Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Ноябрь 2019, 17:05

Талха ҒИНИӘТУЛЛИН. Мина яланында. Хикәйә.

Ҡыҫҡа ғына ғүмеренең һуңғы минуттарында һалдат Зәйнетдинов Ильяс үҙе юлдан урман буйына йүгереп үткән һары яланды күрҙе. Хатта уйларға ла өлгөргәндәй булды: сүп үләнеме әллә мал аҙығымы? Шул саҡ ниндәйҙер ауыр нәмә аяҡтарына ныҡ итеп килеп бәрелде лә уны алып ырғытты, ул йығылып, бите менән үләнгә төртөлдө, ғәрлегенән һүгенде, тороп баҫыр өсөн ҡулдарына таянырға теләгәйне лә, уң ҡулында ла, янында ла автоматы юҡлығын белде. Һул аяғын тойманы, әйтерһең, ул унда бөтөнләй булмаған. Ятҡан килеш үлән йырып урманға йүгереүсе аяҡты күрҙе. Яҡында ғына шартлау гөрһөлдәне, кемдер ауыртыныуҙанмы әллә ҡурҡышынанмы ҡысҡырып ебәрҙе. «Яраландыммы икән ни? – тип уйланы Ильяс, – взводтан ҡалырға ярамай». Аяҡтарына баҫыр өсөн ырғылмаҡсы булғайны ла, ләкин һул яҡтан билдән түбән терәк юҡ ине. Арҡаһына әйләнеп ятты һәм һул аяғы урынында төтәгән балаҡ өҙөгөнән аҫтараҡ ҡот осҡос бушлыҡ аша тапалған үләндәрҙе генә күрҙе. Йөрәге дөп-дөп типте. Ә аяғы ҡайҙа һуң?! Фронтҡа оҙатыр алдынан запас полкта бирелгән һары инглиз ботинкаһы ҡайҙа?! Ә сылғауы ҡайҙа? Сөнки уға һалдаттың төп «ҡоралы» – ҡашыҡ тығылғайны. Ильястың ағас ҡашығына алтын биҙәктәр төшөрөлгәйне. Ул ҡашыҡты өйҙән алып килде, уның менән бригаданың шыйыҡ өйрәһен ашаны, ә армияла алюмин ҡалаҡтар менән ашаған егеттәр шаяртты: «Ильяс, һин һалдат бутҡаһын был ҡалаҡ менән еңеүгә тиклем тығынырға өмөтләнәһеңме? Ҡалағың сыҙамаясаҡ».

Шул уҡ минутта һул аяғын сыҙай алмаҫлыҡ ауыртыу биләп алды. Ильяс ҡалҡынды, өҙөк балағынан йәшел үләнгә ҡуйы ҡыҙыл, өлгөргән сейә төҫөндәге ҡан саптырыуын күрҙе. Әгәр уны туҡтатмаһаң, тәнемдән бөтә ҡаным ағып бөтәсәк һәм ошо һары яланда йән бирәсәкмен, тип уйланы Ильяс. Күкрәгендә уҡшытҡыс хәлһеҙлек, үлемесле тартышыу тойҙо, бөтә тәне ҡалтыранды.
– Мин яраландым! Ярҙам итегеҙ! – Ул ҡысҡырҙы.
Ләкин янында бер кем дә юҡ ине, кеше тауыштары ла ишетелмәне. Тик алыҫта автомат очередтары сытырланы, әленән-әле шартлау гөрһөлдәне.
– Иптәш сержант, – Ильяс армияла үҙе өсөн атай ҙа, әсәй ҙә булған, хатта Алла һымаҡ күргән кешеһенә өндәште. Тик уға зарыңды һөйләргә, унан яҡлау һәм ярҙам көтөргә мөмкин. – Минең аяғым өҙөлдө!
Сержант яуап бирмәне, янына килмәне. Шул уҡ ваҡытта өҫтәге күк тоноҡлана башланы, әйтерһең дә, көҙгө томан ҡапланы. Ильяс аңланы: үлә...
Әжәл! Һуң бит ул кисә генә ауыл буйлап ялан аяҡ йүгерҙе, парта артында ултырҙы, текә ярҙан ятыуға һикерҙе, һыу аҫтында күҙҙәрен асып, үҙен үлемһеҙ бер һыу аҫты заты итеп тойҙо. Ғөмүмән, ул гел яҡтыла йәшәне, татлы балалар йоҡоһо менән йоҡланы. Бер заман уянып тирә-яғына күҙ һалды ла, өнөндәге тормошҡа өйрәнә башланы. Әлегә өлкәндәрсә йәшәмәне, ҡатын-ҡыҙҙар менән йоҡламаны, бер тапҡыр ҙа араҡы эсеп иҫермәне. Иң мөһиме, һалдат булғас, бер генә фашисты ла үлтермәне. Хәҙер мәңгегә китә?! Был ғәҙел түгел дә баһа!
– Иптәш сержант, минең үлгем килмәй! – үҙ тауышын ситтән ишеткәндәй, ул ыңғырашты.
– Ҡара һин уны, берәүҙең үлгеһе килмәй! – сержант ҡайҙандыр мыҫҡыллап өндәште. – Һин әле ҡайҙа йөрөйһөң? Һин һалдат, һин яуҙа.
– Әсәкәйем...
– Бөтә һалдаттарҙың да әсәһе бар. Харчиковтың балалары... Портновта улар дүртәү... Нимә, беҙгә шул сәбәпле мина яланына инмәҫкәме ни?..
Ильяс сержантҡа мөрәжәғәт итеп, унан ярҙам һорауҙың файҙаһыҙ икәнлеген төшөндө. Малай ғына сағында үҙен сөннәткә ултыртҡанда ауыртҡас «Алла!» тип ҡысҡырғанын хәтерләне. Әммә бында, фронтта, барыһы ла тик урыҫса һөйләште, уны иҫәпләмәгәндә, взводта бөтәһе лә урыҫтар, тимәк, янында ла урыҫ Аллаһы.
– Алла, минең үлгем килмәй, үлгем килмәй!
– Кемдең үлгеһе килһен? Бер кемдеке лә, – тине йомшаҡ, әйтерһең, хатта мәрхәмәтле тауыш. – Ә һиңә, һалдат, кәрәк. Кәрәк.
– Ни өсөн?
– Сөнки һин үҙеңдең ун һигеҙ йәшеңдә ерҙәге мөҙҙәттең әшәкелеген кисермәй, гонаһһыҙ, саф килеш үләсәкһең. Ғазапланмайынса, үкенмәйенсә үләсәкһең, бала саҡта арытҡан көндән һуң йоҡлап киткәндәй йоҡлаясаҡһың.
– Әсәйем минһеҙ ни эшләр? Ул бит яңғыҙы. Һин атайымдың утыҙ бишенсе йылда сихуттан үлгәнен беләһең дә инде. Беҙҙең ыҙбаға һыу үтә...
– Һиңә ыҙба нимәгә, әсәйең дә тиҙҙән үләсәк.
– Мин иҫән-һау әйләнеп ҡайтһам, үлмәйәсәк.
– Һин ғәрипләнеп ҡайтасаҡһың... Ә һин армиянан яуапһыҙ хаттар ебәргән Нурия исемле ҡыҙҙың һине күргеһе лә килмәйәсәк. Ул бригадир улына – ике аяғы ла иҫән Бәҙригә кейәүгә сығасаҡ. Шул мәсхәрә һәм ғазаптар һиңә ниңә кәрәк? Үл!
– Юҡ! Юҡ! Минең йәшәгем килә, йәшәгем килә!
Алла аптырап тынып торҙо ла һүҙен дауам итте.
– Ярай, һалдат, улай бик йәшәгең килгәс, мин һиңә һуғыштан һуң үҙеңде ниндәй тормош көтәсәген күрһәтәм. Ҡара. Иҫке өйҙәр, ситәндәр, ярлы баҫыуҙарҙа һалам да тиреҫ. Әле унда аслыҡ, ҡайғы һәм хәсрәт. Ситтәге өйҙәргә барып етмәйенсә, һин райондан ултырып ҡайтҡан осраҡлы арбанан күпер янында төшөп ҡалырһың, ҡултыҡ таяҡтарында һылтаҡларһың. Нурияның тәҙрәһе ҡаршыһынан үтмәҫ өсөн, ул һинең билбауға ҡыҫтырылған буш балағыңды, аяҡһыҙ булыуыңды күрмәһен өсөн эңер төшкәнен көтөрһөң. Әсәйеңдең ишеген ҡараңғы төшкәс шаҡырһың. Көтөлмәгән хәлдән ҡаушаған һәм йөҙө ҡатып ҡалған әсәйең һиңә теге донъянан килгән әруахҡа ҡарағандай бағыр. Йонсоған, олоғайған, имгәтелгән һалдатта үҙенең улын танығас, әйтер:
– Һиңә ҡағыҙ килде.
Һин уның һәләмә кейемдәге сибек кәүҙәһен ҡосаҡлап иларһың.
Артабан нимә? Өйҙә стеналар ҙа ярҙам итә, тип әйтәләр генә ул. Һин, ғәрип, был стеналарҙа кемгә кәрәк? Һау-сәләмәт кеше хатта колхозда нимәлер ҡырып-һепереп йыя, иң хөрт осраҡта ни ҙә булһа сәлдерә. Ә һин һыңар аяҡта, ҡултыҡ таяҡтарында...
Әгәр һин, һалдат, йәшәргә теләп шул тиклем ныҡышмаһаң, мин һине ҡыҙғанып, һиңә ниндәй кәмһетелеүҙәр кисерергә тура киләсәген һөйләмәҫ инем. Кеше өсөн иң ғазаплы кәмһетелеү – аслыҡ йәки һис юғы туйғансы ашамау менән кәмһетеү ул. Тәүге һуғыштарға көн-төн аслы-туҡлы әҙерләнеп, малайҙарҙың запастағы полктан фронтҡа ҡыуана-ҡыуана китеүен һин хәтерләйһең бит. «Унда, алғы һыҙыҡта, туйғансы ашаталар, ниһайәт, һоғонорбоҙ». Бына һине мина яланына инер алдынан хатта ашатманылар ҙа, тулы ҡорһаҡ менән үлер инең. Кухня артта ҡалды.
Күҙ һал: һинең ауылың тирәһендә һәм күрше ауылдарҙа баҫыуҙар, бер аршынға еткән ҡара тупраҡ, туғайҙар, урмандар бихисап, әгәр уларға кеше тире тамһа, уңыш мул буласаҡ. Ә ауылдарҙа аслыҡ...
Һуғыш! Эйе, ул һинең кеүек малайҙарҙың күбеһен һәләк булыр алдынан аслы-туҡлы булһа ла ашатыу өсөн крәҫтиән бураларынан игенде һуңғы бөртөгөнә тиклем һепереп алды. Ә һеҙгә, иҫәрҙәргә, Алланы алмаштырған юлбашсылар аслыҡтан үлеүсе әсәләр, ҡатындар, балалар тураһында уйлап та ҡараманы. Әгәр иҫән әйләнеп ҡайтһаң, улар һинең күҙ алдыңда ла үләсәк. Ә һинең баҫыуҙағы эштән һәм аслыҡтан ҡоро һөйәккә ҡалған әсәйең ғәрипләнгән улына бер ус аҙыҡ табыр өсөн был ерҙә өтәләнеп йөрөйәсәк. Ҡары ирегәс, ҡамылдан йыйған башаҡтар, ырҙындарҙа, һалам эҫкерттәре төбөндә ҡойолоп ҡалған иген бөртөктәре һәм бер аҙ картуф – һин ашаясаҡ ризыҡ бына ошо. Үҙегеҙҙең колхоз идараһына инеп, грамлап он һорарға ғорурлығың ҡамасаулар. «Мин, фронтовик, ошо тыл ҡомаҡтарынан, райондағы ағай-энеһенең ҡурсалауы арҡаһында һуғыш осоронда брондә ултырған рәйес Мәхмүттән берәй нәмә һораһаммы!»
Ә улар үҙҙәре һиңә килмәҫ.
Һиңә апайыңдың туғыҙ һәм ун биш йәшлек малайҙарының аслыҡтан нисек үлгәнен күрһәтәм. Өлкәндәр һымаҡ, утын ҡырҡып, бер телем икмәкте ялынып булыуға өмөтләнеп, улар Тирләнгә китер, ләкин артылышты артылғас, юлда үлеп ҡалыр. Дуҫың Ғәбделхәй, ҡытлыҡ ҡышта иҫән тороп ҡалғас, яҙ көнө йылға аша сығып, туйғансы йәшел ҡарағат ашар һәм ҡыуаҡтар араһында ҡоҫоп йән тәслим ҡылыр.
– Алла, Аллаҡайым, минең еңеүгә тиклем йәшәгем килә!
Алла көлөп ебәрҙе, әйтеп ҡуйҙы:
– Их, һалдат, еңеү тип тешең төштө лә баһа. Эйе, һеҙҙекеләр еңәсәк. Ҡара әле, алдыңда һинең ауыл еңеүҙән һуң. Һин унда ең һыҙғанып эшләрлек һәм нәҫел ҡалдырырлыҡ берәй ирҙе күрәһеңме? Хәҙер ҡарашыңды баҫыуға күсер: ике ҡарсыҡ, бер нисә һалдат ҡатыны, ҡалғандары үҫмер ҡыҙҙар. Дөрөҫ, һуғыш аҙағына улар үҫеп етер, ләкин кемгә кейәүгә сығырҙар һуң? Күршеләге Сания исемле ҡыҙҙы хәтерләйһеңме? Шаярып, һин уның толомонан тарттың, ул һиңә балалар йоҙроғо менән һелтәнде. Һуғыш ахырына ул үҫеп етер, МТС-та тракторсылыҡҡа уҡыр һәм ремонтланған иҫке тракторҙы утыҙ саҡрымдан үҙ колхозына алып ҡайтырға сығыр. Һин бит ул юлды хәтерләйһең. Ул Марганец тауы битләп үтә. Ямғырҙан һуң батҡаҡланған юлда ҡыҙыҡай иңкеүҙән шыуышҡан трактор рычагтарын сибек ҡулдары менән саҡ-саҡ тота. Хәҙер ҡара: трактор ҡырыйлап ипкенгә ауыша, әйләнеп төшә, ә янында, ерҙә – һинең күршең. Уның йәш тәнендә бер генә сыйылған урын да, күк тә юҡ – ул үлгән – ҡурҡышынан йөрәге ярылған. Ә уға ни бары ун ете йәш.
Үле күрше ҡыҙҙы күреп, Ильяс ҡысҡырып илап ебәрҙе. Үҙе Алла тип ҡабул иткән заттың тауышын ишетте:
– Һалдат, ваҡытынан алда күҙ йәштәреңде түкмә. Һинең күршең әлегә иҫән, ул МТС-ҡа тракторсылыҡҡа уҡырға китергә йыйына. Әгәр тере килеш ҡайтһаң, уның йыназаһында иларһың... Һине тағы ла ниндәй ҡайғы, хәсрәт, күҙ йәштәре көтөүен белгәнлектән, һине йәлләп, мин ауылыңа тере килеш ҡайтыуыңды теләмәйем.
– Минең үлгем килмәй!
– Мин һиңә һуғыштан һуң нисек көн иткәнеңде күрһәтәм. Бәлки, был һинең иҫәрҙәрсә йәшәүгә ынтылыуыңды туҡтатыр. Нурия һиңә кейәүгә сыҡмаясаҡ – ағас аяҡлы ир уға нимәгә? Ҡара әле, анау булдыҡлыны – ауылдың беренсе егетен таныныңмы? Эйе, эйе, Бәҙри – бригадир Шәйәхмәттең улы, райкомдың икенсе секретарының ҡустыһы. Ул һинән өлкәнерәк, шулай уҡ фронтовик, еңелсә яраланып, һинән алдараҡ ҡайтты. Һул ҡулы яралы – хәйлә яраһы ул. Мин күп һуғышта ҡатнаштым: һалдаттың йә башы, йә күкрәге йәрәхәтләнә. Ләкин һул ҡулы... Бәҙри һалдат гимнастеркаһын туҙҙырып бөтөрөп килә, командирҙар ҡайышы быуған. Ҡупшы. Хәҙер ул тинтәклектә йөрөй – колхоз комсоргы. Әгәр һин ҡайтһаң, тап уларҙың туйына өлгөрәһең. Һеҙҙең ауылда туй гөрләр, ә һин аҙбарҙың ҡараңғы мөйөшөнә йәшенеп иларһың. Артабан йәшәргә кәрәкмәгәнлеген аңларһың. Әсәйеңде ҡыҙғанып ҡына аҫылынмай ҡалырһың. Ә ике йылдан әллә ҡасандан бирле ҡан төкөрөүсе әсәйең вафат булыр. Шул саҡта, әсә хәстәрлегенән мәхрүм ҡалып, ташландыҡ ғәрипкә әүерелгәс, үҙ ауылыңдағы бер кем дә күҙ һалмаған ҡыҙға өйләнерһең.
Ул – Һәҙиә, киң көмрө яурындарынан ирҙәрсә көс-ҡеүәт ташып торған, сөйәлле ҙур ҡуллы, ир-атҡа оҡшаған йәмһеҙ ҡыҙ. Егеттәр уны шөҡәтһеҙ һанап, яҫы битендәге ҡыҫыҡ күҙҙәренә ҡараманы ла. Бер ваҡыт эсеп алған егет остоғо уның итәк аҫтына инергә ынтылғас, ҡыҙ уны шундай дөмбөҫләне, тегенең күҙенән аҙна буйы күк китмәне.
– Мин уға өйләнмәйәсәкмен! – тип ҡысҡырҙы Ильяс.
– Өйләнерһең, – тип яуапланы Алла тыныс ҡына. – Уны бит колхоз йыл һайын Аршаға ағас ҡырҡырға, ә яҙ һал ағыҙырға ебәрҙе. Унда, ауыр эштә, ир-аттар араһында ул хәмер эсергә әүәҫләнде, урыҫса аты-юлы менән һүгенергә өйрәнде... Һин әйләнеп ҡайтыуға ул, егерме биш йәшлек ҡыҙ, эскесегә әйләнер. Бер ваҡыт, әсәйең үлгәндән һуң йыл уҙғас, фәҡир, ташландыҡ хәлгә төшкән өйөңдә яңғыҙың өмөтһөҙлөктә йәшәп ятҡанда, ишегеңде ошо Һәҙиә ҡағыр. Лаяҡыл иҫерек. Бына, әңгәмәгеҙҙе тыңла:
– Һалдаттың хәлен белеп сығайым әле, тип уйланым. Әсәйһеҙ ҡыйындыр һиңә. Бысраҡ, себен, ниңә һауыт-һабаңды йыуып ҡуймайһың? Сысҡан еҫе сыға. Әсәйһеҙ ауыр һиңә. Ниңә өйләнмәйһең? Юҡһа, бөтәһең бит.
– Кемгә? Һиңәме әллә?
– Ә ниңә? Әллә мин ҡатын түгелме? Ҡара, килмәгән ерем юҡ.
– Кит, иҫерек иҫәр! – ҡатындан ерәнеп, һин әрләрһең.
– Китәм, китәм, – тип әйтер ул. – Һауыт-һабаңды йыуып ҡына ҡуям да, әтеү бысраҡ баҫҡан.
Көтмәгәндә иларҙай булып һөйләнергә тотонор:
– Ильяс, һин минең хәлемде беләһең дә инде, йыл да ағас ҡырҡырға ебәрәләр. Минең ул урман барактарында бет һимертеүҙән түҙерлек хәлем ҡалманы. Дөмөгәм мин унда йәки ағас баҫып үлтерә. Инвалид ҡатынын ебәрмәҫтәр ине. Мин һиңә яҡшы ҡатын булыр инем, һине хәстәрләр инем...
– Күҙемдән юғал, иҫерек баш!
Ләкин ул китмәҫ. Һауыт-һабаны йыуыр, иҙәнде һөртөп алыр, бысраҡ кейем-һалымыңды йыуыр... һәм ҡалыр. Оҙаҡҡа. Һуңынан һин уның ҡалыуына үкенмәҫһең – урман ҡырҡҡандағы түҙемлек менән ул һине ҡайғыртыр, тупаҫлығыңа һәм: «Юғал, шөҡәтһеҙ!» – тип мыҫҡыллауҙарыңа түҙер.
Әгәр ул эсмәһә, шөҡәтһеҙлегенә күнеп, һиңә уның менән йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит. Һуғыштан һуңғы тормош саҡ ҡына рәтләнгәс, магазинға шәкәр ҡайтыр, ул бал әсетергә тотонор, шунан әсе балдан көмөшкә ҡыуырға өйрәнер. Өҫтәүенә, араҡы арзан. Тормошоң айыҡмаҫ эскелеккә һәм махмурға әйләнер. Ул һиңә бала таба алмаҫ – ағас ҡырҡыу ҡатын-ҡыҙ өсөн ҡасафатһыҙ ҡалмай.
Һинең менән ун йыл йәшәгәс, ул тамам эскелеккә бирелеп, күп эсеүҙән аяҡ һуҙасаҡ. Һеҙ икегеҙ ҙә аҡылдан шашҡансы мунсала сабынырһығыҙ. Иҫерек ҡатының аңын юғалтҡансы сабыныр. Һалҡын һыу менән ҡойонғас, һин өйгә ҡайтырһың һәм, мунсала иҙрәгәнлектән, ятып тороп, ҡаты йоҡоға талырһың. Ә иртән, уянғас, яныңда ҡатыныңды тапмаҫһың. Өндәшерһең – яуап бирмәҫ. Ишек алдында ла күренмәҫ. Борсолоп, мунсаға күҙ һалырһың. Унда иҙәндә ятҡан шәрә, үле ҡатыныңды күрерһең. Йөрәге сыҙамаған уның. Нисек ҡысҡырғаныңды ишет әле: «Кәнтәй, ҡайҙа дөмөгөргә урын тапҡан!» Шул тормошҡа ҡайтҡың киләме?
– Мин еңеүгә тиклем йәшәргә теләйем.
– Еңеүгә тиклем? – Алла көлдө. – Ни өсөн? Һуң был еңеүҙән, һалдат, һиңә бер нәмә лә тәтемәйәсәк. Еңеү емештәренән башҡалар файҙаланыр, ә һеҙ, мина яландарына йөрөүселәр, әҙ ҡалырһығыҙ. Хатта һеҙ еңгән немецтар ҙа еңеүселәр кеүек йәшәр, ә һеҙ, еңеүселәр, ғүмерегеҙҙе сирләп, туҡтауһыҙ эсеп һәм тиҙәктә үткәрерһегеҙ. Эйе, Еңеүҙең календарь көндәре йыл да Туғыҙынсы майҙа билдәләнер, һеҙгә колхоз иҫәбенән нарком йөҙ грамын ҡойорҙар. Ә һәр ун йыл һайын таушалып бөткән пинжәктәрегеҙгә һары юбилей миҙалдары тағырҙар. Һеҙ хаҡлы булған, әммә яуҙарҙа алынмаған ордендарҙы барыбер улар алмаштырыр. Һиңә, һалдат, әгәр иҫән ҡалһаң, һин ҡатнашасаҡ Еңеү көнөн, Еңеү байрамын күрһәтәм. Бына һин өлкә үҙәгенә өҙөк аяғыңа протез юллап килгәнһең. Һәм бер көнгә тотҡарланып, Еңеү паркына бараһың. Халыҡ, ҡайғы-хәсрәтһеҙ күренгән ҡала кешеләре, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар, үҫмерҙәр... Аллаға шөкөр, уларҙың күҙҙәре миллиондар ҡан ҡойған һары мина яландарын күрмәгән, ҡолаҡтары мина шартлауҙарын ишетмәгән. Һин халыҡ араһынан йә үҙең кеүек ағас аяҡлы ябай һалдатты, йә батырлыҡ өсөн берҙән-бер хәрби миҙал алыусыны эҙләрһең. Тик һары погонлыларҙы ғына, иңдәрендәге офицер кителдәрендә алтынланған погонлы лейтенанттарҙы, капитандарҙы, майорҙарҙы ғына күрерһең. Кемдәр улар? Йәштәре буйынса улар әле хеҙмәттә түгел. Һары юбилей миҙалдарына ҡарағанда, һуғышҡандар, ҡайһы берҙәре орден таҡҡан. Бөтәһенең дә аяҡ-ҡулдары теүәл. Кемдәр улар? Һинең менән бергә һары яланға барған теге егеттәрме әллә? Иванов, Сопов, Анашкин – офицерҙармы? Мин уларҙың кем икәнен беләм... Үҙең ҡатнашҡан һуғыш тураһында күберәк белгән һайын, һиңә аяныслыраҡ булыр...
– Аллаһы Тәғәлә, мин беләм: һин юрағанса булмаҫ. Мин юғалмам, мин эскесегә әйләнмәм. Рауза апай кәрт һалды: мин уҡырмын. Ҙур кеше булырмын. Матур ҡыҙға өйләнермен, минең улдарым тыуыр. Бына күрерһең – тап шулай булыр! Миңә, ғәрипкә, ике аяғы теүәлдәр ҙә көнләшеп ҡарар.
– Улай булмаҫ, һалдат.
– Ни өсөн?
– Сөнки һин тере килеш ҡайтырға теләгән ул тормошта быға өлгәшеү мөмкин түгел.
– Һин Алла ла баһа. Ярҙам итерһең. Ә мин тырышырмын.
– Их, һалдат! Һин яңылышаһың. Мин Алла түгел...
– Үтә аҡыллы кем һуң һин? Ә Алла ҡайҙа?
– Бында Алла юҡ. Бында мин генә – Ғазраил.
– Ә, Ғазраил? Әгәр һин Ғазраил икән, шайтаныма олаҡ!
– Былай әрләшеү яҡшы түгел, һалдат. Ни тиһәң дә, мин фәрештәләр затынан.
– Һин!.. Һинме фәрештә? Һин Иблис! Минең үлемемде теләйһең!
– Теләйем, сөнки мин һине йәлләйем. Һинең гонаһһыҙ, ғазаптарһыҙ үлеүеңде теләйем. Тормош тип йөрөтөлгән яман ергә эләкмәүеңде теләйем, унда әшәкелек, ялған, ғәҙелһеҙлек, күрә алмаусанлыҡ, һуғыштар һәм ғазаптар. Унда халыҡтарҙы бер-береһенә һөсләткән кеше сүрәтендәге Иблистәр һуғыш башлап, малайҙарҙы мина яландарына ебәрә. Ә һин улар янына атлығаһың.
– Мин йәшәргә теләйем, барыбер йәшәргә теләйем! Йәшәргә! Йәшәргә!
– Тимәк, Иблистәр илендә һине көткән ҡот осҡос әжәл менән үлергә теләйһең. Һиңә ул үлемде күрһәтәм, шунан һуң, бәлки, һары мина яланындағы әжәл бүләк булып күренер... Ҡара. Таныныңмы? Эйе, был һинең район ҡаласығы. Ҡатының үлгәндән һуң яңғыҙ йәшәп, үҙеңдең наҡыҫ пенсияңды алып, район түрәләре оялаған ергә барғыларһың.
Һин инде йәш түгел, ҡарт та тип әйтеп булмай. Һине дауалап булмаҫлыҡ сиргә юлыҡтырған эскелек эс-бауырыңды көйҙөрә, кәреңде алған, йөҙөңә йыйырсыҡтарҙан бураҙналар һалған, ғүмереңде яртылаш тиерлек ҡыҫҡартҡан. Таяҡҡа таянып, протезда йөрөйһөң. Таушалған пинжәгең түшендә Еңеү өсөн бирелгән ике миҙал, юбилей миҙалы һәм тағы ла ниндәйҙер билдә. Автобуста бушҡа йөрөйһөң, ә протез менән миҙалдар һиңә автобуста урын тәьмин итә. Ләкин йыш ҡына урындарҙы йәштәр ала, һин автобусҡа инмәҫ борон уҡ: «Минең урынға ултырмағыҙ!» – тип һөрәнләйһең.
Бына һин ҡаласыҡта. Башта парикмахерскийға йүнәләһең, сәсеңде алдырып, ҡырынып, мунсаға бараһың. Мунсаның алғы бүлмәһендә протезыңды һалғас, таяҡҡа таянып, һикрәңләп сабынырға инәһең. Һинең менән бергә сабынған бөтә ирҙәрҙең дә ике аяғы ла теүәл – һуғышмағандар, йәшәйҙәр, ҡатындары менән йоҡлайҙар, һин мина яланына барып ҡотҡарған илдең мунсаһында сабыналар. Һин бының ғәҙел икәнлеген аңлайһың, шулай булырға тейеш тә.
Мунсанан таҙарынып сыҡҡас, күтәренке кәйеф менән яҡындағы кафеға инәһең, әлегә тик йөҙ грамм араҡыға һәм ҡабымлыҡҡа заказ бирәһең. Эсеп, ҡапҡылап алғас, тағы өҫтәйһең. Ҡыҙмаса булып ҡала урамына сығаһың.
Әгәр һин айныҡ булһаң йәки ул ҡәҙәр үк иҫермәһәң, автобус туҡталышына тыныс ҡына барып етеп, үҙ урыныңа ултырыр ҙа, егерме минуттан ауылыңда булыр инең. Ләкин һинең бәләң шунда, һалдат: был ҡала һинең, иҫеректең, йәнен ныҡ көйҙөрә, ауырыу күңелеңдә асыулы ҡара уйҙар тыуҙыра. Ҡала үҙе түгел, ә өс-дүрт ҡатлы йорттарға тыңҡысланып тулған, машиналары менән урамдарҙы биләп алған кешеләргә үртәләһең һин. Бына һин, һалдат, ветеран, инвалид, китеп бараһың, һине бер кем дә күҙенә лә элмәй, ауылдағы кеүек, бер кем дә баш ҡаҡмай, ҡулыңды ҡыҫмай: әйтерһең, һин бөтөнләй юҡһың. Барыһы ла һәйбәт кейенгән, үҙ-үҙҙәренән ҡәнәғәттәр, ә һин бер кем дә түгел, нуль. Һин, йәнең көйөп, асыуыңдан талағың ташып, етеш тормоштағыларҙың һин ҡатнашҡан һуғыш тураһында онотоп, битараф булыуҙарына тәүҙә үҙ алдыңа мығырлана башлайһың, аҙаҡ асыуланып ҡысҡырынырға, һүгенергә тотонаһың. «Беҙ ни өсөн һуғыштыҡ һуң? Беҙҙе һуңынан онотһондар өсөнмө? Һеҙгә, ҡәбәхәттәр, тағы ла бер һуғыш етмәй!»
Һин ҡалала эскелеккә ҡаршы көрәш компанияһына эләгеүеңде белмәйһең әле. Тәртип һағындағы алһыу битле йыуан берәү көтмәгәндә пәйҙә була:
– Гражданин, ни өсөн тәртип боҙаһың?
– Нисек боҙам?
– Һүгенәһең. Ә-ә, етмәһә, иҫерекһең! Әйҙә әле.
– Мин бер ҡайҙа ла бармайым. Миңә автовокзалға барырға кәрәк.
– Барырһың.
Резина суҡмар менән ҡундырғас, табаҡ битле милиционер һине бүлексәгә һөйрәй. Бүлексәлә өлкәнерәк милиционер, лейтенант, инеүселәргә иренеп кенә ҡараш ташлай.
– Ни эшләне?
– Иҫерек. Урам тултырып һүгенә.
– Документтарың?
– Нимә?
– Документтарыңды күрһәт! – лейтенант тауышын күтәрә.
– Үҙем менән алмағанмын, – тип яуаплайһың һин һәм, балағыңды күтәреп, протезға таяҡ менән һуғаһың. – Бына минең документ.
Ләкин протез, һин өмөтләнгәнсә, тегеләргә бер нисек тә тәьҫир итмәй.
– Ҡайҙан килдең?
– Миңдебайҙан.
– Ни өсөн килдең? Эсергә, һүгенергәме?
– Мин теге... мунсала йыуынырға.
– Нимә, һеҙҙең унда Миңдебайҙа мунса юҡмы ни?
– Ну, теге... әҙерәк эстем.
– «Әҙерәк эстем», – йәше үсекләй һәм, ике бармағы менән «Еңеү өсөн» миҙалын тарта. – Миҙалдарҙы ҡайҙан урланың?
Был һине, мина яланындағы тәүге һуғышта уҡ һәләк булған һалдатты, сығырынан сығара.
– Бысраҡ тәпәйҙәрең менән тотонма! – милиционерҙың ҡулына һуғып, екерәһең. – Бындай һүҙҙәрең өсөн мин һинең танауыңды емерәм!
Яуап урынына суҡмар эләгә.
– Саматов! – лейтенант йәшен тыя. – Уға теймә. Ветеран икәне күренеп тора ла баһа.
– Ветеран. Бындай ветерандар беҙҙең ҡала урамдары тулы. Бөтә ерҙә лә сиратһыҙ тығылалар – геройҙар, еңеүселәр. Был әрәмтамаҡтар әҙерәк булһа, яҡшыраҡ булыр ине. Улар бит һинең менән минең эш хаҡын эсеп бөтә.
– Митинг ойошторма, Саматов. Күреп тораһың да баһа: миҙалдары бар, протезда. Тимәк, кеше һуғышҡан.
– «Миҙалдар, протез». Ана автовокзалда шундай берәү урала. Берлинды алғанда аяғымды өҙҙөрҙөм, тип һөйләй. Әммә мин беләм бит: бер ниндәй ҙә ветеран түгел ул. Малай сағында уҡ Ҡаҙағстанда берәҙәклектә йөрөгән, вагон баҫҡысында барғанда поезд аҫтында ҡалған. Ә миҙалды, әлбиттә, сәлдергән.
– Йә, ярар, сығарып ебәр уны.
Таулы төбәктәге ауылдан сыҡҡан, аҙ белемле, аңра, ҡала милицияһына әшнәлек буйынса (ағаһы – район тәьминәт бүлеге етәксеһе) килеп юлыҡҡан был Саматов ҡул аҫтына эләгеүсе кешеләрҙе резина суҡмар менән дөмбәҫләүҙе үҙенең бурысы тип һанай.
Урамда милиционер арҡаңа төртөп, әйтер:
–Үҙеңдең Миңдебайыңа елдер. Әммә ҡалала һине тағы ла бер күрһәм...
Артыңа боролоп, ҡыҙыл тирәсле бейек фуражкалы был кешегә ерәнеп ҡарап, уның йөҙөндә миналы яландан һуң һине наҡыҫ пенсия менән яҙмыш ҡосағына ташлаған әлеге хакимиәтте күреп, яуапларһың:
– Һин үҙең елдер!
Резина суҡмар эләгер. Башыңа ике мәртәбә һуҡҡас, ҡоларһың. Ергә йығылғас, милиционер һине суҡмар менән дә туҡмар, ауыр ботинкалы аяҡтары менән дә типкеләр. Тәүге һуғыуҙарҙан һуң ыңғырашырһың, хатта һыҡтап алырһың, шунан тынып ҡалырһың. Саматов һине милиция бүлексәһе янында яңылыш үлтереүҙән шөрләр: һүҙ сығасаҡ, түрәләргә барып етәсәк. Ҡорбанының мәйетен алыҫҡарасаҡ йәшерер өсөн, һине яҡындағы сүп-сар һауыттары янына һөйрәкләр. Кәүҙәңде күтәреп, ҡалдыҡ-боҫтоҡ менән тулып бөтмәгән һауыттарҙың береһенә ташлар, өҫтөңә эргәләге һауыттағы сүп-сарҙы һалыр. Тиҙҙән машина килеп етеп, һине сүп-сар менән бергә тейәп, ҡала сүплегенә алып китер. Бушатҡанда, шофер мәйетеңде күрер. Башта милицияға хәбәр итергә уйлар, һуңынан үҙ башына бәлә алмаҫҡа булыр. Һәм китер.
Бына шулай, һалдат, кәңәштәремә ҡолаҡ һалманың, ерҙәге ыҙаларҙан ҡасып, мина яланында сабыйҙарса гонаһһыҙ хаҡ һалдат үлеме менән үлмәнең, хәҙер һаҫыҡ сүплектә үләһең. Тиҙҙән йәнең кәүҙәңде ташлап китер, ҡомаҡтар йүгерешеп килеп, һөйәктәреңә ҡәҙәр кимереп бөтөр.
Ильяс, башы янында, ҡолаҡ төбөндә генә шатырлау һәм ҡыштырлау ишетеп, ҡурҡышынан ҡысҡырып ебәрҙе. Ләкин ул үҙе генә ҡысҡырам, тип уйланы, ысынында иһә әкрен генә ыңғырашты ла, ерҙәге тауышты, кеше тауышын ишетте:
– Быныһы тере, Петрович, носилка килтер...
Ильяс тартышып ҡуйҙы, күҙҙәрен асты ла үҙенең өҫтөндә мыйыҡ урынында ирендәре ерән шыртлы, тупаҫ йөҙлө һалдатты күрҙе.
Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.
Читайте нас: