Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
24 Март 2020, 16:30

Ямғыр яуа

Яңыраҡ тыуған ауылыма ҡайтып килгәйнем. Иҫәнлек-һаулыҡ белешеп китәйем тип МТМ тирәһендә ҡайнашҡан ауылдаштар янына ла һуғылырға булдым. Шаян һүҙ ҡыҫтырып ауыл, донъя хәлдәре тураһында берауыҡ гәпләшеп торғандан һуң Шәрәфетдин ағай былай тине:— Һин маладис булып сыҡтың, ҡустым, яҙыусы булып киттең...Дауамы:

Яңыраҡ тыуған ауылыма ҡайтып килгәйнем. Иҫәнлек-һаулыҡ белешеп китәйем тип МТМ тирәһендә ҡайнашҡан ауылдаштар янына ла һуғылырға булдым. Шаян һүҙ ҡыҫтырып ауыл, донъя хәлдәре тураһында берауыҡ гәпләшеп торғандан һуң Шәрәфетдин ағай былай тине:
— Һин маладис булып сыҡтың, ҡустым, яҙыусы булып киттең... Яҙыусылар союзына алыныуыңды ишеткәс, беҙҙең ауылдан да бер яҙыусы сыҡты тип шатландыҡ.
— Эйе, эчлен булды, — тине төртмә теллерәк холоҡло Ғәлинур исемле йәштәшем йылмайып, — Яҙыусылар союзы эчлены...
— Беҙҙең ауыл тураһында берәй әҫәр яҙаһыңмы? — тип ҡыҙыҡһынды үҙенә йәштән китап ене ҡағылған Шәрәфетдин ағай. — Яҙыусы исеме алып, ҙур кеше булғанһың икән, тыуған ауылыңды ла күтәрергә тейешһең.
Мин уға яуап биреп өлгөрмәнем, әҙерәк төшөрөп алған Ғәлинур ярып һалмаһынмы:
— Һин, Шәрәфетдин абзый, бигерәк ебәрәһең. Яҙыусы ла яҙыусы тиһең. Яҙыусы ла беҙҙең кеүек кешелер инде. Әллә ние менән айырылмайҙыр беҙҙән...
— Эйе, — тине уның дуҫы Әлтәф, — яҙыусы беҙҙән нимәһе менән артыҡ?
— Ысынлап та, һин беҙҙең кеүек ябай халыҡтан ни ерең менән айырылаһың? — тип һораны Ғәлинур миңә һынамсыл төбәлеп.
Мин ни әйтергә лә белмәй уйға ҡалдым. Башымды күтәреп ярты күкте ҡаплап алған һоро болоттарға ҡараным. Көҙгө көн йонсоу ине, етмәһә, ямғыр һибәләй башланы.
Ошо мәл Шәрәфетдин ағай миңә ярҙамға килде. Күҙлеген төҙәтеберәк кейҙе лә, хәйләкәр йылмайып, Ғәлинурға һорау бирҙе:
— Ямғыр яуа... Ошо тәбиғәт күренешен һин нисек итеп әйтеп бирер инең?
Ғәлинур уға сәйерһенеп ҡарап ҡуйҙы. Унан һуң, күккә ҡараш ташлап алғас, маңлайын йыйырып, бер килке уйланып торҙо ла:
— Нейә, ямғыр яуа инде... Уны тағы нисек итеп әйтәһең? Ямғыр яуа. Убсым да, хреновый погода, — тине.
— Һауанан жидкость аға, — тип һүҙгә ҡушылды тракторсы Ғәләү етди төҫ менән.
— Һауанан һыу аға тиң, күктең радиаторы тишелгән, — тип уны төҙәтте шофер егет.
— Юҡ егеттәр, иң дөрөҫө былай була: һауанан дистиллированный һыу аға, — тине икенсе шофер, хәҡиҡәттең иң ҙурын асып һалған кешеләй ҡыланып.
— Алла бабай бес итә, — тине Әлтәф һөмһөҙөрәк ҡиәфәттә.
Егеттәр һаһылдашып көлөшөп алдылар. Көлкө әҙерәк баҫылғас, Шәрәфетдин ағай миңә боролдо:
— Йә әле, ҡустым, хәҙер һин әйтеп бир ошо тәбиғәт күренешен.
Ғәлинур йәнләнеп китте.
— Йәле, йәле, яҙыусы нимә тип әйтер икән, тыңлап ҡарайыҡ...
Үҙе миңә: «Һин дә әллә ни әйтә алмаҫһың әле» тигән сырай менән текәлде.
«Был ни тип яуап бирер?» тип ҡыҙыҡһынып, бөтәһе лә миңә төбәлделәр.
Мин йәнә һауаға ҡараным: һоро болоттар күкте тотошлай тиерлек баҫып алғайны. Ямғыр ҙа көсәйә төшкәйне. Миңә әллә нисек, яманһыу булып китте һәм күңелемдә ошо һүҙҙәр тыуҙы. Мин уларҙы әңгәмәселәремә әйтеп бирҙем:
Яуыз һоро болоттарға рәнйеп,
Күҙ йәштәрен түгә күк йөҙө...
Ауылдаштарым өнһөҙ ҡалды. Ғәлинур ҙа ауыҙын асып миңә текәлеп тороуын белде.
— Аңланыңмы, айырма ниҙә? — Ниһайәт, Шәрәфетдин ағай тынлыҡты боҙоп, мәғәнәле йылмайып Ғәлинурға баҡты. Ләкин Ғәлинур уға иғтибар итмәне, миңә өндәште:
— Нисек, нисек, ҡабатлап әйт әле?..
Мин ҡабатланым. Бер аҙ уйланып торғандан һуң Ғәлинур кеҫәһенән ҡағыҙ киҫәге менән ҡәләм сығарып миңә һуҙҙы:
— Бынауға яҙып бир әле, ҡайтҡас бисәнең башын әйләндерәм...
Читайте нас: