Афродитаға һынсыл ҡарап торған Тарзан баш сайҡаны:
– Былар араһында йөрөп, әллә һин дә... – Уйлағанын әйтеп бөтмәне, ҡул һелтәп, Әҙәмгә өндәште. – Ярай, бер юлға кисерәм. Ана, Афродитаға рәхмәт уҡы.
Тарзан киткәс, байтаҡ ҡына һүҙһеҙ торҙо улар. Ҡыҙыҡ, бер һүҙ әйтмәһәләр ҙә бер-береһен ап-асыҡ аңлаған һымаҡсы. Шулай ҙа Әҙәм һорарға булды:
– Афродита, һин ниңә иланың ул?
Бәй, шуны ла белмәйһеңме ни, тигәндәй, үпкәсел ҡараш ташланы ҡатын. Шунан өҙөк-һурыҡ аңлатып маташты:
– Ундай һүҙҙәрҙе... Бер ҡасан да... Әйткәндәре юҡ... Миңә... Һин әйткәнде...
Сикәләренә ҡыҙыллыҡ йүгереүҙән тағы ла матурайып киткәнен ҡатындан күҙен айыра алманы Әҙәм.
– Ярай, мин киттем... Эшем күп, – тип йылмайҙы Афродита.
Бер һүҙ ҙә әйтә алманы Әҙәм. Ошолай ғүмер буйы ҡатынға ҡарап тик торғоһо килә уның. Үҙе лә абайламаҫтан, Афродитаны туҡтатырға теләгәндәй, ҡулын һуҙҙы. Ҡатын уның был ҡылығын шәйләмәне, шикелле, бара биргәс боролоп ҡул болғаны ла коридор осонда күҙҙән юғалды.
Палаталағы ығы-зығы Әҙәмде ләззәтле хистәренән арындырҙы. Бер-береһенә нимәлер аңлатырға теләп, ҡыҙып бәхәсләшкән өс-дүрт сирле шундуҡ уны ҡамап алды. Хәбәрҙәрен һис аңларлыҡ түгел, ара-тирә “Беҙ – аҡыллы халыҡ!”, “Дауахана – һинең ҡулда!”, “Долой процедуралар!”, “Бөтһөн сир!” кеүек һүҙҙәр ишетелеп ҡала. Әҙәм быларҙан көс-хәл менән ҡотолоп, карауатында ултырған Хыялый янына килде.
– Быларға нимә булған? – тип һораны ул аптырап.
Хыялый битараф ҡына яуапланы:
– Үҙҙәренә Президент тәғәйенләйҙәр...
– Ниндәй Президент тағы? Ана ултыра бит Президент.
– Шундай уйын... – тип ҡул һелтәне Хыялый.
– Уйын?! – Барыбер төшөнөп етмәне Әҙәм.
Быға нисегерәк аңлатырға икән, тигәндәй, башын ҡашып байтаҡ ҡына һүҙһеҙ ултырҙы Хыялый, шунан тамаҡ ҡырып:
– Был уйында һин ҡатнашмаһаң да була, ләкин барыбер ҡатнашҡан булып иҫәпләнәһең... – тине.
– Бәй, уйындың ҡағиҙәһе шулаймы? – Әҙәмдең ғәжәпләнеүе арта барҙы.
– Ҡағиҙәһе ябай ғына... – Хыялый бер ҡағыҙ киҫәге алды. – Бына ошонда яҙылған исемдәрҙең береһенә тамға ҡуйырға кәрәк. Ҡуйһаң да була, ҡуймаһаң да була...
– Аңланым, – тип бүлдерҙе уны Әҙәм. – Тимәк, кем күберәк тауыш йыя, шул – Президент.
– Юҡ! – тине Хыялый. – Улай түгел.
– Күрерһең... – Хыялый тағы нимәлер әйтергә теләгәйне, бер сирленең ҡысҡырған тауышы бүлдерҙе:
– Шымығыҙ! Президент һөйләй!
Президент карауатына баҫты, тамағын ҡырҙы:
– Әфәнделәр! – тине ул ҡәнәғәт ҡиәфәттә. – Беҙҙең йүнәлеш траекторияһы күҙ ҡараштары яҫылығында ятҡан бейеклектәр һәм киңлектәр тәңгәлендә киҫешкән дәүмәлдәрҙең, атап әйткәндә, алға ҡуйған маҡсаттар бәрелешенең көс-ҡеүәтенән ғәйрәтләнеп, барлыҡ сығым һәм килемдәр даирәһенән ҡуйған сәйәси маҡсаттар бейеклегенә йүнәлеш ала...
– Тфю!.. – Әҙәм һүгенеп ебәрә яҙҙы. – Тағы шул бер балыҡ башы...
– Тыныслан. Тимәк, бер тауыштан ул һайланды... – тине Хыялый.
– Нисек инде? Беҙ тауыш бирмәнек...
– Әйттем бит, бирһәң дә була, бирмәһәң дә була... Тауыштарҙы Президент үҙе һанай...
– Улай булғас, ни бысағыма кәрәк был кәмит?
– Сирлеләрҙе тынысландырыу процедураһы ул...
Әҙәмдең күңелен шом биләп алды. Гүйә, уны ниндәйҙер йәнһеҙ шәүләләр уратып алған. Әгәр ошо шәүлә уның планетаһына ла барып етһә, ҡот осҡос һәләкәт буласаҡ! Нимә эшләргә? Бер генә юл бар: “Йомшаҡ бүлмә” стенаһына яҙылған ваҡыт һәм киңлек кәртәһе аша күсеү формулаһын юҡ итергә кәрәк. Мотлаҡ юҡ итергә! Тик ул бүлмәгә нисек эләгергә һуң? Әһә, теге саҡта Хыялый, унда эләгеү өсөн бер һүҙ етә, тигәйне бит. Ошоно иҫенә төшөрөп, Әҙәм Хыялыйға бышылданы:
– “Йомшаҡ бүлмәгә” эләгеү өсөн бер һүҙ етә тип әйткәйнең, ниндәй һүҙ ул?
Хыялый уға сәйер итеп ҡарап ҡуйҙы:
– Һин нимә, аҡылдан яҙҙыңмы?
– Миңә унда эләгергә кәрәк!
Хыялый баш сайҡаны. Үҙ теләге менән “Йомшаҡ бүлмә”гә инеүсене быға тиклем күргәне юҡ уның.
– Зинһар, әйт! – тип ялбарып өндәште Әҙәм.
Хыялый тел шартлатып ҡуйҙы:
– Уның ни бер сере юҡ, – тине Әҙәмдең күҙҙәренә текләп. – Бер һүҙ етә...
Хыялый, әйтергәме-юҡмы, тигәндәй, икеләнеп торҙо, шунан киҫәтте:
– Унда эләкһәң, тиҙ генә сығармаҫтар!.. Унан ҡотола алмағандар ҙа күп...
– Был һүҙ сер түгел. Уны бөтәһе лә белә, тик әйтергә телдәре әйләнмәй, – Хыялый Әҙәмдең яурынынан ҡағып алды. – Ул һүҙ – ирек!
– Эйе. Ошо һүҙҙе ҡысҡырһаң, шунда уҡ “Йомшаҡ бүлмә”гә ябып ҡуясаҡтар.
– Рәхмәт! – Әҙәм Хыялыйҙы ҡосаҡлап алды. – Һин – ысын дуҫ!
Бының ҡылығына аптыраны Хыялый, нимә тип әйтергә лә белмәне. Хәйер, аптырары алда булған икән. Көтмәгәндә Әҙәм яр һалырға тотондо:
– Ирек!... Ирек!... Ирек!...
Әле генә геү килгән сирлеләр, ҡот осҡос һүҙ ишеткәндәй, ҡапыл шымып ҡалды. Эштең былайға китерен уйламаған Хыялый уны туҡтатырға теләп, усы менән ауыҙын ҡапларға маташты. Тегенеһе уның һайын нығыраҡ ҡысҡырҙы:
– Ирек!.. Ирек!.. Ирек!..
Күҙ асып йомған арала Тарзан менән Маугли пәйҙә булды. Әзмәүерҙәй ике ир Әҙәмде шундуҡ эләктереп тә алды.
– Һиңә ирек кәрәкме?!. – тине Тарзан Әҙәмгә дубинкаһы менән һелтәп. – Мә!..
Түҙмәне Хыялый, ҡулдары шаҡарылған Әҙәмде ҡотҡарырға теләп, Тарзандың беләгенә йәбеште:
– Теймәгеҙ Әҙәмгә! Ул ғәйепле түгел!.. Мин... Мин ғәйепле!..