Ниһайәт, ир ҡағыҙынан айырылды, усы менән битен ыуып, кирелеп алғас, Әҙәмгә текләп торҙо ла Тарзанға башын борҙо:
– Яңымы? Бер ҙә таныш сирлегә оҡшамаған. – тине.
Тарзан, автоматтан атҡандай, төнгө ваҡиғаны бәйнә-бәйнә теҙеп сыҡты.
– Ярай, – тип тамаҡ ҡырҙы ир. – Исемең кем?
– Мине Карабас Барабас тиҙәр, – тип кеткелдәп көлдө ир. – Әйҙә, рәхим ит минең театрға!
– Ниндәй театр? – Әҙәм бер ни ҙә төшөнмәне.
– Трагикомедиялар театры... – тине Карабас Барабас һаҡалһыҙ эйәген һыйпап, шунан һорап ҡуйҙы. – Һин ҡайҙан булаһың?
– Мин... Мин, һеҙҙеңсә әйткәндә, Кеплер планетаһынан... – тине Әҙәм.
– Ула-а-ай икән... – тип һуҙҙы Карабас Барабас. – Ул планета тигәнең ҡайҙа инде?
– Лира йондоҙлоғонда. Ерҙән яҡтылыҡ тиҙлеге менән 1700 йыллыҡ ара.
– О-һо!.. – тип йылмайҙы Карабас Барабас. – Тимәк, һин 1700 йыл буйына осоп килгәнһең...
– Һеҙ шаяртаһығыҙмы? Ваҡыт һәм киңлек кәртәһе аша күсеү формулаһы һеҙгә мәғлүм бит, – тине Әҙәм бая стенала күргән яҙыуҙарҙы күҙ алдына килтереп.
– Ә-ә... Эйе, эйе... – тип баш ҡаҡты Карабас Барабас. – Беҙҙә инопланетяндар күп ул...
– Күп?!.. Нисек инде?! Белеүемсә, ваҡыт һәм киңлек кәртәһе аша күсеү формулаһы беҙгә һәм һеҙгә генә билдәле, – тип аптыраны Әҙәм.
Карабас-Барабас урынынан торҙо:
– Ярай, – тине ул, тамаҡ ҡырып. – Хәҙер һине палатаға урынлаштырырҙар. Ял ит, юлда арығанһыңдыр.
– Мин арыманым! – Әҙәм һикереп торҙо. – Һеҙ мине аңламанығыҙ!.. Мин – юғары аң вәкиле. Бында һеҙгә ярҙам итергә ебәрелдем!
– Ниндәй ярҙам инде? – Карабас Барабас ирен сите менән көлөмһөрәне.
– Мин Ер халҡына яңы технологиялар тапшырырға килдем. Был беҙҙең тарафтан дуҫлыҡ билдәһе.
– О-о, шулай уҡмы ни? – Карабас Барабас ҡоластарын йәйеп, шарҡылдап көлөп ебәрҙе. – Ну, чудактар, ә! Һеҙҙең менән күңелһеҙлеккә урын юҡ.
Был тиклем вайымһыҙ ҡыланыштан Әҙәм ярһый башланы:
– Һеҙ әллә беҙҙең технологияларҙы мыҫҡыл итәһегеҙме? – тип ҡысҡырғанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды.
– Тыныслан, кем... Әҙәм! Тыныслан! Барыһы ла аңлашылды. Беҙ бит ярҙамыңдан баш тартмайбыҙ. Әлбиттә, ярҙам итерһең. Беҙҙең өсөн һин – көтөп алған ҡунаҡ... – Карабас Барабас Тарзанға ишараланы, тегенеһе Әҙәмдең ҡулынан эләктереп, ишеккә һөрәкләне.
– Туҡтағыҙ әле! Миңә президент менән осрашырға кәрәк!.. – Әҙәм сәбәләнеп маташты.
– Бар, бар, – тип ҡул һелтәне Карабас Барабас. – Палатала осрашырһың, Президент та шунда.
Әҙәмде елтерәтеп алып сығып китте Тарзан. Палатаға индереп, ике ҡатлы карауатҡа ымланы:
– Урының ошонда булыр – икенсе ҡатта. Ҡара уны, тауышың сыҡмаһын!
Тарзан киткәс, тирә-яғына күҙ һалды Әҙәм. Унлаған кеше күренә, уға иғтибар итеүсе юҡ. Берәүһе башын тотоп, өҙлөкһөҙ һелкенеп ултыра, икенсеһе ҡулдарын һелтәй-һелтәй тегеләй-былай йөрөй, өсөнсөһө стенаға ҡарап ҡатҡан... Бер сибек кенә ир уға ҡулын һуҙҙы:
– Таныш булайыҡ – Хыялый.
– Әҙәм... Яҡшы. Анауһы – Ленин, тегенеһе – Наполеон, бынау ултырғаны – Президент, – тип таныштырҙы Хыялый.
– Эйе. Донъяның барлыҡ бөйөктәре йыйылған бында.
– Миңә президент кәрәк ине.
– Миңә хәҙер кәрәк, – тип Президентҡа табан уҡталды Әҙәм, ләкин Хыялый уның еңенән эләктереп алды.
– Файҙаһыҙ. Ул ҡабул итмәй.
– Нисек инде, ҡабул итмәй? Бер эшһеҙ ултыра лабаһа.
– Ғөмүмән, уның иғтибарын йәлеп итеү мөмкин түгел.
– Ул әлеге мәлдә ишетмәй ҙә, күрмәй ҙә... Сәйәси эштәр менән мәшғүл.
Карауатында аяҡ бөкләп ултырған ир эргәһенә килде Әҙәм.
Тегенеһе ҡымшанманы, тораташ кеүек бер нөктәгә текләп ултырыуын белде. Аптырағас, ҡулын Президенттың күҙҙәре алдында йөрөтөп алды, ләкин хәл үҙгәрмәне.
– Әйттем бит, ҡабул итмәй, – тип ҡул һелтәне Хыялый.
Быларҙың закондары бик сәйер, тип уйланы Әҙәм.
– Борсолма, – тине Хыялый. – Уның иғтибарын хатта Лениндың туҙыныуы ла йәлеп итә алмай. Ул – бар, шул уҡ ваҡытта – юҡ!..
Был хәлде Әҙәм барыбер аңлай алманы.
– Ҡарале, һинең әйберҙәрең бармы? – тип һораны Хыялый.
– Ниңә? – һорауға һорау менән яуапланы Әҙәм.
– Әйберҙәреңде ныҡ йәшер. Юғиһә, урлаясаҡтар.
– Бында бөтәһе лә урлай. – тине Хыялый. – Президенттан башлап, Ленинға тиклем...
“Завтрак!” – тип һөрәнләнеләр. Барыһы ла урындарынан һикереп тороп, ишеккә тығыла-тығыла йүгерешә башланы. Таш һын кеүек ҡатып ултырған Президент та иң алдан сығып сапты, бер ҡарт ҡына ултырып ҡалды.
– Нимә булды ул? – Ҡапыл килеп тыуған ығы-зығыға аптыраны Әҙәм.
– Әйҙә, ашарға саҡыралар. Һуңлаһаң, ас ҡалаһың, – тип аңлатты Хыялый.
– Ә был? – тип ҡартҡа күрһәтте Әҙәм.
– Кисә ашаны, шул еткән. Ҡарт ул, бер кемгә лә кәрәге ҡалмаған.
– Бер генә тапҡыр туҡланамы ни?
– Булһа, ун тапҡыр туҡланыр ине... – тип көлөмһөрәне Хыялый. – Уның өлөшөн Президент ашай. Әйҙә, һин бараһыңмы, юҡмы?
– Юҡ, – тип баш тартты Әҙәм. – Мин асыҡманым.
– Ярай, һинең өлөшөңдө ҡартҡа килтерермен, – Хыялый сығып сапты.
Бер нөктәгә текләп ултырған ҡарт янына килде Әҙәм. Уның йәш тулған күҙҙәрен күреп, һаҡ ҡына һораны: