Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Октябрь 2019, 10:00

Салауат ӘБҮЗӘР КҮКТӘН ТӨШКӘН КЕШЕ (Бишенсе киҫәк) Повесть

Салауат ӘБҮЗӘР КҮКТӘН ТӨШКӘН КЕШЕ (Бишенсе киҫәк) Повесть Президент ошо юҫыҡта оҙон телмәр тотто. Әҙәм аптыраулы ҡарашын Хыялыйға йүнәлтте: – Нимә һөйләй ул? Мин бер нәмә лә аңламаным. – Аңлау кәрәкмәй, – тине Хыялый. – Иң мөһиме – тынысландыра. Ваҡыты-ваҡыты менән ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлап тора ул. Әйткәндәре сирлеләргә дарыуҙан да көслөрәк тәьҫир итә, тынысланып ҡалалар... Артабан уҡырға:

Күҙ асып йомған арала бахыр Ленинға “тынысландырыу күлдәге” кейҙереп тә ҡуйҙылар. Ул тыпырсынып ҡысҡырҙы-ҡысҡырҙы ла шымды. “Күлдәк” кейҙерелгән Ленин ситтән ҡарағанда Мысырҙағы бәлзәмләнгән фирғәүенгә оҡшап ҡалғайны.
Былар, ысынлап та, Хыялый әйткәнсә, бер-береһенә дошман, ахыры, тип уйланы Әҙәм, санитарҙар тантаналы ҡиәфәттә сығып киткәс. Әгәр кешеләр уның планетаһына барып сыҡһа, нимә менән бөтәсәген күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс. Яуызлыҡтың ни икәнен белмәгән ҡыйырһытылған халҡын күҙ алдына килтереүҙән, тәне семерҙәп китте.
Ике ҡулы менән яңағына таянып ултырған Хыялый эргәһенә килде Әҙәм.
– Хыялый, мине бер һорау борсой, – тине ул, йәнәш ултырып.
– Ә мине күп һорауҙар борсой, – Хыялый битараф ҡына яуапланы. – Кеше үҙ-үҙенә өҙлөкһөҙ һорауҙар бирергә тейеш, сөнки һорауҙарҙан да яҡшыраҡ уҡытыусы юҡ донъяла...
– Һин белмәйһеңме, бер бүлмә стенаһында бик күп яҙыуҙар күрҙем. Кем яҙҙы икән уларҙы?
– Яҙыу? Ә-ә-ә... – Хыялыйҙың йөҙө балҡып китте. – Теге “Йомшаҡ бүлмә”ләме?
– Эйе, эйе, шунда. – Әҙәм дә йәнләнде.
– Унда йыш ҡына Эйнштейнды бикләй торғайнылар.
– Эйнштейн?!
– Эйе. Бер математик булды. Эйнштейн тип йөрөттөләр. Өс ай элек үлде.
– Ул бүлмәгә нисек эләгергә икән? – тип ҡыҙыҡһынды Әҙәм.
– Һи-и, – тип ҡул һелтәне Хыялый. – Унда эләгер өсөн бер һүҙ әйтеүең етә!..
– Ниндәй һүҙ?
Шул саҡ ҡатып ултырған Президент карауаттың икенсе ҡатына менеп баҫты.
– Шымығыҙ! Президент һөйләй! – тип ҡысҡырҙы кемдер.
Президент тамаҡ ҡырҙы, тирә-яҡҡа күҙ ташлап алды.
– Әфәнделәр! – тип һүҙен башланы ул. – Беҙҙең йүнәлеш траекторияһы күҙ ҡараштары яҫылығында ятҡан бейеклектәр һәм киңлектәр тәңгәлендә киҫешкән дәүмәлдәрҙең, атап әйткәндә, алға ҡуйған маҡсаттар бәрелешенең көс-ҡеүәтенән ғәйрәтләнеп, барлыҡ сығым һәм килемдәр даирәһенән ҡуйған сәйәси маҡсаттар бейеклегенә йүнәлеш ала...
Президент ошо юҫыҡта оҙон телмәр тотто. Әҙәм аптыраулы ҡарашын Хыялыйға йүнәлтте:
– Нимә һөйләй ул? Мин бер нәмә лә аңламаным.
– Аңлау кәрәкмәй, – тине Хыялый. – Иң мөһиме – тынысландыра. Ваҡыты-ваҡыты менән ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлап тора ул. Әйткәндәре сирлеләргә дарыуҙан да көслөрәк тәьҫир итә, тынысланып ҡалалар.
– Сирлеләргә?!. Кемдәр сирле һуң бында? – Ғәжәпләнеп һораны Әҙәм.
– Барыбыҙ ҙа... – тине Хыялый.
– Ниндәй сир ул? – Әҙәмдең күңелен шом биләне.
– Аңды томалай... – Хыялый көрһөндө. – Ул сир беҙҙең белем биреү йорттарына үтеп ингән... Бала саҡтан кешенең ихтыяр көсөн, фекерләү ҡеүәһен кимерә башлай.
– Йоғошломо? – Әҙәмдең ҡурҡыуы йөҙөнә сыҡҡан ине.
– Көсләп йоҡторалар... Ул сирҙе таратыу яйға һалынған... – тине Хыялый. – Уға ҡаршы кешеләрҙә иммунитет юҡ...
Хыялыйҙың ҡот осҡос һүҙҙәрен тыңлап, тамам ҡурҡыуға ҡалды Әҙәм. Әгәр был хәтәр сирҙе йоҡторһа, уны үҙ планетаһына ҡабул итмәйәсәктәре көн кеүек асыҡ.
– Ҡәһәрле сирҙән ҡотолоу юлы барҙыр бит? – тип өмөтлө ҡарашын Хыялыйға төбәне ул.
– Бар, әлбиттә, – тине тегенеһе. – Ләкин кешеләр үҙҙәре унан ҡотолорға теләмәй...
– Нисек инде, ҡотолорға теләмәй? – Әҙәмдең башы бутала башланы.
– Ул сир менән йәшәүе еңелерәк, бер нәмә лә ҡыҙыҡһындырмай.
Сирлеләр бер-береһен этә-төртә Президент янына килеп, ҡулдарын һуҙҙы. Әҙәмдең һораулы ҡарашын күреп:
– Президент хәйер өләшә, – тине Хыялый, шунан башҡаларға ҡушылды. – Әйҙә, алып ҡалайыҡ, юғиһә етмәйәсәк.
Бер ни аңламаған Әҙәм урынында тора бирҙе. Президент һуҙылған ҡулдарға ниндәйҙер гәзитте йыртҡылап, ҡағыҙ киҫәктәре тоттороп сыҡты. Хыялый, үҙенә эләккән өлөштө усына йомарлап, Әҙәм эргәһенә кире килде.
– Был нимә һуң? – тип ғәжәпләнде Әҙәм, Хыялый биргән ҡағыҙ киҫәген ҡулында әйләндергеләп.
– Изге ҡағыҙ!
– Изге?!. – Әҙәмдең мейе төбөндә нимәлер ҡыймырлап ҡуйғандай итте. Төрлө төҫтәге ҡағыҙ киҫәктәре күҙ алдында зыр-зыр әйләнде, ләкин аныҡ ҡына бер нәмә лә хәтерләй алманы. – Бының бер ниндәй ҡиммәте юҡ бит...
– Ҡиммәте юҡ, ләкин тәьҫир көсө бар, – тине Хыялый, ҡағыҙҙы кеҫәһенә тығып. – Сихырлы ҡағыҙ был. Тормоштоң бөтә мәғәнәһе тупланған, унһыҙ бер ни ҙә эшләп булмай.
Шул саҡ ике сирле зыҡ ҡубып көрмәкләшә башланы.
– Нишләйҙәр ул? – тип һораны Әҙәм, ҡурҡышынан артҡа сигенә биреп.
– Талашалар, – Хыялыйҙың яуабы тыныс ине.
– Ниңә?
– Ҡағыҙ етмәгән. Шуға талашалар.
Ғәжәп, ниндәйҙер бер ҡағыҙ киҫәге өсөн бер-береһен үлтерә бит хәҙер былар. Әҙәмдең башына көтмәгәндә бер уй килде.
– Хыялый, бир әле ҡағыҙыңды! – тине ул ҡабаланып.
– Ниңә? – тегенеһе икеләнеп торҙо. – Нимә эшләтәһең уны?
– Бир, тиҙ бул!..
Хыялый ҡағыҙ һондо. Әҙәм уны эләктерә һалып, бер-береһен дөмбәҫләгән сирлеләргә ҡысҡырҙы:
– Әй, туҡтағыҙ!.. Бына һеҙҙең изге ҡағыҙығыҙ!..
Ығы-зығы шундуҡ баҫылды. Теге икәү, был нимә һөйләй әле тигәндәй, уҫал ҡараштарын Әҙәмгә текләп, уға табан килә башланы.
– Һин нимә эшләйһең? Хәҙер үҙеңдең кәрәгеңде бирәсәктәр! – тип ҡурҡыуға ҡалды Хыялый.
– Бына һеҙгә! – Әҙәм ҡулындағы ҡағыҙҙы киҫәктәргә турап, тегеләргә тотторҙо. – Бына, икегеҙгә лә етә...
Әле генә үлешер сиккә етеп һуғышҡан ике сирленең ауыҙы йырылды. Әҙәм биргән ҡағыҙ киҫәген устарына йомоп, урындарына киттеләр. Эш нимә менән бөтөр, тип ситтән күҙәтеп торған Хыялый тел шартлатты.
– Нисек башыңа етте был? – тип аптырап һораны ул.
– Белмәйем, – тине Әҙәм, шунан өҫтәп ҡуйҙы. – Дәүмәл түгел, күләм мөһим...
– Ну, һиндә баш! – тип ихлас һоҡланды Хыялый. Дауамы бар.
Йөкмәтке:
Читайте нас: