Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
14 Сентябрь 2019, 21:10

Әхтәм ЗАРИПОВ. Күпер. Повесть. (Ҡатнаш йорт)

Әхтәм ЗАРИПОВ Күпер (повесть) Ҡатнаш йорт

Концерттар өсөн колхоздар менән иҫәп-хисапты түңәрәкләмәйенсә, беҙҙең китмәйәсәкте аңлап, рәйес беҙгә китеү өсөн һуңғы көндө билдәләмәне. Элеккесә йәшәй бирҙек. Оператор Таһир, монтаж ваҡытында кәрәге сығыр әле, тип, кадрҙарҙы һайлаһа, квартет музыканттары иһә репертуарҙарын шымартты. Ә мин, атайым үлгәс, ҡул теймәгән ҡаралты-ҡураларҙы ҡараштырырға булдым. Сөнки ауылға тиҙ генә ҡайтып булмаясағы һиҙелә ине. Шулай, балта тотоп ишек алдында һелкенгәндә, ҡапҡа төбөнә председатель “УАЗ”игы килеп туҡтаны. Кабинала шофер Хәтифтән тыш, ҡатыны менән Камил, оператор Таһир ултыра ине.

– Ниңә кермәйһегеҙ? – тигәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.

– Председатель көтә. Төшөрөлгән барлыҡ видеоматериалдарҙы алып килергә ҡушҡан.

– Проявить ителмәгәнде белә бит ул. Ниңә кәрәк икән?

– Ниңә кәрәк булыуын әйтмәгән, тиҙерәк килһендәр, тигән. Әйҙә, ултыр, “остоҡ кәнсәгә шатыр-шотор”.

Канцелярияға барып еткәндә, идара ҡаршыһына обком машиналарындағыса “02” номерлы “Волга” килеп туҡтаны. Унан күҙлекле, күн дипломатлы, куртка кейгән әҙәм сыҡты ла, болдорҙа көтөп торған рәйес менән күрешкәс, эскә уҙҙы. Рәйес, кереп барышлай боролоп, ҡулы менән генә ымлап, ашығып кермәҫкә бойорҙо. Нисә минут ултырғанбыҙҙыр, беҙҙе саҡырырға сыҡҡан рәйестең ҡыҙарып бүртенгән йөҙөнән мунса кергәндәге хәтле ваҡыт уҙғандыр кеүек тойолдо. Кабинетҡа кергәс, рәйес күндән кейенгән әҙәмгә күрһәтеп:

– Таныш булығыҙ – ҡоролтай депутаты, президент аппаратының сәнғәт эштәре инспекторы – Абрам Ильич Букштейн, – тине.

Инспектор, урынынан тормай ғына, ҡулын күтәреп иҫәнләште лә:

– Егеттәрҙең кем булыуын әйттеләр, ә бына был сибәр ханымдың вазифаһын әйтмәнеләр, – тине.

– Беҙҙең матбуғат секретары. Квартеттың атҡаҙанған бейеүсеһе, – тинем мин.

– Иң мөһиме – минең ҡатын, – тип өҫтәне Камил, көлөмһөрәп.

– Ҡотлайым һеҙҙе, – тине лә Абрам Ильич, ни өсөндөр дипломатын асып ҡараны. – Һеҙҙең менән ҡайһы телдә һөйләшеү уңай булыр?

– Үҙебеҙҙең телдә – татарса.

– Һеҙ бит беҙҙең республиканың ҡунаҡтары. Ҡунаҡ – хужалар телендә һөйләргә тейеш. Йәғни, “ҡунаҡ хужаның ишәге”.

– Беҙ ҡайһы телдә лә аңлаша алабыҙ. Кешесә һөйләшеү булһа.

– Ышанам: әйтһәгеҙсе кешесә! Эштәрегеҙ нисек бара?

– Планлаштырылғандары бөттө, тиергә була. Монтаж ваҡытында кәрәге сығырҙай кадрҙарҙы ғына төшөрәһе бар.

– Эшегеҙ монтажға еткәнсе туҡталһа?

– Эш планында ҡаралғанды үтәмәй ҡалған юҡ.

– Юҡ икән – булыр, тиһәм?

– Һеҙ беҙҙең республика түрәләре кеүек һөйләшәһегеҙ. Хужаларса!

– Вәкәләтем шундай.

– Эшкә аяҡ салыусымы? – тине Камил.

Ҡатыны уның аяғына баҫып, һүҙенән туҡтатты ла Абрам Ильичҡа үҙе һорау бирҙе:

– Хөрмәтле инспектор әфәнде, кинәйәле һүҙҙәрҙән маҡсатығыҙҙы аңлатырлыҡ һөйләшеүгә күсә алаһығыҙмы?

– Беҙҙең маҡсат – һеҙҙең маҡсатты белеп, башҡарып сыға алмаҫтай эшегеҙҙән ҡотҡарыу...

– Аңлашылмай, – тинем мин.

– Аңлашыр өсөн башта мин һеҙҙең смета менән танышыр инем.

– Сметала барлыҡ реаль сығымдарҙы күрһәтеү мөмкин түгел. Эш барышында үҙгәрештәр күп керә. Бына ҡарағыҙ... Ҡул ҡуйылған...

...Абрам Ильич, сметаны алғас, тәҙрә яҡтыһынараҡ барып, блокнотына ниҙер яҙҙы ла:

– Әгәр мин һеҙгә сметала күрһәтелгән сумманан өс мәртәбә артығыраҡ хаҡ биреп, таҫмаға төшөрөлгән һәм диктофонға яҙылған материалдарығыҙҙы миңә бирегеҙ тиһәм – ни тиерһегеҙ?

– Монтажланмаған черновой материал менән һеҙ ни эшләй алаһығыҙ? – тине оператор Таһир.

– Эшләй белеүселәр табырбыҙ.

– Унда беҙҙең исем-фамилия һаҡланырмы?

– Шартнамәлә ундай статья ҡаралмаған.

– Тағы ниндәй статьялар юҡлығын белергә рөхсәтме?

– Мәгеҙ – уҡығыҙ, танышығыҙ.

...Әҙерләнгән шартнамәлә: “Иштуған һыу һаҡлағысы тураһында фильм төшөрөүҙән дә, гәзиттәргә яҙыуҙан да, телевизион тапшырыу күрһәтеүҙән дә баш тартып, тәҡдим ителгән шарттарға ризалашабыҙ”, – тигән һүҙҙәр ине.

– Минең комитет исеменән ҡул ҡуйыу вәкәләтем юҡ бит.

– Комитет менән комитет үҙ-ара аңлашырҙар. Һин үҙ төркөмөң исеменән генә һөйләшәһең һәм, нигеҙҙә, үҙ хеҙмәтегеҙ өсөн хаҡ алаһығыҙ. Әлбиттә, таҫма хаҡтары, техника амортизацияһы өсөн түләүҙәр, бухгалтерияғыҙ менән иҫәп-хисап һеҙҙең өҫтә ҡала.

– Шунан?

– ...Шуларҙың барыһын күҙҙә тотоп, беҙ һеҙгә сметала ҡаралған суммағыҙҙан өс тапҡыр күберәк хаҡ бирәбеҙ.

– Быға ризалашыу идеалдарыбыҙға хыянат итеү булыр ине.

– “Халтурабыҙҙан баш тартыуға ризалашыу”, тиһәгеҙ – дөрөҫөрәк түгелме?

– Эшләнеп бөтмәгән эште “халтура” тип атауығыҙ һеҙҙе биҙәмәй, ағай, һеҙ беҙҙән ғәфү үтенергә тейеш, – тине матбуғат дамабыҙ, һәммәбеҙҙе шатландырып.

– Урынһыҙ сағыштырыуым өсөн ғәфү үтенеп, яуап көтәм. Шартнамә ҡулығыҙҙа.

– Тәҡдим ителгән сумманың ысынбарлыҡтан йыраҡ булыуы шикләндерә, – тине Камил.

– Уйлағыҙ. Ваҡытым тар булһа ла, ашыҡтырмайым. Тағы шуны әйтергә тейешмен: һыу һаҡлағыстың хәҙерге дирекцияһы һеҙгә үҙ бүләген дә ебәрәсәк. Яңылышмаһам, машиналары юлда булырға тейеш.

– Эшләнмәгән эш өсөн Америка долларына өҫтәп машиналы бүләк алыу хәрәм малға алданып, ил мәнфәғәттәренә хыянат итеү түгелме?

Таһир шунда шыпырт ҡына:

– Шпионаж? – тине.

“Күнле” инспектор Таһирҙың һүҙен ишетепме, башҡа нәмә уйлапмы, ҡабат рәйес бүлмәһенә кереп китте. Таһир үҙенекен үҫтерҙе: “Беҙ төшөргән боҙоҡ тәбиғәт күренештәрен Рәсәйҙең һәр мөйөшөндә осратып була. Был кеше кассеталарҙы Америкаға һатып, Голливудта кино төшөртмәкселер. Хаҡты арттырыуҙы һорарға кәрә. Ун тапҡыр!” Шуны ғына көткәндәй, Абрам Ильич, рәйес бүлмәһенән сыҡты ла, долларҙарын өҫтәлгә йәйеп һалды, һанай башланы. Ул һанағанда, Таһир, таҫмалар һалған ҡалай мискәне (“яуф”) миңә тотторҙо. Һанауҙар бөтөп, күҙгә ҡарашып һынауҙар уҙғас, Абрам Ильич, ҡосағына һыйған долларҙарын ҡыҫып, стеналағы ҙур фото аҫтына баҫты ла: бүләктәрҙе үҙ республикағыҙҙа тәбиғәт боҙоуҙарҙы фаш иткән фильмдар төшөрөргә аванс булараҡ ҡабул итһәгеҙ ҙә ризабыҙ. Шартнамәлә күрһәтелмәгән, үҙегеҙҙе фаш иткән фильмығыҙҙың бер нөхсәһен беҙгә бүләк итһәгеҙ, туғандаш милләт халҡы һеҙгә мәңге рәхмәтле булыр. Был минең генә һүҙ түгел, беҙҙең лидерыбыҙ ҙа шул фекерҙә.

Беҙҙең эште туҡтатырға махсус ебәрелгән “күнле” инспектор, кинәт сәғәтенә ҡараны. Беҙҙән бер һүҙ ҙә сыҡмағас, ул: “Ер әйләнә, сәғәт бара”, – тине лә ҡабат рәйес бүлмәһенә уҙҙы. Был юлы долларҙары өҫтәлдә таралып ҡалды. Күрәһең, беҙҙе һынауы булғандыр. Таһир тағы туҙынды. “Уникаль бер кадр ҙа юҡлыҡты белә тороп, ҡул ҡуймауығыҙға ғәжәпләнәм”, – тине.

– Ә мин һинең үҙ эшеңә “икеле” ҡуйыуыңа ғәжәпләнәм, – тине матбуғат дамабыҙ.

– Ул бит ижадтан баш тартыуыбыҙҙы һорамай. Ялған патриоттар һеҙ...

...Шунда мин шартнамәгә ҡул ҡуйып, уны матбуғат дамабыҙға тапшырҙым. Таһир, урамда көткән “Волга” шоферы ишетелерлек итеп, “Ҡул ҡуйылды!” тип ҡысҡырҙы. “Күн” инспектор председатель бүлмәһенән залға сыҡҡас, долларҙарҙы ҡулына алып:

– Мин был бүләкте төркөмөгөҙҙөң фәрештәләй затына тапшырып, дуҫлыҡ тулҡындарында ҡабат осрашыуҙар көтөп ҡалам, – тине. – Өлөшөгөҙҙө ғәҙел бүлеп биреренә өмөтләнәм.

– Өмөтһөҙ – шайтан, тиҙәр. Минең ҡатынды фәрештәгә тиңләүегеҙгә рәхмәт. Анабыҙ Һауа фәрештәләй зат булһа ла, ожмахта – гонаһ ҡылыусы. Был долларҙар беҙҙе гонаһлы итмәһә ине инде.

– Һеҙ бит ожмахта түгел, ҡустым.

– Һеҙ биргән долларҙар беҙгә донъя ожмахы ишектәрен астырһын, – тине матбуғат дамабыҙ, тапҡырлығын һүҙендә раҫлап.

Күрһәтеп шатланмаһаҡ та, барыбыҙ ҙа ҡәнәғәт инек.

Абрам Ильич, яуфты алып, канцеляриянан сығышлай, рәйес менән хушлашҡас, уға ниҙер һөйләне лә, “Волга”һына ултырып, район үҙәгенә табан осто. Рәйес ҡул болғап ҡалды. Ҡотолоуына шатланыуҙанмы, ҡуштанланыуҙанмы – аңламаныҡ. Икеһе лә булғандыр.

Долларҙарҙы кире кереп алыуынан ҡурҡып, һаман тәҙрәнән ҡарап тороуыбыҙҙы күрҙе рәйес.

– Һеҙгә эшләмәгән фильм өсөн, дөрөҫө – эшләтмәү өсөн доллар менән гонорар түләнеләр... Мине киҫәтеү менән генә ҡалдырһалар ярар ине лә, эштән алыуҙары ихтимал.

– Эшһеҙ ҡалыу – эштән сығыу түгел, – тине Камил, үҙенсә аҡыллы һүҙ әйткәндәй.

– Һеҙгә минең хәлдә ҡалырға яҙмаһын. Был мөғжизә – сәнғәттең сәйәсәттән көслөрәк икәненә ғибрәтле бер дәлил булһа, ә бына быныһы срочно ҡайтырға саҡырған телеграмма. Комитет хужаһы имзаһы менән.

Шикһеҙ, был телеграмма беҙҙең йәшәү рәүешен (йәшәү ритмын) 180 градусҡа үҙгәрткән документ ине.

Хеҙмәттәре өсөн түләп, квартетты оҙатҡас, яңылышыуҙарыбыҙҙың ҡайҙа һәм нимәлә булыуын белергә теләп, күпме уйланһаҡ та, эшебеҙҙән хата-хилафлыҡ таба алманыҡ.

Квартет етәксеһе булғаны өсөн өҫтәмә гонорар көткәнлеген ҡат-ҡат һиҙҙерһә лә, ҡатыны: “Һин бит квартетты бында килер өсөн махсус төҙөмәнең, репертуарың да иҫке көйҙәрҙән попурри ине”, – тигәс, Камил теманы үҙгәртеп, буласаҡ яңы өйҙөң проектын төҙөргә ултырҙыҡ. Ул үҙенсә, мин үҙемсә төҙөгән ике проекттан берҙе яһап, әсәй менән Кәшифә еңгәсәйгә күрһәтергә тәүәккәлләнек. Оҡшатманылар. “Бүлмә һанынан да бигерәк нимәнән төҙөлөргә тейешлеге күрһәтелмәгән”, – тине әсәй. Бер ярты ҡыҫтырып, колхоздың төҙөлөш бригадирына киттек. Бригадирҙың “туҡтаған” сағы икән, “Ҡотортоп тормаһын, алып китегеҙ”, – тине лә үҙе һүҙ башланы:

– Ниңә килеүегеҙҙе беләм, Кәшифә апай әйткәйне. Ҡыҙыл кирбес табыу ауыр булыр. Колхоз яҙыу бирһә – аҡ кирбес проблема булмаҫ. Кладка эштәренә сусҡа фермаһы төҙөп ятҡан әрмәндәрҙе ялларһығыҙ. Әртилдәре менән эштән һуң өйөрҙәр. Мин күрмәгән, белмәгәнгә һалышырмын. “Насар сифатлы ташсылар” тигән дандары үҙҙәренән алда йөрөһә лә, күҙ-ҡолаҡ булғанда, эште беләләр. Таш сығарып, нигеҙ урынын соҡорға “Беларусь” бирермен. Таш ташырға Хәтиф менән һөйләшерһегеҙ. Рәйесте йөрөтмәгәндә “УАЗ”иктан төшөп полуторкаға ултыра ул. Хаҡын үҙегеҙ һөйләшерһегеҙ, мине лә онотмаҫһығыҙ.

Был һөйләшеү ярты эш эшләгәндәй тойолғас, яртыны күстәнәскә ҡалдырып, өйгә йүнәлдек. Ҡайтһаҡ, ҡапҡа төбөндә һүтелгән өй бүрәнәһе тейәгән “МАЗ” машинаһы тора. Шоферы кабинала ултыра. Йоҡлағанға оҡшаған. Уятып, һорашып торманыҡ – өйгә уҙҙыҡ.

– Күрҙеңме? – тип ҡаршыланы әсәй.

– Күреүен күрҙек тә, аңламаныҡ: утын һатып йөрөүсеме?

– Беҙгә өй итеп һалырға Иштуғандан ебәрелгән утын ул, – тине Кәшифә еңгәсәй.

– Утын түгел, һыу һаҡлағыста һыу күтәрелгәс һүтеләсәк йорттарҙың береһе. Бүләк итеп дирекция беҙгә ебәргән. Бына хаттары һәм “алдыҡ” тип беҙ ҡул ҡуйырға тейешле документтары.

– Ҡулыңа алма, улым, беҙгә кеше иҫкеһе кәрәкмәй.

– Бүрәнәләре яңы күренде уның.

– Яңы күренһә лә, кеше рәнйеше төшкән, күҙ йәше тамған йорт ул. Изге нигеҙебеҙгә кеше хаҡы керетеүгә, хәрәм малға мин риза түгел. Ана, детдомға илтеп бушатһын. Оҙата килгән рәйескә лә шулай тинем.

– Юҡҡа тулама, әсәй, беҙҙе бер кем дә үҙебеҙгә оҡшамаған йорт һалырға мәжбүр итә алмай.

– Эйе, беҙ һөйләштек инде: аҡ кирбес йорт һалабыҙ, – тине Камил.

– Тере килеш аҡ балсыҡ менән күмелдем, ти. Ағастан һалаһығыҙ! Йә үҙем һалдырам. Өр-яңы бүрәнәләрҙән.

– Яңыны ҡайҙан алаһың? Урман ҡырҡылған, һал ағыҙыуҙар бөткәнен беләһең бит.

– Ана, килен әйтә: табабыҙ, ти.

– Нимә таба? Өй һалыу – бала табып, бейергә туфли алыштырыу ғына түгел! – тине Камил, йөҙөнә асыу сығарып. – “Таба”, имеш!

– Камил, – тине уға ҡатыны Гәүһәр наҙлы тауыш менән, – һин бит беләһең, Сулман һыуы күтәрелгәс Шыршылыға күскән беҙҙең ауылда атай һалған ҡарағай өй күсереп һалыуҙы көтә.

– Тағы көтөр. Бүтән эше юҡ.

– Ағайҙарға уның кәрәге юҡ, ҡалаға күскәндәр. Шуны күсереп һалабыҙ.

– Ә беләһеңме, һеҙҙең ауыл бынан нисә саҡрым йыраҡлыҡта? – тине Камил, шаҡтай йомшарып.

– Һәр хәлдә Иштуғандан яҡыныраҡ, – тине пресс дамабыҙ.

– Колхоздың өй һыйырлыҡ ҙур машинаһы юҡ.

– Иштуғандан килгән машинаны ялларбыҙ!

– Риза булып барыр тиһеңме? – тине Камил, тағы ла йомшарып.

– Үҙем һөйләшәм! Һеҙ бит мине пресс-секретарь тиһегеҙ. Шофер менән генә һөйләшә белермен.

– Улайһа, бар әйт: йөгөн детдомға илтеп бушатһын да юлға әҙерләнһен.

– Үҙең сығып әйт: кис менән махсус килербеҙ, тиң. Абруйлы итеп.

– Һай, абруйлыға мөкиббәнһең дә инде үҙең...

– Һиңә оҡшап, – тине Кәшифә еңгәсәй әллә килешеп, әллә көлөп.

Рәйес детдомға үҙе менмәҫкә, төҙөлөш бригадирын ғына ебәрергә булды.

...Беҙ көтөүҙәр ҡайтып, ауылда тынлыҡ урынлашҡас, рәйес “УАЗ”игында Хәтиф оҙатыуында колхоздың ҡунаҡ йортона киттек. Барып керһәк, ҡунаҡтарҙы ҡараңғылыҡ ҡаршыланы. Беҙҙекеләр киткәс, электрҙы өҙгәндәр икән. Шофер менән төҙөлөш бригадиры Рәшит кәрәсин лампаһы яҡтыһында “тамаҡ сылатып”, кильки ашап алдылар. Хәтифте күреүгә, шешәләрен өҫтәл аҫтына йәшереп, икеһе бер тауыштан:

– Рәхим итегеҙ! – тинеләр.

Хәтиф бында ла рулде ҡулдан ысҡындырмай, һуң йөрөүебеҙҙең сәбәбен әйтеп: “Яуап көтәбеҙ!” – тине.

Һүҙҙе шофер егет алды:

– Танышыуҙан башлаған һүҙ уңышлы булыр, тиҙәр. Исемегеҙҙе белмәһәм дә, есемегеҙҙе күрһәттегеҙ. Минең исемем Арсень булыр, фамилиям Рәхимов, – тине ул. Бер-беребеҙгә күҙ һалып өлгөрөүгә, Арсень дауам итте: – Йөктө объектҡа илтеп бушатҡас, миңә өс көн ял бирелде. Шул арала әйләнеп ҡайтырбыҙмы?

– 200 саҡрым самаһы, тик Сулман аша паромда сығыу ваҡытты һуҙыуы ихтимал.

– Бер көнлөк юл икән. Риза, – тине Арсень, өҫтәл аҫтындағы шешәгә үрелеп.

Хәтиф уға ҡарап:

– Вәғәҙәме? – тине.

– Әйткән һүҙ – атҡан уҡ, – тине лә Арсень, һүҙен раҫлағандай, шешәләген иҙәнгә һипте: – Иртәнге 8-гә көтөгөҙ.

Эштең шулай тиҙ “бешеүенән” йоҡобоҙ тәмле булып, уяна алмай ятыуыбыҙҙан таба сыжлатып әсәй ҡотҡарҙы. Сәғәт 7 ине. Йыуынып, кейенеп табынға ултырабыҙ тигәндә генә почтальонка Рәғиҙә кереп миңә конверт тотторҙо ла: “Ҡулыңды ҡуй”, – тине.

– Өс көн элек килгән хатты ниңә бөгөн генә килтерҙең?

– Өйҙә тура килтерә алмағас, йөрөнө инде. “Лично” тигән бит.

Хатты уҡымай ҡоймаҡҡа тотонорға ҡыйынһындым, сөнки ул ҡатыным ҡулы менән яҙылғайны. Ул яҙған икән, тимәк, ниҙер булған. Ысынлап та, хатта уйландырырлыҡ хәбәр күп ине: “Киттең дә баттың. Бында һеҙҙең телекомпанияны икегә бүлеп, бер ултырғысҡа ике түрә ултыртыу эштәре бара. Һеҙҙең халыҡты ла бүлеү тураһында һөйләнәләр. Бер группа Мәскәү буйһоноуында ҡалһа, икенсе группа нефтселәрҙеке буласаҡ, имеш. Ҡайҙа ҡалыуыңды белгең килһә, эшеңде түңәрәклә лә тиҙерәк ҡайт. Зөләйха”.

Себен безелдәүе самолет тауышы булып ишетелгән тынлыҡты әсәй бүлдерҙе:

– Һинең өйөң эшең булғанда ғына өй була. Камил менән кесе килен Гәүһәр ҡалыу етер. Бөгөн үк Ҡаҙаныңа ҡайт, шунда ҡайна.

– Бөгөн китеүҙән бөгөн өйгә ҡайтып етеп булмай, әсәй. Самолетҡа эләгеү – икеле, поезға йыраҡ.

– Аҡтаныштан Саллыға йөрөгән автобусҡа ултыр. Саллы ярты юл. Мин һеҙгә гел шулай барам.

Әсәйҙең хаҡлы булыуына ышанғанға, ул ҡушҡанса эшләнем. Байсарға ҡәҙәр Арсень машинаһында Гәүһәр менән йәнәшә ултырып барып, оҙаҡ көттөрмәй килгән автобусҡа күскәс, “хәйерле юл” теләктәрен әйтешеп айырылыштыҡ.


(Дауамы бар)
Читайте нас: