Палатаға ашығып килеп ингән Тарзандың ҡалын тауышы яңғыраны:
Бер нөктәгә текләп, ҡатып ҡалған Президент менән “күлдәк”ле ятҡан Лениндан башҡалар ҡымжырға кереште: берәүҙәр тумбочкаһын аҡтарҙы, икенселәр мендәр аҫтына йәшергән икмәген һоғондо...
– Нимә булды? – тип ҡыҙыҡһынды Әҙәм.
– Карабас Барабас килә... – тип шомло бышылданы Хыялый.
– Тиҙ генә палатаны йыйыштырығыҙ! Бөтә ерҙә тәртип булһын! – тип усына йоҙороғо менән һуғып алды Тарзан. – Тә-ә-әк... Карабас Барабастың һорауҙарына нисек яуап бирергә икәнен онотманығыҙмы? Ну-ка, Хыялый, һин нимә тип яуап бирерһең?
– Минме? – Үҙенең исемен ишеткән Хыялый шундуҡ урынынан торҙо.
– Кемгә? – Хыялый ярҙам эҙләгәндәй тирә-яғына ҡаранды.
– Ахмаҡ!.. Карабас Барабасҡа, тим.
– Ә-ә, ахмаҡ Карабас Барабасҡа?
– Һин нимә!.. Кемде ахмаҡ тинең?!. – Тарзан Хыялыйҙың яғаһынан матҡып алды.
– Мин әйтмәнем, үҙең әйттең бит... – Хыялый аҡланып маташты.
– Тфү!.. – Тарзан ҡулдарын ысҡындырып, усын-усҡа ҡағып ҡуйҙы. – Карабас-Барабас һинән, йәшәү нисек, ашау ҡәнәғәтләндерәме тип һораһа, нимә әйтерһең?
– Ә-ә-ә... – Хыялыйҙың ҡаштары йыйырылды. – Нисек йәшәйем тип... Йән аҫырап ятам шунда... Ашнаҡсылар аҙыҡ-түлекте урлап торғас, йүнле ашау буламы ни!..
– Тәк!.. Ҡара уны, Карабас Барабас алдында ауыҙыңды асаһы булма! Юғиһә, “Йомшаҡ бүлмә” – һинеке! Аңланыңмы?
Хыялый аңлағанын раҫлап, баш ҡаҡты.
– Ишетһен ҡолағығыҙ! – тип ғәҙәттәгесә янаны Тарзан. – Карабас Барабас насар хәбәрҙәрҙе яратмай. Уның алдында мыжырға уйлаһағыҙ, бына! – санитар тос йоҙороғон һелкеп алды. – Йылмайығыҙ. Тормошоғоҙҙан ҡәнәғәтлек йөҙөгөҙгә сыҡһын.
Карабас Барабас тигәндәре шул тиклем имәнес затмы икән, ниңә барыһы ла ҡурҡа? Әҙәм шым ғына Хыялыйҙан һораны:
– Кем ул Карабас Барабас?
– Донъя хужаһы. Унан да юғары кеше юҡ. Бындағы бөтә мөлкәт – уныҡы!
– Ә президент? – тип аптыраны Әҙәм.
– Президент та уға бойһона... – тип ҡул һелтәне Хыялый.
– Сөнки театр – Карабас Барабас ҡулында...
Палатаға Карабас Барабас килеп инде.
– Хәйерле иртә, сирле әфәнделәр! – уның көр тауышы барыһын да шымып ҡалырға мәжбүр итте. Карабас Барабас тығыҙ ҡуйылған карауаттар араһынан үтеп, иң төптә ултырған сирле эргәһенә килде:
– Йә, дуҫ кеше, хәлдәрең нисек? Дауа килешәме? – тине ул йөҙөнә яһалма йылмайыу сығарып.
– Мин һеҙ биргән дарыуҙарҙы ауырыған өсөн ҡабул итмәйем, – тип мығырҙаны сирле. – Мин уларҙы башҡаларға яраҡлашырға теләп эсәм, сөнки мине аҡылынан яҙғандар уратып алған.
– Бик хуп, бик хуп! – тине ҡәнәғәт ҡиәфәттә Карабас Барабас. – Башҡаларға яраҡлашырға кәрәк.
Шул саҡ Лениндың сәрелдәк тауышы ишетелде:
– Йәмғиәттә йәшәп, йәмғиәттән азат булып булмай...
Лениндың өйөрөндә йөрөгән бер-ике сирле уны хуплап ауыҙҙарын асҡайны, Тарзандың тос йоҙороғон күреп, өндәрен тыҡты.
– Ә-ә-ә... Ленин!.. Һаман тыныслана алмайһың... – Карабас Барабас бер аҙ уға уҫал итеп текләп торҙо. – Һинең ҡотҡоң сирлеләрҙе дауалауға ҡамасаулай.
– Донъя буйлап шәүлә йөрөй... – тип ҡысҡырҙы Ленин.
Карабас Барабас эргәһендә торған Тарзанға өндәште:
– Ике доза өҫтә уға, сирлеләрҙең башын бутамаһын...
– Күлдәкте сисергәме? – тип һораны Тарзан.
– Күлдәктә килеш хәүефһеҙерәк булыр... – тип Карабас Барабас икенсе сирлегә боролдо.
– Йә, һинең хәлдәрең нисек? Нимәгә зарланаһың?
– Миңә операция эшләнеләр... – тине уныһы.
– Ҡайһы ереңә? – тип ҡыҙыҡһынды Карабас Барабас.
– Телемә. Мин һөйләшә алмайым. Тауышым сыҡмай, – тип тамағын ыуҙы сирле.
– Борсолма, тауышың бар. Беҙ ишетәбеҙ.
– Юҡ, мине бер кем дә ишетмәй.
– Һөйләшәһең бит, – тигән булды Карабас Барабас уны йыуатырға теләгәндәй.
– Был минең тауыш түгел. Минең тауыш сыға алмай, – тип үҙенекен тылҡыны сирле.
– Нисек инде, сыға алмай?
– Әйтәм бит, операция эшләнеләр. Үҙемдең тауышым юҡ. Миндә башҡа кешенең тауышы. Хәҙер күҙҙәргә лә операция эшләргә теләйҙәр.
– Һм-м... Күҙҙәрең дә күрмәйме?
– Күргәс, операция эшләмәҫтәр, – тип Карабас Барабас сирленең арҡаһынан ҡағып алды.
– Күргән өсөн эшләйҙәр. Күрмәһә, эшләмәҫтәр ине... – тине сирле бошонҡо ҡиәфәттә. – Бөтәһенә лә эшләйҙәр. Телдәренә, күҙҙәренә, ҡолаҡтарына... Уларҙы яһалмаға алмаштырып ҡуялар...
Карабас Барабас санитарға ҡарап:
– Быға галоперидол өҫтә, – тине.
– Мейеһенә зарар килмәҫме һуң? – тип ҡыҙыҡһынды Тарзан.
Карабас Барабас көлөмһөрәне:
– Уның мейеһенә күптән “операция” эшләнгән. Зарарланырлығы ҡалмаған... – Карабас Барабас башын баҫып ултырған сирлегә өндәште. – Ә һин ниңә бойоҡ?
Тегенеһе башын күтәреп, йәшкәҙәгән күҙҙәре менән докторға ялбарғандай ҡараны:
–Мин – бөйөк кеше! – тине бер аҙҙан. – Ләкин мине танырға теләмәйҙәр. Минән көнләшәләр, кәмһетергә тырышалар.
– Эйе, – тине Карабас Барабас, сирлене йыуатып. – Һин – бөйөк! Быға бер кемдең дә шиге юҡ, һинең бөйөклөгөңдө барыбыҙ ҙа таный.
– Ысынмы? – сирленең күҙҙәрендә өмөт осҡондары ялтланы.
– Әлбиттә, – тине Карабас Барабас. – Бына, минең ярҙамсым да раҫлай.
– Эйе, эйе, һин – бөйөк! Һиңә киләсәктә һәйкәл ҡуйырҙар! – тип ҡупыртып ебәрҙе Тарзан.
– Мин – бөйөк! Мин – бөйөк! Мине таныйҙар! – Ҡыуанысынан сирле сәпәкәй итә-итә, һикерәнләргә тотондо..
Карабас Барабас Әҙәм эргәһенә килеп туҡтаны:
– Йә, һинең хәлдәрең нисек, сирле?
– Мин сирле түгел, – тип дорфа ғына яуапланы Әҙәм. – Әйттем бит, мин – сит планета вәкиле!