Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
24 Март 2020, 12:45

Уфтанма. Уймаҡ хикәйә

Автобуста киләбеҙ. Халыҡ күп. Ҡыҙмаса булып алған ағай кешенең ҡайҙа, кемгә ҡунаҡҡа барғанын ғына түгел, тулы биографияһын, армиялағы батырлыҡтарын, эшләгән ерендә коллективтың уны нисек хөрмәт итеүен белеп бөттөк. Һүҙ запасы бөтөп киттеме, булмаған тауышы менән.....

Автобуста киләбеҙ. Халыҡ күп. Ҡыҙмаса булып алған ағай кешенең ҡайҙа, кемгә ҡунаҡҡа барғанын ғына түгел, тулы биографияһын, армиялағы батырлыҡтарын, эшләгән ерендә коллективтың уны нисек хөрмәт итеүен белеп бөттөк. Һүҙ запасы бөтөп киттеме, булмаған тауышы менән йыр һуҙып маташты был.
- Арыу йырлайыммы? – тип һорай бит әле үҙе.
- Шәп ебәрәһең!
- Ну, тауыш та һуң үҙеңдә!
Шаяртыпмы, әллә мыҫҡыл итепме хуплаусылар табылғас, телдәр абзыйыбыҙ тағы ла көсәнеберәк йырлай башланы. Тауышы йәш әтәстең тәү тапҡыр ситән башына менеп ҡысҡырыуын да, берсә хатта быҙау мөңрәүен дә хәтерләтеп ҡуя ине.
Яҙ килә лә китә,
Ғүмер шулай үтә,
Уфтанма, уфтанма, уфтанма...
Ҡарәле, шундай матур йырҙы ла шул тиклем йәмһеҙ, итеп йырлап була икән!
- Кобзондан арыуыраҡ ебәрә был!
- Илата инде хәҙер!
Юрамал осондороуҙы, мыҫҡыл итеп маҡтауҙарын аңлау хәлендә түгел ине был әҙәм. Көйөн дә, һүҙҙәрен дә боҙа-бутай йырлай-олой бирҙе. Инде концертты туҡтатыуҙы талап иткән күршеһенә екереп кенә ҡуйҙы.
Тормошта ла тап шулай бит. Артыҡ маҡтау менән бәғзе берәүҙәрҙе осондороп ебәрәбеҙ. Ундай әҙәм түрә фәлән булып китһә, кеше яҙмыштары менән уйнай башлай. Уның арбаһына ултырған битараф халыҡҡа һуңынан уфтана-уфтана йырын йырларға, көйөнә бейергә тура килә. Маҡтамай ҡара, дошман, тәгәрмәскә таяҡ тыға тип ғәйепләп, арбанан төртөп төшөрөүҙәре лә бар бит.
Читайте нас: