Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Октябрь 2019, 10:00

Салауат ӘБҮЗӘР КҮКТӘН ТӨШКӘН КЕШЕ (Туғыҙынсы киҫәк) Повесть

Салауат ӘБҮЗӘР КҮКТӘН ТӨШКӘН КЕШЕ (Туғыҙынсы киҫәк) Повесть Маугли дубинка менән Хыялыйға тондорҙо, тегенеһе, ауыртыуға сыҙай алмай, бөгөлөп төштө. Тарзан да өлөшһөҙ ҡалдырманы, бөгәрләнеп ултырған Хыялыйҙың бөйөрөнә типте.

Әҙәмде “Йомшаҡ бүлмә”гә бикләп ҡуйҙылар. Уйламағанда бында килеп эләгеүенә эстән генә һөйөнөп ҡуйҙы ул. Ошонда нисек инергә тигән уй теге саҡта уҡ күңелен өйкәй башлағайны. Ҡалай йәтеш килеп сыҡты әле. Әҙәм тиҙ генә күлдәк еңен йыртып, төкөрә-төкөрә стеналағы яҙыуҙарҙы юйырға кереште. Шуны яҡшы аңлай хәҙер: был яҙыуҙарҙы, йәғни ваҡыт һәм киңлек кәртәһе аша күсеү формулаһын башҡалар белергә тейеш түгел. Бигерәк тә Ер кешеләре, юғиһә ғаләмдәге башҡа планеталарға ҡурҡыныс янаясаҡ!
Әллә өс, әллә дүрт көн үтеп китте. Әҙәм өсөн ваҡыт иҫәбе юғалды. Бер мөйөшкә ултырып ала ла Афродита тураһында уйлай. Һуңғы тапҡыр осрашҡан саҡта ҡатындың матур йылмайып ҡарауын күҙ алдына килтерә лә йәнен рәхәтләндереп йылылыҡ йүгерә. Ошо татлы уйҙарынан артыҡ уға бер ни ҙә кәрәкмәй һымаҡ.
Ишекте шар асып, Тарзан килеп инде. Бөйөрөнә таянып, бер талай тирә-яҡты ҡарап торғас, баш сайҡап ҡуйҙы ул.
– Әллә аҡыл ултыра башланымы? – Тарзан был һорауҙы үҙ-үҙенә бирҙе шикелле, шунан Әҙәмгә текләне. – Эй, инопланетянин, стенаны һин һөрттөңмө?
– Мин. – Әҙәмдең тауышы ҡалтыранып сыҡты, дөрөҫөрәге, Тарзандан шөрләүе һиҙелә ине. Яңлыш һүҙ ысҡындырһаң, шундуҡ билендәге дубинкаһына тотонасаҡ. Туҡмалғыһы килмәй Әҙәмдең, теге саҡта дубинка эләккән һырт буйы әле лә һыҙлап тора.
– Маладис! – Тарзан был һүҙен ихлас әйтте. – Ана бит, саҡ ҡына өшкөрөп алһаң, аҡыл ултырырға тора... Бар, һыпырт палатаңа!
Коридор буйлап атлағанда кемдәрҙеңдер ҡысҡырышҡаны, иҙән дөбөрҙәгән тауыштар аптырауға һалды Әҙәмде. Нимә булды икән? Палатаға инергәме-юҡмы тигәндәй, икеләнеп торғас, тәүәккәлләп, ишекте асты. Йырлап-бейеп маташҡан сирлеләрҙе күреп, шаҡ ҡатып, оҙаҡ ҡына ишек төбөндә торғандан һуң, карауатында ятҡан Хыялый янына килде.
– Быларға нимә булған? – тип һораны ул, бер Хыялыйға, бер сирлеләргә аптыраулы ҡараш ташлап.
– Байрам... – Хыялыйҙың тауышы тоноҡ сыҡты.
– Байрам?! – Әҙәмдең ғәжәпләнеүе тағы ла арта төштө.
– Карабас Барабас байрам итергә бойорған...
– Бәй, нисек инде бойорған? Байрам кешенең күңелендә була бит...
– Бында бөтә нәмә бойроҡ менән башҡарыла... – Хыялый хәлһеҙ генә ҡул һелтәп, күҙҙәрен йомдо.
– Хыялый, әллә һин сирләйһеңме?
Хыялый ауыр итеп тын алды:
– Теге саҡта... Тарзан... Билгә типте... – тип өҙөк-өҙөк әйтте ул. – Хәҙер тороп булмай...
– Ҡәбәхәт! – Әҙәм тештәрен ҡыҫты, йыуатырға теләп, Хыялыйҙың башынан һыйпаны.
Палатаға Афродита килеп инде. Әҙәмде күреү менән йөҙөнә йылмайыу йүгерҙе һәм ҡул болғаны.
– Бар, һине саҡыра! – тине Хыялый, көскә ирендәрен ҡыбырҙатып.
– Мин хәҙер... Хәҙер киләм, Хыялый дуҫ! – Афродитаны бер күрер өсөн Әҙәм былай ҙа зар-интизар булғайны – ҡатындың ҡаршыһына килеп тә баҫты.
Афродитаның күҙҙәрендә уйнаған нурҙарҙан Әҙәмдең башы әйләнеп китте, йөрәге ярһып тибергә кереште.
– Әйҙә, – тине ҡатын серле ҡараш ташлап, Әҙәм уның артынан эйәрҙе. Коридор осондағы тар ғына бүлмәгә инделәр. Шул саҡ Афродита ҡапыл боролоп, Әҙәмде ҡосаҡлап алды.
– Һағындым!.. Һағындым!.. – тип бышылданы ҡатын, янған ирендәрен Әҙәмдең сикәһенә терәп. Сикә буйлап шыуған ирендәр Әҙәмдең ирененә килеп терәлде. Ирҙең башы әйләнде, ул бер ни ҙә шәйләмәй, гүйә йомшаҡ болоттар араһында йөҙә. Ғәжәп, бындай тойғоно уның бер ҡасан да татығаны юҡ ине...
Йөрәгенә тулған хистәрен дуҫы менән уртаҡлашырға теләп, палатаға осоп килеп инде Әҙәм. Хыялыйҙың карауатын уратып алған сирлеләрҙе күреп, күңелен шом биләне. Уларҙы этә-төртә үтеп, хәрәкәтһеҙ ятҡан дуҫының баш осона сүгәләне.
– Хыялый!.. Дуҫ!.. – тип сикәһен һыйпаны уның. Эштең ҡайҙа барғанын аңлағайны инде. – Сабыр ит, дуҫ! Хәҙер докторҙы саҡырам.
Хыялый ауырлыҡ менән күҙҙәрен асты, Әҙәмдең беләгенән тотто һәм, нимәлер әйтергә теләп, ирендәрен ҡыбырҙатты.
– Нимә тинең, дуҫ? – Әҙәм уның ауыҙына ҡолағын яҡынайтты.
– Мин... таптым... – тине Хыялый хәлһеҙ тауыш менән. – Таптым!..
– Нимә таптың? – Әҙәмдең күҙҙәренә йәш төйөлдө.
– Планетамды... – Хыялый көслөк менән йылмайып маташты. – Үҙемдең планетамды...
– Мин дә таптым... – Нимә тип әйтергә белмәгән Әҙәм дуҫын йыуатырға теләне.
– Мин унда китәм... Мине көтәләр... – Һағышлы күҙҙәр йомолдо. Китте Хыялый... Бер кем күрмәгән, бер кем ишетмәгән үҙ донъяһына юлланды...
Эпилог
Дауахана ишеге алдында төрткөләшеп шаярышҡан Тарзан менән Маугли, тәненә һылашып торған күлдәк кейгән ҡатынды күреп, ауыҙҙарын асып ҡатты. Ул аяҡ ослап, бер яҡ ҡабырғаһына боролобораҡ күтәрмәнән күтәрелде, тар итәктәрен һыйпаштырып алғас, санитарҙарға ҡараш ташланы:
– Психик клиника ошо бит? – тип һораны ҡатын ҡыҙыл ирендәренә йылмайыу яғып.
Тегеләр баш ҡаҡты.
– Миңә баш врач кәрәк ине.
Тарзан менән Маугли икеһе бер юлы ишек тотҡаһына үрелде.
– Рәхим итегеҙ! – тине улар шулай уҡ бер тауыштан. – Һеҙҙең өсөн беҙҙең ишек һәр саҡ асыҡ.
Ҡатын тупһа аша атланы. Санитарҙар уның ике яғынан төшөп, баш табип бүлмәһенә алып килде. Карабас Барабас, сибәр ҡатынды күреү менән, урынынан һикереп торҙо.
– Мине... Карабас... Ғәфү... Карам Барабашов тиҙәр. Рәхим итеп, ултырығыҙ, – тине ул ҡатындың йөҙөнән күҙен алмай.
– Мин – банкир ҡатыны... – тине ҡатын, аяғын-аяҡҡа һалып ултырғас.
– Ә-ә... – Карабас Барабастың йөҙөнә йылмайыу йүгерҙе. – Беҙҙә генерал, хатта маршал ҡатындары бар...
– Бына... – Ҡатын сумкаһынан гәзит сығарып, өҫтәлгә һалды. – Һеҙҙең иғлан бит. Дауаханаға исем-шәрифе билдәһеҙ кеше килеп эләкте, тиелгән. Фотоһы ла ҡуйылған.
– Ә-ә-ә... Эйе. Бар ундай кеше, – тине төшөнкө тауыш менән Карабас Барабас. – Ә Һеҙ уның кеме булаһығыҙ?
– Мин – уның ҡатыны. Ул – банкир. “Планета” банкының хужаһы. Аҙна элек ҡапыл юғалды ла ҡуйҙы...
– Дә-ә-ә... – тип үҙ алдына һуҙып әйтте Карабас Барабас. – Әйткәндәй, ул банк банкротҡа төшкән, тип ишеткәйнем... Аҡса күптәрҙе аҡылдан яҙҙыра шул...
– Нимә тинегеҙ? – Ҡатындың күҙҙәре ҙур асылды.
– Ирегеҙҙе әйтәм... Тиҙ генә һауығырлыҡ түгел... Үҙен инопланетянин, ти... Әлбиттә, теләһәгеҙ, уны алып китә алаһығыҙ...
Ҡатын ирендәрен ҡымтып, байтаҡ ҡына һүҙһеҙ ултырҙы.
– Тимәк... – тине бер аҙҙан. – Ул – сирле... Аҡылдан яҙған...
– Шулай килеп сыға, – баш табип бармаҡтары менән өҫтәлгә туҡылдатты. – Йә, нисек хәл иттегеҙ?
– Нимәне?
– Ирегеҙҙе алып китәһегеҙме?
– Туҡтағыҙ әле, ә уны күрергә мөмкинме? – Ҡатындың мейеһен икеле-микеле уйҙар солғаны.
– Мөмкин, әлбиттә. – Карабас Барабас ишек төбөндә торған Тарзан менән Мауглиға өндәште. – Килтерегеҙ!
Күҙ асып йомған арала Әҙәмде алып килделәр. Быларға ниңә кәрәгем тейҙе икән, тигәндәй, ишек төбөндә тапанып торған Әҙәмгә:
– Таныйһыңмы? – тип, ҡатынға ишаралап күрһәтте Карабас Барабас.
– Юҡ, – тип баш ҡаҡты Әҙәм, бер аҙ текләп торғас. – Ул беҙҙең планета кешеһенә оҡшамаған...
Күрҙегеҙме, тигәндәй, ҡатынға һынап ҡараны Карабас Барабас, шунан Әҙәмгә боролдо:
– Бына – ҡатының. Һине алырға килгән!..
– Ҡатын?!. Алырға?!. – Әҙәмдең теле тотлоҡто. – Юҡ, юҡ, мин бер ҡайҙа ла бармайым!
Ҡатын беленер-беленмәҫ кенә йылмайғандай итте:
– Ғәфү итегеҙ, мин хаталанғанмын, – тине урынынан тороп. – Был – минең ирем түгел!..
Әҙәм баш табип бүлмәһенән сығыу менән туп-тура Афродита янына ашыҡты. Күҙҙәренән сихырлы нурҙар ағылған, аҡ тәненә иҫерткес еҫ яғылған Афродитаһы бар уның! Үҙ донъяһы, үҙ планетаһы бар уның!..


Йөкмәткеһе:
Читайте нас: