Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Сентябрь 2019, 21:10

Әхтәм ЗАРИПОВ. Күпер. Повесть. (Айырылышыу)

Әхтәм ЗАРИПОВ Күпер (повесть) Айырылышыу

Гәүһәр – Арсень “МАЗ”ында, Камил Хәтиф “полуторка”һында баромға юл тоттолар. Шунан һуңғы булғандар тураһында мин яңы өйҙө күрмәй ҡалған әсәйемде мәңгелек йортҡа оҙатырға ҡайтҡас ҡына ишеттем... Гонаһлымын...

...Донъя мәшәҡәттәренән арынып, эштәге интригаларҙан ҡотолоп булмау тотҡарланы тип әйтергә йыйынмайым. Барыһы ла булды. Яйлаштыҡ һәммәһенә. Әсәйем килгеләһә лә, үҙемдең ауылға ҡайта алмауымдың сәбәптәрен дә, ғәмһеҙлегемде лә аҡларлыҡ түгел. Хәтиф һөйләгәндәргә өҫтәп, Кәшифә еңгәсәй әйткәндәргә ышанғанда, әсәйем мине аҡтыҡ һулышына ҡәҙәр ҡайтыр тип көткән.

Инде, ситкә тайпылмаҫҡа тырышып, Хәтиф һөйләгәндәргә күсәм:

“Борамға ҡәҙәр юл һәйбәт булды. Сулманды сыҡҡас, насарланды ғына түгел, бөттө юл: урман араһы соҡор-саҡыр, асфальт күрмәгән, тракторҙар боҙҙорған батҡаҡлыҡ.

Камилдың “юҡҡа ризалаштым” тип үҙен һүгеүҙән, ҡатынын ғәйепләүҙәрҙән башҡа һүҙе булманы. Борам сығып, дүрт сәғәтлек алтмыш саҡрым юлды күҙ алдына килтерерһең. Ә бына Шыршылыға етеп, ашханала тамаҡ ялғап сыҡҡас, булғандарҙы күҙ алдына килтереү ҙә минең енемде сығара...

...Һайланып торорлоҡ түгел – ни тәҡдим итһәләр, шуны ашағас, Арсень тәмәке тартам, тип, алданыраҡ сыҡты, Үрге Калжалынан күскән Гәүһәр, ауылдаш ҡатыны менән осрашып, гәпләшеп ҡалды. Мин Камилдың буфетсыға аҡса түләгәнен көтөп торҙом. Йәнәһе, “сит ер, ни булмаҫ!”

Ашхананан сыҡһаҡ, минең “полуторка” янында өс-дүрт ир машина тәгәрмәсенә ҡарап тора ине.

– Тәгәрмәсең шартлаған бит, нимә көтәһең? – тине Арсень.

Төрлө яҡлап кәңәштәр башланды. Кемдер гараждан алмаш көпсәк һорауҙы хуплаһа, күпселек “ямарға” тигән фекерҙә ине. Үҙем дә ямау яҡлы инем.

– Күпме ваҡыт кәрәк? – тине Камил, сәғәтенә ҡарап.

– Кәмендә 45 минут.

– 45 минут көтөп торғансы, беҙ барып, түбәһен булһа ла һүтә торабыҙ, – тине Гәүһәр.

– Шулай дөрөҫ булыр, – тине Арсень.

Камилдың был яҡтарға ҡайтҡаны булған икән – “юлды беләм”, тип ҡатынын Арсенға ултыртып оҙатты ла, почтаның ҡайҙалығын һорап, шунда китте. Ә мин, камераны һыулы мискәгә һалып, тишеген эҙләп ҡалдым. Күпме маташһам да, тишек табылманы. Нипелде бороп, һауаһын сығарғайнылар. Тәжрибәм булһа ла, башта уҡ шул нипелде тикшермәүемә хурланыуҙан, быны бер кемгә лә һиҙҙермәнем; насосты алып, һауа тултырҙым да башҡа тәгәрмәстәрҙе лә тикшерҙем. Маташа торғас, ярты сәғәтләп ваҡыт уҙған да булып сыҡты. Камилды көтөп, нисә минут ултырғанмындыр, ул күренеүгә, тиҙ-тиҙ моторҙы ҡабыҙҙым.

Аҡса ваҡлатып йөрөгән икән.

– Йөк тейәшергә унда ҡунып ятыусы көтөүселәрҙе ялларбыҙ, – тине. Беҙ ҡуҙғалып киткәндә, 45 минут уҙғайны. Урындағы юлдан тураға ғына барырға булдыҡ.”Тегеләр киткән болон юлынан өс-дүрт саҡрымға ҡыҫҡараҡ”, – тине Камил.

Юғары Ҡалжалы ауылына Ҡалжалы йылғаһының күпере аша сығырға кәрәк булғанлыҡтан, ҙур “МАЗ” машинаһының күперҙе емереүенән ҡурҡып ҡалдыҡ. Шөкөр, күпер иҫән, “МАЗ” теге яҡҡа сыҡҡайны инде. Тик уның күперҙе сыҡҡас туҡталыуы, Арсень менән Гәүһәрҙең кейемле килеш һыу кереүҙәре генә ғәжәпләндерҙе. Һыуҙағыларға “Ни булды?” тип ҡысҡырҙым.

Арсень: “Күрмәйһеңме ни? Буксуем! Ҡомға ултырҙыҡ!” – тине, машинаһы аҫтында аунап ятҡан сыбыҡ-сабыҡҡа күрһәтеп.

– Һеҙ бит көндө ҡомға ултыртаһыҙ! – тине Камил уға, “һин”дән “һеҙ”гә күсеп.

Мин, тросты алып, “МАЗ”ды “полуторка”ға таға башланым. Иң ғәжәбе шул: мин тарттырғансы уҡ “МАЗ” урынынан ҡуҙғалды. Камил уны һиҙҙеме-юҡмы, һораманым да, әйтмәнем дә. Һүтеләһе йортҡа килеп туҡталдыҡ. Өйҙө нисек һүтеп тейәү тураһында һөйләү оҙаҡҡа китер. Ҡыҫҡаһы, ошо ауылда үҫеп, Ижевскиҙан ялға ҡайтҡан ике егет осрап, беҙгә бик ҙур ярҙам күрһәтте. Үпкә лә белдерҙеләр:

– Аҡҡош күле соҡоронда туҡталып торған сағығыҙҙа ни ҡәҙәр ҡысҡырһаҡ та ишетмәнегеҙ. Беҙ бит Иж йылғаһының теге яғынан сығырға кәмә көтә инек, һеҙ ишетмәгәс, йөҙөп сығырға тура килде.

– Мотор ҡыҙғайны. Шуны һыуытырға туҡталғайныҡ.

– Һыуыттығыҙмы һуң? – тип көлөшөү менән һүҙ бөттө.

Был һөйләшеүҙе лә Камил ишеттеме-юҡмы, белмәйем. Әммә йөҙө ҡып-ҡыҙыл ине.

Эште бөтөрөп, көнөндә ҡайтырға ни ҡәҙәр тырышһаҡ та, өлгөрмәнек. Көтөүсе Ваҡиф ағайҙың ташландыҡ өйөндә төн ҡунырға тура килде.

...Ҡайтыу юлын барыу юлынан ҡыҫҡараҡ та, шымараҡ та, тиҙәр. Шулайҙыр: ун ике сәғәт килгән юлды ете сәғәттә ҡайтып, йөктө ауҙарғас, Арсень йөгөнән бер бүрәнәнең төшөп ҡалғаны беленде. Ул хаҡта һүҙ ҡуйыртмай ғына рәхмәт әйтешеп, Кәшифә апай бешергән бәлеш менән һыйланғас, тәнәфескә сыҡтыҡ. Шунда мин Арсендән: “Бүрәнәгеҙ төшөп ҡалғанды ла һиҙмәҫлек һүҙегеҙ булдымы ни?” – тип һорарға йөрьәт иттем.

– Һүҙ түгел – күҙ етмәгән. Арттан килеүсегә ышанылған, – тине Арсень, беҙгә төрттөрөп.

Ул хаҡлы ине. Ғәйебемде таныһам да, Камилға һиҙҙермәнем. Ә бына уның әйткәндәрен һиңә әйтмәй ҡала алмайым. Сөнки... сөнки ул рәнйетте мине.

– Кем?

– Камил.

– Нисек?

Ашау һәйбәт, хужалар йомарт, һүҙ күп – тәнәфес оҙаҡҡа һуҙылды.

...Икеһе лә ғәрип тыуған ҡыҙҙарыбыҙҙы етәкләп, мине саҡырырға тип ҡатыным килгәйне. Балаларҙы кешегә күрһәтеп, ҡыҙғаныс һүҙҙәр ишетмәҫ өсөн, бик тиҙ генә ҡайтып китте ул. Камил аптырап ҡалды. Беренсенән, уның шундай ғәрип тыуған балаларҙы күргәне булмаған. Икенсенән, “ҡандарығыҙ тура килмәгәнлекте белә тороп, икенсе бала табыуығыҙ ғәжәпләндерә”, – тине ул миңә.

– Беҙҙән рөхсәт менән тыумай бит улар.

– Рөхсәтте һин бирергә тейеш!

– Кемгә?

– Ҡатыныңа!

– Минең рөхсәтһеҙ тапҡан балабыҙ юҡ.

– Тимәк, ғәрип балаларҙың башҡанан тыуған булыу ихтималлығы юҡ?

– Нисек?

– Нисек булһын? Бер кискә – кер мейескә, тип “үтескә”гә биреп тораһың да икенсе ҡандан сәләмәт бала үҫтерәһең. Эт тә, бет тә белмәй. Икегеҙҙең, юҡ, өсөгөҙҙөң арала ғына ҡала.

– Һин үҙ инициативаң менән ҡатыныңды, сит бер егеткә биреп, урманға ебәргән кеүекме?

...Шунда мин иҫкәрмәй ҡалдым: ҡулында нәмә булғандыр – ауыҙға һуғып бер тешемде һындырҙы. Күрәһеңме – буш урын шуның иҫтәлеге. Ауыҙым тулы ҡанды төкөрөп торманым, Арсенға ултырып, үҙебеҙгә ҡайттым. Ул беҙҙә ҡунды. Шунда иң кәттә серен һөйләне.

– Ғәжәп тә серле кеше булған икән коллегаң.

Серҙең ғәжәбе һуңыраҡ әле:

– ...Әрәмәлек юлдарын уҙғанда, тиҙлек рычагын тотоп барған ҡулым, машина һикергәндә ысҡынып, янымдағы ханымдың теҙенә төшә. Ул, минең ҡулымды алдыра, ләкин аяғын ҡыймылдатмай. Минең ҡул һаман, машина һикергән һайын, бот буйлап өҫкә шыуыша, – тип дауам итте ул монолог һөйләгәндәй. – Менә торғас, ҡулым “мамыҡ күпергә” етеп туҡталды. Бармаҡтарым ҡайнар “шишмәгә” юлығып, ҡойона башлауға, машина ҡабат тәрән соҡор аша һикерҙе. Һикереүгә кинәт һүнде лә. Ә мин үҙемде-үҙем тыя алмаҫлыҡ хәлдә ҡалдым. Шунда Иждың теге яғында кәмә сығарыуҙы һорап ҡысҡырҙылар. Кәрәк бит! Ул саҡ беҙ инде үҙ кәмәбеҙҙә тибрәлә инек.

– Ышанмайым.

– Мин дә ышанмайым. Әммә дөрөҫө шул. Һушыма килеп, машинаны ҡабат ҡабыҙғанда, үҙем дә, аунаған ултырғысым да ҡан ғына... Тиҙ-тиҙ барып, күперҙе сыҡҡас, һыуға ташландыҡ. Ҡалғанын беләһең. Һыу кешене батыра ла, ҡотҡара ла икән. Ҡатын-ҡыҙҙар кеүек..

...Икенсе көндө иртә менән иртүк Камил минән теш өсөн ғәфү үтенергә тип килгән. Арсень, документтарына ҡул ҡуйҙырып, ҡайтып киткәйне инде.

Мин Камилға: “Телемә күрә тешемә эләкте, үҙем ғәйепле, ғәфү үтенмә, ҡатыныңды ғәйепләмә”, – тигәс, беҙ айырылыштыҡ. Кис менән мин, янғын машиналарының Камилдар яғына барыуын күреп, рәйескә һораулы ҡараш ташлаһам, ул: “Камил алып ҡайтҡан бураһына ут төрткән”, – тине.

Шул кисте һалынаһы йорттоң бураһы түгел, ә минең Камилға ышанысым, хөрмәтем, өмөтөм янды. Минеке генә түгелдер, бөтә ауыл халҡы өсөн көтөлмәгән сир килеү ине был.

Камилдың эсеүе шул дәрәжәгә етә, уға “белая горячка” булған тип һөйләйҙәр, уның менән осрашыуҙан ҡасалар, Кәшифә апайҙы ҡыҙғаналар. Күпме ваҡыт уҙғандыр, ҡатыны Гәүһәр, ҡыҙын алып, ташлап киткән, тип һөйләнеләр.

Шул хәбәрҙән һуң Камилдың үлеп терелеүе тураһында һүҙ таралды.

– Һүҙ генәлер шәт!

– Һүҙ үлтерә лә, терелтә лә.

Ҡатыны ташлап киткәс, өрлөккә ҡыҫтырып ҡуйылған хат конвертына: “Ашауҙың тәме, йәшәүҙең йәме ҡалманы”, – тигән яҙыу ҡалдырып, урам ҡоҙоғона һикерә ул. Пинжәген ҡоҙоҡ сығырына элеп, туфлиҙәрен бураға һөйәп ҡалдырырға башы етә. Иртә менән ҡоҙоҡ һыуына тип сыҡҡан Зөлфирә, башта сығырҙағы пинжәкте, унан һуң затлы туфлиҙәрҙең кемдеке булыуын белеп ғәжәпләнһә лә, тиҙ генә силәгенә һыу алып китмәксе була. Ҡоҙоҡҡа ҡараһа, унда кеше башы! Камилдыҡы! Зөлфирә ауылды аяҡҡа баҫтырырлыҡ тауыш менән ҡысҡырыуын һиҙмәй ҙә ҡала:

– Камил үлгән, Кәшифә Камилы!

Тауышты ишетеп йыйылған халыҡ араһынан Ғиниәт ағай, ҡулындағы дилбегәһен тиҙ-тиҙ биленә бәйләтеп, үҙен ҡоҙоҡҡа төшөртә лә, Камилды ҡосаҡлап, өҫкә күтәртә. “Мәйетте” ергә һуҙып һалып, Кәшифә апайға әйтергә кемделер саптыралар. Кәшифә апай сыға, ә һинең әсәйең – беҙҙең иң ҡәҙерле Аҡ әбейебеҙ, ишеткән хәбәрҙән һушһыҙ ҡалып йығыла. Шунан мандый алмай, донъя ҡуя. Урыны ожмахта булһын...

Ә Камил ерҙә ах-ух килеп бер аҙ аунағас, күҙҙәрен асып: “Миңә ни булды? Мин ҡайҙа?” – тип һорай. Кемдер уға “тамуҡта” ти. Урам ҡоҙоғоноң һыуы тәрән түгел – эйәккә ҡәҙәр генә икән... Халыҡ Камилды “үлеп терелде” тип һөйләһә лә, рәйесебеҙ, нефтселәрҙең таныш начальнигы менән һөйләшеп, уны мәжбүри дауалай торған профилакторийға оҙаттыра. Аҡ әбейҙе Кәшифә апай беҙҙең зыяратҡа күмелгән Зәнәбирә апай ҡәбере менән йәнәшә ерләтә. Үҙең күрерһең. Шунан һуң күпме ғүмер уҙһа ла, Камилдың иҫәнлеге тураһында ла, ҡайҙалығы хаҡында ла ишеткәнем булманы. Ҡыҙын “садикта икән, ҡатыны бейеп йөрөй икән, Камил фатирында йәшәй икән”, тип Ҡаҙанға бал һатырға барған Рәмил һөйләне. Малайын артислыҡҡамы, гитарасығамы уҡытмаҡсы булып, белгән кеше эҙләп театрға барған икән, Камил эшләгән оркестр етәксеһе – Бакиров фамилиялы композиторҙан ишетеүенсә, уны штаттан сығарһалар ҙа, күңелдәрҙән сығарып ташлай алмағандар. Башта ул “Туймазынефть” ҡарамағындағы профилакторийҙа дауаланған. Унан һуң, үҙ-ара килешеп, “Әлмәтнефть” шифаханаһына күсергәндәр. Шунда ятып, ул пациенттарҙан ансамбль ойошторған, эсеүҙән туҡтаған, баҡсасы булып хеҙмәт хаҡы ала икән.

Ҡайһы мәғлүмәттәр хәҡиҡәтҡә яҡындыр – минең өсөн ул атайһыҙ үҫкән баланың иманһыҙлығына дәлил генә”, – тине Хәтиф. Минең өсөн дә ул онотолоп бөткән хәтирә генә ине. Мин уның хаҡында “онотманым” тип әйтә-яҙа алмайым. Ул минең хәтерҙә донъяға килеүе лә, юғалыуы ла серле булған, театр артистары араһында йыш осраған фажиғә ҡаһарманы булараҡ йәшәй ине. Режиссер булараҡмы, сценарист булараҡмы – әҫәр ижад итергә тура килһә, “запас персонажым” булараҡ, уның миңә зыяны юҡ ине.

Мөмкинлек булмауҙанмы, талант етмәүҙәнме, “запасыма” донъяға сығырға һаман сират етмәне. Камилды күрмәүемә, уның оҫта гитарасы булыуын онотоуыма күпме ваҡыт уҙғандыр, берҙән-бер көндө эш телефоным шылтыраны: “Беларусфильм”дан килгән режиссер ассистенты шылтырата икән. Уларға Макаренконың “Педагогическая поэма”һы буйынса төшөрөлгән фильмды “озвучивать” итергә ике татар артисы кәрәк икән. “Желательно музыкант-актер. Фильм многонациональный”, – тине ассистент.

– Театрға мөрәжәғәт иттегеҙме?

– Йыраҡ гастролдәргә киткәндәр. Бер айһыҙ ҡайтмайҙар.

Ризалашып, сценарийҙарын алып ҡалдым да уйға талдым: береһенә үҙем барһам, икенсеһенә кем?

– Камил! – тине хәтер.

– Был юлы үҙем Бакировты эҙләп киттем. Ташкент гастролдәрендә икән. Телефон номерҙарын табып бирҙеләр. Һөйләшергә заказ биреп, ике көн уҙыуға, ниһайәт, Ташкент: “Композитор Бакиров тыңлай. Һеҙ кем?”

– Мин – мин!

Маҡсатымды әйтеп, шаярып һөйләшеүҙән, “Ташкент яғы” мине аңлап: “Камил хәҙер Каменка шифаханаһында дауалана бит!” – тине.

– Туберкулез эләктергәнме ни?

– Маскировка өсөн. Уны сығарыу өсөн телевидениенан “опекаға алабыҙ”, тигән яҙыу килтереп, баш врачҡа бирергә кәрәк. Санаторийға аҡсаны нефтселәр бирә. Яҙыуың уларҙан булһа, абруйлыраҡ. Осрашҡанға ҡәҙәр хуш. “Пип-пип...”

Бакиров ҡушҡандарҙы уныңса эшләп, дауаланыусыларҙан интервью алырға тигән сәбәп-һылтау табып, оператор Таһир менән Каменкаға килһәк, Камил, кеше йыйып, гитара сиртеп ултыра. Ғәжәпләнеүен дә, шатланыуын да һиҙҙермәне, ишек яғына күрһәтеп, “тамашасыларын” сығарғас: “Бында ла килеп таптығыҙ. Ни кәрәк?” – тине иҫе китмәгән ҡиәфәттә.

– Үҙең кәрәк?

– Өс моронға керергәме?

Барыһы тураһында ла аңларлыҡ итеп һөйләгәс, ул: “Был гитара менән булмай, үҙемдекен килтерергә кәрәк”, – тине.

– Проблема булмаҫ, – тинем мин, уның ризалығына ышанғас.

– Мине сығарырҙармы һуң? Сығарһалар күпмегә? Ниндәй шарттарҙа? – тине ул, ҡурҡҡандай.

...Камилдың һәр һорауына ҡәнәғәтләндерерлек яуап биреп, билеттар алып, Минскиға барып урынлашҡанда, “Беларусфильм”дағы эштәрҙең иң ҡыҙған сағы ине. Беҙҙе, иң “шәп” тигән осһоҙ ғына ҡунаҡ йортона урынлаштырып, килеүҙең икенсе көнөндә “озвучка”ға саҡырҙылар. Ун сменалыҡ эште өс сменала бөтөргәс, беҙгә “ун биш смена эшләнеләр” тигән ведомосҡа ҡул ҡуйҙырып, кеҫә тулырлыҡ аҡса бирҙеләр. Магазиндарҙа йөрөп, күстәнәстәр алыуға, режиссер ассистенты ҡайтыу өсөн билеттар килтерҙе. Иртәнге сәғәт ете тулғас китәһе. Төнө буйы алған бүләк, күстәнәстәребеҙҙе төрөштөрҙөк. Шунда Камил: “Упаковка – тоже искусство”, – тине лә туҡтап ҡалды.

– Нимә булды? – тип һораным.

– Һинең бүләк бирер ҡатының, күстәнәс бирер ҡатының бар. Ә мин быларҙы кемгә тип алдым инде? – тине ул.

– Һинең дә ҡатының, ҡыҙың бар.

– Улар минән бер нәмә лә алмайҙар шул.

– Алырлыҡ итеп бир, һеҙ бит айырылышмаған.

– Үҙемде еңә алһам ярай ҙа... Ә еңә алмаһам? Атып бәрергәме?

Һүҙ яйын килтереп, үҙем менән булған хәлде һөйләнем.

– Бер йылды миңә Ҡаҙан янындағы Васильево санаторийына путевка бирҙеләр. Мин унда барырға ҡатынды күндерҙем. Шатланмаһа ла, ризалашып китте ҡатын. Мин өс бала менән өйҙә ҡалдым. Икенсе көндә боролоп ҡайтҡан был. Бассейнда ҡойонорға эске кейемдәр кәрәк икән. “Һыу процедуралары билдәләнеләр”, – ти. Китте лә ун көн ҡайтманы. Күңелгә ҡорт керҙе бит. Ниңә ҡайтмай? Өс баланы эйәртеп киттем. Регистратуранан уның ҡайһы палатала ятыуын һораһам: “Ул квартираға урынлашты, ике бүлмәнең береһендә улар...” – тине мәрйә.

– Кем менән?

– Иптәше менән.

– Уның иптәше мин. Бына паспортым.

– Мин бит һеҙгә “ире менән” тимәнем. “Иптәше менән” тинем. Иптәше уның Рабиға атлы. Ана журналға шулай теркәлгән.

Бер аҙ тынысланып, ҡатындың фатирын эҙләп киттек. Барып керһәк, мейес янындағы эскәмйәлә ҡатыным кер йыуып маташа.

– Ниңә процедурала түгел?

– Сәғәте етмәгән.

Сәғәт ҡарарға тип стенаға ҡараһам, мейес ҡырыйына һуҙылған бауҙа ирҙәр күлдәге эленгән.

– Иптәшең ҡайҙа?

– Бильярдҡа китте.

– Палкой күкәй толкать?

– Белмәйем – нимә толкать итәлер. Ул үҙе айырым донъя, күп һөйләшмәй.

– Һөйләшмәһә лә, керен һинән йыуҙырамы?

– Кем әйтә?

– Ана бит, йыуып элгәнһең, – тинем дә тартып алдым күлдәкте бауҙан.

– Һин нимә, мине кеше менән дошманлаштырғың киләме ни? Элеп ҡуй урынына!

– Дошманлаштырғым түгел – айырғым килә, балалар хаҡына! – тинем дә, бер ни аңламаған балаларҙы илатып, пригородный поезд платформаһына киттем. Ҡатыным аптырап, һүҙһеҙ ҡарап ҡалды. Кискә сумаҙаны менән әйберҙәрен алып ҡайтҡан. Илай ҙа балаларҙы һөйә, миңә бер ниндәй һорау ҙа бирмәй.

...Һуң тип торманым – ҡабат Васильевоға киттем. Теге йортҡа барып керһәм, ҡатынымдың ике фатирҙашы ла аптырашта ине, өсөнсөләре (йәғни минең ҡатын) ҡайҙа китеүен әйтмәгәнгә. Фатирҙаштарының береһе – минең ҡатын менән бер бүлмәлә йәшәгән икән, ирҙәр кейеме кейенеп, ирҙәр булып йөрөүсе өсөнсөләре айырым бүлмәлә яңғыҙ йәшәүсе “трансвестит” (“ҡыҙ тәкә”) икән! Ни хәл итәйем, ул кисте эш бүлмәһендә генә йоҡлап, икенсе көндөң иртәһендә ғәфү үтенергә ҡайттым.

– Ғәфү иттеме һуң?

– Итмәһә, минең менән илле йыл йәшәмәҫ ине.

– Минеке ғәфү итмәйәсәк.

– Ә һин уға бағышлап махсус көй яҙ ҙа, итальяндар кеүек, тәҙрәһенә килеп, серенада йырла. Ҡыҙың ишетеп, һеҙҙе ҡауыштырыр.

– Минең уға бағышлап яҙған өс көйөм бар. Уйнап күрһәтәйемме?

Уйнаны Камил. Уның көйҙәре һүҙһеҙ монолог, тойғолар көлтәһе, хистәр тулҡыны ине. Бер аҙҙан ишекте шаҡып, купебыҙға проводница килеп керҙе лә:

– Һеҙгә ҡунаҡтар бар, ҡабул итегеҙ! – тине.

Шунда уҡ билендәге ҡайышына кобура таҡҡан ир эйәртеп, ап-аҡ һаҡал-мыйыҡлы бер ҡарт керҙе лә:

– Не удивляйтесь, мы не надолго, – тигәс, портупеялыһы сығып, ишекте япты.

– А вы продолжайте, играйте, – тине ҡарт, Камилға ҡарап, үҙе минең янға ултырҙы. Күкрәгендәге депутат значогы, ҡораллы оҙатыусы менән йөрөүе уның ябай пассажир түгеллеген күрһәтә ине.

Камил уйнауынан туҡталманы. Иғтибар менән тыңлаусы “тамашасыбыҙ” көй алышынған һайын уның исемен атап, һүҙҙәрен хәтерләргә тырышып ултырҙы: “Өй артында шомортом, серен һөйләй миләшкә”, “тиҙ генә ҡайтырмын тигән инем”, тип һәр көйгә эйәрергә маташты. Үҙенән-үҙе: “Һеҙ татарса беләһегеҙме ни?” – тип һорарға мәжбүр булдым.

– Мин – татар ауылында детдомда үҫкән кеше, – тине значоклы. Йәшен тиҙлегендә күңелемдә төрлө хәтирәләр уянғандай булды. Мин был сәйер пассажирҙы таныған кеүек тә инем. Был хаҡта уға әйтеп, һорауҙар бирергә баҙманым. Нығымаған ышанысым юғалыуҙан ҡурҡтым.

Камил сираттағы көйөн уйнағанда, ҡунаҡ “Иҙел бит ул, киң бит ул, Иҙел өҫтәрендә йөҙгән аҡҡоштарға тиң бит ул” тип йырлағас, ҡарт, боролоп, күҙ йәштәрен һөрттө лә: “Рәхмәт һиңә, улым!” – тине.

– Улым, тиһегеҙме? – тине Камил.

– Эйе, – тине бабай, – шулай тоям.

Мин тағы уның йөҙөнә ҡараным. Уның “ул” булыуына ышанысым артты ғына түгел, шигем бөтөнләй ҡалманы. Ә Камил, уйнауҙан туҡтап, береһенән икенсеһе урынһыҙыраҡ һорауҙарын яуҙыра.

– Иҙелдең юҡлығын беләһегеҙме? Ул бит хәҙер йырҙарҙа ғына ҡалды.

– Йырҙы онотмауығыҙ маҡтауға лайыҡ.

– Һеҙ татар музыканты инегеҙме әллә?

– Мин музыкант та, татар ҙа түгел. Әйттем бит, татар ауылы детдомында тәрбиәләнеп, Өфөлә институт, Мәскәүҙә аспирантура, Минскиҙа докторлыҡ ҡатырғалары алып, хәҙер номерлы объектта, исемемде әйтергә ярамаған субъект булып, радиация үткәрмәй торған быяла формулаһы өҫтөндә ғүмер ҡыҫҡартыусы вазифаһындағы ябай академик мин.

Шунда мин “сушилкала борсаҡ киптереүеңде хәтерләйһеңме?” тип саҡ-саҡ һорамай ҡалдым. Һорауҙарҙы Камил теҙҙе:

– Беҙҙең академик Арбузов нефттән араҡы яһарға өйрәткән. Һеҙ быяла формулаһы эҙләйем, тиһегеҙ.

– Инде таптым!

– Шуның өсөн һеҙгә был значокты таҡтылармы?

– Значок – ышаныс символы.

– Символға ҡарағанда дәүләт премияһы өҫтөнөрәк түгелме?

– Улары миндә икәү.

– Детдомығыҙҙа беләләрме был хаҡта?

– Беҙ тәрбиәләнгән детдомды япҡандар, – тип ишетәбеҙ.

– Япһалар ҙа, унда тәрбиәләнгәндәр ҡайтып йөрөй, – әйтеүемде һиҙмәй ҙә ҡалдым мин. Ауыҙҙан ысҡынғанды ҡул менән тотоп булмай – хәбәремдең тәьҫирен көтөп ултырам. Ҡунағыбыҙ боролоп миңә ҡараны. Ниҙер әйтергә теләне. Камилдан гитараһын һорап алды ла “Һағыныу” көйөн уйнаны. Унан һуң ҡапыл:

– Был гитараның тарихын беләһеңме? – тип һораны.

Камил: “Миңә уның тарихы түгел, яңғырашы кәрәк”, – тине.

– Алты ҡыллыһы ла, ете ҡыллыһы ла гавайҙыҡы кеүек һәйбәт яңғырай. Айырмалары ниҙә?

– Айырма кемдең нисек уйнауында.

– Тапҡыр яуап. Шуны раҫлап, Сәйҙәштең “Әдрән диңгеҙ”ен уйнаһаң, мин ҡәнәғәт булыр инем.

– Ул көй гавай гитараһында һәйбәт сыға.

– Ә мин ошо гитарала ла һәйбәт яңғыратам. Бир әле...

Ысынлап та, һәйбәт уйнаны ул. Гитараны Камилға ҡайтарып биргәндә: “Кеше лә шулай үҙгәрмәй һаҡланһа ине. Ҡыҙғаныс, бөтә донъя үҙгәрә. Беҙ һыу ҡойоноп үҫкән Мәнәүез йылғаһы хәҙер инеш кенә булып ҡалған, имеш”, – тине.

– Мәнәүез беҙҙең йылға бит!..

– Ул беҙҙеке лә. Минең ҡустым шунда икенсе тапҡыр тыуған кеше.

Мин тағы, түҙә алмай: “Исеме кем уның?” – тип һорағаныма үкенәм.

– Хикмәт исемдәме? Ул хәҙер ҡара алтын сығарыуҙағы яңы ысулдарҙың төп авторы.

– Ҡайҙа һуң ул?

– Мәскәүҙә.

– Мәскәүҙә лә нефть сығамы ни? – тине Камил тағы дорфа ғына.

– Сығара белһәң, ҡайҙа ла сыға ул. Сығара белеүселәрҙе Губкин институтында ҡустым әҙерләй. Башҡортостан, Татарстан нефтселәренең күбеһе – уның шәкерттәре.

– Маҡтаныусыларҙан ишеткәнем булды, – тине Камил, һөйләшеүҙе туҡтатырға теләгәндәй.

Ә мин иһә һүҙҙе башларға ла, унан һуң барыһы тураһында асыҡтан-асыҡ һораштырырға ла инде әҙерләнеп бөткән инем. Ҡунағыбыҙ, урынынан ҡалҡынып, визит карточкаһын миңә һуҙҙы ла:

– Ваҡытығыҙҙы алғаным өсөн ғәфү итегеҙ, рәхмәт менән үҙ купема сығам. Әле юл оҙон. Һорауҙарығыҙ булһа, әңгәмәне минең купела дауам итербеҙ, – тине.

Һорауҙарым күп ине, әлбиттә. Ни өсөн әле ул беҙҙе танымағанға һабышты, унан һуң ниңә Кәшифә апайҙың яҙмышы менән ҡыҙыҡһынманы, балаһы бармы, булһа, ҡайҙа һәм кем ул хәҙер? Уның мине таныуы шикһеҙ, әлбиттә, әммә Камилды үҙ улы тигәне шикләндерә. Сәбәптәрҙе лә табырға була инде.

...Беҙҙең был осрашыуға тиңләшерлек ваҡиғаларҙы әҙәби әҫәрҙәрҙә лә, кино-спектаклдәрҙә лә уҡығаным, күргәнем юҡ ине. Уйланып, хыялланып күпме ятҡанбыҙҙыр, ишек шаҡып тағы керҙе әрһеҙ ҡунағыбыҙ.

– Ғәфү итегеҙ, зинһар, – тине ул Камилға ҡарап, – һеҙҙең тыуған йылығыҙ ҡасан?

– Мин ҡарт инде, Сталин үлгән йылда 5 мартта тыуғанмын.

– Атайығыҙ ҡайҙа, ҡасан вафат?

– Ватан һуғышында.

– Ҡайһы?

– Наполеонға ҡаршы һуғышта, – тине Камил дорфа ғына.

Урынһыҙ һорау биреүен аңлаптыр:

– Ғәфү үтенәм, – тине лә үҙ купеһына сыҡты төн ҡунағы.

Камил ятып йоҡлағас, керҙем мин был серле академик ҡарт янына. Оҙаҡ һөйләштек. Атаһы детдомдан алып китеп, яңы тормошо башланғас, Мәнәүезтамаҡ ауыл Советына хат яҙып ҡараһа ла, “Һеҙ эҙләгән кеше Свердловск өлкәһендә, торф эшендә, бала үҫтерә” тигәндән тыш яуап килмәгән. Өйләнмәгән, мөхәббәтенә хыянат итмәгән. Туранан-тура булмаһа ла, кинәйәләп һөйләшеүҙән, беҙ кемдәр тураһында һүҙ алып барыуыбыҙҙы ла, бер-беребеҙҙе лә аңланыҡ, кемдең кем булыуын белдек шикелле.

Атаһы күптән вафат икән уның, туғандары Польша менән Литвала йәшәп, ҡайһы берҙәре шунда ерләнеп, иҫәндәре менән хәбәрләшеп торалар. Диндәре төрлө булһа ла, телдәре төрки, имеш. Әңгәмәбеҙ оҙаҡҡа һуҙылһа ла, айырылышҡанда бер-беребеҙгә ниндәйҙер вәғәҙәләр ҙә бирешмәнек, ҡунаҡҡа ла саҡырышманыҡ. Шуныһын таныу кәрәктер: был кеше минең берәй әҫәремдең ҡаһарманы булырға лайыҡ, тигән һығымтаға килдем шикелле.

Минскиҙан ҡайтып төшкәс, беҙҙе үҙ машинаһында улым ҡаршы алды. Уның шатлыҡлы йөҙө, йылмайып һөйләгәндәре хәҙер ҙә ҡолағымда, күҙ алдымда.

Улым тураһында шуны ғына яҙа алам: беҙҙе ҡаршы алғас, дачаһына бәрәңге ултыртырға тип китә лә, орлоҡ бәрәңгеһен сүпләп тултырырға тип мөгәрәпкә төшкәс, метан газы менән ағыуланып шунда уҡ вафат була. Уның фажиғәле үлеме хаҡында беҙ икенсе көндө генә ишетеп беләбеҙ. Шул хәбәрҙән мин, инсульт бәреп, инфаркт булып, шәкәр ауырыуы башланып, урын өҫтөнә ауҙым. Хәрәкәтһеҙ, үлем килеүенә ышанмайынса, бер нисә тапҡыр дауаханала ятып, өс йыл тигәндә, ниһайәт, өйгә сығарылғас, пенсияға оҙатылыуымды, оҙаҡ эшләгән “специалист” булараҡ, рәхмәт йөҙөнән, ябай хәбәрсе итеп ваҡытлыса эштә ҡалдырылыуымды белдем. Үҙ хәлем хәл тигәндәй, әллә ҡайҙағы Польша-Литва төркиҙәренең шәжәрәһен эҙләү түгел, ул хаҡта уйланырға ла теләгем юҡ ине хатта.

Дүрт сатлы таяҡҡа таянып, дарыуханаға һәм магазиндарға сыға башлағас, ниһайәт, бер көндө эшкә барып, күренергә булдым. Һәр кемдең үҙ эше, үҙ мәшәҡәттәре баштан ашҡанлығын беләм, тиҙ-тиҙ хәл белештем дә документтарымды алырға кадрҙар бүлегенә керҙем. Унда минең исемгә килгән телеграмма көтөп ята икән. Шуны бирҙеләр. Ҡарсығым менән икебеҙҙе “Бер осрашыу – бер ғүмер” тигән яҡташтар байрамына саҡырғандар. Телеграммаға “Рәйес” тигән имза ҡуйылған.

– Колхоз бөткән, тигәндәр ине, ниндәй “рәйес” булыр, – тип аптырашта ҡалдым да, Камилды табып, һораштырырға булдым. Бәлки, Кәшифә апай уға хат яҙалыр, хәбәрләшеп тораларҙыр, тип уйланым.

Театр оркестры дирижеры Бакировты телефон аша табып һорағас, Камилдың күптән ауылына ҡайтып китеүен, ҡатыны Гәүһәр менән ҡушылыуын белдем. Был эшкә үҙемдең дә ҡатнашым бар, тип шатланһам да, минеке ише сирҙән ҡотолған кешеләрҙең ҡабат “ысҡыныуы” ихтималынан, Кәшифә еңгәсәй исеменә “Ниндәй байрам ул?” тип телеграмма һуҡтым. Рәтләнһә, яуапты Камил бирер, тип уйланым.

Яңылышмағанмын, Камилдан “Праздник встречи воспитанников детдома, праздник встречи односельчан, праздник открытия моста и других объектов. Камил” тигән хәбәр килде.

Байрам 15 июлдә була икән. Уға ҡәҙәр егерме көнләп ваҡыт бар ине. Нисек ҡайтыу, күстәнәскә ниҙәр алыу, дарыуҙарымдың ҡайһылары кәрәклерәк булыр, тигән ваҡ-төйәкте хәл итеү менән ваҡыт уҙыуын һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Китергә өс көн ҡалды тигәндә, Минскиҙан Саҙрыев атлы кинооператор килеп төшә. Командировкаға. Миңә лә шылтыраттылар, ул һине белә, тигәс, барҙым. Станислав Говорухин менән Ҡаҙан телевидениеһында бергә эшләп, ул “Беларусфильм”ға урынлашып, кинооператор булып эшләп ҡалған. Уның ҡатнашлығы менән донъя күргән “Педагогическая поэма” фильмы республикала бик абруйлы депутат-академиктың күңеленә хуш килгән. Саҙрыевтың әйтеүенсә, “ул үҙе ауыл детдомында тәрбиәләнеп, кеше булғандар тураһында фильм төшөрөү кәрәклегенә хөкүмәт чиновниктарын инандыра алған. Сығымдарҙы нефтселәр институты ла, министрлығы ла үҙ өҫтөнә алыр”.

– Белоруссияла ундай институт та, министрлыҡ та, нефть тә юҡ, – тиҙәр уға.

– Юҡ икән – үҙем түләйем, үҙем күтәрәм, – ти дәүләт премиялары лауреаты.

Тәҡдим һүҙе, уйындан ысынға әүерелеп, утыҙ минутлыҡ документаль фильм төшөрөргә режиссер һәм уның төркөмөн билдәләйҙәр. Татарстанға килеп, дәрәжәләргә өлгәшкән Саҙрыев фильмдың операторы була.

...Ул Ҡаҙан студияһы тарихын ойошоуының беренсе көндәренән үк белә, мине лә театрҙа эшләгән саҡтан телевидениеға күскән көндәремә ҡәҙәр хәтерләй икән. Үҙемде яҡшы яҡтан күрһәтергә теләп, ҡасандыр уның менән төшөргән тыуған ауылым күренештәрен, дуҫтарым тәрбиәләнгән детдом, Ағиҙел, Мәнәүез кадрҙарын архивтан табышып бирергә вәғәҙә иттем. Саҙрыев ундай кадрҙар һаҡланырға тейешлеген белеп килһә лә, табылып, ҡулына алғас, сикһеҙ шатланды.

Тейешле рәсмилекте үтәп, документтары әҙер булыуға, ҡайтып китергә лә ашыҡты. Фильм эшләнеп бөткәс, худсоветҡа тапшырғанда хәбәр итербеҙ, нисек тә килергә тырыш, тине. Әлбиттә, ярар, барырмын, тинем, бара алмаҫымды белһәм дә. Дөрөҫөн әйткәндә, фильм төшөрөү өсөн мин табып биргән архив материалдары ғына етмәҫен аңлай инем.

Иртәгә байрам тигән көндә ейәнем машинаһында юлға сыҡтыҡ. Йыраҡ араға... Көтөү ҡайтҡан саҡҡа тура килгәс, һыйыр һауғанда бүлдермәйек тип, Кәшифә апайҙарға кергәнсе, атайым менән әсәйем ҡәберҙәрен зыярат ҡылырға барҙыҡ. Хәтиф тә мәрхүм булған икән. Ғиниәт ағай ҙа, Зөлфирә еңгә лә. Һәр ҡайһыһының рухына белгәнебеҙсә доға ҡылдыҡ. Унан урап ҡайтыуға, беҙҙең килгәнде белгәндәр, табын әҙер, сәй ҡайнағайны. Татарстан нефтселәре эшләп биргән яңы шишмә һыуынан икән. Таҫтамалдарҙы һыҡҡансы, самауырҙы йыҡҡансы, яңы шишмә һыуының сәйен эсеп, гөбәҙиә ашап һыйланғас, хәтирәләребеҙ менән уртаҡлаша-уртаҡлаша, таң атыуҙы ла һиҙмәгәнбеҙ. Күберәк Камил менән Гәүһәр һөйләүе, улар һөйләгәнде Кәшифә еңгәсәйҙең дөрөҫлөп, ҡай саҡ “арттырмағыҙ” тип ултырыуы хәтерҙә. Ҡыҫҡаһы, һәр ҡайһыбыҙ шат, бәхетле ине ул кис. Кәшифә еңгәсәй ҡыҙыл кирбестән һалынған йортон маҡтаһа ла, коляска менән кереп-сығып йөрөргә баҫҡыстарының бейеклегенән ҡәнәғәт түгел ине. Кейәү ҡоймағы менән сәй эскәс, байрам булаһы майҙанға, Мәнәүез йылғаһы аша һалынған күпер янына киттек.

Йылғаның ике яғында ла байрамса кейенгән халыҡ. Усаҡ яҡҡандар. Ҡайһы шашлыҡ ҡыҙҙыра, кемдәрҙер былау ҡаҙаны тирәһендә тапана. Тауҙы тишеп сыҡҡан ҡара торбанан мәрмәр улаҡтар буйлап береһенән икенсеһенә ағыусы яңы шишмә һыуында бит-ҡулдарҙы йыуып, устары менән һыу эсәләр, береһен-береһе фотоға төшөрәләр, һыу һибешәләр. Мәнәүездең ике яҡ ярында ла ҡунаҡтар килгән машиналар теҙелгән. Күбеһе Татарстандыҡы булһа ла, Башҡортостандан да, Удмуртия менән Пермь өлкәһенән, Һарытауҙан, Һамарҙан да бар инеләр.

– Иң ҙур машиналар Мәскәү ҡунаҡтарыныҡы, – тине Камил.

Хужаларын мәсеттә Рәйес хәҙрәт ҡабул итә икән. Сәғәт ун ике тулыуға, иман йортонан ун ете кеше сығып, ике башы ла тарттырып бәйләнгән шаршау менән ҡапланған күпер янына яһалған эстрада-сәхнәгә менеп туҡталды. Таныштар күп булмаһа ла, танылған кешеләр ине. Халыҡ таҡта эскәмйәләргә ултырҙы. Колхоз бөтөп, ауыл советы “урындағы үҙидара”ға әүерелгәс, шуның рәйесе булған беҙгә таныш – Рәйес ағай, хәҙер “по совместительству” мәсеттә халыҡҡа хеҙмәт итеүсе мулла – һүҙҙе башланы. Иң әүәл, килештереп, ҡыҫҡа ғына доға уҡыны. Унан һуң килгән ҡунаҡтарҙың һәр ҡайһыһын исеме менән атап таныштырып сыҡты. Күбеһе фән докторҙары, кандидаттар, дәрәжәлеләр ине. Барыһына ла биргән хәйер-саҙаҡалары, бигерәк тә төҙөүселәргә хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтеп, доға ҡылды хәҙрәт.

Унан һуң, һүҙҙе ҡунаҡтарҙың ҡайһыһына бирергә белмәй, кәңәшләшеп алды ла, арттараҡ торған береһенә ҡарап:

– Һүҙ нефть министрлығы вәкиле, Мәскәү ҡунағы профессор Кротовҡа бирелә, – тине.

Профессор сығып баҫып, бөтә майҙанға күҙ йөрөтөп алды ла:

– Хөрмәтле ауылдаштар, иҫән-һауҙармыһыҙ, һәммәгеҙ ҙә?! – тине, саф татар телендә.

Халыҡ быны көтмәгән, ахыры, тулҡынланыуын һиҙҙерҙе.

Мин уның беренсе һүҙҙәренән үк үҙебеҙҙең Вәсил икәнен таныным. Олоғайған, ҡартайған ине, әлбиттә. Ул детдомда үҫеүе, Мәнәүезтамаҡта Кәшифә апайҙың ҡулы аҫтында тәрбиәләнеүе, әсәһенең ҡәбере ошо ауыл зыяратында булыуы, атаһы килеп алғас, ҡайҙарҙа уҡып, кем булыуы, хәҙер ҡайҙа һәм кем булып эшләүе тураһында һөйләгәс, ағаһы Вәдим хаҡында һөйләргә күсеп, уның тураһында сыҡҡан китаптарҙы ҡыҙыҡһыныусыларға таратырһығыҙ, тип, Рәйес хәҙрәткә бирҙе. Унан һуң ярҙамсыһынан папкаһын һорап алды:

– Хөрмәтле ауылдаштар! Яҡташтар! Ҡунаҡтар! Бик ауыр булһа ла, әйтергә тейешмен. Был байрамға беҙ ағайым менән бергә ҡайтырға тип һөйләшкәйнек. Әммә уның Чернобыль фажиғәһенән һуң эләктергән ауырыуы теләгебеҙҙе үтәтмәне. Ағайым ошо ауыл, детдомға ҡағылышлы фильм төшөрөү мәшәҡәттәре менән йөрөгәндә, көтмәгәндә вафат булды. Үҙ аҡылында, васыяттарын әйтеп үлде. Мәнәүезтамаҡ детдомын тулыһынса тергеҙеп булмаҫын белгәнлектән, ул, ҡасандыр уның бер бүлеге булып эшләгән һуҡырҙарҙы музыкаға өйрәтеү мәктәбен тергеҙеү тураһында хыялланды. Шуның өсөн тип ул дәүләт премияһы, төрлө уйлап табыуҙары өсөн бирелгәндәрҙән йыйып барған аҡсаларын шул мәктәп төҙөлөшөнә биреүҙе миңә йөкмәтте. Мин әлеге эште бик теләп башҡарам һәм сертификатты урындағы үҙидара рәйесе Рәйес хәҙрәткә тапшырам.

Ғәҙәт буйынса, халыҡ бик оҙаҡ ҡул сапты, һөйләшеүҙәр булып алды. Шаулашыу бөткәс, халыҡ тынысланғас, Вәсил тағы һүҙ алды. Үҙенең һыуға батыуы, ауылдың йәш бер егете, ҡотороп аҡҡан һыуға ташланып, уны ҡотҡарыуы, үлемдән алып ҡалыуы тураһында хисләнеп һөйләне лә һүҙҙе Татарстан нефтселәре исеменән килгән вәкилгә бирҙе.

Был вәкил бик матур нотоҡ әҙерләгән икән. Башта татар, башҡорт милләттәренең ике тән, бер йән булыуы тураһында, ҡаҡшамаҫ дуҫ булырға тейешлектәре тураһында һөйләне. Унан һуң күпер баштарына тарттырып эленгән шаршауҙарҙы сисеп алырға бойорҙо. Шаршауҙар төшөүгә, күперҙең ике башында ла арҡырыға тарттырылған ҡыҙыл таҫмалар күренде. Вәкилгә ике ҡайсы килтереп бирҙеләр. Береһен ул үҙендә ҡалдырҙы, икенсеһен Рәйес хәҙрәткә бирҙе лә таҫмаға яҡынлашты. Рәйес хәҙрәт күперҙең тау яғы башына сыҡты.

– Мин бөгөн, таҫмаларҙы киҫеп, дуҫлыҡ, татыулыҡ, берҙәмлек күпере асыуҙы иғлан итәм. Был беҙҙең Татарстан нефтселәренең Башҡортостандағы дуҫтарға бүләге, – тине вәкил. Ҡул саптылар.

– Күпер, урындағы үҙидара әһелдәренең кәңәше менән, “Дуҫлыҡ күпере” тип атала. Гранит таҡтаға яҙылып, күперҙең ике яҡ бағанаһына ла беркетелгән һүҙҙәр оҙаҡ йәшәһен ине. Йәшәһен дуҫлыҡ! – тип һүҙен бөтөрҙө ул.

Шунда, коляскала ултырған Кәшифә еңгәсәй, тулҡынланыуынан: “Беҙ уны” Әүҙәх күпере” тип йөрөтәсәкбеҙ”, – тип ҡысҡырҙы. Уға ҡаршы әйтеүсе булманы. Шунан һуң таҫмалар киҫелеп, күпер аша башта йәйәүлеләр, унан һуң машиналар сығып, әҙерләнгән ниғмәттәре менән бер-береһен һыйлашыу, байрам итеү башланды.

Татарстан вәкиле тағы һүҙ башланы: “Төҙөләсәк һуҡырҙар мәктәбенең утыҙ кешелек штатын тотоуҙы беҙҙең ойошма үҙ өҫтөнә ала. Әлбиттә, абитуриенттар составының яртыһы Татарстандан булыу шарты менән. Тейешле документтарҙы әҙерләп, тиҙ арала ебәрербеҙ. Детдом янындағы ҡомло соҡорҙан һуҙылған яңы шишмәнең һыуын ауыл өйҙәренә керетеү беҙҙең өҫтә ҡала.

Рәйес хәҙрәттең күҙҙәре йәшләнгәйне.

– Хөрмәтле ҡунаҡтар! Бындай бөйөк эштәрҙе башҡарып сығырға минең генә көсөм етмәҫ. Шуға күрә, халыҡ йыйылыуҙан файҙаланып, был эштәрҙе тормошҡа ашырыр өсөн, мин яуаплы бер кеше билдәләүегеҙҙе һорар инем.

– Ундай кеше бармы һуң? – тип һораны Вәсил.

– Бар, – тине Рәйес, – ул – беҙҙең ауылдашыбыҙ Камил Әүҙәх улы.

– Ғәйепләмәгеҙ, ауылдаштар, – тип тағы һүҙгә ҡатышты Вәсил. – Улым һүҙен кемдән ишетһә, бала, шуның ғына улы була ала.

– Ә ул һүҙҙе әйтер кеше мәрхүм булһа? – тине Кәшифә еңгәсәй, Вәсилде аңламайынса.

– Мин ул һүҙҙе ишеттем һәм бер генә лә түгел, әсәй, – тине Камил, ышаныс менән.

Йыйылған халыҡ шаулашып, тулҡынланып алды. Өлкәнерәктәр серҙе белә, белһә лә, ҡысҡырып әйтмәй, йәшерәктәр өсөн был мөһим мәсьәлә түгел, уларға тиҙерәк концерт-бейеүҙәр башланыу кәрәк ине.

Камил да шуны көткән булһа кәрәк:

– Ауылдың – күперле, минең атайлы булыуым хөрмәтенә концерт ҡарағыҙ! – тине ул.

Ҡалғанын яҙып тороуҙың кәрәге юҡтыр...

(Аҙағы)
Читайте нас: