тауышын ишетеү менән карауаттарына ашыҡты. Ленин, нимәгәлер өмөтләнгәндәй, усын
маңлайына ҡуйып, тәҙрә аша тышты байҡаны.
күрҙең унда? – Санитарҙар уларҙың эргәһенә килде.
ен күрҙем, ти. Ә мин революция башландымы тип торам. – тип һөйләнде Ленин,
революцияны!– Тарзан Лениндың елкәһенә төртөп ебәрҙе. – Марш, урыныңа!
Осҡондан ялҡын тоҡаныр... – Ленин һөйләнә-һөйләнә карауатына ятып, юрғанын бөркәнде.
уятманым... Ен... – тип ыҡ-мыҡ итте Хыялый.
һин? – Санитарҙар көлөмһөрәне.
килеш ошонан үтеп китте. – Хыялый, ышандырырға теләгәндәй, тышҡа төртөп
күрһәтте. Ике санитар ҙа тәҙрәгә ҡапланды.
китте, – тип раҫланы Хыялый.
Маугли тишеп ҡараны тегеңә.
торғас, Мауглиға шиген белдерҙе:
яҙҙыңмы, ниндәй ен, ти. Әгәр складҡа ҡараҡтар төшһә... – Тарзандың шикләнеүе
Мауглиға ла күсә башланы.
ул, һораулы ҡарашын Тарзанға төбәп. – Ә ҡарауылсы?..
уны, яталыр шунда иҫереп.
Берәй хәл булһа, Карабас Барабас беҙҙең дә баштан һыйпамаҫ.
тигәнде ишеткәс, Хыялыйҙың тәне семерҙәп китте. Ошо йорттоң, атап әйткәндә, психиатрия
дауаханаһының баш табибы Карам Барабашов ул. Хеҙмәткәрҙәр ҙә уны Карабас Барабас
тиҙ генә фонарь эләктереп, урамға йүнәлде. Хыялый күрһәткән ергә еткәс, фонарь
яҡтыһында ниндәйҙер шәүләне шәйләп, ҡатып ҡалдылар. Абайлабыраҡ ҡарағайнылар,
сүкәйеп ултыраған шәп-шәрә берәүҙе шәйләнеләр.
һин? – тип һораны Тарзан, былай ҙа ҡалын тауышына ҡырыҫлыҡ өҫтәп.
өндәшмәй, кендек аҫтын усы менән ҡаплап, яйлап ҡына турайҙы.
һин? – Тарзан һорауын тағы ҡабатланы.
үҙебеҙҙең дурак икәне күренеп тора, – тине Маугли. – Ҡасырға уйлаған, сволочь! Палатанан
нисек сыға алды икән был?
сит планетанан... – тип һөйләнде яланғас кеше. – Мин – Әҙәм. Тегенән килдем...
– Ул бармағы менән күккә төртөп күрһәтте.
икән ни? – Маугли аптырап, һыҙғырып ҡуйҙы.
дурактарҙан, – тине Тарзан. – Этлеккә тиһәң, баштары шәп эшләй уларҙың.
ҡасырһың! – Тарзан менән Маугли тегене дауаханаға индергәс, халат кейҙереп, махсус
“Йомшаҡ бүлмә”гә бикләп ҡуйҙы.
лә юҡ. Иҙән дә, стеналар ҙа ниндәйҙер ҡалын йомшаҡ туҡыма менән ҡапланған. Ҡоторған
сирлеләр баштарын бәреп ярмаһын өсөн иҙән-стеналарҙың махсус эшләнгәнен белмәй
ине Әҙәм. Тоноҡ яҡтылыҡта стеналағы бихисап яҙыуҙар араһында таныш билдә һәм
һандарҙы күреп, үҙ күҙҙәренә ышанмай торҙо. Былар бит – формула! Ваҡыт һәм
киңлек кәртәһе аша күсеү формулаһы!.. Бына һиңә мә-ә!.. Уға мәғлүм булыуынса,
был планетала әле үҙ ҡабыҡтарынан сыға алмаған примитив заттар йәшәй. Сәйер!..
Ни өсөн йыһандың башҡа киңлектәрендәге юғары аң вәкилдәре белмәй былар
тураһында? Аптырарлыҡ та шул: үҙҙәрендә ҡәтғи сер иеп һаҡланған, һайлап алынған
һирәктәр өсөн генә мәғлүм булған формула бында стенаға яҙып ҡуйылған...
аныҡ бер фекергә килә алманы.
... Ишекте астылар. Коридор
буйлап барғанда рәшәткәле тәҙрәләрҙәге яҡтыны күреп, көн тыуғанын төшөндө Әҙәм.
Төрлөсә фаразлап ҡараһа ла, ни өсөн тәҙрәгә тимер рәшәткә ҡуйылыуын аңламаны. Үҙенсә
һығымта яһаны: бәлки, яуыз заттарҙан һаҡланаларҙыр. Был планетала арыҫлан-юлбарыҫ,
айыу-бүре кеүек теш-тырнаҡлы хәтәр януарҙар барын да һөйләп, һүрәттәрен
күрһәткәйнеләр уға. Шулай ҙа ҡыҙыҡһыныуы еңде, ауыҙ эсенән ниндәйҙер көй
мөңөрәп эргәһендә килгән Тарзандан һораны:
рәшәткәләрҙе ниңә ҡуйғандар ул?
– Хәйләкәр, – тип йылмайғандай
итте Тарзан. – Һинең кеүектәр сыға алмаһын өсөн...
етмәне яуап. Нисек инде, үҙҙәрен-үҙҙәре бикләп ҡуйған былар?..
инделәр. Киң өҫтәл артында ултырған ир, ялтаслана башлаған башын саҡ ҡына
күтәреп, ҡаш аҫтынан күҙ һирпеп алды ла, ҡәләм тотҡан ҡулы менән ишара яһаны.
беләге менән Әҙәмдең яурынына баҫты Тарзан.
Байтаҡ ултырҙылар. Быларҙың
йолаһы шулаймы икән, тип уйланы Әҙәм. Үҙҙәрендә берәйһе килеп инһә, бөтә
эштәрен ташлап, ҡунаҡҡа ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә тырышалар, сәй тәҡдим итәләр.
айырылды, усы менән битен ыуып, кирелеп алғас, Әҙәмгә текләп торҙо ла Тарзанға
– Яңымы? Бер ҙә таныш сирлегә
атҡандай, төнгө ваҡиғаны бәйнә-бәйнә теҙеп сыҡты.
тиҙәр, – тип кеткелдәп көлдө ир. – Әйҙә, рәхим ит минең театрға!
театры... – тине Карабас Барабас һаҡалһыҙ эйәген һыйпап, шунан һорап ҡуйҙы. –
әйткәндә, Кеплер планетаһынан... – тине Әҙәм.
тип һуҙҙы Карабас Барабас. – Ул планета тигәнең ҡайҙа инде?
Ерҙән яҡтылыҡ тиҙлеге менән 1700 йыллыҡ ара.
йылмайҙы Карабас Барабас. – Тимәк, һин 1700 йыл буйына осоп килгәнһең...
Ваҡыт һәм киңлек кәртәһе аша күсеү формулаһы һеҙгә мәғлүм бит, – тине Әҙәм бая
стенала күргән яҙыуҙарҙы күҙ алдына килтереп.
тип баш ҡаҡты Карабас Барабас. – Беҙҙә инопланетяндар күп ул...
Белеүемсә, ваҡыт һәм киңлек кәртәһе аша күсеү формулаһы беҙгә һәм һеҙгә генә
билдәле, – тип аптыраны Әҙәм.
тамаҡ ҡырып. – Хәҙер һине палатаға урынлаштырырҙар. Ял ит, юлда арығанһыңдыр.
һикереп торҙо. – Һеҙ мине аңламанығыҙ!.. Мин – юғары аң вәкиле. Бында һеҙгә
Карабас Барабас ирен сите менән көлөмһөрәне.
технологиялар тапшырырға килдем. Был беҙҙең тарафтан дуҫлыҡ билдәһе.
– Карабас Барабас ҡоластарын йәйеп, шарҡылдап көлөп ебәрҙе. – Ну, чудактар, ә!
Һеҙҙең менән күңелһеҙлеккә урын юҡ.
ҡыланыштан Әҙәм ярһый башланы:
технологияларҙы мыҫҡыл итәһегеҙме? – тип ҡысҡырғанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды.
Әҙәм! Тыныслан! Барыһы ла аңлашылды. Беҙ бит ярҙамыңдан баш тартмайбыҙ.
Әлбиттә, ярҙам итерһең. Беҙҙең өсөн һин – көтөп алған ҡунаҡ... – Карабас Барабас
Тарзанға ишараланы, тегенеһе Әҙәмдең ҡулынан эләктереп, ишеккә һөрәкләне.
президент менән осрашырға кәрәк!.. – Әҙәм сәбәләнеп маташты.
һелтәне Карабас Барабас. – Палатала осрашырһың, Президент та шунда.
сығып китте Тарзан. Палатаға индереп, ике ҡатлы карауатҡа ымланы:
– икенсе ҡатта. Ҡара уны, тауышың сыҡмаһын!
Тарзан киткәс, тирә-яғына
күҙ һалды Әҙәм. Унлаған кеше күренә, уға иғтибар итеүсе юҡ. Берәүһе башын
тотоп, өҙлөкһөҙ һелкенеп ултыра, икенсеһе ҡулдарын һелтәй-һелтәй тегеләй-былай
йөрөй, өсөнсөһө стенаға ҡарап ҡатҡан... Бер сибек кенә ир уға ҡулын һуҙҙы:
– Таныш булайыҡ – Хыялый.
– Ленин, тегенеһе – Наполеон, бынау ултырғаны – Президент, – тип таныштырҙы
бөйөктәре йыйылған бында.
тип Президентҡа табан уҡталды Әҙәм, ләкин Хыялый уның еңенән эләктереп алды.
итмәй? Бер эшһеҙ ултыра лабаһа.
– Ғөмүмән, уның иғтибарын
ишетмәй ҙә, күрмәй ҙә... Сәйәси эштәр менән мәшғүл.
ултырған ир эргәһенә килде Әҙәм.
тораташ кеүек бер нөктәгә текләп ултырыуын белде. Аптырағас, ҡулын Президенттың
күҙҙәре алдында йөрөтөп алды, ләкин хәл үҙгәрмәне.
– Әйттем бит, ҡабул итмәй,
– тип ҡул һелтәне Хыялый.
Хыялый. – Уның иғтибарын хатта Лениндың туҙыныуы ла йәлеп итә алмай. Ул – бар,
әйберҙәрең бармы? – тип һораны Хыялый.
һорау менән яуапланы Әҙәм.
йәшер. Юғиһә, урлаясаҡтар.
– тине Хыялый. – Президенттан башлап, Ленинға тиклем...
һөрәнләнеләр. Барыһы ла урындарынан һикереп тороп, ишеккә тығыла-тығыла
йүгерешә башланы. Таш һын кеүек ҡатып ултырған Президен та иң алдан сығып
сапты, бер ҡарт ҡына ултырып ҡалды.
Ҡапыл килеп тыуған ығы-зығыға аптыраны Әҙәм.
– Әйҙә, ашарға саҡыралар.
Һуңлаһаң, ас ҡалаһың, – тип аңлатты Хыялый.
еткән. Ҡарт ул, бер кемгә лә кәрәге ҡалмаған.
туҡланыр ине... – тип көлөмһөрәне Хыялый. – Уның өлөшөн Президент ашай. Әйҙә,
ҡартҡа килтерермен, – Хыялый сығып сапты.
ултырған ҡарт янына килде Әҙәм. Уның йәш тулған күҙҙәрен күреп, һаҡ ҡына
планетаһындағы ҡарттарҙың илағанын күргәне юҡ Әҙәмдең. Тормоштан ҡәнәғәтлек
кисереп, донъяға һоҡланып йәшәүҙән күҙҙәре янып тора уларҙың.
йәнләнеп китте. – Ал мине үҙеңдең планетаңа! Үтенеп һорайым!
уфтанып, шунан өҫтәп ҡуйҙы. – Һуғышып арыным...
Беҙҙе дошмандар уратып алған. Татар монголдарын ҡыйраттым, төрөктәр, шведтар,
япондар менән һуғыштым. Унан граждандар һуғышы ҡупты, немец ябырылды. Тағы
Афғанстан, Кавказ һуғышы... Һанап бөтөрлөк түгел, гел һуғыш.
ҡалманы. Ә һеҙҙә һуғышмайҙармы һуң?
үҙеңдең планетаңа! Исмаһам, ҡарт көнөмдә йәшәү барлығын тойоп ҡалырмын!.. –
Ҡарт йәшле күҙҙәре менән ялбарып ҡараны, Әҙәмдең тәндәре семерҙәп китте хатта,
тамаҡ төбөнә нимәлер килеп тығылды. Үҙе менән барған аңлайышһыҙ ваҡиғаларҙы
барларға самаланы. Был планета кешеләре аҡыллы һымаҡ булһалар ҙа йәшәйештәренең
аңлы заттарҙан ныҡ айырылыуы мейеһенә һыйманы. Ергә ебәрелер алдынан, унда аңлы
заттар йәшәгәнгә оҡшай, тигәнгә генә шатланып риза булғайны. Әле ҡыҫҡа ғына
ваҡыт эсендә кешеләрҙең сәйер ҡылыҡтарын күреп, бында килеүенә үкенә лә башланы
хатта. Артабан нимә булыр?
инде. Ҡайһы берәүҙәрҙең мендәр аҫтына икмәк киҫәге йәшереүен күреп, Әҙәм:
ҡытлыҡтарҙан тора, – тип аңлатты Хыялый. – Запасһыҙ йәшәп булмай.
ниндәй планетала ла бындай уңайлы һауа шарттары юҡ. Ҡулыңдан яңылыш ҡына төшөп
киткән орлоҡ та шунда уҡ шытып сығасаҡ. Ә был Хыялый ниндәйҙер ҡытлыҡ тураһында
һөйләп тора. Бының булыуы мөмкин түгел!..
яҡындан танышманыҡ бит әле, – тип Әҙәмдең уйҙарын бүлде Хыялый. – Һин ҡайһы
ышанырмы икән, тигәндәй һынап ҡараны Әҙәм. – Кеплер планетаһынан.
Хыялый, иҫе лә китмәй. – Ғаләмдең төрлө тарафтарын гиҙеп сыҡтым, ләкин һинең...
булғаным юҡ. – Хыялый йөҙөнә үкенес һыҙаттары сығарҙы.
сәйәхәтсеһеме ни? – Әҙәм үҙенең ишен табыуға шатланғандай һораны.
донъям!.. Мин бит бында аҙашып ҡына килеп сыҡтым. – Хыялый көрһөндө.
планетаң? Исеме нисек? – Әҙәмдең күңелен ҡыҙыҡһыныу солғаны.
Хыялый тимер рәшәткәле тәҙрә аша күккә текләне. –Ул планетала күҙ йәштәре лә,
ғазаптар ҙа, ҡайғы-хәсрәттәр ҙә юҡ. Мөхәббәт кенә хөкөм һөрә.
– Ғаләм киңлектәрен күпме гиҙһә лә Хыялый әйткән планетаны күреү түгел,
ишеткәне лә юҡ ине Әҙәмдең.
– Бәхет!.. Бәхет тип атала
ул!.. – Хыялый хистәренән арынып, Әҙәмгә текләне. – Үҙеңдең планетаң тураһында
ошо Ер кеүек. Игеҙәк тиһәң дә була. Әлбиттә, айырмалыҡтар ҙа күп: һауа баҫымы,
көн-төн алмашыныуы, күк йөҙөнөң ҡыҙарып тороуы... Ләкин иң ҙур айырма ике
планетала йәшәгән аңлы заттар араһындалыр, тип уйлайым. Беҙҙең халыҡ һуғыш,
дошманлыҡ кеүек ҡот осҡос афәттәрҙе белмәй, сөнки бер туғандарбыҙ. Беҙҙә йәнле
заттарҙың барыһы ла бер туған булып һанала...
шәфҡәт туташы эйәртеп, бүлмәгә Тарзан менән Маугли килеп инде.
асығыҙ! – тип ҡысҡырҙы Маугли.
һәр береһе ыштанын төшөрҙө. Шәфҡәт туташы өрәнелгән хәрәкәттәр менән тиҙ арала асыҡ
осаларға энә ҡаҙап сыҡты.
Президенттың да тыңлаусан малайҙарса үтәүен күреп, Хыялыйға өндәште Әҙәм:
Президент. Бөтә власть – улар ҡулында. Беҙҙең Президенттың исеме булһа ла,
есеме юҡ... – тине Хыялый бышылдап.
тораһың, һал ыштаныңды! – тип екерҙе Маугли быларҙы күҙәтеп торған Әҙәмгә.
беҙ хәл итәбеҙ, аңланыңмы!? Сис ыштаныңды!
китеүенән шөрләп, Әҙәмдең ҡолағына шыбырлыны:
ҡулын этте Әҙәм. Был тиклемен көтмәгән санитарҙың төҫө үҙгәреп китте.
әле!.. Маугли, бир күлдәкте! – тип иптәшенә ҡысҡырҙы ул. Әзмәүерҙәй ике ир
Әҙәмгә “һә” тигәнсе оҙон еңле күлдәк кейҙереп, ҡулдарын ҡаушарып бәйләп тә
ҡуйҙы. Шул арала осаһына энә ҡаҙанылар.
була! – тине Маугли ҡәнәғәт кеткелдәп. – Хәҙер ят инде тыпырсынып.
шәфҡәт туташы артынан сығып киткәс, Әҙәм эргәһенә Хыялый килде:
тип. Уларға ҡаршы тороу мөмкинлеге юҡ.
һөйләнде тәне ойой башлаған Әҙәм. – Ә хоҡуҡтар?
төштөңмө? – Хыялый баш сайҡаны. – Ана, һиңә кейҙерелгән күлдәк һымаҡ ул хоҡуҡ.
күлдәге” ул. Хәйер, һәр беребеҙгә кейҙерелгән... – тине Хыялый ауыр һулап.
– Был нимә һөйләй әле тигәндәй, Хыялыйға шикле ҡараш ташланы Әҙәм.
Күҙгә күренмәй, ә йәнебеҙҙе ҡыҫа... – тине Хыялый. Уның зәңгәр күҙҙәрендә
сикһеҙ ғаләм киңлеге сағылып киткәндәй булды. Ошо ҡараштар тәрәнлегендә
ниндәйҙер ғазаплы яңғыҙлыҡ һағышын тойҙо Әҙәм. Күлдәк эсендә уңайһыҙ ине уға, Хыялыйға
түгел, эстән башлана... Ә унда – күлдәк... – Сәйер һөйләй был. – Сабыр ит,
өйрәнерһең... Тәүҙә шулай ҡыйын була... Күнергә теләмәһәң, бында процедуралар
шымсылар йөрөй... – тип бармағын ауыҙына ҡуйып, тирә-яҡты байҡаны ул, шунан
Әҙәмгә эйелде. – Нимә, иптәш, ирек өсөн көрәшәбеҙме?
ебәрҙе. Бер ни ҙә аңламаған Әҙәм һораулы ҡарашын уға төбәне.
– Һине үҙенең өйөрөнә алырға
теләй, – тип аңлатты Хыялый.
ул? – Әҙәм был һүҙҙе тәүге тапҡыр ишетә ине.
– Бер “вожак” үҙенә бүреләр
шикелле өйөр туплап ала ла дошмандарына ҡаршы көрәш башлай. Бында ундай өйөрҙәр
Әҙәмдең башы әйләнә башланы. Камил аҡыл ҡабул итмәй торған төшөнсәләр тураһында
һөйләй Хыялый. “Дошман”дарҙы осратҡаны булмаһа ла, йыһанда аңлы заттар йәшәгән
планеталарға һөжүм итеп йөрөгән ҡара көстәр барлығы тураһында ишеткәне бар
Әҙәмдең. Тимәк, улар Ер планетаһын баҫып алырға теләй.
планетанан? – тип һораны ул хәүефләнеп.
– Хыялый бармағын маңлай сикәһенә ҡуйып борҙо. – Кешеләр!..
Хыялыйҙың яуабынан Әҙәмдең күҙ алдары ҡараңғыланып китте. – Бер нәмә лә
аңламайым: нисек инде, кешенең дошманы – кеше? Абсурд!
Хыялый мәғәнәле итеп. – Кешенең иң ҡурҡыныс дошманы – кеше!
үлтереү!.. Ә миңә, Ерҙә аңлы заттар йәшәй, тигәйнеләр... – Әҙәмдең кәйефе
тотҡан ҡатын килеп инде. Әҙәм уға ҡараны ла, эргәһендәге Хыялыйҙы ғына түгел,
Нимә булды? – ҡатынға текләп ҡатҡан Әҙәмдең яурынынан һелкетте Хыялый.
– тип һораны Әҙәм, һушына килеп.
күҙеңә күренәме? – Хыялый нимәлер шәйләргә теләгәндәй, тирә-яҡҡа ҡараны.
әйтәһеңме... – Хыялый көлөп ебәрҙе. – Афродита ул. Бында иҙән йыуыусы.
быларҙың эргәһенә килеп, Хыялыйҙың аяғына типте:
урынына ашыҡты. Афродита “Тынысландырыу күлдәге” кейеп ятҡан Әҙәмгә бер талай
Килтереп торалар!.. Килтереп торалар!.. Әллә бөтә донъяһы аҡылдан яҙа инде...
күҙҙәргә ҡарағайны, күкрәк тапҡырын сәйер тойғо солғап алды. Бындай тойғоно
үҙҙәрендә бер тапҡыр ҙа татығаны юҡ ине уның. Гүйә, ҡатындың күҙҙәренән уның
өҫтөнә ымһындырғыс нур ағылды һәм күҙәнәктәре аша тәненә үтеп, күкрәгенә тулды.
Был ни ғәләмәт булды һуң әле?
сыҡҡансы аңҡы-тиңке булып ятты Әҙәм. Эргәһенә ҡабат килеп ултырған Хыялыйҙы
күргәс кенә үҙенең бар булмышын солғап алған томан тарала төшкәндәй тойолдо.
һорауҙы Хыялыйға түгел, үҙ-үҙенә бирҙе шикелле Әҙәм. – Ғәжәп!..
Афродита иҙән йыуып сыҡты, – тине Хыялый. – Көн һайын йыуа ул.
ағылған тулҡын минең тәнемә үтеп инде... – тип һөйләнде Әҙәм.
йылмайғандай итте. – Ғашиҡ булдыңмы?
тип көлөп ебәрҙе Хыялый. – Бисәләргә ирҙәрҙең ғашиҡ була торған ғәҙәте бар инде.
Әллә һеҙҙә ғашиҡ булмайҙармы?
– Балалар беҙҙә инкубаторҙа
мөхәббәт?.. – тип ғәжәпләнде Хыялый.
юғары технологиялар менән башҡарыла. Төрлө аппараттар ярҙамында үҙебеҙҙең
барлыҡ ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндерәбеҙ.
ҡуйҙы ниңәлер Хыялый. Шунан Әҙәмдең күкрәгенә ипләп кенә туҡылдатып ҡараны.
һелтәне. – Барыбыҙҙың да йөрәге тимер...
өс-дүрт сирле ҡалай тәрилкәләргә ҡалаҡ менән һуға башланы. Уларҙың араһында
ҡулдарын болғай-болғай Ленин нимәлер һөйләп маташа, ләкин уның тауышы берәүгә
өйөрөндәгеләр бойкот ойоштора, – тип аңлатты Хыялый.
тотҡан Тарзан менән Маугли килеп инде.
саҡта таралығыҙ!.. – тип оран һалды Тарзан. Тегеләр уның аҡырыуына иғтибар
итмәй, тәрилкәгә һуғыуын белде.
Тарзан менән Маугли дубинка менән тегеләрҙе бәргеләргә тотондо. Сирлеләр,
ауыртыуға сыҙай алмай, кем карауат аҫтына йәшенеп, кем юрған менән ҡапланып
маташты. Ығы-зығы һыпырып алған кеүек “һә” тигәнсе баҫылды, сирлеләрҙең
һыҙланыуҙан ыңғырашҡан, Маугли менән Тарзандың ара-тирә һүгенгән тауыштары ғына
был! – тине Тарзан. – Маугли, күлдәк бир!..
күҙәтеп ятҡан Әҙәм эргәһенә килеп:
тынысландыңмы? – тине. Үҙе яуап та көтөп тормай, Әҙәмдәге күлдәкте систереп
алды. Шулай ҙа киҫәтергә онотманы. – Ҡара уны, тауышың сыҡмаһын!
бахыр Ленинға “тынысландырыу күлдәге” кейҙереп тә ҡуйҙылар. Ул тыпырсынып
ҡысҡырҙы-ҡысҡырҙы ла шымды. “Күлдәк” кейҙерелгән Ленин ситтән ҡарағанда
Мысырҙағы бәлзәмләнгән фирғәүенгә оҡшап ҡалғайны.
Хыялый әйткәнсә, бер-береһенә дошман, ахыры, тип уйланы Әҙәм, санитарҙар
тантаналы ҡиәфәттә сығып киткәс. Әгәр кешеләр уның планетаһына барып сыҡһа,
нимә менән бөтәсәген күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс. Яуызлыҡтың ни икәнен
белмәгән ҡыйырһытылған халҡын күҙ алдына килтереүҙән, тәне семерҙәп китте.
таянып ултырған Хыялый эргәһенә килде Әҙәм.
һорау борсой, – тине ул, йәнәш ултырып.
борсой, – Хыялый битараф ҡына яуапланы. – Кеше үҙ-үҙенә өҙлөкһөҙ һорауҙар
бирергә тейеш, сөнки һорауҙарҙан да яҡшыраҡ уҡытыусы юҡ донъяла...
бүлмә стенаһында бик күп яҙыуҙар күрҙем. Кем яҙҙы икән уларҙы?
Хыялыйҙың йөҙө балҡып китте. – Теге “Йомшаҡ бүлмә”ләме?
Эйнштейнды бикләй торғайнылар.
булды. Эйнштейн тип йөрөттөләр. Өс ай элек үлде.
эләгергә икән? – тип ҡыҙыҡһынды Әҙәм.
һелтәне Хыялый. – Унда эләгер өсөн бер һүҙ әйтеүең етә!..
Президент карауаттың икенсе ҡатына менеп баҫты.
һөйләй! – тип ҡысҡырҙы кемдер.
тирә-яҡҡа күҙ ташлап алды.
һүҙен башланы ул. – Беҙҙең йүнәлеш траекторияһы күҙ ҡараштары яҫылығында ятҡан
бейеклектәр һәм киңлектәр тәңгәлендә киҫешкән дәүмәлдәрҙең, атап әйткәндә, алға
ҡуйған маҡсаттар бәрелешенең көс-ҡеүәтенән ғәйрәтләнеп, барлыҡ сығым һәм
килемдәр даирәһенән ҡуйған сәйәси маҡсаттар бейеклегенә йүнәлеш ала...
оҙон телмәр тотто. Әҙәм аптыраулы ҡарашын Хыялыйға йүнәлтте:
тине Хыялый. – Иң мөһиме – тынысландыра. Ваҡыты-ваҡыты менән ошо һүҙҙәрҙе
ҡабатлап тора ул. Әйткәндәре сирлеләргә дарыуҙан да көслөрәк тәьҫир итә, тынысланып
сирле һуң бында? – Ғәжәпләнеп һораны Әҙәм.
Әҙәмдең күңелен шом биләне.
Хыялый көрһөндө. – Ул сир беҙҙең белем биреү йорттарына үтеп ингән... Бала
саҡтан кешенең ихтыяр көсөн, фекерләү ҡеүәһен кимерә башлай.
ҡурҡыуы йөҙөнә сыҡҡан ине.
Ул сирҙе таратыу яйға һалынған... – тине Хыялый. – Уға ҡаршы кешеләрҙә
һүҙҙәрен тыңлап, тамам ҡурҡыуға ҡалды Әҙәм. Әгәр был хәтәр сирҙе йоҡторһа, уны
үҙ планетаһына ҡабул итмәйәсәктәре көн кеүек асыҡ.
ҡотолоу юлы барҙыр бит? – тип өмөтлө ҡарашын Хыялыйға төбәне ул.
тегенеһе. – Ләкин кешеләр үҙҙәре унан ҡотолорға теләмәй...
ҡотолорға теләмәй? – Әҙәмдең башы бутала башланы.
еңелерәк, бер нәмә лә ҡыҙыҡһындырмай.
этә-төртә Президент янына килеп, ҡулдарын һуҙҙы. Әҙәмдең һораулы ҡарашын күреп:
өләшә, – тине Хыялый, шунан башҡаларға ҡушылды. – Әйҙә, алып ҡалайыҡ, юғиһә
урынында тора бирҙе. Президент һуҙылған ҡулдарға ниндәйҙер гәзитте йыртҡылап,
ҡағыҙ киҫәктәре тоттороп сыҡты. Хыялый, үҙенә эләккән өлөштө усына йомарлап,
Әҙәм эргәһенә кире килде.
ғәжәпләнде Әҙәм, Хыялый биргән ҡағыҙ киҫәген ҡулында әйләндергеләп.
мейе төбөндә нимәлер ҡыймырлап ҡуйғандай итте. Төрлө төҫтәге ҡағыҙ киҫәктәре
күҙ алдында зыр-зыр әйләнде, ләкин аныҡ ҡына бер нәмә лә хәтерләй алманы. –
Бының бер ниндәй ҡиммәте юҡ бит...
– Ҡиммәте юҡ, ләкин тәьҫир
көсө бар, – тине Хыялый, ҡағыҙҙы кеҫәһенә тығып. – Сихырлы ҡағыҙ был. Тормоштоң
бөтә мәғәнәһе тупланған, унһыҙ бер ни ҙә эшләп булмай.
ҡубып көрмәкләшә башланы.
һораны Әҙәм, ҡурҡышынан артҡа сигенә биреп.
Хыялыйҙың яуабы тыныс ине.
ҡағыҙ киҫәге өсөн бер-береһен үлтерә бит хәҙер былар. Әҙәмдең башына көтмәгәндә
ҡағыҙыңды! – тине ул ҡабаланып.
икеләнеп торҙо. – Нимә эшләтәһең уны?
уны эләктерә һалып, бер-береһен дөмбәҫләгән сирлеләргә ҡысҡырҙы:
баҫылды. Теге икәү, был нимә һөйләй әле тигәндәй, уҫал ҡараштарын Әҙәмгә
текләп, уға табан килә башланы.
Хәҙер үҙеңдең кәрәгеңде бирәсәктәр! – тип ҡурҡыуға ҡалды Хыялый.
ҡулындағы ҡағыҙҙы киҫәктәргә турап, тегеләргә тотторҙо. – Бына, икегеҙгә лә
етеп һуғышҡан ике сирленең ауыҙы йырылды. Әҙәм биргән ҡағыҙ киҫәген устарына
йомоп, урындарына киттеләр. Эш нимә менән бөтөр, тип ситтән күҙәтеп торған
был? – тип аптырап һораны ул.
Әҙәм, шунан өҫтәп ҡуйҙы. – Дәүмәл түгел, күләм мөһим...
ингән Тарзандың ҡалын тауышы яңғыраны:
ҡатып ҡалған Президент менән “күлдәк”ле ятҡан Лениндан башҡалар ҡымжырға
кереште: берәүҙәр тумбочкаһын аҡтарҙы, икенселәр мендәр аҫтына йәшергән икмәген
килә... – тип шомло бышылданы Хыялый.
йыйыштырығыҙ! Бөтә ерҙә тәртип булһын! – тип усына йоҙороғо менән һуғып алды
Тарзан. – Тә-ә-әк... Карабас Барабастың һорауҙарына нисек яуап бирергә икәнен
онотманығыҙмы? Ну-ка, Хыялый, һин нимә тип яуап бирерһең?
исемен ишеткән Хыялый шундуҡ урынынан торҙо.
ярҙам эҙләгәндәй тирә-яғына ҡаранды.
– Ахмаҡ!.. Карабас Барабасҡа,
– Ә-ә, ахмаҡ Карабас Барабасҡа?
ахмаҡ тинең?!. – Тарзан Хыялыйҙың яғаһынан матҡып алды.
әйттең бит... – Хыялый аҡланып маташты.
ҡулдарын ысҡындырып, усын-усҡа ҡағып ҡуйҙы. – Карабас-Барабас һинән, йәшәү нисек,
ашау ҡәнәғәтләндерәме тип һораһа, нимә әйтерһең?
ҡаштары йыйырылды. – Нисек йәшәйем тип... Йән аҫырап ятам шунда... Ашнаҡсылар
аҙыҡ-түлекте урлап торғас, йүнле ашау буламы ни!..
Карабас Барабас алдында ауыҙыңды асаһы булма! Юғиһә, “Йомшаҡ бүлмә” – һинеке!
тип ғәҙәттәгесә янаны Тарзан. – Карабас Барабас насар хәбәрҙәрҙе яратмай. Уның
алдында мыжырға уйлаһағыҙ, бына! – санитар тос йоҙороғон һелкеп алды. –
Йылмайығыҙ. Тормошоғоҙҙан ҡәнәғәтлек йөҙөгөҙгә сыҡһын.
тигәндәре шул тиклем имәнес затмы икән, ниңә барыһы ла ҡурҡа? Әҙәм шым ғына
– Кем ул Карабас Барабас?
да юғары кеше юҡ. Бындағы бөтә мөлкәт – уныҡы!
бойһона... – тип ҡул һелтәне Хыялый.
Карабас Барабас ҡулында...
әфәнделәр! – уның көр тауышы барыһын да шымып ҡалырға мәжбүр итте. Карабас Барабас
тығыҙ ҡуйылған карауаттар араһынан үтеп, иң төптә ултырған сирле эргәһенә
хәлдәрең нисек? Дауа килешәме? – тине ул йөҙөнә яһалма йылмайыу сығарып.
дарыуҙарҙы ауырыған өсөн ҡабул итмәйем, – тип мығырҙаны сирле. – Мин уларҙы
башҡаларға яраҡлашырға теләп эсәм, сөнки мине аҡылынан яҙғандар уратып алған.
тине ҡәнәғәт ҡиәфәттә Карабас Барабас. – Башҡаларға яраҡлашырға кәрәк.
сәрелдәк тауышы ишетелде:
йәмғиәттән азат булып булмай...
йөрөгән бер-ике сирле уны хуплап ауыҙҙарын асҡайны, Тарзандың тос йоҙороғон
Һаман тыныслана алмайһың... – Карабас Барабас бер аҙ уға уҫал итеп текләп
торҙо. – Һинең ҡотҡоң сирлеләрҙе дауалауға ҡамасаулай.
йөрөй... – тип ҡысҡырҙы Ленин.
эргәһендә торған Тарзанға өндәште:
– Ике доза өҫтә уға, сирлеләрҙең
хәүефһеҙерәк булыр... – тип Карабас Барабас икенсе сирлегә боролдо.
нисек? Нимәгә зарланаһың?
эшләнеләр... – тине уныһы.
ҡыҙыҡһынды Карабас Барабас.
алмайым. Тауышым сыҡмай, – тип тамағын ыуҙы сирле.
тигән булды Карабас Барабас уны йыуатырға теләгәндәй.
түгел. Минең тауыш сыға алмай, – тип үҙенекен тылҡыны сирле.
эшләнеләр. Үҙемдең тауышым юҡ. Миндә башҡа кешенең тауышы. Хәҙер күҙҙәргә лә
операция эшләргә теләйҙәр.
эшләмәҫтәр, – тип Карабас Барабас сирленең арҡаһынан ҡағып алды.
эшләйҙәр. Күрмәһә, эшләмәҫтәр ине... – тине сирле бошонҡо ҡиәфәттә. – Бөтәһенә
лә эшләйҙәр. Телдәренә, күҙҙәренә, ҡолаҡтарына... Уларҙы яһалмаға алмаштырып
Карабас Барабас санитарға
килмәҫме һуң? – тип ҡыҙыҡһынды Тарзан.
“операция” эшләнгән. Зарарланырлығы ҡалмаған... – Карабас Барабас башын баҫып
ултырған сирлегә өндәште. – Ә һин ниңә бойоҡ?
күтәреп, йәшкәҙәгән күҙҙәре менән докторға ялбарғандай ҡараны:
тине бер аҙҙан. – Ләкин мине танырға теләмәйҙәр. Минән көнләшәләр, кәмһетергә
Барабас, сирлене йыуатып. – Һин – бөйөк! Быға бер кемдең дә шиге юҡ, һинең
бөйөклөгөңдө барыбыҙ ҙа таный.
күҙҙәрендә өмөт осҡондары ялтланы.
Карабас Барабас. – Бына, минең ярҙамсым да раҫлай.
бөйөк! Һиңә киләсәктә һәйкәл ҡуйырҙар! – тип ҡупыртып ебәрҙе Тарзан.
бөйөк! Мине таныйҙар! – Ҡыуанысынан сирле сәпәкәй итә-итә, һикерәнләргә
тип дорфа ғына яуапланы Әҙәм. – Әйттем бит, мин – сит планета вәкиле!
ҡаршылағы карауатҡа ултырҙы:
уйлағанса түгел, – тип яуапланы Әҙәм. – Миңә һеҙҙең заттың бер-береһенә булған
ҡырҙы доктор. – Беҙҙең йәшәйеш ҡанундары һиңә оҡшамаҫҡа мөмкин.
аңлы заттарҙың йәшәү рәүешенә тап килмәй. Һеҙ ҡорған ҡанундар ыҙғыш ҡына
– Ҡыҙыҡ... – тип көлөмһөрәне
ҡанундарын кешеләр үҙҙәре һайлаған. Тимәк, шулай ҡулайыраҡ, – доктор урынынан
ҡанундарҙы кешеләр һайламаған, берәүҙәр икенселәрҙе талау маҡсатынан булдырған,
– яуапһыҙ ҡалырға теләмәне Әҙәм.
Карабас Барабас ихлас йылмайҙы. – Кемдер бойорорға, кемдер бойһонорға тейеш.
Баш – уйлар өсөн, ҡул – эшләр өсөн...
ағзаларҙы бүлеп ҡарауҙа. Улар бер бөтөн булырға тейеш. Берәүһе инҡар ителә
икән, тимәк, камиллыҡ юҡ, ул – ғәрип.
вирус... – тип үҙ алдына һөйләнде доктор, шунан Тарзанға ымланы.
уңайлы итеп ултырығыҙ. Гипноз терапияһы башлана! – тип ҡысҡырҙы Тарзан.
сығып баҫты. Бер аҙҙан талғын көй ағылды һәм докторҙың бойороусан, шул уҡ
ваҡытта яғымлы тауышы яңғыраны:
булмышығыҙҙы биләй бара. Яйлап ҡына күҙҙәрегеҙ йомола. Һеҙ минең тауышҡа ғына
бойһонаһығыҙ. Тәнегеҙҙе йылы ағым солғай. Һеҙгә рәхәт һәм әйтеп аңлатҡыһыҙ
ләззәт кисерәһегеҙ. Күҙ алдына килтерегеҙ, һеҙ йәйрәп ятҡан диңгеҙ ярында, йылы
ҡомда ҡыҙынып ятаһығыҙ. Талғын тулҡындар шауы ишетелә, аҡсарлаҡтар ҡысҡыра.
Һеҙгә ошо рәхәтлектән башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй.
аптырап, Әҙәм тирә-яғын байҡаны. Берәүҙәр күҙен йомоп, урынында һелкенә,
икенселәр ҡулдарын болғап, карауаттар араһында яй ғына хәрәкәт итә. Гипноз
тәьҫиренә иң ныҡ бирелгәне Президенттыр, моғайын. Уның ҡәнәғәтлек кисереүе йөҙөнә
матур! Һеҙ ошо гүзәллек ҡосағында нурҙарҙа ҡойонаһығыҙ. Башығыҙҙа бер ниндәй ҙә
насар уй юҡ, фәҡәт шатлыҡ һәм рәхәтлек кенә күңелегеҙҙе наҙлай. Тәнегеҙ ҙә,
йәнегеҙ ҙә һыҙламай. Һеҙ сирҙәрҙән азат. Һутлы емештәрҙең хуш еҫе танауығыҙҙы
ҡытыҡлай. Һеҙ тормоштан ҡәнәғәтлек кисерәһегеҙ! Фәҡәт ҡәнәғәтлек кенә!.. Ә
хәҙер яйлап ҡына күҙҙәрегеҙ асыла. Һеҙ уяндығыҙ, ләкин ҡәнәғәтлек тойғоһо
күңелегеҙҙә ҡалды. – Доктор үткер күҙҙәре менән һәр кемде ҡапшаны, шикләнерлек
бер ни ҙә тойолмағас. – Киләһе сеансҡа тиклем, – тип сығып китте.
гипноз килешеп ҡалды. Палатала һиллек урынлашты. Тәрән йоҡоһонан арына алмаған
Лениндың ғына хырылдаған тауышы ишетелә...
үтеп китте. Биҙрә шалтыраған тауыш уятты Әҙәмде. Иренеп кенә күҙҙәрен асҡайны,
иҙән йыуып йөрөгән Афродитаны күреп, тороп ултырҙы.
Берәү ҙә тормаған, – тине ҡатын.
һүҙ Әҙәмдең ауыҙынан үҙенән-үҙе сыҡты.
Афродита!? – Әҙәм үҙ күҙҙәренә ышанып бөтмәй ине, шикелле.
йыуыуынан туҡтап, Әҙәмгә текләне Афродита. – Мин булмай, кем булһын...
тәүге тапҡыр күргәндә күҙҙәреңдән бөркөлгән илаһи нур күҙәнәктәрем аша үтеп,
йөрәгемде ялманы. Һинең ҡараштарың мине арбаны, мин гел һинең турала ғына
кем?.. – Әҙәмдең күҙҙәре янды.
төҫтәрҙән һәм илаһи еҫтәрҙән әүәләп эшләнгән гүзәлдәрҙән-гүзәл зат! – Әҙәм
йөрәк төбөндә ятҡан ҡәҙрәтле һүҙҙәрҙе табырға тырышты. – Һинең сихри ҡараштарың
йәнгә дауа булып яғыла, һандуғас һайрауылай моңло тауышың күңелдең нескә
ҡылдарын тибрәтә, ҡарлуғас ҡауырыйылай һыҙылған ҡаштарың күҙҙәрҙе иркәләй...
булды һуң әле тигәндәй, биҙрәһен тотҡан килеш ҡатып ҡалды. Бер аҙҙан ғына
әллә? – тине. Уның был һүҙҙәрендә тамсы ла асыу юҡ ине.
Илаһи заттан нисек көлөргә мөмкин?!.. Мин күңелемдә ятҡан хистәремде әйттем.
Зинһар, рәнйемә, Афродита! Һин, ысынлап та, минең кеүек байғоштарҙың буйы
етмәҫлек бейеклектә талпынаһың!..
Афродита был сәйер егеттең
күҙҙәренә бер ни тиклем текләп торҙо ла, устары менән йөҙөн ҡаплап, палатанан
сығып китте. Ҡатындың был ҡылығын бер нисек тә аңлай алманы Әҙәм. Әллә, ысынлап
Тарзан килеп инде. Нәфрәт осҡондары сәскән ҡарашы менән йоҡлап ятҡан сирлеләрҙе
байҡап сыҡты, шунан карауатында ултырған Әҙәмде күреп:
Афродитаны рәнйеттең? – тип екерҙе.
ыҡ-мыҡ итте, – рәнйетмәнем!
етмәһә. Әле генә илап, палатанан сығып йүгерҙе. Нимә тинең уға?
иламай. Һине аҡылға ултыртып алмай булмаҫ... Әйҙә! – Тарзан Әҙәмдең ҡулынан
бараһың? – Әҙәм ҡарышып маташты, ләкин Тарзандың көслө ҡулдары уны кәзә бәрәселәй
алырһың... – тип мыҫҡыллы йылмайҙы санитар.
Шул саҡ ҡаршыларына Афродита
Уның ғәйебе юҡ! – тине ҡатын ялбарып.
иланым... – Афродита ҡараштарын йәшереп маташты.
нимә тип яуап бирергә белмәне ҡатын. Эйе, ниңә илағанын ул үҙе лә аңлап етмәй. Бая
Әҙәмдең әйткән һүҙҙәренән ҡапыл күңеле тулды ла китте шул, күҙҙәренә үҙенән-үҙе
ҡарап торған Тарзан баш сайҡаны:
йөрөп, әллә һин дә... – Уйлағанын әйтеп бөтмәне, ҡул һелтәп, Әҙәмгә өндәште. – Ярай,
бер юлға кисерәм. Ана, Афродитаға рәхмәт уҡы.
ҡына һүҙһеҙ торҙо улар. Ҡыҙыҡ, бер һүҙ әйтмәһәләр ҙә бер-береһен ап-асыҡ
аңлаған һымаҡсы. Шулай ҙа Әҙәм һорарға булды:
белмәйһеңме ни, тигәндәй, үпкәсел ҡараш ташланы ҡатын. Шунан өҙөк-һурыҡ аңлатып
Бер ҡасан да... Әйткәндәре юҡ... Миңә... Һин әйткәнде...
йүгереүҙән тағы ла матурайып киткәнен ҡатындан күҙен айыра алманы Әҙәм.
Эшем күп, – тип йылмайҙы Афродита.
Әҙәм. Ошолай ғүмер буйы ҡатынға ҡарап тик торғоһо килә уның. Үҙе лә
абайламаҫтан, Афродитаны туҡтатырға теләгәндәй, ҡулын һуҙҙы. Ҡатын уның был
ҡылығын шәйләмәне, шикелле, бара биргәс боролоп ҡул болғаны ла коридор осонда
Әҙәмде ләззәтле хистәренән арындырҙы. Бер-береһенә нимәлер аңлатырға теләп,
ҡыҙып бәхәсләшкән өс-дүрт сирле шундуҡ уны ҡамап алды. Хәбәрҙәрен һис аңларлыҡ
түгел, ара-тирә “Беҙ – аҡыллы халыҡ!”, “Дауахана – һинең ҡулда!”, “Долой
процедуралар!”, “Бөтһөн сир!” кеүек һүҙҙәр ишетелеп ҡала. Әҙәм быларҙан көс-хәл
менән ҡотолоп, карауатында ултырған Хыялый янына килде.
тағы? Ана ултыра бит Президент.
аңлатырға икән, тигәндәй, башын ҡашып байтаҡ ҡына һүҙһеҙ ултырҙы Хыялый, шунан
ҡатнашмаһаң да була, ләкин барыбер ҡатнашҡан булып иҫәпләнәһең... – тине.
ҡағиҙәһе шулаймы? – Әҙәмдең ғәжәпләнеүе арта барҙы.
– Хыялый бер ҡағыҙ киҫәге алды. – Бына ошонда яҙылған исемдәрҙең береһенә тамға
ҡуйырға кәрәк. Ҡуйһаң да була, ҡуймаһаң да була...
бүлдерҙе уны Әҙәм. – Тимәк, кем күберәк тауыш йыя, шул – Президент.
тағы нимәлер әйтергә теләгәйне, бер сирленең ҡысҡырған тауышы бүлдерҙе:
ҡәнәғәт ҡиәфәттә. – Беҙҙең йүнәлеш траекторияһы күҙ ҡараштары яҫылығында ятҡан
бейеклектәр һәм киңлектәр тәңгәлендә киҫешкән дәүмәлдәрҙең, атап әйткәндә, алға
ҡуйған маҡсаттар бәрелешенең көс-ҡеүәтенән ғәйрәтләнеп, барлыҡ сығым һәм
килемдәр даирәһенән ҡуйған сәйәси маҡсаттар бейеклегенә йүнәлеш ала...
һүгенеп ебәрә яҙҙы. – Тағы шул бер балыҡ башы...
тауыштан ул һайланды... – тине Хыялый.
дә була, бирмәһәң дә була... Тауыштарҙы Президент үҙе һанай...
бысағыма кәрәк был кәмит?
тынысландырыу процедураһы ул...
биләп алды. Гүйә, уны ниндәйҙер йәнһеҙ шәүләләр уратып алған. Әгәр ошо шәүлә
уның планетаһына ла барып етһә, ҡот осҡос һәләкәт буласаҡ! Нимә эшләргә? Бер
генә юл бар: “Йомшаҡ бүлмә” стенаһына яҙылған ваҡыт һәм киңлек кәртәһе аша күсеү
формулаһын юҡ итергә кәрәк. Мотлаҡ юҡ итергә! Тик ул бүлмәгә нисек эләгергә
һуң? Әһә, теге саҡта Хыялый, унда эләгеү өсөн бер һүҙ етә, тигәйне бит. Ошоно
иҫенә төшөрөп, Әҙәм Хыялыйға бышылданы:
эләгеү өсөн бер һүҙ етә тип әйткәйнең, ниндәй һүҙ ул?
теләге менән “Йомшаҡ бүлмә”гә инеүсене быға тиклем күргәне юҡ уның.
– тине Әҙәмдең күҙҙәренә текләп. – Бер һүҙ етә...
тигәндәй, икеләнеп торҙо, шунан киҫәтте:
генә сығармаҫтар!.. Унан ҡотола алмағандар ҙа күп...
Уны бөтәһе лә белә, тик әйтергә телдәре әйләнмәй, – Хыялый Әҙәмдең яурынынан
ҡағып алды. – Ул һүҙ – ирек!
ҡысҡырһаң, шунда уҡ “Йомшаҡ бүлмә”гә ябып ҡуясаҡтар.
Хыялыйҙы ҡосаҡлап алды. – Һин – ысын дуҫ!
аптыраны Хыялый, нимә тип әйтергә лә белмәне. Хәйер, аптырары алда булған икән.
Көтмәгәндә Әҙәм яр һалырға тотондо:
сирлеләр, ҡот осҡос һүҙ ишеткәндәй, ҡапыл шымып ҡалды. Эштең былайға китерен
уйламаған Хыялый уны туҡтатырға теләп, усы менән ауыҙын ҡапларға маташты.
Тегенеһе уның һайын нығыраҡ ҡысҡырҙы:
Тарзан менән Маугли пәйҙә булды. Әзмәүерҙәй ике ир Әҙәмде шундуҡ эләктереп тә
– тине Тарзан Әҙәмгә дубинкаһы менән һелтәп. – Мә!..
ҡулдары шаҡарылған Әҙәмде ҡотҡарырға теләп, Тарзандың беләгенә йәбеште:
ғәйепле түгел!.. Мин... Мин ғәйепле!..
Хыялыйға тондорҙо, тегенеһе, ауыртыуға сыҙай алмай, бөгөлөп төштө. Тарзан да
өлөшһөҙ ҡалдырманы, бөгәрләнеп ултырған Хыялыйҙың бөйөрөнә типте.
бүлмә”гә бикләп ҡуйҙылар. Уйламағанда бында килеп эләгеүенә эстән генә һөйөнөп
ҡуйҙы ул. Ошонда нисек инергә тигән уй теге саҡта уҡ күңелен өйкәй башлағайны. Ҡалай
йәтеш килеп сыҡты әле. Әҙәм тиҙ генә күлдәк еңен йыртып, төкөрә-төкөрә
стеналағы яҙыуҙарҙы юйырға кереште. Шуны яҡшы аңлай хәҙер: был яҙыуҙарҙы, йәғни
ваҡыт һәм киңлек кәртәһе аша күсеү формулаһын башҡалар белергә тейеш түгел.
Бигерәк тә Ер кешеләре, юғиһә ғаләмдәге башҡа планеталарға ҡурҡыныс янаясаҡ!
үтеп китте. Әҙәм өсөн ваҡыт иҫәбе юғалды. Бер мөйөшкә ултырып ала ла Афродита
тураһында уйлай. Һуңғы тапҡыр осрашҡан саҡта ҡатындың матур йылмайып ҡарауын
күҙ алдына килтерә лә йәнен рәхәтләндереп йылылыҡ йүгерә. Ошо татлы уйҙарынан
артыҡ уға бер ни ҙә кәрәкмәй һымаҡ.
Тарзан килеп инде. Бөйөрөнә таянып, бер талай тирә-яҡты ҡарап торғас, баш
башланымы? – Тарзан был һорауҙы үҙ-үҙенә бирҙе шикелле, шунан Әҙәмгә текләне. –
Эй, инопланетянин, стенаны һин һөрттөңмө?
тауышы ҡалтыранып сыҡты, дөрөҫөрәге, Тарзандан шөрләүе һиҙелә ине. Яңлыш һүҙ
ысҡындырһаң, шундуҡ билендәге дубинкаһына тотонасаҡ. Туҡмалғыһы килмәй Әҙәмдең,
теге саҡта дубинка эләккән һырт буйы әле лә һыҙлап тора.
был һүҙен ихлас әйтте. – Ана бит, саҡ ҡына өшкөрөп алһаң, аҡыл ултырырға
тора... Бар, һыпырт палатаңа!
атлағанда кемдәрҙеңдер ҡысҡырышҡаны, иҙән дөбөрҙәгән тауыштар аптырауға һалды
Әҙәмде. Нимә булды икән? Палатаға инергәме-юҡмы тигәндәй, икеләнеп торғас,
тәүәккәлләп, ишекте асты. Йырлап-бейеп маташҡан сирлеләрҙе күреп, шаҡ ҡатып,
оҙаҡ ҡына ишек төбөндә торғандан һуң, карауатында ятҡан Хыялый янына килде.
– тип һораны ул, бер Хыялыйға, бер сирлеләргә аптыраулы ҡараш ташлап.
Хыялыйҙың тауышы тоноҡ сыҡты.
ғәжәпләнеүе тағы ла арта төштө.
байрам итергә бойорған...
– Бәй, нисек инде бойорған?
Байрам кешенең күңелендә була бит...
бойроҡ менән башҡарыла... – Хыялый хәлһеҙ генә ҡул һелтәп, күҙҙәрен йомдо.
Тарзан... Билгә типте... – тип өҙөк-өҙөк әйтте ул. – Хәҙер тороп булмай...
тештәрен ҡыҫты, йыуатырға теләп, Хыялыйҙың башынан һыйпаны.
килеп инде. Әҙәмде күреү менән йөҙөнә йылмайыу йүгерҙе һәм ҡул болғаны.
тине Хыялый, көскә ирендәрен ҡыбырҙатып.
киләм, Хыялый дуҫ! – Афродитаны бер күрер өсөн Әҙәм былай ҙа зар-интизар
булғайны – ҡатындың ҡаршыһына килеп тә баҫты.
уйнаған нурҙарҙан Әҙәмдең башы әйләнеп китте, йөрәге ярһып тибергә кереште.
серле ҡараш ташлап, Әҙәм уның артынан эйәрҙе. Коридор осондағы тар ғына бүлмәгә
инделәр. Шул саҡ Афродита ҡапыл боролоп, Әҙәмде ҡосаҡлап алды.
Һағындым!.. – тип бышылданы ҡатын, янған ирендәрен Әҙәмдең сикәһенә терәп. Сикә
буйлап шыуған ирендәр Әҙәмдең ирененә килеп терәлде. Ирҙең башы әйләнде, ул бер
ни ҙә шәйләмәй, гүйә йомшаҡ болоттар араһында йөҙә. Ғәжәп, бындай тойғоно уның
бер ҡасан да татығаны юҡ ине...
хистәрен дуҫы менән уртаҡлашырға теләп, палатаға осоп килеп инде Әҙәм.
Хыялыйҙың карауатын уратып алған сирлеләрҙе күреп, күңелен шом биләне. Уларҙы
этә-төртә үтеп, хәрәкәтһеҙ ятҡан дуҫының баш осона сүгәләне.
тип сикәһен һыйпаны уның. Эштең ҡайҙа барғанын аңлағайны инде. – Сабыр ит, дуҫ!
күҙҙәрен асты, Әҙәмдең беләгенән тотто һәм, нимәлер әйтергә теләп, ирендәрен
Әҙәм уның ауыҙына ҡолағын яҡынайтты.
тине Хыялый хәлһеҙ тауыш менән. – Таптым!..
Әҙәмдең күҙҙәренә йәш төйөлдө.
көслөк менән йылмайып маташты. – Үҙемдең планетамды...
Нимә тип әйтергә белмәгән Әҙәм дуҫын йыуатырға теләне.
Мине көтәләр... – Һағышлы күҙҙәр йомолдо. Китте Хыялый... Бер кем күрмәгән, бер
кем ишетмәгән үҙ донъяһына юлланды...
төрткөләшеп шаярышҡан Тарзан менән Маугли, тәненә һылашып торған күлдәк кейгән
ҡатынды күреп, ауыҙҙарын асып ҡатты. Ул аяҡ ослап, бер яҡ ҡабырғаһына
боролобораҡ күтәрмәнән күтәрелде, тар итәктәрен һыйпаштырып алғас, санитарҙарға
бит? – тип һораны ҡатын ҡыҙыл ирендәренә йылмайыу яғып.
икеһе бер юлы ишек тотҡаһына үрелде.
улар шулай уҡ бер тауыштан. – Һеҙҙең өсөн беҙҙең ишек һәр саҡ асыҡ.
атланы. Санитарҙар уның ике яғынан төшөп, баш табип бүлмәһенә алып килде. Карабас
Барабас, сибәр ҡатынды күреү менән, урынынан һикереп торҙо.
Ғәфү... Карам Барабашов тиҙәр. Рәхим итеп, ултырығыҙ, – тине ул ҡатындың
ҡатыны... – тине ҡатын, аяғын-аяҡҡа һалып ултырғас.
Барабастың йөҙөнә йылмайыу йүгерҙе. – Беҙҙә генерал, хатта маршал ҡатындары
сумкаһынан гәзит сығарып, өҫтәлгә һалды. – Һеҙҙең иғлан бит. Дауаханаға исем-шәрифе
билдәһеҙ кеше килеп эләкте, тиелгән. Фотоһы ла ҡуйылған.
ундай кеше, – тине төшөнкө тауыш менән Карабас Барабас. – Ә Һеҙ уның кеме
Ул – банкир. “Планета” банкының хужаһы. Аҙна элек ҡапыл юғалды ла ҡуйҙы...
алдына һуҙып әйтте Карабас Барабас. – Әйткәндәй, ул банк банкротҡа төшкән, тип
ишеткәйнем... Аҡса күптәрҙе аҡылдан яҙҙыра шул...
Ҡатындың күҙҙәре ҙур асылды.
Тиҙ генә һауығырлыҡ түгел... Үҙен инопланетянин, ти... Әлбиттә, теләһәгеҙ, уны алып
ҡымтып, байтаҡ ҡына һүҙһеҙ ултырҙы.
аҙҙан. – Ул – сирле... Аҡылдан яҙған...
баш табип бармаҡтары менән өҫтәлгә туҡылдатты. – Йә, нисек хәл иттегеҙ?
күрергә мөмкинме? – Ҡатындың мейеһен икеле-микеле уйҙар солғаны.
Карабас Барабас ишек төбөндә торған Тарзан менән Мауглиға өндәште. –
Әҙәмде алып килделәр. Быларға ниңә кәрәгем тейҙе икән, тигәндәй, ишек төбөндә
ҡатынға ишаралап күрһәтте Карабас Барабас.
Әҙәм, бер аҙ текләп торғас. – Ул беҙҙең планета кешеһенә оҡшамаған...
ҡатынға һынап ҡараны Карабас Барабас, шунан Әҙәмгә боролдо:
Әҙәмдең теле тотлоҡто. – Юҡ, юҡ, мин бер ҡайҙа ла бармайым!
хаталанғанмын, – тине урынынан тороп. – Был – минең ирем түгел!..
бүлмәһенән сығыу менән туп-тура Афродита янына ашыҡты. Күҙҙәренән сихырлы
нурҙар ағылған, аҡ тәненә иҫерткес еҫ яғылған Афродитаһы бар уның! Үҙ донъяһы,