинетҡа йөрөргә ҡушты. Унан ҡалһа система ҡуйып, уколдары менән беләк-янбаштарымды иләктәй тишкеләп бөтөрҙөләр, өҫтәүенә ҡатыным, ҡулым ғәләмәт килешә тип, мине, бер ҡатлыны, ышандырып, һыҡмалы майҙар менән сәнсеү алған умыртҡа буйын һылап аҙаплана. Дауаларҙың, ҡабул иткән процедураларҙың файҙаһы аҙ, әйтерһең, билем тапҡырына бихисап утлы энә ҡаҙағандар ҙа, тәнемдәге шул осло, үткер шырауҙар үҙәккә үткәреп ауырттыра. Сир тауҙай килеп баҫһа ла, сарпыуы мыҫҡаллап сыға, тигәндәре ысындыр. Таш түшәмгә ҡарап ятыуҙан тамам ялҡып, бошаланып түшәгемдә әйләндем-тулғандым да, кис йәнемә толҡа тапмай балконға сығып, ҡаршылағы күп ҡатлы йорттарға текәлдем.
Февраль аҙағы. Һауа торошоноң йүгерек елен елдереп, ябалаҡ ҡарын асманға ашырып, ойоҫҡотоп көйһөҙләнгән сағы. Көн һиҙелеп оҙонайһа ла, һаман да эңер иртә төшә. Әле лә күҙ бәйләнер мәл. Һаран уттарын һарҡытып, ҡалын, затлы ҡорғандар артына боҫҡан евротәҙрәләр ян-тирәгә шикләнеп, яратмай баға төҫлө. Беренсе ҡаттағы барлыҡ уйымдарға ла һырлап эшләнгән, асыҡ төҫкә буялған рәшәткәләр ҡағылған. Ҡайһылай ғына ҡыландырһаң да, үле тимер үле инде, уның шөҡәте юҡ, көнитмешкә йәм дә, йылылыҡ та өҫтәмәй.
Тимер ишектәр, рәшәткәле тәҙрәләр. Йәшәү тамам кире яҡҡа үҙгәрҙе, яңы быуатта замана кешеһе яңыса, төрмәләге һымаҡ ғүмер һөрә, һәр аҙымды күҙәткән, аңдыған һағауыл ғына етмәй. «Әгәр хәҙер кисекмәҫтән биртек йыйырға сыҡһам, исмаһам, берәйһе ишеген асыр инеме икән? Ай-һай, бүрәнә егенән бүре күрергә ғәҙәтләнгән шиксел халыҡҡа ышаныс та, өмөт тә самалы... Бармаҡ һыймалы быяла күҙ аша оҙаҡ тикшереп, һынап ҡарағандан һуң ете ятты күреп, ауыҙ асып һүҙ өндәшмәҫтәр ине... Аралашыу, бер-береңә мөнәсәбәт тәртибе үҙгәрҙе, ихласлыҡ бөттө, фанилыҡта әҙәм балаһының ҡиммәте кәмене, һиммәте ҡайтышланды, ҡәҙере китте...» Биртек… Уны тап бына ошо, ерҙе күк менән тоташтырған шиһаҡа1 ҡоторғанда ауыл буйлап йыйып йөрөгәнем бөгөнгөләй иҫтә...
Миңә 9-10 йәштәр тирәһе булғандыр, әсәйем көтмәгәндә сырхап түшәккә ятты. Биле биртенде. Эше лә үтә яуаплы, мәшәҡәтле. Ул участка дауаханаһында ашнаҡсы. Әле мин уянмаҫ элек үк, таң һарыһынан шәүләләй ҡыймылдап кейенеп, шыпырт ҡына сығып китә лә кис ҡараңғы төшкәс кенә арып-талып ҡайтып инә. Шулай булмай тағы6 тирә-яҡ ауылдарҙан йыйылып дауаланып ятҡан 10-20 ауырыуҙы көнөнә өс тапҡыр ашатырға кәрәк. Ә ул еңелдән түгел, сөнки һыуҙы саҡрым самаһы алыҫлыҡтағы тау аҫтынан сыҡҡан инештән, беҙҙеңсә әйткәндә, балнис ҡоҙоғонан көйәнтәләп ташыйһың, тағы сылбырлы трактор ҡойма быҫҡаҡта балсыҡ, ҡойоло ҡырсынташҡа болғап һөйрәп килтергән буй ағастарҙы ҡул бысҡыһы менән бысып яраһың. Ҡайын ҡатыш уҫаҡ түмәрҙәр ботаҡлы, биресле2. Һабынан өҙлөкһөҙ һурылырға әҙер үтмәҫ балта менән ҡоласлап һелтәнеп йәнең сыға яҙа, бышлығаһың, ҡара тиргә батаһың. Һуңғы сиктә ҡоро әрҙәнәгә ҡушып мейескә тыҡҡан хәлдә лә теге сей нәмәләр оҙаҡ ҡына шыш та быш тоҡанырға теләмәй быҫҡып, төтәп хитлай. Яғыр утын да торғаны һүл3, ярты аш өйөн биләгән дүрт ҡорос плитәле килбәтһеҙ урыҫ мейесе лә иҫке.
Мәктәптән ҡайтып инәм дә, кәртә тирәһен ҡараштырып, малды мәкегә ҡыуып һуғарып, бесән һалғас, әсәйемә ярҙамлашырға ашығам. Дауахананан күҙ күреме ерҙәге таплыҡта ярылған теге утынды ҡанатлы ҡул санаһы менән һөйрәп килтереп, индереп яғыуға ҡулай булһын өсөн аш өйөнөң ауыҙына рәттәргә һалып өйөү минең өҫтә. Яңғыҙ үҙем генә мәшәҡәтләнгәс, эш ырамай, йәнә баш ергә тейә яҙып, өймәләһенән утын тейәлгән сананы һөйрәп хәлдән тайыла. Мәшәҡәтемде ваҡытынан алда ослаһам, ҡоҙоҡ яғына йүгерәм. Һыу ташырға шул тиклем дә оҫтарып, хиресләнеп алдым, яурынымда көйәнтә бик тә килешле ята, ә биҙрәләрҙәге һыуҙың бер тамсыһы ситкә сайпылһасы! Хас та һыу юлынан ҡайтып инмәгән, текә тау үренә бөгөлөп-һығылып үрмәләгән сымыры йәш киленмен!
Дауахананың аты бар барлыҡҡа, тик уны хужалыҡ мөдире Тыңҡыш Хәлфетдин үҙенең хәләл малылай күреп ҡуллана, ҡара туры бейәне аҙбарында бикләп тота. Ҡырпаҡ ҡар ятҡас, балта оҫтаһы Нурыйҙан арҡа терәр еренә эре сәскә төшкән сағыу буҫтау ҡаҡтырып, ҡанаттарын, тәртәләрен ҡараға буяттырып, елле кашауай эшләтеп алғайны. Хәҙер эшкә абруйлы, фартауай хужа ише санаһына ҡырын ятып килә, ҡуналҡаға ҡунған көҙгө әтәстәй ҡуҡырайып ултырып ҡайтып китә. Һинең этләнеүеңде күрмәй ҙә, ишетергә теләмәй ҙә. Хәлфетдин, ошо ауылда тыуып-үҫһә лә, тормоштоң әсе-сөсөһөн татып, күтән һурпаһын эскәнгә4 оҡшамаған, кәпәс кейеп йөрөп тә, төптө бикәр5 хәбәр һөйләгән, киренән бөткән, тиҫкәренән һапланған бер һөйкөмһөҙ бәндә инде шунда. Ә түрәлеге инде хаттин ашҡан: ҡултығы аҫтынан йышылып бөткән күн папкаһын төшөрмәй, ҡулы аҫтында эшләгәндәргә бәләкәй генә йомошон да мөһим, тайпылышһыҙ үтәлергә тейеш ҡарарҙай күреп тамағының төбө менән екереп бойора.
Һуңғы сиктә ауыр эштән ҡатыуы ҡалҡҡан әсәйем тамам биреште. Ә мин үҙ сиратымда барлыҡ мәшәҡәттәрҙе иңемә йөкмәһәм дә, уны ҡурсалай алманым.
Пенза тарафынан беҙгә килен булып төшөп, дауаханала мөдир булып эшләп йөрөгән фельдшер Татьяна апай күҙ терәп торған, алыштырғыһыҙ ашнаҡсыһын башта эш араһында ғына сәләмәтләндерергә маташты – килеп сыҡманы, дауаханаға һалып алыу ҙа еңеллек килтермәне. Әсәйем ике аҙна самаһы балнис түшәгендә аунағандан һуң дарыуҙарҙан йонсоп, исмаһам, өй һауаһын һулайым бер аҙ, тип аҡһаҡ-туҡһап ҡайтып инде лә, тамаҡланып та тормай, урындыҡҡа урын һалып, шунда һуйҙайҙы. Өйгә ҡырҡыу дарыу еҫе тулды. Яҡынымды ошо сүрәттә күргәс, дәрес әҙерләү ҡайғыһы китте. Эргәһенә ултырып, бойоҡ ҡиәфәттә шымтайып ҡалдым.
Кисҡырын, ғәрәсәт тип тормай, шәмгә ут алғас, ауылдың урта төшөндә йәшәгән Хәмдениса апай килеп инде. Ул – асыҡ, көләс йөҙлө, шаян һүҙле, мәрәкәсел кеше. Һәр тотонғанын аҙағынаса еткерергә ғәҙәтләнгән, йыйнаҡлыҡты, бөхтәлекте яратҡан Хәмдениса өсөн хәл ителмәй торған мәсьәлә юҡ, ауырлыҡтарҙы еңер сараларҙы, ҡаршылыҡтарҙы имен-аман урап үтер юлдарҙы табып ҡына тора. Шуға уның менән йәнәш булыу рәхәт тә, янында ышыҡ-хәүефһеҙ ҙә. Әле лә ҡотһоҙ, бөләңгерт өйөбөҙгә, һуңға ҡалған ҡунаҡҡа эйәреп, яҡтылыҡ, нур килеп тулды төҫлө.
Улар Зимагор Шәһит менән икәүһе мунсалай ғына өйҙә көн итә. Ире беҙҙең яҡтың кешеһе түгел, ҡайҙандыр, алыҫтан килгән. Билдәһеҙ заттан: татар тиһәң татар түгел, башҡортлоғо ла ташҡа үлсәйем. Төҫ-башына ҡарап та, милләтен айырып булмай: урта буйлы, ел һуғып киптергән йоҡа кәүҙәле, ҡыҙғылт йөҙлө, һары бөҙрә сәсле, арыш башағының ҡылсығылай өтөрөй ҡашлы, хәйләкәр осҡондар сәскән йәшкелт күҙле. Бар ошонан аҙаҡ тоҡомон тоҫмаллап ҡара! Аралашҡанда ла өс телде бергә бутап, танауы аҫтынан мығырҙай ҙа ҡуя. Аңлаһаң аңла, аңламаһаң, тор инде аңшайып... Ят бауыр килмешәк ауыл халҡына берегә, ылыға һалып бармай, гел ситтә ялланып йөрөп эшләй. Өйөнә онотҡанда бер ҡунаҡ сифатында ҡайтып әйләнә. Апаруҡ йылдар ирле-ҡатынлы йәшәһәләр ҙә, быларҙың балалары юҡ, ә ундайҙар ғаилә наҙын, торлаҡ ҡотон ситтән эҙләүсән. Бәлки шуға береһе елғыуарланып ил гиҙәлер, ә икенсеһе бында яңғыҙы ҡаңғыралыр?
– Хәлең нисек, әхирәт? – тине ҡунаҡ, хәл-әхүәл белешкәс.
– Күрәм: балниста ла яттың, бында ла ятаһың. Аалға китеш бармы, тиеүем.
– Һалған уколдары бер аҙ еңеллек бирҙе биреүгә, мәгәр эшкә сығырлыҡ түгелмен.
– Эште берәү ҙә бөтмәгән. Әҙәм балаһы әхирәткә күскәс тә, фанилыҡта өс көнлөк мәшәҡәте ҡалыр, ти. Иң тәүҙә үҙеңде ҡайғырт, шунан башҡаһын. Ә һин, Айҙар, ни эш бөтөрәһең?
Ыратып ни ҡыраһың инде: башым менән таш ярһам да, әсәйемә ярҙам итә алмайым. Шуға һүҙһеҙ генә өҫтәлгә йәйеп һалған китап-дәфтәрҙәргә ымланым, дәрес әҙерләйем, йәнәһе.
– Буран баҫылһа, Фатиманың мунсаһын яғып ебәрәйемме әллә? Мәтрүшкәле ҡайын миндегенең сихәте тейер, бәлки. Ара йыраҡ, тиһәң, үҙем апарыр яйын табам, ярҙамлашам. Шунан, эләүкәлә сабынғандан һуң сәй эсеп, баҫырынып ятып тирләһәң, ебәрмәҫме? Ҡурай еләге ҡайнатмаһына ҡушып...
– Әлләсе. Мунса ташының йылыһы ғына алмаҫтыр биртенеүҙе, тотош билемдән ҡармап, аяҡтарҙан тотоп ебәрмәй, ҡәһәрең.
– Әбдрәхим мулла өшкөрөп-төкөрөп берәй әмәл ҡылмаҫмы? Уны эҙләп ер аяғы ер башынан киләләр ҙә.
– Элекке көн Зөләйха абыстай хәлемде белергә тип тегендә барып сыҡҡайны. Мулла олатай үҙе ебәргән. Йәмиләне өшкөрөү генә алмаҫ, биртек йыйҙырып, шуны ҡулланып ҡараһын, тип сәләмен дә әйткән.
– Китсе, биртек! – Хәмдениса апай үтә лә кәрәкле, мөһим нәмәне хәтеренә төшөргәндәй, сәп иттереп маңлайына һуғып алды. – Ә мин ул онотола барған ырымды бөтөнләй башымдан сығарып ебәргәнмен, биғәләш. Һинең сиреңә шул биртек кенә дауа инде ул!
Ҡәтғи итеп, өҙә әйтеүенә беҙҙе, шул иҫәптән үҙен ышандырырға теләгәндәй, һуҡ бармағын түшәмгә сәнсте. Кире ҡаҡҡыһыҙ ҡарарға килгәндә ул гел ошо хәрәкәтен яһай.
– Ызнамы шулай! – Әжәлгә дауа таптымы ни, хәҙер үк, тотҡарлыҡһыҙ шуның артынан сығып сабырға йыйынғандай, ҡабаланып кейенә лә башланы. –- Ә һин, Айҙар, нимәгә торомбаш киҫәүеләй һерәйеп ҡаттың, әйҙә минең менән!
– Уға килешер микән? Ни тиһәң дә – мәктәпкә йөрөй, үткән көҙ үктәбрәткә алдылар. Мәктәп директоры Рауил башкөллө бөгөнгө заман кешеһе бит, үҙе партия ойошмаһы секретары ла. Баланы сихырға, им-томға йәлеп итәһегеҙ, тип әллә нимә уйлап сығарыр, ата-әсәләрҙең дөйөм йыйылышына саҡыртып, баҫтырып ҡуйып оялтыр. Юҡ менән булашмайыҡ, бәләһенән баш-аяҡ.
– Рауилдың шарҙауайлығы, ҡауҙырлығы бар-барлыҡҡа, дингә ылыҡҡандарҙы өнәп еткермәй. Улай тиһәң, күптән эңер төштө, кем күрә лә кем белә.
– Ауылдың бер башында сөскөрһәң, икенсе оста «йәрхәмбикалла», тиеүҙәре бар.
– Яҙыҡ эш өсөн эйәртмәйем дә баһа. Иң мөһиме – миңә иптәш булып йөрөһөн, ҡалғанын үҙем урын-еренә еткерермен. Биртекте биле биртенгәндең баш балаһы менән кинйәһе йыйырға тейеш. Ә Айҙарың бер юлы шуларҙың икеһе лә.
– Тышта аҡман-тоҡман, тағы дәрестәремде... – тип һылтауланым. Тәү ҡарашҡа хилаф күренгән, күңел ятып етмәгән йомош артынан бынау көндә нисек сығып китмәк кәрәк, йәнә дарыуҙар алмаған сирҙең биртеккә генә сигенә һалмаҫы көн кеүек асыҡ.
– Әсә күңеле – балала, бала күңеле – далала. Ауыр саҡта һеҙгә көнөң ҡалмаһын инде! – Хәмдениса үпкәләгәндәй теҙҙе. – Ярай, үҙем генә ҡыялырмын, бынан булмаҫтайға оҡшай. Ҡана, сеүәтәме, туҫтаҡмы бир ҙә!
– Тороп тор, мин дә һинең менән... – Ҡабаланып урынымдан ҡалҡтым.
– Күптән шулай тиҙәр уны!
Йәһәт кенә билләп тегелгән сатин бишмәтемде, табанлы быймаларымды кейҙем, муйыныма кәзә дебетенән бәйләнгән шарфты ураным, кәпәсемдең ҡолаҡсынын төшөрөп бәйләнем, кәрәк булырын һиҙемләп, арҡама биштәр аҫтым.
– Оҙаҡлап бызмырҙамағыҙ, тышта бит күҙ асҡыһыҙ. – Әхирәтенең этеп алып барыуына бирешкән әсәйем ризалашҡандай итте. – Бәйнәтемде һалдым. Һин дә, Хәмдениса, эт яманы буранда ҡоторған, тигәндәй, ваҡытһыҙ ҡуҙғыйһың. Һәр йортто теүәлләп ыҙаланғансы, беҙҙең тирәне генә ҡыҙырығыҙ ҙа…
– Үҙебеҙ беләбеҙ! – Әйтелгәндәр артыбыҙҙан ябылған ишеккә ҡыҫылып ҡалды.
Ҡарлы өйөрмә шундуҡ һалҡын ҡосағына сорнаны: тын алырмын тимә, үткер ҡар бөртөктәре ауырттырып биткә бәрелә.
Өйҙәр ҡыйығына ҡәҙәр көрткә сумған, тәҙрәләренең өҫкө өлгөһөнән йызылдаған шәм яҡтыһы ғына күренә. Әле сағыштырмаса иртә булыуға ҡарамаҫтан, күптәр ут та ҡабыҙып тормаған йоҡлайҙар. Ян-тирәне япҡан ҡар шаршауында, булмышты томалай барған эңер ҡуйылығында тағы ни ҡылһындар инде. Юҡтың көнөндә ай-йондоҙҙар күренеп ҡалһа ла, күңеллерәк булыр ине, бәлки.
Сыуаҡтауға ике йыл элек электр үткәрҙеләр. Бүлексә көсө менән урам буйына ҡарағай бағаналар ултыртылып, сым һуҙып сығылды ла, йылы урын әтмәләп, шунда тракторҙың дизель двигателе урынлаштырылды. Башланған эш – бөткән эш, башҡа ваҡ хәстәрҙе һәр йорт хужаһы үҙ өҫтөнә алды. Теге өкәлтәкте әллә ни күреп электр станцияһы тип атайбыҙ хәҙер, көн әйләнәһенә булмаһа ла, төн уртаһына ҡәҙәр яҡтыла рәхәтләнәбеҙ. Әгәр берәйһе туй уҙғара ҡалһа, халыҡ өсөн көтөп алынған хөрриәткә әүе-релә: өйҙәрҙә ут таңға ҡәҙәр һүндерелмәй. Был ярҙам, изгелек өсөн иң тәүҙә, башҡаларға йәүкәләмәҫ борон уҡ, ҡәҙерле ҡунаҡ итеп электрик Сәлмәнде хәләл ефете Сәлимә менән парлап саҡыралар һәм тегеләрҙе төп ҡоҙаның эргәһенә, урындыҡ түренә, ҡушарлатып ултыртып ҡуялар. Төп иғтибар уларға күрһәтелә, алдарына ҡаҙы-ҡалъя, башҡа аҫыл һый өйөлә. Шул саҡта инде, әйҙә, өс көн барышында килен төшөрөп йә ҡыҙ оҙатҡансы ирәүәнләп, кинәнеп байрам ит! Әгәр двигатель ваҡытынан алда тырылдауҙан туҡтай икән, уның да юрауға юш килгән ғилләһе бар: тимәк, Сәлмәнгә туй оҡшамаған, тейешле ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелмәгән һәм ул мөрхәтһенмәй табынды ташлап, үсегеп ҡайтып киткән. Ни ҡылһындар, төп ҡоҙалар кәпәс һалып электриктың артынан барырға мәжбүр, ә теге үпкәһен онотоп яҙыламы, ғәфү итәме, әллә юҡмы – уныһы инде икенсе мәсьәлә. Көн торошо саҡ ҡына үҙгәреп, елләй башлаһа, ял итеп алырға һылтау-сәбәп эҙләгән ялҡау Сәлмән эшенә сыҡмай ҙа ҡуя. Ошо хаҡта иҫкәрмә яһаусыларҙы ул, техника хәүефһеҙлеге тигән фәнде белмәйһегеҙ, сым өҙөлөп, ҡыҫҡа замыканиенан янғын сыҡмаһын, йә берәйһен ток һуғып ҡуймаһын тип һеҙҙе ҡайғыртыуым, тип битенән алып ҡыҙҙыра ла сығара. Әле тау битләүендәге өйҙә хәстәрлекле Сәлмән иҙрәп йоҡлай, ауыл да дөм ҡараңғыға сумған.
Картуфлыҡтарға терәлеп тиерлек ҡарайып ҡалҡҡан урман яғынан ишетелгән ел уйнауына асырғанып, үҙәләнеп олоу ҡушылды. Аслыҡтан алйыған бүре өйөрҙәре, ҡурҡыу-өркөүҙән яҙып, иртә яҙҙа ауылдарҙы баҫа, ғәҙәттә, ҡураға төшөп, малды тамаҡлайҙар. Юлда ҡалған йәйәүлене лә ҡамайҙар ҡайһы саҡ. Ярай әле оло фажиғәгә тарығандары юҡ, илла-алла менән ҡотола киләләр. Берҙән-бер ҡоралымды – ҡулымдағы таяҡты – ҡыҫа биреп ҡуйҙым.
– Ҡайҙа барабыҙ? – Ҡарлы ел һорауҙы ҡолаҡсыныма килтереп һыланы.
– Әсәйем ошо тирәлә, тине лә…
– Биртек теүәл ҡырҡ мөрйәнән йыйыла, бик белгең килһә! Теге баштан башлайбыҙ! – Еңмеште еңеп булмаҫын аңлағанлыҡтан, кәүҙә ышығына боҫоп, күндәм генә эйәрә төштөм. Былай барыу ҡулай: әсе ел битте сикәләмәй, түбәне төйгөсләмәй һәр хәлдә. Ә башымды кипсәлдергән, маңлай тапҡырына, ҡолаҡсындарына босҡаҡтай ғына яһалма йән ишараты беркетелгән бумазый кәпәс йылы ла тотмай, һалҡындан да һаҡламай. Урам уртаһынан һалынған сана юлын йәйәүле буран кисә үк һепереп тигеҙләп ҡуйғайны, бөгөн тағы өҫтәп бураған. Аҡ даръяла йөҙөп тиерлек барабыҙ. Балтырҙы өшөттөрөп, быймаларға ҡар тулды.
Ҡоймаһы тотошлайы менән көрткә сумған, кәртә бағаналарының остары ғына сосайып күренгән, тәҙрә быялаларын ҡарлы боҙ япҡан йорт яғына ҡайырылдыҡ. Яҡынлауыбыҙҙы һиҙгән сәүек ситән солан эсендә ләңкелдәп ҡуйҙы ла, йөрөйһөгөҙ көн торошо боларғанда маҙаһыҙлап, тигәндәй тынып ҡалды.
– Әхмәтхан ағайҙар үҙҙәре күмәк, борсомайыҡмы әллә? Тағы малайҙары ҡыҙылсанан ята. – Ғабдулла – минең класташым. Ай тирәһе инде ауырый, мәктәптә күренгәне юҡ. Ғаиләләре ишле: береһенән–береһе бәләкәй ун бала. Әхмәтхан ағай бүлексәлә төрлө эштә йөрөй. Төрлө, тигәне – ҡайҙа ебәрәләр, шунда бара. Уҫлаптай кәүҙәле ысын ир булһа ла, ул һәр ҡушҡанды һүҙһеҙ башҡара, баҫымсаҡ, тешекмә6. Ә йоҡа кәүҙәле, бәләкәй буйлы, хәрәкәтсән ҡатыны Райхана апай – мәктәптә йыйыштырыусы.
– Күмәк булһалар ҙа, килер ҡунаҡҡа күңелдәре киң уларҙың, һый-хөрмәткә балыуандар! – Ямаулы бейәләй эсенән сыҡҡан йоҙроҡ ышаныслы, талапсан итеп соланға инеүгә ҡаршылыҡ рәүешендә ҡатылған ҡалын таҡталарҙы дөбөрҙәтте.
Эстә биниһая ваҡыт өндәшеүсе булманы, шунан бер аҙҙан ихатаға ҡараған тәҙрә уйымдарына яҡтылыҡ осмото ҡунғас, имсәк бала тамаҡ ярып тызылдап ебәрҙе, уға майһыҙ күгәндең сыйылдап ыңғырашыуы ҡушылды.
– Кем? – тине йоҡоһонан айнып етмәгән хужабикә. – Төпсөгөбөҙ Абдулла имсәгемде сәйнәй барып әүелйеп киткәйне. Өсйән, өҫтәүенә яңы теше сығып килә... –- Райхананың үҙ ҡайғыһы, үҙ хәсрәте.
– Бынау төндә ниндәй кәмит ул тағы? Теләнселәп йөрөргә аслыҡ йылы түгел! – Ҡаршыбыҙға яҡынлаған ҡаты табанлы шипатай ҡыштырҙап алыҫлашты. Кире инергә йыйыналыр.
Биртек һорай мин килдем...
– Ай, Аллам, баштан уҡ шулай тиҙәр уны! – Йомошобоҙҙоң айышына төшөнөп өлгөргән күҙгә күренмәҫ әңгәмәсе теремекләнеп китте.
Таҡта ярығына тығылған туҫтаҡҡа эйәреп ҙур йомарлам һыйыр майы сыҡты. Ысынлап та, ғаилә ишле булһа ла, асыҡ күңелле, мул ҡуллы икән.
– Ғабдулла нисек? – Урынһыҙ хәбәр ысҡындырыуымды һиҙеп, телемде тешләнем, әммә һорауым ауыҙымдан осоп сыҡҡайны инде.
– Кем һорай уны? – Райхана шулай тине лә, биртек йыйыусы үҙен танытырға тейеш түгеллекте иҫләп, һөйләп алып китте. – Әхмәтхан ағайыңды ташҡын осоронда Һаҡмарҙан ағыҙыу өсөн ҡарағай йығыу маҡсатында төҙөлгән бригадаға ҡушып, ике аҙна элек Күркәтауға ебәргәйнеләр, ҡыуғын үткәнсе ятыр инде шунда. Ни хәл итһен, кәнсәнән әйткәстәре, китте. Йөрөйҙөр инде хәҙер аслы-туҡлы, өшөп-туңып. Ужым быҙауылай йыуаш булғас, эте лә бете лә йомошҡа йүгертәлер. Бында ни, бөтәһенә бер үҙем. Ҡул араһына инә башлаған Ғабдулла ла ҡыҙылсаһына ҡыҙып ятты ла ҡуйҙы. Төҙәлә генә күһен инде. Бына, һеҙ ҙә бер нигә ҡарамай дауа эҙләп, әйенселәргә сыҡҡанһығыҙ бит... Беҙгә лә именлек, йортобоҙға ҡот-бәрәкәт теләп китегеҙ, балалар ауыҙынан өҙөп һалғаным биртенгәндең биленә шифа булып яғылһын...
Ауырыуҙың тиҙерәк сәләмәтләнеүен юраған әллә күпме изге һүҙ ишетелде ҡойто солан ауыҙынан. Урамға сыҡҡас та әле шул һөйләнеү беҙҙе әллә күпме оҙата барҙы.
– Әсәйем хаҡында тумбытманыҡ та. Бәлки, сығарылған тәғәм икенсе берәүгә инселәнгәндер? Яңылыш...
– Биртекте кемгә тәғәйенләп йыйғанлыҡты әйтмәйҙәр. Юғиһә теләктең ҡеүәте кәмей, бирелгән ризыҡтан бәрәкәт ҡаса! Һин дә, үҙеңде танытып, эште боҙа яҙҙың.
Тутый7 Бибинисаның унлы шәме яҡтыһы урам уртаһына етә хатта. Яңғыҙ йәшәһә лә, өй тирәһе лә гелән күркәм, йыйнаҡ. Урам ҡапҡаһын да бейек иттереп Васильевка урыҫынан эшләтте. Шулай кәттә, башҡаларҙан уҙҙырып тормош көтөргә тырыша, үҙен тәкәббер тота. Төҫкә-башҡа урта һылыу, күрмәлекле булһа ла, төрпө һүҙле, ҡырыҫ холоҡло. Район үҙәгендә асылған һатыусылар курсында уҡып ҡайтҡайны, хәҙер революция осоронда һөргөнгә ебәрелгән Йомағужа байҙың ике ҡатлы йортоноң аҫтындағы таш келәттә һатыу итә. Ә инде юғарылағы ҡарағастан һалынған дүрт бүлмәле йортта башланғыс кластар урынлашҡан, шунда өсөнсө класта мин дә уҡып йөрөйөм. Магазин шартлы ике өлөшкә бүленгән, ингәс тә уң яҡта – көнкүреш тауарҙары, һулаҡайҙа – аҙыҡ-түлек. Йыл әйләнәһенә йылытылмаған таш ҡапсыҡ йәй көндәрендә тәнгә рәхәт еләҫлек бөркһә, ҡыш стеналарына, түшәменә бәҫ ҡунған һалҡын ҡар баҙына әүерелә. Һатыусы шуға туптай булып йылы кейенеп тора. Был саҡта Бибиниса тутыйға түгел, Ҡыш бабайҙың ҡарбисәһенә оҡшап ҡала. Уға аҙыҡ-түлек туңа, тип хафаланаһы түгел: һатыуҙа сәй-шәкәр ҙә оло ағас мискә менән килтерелгән көнбағыш майы.
Үткән көҙ кибеткә матур бәкеләр килтерҙеләр. Бармаҡ оҙонлоҡ балыҡ рәүешендә эшләнгән нәмә ҡояш нурында көмөштәй ялтырай, ике асмаһы ла бар. Етмеш тин тора. Минең өсөн үтә лә ҡиммәт. Башланғыс класс малайҙары шул күҙҙе ҡыҙҙырғыс тауарҙы кемуҙарҙан һатып ала башланы. Ярты етем булараҡ, минең генә кеҫә төбө таҡыр. Әсәйемдән һорар инем дә, уның бәләкәй эш хаҡы алынғас уҡ тиненә ҡәҙәр бүлеп ҡуйыла. Миңә ай дауамында киноға барыр өсөн егерме тин эләгә. Артығына өмөт итә алмайым. Ә береһенән-береһе мауыҡтырғыс фильмдарҙы көн һайын тиерлек күрһәтәләр. Бөтә ышаныс – тауыҡтарҙа. Клубҡа инеү өсөн киномеханик Хәбир ағай биргән биш тинлек билет аҙыҡлата ике йомортҡа хаҡы. Әсәйем, тауыҡтар ситкә, кесерткән араһына ҡасып, йәшенеп һалыуҙы ғәҙәт итеп алды, тип бөтөрөнгән була. Оялағы йомортҡаларҙың юғалыу сәбәбен мин генә беләм. Йәнә күршелә йәшәгән Насырйән дуҫ. Уларҙың тауыҡтарын үткән йыл көҙән ҡырҙы. Ә киноға беҙ гел икәүләп йөрөйбөҙ. Насырйән беҙҙән алған йомортҡаларҙы үҫеп эшләй башлағас тотошлайы менән, хатта өҫтәп ҡайтарып бирәм, ти. Уның вәғәҙәһенә ышанырға була, намыҫлы, ғәҙел, һүҙендә торған малай ул.
Йәйелгән ашаулыҡҡа8 һалынған эш хаҡын бүлеүҙә ҡатнашҡас, өҫтәп уны-быны алыу тураһында уйларға ла ярамай. Көнө буйы малайҙарҙың бәкеләренә маҡтанышыуына эсем күмһене. Тәнәфес араһында бер нисә тапҡыр кибеткә инеп, затлы әйбергә ҡыҙыҡҡандай, витрина аша көмөш балыҡҡа һоҡланып, онотолоп ҡарап торам да, дәрескә саҡырып ҡыңғырау шылтыраһа, яманһыулап сығыу яғына йүнәләм. Иҙәнгә саң ҡундырмауым Бибинисаны тамам ялҡытты шикелле, ишек ауыҙында күренеүем булды, арҡыры ҡарап, тамаҡ төбө менән екерҙе:
– Бында һиңә тоҙ һипкәндәрме әллә? Тоҙһораған бүлтерәк бәрәс һымаҡ тертәңләйһең!
Башымды баҫып сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Был тиклем дә ирҙәүкә холоҡло булыр икән, бер тапҡыр ҙа кейәүгә сығып ҡарамаған ҡарт ҡыҙ бала күңелен ҡайҙан ғына аңлаһын инде.
Дәрестә яңы теманы ла тыңламай, тамам өмөтһөҙлөккә бирелеп ултыра инем, кемдер һаҡ ҡына класс ишеген шаҡыны.
– Айҙар, һине Бибиниса апайың саҡырта, – тине уҡытыусы Хәнифә апай, килеүсенең кемлеген белешкәс.
– Бар, киреләнмә, йомошһоҙ йөрөмәйҙер.
Мине күреү менән Бибиниса ҡулымды һәрмәп алып, усыма бәке йомдорҙо:
– Нисек инде кәрәкмәй, көнө буйы ошо нимәне өңдөнөң түгелме? Биргән саҡта ал, юғиһә кире уйлап ҡуйыуым бар.
– Кире уйлағыҙ ҙа ҡуйығыҙ. Барыбер түләп алырға аҡсам юҡ.
– Кем аҡса һорай! Бында һин бушты бушҡа бушатып һатыулашаһың, ә мин кибетте бикләп тормай ғына сыҡҡайным. – Һатыусы ҡабаланып сығыу яғына йүнәлде.
– Хаҡын ҡайһылай итеп ҡайтарырмын? – Бер ни ҙә буштан килмәгәнлекте беләбеҙ инде уны, буштың атаһы күптән үлгән.
– Бының әжерен миңә яҡшылыҡ теләп ҡайтар.
– Яҡшылыҡтың ниндәйерәген? – Уныһын да асыҡлау фарыз, юғиһә Тәңрегә эскерһеҙ ялбарып алғанымдың Тиҡыйға бөтөнләй кәрәкһеҙ булып сығыуы ла бар бит әле.
– Кейәүгә сыҡһын, яңғыҙлыҡтан ҡотолһон, тигән…
– Кейәүгә ауылға сығырға ниәтләйһеңме, әллә ситкәме?
– Йәһәннәм төпкөлөнә, кирҡырайға9 китергә лә ризамын!
– Улай булғас, төшөр ереңде аныҡламай ғына һорармын.
– Ә нишләп Хоҙай Тәғәләнән түгел?
– Тәңре Хоҙайҙың атаһы тиҙәр, шуға туранан-тура олоһона мөрәжәғәт итермен.
– Сәйер, хыялый малай һин, шул яғың менән һөйкөмлөһөң. - Тиҡый һаран йылмайҙы.
Бирелгән бүләктең хаҡын ихлас ҡайтарырға тырышһам да, һорағаным ҡабул ҡылынманы: Бибинисаның өлөшөнә әрпеш, ҡулынан ҡул ярыһы эш килмәгән ир йораты булһа ла төшмәне, ул һаман да яңғыҙы моңая.
– Кибетсе түтәй беҙҙе индерер микән?.. – Уның алдында һаман да бурыслы икәнлегемде белгәнгә уңайһыҙланып әйттем.
– Инәбеҙ, аша-төшә йөрөһәк хисапты ҡырҡҡа тултыра алмаҫбыҙ.
– Һуң, утыҙ туғыҙ булыр, барыбер түгелме ни?
Ишеткәндәрем буйһонорға мәжбүр итте. Һыҙланыуҙан йөҙө тартылып киткән әсәйем күҙ алдыма килеп баҫты. Кәрәк тирәкте йыҡтыра бит, ни булһа ла булыр. Урыҫ ҡапҡаһы шар асып ҡуйылған, ихатаға ҡаршылыҡһыҙ үтеп, күтәрмәгә мендек.
Тиҡыйҙың мөғәмәләһе ғәҙәттәгесә ҡырҡыу:
– Кем йөрөй эт өрҙөрөп?! Инде өйҙән араҡы һатыу бөттө! Кеше күңелен уйлап, көн-төн тимәй бил бөккән булам. Ит изгелек, көт яуызлыҡ, кемеһелер шул хаҡта силсәүит Таһирға ошаҡлаған. Ә ул саҡыртып алып нотоҡ уҡыны, ошо хәл тағы ҡабатланһа, эштән ебәрәм, тигән була. Бушатһын, минең һымаҡ ҡара тырышты көндөҙ шәм менән эҙләһә лә таба алмаҫ. Трактор өҫтөндә ҡатып-туңып совхоз үҙәгенән аҙнаһына ике тапҡыр тауар ташырға кем ризалашыр тиһең?!.
Хәмдениса ла уҫалдар, яһилдар менән ҡыҫҡа һөйләшергә кәрәклекте белә.
– Араҡыны, ана, ир-ат эсеп күбенһен, ҡылъяймайбыҙ ҙа. Беҙгә биртек бир!
Урынһыҙ, артыҡ мәғлүмәт сурытыуын, уға икенсе йомош артынан килеүҙәрен төшөнгән Бибиниса юғалып ҡалғандай итте лә сатнатып өҙә һуҡты:
– Яталар ауырығанға һалышып, кеше ышандырып! Ҡаңғыртмағыҙ, ары атлағыҙ!
– Уйламай һөйләп сыпраңлаһаң да, донъялыҡҡа бер кем дә мәңгегә килмәй, шуны онотма. Бәлә ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй! – Юлдашым дауайлашҡандай ҡылана.
Инәлеүле бышылданым: «Әйттем дә инде, унан һорамайыҡ тип… Киттек...»
Өҙөк-йыртыҡ һөйләшеүҙе кире ҡаҡҡыһыҙ бойороҡ бүлдерҙе:
Тотҡарланмай бер түтәрәм икмәк сыҡты.
– Тиҙерәк төҙәлеп аяҡҡа баҫһын! Бөгөн былай, иртәгә тегеләй, тигәндәй, ҡасан ауырып дөмөгөрөңдө ҡайҙан белмәк! – Бәлә тураһындағы хәбәр быны бер аҙ ҡайтымһаҡландырҙы шикелле. – Төҙәлеп аяҡҡа баҫыуын теләй, тип биртенгәнгә сәләмемде исемләп еткерегеҙ!
Сабирйән ағайҙарҙың алты мөйөшлө серек йорто, һуңға ҡалып ауа-түнә ҡайтып килгән эскесегә оҡшап, ал яҡҡа ҡарай аушайған. Тәҙрәләрҙән тыш яҡҡа һарҡҡан яҡтылыҡ йоҡоһоҙлоҡтан ҡыҙарған йонсоу күҙҙәрҙе хәтерләтә. Малсы булып эшләгән Сабирйән ағай ваҡыт-ваҡыты менән ҡырын һалып йөрөй. Эсергә уның шыпа ла әүәҫлеге юҡ: тормош бит ул, ҡайһы саҡ ирекһеҙҙән ғәйре, яңылыштан, зәхмәтле эсемлекте йотоп ебәрһә тотанағы тотоуҙан тамам баш тартып, ике аҙна тирәһенә ысҡына. Шул мәлдә инде кеше күҙенән ҡасып, ҡырҡа тамаҡланыуҙан яҙып, өйөнә бикләнеп ятырға мәжбүр. Сиргә һабышҡанында Сабирйәндең һонтор кәүҙәһе елдә елберҙәгәндәй йоҡарып, һорау билдәһеләй бөгөлә, яңаҡтары эскә тартыла, ҙур күҙҙәре һупайҙыныҡына10 оҡшап быялаланып ҡата. Мәмдүҙә еңгә абышҡаһына күңеле ҡалып, үпкәләп ике балаһын етәкләй ҙә күрше ауылдағы атаһы йортона ҡайтып китә. Ҡаҡ һөйәккә ҡалып ипкә килә Сабирйән. Айыға ла хатаһын төҙәтергә, ҡылған гонаһын йыуырға тырышып, көнө-төнө ферма юлынан ҡайтып инмәй. Ярты йыл тирәһе һөйрәлеп йөрөп эшләүен иҫәпкә алып, яңыраҡ уға «Социалистик хеҙмәт ударнигы» билдәһен бирергә йыйынып бөткәйнеләр ҙә, иң һуңғы мәлдә шул ҡәһәр һуҡҡыры өйәнәге тотоп, бөтә эште харап итте. Насырйән шул хаҡта бүлексәлә бригадир булып эшләгән атаһы Фазетдин ағайҙан төпсөнгәйне, тегеһе иҫе китмәй генә яуапланы: «Эсә белмәй эсә...» «Ул саҡта ҡайһылайтып белеп эсергә?» «Ҡул ҡулды йыуа. Эсәһең икән, һис ҡасан яңғыҙ-ярым байрам итергә ярамай, эргәңдәге түрәгә лә ҡойорға, һоғондорорға кәрәк. Шул саҡта йөҙ ҙә яҡты була, эш тә гөрләп китеп бара!» Дөйөм алғанда, ҡырағаһыҙ, бер ҡатлы, эсә белмәгән зат ул Сабирйән, упырым11 кеше.
Ишеккә ҡағылыр-ҡағылмаҫтан эс яҡтан йыр тауышы ишетелде:
Һин һорама хәлең нисек, тиеп,
Йәшәйем мин сабыр итә-итә...
Сабирйәндең донъяуи мәрткә китеп шаңҡыған сағына юлыҡтыҡ.
– Пастуйте, хәҙер асам! Бисә даунанан Байғужала. Атам-әпсәмдең хәлен белеп киләм, тип киткәйне балаларҙы алып. Барып алып ҡайтыр инем дә, ҡул теймәй, эш күп. Бер үҙемә мында күңелһеҙ, эс боша килеп тороп, яңғыҙлыҡтан урын таба алмай һандырайым, хет берәҙәк эт булып оло, ишетеүсе, хәлемә инеүсе юҡ! Миндә бер сирек әсегән бал бар, таң атҡансы көңгөр-ҡаңғыр итергә етә. Тамағыма ла әлегә буйтым ғына бар, етерлек…
Хәмдениса апай килеп тыуған хәлде үҙ ҡулына ала һалды:
– Ишегеңде аса күрмә, ҡормағыр…
– Биртек? Пагаҙи, нимә була ул тағы?
– Уныһы инде һинең һыу мейе башыңа ҡараңғы. Нимәң бар, әпкил дә солан ярығынан был яҡҡа тыҡ!
– Нимә, тип, әйттем дә, бер сирек бал...
– Артаған балыңды үҙең һемер. Беҙгә ҡабыр ризыҡ кәрәк.
– Баштан уҡ шулай тиҙәр уны. Закуска, әләйгәс... Өҫтәлемдә башлы һуған бар, шунан ҡаты ҡорот, ҡатҡан икмәк һынығы. Бар һыйым шу ғына.
– Ысынлап та, табының буйтым икән. Ҡоротоңдо бир!
Бер аҙҙан шау һөйәк, тарамышлы ус тыш яҡҡа һонолдо.
– Теге ни, биртенгәнгә ниндәй теләк теләргә?
– Улайһа, бер ваҡытта ла бахмурҙан интекмәһен... Эскәндән аҙаҡ әҙәм күтәрмәҫ ғазап бит ул: баш ярылып бара, тамаҡҡа тәғәм үтмәй. Мына мин нисәнсе көн инде ыңғайға китә алмай интегәм, этләнәм. Сабыр йән булғас сыҙайым, ни хәл итмәк...
Белгең килһә минең хәлгенәмде,
Күҙҙәремә ҡара, шул да етә...
Сабирйән ҡарлыҡҡан, тоноҡ, моңһоҙ мөңрәүе менән башлаған йырын ослап ҡуйҙы ла, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә теләп шауҙырлатып сылбырлы келәгә йәбеште:
– Ыслушай, дауай йәшенмәк уйнамайыҡ, килешмәй. Беҙ бер ауыл кешеләре лә баһа!
– Был тиклем дә эт ыйыҡ булырһың икән! Үҙең генә байрам ит, тим бит. Башҡа өҫтәрең юҡмы?
– Мин – зыянһыҙ кеше. Әҙәм балаһына насарлыҡ ҡылмайым, ярҙам итергә тырышам. Һәммәһенә яҡшылыҡ ҡына теләйем.
– Бына был һүҙҙәреңде үҙебеҙ менән алабыҙ...
Сабит ағай – тимерсе. Май сүлмәге тышынан билдәле, тигәндәй, өйҙәренең ҙур ҡапҡаһына таҡта урынына комбайндың яҫы ҡалайы беркетелгән, бәләкәйе елгәргестең иләгенән эшләнгән. Әле шул нимәләре таҡмаҡ әйткәндәй ел ыңғайына даңғыр-доңғор килә. Йорт хужаһы ла – шауҡымлы, шиғыр еле ҡағылғандар ҡоронан. Тимерлеген дә ҡыҙған тимерҙе дәү сүкеше менән зыңлатып һуғып сүкегән мәлендә, йә яйы тура килгәндә һәр күргәненә, кисергәненә килешле итеп таҡмаҡ сығарырға, уны көйгә һалып йырлап ебәрергә әүәҫ. Ошоға саҡлы ул төбәк йәмәғәтселегендә билдәһеҙ ижадсы ине. Былтыр район гәзитендә дүрт йыллыҡ шиғыры баҫылып сыҡҡайны, күҙ менән ҡаш араһында абруйы күтәрелде лә китте. Хәҙер байрамдарҙағы концертта шиғыр уҡып теңкәгә тейә. Китапханасы Мәйсәрә апайҙың: «Тирә-яҡ ауылдарҙа киң билдәле йәш шағир Сабит Ҡәҙербаев сығыш яһай!» – тип иғлан итеүе була, математиканан белем биргән Ғүмәр ағайҙың пинжәген, физкультура уҡытыусыһы Әҙһәм ағайҙың хром итеген кейеп, мәктәп директорының быҙау муйынсаһына тартым галстугын таҡҡан шағир тып итеп сәхнәгә сығып баҫа ла ярты сәғәттән ашыу ауылдаштарҙы арыта. Етте, сыҡ инде, тигәндәй ҡул сабып та ҡарайҙар, юҡ, тәки барып етмәй ҡырҡтан уҙған сөрәкә башҡа. Маҡтайҙар, хуплайҙар, оҡшаталар икән тип, оторо ярһый ҙа китә. Һуңынан Сабитты моңһоҙ тауышлы Урал алмаштыра. Ул да кисәләрҙе сәхнәгә сыҡмай, «Йәнбикә»не йырламай үткәргәне юҡ. Клуб мөдире булараҡ, мәҙәниәт усағын иртәле-кисле асып-ябыуҙы килештермәй, ошолайтып булһа ла эш күрһәтергә тырышыуылыр.
Бер көн концерттан ҡайтып ингән әсәйем уфтанып әйтеп ҡуйҙы: «Кешегә билдәлелек күкрәккә таҡҡан миҙал ише кәрәктер, күрәһең. Үҙ мөмкинлектәрен, кимәлен, тотор урынын белһәләр, ҡана ла һуң. Моңһоҙҙар, талантһыҙҙар, урта ҡул әрһеҙҙәр заманы килә...»
Ҡаршыларға Сарға Мәҙинә, сыҡһа арыу булыр ине, юғиһә Сабит шиғырын уҡып ишеттерәм тип башты ҡатырасаҡ. Бәхетһеҙлегебеҙгә ҡаршы, хужа ярыҡ барабандай лауылданы:
«Башланды... Хәҙер эргәһенән ебәрмәй аптыратасаҡ...»
– Сабит, Мәҙинә килен сыҡһын әле, йомошобоҙ бар ине!
– Мәҙинә сыҡһын, тим бит, таҡмаҡсы!
Уңғансы әңгәмәне сәрелдәү бүлдерҙе:
Ҡатын-ҡыҙ тауышын ишетеү менән Мәҙинә ирен янынан ҡыуаланы:
– Бар, ин, торма бисәләр һүҙен тыңлап. – Өй ишегенең шартлап ябылыуы ишетелде.
Хәмдениса төп йомошона күсте:
Зиһенле еңгә эштең ниҙәлеген шундуҡ һиҙеп алып, шағир ҡатыны исеменә ярашлы һамаҡлап яуапланы:
Һауытҡа ниҙер тупылдап төштө. Ярты йомарлам майланған эремсек икән.
Мәҙинә инеп тә өлгөрмәне, эс яҡтан ҡабаланып сыҡҡан Сабит һөрәнләне:
– Мына мин бөгөн кис тетрәндергес шиғыр яҙҙым. Тыңлағыҙ:
– Үтә лә шәп, кәнкритне яҙылған, Сабитулла. Ары ла шулай дауам ит!
– Мин дә шул фекерҙә лә бит. Бисә генә аңламай кисерештәремде, юҡ-бар менән булашаһың, ти...
Вазифа ҡарсыҡтың һалам башлы өйө ергә һылашҡан. Урам яҡтан күҙҙе көсәндереп ҡарап, унда һуңғы өмөттәй йымылдаған утлы нөктәне шәйләмәһәң, бында бары ҙур ҡар өйөмө икән, тип уйларға мөмкин. Вазифа инәй ныҡ сирләй. Үткәндә Мөхипъямал инәй беҙгә әсетке алырға ингәндә, ул ҡылтамаҡ булғанмы-ниме, тип хәүефләнеп һөйләп ултырҙы. Сирҙең етдилеге хаҡында тәфсирләп торманы, минең яҡҡа шиксел һирпелеп ҡуйҙы ла икенсе һүҙгә күсте. Вазифа шулай ҙа бирешмәҫкә тырыша, көслөк менән генә булһа ла үҙ йомошо артынан йөрөй. Яңғыҙы көн итә ул. Берҙән-бер улы Фәнис әрмегә киткәйне, шунан ҡайтманы. Хеҙмәт иткән ерендә бер мәрйәгә әүрәп ҡалған, тип һөйләнеләр аҙаҡ.
Вазифа ҡарсыҡ – һыйсан кеше. Ҡунаҡ саҡырыр булһа, хатта эргә-тирәһендәге әхирәттәрен йома сәйенә йыйырға әҙерләнгәндә лә, оло байрам үткәргәндәй сәскәле күлдәген кейеп, кәшмир яулығын ябынып ала, ике ҡулын терһәктән бөгөп, ҡул остарын түбән һалындыра. Уны ошо ҡиәфәттә күрһәк, Насырйән дуҫ менән янына ашығабыҙ. Барып инһәк, инәй сыжылдатып табикмәк бешереп тора, йә күлдәген беләгенә саҡлы һыҙғанып, ҡул менән май бешә. Беҙгә бар һыйҙан да өлөш эләгә, хатта, инеп-сығып йөрөгән үҙ кеше булараҡ, инәйҙең айранға буялған терһәктәрен дә яларға тартынмайбыҙ: уң яҡты – мин, һулаҡайҙы – Насырйән. Уны ярҙамһыҙ ҡалдырғаныбыҙ юҡ: хәлебеҙҙән килгәнсе ҡышҡылыҡҡа ҡоро утын хәстәрләшәбеҙ, көҙ картуфын баҙға ташып һалабыҙ. Шул ҡотло ҡул Вазифа ҡарсыҡ әле үтә лә етди сирләй.
– Апай, бында инеп тормайыҡ, йәме? Инәйҙең үҙенә лә еңел түгел бит.
– Алым артынан йөрөгәндән бигерәк имен-аманлығын белеп булһа ла сығайыҡ. Юғиһә ике-өс көн инде урамда күҙгә салынмай.
Түшәктә ятһа ла, инәй оҙаҡ көттөрмәй сыҡты – беҙҙең яҡынлауҙы һиҙепятҡан, тиерһең.
– Тороп тороғоҙ, хәҙер асам...
– Инәй, бәләкәй генә йомош бар ине.
– Ҡуй, улайтмағыҙ, хәҙер самауырымды терелтәм...
– Кәрәкмәҫ. Үҙеңдең хәлең нисек һуң?
– Теремен әлегә... – Ҡыҫтаманы ҡарсыҡ, беҙҙең ни әйтеребеҙҙе көттө.
– Биртек ҡыуалатып йөрөп ятабыҙ ҙа, хәлеңде белеп булһа ла үтәйек, тип һинең яҡҡа ҡайырылдыҡ бына.
– Хәл белеү – борондан ҡалған изге ғәмәл... Ҡана һуң мин дә биртек менән генә әҙәм булып, мандып китә алһам.
– Төҙәлерһең, Аллаһ бойорһа.
– Бөтәһе лә Тәңре хөкөмөндә... Биртенеүгә бурһыҡ майы дауа инде ул. Миндә бар ине, әҙерәк соҡоноп эҙләүемде көтһәгеҙ.
– Бик тә урынлы. Юғиһә яңғыҙым ваҡыт үткәрә алмай ыҙаланам. Йоҡламаһаң, төнө лә йылдай оҙон икән ул. Уйлай барып, уй бөтә. Ә былай, эш тапһаң, шөғөлөң – йәнеңә дауа. Көтмәгәндә ҡайтып инһә тип, Фәнис улыма йылы свитер бәйләй башлағайным да. Әжәл килеп ҡабаландырмаһа...
Аҡыл инә башлаһа ла, ололарҙың һөйләшеүенә төшөнә алмайым ҡайһы саҡ. Айырым әйткәндәрҙе аңлайым да һымаҡ, ә бына фекерҙәрен йомаҡҡа төрһәләр, ишеткәндәрем ҡомға һеңгән һыуҙай юҡҡа сыға, төрөгөмөштәй ваҡ киҫәктәргә бүлгеләнеп тарала. Бына тағы Вазифа инәйҙең әйткәндәренә хайран ҡалдым. Нисек инде үлемде тыныс ҡына, һәүетемсә генә ҡабул итмәк кәрәк? Өҫтәүенә күҙҙәре йомолғансы эшен тамамлап ҡуйырға йыйына, әгәр башлағанының осона сыҡһа, тыныс күңел менән ахирәткә күсә инде, йәнәһе лә.
Биштәргә гәзит киҫәгенә төрөлгән бармаҡ башындай май киҫәген һалып алдым. Урамға сыҡҡас, артыма ҡайырылдым, ә унда бейек көрт аҫтынан көсө ҡайтышланған тере ҡуҙҙай ут нөктәһе былт-былт яна...
Ҡара Ғәлимйәндең ыҙмаһы үтә лә бейек, башҡа өйҙәрҙән айырылып, юғарынан түбәнгә ҡарап тора. Гүйә, оло яуға күкрәген ҡуйып ғорур күтәрелгән яугир, бирешергә теләмәй. Ғәлимйән олатай – һуғыш ветераны, генерал Шайморатов дивизияһы составында немец менән алышҡан, алыҫ Украина ерендә дошман тылындағы рейдтан сыҡҡан саҡта ауыр йәрәхәт алып ҡайтҡан. Аяғындағы яраһы бөтәшмәй йөҙәтә тиҙәр, бигерәк тә яҙлы-көҙлө йонсой, миктәй икән. Һулаҡай яғына һылтыҡлай, мәгәр үҙе менән таяҡ-фәлән йөрөтмәй. Зәғифмен, тимәй, ат ҡараусы булып эшләй. Башҡаларға, шул иҫәптән ферма мөдире яндырай Зиннәттең үҙенә ыша бирмәгән Бире ҡушаматлы тоҡом айғырын менеп йөрөй. Ябай тел менән генә аңлата алмаҫлыҡ мөғжизәгә иҫең-аҡылың китер: йәйәүле сағында көскә ҡуҙғалған ир, һыбай менһә, әкиәттәгеләй йәш, типһә тимер өҙөрҙәй егеткә, аты менән айырылғыһыҙ береккән мәғрур һынға әүерелә лә ҡуя. Мәжлестәрҙә лә, ҡыҙмаса булып алһа, яратҡан йырын – «Ир-егеткәй менән ат башы»н – һуҙа, тиҙәр.
Йәй көнө Ғәлимйән олатайҙы урамда осраттым. Был юлы ул үҙенең ҡарт алашаһын етәкләп ҡайтып килә ине. Ошо хәлдә аҡһауы күҙгә ныҡлы бәрелә. Ул сатанлап ҡына ҡалмай, ҡолап барғандай аушая ла, ауырлыҡ менән яҙылып, сәләмәт аяғын терәүгә ҡуйғандай ал яҡҡа ташлай. Әҙерәк бара бирә лә әллә көн томраһынан, әллә йәнасыҡҡа көсәнеүҙән маңлайына бәреп сыҡҡан тирҙе ҡул һырты менән һыпыра. Алаша ла хужаһының яйын яйлай: тегеһе туҡтаһа, күлдәге еүешләнгән арыҡ арҡаға моронон төртөп, йәш субырҙаған күҙҙәрен йомоп йоҡомһорай ҙа, теҙген тартылһа, башын баҫып ары эйәрә. Алашаның исемен дә беләм – Ирмәк. Нилектән улай атағандарҙыр, билдәһеҙ. Ирмәктең ҡыҙығын да, әңгәмәһен дә күргәнем юҡ әлегә. Бынан бер нисә йыл элек ауыр арбаһын тырышып, һин дә мин еңел тартҡан күндәм, күрмәлекле мал ине ул. Ҡарттың ейәне Юныс менән ихаталарындағы эйәр-өпсөн, сбруй тирәһендә йыш уралғылайбыҙ. Ирмәкте менеп, һуғарырға барғаныбыҙ ҙа бар. Юныс һыбай атланыуы була, ҡулындағы тал сыбығы менән һелтәнеүгә, үксәләре менән бейәнең бөйөр тапҡырын тызырға тотона. Был ҡылыҡ олатайға оҡшап етмәй, ул ипле генә итеп иҫкәрмә яһай: «Яҡшы атҡа сыбыртҡы кәрәкмәй, балам. Әлеге мәлдә ҡайҙа барырға, нимә эшләргә икәнде ул һинһеҙ ҙә белә. Шуға мин уны бер ваҡытта ла ауыҙлыҡламайым. Ирекһеҙләгәнде, сараһыҙлағанды, тупаҫ ҡағылғанды яратмай Ирмәк»... Ә ҡола бейәнең бар матурлығы, йәме – ҙур һоро күҙҙәрендә. Уларҙа аҡыл, донъяны яратыу, тоғролоҡ, бирелгәнлек, эшсәнлек сағыла төҫлө. Хәлфетдиндең ташбыҡ, оятһыҙ, мәғәнәһеҙ күҙҙәре менән сағыштырам да, иҫем китә: әҙәм балаһы менән мал араһында ла шундай ер менән күк араһылай айырма булыр икән!..
Хрущев властҡа килгәс, тиктомалға шәхси хужалыҡтарҙағы кәзә малына бәйләнде, йылҡыны ҡыйырһытты. Ауыл еренең йәшәйешен тамырынан үҙгәртеп ташланы – баҫыуҙарға арыш урынына кукуруз сәсергә бойорҙо. Хәҙер, теләйбеҙме-юҡмы кукуруз, борсаҡ, арыш бергә ҡушып тартылған ондан бешерелгән размол икмәген кимерергә мәжбүрбеҙ.
Кәзә малын ҡырырға, аттарҙы бөтөрөргә фарман килеп төшкәс, ауыл активы халыҡты клубҡа йыйҙы. Орден-миҙалдарын тағып килгән Ғәлимйән ҡарт иң алға үтеп ултырҙы ла беренсе булып һүҙ алды:
– Башҡаларҙа эшем юҡ, иллә минең Ирмәккә яҡынлай булмағыҙ, уның муйынына бысаҡ һалырға юл ҡуймам! Әҙәм балаһынан былайыраҡ аҡыллы ул! Һөйләшер ине лә, теле генә әйләнмәй. Ихатама килеп кенә ҡарағыҙ, билләһи, атып йығам! Тотош ауылдаштар алдында ҡайһы бер туң баштарҙы киҫәтергә килдем: һуңынан, эш үткәс, әйтмәне, тиеүселәр булмаһын! Круговая оборонаны нисегерәк тоторға беләм мин, Сталинград алышында өйрәттеләр!
Үҙе һуғышта ҡатнашҡан силсәүит Таһир уның менән килешкәндәй итеп әйтте:
– Ғәлимйәндең Ирмәгенә теймәйек, ағай-эне... Юғарынан төшөрөлгән был ҡарарҙың дөрөҫ түгеллеген ваҡыт үҙе күрһәтер. Ат бит ул – беҙҙең милләттең билдәһе, йортобоҙ ҡото... Кәзәнең маллығы, тигәндәй, әйҙә, ҡыҫҡартыуҙы шунан башлайыҡ!
Ауылдағы ҡайһы бер аттар юҡҡа сыҡһа ла, хужаһының үҙһүҙлелеге, дыуамаллығы арҡаһында Ирмәк имен ҡалды.
Әле ул аҡһай. Тәрән, бойоҡ күҙҙәрен, ылымыҡ ҡапрыҡ ябып кибә, ҡорой башлаған күл ише, эренле йәш баҫҡан. Улар йәшәү мәғәнәһен юғалтҡан, донъянан ваз кискән. Һырты, эйәр һалыр ере ҡутырлап ҡатҡан, тимәк, менгегә лә, еккегә лә эшкинмәй. Ошо хәлдә лә тәбиғи үлеме менән китер Ирмәк, хужаһы уны йәбергә бирмәҫ.
Мине шәйләгәс, Ғәлимйән олатай туҡталды.
– Бына, бер яҡ дағаны юл туҙанында юғалттыҡ. Шуға аҡһап ҡайтып киләбеҙ әле. Беҙ юғалттыҡ, ә бына дағаға осраҡлы юлыҡҡан берәү бәхет таптым тип ҡыуанасаҡ. Шулай ул тормош тигәнең: кемдер юғалта, ә кемдер таба... – Олатай алашаһына һүҙ ҡуштымы, әллә миңә өндәштеме – аңлап етмәнем. Моғайын, үҙ алдына һөйләнгәндер. Миңә, итек башындай маңҡа малайға, әйттең ни ҙә, әйтмәнең ни…
Хәйерниса ҡарсыҡ сыҡты ла үҙе башлап тауыш бирҙе:
– Иҙрис, балам, ҡайттыңмы әллә? – Был улы йыл ярым самаһы элек армияға киткәйне, уны көтәүелләйҙәр икән.
Хәмдениса апай һамағын әйтеп ебәрҙе.
– Биле биртенгән тигенсе әле? – Хужабикә әйтелгәндәрҙе хайран ҡалғандай ҡабатланы. – Һыҙланыуҙан да ауыр нимә юҡ инде ул. Ғәлимйәнем төн оҙоно ыңғырашып сыҡҡас, иңрәү бәләһен яҡшы аңлайым. Төҙәлә генә күрһен инде биртенгән бисара. Дауаһына килгәндә, бер бәйләм юл япрағын бирәйем, булмаһа. Ғәләмәт шифалы: һыҙланыуҙы баҫа, шеште кәметә...
Биртеккә сыуаш Прасковья апай сало киҫәген бирҙе, татар Вәлиҙәр аш өҫтәленән мул итеп йылы ҡыҫтыбыйҙарын сығарҙы, йәй ауыл малын көтөп, ҡыш быйма табанлап йән аҫраған Тимофей ҡарт самосадынан өлөш бүлде. Урыҫтарҙың тәҙрәһен сирткәндә Хәмдениса апай биртектең асылын төшөндөрөп аҙапланманы, вата-емерә: «Ради Христа помоги ближнему», – тине, тегеләре аңланы.
Ҡырҡ өйҙө теүәлләгәнсе төн уртаһы етте. Ҡайҙа ғына боролоп инһәк тә, берәү ҙә кире бороп сығарманы, дауа кемгә кәрәк, тип төпсөнмәне. Төрлө холоҡ-фиғелдә булыуҙарына ҡарамаҫтан, һәммәһе бер уйҙа, уртаҡ теләктә ине. Яҡшы һүҙ – йән аҙығы, яҡты уй күңел сырағы шул.
Ҡайтып инеү менән Хәмдениса апай сәй ҡайнатып ебәрҙе, биртек ашын әсәйемдең алдына теҙҙе. Унан ҡуҙҙа бурһыҡ майына сало киҫәген ҡушып иретеп, билде ыуырға керешеп китте. Әсәйемдең маңлайына тир бөрсөктәре бәреп сыҡты, биттәре алһыуланды.
Ә инде теүәл бер аҙнанан, әллә биртек килеште, әллә икенсе сәбәптән, һауығып, һин дә мин эшенә сыҡты.
...Хәтерләүҙәремдән арынып, кире залға индем. Телевизорҙы тоҡандырҙым. Өҙмәй ҙә ҡуймай һаман да шул көрсөк хаҡында һүҙ ҡуйырталар.
«Илдең биле биртенгән... Уның ҡасан яҙылырын бер кем дә өҙөп кенә әйтә алмай. Әгәр тотош мир берҙәй күтәрелеп биртек йыйһа, ҡылғанын изге теләктән башҡарһа, файҙаһы тейер ине, бәлки...»