Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Октябрь 2019, 10:00

Салауат ӘБҮЗӘР КҮКТӘН ТӨШКӘН КЕШЕ (Дүртенсе киҫәк) Повесть

Салауат ӘБҮЗӘР КҮКТӘН ТӨШКӘН КЕШЕ (Дүртенсе киҫәк)Повесть

– Бер кемдә лә юҡ бит. – Был нимә һөйләй әле тигәндәй, Хыялыйға шикле ҡараш ташланы Әҙәм.
– Йәнебеҙгә кейҙерелгән. Күҙгә күренмәй, ә йәнебеҙҙе ҡыҫа... – тине Хыялый. Уның зәңгәр күҙҙәрендә сикһеҙ ғаләм киңлеге сағылып киткәндәй булды. Ошо ҡараштар тәрәнлегендә ниндәйҙер ғазаплы яңғыҙлыҡ һағышын тойҙо Әҙәм. Күлдәк эсендә уңайһыҙ ине уға, Хыялыйға өндәште:
– Сис әле күлдәкте.
– Сисә алмайым... – тине Хыялый ситкә ҡарап.
– Нисек инде, сисә алмайһың?
– Шулай. Әйттем бит, мин дә ошо күлдәктә...
– Юҡты һөйләмә, күреп торам, һин бит – азат!
– Азатлыҡ тыштан түгел, эстән башлана... Ә унда – күлдәк... – Сәйер һөйләй был. – Сабыр ит, өйрәнерһең... Тәүҙә шулай ҡыйын була... Күнергә теләмәһәң, бында процедуралар күп. Күндерерҙәр...
Уларҙың эргәһенә Ленин килде.
– Тс-с!.. Бында шымсылар йөрөй... – тип бармағын ауыҙына ҡуйып, тирә-яҡты байҡаны ул, шунан Әҙәмгә эйелде. – Нимә, иптәш, ирек өсөн көрәшәбеҙме?
Хыялый Ленинды ҡыуып ебәрҙе. Бер ни ҙә аңламаған Әҙәм һораулы ҡарашын уға төбәне.
– Һине үҙенең өйөрөнә алырға теләй, – тип аңлатты Хыялый.
– Өйөр тигәне нимә һуң ул? – Әҙәм был һүҙҙе тәүге тапҡыр ишетә ине.
– Бер “вожак” үҙенә бүреләр шикелле өйөр туплап ала ла дошмандарына ҡаршы көрәш башлай. Бында ундай өйөрҙәр байтаҡ... – тине Хыялый.
Уның әйткәндәренән Әҙәмдең башы әйләнә башланы. Камил аҡыл ҡабул итмәй торған төшөнсәләр тураһында һөйләй Хыялый. “Дошман”дарҙы осратҡаны булмаһа ла, йыһанда аңлы заттар йәшәгән планеталарға һөжүм итеп йөрөгән ҡара көстәр барлығы тураһында ишеткәне бар Әҙәмдең. Тимәк, улар Ер планетаһын баҫып алырға теләй.
– Дошмандар ниндәй планетанан? – тип һораны ул хәүефләнеп.
– Һин әллә былайыраҡмы? – Хыялый бармағын маңлай сикәһенә ҡуйып борҙо. – Кешеләр!..
– Кешеләр?! – Хыялыйҙың яуабынан Әҙәмдең күҙ алдары ҡараңғыланып китте. – Бер нәмә лә аңламайым: нисек инде, кешенең дошманы – кеше? Абсурд!
– Аңларһың, – тине Хыялый мәғәнәле итеп. – Кешенең иң ҡурҡыныс дошманы – кеше!
– Был бит – үҙ-үҙеңде үлтереү!.. Ә миңә, Ерҙә аңлы заттар йәшәй, тигәйнеләр... – Әҙәмдең кәйефе төштө.
Шул саҡ палатаға биҙрә тотҡан ҡатын килеп инде. Әҙәм уға ҡараны ла, эргәһендәге Хыялыйҙы ғына түгел, бар донъяны онотто.
– Эй!.. Һиңә әйтәм! Нимә булды? – ҡатынға текләп ҡатҡан Әҙәмдең яурынынан һелкетте Хыялый.
– Был ниндәй гүзәл зат? – тип һораны Әҙәм, һушына килеп.
– Кемде әйтәһең, әллә күҙеңә күренәме? – Хыялый нимәлер шәйләргә теләгәндәй, тирә-яҡҡа ҡараны.
– Ана бит!.. – Әҙәм ҡатынға ишараланы.
– Ә-ә-ә... Ул бисәне әйтәһеңме... – Хыялый көлөп ебәрҙе. – Афродита ул. Бында иҙән йыуыусы.
Ул арала ҡатын быларҙың эргәһенә килеп, Хыялыйҙың аяғына типте:
– Нишләп ултыраһың, күтәр аяғыңды!
Хыялый һикереп тороп, үҙ урынына ашыҡты. Афродита “Тынысландырыу күлдәге” кейеп ятҡан Әҙәмгә бер талай ҡарап торҙо ла:
– Бахыр!.. – тине. – Килтереп торалар!.. Килтереп торалар!.. Әллә бөтә донъяһы аҡылдан яҙа инде...
Әҙәм үҙенә текләгән күҙҙәргә ҡарағайны, күкрәк тапҡырын сәйер тойғо солғап алды. Бындай тойғоно үҙҙәрендә бер тапҡыр ҙа татығаны юҡ ине уның. Гүйә, ҡатындың күҙҙәренән уның өҫтөнә ымһындырғыс нур ағылды һәм күҙәнәктәре аша тәненә үтеп, күкрәгенә тулды. Был ни ғәләмәт булды һуң әле?
Афродита иҙәнде һөртөп сыҡҡансы аңҡы-тиңке булып ятты Әҙәм. Эргәһенә ҡабат килеп ултырған Хыялыйҙы күргәс кенә үҙенең бар булмышын солғап алған томан тарала төшкәндәй тойолдо.
– Нимә булды ул? – был һорауҙы Хыялыйға түгел, үҙ-үҙенә бирҙе шикелле Әҙәм. – Ғәжәп!..
– Нимә булһын, Афродита иҙән йыуып сыҡты, – тине Хыялый. – Көн һайын йыуа ул.
– Уның күҙҙәренән ағылған тулҡын минең тәнемә үтеп инде... – тип һөйләнде Әҙәм.
– Әллә һин... – Хыялый йылмайғандай итте. – Ғашиҡ булдыңмы?
– Ғашиҡ? Нимә була ул?
– Үәт, дүрәк, ә!.. – тип көлөп ебәрҙе Хыялый. – Бисәләргә ирҙәрҙең ғашиҡ була торған ғәҙәте бар инде. Әллә һеҙҙә ғашиҡ булмайҙармы?
– Юҡ! – тип баш һелкте Әҙәм.
– Ә балалар нисек тыуа һуң?
– Балалар беҙҙә инкубаторҙа барлыҡҡа килә.
– Инкубаторҙа? Ә мөхәббәт?.. – тип ғәжәпләнде Хыялый.
– Беҙҙә бөтә кисерештәр юғары технологиялар менән башҡарыла. Төрлө аппараттар ярҙамында үҙебеҙҙең барлыҡ ихтияждарҙы ҡәнәғәтләндерәбеҙ.
– Дә-ә... – тип һуҙып ҡуйҙы ниңәлер Хыялый. Шунан Әҙәмдең күкрәгенә ипләп кенә туҡылдатып ҡараны.
– Нимә эшләйһең?
– Һине әйтәм, робот түгелме, тим...
– Нисек инде робот булайым?
– Әй, – Хыялый ҡул һелтәне. – Барыбыҙҙың да йөрәге тимер...
Шул саҡ төпкө яҡта өс-дүрт сирле ҡалай тәрилкәләргә ҡалаҡ менән һуға башланы. Уларҙың араһында ҡулдарын болғай-болғай Ленин нимәлер һөйләп маташа, ләкин уның тауышы берәүгә лә ишетелмәй.
– Нишләйҙәр ул? – тип һораны Әҙәм.
– Лениндың өйөрөндәгеләр бойкот ойоштора, – тип аңлатты Хыялый.
Шау-шыуға дубинка тотҡан Тарзан менән Маугли килеп инде.
– Туҡтатығыҙ!.. Яҡшы саҡта таралығыҙ!.. – тип оран һалды Тарзан. Тегеләр уның аҡырыуына ихтибар итмәй, тәрилкәгә һуғыуын белде.
– Һеҙ шулаймы әле!.. – Тарзан менән Маугли дубинка менән тегеләрҙе бәргеләргә тотондо. Сирлеләр, ауыртыуға сыҙай алмай, кем карауат аҫтына йәшенеп, кем юрған менән ҡапланып маташты. Ығы-зығы һыпырып алған кеүек “һә” тигәнсе баҫылды, сирлеләрҙең һыҙланыуҙан ыңғырашҡан, Маугли менән Тарзандың ара-тирә һүгенгән тауыштары ғына ишетелеп тора.
– Лениндың ҡотҡоһо был! – тине Тарзан. – Маугли, күлдәк бир!..
Маугли мәхшәрҙе күҙәтеп ятҡан Әҙәм эргәһенә килеп:
– Эй, ә һин тынысландыңмы? – тине. Үҙе яуап та көтөп тормай, Әҙәмдәге күлдәкте систереп алды. Шулай ҙа киҫәтергә онотманы. – Ҡара уны, тауышың сыҡмаһын!
Дауамы бар.
Йөкмәтке:
Читайте нас: