Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
24 Март 2020, 19:50

Бумеранг

Ата-әсәләренең әйтешеүҙәре ҡыҙғандан-ҡыҙып, сығырынан сығып китте. Былар йәберләшеүгә барып еттеләр. Улай ғынамы, бер-береһенә оятһыҙ һүҙҙәр ҙә ташланылар. Ир тигәнең аҙаҡҡы нөктәгә килеп етте буғай. Солидол менән тулы бәләкәй еҙ күнәген алып саҡ ҡатынына елгәрмәне.Дауамы:

Ҡаҙ үләне ҡаплаған ҙур ғына ишек алды. Иртәнге ҡояш арҡан бейеклеге күтәрелгән. Ҡырҡмыш тай ялылай, тип тигеҙ үлән өҫтөндә биш-алты йәшлек малай бумеранг менән уйнап йөрөй. Ул тәтәйен ташлай ҙа йүгереп барып ала. Тағы ташлап ҡарай. Көс менән бәрә алмағас, бумеранг бик үргә күтәрелә лә алмай.
Йорт хужаһы үҙ эше менән мәшғүл. Ҡатыны усаҡлыҡта бер инеп, бер сығып үҙ мәшәҡәте менән була. Сипарат йыуған һыуҙы түккән арала ҡош-ҡорт ашата. Иренең бөтөп барған колхоз эшенә һуңлап барыуын сәбәп итеп, былар бер саҡ һүҙ көрәштереүҙән әрепләшеүгә күстеләр ҙә киттеләр. Тауыштары әйтешкән һайын көрәйә барҙы, аҙаҡ инде күршеләренән дә, улдарынан да тартынманылар. Ә улдары, ата-әсәһенең ирешеп киткәнен абайламағандай, уйнауын белде.
Ул арала ата-әсәләренең әйтешеүҙәре ҡыҙғандан-ҡыҙып, сығырынан сығып китте. Былар йәберләшеүгә барып еттеләр. Улай ғынамы, бер-береһенә оятһыҙ һүҙҙәр ҙә ташланылар. Ир тигәнең аҙаҡҡы нөктәгә килеп етте буғай. Солидол менән тулы бәләкәй еҙ күнәген алып саҡ ҡатынына елгәрмәне. Тамам ярһыған ир кәрәкле һүҙҙе таба алмай тотлоға башланы һәм “Мин һиңә, мин һине, телеңде тыймаһаң әле, мин һине... ” һүҙҙәренән башҡа бер ни әйтә алмай, туҡтап ҡалды. Ә ҡатыны: ”Нәмә эшләй алаһың һуң һин? Э-э-й, буғым, һинме һуң инде, берәй эш ҡырыусы, һүҙ һөйләп торған була бит әле. Мин һине лә, мин һине, имеш. Һин бит, кеше ирҙәре кеүек, рәтле-башлы итеп ир вазифаһын да үтәй алмайһың! – тип әйтеү дәрәжәһенә барып етте.– Ишү, мин һине лә, мин һине, имеш! ”
Ошо һүҙҙәрҙән һуң ир кешенең сабырлығы тамам бөттө. Баҫып торған еренә, үлән араһын күҙәтә башланы. Тик ҡапыл ғына ҡул осона алып бәрерлек бер нәмә лә күренмәне.
Шул саҡ ихлас итеп тирләп-бешеп уйнап йөрөгән малайының бумерангы уның алдына уҡ килеш төшмәһенме! Нәҡ шул ғына кәрәк ине ҡаны тамам ҡыҙған ирг. Тиҙ генә бумерангты һәрмәп алды ла йән асыуы менән ҡатынына ҡаратып елләне. Уныһы әллә ҡайҙа йәһәннәмгә китте лә бер нисә секундҡа күҙҙән юғалды.
Шул саҡ күпме бәреп тә бумерангын йүнләп осора алмаған малайы: ”Вот, здорово!” – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Бумеранг һемтәйеп баҫып торған ирҙең битенә килеп тейеп, өс-дүрт тешен һыпырып алып, иҫен йыя алмай ҙа ҡалған ирҙең ауыҙ-башын ҡанға пыр туҙҙыры, барып та төштө. Улының йүгереп килеп, ерҙә ятҡан уйынсығын алған арала тағы: ”Вот, здорово!” – тигән шатлыҡлы һүҙен ишетеп, ир киҫелгән имән кеүек ҡоланы.
Бына бит нисек килеп сыҡты: кисә генә бер татыу ғаилә булып район үҙәгенә ваҡ-төйәк һатырға барғайнылар. Шунда һөт, эремсек, ҡаймаҡ һатҡан барлы-юҡлы аҡсаға кәрәк-яраҡтан арттырып, хаҡы төшөрөлгән уйынсыҡ алып ҡайтҡайнылар.
Ир күҙен асҡанда, башы ҡатынының итәгендә ине. Ҡатыны уның яраһын һөртөп ултыра. Бына ул, ғүмерҙә булмағанса рәхәт кисертеп, иренең көнгә янып бөткән сәстәрен һыйпай... Рәхәтлектең сиге юҡ. Ни эшләп кеше ошо бәхетте бәлә килгәс кенә тоя, аңлай икән? Ни өсөн? Шул бәхетле генә булып йәшәүҙең бер уйлаһаң, бер ҡыйынлығы ла юҡ кеүек. Юҡ-бар мәшәҡәттән бәлә сығарып, араларҙы һыуытабыҙ ҙа ҡуябыҙ, тигән уй ире башына барып еткәндә, ҡатыны:
- Кешегә яуызлыҡ уйлама, йәнем, бумеранг кеүек үҙеңә ҡабат әйләнеп ҡайта, – тип әйтеп ҡуйҙы.
Ир кеше, яуап бирәм тип, ауыҙын асмаҡ ине лә, тыйылып ҡалды. Уның күҙе малайының ҡулындағы бумерангҡа төштө.
Читайте нас: