Төн ҡараңғылығына текләп тәҙрә төбөндә ултырған Хыялый ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе:
– Ҡарағыҙ әле!.. Ҡарағыҙ!..
Уның һөрәнләүе палатала тыныс ҡына йоҡлап ятҡан башҡаларҙы ҡымжытты. Сирлеләр эләгә-һөрлөгә Хыялый торған тәҙрә төбөнә эркелде, ығы-зығы ҡупты. Иң беренсе килеп еткән Ленин эске бер ярһыулыҡ менән һорай һалды:
– Нимә, әллә революциямы?
– Ен!.. А-а-анауында!.. Шәп-шәрә!.. – Хыялый һүҙҙәрен раҫларға теләп, тәҙрәгә ишараланы, ләкин бер ни ҙә күренмәгәс, ауыҙ эсенән мығырҙаны. – Әле генә ошонда ине...
Кемдер утты ҡабыҙҙы. Сирлеләрҙең ҡотон алып бөткән Тарзан менән Маугли ҡушаматлы санитарҙар ишек төбөндә уҫал ҡарап тора ине:
– Ниндәй баҙар бында? – тип екерҙе Тарзан бөйөрөнә таянып.
Сирлеләр санитарҙарҙың тауышын ишетеү менән карауаттарына ашыҡты. Ленин, нимәгәлер өмөтләнгәндәй, усын маңлайына ҡуйып, тәҙрә аша тышты байҡаны.
– Эй, Ленин, нимә күрҙең унда? – Санитарҙар уларҙың эргәһенә килде.
– Бына, Хыялый әйтә, ен күрҙем, ти. Ә мин революция башландымы тип торам. – тип һөйләнде Ленин, ялтас башын ыуып.
– Күрһәтермен мин һиңә революцияны!– Тарзан Лениндың елкәһенә төртөп ебәрҙе. – Марш, урыныңа!
– Килер бер көн... Осҡондан ялҡын тоҡаныр... – Ленин һөйләнә-һөйләнә карауатына ятып, юрғанын бөркәнде.
– Йоҡлап ятҡан халыҡты ниңә уяттың?
– Мин... Мин уятманым... Ен... – тип ыҡ-мыҡ итте Хыялый.
– Ниндәй ен һөйләйһең һин? – Санитарҙар көлөмһөрәне.
– Ен инде... Шәп-шәрә килеш ошонан үтеп китте. – Хыялый, ышандырырға теләгәндәй, тышҡа төртөп күрһәтте. Ике санитар ҙа тәҙрәгә ҡапланды.
Санитарҙар бер-береһенә ҡараны:
– Эйе, склад мөйөшөнә китте, – тип раҫланы Хыялый.
– Алдашмайһыңмы? – Маугли тишеп ҡараны тегеңә.
– Юҡ!.. Ысын әйтәм! Шәп-шәрә ине.
Тарзан бер аҙ уйланып торғас, Мауглиға шиген белдерҙе:
– Нимә ысын булһа? Енме ни?!.
– Һин нимә, аҡылдан яҙҙыңмы, ниндәй ен, ти. Әгәр складҡа ҡараҡтар төшһә... – Тарзандың шикләнеүе Мауглиға ла күсә башланы.
– Ысынлап та... – тине ул, һораулы ҡарашын Тарзанға төбәп. – Ә ҡарауылсы?..
– Как буд-то белмәйһең уны, яталыр шунда иҫереп.
– Әйҙә, ҡарап сығайыҡ. Берәй хәл булһа, Карабас Барабас беҙҙең дә баштан һыйпамаҫ.
Карабас Барабас тигәнде ишеткәс, Хыялыйҙың тәне семерҙәп китте. Ошо йорттоң, атап әйткәндә, психиатрия дауаханаһының баш табибы Карам Барабашов ул. Хеҙмәткәрҙәр ҙә уны Карабас Барабас тип кенә йөрөтә.
Тарзан менән Маугли тиҙ генә фонарь эләктереп, урамға йүнәлде. Хыялый күрһәткән ергә еткәс, фонарь яҡтыһында ниндәйҙер шәүләне шәйләп, ҡатып ҡалдылар. Абайлабыраҡ ҡарағайнылар, сүкәйеп ултыраған шәп-шәрә берәүҙе шәйләнеләр.
– Бына һиңә ен!.. Кем һин? – тип һораны Тарзан, былай ҙа ҡалын тауышына ҡырыҫлыҡ өҫтәп.
Теге кеше бер һүҙ өндәшмәй, кендек аҫтын усы менән ҡаплап, яйлап ҡына турайҙы.
– Эй, һиңә әйтәм, кем һин? – Тарзан һорауын тағы ҡабатланы.
– Кем булһын, үҙебеҙҙең дурак икәне күренеп тора, – тине Маугли. – Ҡасырға уйлаған, сволочь! Палатанан нисек сыға алды икән был?
– Әйҙә, атла! – тип бойорҙо Тарзан.
– Мин... Мин... Мин – сит планетанан... – тип һөйләнде яланғас кеше. – Мин – Әҙәм. Тегенән килдем... – Ул бармағы менән күккә төртөп күрһәтте.
– Ҡыйыҡтан сыҡтымы икән ни? – Маугли аптырап, һыҙғырып ҡуйҙы.
– Булыр был дурактарҙан, – тине Тарзан. – Этлеккә тиһәң, баштары шәп эшләй уларҙың.
– Әйҙә, бынан һуң шиш ҡасырһың! – Тарзан менән Маугли тегене дауаханаға индергәс, халат кейҙереп, махсус “Йомшаҡ бүлмә”гә бикләп ҡуйҙы.
Бүлмә эсендә бер нәмә лә юҡ. Иҙән дә, стеналар ҙа ниндәйҙер ҡалын йомшаҡ туҡыма менән ҡапланған. Ҡоторған сирлеләр баштарын бәреп ярмаһын өсөн иҙән-стеналарҙың махсус эшләнгәнен белмәй ине Әҙәм. Тоноҡ яҡтылыҡта стеналағы бихисап яҙыуҙар араһында таныш билдә һәм һандарҙы күреп, үҙ күҙҙәренә ышанмай торҙо. Былар бит – формула! Ваҡыт һәм киңлек кәртәһе аша күсеү формулаһы!.. Бына һиңә мә-ә!.. Уға мәғлүм булыуынса, был планетала әле үҙ ҡабыҡтарынан сыға алмаған примитив заттар йәшәй. Сәйер!.. Ни өсөн йыһандың башҡа киңлектәрендәге юғары аң вәкилдәре белмәй былар тураһында? Аптырарлыҡ та шул: үҙҙәрендә ҡәтғи сер итеп һаҡланған, һайлап алынған һирәктәр өсөн генә мәғлүм булған формула бында стенаға яҙып ҡуйылған...
Оҙаҡ уйланды ул, ләкин аныҡ бер фекергә килә алманы.
... Ишекте астылар. Коридор буйлап барғанда рәшәткәле тәҙрәләрҙәге яҡтыны күреп, көн тыуғанын төшөндө Әҙәм. Төрлөсә фаразлап ҡараһа ла, ни өсөн тәҙрәгә тимер рәшәткә ҡуйылыуын аңламаны. Үҙенсә һығымта яһаны: бәлки, яуыз заттарҙан һаҡланаларҙыр. Был планетала арыҫлан-юлбарыҫ, айыу-бүре кеүек теш-тырнаҡлы хәтәр януарҙар барын да һөйләп, һүрәттәрен күрһәткәйнеләр уға. Шулай ҙа ҡыҙыҡһыныуы еңде, ауыҙ эсенән ниндәйҙер көй мөңөрәп эргәһендә килгән Тарзандан һораны:
– Әйт әле, бынау тимер рәшәткәләрҙе ниңә ҡуйғандар ул?
– Хәйләкәр, – тип йылмайғандай итте Тарзан. – Һинең кеүектәр сыға алмаһын өсөн...
Әҙәмдең башына барып етмәне яуап. Нисек инде, үҙҙәрен-үҙҙәре бикләп ҡуйған былар?..
Кабинетҡа барып инделәр. Киң өҫтәл артында ултырған ир, ялтаслана башлаған башын саҡ ҡына күтәреп, ҡаш аҫтынан күҙ һирпеп алды ла, ҡәләм тотҡан ҡулы менән ишара яһаны.
– Ултыр! – тип йыуан беләге менән Әҙәмдең яурынына баҫты Тарзан.
Байтаҡ ултырҙылар. Быларҙың йолаһы шулаймы икән, тип уйланы Әҙәм. Үҙҙәрендә берәйһе килеп инһә, бөтә эштәрен ташлап, ҡунаҡҡа ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә тырышалар, сәй тәҡдим итәләр.