Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
18 Октябрь 2019, 10:00

Салауат ӘБҮЗӘР КҮКТӘН ТӨШКӘН КЕШЕ (Етенсе киҫәк) Повесть

Салауат ӘБҮЗӘР КҮКТӘН ТӨШКӘН КЕШЕ (Етенсе киҫәк) Повесть Карабас Барабас ҡаршылағы карауатҡа ултырҙы: – Йә, беҙҙең планетала үҙеңде нисек тояһың?

Карабас Барабас ҡаршылағы карауатҡа ултырҙы:
– Йә, беҙҙең планетала үҙеңде нисек тояһың?
– Бындағы тормош беҙ уйлағанса түгел, – тип яуапланы Әҙәм. – Миңә һеҙҙең заттың бер-береһенә булған мөнәсәбәте оҡшамай.
– Килешәм, – тип тамаҡ ҡырҙы доктор. – Беҙҙең йәшәйеш ҡанундары һиңә оҡшамаҫҡа мөмкин.
– Һеҙҙең тормошоғоҙ аңлы заттарҙың йәшәү рәүешенә тап килмәй. Һеҙ ҡорған ҡанундар ыҙғыш ҡына тыуҙыра.
– Ҡыҙыҡ... – тип көлөмһөрәне Карабас Барабас.
– Был ҡыҙыҡ түгел, ҡыҙғаныс!
– Шулай ҙа тормош ҡанундарын кешеләр үҙҙәре һайлаған. Тимәк, шулай ҡулайыраҡ, – доктор урынынан торҙо.
– Минеңсә, ул ҡанундарҙы кешеләр һайламаған, берәүҙәр икенселәрҙе талау маҡсатынан булдырған, – яуапһыҙ ҡалырға теләмәне Әҙәм.
– Бәлки... – Был юлы Карабас Барабас ихлас йылмайҙы. – Кемдер бойорорға, кемдер бойһонорға тейеш. Баш – уйлар өсөн, ҡул – эшләр өсөн...
– Һеҙҙең төп хатағыҙ – ағзаларҙы бүлеп ҡарауҙа. Улар бер бөтөн булырға тейеш. Берәүһе инҡар ителә икән, тимәк, камиллыҡ юҡ, ул – ғәрип.
– Сәйәсәт – иң хәүефле вирус... – тип үҙ алдына һөйләнде доктор, шунан Тарзанға ымланы.
– Иғтибар! Бөтәгеҙ ҙә уңайлы итеп ултырығыҙ. Гипноз терапияһы башлана! – тип ҡысҡырҙы Тарзан.
Карабас Барабас уртаға сығып баҫты. Бер аҙҙан талғын көй ағылды һәм докторҙың бойороусан, шул уҡ ваҡытта яғымлы тауышы яңғыраны:
– Көй һеҙҙең бөтә булмышығыҙҙы биләй бара. Яйлап ҡына күҙҙәрегеҙ йомола. Һеҙ минең тауышҡа ғына бойһонаһығыҙ. Тәнегеҙҙе йылы ағым солғай. Һеҙгә рәхәт һәм әйтеп аңлатҡыһыҙ ләззәт кисерәһегеҙ. Күҙ алдына килтерегеҙ, һеҙ йәйрәп ятҡан диңгеҙ ярында, йылы ҡомда ҡыҙынып ятаһығыҙ. Талғын тулҡындар шауы ишетелә, аҡсарлаҡтар ҡысҡыра. Һеҙгә ошо рәхәтлектән башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй.
Был сәйер күренешкә аптырап, Әҙәм тирә-яғын байҡаны. Берәүҙәр күҙен йомоп, урынында һелкенә, икенселәр ҡулдарын болғап, карауаттар араһында яй ғына хәрәкәт итә. Гипноз тәьҫиренә иң ныҡ бирелгәне Президенттыр, моғайын. Уның ҡәнәғәтлек кисереүе йөҙөнә сыҡҡан ине.
Карабас Барабас дауам итте:
– Донъя иҫ киткес матур! Һеҙ ошо гүзәллек ҡосағында нурҙарҙа ҡойонаһығыҙ. Башығыҙҙа бер ниндәй ҙә насар уй юҡ, фәҡәт шатлыҡ һәм рәхәтлек кенә күңелегеҙҙе наҙлай. Тәнегеҙ ҙә, йәнегеҙ ҙә һыҙламай. Һеҙ сирҙәрҙән азат. Һутлы емештәрҙең хуш еҫе танауығыҙҙы ҡытыҡлай. Һеҙ тормоштан ҡәнәғәтлек кисерәһегеҙ! Фәҡәт ҡәнәғәтлек кенә!.. Ә хәҙер яйлап ҡына күҙҙәрегеҙ асыла. Һеҙ уяндығыҙ, ләкин ҡәнәғәтлек тойғоһо күңелегеҙҙә ҡалды. – Доктор үткер күҙҙәре менән һәр кемде ҡапшаны, шикләнерлек бер ни ҙә тойолмағас. – Киләһе сеансҡа тиклем, – тип сығып китте.
Ысынлап та, сирлеләргә гипноз килешеп ҡалды. Палатала һиллек урынлашты. Тәрән йоҡоһонан арына алмаған Лениндың ғына хырылдаған тауышы ишетелә...
Ығы-зығы менән көн үтеп китте. Биҙрә шалтыраған тауыш уятты Әҙәмде. Иренеп кенә күҙҙәрен асҡайны, иҙән йыуып йөрөгән Афродитаны күреп, тороп ултырҙы.
– Йоҡла, иртә әле. Берәү ҙә тормаған, – тине ҡатын.
– Афродита!.. – Был һүҙ Әҙәмдең ауыҙынан үҙенән-үҙе сыҡты.
– Нимә кәрәк? Туалетҡа барғың килдеме?
– Юҡ. Был һин бит, Афродита!? – Әҙәм үҙ күҙҙәренә ышанып бөтмәй ине, шикелле.
– Һе... – тип иҙән йыуыуынан туҡтап, Әҙәмгә текләне Афродита. – Мин булмай, кем булһын...
– Афродита!.. Һине тәүге тапҡыр күргәндә күҙҙәреңдән бөркөлгән илаһи нур күҙәнәктәрем аша үтеп, йөрәгемде ялманы. Һинең ҡараштарың мине арбаны, мин гел һинең турала ғына уйлайым...
Афродита йылмайып ҡуйҙы:
– Минең турала?.. Нимә уйлайһың инде?
– Беләһеңме, һин кем?.. – Әҙәмдең күҙҙәре янды.
– Кем?.. – ҡатын һағая төштө.
– Һин!.. Һин нурҙан, төҫтәрҙән һәм илаһи еҫтәрҙән әүәләп эшләнгән гүзәлдәрҙән-гүзәл зат! – Әҙәм йөрәк төбөндә ятҡан ҡәҙрәтле һүҙҙәрҙе табырға тырышты. – Һинең сихри ҡараштарың йәнгә дауа булып яғыла, һандуғас һайрауылай моңло тауышың күңелдең нескә ҡылдарын тибрәтә, ҡарлуғас ҡауырыйылай һыҙылған ҡаштарың күҙҙәрҙе иркәләй...
Афродита, был нимә булды һуң әле тигәндәй, биҙрәһен тотҡан килеш ҡатып ҡалды. Бер аҙҙан ғына һушына килеп:
– Минән көләһеңме әллә? – тине. Уның был һүҙҙәрендә тамсы ла асыу юҡ ине.
– Мин?!. Көләм?!.. Илаһи заттан нисек көлөргә мөмкин?!.. Мин күңелемдә ятҡан хистәремде әйттем. Зинһар, рәнйемә, Афродита! Һин, ысынлап та, минең кеүек байғоштарҙың буйы етмәҫлек бейеклектә талпынаһың!..
Афродита был сәйер егеттең күҙҙәренә бер ни тиклем текләп торҙо ла, устары менән йөҙөн ҡаплап, палатанан сығып китте. Ҡатындың был ҡылығын бер нисек тә аңлай алманы Әҙәм. Әллә, ысынлап та, рәнйеттеме икән?
Күп тә үтмәне палатаға Тарзан килеп инде. Нәфрәт осҡондары сәскән ҡарашы менән йоҡлап ятҡан сирлеләрҙе байҡап сыҡты, шунан карауатында ултырған Әҙәмде күреп:
– Һин!.. Ни өсөн Афродитаны рәнйеттең? – тип екерҙе.
– М... мин?!. – Әҙәм ыҡ-мыҡ итте, – рәнйетмәнем!
– Аҡланып маташа етмәһә. Әле генә илап, палатанан сығып йүгерҙе. Нимә тинең уға?
– Мин уға бер ниндәй насар һүҙ әйтмәнем.
– Яҡшы һүҙҙән кеше иламай. Һине аҡылға ултыртып алмай булмаҫ... Әйҙә! – Тарзан Әҙәмдең ҡулынан эләктерҙе.
– Мине ҡайҙа алып бараһың? – Әҙәм ҡарышып маташты, ләкин Тарзандың көслө ҡулдары уны кәзә бәрәселәй елтерәтте.
– Санаторийға. Ял итеп алырһың... – тип мыҫҡыллы йылмайҙы санитар.
Шул саҡ ҡаршыларына Афродита йүгереп килеп етте.
– Тарзан, теймә уға! Уның ғәйебе юҡ! – тине ҡатын ялбарып.
– Нисек инде, ғәйебе юҡ? Кем илатты һуң?
– Үҙем... Үҙем иланым... – Афродита ҡараштарын йәшереп маташты.
– Ниңә? Тик томалдан кеше илаймы ни?
Тарзандың был һорауына нимә тип яуап бирергә белмәне ҡатын. Эйе, ниңә илағанын ул үҙе лә аңлап етмәй. Бая Әҙәмдең әйткән һүҙҙәренән ҡапыл күңеле тулды ла китте шул, күҙҙәренә үҙенән-үҙе йәш эркелде. Дауамы бар.
Йөкмәтке:
Читайте нас: