Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Ноябрь 2019, 17:37

Талха Ғиниәтуллиндың хикәйәләре өсөн драма менән һуғарылған көтөлмәгән әйләнештәр хас.

Ҡайһы бер әҫәрҙәре хатта мауыҡтырғыс пьеса һымаҡ уҡыла. Шулай итеп, һеҙ Талха Ғиниәтуллиндың “Мина яланында” исемле хикәйәһе менән таныштығыҙ. Бөйөк Ватан һуғышынан яраланып ҡайтҡан атайым күҙ алдыма баҫты. Беҙ бәләкәй саҡта һыңар ҡуллы Хәйбулла бабай, бер аяҡһыҙ Алтынтимер бабай, яраланып ҡайтҡан Зөфәр, Минәхмәт, Минебулат, Муллаяр бабайҙар иҫән ине әле. Барыһын да иҫкә алмаһам, үпкәләмәҫтәр, мин улар хаҡында байтаҡ яҙҙым.

Талха Ғиниәтуллин һуғыштан яраланып ҡайтҡан һыңар аяҡлы Ильястың тыныс тормошҡа яраҡлашырға ынтылыуын сағыу биҙәктәр менән һүрәтләүгә өлгәшкән.

Үкенескә ҡаршы, фашистарҙы еңгән халыҡ ябай һалдаттар һәм офицерҙар илдең шул осорҙағы хакимиәте өсөн артыҡ һәм ҡурҡыныс булып сыға. Бының өсөн еңеү маршалы Георгий Жуковтың аяныслы яҙмышын иҫкә төшөрөү ҙә етә. Ватан үҙен ҡотҡарыусыларҙы, инвалидтар тураһында әйтеп тораһы ла түгел, лайыҡлы тормош менән тәьмин итә алмай. Хатта аяҡһыҙ-ҡулһыҙ һуғыш инвалидтарын, сәйәси тотҡондарҙы азат иткәндән һуң бушап ҡалған Соловки һымаҡ төрмәләргә йыйып, үлеп бөткәндәрен көтөүҙән башҡа сара тапмай.

Талха Ғиниәтуллин был хаҡта үҙенең иҫтәлектәрендә, кисәге яугирҙар ауыр эштән, эскеселектән бик тиҙ ҡартайҙы, беҙ иҫән ҡайттыҡ, беҙгә туҡмаслы аш һәм бер ярты еткән, тигән тар фекер менән йәшәне һәм бик иртә үлеп бөттө, тип яҙа.

Ә хәҙер хикәйә буйынса яҙылған “Ер менән күк араһында” исемле инсценировка менән танышығыҙ.




Рәлиф КИНЙӘБАЕВ


ЕР МЕНӘН КҮК АРАҺЫНДА


Ике шаршаулы драматик фантасмагория


ҠАТНАШАЛАР:

Ильяс — 18 йәшлек һалдат.

Тауыш — тәүҙә сержант, аҙаҡ Ғазраил.

Хәтирә — Ильястың әсәһе.

Һәҙиә — Ильястың ҡатыны.

Мәхмүт — түрә урынын биләй.

Тәлғәт — ғәҙеллек өсөн көрәшсе.

Әғләм — телһеҙ, етмәһә, ишетмәй.


Эпизодтарҙа Нурия, Саматов, лейтенант, ауыл кешеләре, милиционерҙар булыуы ихтимал.

Шаршау асылғанда һуғыш яланы. Туҡтауһыҙ атыу, шартлау

тауыштары.


— Һөжүмгә!

— Атакаға!

— Нимә ятаһың, тор, алға!

— Артыңа типкәнде көтәһеңме, ҡәбәхәт!

— А ну-ка, быстро. Вперед. Твою мать!


Йүгереп Ильяс килеп сыға. Ул шартлаған һайын һиҫкәнә, ҡарана, сүгәләй.


— Атакаға.


Ильястың аяҡ аҫтында ут сыға, шартлау яңғырай, ул алға ынтыла һәм ҡолай.


И л ь я с. Иптәш сержант, мин яраландым. Аяғым.

С е р ж а н т. Шайтан алғыры, нимә булды? Тор, алға.

И л ь я с. Мин яраландым, бына аяғым юҡ. Һыңар ботинкам, ҡалағым юғалды.

С е р ж а н т. Ниндәй ботинка һөйләйһең, хайуан, тор, йүгер алға, юғиһә атам, инәңде.

И л ь я с. Бына ҡара, аяғымдан ҡан аға.

С е р ж а н т. Күпме әйттем, аяҡ аҫтына ҡара, тип... Взвод алға, Сталин өсөн! Алға! Алда — Берлин!

И л ь я с. Иптәш сержант! Мине ҡотҡарығыҙ, мин яраландым. Мин үлергә теләмәйем.

С е р ж а н т. Яраланһаң ни. Һин генәме? Ана, яталар.

И л ь я с. Миңә йәшәргә кәрәк. Иптәш сержант. Минең әсәйем яңғыҙ, ул сирләй.

С е р ж а н т. Сирләһә һуң. Ана, Харченконың өс балаһы бар, ә Азаматовтың бишәү ҡалды. А ну-ка, вашу мать! Алға!

И л ь я с. Ҡотҡарығыҙ, минең йәшәгем килә. Иптәш сержант, егеттәр, ҡотҡарығыҙ. Иптәш сержант!

С е р ж а н т. Ҡара уны, үләһе килмәй, имеш. Ҡайҙа икәнлегеңде онотма. Һин һалдат, яу ҡырында.

И л ь я с. Минең әсәйем ҡалды.

С е р ж а н т. Һәр һалдаттың әсәһе бар. Нимә, һинең әсәйең бар тип, мина яланы аша үтергә түгелме? Ильяс, ғәфү ит, күреп тораһың, һинең ҡайғың юҡ. Беҙгә бейеклекте яуларға кәрәк. Үпкәләмә, егет!

И л ь я с. Эй, кешеләр, мин үлергә теләмәйем. Кем бар? Ҡотҡарығыҙ мине, зинһар! Үлергә теләмәйем. Үлергә теләмәйем. Әсәй, әсәкәйем, минең аяғым ауырта. Әсәй! Минең үлгем килмәй!

Т а у ы ш. Ә кем үлергә теләй? Берәүҙең дә үлгеһе килмәй. Ә һин, һалдат, үл, һин үлергә тейешһең.

И л ь я с. Мин. Ни өсөн мин үлергә тейеш?

Т а у ы ш. Сөнки һин йәшләй генә, гонаһһыҙ, саф килеш, ғазапланмай, ерҙәге ҡәбәхәтлектәргә тарымай үләсәкһең. Үкенмәй, яфаланмай үләсәкһең. Хәтерләйһеңме, бала сағыңда көнө буйы уйнап арығандан һуң бер ни белмәй йоҡлап китә торғайның. Уҡы, уҡын, белгән доғаларыңды уҡы. Еңелерәк үтерһең.

И л ь я с. Әсәйем нимә эшләр? Ул бит яңғыҙ. Атайым утыҙ бишенсе йылда уҡ үпкә ауырыуынан үлеп китте. Беҙҙең өйҙөң ҡыйығынан һыу аға. Уны кем ямар?

Т а у ы ш. Һиңә нимәгә өй, һинең әсәйең дә оҙаҡламай үләсәк. Уҡы, доғалар уҡы. Әсәйең менән осрашырһың. Ул үлгәс.

И л ь я с. Үлмәҫ, мин ҡараясаҡмын, мин уны дауалаясаҡмын.

Т а у ы ш. Бушты һөйләмә, һинең үҙеңде ҡарарға кәрәк. Һин бит ғәрип, инвалид, кеше көнлө әҙәм. Һин кемгә хәжәт...

И л ь я с. Мин әсәйемә, мин һөйгәнемә кәрәк. Һин беләһең, мин уны яратам.

Т а у ы ш. Яратам тиһеңме? Ә теге һары сәсле, зәңгәр күҙле ҡыҙҙымы? Эйе, ул һине көтә ине шикелле. Исеме — Нурия икән. Нур эйәһе, нур өләшеүсе. Матур исем.

И л ь я с. Эйе, эйе, Нурия, минең Нуриям. Үтенеп һорайым. Үлтермә мине, ҡотҡар, йәшәргә мөмкинлек бир. Нурия мине көтәсәк, ул һүҙ бирҙе, вәғәҙә итте. Мин һуғыштан ҡайтҡас, беҙ өйләнешәсәкбеҙ, күп итеп балалар үҫтерәсәкбеҙ. Малайҙар, Нурия күп итеп малайҙар табасаҡ. Беҙ ил өсөн, милләт өсөн, балалар үҫтерергә тейешле. Әсәйем балалар ярата, ул йырлай-йырлай балаларҙы сәңгелдәктә бәүетәсәк. Беҙгә балалар үҫтерергә кәрәк.

Т а у ы ш. Белмәйем, һалдат, Нурияң бигерәк матур икән. Уның һине яратыуына ышанаһыңмы? Ул һине, һуғыш инвалидын ҡабул итерме? Һин уға ышанаһыңмы?

И л ь я с. Ышанам, ул мине көтә. Ул миңә йәшәргә ярҙам итәсәк. Бына, бына, ул миңә ҡулъяулыҡ бүләк итте. Сигелгән, үҙе сиккән, бына яҙылған, уҡы... Мин һине көтәм, тигән...

Т а у ы ш. Эй, һалдат, мин һине ерҙәге гонаһтарҙан ҡотҡарырға теләйем. Кәмһенеүҙәр, яфаланыуҙар һиңә нимәгә. Кемгә кәрәк ғәрип ир? Үл, улым, мин һине ожмахҡа үҙем оҙатып ҡуям. Унда яҡшы...

И л ь я с. Ожмах? Алдама, юҡ ул ожмах! Унда Нурия менән әсәйем юҡ. Юҡ. Мин үлмәйем. Мин йәшәргә теләйем. Ожмах, имеш!

Т а у ы ш. Ярай, һалдат, үҙең ҡара, мин һиңә тәҡдим генә яһаным. Ә хәҙер мин һиңә һуғыштан һуңғы тормошоңдо күрһәтәм. Яҡшылап ҡара. Ана, ҡыйыш, һалам башлы өйҙәр, ул һеҙҙең ауыл. Һеҙҙең ауыл халҡы ас, кейем-һалым насар, өй һайын ҡайғы, аслыҡ, етемлек хөкөм һөрә. Ана, ентекләп ҡара, күрәһеңме? Һин ул, һин.


Ҡултыҡ таяҡтарына таянған Ильяс күренә. Ул алан-йолан ҡарана.


Үҙеңде таныйһыңмы? Нурияның өйө эргәһенән үткәндә, күреп ҡалмаһын өсөн, ауыл осонда боҫоп яттың. Төн уртаһы еткәс, өйөңә ҡайтып, ишек ҡаҡтың.

Х ә т и р ә. Кем йөрөй унда?

И л ь я с. Әсәй, ас, мин ҡайттым. Мин — Ильяс!

Х ә т и р ә. Ильяс тисе. Юҡ ул Ильяс, һуғыштан ҡайтманы.

И л ь я с. Әсәй, нимә һөйләйһең? Мин ҡайттым. Ильяс... Улың, мин тере.

Х ә т и р ә. Һиңә бит ҡағыҙ килде. Үлде, тинеләр. Әллә, Хоҙайым, әсиргә төштөңмө?

И л ь я с. Юҡ, әсәй, юҡ. Мин госпиталдә яттым, бына, иҫән-һау!

Х ә т и р ә. Әллә тағы. Мин шартын үтәнем, хәбәр килгәс. Өсөңдө, етеңде, ҡырҡыңды уҡыттым. Колхоз өс кило он яҙып бирҙе.

И л ь я с. Әсәй, әллә һин... ышанмайһыңмы?

Х ә т и р ә. Әллә тағы. Кеше нимә әйтер? Ондо кире алырҙармы икән? Һин оҙаҡҡамы?

И л ь я с. Белмәйем, әсәй. Минең башҡа барыр ерем юҡ. Мин һиңә ҡайттым, әсәй (ҡултыҡ таяғы төшөп китә).

Х ә т и р ә. Әллә һин яралымы?

И л ь я с. Эйе, әсәй, минең бер аяғым юҡ.

Х ә т и р ә. Белмәйем, улым, былай нисек йәшәрбеҙ икән? Үҙем сирләйем. Йүнле эшләгән дә, ашаған да юҡ. Сыҡмаған йәнем генә бар. Ә мин һине көн һайын төштә күрҙем. Көн һайын өйгә ҡайттың. Нимәгә юрарға ла белмәйем. Өйгә ҡайтаһың да кире китәһең...

И л ь я с. Хәҙер бөтөнләйгә ҡайттым, әсәй.

Х ә т и р ә. Ҡара әле, ышанғы ла килмәй. Был һинме, улым?

И л ь я с. Мин, әсәй, мин — улың.

Х ә т и р ә. Өйгә керәһеңме?

И л ь я с. Әлләсе, әсәй. Керәйемме?

Х ә т и р ә. Хәйер, кермәй ҡайҙа бараһың. Һорап торамсы. Кешеләр, минең улым тере. Ильяс ҡайтты, Ильяс, минең улым ҡайтты.

— Ильяс ҡайтҡан.

— Ильяс.

— Ҡайһы Ильяс?

— Хәтирәнең улы, Ильяс.

— Бәй, тереме ни ул?

— Ярты йыл элек похоронка килде тигәйне.

— Бәхетлеләр була бит.

— Ә беҙҙекеләр ятып ҡалды.

— Һалдат ҡайтҡан, һалдат.

— Ильяс.


Йәштәр йыйыла. Улар шатланып Ильяс менән күрешә. Йыр, бейеү. Сәхнә яҡтыра. Йәштәр икегә айырыла, уртала Ильяс. Уртаға йүгереп Нурия килеп сыға.


Н у р и я. Ильяс, Ильяс.

И л ь я с. Нуриям, мин ҡайттым.


Нурия менән Ильяс күрешә. Ҡыҙ ҡултыҡ таяҡтарын күреп һиҫкәнә, таяҡтарҙы тотоп ҡарай һәм сығып йүгерә.


Н у р и я. Һин ниңә ҡайттың?

И л ь я с. Нурия!

Т а у ы ш. Күрҙеңме? Аңлар, кире ҡайтыр тиһеңме? Һин ғәрип, һин әсәйеңдән башҡа кемгә кәрәк.

И л ь я с. Нурия! Көтөп тор. Китмә, Нурия!

Х ә т и р ә. Улым, улыҡайым!

Т а у ы ш. Һуғыштан һуң Рәсәйҙә инвалидҡа түгел, аяҡ-ҡулы теүәл кешегә ауыр буласаҡ. Хәйер, был илдә ҡасан еңел булды? Таҙа, иҫән-һау кеше эшләр, тамағын туйҙырыр, һис булмаһа урлар. Ә һин, улым, ике таяҡҡа таянып, ҡайҙа барырһың. Һиҙеп торам, һин Нурияны һаман көтәһең.

И л ь я с. Көтәм. Мин уны ғүмерем буйы көтәсәкмен.

Т а у ы ш. Шуны бел, былар һин йәшәгән тормоштоң һин күрәсәк һәм кисерәсәк ғазаптарҙың башы ғына. Һине хәҙер аслыҡ менән һынау көтә. Хәтерләйһеңме, запас полктан ниндәй шатлыҡ менән фронтҡа киткәнеңде? Окопта туйғансы ашаталар, беҙгә бер котелок бутҡа, икмәк бирәсәктәр, тип утҡа ынтылған малайҙар араһында һин дә бар инең. Һин әле лә ас, күрәм, юғиһә туҡ килеш үлер инең. Һине үлемесле һөжүмгә күтәрелеү алдынан да ашатманылар. Кухня артта ҡалды тип әйтәсәктәр. Беләһеңме, кухня ни өсөн һуңланы?

И л ь я с. Белмәйем...

Т а у ы ш. Һуңланы, сөнки ҡабаланманы. Һеҙҙе үлемесле һөжүмгә күтәреүселәр шуны белә, ас һалдат шәберәк, еңелерәк йүгерәсәк. Етмәһә, йөҙ грамм ҡойоп бирәләр. Һиҙәһеңме, ашарға юҡ, ә эсергә араҡы табалар. Рәсәйҙә ғүмер буйы шулай булды һәм буласаҡ. Кейем-һалым, ашарға юҡ, ә кәштәләр тулы араҡы, төрлөһө. Икенсенән, командирҙар һеҙҙе уйлай, тулы ҡорһаҡ менән яраланһа, һеҙҙе операция ваҡытында ҡотҡарып булмаясаҡ. Өсөнсөнән. Әйтһәм — әйтәйем. Һеҙ бит һөжүмгә бараһығыҙ, үлемгә, ут эсенә.

И л ь я с. Юҡ, мин үлмәйәсәкмен, юҡ!

Т а у ы ш. Иң кәмендә сирегегеҙ яу яланында ятып ҡаласаҡ. Мәңгелеккә. Ә бер сәғәттән үлемгә дусар ителгәндәрҙе ниңә ашатып торорға? Хәтерлә, атайың үлерҙән бер йыл алда, Сыбарҡайҙы иртәгә һуябыҙ, кис бесән һалып торма, тине. Онотманыңмы, малҡай һиңә мөлдөрәп ҡарап торҙо. Хәтерләйһеңме?

Ә хәҙер ауылыңа ҡара. Урман, киң баҫыуҙар, ҡап-ҡара тупраҡлы ер, иген ҡотороп уңырлыҡ. Әлбиттә, үҫтерә белһәң. Ә ауылдарҙа аслыҡ. Һиңә кәрәкме бындай тормош?

И л ь я с. Мин йәшәргә теләйем. Мин ҡайтырға тейеш. Мине көтәләр...


Ильяс менән әсәһе.


Х ә т и р ә. Ғәбделхәй астан үлгән. Улым, әллә барып киләһеңме?

И л ь я с. Ҡайҙа?

Х ә т и р ә. Контораға. Ыумаслыҡ та он юҡ. Фронттан ҡайтҡандарға кило ярым он яҙҙыралар.

И л ь я с. Кило ярым. Кем ултыра инде?

Х ә т и р ә. Кем тип, шул Мәхмүт инде. Мин өндәшеп ҡарағайным.

И л ь я с. Нимә тине?

Х ә т и р ә. Теге ваҡыт үлде тигәс, өс кило бирҙек, ти. Онотмаған. Онотор. Ниңә үҙе төшмәй, фронт хәлдәрен һөйләп китер ине, ти. Эй, улым, ас хәлен туҡ белмәй шул.

И л ь я с. Үҙе ҡасан ҡайтты?

Х ә т и р ә. Былтыр яраланып ҡайтҡайны, ҡулын бәйләп, ҡыҙҙар баҫтырып йөрөнө. Бронь менән ҡалды. Теге атайың колхозға ингәндә биргән Тура бейәнең ҡолонон ебәрҙе тип һөйләнеләр. Ағаһы райкомда. Теге тайҙы күргән һайын, гелән атайың иҫкә төштө. Йондоҙона тиклем Тура бейәнеке.

И л ь я с. Мәхмүтте әйтәм, үҙгәргәнме?

Х ә т и р ә. Ҡып-ҡыҙыл, яп-ялтыр инде. Бешкән ҡауын һымаҡ ялтлап тора. Бисәһен өс малайы менән айырып ебәрҙе. Йәшкә өйләнә, имеш, тиҙәр.

И л ь я с. Кемгә өйләнә?

Х ә т и р ә. Белмәйем, улым. Кеше генә һөйләй. Ҡасан бараһың?

И л ь я с. Мәхмүткәме? Бармайым, әсәй, уға барып ашарға һорайһым юҡ. Кило ярым он өсөн баш эйгәнсе, астан үләм. Мин һораныр өсөн ҡан ҡойманым. Юҡ.

Х ә т и р ә. Эт күңеле бер һөйәк. Фронт хәлдәрен һөйләгән бул. Маҡтап ебәр, харап ярата үҫендергәндәрен.

И л ь я с. Һуғышты белгеһе килһә, барып күрһен. Минең күргем дә, һөйләгем дә, хәтергә төшөргөм дә килмәй.

Х ә т и р ә. Әллә, улым, өйләнәһеңме?

И л ь я с. Әсәй. Миңә берәү ҙә кәрәкмәй. Миңә кем килһен?

Х ә т и р ә. Ауыл тулы ҡыҙҙар. Теләгәнен һайлап ал. Кейәүҙәр етмәй шул хәҙер. Ана, Әғләмде ҡара, һуғыштан яраланып ҡайтты, ике ҡолағы ла ишетмәй, һөйләшмәй. Бына тигән ҡыҙға өйләнде, өс бала үҫтерәләр, килен тағы ла ауырлы. Тәлғәт тә өйләнде, малайҙар, ҡыҙҙар үҫтерә. Һин кемдән кәм?

И л ь я с. Өндәшмә, әсәй, миндә кәләш ҡайғыһы юҡ.

Х ә т и р ә. Ярай инде. Мәхмүткә ҡасан бараһың?

И л ь я с. Бармайым, әсәй, өгөтләмә.

Х ә т и р ә. Эй, улым, атас инде һин, һуйған да ҡаплаған.

И л ь я с. Әсәй, мин фронтта аяғымды юғалттым, һуғыш минең бәхетемде урланы. Мин Мәхмүт, тыл ҡомағы, колхоз иҫәбенә ағай-энеһен ашатһын, ҡаҙы кимерһен өсөн ҡан ҡойҙом булып сығамы? Мин хәҙер барып ашарға һорарға тейешме?

Х ә т и р ә. Улым, улар үҙҙәре килмәйәсәк. Улыҡайым, минең дә һаулығым юҡ, ҡан ҡаҡырғанымды күрәһең бит.


Тәлғәт менән Әғләм керә.


Т ә л ғ ә т. Һаумы, дуҫ? Бына, хәл белергә булдыҡ.

И л ь я с. Рәхмәт, Тәлғәт. Һаумы, Әғләм?

Ә ғ л ә м. У-у (баш бармағын күрһәтә).

Т ә л ғ ә т. Ишетмәй ул. Немойға әйләнгән. Һуғыш касафаты. Контузия!

Х ә т и р ә. Ниндәй егет ине. Ут сығарып бейер ине.

Т ә л ғ ә т. Мәхмүт мине мөдирлектән ҡыуҙы бит. Тегеңә ялыу яҙып, райком секретарына барҙым. Маҡтаны, оҡшатты, грамотный яҙғанһың, ҡайҙан өйрәндең, ти. Мин әйтәм, нужа ҡалас ашата. Эшкә саҡырҙы.

И л ь я с. Кем итеп?

Т ә л ғ ә т. Пенсия сығара торған ергә. Мин былай, кантур эшен яратмайым да. Ҡайҙа барайым, ризалаштым. Эшләп ҡарайым әле.

И л ь я с. Бар, әлбиттә, беҙҙең халыҡҡа ярҙам итерһең. Йонсоталар бит. Ҡайҙа ҡарама аслыҡ, халыҡ яланғас. Хөкүмәт нимә ҡарай? Ябай кешегә ярҙам юҡ.

Т ә л ғ ә т. Беҙ әле генә ҡаты һуғышта еңдек. Бөтә көс еңеүгә китте. Бына беҙ ҙә бер мандып китербеҙ әле. Ә һин, иптәш Ильяс, ипләп, беҙҙең хөкүмәткә тел тейҙермә. Иптәш Сталин беҙҙең өсөн бөтәһен дә эшләй. Нисауа, беҙ аҡтарҙы, фашистарҙы еңдек. Аслыҡты ла еңербеҙ! Шулай!..

Ә ғ л ә м. Ы-ы-ы.

И л ь я с. Халыҡ ас, яланғас. Мин һуғышта Германияға барып еттем. Аңлайһыңмы, дуҫ, немецтар еңелде, беҙ уларҙы ҡыйраттыҡ, ләкин мин ас немецты, хәйерсе немецты күрмәнем. Ул халыҡты беҙ нисек еңдек икән? Һаман аптырайым.

Т ә л ғ ә т. Һин ипләп, саманы юғалтма. Ишетеп ҡалмаһындар. Телеңде тый! Юғиһә... Фронтовик, инвалид тип тормаҫтар.

Х ә т и р ә. Нимә һөйләй? Уф, улым, мине уйла.

И л ь я с. Мине ҡурҡытмағыҙ. Ҡурҡыуҙы үттем инде мин.

Т ә л ғ ә т. Эш ҡурҡыуҙа түгел. Эш ғәҙеллектә. Һин, иптәш, ни өсөн беҙҙең дәүләткә һүҙ тейҙерәһең? Һинең гражданлыҡ намыҫың ҡайҙа? Беҙ — коммунизм төҙөй торған халыҡ.

И л ь я с. Беҙҙең дәүләт үҙ халҡын туйҙыра ла алмай. Кейендерергә лә ҡулынан килмәй. Нимә, мин халыҡты бөлдөргән илде маҡтарға тейешме? Не выйдет! Не дождетесь!

Т ә л ғ ә т. Әлеге ауырлыҡтар ваҡытлыса ғына. Беҙ уны еңәсәкбеҙ. Бөтә ил бер төптән коммунизм төҙөй, беҙҙе алда яҡты, етеш, бай киләсәк көтә. Ә һин беҙҙең сафтарҙы тарҡатма, яҡты маҡсаттарға бысраҡ яҡма.

И л ь я с. Ә мин коммунизмды күреп ҡайттым.

Т ә л ғ ә т. Ҡайҙа?

И л ь я с. Германияла. Немецтар унда күптән коммунизм төҙөгән. Бай, етеш йәшәйҙәр, тормоштары яҡты һәм мул. Беҙ фашистарҙы еңдек, емерҙек, өйҙәрен яндырҙыҡ, ҡыйраттыҡ, ҡатындарын көсләнек, ләкин улар барыбер коммунизмда йәшәй. Беләһеңме, дуҫ, коммунизмда.

Т ә л ғ ә т. Ысынлапмы? Мин ней Германияға барып етмәгәс. Уларҙың коммунизмы нисек була инде?

И л ь я с. Белмәйем. Был һорауыңа мин яуап бирә алмайым. Ҡулымдан килмәй, башым етмәй, зиһенем көсһөҙ. Шулай, дуҫ.

Т ә л ғ ә т. Был һүҙҙәреңде онот. Башҡа кешегә һөйләмә! Үтенеп һорайым.

Х ә т и р ә. Улыҡайым, алып китерҙәр.

И л ь я с. Алып китһендәр. Бер аяҡ менән мин алыҫ китә алмайым. Үҙҙәре килеп алһын.


Урамда туй ҡыңғырауҙары. Өйҙәгеләр һиҫкәнә.


Х ә т и р ә. Кем өйләнә, ишетмәгәйнем?

Т ә л ғ ә т. Кем булһын, Мәхмүт ҡотора. Тағы түшәк яңырта. Йыл аша әйләнә, малай, бына кемгә хөрриәт хәҙер.

И л ь я с. Кемгә өйләнә?

Т ә л ғ ә т. Кемгә булһын...


Өндәшмәйҙәр.


Х ә т и р ә. Ҡайғырма, улым, өндәшмә. Өндәшмәгеҙ!

И л ь я с. Нуриямы? Нурияны алып киттеләрме? Нурия!!

Х ә т и р ә. Улым, улыҡайым. Һин мине ташлама, йәшә, минең өсөн йәшә, улыҡайым. Миңә күп ҡалмағандыр.

Т а у ы ш. Һиңә ошо тормош кәрәкме? Тап ошо ҡайғыларҙы күрергә теләгәйнеңме?

И л ь я с. Юҡ! Юҡ, кәрәкмәй. Мин еңеүгә тиклем йәшәргә теләйем. Минең йәшәгем килә...

Т а у ы ш. Эх, һалдат, нимәгә кәрәк ул еңеү һиңә. Эйе, һеҙҙекеләр еңәсәк. Бына һеҙҙең ауыл. Күрәһеңме, кемдәр эшләй. Ҡарт-ҡоро, бала-саға. Ана, әсәйең килә. Уға ял итергә, дауаланырға кәрәк. Ә ул һаман баҫыуҙа.


Хәтирә керә.


Х ә т и р ә. Улым, һин ир кеше, ныҡ бул. Миңә һинең менән бәхилләшергә ваҡыт етте. Күңелем һиҙә, миңә китергә ваҡыт.

И л ь я с. Әсәй, нимә һөйләйһең? Һиңә йәшәргә кәрәк.

Х ә т и р ә. Бик йәшәр инем, улым, булмай. Ғәфү ит, ҡулымдан килмәй. Йәнем сығып килә. Бер генә үкенесем бар, һине ҡалдырам. Ә мин йәшәргә, оҙаҡ йәшәргә, ейән-ейәнсәрҙәремде бәүетергә теләгәйнем. Хуш, улым, бәхил бул (сыға).

И л ь я с. Әсәй, әсәй. Китмә, мине ҡалдырма?

Т а у ы ш. Тыныслан, улым, һинең әсәйең изгеләр затынан ине. Уны бында, ожмахта көтәләр.

И л ь я с. Үтенеп һорайым, әсәйемде тере ҡалдыр. Мин уға ҡартайғансы ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә, бурысымды ҡайтарырға теләйем.

Т а у ы ш. Әсәң алдында бурысың күп. Ләкин уны ҡайтара алмаҫһың. Минең ҡөҙрәтем киң, ләкин һин теләгәнсә түгел. Әсәйеңдең тәҡдире шул. Ул үлемгә дусар ителгән. Ғәфү ит, улым, дөрөҫөн әйтәм, минең ҡулымдан килмәй. Һинең әсәйең ожмахтың иң яҡты, иң йылы урынында тыныслыҡ табасаҡ. Һинең тыумаған улдарыңды, ҡыҙҙарыңды бәүетәсәк, һин көткән ейән-ейәнсәрҙәреңде яратасаҡ.

И л ь я с. Ни өсөн? Ни өсөн мине мәхрүм итәһең? Әллә мин өйләнмәйемме? Ни өсөн? Мин ҡатын-ҡыҙҙың ҡулынан да тотоп ҡарағаным юҡ. Нурия миңә ҡулын да тоттормай ине.

Т а у ы ш. Өйләнәсәкһең. Уныһы һинең эш.

И л ь я с. Кемгә?

Т а у ы ш. Белергә теләйһеңме? Бик кәрәкме? Үкенмәҫһеңме?

И л ь я с. Эйе. Хәйер... Күрһәт. Кем ул? Беләйек.

Т а у ы ш. Ҡара уны, миңә үпкәләйһе булма? Үҙең һораның. Мин һиңә күрһәтәм генә.


Һәҙиә килеп сыға.


И л ь я с (һиҫкәнә). Һин нимә? Әллә мине мыҫҡыл итәһеңме. Ул бит һүгенә, эсә, тиҙәр. Ҡатын-ҡыҙға ла оҡшамаған. Етмәһә, һуғыша икән, бер көн Әхмәҙейҙе туҡмап ташланы. Мин был ҡатынға бер ваҡытта ла өйләнмәйәсәкмен. Бер ваҡытта ла...

Т а у ы ш. Өйләнерһең... Өйләнмәй, ҡайҙа бараһың. Һиңә кем килһен. Уны бит Мәхмүт йыл һайын урман ҡырҡырға ебәрә ине. Кеше кәрәк. Хужа үҙе бармаҫ бит инде. Ә был бисараның яҡлаусыһы юҡ. Урманда эсергә, урыҫса һүгенергә, һуғышырға өйрәнде. Ғәйебе юҡ уның. Ана, үҙе килә.


Һәҙиә менән Ильяс.


Һ ә ҙ и ә. Тәҙрәңдә ут яна. Ҡайҙа әле, мин әйтәм, һалдаттың хәлен беләйем. Әсәйең үлгәс, ҡыйындыр инде.

И л ь я с. Уныһы һинең эш түгел. Һине кем саҡырҙы, иҫерек баш.

Һ ә ҙ и ә. Эсһә, һинекен эсмәнем. Үҙемдекен. Мине кем саҡырһын, үҙем килдем. Ишегең асыҡ, килдем дә керҙем. Ай-һай, ҡалай уҫал. Ә миңә әсәһенә оҡшаған, йыуаш тигәйнеләр.

И л ь я с. Сығып кит, мин һине көтмәй инем.

Һ ә ҙ и ә. Һөрәнләмәй тор. Ҡайһылай насар йәшәйһең? Бысраҡ, себен, һауыт-һабаңды кем йыуа? Өйләнер инең, харап булаһың бит.

И л ь я с. Кемгә өйләнергә? Әллә һиңәме, алйот?

Һ ә ҙ и ә. Ә ниңә, мин кемдән кәм? Мине ҡатын түгел тип уйлайһыңмы әллә. Ҡара, мин башҡаларҙан һис тә кәм түгел. Оялма, ҡара, күргәнең, тотоп ҡарағаның бармы?

И л ь я с. Кит бынан, иҫерек баш.

Һ ә ҙ и ә. Ярай, ҡыума, китермен. Бына өйөңдө генә йыйыштырам, ҡаҙаныңды ғына йыуам да.

И л ь я с. Кәрәгең бар ине.

Һ ә ҙ и ә (теҙләнә). Ильяс, Ильясҡайым, һин бит минең хәлемде белмәйһең. Йыл һайын, яңғыҙ булғас, урман ҡырҡырға ебәрәләр. Мәхмүт мине ебәрмәй, Нурияһын ебәрмәҫ инде. Минең яҡлаусым юҡ. Урман барактарында күпме бет һимертергә була. Үләм мин унда. Килеп урман ҡырҡыусы ирҙәр аяп тормай. Инвалидтың ҡатынын ебәрмәҫтәр ине. Үкенмәҫһең, мин һиңә һәйбәт ҡатын булырмын, һине ҡарармын.

И л ь я с. Кит бынан, алкаш, хәҙер мин һине.

Һ ә ҙ и ә. Туҡма, үлтер, мин барыбер ошонда ҡалам. Мин бит ҡатын-ҡыҙ, эсеүҙе ташлайым, һиңә үҙең һымаҡ матур малайҙар табып бирәсәкмен. Мин һинең балаларыңа әсәй булырға теләйем.

И л ь я с. Һәҙиә. Һәҙиә.

Һ ә ҙ и ә. Ильяс, һин үкенмәйәсәкһең.

И л ь я с. Һәҙиә, мин һине оҙаҡ көттөм.

Һ ә ҙ и ә. Ильяс, беләһеңме, мин туй яһарға теләйем.

И л ь я с. Кит, бушты. Ниндәй туй һөйләйһең?

Һ ә ҙ и ә. Ысын туй. Кешеләр саҡырып. Бына шулай (карауаттан селтәр алып ябына), бик матур туй буласаҡ. Туй, туй буласаҡ! (Шешә сығара). Әле беҙгә әсе. Нишләп был тормош әсе.

И л ь я с. Әсе, беҙгә бик әсе. Кемгә тәмле был тормош. Ҡой, тултырып ҡой.

Һ ә ҙ и ә. Ҡоям, Ильясҡайым, ҡоям (иҫерә).

Т а у ы ш. Һеҙ бәхетле йәшәйәсәкһегеҙ. Әлегә.

И л ь я с. Ни өсөн әлегә?

Т а у ы ш. Минең ғәйебем юҡ. Һин кемгә өйләнгәнеңде белә инең. Һиңә ошо тормош кәрәкме?

И л ь я с. Юҡты һөйләмә! Мин һиңә ышанмайым. Һин теләгәнсә, һин юрағанса булмаясаҡ. Мин эсеп харап булмаясаҡмын. Рауза инәй ноҡот һалды, мин уҡыясаҡмын, мин ҙур кеше буласаҡмын. Мин иң матур ҡыҙға өйләнәсәкмен. Беҙҙең малайҙар үҫәсәк. Барыбер мин теләгәнсә буласаҡ. Миңә кешеләр һоҡланасаҡ, көнләшеүселәр ҙә табыласаҡ.

Т а у ы ш. Эх, һалдат, һин теләгәнсә булмаҫ шул.

И л ь я с. Ни өсөн!

Т а у ы ш. Сөнки һин йәшәгән тормошта быға өлгәшеү мөмкин түгел.

И л ь я с. Ә һин миңә ярҙам ит. Мин тырышырмын.

Т а у ы ш. Булмай шул, улым, булмай.

И л ь я с. Ә һин ҡайҙан беләһең? Кем һин ул хәтле? Беләм, имеш, булмай, имеш. Аллаһы Тәғәлә түгелһеңдер бит?

Т а у ы ш. Һин яңылыштың, мин Аллаһ түгел.

И л ь я с. Кем һуң һин? Ниңә минең башты әйләндерәһең?

Т а у ы ш. Аллаһ юҡ бында. Ул мине ебәрҙе. Бар, ярҙам ит, тине.

И л ь я с. Әйт, кем һин?

Т а у ы ш. Әйтһәм әйтәйем. Мин — Ғазраил. Һинең йәнеңде алырға килдем.

И л ь я с. Ә, Ғазраил. Әгәр Ғазраил булһаң, суҡынып кит. Алдаҡсы!

Т а у ы ш. Һүгенмә, һалдат, һиңә килешмәй. Мин фәрештә дәрәжәһендә бит әле.

И л ь я с. Һинән ниндәй фәрештә сыҡһын, иблис һин, кешеләрҙең йәнен ҡыйып йөрөйһөң. Мине ҡорбан итергә теләйһең. Ә мин һиңә барыбер ышанмайым.

Т а у ы ш. Эйе, һине йәлләгәнгә күрә, һинең гонаһһыҙ, яфаланмай, интекмәй үлеүеңде теләйем. Тормош тип аталған хәшәрәт урынға, ялған, нәфрәт, бер-береңде күрәлмаусылыҡ, һуғыш, ҡан-ҡойош тулы донъяға ҡайтып, һинең интегеп йәшәүеңде теләмәйем. Улар бит һине йәлләп торманы, аяманы, ут эсенә, аҙым һайын әжәл һағалаған — мина яланы аша үлемгә ҡыуҙы.

И л ь я с. Ғазраил! Кит бынан, мине ҡурҡытма, мин барыбер йәшәйәсәкмен. Йәшәйәсәкмен, оҙаҡ һәм бәхетле йәшәйәсәкмен. Ышанмайым мин һиңә. Юҡ һин донъяла. Аллағыҙ ҙа, динегеҙ ҙә юҡ. Мин — комсомол, дингә ышанмайым.

Юҡтырһың да Аллаһ!

Әгәр булһаң,

Сабыр итмәҫ инең был эшкә.

Т а у ы ш. Ипләп, улым, сеү, тыныслан.

И л ь я с. Мине ҡотҡара, йәнәһе, табылған изгелекле ғазраил. Кит, юғал күҙ алдымдан. Хәҙер мине санитарҙар килеп табасаҡ. Госпиталгә оҙатасаҡ. Мин иҫән ҡаласаҡмын.

Т а у ы ш. Һаман аңламайһың! Һин — инвалид, һин берәүгә лә кәрәк түгел.

И л ь я с. Мин ҡатыныма кәрәк. Оноттоңмо ни, Һәҙиә бар бит!


Һәҙиә керә.


Һ ә ҙ и ә. Ильяс, һиңә әйтергә ҡурҡып тик йөрөйөм...

И л ь я с. Ни булды, әйт?

Һ ә ҙ и ә. Әллә, үҙем дә ышанып бөтмәйем.

И л ь я с. Ниңә аптыратаһың?

Һ ә ҙ и ә. Беҙҙең балабыҙ буласаҡ, Ильяс.

И л ь я с. Ысынлапмы? Бына, көтмәгәндә. Шәп, мин бик шат. Ниңә йәшереп йөрөйһөң? Уртаҡ шатлыҡ бит.

Һ ә ҙ и ә. Белмәйем. Әллә нимә әйтерһең һымаҡ.

И л ь я с. Дуҫтар менән уртаҡлашыр, геүләтеп йыуыр шатлыҡ был. Бына бер ярты. (Өҫтәлгә араҡы ултырта). Әйҙә, йыуайыҡ, һөйөклөм.

Һ ә ҙ и ә. Юҡ (араҡыны алып ҡуя), йыумайбыҙ. Миңә ярамай.

И л ь я с. Тимәк, миңә лә ярамай. Тик бер шартым бар.

Һ ә ҙ и ә. Ниндәй?

И л ь я с. Малай булһын, мин малай булыуын теләйем. Ҡәҙерлем, беҙгә малай кәрәк.


Шаршау


ИКЕНСЕ ШАРШАУ


И л ь я с. Ишеттеңме, Ғазраил, минең балам тыуасаҡ. Тормош дауам итә. Мин уны үҫтерергә теләйем. Мин еңеү өсөн ҡан ҡойҙом, аяғымды юғалттым. Минең хаҡым бар, еңеү емештәрен татып ҡарарға теләйем.

Т а у ы ш. Мин ҡаршы түгел. Һинең быға хоҡуғың бар. Белмәйем, һиңә еңеүҙең татлы емештәрен татытырға рөхсәт итерҙәрме икән? Башҡалар. Шуны бел, мина яланы аша атакаға барыусылар күп ҡалманы. Һеҙ еңгән немец фашистары һуғыштан һуң һеҙгә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ йәшәйәсәк. Уларға, еңелгәндәргә, дәүләт ғүмерҙәренең аҙағына тиклем ҡәҙер-хөрмәт күрһәтәсәк. Ә һеҙ һуғыштан һуңғы хәйерселектән, юҡлыҡтан, фәҡирлектән, һуғыш яраларынан, төрлө сирҙәрҙән, ауыр эштән, эскелектән йонсоп, интегеп йәшәйәсәкһегеҙ. Ана, күрәһеңме, һиңә кем килә?

И л ь я с. Кем ул? Уға нимә кәрәк?

Т а у ы ш. Таныныңмы? Шуны бел, Мәхмүт мин түгел, һине аяп, өгөтләп тормаҫ. Хәйер, ҡарайыҡ.


Ильяс менән Мәхмүт.


М ә х м ү т. Ильяс, һаумы? Хәлдәр нисек?

И л ь я с. Һаубыҙ. Йәшәп ятабыҙ. Нимә кәрәк?

М ә х м ү т. Миңә бер ни ҙә кәрәкмәй. Ә бына һиңә кәрәк. Уттай эш ваҡыты. Кеше етмәй. Бер кешене ҡырҡҡа бүлер заман. Ә һин өйҙә ятаһың. Ниңә эшкә сыҡмайһың? Иген тейәргә келәткә сыҡ!

И л ь я с. Минән ниндәй эшсе сыҡһын? Мин һуғыш инвалиды.

М ә х м ү т. Һин — һуғыш инвалиды? Ә мин инвалид түгелме, көнө-төнө эштә? Бына ҡулымды ҡара (һул ҡулын күрһәтә), пуля тишеп сыҡты. Хәйбулла, ана, ҡулһыҙ ҡайтты, аҡтарып бесән саба. Беләһеңме, пинжәк еңен салғы һабына бәйләп ала ла геүләтә генә. Ике ҡуллыларҙы еткермәй. Ә минең Тимербай ҡорҙаш, аяғы төптән юҡ, һин дә мин эшләп йөрөй, ҡарауылға ла сыға, келәттә лә йөрөй, ферманан да баш тартмай. Әғләм ҡарауылда йөрөй. Ул да инвалид, һөйләшмәй, ишетмәй!

И л ь я с. Уның алты балаһы бар. Сыҡмай, ҡайҙа китһен. Миңә пенсиям етә, яңғыҙ башым, артығы кәрәкмәй. Әйткәндәй, мин яуҙа үлемде, яраларҙы күп күрҙем. Һалдаттың йә башына, йә күкрәгенә пуля тейә торғайны. Һин бит сәйер яра алғанһың. Һул ҡулға. Ундайҙарҙы беҙҙә ата торғайнылар. Еүеш сепрәк һалдыңмы, әллә котелок аша аттыңмы?

М ә х м ү т. Телеңде тый, юғиһә...

И л ь я с. Ҡурҡытма. Мин ҡурҡыуҙы үткән инде.

М ә х м ү т. Ана, Жуковты бөгәрләп тыҡтылар, еңеүсе, полководец, имеш. Хәҙер тыны ла сыҡмай. Мәскәүҙә маршалдың, ишетәһеңме, маршалдың ауыҙын яптылар. Ә һине, һалдат, кәрәкһә, иҙәсәкбеҙ. Хәҙер егеттәргә ҡушам. Һытып һалып ҡуясаҡбыҙ. Бында һиңә фронт түгел, унда һине ашаталар ине. Ә беҙҙә үҙең эшләп аша. Кем эшкә сыҡмай? Утын, иген бирмәҫкә, картуф баҡсаһын һөрҙөрмәҫкә, малын көтөүгә ҡушмаҫҡа, электр сымын өҙөргә! Һуғыш күптән бөттө, оноторға ваҡыт, хәҙер эшләргә кәрәк. Эшләргә, дәүләткә ит, һөт, иген кәрәк.

И л ь я с. Һуғыш бөттө тиһеңме. Аңлашылды. Ысынлап та, һуғыш күрмәгән кешегә оҡшап тораһың шул. Һинең һымаҡтарҙы беҙ ата торғайныҡ. Әгәр һин беҙҙең һымаҡ, ун һигеҙ йәшеңдә танкыларға, автомат, пулемет утына ҡаршы мина яландары аша һөжүмгә күтәрелһәң, снаряд шартлауҙарынан ҡотолорға теләп ергә һылашһаң, тыныс тормошта күпме рәхәтлектәр күрмә, ләззәт кисермә, һинең өсөн һуғыш бер ҡасан да тамамланмаясаҡ. Тимәк, һинең өсөн һуғыш булмаған. Юғал, күҙ алдымдан, әҙәм аҡтығы.

М ә х м ү т. Но, но, герой. Ярай, күрһәтермен әле мин һиңә. Ҡара уны, аҡһаҡ батыр.

И л ь я с. Ҡурҡытма.


Һәҙиә керә.


М ә х м ү т. Улайһа, келәткә иген тейәргә ҡатының сыға. Ә һин өйөңдә ят, һалдат.

И л ь я с. Һәҙиә бер ҡайҙа ла бармай.

Һ ә ҙ и ә. Ильяс...

М ә х м ү т. Бармай ҡараһын. Шуны ишет, әгәр ҡатының хәҙер үк эшкә сыҡмаһа, һеҙҙең өйҙән электр утын өҙҙөртәм. Әйттем — бөттө!


Мәхмүт сыға.


И л ь я с. Бер ҡайҙа ла бармайһың!

Һ ә ҙ и ә. Ильяс, ни хәл итәйем. Утты өҙә бит. Утты! Ул үсләшһә туҡтай белмәй.

И л ь я с. Өйҙән бер аҙым да атламайһың. Һиңә ярамай.

Һ ә ҙ и ә. Ильяс, ҡәҙерлем, мин ипләп кенә, һаҡланып ҡына.

И л ь я с. Бармайһың.


Һәҙиә тоҡ күтәрә.


Һ ә ҙ и ә. Мин ипләп кенә, һаҡлап ҡына. Әҙ-әҙләп кенә...


Һәҙиә ергә эйелеп сыға.


И л ь я с. Һәҙиә!.. Һин нимә эшләнең? Ни өсөн?

Т а у ы ш. Күрҙеңме? Уның ҡарауы тәҙрәгеҙҙә ут янасаҡ. Һиңә шул тормош кәрәк инеме?


Шаршау


Тәлғәт менән Әғләм керә.


Т ә л ғ ә т. Ильяс дуҫ, мине әпәт эштән ҡыуҙылар.

И л ь я с. Һине элек үк ҡыуырға тейештәр ине. Ни эшләптер ошоға тиклем тоттолар әле. Ғәжәпләнәм...

Т ә л ғ ә т. Юҡты һөйләмә. Ниңә мине ҡыуырға тейештәр?

И л ь я с. Һин бит түрә, чиновник, дәүләт мәнфәғәтен яҡларға тейешһең, ә һин кешеләрҙе хәстәрләп ултырҙың. Шәрғиә ҡарсыҡҡа пенсия юллағанһың. Дүрт балаһы һуғышта ҡалған әбей, асҡа үлергә тейеш ине. Дәүләтбайға пенсияһын арттырғанһың. Ул бит ғүмер буйы алтын йыуҙы, илде байытты, артель таралғас, бер ҡағыҙһыҙ ҡалған, ә һин уға ярҙам иткәнһең. Һин дәүләткә файҙанан бигерәк зыян килтергәнһең. Ундайҙар кемгә кәрәк. Әйткәндәй, үҙеңә пенсия юлланыңмы әле?

Т ә л ғ ә т. Юҡ шул.

И л ь я с. Нимә тиҙәр?

Т ә л ғ ә т. Яраланғандан һуң үҙең дауаланып ятҡан госпиталдең адресын ебәр тип яҙғандар. Ҡайһы ҡалала, ниндәй урамда, нисә ҡатлы, ниндәй төҫкә буялған бина тип һорағандар.

И л ь я с. Яҙҙыңмы?

Т ә л ғ ә т. Яҙҙым, бысағымды. Ҡалала тиҫтәләгән госпиталь ине. Тәүҙә береһендә яттым, икенсеһенә күсерҙеләр...

И л ь я с. Шунан?

Т ә л ғ ә т. Шунан, тип... Әллә тағы күсерҙеләр, әллә фронтҡа киттем. Онотҡанмын. Дуҫ, үҙең беләһең, контузиянан һуң баш ике-өскә ярылып, геүләп тик тора. Һис хәтерләмәйем. Ҡайҙан иҫләйем, мин бит хәҙер үҙемә биш бала табып биргән бисәмдең исемен дә онотоп ҡуям. Миңә белешмә нимәгә? Ҡара, рентген ҡағыҙы, мина ярсыҡтары үпкәлә миҙал һымаҡ эленеп тора. Мин бит уларҙы аш менән йотмаған, аш менән йотһам, ашҡаҙанға эләгерҙәр, аҙаҡ, ваҡыты еткәс, төшөр ине. Ә былар тора, һаман тора... Ә миңә пенсия юҡ.

И л ь я с. Булмаясаҡ та... Ниңә түрәләрҙе фашлап ялыу яҙаһың? Башҡа эшең юҡмы ни?

Т ә л ғ ә т. Кеше өлөшөнә ҡул һонғандарҙы яратмайым. Ленин бабай беҙҙе тоғро һәм намыҫлы йәшәргә өйрәтте.


Һәҙиә ҡайтып керә һәм өҫтәлгә араҡы ултырта.


Һ ә ҙ и ә. Яуҙаштарға сәләм.

Т ә л ғ ә т. Ныу, дуҫ, эт бәхетле әҙәм һин. Ауылдың иң сибәр, иң көслө, иң аҡыллы, иң йомарт ҡыҙын эләктерҙең.

И л ь я с. Ысынлапмы?

Т ә л ғ ә т. Билләһи. Юғиһә үҙем эләктерә инем. Һин, Һәҙиә, дуҫты мәхрүм итмә.

Һ ә ҙ и ә. Былай ҙа Ильяс тип өлтөрәп торам.

Т ә л ғ ә т. Ҡыу йөрөмә, ике-өс малай табып бир, Ильясты вариҫһыҙ ҡалдырма. Өйөгөҙгә йәм инер...


Һәҙиә сығып китә.


И л ь я с. Иң һыҙлаған яраһына ҡағылдың.

Т ә л ғ ә т. Бала табырға теләмәйме?

И л ь я с. Бик теләй, юҡ шул. Йөрөмәгән әбей-һәбей, врач ҡалманы. Ауыр күтәргәнһең, эсең төшкән, тиҙәр. Бер көн утын ҡырҡтыҡ, бынау йыуанлыҡ бүрәнәне зыйлатып әйләндерә. Күҙ эйәрмәй...

Т ә л ғ ә т. Бүрәнә тәгәрләтеү бисәләр эшеме ни?


Тәлғәт китап сығара.


И л ь я с. Һаман уҡыйһың икән?

Т ә л ғ ә т. Ленин томдарын вис уҡып сыҡтым. Тәки таба алмайым.

И л ь я с. Нимә эҙләйһең?

Т ә л ғ ә т. Беҙҙе алдағандар, икенсе юлдан алып киткәндәр. Теге ваҡыт һин дөрөҫ әйткәнһең. Коммунизм беҙҙә булмаясаҡ.

И л ь я с. Сеү! Бушты һөйләмә. Беҙҙе кемдәр алдаған?

Т ә л ғ ә т. Өҫтәгеләр. Беҙгә, моғайын, тағы бер революция булыр ул.

И л ь я с. Ауыҙыңды үлсәп ас. Үҙеңде ябып ҡуймаһындар тағы.

Т ә л ғ ә т. Ябып ҡараһындар.

И л ь я с. Унда ҡарап тормаҫтар. Пенсияңды алдыңмы әле?

Т ә л ғ ә т. Кем миңә пенсия бирһен? Ана, беҙҙең пенсия зыярат эсендә.

И л ь я с. Ҡабаланмай тор. Йәшәйһебеҙ бар әле.

Т ә л ғ ә т. Ысын әйтәм, беҙҙе алдағандар. Коммунизм беҙгә не грозит. Эх, дуҫ, ә мин һиңә теге ваҡыт ышанмағайным. Немецтәр коммунизмда йәшәй тигәс, һине яңылыша башлаған тигәйнем.

И л ь я с. Белмәйем. Коммунизммы, социализммы, аңламаным. Улар, еңелгән фашистар, яҡшы йәшәй ине. Тормоштары бөтөн, тамаҡтары туҡ.

Т ә л ғ ә т. Ә ни өсөн беҙ фәҡир? Бер көн магазинға керҙем, кәнфит ал тип ҡыҙым эйәрҙе. Кәштә тулы араҡы ла консерва. Ә балаға кәнфит юҡ. Ошомо ғәҙеллек, беҙме еңеүселәр. Бына, Әғләм, балаларына кейергә ыштан юҡ. Шул да булған тормош. Әйт, Әғләм.

Ә ғ л ә м. Е... ы... ы... (Бот саба).

И л ь я с. Былай йәшәргә ярамай. Беҙҙә күтәрелерҙәр ул. Ваҡыты етте, күтәрелерҙәр.

Т ә л ғ ә т. Нисек күтәрелерҙәр? Өйрәт.

И л ь я с. Халыҡты күтәрерҙәр. Салауат Юлаев һымаҡ. Власты алыштырырҙар, урындарҙа халыҡтың тормошон яҡшыртыуҙы талап итерҙәр.

Т ә л ғ ә т. Беҙҙең ҡулдан килерме икән? Ай-Һай?

И л ь я с. Гәзиттән уҡыным. Сит илдәрҙә шулай итәләр икән. Власть насар эшләһә, бәрә лә төшөрәләр. Ябай халыҡ файҙаһына тырышҡандарҙы ултырталар. Ҡайҙан башлайбыҙ?

Т ә л ғ ә т. Әлбиттә, ауылдан. Давай, беҙ ҙә иң тәүҙә Мәхмүтте осорайыҡ, колхоздыҡын күпме ташырға була. Бәреп төшөрәбеҙ. Әғләм, һин беҙҙең менәнме?

Ә ғ л ә м. И... ы...

И л ь я с. Тағы кемдәрҙе саҡырабыҙ?

Т ә л ғ ә т. Беҙ ҡуҙғалһаҡ, башҡалар ҡушылыр. Беҙ бит халыҡ өсөн тырышабыҙ.

И л ь я с. Ҡурҡмаҫҡа, сигенмәҫкә. Килегеҙ, ант итәйек.


Өсәүләп баҫалар.


— Ант итәбеҙ! Ант итәбеҙ!


Шаршау


Т а у ы ш. Мин һине туҡтата алмайым. Һин һаман үҙеңсә йәшәргә ынтылаһың. Шуны бел, әле һин ҡылғандар — елгә ҡаршы барыу. Аҙаҡ үкенергә тура килмәгәйе.

И л ь я с. Үкенеүҙән үттек беҙ. Күпме ҡурҡып йәшәргә мөмкин?

Т ау ы ш. Һине туҡтатыу минең эш түгел. Ярай, үҙеңсә йәшәп ҡара. Әҙер бул, һине ауыр һынауҙар көтә. Мин һиңә түҙемлек, дошмандарыңа миһырбанлыҡ теләйем.


Шаршау


— Асығыҙ! Тиҙ булығыҙ!

— Емер ишеген.


Ике милиционер эйәртеп Мәхмүт керә.


М ә х м ү т. Әһә, йылылай ғына эләктерҙек.

И л ь я с. Нимә булды? Кем саҡырҙы һеҙҙе?

М ә х м үт. Саҡырманылар. Үҙебеҙ килдек. Һеҙгә шикәйәт бар.

И л ь я с. Кемдән?

М ә х м ү т. Ниһайәт, һиңә лә сират етте. Йыйын, халыҡ дошманы.

И л ь я с. Мин ниндәй дошман булайым.

М ә х м ү т. Беҙгә бөтәһе лә билдәле. Һин Тәлғәт дуҫың менән халыҡты баш күтәрергә, власҡа ҡаршы өндәгәнһең. Беҙҙең бөйөк партияға, юлбашсыларға ғәйеп ташлағанһығыҙ. Дуҫын керетегеҙ бында.


Ике милиционер Тәлғәтте алып керә.


Т ә л ғ ә т. Ильяс, дуҫҡайым, ғәфү ит.

И л ь я с. Һин беҙҙе...

Т ә л ғ ә т. Юҡ, юҡ, мин түгел. Улар барыһын да белә.

И л ь я с. Кем?


Ҡараңғы мөйөштән Әғләм күренә.


Т ә л ғ ә т. Ул. Ул бөтәһен дә яҙып йөрөгән.

И л ь я с. Булмаҫ. Ул бит һаңғырау, ишетмәй, һөйләшмәй. Булмаҫ. Ышанмайым. Юҡ.

Т ә л ғ ә т. Алдаған. Беҙҙе алдап йөрөгән. Балаларым, балаларым ҡала.

И л ь я с. Ышанмайым. Әғләм, әйт, был төштөр.

Ә ғ л ә м. Төш түгел. Мин бөтәһен дә һөйләп бирҙем.

И л ь я с. Тимәк, һин беҙҙе һаттың?

Ә ғ л ә м. Миңә балаларымды ашатырға кәрәк. Ашатырға кәрәк, кейендерергә кәрәк.


Шаршау


Т а у ы ш. Һеҙҙе һындырырға тырышасаҡтар. Һеҙ һынмаҫһығыҙ, ләкин бөгөләсәкһегеҙ. Тәлғәтте йүләрҙәр йортона оҙатасаҡтар, һин бер йылдан амнистия менән ҡайтырһың. Һин ҡайтҡансы Һәҙиә үләсәк, шешә ҡосаҡлап.

И л ь я с. Юҡ, юҡ! Булмаҫ!

Т а у ы ш. Әғләмгә өй һалып бирәсәктәр. Ҙур итеп. Ҡаланан фатир аласаҡ. Малайҙары, ҡыҙҙары уҡырға инәсәк. Ватан үҙенең тоғро улдарын онотмай. Ә һеҙ үҙегеҙҙе тоғролар исемлегенән һыҙып ташланығыҙ. Һиңә ошо һынауҙар, ғазаптар кәрәкме? Һуңғы тапҡыр һорайым, үтенәм, ялбарам, әйҙә, минең менән. Һиңә ожмахта урын әҙер. Юғиһә, үҙем алып китәм.

И л ь я с. Ғазраил, мине ҡорбан итергә һинең ҡулың бармаҫ. Минең берәүгә лә зыяным тейгәне булманы.

Т а у ы ш. Ярай, улайһа, мин һине тағы бер тапҡыр киҫәтәм. Һуңынан һуғышта йән бирергә риза булмаған өсөн үкенергә тура килмәһен. Ана, таныйһыңмы, һин китеп бараһың, ағас аяғыңды асфальт юлға бәреп-бәреп алаһың. Автобус туҡталышына атлайһың, түшеңдә ике миҙал сыңлай, ҡулда таяҡ. Әлбиттә, автобус өсөн билет алып тороу кәрәкмәй, һиңә буш йөрөргә мөмкин. Билеттар һатылып бөткән, урындар ҙа буш түгел. Һин мөлдөрәп йәштәрҙең күҙенә ҡарайһың. Улар ситкә ҡараған, һине улар күрмәмеш, үҙ-ара һөйләшәләр, көлөшәләр, музыка тыңлайҙар. Һин, һалдат, ошо балалар бәхетле һәм туҡ йәшәһен өсөн ҡан ҡойҙоң. Өмөтләнмә, улар һиңә урын тәҡдим итмәйәсәк. Көтмә. Көс-хәл менән барып еттең, тәүҙә парикмахерға кереп сыҡтың, мунса индең. Кафеға кереп йөҙ грамм эстең, ашап алдың.


Ильяс китеп бара.


И л ь я с. Донъяһы түңкәрелеп киткере. Ҡәбәхәттәр. Әрәмтамаҡтар. Быларҙы һуғыш утына тығып алырға ине.


Саматов күренә.


С а м а т о в. Гражданин, ниңә һөрәнләйһең?

И л ь я с. Кем һөрәнләй? Еп бишмәт. Мат яғаңды.

С а м а т о в. А ну-ка, стой. Ниңә һүгенәһең? Етмәһә, иҫерек. Әйҙәгеҙ минең менән.

И л ь я с. Бер ҡайҙа ла бармайым. Миңә автовокзалға кәрәк. Ауылға.

С а м а т о в. Өлгөрөрһөң. (Һуға).


Һөйрәкләп бүлексәгә керетә.


Л е й т е н а н т. Нимә булды?

С а м а т о в. Иҫерек. Урам тултырып һүгенеп килә.

Л е й т е н а н т. Документтарың бармы?

И л ь я с. Нимә?

Л е й т е н а н т. Документтарығыҙҙы күрһәтегеҙ.

И л ь я с. Бына минең документ (таяҡ менән протезына һуға). Һуғыштан биреп ҡайтарҙылар. Йыл һайын берҙе туҙҙырам.

Л е й т е н а н т. Ҡайҙан килдегеҙ?

И л ь я с. Миңлебайҙан.

С а м а т о в. Әйтәм ҡайҙалыр күргән һымаҡ булам. Мәхмүт ағайым һөйләгәйне. Көмөшкәсе. Колхозда эшләмәй.

Л е й т е н а н т. Ниңә килдегеҙ? Эсергә, урамда һүгенеп йөрөргәме? Ошоларҙы Миңлебайҙа ғына эшләп булмай инеме?

И л ь я с. Теге мин... Мунса индем.

Л е й т е н а н т. Нимә, һеҙҙә әллә мунса юҡмы?

И л ь я с. Кафеға кереп сыҡтым. Һуңынан йөҙ грамм.

С а м а т о в. Кафеға кереп төшөрөп сыҡҡан. Ә миҙалды ҡайҙан урланың? Кемдән һалдырҙың?

И л ь я с. Ал бысраҡ ҡулдарыңды, ҡәбәхәт, хәҙер ауыҙыңа һуғам.

С а м а т о в (Һуға). Һуғып ҡара.

Л е й т е н а н т. Саматов! Ниңә һуғаһың? Һуғыш ветераны икәне күренеп тора бит.

С а м а т о в. Ветеран. Ундайҙар беҙҙә урам тулы. Батырҙар, еңеүселәр һәр ергә сиратһыҙ тығылалар. Улар кәмеһә, беҙҙең тормош яҡшыраҡ булыр ине. Әрәмтамаҡтар, уларға фатир, пенсия, шифахана бушлай. Улар беҙҙең эш хаҡы иҫәбенә йәшәй.

Л е й т е н а н т. Саматов, бында митинг ҡорма. Күрәһеңме, миҙалдары бар, аяғында протез. Тимәк, бабай һуғышта ҡатнашҡан.

С а м а т о в. Миҙалдар, протез. Беҙҙең күрше ауылдан ул. Мәхмүт ағайым һөйләне. Эскәндә маҡтанғанын ишеткән. Самострелдар үҙҙәрен аттылар, ә мин алйот түгел, окоптан аяҡты ғына сығарып күрһәткәйнем, фин снайперы “шалт”. Икенсе көнөнә госпиталдә генә иҫкә килдем, тип әйтә, ти. Ҡотолдом һуғыштан, йонсоп йөрөмәнем, тигән. Аяҡта протез, уның ҡарауы тере.

И л ь я с. Һин...

Л е й т е н а н т. Во, старик, дает. Хитер... Молодец. Ундайҙар һуғышта күп булғандыр инде.

С а м а т о в. Так точно, иптәш лейтенант. Был ҡартлас шуларҙың береһе.

И л ь я с. Их, һеҙ! Улым, һин нисек?

С а м а т о в. Күрҙегеҙме, иптәш лейтенант, ҡойроғона баҫҡас, нисек борғолана. Шулай ул — хәҡиҡәт.

И л ь я с. Улым, кем һине бындай оятһыҙлыҡҡа өйрәтте?

С а м а т о в. Кем өйрәтте? Ниндәй оятһыҙлыҡ? Һинән өйрәндем. Һеҙҙең һымаҡтар өйрәтте, шулар үҫтерҙе мине. Мин һине яуға ебәрмәнем. Етмәһә, намыҫҡа давить итә.

Л е й т е н а н т. Ярай, етте, опять митинг башланды. Оҙатып ҡуй. Смотри, башҡа һуҡма.


Саматов Ильясты алып сыға.


И л ь я с. Эх, һин, улым...

С а м а т о в. Йә, һөйлә, һинең өсөн ҡан ҡойҙом, аяғымды юғалттым. Мин шулай, былай, тегеләй, һиңә азатлыҡ яулап бирҙем. Беләһеңме, немецтар еңһә, беҙ нисек йәшәр инек?

И л ь я с. Нисек һин?..

С а м а т о в. Немецтар һымаҡ йәшәр инек. Бай һәм етеш. Коммунизмда! Ә һеҙ бөтә эште боҙҙоғоҙ.

И л ь я с. Нимә һөйләй, хайуан? Эттән тыуған, маңҡа!

С а м а т о в. Хәҙер күрһәтәм (һуға). Ысҡын Миңлебайыңа, емтек.

И л ь я с. Һин үҙең, емтек.


Саматов Ильясты туҡмай башлай.


С а м а т о в (ҡартты ҡарай). Ну, слабак, әллә ҡатты инде. Кеше-маҙар күреп ҡалмаһын. Бәләнән баш аяҡ. Үлгән бит был.

И л ь я с. Йә, Хоҙай, Аллаһы Тәғәләм, мине ярлыҡа. Хоҙайым, мине ғәфү ҡыл. Тилмереп доға көткәндәрҙе ярлыҡай күр. Ҡабул итеп ал мине. Ғазаптарым, кәмһенеүҙәрем аша, мең һынауҙар үтеп һиңә киләм.

Ғ а з р а и л. Доғаларыңды уҡы, улым, белгән доғаларыңды уҡы.

И л ь я с. Аллаһы Тәғәләм, гонаһлы бәндәләреңде ғәфү итә күр. Мине алып кит был ерҙән. Һаумы, әсәй, Һәҙиәм. Мин һеҙгә килдем.

Ғ а з р а и л. Үт, улым, түрҙән урын ал.


Һуғыш яланы. Ильяс ята.


И л ь я с. Помогите, ҡотҡарығыҙ, мин яраландым. Аллаһы хаҡы өсөн!


Ике һалдат керә.


1-с е һ а л д а т. Кто-то стонет. Этот жив. Петрович, давай носилки. Молодой, совсем мальчик, легкий, наверное.

2-с е һ а л д а т. Смотри, ногу потерял, вон лежит, а рядом расписная ложка. До сих пор жив.

1-с е һ а л д а т. Давай, засунем ложку во внутренний карман. Пригодится. Крепкий парень. Сутки прошли после атаки.


Шаршау




Читайте нас: