Ҡарт йәшле күҙҙәрен уға төбәне:
– Иламайым, – тине ҡалтыранған тауыш менән.
– Ҡарт кешенең күҙендә һәр саҡ йәш була...
Үҙҙәренең планетаһындағы ҡарттарҙың илағанын күргәне юҡ Әҙәмдең. Тормоштан ҡәнәғәтлек кисереп, донъяға һоҡланып йәшәүҙән күҙҙәре янып тора уларҙың.
– Ә һин кем? – тип һораны ҡарт.
– Мин – Әҙәм. Сит планетанан килдем.
– Шулаймы? – Ҡарт йәнләнеп китте. – Ал мине үҙеңдең планетаңа! Үтенеп һорайым!
– Ниңә? – Әҙәм уның эргәһенә ултырҙы.
– Арыным! – тине ҡарт уфтанып, шунан өҫтәп ҡуйҙы. – Һуғышып арыным...
– Дошмандар менән. Беҙҙе дошмандар уратып алған. Татар монголдарын ҡыйраттым, төрөктәр, шведтар, япондар менән һуғыштым. Унан граждандар һуғышы ҡупты, немец ябырылды. Тағы Афғанстан, Кавказ һуғышы... Һанап бөтөрлөк түгел, гел һуғыш.
– Нисек йәшәнең улай? – Әҙәм баш сайҡаны.
– Йәшәргә ваҡыт ҡалманы. Ә һеҙҙә һуғышмайҙармы һуң?
– Зинһар, ал мине үҙеңдең планетаңа! Исмаһам, ҡарт көнөмдә йәшәү барлығын тойоп ҡалырмын!.. – Ҡарт йәшле күҙҙәре менән ялбарып ҡараны, Әҙәмдең тәндәре семерҙәп китте хатта, тамаҡ төбөнә нимәлер килеп тығылды. Үҙе менән барған аңлайышһыҙ ваҡиғаларҙы барларға самаланы. Был планета кешеләре аҡыллы һымаҡ булһалар ҙа йәшәйештәренең аңлы заттарҙан ныҡ айырылыуы мейеһенә һыйманы. Ергә ебәрелер алдынан, унда аңлы заттар йәшәгәнгә оҡшай, тигәнгә генә шатланып риза булғайны. Әле ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә кешеләрҙең сәйер ҡылыҡтарын күреп, бында килеүенә үкенә лә башланы хатта. Артабан нимә булыр?
Халыҡ шаулашып килеп инде. Ҡайһы берәүҙәрҙең мендәр аҫтына икмәк киҫәге йәшереүен күреп, Әҙәм:
– Былар нимә эшләй ул? – тип һораны Хыялыйҙан.
– Запас... – тине тегенеһе.
– Запас?!. – Барыбер төшөнмәне Әҙәм.
– Бәй, бында ҡытлыҡтар ҙа булып торамы әллә?
– Беҙҙең тормошобоҙ ҡытлыҡтарҙан тора, – тип аңлатты Хыялый. – Запасһыҙ йәшәп булмай.
Әҙәм белгән башҡа бер ниндәй планетала ла бындай уңайлы һауа шарттары юҡ. Ҡулыңдан яңылыш ҡына төшөп киткән орлоҡ та шунда уҡ шытып сығасаҡ. Ә был Хыялый ниндәйҙер ҡытлыҡ тураһында һөйләп тора. Бының булыуы мөмкин түгел!..
– Беҙ һинең менән яҡындан танышманыҡ бит әле, – тип Әҙәмдең уйҙарын бүлде Хыялый. – Һин ҡайһы яҡтыҡы булаһың?
– Мин... – Әйтһәм, был ышанырмы икән, тигәндәй һынап ҡараны Әҙәм. – Кеплер планетаһынан.
– Ә-ә-ә... – тип ҡуйҙы Хыялый, иҫе лә китмәй. – Ғаләмдең төрлө тарафтарын гиҙеп сыҡтым, ләкин һинең... Нимә тинең әле?
– Эйе, Кеплерҙа булғаным юҡ. – Хыялый йөҙөнә үкенес һыҙаттары сығарҙы.
– Бәй, һин дә Йыһан сәйәхәтсеһеме ни? – Әҙәм үҙенең ишен табыуға шатланғандай һораны.
– Эйе!.. Йыһан – минең донъям!.. Мин бит бында аҙашып ҡына килеп сыҡтым. – Хыялый көрһөндө.
– Ҡайҙа һуң һинең планетаң? Исеме нисек? – Әҙәмдең күңелен ҡыҙыҡһыныу солғаны.
– Алыҫта ул... – Хыялый тимер рәшәткәле тәҙрә аша күккә текләне. –Ул планетала күҙ йәштәре лә, ғазаптар ҙа, ҡайғы-хәсрәттәр ҙә юҡ. Мөхәббәт кенә хөкөм һөрә.
– Нисек атала һуң ул? – Ғаләм киңлектәрен күпме гиҙһә лә Хыялый әйткән планетаны күреү түгел, ишеткәне лә юҡ ине Әҙәмдең.
– Бәхет!.. Бәхет тип атала ул!.. – Хыялый хистәренән арынып, Әҙәмгә текләне. – Үҙеңдең планетаң тураһында һөйлә әле.
– Беҙҙең планетабыҙ ошо Ер кеүек. Игеҙәк тиһәң дә була. Әлбиттә, айырмалыҡтар ҙа күп: һауа баҫымы, көн-төн алмашыныуы, күк йөҙөнөң ҡыҙарып тороуы... Ләкин иң ҙур айырма ике планетала йәшәгән аңлы заттар араһындалыр, тип уйлайым. Беҙҙең халыҡ һуғыш, дошманлыҡ кеүек ҡот осҡос афәттәрҙе белмәй, сөнки бер туғандарбыҙ. Беҙҙә йәнле заттарҙың барыһы ла бер туған булып һанала...
Әҙәм һөйләп бөтмәне, шәфҡәт туташы эйәртеп, бүлмәгә Тарзан менән Маугли килеп инде.
– Ну-ка, һаҫыҡ артығыҙҙы асығыҙ! – тип ҡысҡырҙы Маугли.
Бойороҡҡа бойһоноп, һәр береһе ыштанын төшөрҙө. Шәфҡәт туташы өрәнелгән хәрәкәттәр менән тиҙ арала асыҡ осаларға энә ҡаҙап сыҡты.
Быларҙың ҡушҡанын Президенттың да тыңлаусан малайҙарса үтәүен күреп, Хыялыйға өндәште Әҙәм:
– Президетты ла бар тип белмәйҙәр әллә?..
– И-и, быларға нимә ул Президент. Бөтә власть – улар ҡулында. Беҙҙең Президенттың исеме булһа ла, есеме юҡ... – тине Хыялый бышылдап.
– Ә һин нимә аңшайып тораһың, һал ыштаныңды! – тип екерҙе Маугли быларҙы күҙәтеп торған Әҙәмгә.
– Мин?! Миңә кәрәкмәй! – Әҙәм артҡа сигенде.
– Һиңә нимә кәрәген беҙ хәл итәбеҙ, аңланыңмы!? Сис ыштаныңды!
Хыялый хәлдең ҙурға китеүенән шөрләп, Әҙәмдең ҡолағына шыбырлыны:
– Ҡарышма! Улар барыбер үҙенекен эшләй.
– Юҡ! – тип Тарзандың ҡулын этте Әҙәм. Был тиклемен көтмәгән санитарҙың төҫө үҙгәреп китте.
– Һин шулаймы ни әле!.. Маугли, бир күлдәкте! – тип иптәшенә ҡысҡырҙы ул. Әзмәүерҙәй ике ир Әҙәмгә “һә” тигәнсе оҙон еңле күлдәк кейҙереп, ҡулдарын ҡаушарып бәйләп тә ҡуйҙы. Шул арала осаһына энә ҡаҙанылар.
– Ҡаршылашһаң, шулай була! – тине Маугли ҡәнәғәт кеткелдәп. – Хәҙер ят инде тыпырсынып.
Тарзан менән Маугли шәфҡәт туташы артынан сығып киткәс, Әҙәм эргәһенә Хыялый килде:
– Әйттем бит, ҡарышма, тип. Уларға ҡаршы тороу мөмкинлеге юҡ.
– Нисек улай? – тип һөйләнде тәне ойой башлаған Әҙәм. – Ә хоҡуҡтар?
– Һин нимә, күктән төштөңмө? – Хыялый баш сайҡаны. – Ана, һиңә кейҙерелгән күлдәк һымаҡ ул хоҡуҡ.
– Ни өсөн миңә был күлдәкте кейҙерҙеләр?
– “Тынысландырыу күлдәге” ул. Хәйер, һәр беребеҙгә кейҙерелгән... – тине Хыялый ауыр һулап...